Өйләнмәгән буйҙаҡ саҡ, ҡыҙыҡ, мажара эҙләп кенә йөрөгән йәш кешегә тағы ла ни кәрәк тиһең, ҡыуанып ризалаштым, әммә һәр яҡтың, унда йәшәгән халыҡтың ҡылыҡ-фиғелдәренә, төбәктең үҙенсәлектәренә ярашлы йолалары, фәҡәт үҙҙәренә генә хас ғөрөф-ғәҙәттәре була, һәм улар оҙаҡ йылдар дауамында үҙгәрешһеҙ ҡалып быуындан быуынға күсә килә. Шуларҙың береһе - ҡыҙ әйттергән мәлдә үнгәргә эскерһеҙ ҡыҙыҡ, лаҡапҡа тартым мәрәкә йәһәтенән күрһәтелгән ыҙа-этлектәр хаҡында тегендә барып үҙ елкәмдә татығас ҡына белдем. Йәшәгән ер, тигәндәй, ялан яғылар гел ыҙғыр ел йотоп көн иткәнлектән күҙ ҡабаҡтары шешенке, ҡыҫығыраҡ, йоҡа сандыр кәүҙәһе уртасанан ары китмәгән, ҡарағусҡыл йылтыр йөҙө тутлы, аралашыу мөғәмәләһе тупаҫ һәм төрпө була, холҡо ла ағас-ҡыуаҡ морон төртөп ерһенә алмаған, бары сал ҡылған тирбәлгән ҡола далалай ҡырыҫ, ә бына урман яғыныҡылар иһә асыҡ йөҙлө, һомғол буй-һынлы, йор һүҙле, йыр-моңдо иш иткән нескә хисле, шиғри йәнле күңелсәк кешеләр. Әйткәндәй, мин үҙем ана шул, ҡарурман тарафынан. Дуҫымдың ата-әсәһенә эйәреп киттек теге, ҡыҙҙы кәләшлеккә алып бата, улар әйтмешләй ижаб уҡытылаһы яҡҡа, ул заманда хәҙер һәр арттан шыуғаны елгән еңел машина-маҙар ҡайҙа, “Белорусь” тракторының бәләкәй тележкаһына һағып, йома сәйе эскәндән һуң ҡуҙғалдыҡ. Июль айының башы, селлә яңы ғына башланып тора. Күк сатырына семтем дә болот әҫәре ҡунмағанлыҡтан иртә таңдан офоҡтан килеп сыҡҡан ут йомғағы ҡояш тышау буйы күтәрелеү менән аяуһыҙ ҡыҙҙырырға ла тотона, шуға тирә-йүн төшкә табан ҡыҙған табалай тын алғыһыҙ томраға әүерелә. Иртә яҙҙан, былай ҙа йоҡа, наҡыҫ ҡар ҡатламы тиҙ арала иреп бөтөү менән тәбиғәт ҡороға таянды, ҡыуанға килеп терәлде. Оҙаҡ ямғыр яумағанлыҡтан үләндәр һәрпендегә ҡалып ҡатып, кибеп бөттө, барыр юлыбыҙ ҙа бәкәлдән юғары йомшаҡ туҙанға батып күпереп, күпсеп ята. Берәй ылау үтә ҡалһа шул юлдың туҙаны ҡош осор бейеклеккә күтәрелеп, ян-тирәне күҙ асҡыһыҙға ҡалдырып ауалай. Ярай әле көләпәрәле, оҙон салғыйлы брезент плащтар кейеп алғанбыҙ, баштан-аяҡ бысраҡҡа ҡойоноуҙан ҡайһылыр кимәлдә шулар ҡотҡара. Өҫтө ябыуһыҙ, сабылған бесән түшәлгән уймаҡтай тележкала туҙанға батып, бит-йөҙ эт ҡарағыһыҙға ҡалып ҡояш байыуға 30-40 мөрйәнән төтөн сығарған теге ауылға барып төртөлдөк. Беҙ йәйге селләнән урман күләгәһенә ышыҡланып, боҫоп тормошобоҙҙо бер аҙ еңеләйтәбеҙ, ә был, һирәк-һаяҡ саман өйҙәре ҡарашҡа эләккән ауыл тирәһендә күҙгә эләккән ағас-ҡыуаҡ күренмәй, эҫелеккә нисек сыҙайҙарҙыр, белмәҫһең. Ялан яғында тыуып үҫеп беҙҙең ауылда йәшәгән Утарбай ҡарт саҡ ҡына ҡыҙмасаланып алһа гел бер йырын һуҙа: “Ялан еркәйендә яңғыҙ ҡайын, уның булһа ла туҙы юҡ...” Ысыны шулдыр. Һәммәһе көҙгөләй күҙ алдында сағылған ауыл ерендә сер һаҡлау, нимәнелер йәшереп ҡалдырыу, йәшереп тотоу мөмкин булмағанлыҡтан ҡоҙа көткән йортто шунда уҡ төртөп күрһәттеләр. Ҡалай ҡыйыҡлы, шыңғырап торған ҡарағайҙан буралған, ҙур тәҙрәләре урамға ҡараған бейек йорт тирәһе төҙөк, күркәм, һәр нимә үҙ урынында, бында йәшәгән хужаларҙың эшсән, егәрле икәнлектәре һүҙһеҙ ҙә күренеп тора. Тракторист беҙҙе утын бушатҡандағылай ҡабаланып таһыр ҙа тоһор төшөрөп ҡалдырҙы ла йәкшәмбе көн кис килеп алырға вәғәҙәләп, рәхмәтен әйтеп, сәй эсеүҙән тыйнаҡ ҡына баш тартып оҙаҡ тотҡарланмай ҡайтып та китте. Беҙҙе оло, мәртәбәле ҡунаҡтарҙай көтөп алып ҡаршыбыҙға сыҡҡан йорт хужалары танышып хәл-әхүәл белешкәндән һуң, ыңғайы бер төп ҡоҙаларға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә тотоноп киттеләр, кейәүҙе балдаҡ, бәке, шундайыраҡ башҡа бүләктәр таптырған балдыҙ-ҡәйнештәре, ауыл балалары уратып та алды. Мин инде үҙ сиратымда яҙылмаған ауыл ҡанундарына ярашлы иң әүәл абруйы үҙен тотошонан күренгән төп ҡоҙа, уға һылашып барған ҡоҙағый, шунан башҡалар менән ҡушҡуллап күрешеп сыҡтым да бында төп ҡунаҡ түгел, бары ҡуштан эйәрсән икәнлегемде белгәнгә тәүфиҡле генә ҡиәфәттә бер яҡ ситкәрәк барып баҫтып салбар кеҫәһенән ҡулъяулыҡ сығарып тымбаҙаған маңлай-сикәләремде, саң күләгәләгән күҙ төптәрен һөртөштөрөргә керешеп киттем. Шуны ғына көткәндәй ҡырҡылған түмәрҙәй төпөш кәүҙәле, быжыр булһа ла һөйкөмлө йөҙлө, ыҫмалалай ҡара, икенән үрелгән ҡалын сәстәре биленән түбән һалынған урта йәштәрҙәге ҡатын туҡымаһына эре сәскә биҙәк төшкән ебәк күлдәгенең мул итәген елпетеп яныма йүгерә-атлай килеп етте лә терһәге менән ауырттырып ҡабырғама төрттө:
- Һаумы?
- Һаумыһығыҙ. – Кимәлемде, бәҫемде белгәнгә юғарынан аҫҡа ҡарап рәсми генә яуапланым.
- Ҡарап-һиҙеп сырамыттым, һин миңә тәғәйенһең, ызнашит, эренән сирттерһәң дә алыҫ Конгонан килгән негр үңгәр.
Танышып та өлгөрмәгәнбеҙ, ә был аңды-тоңдо абайламай килделе-киттеле хәбәрен һөйләй ҙә башланы.
- Һауынсы Гөлфариза, тиҙәр мине.
Ферма һыйырҙарының еленен көсәнеп тарта торғас ҡоросҡа әүерелгән ҡатмаҡ, тос ҡулды йомшаҡ устарыма алырға иткәйнем, имән ботағылай беше бармаҡтар ҡул төбөн ҡыпһыуырҙай ҡармап та алдылар. Ризаһыҙлыҡтан сирылған йөҙөмә яһалма йылмайыу ғәләмәте йәбештереп исемемде әйткән булдым. Негрлыҡҡа килгәндә Гөлфариза хаҡлы, юл аҙабы, гүр ғазабы тиҙәр бит, юл туҙанына ҡойоноп килдек шул, ни хәл итмәк, улайға уҡ китһә, бит-йөҙөмдө сайыштырһам тән тирем аҡ ҡына ул минең, күҙҙәрем дә мут бесәйҙекенә тартым йәшкелт-һоро, апаруҡ оҙон сәстәрем дә бөҙрәләнеп иңбашыма һибелгәндәр, уҡлау йотҡандай төҙ буй-һыным ҡаяла үҫкән һырғый ҡарағайҙай бейек, артыҡ сибәр булмаһам да, урта күрмәлеклеләр ҡоронанмын.
Һуғышсан ҡиәфәттә ҡыҫҡа аяҡтарын тарбайтып баҫҡан һауынсы Гөлфаризаға тағы ла бер тапҡыр һирпелеп алғас һиҙгер күңелем шомланып ҡуйҙы:
“Ас тамағым, тыныс ҡолағым, тигәндәй, ормаһарҙан зерә киленгән әллә, был үтә әрһеҙгә оҡшаған этйығыш ҡатын йонсотоп ҡына ҡалмаҫ, өс көн эсендә дәрт-дарманыңды алыр...”
- Күрәһеләрең, үкенестәрең алда әле, байрам яңы башланып ҡына тора! – Әммә һауынсы Гөлфариза бында ойоштороласаҡ байрамдың эстәлеген айырып әйтеп асыҡлыҡ индереүҙе кәрәкһеҙгә иҫәпләне.
Бәләһенән баш-аяҡ, арауыҡ һаҡлауың хәйерле, тип тегенән бер аҙ тартылыбыраҡ баҫтым.
- Хәбир, аҡыллым, ниңә улай яңы ҡапҡаға инергә теләмәгән өркәк бәрәндәй ситкә тартылаһың у?
- Шыпа ла тартылмайымсы...
- Улайһа хәҙер үк кил яныма! – Һөңгөләй тырпайған һуҡ бармаҡ эргәһен сәнсеп күрһәтте.
Буйһонмай әмәлем юҡ, башымды баҫып күндәм генә алға атланым.
Яҡынлауым булды шөбһәле уйҙарымды күҙҙәремдән уҡыған еңгә тәүге тупаҫ ҡағылыуҙан ауыртыуы баҫылып өлгөрмәй дыулаған ҡабырғамды яңынан бороп семтеп алып эйәге менән бәләкәй ҡапҡа яғына ымланы:
- Срушны киттек беҙгә!
- ?!?
- Мунсаға!
- Ҡай-ҡайҙа тинегеҙ? – Юғалыңҡырап ҡалдым.
- Бынағайыш, мунсаны ла күргәнең юҡмы әллә ошо йәшеңә етеп?
- Күргән барҙа ул...
- Күргәс һуң? Хәйер, ундай нәмә Африкала юҡтыр, бәлки.
“Африканан килгән, тип бәйләнеп-бәйләнә, бер теленә алғас ҡуймаҫтыр инде. Ярай, нисек теләй шулай атаһын әйҙә, негр ҙа кеше!”
- Күршелә генә йәшәйбеҙ, ҡыҙыу итеп яҡҡандан һуң еҫһеҙ итеп томаланған, иҙәне ҡырып йыуылған, миндеге ебетелгән ҡара мунса, арҡаңды бөгөнгә арлы-бирле итеп үҙем генә йыуырмын, ышҡыуыма мөрхәтһенмәһәң иртәгеһен алмашҡа килгән икенсебеҙ маташтырыр!
Әҙәм ышанмаҫлыҡ, лөғәткә һыймаҫлыҡ хәбәр икәнлекте белһәм дә йөрәгем жыу итеп ҡалды, өшөгәндәй ҡулдарымды ҡаушырып сатымды бөрөштөрҙөм ҙә тауышымды дерелдәтеп яуаплай һалдым:
- Улайтып ҡулалмаш мәшәҡәтләнмәгеҙ берүк, мин бында килерҙән алда ғына йыуынғайным.
- Көҙгөгә күҙ һал улайһа, албаҫтынан артыҡ булмаһаң, кәм түгелһең.
- Тыш яғым саңланһа ла эсем таҙа, һымаҡ...
- Ана бит, һымаҡтан һалдыраһың, шуға һинең сафлығыңды, паклығыңды тегендә ингәс тотоп ҡарап тикшерербеҙ!
- Тотоп ҡарап тикшереү ҙә урынһыҙ. Сафлыҡ хаҡында һүҙ сыҡҡас әйтәйем инде, ауылыбыҙҙағы табип амбулаторияһында фельдшер булып эшләйем, аҡ халатлылар араһынанмын.
- Ҡулдарың бәләкәй, бармаҡтарың осло булғас был тишек-тошоҡто соҡоуҙан ары китмәгән акушерҙыр, тип уйлағайным да, яңылышмағанмын! – Гөлфариза түбәнһеткән ҡылыҡһырламаһын биреп тә ҡуйҙы.
Кәйеф китте, уйламаған-көтмәгәндә негр ҡушаматын алдым, өҫтәүенә фельдшерҙан бала табыу йортонда эшләгән акушер кимәленә төштөм.
Ысынлап хафаға, борсоуға ҡалыуымды күреп өлгөргән төп ҡоҙағый яныбыҙға килә һалып етте:
- Ишетеп ҡалдым, таныштығыҙ ҙа шикелле.
- Эйе, таныштыҡ, һәйбәтләп, - тигән булдым.
- Беҙҙең Гөлфариза килен бүлексәлә генә түгел районыбыҙҙа алдынғы һауынсы, яңғыҙ үҙе ике төркөмдө һауып өлгөрә, һәр һыйырҙан алынған һөт буйынса уны үткәндәр юҡ, яҡын киләсәктә үтмәҫтәр ҙә әле, тырыш, эшһөйәр бигерәк, ҡулынан да килә, теленән дә тигәндәй, йорт тирәһе лә ялт итеп тора, аш-һыуға, бешереү-төшөрөүгә сымры, ҡул эштәренә оҫта, холҡона килгәндә аҡыллы, тыйнаҡ. Бына ҡыҙыбыҙҙы әйттерергә булып киткәстәр, үнгәр еңгәһе бул, тип фәҡәт уға ғына өндәштем, һынатмаҫ моғайын, йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫ. Ҡолас йәйеп ихлас ҡаршы алды бит инде, оҙатҡансы яныңда булыр, үтенестәрең, йомоштарың булһа тартынмай әйт.
- Рәхмәт, яттарға мәшәҡәтемде һалып өйрәнмәгәнмен, үҙ көнөмдө үҙем күрермен нисек тә.
- Улай тимә ҡоҙа, хәстәргә, ҡәҙер-хөрмәткә ни етә.
- Хәсрәттәрҙе, хәстрүштәрҙе хәстәрләп өйрәнелгән.
- Шаярта Гөлфариза килен, лыҡылығына барып мәрәкәләй. Килен, йәш әтәстәй өҫтөнә менеп барма улайтып, күрмәйһеңме, баш-күҙ алышып та өлгөрмәгән үңгәрҙең ҡобараһы ла осҡан!
- Ҡото осһа ни, беҙҙә ҡот ҡойоусы бар ул. - Тегенең иҫе лә китмәне.
Кәрәк-ярағымды үҙем менән алып килгән портфелгә һалып артыҡлап күҙ-башҡа салынмай ғына киттем өйҙәрҙән апаруҡ алыҫта урынлашҡан картуфлыҡ осондағы мунсаға, соланда шыпырт ҡына сисенә һалып, кейемдәремде ҡултығыма ҡыҫтырып эс яҡҡа үттем. Индергәнемде тәңкләп ишек төбөндәге ултырғысҡа һалдым. Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлармын, ти, бына ошолай ҡулай булыр. Былай булғас эҙ яҙлыҡтырҙым, ҡотолдом һауынсы Гөлфаризанан бер аҙға, килеп күренгән хәлдә лә мөгөҙһөҙ һыйырҙай яныма инергә ҡыймаҫ, моғайын, яйлап, ваҡытты һуҙып ултыра бирәйем, булмаһа. Ә бында ни яйлы, таҙа, танауҙы ҡытыҡлаған ҡоро ҡайнарлыҡ наҙлы һылашып тотош тәнде тымбаҙата. Аулаҡта ҡалыуыма кинәнеп ирәүәнләп иҙәнгә һуйҙайып яттым. Рәхәт. Бөтәһе лә үҙ урынында һымаҡ, тик ағасһыҙ ялан яғы булғанғалыр ерек, уҫаҡ, ҡайын ботаҡтарын ҡушып бәйләнгән миндек кенә оҡшаманы, урман яғының еҫле мәтрүшкә, һары мәтрүшкә ҡушып бәйләгән ҡупшы ла, йомшаҡ та ҡайын миндеген ҡайҙан алаһың?! Йүкә йыуғыстары булмағанлыҡтан кибеттән алған яһалма сүсте ҡулланалар икән. Ярай, һайланырға, наҙланырға урыны был түгел, бары менән байрам.
Шулайтып ятҡан килеш ян-тирәне байҡап өлгөрөүем булды, артымса уҡ солан иҙәнен ауыр шығырҙатып кемдер килеп тә инде. Һеңдерә баҫыуынан таныным, теге, минең бындағы хәсрәтле яҙмышҡа тәғәйен еңгә. Ҡорт саҡҡандағылай тертләп тороп ултырҙым, һағайып тыңландым.
- Эш менән мәшғүлләнеп йөрөп күрмәй ҡалғанмын, һин бындамы, үңгәр?
- Ҡайҙа ғына барайым, һеҙҙән үтеп, бында.
- Кейемдәреңде тегендә ҡалдырып мында яланғасланып ҡына килдеңде әллә?
- Күҙ алдында ятһын тип, яныма алдым.
- Әсе еҫ һеңер бит?
- Һеңһә лә бында ҡараулыраҡ.
- Үтә тыҡшырма икәнһең.
- Тыҡшырма түгел, йыйнаҡ.
- Йыйнаҡ үңгәр, хәлдәрең нисек?
- Рәхмәт, иҫ китмәле шәп!
- Шәп булғас, бик мәслихәт, әҙерһеңме, инәйемме? – Ҡурҡыныс тауыш ҡолаҡты ярҙы.
- Ни-и-и-м-ә-ә?
- Нимә, нимә, - тауыш ирештергәндәй итеп ҡабатланы. – Бик беләһең килһә беҙгә килгән үнгәрҙең яңғыҙын мунсаға ебәреү хилаф иҫәпләнә, уны баштан-аяҡ үнгәр еңгәһе йыуындырырға бурыслы, урын-еренә еткереп, арыулап.
“Лыҡы, мәрәкәсел, тине бит төп ҡоҙағый, үңгәр-еңгәнең сираттағы этлегелер был...”
- Беҙҙең яҡтарҙа ундай йола юҡ!
- Ә беҙҙә бар. Сисенә лә башланым инде, хәҙер... – Тыш та быш иткән тауыш ҡолаҡҡа салынды, тимәк шаяртмай. - Эргәләге икенсе тасыңа һыу тултыра тор!
- Һеҙ нимә, үҙ аҡылығыҙҙамы?
- Мине аҡыллы, тыйнаҡ, тип таныштырҙы бит бикәм, шулай булғас аҡыллыға аҡыл өйрәтеү кәрәкмәй!
- Мин... өйләнмәгәнмен?!
- Бер тапҡыр ҙамы?
- Ҡыҙ-ҡырҡынға вапше яҡынламайым, яҡынларға йыйынмайым да.
- Ну и што!?
- Шыр яланғас ҡатын-ҡыҙҙы текәлеп ҡарап күрмәнем ошоға саҡлы, ысынлап әйтәм. – Мурҙаға төшкән сабаҡтай ҡымғырларлыҡ, аныҡ ҡына итеп яуап ҡайтарырлыҡ торошта түгелмен.
- Үҙең акушермын, тигән булаһың тағы.
- Акушер түгел, фельдшер. Пациенттың йөрәген, үпкәләрен тыңлайым, ҡан баҫымын үлсәп диагноз ҡуям, бары шул ғына.
- Мин һиңә пациент түгел, амбулаторияңа ҡабул итеүгә лә килмәгәнмен. Күрмәгәндең күргеһе, күргәндең ҡоҫҡоһо килә тиҙәрме әле, күрмәһәң ни, хәҙер күрһәтәм түләүле пулный стриптизды!
- Бушлай ҙа кәрәк түгел ундай тамаша. Стриптиздан миңә бик насар булып китеүе бар.
- Бер егет ҡартайғансы өйләнмәй йөрөгән дә өйләнгән, ти. Өйләнгән һәм ҡото осҡан бының, имсе ҡот ҡойһа ҡотона шыр яланғас бисә килә лә төшә икән. Бына шулай. Һинең муйыныңа ла рәбәғәтһеҙ бисәнең ҡотон тағып ҡайтарырбыҙ, шуны миҙал, буйҙаҡлыҡ билдәһе итеп тағып йөрөрһөң.
- Көләмәсеңә көлкөм килмәй, ҡыҙыҡ та түгел!
- Ҡыҙыҡ булмаһа ни көлмә, унда минең ни эш. Һиңә нисә йәш әле, үңгәр?
- Егерме һигеҙ.
- Ҡатын-ҡыҙҙы күрһәң сәстәрең үрә торор, ҡотоң алыныр йәштәһең икән шу. Ярай, зыян юҡ, бөтә кеше лә күреп-белеп тыумай, өйрәнерһең яйлап. Өйләнмәүең дә беҙҙең файҙаға, как рас ҡулай урын, аулаҡ, ҡушылырбыҙ ошонда!
Бик тәүәккәл күренә был еңгә, килеп инмәҫ тимә, емереп килеп инеүе бар. Ҡурҡыу ғына түгел, тетрәнеү торошонда ҡалдым.
- Әгәр инәһегеҙ икән это – противозаконно! – Әйткәнемдең еңгәне ипкә килтереренә өмөтләнеп руссалап уҡ ебәрҙем.
- Ауыл ерендә бер ҡасан да закон нигеҙендә көн итмәйҙәр, бында беҙ үҙебеҙ баш, үҙебеҙ түш, ни теләһәк шуны ҡылабыҙ.
- Конкретно юҡ тинем!
- Ҡатын-ҡыҙҙан баш тартыу уны түбәнһетеүгә тиң.
- Мин һеҙҙе ысын күңелдән ихтирам һәм хөрмәт итәм, - стена аша күренмәһә лә ҡулымды күкрәк тәңгәленә килтереп башымды эйҙем, - шулай ҙа рөхсәтһеҙ инһәгеҙ, ҡысҡырам.
Кетерҙәп көлгән тауыш ишетелде:
- Нимә тип ҡысҡыраһың инде?
- Ярҙамға килегеҙ, ҡарауыл, тип!
- Ни тиклем генә тамаҡ ярһаң да бындағы тауыш күҙ күреме алыҫлыҡтағы өйҙәргә барып етмәҫ шу. Һин бик нескә, сибек үңгәргә тартҡанһың, бер кискә генә түгел, бер һыуһынға ла сыҙамаҫһың, шай. Ярай, һинеңсә булһын, үҙаллы йыуын улайһа, тик ҡара уны, ныҡ итеп ышҡынып йыуын штубы, фәрештәләй таҙарынып сыҡ. Бынан сыҡҡас үңгәр еңгәһе менән йыуындым мунсала, тигән, һорай ҡалһалар, юғиһә ерле-юҡта миңә ғәйеп ташлауҙары бар.
- Йә, мотлаҡ әйтермен! – Тыңлаулы малайҙай ризалаша һалдым да күндәм ҡыланып тасҡа йылы һыу ҡойоп йыуғысҡа йәбештем. Ҡулымдағын һабынлап аҙапланам, ә ике күҙем ишектә. Исмаһам ҙурҙан келә эшләп ҡуйһалар ни булған, хәйер, ауыл ерендә йорт-ҡураға бик, йоҙаҡ һалып бармайҙар шул.
- Арҡаңа ҡулың етмәй шикелле, инәм хәҙер! – Ҡаты бармаҡ быуыны ныҡ ҡына итеп ишеккә һуҡты.
- Етмәгән ҡайҙа, етә, яңғыҙ йыуынып өйрәнгәнмен у.
- Буйҙаҡ тормошто белеп етмәһәң өйрәтергә магу!
- Үҙем, тинем бит.
- Ә хәҙер ташҡа һыу һирп тә эләүкәгә мен!
- Менәм хәҙер, менеп бара ятам... – Өҙлөкһөҙ тертләүҙән тамам албырғап ҡалдым, еңгә урынһыҙ иҫкәрмә яһамаһын өсөн уға ишеттереп шап та шоп сабынырға керештем.
- Парҙың шыйыҡ икәнлеге һиҙелә, инеп ташҡа үҙем һыу һалыңҡырайыммы әллә?
- Бында ни, былай ҙа тын алғыһыҙ эҫе. – Әйткәндәремде раҫлап ах та ух килгән булам.
- Оҙаҡ маҙырайһың, етте, төш!
- Төштөм...
- Ятып хәл ал бер аҙ.
- Алмаған ҡайҙа, алам... – Ҡурҡыныс ишектән алыҫҡараҡ тартылып ятып сатымды эргәмдәге тас менән боҫормаланым.
- Һиҙеп ултырам, сарсап киткәнгә оҡшағанһың, һыуытҡыста һалҡын кеүәҫем бар.
- Сарсау ҡайҙа, бында һыу етерлек.
- Улайһа сүместе ал да һалҡын һыу эсеп ал, ҡоҙоҡтоҡо татырлы булғас, ауыл эргәһендәге таш аҫтынан һарҡып сыҡҡан инештән килтерҙем, һыуһынды ыңғайы бер баҫа.
- Эсәм, эсәм рәхәтләнеп... – Һыу һыйырылай оло бер сүместе түңкәргәнемде абайламай ҙа ҡалдым.
- Ниңә улай бер сүмес, икәү ит, беҙ икәүбеҙ ҙә баһа!
- Ярай быныһы һеҙҙең һаулыҡҡа, уңыштар һеҙгә, имен-аман ғына йәшәгеҙ! – Тосымды еңел әйтһәм дә икенсеһе ауырлыҡ менән китте, шуға ике аяҡты ян-яҡҡа яҙып ебәреп ҡулдарымды артҡа ташлап дүрт тағанланым.
- Ярай, киттем, тиҙ генә кейен дә әҙерләнгән табынға бар, шунда булырмын, бызмырҙаһаң һә, тигәнсе килеп етәм, ҡара уны, ул саҡта эш тәрәнгә китер.
- Тәрәнгә китмәҫ, мин етеҙмен, өлгөрмөн. – Һәр әйтелгәнгә йәрхәмбикалла тип, еңгәнең ҡушҡандарын өнһөҙ үтәп уның ҡоллоғонда тороп ҡалыуымды тойҙом.
Йыуынып сығыуыма ишек алдындағы ян-тирәһе буяулы штакетник менән ҡайылған шифер ҡыйыҡлы иркен ҡоролмала сәй табыны әҙерләнгән дә ине инде. Минең менән килгәндәр ҙә бында. Улар ҙа таҙалар, бындағы хужаларҙың мунсаһында сиратлап ҡойоноп өлгөргәндәрҙер, күрәһең. Төп ҡоҙағый ҙур кәсәгә тултырып сәй яһап алдыма ҡуйҙы:
- Еңел пар менән, мунсанан сыҡтың бит ҡоҙа, ашарҙан әүәл һыуһыныңды ҡандырып ал.
- Эскем килмәй, рәхмәт...
- Ниңә улай?
Миңә эйәреп килеп уныһын-быныһын индереп-сығарып йөрөгән Гөлфариза хәбәргә ҡушылды:
- Конгонан килгән негр үңгәр ҡырағай холоҡтарына ярашлы өҫтәл артында түгел, эстәре йәйелгәнсе, күпкәнсе мунса һыуын эсәләр икән, бикәм, шуны белдем әле. Тегендә ни тамсы ла һыу ҡалдырмаған, ара алыҫ буһа ла ҡабаттан ташымаһам.
- Ныу, килен, ҡылаһың бит ҡылыҡты.
- Ҡунаҡтың теләге теләк, һүҙе һүҙ, уларҙың урыны түрҙә, беҙҙеке ерҙә! – Еңгә баяғылай итеп ташбыҡ күҙен ҡыҫты. Минең менән килгәндәр ҙә тыйнаҡ йылмайышып ҡараштарын ситкә йүнәлттеләр.
- Ярай, хәҙер сәйҙән һуң үңгәр сәйен хәстәрлә, килен.
Беҙҙең яҡта ундай йоланың юҡлығын белгәнгә аптыранып, юғалып ҡалдым башта, шунан яйын тап килтереп Гөлсөмдән белештем. Баҡтиһәң, төп ҡоҙалар ололарҙы, күрше-тирәләрен йыйып айырым мәжлес ҡоралар икән, ә инде кейәүҙең, уның үңгәренең, килендең, йәш ҡатын-ҡыҙҙарҙың, еңгәләрҙең табыны башҡа. Уны үңгәр хәстәрләй һәм ҡора, үҙ иҫәбенә, йәнәһе лә. Үҙем менән күстәнәс төйнәп алып килмәгәнлектән барлыҡ аҡсамды, етмәгәс кейәүҙекен өҫтәп үңгәр сәйен ойоштороп ебәрҙем. Барыһына теге еңгә алдан саба, барыһын ул урын-еренә еткерә. Ваҡ-төйәк мәшәҡәте башынан ашҡанғалыр, ул мине ҡараңғы төшкәнсе тыныслыҡта ҡалдырҙы. Фаяз менән Гөлсөм ололар яғына барып мулланың ижаб уҡып дини йәһәттән әшкәртеп фатиха биреүен, ҡоҙалашҡан ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙың теләктәрен тыңлап килгәндән һуң ҙур булмаған тыйнаҡ табында күңелле генә ултырған булабыҙ, шик-шөбһә бер аҙ сигенгәнлектән моңһоҙ ғына итеп йырлап алған булдым, еңгәләрҙең таҡмағына аша-төшә баҫып тыпырҙаным да. Шулай ихлас ҡына ултырған ерҙә кинәт кенә Гөлсөмдөң күҙ уңынан яҙлығыуын абайланым. Беҙҙә лә шулай бит, хәҙер йыйылышып алып, күмәкләп урам буйлап кәләште эҙләп сығып киткән булырбыҙ. Өй беренсә йөрөп табып алһаҡ уны кейәүгә тотторормон да йоҡларға ята һалырмын, былай ҙа аҙым һайын күрһәтелгән этлектәрҙән, ҡырағаһыҙ ирештереүҙәрҙән арманһыҙ булынды. Шулай тип уйлап та өлгөрмәнем Гөлфариза һауынсы һыйыр етәкләгәндәй ҡултыҡлай һалып та алды:
- Киттек, негр үңгәр!
- Әллә тим, бер аҙ ултыра бирәйекме?
- Һуҙмаңлаһағыҙ, тейеш өлөштән яҙыуығыҙ, һемәйеп ҡалыуығыҙ бар, беҙҙә артыҡ ҡыҙҙар юҡ у!
- Кәләш бит миңә түгел кейәүгә кәрәк. – Ниндәйҙер күтәрмәләү, ярҙам өмөт итеп дуҫыма төбәлдем.
- Беҙҙең яҡта кәләште кейәү эҙләмәй, үңгәр эҙләп табып тоттора, аңлашылдымы?
- Ә ҡалған еңгәләр, гармунсы?
- Ниңә улай төнө менән ауыл урамына шау-шыу һалырға, улар беҙҙең килеүҙе мында ғына көтөрҙәр.
Ярай, артыҡ бәлә түгел, табырмын да тотторормон. Шулай еңел уйлап урынымдан етеҙ ҡалҡындым. Ҡултыҡлашып урам буйлап барабыҙ. Ҡултыҡлашыуҙың да төрлөһө була, әсиргә төшкәндәй башымды баҫып теләкһеҙ генә тәнтерәкләйем. Еңгә моғайын да ыҙалатып оҙаҡ алып йөрөмәҫ, кәләш йәшерелгән ерҙе һүҙһеҙ ҙә беләлер. Минең төп бурыс - уны табып, аҡса түләп һатыулашып һатып алып, кейәү ҡулына тоттороу. Сумдыраһынан күп аҡса таптырмаһалар ҡана ла һуң, үнгәр сәйен ойошторғанлыҡтан кеҫәм төбө таҡыр, унда бер нисә һум ҡағыҙ аҡса ята ла баҡыр тәңкәләр сылтырай. Киленде лайыҡлы һатып ала алмаһам, Конгонан килгән негрға, һыҡһаң ҡаны сыҡмаҫ һаран ҡушаматының өҫтәлерен көт тә тор. Тәҙрәләрендә уты янмаған, әммә ҡапҡалары шар асып ҡуйылған алты мөйөшлө йорт яғына боролдоҡ. Һиҙемләүемсә верандала кемдәрҙер бар. Шаҡыған булдым. “Кем йөрөй унда?” тине эс яҡтағы тауыш. “Хәйерле төн! Кәләш эҙләп өй беренсә йөрөп ятабыҙ әле...” “Эҙләгәнегеҙ беҙҙә юҡ, ары китегеҙ!” “Ҡапҡағыҙ шар асыҡ булғанға ғына боролғайныҡ.” “Беҙҙең яҡта ҡапҡалар ҙа күңелдәр ҙә асыҡ була. Шулай ҙа таныт әле үҙеңде, кем һин, ҡайһы яҡтарҙан килдең?” “Үңгәр...” “Ә-ә-ә, теге негр үңгәрме ни әле был, танымай ҙа торабыҙсы!” Көтмәгәндә солан ишеге шар асылып китте лә бихисап ҡулдар һонолоп мине эс яҡҡа елтерәтеп тартып та алдылар, ике ҡулымдан тотоп дөбөр-шатыр ары өҫтөрәнеләр. Гөлтләп ут ҡабынды. Бында өй эсе тулы ҡатын-ҡыҙ икән дә баһа. Өҫ-башымды рәткә килтереп тә өлгөрмәнем былар сыр-сыу килеп, әҙәм менән туҡланған ҡырағай башкиҫәрҙәрҙәй ташланып һуйырға әҙерләгән малдай мине иҙәнгә йыҡтылар. Ауырлыҡтары центнерҙан ашыу өс ҡатын өҫтөмә арҡыры ятты. Тыным быуылыуҙан, умыртҡа һөйәге шытырҙауҙан күҙ алдарым ҡараңғыланып китте. Ни эшләргә йыйыналар былар?
Һөжүм итеүселәрҙең иң яһилы бойороғон бирҙе:
- Әхирәттәр, хәҙер үңгәрҙе инәнән-тыума сисендерәйек тә тышҡа ырғытайыҡ, әйҙә йөрөһөн таң атҡансы ҡайҙа барырға белмәй аптыранып, унда-бында һуғылып!
“Нимә?! Былар бит мине мәсхәрәгә ҡалдырмаҡсылар!”
- Еңгәләр, үтенәм, ебәрегеҙ берүк, миндә хронический радикулит, яйһыҙ хәрәкәтләнһәм билем тота ла ҡуя, өҫтәүенә партия ағзаһымын, ойошма секретарымын да, йәмғиәттә тотҡан урынымды, абруйымды иҫәпкә алығыҙ, берүк... - Быларҙың миһырбанлығына өмөтләнеп шулай тип шыңшыным.
- Коммунист, ызнашит, бик тә ҡулай, ундайҙы күптән айпалаған, һәрмәгән юҡ ине. Билеңдең ҡайһы тирәһе тота үңгәр, йә күрһәт? – Мине әйләндереп һалған дейеүҙәй еңгә томолдороҡ кейҙереп, тәртә артына көсләп баҫтырылған тайҙай күреп өҫтөмә менеп тә атланды.
- У-й-ййй, үлдем, хәҙер һытылам...
- Һытылмай тор, үтекләүҙе яңы башлап ҡына торам бит әле!
Быларҙан яҡшылыҡ өмөт итеү файҙаһыҙ булғанлыҡтан бар көсөмә өҫтөмдәге тауҙай ауырлыҡты һелкеп төшөрҙөм дә алға ынтылғайным ғына һонолған ҡулға эләгеп эргәләге карауатҡа ауҙым. Гөлсөм шар-шор итеп ҡалды: “ Уй... мин бында...” Уны минән йәшереп карауатҡа, урын буйына йыйып ҡуйғандар икән. Ҡулды эләктерә һалдым: “Яҡынламағыҙ, кәләш минеке!” Еңгәләр ауыҙҙарына һыу уртлағандай шымдылар. Килендең ҡулынан тотоп өлгөрөү уларҙың еңелеү билдәһе икән. Ҡоро ҡул алды, тип әйтмәһендәр өсөн кеҫәмдәге аҡсаны тирә-яғыма һибеп ебәргән булдым, күрһендәр үнгәрҙең йомартлығын.
Ҡайтып инһәм дуҫым Ҡырым ханылай түрҙә беҙҙе көтөп ултыра. Бына кемгә рәхәт икән бында.
- Мә, кәләшең, мәнфәғәтен күреп ипләп кенә тотон! – Башҡа ҡулай һүҙҙәр таба алмай шулай тинем дә Гөлсөмдө алға ҡарай эттем. Ә үҙем үтә ныҡ арыуымды тойҙом һәм күрше бүлмәлә минең өсөн йәйелгән урынға инеп ятыу менән йоҡлап та киттем. Шаярырлыҡ, ҡаты шаяртыуҙы ҡабул итерлек хәлдә түгел инем инде. Ары йолаға ярашлы килен тоттороу мәшәҡәттәрен атҡарырға тейеш еңгә хәл-торошомдо һиҙептер, мине башҡаса борсоп, бәйләнеп маташманы.
Иртәгеһен таң менән наҙлы тауыш уятты:
- Негр үңгәр, тор инде, күпме йоҡо һимертергә мөмкин!
Тороп ултырҙым. Нишләптер түшәк еүеш. Был ни хәл? Эске кейемем ҡоро һымаҡ былай. Урын буйын һыпырып ҡулымды еҫкәнем. Ят еҫ тойолмай, тимәк был сираттағы аламалыҡ. Ыуаланыуымды һиҙгән Гөлфариза яныма килеп түшәкте ҡапшаны:
- Кисә тотош мунса һыуын һемереп эскәсең эс тартҡайным да. Ярай зыян юҡ, башҡаларға һиҙҙермәй генә простыняны йыуып алырмын, матрацты элеп елләтермен, белеп ҡалһалар һейгәк үңгәр, тип көлөүҙәре бар.
Ҡабаланып кейенә башланым, кейемдәрем дә урынында, өҫ-башым да теүәл һымаҡ. Быныһы һәйбәт. Кейәү, килен түрҙә ултырған, еңгәләр йыйылған мәжлес әҙер ине инде. Кейәүгә терәлеп һин дә мин ултырам, тик ниңәлер барлыҡ себен-серәкәй, һағыҙаҡ минең баш осонда әйләнә. Әллә ысынлап та минән һыҡра еҫе киләме икән әллә? Шыпырт ҡына сығып ҡабаттан бит-ҡулымды сайҙым, тештәремде таҙарттым, өҫ-кейемемде ҡапшап яңынан еҫкәгәндәй иттем. Кире индем. Теге әрһеҙ күс ҡабаттан мине һырып алғайны еңгәм хафаланып китте:
- Негр үңгәр, ҡортламағанһыңдыр ҙа, барлыҡ рәшә себендәре һинең тирәлә урала түгелме?
- Ҡортлаһа ҡортлағандыр, ни тиһәң дә селлә...
- Ҡортлаһа ни асыу, еҫләнгән дә кеүек...
- Өйләнмәгән буйҙаҡтар шулай еҫләнеп бара шул...
- Гөлфариза, яңынан мунса яғып, үңгәрҙе үҙ ҡулдарың менән ентекләп йыумаһаң булмаҫ, юғиһә кисә үңгәр мунсала яңғыҙ үҙе йыуынған йәнәһе лә, тигән хәбәр йөрөй ауыл буйлап...
Ашарға түгел, тел сарларға бир инде был еңгәләргә.
Дуҫым сығыу яғына баш һелкте лә артынан ишек ябылыу менән әйтә һалды:
- Һинең башыңды ҡорт балы һалынған һыу менән сылатҡандар, сәсеңде йыуып ин әле.
Өс көн буйы этләнә торғас, теге тележкалы тракторҙы көтөп күҙҙәрем тондо, уның йорт янына килеп туҡтауы минең өсөн оло байрам ине. Барыһы йыйылышып оҙатырға сыҡтылар. Йылы хушлаштыҡ. Үнгәр еңгәһе етди ҡиәфәттә эргәмә килеп ҡулын һондо:
- Миңә берүк үпкәләмә, егет, үңгәр булып килгәндәрҙең беҙҙә үңәстәрен өҙә яҙалар шулайтып. Һин шәп егеткә оҡшағанһың. Минең матур ҡыҙым үҫеп етте. Әгәр миңә кейәү булырға яҙһа һине бөтөнләй икенсерәк итеп, яратып, хөрмәтләп, баламдай күреп ҡаршы алырмын, йәме?..
Сығанаҡ: https://ataisal.com/