Был икәү – Зәлифә менән Айбулат. Күрше ауылға ҡунаҡҡа ҡайтып килгән Айбулаты менән Зәлифә бер нисә көн генә күрешмәгән инеләр – шул тиклем һағынышҡандар!
– Зәлифәкәй, ана, күрәһеңме ҡаршылағы ҡаяны? – тип һорай егет, наҙлы ҡараштарын һөйгәненән айырып ала алмай.
– Эйе, күрәм! – ти Зәлифә. Үҙе һаман да шаярып, сыңғырҙатып көлә.
– Беләһеңме, нимә? Һин бына ошонда ғына баҫып тор, йәме? Мин хәҙер ошо ҡаяның иң бейек урынына менеп баҫам да, бар донъяға һине яратыуымды яңғыратам!!!
– Ҡуй, Айбулат, мин бер үҙем бында ҡалмайым! Мин дә һинең менән! – һөйгәненән аҙға ғына ла айырылғыһы килмәй шул уның.
– Юҡ, Зәлифәкәй! Мин оҙаҡ тормаҫмын, тиҙ арала яныңа кире төшөрмөн. Көт мине! – тине лә Айбулат, ҡаяға табан йүгерҙе.
Бына ул ҡаяның иң бейек урынына менеп еткәс:
– Э-һе-һе-һе-й-йй! Ишетәһегеҙме, тауҙар? Ишетәһегеҙме, кешеләр? Мин Зәлифәне яратам!!! – тип ҡысҡырҙы.
Айбулатҡа ҡушылып тауҙар уның һүҙҙәрен шаңдау булып ҡабатланы:
– Зә-зә-зә… я-я-я-ра-там!
Айбулат, ҡулдарын ҡарсыға ҡанаттарылай ике яҡҡа йәйгән дә, үҙе лә ҡоштай талпына. Зәлифәгә ул шулай ҡош булып осор ҙа китер төҫлө.
Бына ул:
– Зәлифәкәй, мин яныңа киләм, һин дә йүгер ҡаршыма! – тип ҡысҡырҙы ла, ҡаянан төшә башланы.
Зәлифә, атлығып ҡаршы йүгерҙе. Әле генә Айбулаттың һөйөү һүҙҙәрен яңғыратҡан ҡаяға ла яҡынлашты. Ҡапыл, көтөлмәгәндә, уның аяҡ аҫтындағы ер убылып китте лә, Айбулат менән икеһе араһында төпһөҙ упҡын барлыҡҡа килде. Зәлифә ҡаршы яҡҡа һикереп сығырға ла өлгөрмәй ҡалды. Ҡаушауынан, ҡурҡыуынан бөтөнләй быуынһыҙ ҡалған ҡыҙ, сарбайлап:
– Ай, Айбулат! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Ҡаянан төшөп еткән Айбулат та теге ярҙа үрһәләнә:
– Зәлифә! Зәлифәкәй, хәҙер ҡотҡарам мин һине, көт! – тип ялбара.
– Аһ, Айбулат, ҡалдырма мине, ал үҙеңдең яныңа! Мин һинһеҙ бөтөнләй йәшәй алмайым!!! – тип үкһеп-үкһеп илай Зәлифә.
Ә аралағы упҡын киңәйгәндән-киңәйә, Айбулат та йыраҡлашҡандан-йыраҡлаша бара. Үҙе, ҡулдарын болғай-болғай, нимәлер ҡысҡыра…
– Аһ, Айбулат, ал мине үҙеңдең яныңа! – Зәлифә ни эшләргә лә белмәй, үрһәләнә, Айбулатын саҡыра, өҙгөләнеп, ҡысҡырып илай…
Үҙ-үҙен белештермәй түгелеп илаған Зәлифә уянып киткәнендә шыбыр тиргә батҡан, туҡтауһыҙ аҡҡан күҙ йәштәренән хатта мендәре сыланып бөткән, үҙе һаман да тыныслана алмай, һулҡылдап илай ине…
Күргән төшөнөң тәьҫиренән айырыла алмай, Зәлифә оҙаҡ ҡына ятты. Йыраҡтарҙа ҡалған ғәмһеҙ, сая йәшлегенең иң бәхетле бер миҙгеле төшөнә кереп, тап өнөндә булғанса ҡабатланыуы күңелен бик ныҡ иләҫләндергәйне. Тик төшөнөң аҙағы шулай ҡурҡыныс тамамланыуы күңеленә шом һалды.
Һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә таң ҡыйыла. Отпускыла булғас, иртә тороуҙың кәрәге юҡ.
“Был – бары тик төш кенә…” – ҡат-ҡат ҡабатлай торғас, ул яңынан йоҡоға талды.
Әллә таң алдынан ғына күргән төшө сәбәпсе булдымы – Зәлифәнең йөрәге көнө буйы болоҡһоп тик торҙо. Ул, үҙенә урын таба алмай, ары һуғылды, бире һуғылды. Кискә табан бер аҙ тынысланғандай ҙа ине… тик оҙаҡҡа түгел икән шул! Кис еткәс, күптән ташлап ҡуйған бәйләмен ҡулына алып, йәтешләп кенә ҡәнәфигә ултырҙы. Бер журналда күреп ҡалған кофта үрнәген бәйләй башлаған да, онотҡан икән… Ҡапыл, фатирҙы яңғыратып, телефон шылтыраны. Зәлифәнең былай ҙа борсоулы йөрәге ярһып туларға тотондо. Ҡаушауынан күпмелер ваҡыт телефон трубкаһын үрелеп алырға ҡыймай торҙо. Күңеле, ниҙер һиҙенеп, шомланды:
– Алло?
– …
– Алло, тыңлайым?!
Телефонда бер аҙҙан ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелде:
– Һаумыһығыҙ! Миңә Зәлифә апай кәрәк ине… – Ни өсөндөр теге остағы ҡатын ауыр көрһөнөп ҡуйҙы.
– Был мин – Зәлифә! Ә кем шылтырата?
– Мин – Айбулаттың һеңлеһе Аида…
– Эйе, Аида һылыу!
– Ғәфү итегеҙ, мин һеҙгә хәбәр итмәй булдыра алманым. Бөгөн… беҙҙең Айбулат ағай һәләкәткә осраны… Телефондан Аиданың һулҡылдап илағаны ишетелде.
– Аһ!
Зәлифә телефон трубкаһы ҡулынан нисек төшөп киткәнен дә һиҙмәне. Аптырап, тирә яғына ҡаранды ла, йәнә трубканы ҡулына алды. Телефонда Аида өҙгөләнеп Зәлифәне саҡыра ине…
– Ишетәм, Аида һылыу… Ғәфү ит, зинһар, әллә нишләнем дә ҡуйҙым!
– Зәлифә апай, ерләү – иртәнән һуңға. Килеп өлгөрһәгеҙ, яҡшы булыр ине.
– Әлбиттә, ҡайтам, иртәгә иртүк юлға сығам, көтөгөҙ!
– Һеҙҙе вокзалда уҡ ҡаршы алырҙар. Ярай, хуш-һау булығыҙ.
– Һау булығыҙ…
“Бына ни өсөн уның йөрәге иртәнән бирле тулаған. Их, Айбулат… Һәләкәткә осраған, тиме? Нимә булғанын һорашырға башына ла килмәне. Хәйер…”
– Аһ, Айбулат йәнем!
Зәлифә, көтмәгәндә ишеткән ҡурҡыныс хәбәрҙең аяуһыҙ дөрөҫлөгө әле яңы аңына барып етеп, тыйыла алмай, үкһеп илап ебәрҙе. Үрһәләнеп, бик оҙаҡ иланы. Ҡасандан бирле йыйылған ҡайғы-һағыштары, үкенестәре – барыһы бергә әсе күҙ йәштәренә әйләнеп, бер туҡтауһыҙ аҡты ла аҡты…
2
… Зәлифә – ауыл ҡыҙы. Йәмле Инйәр буйында урынлашҡан Уҫаҡлытау ауылынан. Бигерәк матур шул уның ауылы. Исеме лә есеменә тура килеп кенә тора – Уҫаҡлытау! Ә ундағы уҫаҡтарҙың матурлығы! Бигерәк тә көҙөн улар иҫ киткес күркәм булып, күҙҙең яуын ала. Ул үҙенең яратҡан тауы Шылғантүбәлә ошо ағастар араһында йөрөргә һәләк ярата. Шылғантүбә – ауылдың ситендә генә, Бағарышты йылғаһынан һуң башлана. Әллә ни ҙур ҙа булмаған тау төрлө еләк-бәшмәктәре менән гел үҙенә саҡырып тора. Юғарыға менеп ҡараһаң, бөтә ауыл ус төбөндәгеләй күренә.
Зәлифә быйыл ун биш йәшен тултырҙы. Һигеҙенсе синыфты тамамлағас, әллә берәй ҡайҙа уҡырға барырғамы, тип уйлап та ҡуйғайны. Шул үҙенең оялсан, ҡыйыуһыҙ булыуы арҡаһында кире уйланы. Синыфташ ҡыҙҙары фельдшерлыҡҡа уҡырға инеп тә ҡайттылар инде.
Әллә ниңә бигерәк ҡыйыуһыҙ шул. Берәй ят кеше менән һөйләшергә тура килһә, үҙенең тауышын хатта үҙе лә ишетмәй, әллә нишләй ҙә ҡуя. Оялыуынан ҡыҙарып бөтә. Шуға, бер ҡайҙа ла китмәй, ауылда ҡалды. Ике йыл эсендә, бәлки, кешеләрҙән тартыныуы кәмер?
Тағы ул тиҙ генә ауылын ташлап сығып китә лә алмай. Ул да китһә, ҡустылары ни эшләр?
Аталары бәләгә осрап, һәләк булғас, әсәләре биш бала менән тороп ҡалды. Эшләгән эше лә бик ауыр. Инде Зәлифә лә уҡырға китһә?
Зәлифәнең дүрт ҡустыһы бар. Юнир үҙенән ике йәшкә кесе, Булат бишенсегә бара, ә игеҙәк ҡустылары Илфат менән Илшатҡа бары бишәр йәш. Малайҙар бигерәк тиктормаҫ, арттарынан ҡарап ҡына өлгөр!
Ә Юнир – апаһының иң беренсе ярҙамсыһы. Ҡайһы саҡта уның көсө етмәгәнде “һә” тигәнсе эшләп тә ҡуя. Быйыл бесән мәлендә үҙен нисек күрһәтте! Салғыһын шул тиклем матур итеп, ирҙәрсә һелтәй… Әсәләре ҡыуанып ҡарап тора ла: “Эх, атайығыҙ ҙа күрһә икән!” – тип әрнеп әйтеп ҡуя.
Булат ҡустыһы ла өй эштәрендә ярҙамлаша башланы. “Тағы нимә эшләргә, апай?” – тип, йүгереп килеп етә. Иң яуаплы эштәр – барыбер Зәлифә иңендә.
Быйылғы йәй бигерәк матур килде. Әле генә йәшенләп-күкрәп ямғыр яуһа, артынса уҡ ялтырап ҡояш килеп сыға. Тиҙ арала матур итеп йәйғор ҡалҡа. Ә ундай, йәшенләп яуған ямғырҙан һуң ниндәй матур була тирә-яҡ! Бөтә донъя сафланып, йәшелләнеп ҡала. Баҡсаларҙа хуш еҫ аңҡый, өҙҙөрөп ҡоштар һайрай, Зәлифәнең яратҡан тауында кәкүк саҡыра. Тик бына әсәһе генә ниңәлер һөйһөнмәй ошо ҡошсоҡто. Ишетеп ҡалдымы, һуҡрана башлай. Моңло кәкүкһеҙ урман буламы икән ни? Тағы Зәлифә һандуғастарҙы тыңларға ярата. Хыялланырға яратҡан хисле ҡыҙыҡай урмандарҙа йөрөгәндә ниндәй генә ҡоштарҙы тыңламаны, һандуғасҡа еткергәндәрен ишеткәне булманы. Булмаҫтыр ҙа…
Ә быйыл бигерәк иләҫләнеп тыңлай ул йырсы ҡоштарҙы. Каникулдары башланғас, әхирәте Ғәлиә менән һәр кис һайын үҙҙәренең яратҡан тауына һандуғастар тыңларға ашыҡтылар. Яңғыҙ ҡайын төбөнә ултырып алалар ҙа, көтә башлайҙар. Бына бер мәл аҫта, йылға буйындағы таллыҡта, “сут-сут” иткән тауыш ишетелә. Шунан һуң башлана! Әхирәте менән тын алырға ла ҡыймай, һуштары китеп тыңлайҙар. Бер аҙҙан ҡоштар тына. Әхирәттәр хыяллана-хыяллана ҡайтырға сыға. Мөхәббәт тураһында серләшәләр.
– Китаптарҙағыса, киноларҙағыса мөхәббәт беҙгә лә килһә икән, эйеме, әхирәт? Берәйһенә үлеп ғашиҡ булырға ине! – тип шыбырҙай Ғәлиә, хисләнеп.
– Ысынында ундай мөхәббәт булмайҙыр ул? – ти Зәлифә, икеләнеп.
–Була икән шул! Ана, әсәйемдәр йәш саҡтағы әхирәттәре менән осраштылармы, тик шул турала һөйләшәләр. Үҙҙәренең тәүге мөхәббәттәрен һағынып, илашып та алалар. Атайҙар күрмәгәндә генә кәнишнә. Һиңә лә сер итеп кенә әйтәм, һөйләй күрмә берәйһенә!
– Ҡуйсы, Ғәлиә, кемгә һөйләйем, ти? Мин ул турала кеше алдында әйтә оаламдыр шул?
– Ярай, ярай, үпкәләмә! Былай ғына әйтәм!
Ғәлиә менән хушлашҡас, Зәлифә өйөнә ҡайтып еткәнсе ошо һөйләшеүҙе уйлап ҡайтты.
“Ысынлап та, уға ла шундай мөхәббәт килерме икән? Кем икән ул уның өҙөлөп һөйөр кешеһе? Ә нисек килә икән мөхәббәт тигәндәре? Зәлифәне лә өҙөлөп яратҡан кеше булырмы икән? Юҡтыр ҙа”.
…Киләһе яҙға тиклем, эй, һағынырҙар инде һандуғастар моңон!
Тағы Зәлифә шишмә башына һыуға йөрөргә ярата. Уларҙың шишмәләре яҡындағы урман эсендә генә, ереклектәр араһында ағып ята. Күрше ағай ул шишмәгә матур итеп йорт та төҙөп ҡуйҙы.
Улаҡтан сылтырап ҡына аҡҡан һыуға биҙрәһен ҡуя ла тирә-яғына күҙ һала. Эй, бигерәк рәхәт шул бында! Эргәлә генә мөһабәт еректәр, йәйге эҫелә һалҡынса күләгә биреп, әкрен генә тирбәлә. Тирә-яҡты тағы ла йәмләндереп ҡоштар һайрай, йәйҙең хозурлығына ҡыуанып, өйөрөлөп-өйөрөлөп төрлө-төрлө төҫтәге күбәләктәр оса. Бал ҡорттары иң хуш еҫле сәскәләрҙән тырышып-тырышып һут йыя.
Ул йүгерә-йүгерә күгәрсен күҙе, ҡыңғырау сәскәләрен йыйып ала ла, сылтыр шишмә үҙенең һыуын ҡойған Бағарышты йылғаһына яҡын уҡ барып, уны күҙәтеп тора. Яҙын ул йылға бик ныҡ таша, хатта ярында баҫып тороуы ла ҡурҡыныс була. Ярына һыймаған йылға туғайҙарға йәйелә. Күпмелер ваҡытҡа ағастар һыу аҫтында ҡала. Зәлифә уның шулай ярһып-ташып аҡҡан ваҡытын ныҡ ярата. Ниңәлер күңеле шул сағын үҙ итә. Тәбиғәткә һушы китеп, иләҫләнеп йөрөгән Зәлифә күршеләренең һыуға төшкәнен күреп ҡалһа, тиҙерәк биҙрәләрен көйәнтәләп, ҡайтырға ашыға.
Йәйге каникулдары үтеп тә китте. Өс көндән мәктәпкә! Ни өсөндөр был юлы беренсе сентябрҙе бигерәк тулҡынланып көтә Зәлифә. Әллә ниҙәр булыр кеүек…
3
– Аһ, Айбулат йәнем!
Зәлифә, асырғанып ҡысҡырып ебәреүенән һиҫкәнеп, тирә-яғына күҙ һалды. Хәтирәләргә бирелеп, урынынан да ҡуҙғалмай күпме ултырҙы икән ул? Ул стеналағы сәғәткә күҙ һалды. Юлға сығырға ла ваҡыт етеп килә икән. Ә ул әҙерләнмәгән дә! Ҡазандан Өфөгә поезд иртәнге алтыла ҡуҙғала. Бары ике сәғәт ваҡыты ҡалып бара.
Зәлифә тиҙ генә әйберҙәрен юл сумкаһына тултырҙы. Тамағына тәғәм ризыҡ ҡабаһы килмәһә лә, бер аҙ кофе эсеп алырға булды. Телефондан такси саҡыртты ла, вокзалға йүнәлде. Бөгөн эш көнө булғанғамы, вокзалда кеше әллә ни күп түгел. Билетты тиҙ алды.
Бына ҡуҙғалырға ваҡыт. Вагонда кеше унда-һанда ғына. Зәлифәнең бер үҙенә бер купе тура килде. Әйберҙәрен урынлаштырғас, йоҡларға ятты. Тик, нисек кенә йоҡларға тырышһа ла, күҙенә йоҡо кермәне.
… Бер аҙҙан ул туҡталып ҡалған хәтирәләренә кире әйләнеп ҡайтты.
4
… Бына 1 сентябрь ҙә етте. Мәктәп эсе гөж килеп тора. Зәлифә үҙенең синыфташтары янына килеп баҫты. Ни эшләптер Ғәлиә күренмәй. Әллә күрше районда йәшәгән өләсәһенән ҡайтып етмәгәнме?
Линейканан һуң һәр кем үҙ синыфына йүнәлде.
Зәлифә тәҙрә янындағы буш партаға барып ултырҙы. Линейка ваҡытында әллә ни иғтибар итмәгән икән: барыһы ла үҙгәреп, үҫеп киткәндәр! Малайҙарҙың танау аҫтарында мыйыҡтары барлыҡҡа килгән, быға тиклем сибек кенә булған ҡыҙҙарҙың да кәүҙәләре тулышып үҙгәргән.
Барыһы ла шат, күҙҙәре ут булып яна. Бына бер саҡ ишектән… оҙон буйлы, ят егет килеп инде. Үҙе шул тиклем һөйкөмлө, кәүҙәһе лә баһадирҙарса көслө, матур, сөм-ҡара сәстәре тулҡынланып елкәһенә үк төшөп тора. Шаян икәнлеге йөҙөнә сыҡҡан. Ихлас йылмайып, һаулыҡ һорашҡас, ул:
– Туғыҙынсы “Б” ошондамы? – тип һораны.
– Ошонда! – Синыф “гөж” килде.
Ул бер аҙ тапанып торҙо ла Зәлифә янындағы буш урынға килеп ултырҙы. Әллә ни булды шул саҡ Зәлифәгә. Биттәре ут булып янғанын тойоп, башын түбән эйҙе. Егет унан нимәлер һорашты, шикелле. Синыф етәксеһе килеп кергәс кенә, Зәлифә еңел тын ала алды.
Уҡытыусы барыһын да яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотлап, уңыштар теләне. “Яңы уҡыусы ла бар икән!” – тип, уның тураһындағы мәғлүмәттәрҙе журналына теркәгәс:
– Иртәгә уҡымайбыҙ. Бөтәбеҙ бергә походҡа барабыҙ. Йә, әйтегеҙ, ҡайҙа теләйһегеҙ: Инйәр буйынамы, әллә Оҫҡонтауғамы? – тип һораны.
– Оҫҡонтауға! – Ҡыуаныстан барыһы бер юлы ҡысҡырҙы.
– Ярай, әләйһә, әҙерләнегеҙ. Иртәгә сәғәт туғыҙға йыйылабыҙ. Үҙегеҙ менән ашарға алығыҙ. Урманда сәй ҡайнатып, бәрәңге бешерербеҙ.
Мәктәптән Зәлифә әхирәте Ғәлиә менән ҡайтты. Беренсе дәрескә ул, һуңлап булһа ла, килеп өлгөргән. Күптән күрешмәгәс, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй ҡыҙҙарҙың.
– Шунан, күршең менән таныштыңмы? – Шаян холоҡло Ғәлиә, мут йылмайып, әхирәтенә өндәште.
– Юҡсы! – Ҡырыҫ ҡына яуапланы Зәлифә.
– Бәй, ништәп улай асыуҙанаң ул? – Ғәлиә, аптырап, әхирәтенә төбәлде.
Бер ҙә юҡҡа әхирәтен үпкәләткәне өсөн Зәлифә үҙе лә уңайһыҙланды.
– Зинһар, ғәфү ит, һине үпкәләтермен, тип уйламаным. Мин бит уны бөтөнләй белмәйем.
– Ә, беләһеңме, ул кем? – Әхирәте серле генә йылмайып, Зәлифәгә һүҙ ҡушты.
– Кем һуң? – Тиҙ генә һорағанын Зәлифә аңғармай ҙа ҡалды.
– Ул, ни, теге мәктәп урамында йәшәгән Илһам ағайҙың улы икән. Әсәләре ҡапыл ғына үлеп ҡалғас, өс баланы бер үҙенә ҡарауы ҡыйын булыр тип, атаһының күрше ауылда йәшәгән бер туған һеңлеһе өс йәшлек Айбулатты үҙҙәренә уллыҡҡа алған, ти. Уларҙың ауылында һигеҙ йыллыҡ ҡына мәктәп, шуға быйыл бында уҡыясаҡ. Оло ағаһы өйләнгән, ситтә йәшәй. Аида исемле һеңлеһе менән атаһы ғына икән өйҙәрендә. Улының үҙҙәренә йәшәргә ҡайтҡанына ифрат ҡыуанған атаһы. Ул былай ҙа: “Яңылыштан улымды бирҙем дә ебәрҙем, хәҙер кире уйларға ла әллә нисегерәк бит әле?..” – тип гел ҡайғырып йәшәгән. Улын һәләк яратҡан. Ҡайһы саҡта барып та сыҡҡылаған һеңлеләренә. Әйтергә генә ҡыймаған эсендәген. Вәт!
– Ә һин быларҙың барыһын да ҡайҙан белеп өлгөрҙөң һуң?
– Иртә менән күрше Мәсүрә апай әсәйемә йомош менән кергән ине, шул һөйҙәп сыҡты. Ә уның бит белмәгәне юҡ!
“Бына кем икән ул!”
Зәлифә Ғәлиәне ашыҡтырҙы:
– Әйҙә, ҡайта һалайыҡ! Ҡустылар үҙҙәре генә, иртәгәгә әҙерләнер кәрәк!
Ҡайтҡас, Зәлифә өй эштәрен, ни сәбәптәндер, осоп йөрөгәндәй тиҙ башҡарҙы. Үҙенең, ниңәлер, тик йырлағыһы ғына килеп тора. Кискегә картуф билмәне бешерҙе, ҡоймаҡ ҡойҙо. Аш өлгөрөүгә әсәһе лә ҡайтып етте. Походҡа барыуҙары тураһында әйткәс, әсәһе:
– Ярай, һин походыңа әҙерлән, ҡалған эштәрҙе үҙем эшләрмен! – тип ихатаға сығып китте.
Зәлифә үҙенә бер нисә йомортҡа, бәрәңге алырға булды. Ҡоймағын да өҫтәне.
Иртәнсәк Зәлифә арҡаһына төйөнсөгөн аҫып, башына яулыҡ бәйләгәс, аяҡтарына резина итектәрен кейеп алды ла мәктәбенә йүнәлде. Йүгерә-атлай ашығып барып етте лә, мәктәп ишеген асты. Ә унда шау-шыу!
Ҡолаҡтарын ҡапларҙай булып, тиҙерәк үҙенең синыфына йүнәлде. Кереү менән, үҙе лә һиҙмәҫтән, тәҙрә яғына күҙ һалды. Ә унда… теге егет ишеккә генә ҡарап ултыра ине. Зәлифә шым ғына урынына барып ултырҙы.
“Сәләм!” – тип өндәште Айбулат. Яуап итеп ҡыҙ һиҙелер-һиҙелмәҫ баш ҡаҡты. Синыф етәксеһе килгәс, бер аҙ һөйләшеп, пландар ҡороп ултырҙылар ҙа юлға ҡуҙғалдылар. Юл арыу уҡ оҙон, тик тау үренә генә. Шулай ҙа дәррәү атлай барыһы ла. Юл буйы шаярышып-көлөшөп барҙылар.
– Зәлифә, бир төйөнсөгөңдө, үҙем күтәрәйем, – тигән тауышҡа боролоп ҡараһа, янында Айбулат баҫып тора.
– Ҡуй, үҙем!
– Юҡ инде, күршеңә ярҙам итмәү килешмәҫ. Беҙ бит парталаш күршеләр. Ҡайҙасы, бир үҙемә!
Ҡыҙыҡай икеләнеп бер аҙ торҙо ла, төйөнсөгөн егеткә һондо. Үҙе, башҡалар ни уйлар инде тип, яҡ-яғына ҡаранды. Былай, иғтибар иткән кеше тойолманы шикелле. Уға нисектер рәхәт тә, күңелле лә булып китте. Әйбере әллә ни ауыр түгел ине лә…
Айбулат юл буйы урмандағы йәнлектәр, уларҙың ғәҙәттәре тураһында һөйләп барҙы. Ул шундай мауыҡтырғыс итеп һүрәтләй! Зәлифә уны шулай ге-е-е-л генә тыңлар ине… Их, ниндәй яғымлы уның тауышы! Һөйләй-һөйләй ҙә йә берәй ҡоштоң, йә хайуандың ҡыланыштарын ҡабатлап күрһәтә. Бигерәк тә ҡоштарҙың тауыштарын килештереп әләкләй. Ысын ҡоштарҙан айырырмын тимә!
Бер аҙҙан уларҙы Ғәлиә ҡыуып етте:
– Ай, һай, әхирәт, мине әллә ҡайҙа ҡалдырып киттең дә барҙыңсы? Бындай егет барында минең турала оноттоңдамы? – тип шаяртты. Зәлифә уңайһыҙланып:
– Үҙең тороп ҡалдың бит, ҡыуып етергә ине, – тип аҡланды.
– Әйҙәгеҙ, улайһа, бергә атлайыҡ. Әхирәтебеҙ ни өсөндөр тик тыңлап ҡына килә, үҙе бер ни ҙә һөйләмәй! – Айбулат Ғәлиәне лә үҙҙәре менән барырға саҡырҙы. Хәҙер инде Ғәлиәнең дә әйберен күтәреп алды.
Бына тауҙың иң бейек түбәһенә менеп еттеләр. Унда күмәкләшеп фотоға төштөләр. Юғарыла ел бигерәк әсе булғас, оҙаҡ тотҡарланмай, тирә-яҡҡа һоҡланып, бер аҙ торҙолар ҙа түбәнгә ашыҡтылар.
Төшөп етеп, усаҡ яҡҡас, картуф бешерергә ҡуйып, сәйнүктәрен элделәр.
Төшкө аш бик күңелле үтте. Кемдер көләмәстәр, кемдер йәйге мажараларын һөйләп көлдөрә. Ашап алғас, бер аҙ ял итергә булдылар.
Тау үренә менгән саҡта Зәлифә таштарға бик ҡыҙыҡҡайны. Әле, ваҡыт барҙа, уларҙы ентекләп тикшереп, вағыраҡтарын кеҫәләренә тултырҙы. “Айбулатҡа күрһәтмәҫмен, әтеү тағы ла күтәрергә уйлаһа, оят булыр!” Айбулат уны күҙәтеп торғанмы, таштарын кеҫәһенән сығартып, үҙенең рюкзагына һалып та ҡуйҙы:
– Ҡайтып еткәс бирермен,– тип ихлас йылмайҙы үҙе…
5
Сыр-сыу килеп ҡысҡырышҡан, балалар илаған тауышҡа Зәлифәнең уйҙары бүленде. Поезд ниндәйҙер ҙур ғына станцияла туҡтаған. Вагонға кешеләр килеп тулды. Сәғәт ун бер ҙә булып киткән. Иртәгә иртә менән Өфөнән ауылы яғына поезд булырға тейеш. Ҡайтып ҡына өлгөрһә ине…
“Тыҡы-тыҡы, тыҡы-тыҡ…” Тәгәрмәстәрҙең шулай бер көйгә тыҡылдауына ул ойой башланы. Яңы килеп тулған кешеләр урынлашып бөттө.
Зәлифә уянғанда, төн уртаһы ине. Поезд, ваҡытына ярашлы, һуңламай ғына килә былай. Өфөгә етергә лә күп ҡалмағандыр.
Ул, әҙ-мәҙ тамаҡ ялғап, кофе эсеп алғас, әйберҙәрен сумкаһына тултырҙы ла, тәҙрә янына ултырҙы.
Оҙаҡламай Өфө күренде. Вагондан төшкәс, ҡайһы яҡҡа китергә тип туҡтап ҡалғас:
– Һеҙ Зәлифә апаймы? – тип янына утыҙ йәштәр самаһындағы егет килеп баҫты.
– Эйе.
– Уҫаҡлытауға юл тотаһығыҙ икән, тап һеҙҙе ҡаршыларға тейешмен!
Әйҙәгеҙ, машинаға ултырығыҙ! Аида апай: “Һуңлап ҡуймаһын, Өфөнән үк ҡаршылар кәрәк!” – тип, һеҙҙе алып ҡайтырға ебәрҙе.
– Өлгөрмәй ҡуйырмынмы икән, тип борсола инем, ҡайһылай уңай булды!
Юлда күпмелер ваҡыт һөйләшмәй генә барҙылар. Ахырҙа Зәлифә түҙмәне:
– Һеҙ мине нисек танынығыҙ һуң? Мин бит һеҙҙе бөтөнләй белмәйем?
– Белмәйһегеҙҙер шул. Беҙгә бит аралашырға тура килмәне. Ә мин һеҙҙе бер ҡасан да онотманым. Беҙ, башланғыс синыф уҡыусылары, Айбулат ағай менән икегеҙҙең мөхәббәтегеҙгә һоҡланып, бергә йөрөгән сағығыҙға тура килһәк: “Эх, шулай Айбулат ағай кеүек ҙур үҫеп, ошо апай кеүек һылыу кәләшең булһын ине!” –тип, хыяллана инек.
– Ҡуйығыҙсы, оялтмағыҙ мине, улай уҡ булмағандыр ҙа!
– Ысынды әйтәм. Тик… һуңынан бергә була алмауығыҙ эсте бошорҙо…
– Яҙмыштыр, инде… Бәй, беҙ бит танышманыҡ та. Исемегеҙ кем һуң һеҙҙең?
– Мин – Илнур. Айбулат ағайҙарға күрше Азаматтың улы.
– Иҫләнем! Бер зәп-зәңгәр күҙле, бик шаян малай булып хәтеремдә ҡалғанһың!
– Эйе, шул малай инде. Шаянлығым әле лә шул уҡ минең, күҙҙәрем дә зәп-зәңгәр көйө! – Илнур үҙенең әйткәненән рәхәтләнеп көлөп алды.
– Илнур, бер һорауым бар ине… Аиданан һораша алманым. Ни булған һуң Айбулатҡа?
Илнурҙың йөҙөнә күләгә ятты:
– Эх-х! Ана шул “Иртә уңмаған – кис уңмаҫ” тигәндәре дөрөҫтөр инде.
Быйыл, тәүге тапҡыр, Афған һуғышында ҡатнашҡандар осрашыуына Айбулат ағайҙы ла саҡырғайнылар. Шул тиклем ҡыуанды! Дәртләнеп китеп, күптән йөрөтмәгән машинаһын ремонтланы. Ул машинаһын берәүҙән осһоҙ ғына хаҡҡа алғайны. Иҫке – иҫке инде, күпкә бармай ватылды ла, шул килеш ихатаһында торҙо. Ремонтлағанда мин дә буш сағымда ярҙамлаштым. Ҡайтып килгән саҡта, Елмерҙәктәге теге “Ҡәйнә теле”н үтеп барғанда, машинаһының бер тәгәрмәсе ысҡынып китеп, бик бейектән упҡынға осҡан.
Эх!!! – Илнур ыңғырашып ҡуйҙы. – Башҡа бер урында, бәлки, тере ҡалған булыр ине лә… Машинаһын ныҡлап тикшергән кеүек инек, ул тәгәрмәсте нисек күрмәнек икән? Эй, үкенес! Машинаһын ремонтламаған булһа, үҙем генә йөрөтөп ҡайтыр инем дә. Кешене борсоғоһо ла килмәгәндер үҙенең. Айбулат ағай өсөн мин йәһәннәм тишегенә лә барырға риза инем бит!
– Әлеге шул яҙмыштыр инде. Ярай, ғазаплама үҙеңде, Илнур туғаным. Минең үҙемә бигерәк тә үкенесле. Быйыл ауылыма мотлаҡ ҡайтырға инем. Отпускыла булһам да, ҡайта алманым… Уның менән күрешмәгәнгә лә ун ете йыл үтеп китте. Тик бер генә тапҡыр күреп ҡалһам да, үкенмәҫ инем.
– Эйе шул. Айбулат ағай үҙе лә һуңғы арала тик һеҙҙең турала һөйләне.
Тик бер генә тапҡыр күрергә ине, йомшаҡ ҡулдарынан тотоп, бер һүҙ өндәшмәй булһа ла, биш минут ҡына янында булһам, артабан йәшәүе лә еңеләйер ине, тип хыялланды. Ул бит ғүмере буйына тик һеҙҙе һағынып йәшәгән. Яҙмыштың шулай мәрхәмәтһеҙ булыуына рәнйене лә ҡайһы саҡта. Һеҙҙең ирегеҙҙән айырылғанығыҙҙы яңыраҡ Ғәлиә апай хәбәр иткән икән уға. Ул хәбәрҙе ишеткәс, тамам ҡанатланып: “Отпуск алам да барыбер бер күреп ҡайтам Зәлифәмде! Ә бәлки… кем белә?! Ә, Илнур?” – тип серле генә йылмайып та алғайны. Их, бер булмағас, булмай икән! – тип әсенеп әйтеп ҡуйҙы Илнур. Ҡысҡырып илап ебәреүҙән үҙен саҡ тыйып килгән Зәлифәне уйҙар баҫты…
6
… Шулай шау-гөр килеп, мәктәптә уҡыу көндәре үтә торҙо. Айбулат һәр ваҡыт Зәлифәгә ярҙамға килергә әҙер. Дәресен аңламайыраҡ ҡалдымы, ихласлап аңлатырға тотона. Ә үҙе бигерәк тырыш, тик “яҡшы” билдәләренә генә уҡый. Яңы йыл алдынан синыф етәксеһе:
– Яңы йыл кисәһен ойоштороуҙы беҙгә йөкмәттеләр. Әйҙәгеҙ, яҡшы ғына номерҙар әҙерләп, барыһын да хайран итәйек әле! – тип, барыһын да дәртләндерҙе.
Репетициялар башланды. Әлеге лә баяғы, Айбулат бик ихлас тотондо. Әллә ҡайһы арала ҡайта һалып, баянын күтәреп килгән. Уҡытыусы Айбулатҡа:
– Йә, күрһәт инде һөнәреңде? – тип өндәште.
Айбулат баянын алып, ултырғысҡа ултырҙы. Һәм… Зәлифә шул минуттан бөтә донъяһын онотто. Берсә ул йәшел болондарҙы гиҙеп, сәскәләр йыя, берсә ярһып аҡҡан йылғаларҙы күҙәтеп, убылып китерҙәй яр башында тора, берсә урман эсендә өҙҙөрөп һайраған һандуғастарҙы һушы китеп тыңлай… Йөрәге шул тиклем ашҡынып тибә, бына-бына атылып сығыр кеүек!
Айбулат баянда иҫ киткес матур уйнай ине. Ул уйнап туҡтағас, барыһы ла дәррәү ҡул сапты. “Уйна әле тағы?” – тип үтенделәр. Айбулат инәлтеп торманы, шундай ҙа һағышлы, таныш түгел көйҙө уйнап ебәрҙе. Бер аҙҙан үҙе лә ҡушылды:
Һандуғас, һандуғас,
Китмә, китмә, һандуғас?
Ҡанаттарың талдырып,
Тыуған ерҙе ҡалдырып…
Зәлифә йырҙы шундай иләҫләнеп тыңлай, Айбулаттан күҙен дә алмай. Ҡапыл, кемдер терһәгенә төрткәнгә һиҫкәнеп, әйләнеп ҡараһа, янында Ғәлиә баҫып тора:
– Шәп бит, әхирәт, эйеме? Мин иҫем китеп тыңланым! – тип шыбырҙай.
Йыр тәьҫиренән арына алмаған Зәлифә бер һүҙ ҙә өндәшә алманы.
Өйөнә ҡайтҡас та, шул йыр ҡолағында яңғырап тик торҙо.
Яңы йыл кисәһе бик күңелле үтте. Уларҙың концертын да оҡшаттылар. Ә Айбулаттың баянына ҡушылып йырлауы барыһын да әсир итте. Уны бик оҙаҡ сәхнәнән төшөрмәнеләр. Ошо концерттан һуң Айбулатты исеме менән түгел, күберәк “Һандуғас” тип йөрөттөләр. Баянында өҙҙөрөп уйнағанында һандуғастан һис тә кәм түгел ине шул…
Айбулатҡа Зәлифә тәү күреүҙән ғашиҡ. Тәүге мәлдә уның янында ҡапыл юғалып ҡалһа, сәбәбен аңлай алмай, үҙ-үҙенә аптырай ине. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, тик уның тураһында уйлай, ҡолағынан яғымлы тауышы китмәй. Айбулат берәйһе менән һөйләшкәндә, башын артҡа ташлап, ихлас күңелдән ҡысҡырып көлә! Уның шулай көлгәнен ишетһә, Зәлифәгә шундай рәхәт. Өйөнә ҡайтҡас та, тик ул күҙ алдында тора. Уның тураһында уйламаған минуты бармы икән? Айбулатты осратҡаны бирле уның күңелендә ниндәйҙер үтә һағышлы бер моң яралды төҫлө.
Йөрәгенең ярһыуҙарын баҫмаҫмы, тип йүгерә-йүгерә шишмәгә һыуға йүнәлә. Һыу буйынан ҡайтҡас, өйөндәге бар эштәрен тиҙ арала емертеп эшләп ҡуя. Ҡайҙан уға шул тиклем көс киләлер? Яңғыҙы ғына ҡалған сағында ул йырлаған йырҙарҙы эсенән генә көйләп йөрөй. Һуңғы арала уның гел йырлағыһы килә. Тик бына… ҡысҡырып йырларға ғына ояла шул! Их, шул оялыу-тартыныуҙарынан берәй ҡасан арына алырмы икән?!
Ә бына Ғәлиә – бөтөнләй икенсе. Ул – ҙур йәшел күҙле, ҡылғандай һары сәсле, үтә лә шаян, сая, ҡыйыу ҡыҙ. Һүҙгә лә аптырап тормай, әйтер һүҙҙәрен сәсрәтеп әйтә лә ҡуя. Үҙен дә бер кемдән дә йәберләтергә бирмәй. Кәрәк икән, егеттәрҙең дә кәрәген бирә. Бәләкәйҙән малайҙар менән футбол, волейбол уйнап үҫте шул. Зәлифә уның шундай булғанына бер үк ваҡытта һоҡлана ла, көнләшә лә. Икеһе бөтөнләй ҡапма-ҡаршы холоҡло булһалар ҙа, айырылғыһыҙ әхирәттәр улар. Бәлки шул кире яҡтары уларҙы бер-береһенә тарталыр ҙа. Тик Зәлифә, ни сәбәптәндер, үҙенең Айбулатҡа ғашиҡ икәнлеген әлегә тиклем Ғәлиәгә әйтергә баҙнат итмәй. Ниңә икәнен үҙе лә аңламай.
Хыялдарына сумып, бик уйланып йөрөһә, әсәһе борсолоп һорап та ҡуя:
– Нишләп һин, балтаһын һыуға төшөргән кешеләй, аптырайһың да йөрөйһөң ул?
– Юҡсы, бер ҙә улай түгелсе! – ти, уңайһыҙланып Зәлифә. – Барыһы ла яҡшы.
“Их, әсәһе күрмәй микән ни ҡыҙының ниндәй утта янғанын?!”
Ғәлиә менән икәүһенең хыялдарында ғына булған мөхәббәт шулай ҡапыл килдеме әллә Зәлифәгә?!
Иртән ул мәктәбенә шундай ашҡынып бара. Хәҙер ул уны күрмәй бер көн дә йәшәй алмаҫтыр кеүек. Ана, теге юлы һалҡын тейҙереп, ныҡ ҡына ауырып алды. Яҡшылап төҙәлеп тә етмәйенсә уҡырға барҙы. Һуңынан оҙаҡ ҡына йүтәлләп тә йөрөнө.
Айбулат үҙе лә уға һәр саҡ иғтибарлы. Ни өсөндөр, Зәлифә ҡайҙа, ул да тик шунда булып сыға. Берәй ярҙам кәрәкһә, әллә ҡайһы арала янына килеп етә.
Әллә… Ғәлиә дөрөҫтө әйтә микән?
“Айбулат ярата ла инде һине!? Күрмәйһеңме ни үҙең?” – ти ҙә ҡуясы.
Шулай, хыял донъяһында иләҫләнеп йөрөп, ике йылға яҡын ваҡыт уҙып киткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Ошо ғына ваҡыт эсендә мәктәп уҡытыусыларының, синыфташтарының ғына түгел, бөтә ауыл халҡының һөйкөмлө һөйәгенә әйләнде лә ҡуйҙы Айбулат. Ул былай ҙа үтә лә актив, ҡатнашмаған ере юҡ. Кесе йәштәгеләргә – вожатый, ярҙам итер кешеһе булмаған оло йәштәгеләргә утын ярып, һыу ташып биреүҙе лә ул ойоштора. Ә унынсы синыфта уҡығанда тағы барыһын да шаҡ ҡатырҙы.
Көҙгө һалҡын кистә, ниндәйҙер эше менән йөрөп, һуңға ҡалып ҡайтып килгәнендә, кемдеңдер ярҙам һорап ҡысҡырғанын ишетеп ҡала. Күрше йортта оло ғына йәштәге ҡарт менән ҡарсыҡ көн күрә. Бала-сағалары – ситтә. Айбулат йыш ҡына уларға кереп, кәрәк икән, тиҙ арала ярҙам ойоштора. Һуңғы арала икәүһе лә бик бирешеп киткәйнеләр.
Айбулат, борсолоп, уларҙың өйҙәренә табан йүгерҙе. Солан ишеген асып ебәрһә, унда күҙ асҡыһыҙ төтөн тулған. Янғын сыҡҡан! Мейестән ишек яғына үрмәләгән ялҡын элгестә торған кейем-һалымға ҡабып та өлгөргән.
Айбулат тауыш килгән яҡҡа ашыҡты. Быуындары хәлһеҙләнгән ҡарт карауатта ятҡан ҡарсығын күтәрергә маташа, үҙе, иламһырап, ярҙам саҡыра. Айбулат ҡарсыҡты күтәреп алды ла ихатаға сығарҙы, бар көсөнә: “Янғын!” – тип ҡысҡырҙы. Кире әйләнгәнендә, өйгә инерлек тә түгел, ут-ялҡын ишекте ялмап алғайны. Ул, соланда ҡулына эләккән кейемде башынан аша ҡапланы һәм өй эсенә атылып инде. Инде тамам хәлһеҙләнгән ҡарт иҙән буйлап ишеккә ҡарай шыуыша. Айбулат уға юрған ҡапланы ла, күтәреп алып, сығыу юлына ашыҡты. Ҡулдарының түҙеп торғоһоҙ әрнеүен тойҙо. Бабайҙың да, үҙенең дә кейемдәренә ут ҡапҡайны. Тиҙ генә уны ергә һалды ла, икеһенең дә кейемдәрендәге утты һүндерергә тотондо. Кемдер Айбулатты башынан аша һыу менән ҡойондорҙо. Шунда ғына Айбулат тирә-яғына абайлап күҙ һалды. Инде ныҡлап яна башлаған йортҡа кешеләр дәррәү һыу һибә ине. Ул үҙенең хәле бөтә башлағанын тойоп, янындағы бүрәнәгә сүгәләне. Кемдер уға нашатыр тамыҙылған ҡулъяулығын һуҙҙы. Ҡарт менән ҡарсыҡты күтәреп ҡайҙалыр алып киттеләр. Бер аҙҙан Айбулат янына кешеләр йыйылды:
– Янғынды һүндереп бөттөк! Ярай ҙа артыҡ янып өлгөрмәгән. Таҙартып-ағартып бирһәк, йәшәргә яраҡлы! – тинеләр. Барыһы ла уға маҡтау һүҙҙәре яуҙыра.
Шул саҡта ярай ҙа Айбулаттың ҡулдары ныҡ янманы. Бер нисә көн ҡыҙарып, әсетеп торҙо ла, тиҙ арала уңалды.
Ошо ваҡиғанан һуң Айбулат ауылдаштарының ғорурлығына әүерелде. Уның хаҡында хатта район гәзитенә лә яҙып сығарҙылар. Ә ул һаман да шул уҡ шаян, өлгөр, моңло тауышлы “Һандуғас” булып ҡала бирҙе. Бына кемгә үлеп ғашиҡ булды Зәлифә! Уның һөйөүе көндән-көн арта ғына бара.
Унынсы синыфты Зәлифә тик “яҡшы” билдәләренә тамамланы. Артабан яҙмыш елдәре ҡайҙа ғына илтеп ташлар икән? Өләсәһе әйтмешләй: “Маңлайыңа яҙылғанды күрелә инде…” Тик бына Айбулаттан айырылыуын башына һыйҙыра алмай шул ул. Уны бөтөнләй күрмәһә, нисек йәшәр һуң? Эй алла, әгәр юлдары айырылып, Айбулатты бөтөнләй күрмәҫ булһа? Эйе, түҙә алмаҫ унһыҙ бер көн дә!
…Сығарылыш кисәһе яҡынлашты. Зәлифәгә әсәһе Белореттан бик матур күлдәк алып ҡайтты. Итәктәре оҙон итеп тегелгән, зәңгәр төҫтә. Кейеп ҡарағайны, бик килешә үҙенә! Әсәһе:
– Ҡара, минең ҡыҙым хәс тә аҡҡош балаһына оҡшанысы! – тип, телен шартлатты.
“Аҡҡош балаһы” – әсәһенең иң маҡтаулы һүҙе.
Кисә башланғас, иң тәүҙә мәктәп директоры сығарылыш уҡыусыларын ҡотланы. Унан һуң уҡытыусылар, синыф етәкселәре күҙ йәштәре аралаш уларға уңыштар, яҡты киләсәк теләне.
Бына мәктәп тамамлаусылар уҡытыусылары хөрмәтенә әҙерләгән концерттарын башланы.
Ниһайәт, баянын күтәреп Айбулат сәхнәгә сыҡты. Өҙҙөрөп “Ҡыңғыраулы мәктәп йылдарын” уйнап ебәрҙе. Берәм-берәм егеттәр, ҡыҙҙар сығып, баянға ҡушылып йырланылар. Йәштәрҙең барыһының да күҙҙәрендә йәш, саҡ тыйылып торалар. Улар йырлап бөткәс, зал бер аҙға тын ҡалды. Унан гөрләтеп ҡул саба башланылар.
Айбулат сәхнәлә бер үҙе ҡалды. Баянында үтә лә һағышлы итеп “Китмә, һандуғас!”ты уйнаны. Тын да алмайынса тыңланылар.
Бына моң өҙөлдө. Айбулат башын эйҙе лә, әкрен генә сәхнәнән сығып китте.
Алҡышлап күпме саҡырһалар ҙа, ҡабат сыҡманы.
Үҙенең дә күңеле ныҡ тулышҡан инеме? Бәлки…
7
– Тиҙҙән теге ҡәһәрле урынға етәбеҙ.
– Ә? – Илнурҙың тауышынан Зәлифә ҡапыл һиҫкәнде.
– “Ҡәйнә теле”нә етәбеҙ, тим. Айбулат ағай һәләк булған урынға…
– Илнур, әгәр мөмкин булһа, бер аҙға ғына туҡталмаҫһыңмы? Айбулаттың һуңғы минуттары уҙған урында аҙыраҡ тороп китһәк…
– Мин дә шуны уйлап килдем. Эх, баяғы сәскәләр алырға башҡа етмәгән.
– Эйе шул…
Айбулат һәләкәткә осраған урынға етеп туҡтанылар. Ә унда… сәскәләр тауҙай өйөлгән ине. “Бергә хеҙмәт иткән иптәштәреңдән”, “Афганцу – от нас”, тигән яҙыулылары ла бар.
“Ҡайһы арала ишетеп, килеп өлгөргән икән улар?”
– Ул турала кисә көнө буйына телевидениенан да, радионан да һөйләп торҙолар. Исем-фамилияһын да әйттеләр, – уның уйын аңлағандай, Илнур шым ғына әйтеп ҡуйҙы.
Уйҙарына сумып Зәлифә хәтһеҙ генә торҙо был урында…
8
… Кисәнән һуң синыфташтар барыһы бергә таң ҡаршыларға, йылға буйына, йүнәлде. Айбулат баянын күтәреп алдан бара. Йәштәр берсә үҙҙәренең яратҡан йырҙарын йырлайҙар, берсә тыпырҙатып бейеп алалар. Килеп еткәс, егеттәр ҙур итеп усаҡ яҡты. Кемдер үҙе менән килтергән магнитофонды ҡабыҙҙы ла, вальс иғлан итте.
Парлашып вальс әйләнергә керештеләр. Зәлифә оялып ҡына бер ситтә, ҡайын янында, баҫып тора. Бөгөн ул үҙенең зәңгәр күлдәгендә иҫ киткес сибәр! Күлдәге килешә үҙенә! Оҙон ҡара сәстәренән күрше апай уға матур прическа яһаны. Тағы ул үҙенең ҡупшы аҡ туфлийҙарын да биреп торҙо. Шунан ул Зәлифәне тегеләй ҙә, былай ҙа әйләндереп ҡараны ла, телен шартлатып:
– Әстәғәфирулла! Тьфү-тьфү, күҙ генә теймәһен үҙеңә! Бигерәк матур булып үҫеп, еләктәй бешкәнһең бит? – тип әйтеп һалды. Зәлифәне оялтып, ҡыҙартып бөттө, хатта. Әсәһе менән күрше апай үҙҙәренең йәшлек йылдарын хәтерләп, үкенеп тә алдылар.
“Шулай инде, йәш саҡтар бер мәл генә була, күҙ асып-йомғансы үтә лә китә…” – тип ҡуйҙы әсәһе бошоноп. Зәлифәгә бөгөн берсә бик күңелле, берсә, ниңәлер, үтә яманһыу. Әллә… Айбулат менән тиҙҙән айырылышырға тура киләсәге эсен бошора микән?
Бына ул Айбулаттың үҙенә табан килгәнен күрҙе. Егет килеп етте лә:
– Рөхсәт ит, һылыу ҡыҙ, һеҙҙе вальсҡа саҡырырға! – тип ҡулдарын һуҙҙы.
Зәлифә үҙе лә һиҙмәҫтән уға ҡаршы атланы. Бер аҙҙан улар икәүләшеп вальс әйләнә ине.
– Их, ошолай бергә вальс әйләнгәнде күрер көнөм дә бар икән! – Айбулат, хисләнеп, уның ҡолағына шыбырлай.
“Миңә лә ниндәй рәхәт һинең менән!” – тип әйтәһе килде ғашиҡ ҡыҙҙың.
– Зәлифәкәй, әйҙә, таң атҡансы икәүләп кенә йөрөйөк? Төн дә матур бөгөн!
– Ярай,– тип ризалашты ҡыҙ.
Улар һиҙҙермәй генә башҡаларҙан айырылып, яр буйлап атланы.
– Зәлифә, мин һине тәү күргән минуттан бирле яратам! Ике йылға яҡын… Тик әйтергә генә ҡыйманым.
– Ә бөгөн нишләп әйтергә булдың һуң?
– Бөгөнмө? Бөгөн дә әйтмәһәм, һуң булып ҡуйыуы ихтимал. Уҡырға китһәк, ул һүҙҙәрҙе һиңә башҡа берәү әйтеп ҡуйыр, – Айбулат яңғыратып көлөп ебәрҙе.
“Мин дә һине тәү күреүҙән яраттым бит, Айбулат! Аһ, Айбулат!”
– Өшөмәйһеңме? – Айбулат уның арҡаһына пинжәген япты, ипләп кенә ҡосаҡлап алды:
– Зәлифәкәй, мин бит һине ысынлап яратам, бер көн күрмәй торһам, үтә лә ҡыйын миңә!
– Миңә лә…, – тип шыбырлай Зәлифәнең ирендәре. Уның үҙенең дә уға әллә күпме наҙлы һүҙҙәр әйткеһе килә…
Айбулат уны ҡәҙерләп, наҙлап ҡына күкрәгенә ҡыҫа. Бығаса бер ҡасан да тоймаған, аңлашылмаған хистәр солғанышында ҡалды Зәлифә. Ҡасандыр янына килергә лә ҡыймаған Айбулатҡа яҡын тороуҙан уға шундай рәхәт!
Икеһенең дә йөрәге, күкрәк ситлектәрен йырып сығырҙай булып, шундай ашҡынып-ярһып тибә! Ике йыл буйына бер-береһенә талпынған ике ғашиҡ йөрәк!
Бына уларҙың ирендәре үҙҙәренән-үҙҙәре бер береһенә үрелделәр. Аһ! Зәлифәнең аяҡтары аҫтында ер убылдымы ни? Ул, үҙ-үҙен белештермәй, Айбулатты муйынынан ныҡ итеп һығып ҡосаҡлай…
Улар шулай бер-береһенән айырыла алмай оҙаҡ торҙо.
Һушына килгәндә, Айбулат, уны ҡәҙерләп кенә күтәреп алып, яр буйлап атлай ине.
– Ҡуй, төшөр, кеше күрер бит?
– Юҡ инде, төшөрмәйем! Мин ошолай, һине күтәреп, ғүмерем буйына барырға ла риза!
– Ҡуй, оялтма мине, төшөр, тим, зинһар, тип әйтәм, – Зәлифә тыпырсынды.
– Зинһар, тигәс, төшөрөргә тура килә инде, – ихлас көлөп, Айбулат уны ергә баҫтырҙы. Етәкләшеп атланылар. Яр буйы йәштәрҙең шат тауыштарынан, музыканан яңғырап тора.
Зәлифәнең Айбулаттан айырылғыһы килмәй. Уның янында шундай рәхәт, иркәләнеп, ҡосағына һыйынаһы ғына килеп тора. “Ҡарасы һин уны, бығаса яҡын килергә лә ояла ине, инде айырылғыһы ла килмәй?!”
Синыфташтары уларҙың юғалып торғанын әллә һиҙмәй ҙә ҡалды инде, уларға иғтибар итеүсе булманы… Бына, билдәһеҙ киләсәккә сәфәргә сыҡҡан йәштәрҙең күңелдәрен иләҫләндереп, тирә-яҡты ҡыҙғылт төҫкә ҡойондороп, ҡояш та ҡалҡты…
9
– Ҡуҙғалайыҡмы? Ҡайтып етергә лә күп ҡалманы, – Илнур, Зәлифәне уйҙарынан бүлдерергә ҡурҡҡандай, һаҡ ҡына өндәште.
– Уй, Илнур аҡыллым, нишләп торам һуң әле мин? Беҙгә бит ашығырға кәрәк! Тиҙерәк ҡуҙғала һалайыҡ!
– Әйҙәгеҙ, көтәләрҙер!
Машина геүелдәп алға ынтылды. Юл тигеҙ түгел, соҡор-саҡырҙарҙы үткәндә һикертеп-һикертеп ала. Тауҙар теҙмәһе башланды.
Эх, бигерәк күркәм шул уның тыуып-үҫкән яғы! Ана бит, ҡайһылай борғоланып-борғоланып Инйәре ағып ята.
Текә, ғорур ҡаялар – тәбиғәтте һаҡларға ҡуйылған һалдаттармы ни? Күккә ашҡан тауҙарҙа урман шундай ҡуйы булып үҫә был яҡтарҙа, эсенә кереп китһәң, әйләнеп сыға ла алмаҫһың төҫлө. Тик Зәлифә белә инде бының улай түгел икәнен. Ундай урмандарҙа күп йөрөнө ул. Йәш сағында ла, һуңынан эше буйынса ла…
Тыуған төбәгенең иҫ киткес гүзәл тәбиғәтенә һоҡланып килгән Зәлифәне йәнә уйҙар баҫты…
10
… Сығарылыш кисәһенән һуң “Ҡайҙа уҡырға барырға?” тигән һорау тыуҙы. Зәлифәнең бығаса бер кемгә лә әйтмәгән хыялы бар: ул тик геолог булырға теләй. Тәбиғәттең, тауҙарҙың, таштарҙың серҙәренә төшөнгөһө килә. Уҡырға инер өсөн Магниткаға барырға кәрәк икән. Үҙенә кәрәген белешеп бөттө лә инде. Тик “яҡшы” билдәләре менән конкурсһыҙ ҙа инеп була, тиҙәр. Әсәһе генә ни тиер? Нисек тә уны күндерергә ине.
– Миңә бер үҙемә ҡыйын буласаҡ! Ауылда ҡал, эш табылыр әле! – ти ҙә ҡуясы.
Әсәһен дә бик йәлләй шул Зәлифә. Ҡайһы саҡта, әллә ысынлап та ауылда ҡалырғамы, тип тә уйлап ҡуя. Әле, ҡыҙы ярҙамлашҡас, әсәһенә еңел. Кис, ихаталағы эштәрҙе бөтөргәс, теген машинаһы артына ултырырға ваҡыт таба. Уның шул сағын бигерәк ярата Зәлифә. Ниңәлер, машина артына ултырҙымы, әсәһе үтә лә моңло итеп йырлай башлай. Йырҙары ла ниндәй бит әле! Дәресен әҙерләп ултырған Зәлифә уның йырҙарын йотлоғоп тыңлай. Йырҙың тәьҫиренәнме, әллә әсәһен йәлләүҙәнме, күҙҙәренә йәш тула. Юҡ, ул барыбер уҡырға китәсәк! Кисә серен Айбулатҡа асты. Ул үҙе лә шунда барырға йыйына икән. Документтарын бергә барып тапшырырға килештеләр. Бөгөн Зәлифә әсәһенә барыһын да әйтергә ниәтләй. Теге кистән һуң Айбулат менән көн дә осрашалар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Зәлифәнең дә унан тартыныуы бөттө. Айбулаттың һөйләгән мәҙәктәренән шул тиклем ихлас көлә! Егет уғата ҡылана бирә. Бер-береһенән айырыла алмай бер булалар.
Әсәһе белеп ҡалыуынан бик ҡурҡа ине, ул кемдәндер ишеткән дә:
– Ярай, алдың-артыңды ҡарап йөрө! Башһыҙ бала түгелһең. Былай… яҡшы ғаиләнән ул егет, – тип кенә ҡуйҙы.
Үткән шәмбелә хатта клубҡа бергә барҙылар.
Беренсе тапҡыр кеше араһында Зәлифә рәхәтләнеп бейене. Һәләк ҡыҙыҡ йәштәр араһында! Ни генә ҡыланмайҙар үҙҙәре, береһенән-береһе уҙҙыра. Бейей башланылармы, саң күтәрелә хатта. Егеттәр биҙрә менән һыу алып тиҙ генә иҙәнгә һибәләр ҙә, тағы теттерәләр генә!
Айбулатты, өҙмәй ҙә ҡуймай, баяны менән ултыртып ҡуйҙылар. Таҡмаҡтар әйтеп тә, “Өсмөйөш”, “Змейка”, “Байыҡ” – тағы әллә күпме бейеүҙәрҙе бейенеләр.
Улар ялдан һуң Магниткаға китергә һөйләште. Әсәһен дә күндерә алды. Үпкәләп, илап алғандан һуң: “Ярар, һәр кемдең үҙ яҙмышы инде”, – тип ризалығын бирҙе. Зәлифәнең ҡыуаныуы быға!
Бөгөн Айбулат менән урман-яландар ҡыҙырып килергә булдылар. Осрашҡас, ул Зәлифәгә бер нисә шоколадлы кәнфит бирҙе. Күрше ауылдан апаһы ҡунаҡҡа килгән икән, уның күстәнәсе, ти. Бигерәк тәмле кәнфите.
Һуңынан кәнфит ҡағыҙҙарын матур итеп тигеҙләп, төрлө фигуралар яһап ултырҙылар. Һары төҫтәге фольгаһынан Зәлифә үҙенә “йөҙөк” эшләп, бармағына кейҙерә һалды ла:
– Килешәме? Бигерәк матур була, эйеме? – тип һораны Айбулаттан.
– Килешә, бик килешә, Зәлифә! Бына, уҡып сығып, эшләй генә башлайым әле, мин һиңә ул йөҙөктәрҙең иң шәптәрен алып бирәсәкмен! – тип иркәләп вәғәҙәләне Айбулат.
– Ярай! – тип ризалаша һалды һылыуы.
Икеһенә лә ифрат ҡыҙыҡ булып, рәхәтләнеп көлөштөләр.
Ә был йөҙөктәрҙе һуңынан икеһенә лә эшләп, кис буйына бармаҡтарына кейеп йөрөнөләр…
11
… Машина ҡапыл туҡтап ҡалғас, Зәлифә күҙҙәрен асты. Ауылға ла еткәндәр бит. Бына Айбулаттарҙың өйө.
Кешенең күплеге! Зәлифә ҡайһы берәүҙәрен төҫмөрләгәндәй ҙә була. Ана, бер урынға синыфташтары йыйылған.
– Әйҙәгеҙ, апай, өйгә инәйек. Аида апай ҙа белер беҙҙең ҡайтып еткәнде.
Зәлифә тиҙ генә машинанан төштө. Илнурға эйәреп, йорт яғына атланы. Ишектән ингәс, уны илауҙан шешенеп бөткән мөләйем генә ҡатын килеп ҡосаҡлап алды:
– Рәхмәт, Зәлифә апай, килеп өлгөргәнегеҙ өсөн! Шул хәтлем көттөм. Әйтер, һөйләр һүҙҙәрем дә күп һеҙгә. Йә, ярай, аҙаҡ ул турала… Әйҙәгеҙ, Айбулат ағай менән хушлашып ҡалығыҙ ҙа…
Зәлифә, күләгә төҫлө, Аиданың артынан эйәрҙе. Айбулаттың авариянан һуң танымаҫлыҡ булып үҙгәргән йөҙөн күргән ине, тыйыла алмай, илап ебәрҙе: “Эй, Айбулат, һине тик шундай хәлеңдә генә күреп ҡалыр өсөн йәшәнемме мин ошоға саҡлы? Әгәр уны… йәшәү тип әйтеп булһа?!”
Үҙе бер туҡтауһыҙ Айбулаттың сәстәренән, биттәренән һыйпаны…
Айбулаттың кәүҙәһен сығара башлағанда ҡапҡа янына ниндәйҙер машина килеп туҡтаны. Бер төркөм ят кешеләр Айбулаттың кәүҙәһе янына килеп, тын ҡалды. Уларҙы оҙатып килгән ауыл Советы рәйесе Аида менән Робертҡа мөрәжәғәт итте:
– Митинг яһап алырға кәрәк! – Унан: – Ауылдаштар, туғандар! – тип дауам итте һүҙен, – бөгөн беҙ һөйөклө ағайыбыҙ, улыбыҙ, синыфташыбыҙ, әле йәшәргә лә, йәшәргә тейешле булған моңло һандуғасыбыҙ Айбулат Мортазинды һуңғы юлға оҙатабыҙ. Ниндәй үкенес, ғүмере шулай ҡыҫҡа булды. Уны барыбыҙ ҙа яратып өлгөргән инек. Уның бар шатлыҡ-көйөнөстәре беҙҙең күҙ алдында үтте. Беҙ бер ҡасан да уның яҡты иҫтәлегенә хыянат итмәбеҙ, ауыр тупрағы еңел булһын, мәңгелек дан уға! Әле бына, һуңғы юлға оҙатырға тип, уның яуҙаш дуҫтары килгән. Әйҙәгеҙ, уларға һүҙ бирәйек! – тип тамамланы ул һүҙен.
Ап-аҡ сәсле мыҡты кәүҙәле яугир һүҙ башланы:
– Мин Айбулаттың взвод командиры инем. Тәүге көндән үк ул үҙенең ихласлығы, эскерһеҙлеге менән үҙенә тартты. Кешеләргә тик яҡшылыҡ ҡына теләгән Айбулатҡа Афғанстанға һуғышҡа барып эләгеү бик ныҡ тәьҫир итте – ҡоралға тотоноуы ауыр ине уға. Ни хәл итәһең: һуғыш – һуғыш була инде, кем беренсе атып өлгөрә – шул тере ҡала.
Бер мәл беҙҙең эшелонға душмандар һөжүм итте. Юлды дауам итергә мөмкинселек юҡ – алда ла, артта ла беренсе барған машиналарҙы иң тәүҙә шартлаттылар. Бер нисә тиҫтә хәрби машиналарҙан торған эшелон ут аҫтында ҡалды. Атыш-ҡырылыш оҙаҡ барҙы. Шул саҡта Айбулат эшелон командирын үлемдән ҡотҡарҙы. Ҡая-таш артында торған душман командирҙы “мушка”ға алған. Айбулат күреп ҡалып, автоматынан унан алда атып өлгөрҙө. Күп юғалтыуҙар менән бәрелеш тамамланды. Беҙҙең унлаған машина шартлатылғайны. Душмандар сигенде. Беҙ, үҙебеҙҙең яралыларҙы йыйып, госпиталгә оҙаттыҡ. Алдан килешеү буйынса, пленға эләкмәҫ өсөн, һуңғы сиккә тиклем һәр беребеҙҙә үҙе өсөн бер граната ҡалырға тейеш. Бик күптәр машиналары менән бергә янған ине. Кәүҙәләрен танырлыҡ та түгел, кейемдәре янып бөткән. Танып булғандарын цинк гробтарҙа тыуған яҡтарына оҙаттыҡ. Айбулатты беҙ һәләк булғандар иҫәбенә кереткәйнек… Айбулаттың иҫән булып сығыуы беҙҙең өсөн көтөлмәгән хәл булды…
Бына бөгөн шул саҡтағы батырлығы өсөн уға боевой наградаһын алып килдек. Теге осрашыуҙа Айбулат был турала белде. Тик ул саҡта награда Мәскәүҙән килеп етмәгән ине. Хәҙер ошо миҙалды һеҙгә, туғандарына, тапшырабыҙ! – тип ҡумтаны Аидаға һуҙҙы.
Өнһөҙ-тынһыҙ ап-аҡ булып баҫып торған Аида бәрхәт тышлы ҡумтаны ҡәҙерләп күкрәгенә ҡыҫты ла:
– Рәхмәт!.. – тине шыбырлап ҡына.
Тәрән уйға сумып бер яҡ ситтә баҫып торған арыған сырайлы, ҡарағусҡыл йөҙлө мөләйем ир-егет Айбулаттың кәүҙәһе янына яҡын уҡ килеп баҫты. Аҡ япма менән ҡапланған кәүҙәгә һаҡ ҡына ҡағылып, һөйөп ҡуйғандай иткәс, бер аҙ шымып торҙо. Шунан ҡалтыранған тауыш менән һүҙ башланы:
– Мин – Тимур, Үзбәкстандан килдем, – икенсе милләттән икәне аңлашыла, әммә үҙе башҡорт телендә арыу уҡ һөйләшә. – Ниндәй үкенес: Айбулаттың үҙе менән иҫән сағында күрешергә яҙмаған. Өфөгә осрашыуға килгән сағында ул минең менән бәйләнешкә инеп, телефондан бер аҙ аралашып өлгөргән инек. Оҙаҡламай осрашырбыҙ, тип килештек шул саҡта.
Һәләк булғанлығын Өфөлә осрашыуҙа булған полкташтар хәбәр итте. Шунда уҡ самолетҡа билет алдым да юлға сыҡтым.
Әсирлектә Айбулат менән бергә булырға тура килде беҙгә. Шуға ла мин уның ниндәй тоғро иптәш, яҡшы кеше икәнлеген үҙем күреп, һынап беләм. Иреккә сығыр өсөн ниндәй генә юлдар эҙләмәне ул. Тик ҡасып ҡотолоп булмай ине шул. Бер нисә тапҡыр шулай тотолғанында уны вәхшиҙәрсә язаланылар. Күргәнһегеҙҙер ҡулдарын… – Тимур күҙҙәрен йомоп, бер аҙ шымып торҙо ла, дауам итте. – Уның хаҡында бик оҙаҡ һөйләр инем мин. Бөгөн Һүҙем икенсе нәмә хаҡында. Әсирҙә саҡта Айбулат ҡасып-боҫоп айҙар буйы нимә менәндер булашты. Ул хаҡта мин генә белә инем. Аҙ ғына буш ваҡыты булдымы, йәшерен генә ниҙер эшләй ҙә, һуңынан уны ныҡлап таш аҫтына йәшереп ҡуя. Мин түҙмәй һораша башлаһам:
– Һуңынан, эшләп бөткәс күрһәтермен, түҙ, – тип серле генә йылмайыр ҙа ҡуйыр ине.
Бына бер көн ул, шат йылмайып:
– Хәҙер мин һиңә бер әйбер күрһәтәм, тик һин тауышланмай ғына ҡара, йәме? – тине.
Ниндәйҙер ташҡа ла, таҡтаға ла оҡшаған әйберҙе йәшереп ҡуйған урынынан сығарып миңә һондо. Хайран ҡалдым: минең алдымда иҫ киткес һөйкөмлө, сибәр ҡыҙҙың портреты ине!
– Ошомо һинең Зәлифәң? – тинем, һоҡланыуымды йәшерә алмай.
– Эйе! Ошо минең Зәлифәм! – Айбулат шул минутта сикһеҙ бәхетле булып күренде миңә, әйтерһең дә, уның өҙөлөп һөйгән ҡыҙы янында ғына, бары ҡул һуҙымында баҫып тора.
– Нисек быны эшләй алдың һуң һин?! – тинем, яңы һушыма килеп.
– Беләһеңме? – тине ул шыбырлап ҡына, – миндә Зәлифәнең бер фоторәсеме лә юҡ бит. Шул хәтлем һағындым үҙен! Бер мәл уның портретын хәтеремдән генә эшләп ҡарарға булдым. Буяу-фәлән, ҡағыҙ-ҡәләм юҡ. Икмәк валсыҡтарынан, тары, балсыҡ, ҡом-таш бөртөктәренән әкренләп уның образын тергеҙҙем. Бына, эшләп бөтөргәс, миңә бер аҙ еңеләйтте кеүек. Һөйөклө Зәлифәм һәр саҡ үҙем менән буласаҡ бит! Тик һин, зинһар, был турала бер кемгә лә белгертәһе булма! – Киҫәтте лә портретты яңынан ныҡлап йәшереп ҡуйҙы.
Ошо ваҡиғанан һуң күп тә үтмәне, Айбулатты икенсе урынға күсерҙеләр. Портретты үҙе менән алыу тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел ине. Ә мин шул тарлауыҡта тороп ҡалдым. Беҙҙе үҙебеҙҙең һалдаттар, ниһайәт, килеп тапҡас, портретты үҙем менән алып сыҡтым. Теге юлы, Өфөлә осрашыуҙа сағында, уға ошо турала телефондан әйткән инем, бик ныҡ ҡыуанды:
– Һай, маладис, Тимур, һин ысын дуҫ! Зәлифәмдең үҙен дә тиҙҙән күрәсәкмен. Ҡайтып ҡына етәм дә, тиҙ арала Ҡазанға юлға сығам! – тигәйне. Ниндәй аяныс, беребеҙгә лә осрашып күрешергә яҙмаған икән шул! – Быны әсенеп әйтте Тимур. Шунан, эйелеп, юл сумкаһынан бер төргәк сығарҙы ла ағарынып, тораташтай баҫып торған Зәлифәгә табан атланы:
– Һеҙ бит Зәлифә! Шунда уҡ таныным мин һеҙҙе, – тине, һоҡланыулы ҡарашын айырып ала алмай, – Бына кемде яратҡан икән Айбулат, йәненән дә артыҡ күреп! Тәүге мәлдә, шундай ҙа көслө мөхәббәт буламы икән ни, тип аптырай торғайным. Ә бөгөн үҙегеҙҙе, иҫ киткес сибәр, һоҡланғыс ҡатынды күргәс, ышандым. Була икән, була икән ундай мөхәббәт!
Хөрмәтле Зәлифә ханым! Был портретты һеҙҙең үҙегеҙгә тапшырам. Айбулаттың төҫө итеп һаҡларһығыҙ! – тине лә төргәкте асып ебәрҙе. Тирә-яҡта торған халыҡ “аһ” итеп ҡалды: улар алдында үҫмер ҡыҙ Зәлифәнең ҡойоп ҡуйғандай портреты ине. Зәлифә, бөтөнләй өнһөҙ ҡалып, илап ебәрмәҫ өсөн ирендәрен ныҡ итеп тешләне лә, сикһеҙ рәхмәтен белдереп, башын ғына ҡаҡты.
Тимур дауам итте:
– Туғандар! Айбулат бик изге күңелле, ысын кеше ине. Тик уға оҙағыраҡ йәшәргә генә яҙмаған. Әйҙәгеҙ, уның хөрмәтенә, яҡты иҫтәлегенә бағышлап бер минут тын ғына янында баҫып торайыҡ!
Ауыл халҡы, баштарын эйеп, тынып ҡалды…
Айбулатты оло хөрмәт менән ерләгәндән һуң, бар йолаларын үтәп бөткәс, йыйылған халыҡ таралышты.
Зәлифә менән Аида икәүһе генә ҡалды. Аиданың ире Роберт күрше ауылға мулланы оҙатып киткән. Балалары – урамда.
– Бына шулай хәлдәр… Өҙөлөп яратҡан ағайым бер ҙә уйламағанда, ниһайәт, күңеле күтәрелеп, өмөтләнеп йәшәй башлағас ҡына, китте лә барҙы! – тине Аида, өҙгөләнеп.
Зәлифә, тыйыла алмай, һулҡылдап илап ебәрҙе:
– Ғәфү ит, Аида һылыу? – тип ниңәлер үҙе ғәфү үтенде.
– Зәлифә апай, һеҙгә әйтер һүҙҙәрем бар, тигән инем, – Аида комодты асып, унан бер төргәк килтереп сығарҙы. – Айбулат ағай ғүмере буйына һеҙҙе һағынып йәшәне. Тегенән ҡайтҡас та һеҙҙең турала һорашты. Кейәүҙә икәнлегегеҙҙе белгәс, төшөнкөлөккә бирелде. Шул саҡта үҙенә ҡатыраҡ бәрелдем, буғай. “Ярар, ҡулға ал инде үҙеңде! Зәлифә апайҙың һине нисек көткәнен минән дә яҡшыраҡ белгән кеше юҡ. Үҙем әйттем бит уға: “Йәшлегеңде заяға уҙғарма, кейәүгә сыҡ. Балалар үҫтер. Ғүмер, ни, үтер ҙә китер, үкенерһең, тинем”. Айбулат ағай ҡайтырҙан алда ғына һеҙҙең хатығыҙҙы алған инем, яуап та яҙып өлгөрмәнем. Күреп ҡалмаһын, тип утҡа ташланым.
Шул һөйләшеүҙән һуң төңөлгәндәй ҙә булды: “Эйе, Зәлифә бәхетле булырға хаҡлы. Исмаһам, уға яҙмыш йылмайһын ине. Мин, ни, элекке Айбулат та түгелдер хәҙер. Ауырыу-һыҙланыуҙан баш сыҡмай…” – тине, эсе бошоп. – Аида һулҡылдап ҡуйҙы ла дауам итте:
– Айбулат ағай юғында мин уның баянын гел ҡәҙерләп һаҡланым. Саң ҡунмаһын тип, өҫтөн һәр саҡ сепрәк менән ҡаплап тоттом. Тик, үҙе ҡайтҡас, уйнай ғына алманы!
– Нисек… алманы?!” –Зәлифә ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
– Шулай… Әсирҙә саҡта уның ике ҡулында ла өсәр бармағын төбөнән киҫкәндәр бит! Бер нисә тапҡыр уйнап та маташты. “Булмай!” – тип, бер ҡыҙғанында баянын күтәреп сығып киткәйне, клубта ҡалдырып ҡайтҡан. Әлдә лә шулай иткән икән! Бына бер мәл ауылға бик һәләтле художество етәксеһен ебәрҙеләр. Үҙе шәп баянсы. Ана шул егет, кешеләрҙән уның тураһында ишетеп ҡалып, Айбулат ағайҙы репетицияларға йөрөргә өгөтләй башланы.
Риза булды бит бер ваҡыт! Шул мәлдән күңеле күтәрелеп, элеккесә шаярып йөрөй башланы. Бына бер мәл май байрамына концерт ҡуйҙылар.
Концерттарының иң һуңында:
– Айбулат Мортазин сығыш яһаясаҡ! – тип иғлан иттеләр.
Ауыл халҡы уны үтә лә ҡыуанып, ихлас алҡышлап ҡаршы алды.
… Сәхнә асылғанда Айбулат ағай декорация итеп эшләнгән ҡайындар янында баҫып тора ине. Бер яҡ ситтә – баянсы егет. Бына баянсы егет, тап Айбулат ағай һымаҡ, уйнап ебәрмәһенме?! Бер аҙҙан уға Айбулат ағай ҡушылды. Ауылдаштары шул хәтлем уның йырлауын һағынған, тын алырға ла ҡурҡҡандай, бөтә зал тып-тын булып ҡалды.
Айбулат ағай иҫ киткес моңло тауышы менән берсә ярһып, берсә һағышланып, залда ултырған бар халыҡты илатып йырланы ла йырланы. Ауыл халҡы, әгәр хәленән килһә, таңға тиклем дә уны сәхнәнән төшөрмәҫ ине.
Бына шул турала ине минең әйтәһе һүҙем. Ә бөгөн иртән теге баянсы егет миңә аудиокассета биреп китте. Шул саҡта Айбулат ағайға һиҙҙермәй генә уның йырлағанын магнитофон таҫмаһына яҙҙырып ҡалған.
“Береһен үҙемә алып ҡалдым, ә быныһы – һеҙгә!” – тине. Ә мин, үҙ сиратымда, был кассетаны һеҙгә тапшырырға булдым. Үҙемә яңынан яҙҙыртып алырмын, – тип, Аида ҡулындағы төргәкте Зәлифәгә һондо. Зәлифә бик ныҡ тулҡынланып аманатты ҡулына алды ла, күптән юғалтып йөрөгән иң ҡиммәтле әйберен тапҡандай, ҡәҙерләп күкрәгенә ҡыҫты: “Бына бит! Айбулатым хәҙер гел минең менән буласаҡ!”
Үҙе:
– Рәхмәт, Аида һылыу, рәхмәт, бик ҙур рәхмәт һиңә! – тип өҙлөкһөҙ ҡабатланы.
Унан:
– Аида һылыуым, һин миңә үпкәләмәҫһеңме икән, мин бер аҙ йөрөп әйләнһәм? – тип, ғәйепле төҫ менән Аиданан рөхсәт һораны.
– Бәй, уны нимәшләп минән һорап тораһығыҙ инде? Теләгән ерегеҙгә барып килегеҙ, ҡасан тағы ҡайтаһығыҙ әле… – Аида йәш аралаш, ихлас йылмайҙы.
– Ярай улайһа, артыҡ оҙаҡламам.
Иң тәүҙә Зәлифә Айбулат менән икәүләшеп йөрөгән болондарға йүнәлде. Моңһоу күҙҙәре менән тирә-яҡты байҡап торҙо. Ҡыңғырау сәскәләрҙән генә ҙур итеп гөлләмә яһаны. Айбулат та ярата ине бит ошо сәскәләрҙе!
Зыяратҡа барып, гөлләмәһен Айбулаттың баш осона һалды:
“Бына шулай, Айбулат йәнем. Беҙгә тере сағыңда осрашырға яҙмаған икән… Тик барыбер белергә тейешһең, көттөм мин, зарығып көттөм! Айбулат, ғүмерем буйына һине яраттым, яратасаҡмын… Хуш, Айбулат, йәнем, кисер…”
Зыяраттан сыҡҡас, үҙенең яратҡан тауына ҡарап торҙо.
“Ҡайҙа, унда ла бармай, ҡайтып китһәм, һуңынан бик ныҡ үкенермен”, – тип тауға табан атланы.
Әхирәте Ғәлиә менән һандуғастар тыңлаған тәңгәлгә килеп баҫҡас, Зәлифәнең: “Был ваҡытта һандуғастар һайрамайҙыр ҙа инде? Йәй урталарында был тирәнән бөтөнләйгә китә торған инеләр”, – тип уйланы эсе бошоп. “Сут-сут-сут”. Шул тиклем йөрәккә яҡын, илатыр ҙа, йырлатыр ҙа таныш тауышты ишеткәс, Зәлифә һағайып ҡалды : “Әллә ҡолағыма ишетеләме?!”
Был – ысынлап та, һандуғас… Шул тиклем моңло һайрай! Ниндәйҙер бик ҙур ҡайғыһын һөйләргә ашыҡҡандай, өҙҙөрөп, ярһып-ярһып һайрай ине ул.
Әллә… илай ҙа инде?! Ҡоштар ҙа әллә илай микән тип, йәне әрнеп уйлап ҡуйҙы Зәлифә. Ҡапыл уға был ҡош һис тә һандуғас түгел, ә Айбулаттың үҙелер кеүек тойолдо. Әллә… Айбулаттың йәне һандуғасҡа әйләнеп, Зәлифәһе янына осоп килдеме?
Зәлифә, йәштәренә төйөлөп:
– Мин таныным һине, Айбулат, йәнем, таныным! Һин дә мине эҙләп тапҡанһың, шулай бит? – тип, йырсы ҡошҡа өндәште.
Бер аҙҙан, һыҙылып ҡына, йөрәк түренән иңрәп сыҡҡан һағышлы моң ағылды:
Һандуғас, һандуғас,
Һин китәһең, мин ҡалам.
Дуҫтарыма йырлар өсөн
Йырыңды отоп алам…
… Һандуғас та, Зәлифәгә ҡушылып, уның менән бергә иланы, ярһыны, эс серҙәрен сәсеп өлгөрөргә ашыҡҡандай, талпынып-талпынып һайраны ла һайраны…
Хәтһеҙ генә ултырҙы Зәлифә һандуғастар төйәгендә. “Аида юғалтҡандыр, ҡайтайым. Иртүк юлға. Үҙебеҙҙең өйгә лә күҙ һалып китергә кәрәк. Ни хәлдәрҙә генә ултыра икән?” – тип ҡайтырға ашыҡты.
Ул ҡайтып кергәндә, Аида, өй эштәрен бөтөрөп, өҫтәл әҙерләп йөрөй ине.
– Мин, юғалтып, борсола ла башлағайным, Роберт: “Әйҙә, күңеле булғансы йөрөһөн, ул бит Айбулат ағай менән хушлаша!” – тине.
Киске аштан һуң Аида менән икәүләп Зәлифәнең тыуып-үҫкән йортона йүнәлделәр.
Килеп еткәс, тирә-яғына күҙ һалды ла аптырап ҡалды. Ишек-тәҙрәләргә таҡта ҡаҙаҡланған булһа ла, күптән кеше йәшәмәгән өйгә бер ҙә оҡшамаған. Ихатала сүп үләндәренең әҫәре лә юҡ. Баҡсала ла тәртип. Баҡсаның хатта рәшәткәләре лә яңыртылған.
Зәлифә ғәжәпләнгән күҙҙәрен Аидаға төбәне. Уныһы көрһөнөп ҡуйҙы ла:
– Ауылға ҡайтҡас, Айбулат ағай бер нисә тапҡыр дауаханала ятып сыҡты. Бик ныҡ бирешкәйне. Нервылары ла ҡаҡшаған. Үҙендә тире лә һөйәк. Яйлап рәтләнә башланы. Төндәрен бик ныҡ ыҙаланы. Йоҡлап ҡына китә, Афған менән һаташа башлай. “Ҡасығыҙ! Душмандар! Ана, аталар, йәшенегеҙ! Бирегеҙ миңә автомат, хәҙер үҙем атам ҡәбәхәтте!” – тағы әллә ниҙәр ҡысҡырып, беҙҙе уята, һуңынан үҙе лә уянып, оҙаҡ йоҡлап китә алмаһа, тартырға сығып китер ине. Шулай бер сыҡҡанында, оҙаҡ ҡына йөрөп, таңға ғына ҡайтып керҙе. Аҙ ғына ятып торам, тип ятҡан ине, нисектер, бер ҙә булмағанса, тып-тыныс, хәтһеҙ генә йоҡланы. Уянғанда ла күңеле күтәренке ине. Ул һеҙҙең өйҙә булған икән. Зәлифәмде күргәндәй булдым, ти. Шул көндән һуң буш ваҡытында барып урай торғайны. Асҡыстың да ҡайҙа ятҡанын белгән икән. Зәлифәнең игеҙәк ҡустылары күрһәткән ине, ти. Йәй булһа елләтер, ҡышын ут яғып йылытыр ине. “Тик бикле торһа, сереп ҡуйыр. Зәлифәләр ҡайтып төшһә лә, йорттары ҡараулы торһа, күңелле булыр уларға”, – тип, ихлас йөрөр ине. Эй, ағайымды… – Аида һулҡылдап ҡуйҙы.
– Аида һылыу! Бөгөн бында ғына ҡалам. Иртәгә иртүк һеҙгә барырмын. Үпкәләмә, йәме? – Зәлифә уңайһыҙланды.
– Ҡал, әлбиттә, нишләп мин үпкәләйем, ти? Үҙең генә үпкәләмә, рәтләп хөрмәт итеп тә ҡалалмайым бит!
– Юҡ-юҡ! Һеҙгә бик ҙур рәхмәт! Мине аңлауығыҙ өсөн, барыһы өсөн дә…
Зәлифә яңғыҙы ҡалды. Был йортта әле яңы ғына бар ергә лә Айбулатының ҡулы ҡағылған! Зәлифәгә нисектер шундай рәхәт булып китте. Ул баҡсаға сығып, муйыл ағасы төбөндәге эскәмйәгә ултырҙы. Тирә-яҡта ҡоштар сутылдаша, сиңерткәләр сырылдай.
Күк йөҙөндә йондоҙҙар ҡабынды. Зәлифә, ғәҙәте буйынса, Етегәнде эҙләне. Үҙенең йәшлек серҙәшен… Ул бит иң ауыр ваҡыттарында, Етегән йондоҙға төбәлеп, серҙәрен, ҡайғыларын һөйләр ине. Етегән шул саҡ, уны аңлағандай, тағы ла яҡтыраҡ емелдәргә тотона. Әле лә ул йондоҙ күңелгә шул тиклем яҡын!
Зәлифә өйгә инде. “Ятырға кәрәк, иртүк юлға!” Ул таңға тиклем, нисектер, бик тыныс йоҡланы. Әллә үҙенең тыуып-үҫкән йортонда йоҡлағанғамы, әллә башҡа берәй сәбәптәнме – белмәҫһең.
Аида күптән аяҡ өҫтөндә ине. Ҡоймаҡ ҡойған. Зәлифәгә тип әллә күпме күстәнәс әҙерләгән. Алмаҫ ине, Аиданың хәтерен ҡалдырып ҡуймайым, тип барыһын да сумкаһына тултырҙы.
– Рәхмәт, Аида! Ә минән һеҙгә бына бер аҙ аҡса. Аят уҡытҡанда, минең исемдән дә уҡытығыҙ.
– Ҡуй, кәрәкмәҫ, үҙебеҙ! – Аида аҡсаны алмаҫҡа булғайны, Зәлифә ҡырт ҡиҫте:
– Ал! Ауыл ерендә аҡса түләмәгәндәрен яҡшы беләм. Ә минең эш хаҡы үҙемә генә етерлек.
– Рәхмәт, Зәлифә апай!
Улар уны вокзалға тиклем оҙатып ҡуйҙылар. Аида күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, Зәлифәне ҡат-ҡат ҡосаҡланы:
– Зәлифә апай, беҙҙе онотмағыҙ, ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөгөҙ!
– Онота алырмынмы икән? – Зәлифә быны уйсан ғына әйтеп ҡуйҙы.
Поезд ҡуҙғалды. Перронда моңһоу ғына оҙатып ҡалған Аида күҙҙән юғалғас, Зәлифәнең күңеле тулышты. Вокзалда, Аида янында, үҙен нисек тә тыйырға тырышҡайны… Күҙ йәштәрен башҡа пассажирҙарға күрһәтмәҫ өсөн оҙаҡ ҡына тамбурҙа баҫып торҙо. Бер туған һеңлеһеләй яҡын күргән Айбулаттың һеңлеһе менән хушлашыуы бик ауыр ине уға.
Яҙмыштың аяуһыҙ һынауҙары бушҡа үтмәгән – үҙгәргән Аида… Ҡасандыр юҡҡа ғына ла үпкәләп, сеңләп илап ебәрергә әҙер торған иркә, наҙлы Аида ана ниндәй аҡыллы, сабыр ханымға әйләнгән. Әле яңы утыҙын тултырған ҡатындың яртылаш ағарған сәстәре уның кисерештәренең ни тиклем көслө, тетрәндергес булғанлығы хаҡында һөйләй. Сабый ғына сағынан әсәһенән ҡалып, ҡанаттары нығынып та өлгөрмәҫтән, атаһының ҡаты ауырыуҙан һуң вафатбулыуы, аҙаҡ өҙөлөп яратҡан ағаһы Айбулат өсөн борсолоу-ҡайғырыуҙары! Ниһайәт, ағаһының иҫән-имен ҡайтыуына ҡыуанып, тынысланып йәшәй башлағанда – шундай ҙа оло ҡайғы… Исмаһам, иң оло ағаһы яҡында йәшәһә, еңелерәк булыр ине лә. Хәрби хеҙмәттән һуң Алыҫ Көнсығышта эшкә ҡалған ағаһы, өйләнеп, шунда төпләнде. Тыуған яҡтарына хәҙер һирәк ҡайта. Ҡустыһын ерләргә лә: “Барыбер өлгөрмәҫбеҙ”, – тип аҡса ғына һалған.
Ярай, иренән уңды Аида. Тырыш, бөтә эш тә ҡулынан килгән Роберт ғаиләһе өсөн өҙөлөп тора. Береһенән-береһе аҡыллы ике ул тәрбиәләйҙәр.
Бер аҙ тынысланғас, Зәлифә вагонға керҙе. Тағы оҙаҡ ҡына юлда барырға. Их, тиҙерәк ҡайтып етеп, Айбулаттың яҙмаларын тыңларға ине…
Әйберҙәрен урынлаштырып бөттө лә, Зәлифә өҫтәл артына ултырҙы. Тирә-яҡты ҡарап барһа, ваҡыт та тиҙерәк уҙыр. Поездың тиҙлеге артҡан һайын, урмандағы ағастар ҙа шәберәк әйләнә. Уларҙы күҙәтеп бара торғас, Зәлифә яңынан бынан бик йыраҡта ҡалған йылдарына әйләнеп ҡайтты…
Хәтирәләр, аһ, хәтирәләр…
12
Ул йәй бик тиҙ уҙып китте. Зәлифә менән Айбулат, Магниткаға барып, уҡырға инеп ҡайттылар. Инде сентябргә тиклем ике айға яҡын ваҡыт бар. Кисте еткерә алмай бер була Зәлифә. Шул тиклем һағына Айбулатты! Һәр кис улар һуңға тиклем бергә йөрөйҙәр. Һөйләшеп-серләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Һандуғастар тауына ла барып әйләнәләр.
Һәләк ярата икән дә Айбулат һандуғастарҙы! Һушы китеп, донъяһын онотоп тыңлай. “Ҡайҙан шул хәтле моң икән ошо бәләкәй генә ҡошсоҡта?” – тип аптырай.
Һандуғастар һайрауынан туҡтанымы, үҙе шуларға оҡшатып һайрарға тотона. Зәлифә шул тиклем ярата уның шул ҡыланыштарын!
Ә Айбулат, хискә бирелеп:
– Их, Зәлифәкәй, бына уҡып ҡына сығайыҡ әле, беҙ һинең менән өйләнешеп, ғүмер буйына бергә буласаҡбыҙ! – тип хыяллана.
Быйыл бесәнде лә Зәлифәләр шундай тиҙ, анһат ҡына эшләне.
Әлеге лә баяғы Айбулат инде! Үҙҙәренең сабынлығынан бушаған арала ғына килә лә, әллә күпме ярҙам итеп ташлай.
Быйыл ике ҡустыһы ла сапҡас, былай ҙа эш еңеләйгәйне. Кәбән ҡойорға кәрәк булдымы, Айбулат әллә ҡайһы арала килеп тә етә:
– Йә, Зәлифә, менеп баҫ кәбән осларға! Һә, тигәнсе ҡойоп ҡуябыҙ беҙ уны!
Көслө шул Айбулат! Ана, нисегерәк сәнсеп ала күбәләге бесәнде! Ҡулдары уйнап ҡына тора. Зәлифә лә бирешмәй, уның ырғытҡан бесәнен тырмаһы менән эләктереп тә ала. Ҡустыһы Юнир ҙә кәбән ҡойорға оҫтарып алды. Икәүләшеп “һә” тигәнсе ослап та ҡуялар. Ҡустылары Айбулатҡа бик тиҙ өйрәнде. “Еҙнә” лә “еҙнә” тип ирештерәләр үҙен. Зәлифәне оялтып бөтәләр.
Бына сентябрь яҡынлашты. Китергә лә ваҡыт етеп килә. Бер кис Айбулат Зәлифәләргә күңелһеҙ генә килеп инде.
– Их, Зәлифә, нишләргә лә белмәйем шул. Атайҙың ауырығанын беләһең. Хәҙер инде бөтөнләй насарайҙы. Табиптар, оҙаҡҡа бармаҫ, тиҙәр, – егет үҙенең ҡайғыһын һөйләп бирҙе.
– Айбулат, һин үҙең ҡалайтырға уйлайһың һуң? – тине Зәлифә, бошоноп.
– Уҡырға бармаҫҡа кәрәктер, тим. Нисек уны ташлап китәйем? Аидаға ла ауыр булыр.
Уҡырға Зәлифә үҙе генә китте. Айбулаттың атаһы ныҡ ыҙаланып, тағы ике айға яҡын йәшәне. Яман шеш осланы яҙмышын.
Уҡырға китә алмағас, Айбулат урман хужалығына эшкә урынлашты. Бер-береһенә яҙған хаттар уларҙың араһын тағы ла нығыраҡ яҡынайтты. Һағыныуына түҙә алмаһа, Айбулат ялында Зәлифә янына килеп тә етә.
Октябрь байрамына Зәлифә ашҡынып ҡайтты. Айбулат Зәлифәне моңһоу ғына ҡаршыланы:
– Зәлифәкәй, һине алдан борсомайым тип, хатҡа яҙмай торған инем. Ҡайтырыңды белдем бит. Ике көндән миңә – армия хеҙмәтенә…
– Уй, Айбулат, һине оҙаҡ күрмәй торһам, мин ҡалайтып түҙермен һуң? – Зәлифә, иламһырап, Айбулатына һыйынды.
– Көтөрһөңмө мине, Зәлифә?
– Көтөрмөн! Мин һине ғүмерем буйына көтөргә лә риза!
– Ҡуй, улай тип әйтмә! – Айбулат Зәлифәнең ирендәрен бармаҡтары менән баҫты. – “Ике генә йыл!” тип әйт. Унан да күбенә минең түҙемлегем етмәҫ. Һинһеҙ мин бөтөнләй йәшәй алмайым хәҙер. Ял көндәрен көскә еткерәм.
– Мин дә һине оҙаҡ күрмәй торһам, ныҡ һағынам. Ике йыл күрешмәйәсәкбеҙ бит! – Зәлифәнең күҙҙәренән туҡтамай йәштәре тәгәрәй.
– Көтәм тип, вәғәҙәңде биреп ҡалһаң, миңә лә хеҙмәт итеүе еңелерәк булыр. Көтөрһөңмө мине, Зәлифә һылыуым?
– Көтөрмөн, тип әйттем бит? Ике йыл ғына! – Зәлифә, шелтәләгән төҫлө әйтеп ҡуйғас, икәүһе лә ҡыҙыҡ табып, көлөп ебәрҙеләр. Айырылыша алмай, бик оҙаҡ йөрөнөләр. Зәлифә, тыйыла алмай, һулҡылдап илай ҙа ебәрә. Айбулаттың үҙенең дә илағыһы килә лә бит, нисек егет башы менән илаһын, түҙә инде…
… Кис еткәс, Айбулаттарҙың өйөнә йәштәр йыйылды. Юлына күстәнәстәр килтергәндәр. Бик матур итеп оҙатыу кисәһе ойошторҙолар. Зәлифәнең әхирәттәре илашып та алды. Зәлифә нисек тә түҙергә тырышты. Айбулатына күҙҙәре талғансы ҡарап ҡалғыһы килде уның.
– Эй, Хоҙайым, ул ике йылды нисек кенә уҙғарырмын икән? – тип уфтанды.
– Ҡайғырма, Зәлифә, яҡшы хеҙмәт итһә, отпускыға ла ҡайтарырҙар, – тине яңы ғына хеҙмәттән ҡайтҡан һалдат.
– Ике йыл ни “һә” тигәнсе үтә лә китә ул! – тине бүтән бер егет.
– Ауыҙыңа бал да май! – тиеште ҡыҙҙар.
Иртәгәһенә Айбулат, тағы күрше ауылдан ике егет төнгө икелә юлға сығасаҡ. Апаһы ла киләсәк оҙатырға.
Айбулатты әрмегә оҙатҡас, донъя һүнгәндәй тойолдо Зәлифәгә. Ҡулына эш бармай. Илағыһы килеп тик тора. Әсәһе һуҡрана:
– Ҡайтмаҫҡа тип китмәгәндер бит? Әрменән ни, алынған береһе ҡайтып торасы?
Байрамға ғына ҡайтҡан Зәлифә кире китте Магниткаға.
***
Хеҙмәткә китеүенә бер аҙна ла үтмәне, Айбулаттың беренсе хаты килде. Шул хәтлем өҙөлөп-һағынып яҙған. “Комиссияны үттем. Ҡайҙа ебәрерҙәрен әлегә белмәйбеҙ. Ни өсөндөр бик ентекләп әҙерләйҙәр. Әгәр ҙә хатым оҙағыраҡ килмәй торһа, борсолма, карантин тигәндәрендә булырмын. Шунан яҙырмын”, – тигән.
Хатты алғас, Зәлифә ҡыуанысынан осоп ҡына йөрөнө. Ҡабат-ҡабат уҡып, ул хатты ятлап та бөттө инде.
Ике ай ваҡыт уҙғас, ниһайәт, Айбулаттан бер ҡосаҡ хат килде. Ғашиҡ егеттең бөтә хаты ла тик һөйөү менән генә һуғарылғайны.
Бына Айбулаттың карантиндан һуң беренсе хаты. Ни өсөндөр адресы юҡ. “Ялан почтаһы” тип кенә яҙылған. Хаты ла ҡыҫҡа ғына: “Йылы яҡтарға эләктем. Климат беҙҙәгенән бөтөнләй башҡа. Зәлифә, һин мине көт, мин ҡайтырмын, тик һин генә мине көт!” – тип ҡабатлаған.
Борсолорға әллә ни сәбәп юҡ та кеүек. Әммә, ни сәбәптәндер, Айбулаты өсөн Зәлифәнең йөрәге шул тиклем өҙөлә. Әйтеп аңлатҡыһыҙ ауыр ине уға…
Башҡа хаты килмәне Айбулаттың. Зәлифә ни эшләргә лә белмәне. Шул тиклем һағына ине ул Айбулатты. Күңеле лә, ниҙер һиҙенгәндәй, болоҡһой ҙа тора. Аҙна һайын ауылына ҡайтырға тырыша. Бәлки, Аидаға берәй хәбәре барҙыр? Юҡ шул!
Аида үҙе лә көн дә хат көтә. Айбулат ағаһын ул бик ныҡ һағына. Һағыныуына түҙә алмай башлаһа, сеңләп кенә илап та ала. Зәлифәне лә ул ихлас ярата. Оҙағыраҡ күрмәй торһа, юҡһына башлай.
Бер аҙ ваҡыт уҙғас, йәштәр араһында имеш-мимеш хәбәрҙәр ишетелә башланы. Ҡайҙалыр һуғыш бара икән, бик күп һалдаттарҙы шунда ебәргәндәр. Имеш, Айбулат та шул һуғыш барған ергә эләккән. Унан, ай-һай, тере ҡайта алырмы икән, тип борсола икән хеҙмәт итеп ҡайтҡан һалдаттар. Зәлифә ышанмай, дөрөҫөрәге, быға ышанғыһы килмәй.
Әгәр ул хәбәр дөрөҫ булһа, күптән радионан да, телевидениенан да һөйләрҙәр ине, тип уйлай.
Үҙенең икеләнеүен егеттәргә лә еткерҙе. “Эх!” – тип кенә ҡуйҙы егеттәр. Йылға яҡын ваҡыт шулай уҙып китте. Зәлифә ул саҡтарҙы нисек кенә үткәрә алды икән? Эй,Хоҙайым, күрәһеләре әле алда булған икән шул…
Бер ялында ауылға ҡайтҡан ине, Аида йүгереп килеп етте. Үҙе илауҙан шешенеп бөткән. Ауыл Советынан килеп, уға: “Ағайыңдың кәүҙәһен ҡайтарасаҡтар, цинк гробта,” – тип әйтеп киткәндәр. Аида бер ни ҙә аңламағас, аңлатып биргәндәр. Ошо көндәрҙә килеп етәсәк, тигәндәр…
… Зәлифә күҙен асҡанда, янындағы ултырғыста әсәһе ултыра ине. Күҙҙәре йомоҡ, үҙе нисектер ябығып, ҡарайып киткән кеүек. Зәлифә, үҙе менән ни булғанын аңлай алмай, оҙаҡ ҡына ятты. Ни сәбәптәндер йөрәге өҙөлөп һыҙлай ине…
Иҫенә килгәс, Зәлифә:
– Аһ, Айбулат йәнем! – тип, асырғанып ҡысҡырып ебәрҙе. Үҙен тыйырлыҡ хәлдә түгел ине ул. Әсәһе, тиҙ генә һикереп тороп, Зәлифәгә эйелде. Биттәренән, ҡулдарынан һыйпап, йыуатырға тырышты:
– Зәлифә, балам, түҙергә тырыш! Бәлә кеше башынан йөрөй инде. Һинең өсөн былай ҙа бына нисә көн йәнем өҙөлә. Һин бит дүртенсе көн иҫһеҙ ятаһың?
– Нисә көн?
– Аида килеп киткәне бирле, нисек һушһыҙ ауҙың, бына бөгөн беренсе тапҡыр күҙеңде астың. Ярай ҙа, фельдшер ҡыҙ тик яныңда булырға тырышты. Хәленән килгәндең барыһын да эшләне.
– Ә… Айбулат? – Зәлифә шундай өмөт менән әсәһенә төбәлде.
– Ҡыҙым, түҙергә тырыш инде, зинһар? Уны ике көн элек ерләнеләр. Бөтә ауыл ерләште. Барыһы ла хәленән килгәнсә ярҙамлашты. Военкоматтан да килделәр. Аида, бахырҡай, шул хәтлем илай. Ярай ҙа, күрше ауылдағы апалары килеп, ҡайғыһын уртаҡлашып, янында булдылар. Апаһы үҙе лә бик ныҡ ауырый икән. Айбулат өсөн ҡайғырып, тағы ла нығыраҡ биреште. Ул да оҙаҡҡа бармаҫ микән? Эй, аллам! Бисара Аида һинең өсөн дә өҙгөләнә. Зәлифә апай, исмаһам, терелһен ине, тип илай. Ниҙәр генә ҡылһаң да, үҙгәртеп булмай шул яҙмышты!
… Зәлифә өсөн көн дә, төн дә буталды: йоҡларға ятһа, йоҡо алмаҫ булды. Ярай ҙа, каникулдары башланды. Өй эштәре менән нисек тә ваҡыт уҙғарҙы.
Көн дә зыяратҡа, Айбулаттың ҡәберенә йөрөр булды. Әсәһе әйтеп тә ҡарай, Зәлифә тыңламаны. Унда барып ҡайтмаһа, уға тағы ауырыраҡ.
Ошо хәлдәрҙән һуң бер аҙ ваҡыт уҙғас, Аида йүгереп килгән:
– Зәлифә апай! Военкоматтан Айбулат ағайҙың әйберҙәрен килеп алырға ҡушҡандар. Хеҙмәт иткән еренән документ-фәләндәрен ебәргәндәр. Шуны барып алырға кәрәк. Биләриттә мин бер үҙем йөрөй белмәйем шул, – тине иламһырап.
– Тыныслан, Аида һылыуым, икәүләшеп барырбыҙ. Иртәгә үк. – Зәлифә, йыуатып, Аиданы ҡосаҡланы. Иртәгәһенә Белоретҡа киттеләр.
Военкоматта уларҙан ни өсөндөр ғәйепле төҫ менән ғәфү үтенделәр. Бер бәләкәй генә төргәк тотторҙолар. Был – асылмаған бандероль ине.
Өйгә ҡайтып еткәс, Аида ипләп кенә төргәкте асты. Унан блокнот, документ-фәлән, ниндәйҙер фотолар сығарҙы. Бер аҙҙан ул ҡысҡырып ебәрҙе:
– Мин бер ни ҙә аңламайым, Зәлифә апай! Былар Айбулат ағайҙың әйберҙәре түгелсе…
– Туҡта, Аида, яҡшылап ҡарайыҡ әле?
Ысынлап та, документтар ҙа, фотолар ҙа бөтөнләй икенсе кешенеке ине. Зәлифәнең башынан йәшен тиҙлегендә: “Әллә… зыяратта Айбулат түгелме?!” – тигән уй үтте.
Үҙенең уйына үҙе аптырап, һораулы ҡарашын Аидаға төбәне:
– Аида, был нимә аңлата?
– Был әйберҙәрҙе киренән военкоматҡа илтер кәрәк. Бүтән кешенеке бит! – тине Аида, ниһайәт.
Үҙҙәренең икеләнеүҙәре менән иртәгәһен ауыл Советына килделәр. Ундағы апай-ағайҙар ҙа уларҙы өмөтләндереп ҡайтарҙылар.
Зәлифәнең башында тик бер генә уй: “Тереме әллә уның Айбулаты? Улайһа, зыяратта кемде ерләнеләр икән? Уй, уйлауы ла ҡурҡыныс хатта!”
Зәлифәнең күпме ваҡыттан һуң беренсе тапҡыр күңеле күтәрелеп, өйөнә лә ҡыуаныслы уйҙар менән ҡайтып инде, күңелендәге ҡара болоттар таралғандай булды.
Башҡаса Айбулаттан бер хәбәр ҙә булманы. Ниҙәр генә кисермәне Зәлифә ошо йылдарҙа. Айбулаттың йәштәштәре хеҙмәт итеп ҡайтып бөттө. Зәлифә менән Аида, военкоматҡа барып, һорашып та ҡаранылар. Тик уларҙан һәр ваҡыт бер үк яуап: “Беҙ һеҙгә бер нисек тә ярҙам итә алмайбыҙ. Үҙебеҙ ҙә һеҙҙең сама ғына беләбеҙ”. Һуңғы барғандарында: “Тере булһа, шунса ваҡыт эсендә бер хәбәре булыр ине, юҡ менән булышып йөрөмәгеҙ!” – тип сығарҙылар.
Хеҙмәт итеп ҡайтҡан егеттәрҙән дә бер ни белешеп булмай. “Ҡуйығыҙ, һорашмағыҙ, ул турала беҙгә һөйләргә ярамай!” – ти ҙә ҡуялар. Ҡайһы саҡта барыбер үҙ- ара һөйләшкән хәбәрҙәре ишетелеп ҡала: “Бигерәк ҡот осҡос һуғыш бара ул илдә, беҙҙең һалдаттар бик күпләп ҡырыла унда!”
Тик ул турала бер ҡайҙа ла яҙмайҙар ҙа, телевидениенан да һөйләмәйҙәр.
***
Зәлифә, уҡыуын тамамлағас, Белорет районында геологияла эшләне. Ялдарында ауылына ҡайтҡылап торҙо.
“Ҡайғы бер ҡасан да яңғыҙ йөрөмәй”, – ти торған ине өләсәһе. Ысынында ла шулай икән…
Көтмәгәндә Зәлифәләрҙең өйөнә оло ҡайғылар ябырылды. Юл һәләкәтенә осрап, бер юлы ике ҡустыһы – Юнир һәм Булат һәләк булды. Әсәләре, ҡайғыны күтәрә алмай, ныҡлап ауырып түшәккә ятты, күп тә үтмәй, яратҡан улдары артынан үҙе лә гүргә инде. Игеҙәк ҡустылары, Илфат менән Илшат был ваҡытта Мәскәүҙә уҡыйҙар ине. Ағайҙарын, әсәләрен һуңғы юлға оҙатырға ҡайтып өлгөрҙөләр.
Университетты тамамлағас, уларҙы сит илгә эшкә ебәрҙеләр. Унда бик уңышлы эшләп йөрөйҙәр, икеһе лә өйләнеп, бала-саға үҫтерәләр.
Зәлифәнең атлығып, һағынып ҡайтыр кешеһе лә ҡалманы ауылда. Сит райондан килеп урынлашҡас, уларҙың был ауылда башҡаса туғандары ла юҡ ине. Әхирәте Ғәлиә мәктәпте тамамлағас та кейәүгә сығып, Үзбәкстанға күсеп китте. Аида ла кейәүгә сыҡты. Зәлифә ауылға ҡайтҡанында уларға барғылай. Бәлки, ниндәй ҙә булһа хәбәре барҙыр тип ашығып барып инә. Уның өмөт тулы ҡарашына Аида һәр ваҡыттағыса баш сайҡай. Ауылға ҡайтып, Аиданың ҡайғыһын ҡабат-ҡабат яңыртып йөрөгәне өсөн Зәлифәгә уңайһыҙ ине ҡайһы саҡта.
… Ул ваҡиғаларҙан һуң ун йылдан ашыу ваҡыт уҙҙы.
Бына бер саҡ Зәлифәне Татарстанға эшкә саҡырҙылар. Бер курсташы Ҡазанда ҙур ғына урында эшләй икән. Эш буйынса осрашҡанда үҙе янына эшкә саҡырғайны, Зәлифә шунда уҡ ризалашты. Ауылда көтөп торған кешеһе лә булмағас, уға барыбер ине. Айбулаттың ҡайтырына ла өмөтөн өҙҙө. Ниндәйҙер мөғжизәләргә ышаныр йәштән уҙған инде Зәлифә.
Килеп урынлашыу менән, уға бер бүлмәле фатир бирҙеләр. Эшен бик яратты. Фатиры ла яңғыҙ башына таман ғына. Шулай онотолоп эшләп йөрөгәнендә уның артынан, бер тотам ҡалмай, Самат исемле егет йөрөй башланы.
Зәлифәгә Белоретта ла күҙе төшкәндәр бар ине. Тик ул барыһын да гел кире борҙо. Ниңәлер уға һәр саҡ Айбулат ҡайтыр төҫлө ине. Ә был егет, Зәлифә нисек кенә ҡаршылашмаһын, артынан ҡалмай. Ай-вайына ҡарамай, бер ялында үҙҙәре яғына бергә ҡайтырға күндерҙе. Туған-тумасаһы ихлас ҡаршылап, матур итеп оҙатып ҡалды. Самат, ауылдан ҡайтҡас, өйләнешергә тәҡдим яһаны.
“Әллә яҙмышым ошомо икән?” Зәлифә, ниһайәт, ризалығын бирҙе. Туйһыҙ-ниһеҙ генә яҙылыштылар ҙа йәшәп киттеләр. Яратмай ине ул ирен, нисек тә өйрәнеп китермен, тип өмөтләнде.
Кейәүгә сыҡҡас, барыһын да аңлатып, Аидаға хат яҙып һалды. Тик, ниңәлер, күпме көтһә лә, Аиданан яуап килмәне. Әллә бик ныҡ хәтере ҡалды инде яратҡан Зәлифә апаһына?
Белореттан күсенгән саҡта Ғәлиәнең дә адресын юғалтҡан ине. Бына шулай, барыһы менән бер юлы араһы өҙөлдө лә ҡуйҙы.
Зәлифә нисек тә яҙмышына күнергә тырыша. Ире Самат бик яғымлы, иғтибарлы кеше. Зәлифәне өрмәгән ергә ултыртмай.
Ауырға ҡалғас, Зәлифә үҙен ҡулға алды. Тормошоноң бынан һуң яҡшы яҡҡа үҙгәреренә өмөтләнеп, ире менән дә ихлас мөғәмәләлә булырға тырышты. Тик, ни сәбәптәндер, балалары үле тыуҙы. Айбулат алдында үҙен былай ҙа ғәйепле тойған Зәлифә тағы төшөнкөлөккә бирелде. Ире нисек тә уның күңелен күтәрергә тырыша. Икәүләшеп ял йорттарына барып, ял итеп ҡайталар. Яңынан ауырға ҡалғас, тик дауаханала ғына ятты. Ниңәлер, ошо бала тыуһа, тормошона йәм өҫтәлеп, барыһы ла ыңғай яҡҡа үҙгәрер төҫлө уға. Йәне-тәне менән тик шуны ғына теләй. Икенсе балалары ла үле тыуҙы. Дауалаусы табип, аптырап: “Барыһы ла яҡшы ине бит, нишләп улай булды һуң әле?” – тип үҙен ғәйепле һананы. Ошо хәлдәрҙән һуң Зәлифә төшөнкөлөккә бирелде. Эшенән ҡайта ла ары һуғыла, бире һуғыла… Ире лә ундай тормоштан арыны, шикелле. Һуңғы арала өйгә бик атлыҡмай, ҡалып эшләй. Ҡайһы саҡта эсеп ҡайтып, үпкәләргә тотона.
Зәлифә менән тормошон бәйләгәненә үҙе лә үкенә ине, күрәһең…
13
… Поезд ниндәйҙер станцияға етеп туҡтаны. Тирә-яҡты солғап алған томан таралып, ҡояш әллә күпме күтәрелгән. Архангелгә еткәндәр икән. Вагонға бер нисә кеше инде. Зәлифә янында урын алған мыҡты кәүҙәле ир, ихлас йылмайып, уны төрлөсә һүҙгә әүрәтергә тырыша. Ғаиләһе, дүрт балаһы бар икән үҙенең. Эш эҙләп Өфө яҡтарына китеп барышы. Ауылда эш юҡ, тип уфтана. Ҡатынын, балаларын ҡалдырып сығып китеүе зерә ҡыйын икәнлегенә зарланып алды.
Зәлифәнең әллә ни һөйләшкеһе килмәгәнен аңлағас, ары-бире йөрөштөрҙө лә ятып йоҡлап китте. Зәлифә лә, бер аҙ серем итеп булмаҫмы тип, урынына ятты.
… Ул уянғанда поезд Өфөлә ине. Тиҙ генә сумкаһына әйберҙәрен тултырҙы ла сығыу юлына ашыҡты.
Кассаға барып, Ҡазанға тиклем билет алды. Оҙаҡламай уның рейсын иғлан иттеләр. Бына поезд ҡуҙғалды. Алда тағы ла оҙон-оҙаҡ юл. Отпускыһы бөтөп, эшенә сығырға ике генә көн ҡалып бара. Яратҡан эше лә булмаһа, нисек кенә йәшәр ине икән ул?
Бер аҙҙан Өфө лә артта ҡалды. Зәлифә, инде нисәнсегәлер, үҙенең хәтирәләр даръяһына сумды.
14
… Бер кис эштән һуң күңелһеҙ генә ҡайтып ингәйне, ҡапыл телефон шылтыраны:
– Алло! Зәлифә әхирәт, был һинме?
“Ғәлиә!!!”
Зәлифә шатлығынан сәсәрҙәй булып, ҡысҡырып ебәрҙе:
– Эйе, эйе, Ғәлиә, мин был!
– Вәт, суҡынсыҡ, әллә ҡайҙарға олағып киткәнһең – көскә эҙләп таптым! Әле, ярай, эш урыныңдан эҙләштеләр.
– Ой, Ғәлиә-ә! Ҡайһылай һәйбәт иттең, шылтыратып! Адресыңды юғалтҡан инем бит!
– Зәлифәкәй, мин бит ауылда отпускыла булдым. Ҡайтырға ваҡыт. Әле мин Өфөлә ҡунаҡта. Иртәгә өйҙә булаһыңмы, килеп сыҡһам?
– Эйе, өйҙә булам. Шәмбе бит иртәгә! Ҡайһылай шәп була, килеп сыҡһаң!
– Улайһа, хәҙер үк билет алам да, юлға сығам. Вокзалда ҡаршы алырһың, йәме?
– Ҡаршылайым, әлбиттә. Их, Ғәлиә, нисек ҡыуандырҙың һин мине!
– Иртәгә осрашҡанға тиклем!
Телефонды һалғас, Зәлифә шатлығынан зыр әйләнеп бейеп алды.
“Ҡайһылай күңелле булып китте! Их, йәшлек әхирәте, серҙәше Ғәлиә киләсәк! Иртәгә!”
Кәйефе шул ҡәҙәре күтәрелде. Күптән өй эштәренә ҡулы бармай ине. Әле тиҙ генә иҙәндәрен йыуып сығарҙы, магазинға барып әйләнде.
Ғәлиә килгәс ҡыуанышып күрешеүҙәре! Уларҙың күптән осрашҡандары юҡ. Ғәлиә кейәүгә сығып, Үзбәкстанға йәшәргә күскәндән һуң ара-тирә хат аша аралаша инеләр, һуңынан бәйләнештәре бөтөнләй өҙөлдө шул.
Әле һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Зәлифәнең ире үҙҙәре яғына ялға ҡайтҡайны, аулаҡта рәхәтләнеп күңел астылар.
Бына бер мәл Ғәлиә:
– Әхирәт, мин һиңә былай ғына килгән, тиһеңдер инде. Юҡ, шул! Һиңә әйтер мөһим хәбәрем булмаһа, ҡайтып та китер инем, бәлки… – тип, уратып ҡына һүҙ башланы.
– Һөйлә, тиҙерәк… – тип үтенде Зәлифә.
–Ауылға ҡайтҡас, ундағы хәлдәргә иҫем китте! Һинең ауылда күптән булмағаныңды белгәс, аңланым инде. Тимәк, Зәлифә ошоғаса бер ни ҙә белмәй, тинем…
– Йә, инде, һуҙма! – Зәлифә түҙмәй. Йөрәге, ни сәбәптәндер, ярһып туларға тотондо.
– Әхирәт! Һин… ишетмәгәнһеңдер ҙә? Айбулат ҡайтҡан даһа!
– Ай-бу-булат ҡ-ҡайтҡан?! – Көтөлмәгән яңылыҡтан иҫәнгерәп ҡалған Зәлифә тотлоға-тотлоға көскә һорай алды.
– Шулай, Зәлифә, ысынлап та, ауылда Айбулат. Мин дә тәүҙә шаңҡып ҡалдым. Ә уның ҡайтыуына өс йыл. Исмаһам, берәйһе хатҡа яҙһасы! Үҙең беләһең, мин ауылда һирәк булам. Ә быйылғы отпускымда бер нәмәгә ҡарамай юлға сыҡтым. Унда саҡта, Айбулат тураһында ишетеп, уның менән осраштым. Һинең әлегә тиклем ишетмәгәнеңде белгәс, нисек тә адресыңды табып, хәбәр итергә булдым. Тәүҙә шылтыратып ҡына әйтергә йыйынғайным, һуңынан кире уйланым. Беренсенән, телефондан ғына нимә әйтеп өлгөрәһең инде. Икенсенән, ул күргәндәрҙе Хоҙайым күрһәтмәһен!.. Уның өсөн һинең нисек өҙгөләнгәнеңде беләм бит инде, шундай ваҡытта яныңда булғым килде. – Ғәлиә Зәлифәне яратып ҡосаҡланы.
Күпме йылдар буйына өҙөлөп көткән, инде ҡайтырына өмөтө тамам өҙөлгәндән һуң Айбулаттың иҫән-һау ауылында йәшәп ятыуын ишетеү Зәлифәгә бик ныҡ тәьҫир итте:
– Рәхмәт, Ғәлиә… Һөйлә тиҙерәк уның тураһында, зинһар.
– Их, Зәлифә, һөйләргә лә ҡыйын шул. Ә ул үҙе ҡалайтып сыҙаны икән бығаса? Бер хәйерһеҙ мәлдә душмандар ҡулына эләгеп, әллә күпме ваҡыт тотҡонлоҡта йәшәгән. Ҡасырға ла, берәй хәбәр ебәрергә лә мөмкинселеге булмаған. Беҙҙең һалдаттар нисектер душмандарҙың эҙенә төшөп алып, Айбулат әсирлектә тотолған урынға барып сыҡҡандар. Уны тапҡас та әле әллә күпме ваҡыт үтеп киткән. Төрлө килешеүҙәрҙән һуң ғына иреккә сығарғандар. Нимә кисергәндәрен һөйләгеһе килмәй, былай ҙа күренә шул. Әле яңы хәл керә башланы, ти һеңлеһе Аида. Һиңә хәбәр итеүҙән тыйҙы Аида: “Ҡуй, белмәһен, ғаиләһен боҙоп ҡуйырбыҙ. Ағайыма ла уны эҙләп китергә рөхсәт итмәнем!” – тине. Айбулат бер ҙә һине оноторға йыйынмай. Һөйләшкәндә шуны аңланым.
Ғәлиә ҡайтып киткәс, Зәлифә тағы төшөнкөлөккә бирелде. Ире ҡайтты. Ул да һуңғы осорҙа үҙ-үҙенә бикләнгән ине. Зәлифә Айбулат тураһында әйтергә булды.
– Яҡшы булған ҡайтҡас, – быны һалҡын ғына әйтеп ҡуйҙы ире. – Һиңә, күрәм, ул һаман яҡын. Ә минең кәрәгем бөткәндер инде.
***
Зәлифә ире менән айырылышырға булды. Бер-береһе өсөн өҙөлөп тормағас, бергә йәшәүҙең ни йәме? Бәлки, минән китһә, Самат та яҙмышын ыңғай яҡҡа көйләр тип, үҙе үк барып ғариза бирҙе. Уйларға бирелгән бер ай ваҡыт уҙғас, ғаилә тормоштары өҙөлдө.
Зәлифә, ауылына ҡайтып, Айбулаты менән бик ныҡ осрашҡыһы килһә лә, үҙен ғәйепле һанап, юлға сығырға ашыҡманы. Өҙөлөп яратҡан кешеһенә биргән вәғәҙәһенә тоғролоҡ һаҡламағанына үкенеү тойғоһомо, яуаплылыҡ хисеме - йөрәген аяуһыҙ телгеләне.
Быйылғы отпускыһында ҡайтырға тип йыйынып та бөткәйне. Бөтә йәне, тәне менән тик Айбулаты янында булһа ла, үҙен еңергә көс тапманы.
Их, теге саҡта, вәғәҙәһен боҙоп, кейәүгә сыҡмаған булһа, осоп ҡына ҡайтып етер ине лә…
“Их, Айбулат, йәнем! Бер нәмәгә лә ҡарамай, ҡайтып, тубыҡланып кисереүеңде ялбарырға кәрәк булған да бит!.
Ә һин үҙең… мине күптән кисергән булғанһың икән?!”
15
Ҡазанға ҡайтып еткәс, күстәнәстәрен урынлаштырҙы ла Зәлифә тиҙ генә душ инеп сыҡты.
“Тиҙерәк! Тиҙерәк!”
Ул ашығып Аида биргән аудио-кассетаны магнитофонға ҡуйҙы.
… Бер аҙҙан магнитофонда көслө алҡыштар ишетелде. Гөж килеп: “Бис”, “Браво”, “Маладис! Афарин, Айбулат!” – тип ҡысҡыралар, Айбулатты сәхнәгә саҡырып ҡул сабалар ине. Яҙмаларҙың концерттың башынан уҡ яҙылмағанлығын Зәлифә аңланы.
Бына баянда үтә лә моңло көй ағыла башланы. Бер аҙ уйнағас, баянсы егет туҡтаны ла:
– Ә был йырҙы Айбулат ағай яңы ғына ижад итте. Рәхим итеп тыңлағыҙ! – тине.
Баянсы яңынан өҙҙөрөп уйнап ебәрҙе. Уға шул тиклем дә яҡын, үҙәктәрҙе өҙөрҙәй таныш тауыш ҡушылды:
… Өҙҙөрөп тә һайрай бер һандуғас
Шылғантүбә таллыҡтарында.
Бер тыңлайһым килеп, килдем тағы
Йәшлекте һағынған сағымда…
Айбулат был йырҙы шундай тулҡынланып, хисләнеп йырлай ине, йыры ла тик һағыш менән һуғарылғайны.
Зәлифә, үҙ-үҙенә ышанмай, магнитофонға төбәлде. Уға хәҙер үк, ошо минутта Айбулат килеп инер ҙә, уны күтәреп алып, бүлмә буйлап зыр өйөрөлтөр: “Зәлифәм, аҡҡошом минең, бына килеп таптым да һине!” – тип әйтер төҫлө ине…
Зәлифә шул тиклем ярһып иланы. Яңаҡтары буйлап туҡтауһыҙ аҡҡан ҡайнар күҙ йәштәрен тыйырға ла тырышманы.
…Айбулат йырлап бөткәс, зал бер аҙға тын ҡалды. Унан дәррәү ҡул саба башланылар. Оҙаҡ тынманы алҡыштар.
Бер аҙҙан Айбулаттың үҙенең тауышы ишетелде:
– Рәхмәт! Был һуңғы йыр – минең тәүге һәм һуңғы мөхәббәтемә арналған. Рәхмәт һеҙгә, ауылдаштар, ихлас алҡышлағанығыҙ өсөн! Был йыр Зәлифәгә лә оҡшар, тип ышанам!
Тағы көслө алҡыштар ишетелде.
…Зәлифә бик оҙаҡ иҫәңгерәп ултырҙы. Күпме йылдар уҙғандан һуң Айбулаттың үҙенең тауышын ишетеү уның күңелен шул хәтлем иләҫләндерҙе:
– Бына беҙ осраштыҡ, Айбулат! Хәҙер инде бер ҡасан да айырылмаясаҡбыҙ. Ишетәһеңме, Айбулат? Гел бергә буласаҡбыҙ, икәүҙән-икәү, икәүҙән-икәү… ғүмерем буйына… Һин йырларһың, мин тыңлармын… Унан мин дә түҙмәм, һиңә ҡушылып йырлармын… Йырлармын да илармын…
Һандуғас, һандуғас,
Китмә, китмә, һандуғас…
Ҡанаттарың талдырып,
Тыуған ерҙе ҡалдырып…
… Был – йөрәгенең әрнеүенә түҙә алмай, ғүмере буйына күңел түрендә генә йөрөткән йырҙы үҙәктәрҙе өҙөрҙәй моңло тауыш менән Зәлифә үҙе йырлай ине.
Эпилог – һандар телендә
Афған һуғышы… Бик оҙаҡ, ун йыл буйына барған ҡот осҡос һуғыш…
Тәүге йылдарҙа цензура арҡаһында был турала бер ҡайҙа ла яҙмайҙар.
Ун йыл буйы барған һуғышта СССР-ҙан 546 мең һалдат ҡатнаша. 13833 һалдат һәләк була. 417 яугир хәбәрһеҙ юғала. Һуңынан, һуғышта алған яраларҙан, ауырыуҙарҙан вафат булғандар менән бергә һәләк булғандарҙың һаны 26 меңгә етә. 54 мең һалдат яралана, контузия ала. 416 мең һалдат төрлө ауырыуҙарҙан интегә. Бик күптәренә психологик реабилитация кәрәк була.
Башҡортостандан Афған һуғышында 9,5 мең һалдат ҡатнаша. 335 яугир һәләк була. Әлеге ваҡытҡа тиклем 6 һалдат хәбәрһеҙ юғалған иҫәпләнә…
СССР-ҙан 200 мең яугир орден-миҙалдар менән наградлана, 71 һалдат – Советтар Союзы Геройы.
Был – статистика… Ә улар эсендә күпме өҙөлгән ғүмер, ҡайғы-һағыш, ҡыйралған яҙмыштар! Әҫәремдең геройы Айбулат та улар араһында ине…
Эй Илаһым, һуғыштар бер ҡасан да булмаһын ине?!
Сәлиә ҒАТАУЛЛИНА
Фото: tgstat.ru