+30 °С
Болотло
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Сентябрь 2024, 16:00

ЙЫРТҠЫСТАР

- Әсәй, ҡунаҡҡа ҡасан балабыҙ?- Әсәй, мин сәскәле күлдәгемде кейәйемме?- Әсәй, атайым да баламы?Кескәй Сәлидә тәтелдәй-тәтелдәй әсәһе тирәһендә өйрөлдө. Төйөнсөк-маҙарын йүнәтеп йөрөгән Наилә ҡыҙының һорауҙарына яуап биреүҙе кәрәк тапмаһа ла, бала һаман төпсөнөүен белде:

ЙЫРТҠЫСТАРЙЫРТҠЫСТАР
ЙЫРТҠЫСТАР

- Әсәй, Ламил ағайым да беҙҙең менән баламы?

Өҫтәл эргәһендә ниҙер яһап маташҡан һигеҙ йәшлек Рәмил эре генә:

- Ҡунаҡҡа йөрөргә мин һинең һымаҡ бәпәй түгел! –тип ҡуйҙы.

- Мин дә түгел бәпәй, әсәй, әйт Ламилға, Сәлидә бәпәй түгел, тип әйт...

- Эйе, эйе, бәпәй түгел. –Наилә иғтибарһыҙ ғына шулай мығырланы ла үҙ эшендә булды.

Ул арала Наиләнең ире Ишбулды, атын егеп бөтөп, өйгә инде.

- Ҡана, теге толопто алып бир әле, буран сығырға тора, -тип һүҙ ҡушты бисәһенә. –Баланы йылыраҡ кейендер.

Ҡунаҡ гөрләп уҙҙы. Ашау-эсеүе лә, уйын-көлкөһө лә күп булды. Балдыҙының утыҙ йәшен туйлағас, Ишбулды ла инәлтеп-нитеп ултырманы, алдына ҡуйылған бер рюмканы түңкәреп кенә торҙо.

- Нисауа, ат үҙе алып ҡайта ул, -тип гөрләште хужалар. –Тура өйөгөҙгә барып инерһегеҙ, толопҡа төрөнөп йоҡлап ҡына.

Тәүҙәрәк ҡыҫтатып ултырған Наилә лә, ауыҙы бер ҡыҙғас, таҡмаҡтарын әйтеп бейей-бейей, үҙе үк һеңлеһе менән бергәләшеп һыйлашырға керешеп китте:

Эс төптәрен күргәнсе,

Эсһәң төптәрен күргәнсе,

Дуҫ булырбыҙ үлгәнсе...

Ҡунаҡтар һуң ғына таралыша башланы. Ҡунып ҡайтырға бик ҡыҫтаһалар ҙа, Ишбулды эләгә-һөрлөгә сығып, атын егергә тотондо. Бажаһы менән икәүләп сатай-ботай итеп атты егеп бөттөләр. Наилә ҡыҙын етәкләп урамға сыҡҡас, хуш аяғын тотторҙолар.

- Хуш аяғын бөтөргәнсе!

- Тамсыһын да ҡалдырмай эс!

- Асыуыңды бында ҡалдырма

Аяҡтары бик төҙ тотмаған Наилә ҡаршылашып маташты:

- Ҡуйығыҙ әле, етте, иҫерҙем. Ҡайтып етергә лә кәрәк бит, -тигән булды, ҡулдарын һелтәп.

- Эй, торма әле эс бошороп. Ете саҡрым араны үтә алмам тиһеңме? Йәйәү түгелһегеҙ ҙә инде!

- Была не была! –тине лә Наилә, үҙенә һонолған рюмканы төп күтәреп ҡуйҙы.

- Үәт, исмаһам, быныһын аңлайым. Әллә кемдең ҡайынбикәһе! –Кейәүе Наиләнең арҡаһынан ҡағып алды.

Ул-был иткәнсе төн тағы ла ҡуйыра төштө. Оҙон-оҙаҡ хушлашҡандан һуң, ниһайәт, ҡапҡа асылды, иҫеректәрҙең шау-шыуынан арыған Турыҡай алға йомолдо. Кәйелеп киткән сананан ҡолап төшә яҙып, Наилә туғандарына ҡул болғаны:

Беҙ килдек тә ҡунаҡ булдыҡ,

Инде үҙегеҙ барығыҙ!

Ололарҙың яй ҡыймылдауынан, ипләп кенә кейем эсенә үрмәләүсе һалҡындан ойоп йоҡлап киткән бала ҡуҙғалып киткәнде лә тойманы, күктә ем-ем йымылдашып күҙ ҡыҫҡан йондоҙҙарҙы ла күрмәне, атаһының һай-һаулап ат ҡыуғанын да ишетмәне. Күңеле тамам күтәрелгән Наилә араҡынан да, һыуыҡтан да ҡыҫылған тауышын һығып сығарып, йыр һуҙырға маташты:

Эй мороз, мороз,

Не морозь меня-я-я...

Не морозь меня-я-я...

Моего коня!

- Ҡуй әле шул кафыр көйөн мөңрәүеңде, үҙебеҙҙең йыр бөткәнме! –тине лә Ишбулды, тамағын ҡыра биреп, үҙе йырлап ебәрҙе:

Һандуғастың балалары,

Сип-сип-сип-сип, тип әйтә...

Ыстаканды бөтөргәнсе

Эс-эс-эс-эс, тип әйтә...

Ойой башлаған Наилә сананың бер яҡҡа кәйелеүенә уянып китте. Ат бышҡырынып, ян-яҡҡа үрһәләнә, егеүенән ысҡынып сабырға теләгәндәй, нишләрен белмәй тартҡылаша ине.

- Тор, уян, тием һиңә! –Ире сыбыртҡы һабы менән бисәһенең ҡабырғаһына төрттө. –Бүреләр!

Эскән араҡыһынан да, көнө буйы күңел асып арыуҙан да иҫергән Наилә ҡапыл айығып киткәндәй булды.

- Нишләйбеҙ? Уратып алдылар бит! Ҡасып ҡотолорлоҡ түгел!

Наилә шунда ғына уҫал йылтырашҡан уттарҙы күреп ҡалды. Уттар уңдан да, һулдан да, арттан да ҡамап алған, һәм ҡулса һаман ҡыҫыла, тарая бара ине. Ҡатын йәһәт кенә эргәһен һәрмәй һалды: ҡыҙы урынында, бер ни тоймай рәхәтләнеп йоҡлай.

- Нишләйбеҙ?! Булмай бит! –Ишбулдының йән асыуы менән ҡысҡырған тауышы ҡатынды тағы ла һиҫкәндереп ебәрҙе. –Бер генә юл –беребеҙ ҡала. Төш сананан!

- Ай-й-й! Юҡ! Юҡ! Ебәр, нишләйһең?! –Наилә сананың ҡанатына сат йәбеште. –Атты ҡыу! Атты ҡыу!

Бына бүреләрҙең иң өлкәне атҡа ҡарай ынтылғандай итте. Турыҡай әсе кешнәп, икенсе яҡҡа тартылды. Уның кешнәүе, ҡышҡы һауаны ярып, әллә ҡайҙарға таралып, кире әйләнде. Бүре тағы артҡа сигенде. Ҡорбанының муйынынан эләктереү өсөн уңай мәл һайлай ине ул.

- Төш, тием, сананан! –Ишбулды тағы бисәһен төртөп төшөрөргә маташты.

Ҡасандыр һөйөшөп ҡауышҡан, башҡа бик күп ғаиләләр кеүек һәүетемсә генә көн иткән, бергәләп балалар үҫтерешкән, әсеһен-сөсөһөн бергә кисергән иң яҡын кешеләр был минутта ҡан дошманға әүерелде. Һәр ҡайһыһы үҙ йәнен ҡурсалап, икенсеһен бүреләр өйөрөнә өҙгөләргә ырғытмаҡсы булып тартҡылашты. Һәр ҡайһыһы был ҡот осҡос мәхшәрҙән үҙе иҫән сығырға тырышты.

Иҫерек ирҙең аңын ҡурҡыу ҡоршаны. Ҡатыны яман ҡаршылаша, көс етерлек түгел үҙенә. Ә әжәл уның һайын яҡынлаша, уның ыржайған тештәре, йәм-йәшел ут булып янған зәһәр күҙҙәре ай яҡтыһында ап-асыҡ күренә, бер минуттан барыһы ла: был яҡты донъя ла, тулған ай әкрен генә йөҙгән ҡышҡы күк тә, ап-аҡ балаҫ аҫтында ятҡан ер ҙә –барыһы ла юҡҡа сығасаҡ Ишбулды өсөн. Ас бүреләр иң тәүҙә уға ташланасаҡ, сөнки ул кәүҙәгә лә өлкәнерәк, унан йыртҡыс йәнлек өсөн беренсе дошман –ир кеше. Ул йәшәргә тейеш! Бүренең үткер тештәре араһында йән биреүе ҡот осҡостор! Үҙен ошо миҙгелдә үк йыртҡыс тырнағында тойғандай, ир ҡаты итеп ыңғырашып ҡуйҙы: “А-а-аһ!” Шул ыңғайға томаланған башына берҙән-бер ҡотолоу сараһы килде: эргәлә бит ҡаршылаша ла, тартҡылаша ла белмәгән тағы берәү бар –бала! Әшәке уйын ҡыҙын йәлләү тойғоһо еңеп ҡуйыуҙан ҡурҡтымы, меҫкен ғүмерен ҡотҡарып ҡалырға ашыҡтымы, ир аҙ ғына ла икеләнеп торманы, ҡыҙыл сыбар юрғанға төрөлгән сабыйҙы күтәреп алып, сананың артына ырғытты. Атаһының ҡаты ҡулдары үҙенә ҡағылыу менән уянып киткән баланың йән өшөткөс тауышы һауаны ярҙы:

- Әс-ә-ә-әй!

- Балам! Бала-а-ам! –Наилә балаһы йығылған яҡҡа ҡарап ҡулдарын һуҙҙы, әммә ғәзизе артынан сананан төшөп ҡалырлыҡ, бауыр итен үҙ тәне менән ҡурсаларлыҡ көс тапманы, аҫҡа түшәлгән бесәнгә ятып үкереп иларға, бесәнде йолҡҡосларға, санаға башын бәргесләргә тотондо.

Йыртҡыстар, нисек кенә ас булмаһын, ҡорбандарына шундуҡ ташланманылар. Башлыҡтары менән Инә бүренең әмерен көттөләр. Әҙәм балаһының тауышынан һағайған Инә бүре, Хужаһына ҡарап, ҡойроғон болғап алды, күҙҙәрен сылт-сылт йомғоланы. Был уның ҡорбан эргәһенә беренсе булып барырға рөхсәт һорауы ине. Юрғанға төрөлгән нәмәнән бик тәмле еҫ килһә лә, унда һис бер хәрәкәт-маҙар һиҙелмәгәс, Баш бүре лә һунар ҡомарынан бер аҙ һүрелә төшкәйне, шуға ла ул күҙҙәрен йомғолап, Инә бүрегә үҙенсә эшләргә рөхсәт итте. Инә бүре, ниңәлер, башҡа ваҡыттағыса, ҡорбанына ҡапылдан һикермәне, шыуышып та маташманы, ҡәҙимге аҙымдар менән әкрен генә балаға яҡынлашты. Килеп еткәс, эт кеүек сыйнап, юрғанды тартҡысланы. Сабыйҙың иҫһеҙ кәүҙәһенә ҡарап торҙо ла, тулған айға моронон сөйөп, әрнеүле тауыш менән олоп ебәрҙе. Уға башҡа бүреләр ҙә ҡушылды. Гүйә, йыртҡыстар ҡанһыҙлыҡта үҙҙәренән дә уҙҙырған кешегә ләғнәт уҡыны, ҡарғыш яуҙырҙы. Инә бүре олоу тауышына төрлө ауаздар ҡушып, тағы бер-икене һуҙҙы ла текә тороп баҫты, ике яҡҡа ла һауалы ҡараш ташланы һәм сана эҙе буйлап атылды. Башлыҡ, уның артынса башҡалары ла Инә бүре артынан эйәрҙе.

Икенсе көнө ағасҡа барырға сыҡҡан механизатор ауыл осонда ғына ҡотто алырлыҡ күренешкә юлыҡты. Бер яҡ ситтә ботарланып та ашалып бөтмәгән Турыҡайҙың кәүҙәһе аунап ята. Сана йөҙтүбән түңкәрелгән, Наиләне баҫҡан. Ҡатында теш эҙҙәре лә, яра-фәлән дә тапманылар, күрәһең, ул туңып үлгәндер. Ә инде Ишбулдының үңәсендә үтәнән-үтә теш эҙҙәре ярылып ята. Был Инә бүренең үткер тештәре һалған үлемесле яра ине.

Гөлшат Әхмәтҡужина. 

Фото: wallhere.com

Автор:
Читайте нас