Ә бит һөйөклө тормош иптәшеңә айырым ваҡытыңды бүлеп, уны бағыу, ҡарау, уға тейешенән артығыраҡ иғтибар итеү мотлаҡ. Ғәзиз һөйгән йәреңден күңеле бөтөн, һиңә ышанысы ҡаҡшамаҫ, мөхәббәте ныҡ булһын өсөн был бик мөһим. Һинең уны бөтә йөрәктән яратыуыңды, ҡайғыртыуыңды, ҡурсыуыңды, тәүлектең һәр минутында тойоп йәшәргә тейеш ул. Һинең яныңда булғанда ла, меңәрләгән саҡырым алыҫлыҡҡа китеп йөрөгәндә лә айырма юҡ, мөхәббәт өсөн алыҫ аралар кәртә була алмай! Йөрәктәр хис тойғолар аша һөйләшә!
Кейәүгә сығып, ауылға йәшәргә ҡайтҡас, башкөлләй сумырға тура килде ауыл тормошона. Йорт – ҡура эштәренә өйрәнеп, ҡәҙимге генә баш күҙ алғас, эшкә урынлашыу теләге тыуҙы. Ауылда һауынсынан башҡа эш юҡ, һайланып: оҡшай, оҡшамай тип тороу ҙа урынһыҙ. Шуға күрә мин күп тә уйлап тормай фермаға һыйыр һауырға эшкә төшөргә булдым. Ләкин көтөлмәгән ҡаршылыҡҡа осраным, ғәзизем минең фермала һауынсы булып эшләүемә ҡәтғи риза түгел ине инде.
Эш үтә ауыр, йонсорһоң, көс төшөр. Таң һыҙылыр һыҙылмаҫ сәғәт 5-тә эш башлана, ҡара төндә бөтә. Тағы әллә ниндәй сәбәптәр табып, ҡаршы килде ул. Ләкин минең алдыма алғанымды үтәмәйенсә ҡуймай, үҙ һүҙемде һүҙ итмәй һәм бер ваҡыттала берәүгә лә бойһонмай торған холҡом өҫтөнлөк ала. “Һис ҡасан ауыр эштән ҡурҡҡаным юҡ, үҙең дә шунда йөрөйһөң. Тәү ыңғайы өйрәтерһең, ярҙам итерһең, бара - бара үҙем дә бирешмәйем”- тип һыйыр һауырға эшкә төшөп тә киттем. Тәүҙә еңел булманы әлбиттә, ай – һай еңел булманы! Ләкин айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр, мин дә өйрәндем. Хатта йышылып, оҫтарып алдым, 35 һыйырҙы тетә һуғып һауып, бағып, берәүҙән дә ҡалышмай эшләйем. Һөйөклөм инде хәҙер фермала эшләмәй, 10 йылдан ашыу булды гаражға шофер булып эшкә күскәненә. Алыҫ рейстәргә йөрөй “Камазы” менән, янымда булмаһала бирешмәйем мин, уның хатта исеме лә мине һаҡлай, яҡлай, ниҙәр генә булмаһын, терәгем ул минең.
Шулай итеп, ҡәҙимге генә яйға һалынған тормошобоҙҙо, көтөлмәгән хәлдәр аҫтын өҫкә килтереп болғап ебәрҙе...
Иртә таң менән, татлы йоҡонан уянып, кирелә - һуҙыла тышҡа сығып киләм. Эй ошо таңғы йоҡоноң тәмлелеген, татлылығын! Йәш, һау саҡта йоҡо шул тиклем тәрән, тыныс хатта төштәр ҙә күрмәйһең бит. Уянғы, йылы урыныңды ҡалдырып, һыпырылып сығып китке килмәй. Бигерәктә тышта ҡыш хөкөм һөрһә, сатнап торған һыуыҡ булһа, бер ниндәй ҙә көс һине урыныңдан ҡуҙғата алмаҫ һымаҡ. Әммә торорға тура килә, теләйһеңме һин теләмәйһеңме башҡа үтәргә тейешле күп бурыстар көтә. Иң беренсе һин ир ҡатыны, икенсенән балалар әсәһе, өсөнсөнән хужабикә, дүртенсенән эшкә лә бараһы бар...
Шулай итеп, тышҡа килеп сығыуым менән, булған йоҡом күккә осто. Тышта тәүге генә ҡар яуып үткән, бар донъя күҙ ҡамаштырырлыҡ ап-аҡ. Тын алыуы шундай рәхәт, ауылдың былайҙа тап - таҙа һауаһына ҡар сафлыҡ өҫтәгәндәй тойола. Мин бала һымаҡ ҡыуанып, яңы ҡар өҫтөнә ҡул устарым менән баҫып эҙҙәр һалып сығам. Аяҡ кейемемде сисеп ырғытып, ялан аяҡ йүгереп эҙҙәр ҡалдырам да, көрәк һабы менән ҙур итеп: ”Мин һине ныҡ-ныҡ яратам! Яңы ҡар менән үҙеңде һөйөклөм!” – тип ҡар өҫтөнә яҙам да, аяҡ кейемемде эләктерә һалып, өйгә йүгереп инеп китәм. Һыуыҡ!.. Б-р-р-р!..
Өйҙә аяҡ остарына ғына баҫып йөрөп сәй ҡайнатырға ҡуям, иртәнге тамаҡ әҙерләйем. Саҡ ҡына булһа ла йоҡлаңҡыраһын тип, тауыш сығармаҫҡа тырышам. Ауыр эштә йөрөгән ғәзиземдең ялын нисектә оҙайтырға тырышыуым үҙемсә.
Тормошобоҙ яйға һалынған, зарланырлыҡ түгел. Икебеҙ ҙә эшләп йөрөйбөҙ, 3 ҡыҙыбыҙ, 2 малайыбыҙ бар, ҡәйнештәремдең икәүһелә урта мәктәпте, техникум тамалағандан һуң хәрби хеҙмәткә барып
икәүһенә лә туй яһап, кәләш алып бирҙек. Үҙ ғаиләләре менән, айырым донъя көтәләр. Ҙур итеп яңы йорт һала башланыҡ, ишек алды тулы ҡош – ҡорт: 70-ләп тауыҡ, 50-ләп өйрәк, ҡаҙ, һарай тулы мал: 25-ләп кәзә, һарыҡ, эре мөгөҙлө мал ғына 12 баш аҫырайбыҙ. Ҡышҡылыҡҡа бройлер әтәстәрҙе, өйрәк, ҡаҙҙарҙы, 2 башмаҡты һуйып алабыҙ. 50-ләп тоҡ картуф ҡаҙып алғанбыҙ, артығын тоҡлап онға, шәкәргә алыштырып, аҡсаға ла һатып файҙаһын күрәбеҙ. Донъябыҙ ҙа түңәрәк, күңелебеҙ ҙә көр, мөхәббәтебеҙ ҙә көслө, тормошобоҙ ҙа бәхетле ине.
Эшкә киткәнсе ҡош ҡортҡа ем биреп инәйем әле тип тағы тышҡа сығам. Малға бесәнде кистән үк һөйөклөм әҙерләп, кормушкаларға һалып ҡуйған, уларҙы асып сығарырға ғына ҡала. Ә ҡош – ҡортҡа ем биреү минең өҫтә. Йырлай, йырлай һарайға яҡынлашам да, алдымда асылған күренешкә төкәп тигәндәй туҡтап ҡалам. Йырлап торған күңелемдәге шатлығымды, ашып – ташып торған бәхетемде ҡул менән һыпырып алып ташланылармы ни! Бер минут эсендә, яҡшы кәйефем селпәрәмә килеп, мең ярсыҡтарға сәсрәп юҡҡа сыҡты!
Яңы яуған, ап – аҡ ҡар өҫтөндә эҙҙәр ярылып ята. Ул эҙҙәр беҙҙең мал һарайынан сығып, кәртә артына киткән. Ике ҡатын – ҡыҙ һәм башмаҡ эҙҙәре, береһе алдан башмаҡты етәкләп, икенсеһе арттан ҡыуып алып сыҡҡандар. Ярылып ятҡан эҙҙәр шул турала һөйләй. Ҡатын ҡыҙ эҙе тейеүем шул, ҡар өҫтөндә ҡалған эҙҙәр бик бәләкәй аяҡ кейеменеке, формаһы менән дә ҡатын ҡыҙҙыҡы икәне күренеп тора. Эҙҙәргә баҫмаҫҡа тырышып, йүгереп һарайға инеп ҡарайым. Иң ҙур, иң һимеҙ, матур аҡ башмағыбыҙ урынында юҡ. Мин көйәләнеп, шул тиклем һөмһөҙлөккә йәнем көйөп, өйгә инеп һөйөклөмә әйтеп тә тормай, эҙҙәр артынан барам.
Эҙҙәр мине кәртә артынан, картуфлыҡтар аша, мунса эргәһенән үтеп, һөйөклөмдөң бер өй аша йәшәгән олатаһы менән инәһенең һарайына алып килә. Ныҡ иртә таң булғанға ишек алдында йәнле әҙәм юҡ. Эҙҙәр инеп киткән һарайға инмәк булһам, йоҙаҡҡа бикле икән.
Күп уйлап тормай, һарайға һөйәүле торған ломды алып, йоҙаҡты ҡутарып ырғытам да, эскә үтәм. Беҙҙең башмаҡ, төптә бер бүлкәттә бикле тора, минең тауышымды ишеткәс тә ул миңә мөңрәп яуап бирә. Башмағымды ҡыуып алып сығып киләм:” Һыйырымдың быҙауын, бағып, үҫтереп, нишләп кешенән урлатып, биреп ҡуя ти. Алып ҡайтам хәҙер”- тип һөйләнә, һөйләнә атлайым. Сығып еткән ерҙә мине ике һәнәк ҡаршы ала. Был һәнәктәрҙе миңә, килене менән һөйөклөмдөң инәһе, тоҫҡап тора. Йөҙҙәрендә нур юҡ, тик ҡара асыу, уҫаллыҡ, яуызлыҡ, яһиллыҡ бөркә уларҙың икәүһелә.
“Ҡалдыр башмаҡты, ҡайҙа алып бараһың?”- тип екерә әбей миңә.
“Алып ҡайтам, беҙҙең башмаҡты һарайҙан урлап алып сыҡҡанһығыҙ бит. Яңы ҡарҙа эҙҙәрегеҙ ярылып ята. Башмаҡ беҙҙеке, ул да мине танып ынтылып тора.”- тип ҡыуып алып китмәк булам башмаҡты. Хәҙер инде һәнәктәр минең муйыныма һәм түшемә терәлгән. Саҡ ҡына яҙа ҡуҙғалһаң, үткер осло һәнәк муйыныңды йыртып ебәрмәҫ тимә. Мин ҡурҡып өркөп бара торғандарҙан түгелмен, әммә шул ваҡытта һөйөклөмә әйтмәй эҙҙәр артынан киткәнемә үкенеп алдым. “Инәй, нимәгә күрә тора беҙҙең башмаҡты һарайыбыҙҙан алып сығып, ҡыуып алып ҡайтып үҙегеҙҙең һарайға бикләп ҡуйғанһың? Кеше малы һеҙҙеке булып китәлер шул?”- тип һорайым аптырап.
“Ул һеҙҙең башмаҡ түгел, минең күрше ауылда йәшәгән улымдыҡы, һин бикләп ҡуйғанһың уны. Шуға алып сыҡтым һарайыңдан, бөгөн үк улыма хәбәр ебәрәм, килеп ал тип.”- әбей ярһып, туҙынып мине әрләй, үҙе башмаҡты кире һарайға ҡыуып индерергә маташа. Мин арҡыры тороп, уға юл ҡуймайым, башмаҡты индертмәй тышҡа ҡыуып маташам. “Инәй нимәгә бушты һөйләйһең, был беҙҙең һыйырыбыҙҙың былтырғы быҙауы, быйыл һуғымға тип ашатып, һимертеп ятҡан башмағыбыҙ. Берәүҙең дә малын бикләп ҡуйғаныбыҙ юҡ. Үҙебеҙҙеке етәрлек АЛЛЛАға шөкөр!” Мин башмағымды алып ҡайтып китәм, һүҙ шуны менән, ошо ерҙә бөтә. Берәүгә лә бер һүҙҙә сыҡмаясаҡ!
Әммә әбей үҙенекен һөйләй: ”Хәҙер үк башмаҡты ҡалдырып ҡайтып китмәһәң, сәнскеләп ырғытабыҙ һине ошо ерҙә. Беҙгә закон юҡ!”- тип өҫтөмә менеп киләләр икәүләп. Әбейҙең дә, 16 йәшлек килененең дә дыуамаллығын беләм мин. Сәнскеләп тә, үлтереп тә ташларға күп һорамаҫтар. Тик башмаҡ өсөн, өй тулы баламды етем ҡалдырып, һөйөклөмдөң башын хәсрәткә һалып, үлеп ятырға мин әҙер түгел инем. АЛЛАм үҙе һаҡлаһын! Ыстағафирулла йәрәхәтләнеп, имгәнеп ҡалырға ла риза түгелмен! Шуға күрә башмаҡты ҡалдырып: ”Хәләл малымды һеҙгә былай ғына биреп ҡуймайым! Милиция менән килеп алам!”- тип, йәнем көйә - көйә хәҙергә ҡайтып китергә мәжбүр булам.
Һөйөклөм инде йоҡонан торған, иртәнге сәйен эсеп, эшкә барырға әҙерләнеп бөткән, сығып китергә генә тора. Тиҙ – тиҙ генә хәлдәрҙе һөйләп бирәм: ” Хәҙер үк милицияға ғариза яҙам! Юл ыңғайы ауыл советына алып инеп, участковыйға биреп кит. Һин эштән ҡайтҡансы башмаҡты өйгә кире алып ҡайтып ҡуям!”- тип авторучка менән дәфтәр бите алып яҙа ла башланым, ә ғәзизем һәр ваҡыттағы һымаҡ тыныслыҡ һаҡлай. Ул миңә сабыр итергә ҡуша, үҙе тышҡа сығып, эҙҙәрҙе ҡарап, башмаҡты урлап алып китеп, бикләп ҡуйған әбейҙәргә барып, уға ҡырҡыу ғына нимәләрҙер әйтеп, етеҙ генә әйләнеп килде.
“Бер ниндәйҙә ғариза яҙма. Мин ҡайтҡанды көт, оҙайлы рейсҡа юлға сығам, 25-30 көн үтер моғайын. Минһеҙ милицияға, селсәүиткә саҡыртылып йөрөгәнеңде теләмәйем, нахаҡҡа рәнйетергә аптырамаҫтар. Һине мин булмаһам кем яҡлай? Көйәләнгәнеңде, илағаныңды теләмәйем, Мин инәйгә башмаҡты беҙгә кире алып барып ҡуйығыҙ тинем. Намыҫтары булһа алып килерҙәр, алып килмәһәләр бер башмаҡтан байып китмәҫтәр, ә беҙ бер башмаҡтан ярлыланып китмәҫбеҙ. Тик һин мине көт йәнем, бер нәмәлә ҡылынма мин ҡайтмайынса. Юлдан әйләнеп ҡайтҡас, мин яныңда булғанда хәл итербеҙ булған мәсьәләләрҙе. ”Һин унысама оҙайлы рейстан әйләнеп ҡайтҡансы, милицияға ғариза бирергә һуң булып китә бит, “- тием мин көйәләнеп. “ Ә милиция кәрәкмәй бында, уларһыҙ ғына үҙебеҙ ҙә хәл итербеҙ. Мин ҡайтҡанды көт, башмаҡ артынан барып талашып йөрөмә. Имгәтеп ҡуйырҙар, беләһең бит кемдәр икәнен.”
Һөйөклөм минән һүҙ ала, шунан тынысланып алыҫ юлға сығыр өсөн, совхоз гаражына юллана. Мин уны оҙатып ҡалам, күрәм баҙ өҫтөнә яңы ҡарға миңә сәләм яҙып ҡалдырған: “ Иҫәркәйем минең, мин дә һине ныҡ –ныҡ һөйәм йәнем! Ҡарҙа яланаяҡ йөрөмә, һыуыҡ тигеҙәһең! ” – тип минең иртәнге сәләмемә яуап яҙған.
Кискеһен ул эштән ҡайтты, оҙайлы рейсын 2 аҙнаға һуңғараҡҡа ҡалдырғандар. Башмаҡты урлаған әбей, әллә нисә тапҡыр килеп, дау ҡуптарып әрләшеп китте. Ләкин хужа өйҙә булғас, ул шашынып, ҡотороноп китә алмай, үҙ асыуына үҙе сәсәп ҡайтып китергә мәжбүр булды. Һөйөклөмдөң бер генә һүҙ: “Башмаҡты урынына алып килеп ҡуйығыҙ. Мал беҙҙеке, башҡа һүҙ юҡ!” Ә инде ул хәлдәрҙән һуң өс көн үткәс, мине ауылыбыҙҙағы АКХ “Толпар”ҙың идаралығына саҡырҙылар. Килһәм: участковый инспектор, ауыл советы рәйесе, ауыл старостаһы, тағы әллә кемдәр бар. Ауыл советы рәйесе: ”Һеҙҙең өҫтән ялыу бар, кеше башмағын урлап бикләп ҡуйғанһығыҙ. Һарайығыҙҙан алып сыҡҡандар. Кешенең шәхси мөлҡәтенә ҡул һуҙыу, урлау - ул закон ҡанундарын боҙоу, һәм ғәйепле кеше мотлаҡ язаға тарттырылырға тейеш. Был дөрөҫмө, юҡмы? Аңлатып бирегеҙ,”- тигән талап ҡуйҙы. Абау!.. Абау!.. Абау!..
Өс минут тирәһе мин бер өндә сығара, бер нимәлә уйлай алмай ҡаңғырып ҡалдым. Шул тиклем ғәҙелһеҙлектән, шөҡәтһеҙ, ялған, нахаҡ яла яғыуҙан йәнем телгеләнеп, гәлсәр генә күңелем селпәрәмә килде. Башмағыбыҙ урланған көндән алып күңелемдәге һулҡып торған әрнеү, әсенеү, көйәләнеү тойғоһон, булған асыуымды бөтәһен дә бер ыңғай рәйестең, инспекторҙың һәм башҡаларҙың баштарына ауҙарам. Ярһып – ярһып ысынбарлыҡта нимә булғанын һөйләп бирәм. Мин түгел, ә минең башмағымды төндә урлап алып сыҡҡандарын әйтәм. Ауыл советы кенәгәһендә, һәр кемдең күпме малы бар икәне теркәлгән, минең иҫбат итеүем дә кәрәкмәй тип һөйләйем. Рәйес мине тыныс булырға саҡыра, бөтәһен дә асыҡларға килдек ти.
Бына киленен эйәртеп әбей килеп инде, ул берәүгә лә тауыш алыштырырға, һүҙ ҡыҫтырырға форсат бирмәй, бөтәһенең алдында мине битәрләй, әрләй, кәмһетә, өҫтөмә бысраҡ яуҙыра башланы. Уның һүҙҙәре буйынса: мин ауылдың атаҡлы буры, кеше малын, башмаҡ, кәзә, һарыҡтарын бикләп ҡуям, кемдеңдер бер күнәк йомортҡаһын урлағанмын, беҙ ҡатнашҡан туйҙан, бер түгел ике сумка ҡашығаяҡ урлап алып сыҡҡанмын да, йәшереп кенә өйөмә илтеп ҡуйғанмын. Тағы әллә ниндәй ғәйеп тағып, минең кешелек үҙ баһамды ер менән тигеҙләп ҡуйҙы. Был вәхшилектән һуң, мин үҙемде башҡа бер ваҡыттала күтәрелә алмаҫтай хәлдә тойоп, селпәрәмә килеп сәсрәп киткән ғорурлығымдың ярсыҡтарын усыма йомарлап, бирешмәҫкә, ныҡ булырға, донъяла ғәҙеллек, изгелек бар икәненә шикләнмәҫкә өгөтләйем. АЛЛАм үҙе мине хурламаһын!..
“Беҙ бөтәһен дә асыҡларға килдек, кешене ниндәйҙә булһа енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләр алдынан, уның ғәйебен иҫбат итеүсе дәлилдәр килтерергә кәрәк. Һеҙ яҙған ялыуығыҙҙың дөрөҫлөгөн иҫбат итергә тейешһегеҙ.”- тине ауыл советы рәйесе әбейгә. Контораға иң яҡын йәшәгән, мин туйынан ҡашығаяҡ урлаған тигән апайҙы саҡырҙылар. Уға барын да аңлатып, әбей һөйләгән хәбәр дөрөҫмө, юҡмы икәнен һоранылар. “ Беҙҙән Зилдә бер ҡасан да бер нәмәлә урлағаны юҡ. Туйҙан пакеттар алып ҡайтып, кире килһә, уларҙы мин үҙем биреп ҡайтарҙым. Һеҙ туйҙа йөрөгәндә, балаларығыҙ асыҡмаһын, алып ҡайтып ашатып кил тип, бешкән эҫе аш, башҡа ризыҡтар, тәмле – татлы биреп ебәрҙем. Был инәй буш һүҙҙәр һөйләй, ни өсөн бәлә сығарып, ғәйепһеҙ кешегә нахаҡ яла яғалыр белмәйем?”- тине ул.
Беренсе шаһиты уҡ әбейҙең һөйләгән хәбәрен йөпләмәгәс, һүҙен бушҡа сығарғас, башҡаларын саҡырып торманылар. “Тормош иптәштәрегеҙҙе саҡырып һорашабыҙ ҙа, үҙегеҙҙе яуапҡа тарттырабыҙ, кешегә ялған яла яҡҡан өсөн.”- тинеләр әбейгә.
Уның бабайы менән минең һөйөклөмдө саҡырттылар. Килеп инеү менән үк, ғәзизем яуырынымдан ҡосаҡлап, күҙ йәштәремде һөртөп, тынысландырырға тырышып: ”Илама, бирешмә! Мин бында, яныңдамын. Тик илама, көйәләнмә!”- тип, мине башҡаларҙан ышыҡылабыраҡ алдыма баҫып, ултырырға саҡырһаларҙа, ултырмай аяҡ өҫтө баҫып ҡалды. Әллә ниндәй ел, дауылды ла, ғәрәсәтте лә миңә тигеҙмәй кире ҡайтарырға, үткәреп ебәрергә әҙер ине ул шул минутта. Быны конторала булған барыһыла бик асыҡ тойғандыр тип уйлайым.
Тәүҙә әбейҙең бабайына һорау бирергә тондолар: “Олатай, әбейең: Зилдә башмағыбыҙҙы урлап бикләп ҡуйған тип ялыу яҙған. Урлағанмы?”- тигән һорауға бабай: “Урлаған? Кем, нимә урлаған? Кем әйтә? Ә-ә-ә әбей әйткәс урлағандыр инде, урлаған, урлаған,”- тине. “Һеҙ башмаҡты Зилдәнең һарайынан алып сыҡҡанды кем булһа ла күрҙеме? Нишләп кешенән йәшенеп төндә алып сыҡтығыҙ? Нимәгә башмаҡ һеҙҙеке булғас, беҙгә йәки ауыл старостаһына мөрәжәғәт итмәнегеҙ? Йәшеренеп, кеше күрмәгәндә алып сығыу, урлау тигән һүҙ. Һәм ниндәй йөҙ менән, башмаҡты үҙегеҙ урлап алып сығып, мал хужаһының өҫтөнән ялыу яҙаһығыҙ?” Бабайҙың бер яуап:”Мин бер нәмәлә белмәйем, әбей белә, унан һорағыҙ. Ә әбей үҙенең хәбәрен һөйләй...
“Ҡустым, ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Нимәгә һеҙгә нахаҡ яла яғалар? Һеҙ үҙ ара туғандар түгелме ни?”- тип һоранылар минең һөйөклөмдән дә. “Беҙ етеш йәшәгәнде күрә алмайҙар! Тупһаларында һоранып йөрөһәк яратырҙар ине. Тик күрә алмау ғына бында, башҡа бер нәмәлә түгел! Беҙҙең уларға ҡатнашлығыбыҙ юҡ. Башмағыбыҙҙы кире ҡайтарһындар, бына шул.”- тине ул.
“Әгәрҙә ғариза яҙһағыҙ, яуапҡа тарттырабыҙ, нахаҡ яла яҡҡан, башмағығыҙҙы урлаған өсөн.”- тинеләр беҙгә.
“Юҡ, судлашып йөрөргә ваҡытым да, теләгем дә юҡ! Үҙ ара хәл итербеҙ тип уйлайым.”- тине Радигым. Тикшереүҙең һөҙөмтәһе итеп беҙҙән, ике яҡтан да имза алдылар. Әбейҙән: ”Башмаҡты хужаһына кире ҡайтарырға! Бынан былай нахаҡ яла яғып, бәлә сығарып, Зилдәнен ғаиләһен бимазалап, ҡаңғыртып йөрөмәҫкә! Әгәрҙә бындай хәл ҡабатланһа, ауыл советы үҙе үк һеҙҙе судҡа тарттырырға хаҡы бар. Тыңламаһағыҙ был сараны мотлаҡ ҡулланасаҡбыҙ!” – тигән яҙыуға. Ә минән инде: ”Үс алам, ҡон ҡайтарам!”- тип хоҡуҡ боҙорлоҡ эштәр эшләмәйһең тигән яҙыуға ҡул ҡуйҙырҙылар. Ҡайҙа инде ул бәндәләргә яҡын барыу!
Ҡәберең яҡын булмаһын! АЛЛАм һаҡлаһын!
Хоҙайыма рәхмәт! Ғәҙеллек бар донъяла! Шулай итеп был ҡурҡыныс хәлдәрҙе лә үткәреп ебәрҙек. Әммә күңелдә көҙөк ҡалды. Нисек кеше шул тиклем вәхши була ала? Ҡайҙан килә унысама күрә алмау? Яуызлыҡ?
Беҙ бит бер яманлыҡ та эшләмәнек ул әбейгә лә, ғаиләһенә лә. Ике ятып, бер төшөбөҙгә лә кермәй улар!
Яйлап, яйлап был ҡурҡыныс хәлдәр ҙә онотолдо, тормош үҙ яйы менән дауам итте. Әйткәндәй башмаҡты беҙгә тәки ҡайтарып бирмәнеләр. Беҙ һөйөклөм менән талашып йөрөмәҫкә булдыҡ. Тулыһынса уларҙың намыҫтарына тапшырҙыҡ. Әммә, намыҫ тигәнең булмай сыҡты ул кешеләрҙә. Башмағыбыҙҙы беҙ башҡа күрмәнек. АЛЛАбыҙ бар бит ул! Яҙғыһын йәшел үләнгә сыҡҡас, әбейҙәрҙең иҫ китес ҙур, һимеҙ, матур тоҡомло тайҙары ятып үлгән. Тракторға тағып, һөйрәтеп, кәртә артындағы тау юлынан алып киткәндәрен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Мал йәл әлбиттә, нимәнән үлгәндер. билдәһеҙ. Әммә был донъяла бөтәһе өсөн дә түләр кәрәк! Был ҡаҡшамаҫ тормош ҡануны, һәр ваҡытта тулыһынса үтәлә. Кеше кем, ниндәй статусҡа эйә һәм ниндәй ҡатлам вәкиле булыуына ҡарамаҫтан, ҡылған ҡылыҡтары өсөн яуап бирә. АЛЛАбыҙ алдында бәндәләр бөтәһе лә бер бит ул! Яуаплылыҡ та бер тигеҙ.
Сығанаҡ һәм фото: https://vk.com/club36676061?w=wall-36676061_101974%2Fall