Ул арала ел ҡапҡаны елтерәтеп асып, килененең:-
Хәкимә инәй, әйҙә сәй эсергә ин, бергәләп ултырып, сәйләп, һөйләшеп, серләшеп алайыҡ! - тигәне ишетелде.
- Көн дә һеҙҙә сәй эсеп йөрөп бурыслы булып бөтәм инде, төшкә миндә сәйләрбеҙ.
Һөйләнә-һөйләнә килеп инде әбей өйгә.
- Әйҙә, Хәкимә еңгәй, түрҙән уҙ. Ана яҫтыҡҡа арҡаңды терәп ултыр, уңайлыраҡ булыр. Өммөгөлсөм еңгәһен ҡыҫтай-ҡыҫтай түргә әйҙәне ул .
“Бисмиллаһи рахман-рахим” тип доға ҡылғас, әбей тирә-яғына ҡаранып:
- Балалар йоҡлайҙыр, һапатам әйләнеп ҡысҡырып тороп һөйләшәм бит әле, - тип усы менән ауыҙын ҡапланы.
- Ишек ябыҡ бит, ныҡ йоҡлай улар, ишетмәйҙәр, таңғы йоҡо тәмле була лаһа сабый саҡта, - тип ҡуйҙы хужабикә.
- Әйтмә лә инде, беҙҙе генә хәҙер, олоғайғас, йоҡо алмай, төнө буйы яралы айыу кеүек бер яҡтан икенсе яҡҡа боролоп, әйләнеп-тулғанып йоҡлап китә алмай тик ятыла. Уңға ятһаң - бауыр ауырта, һул яҡҡа ятһаң - йөрәк сәнсә. Ул ҡулдарҙы әйтеп тораһы юҡ, терһәккә хәтлем йән белмәй йөрәккә төшөп ойойҙар, шунан тороп ултырып алып, ҡулбаштарҙы, бармаҡ быуындарын һыпырғылып, бер аҙ ыуыштырып, яҙып ебәргәнсе бер талай ваҡыт үтә, шунан бөтөнләй йоҡо оса. Таңға хәтле ыуарама килеп, күҙҙе йоҡо алмай ятам. Инде тәмле генә итеп йоҡлап китһәң, әтәстәр ҡысҡыра башлай, торор ваҡыт етә.
- Һуң төндә йоҡламағас, иртән ятып торор инең! Инде хәҙер эшкә бараһы, көтөү ҡыуаһы юҡ, ни тип таң һарыһы менән тораһың һуң, еңгә?
- Ҡайҙа ғына ти йоҡлап ятыу, бөгөн ана шулай таңға табан ғына серем итеп алған арала ағайың төшөмә килеп инде. Юл төшө инде был, әллә ҡайтып килеүеме икән ҡартыҡайымдың?
- Әстәғәфирулла! Ни тип күрҙең, еңгә?
- Ап-аҡ ҡаҙ мамығын тултырып, ҙур итеп ике мендәр яһаным, үҙем эшемә һоҡланып ҡарап торам икән, тим. Ҡағып-һуғып, ҡабартып, матур итеп карауатыма һалдым, теге үҙем сиккән ике күгәрсен төшкән мендәр япҡыс менән ҡаплап ҡуйҙым икән, тим.
- Һәйбәт төшөң, еңгә, мендәр тултырыу - матур киләсәк менән бәйле, ти торғайны Рабиға өләсәйем. Икәү булғас бигерәк һәйбәт: парлы, ишле-ҡушлы
булыуҙы аңлата. Ғаиләнең берегеүен, ҡушылыуын белдерә. Тимәк, яңғыҙың түгелһең, икәү булырһығыҙ, Аллам бойорһа. Матур мендәр, сигеүле япҡыстар, хатта ике күгәрсене лә булғас, шатлыҡҡа булыр, шатлыҡҡа! - Өммөгөлсөм әбей, еңгәһенең төшөн изгегә юрап, ысын күңелдән һөйөндө.
- Үҙем дә шулай уйлайым шул, бикәс. Юлы төшөп, ҡайтып киләлер
Сөләймәнем, шуға ҡайтып килгәнен күрмәй ҡалмайым, тип таң һарыһы менән ҡапҡа төбөнә сығып ултырғайным.
- Э-э-эй, балаҡайым! Ҡапҡа төбөнә генә түгел, ирең ҡайтып килә, тиһәләр, йәйәүләп Өфөгә хәтлем дә атлап түгел, йүгереп барып етер инем! - тип яуапланы әбей, яулығының остары менән күҙҙәрен һөртөп.
- Һин әйтәһеңме инде уны, еңгә, мин әйтәйемме, һуҡырҙың теләгәне ике күҙ, тигән кеүек, иҫән-имен булып, тып итеп кенә ҡайтып инһен ине лә бит ағаҡайым. Өрмәгән ергә ултыртмаҫ инек. Әсәйем менән атайым да көтөп ала алманылар геүәрҙин кеүек кинйә улдарын, бер бөртөктәрен. Йә, шул ике ағайым ҡайғыһын күтәрә алманы инде мәрхүмкәйҙәрем. Илай-илай күҙҙән яҙҙы бит әсәкәйем, түр башында иртән-кисен ҡалғып-ҡалғып ултырып, мөнәжәттәрен әйтер ине:
Эй, Хоҙайым, һаҡлай күр
Улдарымды тамуҡ утынан.
Төндәремдә йоҡлай алмайым
Балаҡайҙарым өсөн ҡурҡыуҙан.
Балаларым, тиеп, ут йотоп
Һуҡырайҙы инде күҙҙәрем.
Гитлер яуызды еңеп,
Иҫән-имен ҡайтһын үҙҙәре.
Бер Хоҙайым, һиңә һыйынам,
Гонаһтарым булһа, ярлыҡа.
Улдарымды уттар эсендә
Һаҡла инде, Мәүлем, һин һаҡла...
- Э-э-эй, ҡайным менән ҡәйнәм бигерәк иртә китеп барҙылар шул, улар менән бергә күтәрҙек инде һуғыш нужаларын, әл дә улар булды, шул тиклем дә аҡыллы, баҫалҡы, әүлиә кеүек инеләр бит. Сөләймәндең “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙын да бригадир Ғәббәс ҡайнаға, минең ҡулға бирмәй, ҡайныма тоттороп киткән. Икәүһе илаулап, мине ҡурсып, әйтә алмай йөрөгәндәр. Әсәйем мәрхүмәне, ҡоҙағыйҙарын, саҡырып, шунан ғына бергәләп һүҙ тиштеләр.
Яҙып ябынған аҡ яулығының осона күҙҙәрен һөртөп, ҡара көндәрен иҫкә төшөрөп алды Хәкимә әбей.
- Ҡуй инде, еңгә, бигерәк зая булды был Сөләймән ағайымдың ғүмере. Ней һинең даланың булманы, исмаһам, бала бағыу бәхетен татый алмай ҡалдың...
- Эй, бикәс, бикәс, алдырыр көн яҙҙырыр, тигәндәй, анау Гитлер тигән яуызды, ҡан эскес хәшәрәтте нимес бисәһе тыуҙырмаған булһа, донъялағы күпме әсә кеше балаһыҙ, ҡатындары ирҙәрһеҙ интекмәҫ ине, сабыйҡайҙар етем булмаҫ ине. Шул хәсискә ғүмер бүләк иткән бисәгә инде лә күпме кешеләрҙең ҡарғышы, ләғнәте яуа. Үлгән булһа, гүрендә лә тыныс ята алмайҙыр, йәне тыныслыҡ тапмай, кешеләрҙең аһ-зары төшөп, мәңгелек тамуҡ уттарында яналыр. Ул, бәлки: “Ниңә генә шул балаға ғүмер бирҙем икән?” - тип әрнейҙер. Мин: “Исмаһам, Сөләймәнемдең төҫө - берәү генә булһа ла балаға уҙманым!” - тип илайым ғүмерем буйы. Бөтәһе лә Хоҙайҙың эше. Хоҙай белмәгән эш юҡтыр. Йә, бикәс, ҡайтайым, һөйләнеп күп ултырҙым, сәйегеҙ тәмле булды. Хоҙайҙың рәхмәте яуһын, мине онотмайһығыҙ. Шәһит кейәү менән ғүмер буйы бер табынығыҙҙан ҡалдырманығыҙ, бер сеүәтә ашығыҙҙан, бер самауыр сәйегеҙҙән тороп ҡалманым, түрегеҙҙә ултырған ҡәҙерле ҡунаҡ булдым. Мәҙинә киленебеҙгә лә рәхмәт, бигерәк уңған, ипле бала. Әллә ҡайҙан ҡысҡырып иҫәнләшеп, хәлемде һорап ҡына тора. Инде Заһит улыбыҙ менән оҙон ғүмерле, парлы булып, матур йәшәһендәр. Үҙ балаларын үҙҙәре ҡараһындар балаҡайҙарым, һуғыш афәтен күрһәтмәһен уларға мәүлем!
Хакимә инәй ихлас теләктәрен теләп, ойоған аяҡтарына сатанлабыраҡ баҫып, сығып китте. Еңгәһен ҡапҡа төбөнә хәтлем оҙатып сығып, бер аҙ тағы ул-был хәбәрҙәр һөйләшеп торғас, Өммөгөлсөм әбей өйгә инде.
Инде килене ҡашығаяҡ тирәһендә ыуарама килгәнсе, урындыҡ йөҙлөгөнә көнйәләһен тартып алып, уңайлы итеп кенә ҡуйҙы ла, берәй орсоҡ йөн иләп алыу уйы менән эшкә тотондо.
Выжлап әйләнгән орсоҡ яйлап ҡына урта төшөнән йыуаная барған һайын, Өммөгөлсөм инәй шул ептәр кеүек оҙон, әле осо-ҡырыйы күренмәгән уйҙар өйөрмәһендә бала сағына әйләнеп ҡайтты.
...Ике малай, бер ҡыҙ үҫтеләр улар ата-әсәй йортонда. Тәүҙә йәштәрҙең балалары тыуып торған, үлеп торған. Шунан кемдер уларға баланы һатып алырға кәңәш биргән. Оло улдары Һәүбән тыуғас, аталары күршелә йәшәгән Гөлъямал тигән йәш ҡатын менән ирҙе балаларын һатып алырға күндергән. Ә тегеләрҙең шул саҡ икенсе малайҙары тыуған булған. Кендек инәһе тәҙрәнән малайҙы Гөлъямалға биреп:
- Һатып алаһыңмы? - тип һораған.
- Һатып алдым, - тип яуаплаған ҡатын.
Шулайтып, өс тапҡыр ҡабатлағас, тәҙрә аша баланы тапшырып, Гөлъямалға күлдәклек тауар, иренә күлдәк кейҙереп, бәпесте бер аҙна күршелә тотҡандар.
Гөлъямал ике малайҙы имеҙеп, ҡарап торған. Бер аҙнанан улдарын үҙҙәренә алып ҡайтҡандар, ғәжәпкә ҡаршы, ул бик матур итеп үҫеп киткән. Шунан йыл ярымдан Сөләймән донъяға килгән, аҙаҡтан Өммөгөлсөм тыуған.
Балалар үҫеп етеп, ҡул араһына ингәс, ата менән әсәнең шатлығының сиге булмай. Шул арала ғаилә өй яңыртып ала, мал-тыуарын ишәйтә. Өлкән улдарының ауылдың иң һылыу, егәрле ҡыҙына күҙ атып йөрөгәне билдәле булғас, яусы ебәреп, шартына килтереп, туй яһап, өйләндереп тә ҡуялар. Киләһе йылына күршелә генә өй төҙөп, башҡа сығарып, беренсе ейәндәрен ҡулдарына алып, ҡартәсәй-ҡартатай булыу бәхетен татынылар.
Икенсе улдары Сөләймән, етенсе класты тамамлағас, ауылдан алыҫ булмаған ерҙә торф ятҡылығы асҡастар, шунда эшкә төштө.
Ошо урында ап-арыу ғына ҙур ауыл үҫеп сыҡты. Унда мәктәп, эшселәр өсөн барактар, магазиндар, икмәк бешереү цехы ла төҙөлдө. Тирә-яҡ ауылдарҙан, хатта сит райондарҙан ҡыҙҙар, егеттәр эш эҙләп килде, сөнки ғүмер буйы колхозда “таяҡ”ҡа эшләп өйрәнгән ауыл халҡы өсөн ҡулға “тере” аҡса төшөү-үҙе бер мәртәбә ине.
Эшселәр бик күңелле итеп, йырлап эшкә баралар, йырлап эштән ҡайталар, кистәрен бейергә сығалар. Ул ғынамы ни? Ял көндәрендә күрше ауылдарға ла уйынға йөрөйҙәр. Фурманға тейәлеп, гармун тартып, таҡмаҡ әйтеп, йор һүҙ һөйләшеп барғас, юл оҙонлоғо ла беленмәй, арығанлыҡ та онотола. Күңелдәре көр, кәйефтәре күтәренке халыҡтың.
Хәкимә менән иптәш ҡыҙы ла ошо торф эшенә килеп юлыҡты. Сөләймән менән киске уйын ваҡытында, бер-береһен күреп, таныштылар. Егет ҡыҙға хушбуй, еҫле һабын бүләк итте. Хәкимә, тоғролоҡ билдәһе итеп, үҙ ҡулдары менән сиккән ҡулъяулыҡты йәшереп кенә усына йомдорҙо.
Хакимә эшкә сымыры, тиктормаҫ,етеҙ булды, ҡайһы бер ҡыҙҙар бер норма тултыра алмай илап ултырғанда, икешәр норма үтәп, алдынғылар сафында йөрөнө. Тауышы ла бик матур, иң алдан йыр башлаусы, гармун тауышы ишетелһә, көй әрәм булмаһын, тип, йүгереп төшөп бейеп китергә лә күп уйлап тормаҫ ине. Уға күҙ атыусы егеттәр ҙә байтаҡ булды. Ҡайһылары менән хатта йоҙроҡ ярҙамында “аңлашырға “тура килде Сөләймәнгә. Бергә йәшәр йылдары әҙ булырын һиҙгән кеүек, йәшләй генә өйләнеште улар. Һуғыш башланыр алдынан тыуған ауылға ҡайтып, төп йорттоң ҡаршыһына нигеҙ ҡорҙолар, мал тергеҙҙеләр.
Ни бары ярты йыл бергә йәшәп ҡалдылар, йөрәктәрҙе ярып, яҙмыштарҙы ҡыйратып, киләсәкте утҡа һалып, ҡәһәрле һуғыш башланып китте. Һуғыш сығып, бер аҙна тигәндә, йәмле июнь аҙағында Һәүбән менән Сөләймәндең икеһен бер юлы военкомат саҡырып алды.
Ата-әсәләрен, туғандарын утҡа һалып, күкрәк киреп ут эсенә барып инде егеттәр. Һәүбән Сталинград өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа башын һалды. Инде бөтәһе Сөләймәндең иҫән ҡайтыуын теләне. Тәүҙә Әлкә станцияһында әҙерлек үтте ул, Хәкимә иренең хәбәрен алғас, күстәнәсен төйнәп, йәйәүләп сыҡты ла китте бер үҙе.
Ирен күреп, һөйләшеп, аманаттарын тапшырып ҡайтты ул.
Ошо күрешеү һуңғыһы булды. Ҡатын тәүҙә өсмөйөшлө хаттарҙы һирәк-һаяҡ алғылап торҙо. Күмәкләп йыйылышып, берсә илашып, берсә ҡыуанышып уҡыр ине һалдат хаттарын. Шунан инде “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡара ҡағыҙ алдылар. Тәүҙәрәк яңылыш килгәндер, иҫәндер, һуғышта төрлө хәлдәр була, тип йыуаттылар бер-береһен.
Тик Өммөгөлсөмдөң ата-әсәһе был ҡайғыны күтәрә алманы, кинйәләре тураһындағы насар хәбәр уларҙы аяҡтан йыҡты...
Хәкимә ҡайғыһын эш менән баҫты. Бер көн дә колхоз эшенән ҡалманы, йәйен-ҡышын фермала ла эшләне, баҫыуҙарҙа ла тир түгергә өлгөрҙө. Ул һөйгәненең үлеменә ышанманы, тәүҙәрәк хаттарҙы ҡосаҡлап, һандыҡтан кейемдәрен алып, еҫкәп, үкһеп-үкһеп илаһа, тора-бара һөрөм еҫе һеңгән, меңәр саҡрым ара үтеп, ҡош сәләме булып килгән өсмөйөшлө хаттарҙы яулыҡҡа төрөп, шүрлеккә тығып ҡуйҙы.
- Сөләймән иҫән, хәбәрһеҙ юғалыу-үлде тигән һүҙ түгел, мин уның тере икәнлегенә ышанам, - тип ҡырт киҫте ул үҙен йыуатыусыларҙы.
Мең бәлә, ыҙалыҡ менән Еңеү көнөн дә күреү бәхетенә иреште аслыҡтан миктәгән, ауырыуҙарҙан арыған халыҡ. Һуғыш яланынан яраланып, ғәрипләнеп ҡайтыусылар ҙа күренә башланы. Тирә-яҡта ҡара ҡағыҙы килеп тә иҫән ҡайтҡан кешеләр тураһында имеш-мимештәр ишетелә торҙо. Ауылға берәй яугир ҡайтһа, Хакимә беренселәрҙән булып йүгереп барып, Сөләймән тураһында һорашты. Тик ауылдаштар араһында Сөләймәнде һуғыш яланында осратыусылар, күреүселәр табылманы.
...Һуғыш тамамланып, бер аҙ баш күҙ алыуға Хакимәнең ҡапҡа төбөнә арыҡ ҡына ат егелгән арбала һалдат кейемендә бер ир килеп туҡтаны. Ул һылтаҡлап төшөп, аттың дилбегәһен ҡапҡа бағанаһына бәйләргә тотондо:
- Тик тор! Трр!
Шул тауышҡа тупһаға Хәкимә сәсрәп килеп сыҡты ла:
- Сөләймән! Сөләймәнем! - тип яланаяҡлап урамға йүгерҙе. Сит кешене күреп, ауыҙын ҡаплап, күҙҙәрен шар асып, кинәт туҡтап ҡалды. Был ваҡиғаны тәҙрәнән күҙәтеп тороусы күрше-тирәләр, Өммөгөлсөм йүгереп килделәр.
- Һеҙ Хәкимәме? - тип һораны юлаусы. - Сөләймәндең ҡатынымы?
- Эйе... ми-и-н, - тип саҡ яуаплай алды ҡатын.
- Беҙ Сөләймән менән бер ротала һуғыштыҡ. Минең исемем Ғәйнулла була. Күрше райондың Урманлы ауылынанмын. Бик яҡын дуҫтар булдыҡ. Кемебеҙ һуғыштан иртәрәк ҡайта, шул ике ғаиләне лә ҡарай, ярҙам итә тора, - тип һүҙ ҡуйышҡайныҡ.
- Һеҙ уны үҙ ҡулығыҙ менән ер ҡуйынына һалдығыҙмы? Ҡәберенең ҡайҙа икәнен беләһегеҙме? - тип һорау артынан һорау яуҙырҙы Хәкимә.
- Юҡ! Ул көндө беҙ ауыр юғалтыуҙар менән өс тапҡыр фашистарҙың атакаһын кире ҡаҡтыҡ. Мин уның автоматтан ата-ата йүгергәнен күрҙем, ләкин ул мәхшәрҙә артабан ни булғанын насар хәтерләйем. Миңә яҡын ерҙә шартлаған граната ярсығынан аяғым, күкрәгем яраланған, ауыр контузия алып, тупраҡ аҫтында ҡалғанмын. Бер санитар күреп ҡалып, яу яланынан күтәреп алып сыҡҡан. Госпиталдә генә иҫемә килдем. Сөләймән тураһында һорашып ҡарағайным, үҙебеҙҙең бергә һуғышҡан иптәштәр юҡ, яңы килеүселәр белмәй. Ул мәхшәрҙә бер-береңде күреп буламы: ер ҙә, күк тә бер. Гранаталар, бомбалар ярылған, пулялар һыҙғырғанда, яралыларҙың ярҙам һорап ҡысҡырыуы, танкылар моторының гөрөлдәүе һәм башҡа ҡотоң осорлоҡ тауыштар эсендә ҡалыу, энәнең бер кәбән бесән араһында төшөп юғалыуы менән бер. Шулайтып, бер-беребеҙҙе юғалттыҡ. Тереләр араһында исеме юҡ, үлеләр араһында ҡәбере юҡ...
- Бына күрәһегеҙме, һеҙ уның үле кәүҙәһен күрмәгәнһегеҙ, ул иҫән! Сөләймән иҫән! Хатта уны күмеүселәрҙе лә белмәйһегеҙ, әйтеп тораһығыҙ бит ҡәбере лә юҡ, тип. Ул минең йөрәгемдә йәшәй, исеме телемдән төшмәй, мин уның исемен ҡабатлап таңдарҙы ҡаршы алам, юлы төшөүен һорап, төндәр буйы Хоҙайыма ялбарам. Ана бит күрше ауылда өс йыл элек ҡара ҡағыҙы килгән яугир ҡайтып төшкән, партизандар араһында һуғышып йөрөгән.
- Ундайҙар уғата һирәк, һеҙгә үҙегеҙ өсөн йәшәргә кәрәк, үлгән артынан үлеп булмай. Тереләр тереклеген итергә тейеш.
- Юҡ! - тип ҡырт киҫте ҡатын. - Минең Сөләймәнем иҫән!
Хәкимә бер кемде лә ишетергә теләмәне, тик үҙенекен тылҡыны.
Ғәйнулла Хәкимәләргә тағы бер нисә тапҡыр килде. Уның ҡатыны һуғыш ваҡытында ҡышлаған бойҙай ашап ағыуланып мәрхүм булып ҡалғайны, бер ҡыҙы менән улы йыраҡ туған тейешле кешеләр тәрбиәһендә булған, үҙе иҫән әйләнеп ҡайтҡас, балаларын янына алған.
Аҙаҡҡы килгәнендә:
- Хәкимә! Һин дә яңғыҙ, мин дә. Әйҙә бергә булайыҡ, минең балаларыма әсәй булырһың, ел-ямғыр тейҙермәм, ҡулымдан килгәнсе ҡәҙер итермен, - тип өйләнешергә тәҡдим яһаны.
- Ғәфү ит, Ғәйнулла, миңә күҙ төбәп килеүеңде аңлайым, ышанысыңа рәхмәт. Ләкин мин Сөләймәнемә хыянат итә алмайым. Ул иҫән, мин көтәм. Унан... кеше иренең яғаһын еҫкәр хәлем юҡ, көсөмдән килмәй. Яратҡан йәрем берәү генә, - тип тәҡдимен кире ҡаҡты.
Ғәйнулланан һуң да Хәкимәнең ҡулын һорап килеүселәр күп булды. Ләкин егерме биш йәшендә генә тол ҡалған, хатта балаға ла уҙып өлгөрмәгән ҡатын иренә тоғро булып ҡалды.
Ҡайһы бер аҡыллы баштар:
- Үҙең өсөн булһа ла берәйһенән бала тап, кеше ни һөйләр һөйләр ҙә онотор, ҡартайған көнөңдә ауыҙыңа һыу һалыусы ла булмаҫ бит! - тип, шулайыраҡ аҡыл өйрәтеп маташтылар. Ләкин иренә тоғролоҡто өҫтөн күрҙе ул. Көттө. Ғүмере буйы көттө хәләлен.
Икмәк һалһа, иң тәмле телемен аҡ сепрәккә төрөп, кәштәгә алып ҡуйҙы. Иренең кейемдәрен йыуып, тышҡа сығарып елләтеп, һандығына таҫлап ҡына һалып һаҡланы.
Һуғыш бөтөп, бер нисә йыл үткәс, ҡатындарға эйәреп, күрәҙәсегә барҙы Хәкимә.
- Иҫән! Бына юлы хатта тупһаң төбөндә тора. Яҙ көнө ҡайын ағасының япрағы ун тин аҡса хәтле булған саҡта ҡайтып килер, - тип юраған уныһы. Шуны ишеткәс, ҡыуанысынан йүгереп ҡайтып, өйөн йыйыштырып, көн дә ҡапҡа төбөнә сығып көтөр булып китә бисара.
Һәм йыл да шулай. Яҙ етә башлау менән иң беренсе булып өйөн һылап-ағартып, ихата тирә-яғын сүптән таҙартып, ҡара таңдан тороп самауырына ҡуҙ һалып, ҡайнатырға ҡуйып, йәһәтерәк йүгереп урамға сыға, оло юлға текәлә.
Бына бөгөн дә, таң һарыһы менән уянып, ауылға килгән оло юлдан күҙ яҙлыҡтырмай...
Фото: dzen.ru