-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
12 Сентябрь , 14:00

Шәйҙүк

(Ололар өсөн әкиәт) Шәйҙүк аҙна буйы бер ҡайҙа ла сыҡманы. Аслыҡтан тәне ҡурышты, хәле бөттө. Башҡаса ул күҙ йәш­тәре менән туҡланырға теләмәй ине. Өнө менән төшө буталды. Yткән тормошо менән бәйле ваҡиғалар сылбыры бер минутҡа ла тыныс ҡал­дырмай, һулышын быуҙы. Ни эшләргә?

Шәйҙүк
Шәйҙүк
Һигеҙенсе көн тигәндә Шәйҙүк еңеләйгән кәүҙә­һен саҡ һөйрәп, үҙенең элекке йортона йүнәлде. Күп һанлы бүлмәләр буйлап йөрөнө лә йөрөнө. Затлы ме­бель, ҡиммәтле балаҫ­тар, билдәле рәссамдарҙың картиналары менән тулған өй музейҙы хәтерләтә. Бер ҡайҙа ла Кеше заты күрен­мәй. Ҡәбер тынлығы ҡолаҡ­ты яра. Улы был йортта яң­ғыҙы йәшәй. Ярата белмә­гән, бер ниндәй ҙә хис-тойғо кисермәгән кешегә ғаилә нимәгә? Кескәй ваҡытында йыш илаған балаларҙың йөрәктәре менән нимә булыуын Шәйҙүк хәҙер яҡшы белә. Бар донъяға битараф Кеше бары үҙенең физик теләктәре ҡолона әүерелә.
Йөрәк әрнеүенә дусар булған зат уйға ҡалды. Ул күҙ йәштәрен эсеүенән туҡ­таһа, бер нимә лә яҡшыр­маясаҡ. Киреһенсә, тып-тып тамған мәкерле тамсылар секунд һайын кескәй йөрәктә­ге һөйөү күҙәнәктәрен үлтерә­сәк. Әгәр ул сабый йәштәре менән туҡланыуын дауам итһә, файҙалыраҡ була түгелме?
Yҙе башҡарған эшкә икенсе күҙлектән ҡарағас, Шәйҙүккә бер ни тиклем еңеллек килде. Хәҙер ул көн дә иртә таңдан тороп, илаған балалар янына ашыҡты, тырышып-тырышып күҙ йәштәрен эсте, бер тамсыға ла йөрәккә үтеп инергә ирек бирмәҫкә тырышты. Шәйҙүк йәшәүе Кеше һәләтендә булмаған мәғәнә менән тулды.
Ул буш ваҡытын үткән тормошо хаҡында уйлап үткәрә, хаталарын барлай. Әгәр әлеге белгәндәре һәм Кеше сағындағы мөмкинлектәре булһа, Шәйҙүк, һис шикһеҙ, күп нәмәне үҙгәртә алыр ине. Сабый­ҙарҙы бары ололар ғына бәхетһеҙ итә, дөрөҫ булмаған тәрбиәләү системаһы, бөтә сәйәсәт уларҙың күңелендәге яҡтылыҡ орлоҡтарын зәғифләндерә, юҡҡа сығара.
Бер көн ауыр эш көнөнән һуң, “Уйынсыҡтар” магазины эргәһендә ҡылған сәс бөҙрәләренә күҙҙәре ише зәңгәр күбәләк таҫмалар таҡҡан бәләкәй генә ҡыҙҙың илағанын күреп туҡтаны. Гәлсәрҙәй йәш иркә керпектәрҙән алһыу биттәргә өҙөлөп тама ла, көрән пальтоға һеңеп, кескәй йөрәккә юл ала. Шәйҙүк ҡыҙсыҡтың йөҙөнә яҡынлап, эшенә кереште.
Ҡараңғы төшөп, магазиндан аҙаҡҡы һатып алыусы сыҡҡас ҡына, бала ҡайтыр яҡҡа йүнәлде. Көслө ел ҡыуып килтергән мул болоттар ҡала өҫтөнә силәкләп ямғыр ҡоя башланы. Ҡыҙсыҡ машиналар ағышын йырып, алға ташланды. Тормоздар сыйылдауы Шәйҙүктең ҡолағын ярҙы. Күләүектәрҙе ярып, нәҙек сираҡтарында кешеләр өйөлөшкән урам мөйөшөнә барып етте лә аяҡтар араһынан түңәрәк уртаһына яҡынланы. Ҡап уртала салҡан төшөп сабый ята. Күбәләк керпек­тәре ағарған сикәләренә ҡунған, көрән пальтоһына буй-буй бысраҡ сәсрәгән. Бары бер нәмә аңламаған ел генә, бәләкәсте тор­ғоҙорға теләп, зәңгәр таҫмаларын тартып тағата. Ҡыҙыл тәреле машина килеп туҡтағас ҡына таралышты кешеләр. Аҡ халатлылар ҡыҙыҡай­ҙы носилкаға һалып алып китте. Ә Шәйҙүк һаман да тора бирҙе, бите буйлап тәгәрәгән һыу тамсыларын усына алып тәмләп ҡараны. Әллә ямғыр тамсылары…
Ҡапыл уның күҙҙәренә юл ситендә аунаған һоро нәмә салынды. Был туҙып, тетелеп бөткән, ҡулдан яҙылған йомшаҡ уйынсыҡ ишараты ине. Шәйҙүк хужаһыҙ ҡалған, ни яғы менәндер үҙенә оҡшаған тәтәйҙе алды ла ҡайтыу яғына йүнәлде.
Иртән иртүк тороп, Шәйҙүк хәстәханаға йүнәлде. Тәҙрәнән тәҙрәгә йөрөп ҡыҙҙы оҙаҡ эҙләне. Таныш йөҙҙө күреп, форточка аша бүлмәгә үтте. Тар карауатта ятҡан бәләкәс кәүҙәгә төрлө яҡтан нәҙек кенә шлангтар тоташтырылған, шәфҡәт туташы әйләнгән һайын килеп приборҙарға күҙ ташлай. Шәйҙүк ауырыуҙың баш осона килеп ултырҙы, нәҙек ҡулдары менән сәстәренә ҡағылды. Ҡыҙыҡай ҡуҙғалманы, бары керпектәре дерелдәп ҡуйҙы. Күренмәҫ зат һоро йолҡош уйынсыҡты мендәр аҫтына ҡалдырҙы ла сығып китте.
Сабыйҙарҙың күҙ йәштәрен эсеп, төп эшен башҡарғандан һуң, Шәйҙүк хәстәханаға йөрөүҙе көн­дәлек ғәҙәт итеп алды. Сабыйҙы ул бары илаған мәлендә күрә, әммә яйлап уның тын алышын, кәйефен тойорға өйрәнде. Ә бер көн күрен­мәҫ зат ҡабаттан теге матур йортҡа килеп, туп-тура сарҙаҡҡа менде. Стеналарға теҙелгән кәштә­ләргә йорт хужаһының уйынсыҡ­тары теҙелгән. Нимә генә юҡ бында. Бер нисә балалар баҡсаһына етерлек! Уларҙың күбеһенә бер ҙә бала ҡулы теймәгән. Улы уйнарға яратмай торғайны. Шәйҙүк тәтәй­ҙәрҙе бәхетле итте. Көн дә береһен бә­ләкәй ҡыҙ янына алып бара башланы. Сабый йоҡлағанда килә лә бүләген ҡалдырып китә. Хәстә­хананың кескәй бүлмәһе уйынсыҡ­тар магазинына оҡшай башланы. Ҙур айыуҙың муйынында зәңгәр таҫма бәйләнде, ялбыр эттең оҙон йөндәре таралды, ҡурсаҡтарҙың сәстәре үрелеп, яңы матур күлдәк­тәре барлыҡҡа килде. Бөтә уйын­сыҡтарға ла иғтибар бүленде. Шәй­ҙүк бик шатланды, ҡыҙ һауыға, тимәк.
Шәйҙүк бер көн айырыуса ҡа­натланып килде ҡыҙ янына. Тик хәстәхана бүлмәһендә берәү ҙә юҡ ине. Шәйҙүк килтергән уйын­сыҡтар ҙа юҡҡа сыҡҡан. Моғайын да, ҡыҙ һауығып, өйөнә ҡайтып киткәндер. Күренмәҫ зат бәүелсәк карауатҡа ултырҙы. Нәҙек кенә кәкре ҡул суҡ­тары менән яңы ғына бәләкәстең башын һыйындырған мендәрҙең төҫһөҙ сәскәләренә ҡағылды. Асыҡ форточка аша асыулы ел һалҡын ямғыр тамсыларын һирпте. Улар­ҙың бер-ике бөртөгө Шәйҙүктең битенә эләкте. Тәҙрә тупһаһына менеп баҫып, инде сығып киттем тигәндә:
– Китмә, зинһар, ҡал. Мин һине шул тиклем оҙаҡ көттөм, – тип асыр­ғынып ҡысҡырған тауышҡа терт­ләп, ҡатып ҡалды. Быға тиклем бер кемдең дә уға төбәп өндәшкәне булманы. Әллә ҡолаҡтары яңылы­шамы? Шәйҙүк артына әйләнде. Ка­рауаттың бейек тимер рә­шәт­кәләренә ҡулы менән сытырайып йәбешеп, ҡылған сәс бөҙрәләренә алһыу таҫма таҡҡан, зәңгәр күҙле ҡыҙ­сыҡ баҫып тора. Оҙон кер­пектәренә йәш тамсылары эленгән.
– Китмә, – тип бышылданы сабый ирендәре. – Мин һине тап ошолай итеп күҙ ал­дына килтер­гәйнем дә. Һинең барлығыңа берәү ҙә ышанманы. Тик мин генә көт­төм. Кил яныма яҡыныраҡ.
Йәш тамсылары тыпылдашып, сыңҡыл­дашып тирә-яҡҡа һибел­гәндәй тойолдо Шәйҙүккә. Ҡыҙыҡай уны күрә! Ул ышанысһыҙ ғына аҙымдар менән сабыйға атланы. Карауатка үрмәләп менде лә бәләкәстең йондоҙ-күҙҙәренә текәлеп туҡтап ҡалды. Уларҙа ике йәш бөртөгө гәлсәрҙәй ялтырай. Ҡыҙсыҡ ап-аҡ кескәй ҡулда­ры менән һаҡ ҡына Шәйҙүккә ҡағылды. Иркә бармаҡтарын күренмәҫ заттың йомшаҡ тәне буйлап йөрөттө.
– Һин матурһың, ә күҙ­ҙәрең шул тиклем яғымлы. Мин һине әле генә күрергә өйрәндем. Битем буйлап аҡҡан шатлыҡ йәштәре аша.
Ҡыҙыҡай ҡулы менән күҙҙәрен һыпырҙы ла бер бөртөк кенә йәш тамсыһы йылтыраған асыҡ усын Шәйҙүккә һуҙҙы. Инс­тинктҡа буйһонопмы, әллә эске кисерештәргә бирелепме, ул оҙон шыма теле менән гәлсәр бөртөгөн эләктереп тә алды. Әле бер ҡасан да татымаған тәм әйтте күҙ йәше: тоҙ түгел, ә шәкәр тәме. Шәйҙүктең башында миллион йәштәрҙән торған оло бер шар хасил булды ла меңдәрсә өлөштәргә бүленеп, йәйғор төҫтәрен һирпеп шартланы. Бөтә йыһан осоп йөрөүсе эре күҙ йәштәре менән тулды, ә Шәйҙүктең ҡапыл еңеләйеп киткән кәүҙәһе улар артынан күккә атылды.
…Ҡойма ямғырҙан барлыҡҡа килгән күләүектәрҙе тәгәрмәстәре аҫтынан тирә-йүнгә сәсрәтеп, ҡала урамдары буйлап ҡара зәңгәр “Ауди” елдерә. Машина хужаһы – оло ғына йәштәге ир, ялбыр ҡаштары аҫтынан уйсан күҙҙәрен йылтыратып, иркә ҡояштың шаян сәс нурҙарының ҡатлы йорттарҙың күҙ-тәҙрәләрендә, витриналарҙа, осраған кеше йөҙҙәрендә бейеүен балаларса һоҡланып күҙәтә.
Машина тау өҫтөндә түш киреп ултырған Аҡ йорт тапҡырында туҡтаны. Ҡара оҙон плащлы шат ир, сал сәстәрен йылғыр елдән туҙҙыртып, ҙур портфелен һелкә-һелкә, ике баҫҡысты бер итеп өҫкә йүгерә. Аңлатып булмаҫлыҡ үҙгәреш кисерә ул үҙендә. Төндә кескәй балаларҙың күҙ йәштәрен ялап йөрөүсе зат икәнмен тип туҙға яҙмаҫ төш күрҙе. Имеш, бәләкәс ҡыҙҙың бер бөртөк йәш тамсыһы кире әүәлге хәленә ҡайтарҙы. Башҡа һыймаҫлыҡ! Ғәжәп, ул төштәрен бер ваҡытта ла хәтерләмәй торғайны. Ә был төш шул тиклем ысын төҫлө, бына тамаҡ төбөндә әле лә тоҙ ултырғандай, кешеләрҙең уның менән һаулашыуы хатта ҡыҙыҡ кеүек, ни эшләптер үҙен ул күренмәҫ зат итеп тоясы. Күңеленә әйтеп аңлатҡыһыҙ наҙ, мөхәббәт, шатлыҡ тулған, ирендәрҙе йыйып алып булмай, йылмайғы килеп тик тора. Иртән иртүк тороп, ир уртаһына еткән улы бүлмәһенә уҙҙы ла уҫлаптай улын дөпөлдәтеп яратты, маңлайынан үпте. Улы уянып, атаһының сәйер ҡылығына иҫ-аҡылы китеп ултырып ҡалды.
Ҡыуанысы тышҡа бәреп сыҡҡан хужаларын күреп, Аҡ йорттоң хеҙмәткәрҙәре юғалып ҡалды. Ҡара болоттан да ҡарараҡ йөҙ менән, тешен ҡыҫып һөйләшкән юғары вазифалы кешене улар бер ваҡытта ла бындай сифатта күр­гәндәре юҡ ине. Хәҙер унан нимә көтөргә була инде тип аптыраштылар. Хужа ишек төбөндә үрә ҡатып ҡаршы алған, ағарынған сәркәтибен яғымлы сәләмләне лә, тиҙ генә урынбаҫарҙарын саҡы­рырға ҡушып, эш бүлмәһенә инеп бикләнде. Йомшаҡ креслоһына сумып, оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы ла ҡағыҙға шәпләп нимәлер яҙып ҡуйҙы.
– …Донъя тарихында беренсе тапҡыр был республикала Бәхетле бала саҡ министрлығы өс йыл дауамында уңышлы эшләп килә. Ҡоролтай тарафынан ҡабул ител­гән барлыҡ ҡанундар, ҡарарҙар иң беренсе улар ҡулынан үтә. Кескәй граждандарҙың тормошона ниндәй йоғонто яһауына ҡарап, уларҙың яҙмышы хәл ителә. Әгәр кире эҙемтәләре була икән, ҡарар юҡҡа сығарыла йә үҙгәртелә. Ыңғай тәжрибәне өйрәнеү маҡсатында башҡа илдәрҙән килгән белгестәр менән Аҡ йортта бөгөн асыҡ кәңәшмә үткәрелә, – тип һөйләй Yҙәк телевидениеның илдәге тәүге иң мөһим яңылыҡтар менән таныштырыусы журналисы. Зәңгәр экранда бер төркөм юғары власть вәкилдәре болон сәскәләреләй аллы-гөллө кейенгән балалар түңәрәгендә яңы төҙөлгән кескәйҙәр ҡаласығы буйлап атлай. Шат йөҙлө, ялбыр ҡашлы оло ир уҙаманы ҡулдарын болғай-болғай, йылмайып ниҙер һөйләй. Ҡаршы яҡтан килеүсе башланғыс класс уҡыу­сылары араһынан, ҡылған сәс бөҙрәләренә күҙҙәре ише зәңгәр күбәләк-таҫмалар таҡҡан ҡыҙыҡай айырылып сыҡты ла, елдәй елеп, тротуарҙан атлаған төркөм урта­һына йүгерҙе. Сал сәсле олпат ир үҙенә табан елгән ҡыҙҙы күреп ҡулдарын йәйҙе. Бер-ике, өс – ҡыҙсыҡ уның ҡосағында! Ялҡын­ланған сикәләрен ҙур вазифа биләүсенең биттәренә терәп, муйынынан һығып ҡосаҡлаған да ҡолағына нимәлер шыбырлай. Берәү ҙә ишетмәне сабый күңелле ил башлығы менән кескәй ҡыҙҙың уртаҡ серен.
– Һаумы, Шәйҙүк! Ә мин беҙҙең осрашасаҡты белә инем. Мин хәҙер ҙур үҫтем, икенсе класта уҡыйым. Һинең турала, ҙурайғас, китап яҙырмын, был әлегә сер, – тип бышылданы еләк ирендәре, күҙҙәре хәйләкәр ҡыҫылды.
Ҡыҙҙың йылғыр ҡулдары уның ҡуйынына йомшаҡ әйбер тыҡты. Олпат ир йөрәге менән тойҙо: был иҫке сепрәктәрҙән тегелгән күҙгә күренмәҫ зат, сабыйҙарҙың әсе йәштәре менән туҡланыусы Шәйҙүк-ҡурсаҡ ине.
 
https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2020-08-14/sh-y-k-ololar-s-n-ki-t-681587
 
 
Автор:
Читайте нас: