+15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Сентябрь , 15:00

АЛА ҠАҘ

Лира ЯҠШЫБАЕВА Инде ҙурайып, ҡанаттары нығына башлаған бәпкәләрен эйәртеп, кисләтеп кенә ҡәнәғәт ҡаңғылдашып, күл буйынан ҡайтып килгән ҡаҙҙар ғаиләһенә ҡарап, Вазифа еңгә йылмайып ҡуйҙы. Бик тә ярата ул үҙенең ҡаҙҙарын. Бигерәк тә Ала инәлекте ихтирам итә. Ана бит, башын юғары тотоп, төркөм алдынан нисек ғорур атлай ул. Бер-бер артлы теҙелешкән бәпкәләре артынан ғаиләһен ҡурсалап, хәстәрлекле ата ҡаҙ бара.

АЛА ҠАҘ
АЛА ҠАҘ

Хужабикә асығып ҡайтҡан ҡаҙҙары алдына емен, һыуын ҡуйҙы ла үҙе эргәләге эскәмйәгә килеп ултырҙы.Көн дә ул шулай итеп ошонда ултырып ҡаҙҙарын күҙәтергә ярата. Сәстәренә сал төшә башлаған ҡатын ошо ҡоштар ғаиләһенең ҡайһы бер яғын үҙҙәренең тормошона оҡшатып ҡуя.
Вазифа еңгәй үҙе бөтә ғүмерен ғаиләм, балаларым тип йәшәне. Иренең йәш саҡтарҙағы ситтә шаярып алыуҙарын да туғандарына һиҙҙермәне, кеше һүҙенә, ғәйбәттәргә лә ҡолаҡ һалманы. Бөтә уйы ете балаһын кеше итеү, ваҡытында ашатыу, тәрбиәләп мәктәпкә оҙатыу, йорт эштәренә күнектереү, әҙәп-тәүфиҡҡа өйрәтеү булды. Әллә баҫалҡы сабырлығы, әллә күңеленең матурлығы менән арбаны ул ажар ирен. Тора-бара йәш саҡтағы һулға йөрөү холҡон ташланы Йәноҙағы. Иллене ашаҡлап уҙған уҙаман хәҙер инде Вазифаһынан башҡа тын ала алмай.Ҡайсаҡта кистәрен икәүҙән-икәү генә көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп-сөкөрләшеп алғылайҙар. Бындай саҡтарҙа Йәноҙағы асылып уҡ китә: “Әбекәйем, ҡәҙерлем, берҙән-берем”, - тип Вазифаһының сал төшкән сәстәренән һыйпап ҡуя. - Йәшәүемдең бар йәме, бар мәғәнәһе һин генә. Ысын мөхәббәт олоғая башлағас, тормошто аңлағас килә икән, - ти ул ҡатынына һөйөп ҡарап. - Йәшлектәге ғишыҡ-ғашриҡтар бүстәк ул. Бөркөттәй уландарыбыҙ, ауылыбыҙҙың йәме булырҙай ҡыҙҙарыбыҙ үҫеп етте. Мин бәхетле атай, - ти. Бындай саҡтарҙа Вазифаның да күңеле иреп китә, сабыр холоҡло ҡатын, үткәндәрҙе онотоп, өнһөҙ-тынһыҙ ғына иренең күкрәгенә һыйына.
Йәноҙаҡ йыш ҡына: “Матур матур күренмәй, һөйгән матур күренә”, - тип ҡабатларға ярата. Бының менән ире ни әйтергә теләйҙер, уныһын Вазифа еңгәй тикшереп тормай. Ҡәнәғәт ул үҙҙәренең тормошонан:
-Аллаһыма мең шөкөр, балаларыбыҙҙан уңдыҡ. Ҡушағым менән ҡуша ҡартайып киләм. Раббием, алдағы көндәрҙә лә тәүфиҡтан айырма, сабырлыҡтар бир”, - тип Аллаһына һығына ла барына шөкөр ҡылып, йәшәй бирә.
Ҡаҙҙарын бағып, бесәнгә киткән ирен көтәүәлләп, эскәмйәлә ултырған оло йәштәге ҡатын, үткән ғүмерен иҫләй-иҫләй, иғтибарын йәнә ҡаҙҙарына йүнәлтте.
Хужабикә көҙҙән ике оя инәлекте, ҙур кәүҙәле бер көслө аталыҡты алып ҡалғайны. Аҡ ҡаҙ менән Ала ҡаҙ яҙ башынан аталыҡ эргәһендә ирәбе генә йөрөнөләр, ҡар һыуҙарында ҡойона-ҡойона, рәхәтләнеп уйнанылар. Унан хужабикәнең алдан әҙерләп ҡуйған ситән ояһына береһе ун өс, икенсеһе ун йомортҡа һалдылар ҙа икеһе бер юлы баҫырға ултырҙылар.
Тәбиғәт уянып, донъялар йәмләнеп килгән саҡта ғына яңғыҙ тороп ҡалған Ата ҡаҙға сикһеҙ күңелһеҙ ине:
- Ҡыйғаҡ! Ҡыйғаҡ! Мин яңғыҙмын. Бында рәхәт! Сығығыҙ яныма!– тип инәлектәрҙе ҡыйғаҡлап тышҡа саҡырҙы.
Ала ҡаҙ гүйә аталыҡтың саҡырыуын ишетмәне лә, үҙенең бик мөһим эш башҡарыуын аңлаған ҡиәфәттә, ояһында күкәйҙәрен баҫып, тыныс ҡына ултыра бирҙе. Ә бына Аҡ ҡаҙҙың ҡыланышы икенсерәк булды. Ул Ата ҡаҙҙың һағышлы тауышын, үҙҙәрен өҙөлөп саҡырыуын ишеткәс тә йөрәкһене, урынында ултырып сыҙай алмаҫ хәлгә килде. Әйләнде-тулғанды, күршеһендәге Ала ҡаҙға ла ҡарап алды. Тыштан яңынан: “Ҡыйғаҡ, ҡыйғаҡ”тигән моңһоу тауышты ишетте лә, башҡаса түҙә алмайынса, йомортҡаларын йомшаҡ мамығы менән тиҙ-тиҙ генә күмде лә сыпыраңлап тышҡа, йән һөйгәне янына сыҡты ла китте. Ата ҡаҙ уны өлтөрәп ҡаршы алды, оҙон үңәсен һуҙып, ҡаурыйҙарын һыйпаны, муйынын Аҡ ҡаҙҙың муйынына терәп, ҡолағына мөхәббәт һүҙҙәрен бышылданы. Уның һылыулығын, ҡуштанлығын маҡтап бөтөрә алманы.
- Ҡыйғаҡ, ҡыйғаҡ! Һиндәй сибәркәйгә бала нимәгә! Һин донъяға һөйөр, һөйөлөр өсөн яратылған илаһи зат! – тип бышылданы ул һөйгәненең ҡолағына.
Шулай башланып китте уларҙың рәхәт тормошо. Икәүләп бәхет диңгеҙенә сумдылар. Күләүектәр һайын йөрөп, туйғансы һыу ҡойондолар, рәхәтләнеп уйнанылар, яҙғы урман-ҡырҙарға һоҡландылар, туйғансы күңел астылар. Бер-береһен мәңге һөйөргә вәғәҙәләр бирештеләр. Был саҡтарҙа Ата ҡаҙ ояла арыу-талыуҙы белмәй йомортҡа баҫып ултырған Ала ҡаҙҙың барлығын, гүйә, бөтөнләйгә онотҡайны. Ала ҡаҙ үҙе лә аталыҡ турында уйлап та бирмәгәндәй күренде. Уның бөтә хәстәре ун өс йомортҡаны ла тигеҙ генә баҫып, һау-сәләмәт бәпкәләр сығарыу ине. Ул ситән ояһынан ике көнгә бер генә төшә лә Вазифа еңгәй әҙерләп ҡуйған емде һоғаланып ҡапҡылай ҙа кире ояһына ашыға.
Хужабикә әрләй-әрләй ҡайта-ҡайта Аҡ ҡаҙын тотоп индереп, ояһына ултыртып ҡараны. Тик бының файҙаһы булманы. Бәйле аҙған, анһат йәшәүҙең тәмен тойған елбәҙәк ҡаҙ хужабикәһен тыңлауҙан уҙғайны. Ата ҡаҙҙың саҡырыуы була, инде һыуыған күкәйҙәрен мамыҡ менән дә күмеп тормай, тышҡа атлыға.
- Был суҡынғырҙан рәт сыҡмаҫ, ахрыһы. Аҙғында бәпкә ҡайғыһы юҡ, уға аталыҡҡа ҡуштанланһа булды, - тип һуҡрана-һуҡрана бер көндө хужабикә ояһын ташлаған иманһыҙ инәлекте ишек алдынан уҡ сыбыҡлап ҡыуалап сығарып ебәрҙе. Ҡанатына сыбыҡ осо тейеп ҡалған Аҡ ҡаҙ муйынын аталыҡҡа ҡарап һоноп, эй йәнасыҡҡа ҡаңғылданы, хужабикәне ошаҡланы буғай. Әммә Ата ҡаҙ һөйгәнен яҡлап, Вазифа еңгәйгә барып йәбешмәне, уның яғына ҡарап бер генә ыҫылданы ла шуның менән эш бөттө.
Ошо сығыуҙан Аҡ ҡаҙ ояһына әйләнеп ҡайтманы, ә Ала ҡаҙ һаман ныҡышып ултырыуын белде.
Бына, ниһайәт, бер матур иртәлә Вазифа баҫып ултырған Ала ҡаҙының ярҙам һорағандай ядбарыулы ла, шул уҡ ваҡытта хәстәрлекле лә, иркә, наҙ тулы тауышын ишетте. Ул оя эргәһенә ашыҡты. Хужабикәһенең бәпкәләренә зыян килтермәҫен белеп торған Ала ҡаҙ уларҙы ҡыҙғанып үрһәләнмәне. Ҡәҙерлеләренең наҙлы сипылдашыуын тыңлап, уларҙы һөйөү тулы ҡарашы менән иркәләп, тыныс ҡына баҫып тора бирҙе. Вазифа тиҙ генә йылы һөт алып килеп, һап-һары бәпкәләрҙе ауыҙландырып сыҡты. Һыуһындары ҡанған бәләкәстәр, тиҙерәк йылы ҡанат аҫтына сумырға ашыҡты, нәфис суҡыштарын инәһенең мамығына терәп, шунда уҡ татлы йоҡоға талдылар.
Ала ҡаҙ бәпкәләрен ишек алдына алып сығырға ашыҡманы, әҙерәк утыҡһындар әле, тине буғай. Вазифа ла барыһын да ҡаҙҙың үҙ яйына ҡуйҙы. “Аҡыллы бит, ни эшләргә кәрәклекте үҙе белер, - тине лә артыҡ ҡыҫылманы.
Бына бер көндө, ниһайәт, төләгән, йонсоған, ләкин әсә булыуы менән сикһеҙ бәхетле Ала инәлек ун өс бөртөк һары йомғағын эйәртеп, ишек алдындағы йәшел сирәмгә сыҡты. Башта:
Ҡаҡ-ҡаҡ! Ҡаҡ-ҡаҡ! – тип яҙғы матур көндө, үҙенең тыуып үҫкән ихатаһын, бөтә тирә-йүнде сәләмләне. Бер аҙҙан, тирә-яҡты байҡап, тағы сабыр ғына ҡаҡылдап ҡуйҙы. Быныһы бәпкәләренең атаһын саҡырыуы булды буғай.
Күптән бәпкәләрен эйәртеп йөрөгән ҡаҙҙарға күҙе ҡыҙып, Аҡ ҡаҙҙың әрһеҙ мөхәббәтенән, бер туҡтауһыҙ ҡуштанланыуынан биҙрәгән, самаһыҙ һырпаланыуынан тамам ялҡҡан Ата ҡаҙ ихаталағы Ала ҡаҙҙың тауышын танып ҡалды. Бер ай буйы типтереп күңел асҡан сибәркәйен онотоп, ул торҙо ла ишек алдына табан йүгерҙе. Инәләре эргәһендә күңелле итеп үлән тартып йөрөгән бәпкәләрен күреп, Ата ҡаҙ ҡыуанысынан саҡ аҡылдан яҙманы. Башта ул муйынын оҙон итеп һуҙып, һағыныуын, тәрән ихтирамын белдереп, бәпкәләренең инәһен сәләмләне. Унан балаларына боролдо, яндарына килеп, һәр береһен суҡышы менән иркәләп, һөйөп сыҡты. Шунан шатлығынан илереп бейей башланы.
Көтмәгәндә ихатаға күршеләрҙең эте килеп инде. Ғәҙәттә, Вазифа апайҙарҙы эҫе күргән Аҡтырнаҡ исемле был күрше эте уларҙың ихатаһына көнөнә бер-ике инеп урамаһа, хәл белешмәһә, күңеле булмай ине. Башҡа саҡтарҙа Аҡтырнаҡҡа иҫе лә китмәгән Ата ҡаҙ, бөгөн, әйтерһең, сығырынан сыҡты. Эткә осоп барып ҡунды ла осло суҡышы менән таларға, көслө ҡанаттары менән туҡмарға кереште. Ҡото осҡан Аҡтырнаҡ ярһыған Ата ҡаҙ тырнағынан саҡ тигәндә ысҡынып, алдын-артын ҡарамай, урам буйына сығып һыпыртты. Оло еңеүе менән ҡанатланған Ата ҡаҙ бер ситтә торған ғаиләһе янына ашыҡты, муйынын һуҙып, балаларына яуыз дошманды нисек еңеүен һөйләне лә:
- Ҡәҙерлеләрем минең, атағыҙ бар саҡта бер кемдән дә ҡурҡмағыҙ, һеҙгә берәү ҙә тейә алмаҫ. Белегеҙ, мин һеҙҙе йәнемдән артыҡ һаҡлармын, - тип бәпкәләренә иркә тауыш менән бышылданы. Ата булыу ҡыуанысынан, ысынлап та, ул үҙен еңелмәҫ батыр итеп тоя ине шул.
Ул арала талсыҡҡан бәпкәләр берәм-берәм инәһенең ҡанат аҫтына инеп сумды. Ә Ата ҡаҙ муйынын оҙон итеп һоноп, ҡәҙерлеләренә тағы берәй ҡурҡыныс янамаймы икән тип, һаҡҡа баҫты һәм күкрәген киреп, дошманына ташланырға әҙерләнде.
Бына бер саҡ урам буйындағы күләүектә һөйгәнен көтөп арыған Аҡ ҡаҙ күренде. Ул ишек алдын йәмләп йөрөгән бәпкәләрҙе, төләп ҡураныс ҡына булып ҡалған Ала ҡаҙҙы күреп, аптырап ҡалды.Улар эргәһендә һаҡсылай торған ғорур, ҡуҡыр Ата ҡаҙҙы шәйләп, тағы нығыраҡ ғәжәпләнде.
- Аһ-аһ, был ни хәл? Ниңә йән һөйгәне яңғыҙын ташлап китте? Әллә ошо һәпрә йолҡош өсөнмө? Бәпкәләре сыҡҡан имеш берәүҙең! Килештергән, хәстрүш! Ата ҡаҙ барыбер тик минеке генә буласаҡ. Ул мине генә ярата!
Элеккенән дә нығыраҡ ағарып, көрәйеп, матурайып, аҡҡошҡа оҡшап киткән Аҡ ҡаҙ ҡупырайып шулай тип уйланы.
- Ҡыйғаҡ, ҡыйғаҡ, киттек йылға буйына. Мин һине һағындым! – тип үҙ-үҙенә ышанған көр тауыш менән ул Ата ҡаҙҙы эргәһенә саҡырҙы. Был ни хәл? Һөйгәне уны бар тип тә белмәй, уның яғына әйләнеп тә ҡарамай. Ни булған уға? Әллә сихырлағандармы? Юҡһа йолҡош Ала ҡаҙ нисек итеп уны үҙенә ҡарата алһын? Булмаҫ, булмаҫ! Ата ҡаҙ һуҡыр түгел, бөтә тирә-яҡта иң сибәр тип танылған Аҡ ҡаҙын шул төләгән алаҡайға алыштырмаҫ. Һөйгәненең ҡыланышына тамам аптырап ҡалған Аҡ ҡаҙ, уның янына үҙе барырға булды.
Ғаиләһе эргәһенә яҡынлап килгән Аҡ ҡаҙҙы Ата ҡаҙ ужар сәсеп ҡаршы алды. “Бында яҡын киләһе булма!” тигән кеүек оҙон муйынын асыулы һуҙып, суҡышын ослайтып, йыландай булып ыҫылданы. Был ни ғәжәп! Был бит хыянат! Кисә генә ул быуа буйында: “Матурым, аппағым, мөхәббәт утында янам, һине яратам”, - тип вәғәҙәләр биргәйне, бөгөнгө ҡыланышы сәйерҙең дә сәйере. Ниңә бөгөн ул Аҡ ҡаҙҙың матурлығын күҙгә лә элмәй? Шулай буламы икән ни? Ата ҡаҙҙың ҡайнар хистәре шулай тиҙ һүрелеүенә ышана алмаған сибәркәй матур кәүҙәһен ғорур тотоп, һаман бәпкәле ғаиләгә яҡынлашты. Ул нәфис муйынын һуҙып, кәүҙәһен турайтып, ебәктәй ҡауырыйҙарын өлпәйтеп, ҡылансыҡланып ап-аҡ ҡупшы ҡанаттарын йәйеп ебәрҙе, нисек тә Ата ҡаҙға оҡшарға тырышты. Күрәләтә ғәзиз бәпкәләренән айырырға тырышҡан елбәҙәктең бындай оятһыҙлығына түҙер хәле ҡалмаған Аталыҡ йән асыуы менән барып Аҡ ҡаҙҙы суҡып алды. Ярһыған аталыҡ ғаилә араһын боҙорға маташыусының күҙҙәрен дә соҡоп алырға иткәйне, тегеһе, ярай, ҡасып өлгөрҙө. Ата ҡаҙ ғаилә ҡорорға эшкинмәгән, еңел ҡылыҡлы елбәҙәкте ҡапҡанан сыҡҡансы баҫтырып китте лә йүгерә-йүгерә кире бәпкәләре янына килде:
- Башҡаса ул елғыуар бында килеп, һеҙҙе маҙаһыҙлап йөрөй алмаҫ. Минең бөтә уйым-хисем һеҙҙә генә, ҡәҙерлеләрем, - тине.
Аталарының үҙҙәрен шул тиклем өҙөлөп яратыуына тамам ышанған бәпкәләр ҡыуанышып сипылдашты. Ала ҡаҙ иһә, әйтерһең, ни булғанын күрмәне лә, белмәне лә, ул һаман сепейҙәренә бәпкә үләнен нисек табырға, уны нисек итеп өҙөп алып ҡабырға өйрәтеү менән мәшғүл ине.
Баянан бирле ҡаҙҙарының ҡыланышын ҡыҙыҡ күреп күҙәтеп ултырған Вазифа еңгәй: “Бынау Ата ҡаҙ хәс тә минең Йәноҙағым инде. Ул да арлы-бирле ситтә йөрөп алыр ҙа ғаиләм, тип өҙәләнеп ҡайтып инер ине, - тип ҡатын үҙ алдына көлөмһөрәп ҡуйҙы. Хәҙер инде ире үткәндәрен иҫенә лә алмай: “Үпкән-ҡосҡан - елгә осҡан. Мин хәҙер ғаиләм тип ут эсенә инергә, ҡатыным тип йәнемде бирергә әҙермен”, - тип ебәргән була ул.
Эйе, тышҡы матурлыҡ ҡына ир-ат халҡын үҙенә бәйләп ҡуя алмайҙыр шул. Ирмен тигән иргә ышаныслы ғаилә, өй тулы бала кәрәк. Халыҡ, түҙгәнгә – түш тейә тип, дөрөҫ әйтә. Вазифа хәҙер йәш сағында иренең уңға-һулға йөрөүен иғтибарға алмай, кеше һүҙенә бармаҡ аша ҡарауына ҡыуанып бөтә алмай. Бына тигән балалар, бер көтөү ейәндәр, эргә-тирәһе тулы ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар, дуҫ-иштәр. Ул бәхетле ҡатын. Сабыр төбө һары алтын шул ул. Ҡаҙҙарының ҡыланышын күреп, Вазифа быны тағы бер тапҡыр төшөндө.

Фото: ru.pinterest.com

Автор:
Читайте нас: