-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Сентябрь , 18:00

БЕҘҘӘ ЛӘ ТУЙ

Миңә үткән көҙ биш йәш тулды. Ҙурайып барам инде. Өр-яңы йылдың иң беренсе көнөндә йылы кейенеп тышҡа сыҡтым. Урам ғәҙәти булмағанса шау-гөр килә ине. Көтмәгәндә кемдер һөрән һалды:- Һебә килә! Һебә-ә! Китегеҙ юлдан!Юлға яҡын торғандар барыһы бер булып ситкә һибелде. Мин шунда ғына үрге остан беҙгә ҡарай йән аямай сабышып килгән ылауҙарҙы шәйләнем. Ахыр сиккә етеп ярһыған арғымаҡтарҙың тояҡтары ергә теймәй кеүек, арттарынан өйөрмә күтәрелә, өлпәрәм ҡар саң-томан ише борхоп ҡала.

БЕҘҘӘ ЛӘ ТУЙ
БЕҘҘӘ ЛӘ ТУЙ

Шаңҡытҡыс тамашанан мине ҡурҡыу солғап алды: берәйһе сананан яңылыш йығылып ҡалмағайы. Туй үткәрәм тип имгәнеп-фәлән ҡуйыуы бар. Әммә бер кем дә йығылманы ла, имгәнмәне лә. Тәртә менән дуғаларында сәскәле тауарҙар елберләгән ылауҙар шарран асыҡ ҡапҡалы ихатаға инеп юғалғас ҡына иркен тын алдым. Башымдан: "Их, шулар ише арғымаҡтарҙа бер сабып уҙаһы ине!" - тигән уй үтте. Әлеге уй теләк кеүек ҡабул ителде, ахыры... Өләсәйемдең ишек алдында уйнап йөрөгәнемдә сана табандарын күңелле йырлата-йырлата ҡапҡабыҙ алдына егеүле ат килеп туҡтаны. Мин таҡта ярығынан йәһәт кенә урамға ҡарай һалдым. Берәй нәмә үтеп барһамы, йәиһә тауыш ишетелеп ҡалһамы, гелән шулай итәм. Ярай әле олатайымдан ҡалған иҫке ҡапҡабыҙҙың ярыҡтары күп.
Ығып бөткән терәкле, ябай эш санаһына күпертеп һалынған мул ғына бесән өҫтөндә икәү күренә. Аттың башы ҡапҡаға килеп терәлгәс:
- Тр-р, Ҡара ҡашҡа! - тине лә уларҙың береһе, еңел генә ҡуҙғалып, ергә төштө, толобон сисеп санаға ырғытты. Ҡыҙыҡ, инде туҡталған атҡа ни өсөн "тр-р" тиҙер? Ә-ә, төшөндөм, үҙҙәренең килгәнен белдерер өсөн шулай итә ул. Үҙем дә бит берәйһенә йомошҡа барһам, ихатаға инмәҫ элек йә ҡысҡырып ебәргән булам, йә ниндәйҙер көй һыҙғырам. Шунда уҡ тәҙрәнән хужаның башы күренә. Эте бар икән - ҡаршы сыға, булмаһа - көтөп кенә ултыра. Алдан йәүкә һалып килеүең - яҡшыға ғына. Тауыш-тынһыҙ барып инеп, кешене уңайһыҙ хәлгә ҡалдырыуың бар, юғиһә.
Еңелсә кейемдә ҡалған йәш ағай, йәһәтләп, ҡапҡаны асып ебәреүгә ылау, шағыр-шоғор һыҙланып, ихатаға үтте. Сананан ниҙер һөйләнә-һөйләнә, көр тауышлы ир төштө. Быныһы ауыр тунын сисеп тә тормаҫтан, туйтанлап, миңә ҡаршы атланы. - Һаумы, улым! Шәп йөрөшмө, фулиган? - тип ҡоласын йәйеп ебәрҙе. Иҫемде йыйып өлгөргәнсе, ике ҡуллап күтәреп үк алды. Бәй, Ишҡол ауылында йәшәгән Ғәле апам икән дә! Танымай ҙа торамсы.
Фулиган, тип ул мине насарлап әйтмәй. Бының үҙ сәбәбе бар. Ул сәбәп былайыраҡ: йәй көндәре апам - Зәбирә инәйемдең ире - беҙгә мотоциклда килә. Ул көндө лә бытырҙап килеп туҡтаны ла, тимер атын тәҙрә алдына һөйәп, өйгә үтте. Мин, әлеге шул тик тормағанлыҡ инде, йомшаҡ ултырғысты самалап ҡарайым, тип матайҙы өҫтөмә ҡолаттым. Ҡыҫылған көйө күпме ятҡанмындыр, күҙ алдарым ҡараңғылана башлағанда төн эсенән Ғәле апамдың һиҫкәндергес тауышынан һушыма килдем: - Ну, фулиган малай! Кем ҡушты һиңә мотоциклға тейергә, ә? - Яңынан көн тыуып, ҡояш нурҙарына күҙҙәрем сағылып китте. Әлеге хәлдән һуң өс көн аяҡтарыма баҫа алмайынса быуынһыҙ яттым. Ошо арала карауат эргәһенән китешмәгән өләсәйем "Ҡыуығына зарар килмәһә ярар ине", тип хафаланһа, "Нимә бар ине, йә, шул бысраҡ матай эргәһендә?" тип әсәйем орошто. Ярай әле атайым - ир кеше - ҡаты һуғылманы. Ул ғына аңланы мине. Аңланы һәм хәлемә керҙе:
- Шулай абына-һөрөнә, бәрелә-һуғыла, яңылыша-хаталана өйрәнәһең инде, улым, йәшәргә, - тип башымдан һыйпауы булды күҙ йәштәремде көскә тотоп торған быуа йырылды ла китте. Бер талай илағандан һуң нисектер еңел булып ҡалды. Кәрәк сағында күҙ йәштәренә ирек биреү, уларҙы көсләп тыйып тотмауҙың да шифаһы бар икән. Башымдан үткәс үҙем беләм. Өлкәндәр ҙә белмәй түгелдер. Ни өсөн тигәндә, мин илаған саҡта тыйыусы ла, әүрәткән дә кеше булманы. Ана шул көндән мин "әфисәр" Ғәле апам өсөн "фулиган малай".
- Йә, "фулиган" улым, хәлдәр нисек? Кем бар өйҙә? Ништәп күренмәйҙәр? Өләсәң ҡайҙа? - Апам һорауҙарының береһенә лә яуап ҡайтарырға ирек бирмәйенсә, күңелле шаулап, болдор яғына ыңғайланы. Шөйлә тәрәнәйгән ҡарҙа янбашынан зәғиф уң аяғын ул һөйрәберәк, һылтыҡлап, ауырлыҡ менән атлай. Һуғышта әфисәр булған - капитан. Ауыр яра һөҙөмтәһендә бер аяғы икенсеһенән ҡыҫҡараҡ та булып ҡалған, етмәһә.
- Бөтәһе лә өйҙә, - тинем мин албырғап, - юҡ, өләсәйем өйҙә бер үҙе. Һеҙҙең килгәнде белмәй ултыралыр.
- Белә ул, белә. - Апам быны ышаныслы әйтте. - Мәхмүт, атты туғарып, түбәлек аҫтына бәйҙә. Ҡара уны, мин әйтмәйенсә һуғарма, - тип бойорҙо ла ишеккә инеп юғалды. Мин теге егеттең исеме Мәхмүт икәнлеген белә алдым, уның янына килдем. Ул тәртәләрҙе күтәреп бәйләп маташа ине. Аяҡ аҫтында ҡамасаулап ятмаһындар өсөндөр инде.
- Мәхмүт ағай, ә һин беҙгә кем булаң? - Уның һоро күҙҙәренә текәлдем. Мәхмүт күҙен ҡыҫып йылмайғандай итте:
- Көймәһәң, үҙеңә еҙнәй булмаҡсымын.
Минең "еҙнәй" тигән һүҙҙе ошоғаса ишеткәнем юҡ, уның нисегерәк туған икәнлеген дә әйтә алмайым. Ә йылмайып торған Мәхмүт быны шунда уҡ һиҙеп алды (зирәк икән):
- Фәриҙә апайыңды кәләш итеп алырға килгәйнем, - тип тураһын әйтте. - Өйҙәме апайың?
- Юҡ, ҡасан ҡайтырын да белмәйем... Алыҫта ул.
- Һин белмәһәң, мин беләм, ҡәйнеш, кискә ҡайта ул. - Мәхмүт йәнә серле итеп көлөмһөрәне. Был юлы хатта күҙҙәренән нур сәселеп китте. Бына һиңә: ошоғаса белмәгән-күрмәгән берәү оҡшай ҙа башланы түгелме?
Эңер ҡуйырғанда ҡыш башынан ҡайтып күренмәгән Фәриҙә апайым, ысынлап та, килеп инде. Ҡайҙан белде икән был? Мин һоҡланып Мәхмүткә ҡарап алдым. Ул да миңә күҙ һирпеп ҡуйҙы. Шуның менән беҙ бер-беребеҙҙе аңлап та алабыҙ. Рәхәт икән еҙнәйле булыуы. Шәп икән еҙнәй тигәндәре. Ә ул миңә, ҡәйнешенә, нисегерәк ҡарай икән? Әллә апайымды ҡулға төшөргәнсе генә шулай йылмандарғамы иҫәбе? Юҡтыр, һис ундайға оҡшамаған Мәхмүт - минең буласаҡ еҙнәйем.
Йылҡылдағансы йышылған еҙ самауыр артында эсен "йылыта" һалып алған Ғәле апамдың теле асыла төштө. Хәҙер уның күк күкрәгәндәй тауышынан бәләкәй өйөбөҙ һелкенеп тора.
- Шулай, ҡәйнәм, - ти ул урындыҡ ситендә сәй яһап ултырған өләсәйемә, - бына бажа әпкилдем. Үҙемә оҡшағанын һайлап. Көйһәң - көй, көлә икәнең - миңә ҡарап көл. Үҙем димдәнем, үҙем яусылайым. Ҡалғаны, ҡәйнәм, һеҙҙән тора, биғәйбә.
- Ярай инде, кейәү, хәйерлегә булһын, - тип ҡуя өләсәйем, яулыҡ мөйөшө менән ауыҙын баҫа биреп, бер аҙ фекер туплағандай ултырғас. - Ҡыҙ кешенең ни, уаҡытында эйәле-башлы булып ҡалғаны һәйбәт инде уның.
Миңә ҡалһа, был һүҙҙәр апайым менән еҙнәмә фатиха булып яңғырай. Хәйер, бер миңә генә түгел икән, ана, ишек төбөнә инеп баҫҡан Мәхмүттең йөҙө уғата балҡый башланы, ә апам шашынып уҡ китте:
- Һай, хаҡты һөйләйһең! Тураһын әйттең! - тип уның эсенә һыймаған шатлығы тышҡа бәреп сыҡты. Әллә ихлас күңелдән, әллә ярамһаҡланып, ҡәйнәһенең арҡаһынан һөйөп ала. - Алтын бит ул минең ҡәйнәм!
- Ниндәйерәк заттан һуң ул... егет? - Өләсәйем ҡыҙыҡһына ҡуя.
- Алтын-көмөштән тип әйтә алмайым затын, шулай ҙа, хур булмаҫ балдыҙ Мәхмүткә барһа. Шәп егет ул.
Мәхмүт инде был һөйләшеүҙе ишетмәй. Ул тышта эш бөтмәгән һылтауы менән сыға һалып китте. Тәрбиәле лә икән. Бер аҙҙан уны ла мул ғына табынлы сәйгә саҡырҙылар.
Ҡараңғы төшөп, инде күҙ бәйләнә башлағанда, Ғәле апам төпкө өйгә инеп боҫҡан Фәриҙә апайым менән Мәхмүтте, ай-вайҙарына ҡарамай, этә-төртә тигәндәй, сығарып ебәрҙе.
- Һәйбәттәп һөйҙәшһендәр, - тине, тегеләр артынан ишек ябылғас, - һөйҙәшеп-килешеп йәшәүгә ни етә! Дөрөҫ әйттемме, ҡәйнәм?
- Раҫ әйтәһең, кейәү, шыпа томана килеш йәрәшкәнсе, былай аҙ-маҙ булһа ла берен-бере белерҙәр, - Өләсәйем кейәүен ҡәнәғәт йөпләп ҡуйҙы.
Тыштағылар минең өсөн дә ҡыҙыҡһыныу уята: нимә тип һөйләшәләр икән? Шуны һәләк белгем килә. Тик улар янына сығырға һылтауы кәрәк. Түрбашта ҡашығаяҡ шалтыратып, аш-һыу менән булашҡан өләсәйем тирәһендә бутала башланым. Юрый ғына. Үҙе әйтмәксе - оронсоҡ яһайым. Хәйләмде һиҙмәй буламы инде өләсәйем, әлбиттә, һиҙҙе. Эйелә биреп ҡолағыма ғына:
- Бар, ана, апайыңдар ни серләшә икән, ипләп кенә тыңдап тор, - тип шыбырланы. Нәҡ ошоно көткән мин, көпөмдө кейеп тә тормаҫтан, арҡама ғына ябып, тышҡа, тегеләр янына атылдым. Байтаҡ тороп, күҙ ҡараңғыға күнеккәс кенә шәйләнем: апайым лапаҫҡа күтәрелә торған баҫҡыс баҫмаһына менеп ҡунаҡлаған, Мәхмүт уның йәнәшәһенә, ҡоймаға һөйәлгән. Өйҙә саҡта әллә кем булып батырайһам да, әле килеп баҙап ҡалдым, яҡын барырға тартынып, ситтән генә тауыштарға ҡолаҡ һалып тора башланым. Ситтәрҙең серләшкәнен йәшерен тыңлап тороуы ярамаған эш икәнлеген беләм, әммә былар ситме? Миңә теге икәүҙең айырым һүҙҙәре, апайымдың сырҡ-сырҡ көлгәне генә ишетелеп ҡала, һөйләшеүҙәренең мәғәнәһенә төшөнөрлөк түгел, тимәк, яҙығы ла юҡ. Үҙемде үҙем шулай тынысландырып маташам.
Байтаҡ сөкөрләшкәндән һуң, мин инде өшөй башлағанда, Мәхмүт менән апайым инеү яғына ыңғайланылар. Күҙе үткер икән Мәхмүттең, өй мөйөшөндә боҫоп торһам да шәйләп алды.
- Әһә, ҡәйнеш разведкаға сыҡҡан, - тине ул ҡыуанып киткәндәй.
- Булмайыраҡ торһон әле ҡәйнеш. - Апайым ҡаршылашҡан булды. Юрый ғына инде, һиҙеп торам. Юрый икәнлеген белһәм дә күңелемә шик инеп оялай һалды: кире ҡағып ҡуймағайы.
Самаһыҙ эҫеп киткән өйҙә, усаҡ янында, ҡыҙара-бүрткән өләсәйем тәмле еҫтәр бөркөп, боҫорап торған эре-эре ит киҫәктәрен ҡаҙандан оло ҡоштабаҡҡа бушата. Ҡунаҡ саҡырғанда, йәиһә ҙур мәжлескә була ғына шулай мул итеп һала ул итте. Тимәк, беҙҙе алда йә мәжлес, йә мин әлегә белмәгән башҡа байрам көтә. Ошо уйымдан нимәлер эсемде ҡытыҡлай ҙа башланы.
Фәриҙә апайым өләсәйемдең ҡолағына ниҙер шыбыр-шыбыр итте лә сығып китте. Ә еҙнәм (әллә нишләп шул һүҙҙе әйткем килеп тик торасы) баҙнатһыҙ ғына төпкө бүлмәгә үтмәксе ине, шунда уҡ Ғәле апамдың ҡыжылдаҡ-ҡырыҫ тауышы ишетелде: - Бажа, һин был яҡҡа үтмәйерәк тор, ситке бүлмәлә генә ултыр.
Кешеләр ҙә ҡыҙыҡ инде: әллә ниндәй мәҙәк ғөрөф-ғәҙәттәр уйлап сығарғандар ҙа үҙҙәре шуларға ышаналар. Ана, апамды ғына ал, уҡытыусы кеше, үҙе бажа ла бажа, тип өҙөлөп тора, үҙе еҙнәмде түргә үткәрмәй. Йәнәһе уға, йәш кейәүгә, беренсе өрлөктән уҙырға ярамай.
Еҙнәм, оло гонаһ ҡылғанмы ни, йәһәт кенә ситке өйгә сыға һалды ла, йомошҡа ингән малай һымаҡ, урындыҡ ситенә терәлде. Ярай әле ошо мәл Сәкинә апайым ҡайтып инде. Ул урындыҡтың төп яғына шаршау тартып, ҡорған ҡорҙо. Еҙнәмде шунда индереп ултырттылар. Миңә үтә ҡыҙыҡ күренде был эш. Башымды тығып шаршау эсенә ҡарағым килә - батырсылығым етмәй. Шул тирәлә ураңғыланып йөрөнөм дә, түҙмәнем, шаршау ситен ҡалҡытып, эскә күҙ ташланым. Мәхмүт, минең буласаҡ еҙнәм, шәм яҡтыһында ниҙер уҡып маташа. Күҙ ҡыры менән мине күрҙе, буғай, бармағы ишара яһаны: кил бында, йәнәһе. Миңә ни, шул ғына кәрәк: йылп итеп шаршау эсенә сумдым.
Мәхмүт, ҡытыҡлап, ҡабырғама төрткән була. Шаярта инде. Аулаҡта оҙаҡ ҡына сер һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул мине оҡшатты шикелле, усымды тултырып, зыңлап торған көмөш тәңкәләр йомдорҙо. Ысынлап та шәп икән еҙнәйле булыуы! Әллә нисә киноға етерлек бит миңә был байлыҡ! Хатта дуҫыма ла биреп торорға була. Үтескә.

* * *

- Фәриҙәмде һөҙәшеп ҡайттылар, - тип бошонғандай итте өләсәйем бер көн, ут күршебеҙ Таҡыя инәй ингәндә, мыштым ғына күҙҙәрен һөртөп. - Кинйәкәйем дә китә инде оя таштап...
Миңә ул шул ҡәҙәре йәл булып китә. Олатайым һуғышҡа алынғанда биш бала менән ҡалған өләсәйем ниҙәр генә күрмәгәндер, әммә бишеһен дә аяҡтарына баҫтыра алған. Бына бөгөн иң кесеһен оҙатырға йыйына.
- Ярай, өҙгөләнмә лә, бөтөрөнмә лә. Бер һинән генә уҙған хәлме. Хәйерлегә юра. Бәхетле булһын, таҫтарҙы булһын. Барған урынына таш булып һеңһен. - Шәмәргән өләсәйемдең хәленә кереп маташҡан инәйҙең үҙенең дә тауышы ҡалтыранып, күҙҙәре еүешләнә. - Ҡоҙаһын ҡасанға килештегеҙ?
- Март башына киләләр инде, Алла бирһә. Ете дуға булып. - Өләсәйем бер сама тыныслана төшкән һымаҡ. - Ҡар ихласлап ирей баштамаҫ элек үткәреп ҡуяйыҡ, тиҙәр.
- Тағы бер әйтәм, ҡайғырма ла, бошонма ла, ҡәйенеңгә, күрше хаҡы - Тәңре хаҡы, иҫән-һау саҡта ҡулдан килгәнсе ярҙам итербеҙ. Мәлендә һин миңә иң терәшмәй ҡалманың, беҙ ҙә ташламабыҙ. Йән биргәнгә - йүн биргән, нисек тә үткәреп ебәрербеҙ. - Рәхмәт инде, күрше, йылы һүҙеңә, ихлас теләгеңә. Хәлемә керҙең. - Бөтөнләй тынысланған өләсәйемдең йөҙө яҡтырып китә.
Мин Таҡыя инәйҙең өләсәйемә, ҡәйенеңгә, тип өндәшкәнен тәүләп ишетәм, шуға күрә уның ниндәйерәк туған булыуын әйтә алмайым.

* * *

Апайымдың туйы шау-гөр килеп, аҙна буйына дауам итте. Түбән ос бығаса күрелмәгән тантаналы байрам төҫөн алды ла, геүләп торҙо. Туйҙа ҡатнашҡаны ла, ҡатнашмағаны ла ҡоҙаларға барынса ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп ҡалырға тырышты. Алыҫ ерҙәрҙе яҡын итеп, ялан яҡтарынан, Ирәндек артылып килгән ҡунаҡтар алдында береһе лә һыр бирмәне. Һай, намыҫсан, ҡунаҡсыл ауылдаштарым!
Беҙҙекеләр ҡоҙалар килмәҫ элек үк йыйылып, һый менән ҡапҡа төбөндә көтөп торалар ине инде.

Һай ҡоҙалар, килдегеҙ,
Килдегеҙ ҙә үттегеҙ,
Һауалағы ҡояш кеүек
Күҙемә күрендегеҙ, - тип ҡаршы алды улар ҡунаҡтарҙы.
Ҡоҙасаларҙың шаяныраҡтары:
Аръяҡта ла ҡомалаҡ,
Бирьяҡта ла ҡомалаҡ,
Беҙгә тигән ҡоҙалар
Ҡап-ҡара ла тумалаҡ, - тип төрттөрөп тә ебәрҙе.
Ныҡлабыраҡ ҡараһаң улар бит дөрөҫ төрттөрә: саналарҙан төшкән ҡоҙаларҙың барыһы ла тиерлек тумалаҡ та, ҡап-ҡара. Мәхмүт еҙнәм тумалаҡлыҡҡа тумалаҡ түгел, әммә ҡаралыҡ буйынса тегеләрҙән һис ҡалышмай.
Өләсәйем тиккә генә борсолмаған икән. Анауы хәтлем ғәмдең тамағын туйҙырып, күңелен табыуы ай-һай еңелдән түгел. Мин быны ситтән ҡарап булһа ла күреп торам. Ә һыйлаусы кешегә нисек?
Мейес артында, бына инде икенсе аҙна үкереп ултырған бал мискәһен алып сыҡҡанда, өйҙә мәхшәр ҡуптымы ни! Барыһы бер булып һөрән һалды:

Һа-ай! Көрәгә килә! Көрәгә!
Көрәгәләр тулы бал килә!
Көрәгәләр тулы балдар менән
Кәртә-ҡураларға мал килә!

Иң тумалаҡ, иң ҡара бер ҡоҙа хужа балын маҡтап йырланы:

Тәпәндәге балы бигерәк ҡыҙыу,
Ҡушылғанға тауҙың сейәһе.
Уйнап ҡына көлөп, ай эсәйек,
Ҡыуанып та ҡалһын эйәһе.

Ә балды кем ҡойған? Өләсәйем ҡойған. Тимәк, ошо маҡтау йыры ла өләсәйемә тәғәйенләнде.
Туйҙың икенсе көнөнә өйөбөҙгә йәш-елкенсәк килеп тулды. Улар еҙнәмә ҡарап таҡмаҡ әйтте:
Еҙнә, атың бейәме?
Ялы ергә тейәме?
Апайымды алған өсөн
Беҙгә аҡса тейәме?

Еҙнәй кеше килеүселәрҙең береһен дә мәхрүм итмәй, һәр ҡайһыһының усына мул ғына тамыҙып сыҡты. Ҡайҙан ала тиһең? Шулай ҙа шуҡ балдыҙҙар араһында ҡәнәғәт булмағандары ла табылды.

Мәхмүт еҙнәй самауыры
Ике ерҙән артмалы.
Мәхмүт еҙнәй таратҡаны
Тауыҡтан да артманы, - тип иһаһайлашты улар.
Рәхмәт урынына, һөмһөҙҙәр! Сығырға торған аҡса барҙыр бында...
Шулай ҙа әсәйем:
Берегеҙ - бөркөт,
берегеҙ - сәскә,
Ҡушылдығыҙ ғүмергә.
Берегеҙ - ебәк, берегеҙ - уҡа,
Ишелдегеҙ мәңгегә, - тип йырлағас, күңелем бер сама күтәрелеп китте. Алмаш-тилмәш апайым менән еҙнәмә ҡарап ҡуйҙым. Ысынлап та быларҙың береһе - бөркөт, икенсеһе - сәскә шул.
Әрһеҙ ҡунаҡтар тамам ялҡытып бөттө тигәндә, тире тунының тиҫкәре яғын әйләндереп кейгән, ҡулына йүкә сыбыртҡы тотҡан, теге мәл, яңы йылда, минең ҡотто алған айыуға оҡшаш берәү килеп инде. Туйтанлап инеүе булды, йырлап та ебәрҙе:
Ай ҡашында яҡты йондоҙ,
Батыр булһаң бат инде.
Туй хөрмәте һис тә бөтмәҫ,
Ҡайтыр булһаң, ҡайт инде.

Шулай итеп ул һис ҡайтырға уйламаған ҡоҙаларҙы, сарт-сорт һыҙыра башламаһынмы! Минең асыуым ҡанып ҡалды - шул кәрәк уларға. Сама белһендәр икенселәй. Йүкә сыбыртҡының ялбыр осона ҡағыҙ аҡсалар бәйләп кенә ҡотола алды тегеләр.

Тәрән генә икән, ай, һыуығыҙ,
Текә генә икән ярығыҙ.
Һеҙгә лә килеп ҡунаҡ булдыҡ,
Инде үҙегеҙ беҙгә барығыҙ.

Әлеге сүлмәк ише ҡоҙа шулай тип һуҙып ебәргәйне, минең эсемә йылы булып китте. Әһә, былар бит, ҡунаҡ ашы - ҡара ҡаршы, тигәндәй, үҙҙәре лә саҡырырға уйлай түгелме? Мин был тиклеменә өмөтләнмәй ҙә инем әле. Шәп тәһаң былай булғас!

Әй, ҡоҙалар, ҡоҙалар,
Майҙы ашап бөттөгөҙ,
Балды эсеп бөттөгөҙ,
Инде ҡайтып китегеҙ, - тип янай-янай сыбыртҡылы батыр сығып китте. Уның кем икәнлеген танымай ҙа ҡалдым, әммә ғорурландым: нисәмә кешене бер үҙе ҡурҡытты бит.
Ошо мәл оло ғына тоҡ йөкмәгән төп ҡоҙағый күренде. Уны таҡмаҡ әйтеп ҡаршы алдылар:

Һаҡмар һыуында йыуҙыңмы,
Тоғоң ап-аҡ, ҡоҙағый?
Йыуасаны мул бешергән,
Үәт, маладис, ҡоҙағый!

Ап-аҡ тоҡ эсендә, ысынлап та, йыуаса ине. Йомарт ҡоҙағый уны һәр береһенең ҡулына тоттороп, таратып сыҡты. Артып ҡалғанын тоғо менән өләсәйемә тотторҙо.
- Мә, ҡоҙағый, сәйгә ҡушып эскән һайын беҙҙе иҫкә төшөрөрһөң, - тине. Ошонан һуң күмәге бер булып тағы таҡмаҡ әйтеүгә, ике ҡоҙағый ҡултыҡлашып бейергә төштө. Төп ҡоҙа булараҡ, атайым үҙенә тәғәйен йырҙы башҡарҙы:

Ҡарлуғастар осто инде,
Оялары буш инде.
Хушығыҙ һеҙ, ҡоҙаларым,
Хуш аяғы ошо инде.
Уны башҡалар күтәреп алды: Һандуғастар осто инде,
Оялары буш инде.
Хушығыҙ инде, ҡунаҡтар,
Айырылышыу ошо инде.

Нисек кенә ялҡытмаһындар, шулай ҙа ошо бер нисә көн эсендә ҡоҙаларға күнегеп кителгән. Айырылышыу һүҙен ишеткәс тә эсем боша башланы: хушлашыу сәғәте еттеләме ни?
Төш ауышҡанда ҡоҙаларҙың аттары егелеп, саналарға тыңҡыслап бесән һалынған ине инде. Быныһын бая еҙнәй аҡсаһына тейенгән малайҙар эшләгән булырға тейеш. Ҡайһы арала өлгөргәндәр тиһең.
Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар йыйналышып-төйнәлешеп сыҡҡанда, ихата эсен атайымдың гармуны менән түбәнге ос Муллайән апа ҡурайының моңо яңғыратты. Уларға күмәк тауышлы таҡмаҡ ҡушылды. Мин шуларҙың береһен иҫләп ҡалдым:

Арғы оста, бирге оста,
Гармунды уйнаталар.
Бөгөн кискә Фәриҙәне
Кейәүгә оҙаталар.

Кискә түгел! Бына хәҙер, көн үҙәгендә, бөтә ауыл ҡарап торғанда оҙаталар Фәриҙә апайымды. Өләсәйем бер ситтә шым ғына шәмәреп, албырғап тора. Төп ҡоҙағый уны йыуатып маташа. "Йыуатма, ҡоҙағый! - тип ҡысҡырғым килде. - Үҙеңден ҡыҙыңды шулай сит-ят ерҙәргә алып китергә ине. Ул сағында белер инең!" Әммә батырсылыҡ итеп ҡысҡыра алманым, халыҡтан оялдым. Хәҙер генә: "Оло кешегә аҡыл өйрәтергә башың йәш әле", - тиерҙәр ине, тип уйлайым.

* * *

Ҡоҙаларҙы ҡайыҙлай-ҡайыҙлай аҡсаларын һалдырып алып ҡалыуға күп ваҡыт та үтмәне, һыйланырға үҙебеҙ киттек. Эйе, эйе, киттек. Өләсәйемдең ҡаршы булыуына ҡарамай, толопҡа урап, атайым санаға мине лә ултыртты. Саҡырған ергә бар, ҡыуған ерҙән ҡас, тиҙәр. Раҫ әйтәләр. Саҡырғандар икән, барырға кәрәк. Ә төп ҡоҙағый мине айырым әйтеп саҡырҙы. Туйҙағылар барыһы ла ишетте быны.
Ирәндек ашаһындағы Ҡыҙыл йылғаһы буйында ятҡан Ишҡол ауылына кәм тигәндә илле саҡрым булыр. Еҙнәйем әйтте. Шуның өсөн дә ауылыбыҙҙа ғына түгел тирә-йүндә даны сыҡҡан аттарҙы ектек. Беҙгә Жиган тигәне, Муллайән апаларға - Хулиган ҡушаматлыһы эләкте. Был тик эш өсөн генә яратылған ике атҡа талымһыҙлыҡ, көс, күндәмлек буйынса тиңләшеүсе юҡ. Һәр хәлдә, беҙҙең тирәлә. Бар ауылдың ҡара эшен ошо икәү башҡара тиһәк тә һис арттырыу булмаҫ. Ана шулай хайран хайуандар.
Ошо ғәләмәт дәү кәүҙәле, ғәйрәттәре ташып торған, төҫтәре төрлөсә булһа ла, ҡиәфәттәре, ҡылыҡ-холоҡтары менән игеҙәктәрҙәй оҡшаш аттарҙың зат-зәүере әлегә мин белмәгән-күрмәгән Ҡытай иле тарафтарынан булыуын, уларҙың ете тау ашаһында ятҡан Башҡорт иленә килеп юлығыуына ауылдаштарымдың туранан-тура ҡағылышы барлығын һуңынан ғына, бик күп йылдар үткәс кенә беләсәкмен. Ә әлегә данлы тоҡом арғымаҡтарын юрттырып ҡына Фәриҙә апайымдың туйына китеп барабыҙ. Кәйеф шәп - алда бит байрам көтә.
Башта был көслө булһалар ҙа ауыр ҡуҙғалған аттар менән ҡалай итеп һебәне алмаҡ кәрәк, тип хафалана биреп ҡуйғайным, бара-тора төшөндөм. Ат кәртәһенә еткәс, Муллайән апа, ҡарт бүре, үҙ ылауының тәртәһенә Осҡон ҡушаматлы саптарҙы бәйләп алды. Тимәк, һебә өсөн ул сабасаҡ. Ошоно аңлап алыуҙан өҫтөмдән ауыр йөк төшкәндәй булды. Осҡон барында ҡурҡмаҫҡа була. Үткән йәйге һабантуйҙағы арғымаҡтар бәйгеһендә нәҡ ул беренсе килде. Шуға күрә хәҙер минең күңелем тыныс.
Ялан яҡтарында инде ҡар епшекләнеп, бутҡа ише иҙелә башлаған. Ошондай мәлдә тимер табанлы саналар һәләк еңел шыуа, аттарға ауырлыҡ төшмәй, лерт-лерт юртып ҡына баралар. Ә Осҡон юртмай, ул йөҙөп кенә килә төҫлө. Уның хәрәкәттәре шундай еңел һәм килешле. Әйтерһең дә, тылсымлы әкиәттәрҙәге тылсымлы зат. Тик улар кеүек һөйләшә генә белмәй. Уға хатта кәртәлә торор урын да, тәрбиә лә айырым. Мисәүләп бәйләнгән Осҡон йөк тартмай, үҙ алдына ғына бара. Бәйге аты йөк тартырға тейеш түгел. Муллайән апа дөрөҫ эшләгән уны төп атҡа йәнәшә бәйләп. Урын-еренә еткәс күрһәтер әле Осҡон кемдең кемлеген. Мин уға күпме генә ҡарап барһам да һоҡланып туя алмайым.
Даръя булып йәйрәгән йылға ярына килеп төртөлдөк. Күгелйемләнеп ятҡан боҙ өҫтөнән шабырлап һыу аға.
- Күрәһең, Ҡыҙыл төбөнә ҡуша туңған, ана, шәреһе аша киткән, - тип ҡуйҙы атайым. Мин ошоғаса ишетә генә белгән Ҡыҙыл йылғаһы менән шулай таныштым. Шаулап ятҡан шәрене йөҙөп тигәндәй аша сыҡтыҡ. Ярай әле аттарыбыҙ дағалы, ул-был хәлгә тарыманыҡ. Саналарға бер аҙ һыу инде инеүен, әммә был ғына ваҡ-төйәк күтәренке кәйефтәрҙе боҙа алманы. Киреһенсә, тәрән һыу эсенән санала караптай йөҙөп барыуы мәҙәк күренде. Кемгә эләгә әле бындайы?
Ҡаршы ярға сығыу менән, туҡталып, аттарға тын алырға ирек бирҙек. Ни тиһәң дә, илле саҡрым аҙ ара түгел: батырға ла ял кәрәк. Ат йәнле Муллайән апа уларға берәр ус һоло ялматты, берәр йотом һыу эсерҙе. Баҙлап килгән хайуандарға, шәт, артығы ярамай.

 

Автор:
Читайте нас: