-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Сентябрь , 21:00

БӨРСӘ

Әсмә* – шундай йәтеш кенә, уймаҡтай ғына ҡатын. Ул иртә кейәүгә сыҡҡанын, ҡәйнә-ҡайны йортонда нисек көн итеүен тәүҙә илай яҙып һөйләй башлаһа ла, һуңынан яҙылып китеп, яҙмышын көлә-көлә бәйән итте:– Бала саҡтан ут кеүек шәп, егәрле булдым, ҡулдан килмәгән бер эш тә юҡ ине: һыйырын да һауҙым, бесәнен дә саптым, утынын да ярҙым. Тумалаҡтай ғына булып, йүгереп йөрөп эш эшләгәнгә лә, миңә “Бөрсә” тип исем ҡуштылар. Һуңынан, Ғәлим менән эш боҙоп йөрөгәнде белгәс, минең турала, был бөрсә Әсмәнең ҡулынан да килә, теленән дә килә, к...н дә килә, тип һөйләнеләр.

БӨРСӘ
БӨРСӘ

Ғәйбәтте ишеткән әсәйем, ғәрлеге ни тора, әҙәмдән оят, тип илаһа, атай, уртын сәйнәп, минең менән һөйләшмәҫ булды. Әлдә ағайҙарым ситтә булып ҡалды (кемеһе – эштә, кемеһе – уҡыуҙа), юғиһә улар минең кәрәкте бирер ине. 
Ғәлим – беҙҙең ауылға терәлеп ятҡан бәләкәй генә күрше ауылдан. Нимәһе менән ҡаратҡандыр, хәҙер үҙем дә аптырайым – ҡарарлыҡ бер нәмәһе лә юҡ, мәңге маңҡаһы ағып йөрөгән ябай ауыл малайы. Уға 18 йәш, миңә – 17. 
Мәктәпте тамамлағас, һатыусыға уҡырға барам, нимә теләйем, шул үҙ ҡулымда буласаҡ, тип хыялланып йөрөгәндә, эсем кәпәйеп килеп сыҡты. Оло йәштәге завуч апай, Ғәлимдең әбейе, бер көн мине дәрестәрҙән һуң үҙе янына һөй­ләшергә саҡырҙы. Ипләп кенә төбәшеп, Ғәлим менән “дуҫлашы­уымды” белеште. Яратаһы­ғыҙмы бер-берегеҙҙе, тип һорағас, ҡыҙарып, башымды аҫҡа эйгәйнем. Шул уҡ көндө завуч апай уларға барып, мәктәптең, ауылдың, нәҫелебеҙҙең данын һатмайыҡ, Әсмә – уңған ҡыҙ, уға яусы ебәрегеҙ, тип нығытып әйткән (был турала һуңынан ҡәйнәм һөйләне). Уҡытыусы апайҙың абруйы көслө ине, уның һүҙен ашаҡлап үтмәй, мине ҡоҙалап килделәр. Ҙурҙан ҡупмай ғына туй үткәреп ташланылар. 
Мин аттестат алғандан һуң күп тә үтмәй, йырлашып-бейешеп, илашып, Ғәлимде армияға оҙаттыҡ. Ирем Диңгеҙ флотына эләкте, йәғни хеҙмәте өс йылға һуҙылды. Ә мин япа-яңғыҙ ят кешеләр араһында тороп ҡалдым. 
Август башында ҡыҙ бала табып алдым. Балам сибек кенә, бәләкәс кенә булып тыуҙы. Ике килолыҡ ҡына. Уй, зерә генә илаҡ булды. Ярһып, ҡалтыранып, күгәр­гәнсе илай ҙа ҡуя торғайны. Үҙәккә генә үтте илауҙары... Төндәр буйы ҡулымдан төшөрмәй бәүетеп, йоҡо бүлмәһендә тегеләй-былай йөрөү­ҙәремдән аяҡтарым бүрәнә кеүек шешеп китә, беләктәрем өҙөлөп төшөрҙәй була. Тик мине йәлләүсе юҡ – мин был өйҙә ни бары килен: барыһының да ыңғайына торорға, йүгереп йөрөп баш баҫып эшләргә, күндәм булырға тейешмен. 
Ҡәйнәм мине йомшарға яратты. Талапсан ҡарашынан, ҡырыҫ ҡына: “Киле-ен”, – тип һуҙып өндәшеүенән йөрәгем “жыу” итеп ҡала ине. Төнө буйы аяғөҫтө йөрөп, илаҡ баланы ҡулымда бәүетеүемде белһәләр ҙә, ҡайным менән ҡәйнәм ярҙам итергә уйламаны ла. Киреһенсә, эшкә ектеләр: иртән тороуҙарына оло мейесте яғып, самауырҙы ҡайнатып, иртәнге сәйҙе эсереп, уларҙы эшкә оҙатам, шунан һыйыр һауам, малға бесән һалам, аҫтарын таҙартам. Аҫҡы урамдағы ҡоҙоҡтан малды эсерергә лә, өйгә лә һыу ташыйым, төшкөлөккә ашарға бешерәм. Уның араһында сабыйымды ҡарайым, имеҙәм, йүргәк­тәрҙе йыуам. Киске сәғәт алтынан етегә тиклем, ҡайны-ҡәйнә өйҙә булмаған мәлдән файҙаланып, балам ыңғайына ятып серем итеп алам. Кискелеккә һыйыр һауам, тамаҡҡа йүнәтәм, ярай ҙа малға бесәнде, ферманан алып ҡайтҡан һаламды кисен ҡайным үҙе һала. Ашағандан һуң һауыт-һабаны таҙа­лағас, тәгәрәп ятып киткән булам. Күҙемде йомоуымды ғына көткән кеүек, ҡыҙымдың “кәнсирте” баш­лана... Ике-өс көнгә бер иҙән йыуаһы бар, аҙнаһына бер ҡутарып кер ҙә йыуам. Нисек күтәртеп ятмағанмын, ауырыуға һабышма­ғанмын, үҙем дә аптырайым. Йәш­легемә барып һыр бирмәҫкә, ҡайны-ҡәйнәгә нисек тә ярарға тырыш­ҡанмын инде. Сабыйыма ҡушылып өнһөҙ генә илауымды, ҡәйнәмдең, төндә беҙгә тынғы юҡ, балаңды тымыҙ, тип орошоуын һис ҡасан онотмайым. Элек ололарҙың күпселеге үтә ҡырыҫ булды ла ул, ҡайны-ҡәйнәмдәр ҙә бер йылы һүҙен йәлләне. Йәлләһәк, шашып китер, елкәгә менеп ултырыр, тип уйланылармы икән, белмәйем. Хәйер, улар үҙҙәренең балаларына ҡарата ла ҡаты ине, кемделер иркәләткәндәрен ишетмәнем дә, күрмәнем дә. Ғәлим дә, минең кеүек, ғаиләлә кинйә бала, өлкән апай-ағайҙары күптән айырымланғайны. Ирем ҡайтһа, беҙ ҙә бәлки айырым сығырбыҙ, үҙ яйыбыҙға йәшәрбеҙ, тип хыялланһам да, ошо төп йортта ҡаласағымды белеп, йөрә­гемдең әрнеүе... Ыҙаларым һис ҡасан бөтмәҫ кеүек тойолғайны. Ләкин ҡыҙым үҫә бара, ниһайәт, тынысланды. Бер йәшендә һин дә мин балаға әйләнде. 
Мин клубҡа иҙән йыуыусы булып эшкә индем. Тәүҙә ҡайны-ҡәйнәм миңә, 19 йәшлек килендәренә, һикерәнләп йөрөргә һин йәш ҡыҙ түгелһең, балаң бар, өйҙә генә ултыр, тип аяҡ терәп ҡаршы булһа ла, завклуб апай, комсорг егет, ферма мөдире (гармунсы ағай ине ул, мәрхүм) өгөтләп, иремдең ата-әсәһен күмәк­ләп күндерҙеләр. 
Йырларға ярата инем, концерттарҙа, спектаклдәрҙә ҡатнаштым. Смотрға, икенсе берәй ауылға концерт, спектакль менән барабыҙ тиһәк, өйҙә ғауға ҡуба. Әлеге лә баяғы теге өсәү килеп, ҡайны-ҡәйнәмде ҡайҙа юхалап, ҡайҙа совет власы менән ҡурҡытып (йәнәһе лә, совет кешеһенең иркен сикләйһе­геҙме ни, тип), үҙҙәренең яуаплылығы аҫтына алып сығып китә. Эй, күңелле, ихлас йөрөп ҡайтам. Ҡайтып инеүемә, ҡымтылған ирендәр, төйөлгән ҡаштар, йәмерәйгән йөҙҙәр, әр һүҙҙәре ҡаршы ала. Күңелемде тултырып торған яҡты шатлыҡ күҙ асып йомғансы юҡ була. 
Ирем бер тапҡыр ғына отпускыға ҡайтты, уныһында ла дуҫ-иштәре менән эсеп йөрөүҙән бушаманы. Иҫерек ирем менән отпускыһында ашыҡ-бошоҡ яратышыу һөҙөмтәһендә икенсе ҡыҙыбыҙ донъяға күренде. Йөрәк сирле булып тыуған балаҡайым ике аҙна ла йәшәмәне. Эй, матур бала ине, йәшәһәсе, тип әле булһа күҙ йәшен түгәм... Сабыйымдың үлемендә ирем мине ғәйепләне. Имеш тә, сәләмәт бала табырлыҡ та рәтем юҡ. Әр тулы хатын уҡып та бөтмәй, утҡа яҡтым. Мин ул саҡта, ашау ҙа етмәгәс, ял да эләкмәгәс, ат урынына егелеп эшләгәс, шыр ҡаҡ һөйәк инем, әллә шуға балам сирле тыуҙымы, тип былай ҙа эстән үҙемде ашаным да ашаным. Ҡайғынан тауышымды юғалттым. Йырлай алманым да ҡуйҙым. Тормоштан төңөлөп  йөрөгән мәлдә концерт, спектакль ҡайғыһымы?! Ҡайны-ҡәйнәм, эй, ҡыуанды шуға. 

Ирем армиянан ҡайтҡас, әлеге лә баяғы эске башланды. Ә эскелек булған ерҙә мотлаҡ башҡа аламалыҡҡа ла юл асыла. Яңғыҙ бисәләр менән уйнаш итә-итә лә, ҡайтып мине туҡмай торғайны. Ҡайны менән ҡәйнә яҡлашмай. Беҙ ул саҡта “малуха”ла (аласыҡта) йәшәнек, бер көн ҡәйнәмә, улығыҙҙың мине туҡмағанын белдегеҙ, ниңә сығып араламанығыҙ, саҡ үлтермәне бит, тип илағайным, иренен ҡымтыны: “Үҙегеҙ табышҡанһығыҙ, мин һине уның аҫтына көсләп тыҡманым”. Икенсе юлы, ир йоҙроғо тейгән ер тамуҡта янмай, тип кенә ҡуйҙы. Улдарының енәйәт юлынан китеүенә үҙҙәре лә ғәйепле. Шунда тыйһалар, әрләһәләр, ҡурҡағыраҡ холоҡло Ғәлим уларҙы тыңлар ине, барыбер ата-әсәй ҙә инде. Ҡыҫҡаһы, минең ир шашып йөрөй торғас, төрмәгә барып эләкте. Иптәше менән эскән баштан енәйәт ҡылғандар ҙа, Ғәлим ғәйепте үҙ өҫтөнә алды. Мин тағы өс йылға яңғыҙ ҡалдым. Айырылып ҡайтып китеү уйы башыма ла инеп сыҡманы. Шулай тейештер, тип йәшәп тик ятылды. Ҡәйнәм янына фермаға эшкә төштөм. Тәүҙә сменщица булып эшләнем, аҙаҡ бер ҡатын пенсияға киткәс, уның төркөмөн үҙемә алдым. Ғәлим төрмәнән ҡайтып, ярты йыл да үтмәне, эсеп һуғышып, берәүҙе имгәтте. Уны тағы яптылар. Туҡһанынсы йылдарҙа эш хаҡы түләмәй башланылар, күмәк хужалыҡты өҙөп-йолҡоп тарҡаттылар. Ә минең ир, тегене килтер, быны ебәр, тип һоранып тик ята. Бер барғанымда, ниңә аҡсаны әҙ килтерҙең, тип бәйләнгәйне, сабырлығым ҡапыл шартлап һынды ла ҡуйҙы. Ғәҙәттә, иргә барып ҡайтҡандан һуң иң тәүҙә мунса яғып төшә торғайным, был юлы ҡайтып етеү менән тиҙәк түгә торған тачкаға өҫтәл клеенкаһын сығарып түшәнем дә, барлы-юҡлы әйберҙәремде тейәп, ҡыҙымды етәкләп, әсәйемә ҡайттым да киттем (атайым бер йыл алдан мәрхүм булғайны). Ир ултырғас, тиҙ генә айырыла алдым. Ғәлим ҡайтһа, тынғы бирмәҫ, килеп ҡаңғыртып йөрөр, тип, әсәй, туғандар менән кәңәшләшеп, август айында, ҡыҙымдың тыуған көнөнән һуң, икенсе өлкәлә йәшәгән уртансы ағайымдарға юлландыҡ. Еңгәм ныҡ һәйбәт кеше, матур итеп ҡаршы алды, балалар баҡсаһына ҡарауылсы булып эшкә урынлашырға ярҙам итте. Аҙаҡ мин тегенсегә уҡып сыҡтым, ательела эшләнем. Ҡыҙым менән ятаҡта йәшәнек. Аҡсаның осон осҡа бәйләр өсөн, балам бер кемдән дә кәм-хур булмаһын, тип тырышып, төндәр буйы иҫке генә теген машинкаһының тотҡосон әйләндерҙем. Алимент-фәлән, тип ауыҙымды ла асманым. Ғәлим, әйтмәксе лә, срогын тултырып сыҡҡас, ҡайҙа Әсмә, ҡайҙа ҡыҙым, ҡыҙымды күргем килә, адресын әйт, барып алып ҡайтам, тип инәйемде бер әҙере ҡаңғыртып алған. Уй, ҡыҙын ике ятып бер төшөнә индермәгән әҙәм ине бит ул. Өлкән ағайым уның менән ҡаты ғына итеп һөйләшкәс, йөрөүен шунда уҡ туҡтатҡан. Әйтәм дә инде, ҡурҡаҡ кеше ине, эсеп алһа ғына батыр. Эсеп-туҙып йөрөп-йөрөп, ҡайҙалыр сығып олаҡҡан. Хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә ул. 
Ә миңә, яңғыҙыма ҡыҙымды үҫтереп, уны кейәүгә биреп, йәшләй өләсәй булырға насип итте. Үҙебеҙҙең яҡтың егетенә кейәүгә сыҡты, шуға ҡыуанып бөтә алмайым, ейәндәрем башҡорт була, тип һөйөнәм. Никах, туй мәлендә Йәмил исемле бер ҡоҙа: “Ҡоҙаса ла, ҡоҙаса, мөхәббәткә юл аса”, – тип өйөрөлөп йөрөнө, өрмәгән ергә ултыртманы. Әлеге лә баяғы эскелек арҡаһында ғаиләһе тарҡалған икән. Тик үҙе түгел, ә ҡатыны эскән, балаларҙы ҡарамаған, аҙаҡ икенсе иргә сығып киткән. Минән өс йәшкә кесе ҡоҙаның бер үҙе ике баланы үҫтереп, ауылда йәшәп ятҡанын белдем. Шул ҡоҙа: “Әсмә, сит яҡта йөрөгәнсе, миңә ҡатын булып кил дә ҡуй”, – тине бит туй мәжлесендә бейергә төшөргәс. Үҙе үбергә ынтылды. Ситкә янтайып, ипле генә ҡосағынан һурылып, кинәт ярһып типкән йөрәкте тынысландырыр өсөн ҡыҙым эргәһенә барып ултырҙым. Ҡоҙамдың ике күҙе миндә икәнен тойһам да, уның яғына ҡарамаған булам. Ул күрмәгәндә генә һирпелеп ҡарап ҡуям. Оҡшаны ул миңә, әммә эске һиҙемләү тыйылырға мәжбүр итә. Ҡоҙам да минең ҡарашты тоя бит! Шунда уҡ миңә ҡарай һала, әммә мин ҡарашымды ситкә алып өлгөрәм, ә үҙемдең биттәрем гөлтләп яна. Хас та үҫмерҙәр кеүекбеҙ. Ике хыялый... Туйҙан һуң да әллә күпме ваҡыт алйып йөрөнөм. Ҡоҙамдың шылтыратыуын, хатта килеүен көттөм. Моғайын да, ҡыҙым, кейәүем аша адресты, телефон номерын белер, килер, тип өмөтләндем. Ләкин бушҡа көттөм, Йәмил килмәне лә, шылтыратманы ла. 
Ейәнсәрем тыуғас, ҡыҙым, әллә был яҡҡа күсеп ҡайтаһыңмы, тип һүҙ башланы: “Беҙҙә йәшәрһең, өй иркен. Миңә лә ярҙам, һиңә лә күңеллерәк булыр ине”. Ышанаһығыҙмы, шул бер һүҙе етте: ятаҡтағы приватизацияланған бүлмәбеҙҙе һаттым да, эштән сығып, тыуған яҡҡа ҡайттым да төштөм. Кейәүемә рәхмәт, бер ҙә “ҡәйнә – война” тип торманы, бик татыу йәшәп киттек. Һәм бер көҙгө илаҡ көндө кисләтеп кенә... теге ҡоҙам килеп инде. Нисектер бәләкәсәйеп, тоноғайып ҡалған кеүек ине. Кирза итектәрен ишек төбөндә сисеп, өҫ кейемендә аш бүлмәһенә үтеп, табуретҡа ултырҙы. Тороп кейемен сисеп, элеп килде. Яңынан табуретҡа ултырҙы. Тамағын ҡат-ҡат ҡырҙы, ҡулында башлығын ойпаланы, һүҙ башлай алмай йонсоно. Ҡыҙым менән кейәүемде һорашты. Кейәү эштә, ҡыҙым бәпесте йоҡлата, тинем. Быны ул үҙе лә яҡшы белә бит инде. Сәй яһап, яҡыныраҡ ултырығыҙ, тип өҫтәл артына саҡырҙым. Ҡоҙам ыуаланып урынынан ҡалҡынды, сынаяҡҡа үрелде, ибәтәйһеҙ тотоноп, сәйҙе түкте. Сепрәк ала һалып, сәйҙе һөртәм, тигәнсе, ул, үҙем һөртәйем, тип һонолдо. Ҡулдарыбыҙ тейгәндә бер мәлгә генә икебеҙ ҙә туҡтап ҡалдыҡ. Шул саҡта ул кинәт ҡулын тартып алды ла, һикереп тороп, ишек яғына омтолдо. “Йәмил! Ҡайтмағыҙ! Ҡалығыҙ!” – тип әрнеп әйттем. Һөйөүгә сарсаған яңғыҙ ҡатындың иңрәүе булып яңғыраны һүҙҙәрем. Сикләүҙәр, тыйыуҙар, ыҙалар тулы ғүмеремдең һөйөүһеҙ, гүйә заяға үткәненә әсенеп өндәштем. Ул кирза итектәренең береһен генә кейгән килеш турайҙы, миңә ҡарамай ғына: “Һин мине оҡшатманың, әйтмәксе лә, ике балалы ир һиңә нимәгә, ә шулай ҙа әйтәм – бына күпме ваҡыт үтте, йөрәгемдән сыҡмайһың, Әсмә”, – тине. Аш бүлмәһе ишегенең яңағына һөйәлеп, шым ғына түгелеп илап ебәрҙем: “Ә мин һине эй, көттөм, эй, көттөм!” Алъяпҡысым менән битемде ҡаплап илағанда, Йәмил мине бер ҡулы менән һаҡ ҡына ҡосаҡланы. Икенсе ҡулында кирза итеге ине. Уны иҙәнгә ҡуйырға онотҡайны...
Бына шулай беҙҙең мөхәббәт тарихы, һинд киноһы ары торһон. 43 йәшемдә уртаҡ балабыҙ тыуҙы. Икенсе уртаҡ балабыҙҙы 48 йәштә табып алдым. Ауырыраҡ булһа ла, табиптар төрлөсә итеп һиҫкәндерһә лә, барыбер таптым. Тормош булғас, һауыт-һаба ла шалтырамай тормай, әммә булған бәхетебеҙгә шөкөр итеп, сөкөрләшеп йәшәп ятабыҙ. Күрәһең бит, нисектер “Бөрсә”гә лә тормош йылмайҙы!
Һеҙ үҙегеҙ тормошҡа йылмайып, яратып баҡҡас, ул да һеҙгә йылмайған, тинем Әсмәгә. Уға ҡарап, илле йәште уҙған ҡатын, тип уйламаҫһың да, етеҙ, уңған, нимәгә тотонһа ла, ут кеүек өтөп кенә эшләй һала. Ире менән мөнәсәбәттәрен күрһәгеҙ... Һоҡланыуҙан, хатта бер аҙ көнләшеүҙән үлеп китерлек! Әсмә үҙе әйтмешләй, һинд киноларың ары торһон. Тфү-тфү, бәхеттәренә күҙ теймәһен! Ундай бәхет ошо юлдарҙы уҡыған һәр кемгә йоҡһон!

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

* - бөтә исем дә үҙгәртеп алынды.

Фото: dzen.ru

https://ye102.ru/articles/mahsus/2023-03-16/b-rs-3175003

Автор:
Читайте нас: