Әле лә ике ҡатын күренә. Өҫтәлдә бер-ике ҡыярҙан, аҡбаш шешәнән торған һыйҙары ла бар.
- Ҡоромағыр, быныһы ла бөттө, - ҡәнәғәтһеҙ сирылып, йәшерәк ҡатын, һуңғы тамсыларҙы һығып тигәндәй рюмкаларға һалғас, шешәһен үлән араһына атып бәрҙе. - Нишләйбеҙ? Аҡсаң бармы?
- Ҡайҙан булһын… - Олорағы уйсан ҡиәфәттә ултыра биргәс, "ғолт" итеп йотоп та ебәрҙе.
Теле телгә йоҡмаған Мәрзиә бигерәк шымтайған бөгөн. Бер ҙә һүҙҙәре ялғанмай, хатта “шайтан һыуы” ла ярҙам итмәне. Ниҙер әйтерен көтөп арыған Әлфинә, ниһайәт, сөскөрә-сөскөрә асыулы мығырлап ҡуйҙы:
- Ниңә ошо тирәк төбөнә саҡыраһың да тораһың? Әәпщще! Минең аллергия икәнен беләһең бит! Әәщ!
- Ай ҙа оҡшамаҫ һиңә, ҡояш та! Тәбиғәт ҡосағында күңел асыу насармы ни?
- Аһ-аһ, нишләп иртәнсәктән бурылдайһың ул? Һүҙ ҙә әйтеп булмай! Йәә индее… Бирәсәгем юҡ шикелле!
Мәрзиә ҡырын ҡарап, тороп уҡ китте.
- Ҡолаҡ төбөндә бызылдайһың да бызылдайһың, уйларға ҡамасаулап!
- Бәй, ниҙәр уйлайһың шул хәтле? Әйт миңә лә! - Әлфинә ҡыҙарған күҙҙәрен ыуып, шешәләшенә баҡты.
- Һиңә һөйләй торған хәбәр түгел ул.
- Һы, харап икәән! Ярай улай булғас, мин киттем. Ултыр әйҙә, бер үҙең, ҡуҡайып.
Йәш ҡатын бөтөнләй асыуы килеп ырғып торҙо ла, шәп-шәп атлап ауыл яғына ыңғайланы.
Мәрзиә, ниндәйҙер ҡарарға килгәндәй, ниһайәт, уйҙарынан арынды ла, инде арыуыҡ китеп өлгөргән Әлфинәне ҡыуып етте.
- Йә ярай, үпкәләмә! Беләһеңме, теттереп йәшәйәсәкбеҙ әле беҙ һинең менән! Мин әйтте тиерһең!
- Эйе, шулайҙыр. Кит мынан! Кеше рәтле һөйләшергә өйрән тәүҙә! Бер бөртөк әхирәтең булһам да, ғүмер буйы этеп-төртөп һүҙ ҡушаһың!
- Йә, булды инде, ғәфү тинем бит! Һуңғы арала нервыларым ҡуҙғып тора хатта… Берәй дарыу алмай булмаҫ. Һинең аллергияңды ла дауаларбыҙ, тороп тор тим!
Үпкәләүе бик үтмәһә лә, ҡыҙыҡһыныуы еңеп, әхирәте туҡтап ҡалды.
- Атаҡ! Эш таптыңмы әллә? Әәпщщи!
- Иҫәр! Кем алһын беҙҙең кеүектәрҙе? Тәк, ней… Мин йомош менән йөрөп киләм, бер ҡайҙа ла китмә, ошонда көт! Юҡ, өйөңдә көт, йә быуылып ятырһың зәхмәтеңдән…
Әлфинә, ниҙер һорайым тип ауыҙын асып та өлгөрмәне, тегеһе елдереп ауыл яғына төшөп тә китте.
Мәрзиәнең тыны ҡурылһа ла, аҙымдары шәбәйгәндән шәбәйҙе. Йөрәге дарҫлап тибә, тир бөрсөктәре бәреп сыҡты хатта. Башына бик һәйбәт идея килде бит әле! Мейене быраулай ғына, нисек түҙерһең!
“Ә ниңә? Ниңә шулай итмәҫкә? Сереп байып бөттө инде, әҙерәк аҡса сығарһа, бер ҙә уҡаһы ҡойолмаҫ! - тип дәртләндерҙе ул үҙен. - Нығыраҡ ҡурҡытып булһа, бөтөнләй һауын кәзәһенә әйләндерергә була”.
Тәғәйенләнгән еренә барып еткәндә - ат һымаҡ ярһыған, үҙенең хаҡлығына тамам инанған ине Мәрзиә. Ана, "ҡорбаны" үҙе үк ҡапҡа төбөнә сығып торған!
- Ни хәл, Мәрзиә?
Былай ҙа ҡояшҡа ялтырап торған машинаһын һөрткөләп маташҡан Ташбулат, йән-фарман килеп еткән ҡатынға битараф ҡарап алды ла, эшен дауам итте.
"Ни хәл, имеш! Күрһәтәм мин хәҙер… Эре ҡыланһаң әле, һиңә закон юҡмы ней?"
Мәрзиә эстән генә үҙе менән һөйләшеп алғас, ҡулдарын бөйөрөнә таянып, яҡын уҡ килеп баҫты.
- Хәл ни шул, бер көйө. Үҙең нисек?
Мыҫҡыллы йылмайып өҫтөнә менеп барған ҡатынға сәйер ҡараш ташлап, Ташбулат сигенә биреп ҡуйҙы.
- Мин дә әкренләп, - тине ул ахырҙа тыныс ҡына.
- Ниңә улай? Әкренләп кенә? - Ниҙер әйтергә теләгәндәй, Мәрзиә тағы яҡыныраҡ шылды. - Кисә бик етеҙ сабып йөрөй инең бит! Һөйәркәңде ултыртып!
Ташбулат, аңламағандай ҡатып ҡалды. Ҡаштарын төйөп, Мәрзиәгә төбәлде.
- Кемде-кемде?
“Әһә, ҡурҡты был! Хәәҙер ҡойроғоңдо ҡыҫабыҙ!”
Эстән генә тантана итте ҡатын. Ташбулаттың йүгерекләгән күҙҙәрен, аптыраған йөҙөн мәңге ҡарап торор ине, билләһи!
- Йә, килештермә инде! Хатта белмәмеш булып ҡылана бит әле ул! Үҙ күҙҙәрем менән күрҙем!
- Һуң… Ни һөйләйһең, Мәрзиә? Минең Гөлнурымды алыштырырлыҡ ҡатын бармы ни?
- Һинең сей һары Гөлнурыңды барыһы ла белә! Ә был - ҡара ине! Етмәһә, күҙлек эләктереп алған бит әле, кеше танымаһын тигәндер инде, нишана.
Ташбулат бөтөнләй аптырашта ҡалған кеүек. Тағы ни уйлап сығарған был Мәрзиә? Ауылдың беренсе ғәйбәтсеһе икәнен күптән белә, тик былайтып, күҙгә ҡарап яла яҡҡаны юҡ ине, буғай… Ярай ҙа, семтем ғәйебе булһа! Өйләнгәндән алып бер бисәгә яҡынлағаны булманы ла баһа… Аһ, туҡта…
Ҡапыл ир, бүлтәйеп торған ҡорһағын һелкетеп, көлөп ебәрҙе. Ну, Мәрзиә! Ер аҫтында йылан көйшәгәнен белгән кеше лә яҙа күрер икән!
- Нимәкәй ауыҙ йыраһың? - ҡатын бер аҙ ҡаушап ҡалды. Ниңә ялбарыр урынға ҡытҡылдай был? Хайырсы, әллә яңылыштымы? - Йә, етәр тием! Мин бында күңелеңде асыр өсөн килмәнем! Якшылап тыңла әле. Һин хәҙер аҡса бирәһең, ә мин ләм-мим, Гөлнурыңа бер ни әйтмәйем. Ошонда уҡ онотам.
Йорт хужаһы тағы нығыраҡ быуылып хахылдай башланы. Хатта сепрәген ергә ташлап, бөйөр тирәһен ҡапшап бөгөлөп төштө.
- Был… шантаж тип атала түгелме?
- Тап шулай. Эй, Ташбулат! Ояты ни тора, ә? Минең йәштәгеһең бит инде, һаман бисәләр артынын йүгерәһең!
Инде тыныслана башлаған ир тағы пырхылдап ебәрҙе. Ниҙер әйтергә итте лә, ҡулын ғына һелтәне.
“Әллә зерә ҡурҡытып ташланым… Истерикаһы башланды түгелме? Ай әттәгенәһе, бөтә эште харап итәм инде…” Телен әҙерәк тыймағанға үкенеп тә ҡуйҙы ҡатын.
Тик баҙап ҡалһа ла бирешгә иҫәбендә юҡ ине Мәрзиәнең. Кеше әйтһә, ышанмаҫ ине, әммә үҙе күрҙе бит! Быяла һымаҡ ап-айыҡ ине! Йә ярай, бахмурҙан булды… Шулай ҙа аҡылдан яҙмаған әле!
- Ҡара әле, ней… Ташбулат, әйҙә олоға ебәрмәй генә…
Тауышын йомшартыбыраҡ тағы яҡынланы Мәрзиә. “Ҡорбанын” өркөтмәй генә эш итергә булды. Шуның сама ара үтеп, буш ҡул менән ҡайтып китәһе юҡ инде!
Кәйефе “ҡыйшайған” Мәрзиә, тағы ниндәй дәлилдәр табып баҫырға, тип уйланып торғанында, ҡапыл, Ташбулат кеҫәһенән биш йөҙлөктө сығарып усына “шап” һалды.
- Етәме?
Терт итеп ҡалған ҡатын, аптырауын күрһәтмәҫкә тырышып, ниҙер мығырланы ла, тиҙерәк кеҫәһенә тыға һалды. Ҡыуанысынан йөҙҙәре яҡтырып киткән Мәрзиә, хуш, тигәндәй башын ғына һелкте лә, кире уйлап ҡуймаһын тип, йәһәтләп китергә ашыҡты.
“Тәки килтереп сығарҙым бит әй! Яңылыш күрмәгәнмен икән. Бар гонаһы, баар…”
- Аһ, Мәрзиә, һаумы! Хәлдәр нисек?
Артынан килеп еткән таныш тауышты ишетеп, бик ашыҡһа ла туҡтарға мәжбүр булды Мәрзиә..
- Хәлдәр ни… хә… хх…
Әйләнә килеп яуап бирергә ынтылған ерҙән туҡтап, шымып ҡалды.
Ни күҙе менән күрһен, кисәге ҡара күҙлекле ҡатын Ташбулаттың ҡапҡаһынан сығып килә лә баһа! Ыста, көпә-көндөҙ һөйәркәһен өйөнә алып килгән әллә?
Мәрзиәнең тыны ҡыҫылып китте. Үәт, исмаһам яңылыҡ!
Ә тегеһе, бер ни булмағандай, ирҙең янына килеп, муйынына галстук бәйләне лә:
- Быныһы яҡшыраҡ булыр, - тип сикәһенән әп итеп алды хатта.
Бағана һымаҡ һерәйеп ҡатҡан Мәрзиә, күҙҙәрен сылт-сылт йомоп тексәйеп тора бирҙе.
- Юбилейға китеп барабыҙ. Һин, булмаһа, иртәгә кил, - тип йылмайҙы ҡатын.
Күҙлеген сисеп, машинаға ниҙер ҡуйып маташҡан “һөйәркәнең” йорт хужабикәһе Гөлнур икәнен танып, Мәрзиәнең ауыҙы асылып китте. Бәй-бәй… Нимә эшләткән ул үҙен? Һары толомдарын киҫтереп, буятып ебәргән, әллә ҡаш-керпек тә эшләткән инде… Хоҙайым, тәбиғәттә ундай ҡалын ҡаштар буламы? Былай ҙа аҡ йөҙө тағы ағарып киткәндәй. Бына һиңә “һары бесәй”!
- Килермен… килмәгән ҡайҙа ул…
Ниҙер һөйләнеп торған ҡатынды Гөлнур ишетмәне лә шикелле. Ҡул болғап машинаға ултырҙы ла, саң борлатып китеп тә барҙы.
Бер туҡтауһыҙ йылмайған иренә тағы бер ҡарап ҡуйҙы ла, һорамай түҙмәне Гөлнур.
- Ниңә көләһең? Мәрзиә нимә тине?
Юлды иғтибар менән ҡарап барған Ташбулат:
- Уйламаҫтан комплимент эшләп ҡуйҙы, - тине көлөп.
- Уның да ауыҙынан йүнле һүҙ сығыр икән!
- Әйтмә лә! Ҡыҙҙар артынан йүгергән егеттәй тоям үҙемде.
- Ә миңә шундай итеп ҡараны… Әллә нимә һөйләп сығарыр инде тағы…
Һуңғы ваҡытта үҙгәреп, матурайып киткән ҡатынына һоҡланып күҙ һирпте Ташбулат. Юҡ, элек тә бик һөймәлекле ине ул! Кәләш итеп алып ҡайтҡанда уҡ, сәүкәләр араһында һары бәпкә кеүек айырылып тора ине. Саф башҡорт булһа ла, “мәрйә”, “марый”, “һары бесәй”, тағы әллә ниндәй ҡушаматтар тағып бөттөләр. Ауыл бисәләре - бының ней төҫө, ней ҡашы юҡ тигән булып, тел сарланы. Ә Ташбулат киреһенсә, башына ҡояш ҡунғандай ялпылдап йөрөгән кәләшен, кеше һөйләгән һайын, нығыраҡ яратты.
- Теге “Баҡа һәм батша ҡыҙы”* тигән уйҙырма иҫкә төшөп китте әле. Беләһеңме?
- Юҡсы…
- Ҡыҫҡаһы, бер матур, ҙур тәҙрәле һарайҙа батша ҡыҙы йәшәгән. Уның баҡсаһында баҡа ла булған. Үҙе шундай көнсөл, яуыз икән. Көнө буйы тәҙрә аша ҡыҙҙың тормошон күҙәтә был.
Ҡыҙ ҡысҡырып көлһә - эй асыулана, көйөп китә икән.
"Мин ишетһен тип юрый аҡырып көлә!" - ти. Илап ебәрһә: "Кәрәгеңде алдыңмы? Һәйбәт булды!" - тип үсәй баҡа.
- Шунан?
- Шунан - шул. Баҡаның ҡыҫҡа ғына ғүмере батша ҡыҙын тикшереп үткән дә киткән. Ә ҡыҙыйҙың, әлбиттә, төрлө хәле була. Яңғыратып көлгән дә, тәҙрә янына килеп, шым ғына илаған да… Тик ул бер ҡасан да быяла аша күҙәткән баҡа тураһында белмәй! Бөтөнләй белмәй, аңлайһыңмы?
Йәшел күлдәкле ағастар, болоттар йүгергәнен ҡарап барған Гөлнур бергилке өндәшмәй ултырҙы.
- Кеше һүҙенә иғтибар итмә тийеүеңме?
Яуап урынына Ташбулат ҡатынының яурынына еңелсә ҡағылып:
- Һин бөгөн бигерәк гүзәл! Әллә ниндәй уйҙар уятаһың… - тип күҙ ҡыҫыу менән генә сикләнде.
Был мәлдә, йәштәрен һөртә-һөртә, Мәрзиә ауылдың түбән осона атланы.
"Шулай инде! Кешенең бында ашарға әйбере юҡ, ә улар… Аҡсаларын ҡайҙа ҡуйырға белмәйҙәр! Керпек-тырнаҡ яһатҡан булған! Ә башында тауыҡ сүпләрлек тә аҡылы юҡ! Бисура бит һин! Бисура!"
Мәрзиә ярһып, тешләнеп алға атланы. Нишләп илағанын белмәне лә, күҙ йәштәрен тыйманы ла. Ниңә донъя шундай ғәҙелһеҙ? Ниңә яҡшы ир ҙә, аҡса ла килмәй һуң? Бынау биш йөҙлөктө лә, эт артынан ем теләп тигәндәй, кәмһетелеп ҡулға төшөрҙө.
Кеҫәһен яндырып алып барған аҡсаны ташлап, тапап китергә нисә тапҡыр ынтылды Мәрзиә. Юҡ инде, юҡ! Тағын ҡайҙан алаһың? Кибеткә бараһы бар, Әлфинә лә көтәлер. Хәҙер әхирәтенә теге бисура тураһында түкмәй-сәсмәй һөйләп бирер. Икәүләп көлөрҙәр, еңеләйеп ҡалыр…
Ҡапыл ҡороған йәштәренә ҡыуанып, Мәрзиә йүгерә-атлай кибет яғына йүнәлде.
Фото: МК