-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Октябрь , 21:00

Ғорурлыҡ йәки юғалтыу

Гөлнур ҠЫУАТОВА (Хикәйә) Нурзиәгә тәү ҡараштан ғашиҡ булды Дамир. Кәрим дуҫының тыуған көнөндә танышҡайны улар. Егет ҡыҙҙы оҙата барғанда уҡ дуҫлыҡ тәҡдим итте. Ә бер айҙан йәштәр бергә йәшәй башланы. Дөрөҫөрәге, егет ҡыҙҙың ҡуртымға алған фатирына күсеп барҙы. Бер аҙҙан ул баш ҡаланың үҙәгендә төҙөлөп ятҡан йорттан ипотекаға фатир алды. Тик былтыр уҡ ҡулланыуға тапшырылырға тейешле йорт һаман да әҙер түгел. Әле бына төҙөлөш компанияһы фатир хужаларын йыйып, йортто тапшырыу ваҡытының бер йылға оҙайтыласағын хәбәр итте һәм яңы килешеү төҙөргә тәҡдим яһаны. Риза булмай нишләһендәр инде, һалған аҡсаны кире алып булмай бит.

Ғорурлыҡ йәки юғалтыу
Ғорурлыҡ йәки юғалтыу

Дамир кәйефһеҙ генә ҡайтып инде. Нурзиә киске аш әҙерләй ине. Бигерәк уңған шул һөйгәне. Әле лә балығы ҡурылған арала йыуған керен үтекләп тора.

– Хәлдәрең нисек, йәнем? Асыҡтыңмы? Биш кенә минут түҙ, йәме, хәҙер өҫтәл әҙер була.

– Хәл бик шәптән түгел. Фатир бер йылдан ғына әҙер була, тинеләр...

– Күңелһеҙ яңылыҡ, әлбиттә. Әммә бының өсөн ҡайғырырға кәрәкмәй. Иң мөһиме – төҙөлөш бара бит, “туңдырылмаған”. Бер йыл “һә” тигәнсе үтә лә китә ул.

– Беләм, йыуатырға тырышаһың. Тик был осраҡта һүҙҙәрең мәғәнәһеҙ яңғырай.

– Башҡаса нимә әйтәйем һуң?

– Өндәшмә лә ҡуй.

Киске аш ауыр тынлыҡта үтте. Дамир ғәҙәттәгесә телевизор ҡаршыһына барып ултырманы, ә ныҡлап яңы килешеүҙе уҡырға тотондо. Һауыт-һабаһын йыуып бөткәс, Нурзиә уның янына килеп ултырҙы.

– Дамир, беҙгә һөйләшеп алырға кәрәк ине...

– Янып барамы? Документтар ҡарап ултырам бит.

– Өс йыл буйы ул турала һүҙ ҡуҙғатманым, үҙеңдән көттөм. Тик башҡаса былай йәшәп булмай. Әйҙә, никах уҡытып, ЗАГС-ҡа барайыҡ...

– Бөгөн, ысынлап та, кире көн икән. Тамам кәйефте боҙорға уйланыңмы?

– Һинең өсөн өйләнеү кәйеф боҙорлоҡ хәлме?

– Һәр һүҙгә бәйләнеп ултырма. Бына беҙ өс йыл бергә. Паспортта мисәт бармы, юҡмы, миңә барыбер. Бергә йәшәйбеҙ, яратабыҙ. Башҡа ҡатын-ҡыҙ менән сыуалмайым. Миҫал өсөн Лилиә апайымдың ғаиләһен алып ҡара: законлы никахтары бар, ә еҙнәй йәшереп тә тормай, икенсе ҡатын менән сыуала. Миңә мисәт түгел, ике аралағы һөйөү, мөнәсәбәт мөһимерәк! – бындай һөйләшеүҙе көтмәгән Дамир ҡыҙа башланы.

– Ә минең ир ҡатыны булып йәшәгем килә.

– Йәғни миңә ҡамыт кейҙергең килә инде? Ә минең быға әҙер булыу-булмауым һине бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай инде улайһа?

– Әҙер булмағас, ниңә бергә йәшәргә тәҡдим иттең һуң?

– Аңла, бергә йәшәү  – бер, законлы никах – икенсе! Беҙҙең әле бер-беребеҙ алдында бурыстар юҡ. Беләһеңме, беҙҙең эштә бер ағай,   ҡыҙҙар барыһы ла һәйбәт, ҡамыт кейҙереп, ҡатын булһалар, дилбегәне үҙ ҡулдарына алалар, ти...

– Мин һине аңламайым, Дамир. Яңы ғына, мисәт мөһим түгел, ти инең, хәҙер килеп төптө кире фекер әйтәһең. Иртәгә, тынысланғас, һөйләшербеҙ.

Төн уртаһына тиклем икеһе лә йоҡлай алманы. Борғоланып, үҙ-үҙенә урын тапмай ятҡан Дамир төрлөсә уйлап ҡараны. Тик Нурзиәгә ҡабат һүҙ ҡушып торманы. Йәштәр иртәгәһенә лә уртаҡ фекергә килә алманы.

– Үҙең беләһең, ипотека түләйем, фатир ҙа минең өҫтә. Туй сығымын күтәрә алмайым. Киләһе 2 – 3 йылда өйләнеү тураһында һүҙ ҡуҙғатмайыҡ.

– Туй үткәреү мотлаҡ түгел бит, Дамир. Атай-әсәйҙәрҙе таныштырыу өсөн ошонда бәләкәй генә табын ҡорһаҡ та етә.

– Юҡ, туй яһап, ҡатынымды аҡ күлдәк менән үҙ фатирыма алып ҡайтҡым килә. Тик бының өсөн ваҡыт һәм аҡса кәрәк.

– Фатир төҙөлөп бөтһә, ремонт эштәрен башҡарырға, артабан йыһаз алырға аҡса кәрәк, тиерһең. Машина яңыртырға, кейем-һалым алырға һәм башҡалар. Өс түгел, ун йыл үтеп китәсәк.

– Өс йыл! Риза булһаң, көтәһең, ә инде кейәүгә сығырға атлығып тораһың икән, икенсе бер алйотто тап... – Нурзиә яңағына сапҡас ҡына Дамир үҙенең артыҡ ысҡындырыуын аңлап ҡалды. Ләкин ғорурлыҡ тойғоһо ғәфү үтенергә ирек бирмәне. Ҡул уйнатыуы, киреһенсә, асыуын ғына ҡабартты. – Бына бит, ысын йөҙөңдө күрһәтә лә башланың. Өйләнеп торорға ла кәрәкмәне.

– Был һөйләшеү булмаһа, мин дә һинең ниндәй икәнеңде белмәҫ инем... – Нурзиә илай-илай кейенде лә, сығып китте. Йоҡларға ла ҡайтманы.

Дамир быға артыҡ борсолманы. “Һыуынырбыҙ, аралар ҡабат яйланыр. Быға тиклем дә бер фекергә килә алмай, бәхәсләшкән саҡтар булғыланы”, – тип уйланы. Икенсе көндө лә ҡайтмағас, шылтыратырға тип телефонын алды ла, кире һалды.

– Инәлтергә уйлаһаң, кешеһе мин түгел! – тип ҡуйҙы ул, тешен ҡыҫып. Ә өсөнсө көндө эштән ҡайтыуға аптырап ҡалды: һөйгәне фатирҙан үҙенең кейем-һалымын, әйберҙәрен алып киткәйне. Өҫтәлдәге ҡағыҙға: “Асҡыс – почта йәшнигендә. Ирекле тормошоңа ҡамасау булғым килмәй”, – тип яҙылғайны. Был юлы ла Дамир ғорур булып ҡалырға уйланы.

– Кейәүгә сығырға ашығаһың икән, рәхим ит. Тик кемде табырһың икән? Урам тулы – алкаш, наркоман егеттәр!

Дамир, ысынлап та, бөтмөр егет. Ҙур ғына ойошмала юрист булып эшләй. Эш урынында тәҡдим булһа, береһенән дә баш тартмай. Төн уртаһына тиклем документтар, килешеүҙәр менән ултырған саҡтары була. Шуға ла эш хаҡын һәйбәт ала. Нурзиә менән йәшәй башлағас та, ҡуртымға алған фатирына үҙе түләйәсәген әйтте. Унан күпме эш хаҡы алыуын, нимәгә тотоноуын һорашманы. Бары тик ай аҙағында аҡсаһы ҡалмаһа, ара-тирә бензинға һорай торғайны. Стеналағы картиналар, тәҙрәләге ҡорған, аш-һыу бүлмәһендәге матур һауыт-һаба юҡҡа сыҡҡас, фатирҙың ҡото киткән. “Бына нимәгә киткән икән Нурзиәнең аҡсаһы”, – тип уйлап ҡуйҙы. Быға тиклем, шулай тейеш, тип уйлап, һөйгәненең нимәне, күпмегә, ҡайҙан алыуы тураһында ҡыҙыҡһынғаны ла булманы.

“Барыр юлыңды үҙең һайланың!” – тип уйлап, инәлмәҫкә, осрашыу эҙләмәҫкә хәл итһә лә, һөйгәнен һағынды Дамир. Юҡ-бар һөйләмәгән, белемле, зыялы Нурзиәһе. Балалар баҡсаһында логопед булып эшләй ине, былтыр реабилитация үҙәгенә саҡырҙылар. Тарихҡа, сәйәсәткә бәйле бәхәстәрҙә лә төплө һүҙҙәр менән үҙенең фекерен еткерһә, йыш ҡына уның хаҡлы булыуына аптырап ҡалған саҡтары булды. Тормошо кителеүгә кәйефһеҙ йөрөгән мәлендә эштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғәйбәтен ишетеп, ене ҡуба башланы. Шелтәләүенә сар-сор килеп әрләшә лә башланы улары. Ә һөйгәне һәр ваҡыт сабыр була белде, һуңғы осраҡты иҫәпләмәгәндә, тауыш күтәргәнен дә иҫләмәй. “Ысын йөҙөн күрһәтте!” – тип үҙен йыуатһа ла,   хаҡлы булмауын аңлай ине. Матур сервировка менән ҡорған табынын да, бешергән ризыҡтарын да һағынды. Хатта үҙенең кейеме ҡайҙа ятҡанын да белмәй булып сыҡты. Бер нисә тапҡыр, түшәк бүлешеү өсөн булһа ла тип, ҡатын-ҡыҙҙар менән танышып ҡараны. Тик күңеле ятмағас, тәне лә ҡәнәғәтлек ала алманы. Әммә ғазапланыр сиккә еткәндә лә, Дамир үҙенең ғорурлығын аша атламаҫҡа тырышты һәм, инәлмәҫкә, тигән һүҙенә тоғро ҡалды. Бары тик, быға тиклем эскелеккә битараф булһа, һуңғы арала кис һайын 3 – 4 рюмка араҡы йәки коньяк эсмәйенсә йоҡоға тала алмаҫ булды.

Бер йыл ваҡыт бирһәләр ҙә, фатиры ярты йылдан әҙер булды. Нүрзиәһе менән бергәләп ремонт яһарбыҙ, йыһаз һайларбыҙ, тип хыялланған Дамир торлағы өсөн артыҡ шатланманы. Бер туған Лилиә апаһы менән барып, тәүге осраған обойҙарҙы алып ҡайтты ла, еңелсә генә ремонт үткәрҙе. Диван, кухня гарнитуры, шкаф алыу өсөн мебель мазинына барғанында иһә көтмәгәндә Нүрзиәне осратты. Ауырлы ҡатын оло ғына бер ир менән балалар карауаты һайлай ине. Ҡараштары осрашҡас, йөҙө үҙгәреп китһә лә, тиҙ генә үҙен ҡулға алды. Ҡапыл осрашыуҙан аптырап ҡалған егет, ҡыҙыҡһыныуын еңә алманы, битараф ҡалырға тырышып, сәләм бирҙе лә, хәлдәрен һорашты.

– Хәлдәр, Аллаға шөкөр, һәйбәт. Бына буласаҡ бәпескә кәрәк-яраҡтар алып йөрөйбөҙ. Илдар, кил әле! – Нүрзиә ситтә һаман да карауат һайлаған иргә өндәште. – Таныш булығыҙ, минең ирем Илдар. Ә был Гөлназ тигән әхирәтемдең ире Дамир була.

Дамир ялғанға аптырап ҡалһа ла, һиҙҙермәҫкә тырышты. Ирҙәр ҡул бирешеп күреште.

– Бик шатмын. Берәй көн осрашып, яҡындан танышырға кәрәк. Юғиһә Нүрзиә ата-әсәһенән башҡа бер кем менән дә таныштырғаны юҡ. Тик мотлаҡ ошо арала, бер айҙан бала тыуһа, ваҡыты булмаясаҡ, – йылмая-көлә хәбәр һөйләгән ирен ҡатын бүлә һалды.

– Беҙ Гөлназ менән йыш ҡына шылтыратышып, һөйләшеп торабыҙ ул. Әле генә ҡунаҡҡа йөрөшөргә мөмкинлеге юҡ, эше тығыҙ ваҡыт. Ярай, Дамир, белгән-күргәндәргә сәләм әйт. Беҙ карауатты алып ҡуяйыҡ инде, көн һайын йөрөй торғас, аяҡтың хәле ҡалманы...

Дамирҙа мебель ҡайғыһы юҡ ине. Магазиндан сығып, машинаһына ултырғас ҡына ысынбарлыҡ башына барып етте: “Бер айҙан бала тыуғас, ти. Беҙҙең айырылғанға ете ай ҙа булмаған! Тимәк, Нүрзиә минең баланы көтә. Ә был ир? Ҡасандан алып бергә улар? Әллә запас варианты булғанмы? Булмаҫ, ул ундай ҡатын түгел ине. Хәйер, кейәүгә сығырға ашҡынып тороусы ҡатын-ҡыҙҙан барыһын да көтөргә була. Хәҙер үк һөйләшергә, асыҡлыҡ индерергә кәрәк. Ҡайһылай хәйләкәр, ә?! Әхирәтемдең ире, имеш. Тимәк, минең турала ул ир белмәй, йәшергән. Хәҙер барып, дөрөҫлөктө әйтһәм, нисегерәк һайрарһың икән?!” – ир машинаһынан сығып, яһиллыҡ менән ҡабат магазинға йүнәлде. Икенсе ҡатҡа күтәрелгәнсе ярай ҙа бер аҙ һыуынды, айыҡ аҡыл менән уйларлыҡ хәлгә килде. Нүрзиә янына барып еткәнсе, хәйлә ҡороп өлгөргәйне инде.

– Ғәфү итегеҙ, һеҙҙе тағы бер борсойом инде. Нүрзиә, ун минуттай ваҡыт табып һөйләшәйек әле. Һин бит Гөлназ менән дуҫ, бер проблеманы хәл итергә кәңәшең кәрәк ине, – әйләнеп, Илдарға ла өндәште. – Зинһар, рөхсәт итегеҙ. Ҡатыным менән араны сит кеше алдында һөйләге килмәй. Ә аҙаҡ Нүрзиә үҙе хәл итер, һеҙгә ул ҡыҙыҡ булырмы, юҡмы тигәндәй...

– Әлбиттә, һөйләшегеҙ. Мин түләп, гарантия документтарын алғансы тышта көтөгөҙ йәме?

Ишектән сығыу менән Дамир ҡатындың ҡулынан ҡармап тотоп алды:

– Минең баламы, әйт дөрөҫөн?

– Эйе. Ебәр, Дамир, – Нүрзия сабыр ғына ҡулын ысҡындырыуҙы һораны. Ир ҡыҙып китеүен аңлап, усын яҙҙы.

– Ә был ир менән ҡасандан бергәһегеҙ? Ике фронтҡа эшләнеңме?

– Нимә-нимә, мине хыянатта ғәйепләй алмайһың. Илдар менән уртаҡ дуҫтар өс ай элек таныштырҙы. Өйләнешеүебеҙгә ике ай ҙа булмай. Ауырлы икәнемде белеп, ҡабул итеп тәҡдим яһаны. Шуға ла уның күңеленә шик һалып, һинең турала һөйләмәнем.

– Ә ниңә теге ваҡыт ауырлы икәнеңде миңә әйтмәнең?

– Өйләнеүгә фекереңде белдем бит инде. Бала менән бәйләгем килмәне. Ғүмер буйы шуның менән шелтәләп торор инең. Аҙаҡ булһа ла әйтергә тип уҡталдым ул. Тик, бала ҡарарға аҡса юҡ, тигән һылтау менән абортҡа барырға ҡушырһың, тип ҡурҡтым. Ғәйебем булһа, зинһар, ғәфү ит. Тик матур башланған тормошомдо ғына боҙма.

– Уны яратаһыңмы?

– Дамир, мин инде 30-ҙы үткән ҡатын. Йәш саҡта ғына матурлыҡҡа ҡарап ғашиҡ булаһың, аҡ күлдәк, туй тураһында хыялланаһың. Ә хәҙер кешенең һиңә булған мөнәсәбәтенә, әйткән һүҙҙәренә ҡарап фекер йөрөтә башлайһың. Илдарҙы нығыраҡ белгән һайын яратыуым, хөрмәтем арта. Уның менән ышаныслы ла, рәхәт тә. Һин ғашиҡ булыу менән бергә йәшәргә тәҡдим иттең. Өс йыл буйы ашарға бешереп, донъя көтөп, терәк булып, тәрбиәләп тә никахҡа лайыҡлы була алманым. Ә Илдар танышҡан көндө үк ЗАГС-ҡа бармайынса йәшәүгә ҡаршы булыуын әйтте. “Ҡулланып йәшәү ихтирамды бөтөрә. Осрашайыҡ, бер-беребеҙҙе яҡындан беләйек. Шунан хәл итербеҙ,” – тине. Һәм ике аҙнанан тәҡдим дә яһаны. Әлбиттә, һин миңә үс итеп, тормошомдо боҙа алаһың. Тик башҡаса барыбер һинең менән бергә ҡалырға теләмәйем. Әгәр яратһаң, ҡәҙерләһәң, ярты йыл буйы бер генә булһа ла шылтыратып хәлемде белер инең. Тик һин ҡамыт кейергә теләмәнең. Ғорур еңеүсе булып ҡалдың. Мин дә шылтыратманым, эйе. Тик ғорурлыҡтан түгел, ә һине ирекһеҙләмәҫ өсөн...

Дамирҙың башҡаса Нүрзиәне тыңларлыҡ сабырлығы ҡалманы, шым ғына боролдо ла, машинаһына йүнәлде. Ғорурлыҡ һәм йәшәү принциптары менән үҙенең иң ҡәҙерле кешеләрен юғалтыуын аңлағайны инде ул.

Фото - Unsplash сайтынан алынды.

Автор:
Читайте нас: