-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Октябрь , 14:30

ЮҒАЛҒАН МӘРЙЕН

Гөлдәр ҠАДАЕВА – Сәләмәтлегең менән проблема булыр. Дауаланһаң, һауырғырһың. Кейәүгә сығаһың, ике балаң буласаҡ, – тине лә кәрт һалған өсөн әжерен алып китеп тә барҙы. Ниндәй сир, ниндәй ир, тип артынан аптырап ҡарап ҡалды Фатима. Бүлмәһенә ҡайтҡас та ҡатындың һүҙҙәре тынғылыҡ бирмәне. Әсәһенә шылтыратып әйткәйне, тегенеһе: «Юҡ-бар менән башыңды тултырма, яҙғаны булыр. Ҡыҙ кешенең аты егеүле ул, бөгөн булмаһа, иртәгә килеп алып китерҙәр. Һаулығың да бына тигән, ошо йәшеңә ҡәҙәр бер дауаханала ятҡаның юҡ. Ҡайғырма бушҡа», – тип тынысландырҙы.

ЮҒАЛҒАН МӘРЙЕН
ЮҒАЛҒАН МӘРЙЕН
Был хәл инде онотолдо тигәндә, Фатимаға поликлиниканан шылтыраттылар ҙа шундай-шундай кабинетҡа килергә ҡуштылар. Эштән диспансер тикшереүе үтергә ебәргәйнеләр, бергә эшләгән ҡатындар менән мотлаҡ күренергә кәрәк булған бөтә табиптарҙан ҡаралдылар, анализдар тапшырҙылар. Ниндәй хәлдәр булмай, тип телефон һандарын да яҙып алдылар. Берәй нәмәһе сығып торамы икән, бушҡа тауышланмайҙарҙыр. Табип-маммолог саҡыртҡан икән. «Түшең ауыртамы, һыҙланаһыңмы?» – тип һораша. «Нишләп һаман кейәүҙә түгелһең?», – тип тә ҡыҙыҡһына. Түш тураһында һүҙ булғанда ирҙең ни ҡыҫылышы бар икән.
– УЗИ уң яҡ күкрәгеңдә ҡаты төйөн барлығын күрһәтә. Бына йүнәлтмәләр, бөтә белгестәрҙе үт тә, миңә тағы приемға кил, оҙаҡҡа һуҙма, – тип сығарып ебәрҙе. Табиптарҙы үтте, тейешле анализдарҙы бирҙе лә, ҡабат барһа, теге табип ялға киткән. Урынына ҡалғаны ҡағыҙҙары улай-былай әйләндерҙе лә: –Яман шеш түгел, бына диагнозың, интернетты ас та уҡы, – тине, теләр-теләмәҫ кенә һөйләшеп.
– Ошо өлкәлә берәй яҡшы белгесте белмәйһегеҙме?
– Әйттем бит интернеттан уҡы тип. Тағы ҡабатлайым, злокачественный түгел. Беләһеңме, был сирҙең башы нимәлә, һаман ирҙә түгеллегеңдә. Ҡатын-ҡыҙға ни тиклем йәшләй кейәүгә сыҡһа, бала тапһа, шул яҡшы. Гүзәл заттың организмы тәбиғәт тарафынан шулай көйләнгән. Гормональ өҙөклөк булдымы, сирҙәр аҙа башлай. Фатима шунда ғына тәүҙә ҡараған белгестең һүҙҙәренең айышына төшөндө.
«Ярай, белгестәр белә инде, яман түгел тинеләр бит, үтер әле», –тип диагнозға артыҡ әһәмиәт бирмәнем. Бүлмәләшем дә шаяртып: «Йәшәй-йәшәй ауырыйһың инде ул, һау килеш үлеп булмай ҙа инде», – тигәс, шарҡылдап көлдөк тә, шуның менән был тема ябылды.
Һаман шул ҡала менән ауыл араһын тапаным. әммә ике-өс айҙан башым әйләнеп, хәлем бөтөп, ятҡылай башланым. Табипҡа барһам, тегеләре йыйылышып, быш-быш ҡына һөйләште лә, тиҙ генә дауаханаға ятырға ҡушты. Яман шеш түгел тип, ҡырҡ мәртәбә ҡабатлаған табиптың күҙҙәре маңлайына менгән. Шәфҡәт туташтары ла йүгереп йөрөп уға анализ тапшырырға ярҙам итеште. Эш төпкә киткән икән шул, түште алдырмайынса булмай, юғиһә, ҡултыҡ аҫтындағы башҡа биҙҙәрҙе зарарлауы ихтимал. Әсәһенә: «Дауаханала ятам», – тип кенә шылтыратты ла, хәлен ентекләп һөйләп торманы. «Берәүгә лә өндәшмә, һауығып сығырмын», – тип тә өҫтәне.
Дауаханаға бүлмәләш ҡыҙ килеп йөрөнө, бөтә йомошомдо ла ул үтәне. Операциянан һуң да ул баҡты. Бүлмәгә лә алып ҡайтты. Апайҙарына, еңгәйҙәреңә әйтәйек, тиһә лә Фатиманың уларға бындай меҫкен хәлдә күренгеһе килмәне. Бер көн ҡаланан алыҫ булмаған ерҙә йәшәгән апайы шылтыратып, уға килергә йыйыныуын әйткәс, ҡойолоп төштө. Шулай ҙа үҙен тиҙ генә ҡулға алып: «Ярай, кил, керҙәремде йыуып бирерһең», – тип әйтеп һалды. Апайының: «Нишләп кереңде мин йыуырға тейеш әле?» – тигән аптыраулы һорауына: «Апай, кил әле, кил», – тип кенә әйтә алды.
Кәүҙәһе йоп-йоҡа булып ҡалған, күҙҙәре төпкә батҡан һеңлеһен апайы башта таныманы. "Нимә булды ул? Нишләп был ҡәҙәрем ябыҡтың?" – тип һорау артынан һорау яуҙырҙы. Фатима яраһын асып күрһәткәс кенә, хәле аяныслы булыуын аңланы. Донъяға йәбешеп ятҡан ҡәҙерлеләрен ғәҙәти тормоштарынан айырғыһы килмәгәнлектән, уларға бәлә һалманы. Бүлмәләшенә рәхмәт, уныһы ярҙамсыл булмаһа, операциянан тора алыр инеме икән? Апайы килеп ҡайтҡандан уның ауырыуы хаҡында барыһы ла белде. Йәлләүселәр күп булды, ә бына "больничный"ҙа ятҡан кешегә аҡсалата ярҙам күрһәтеүселәр бармаҡ менән генә һынарлыҡ ине. Етеш йәшәгән туғандары телефондан ғына хәлен белһә, осон-осҡа саҡ ялғағандары карточкаһына аҡса һалырға әмәлен табып, ҡыуандырып торҙо. Ауыр хәлдә беленә икән кемдең кемлеге.
Шеш башҡа биҙҙәргә таралырға өлгөргән икән. Алты курс химия терапияһы үтергә ҡуштылар. Дарыуҙары ҡиммәт, һәр дауалау курсы егерме биш мең һум тирәһе тора. Ә махсус иҙмәне алты тапҡыр ҡанына ҡойорға тейештәр. Яраһы ла сейләнеп йонсота, көнөнә әллә нисә тапҡыр бәйләргә кәрәк. Беренсе химияны ауыр үткәрҙе: башы әйләнде, ашҡаҙанында тәғәм ризыҡ булмаһа ла, аҡтара ҡоҫто. Икенсеһендә сәстәре ҡойола башланы. Дауалау курсының алтынсыһын алғандан һуң тултырылған тауыҡ кеүек, тәне шешенде. Үлем менән йәшәү сигендә ятҡанда, эй йәшәге килә икән ул. Бер тамсы һыу йотоуға тилмереп ятаһың, яныңа инеп-сығып йөрөгән аҡ халатлыларға һүҙ ҡушам тиһәң, тауышың сыҡмай. Баҡтиһәң, һөйләшер өсөн дә хәл кәрәк икән. Эстән белгән генә доғаларымды уҡыйым. Кеше ауырығанда ғына Аллаһы Тәғәләне иҫкә төшөрә шул. Һау-сәләмәт саҡта уның ҡайғыһы юҡ. ә бит уның ҡөҙрәте, рәхимлелеге арҡаһында ул биргән һауаны һулайбыҙ, ул биргән ризыҡты ашайбыҙ, һыуын эсәбеҙ. Ошоларҙың береһе генә бөтһә лә, әжәлеңде көт тә тор бит инде. Юҡ, фани донъяның ялтырауыҡ, алдатҡыс, ымһындырғыс мәлдәрен унан өҫтөнөрәк ҡуябыҙ шул.
Бер йыл тигәндә саҡ аяҡҡа баҫтым. Хәҙер медицина көслө, түшемә имплантант ҡуйҙырҙым. Заводта ауыр эшкә ярамағанлыҡтан, еңеленә күсерҙеләр. Һәүетемсә генә эшләп киттем. Әсәйемде өлкән апайым үҙенә күсереп алып ҡайтты. Хәҙер ауылға йыш ҡайтмайым. әсәйем эргәмдә генә, форсаты сыҡҡан һайын барып хәлен беләм. Был хәлдәрҙән һуң берәү ҙә миңә, кейәүгә сыҡ, тип тылҡымай, ҡолағым тынып ҡалды. Шулай ҙа бер көн сменанан һуң яйлап сығып барһам, бер ир артымдан эйәрҙе.
– Һылыуым, һүҙҙе нимәнән башларға лә белмәйем. Ҡыҫҡаһы, ҡарап йөрөйөм-йөрөйөм дә тормошта түгелһең шикелле.
Үҙенә ҡоҙалаймы икән был, күҙе күрмәйме икән, тәүҙә көҙгөгә ҡараһа ни була, тип уйлаһа ла тегегә һыр бирмәҫкә тырышты.
– Матур ғына башҡорт ҡыҙыһың, әйҙә ҡәйнешем менән таныштырам.
– Шулай тиген. Әллә үҙенә кәләш эҙләйме икән, тип ҡурҡып киттем.
– Мин шулай ҡурҡынысмы ни?
– Юҡ та ул, былай бараһың, – тигән булды Фатима.
– Ҡәйнешең үҙе ҡыҙҙар һайларға эшкинмәйме әллә?
– Бына тигән егет ул. Әҙерәк баҙнатһыҙыраҡ. Сығып йөрөмәй, эш тә өй, тигән һымаҡ. Өй тигәндән, ысын, өйө бар. Әсәһе менән генә тора.
– Тора бирһен, миндә ир ҡайғыһы юҡ. Үҙ хәлем үҙемә саҡ.
– Улай бөтөрөнмә әле, эштә күҙәтеп йөрөйөм, донъя көтөргә әүәҫ кенә күренәһең. Минең ҡәйнешкә тап һинең кеүек кәләш кәрәк. Телефоныңды уға бирәйемме?
– Телефонды уға биреп, мин элемтәһеҙ йөрөйөммө?
– Шаян ғына икәнһең. Телефоныңды түгел, номерыңды яҙып бир.
Ай-вайына ҡуймай ир теләгән һандарын яҙҙырып алды ла, ҡайтырға боролдо. Юлдағы юлда ятып ҡалды, был һөйләшеүгә артыҡ әһәмиәт тә бирмәнем. Ял көндө телефоным шартлай яҙып зырылдай. Ят номер шылтырата. Алһам, күкрәк төбөнән сыҡҡан кеүек гөрһөлдәгән тауышлы бер әҙәм, Фатимамы был, ти.
– Ә һеҙ кем?
– Таһир.
– Ниндәй Таһир?
– Еҙнәйем һеҙҙең номерҙы бирҙе…–тигәс кенә аңлап ҡалдым.
– Мин һеҙҙе бөгөн концертҡа саҡырам. Кис Йәштәр һарайында көтәм, – ти.
– Ә мин һине нисек таныйым?
– Ҡулымда гөлләмәләр булыр, – тине лә трубканы һалды.
Барырғамы, юҡмы тип икеләнеп яттым-яттым да, нишләп бушлай концерт ҡарап ҡайтмаҫҡа әле, тип әҙерләнә башланым. Сағыу ҡыҙыл күлдәгемде кейҙем, сәсемде төйөп ҡуйҙым да көҙгөгә ҡараһам, килешле генә. Артыҡ биҙәнергә яратмайым, күҙем асығыраҡ күренһен өсөн өҫ яғына аҡһыл иннек яҡтым да, иренемә беленер-беленмәҫ помада һөрттөм. Ҡашымды тоттом да шул етте, артистарҙыҡы шикелле ҡап-ҡара итеп һыҙғандарҙы клоунға оҡшатам да ҡуям.
Тәғәйенләнгән ваҡытҡа концерт булған ергә барып еттем. Сәскә тотҡан бер әҙәм күренмәй. Бинаға инһәм, бәһлеүән кәүҙәле бер ир-егет миңә ҡарап йылмайып тора.
– Һин Фатимамы?
– Ҡайҙан белдегеҙ?
– Мин һине күргәс тә еҙнәйем һөйләгән ҡыҙ тап ошо булырға тейеш, тип уйланым. Һәм яңылышманым.
Залға үттек. Концерт бер тында ҡаралды. Ял итергә сыҡҡанда Таһир кафеға индереп ҡәһүә менән һыйланы. Ҡәҙимге генә һөйләшә, донъянан артта ҡалған әҙәм түгел һымаҡ, төҫө лә, ҡиәфәте лә бар. Тамашанан һуң оҙатҡан булды. Артыҡ һөйләшмәнек.
– Тағы осрашырбыҙ ул, – тине Таһир, һаубуллашҡанда. Уның киң яурындары артында үҙемде ышыҡ бер ерҙә торған кеүек хис иттем.
– Ярай. Бына мин ошонда көн итәм, – тинем дә инеп киттем.
Тағы бер-ике мәртәбә осраштыҡ. Бер килгәнендә был ҡырт киҫеп:
– Осрашыу-күрешеүҙәргә ваҡыт әрәм итергә йәш түгелбеҙ, әйҙә өйләнешәйек. Ултырма ятаҡта етемһерәм. Бөгөн үк өйөмә алып ҡайтам, – тип етәкләп алып ҡайтты ла китте.
– Тороп тор, бер-беребеҙҙе яҡшылап белмәйбеҙ ҙә бит һуң, – тиһәм дә туҡтамай.
– Тороп торорға ваҡыт юҡ, әйттем бит өйләнәм.
Ҡала ситендәге урамдарҙың береһенә етәрәк, был яҡтарҙа ҡасандыр булған кеүек тойолдо.
– Бына инде минең хоромаларым, – тип өйөнөң ҡапҡаһына ыңғайлағас, ошонда Хөснә инәйҙе оҙата килгәнем ҡып итеп иҫемә төштө. Иҫ-аҡылымды йыя алмай Таһирға ҡарап торғанда ихатанан Хөснә инәй үҙе лә күренде.
– Әйҙүк, балам, түрҙән уҙ, төклө аяғың менән, балам. Нишләп, Таһир, килен алып ҡайтырыңды өндәшмәнең, әҙерләнеберәк торор инем. Инегеҙ, инегеҙ, хәҙер самауыр ҡуям, – тип өтәләнде.
Ҡасандыр электричкала танышып: «Әйҙә, мин һине улым менән таныштырам», – сат йәбешкән әбей мине танынымы юҡмы, белмәйем. Меңәрләгән кеше йәшәгән ҡалала улының тап мине, әсәһе ҡасандыр килен итеп күрергә теләгән гүзәл затты, табып алып, етәкләп алып ҡайтып тороуы үҙе бер мөғжизә ине. Күрәһең, Хөснә инәй һәр ваҡыт Алланан, улымдың юлына миңә юлдаш булған изге күңелле ҡыҙ кеүек бәндәне генә сығар, тип теләгәндер.
 
– Сәләмәтлегең менән проблема булыр. Дауаланһаң, һауығырһың. Кейәүгә сығаһың, ике балаң буласаҡ, – тине лә кәрт һалған өсөн әжерен алып китеп тә барҙы. Ниндәй сир, ниндәй ир, тип артынан аптырап ҡарап ҡалды Фатима. Бүлмәһенә ҡайтҡас та ҡатындың һүҙҙәре тынғылыҡ бирмәне. Әсәһенә шылтыратып әйткәйне, тегенеһе: «Юҡ-бар менән башыңды тултырма, яҙғаны булыр. Ҡыҙ кешенең аты егеүле ул, бөгөн булмаһа, иртәгә килеп алып китерҙәр. Һаулығың да бына тигән, ошо йәшеңә ҡәҙәр бер дауаханала ятҡаның юҡ. Ҡайғырма бушҡа», – тип тынысландырҙы.
Был хәл инде онотолдо тигәндә, Фатимаға поликлиниканан шылтыраттылар ҙа шундай-шундай кабинетҡа килергә ҡуштылар. Эштән диспансер тикшереүе үтергә ебәргәйнеләр, бергә эшләгән ҡатындар менән мотлаҡ күренергә кәрәк булған бөтә табиптарҙан ҡаралдылар, анализдар тапшырҙылар. Ниндәй хәл булмай тип, телефон һандарын да яҙып алдылар. Берәй нәмәһе сығып торамы икән, бушҡа тауышланмайҙарҙыр. Табип-маммолог са­ҡыртҡан икән. «Түшең ауыртамы, һыҙланаһыңмы?» – тип һораша. «Нишләп һаман кейәүҙә түгелһең?» – тип тә ҡыҙыҡһына. Түш тураһында һүҙ булғанда ирҙең ни ҡыҫылышы бар икән.
– УЗИ уң яҡ күкрәгеңдә ҡаты төйөн барлығын күрһәтә. Бына йүнәлтмәләр, бөтә белгестәрҙе үт тә, миңә тағы приемға кил, оҙаҡҡа һуҙма, – тип сығарып ебәрҙе. Табиптарҙы үтте, тейешле анализдарҙы бирҙе лә, ҡабат барһа, теге табип ялға киткән. Урынына ҡалғаны ҡағыҙҙарҙы улай-былай әйләндерҙе лә:
– Яман шеш түгел, бына диагнозың, интернетты ас та уҡы, – тине, теләр-теләмәҫ кенә һөйләшеп.
– Ошо өлкәлә берәй яҡшы белгесте белмәй­һегеҙме?
– Әйттем бит, интернеттан уҡы, тип. Тағы ҡабатлайым, злокачественный түгел. Беләһеңме, был сирҙең башы нимәлә, һаман ирҙә түгеллегеңдә. Ҡатын-ҡыҙ ни тиклем йәшләй кейәүгә сыҡһа, бала тапһа, шул яҡшы. Гүзәл заттың организмы тәбиғәт тарафынан шулай көйләнгән. Гормональ өҙөклөк булдымы, сирҙәр аҙа башлай.
Фатима шунда ғына тәүҙә ҡараған белгес­тең һүҙҙәренең айышына төшөндө.
«Ярай, белгестәр белә инде, яман түгел тинеләр бит, үтер әле», – тип диагнозға артыҡ әһәмиәт бирмәнем. Бүлмәләшем дә, шаяртып: «Йәшәй-йәшәй ауырыйһың инде ул, һау килеш үлеп булмай ҙа инде», – тигәс, шарҡылдап көлдөк тә, шуның менән был тема ябылды.
Һаман шул ҡала менән ауыл араһын тапаным. әммә ике-өс айҙан башым әйләнеп, хәлем бөтөп, ятҡылай башланым. Табипҡа барһам, тегеләре йыйылышып, быш-быш ҡына һөйләште лә, тиҙ генә дауаханаға ятырға ҡушты. Яман шеш түгел, тип ҡырҡ мәртәбә ҡабатлаған табиптың күҙҙәре маңлайына менгән. Шәфҡәт туташтары ла йүгереп йөрөп анализ тапшырырға ярҙам итеште. Эш төпкә киткән икән шул, түште алдырмайынса булмай, юғиһә ҡултыҡ аҫтындағы башҡа биҙҙәр­ҙе зарарлауы ихтимал. Әсәһенә: «Дауаханала ятам», – тип кенә шылтыратты ла, хәлен ентекләп һөйләп торманы. «Берәүгә лә өндәшмә, һауығып сығырмын», – тип тә өҫтәне.
Дауаханаға бүлмәләш ҡыҙ килеп йөрөнө, бөтә йомошомдо ла ул үтәне. Операциянан һуң да ул баҡты. Бүлмәгә лә алып ҡайтты. Апайҙарына, еңгәйҙәреңә әйтәйек, тиһә лә, Фа­тиманың уларға бындай меҫкен хәлдә кү­ренгеһе килмәне. Бер көн ҡаланан алыҫ булмаған ерҙә йәшәгән апаһы шылтыратып, уға килергә йыйыныуын әйткәс, ҡойолоп төштө. Шулай ҙа үҙен тиҙ генә ҡулға алып: «Ярай, кил, керҙәремде йыуып бирерһең», – тип әйтеп һалды. Апаһының: «Ни эшләп кереңде мин йы­уырға тейеш әле?» – тигән аптыраулы һорауына: «Апай, кил әле, кил», – тип кенә әйтә алды.
Кәүҙәһе йоп-йоҡа булып ҡалған, күҙҙәре төпкә батҡан һеңлеһен апаһы башта таныманы. «Нимә булды ул? Нишләп был ҡәҙәрем ябыҡтың?» – тип һорау артынан һорау яуҙыр­ҙы. Фатима яраһын асып күрһәткәс кенә хәле аяныслы булыуын аңланы. Донъяға йәбешеп ятҡан ҡәҙерлеләрен ғәҙәти тормоштарынан айырғыһы килмәгәнлектән, уларға бәлә һалманы. Бүлмәләшенә рәхмәт, уныһы ярҙамсыл булмаһа, операциянан тора алыр инеме икән? Апаһы килеп ҡайтҡандан һуң ауырыуы хаҡында барыһы ла белде. Йәлләүселәр күп булды, ә бына «больничный»ҙа ятҡан кешегә аҡсалата ярҙам күрһәтеүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине. Етеш йәшәгән туғандары телефондан ғына хәлен белһә, осон-осҡа саҡ ялғағандары карточкаһына аҡса һалырға әмәлен табып, ҡыуандырып торҙо. Ауыр хәлдә беленә икән кемдең кемлеге.
Шеш башҡа биҙҙәргә таралырға өлгөргән икән. Алты курс химия терапияһы үтергә ҡуштылар. Дарыуҙары ҡиммәт, һәр дауалау курсы егерме биш мең һум тирәһе тора. Ә махсус иҙмәне алты тапҡыр ҡанына ҡойорға тейештәр. Яраһы ла сейләнеп йонсота, көнөнә әллә нисә тапҡыр бәйләргә кәрәк. Беренсе «химия»ны ауыр үткәрҙе: башы әйләнде, ашҡаҙанында тәғәм ризыҡ булмаһа ла, аҡтара ҡоҫто. Икенсеһендә сәсе ҡойола башланы. Дауалау курсының алтынсыһын алғандан һуң, тултырылған тауыҡ кеүек, тәне шешенде. Үлем менән йәшәү сигендә ятҡанда эй йәшәге килә икән ул. Бер тамсы һыу йотоуға тилмереп ятаһың, яныңа инеп-сығып йөрөгән аҡ халатлыларға һүҙ ҡушам тиһәң, тауышың сыҡмай. Баҡтиһәң, һөйләшер өсөн дә хәл кәрәк икән. Эстән белгән генә доғаларымды уҡыйым. Кеше ауырығанда ғына Аллаһы Тәғәләне иҫкә төшөрә шул. Һау-сәләмәт саҡта уның ҡайғыһы юҡ. ә бит уның ҡөҙрәте, рәхимлелеге арҡаһында ул биргән һауаны һулайбыҙ, ул биргән ризыҡты ашайбыҙ, һыуын эсәбеҙ. Ошоларҙың береһе генә бөтһә лә, әжәлеңде көт тә тор бит инде. Юҡ, фани донъяның ялтырауыҡ, алдатҡыс, ымһындырғыс мәлдәрен унан өҫтөнөрәк ҡуябыҙ шул.
Бер йыл тигәндә саҡ аяҡҡа баҫтым. Хәҙер медицина көслө, түшемә имплантант ҡуйҙыр­ҙым. Заводта ауыр эшкә ярамағанлыҡтан, еңеленә күсерҙеләр. Һәүетемсә генә эшләп киттем. Әсәйемде өлкән апайым үҙенә күсереп алып ҡайтты. Хәҙер ауылға йыш ҡайтмайым. әсәйем эргәмдә генә, форсаты сыҡҡан һайын барып хәлен беләм. Был хәлдәрҙән һуң берәү ҙә миңә, кейәүгә сыҡ, тип тылҡымай, ҡолағым тынып ҡалды. Шулай ҙа бер көн сменанан һуң яйлап сығып барһам, бер ир артымдан эйәрҙе.
– Һылыуым, һүҙҙе нимәнән башларға ла белмәйем. Ҡыҫҡаһы, ҡарап йөрөйөм-йөрөйөм дә тормошта түгелһең шикелле.
Үҙенә ҡоҙалаймы икән был, күҙе күрмәйме икән, тәүҙә көҙгөгә ҡараһа ни була, тип уйлаһа ла, һыр бирмәҫкә тырышты.
– Матур ғына башҡорт ҡыҙыһың, әйҙә ҡәйнешем менән таныштырам.
– Шулай тиген. Әллә үҙенә кәләш эҙләйме икән, тип ҡурҡып киттем.
– Мин шулай ҡурҡынысмы ни?
– Юҡ та ул, былай бараһың, – тигән булды Фатима. – Ҡәйнешең үҙе ҡыҙҙар һайларға эшкинмәйме әллә?
– Бына тигән егет ул. Әҙерәк баҙнатһыҙыраҡ. Сығып йөрөмәй, эш тә өй, тигән һымаҡ. Өй тигәндән, ысын, өйө бар. Әсәһе менән генә тора.
– Тора бирһен, миндә ир ҡайғыһы юҡ. Үҙ хәлем үҙемә саҡ.
– Улай бөтөрөнмә әле, эштә күҙәтеп йөрөйөм, донъя көтөргә әүәҫ кенә күренәһең. Минең ҡәйнешкә тап һинең кеүек кәләш кәрәк. Телефоныңды уға бирәйемме?
– Телефонды уға биреп, мин элемтәһеҙ йөрөйөммө?
– Шаян ғына икәнһең. Телефоныңды түгел, номерыңды яҙып бир.
Ай-вайына ҡуймай, ир теләгән һандарын яҙҙырып алды ла, ҡайтырға боролдо. Юлдағы юлда ятып ҡалды, был һөйләшеүгә артыҡ әһәмиәт тә бирмәнем. Ял көндө телефоным шартлай яҙып зырылдай. Ят номер шылтырата. Алһам, күкрәк төбөнән сыҡҡан кеүек гөрһөлдәгән тауышлы бер әҙәм, Фатимамы был, ти.
– Ә һеҙ кем?
– Таһир.
– Ниндәй Таһир?
– Еҙнәйем һеҙҙең номерҙы бирҙе… – тигәс кенә аңлап ҡалдым.
– Мин һеҙҙе бөгөн концертҡа саҡырам. Кис Йәштәр һарайында көтәм, – ти.
– Ә мин һине нисек таныйым?
– Ҡулымда гөлләмә булыр, – тине лә трубканы һалды.
Барырғамы, юҡмы, тип икеләнеп яттым-яттым да, ни эшләп бушлай концерт ҡарап ҡайтмаҫҡа әле, тип әҙерләнә башланым. Сағыу ҡыҙыл күлдәгемде кейҙем, сәсемде төйөп ҡуйҙым да көҙгөгә ҡараһам, килешле генә. Артыҡ биҙәнергә яратмайым, күҙем асығыраҡ күренһен өсөн өҫ яғына аҡһыл иннек яҡтым да, иренемә беленер-беленмәҫ помада һөрттөм.
Тәғәйенләнгән ваҡытҡа концерт булған ергә барып еттем. Сәскә тотҡан бер әҙәм күренмәй. Бинаға инһәм, бәһлеүән кәүҙәле бер ир-егет миңә ҡарап йылмайып тора.
– Һин Фатимамы?
– Ҡайҙан белдегеҙ?
– Мин һине күргәс тә, еҙнәйем һөйләгән ҡыҙ тап ошо булырға тейеш, тип уйланым. Һәм яңылышманым.
Залға үттек. Концерт бер тында ҡаралды. Ял итергә сыҡҡанда Таһир кафеға индереп ҡәһүә менән һыйланы. Ҡәҙимге генә һөйләшә, донъянан артта ҡалған әҙәм түгел һымаҡ, төҫө лә, ҡиәфәте лә бар. Тамашанан һуң оҙатҡан булды. Артыҡ һөйләшмәнек.
– Тағы осрашырбыҙ ул, – тине Таһир, һаубуллашҡанда. Уның киң яурындары артында үҙемде ышыҡ бер ерҙә торған кеүек хис иттем.
– Ярай. Бына мин ошонда көн итәм, – тинем дә инеп киттем.
Тағы бер-ике мәртәбә осраштыҡ. Бер килгәнендә был ҡырт киҫеп:
– Осрашыу-күрешеүҙәргә ваҡыт әрәм итергә йәш түгелбеҙ, әйҙә өйләнешәйек. Ултырма ятаҡта етемһерәп. Бөгөн үк өйөмә алып ҡайтам, – тип етәкләп алып ҡайтты ла китте.
– Тороп тор, бер-беребеҙҙе яҡшылап белмәйбеҙ ҙә бит һуң, – тиһәм дә, туҡтамай.
– Тороп торорға ваҡыт юҡ, әйттем бит – өйләнәм.
Ҡала ситендәге урамдарҙың береһенә етәрәк, был яҡтарҙа ҡасандыр булған кеүек тойолдо.
– Бына инде минең хоромаларым, – тип өйөнөң ҡапҡаһына ыңғайлағас, ошонда Хөснә инәйҙе оҙата килгәнем ҡылт итеп иҫемә төштө. Иҫ-аҡылымды йыя алмай, Таһирға ҡарап торғанда ихатанан Хөснә инәй үҙе лә күренде.
– Әйҙүк, балам, түрҙән уҙ, төклө аяғың менән, балам. Ни эшләп, Таһир, килен алып ҡайтырыңды өндәшмәнең, әҙерләнеберәк торор инем. Инегеҙ, инегеҙ, хәҙер самауыр ҡуям, – тип өтәләнде.
Ҡасандыр электричкала танышып: «Әйҙә, мин һине улым менән таныштырам», – тип сат йәбешкән әбей мине танынымы, юҡмы, белмәйем. Меңәрләгән кеше йәшәгән ҡалала улының тап мине, әсәһе ҡасандыр килен итеп күрергә теләгән гүзәл затты, табып алып, етәкләп алып ҡайтып тороуы үҙе бер мөғжизә ине. Күрәһең, Хөснә инәй һәр ваҡыт Алланан, улымдың юлына миңә юлдаш булған изге күңелле ҡыҙ кеүек бәндәне генә сығар, тип теләгәндер.
 
Автор:
Читайте нас: