-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Октябрь , 14:00

Балан балланды, балам... Бәйән хаттары

    Беренсе хат        Һаумы,  Инсаф улым! Яҙған хатыңды алдым, бик ҙур рәхмәт! Тик, ниңәлер, бигерәк  аҙ яҙғанһың...       Бөгөн 1-се сентябрь. Иртәнсәк эшемә йыйынғанда сәскәләр бәйләме тотҡан  балаларҙың сыр-сыу килеп  мәктәпкә ашыҡҡанын ҡарап ҡалдым да, күңелем тулышты ла ҡуйҙысы... Ҡасандыр  һине лә  тәүге тапҡыр  мәктәбеңә тиклем оҙатып барғайным.  “Әсәй, һуңлап ҡуймайыҡ, әйҙә шәберәк атлайыҡ! Шәберәк!“– тип, эй, ашыҡтырғайның шул саҡта! Бер ҡайғыһыҙ, тик ҡояшлы көндәр булған икән дә ул саҡтар...

Балан балланды, балам... Бәйән хаттары
Балан балланды, балам... Бәйән хаттары

   Ҡапҡа алдындағы баҡсала үҫкән һомғол баланымды ҡосоп, оҙаҡ ҡына баҫып торҙом... Их, улым, улым,  иҫкәртеүҙәремә ваҡытында ҡолаҡ һалған булһаң, бындай уҡ хәлдәргә  барып та етмәҫ инек! Бәлки...

Кисә эшемдән ҡайтып килгәндә юлымда Нәфисә апай осраны. Оҙаҡ ҡына мыҫҡыллағандай ҡарап торҙо ла, бер һүҙ ҙә өндәшмәй, “сырт”лата төкөрөп,  китеп тә барҙы. Шул минутта баҫҡан урынымда ер тишеге булһасы... Теге саҡта, үҙенең уртансы улы яңылыш юлға баҫҡас, барған инем шул өйҙәренә... Активист булараҡ, ауыл хакимиәтенән мине ебәргәйнеләр. Хәтерен ҡалдырырҙай һүҙҙәр әйтмәнем дә, шикелле? Әхлаҡ, тәрбиә алымдары тураһында барҙы әңгәмәбеҙ. Хәҙер инде  бик яҡшы аңлайым  уның шул саҡтарҙағы күңел торошон.  Эйе, һаҡһыҙ әйткән һүҙең менән кешене рәнйетеү бер ни тормай икән шул әҙәм балаһына...  Ҡасандыр мин дә  ауылым урамдарынан ғорур баҫып үтә инем.  Барыһы ла гел шул көйө барыр, ҡайғы-хәсрәт беҙҙең өйҙө бынан ары  урап ҡына уҙыр төҫлө ине. Тик...  һәр ваҡыт һин теләгәнсә генә булмай икән шул!

      Кисен йоҡларға ятһам, йоҡлап китә алмай, оҙаҡ ҡына уйланып ятам.  Бигерәк тә,  үҙ ваҡытында берҙән – бер улыма дөрөҫ тәрбиә бирә алмағаным өсөн йәнем үртәлә. Ә мөмкинселек булған бит!  Арып-талып эшемдән ҡайтып килгәнемде күреп ҡалһаң, ҡаршыма йүгереп сығыр ҙа, үҙеңдең ваҡ-төйәк шатлыҡтарың менән  уртаҡлашырға теләп, артымдан тотам да ҡалмай йөрөр инең. Ә мин...  тупылдатып арҡаңдан һөйөп, яғымлы, иркә һүҙҙәр менән күңелеңде үҫтереп ебәрер урында: “Ҡуйсәле, улым, ҡаңғыртма, былай ҙа эштә баш тубалдай булды! Дәрестәреңде әҙерләнеңме әле?”- тип тиҙерәк янымдан ҡыуып ебәрер инем. Ә һин һаман ныҡышаһың, төрлө һорауҙарға күмәһең. Түҙемлегем бөтөп, ҡысҡырына башлайым. Ҡулыма ҡайыш тотоп, ҡайһы саҡта  эләктереп тә алам. Бары тик шунан һуң ғына  “мырш-мырш” килеп урыныңа барып ултыраһың, йоҡлар ваҡыт еткәнсе  башҡаса мине борсомайһың.  Ә иртәгәһенә шул уҡ хәл ҡабатлана. Их, улым – улым,  сабый саҡтарыңда  һинең менән ихласлап уйнағаным, ваҡытымды бүлеп, бергәләп китап уҡып ултырғаным булдымы икән? Булһа ла, бик һирәк булғандыр... Бер ниндәй сәйәхәттәргә лә йөрөтмәнем бит үҙеңде. “Ваҡытым юҡ!”, “Ҡуйсәле, мәшәҡәтләмә!”, “Кит янымдан, былай ҙа арығанмын!” – булды сәбәптәр. Хәҙер килеп аңланым да үҙемдең хаталарымды, тик үтә лә ҡиммәтҡә төшә икән  һуңлап тәүбәгә килеүҙәре...  

   Шул саҡтарҙағы сабыйҙарса ихласлығың иҫемә төшһә, былай ҙа әрнегән йөрәгемдең яраһына услап-услап тоҙ һибәләрме ни?   Бына ҡасан һиңә матур, дөрөҫ тәрбиә бирергә кәрәк булған! Ә мин һинең саф, керһеҙ  күңелеңде үҙемдең ҡырыҫ, йәнһеҙ булыуым арҡаһында абайламай, аяуһыҙ ҡыйратҡанмын, рәнйеткәнмен...  

       ...Үҫә төшкәс инде башҡа бер ҡасан да һин мине йүгереп сығып ҡаршы алманың, үҙеңдең ҡыуаныс-кисерештәрең менән дә ихлас бүлешмәнең. “Эйе, әсәй, яҡшы!”, “Өлгөрмәнем...”, “Юҡ, кәрәкмәй!”, “Ярай,  мин йүгерҙем!” Һуңынан тик ошондай бер-ике һөйләмгә генә ҡалды беҙҙең аралашыу.  Дуҫтарың да күбәйҙе. Бигерәк тә... насар ғәҙәтлеләре. Минең борсолоп,  киҫәтеүҙәремә лә  ҡул ғына һелтәп ҡуйыр инең. Ана шулай,  йырағайғандан-йырағая барҙы беҙҙең аралар.  Хәҙер шул саҡтарҙы уйлайым да, үҙемдең абайламай яһаған хаталарымды үҙ ваҡытында төҙәтеү мөмкинлеге  булғанлығын аңлап, үҙемде уғата нығыраҡ ғазаплайым...  Иҫәпһеҙ-һанһыҙ төндәрем тәғәм йоҡоһоҙ үтә. Уф, етер был турала!

      Минең хәлдәргә килгәндә, барыһы ла элеккесә инде. Иртән торам да,  эшемә йүгерәм, кисен өйөмә ашығам.  Таныштар биргән юҡ-бар һорауҙарҙан да тамам арыным...  Өйөмә ҡайтып кергәс кенә йәнемә бер аҙ тыныслыҡ табамдыр.

      Үҙеңдең хәлдәрең нисек һуң, улым? “Барыһы ла яҡшы, минең өсөн борсолма, әсәй!”  –  тигәнһең. Борсолмай буламмы һуң инде?  Тыным менән генә яныма тартып алыр инем дә...  Нисек  кенә ҡыйын булһа ла, түҙергә кәрәк,  бирешмәҫкә. Һин дә, улым, ныҡ бул, һынмаҫҡа, күңелеңде һүрелтмәҫкә тырыш. Беҙ бит икәү, нисек тә яҙмыш ҡуйған һынауҙарҙы  еңеп сығырбыҙ. Шулай бит, улым? Һаулыҡ ҡына бирһен хоҙай.

        Ярай, хатымды тамамлайым инде. Иҫәнлек – һаулыҡ, сабырлыҡ теләйем һиңә, улым! Ауырлыҡтар бер мәл үтер ҙә китер, бойорған булһа.  Үҙең тураһында күберәк яҙ. Хатыңды алһам, үҙеңде күргәндәй булайым!

  Түҙемһеҙлек менән яуап хаты көтөп – әсәйең.

      2-се сентябрь.  

      (Хатымды конверткә тығыр алдынан яңынан уҡып сыҡтым. Улымдың эсен бошорорҙай әллә нимәләр яҙып бөткәнменсе? Ебәрмәҫкә булдым. Иртәгә эштән ҡайтыу менән яңыһын яҙырмын, инде...  

                                                      ***

    Эй, алла, Инсафымды ирегенән сикләүҙәренә ярты йыл да булып килә икән...  Ә ул көндө,  судъя хөкөм ҡарары сығарғандан  һуң, йөрәккенәм нисек шартламаны, ҡалайтып түҙҙе икән? Ҡулдарына бығау һалып, машинаға сығарып ултырттылар. Ни булғаны һаман да башыма барып етмәй, тиҙерәк улым янына барып етергә тырышам. Ә аяҡтарыма шул саҡ әллә нимә булды: ығышып, бөтөнләй атламаҫ булдыларсы? “ Улы-ы-ым! Ташлап китмә мине!” – тип ҡысҡырҙым, шикелле... Тик үҙемдең тауышымды үҙем дә ишетмәнем. Инсафым да үҙен ике яҡтан матҡып тотҡан һаҡсыларҙы яурындары менән бар көсөнә этеп, миңә ынтыла. Көскә-көскә,  тәнтерәкләп барып етеп, ҡулымдағы төйөнсөгөмдө уға һондом. Ауыҙымдан берәй өн сыҡһасы! Ни илай, ни һүҙ ҡуша алмайым. Машина ҡуҙғалып та китте. Улымдың: “Әсә-ә-әй, һин бирешмә, йәме, мин әйләнеп ҡайтасаҡмын! Көт мине!!!” – тигән һүҙҙәре оҙаҡ ҡына ҡолағымда яңғырап торҙо. Эй, балаҡайғынам! Ул көндө нисек  өйөмә ҡайтып еткәнемде, кем булһа ла янымда булдымы, бөтөнләй хәтерләмәйем. “Түҙ, Мәликә! Сабыр бул! Нисек тә йәшәргә кәрәк, һинән башҡа кем терәк булыр һуң улыңа?”  Шулай үҙемде яйлап ҡулға алдым.

    Ә теге саҡта... Инсаф урта мәктәпте тамамлағас, урман хужалығы техникумына уҡырға инде. Беренсе курста ихлас уҡығандай ине. Йәйге каникулдан һуң икенсе курсҡа нисектер теләр-теләмәҫ кенә йыйынғандай тойолдо. Ҡышҡы каникулына ҡайтты. Өйҙә йүнләп күргән дә юҡ. Эштән ҡайтыуымды ла көтөп тормай, таңға тиклем иптәштәре менән урам ҡыҙырыуын белә. “Әлиә исемле ҡыҙ менән йөрөй икән!”– тип ишеткәс, тынысланғандай булдым. Исмаһам, теге дуҫтарынан айырылыр, күҙ-ҡолаҡ булыр, тинем. Шундай кистәрҙең береһендә  йөрәгемә әллә нимә булдысы,  һыҙылыпмы-һыҙыла? Ҡурҡыныс хәлдәр килерен алдан уҡ һиҙеүе булдымы? Дарыу төймәләрен дә ҡабып  ҡарайым, ярҙам итмәй. Ҡулыма бер эш тә бармай.  Аңҡы-тиңке кисте үткәрҙем. Һуңлап ҡына йоҡларға ятҡанымда Инсаф ҡайтмағайны әле. Таң алдынан ҡаты ғына ишек шаҡыуҙарына йөрәгем дөп-дөп килеп, ҡурҡып уяндым. Ишекте асһам, милиционер баҫып тора: “Мәликә апай, һеҙгә участкаға барырға кәрәк!  Улығыҙ ҡулға алынды!”– ти. Көтөлмәгән яңылыҡтан албырғап ҡалдым.  “Нимә булды һуң шул саҡлы, нишләгән улым?” – тим үрһәләнеп, бер ни өндәшмәй. Урында белерһегеҙ, тине лә ҡуйҙы. Аңҡы-тиңке хәлдә саҡ барып еттем милиция бүлегенә. Шунда ғына аңлатып бирҙеләр.  

   Эш былай була. Бер нисә әшнәһе  Инсафҡа үҙҙәре менән күрше ауыл магазинына төшөргә тәҡдим итә. Үҙҙәренә етерлек эсемлек-фәлән, сигарет алып, ата-әсәнән аҡса таптырмай ғына, рәхәтләнеп йәшәп алырға йыйынғандар. Төндә генә барһалар, бер кем уларға осрамаясаҡ, күргән хәлдә лә танымаясаҡ, тигәндәр. Үҙҙәре менән кеҫә фонары, инструменттар ҙа алғандар. Бикле торған магазинды асып инеүҙәренә: ”Туҡта! Кем йөрөй унда? Хәҙер атам!”– тигән тауышҡа ҡоттары алынып, ҡалтырап төшәләр. Ишек янына сибек кенә кәүҙәле, ҡулына таяҡ тотҡан ҡартлас килеп баҫҡанын күргәс, кемеһелер: “Бей его!” – тип ҡысҡырып ебәрә. Шуны ғына көткәндәй, тотоналар бахыр ҡартласты типкесләргә! Эй, хоҙайым! Ҡайһылары алып килгән сумкаларына мөмкин тиклем күберәк эсемлек, тәмәке, аҙыҡ-түлек тултырырға тотона. Бына кемдер: “Етте, егеттәр, тиҙерәк тайҙыҡ!”– тип ҡысҡыра. Һушһыҙ ятҡан ҡартты ҡалдырып, ишеккә ташланалар.

   Ҡарауылсы ҡарт күрше өйҙә генә йәшәгән икән. Ул-был тойолмағас, өйөнә ҡайтып, сәй эсеп килергә булған.  Өйҙәренә килеп тә еткән, ниндәйҙер шикле тауыш ишетелгәндәй булғас, кире әйләнгән. Уның шулай ашығып сығып йүгергәнен күреп ҡалған ҡарсығы ни булғанын белер өсөн ҡарты артынан урамға сыҡҡан. Магазин тирәһендә ниндәйҙер аңлашылмаған тауыштар ишеткәс, тиҙ генә ҡайта һалып, өй телефонынан милиция саҡыртҡан.

   Юлдары уңыуына ҡыуанған егеттәр ауылды сығыу менән урман эсенә инеп бер аҙ һыйланып алырға булалар. Быйылғы ҡыш  ҡар әллә ни күп яуманы, шуға көрт кисергә кәрәкмәй, үҙҙәренә уңайлы урынға тиҙ үк барып та етәләр. Кемдер үҙе менән алған кеҫә фонары яҡтыһында тиҙ арала табын ҡоралар. Тик әллә ни оҙаҡ ҡыуанырға тура килмәй уларға. Бер аҙҙан спиртлы эсемлектән үтә күңелләнеп алған йәштәр уларҙан йыраҡ түгел ниндәйҙер машина килеп туҡтағанын  ишетмәй ҙә ҡала. Уларҙы ҡулға алалар. Араларында яңы ғына иреккә сыҡҡандары ла, балиғ булмағандары ла була. Барыһын да хөкөм иттеләр. Әле яңы ун туғыҙы тулған Инсаф улыма өс йыл ярым срок бирҙеләр...

   Уф, ҡан баҫымым күтәрелде, буғай. Башым сатнап ауыртырға тотондо. Дарыуымды ғына  ҡабайым да, ятып торайым...)

                       Икенсе хат

27-се октябрь.

     Һаумы, ҡәҙерле улым!!!

Эшемдән ҡайтып инһәм, һинән хат бар! Хатыңды ҡулыма алғас, нисек ҡыуанғанымды белһәң  икән?  Ни сәбәптәндер, айҙан ашыу хатың булманысы?! Уйламаған уйым ҡалманы. Бөгөн, ниһайәт,  тыныс  ҡына ятып йоҡлармын инде.  

    Эй,  балам, ҡайҙарҙа ғына  йөрөһәң дә, хоҙайым ярҙамынан ташламаһын, бәлә-ҡазанан аралап, яманға кәртә ҡуйһын! Бар теләгәнем ошо бит минең...  Хатыңда: “Балан тултырып бешергән  бәлештәреңде һағындым, әсәй!”- тигәнһең. Шулайҙыр шул!  Бигерәк яратаһың бит балан бәлешен!

    Балан, тигәндән...  Ул саҡта  нисә йәштәрҙә булдың икән? Дүрт-биш тирәһе генәлер. Эш урынымдағы баҡсаға ултыртыр өсөн ағас үҫентеләре килтергәйнеләр. Күмәкләшеп тиҙ арала ултыртып та бөттөк. Ҡайтырға йыйынһаҡ, бер бәләкәй генә үҫенте машинаның кузовында ятып ҡалған! Шуның өсөн генә көрәк күтәреп яңынан ағас ултыртырға йүнәлеп булмай ҙа инде. Ул үҫентене мин үҙемә һорап алдым. Ҡапҡабыҙ алдында бәләкәй генә  баҡсабыҙ бар, унда мин сәскәләр үҫтерәм. Алып ҡайтҡан үҫентене икәүләшеп шунда ултырттыҡ. Баҡсабыҙҙың рәшәткәләре ашатлап ҡына сығырлыҡ булғас, ағасыбыҙҙы уратып яңынан кәртәләнек.  Кәзә-фәлән юҡҡа сығарып ҡуймаһын, тинек. Эй, улым! Ул саҡтағы һинең бөтмәҫтәй тойолған һорауҙарың: “ Әсәй, әсәй! Был ниндәй ағас ул? Балан ағасы? Оһо-о!   Ә ул  ҙу-у-ур булып үҫкәс, алмалары буламы?” Эй, рәхәтләнеп, ихлас  көлгәйнем шунда! “Юҡ, улым, алма бирмәйәсәк! Тәүҙә иҫ киткес матур, ап-аҡ сәскә атасаҡ. Һуңынан ҡып-ҡыҙыл төҫтәге әсе-е-е еләктәр бирәсәк. Тик улар тәүҙә генә әсе буласаҡ. Һуңынан, көҙгө ҡырауҙарҙан һуң ауыҙҙы ҡурыуы бөтөп, шәрбәтләнәсәк. Шунда беҙ балан еләктәренән телеңде йоторлоҡ тәмле бәлештәр бешерәсәкбеҙ!” – тинем. “Телеңде йоторлоҡ?! Нисек инде улай? Те-лең-де йоторлоҡ....” Аптырауыңдың сиге юҡ ине... Эй, ҡолонсаҡҡынам  минең...

   Тамыры нығынып, үҫеп китте баланыбыҙ. Һиңә лә мәктәпкә барырға ваҡыт етте.  Бер нисә йылдан һуң балан ҡыуағы бер нисә генә  тәлгәш сәскә атты. Һин түҙемһеҙләнеп еләктәре бешкәнен көттөң. Түҙемлегең етмәгәс, бешеп етер-етмәҫ элек үк күҙҙең яуын алып торған ымһындырғыс ҡып-ҡыҙыл еләкте ауыҙ итеп ҡараның. Ауыҙыңды өтөп-ҡурып алғас, ни йота, ни төкөрә алмай оҙаҡ ҡына торҙоң. Ҡыланыштарыңды күҙәтеп, күҙҙәремә йәш тулды. “Ана шулай, ауыҙыңды бер бешермәйсә, өрөп ҡапмайһың шул,  улым!”– тинем эсемдән. Күрмәмеш  булдым...  

    Ниһайәт, ағасыбыҙ беренсе тапҡыр күпләп емеш бирергә булды. Яҙ еткәс  шау сәскәгә күмелеп, өйөбөҙ алдын иҫ киткес йәмгә сумдырҙы. Эштән ҡайтҡанда  күҙ ҡараштарым әллә ҡайҙан  уҡ ошо ағасты эҙләп таба. Көҙ ҙә яҡынлашты. Ағасыбыҙ бөтөнләй ҡып-ҡыҙылға әйләнде: япраҡтары ла, еләктәре лә ут булып янып тора! Түҙемһеҙләнеп бәлеш бешерер көндө көтәбеҙ. Бер кис эштән ҡайтып киләм. Өй яғына күҙ һалһам, нимәлер етешмәй төҫлө. Килеп еткәс кенә аңлап ҡалдым. Баланға... беҙҙең баланыбыҙға ни булған?! Ҡып-ҡыҙыл емешле ботаҡтары тирә-яҡта тырым-тырағай таралып ята. Етемһерәгән олоно ғына һерәйеп тора! Иҫәңгерәп тора биргәс, ағастың олонон ҡосаҡлап, түгелеп илап ебәрҙем. Ошо минутта әсе емешле баландың яҙмышын хәс үҙемдекенә оҡшаттым... Минең дә йәшлегемде, шау сәскәгә төрөнгәс кенә, үҙемде сикһеҙ бәхетле тойған мәлемдә, көтмәгәндә-уйламағанда ҡырау һуҡты бит?! Шунда ғына улым иҫемә төштө. Эй, алла, Инсафым ни хәлдәрҙә  икән? Төрлө яҡта таралышып ятҡан уттай ҡыҙыл ботаҡтарҙы ҡосағыма алдым да, өйгә ашыҡтым. Илауҙан шешенеп бөткән инең һин... Бер мөйөшкә боҫоп ҡына ултырғанһың да, һаман да мышҡылдайһың...  “ Әсәй... улар... улар мине тыңламаны! Мин...  мин... әйттем уларға... теймәгеҙ, тинем! Улар тыңламаны!!!” – тинең үкһей-үкһей. Икәүләшеп иланыҡ... Көскә тынысландырҙым үҙеңде...  Һуңынан үҙемде ҡулға алдым да, кемдәрҙең эше икәнен һораштым. Синыфташтарың  икән...

     Иртәгәһенә һинең тыуған көнөң ине. Эшемдән бер генә көнгә ял һорап алдым. Һине мәктәпкә оҙатҡас, ҡамыр ҡуйып, кисәге баландан ҙур ғына бәлеш бешерҙем. Дәрестәрең бөтөр алдынан ҡаршыңа киттем. “Бар әле, улым, синыфташтарыңды тыуған көнөңә саҡыр! Барыһын да саҡыр!”- тинем. Килделәр. Барыһы ла! Беҙҙең баланды ботарлап киткәндәре лә... Өҫтәл тулы һыйҙы күргәс, йәһәтләп ултырыша һалдылар. Телеңде йоторҙай бәлештең кисә генә үҙҙәре  ботарлап ташлаған балан емештәренән бешерелгәнен белгәс, ҡайһы берәүҙәре баштарын аҫҡа эйеп, күпмелер ваҡыт күҙҙәрен күтәреп ҡарай  алмай ултырҙы... Шау-гөр килеп, оҙаҡ ҡына бергәләп уйнап, күңелле генә таралыштылар. Был ваҡиғаны, бәлки, үҙең дә хәтерләйһеңдер, улым?

  Баланыбыҙ бирешмәне. Киләһе йылдарҙа ла шау сәскәгә күмелеп, мул – мул уңыш бирҙе. Тирә-яғында йәш үҫентеләр ҙә күбәйҙе. Башҡаса ундай күңелһеҙ хәлдәр  бер ҡасан да ҡабатланманы.

     Ә быйылғы баландың нисек  ишелеп уңыуын  үҙең күрһәң икән?  Шундай эре бит әле емештәре! Әллә күпме балан ҡағы киптерҙем. Тағы,  һин  яратҡанса, ҡаҙан тултырып быҡтырҙым да әле.  Ноябрь айында  бер нисә көнлөк  отгулымды алып, яныңа барып ҡайтырмын, тим.  Шул тиклем һағындым  үҙеңде! Оҙаҡ ҡына хатың килмәй торғас, түҙмәй,   башлығыма барған инем. Ҡаршы килмәне, былай.  “Зинһар, борсолмағыҙ, Мәликә апай, юлға сығыр ваҡыт еткәс, килерһегеҙ!”– тине.

   Ауылда әллә ни яңылыҡтар юҡ, тигәндәй. Тик бына... нисегерәк һиңә  яҙырға икән? Ҡыҫҡаһы, теге аҙнала Әлиәнең туйы булды. Ниндәйҙер ситтән килгән бер егет  менән әллә ҡайһы арала танышып алған да, оҙаҡҡа һуҙмай өйләнешеп тә ҡуйҙылар. Бәлки, был турала һиңә яҙып өлгөргәндәрҙер ҙә әле? Тәүҙә, ишеткән көндө, ул ҡыҙға  рәнйегәйнем. Һуңынан тынысландым.  Ни хәл итәһең, һәр кемдең үҙ яҙмышы. Ә теге саҡта ҡайһылай өҙгөләнгән булды бит әле үҙе? Мин уны көтәсәкмен, күпме көтөргә тура килһә лә,  тип иланы.  Ярай,  улым, һин дә артыҡ бөтөрөнмә.  Иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас,  күҙ күрер. Бәлки һинең яҙмышың бөтөнләй башҡа ерҙә аҙашып йөрөйҙөр.  Бына күрерһең, һинең дә бер мәл гөрләтеп туйыңды уҙғарырбыҙ.  

    Эш хаҡын ваҡытында биреп баралар, һинең яныңа  барһам,  тип артығын тотонмаҫҡа тырышам. Миңә ней, бер башыма әллә ни  күп кәрәкмәй ҙә хәҙер.

  Шулай минең хәлдәр. Ярай,  тамамлайым инде, улым. Һинең хатыңды уҡығас, ҡыуанысымдан өҫ-башымды ла һалып тормай, яуап  хаты яҙырға ултырғанмын икән...

     Хуш-һау бул, улым, түҙемһеҙлек менән  һинең хатыңды көтөп, әсәйең.   

28-се октябрь

    (Хатымды ҡабаттан уҡып  сыҡтым да, ебәрмәҫкә кәрәктер, тим... Әлиә хаҡында бөтөнләй  яҙмаҫҡа ине. Быға тиклем берәйһе хәбәр итеп өлгөрмәһә, бәлки, белмәй торғаны яҡшыраҡтыр ҙа... Аллам һаҡлаһын! Эй, хоҙайым, бәлә - ҡазаларҙан үҙең  арала...)

Өсөнсө хат

 25-се декабрь.

       Иҫәнме- һаумы минең ҡәҙерле Инсаф улым!

       Һинең яныңа барып ҡайтҡаныма ла бер ай үтеп  китте.  Ни сәбәптәндер,  ошоғаса  хатың юҡсы?  Ваҡытың да етеңкерәмәйҙер инде хат яҙып ултырырға...

Яныңда булып ҡайтҡас, бер аҙ йөрәгем тынысланып  ҡалғандай булды.  Үҙеңде күреп, күңелем булғансы һөйләшә  алдым бит!

       Ә теге саҡта, саҡырып  хатың килгәнен дә көтмәй, ашығып юлға сығыуымдың сәбәбен һиңә әйтмәгән инем. Ҡапыл килеп төшөп,  һине лә аптыраттым, шикелле...  Әле ярай ҙа  “Оҙайлы күрешеү”гә рөхсәт бирҙеләр. Ашыҡтым шул!  Түҙер әмәлем ҡалмағас, юлға сыҡтым. Ашығыс йыйынмаҫ та инем, бәлки, тик һуңғы ваҡытта төштәрем буталып,  бер нисә төн ҡаңғырҙым. “Ҡотҡар мине, әсәй, ярҙам ит?!”- тип ҡысҡырған тауышыңа йөрәгем дөп-дөп килеп уянам да, ҡаңғырып-үрһәләнеп,  йоҡлап китә алмай бер булам. Шулай бер нисә төн  ҡабатланғас, түҙмәнем, юлға сыҡтым. Үҙең менән осрашып, иҫән-һау икәнеңде күргәс кенә эсемә йылы инде. “Барыһы ла яҡшы, үҙең күреп тораһың бит?”- тинең.

      Ябыҡҡанһың икән... Ҡоро тире лә һөйәк. Минең борсолғанымды күреп:  “Ашау яғы  һәйбәт,  борсолма, әсәй, режим бит  бында, өйгә ҡайтҡас һимерермен әле!”- тип ихлас көлгән булдың.

    Эй, балаҡайым минең, әсәйең борсолмай буламы һуң инде? Барып кергәс тә, башмаҡтай ҙур эттәрен  етәкләп, территорияла тегеләй-былай сабып  йөрөгән  конвойҙарҙы күргәс,  йөрәгем табаныма төштө. Йә, хоҙай, әллә улым менән берәй хәл булғанмы, тип ҡурҡтым... Һуңынан, һинең яныңа инер алдынан,  үҙемде тентеп-тикшереп, бөтә әйберҙәремде сығарып һалырға ҡуштылар. Нисек ғәрләнеүемде белһәң икән! Үҙ балама дошмандыр шул мин? “Ярамаған нәмәләр” тейәп килтерергә... Эй, улым,  хәлемдән килһә, бынан бер нисә йылға кире әйләнеп ҡайтыр ҙа, бөтә бәләләрҙән үҙеңде ҡурсылап, бер генә аҙымға ла янымдан ебәрмәҫ инем! Ҡайҙан ғына теге  әҙәмдәргә юлыҡтың һуң? Ярай, иҫән-һау булһаҡ, нисек тә башыбыҙға төшкән бәләне бергәләп йырып сығырбыҙ, беҙ икәү бит әле, ярты йылы үтеп китте,  ҡалғаны ла, иҫән-һау булһаҡ,  үтер... Ә шулай ҙа, улым, ныҡ булырға, бирешмәҫкә тырыш. Үҙең дә әйткән инең,  бында  ҡот осҡос енәйәттәр ҡылып   ултырғандар ҙа бар, тип. Ундайҙарҙан, зинһар,  йырағыраҡ йөрө! Тыңла  мине, улым?!

   Тик... һинең яндан ҡайтҡаны бирле бер уй тынғы бирмәй. Теге саҡта...   миңә дөрөҫөн әйтмәнең, шикелле... Йәлләнең һин мине... Кис, йоҡлар алдынан сисенгәнеңдә,  арҡаңдағы күм-күк эҙҙәрҙе күргәс, ҡотом осоп  ҡысҡырып ебәрҙем: “Туҡмағандар бит һине, улым!!!” Шул мәлдә тертләп ҡуйғандай булдың да, шунда уҡ миңә табан боролдоң: “Юҡ-юҡ, әсәй!  Эштә саҡта... тиҙерәк  бөтөрәйек, тип тоҡҡа йөкмәп кирбес ташыныҡ!”- тинең... Эй,  улым, улым... Әсә кешене алдап буламы икән?!  Иҫемә төшкән һайын йөрәгемә ҡан һауа. Теге саҡта боларған төштәрем дә  нимәлер хаҡында иҫкәрткәндер инде мине... Эй, хоҙайым, бәлә-ҡазаларҙан үҙең генә арала...

          Көн дә хатыңды көтә-көтә тәҡәтем ҡороно. Хәлемдән килһә, бөгөн үк яныңа барып етер инем дә...

 Бер-ике һөйләм менән булһа ла сәләм хатың килһә икән... Ярай, хатымды тамамлайым инде.  Хуш-һау бул, улым, ауырыма.   Һинән түҙемһеҙлек менән яуап хаты көтөп,  әсәйең.  

      26-сы декабрь.

     Ярай ҙа хатымды ебәреп өлгөрмәгәнмен.  Урамға сығып, почта йәшнигенә күҙ һалһам, бына бит ниндәй ҙур ҡыуаныс, улымдың  хаты килгән!  Шундуҡ  күңелем күтәрелде, йәшәгеләр килеп китте хатта.  

     Яңы йыл да яҡынлашып килә. Тәбиғәт үҙенең төп байрамына ихлас әҙерләнә.  Бөгөн быны үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Хатты алғандан һуң өйҙә ултырып сыҙаманым. Бер аҙ йөрөп әйләнергә булдым. Яйлап ҡына яҡындағы урманға табан атланым.  Кисә көн оҙоно ябалаҡлап ҡар яуған ине. Бөгөн салт аяҙ. Күк йөҙөндәге барлыҡ йондоҙҙар ҙа ергә бер юлы осоп төшкәнме ни: тирә-яғымдағы бихисап ҡар бөртөктәре төрлө төҫтә емелдәшеп күҙҙең яуын ала! Көрт кисеп барырға кәрәкмәй: бесәнселәр сана юлы һалып та өлгөргәндәр.  Ап-аҡ донъя  күңелгә әйтеп аңлатҡыһыҙ сафлыҡ бөркә. Шыршылар яҡынлашып килгән байрамдың төп хужалары икәне әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Былай ҙа зифа һындарына тағы ла күркәмлек өҫтәп йәм-йәшел ботаҡтарға мамыҡтай күпереп торған ап-аҡ ҡар ятҡан.  Ниндәйҙер тауыш ишетелгәндәй булғас, башымды күтәреп юғарыға ҡараным. Тейен! Ҡарағай ботағында тубырсыҡ кимерә! Үҙе төймәләй генә ҡап-ҡара күҙҙәрен миңә төбәгән. Ҡымшанмаҫҡа тырышып уны күҙәтәм. Бына ул, ниҙәндер өркөп, тубырсығын төшөрөп ебәрҙе лә, күҙ асып йомған арала, ботаҡтан ботаҡҡа һикерә - һикерә  күҙҙән дә юғалды. Ҡайһылай рәхәт икән урманда! Бынан ары Нәфисә апайҙы ла үҙем менән алырға ине...)

Дүртенсе хат

15-се май

    Иҫәнме-һаумы, ҡәҙерле улым Инсаф!

Һағынышлы сәләмдәр менән хат яҙа әсәйең.

     Бөгөн йәкшәмбе. Ялымда йоҡом туйғансы йоҡлармын, тигән инем, таң һарыһынан уҡ уяндым. Ары-бире эшемде бөтөрҙөм дә, һиңә хат яҙырға ултырҙым. Ни сәбәптәндер, төндә бик насар йоҡланым. Көн боҙола, ахыры... Төштәрем боларып бөттө. Март айында һуңғы тапҡыр яныңа барып ҡайтҡандан һуң тынысланған инем, ҡабат йөрәгемә ут ҡапты. Ошо минутта уҡ яныңа осоп барып етерҙәй булам...

         Таң алдынан ғына күргән төшөм әлегәсә күҙ алдынан китмәй, хәйерлегә булһын!  

   ... Хәтерләйһеңдер, беҙҙең бәләкәй генә сабынлығыбыҙ бар ине?

Уртансы синыфтарҙа уҡығаныңда үпкәңә һыуыҡ алдырып, бик ныҡ ауырығайның. Көскә аяҡҡа баҫтырҙым. Һуңынан саҡ ҡына өшөһәң дә, температураң күтәрелеп, ауырыр ҙа китер инең. Шунда:–“Кәзә һөтө  ярҙам итәсәк, көндә яңы һауған кәзә һөтө эсер, нығыныр!”– тинеләр. Тәүҙә күрше-тирәнән алып эсерһәм дә, һуңынан үҙем кәзә һатып алып, тәрбиәләргә булдым. Кәзә аҫырау нескәлектәрен кәзә һауған апайҙарҙан өйрәнеп тә алдым. Бер апай тыныс ҡына холоҡло кәзәһен осһоҙ ғына хаҡҡа һатып бирҙе. “Игелеген күр, балаҡайың һауыҡһын!”– тине. Шунда бер-ике күбәлек кенә сабынлыҡ һорап алдым. Бөгөнгө төшөмдә шул сабынлыҡта икәүләшеп бесән сабабыҙ, имеш, тим. Кәйефтәребеҙ шундай шәп, көн дә салт аяҙ. Ир ҡорона еткән улымдың күкрәк киреп бесән сабыуына һоҡланып ҡарап торам да, үҙем дә салғымды һелтәйем. Ялға туҡтаған арала ҡыҙыҡтар һөйләп, мине көлдөрөп алаһың. Минең ҡыуанғанымды күреп, үҙең дә иһаһайлап көлөп, ихлас ҡыуанаһың.  Ҡапыл күк йөҙөн тиҙ арала ҡуйы ҡара болоттар ҡаплап алды.   Көслө ел сыҡты. “Улым, йыйын, тиҙ бул, ҡайтып өлгөрәйек!”– тип ҡысҡырҙым. Яуап булмағас, әйләнеп артыма күҙ һалдым. Әле генә кирелеп бесән сапҡан улым салғыһын күтәргән килеш туҡтап ҡалған... Һинең ҡурҡынған ҡараштарың төбәлгән яҡҡа күҙ ташлаһам, ҡобарам осто! Йә, хоҙай!   Оҙон ҡара плащ кейгән ҡурҡыныс әҙәмдәр шәп-шәп атлап һиңә табан киләләр! Бына килеп тә еттеләр. Елтерәтеп һине үҙҙәре менән алып та киттеләр. Мин һаман урынымдан  ҡуҙғала алмай, шаҡ ҡатҡанмын... Бер генә тапҡыр:”Әсәй!!!” –тип үҙәк өҙгөс тауыш менән ҡысҡырып өлгөрҙөң, иләмһеҙ ҙур машина ҡуҙғалып та китте... “А-а-а, улы-ы-м! Улымды ҡайҙа алып киттегеҙ?”– тип ҡысҡырғаныма уянып киттем. Оҙаҡ ҡына ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡайта алмай, “ах-ух” килеп яттым. “Бисмилла”лар әйтә-әйтә көскә тынысландым. Яңыраҡ ҡына яныңда булып ҡайтыуымды, барыһы ла яҡшы икәнен иҫемә  төшөргәс, үҙемде ҡулға алдым. “Эй, ошо әсәйемде, төш күрһә лә, ҡаңғыра, тиерһең инде...”

       Көн боҙолоуғалыр был төшөм, ана, күк йөҙөн ҡуйы ҡара болоттар баҫып та алған! Ямғыр яуыр инде. Оҙаҡҡа һуҙылмаһа ярай ҙа, йәшелсә-емеш ултыртып бөтмәгәнмен. Бәрәңге сәсер ваҡыт та етте. Бер үҙем булғас, ерҙе һөрҙөртөп торманым. Ике биҙрә сәсһәм, миңә шул етә. Яйлап көрәк менән үҙем ҡаҙырмын. Иҫән-һау үҙең әйләнеп ҡайтҡас, күпләп сәсербеҙ әле, шулаймы? Өйләнеп тә ебәрһәң, ишшу! Ҡайһылай шәп булыр ине, һин өйләнеп, ейән-ейәнсәрҙәрем өй тултырып шау-гөр килһә? Шулай бит, улым? Ҡасан ғына шул көндәр килер икән, сабырлығым, түҙемлегем етерме көтөп алырға?

  Ысынлап та, ниндәй матур хыял...                                           

16-сы май.                                      

     Хатымды утҡа ташланым. Янһын! Төшө-ние менән бергә янһын!

     Матур-матур хыялдарға бирелеп, онотолоп киткәнмен. Ҡапыл көслө ел сығып китте лә, ҡойоп ямғыр яуырға тотондо. Тиҙ генә урамға сығып, ямғыр һыуын  йыйырға  биҙрәләремде ҡуйып керҙем. Сәстәремде йыуырмын, ямғыр һыуына йыуһаң, ебәктәй йылҡылдап, ҡабарып китә торған. Шунан хатымды дауам итергә булдым. Төшөм тураһында яҙғанымды күрҙем дә, үҙемде тиргәй-тиргәй, ҡағыҙ киҫәген утҡа яҡтым. Улымдың күңелен күтәрерлек күңелле генә хәбәрҙәр яҙыр урынға,  тотам да юҡ-барҙы яҙамсы? Тере кеше төш күрмәй торамы? Алла бойорһа, барыһы ла яҡшы булыр. Улым да иҫән-һау ҡайтыр!  Донъялар ғына имен торһон! )

Бишенсе хат

19-сы август

       Һаумы, минең һөйөклө улым!  

Һағынышлы сәләмдәр менән – әсәйең. Яҙған хатыңды бер аҙна элек алдым, бик ҙур рәхмәт. Шунда уҡ ултырып  яуап хаты яҙып булманы,  борсолаһыңдыр инде. 

    Минең хәлдәргә килгәндә, артыҡ ҡурҡыныс түгел, улым. Дауахананан сығарыуҙарына  бер аҙна булып бара. Бераҙ нығынырға кәрәк, тинеләр. Шуға түләүһеҙ отпуск алырға булдым. Тағы күпме өйҙә тоторҙар икән?  Тик   бер үҙем булғас, ваҡыты ғына нисектер үтә яй үтә төҫлө.  Ярай, ары-бире бәйләмдәремде тотоп, ихатала ҡыштырлап, нисек тә әүрәрмен әле. Әле былай йөрөй алғас, шөкөр итеп ҡыуанырға  ғына кәрәктер, барыһы ла яйланыр, алла бойорһа.

       Һиңә лә  яҙып өлгөргәндәр, икән... Белмәйерәк ҡалдым, бер ҙә генә һине ҡайғыртаһым килмәгәйне.

       “Нишләп  шулай  ауырып киттең  һуң, әсәй?   Зинһар, үҙеңде һаҡла, минең өсөн борсолма! Минең барыһы ла яҡшы, артабан да шулай буласаҡ. Ҡайтырға ла инде күп ҡалманы – йыл ярымы һиҙелмәй ҙә үтте.  Һин  миңә бик ныҡ кәрәкһең, әсәй,  бирешмәҫкә тырыш, йәме?” – тигәнһең.  Эй, балам, рәхмәт ошондай яғымлы һүҙҙәреңә, йөрәгемә май ғына булып яғылдылар улар.  “Әсә кешегә бер генә йылы һүҙ етә!”–тигәндәре шулдыр инде, күрәһең...

      Ә теге көндө...  Эшемдә  үҙемде иртәнсәк үк насар тойҙом. Бухгалтер эшен үҙең беләһең, көн оҙонона иҫәп-хисаптан бушап булмай. Башымдың  ауыртыуына түҙмәй башлаһам, дарыу төймәһен генә ҡабып алам да, яңынан эшемә тотонам. Шулай бик оҙаҡ тойолған көн үтеп китте. Ҡайтырға сыҡтым. Нисектер башым әйләнгән төҫлө, аяҡтарымдың да бер ҙә генә хәле юҡ.  Һуңынан... һуңынан нимә булғанын аңламай ҙа ҡалдым: кәүҙәмде тота алмай, ауа башлағанымды ғына хәтерләйем. Кемдер күреп ҡалып, фельдшер саҡыртҡан да, дауаханаға оҙатҡандар. Ярай ярҙам ваҡытында  килеп еткән, юғиһә ни менән бөтөр ине, билгеһеҙ.  Ҡан баҫымым бик ныҡ күтәрелгән булған.  Беләһеңме, кем беренсе  булып дауаханаға хәлемде белергә килде?  Нәфисә апай!  “ Аба-а, бигерәк ҡурҡыттың бит, Мәликә һеңлем?”- ти. Үҙе  күп итеп күстәнәстәр килтергән. Мин дауаханала ятҡан арала яныма бер нисә тапҡыр килеп китте. Бөтөнләй үпкәләмәй икән дә үҙе? Шуны белгәс, нисектер, ҡапыл еп-еңел булып ҡалды. “Һин уға, ҡыҙым, берҙә   аптырама. Абынғандың хәлен һөрөнгәндән һора, тигәндәр бит...”–тине. Һинең өсөн дә борсола:   “Сабырлыҡ кәрәк, һеңлем, сабырлыҡ.  Ана бит, нисек кенә ауыр булһа ла, йыл ярымы, ана, үтте лә китте, иҫән-һау торһаҡ, ҡалғаны ла үтер, иншалла!” – тип йыуатты. “Атай тәрбиәһе етмәне улыңа, янында үҙенең өлгөһөндә тәрбиәләгән ир заты– яңылыш аҙымдарҙан ҡурсалаусыһы булһа, ундай хәлдәргә барып та етмәҫ ине, бәлки...”– ти.  Белмәйем шул, улым... Бәлки, шулайҙыр ҙа.  Тик, ни сәбәптәндер, атай тәрбиәһендә үҫкәндәр ҙә йыш ҡына яңылыш юлға баҫа, ниндәй генә ҡурҡыныс енәйәттәр ҡылмайҙар.  Нимә һуң был – һәр кемдең маңлайына яҙылған  яҙмышымы, әллә  ата-әсәләрҙең, йәмғиәттең тәрбиә алымдары етешмәүҙәнме? Әллә  инде, кем генә белһен сәбәбен... 

        Эй, улым, улым...  Донъяға ауаз һалған көнөңдә үк атайһыҙ ҡалдың бит  һин!

    ... Бик аҙ бергә йәшәү дәүерендә  бигерәк матур йәшәнек  атайың менән. Уҡыуымды тамамлап, эшкә башлап торғанда танышҡайныҡ. Күп тә үтмәне, Данис өйләнешергә тәҡдим яһаны.  Ризалығымды бирҙем шундуҡ. Яратып та өлгөргән инем шул...   

Ата–әсәһе менән таныштырырға үҙҙәренә алып ҡайтты. Өс бүлмәле иркен фатирҙа йәшәйҙәр икән. Берҙән-бер улдары булғас,  Данистың үҙенең ҙур, айырым бүлмәһе бар. Йәшлек ғәләмәтелер инде,  уны-быны уйлап тормай, бүлмәләр менән, уларҙағы төрлө матур сувенирҙәр менән ҡыҙыҡһынам. Бына сәй янына саҡырҙылар. Өҫтәл артында әсәһе минең тормошом, нәҫелем тураһында һорашты. Балалар йортонда тәрбиәләнгәнемде ишеткәс, төҫө кинәт үҙгәреп китте. (Биш йәшлек кенә сағымда ата-әсәйем экспедиция барышында икеһе лә һәләк булғас, мине балалар йортона урынлаштырғандар. Ул турала бер мәл һиңә һөйләгән инем.) Уйланып ултыра бирҙе лә ҡәйнәм, улын икенсе бүлмәгә саҡырҙы. Мин, ни уйларға ла белмәй, башымды эйеп ултырып ҡалдым. Бик оҙаҡҡа һуҙылғандай булды ошо минуттар. Бына Данис бүлмәнән  сыҡты. Ниңәлер илаған төҫлө тойолдо ул миңә. “ Йөрөп әйләнәйек әле, Мәликә? Нисектер тынсыу өй эсендә...” тине. Ана шулай, әсәһе ризалығын бирмәһә лә, беҙ өйләнештек. Айырым йәшәү мөмкинлеге булмағас, Данистың бүлмәһендә үҙ мөйөшөбөҙҙе  булдырҙыҡ. Бар ергә лә өлгөрөргә тырыштым.  Эштән һуң йүгереп тигәндәй  ҡайтам да, аш-һыу әҙерләйем, гөлдәй итеп фатирҙы йыйыштырам. Тәүҙә ҡырыҫ мөғәмәләлә булған ҡәйнәм дә яйлап ирегәндәй булды. Ҡайныма һүҙ ҙә юҡ, ул һәр саҡ ихлас йылмайыр ҙа ҡуйыр ине. Ҡатынынан уҙып, бер һүҙ әйтмәҫ кеше шул ул. Бигерәк тә балаға уҙғандан һуң ҡараштары үҙгәрҙе. Ә атайың һуң! Ысын мәғәнәһендә “өрмәгән ер”гә ултыртмай, күтәреп кенә йөрөтмәй инде мине! Эшенән ҡайтҡанында төрлө бүләктәр алып ҡайтып, мине ҡыуандырырға тырыша. Ә бер көн иҫ киткес матур бүләк алып ҡайтты! Ишектән кергәндә ҡулдарын артҡа йәшергәйне,  ҡыуанысынан  ауыҙы ҡолағына еткән үҙенең! Тәҙрә төбөндә үҫә торған гөл алып ҡайтҡан икән, тамсы гөлө! Эш буйынса йөрөгәндә бер кабинетта күреп ҡалған. Матурлығына һушы китеп, ҡыҙҙарҙан һатып биреүҙәрен үтенгән. “Ауырлы кәләшемә бүләккә!” – тигәс, тегеләре үҙҙәренә бер генә ботағын алып ҡалып, гөлдө һауыты-нийе менән ҡулына тотторғандар. Ысынлап та, һуш китерлек  матур ине сәскәләре! Ҡатын-ҡыҙҙарҙың нәфис алҡаларындай аллы-гөллө тамсы сәскәләре бәүелеп-йымылдап, күҙҙең яуын ала! Йәйҙең эҫе көндәрендә яумай тороп, көттөрөп кенә килгән ямғыр яуып уҙғандан  һуң бар тереклектә ҡояшҡа сағылып йемелдәгән ямғыр тамсыларына ла оҡшаттым мин уларҙы. Былай ҙа бәхетле ғаилә усағыбыҙға икеләтә нур өҫтәлде. Ул серле гөл-сәскәне икебеҙ ҙә  бик яратып тәрбиәләнек.

  Бына мин бала табыу йортонда. Һинең донъяға килгәнеңде ишеткәс, сәскә бәйләме тотоп, шундуҡ атлығып килеп еткән Данисым! Яныма керетмәгәстәр, мин ятҡан тәҙрә тапҡырына килеп: “Мәликә!!! Улым өсөн рәхмәт! Мин һине бик ныҡ яратам!!!” –тип ҡысҡырҙы.  Докторҙар әлегә урынымдан торорға рөхсәт итмәгәйнеләр, шуға тәҙрә янына баҫҡан ҡатындар аша ғына сәләмемде еткерә алдым. Үҙемде шул минутта донъяла иң бәхетле ҡатын-ҡыҙ заты итеп тойған инем...

        Һуңынан... Һуңынан барыһы ла бик ҡурҡыныс төш кеүек кенә  хәтеремдә ҡалған.

     Шул көндө кискә табан әллә ни булды миңә.  Тиктомалдан, бер сәбәпһеҙгә түгелеп илайым да ебәрәмсе? Бүлмәләш ҡатындарҙы аптыратып бөттөм. Шәфҡәт туташтары  яныма килеп йыуатып та, әрләп тә бөттөләр. Бер нисек тә тыныслана алмайым.  Шул тиклем, түҙеп торғоһоҙ эсем боша. Һуңынан доктор үҙе килеп: “Тыныслан, Мәликә, хәҙер үк тыныслан! Юғиһә күкрәгеңә һөт төшмәйәсәк! Балаңды шунан нисек имеҙерһең?”- тип ҡаты ғына иҫкәртте.  Шулай көскә  таң аттырҙым. 

     Ә иртәнсәк... ҡотосҡос хәбәр килтерҙеләр!!! Минең һөйөклө кешем, һине бер генә тапҡыр ҙа күреп өлгөрмәгән атайыңды: “Ул башҡаса был донъяла юҡ, күҙҙәрен мәңгелеккә йомған инде”, тинеләр...  Минең өсөн донъя түңкәрелде... Нисек һушыма килә алғанмын, ниндәй саралар табып тынысландыра алғандарҙыр... Бына ни сәбәптән илағанмын, өҙгөләнгәнмен икән... Күңелем алдан һиҙенгәндер, күрәһең...

Ул көндө атайың улы тыуғанына үтә лә  ҡыуанып, эшендә лә  тик йырлап ҡына йөрөгән.  Эш көнө бөткәс, өйгә ҡайтып етер саҡта ҙур тиҙлек менән ҡаршыға килгән йөк машинаһы аҫтына барып кергән. Улы тыуыу шатлығын тиҙерәк ата-әсәһе менән уртаҡлашырға ашығып, тирә-яғына иғтибарын кәметкән Данис үҙенә ҡурҡыныс янағанын  абайлап өлгөрмәгәндер, инде... Тәүге сәғәттәрҙә тере булған, таңға табан ғына  дауаханала йән биргән.   

      Ах, ул көндәр, түҙеп торғоһоҙ ауыр көндәр! Минең өсөн ҡояш һүнде, донъя түңкәрелде! Уның артынса үҙем китерҙәй хәлдә инем. Палаталағы ҡатындар янымдан китмәне, сабыйың хаҡына үҙеңде ҡулға ал, Мәликә, бирешмә, ныҡ бул, тинеләр.

 Дауахананан сығарған көндө беҙҙе сәскәләр менән ҡыуанып ҡаршы алыусы булманы. Һине ҡосаҡлап ҡәйнәмдәргә ҡайтып керҙем.   Йән өшөткөс һалҡын тойолдо тирә-яғымда. Бер кем бер һүҙ ҡушмай, яныбыҙға ла килеп урамай. Күҙ йәштәремде тыя алмай, тауышһыҙ ғына илайым.  Бына яныма ҡәйнәм килеп баҫты: “Һин генә ғәйепле барыһына, һиңә өйләнмәгән булһа, улым тере булыр ине! Өйләнмә детдом балаһына, башҡа ҡыҙҙар бөткәнме һиңә, тинем.  Тыңламаны бит?!”- тине йән өшөткөс тауыш менән. Берҙән-бер улынан яҙғас, үҙҙәре лә аҡылдан шашырҙай хәлдә ине улар, шуға уларға рәнйемәнем, түҙҙем. Хоҙайым сабырлыҡ бирһен ғәзиз балаһын юғалтҡан ата-әсәләргә...

     Һинең донъяла барлығың ғына миңә артабан йәшәргә көс бирҙе. Уйылып уйға сумған саҡтарымда тауыш биреп, уйҙарымдан арындырыр инең. Һине тәрбиәләп, ҡайғымды эскә йоттом. Бынан ары минең бар донъям – бәләкәс кенә тере йән, йоморсаҡҡынам, яҙмыш һынауҙарына аяуһыҙ дусар булған  йөрәгемә йылы бөркөүсем -  бары тик һин инең, улым!

    ...Бер көн аш-һыу бүлмәһендә кискегә ниҙер әҙерләп йөрөйөм. Һәр саҡ ҡабыҙыулы торған радиоалғыста  танылған шағирәнең шиғырҙарын уҡыйҙар.     Иҫ киткес матур, йөрәк түренә үтеп ингән, илатырҙай моңло икән дә шиғырҙары!   Ирекһеҙҙән ҡолаҡ һалам: 

                          ...Иҫтәреңә төшһәм, әсәй, һыу һип,

                             Мин ултыртҡан тамсы гөлдәргә...    

Ошо юлдарҙы ишетеүем булды, крандан шаптырлап ағып торған һыуҙы туҡтата һалып,  радиоалғыс алдына барып та баҫтым.  

       “Тамсы гөлдәр... тамсы гөлдәр...”  Нисек бүлмәмә атылып барып ингәнемде аңғармай ҙа ҡалдым. Батыр гөлөм! Батыр, тимен инде... Шунса ваҡыт, бөтөнләй уның тураһында онотһам да, тырышып-тырмашып йәшәргә тырышҡан бит ул! Япраҡтары, сәскәләре күптән ҡойолоп бөтһә лә, ниндәйҙер ҡөҙрәт менән, Данисымдың ҡулдарының йылыһы һаҡланған бүләге–тамсы гөлөм тере ине! Күҙ йәштәремә төйөлөп, ғәфү үтенә –үтенә һыуҙар ҡойҙом. Наҙлы һүҙҙәр менән иркәләп, тәрбиәләй башлағас, күтәрелеп, яңынан шау сәскәгә күмелде.  Ошо мәлдән һуң ул гөлдө ғүмерем буйына күҙ ҡараһындай һаҡлап тоттом. Йыл да яңынан-яңы ботаҡтарын тамырландырып, тәҙрә төптәрен ошо иҫ киткес матур гөлгә күмдем. Һин үҙең дә иғтибар иткәнһеңдер әле  быға... 

   ...Тик ҡәйнәмдәрҙең үтә һалҡынлығы, ҡырыҫлығы ғына  туҡтауһыҙ йөрәгемде таланы. Нисек кенә ҡыйын булһа ла, уларҙың өйөндә ҡыш сыҡтыҡ. Һуңынан эш урыныма барып, хәлебеҙҙе аңлаттым. Ваҡытлыса дөйөм ятаҡтан урын бирҙеләр. Һуңынан бер танышым райондарындағы совхозға бухгалтер  кәрәклеген, торлаҡ менән тәьмин итәсәктәрен хәбәр итте. Телефондарын бирҙе. Минең өсөн ошонан да яҡшыраҡ варианттың булыуы мөмкин түгел ине. Шунда уҡ шылтыратып, ризалығымды бирҙем. Һине балалар баҡсаһына урынлаштырҙым. Бәләкәй сағыңда ныҡ булдың һин, ауырыманың. Юғиһә бухгалтерҙың бөтмәҫ-төкәнмәҫ эшен атҡара алмаҫ инем. Эшемдән бер ҡосаҡ ҡағыҙ-фәлән күтәреп ҡайтып, һин йоҡлаған арала төндә лә эшләйем. Көндөҙөн һин балалар баҡсаһында булһаң да, кисен өйҙә. Ана шул бушамаған саҡтарымда  иғтибарым етмәгәндер инде һиңә. Һинең яҙмышыңда үҙемдең ваҡытымды тейешенсә бүлә алмауым ҙур йоғонто яһар, тип уйламағанмындыр инде. Бәлки ул хәлдәргә барып та етмәҫ инең... “Хоҙайҙың яҙған тәҡдирелер, күрәсәге шулдыр улыңдың. Абыныр өсөн түмгәк табылыр ул.  Үҙеңде улай уҡ бөтөрмә! “Төрмә” тигәндәрендә лә әҙәм балалары эшләйҙер бит, ”- тип тынысландыра мине Нәфисә апай. “Ишеңде табып, кейәүгә сығырға ине һиңә, Мәликә! Йәшлегеңде заяға уҙғармаҫ инең. Балаларҙы үҫтерәһең-үҫтерәһең, ваҡыты еткәс,  улар үҙҙәренең тормошон ҡора.  Яландай өйҙә тыпа яңғыҙың тораһың да, ҡалаһың.  Әле лә бынамын тигәнһең, йәш ҡыҙҙарың йырағыраҡ торһон. Берәй яҡшы ғына кеше һоратһа, шуға кейәүгә сыҡ та ҡуй!” –ти. (Эй, ошо Нәфисә апайҙы, әйтһә, әйтә лә ҡуя инде!)  Бәлки, шулайҙыр ҙа... Теге саҡта, яныңа һуңғы  барғанымда,  һин дә, улым, ошо уҡ һорауҙы биргән инең. “Әсәй, мин бында шуны аңланым: ғүмереңдең иң матур йылдарын һин тик миңә арнағанһың. Һораған  әйберҙе алып бирер өсөн ял алып та тормай эшләгәнһең. Ә мин тик үҙемде генә ҡайғыртҡанмын. Һин үҙең өсөн дә йәшәргә тейешлегең тураһында бөтөнләй уйламағанмын. Нишләп ҡабаттан кейәүгә сыҡманың, әсәй?” – тинең.  Ихлас һораның. Ни тип яуап бирергә лә белмәнем. “Ҡуй, юҡ менән башыңды ҡатырмасы, улым!”-тинем. Ҡайтҡас, ошо һүҙҙәрең тураһында оҙаҡ уйландым. Һиндәге үҙгәреш аптыратты ла, ҡыуандырҙы ла. Элекке елғыуар улымдың эҙе лә ҡалмаған бит? Тормош тураһында уйланаһың, атайҙарса аҡыллы һүҙҙәр һөйләйһең. Күҙ генә теймәһен! Үҙемдең, ниһайәт, ҡалҡан булып торорҙай яҡлаусым барлығын тойҙом. Эй, улым, улым, атайыңдан башҡа  берәүҙе уны яратҡан тиклем ярата алыр инем микән? Уны юғалтҡандан һуң йөрәгемде бер кем, бер ҡасан аса алмаҫлыҡ итеп, мең-мең йоҙаҡҡа бикләп ҡуйҙым бит ул мин! Ҡайһы саҡта ябырылып килгән ҡуйы   болоттарҙай баҫып алған һағыштарыма түҙә алмай,  мендәрем лысма һыу булғансы, буҙлап илап уҙғарған төндәрем бихисап булғандыр...  Минең дә үҙ ваҡытында һөйөләһе-наҙланаһы килгән саҡтарым булды... Кешегә һиҙҙермәҫкә тырышып, үҙемде ҡаты бәғерле, үтә ҡырыҫ, ир заттарына битараф тоторға тырыштым. Ана шулай, улым, иртә яҙҙан бары бер нисә көнгә генә башын ҡалҡытҡан  ҡып-ҡыҫҡа ғүмерле умырзаялай   йәшлегем күҙ асып йомғансы үтте лә китте.  Үтте лә китте...  

                       21 –се август.

      (Теге көндө, ҡапыл ғына ҡан баҫымым күтәрелеп киткәс, хатымды ҡуйып торған инем. Ике көн буйына урынымдан да тора алмай яттым. “Больничный” астылар. Әлдә лә Нәфисә апай бар: әллә нисә тапҡыр яныма инеп,  хәлемде белешеп торҙо. Үҙе әллә ҡайһы арала өлтөрәп йөрөп сәйен ҡуйып ебәрә,  ҡоймағын ҡоя, көсләп тигәндәй мине туйындыра. Үҙенең ире үтә мыжыҡ кеше, тиҙәр. Хатта, йәшерәк саҡтарында, Нәфисә апай һыйырҙарын һауып ингәнсе лә, юғалтып: ”Ҡайҙа шулай ауылсыланың,  донъяңды онотоп?”– тип ҡаршылар булған. Шуға борсолоп: “Бабайың юғалтып торор бит?”– тим. “Ҡуй, юҡҡа борсолма, күптән баҫылды бит ул! Тамағы туҡ булып, янында телевизоры булһа, шул еткән уға”,– тип көлә. Эй-й, бигерәк изге күңелле шул Нәфисә апай! Ул янымда булмаһа, ошондай ҙа оло бәләләрҙе берүҙем ҡалайтып ҡына йырып сығыр инем?

       ...Балалар йортонда йәшәгән сағым иҫемә төштө. Туғандарым булманымы икән, әллә үҙҙәренә артыҡ мәшәҡәт өҫтәгеләре килмәнеме, ата-әсәм һәләк булғандан һуң мине ошо йортҡа тапшырғандар. Тәрбиәсебеҙ Айһылыу апай балалар йортондағы бер бүлмәлә яңғыҙы ғына йәшәй ине. Үтә талапсан,  уҫал булды, беҙҙе бигерәк ҡаты тотто. Юҡ ҡына шуҡлыҡ өсөн дә барыбыҙҙы бергә йыйып, оҙаҡ ҡына әрләр ине. Шулай бер көн мин дә ниндәйҙер эш боҙҙом. Хәҙер инде хәтерләмәйем ни булғанын. Айһылыу апайҙан ныҡ ҡына эләкте. Илағанымды күрмәһендәр өсөн гардеробҡа инеп йәшендем. Йыйыштырыусы апай мине шунда тап итте. Күҙ йәштәремдең сәбәбен белгәс, арҡамдан дөпөлдәтеп һөйөп, яратты ла: “Айһылыу апайыңа рәнйемә, ҡыҙым. Бер ҙә ҡаты бәғерле түгел ул. Уның үҙенең үткәне лә бик ауыр булған. Һеҙҙе ҡаты итеп әрләп ташлай ҙа, һуңынан йәлләп илай торған. Күпме үҙен тынысландырып ултырғаным булды. Яңылыш юлдан китмәһендәр, тип борсола,”– тине. Оҙаҡ ҡына янымдан китмәне ул апай. Ошо һөйләшеүҙән һуң күп тә үтмәне, ҡайҙандыр йыраҡтан Айһылыу апайҙың туғандары килеп төштө. Бик оҙаҡ бер-береһен юғалтып, табышҡандар икән. Айһылыу апайҙы ай-вайына ҡуймай үҙҙәренә күсереп алып ҡайттылар.  Үҙенә бик ныҡ өйрәнгән булғанбыҙ икән, китеп барғас, барыбыҙға ла ҡыйын булды. Үҙ-ара “Уҫал апай” тип йөрөткән тәрбиәсебеҙҙе һағынып илар инек. Һәр сетерекле осраҡта ла: “Айһылыу апайыбыҙ быға ни әйтер ине?”– тип үҙебеҙгә һорау ҡуйыр инек. Айһылыу апайҙың: ”Таш менән атһалар ҙа, аш менән атырға кәрәк, шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ!”–тигәне ниңәлер хәтеремә ныҡ уйылып ҡалған...  

       Ә Нәфисә апайҙың теге һүҙҙәрендә... бәлки дөрөҫлөк тә барҙыр. Күҙ һалыусылар ҙа булманы түгел, булды. Ғаиләһе булғандар  яңғыҙ ҡалған саҡтарымда янымда өйөрөлһәләр, ҡабат әйләнеп килмәҫлек итеп, ҡаты ғына һүҙҙәр менән ҡыуып ебәрер инем. Үпкәләгәндәй йөрөп алһалар ҙа, башҡаса минең менән үҙҙәрен тыйып тоторҙар ине. Ә бер йыл самаһы элек мине район үҙәгенә командировкаға ебәрҙеләр. Шоферҙы күптән беләм, Зариф исемле. Бер урында эшләйбеҙ, тыйнаҡ, аҙ һүҙле булғас, үҙе һирәк-һаяҡ ҡына күренеп ҡалмаһа, донъяла барлығын бөтөнләй оноторға була. Минең менән бер  йәштәрҙә, шикелле. Бер нисә йыл элек ғаиләһендә сетерекле хәлдәр ҙә булып алды. Оҙаҡ ҡына йылдар иңгә-иң терәшеп йәшәгән ҡатыны йәшлек мөхәббәтен осратты ла, ғаиләһен ҡалдырып, әллә ҡайҙарға сыҡты ла китте. Ике үҫмер балаһы атаһы янында тороп ҡалды. Ул хәлдәрҙән һуң былай ҙа баҫалҡы кеше бөтөнләй кеше менән аралашмай, тауыш-тынһыҙ ғына эшләп йөрөр булды. Ә был юлы мине аптыратты ул. Юл буйына “мыштым” ҡушаматлы Зарифыбыҙ төрлө мәҙәктәр һөйләп, ваҡыттың нисек тиҙ үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым. Минең көлөүемә ҡушылып, үҙе лә ихлас көлә! Ана шул көлөүе нишләптер Данисымды хәтерләтә лә ҡуя. Күңелемдәге иләмһеҙ бушлыҡ ниндәйҙер күптән көтөлгән йылылыҡ менән тулғандай була. Көн эш менән тиҙ үтеп китте. Кискә ҡарай ҡайтырға ҡуҙғалдыҡ. Шоферыбыҙ тағы хәбәрҙәрен һөйләй. Ни өсөндөр ошо юлдың оҙағыраҡҡа һуҙылыуын теләнем...  Көтмәгәндә машинабыҙ боҙолоп ҡуйҙы, ул ремонт эштәре менән булашҡансы мин яр буйында йөрөп торҙом. Бер туҡтағанда тамаҡ ялғап алырбыҙ, тип табын ҡорҙом. Бына ҡайтырға йыйындыҡ. Кабина ишеген асырға йыйынғанда: ”Мәликә, туҡта әле?” тигән тауышҡа шып туҡтаным. Ул-был уйларға ла өлгөрмәнем, яурындарымда уның ҡулдарының ҡайнарлығын  тойҙом. Тәнемде мең-мең утлы энәләр өтөп алдымы ни? Кәүҙәм быуынһыҙ ҡалып, үҙемде тыңламаҫ булды. Түҙеп торғоһоҙ хәлгә тарыным. Хәҙер үк, ошо минутта, уйламағанда Данисымды хәтерләтеп, күңелем ҡылдарын ҡуҙғытып өлгөргән Зарифтың көслө, талапсан ҡулдарына йәнем-тәнем менән буйһоноп, уның ҡайнар ҡосағында онотолғом килде... Көскә ошо хәлемдән арынып, уның ҡулдарын яурынымдан алып ташланым да: “Хәҙер үк ҡабыҙ машинаңды, мине кем тип белдең?”– тинем. Тауышымды үҙем дә ишетмәнем. Ҡуҙғалдыҡ. Зарифтың күңелсәклегенең эҙе лә ҡалманы. Юлдың һәр минуты сәғәттәй һуҙылды. Ҡайтып етер саҡта ғына ул һүҙ башланы: “Һин мине яңылыш аңланың, Мәликә! Күптән һөйләшергә кәрәк ине, батырсылығым етеңкерәмәне. Әйткәс-әйтәйем, бер башлағас... Һин бит күптән минең күңелем түрендәһең. Эйе, ышанмаҫһың шул... Мин был эш урынымда күптән эшләйем. Хәтерләйһеңме икән, бер мәл күмәкләп ағас  ултыртҡайныҡ? Шунда бер балан ҡыуағы артып ҡалды, ә һин уны үҙеңә һорап алдың. Кузовҡа яңынан менеп, үҙеңә һондом. Шунда ниҙер булды миңә: эш менән яныңа килгәндә һәр саҡ уҫал, ҡырыҫ, шуғалыр ҙа үҙ йәшенән күпкә оло  күренгән бухгалтерыбыҙҙың саф һауала эшләп, алһыуланған йөҙө, ҙур матур күҙҙәре оҙаҡ күҙ алдымдан китмәне. “Ниндәй матур ҡатын! Ниңә һаман яңғыҙ икән?”– тип аптыраным. Ул баланды әллә ниндәй хазиналай күреп, ҡәҙерләп төрөп алдың.  Шул көндән һәр саҡ уйымда булдың. Бәлки, шуғалыр ҙа, ҡатынымдың мине ташлап, икенсегә сығып китеүен еңел кисергәнмендер. Кисер, әгәр рәнйетһәм?”- тине. Мин  өндәшмәнем. Бәлки, ҡурҡҡанмындыр... үҙемдән...  Ул төндә оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай яттым. Үҙем менән ни булғанын аңлай алманым. Тәнемдең көтөлмәгәнсә ҡайнар булып сығыуы, осраҡлы ғына ҡағылыуға ла гөлтләп ҡабынырға тороуы аптыратты ла, ҡурҡытты ла, шикелле. Ошо хәлдән һуң Зариф мине урабыраҡ үтергә тырыша. Әллә шулай тойола ғына. Ҡайһы саҡта үҙемә төбәлгән ҡараштарын тойоп, башымды күтәрһәм, тиҙ-тиҙ атлап китеп бара. Ә мин үҙем яңғыҙ ҡалғанымда йыш ҡына уның тураһында уйлайым. Нәфисә апайҙың һүҙҙәренән һуң бигерәк тә. Эйе, ысынлап та, бигерәк ауыр бер яңғыҙың тормош һынауҙарын үтеүҙәре. Яныңда бер-береңде ярты һүҙҙән аңлап, ҡурсалап, артабан йәшәргә көс-дәрт өҫтәп тороусы яҡын кешең булһын   ине... Йылы көтәм мин был тормоштан, күптән көтәм...

    Бөгөн иртән хәлем арыуланғандай булғас, карауатымдан тороп ары-бире йөрөштөрә башланым. Етер Нәфисә апайға иркәләнеп түшәктә ятырға!  Шунда хатымды ебәреп өлгөрмәгәнлегем иҫемә төшкәс, күҙ генә йүгертеп сығайым да, тип ҡулыма алһам, иҫем-аҡылым китте! Бына диуана  – әллә нимәләр яҙып бөткәнменсе?! Барыһы ла яҡшы бит инде минең, юҡ-бар менән башын ҡаңғыртмайым әле. Хәҙер үк матур  итеп хат яҙып һалайым. Түҙемһеҙлек менән өйҙән хат  көтәлер бәпкәм!)

Алтынсы хат

16-сы сентябрь.

     Иҫәнме-һаумы, һөйөклө улым!

 Һағынышлы сәләмдәр менән хат яҙа әсәйең. Эштән ҡайтып инһәм, һинән хат бар. Хатыңды уҡып сыҡҡас, нисек ҡыуанғанымды күрһәңсе икән?! Ҡәҙерле ҡағыҙ киҫәген күкрәгемә ҡыҫып, тыйыла алмай, үкһеп-үкһеп иланым...

   Эй, улы-ы-ым! Ҡайһылай ҙур ҡыуаныс бит? Бына әле лә ҡулымда ул хатың:

    “Сентябрь аҙаҡтарында өйҙә буласаҡмын, яҡшы тәртибем өсөн ваҡытынан алда иреккә сығаралар. Их, әсәй, һине, өйөбөҙҙө, ауылыбыҙҙы нисек өҙөлөп һағынғанымды белһәң икән?! Инде күп ҡалманы, тағы бер аҙ ғына сабыр итергә тура килә. Һин дә, зинһар, түҙергә тырыш, йәме, әсәй?” – тигәнһең.

   Эй, балаҡай, түҙмәй буламмы һуң инде? Иртәгәнән үк һине ҡаршыларға йыйына башлайым. Кәрәге тейер, тип эзбиз алып ҡуйған инем. Мейесемде ағартып, тәҙрә пәрҙәләрен яңыртырмын. Һин ҡайтыуға өйөбөҙҙөң эсе  байрам төҫө алып торһон!

        “Баланың алланғандыр, әсәй! Шул тиклем балан тултырып бешергән  бәлештәреңде һағындым! Ҡайтып еткәс, туйғансы, танһығым ҡанғансы  ашармын инде һин бешергән бәлештәрҙе!”- тигәнһең...

    Ҡолонсағым минең! Баланым күптән алланды бит!

     Хоҙайым, ошо ғазаптарым һуңғыһы булһын ине?! Аллам   һаҡлаһын, бала ҡайғыһы ғына күрһәтмәһен! Донъялағы барлыҡ әсәләргә лә бары тик шуны  теләйем. Тик бына... балалар ҙа игелекле  булһындар,  ата-әсәһен ҡайғы-хәсрәткә тарытмай, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына күмеп, кәрәк саҡта терәк-таяныс булһындар ине...

      Эй, хоҙайым, сабырлыҡ бир барлыҡ әсәләргә, бәхет, тәүфиҡ, иман бир улар ҡәҙерләп-һөйөп үҫтергән ғәзиз балаҡайҙарға...  

17-се сентябрь

     Хатымды кисен яҙып бөтөрә алмағайным. Ҡыуанысымдандыр инде, ҡапыл ғына күҙҙәремә йәш төйөлә лә күңелем йомшарып, илайым да ебәрәмсе? Шуға,  һуңыраҡ тамамлармын, тип ҡуйып торҙом. Иртәнсәк ҡабатлап уҡып сыҡтым да, ебәрмәҫкә булдым.  Ҡуй, ихлас ҡыуанып юлға йыйынғанында улымдың күңелен болоҡһотмайым әле. Тиҙ арала яңыһын яҙып һалайым.

     Эй, хоҙайы-ы-м, ҡайһылай ҙур ҡыуаныс, улым ҡайта!!!  Улым ҡайта! Улыҡайым ҡайта...

  Баланым...  балланды,  улым...

                                      Сәлиә ҒАТАУЛЛИНА. 

https://ye102.ru/articles/mahsus/2023-09-04/balan-ballandy-balam-2520251

Автор:
Читайте нас: