-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
29 Октябрь , 21:00

Яныңда ҡалам

Йоҡонан тороп, йыуынырға тип сығып килһәм, атайым менән әсәйемдең ҡыҙыу-ҡыҙыу һөйләш­кәнен ишетеп, туҡтап ҡалдым. Асылмалы тәҙрәнән таңға ҡарай инеп ятҡанымды белеп ҡалдылармы икән? Эләгә инде былай булғас. Йөрәк “ жыу” итеп ҡуйҙы.

Яныңда ҡалам
Яныңда ҡалам
– Кисә зыяратҡа кемделер ҡуйып киттеләр тағы, – ти атайым.– Рөхсәт һорап тороу юҡ, килтерә лә ҡалдыралар.
– Аһ-аһ, ҡалай ҡыҙыҡ әйттең. Ҡалдырып китергә әйберҙер шул. Берәйһенең ситтә йәшәгән туғаны­лыр. Оло кешеләр үҙ тыуған тупрағына ҡайтырға тырыша. – Әсәйем шалтыр-шолтор итеп ҡашығаяҡ йыуа. Нимәгәлер асыулы тойола.
– Шул-шул, берәйһенең зат-ырыуы булһа, ауылға белгертмәй ҡалмаҫтар, мулланы ла саҡырырҙар ине, тиеүем. Ундайҙар әҙ булманы лаһа,– ти атайым. – Былар беҙҙекенә оҡшамаған, таныш түгелдәр. Елле генә бер нисә машина күренде.
– Муллаһы юҡ инеме?
– Күренде, ҡаҙыусылары ла бар. Былай шартына килтереп ҡуйҙылар.
– Атаҡ, эргәләренә барып ҡарап торҙоңмо? – тип һорай әсәйем ғәжәпләнеп.
– Юҡсы, сабынлыҡты ҡарай барғайным да.
– Ярай, шулай кәрәк булғандыр. Бомж йә бандит түгелдер. Ике метр ер ни һәммәбеҙгә лә етер.
– Етер ҙә ул. Кем икән, тип уйлайым. Былай ҙа ярты зыярат ҡаланы­ҡылар менән тулды. Ҡайһыларын танымайым да. – Атайым тынып ҡалды.
Мине һөйләмәйҙәр икән, һуң ҡайтҡанды һиҙмәгәндәр. Эргәләренә сыҡтым. Атайым эшенә ашыҡты.
– Һин бөгөн һуңланың, сәй эсеп бөттөк. Күршең иртә менән әллә нисә көй уйнаны. Рәхәтләнеп тыңлай -тыңлай эстек сәйҙе, – ти әсәйем миңә ҡарап. – Уйындан нисәлә ҡайтҡаның­ды ла һиҙмәгәнбеҙ.
– Уҡырға китеп барһам, былай ҙа иртә тора башлармын, сәйҙе яңғыҙым да эсермен,– тип аҡланам.
– Бар, ултыр!
Сәй ҡайғыһы юҡ әле. Шыр тилегә әүерелгән иң бәхетле көндәремде кисерәм. Әсәйем өйгә инеп киткәс, күршеләргә күҙ һалдым. Бейек ҡойма аша ни күрәһең? Түҙмәнем, бесәй һымаҡ ҡына баҫып, теге үҙем генә белгән урынға килдем. Байрас, сейә баҡсаларындағы эскәмйәлә баянын ҡосаҡлап, беҙҙең яҡҡа ҡарап ултыра. Йөрәгем дөпөлдәй. Быға тиклем нисек унһыҙ йәшәгәнмен. Ара-тирә күрешә, һөйләшеп тә ала торғайныҡ. Уның шундай ҙа һөйкөмлө, күңелемә яҡын икәнлеген тоймағанмын. Ҡаланың йүнләп башҡортса ла һөйләшә белмәгән эре бер малайы, тип уйланыммы икән? Улай тиһәң, ул гел башҡортса ғына һөйләшәсе.
Ҡала кешеләре шул. Тәүҙәрәк килеп-китеп кенә йөрөнөләр. Бер аҙҙан Рәфис ағай менән Ләйлә апай ошонда йәшәй башланы. “Үҙем фельдшерлыҡтан ары уҡый алманым, әлдә Байрасым хыялымды тормошҡа ашыра”, – тип һөйләгәйне Ләйлә апай әсәйемә. Оло ҡыҙҙары Өфөлә йәшәй.
Байрас каникулға ҡайтҡас, донъям бөтөнләйгә түңкәрелде лә ҡуйҙы. Атлап йөрөүҙе оноттом, осам, көләм – барыһы ла буталды.”Апый, һин боронғо ҡыҙҙар һымаҡһың, бигерәк бешмәгән, ҡыйыу­һыҙһың. Бала һымаҡ ҡыланаһың”, – тип көлә үҙемдән һеңлем. Нишләйем, алдына сығып, мин һине яратам, тип ҡысҡырайыммы? Юҡ, бер ҡасан да үҙем башлап әйтмәйәсәкмен!
– Имтихандарың арҡаһында хыялыйға әүерелдең, ахырыһы, – әсәйем дә миңә ҡарап аптырап ҡуя.
– Сәнғәткә уҡырға барырға йыйын­ғанымды беләһең, этюд күрһәтергә өйрәнәм, – тием күҙ ҙә йоммай.
– Бигерәк осонаһың атыу.
Әсәйем башҡаса миңә иғтибар итмәй башланы.
Бына шулай иләҫ-миләҫ йөрөгән сағым...
– Рәмзилә-ә-әү, төш был яҡҡа, беләм дә инде, ошонда ғына тораһың.
Ай, уйланып, Байрастың килеп торғанын да ишетмәгәнмен. Йөрә­гем­де тотоп, ултыра төштөм. Өндәшмәйем. Күрҙеме әллә?
– Ошонда ғына икәнлегеңде һиҙәм. Яңы көй өйрәндем, ишеттеңме, нисек? Оялма, әйт тә ҡуй. Йөрәгең ана сығам, бына сығам тип дөпөлдәй. Атыу һикереп төшәм.
Һаман тора теге яҡта. Тотолдом. Хәҙер ни уйлар? Оят, ер тишегенә инеп китерҙәй булдым. Тын алырға ла ҡурҡып ултырам.
– Ишетәһеңме мине? – Егет шыбырҙауға күсте. – Күрәм бит, һин ошонда ғына. Ике йыл буйы был ҡойманы тикшереп бөткәнмен. Һинеке һымаҡ, минең дә күҙәтеү урыны бар. Нейә өндәшмәйһең? Рәмзилә-әү, кисен осрашырбыҙ, йәме?
Китте, буғай. Шым ғына тороп, теге үҙем генә белгән тишектән ҡарайым. Күренмәй. Хәҙер үҙебеҙҙең ихатала ла иркенләп йөрөп булмаҫ, ахырыһы.
Сәй эсеп алыуыма, Байрас баҡсала йөрөй. Мин дә картуф баҡсаһына сығырға тейеш инем, хәҙер уның киткәнен көтөргә кәрәк. Өйҙө йыйыштырып, баҡсала сәскәләр ҡарап йөрөгән әсәйемә ярҙамлашып бөтөүгә, Байрас та эшен теүәлләп, мотоциклына ултырып, ҡайҙалыр китеп барҙы. Тәпкемде тотоп, картуф баҡсаһына индем. Шул арала әсәйемде Ләйлә апай саҡырып алды.
Ҡолаҡ төбөмдә баяғы йыр сыңлай. Матур көй. Байрас ҡайҙа китте икән? Ярай, кискә һорармын әле. Юҡ, әллә ни уйлар. Был ҡыҙ миңә үҙе бәйләнә, тиер. Ҡуй, сыҡмайым да бөгөн уйынға. Өфөһөндә ҡыҙы юҡ тиһеңме. Мин ул тип өҙгөләнергә тейеш, имеш. Юҡ, юҡ, юҡ! Сыҡмайым да, йөрөмәйем дә тауға. Ана артынан тотам ҡалмай эйәреп йөрөгән ҡала ҡыҙҙары менән барһын. Миңә уҡырға кәрәк! Әсәйем әйтмешләй, әртис булып китһәң, сәхнәлә әртис­ләнер­һең, бында һиңә сәхнә юҡ, уян. Бына шулай, бына шулай! Онот, онот! Уны уйлама, улар яғына әйләнеп тә ҡарама. Китсе, ҡайҙалыр киткәненә әллә көнләшеп бер булам ул. Барһын, йөрөһөн! Шулай енләнеп, ҡабатлай-ҡабатлай дер һелкетеп эшләй торғас, баҡсам “ялт” итеп ҡалған. Арып-талып ял итеп ултырһам, әсәйем ҡапҡаны шар асып, йүгереп килә.
– Рәмзилә! Бар, Ләйлә апайыңдың артынан йүгер! Сәй эсеп кенә ултырһаҡ, кемдер шылтыратты. Ләйлә сыҡты ла зыярат яғына йүгерҙе. Бар, тиҙ бул! Ҡулыңа анау артыш таяғын тот. Шунһыҙ унда инәһе булма!
– Ниңә, ниңә унда?
– Тиҙ бул, ҡыуып ет! Атайыңдар, Рәфис ағайың осраһа, йә һораһа, быҙау шул яҡҡа ҡасты, тип әйт. Йә, мыҙылма!
Әсәйем соланға инә һалып, өләсәйемдең таяғын алып сығып, ҡулыма тотторҙо.
– Бар, яңғыҙын ҡалдырма!
Бер нәмә лә аңламаһам да, таяҡты тотоп, ауылға күренеп ятҡан зыярат яғына ҡарай йүгерҙем. Апайҙы тиҙ үк ҡыуып еттем, әммә яҡын килмәнем. Ул ҡапҡаға еткәс, ҡулындағы яулығын башына бәйләне. Инергә ҡыйма­йыраҡ торғас, тирә-яҡты байҡап алды ла, артта, иң ситтә, яңы ғына күмелгән, ҡап-ҡара булып ятҡан ҡәбергә ҡарай китте. Мин ҡапҡанан инмәй шул яҡҡа урап барып, рәшәткәгә һөйәлдем. Кем ул? Кеме? Бәй, иртәнсәк кенә атайым әсәйемә шул хаҡта һөйләне түгелме? Ләйлә апай әле исем-шәрифе лә яҙылмаған ҡәбер ситенә барып торҙо. Уй, был таяҡты Ләйлә апайға бирергәлер? Улай тиһәң, ошоно тотоп ал, оҙаҡ йөрөһәгеҙ, ҡыҙыл эңерендә сарпыу һуғылыр, тип миңә әйтте. Таяҡты сытырҙатып усыма йомдом. Тырнаҡ­тарҙы йәшертә һалдым. Өләсәй, зыя­ратҡа тырнаҡтарығыҙҙы күрһәтмәгеҙ, ти торғайны.
Күҙемде апайҙан алмайым. Ул бер аҙ һүҙһеҙ торҙо. Яурындары ғына һелкенеп-һелкенеп ҡуя. “Һинең яныңда буласаҡмын тип әйткәнеңә һис ышанмағайным. Килерһеңме, ти инең. Килдем, тик һуңлап. Инде йыш осра­шыр­быҙ. Һинһеҙ нисек йәшәгәнемде, һине уйлап үткәргән йылдарымды, хәлдәремде һөйләр­мен. Моғайын да ишетерһең... Улың әле генә шылтыратты... Ошо ауылда осрашҡайныҡ...”
Ҡымшанырға ла ҡыймай торам. Шул арала өләсәйемдән отоп алған бөтә доғамды әллә нисәмә ҡат уҡып сыҡтым. Аңланым. Яратҡан кешеһе. Ә Рәфис ағай? Шундай бәхетле, татыу пар. Рәфис ағай менән етәкләшеп кенә йөрөйҙәр ҙә баһа.
Апай һаман үҙ алдына һөйләнә. ”Эргәңә киләм, тип әйткәс, әллә был ауылға күсенергә уйлаймы икән, ти торғайным... Килеп йөрөрмөн, сәскәләр ултыртырмын. Бөгөнгә хуш.” Апай ҡәберҙәр араһынан һаҡ ҡына атлап, ҡапҡаға ҡарай йүнәлде. Мин тағы урап барып, ҡаршыһына килеп баҫтым. Ул һағышлы күҙҙәрен миңә төбәне:
– Һин дә бындамы? Әсәйең ебәрҙеме, Байрас күрмәнеме?
– Юҡ, берәү ҙә күрмәй ҡалды.
– Әйҙә арыраҡ, анау ҡайын төбөнә, барып ултырайыҡ. Аптырайһыңмы?
– Аптырамайымсы тамсы ла. – Нимә генә тип әйтергә лә, йыуатырға ла белмәйем.
– Йәшһең, аҙаҡ аңларһың.
– Аңлайымсы.
– Ниҙер һиҙенгән һымаҡ, кисә Байрасҡа ул яратып йырлаған йырҙы өйрәткәйнем. Ишеткәнһеңдер. Ошолай матур һүҙҙәре лә бар:
...Һауаларҙа осҡан ҡоштар күрһәң,
Ал иҫеңә, мине онотма.
Миңә булған ҡайнар һөйөүеңде,
Бәғеркәйем, бер үк онотма.
– Ағайың ишетеп, ҡушылып йырлап та ебәргәндер әле, түҙмәгәндер, – тигән булды, зыярат яғына әйләнеп ҡарап.
Алйот һымаҡ, ҡысҡырып көлөп ебәрә яҙҙым. Сәстәре саллана башлаған олпат апайҙың үҙен шулай хыялыйҙарса тотоуына аптырарға ла, уны нисек йыуатырға ла белмәйем. Олоғайғансы шулай яратышалар икән? Икебеҙ ҙә уйҙарыбыҙға сумдыҡ.
 
***
– Ҡайҙа юл тоттоҡ ул, Рәфис? Ниңә әйтмәйһең?
– Барғас, күрерһең. Атай менән әсәйҙең тыуған ауылы. Һинең унда булғаның юҡ. Бөгөн – “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы. Атайҙар булмағас, туғандар менән ныҡлап аралашҡан да юҡ. Әлиә лә ауылда уйнап ҡайтыр. – Шулай тип аңлатып, Рәфис машинаһын Ләйләгә таныш булмаған юлдан ҡыуа. Ҡаланан әллә ни алыҫ та түгел икән.Тигеҙ юлдан “һә” тигәнсе килеп тә еттеләр.
Ауыл гөрләп тора. Халыҡ ауыл уртаһындағы майҙанға йыйылған. Йыр-моң, күңелле осрашыуҙар. Ҙур-ҙур ҡаҙандар аҫҡандар, самауырҙар ҡайнай. Рәфис туған-тыумасалары менән күрешеп, ҡатыны менән таныштырып йөрөнө. Тантаналарҙан һуң концерт башланды. “Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта – ҡала Мәҙәниәт һарайы һәүәҫкәрҙәре, – тине алып барыусы. – Ауылдың уңған ағинәйҙәре, уҙаман-аҡһаҡалдары өсөн Йәғәфәр Таяров халыҡ йыры “Сәлимәкәй”ҙе йырлай”.
 
Ҡурай, баянға ҡушылып йырланы йырсы. Моңло йыр ауылдаштарға оҡшаны. Шаулашып ҡул саптылар, тағы йырлаттылар. Матур булды концерт. Кескәй Әлиә арып, йоҡомһорай башлағас, апайҙарына барырға торғанда, микрофон аша: “Арағыҙҙа медицина хеҙмәткәрҙәре булһа, тирмә янына саҡырабыҙ!” – тип әйттеләр. Ләйлә ҡыҙын Рәфискә тотторҙо ла шунда йүгерҙе.
– Ҡайҙа бараһың, үҙҙәренеке юҡ тиһеңме ни? – тип ҡалды Рәфис. Ысынлап та унда икәү булып китте.
– Кемгә ярҙам кәрәк?
– Әйҙәгеҙ, инегеҙ!
Тирмәлә йәш ҡатын эсен тотоп ыңғыраша.
– Тиҙерәк ҡалаға алып барырға, – тине Ләйлә. – Үҙем алып китәм!
Машинаға ултырып, ҡуҙғалып киткәс кенә Ләйлә баяғы йырсыны танып ҡалды.
– Йөрөмә тип әйттем, тыңламаның. Тыуған ауылың булһа, бер хәл, арттан эйәрҙең дә йөрөнөң. Көнөң килеп еткәнен белмәнеңме ни? – Ире артына әйләнеп ,ҡатынына ҡысҡыра.
– Ҡуйығыҙ, юлығыҙға ҡарағыҙ! – тине Ләйлә иргә ҡаты ғына.
– Көнөм етмәгән, әле өс айлап бар. Ай, үләм! – тине көскә ҡатыны.
Дауаханаға барып туҡтап, ҡатынын күтәреп индереп , табиптарға тапшырҙы ла ир сығып китте. Ләйлә эргәһендә ҡалды.
Ауырыуҙы урынлаштырып килеп сыҡҡанда уны түҙемһеҙләнеп көтөп ултырған ир һикереп торҙо.
– Нисек? Тыуҙырҙымы ?
– Юҡ!
– Йәғәфәр мин! – тине бер аҙҙан.
– Ләйлә. Матур йырланығыҙ. Концерттарҙа элек күргәнем булманы.
– Күрше райондан күсеп килдек.
– Тәүгеһеме?
– Малай үҫә.
Сәғәткә күҙ һала-һала көтә торғас, Ләйлә тағы инеп, ҡатындың хәлен белешеп сыҡты.
– Йә, Зәкиә нисек? – Йәғәфәр Ләйләгә ҡаршы килеп баҫты.
– Быға тиклем ауырып йөрөмәнеме, йығылдымы, ауыр күтәрҙеме?
– Бер нәмә лә һиҙелмәне, бөтәһе лә һәйбәт һымаҡ ине. Ни булған?– Ирҙең ҡашы төйөлдө, бите тартышып ҡуйҙы.
– Һеҙгә аңлатыуы ҡыйын, әлбиттә. Ныҡ булығыҙ! – тине Ләйлә.
Йәғәфәр ҡыҙыу-ҡыҙыу баҫып, тегендә-бында йөрөй башланы.
– Әйттем мин уға, тыңлашманы.
“Ҡайһылай ҙа ҡыҙыу, нисек тынысландырырға “, – тип ҡарап ултырҙы бер аҙ.
– Әйҙәгеҙ, саф һауа һулап инегеҙ, – ул һаҡ ҡына итеп ирҙең еңенә ҡағылды.
– Үҙегеҙ сығығыҙ! – Ҡулын һыпыра тартып алды, әйтерһең дә, берәү уның ҡулынан тота.
Ләйлә, ҡыҙарып, күҙе ут сәсеп торған яндырай ирҙе күреп, ҡурҡып китте. Түҙмәне, ишекте шарт талатып ябып, урамға атылды. ”Мин дә торам шунда берәүҙе йыуатып. Гөрбөян! Йырсы, ә үҙе ҡайһылай ҙа уҫал. Һы, йырсылар уҫал булмаҫҡа тейешме икән ни? Ҡайтырға кәрәк, былай ҙа көтә-көтә аптырашып ултыраларҙыр . Ҡалғанын үҙе хәстәрләр.” Шулай уйлап, туҡталышҡа ҡарай атлағайны ғына, Йәғәфәр ҡыуып етте.
– Ҡайҙа ҡасып бараһығыҙ? Миңә хәҙер нишләргә?
– Өйөгөҙгә ҡайтып, ҡатынығыҙға кәрәкле әйберҙәрҙе алып килергә! Үҙегеҙ беләһегеҙ.
– Бер нәмә лә белмәйем. Әйҙәгеҙ, беҙгә барайыҡ, кәрәкле нәмәләрҙе һайлап алырһығыҙ. Ултырығыҙ!
Күҙенә мөлдөрәп ҡарап торғас, машинаға ултырмай сараһы ҡалманы.
Дауахананан әллә ни алыҫта ла түгел икән йорттары. Ҡатын кәрәк-ярағын үҙе әҙерләп һалып ҡуйған булып сыҡты.
– Әйҙәгеҙ, сәй эсеп алайыҡ, юғиһә, көнө буйы йөрөнөк, асығып та киткәнһегеҙҙер, – тине лә Йәғәфәр тиҙ генә өҫтәлгә ашамлыҡ теҙә башланы. – Зәкиәгә лә сәй алып барайыҡ, һыуһағандыр. Тартынып тормағыҙ. Баяғы ҡыҙып киттем, ғәфү итегеҙ. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ, ултырығыҙ, зинһар.
Ләйлә сынаяҡтарға сәй яһай башланы. Баяңғы уҫал, ҡырыҫ ир ҙә , тынысланғас, һөйкөмлө генә күренде.
Дауахананан һуң Йәғәфәр Ләйләне ауылға алып китте. Күптәнге таныштар кеүек һөйләшә-һөйләшә барып еттеләр.
Шул көндән Ләйлә уның хаҡында уйлана башлағанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Йәғәфәрҙең дә үҙенә тыныс ҡарамағанын һиҙенде. Зәкиәнең ауырыу­ҙары йышайҙы. Дауахана­ларҙа, шифаханаларҙа күп йөрөнө. Малайын Йәғәфәр үҙе ҡарап үҫтерҙе тиерлек.
Бер-береһен яратып, эстән һыҙып , һағышланып йәшәүҙәренә байтаҡ йылдар үтте. Йәғәфәрҙең йырҙарын тыңлар өсөн бер концертын да ҡалдырманы Ләйлә. Күҙен унан алалмай, һоҡланып та, һағышланып та тыңланы.Тик уның өсөн, уға ғына арнап, уға ғына ҡарап йырлай ине йырсы ла. ” Китсе, шулай ҙа яратышыу була икән, юҡ, мин барыбер түҙмәҫ инем ул”, – тигәйне бер әхирәте. Улар түҙҙе...
...Хаҡлы ялға сығыр алдынан Рәфис олатаһы нигеҙен нығытырға тотондо. Матур итеп өй һалып, шунда йәшәргә тигән ниәтен тормошҡа ашырҙы. Улдары Байрас Өфөлә уҡый башлағас, Ләйләгә лә ауылда эш килеп сыҡҡас,
бөтөнләйгә күсенделәр.Ҡалалағы фатирҙарына барып-китеп кенә йөрөйҙәр.
Йәғәфәр ауырыу ҡатынын ҡараны, улын өйләндерҙе. Көтмәгәндә үҙе түшәккә ятты.”Һин янымда ғына инең . Уйламаған көнөм булмағандыр... Хәҙер мине ташлап ауылға ҡастың, барыбер ҙә артыңдан барып етермен”,– тип шаяртып маташты хәлен белергә барғанында. Кил һуң, беҙҙә буш торған өйҙәр етерлек, тип көлдө Ләйлә. Бер аҙ ултырғас , Зәкиә йәл, тине. Ә мине йәлләмәйһеңме, әллә ниндәй хәбәр һөйләйһең? Йәғәфәр йылмайып ҡына ҡуйҙы. Кем уйлаған шулай ҡапыл булыр тип.
 
***
– Шулай тиҙ китер, тип уйламағайным.
Оҙаҡ ҡына һүҙһеҙ ултырғандан һуң, апай әйләнеп миңә ҡараны.
– Ҡайтайыҡ, апай.
– Яратҡаным ине ул, Рәмзилә. Йырҙарын тыңлап, уның барлығын тойоп, уны уйлап йыуанып йәшәй инем, хәҙер нишләрмен икән?
– Рәфис ағай? – Тағы ни тип әйтәйем , башҡа һүҙ тапмайым.
– Бик сабыр, аҡыллы, һәйбәт кеше ул. Әйҙә, һылыу, торайыҡ, оҙаҡ булып китте.
Ләйлә апай ара-тирә ҡарт ҡарағастар үҫкән , моңһоулыҡ, ҡайғы-хәсрәт бөркөлгән тауға тағы бер әйләнеп ҡарап торҙо ла, бала кеүек, мине етәкләп алды. Һүҙһеҙ генә килеп индек ауылға.
Рәфис ағай менән Байрас беҙҙе ҡапҡа алдында көтөп тора ине.
– Икәүләшеп тороп ҡайҙа йөрөйһөгөҙ ул? – Байрас ҡулымдағы таяғымды күреп ҡалды.
– Рәмзилә, скандинавса йөрөр өсөн ике таяҡ кәрәк, һинеке – берәү. – Шаярып-көлөп, таяҡты алам тип тотҡайны, ҡулым ысҡынмай ҙа ҡуя.
– Әллә ҡатҡан ул, ҡанатҡанса тотҡанһың даһа, нишләнең?
Бәй, бая барғанда ныҡ итеп тотҡан таяғым ҡулымдан ысҡынмайсы. Ойоған ҡулымды Байрас устарына йомдо.
– Ни улды ул? Төҫөң ҡасҡан. – Ул ҡулымды ыуырға тотондо. – Күгәреп бөткәнсе, ни улды ул? Һиҙҙермәй генә Рәфис ағай менән Ләйлә апайға ҡарайым.
– Кис ҡырын йөрөмәһәң дә булыр ине. Көйәләнмә, Ләйлә, иртәгә унда бергәләп барырбыҙ, баш осона таш ҡуйырбыҙ, кәртәләрбеҙ. – Шулай тине Рәфис ағай тыныс ҡына.
”Ләйлә апай илап ҡына ебәрмәһен инде. Улар ҡапҡанан инеп киткәс кенә Байрастан ҡулымды тартып алдым. Юғиһә, әсәһенең ҡайғылы йөҙөн күреп борсолор. Былай миңә әүрәп, бер ни ҙә һиҙмәй ҡалды.
– Нейә ҡулыңды тартып алаһың? – ти ул, күҙҙәремә ҡарап.
– Бөттө. Буласаҡ докторҙың ҡулы ҡағылыу менән йүнәлде лә ҡуйҙы.
– Актрисаның ҡулдары нәфис булырға тейеш, йөйө ҡалмаһын, тип торам.
Их, ошоноң, ни булды, тип күҙемә текәлеүҙәре! Мәңге шулай торор инем дә, әсәйем тәҙрә шаҡый.
– Бар, көтәләр ! – тип ҡолағыма шыбырҙай. – Кисен осрашырбыҙ!
– Ярай!
Ни булды ул, эргәһенән китә алмайым,сайҡала-сайҡала атлаған һымаҡмын, кәүҙәм үҙемдеке түгел. Был әллә Кашпировский булырға уҡый ул?
– Хыялый булдыңмы әллә? Кешенән оялмай, көпә-көндөҙ урам уртаһында үбешеп тораһығыҙ! – Әсәйем туҙҙы ла китте.
– Үбешмәнек, ҡолағыма шыбырҙаны, урам уртаһы түгел, ҡапҡа алды. – Мин дә бирешмәйем.
– Телләшә лә башланыңмы, атаң белеп ҡалһа? Уф, ошо Ләйләне! Һеҙ килеп еткәнсе ҡырҡ үлеп терелдем. Рәфис ағайың да өйөнә бер инде, бер сыҡты. Һиҙҙеме икән? Кемгә кәрәк ул ғазаплы ғишыҡлыҡ, ә? – Әсәйем түҙмәй, тәҙрәнән күршеләр яғына ҡарап-ҡарап ала.
– Әсәй, хәҙер ул юҡ... Мин үҙемдекен берәүгә лә бирмәйем!
– Аһ-аһ! Нимә, кемде, Байрасты әйтәһеңме? Өфөһөндә бер түгел йөҙ ҡыҙы барҙыр әле. Әсәһенә тартһа...
– Нимә әсәһенә? Белгең килһә, улар бер-береһен өнһөҙ-өмөтһөҙ яратышҡан .
– Һай-һай, матур һөйләйһең, өнһөҙ-өмөтһөҙ, имеш, – Әсәйем аптырап миңә текәлгән.
– Булһын ҡыҙҙары, йөҙ булһын, мин йөҙҙә беренсеһе булырмын, тик Байрас мине генә һайлар.
– Бар-бар, йәнемде үртәп торма, сәйгә ултыр! Һинең йәштә әле ҡырҡ тапҡыр ғашиҡ булып өлгөрөрһөң.
– Юҡ, минең ҡырҡ үлеп, ҡырҡ терелгем килмәй. Бер генә тапҡыр, берәүҙе генә яратасаҡмын!
– Бар, бар, күп һөйләнмә! – Әсәйем туҙынып, икенсе бүлмәгә инеп китте.
Һеңлем, серле генә йылмайып, мине көтөп ултыра. Әлдә ошо мәлдәрҙә әргәмдә апайымдың ҡыҙы Асия бар.
– Апый, бөгөн тәҙрәнән сығып ҡасаһыңмы, әллә ишектәнме ?– ти.
– Ишектән, ҡурҡмай-боҫмай ғына ишектән сығып йүгерәм.
– Матай менәнме? – Асия һаман үсекләшә.
– Юҡ, етәкләшеп кенә.
– Артист булһаң да уны яратырһыңмы?
– Нейә, улар ярата белмәй тиһеңме?
– Байрастың “нейә”һе миңә йоҡто инде әллә? Күп тә үтмәй телефоным шылтыраны. Йүгереп сығып, ҡапҡа алдында көтөп торған Байрастың ҡулдарынан тотоп алғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
– Гел эргәмдә бул, йәме?
Ике яҡтың да тәҙрә ҡорғандары асылып, кире тартылып ҡуйҙы.
 
Фото: Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА.
 
https://ye102.ru/articles/litra/2020-10-12/yany-da-alam-768896
Автор:
Читайте нас: