Тағы шаҡынылар. Ҡымшанып ҡараһа ла, тора алманы Сәриә, әммә ниндәй генә булһа ла, ҡатын-ҡыҙ затынан бит әле - һиҙгерлеге, эске тойомлауы бар әле, ишек ҡағыусының тап үҙен ҡотҡарырға килгән кеше икәнен тәнендәге әле үлеп бөтмәгән бөтә күҙәнәктәре менән тойҙо. Йөрәге күкрәк ситлегенә һыймай туларға тотондо. Шуға ла аҡтыҡ көсөн йыйып, өйҙәлеген белдереү өсөн өҫтәлдәге буш шешәне иҙәнгә бәрергә итте, әммә ҡулы күтәрелмәне. "Урынымдан да тора алмаҫ хәлгә килгәнсе кем менән эстем әле ул?" - тип, булған хәлде иҫенә төшөрөргә маташты йәш ҡатын. Тик уйҙары эт эсәге һымаҡ сыуалған-сейәлгән, башы ла, аҙағы ла юҡ. Ошо хәлдә өс-дүрт көн ятҡан һымаҡ та, ә ауыҙынан яңы ғына араҡы уртлаған һымаҡ һаҫыҡ, уҡшытҡыс тәм килә.
Ишек төбөндәге аяҡ тауышы алыҫайыуын ишетеү уны күңелһеҙ уйҙарҙан арындырҙы. Һуңғы аҙымы юғалғансы тын да алмай тыңланы ул аяҡ тауышын. Ә бит Сәриә уның инеүен шул тиклем теләгәйне.
Талапсан, әммә өйҙәгеләрҙе өркөтөүҙән, кәмһетеүҙән ҡурҡып, һаҡ ҡына шаҡығанын тойҙо Сәриә. Һис шикһеҙ, уның хәлен аңлаған, ошо халәтен белгән кеше булырға тейеш, тип уйланы ул. Шуға ла ишек туҡылдатыусыны үҙенең эскесе таныштары араһынан эҙләмәне. Күңеле менән кем килергә тейешлеген барланы ла туҡтап ҡалды. Дуҫтары юҡ, атай-әсәһе, туғандары түгеллеген дә белә - дауаханаларға ла, имселәргә лә йөрөтөп арынылар ҙа, тәҡдиребеҙ шулдыр, тип, ҡыҙҙарына ҡул һелтәнеләр.
Сәбәбе лә ҙур шул - берҙән-бер балалары булып, уларҙың өмөтөн аҡламаны, улай ғына булһа - бер хәл, һөйөклөләрен бөтә күрше-тирә ауылдарға, белгән-белмәгәнгә оятлы итте, йөҙҙәренә ҡара яҡты.
Юҡ, был хаҡта уйлағыһы килмәй Сәриәнең бөгөн. Бөтә булмышын тағы ишек шаҡыған кешенең кем булырға тейешлеге хаҡында уй биләне. "Аҙымы ныҡлы, тигеҙ, үҙенә ышанған, маҡсатына ынтылған кеше булырға тейеш был", тип уйланы. Шулай икән, ул уйлағанынан еңел генә ҡайтмаҫ, мотлаҡ кире әйләнеп килер, бөгөн булмаһа - иртәгә, тип өмөтләнеп көттө.
...Мәрхүмә өләсәһе Сәриәне: "Бик бәхетле булырһың, ҡыҙым. Һин бит йылан мөгөҙөн күргән кеше", - тип ярата торғайны. Ысынлап та, бала сағында, мәктәпкә бара торған йылда, туғайҙа муйыл тирергә барғанда мөгөҙгә оҡшаш нәмәһен күргәйне, шикелле, ҡыҙ йыландың. Хәҙер уның ниндәй булыуын үҙе лә иҫләмәй, әлбиттә. Әллә төрлө һынамыштарға-юрамыштарға ныҡ ышанған, боронғо ғөрөф-ғәҙәттәргә мөкиббән булған өләсәһенең күңелен күрергә генә шулай мутлашыуы булдымы? Иллә-мәгәр йылан мөгөҙөн күргән ҡыҙ тигән исеме бар ине.
Бала сағы, үҫмерлек осоро, ысынлап та, бәхетле, ҡот-ырыҫ менән үтте Сәриәнең. Ике өләсәһенә, атай-әсәһенә уйынсыҡ һымаҡ бер бала булды. Ҡурсаҡ кеүек кейендереп, һөйөп-яратып ҡына үҫтерҙеләр. Осондорҙолар, иркәләнеләр, тип әйтеп булмай, әлбиттә, ҡыҙ кеше нимә эшләргә тейеш - бөтәһен дә белеп үҫте. Тик саманан артыҡ ғашиҡ булып, илереү сигенә етеп яратыуы ғына харап итте уны.
Мәктәпте тамамлаған йылды быға тиклем егеттәрҙе күҙ осона ла элмәгән Сәриә бөтә донъяһын онотоп, ғашиҡ булды ла ҡуйҙы. Ашауҙан да, йоҡонан да яҙҙы. Уҡыуын ғына уҡытыусылар тартып-һуҙҙы, сөнки беренсе кластан тик бишлегә уҡыған, мәктәптең ғорурлығы булған һәләтле ҡыҙ уҡыу йортон миҙалға тамамларға тейеш ине.
Ғашиҡ булған кешеһе - Харис, Сәриәләрҙең ауылына фельдшер булып эшкә килгән күрше ауыл егете. Ул да ҡыҙҙы бер күреүҙән оҡшатты. Уҡыуын тамамлағас, Харисты үҙе менән ҡалаға барырға өгөтләне ҡыҙ, әммә, артабан уҡырға теләге булһа ла, егет шул йылды ғына ауырып, кеше көнлө булып ҡалған әсәһен ҡарарға тейешлеген әйтте. Сәриә уны ҡалдырып, бер үҙе ситкә уҡырға китеүен күҙ алдына ла килтермәне. "Ҡалаға китһәм, Харис мине онотор, башҡа ҡыҙҙарҙы осратыр", - тип ҡурҡты. Шулай итеп, уҡытыусыларының да, атай-әсәйҙәренең дә бағлаған өмөтөн аҡламаны ҡыҙ, егетен күндерә алмағас, институтҡа инеүен кисектереп, атай-әсәһенең ай-вайына ҡарамай, үҙе лә ауылда ҡалды, мәктәпкә вожатый булып эшкә урынлашты. Сәриәнең Харисҡа булған һөйөүе көндән-көн көсәйҙе. Уға арнап, шиғырҙар яҙҙы, йырҙар сығарҙы. Атлап түгел, осоп, талпынып, аяғы ергә теймәй йөрөнө. Өләсәйҙәренең әйләнгән һайын, хәйерлегә булһын, тип, юрауҙарын да, уларҙың, ашауҙа ла, яратыуҙа ла сама белеү кәрәк, тип иҫкәртеүҙәрен дә көлкөгә генә алды. Егетен саҡ ҡына күрмәй торһа, уны һағынды, һарыға һабышты, эҙәрлекләне, эшенә кемдәр барыуын, кемгә укол ҡаҙауын күҙәтте, бөтәһен дә энәһенән-ебенә тиклем һорашты, көнләште. Бындай мөнәсәбәт егетте екһетмәй ҡалманы, ул ҡыҙҙы саҡ ҡына сабырыраҡ, етдиерәк булырға саҡырҙы. Сәриәгә уның был мөғәмәләһе, әлбиттә, оҡшаманы. "Мине яратмайһың, яратһаң, күптән әсәйең менән таныштырыр, минекеләрҙән барып, ҡулымды һорар, кейәүгә сығырға тәҡдим яһар инең", - тип үпкәләне.
Байтаҡ ваҡыт осрашмай торғандан һуң, тәҡәте ҡороп, аҡылдан шашыр сиккә еткәс, үҙе тәүге аҙымды яһарға була Сәриә һәм егетте эшенән ҡаршы алырға бара. Әмәлгә ҡалғандай, медпунктта быйыл ғына мәктәпкә эшкә йүнәлтмә алған йәш белгес ултырған була. Сәриә был ҡыҙға ябырыла, уға һуғыр сиккә етә. Был ваҡиғанан һуң Харис ҡыҙға бер аҙ осрашмаҫҡа, уйларға кәңәш итә. Сәриә илай-илай ҡайтып китә. Тик күҙҙәрен әсе күҙ йәштәре томалаған ҡыҙ был көндө өйөнә ҡайтмай. Илай-илай, ауылдан ситтәрәк ултырған, колхоз гөрләп торған ваҡытта командировкаға килгәндәр өсөн төҙөлгән, бөгөн иһә ҡайҙа барып, кемгә төртөлөргә белмәй йөрөгән әтрәғәләмдәр хужа булып алған ике ҡатлы ташландыҡ ағас йортҡа табан атлай. Ауыл халҡының сәләмәтлеге һағында торған, йәштәрҙең зарарлы ғәҙәттәренә ҡаршы ирекле дружина төҙөп, эскелеккә, наркоманияға ҡаршы көрәшкән Харисты иң хәүефләндергән, борсолдорған өй булғанға күрә, тап шул дөйөм ятаҡҡа барыу ғына ла егетенең зитына тейәсәген белеп, ундағы бүлмәләрҙең береһенең ишеген ҡаға...
Һуңғы һигеҙ йылдан ашыу ғүмере шул йорт, дөрөҫөрәге, шунда йәшәгән кеше менән бәйле Сәриәнең. Егетенә үс итәм тип, үҙенең ғүмерен шул шаҡшы бер әҙәм менән бәйләй ул. Кеше үлтереп, төрмәлә ултырып сыҡҡанын да, әле наркотиктан айнымай йөрөгәнен дә иҫәпкә алып тормай. Ҡыҙҙың бөтә хыялдары ошонда селпәрәмә килә...
...Хәтһеҙ ваҡыт уйланып ята торғас, тәрән йоҡоға талды Сәриә. Төшөндә өләсәһен күрҙе. Ап-аҡ яулыҡтағы өләсәһе: "Һин бит бәхетле булырға тыуған бала, һиңә бәхет инселәнгән, - тип, Сәриәнең сәсенән һыйпай, имеш. - Йылан мөгөҙөн бик һирәктәргә күрһәтә". Шул ваҡыт бала саҡта күргән йылан да, уның мөгөҙө лә ап-асыҡ итеп ҡатындың күҙ алдына килде. Бына муйыл тиреүҙән ялҡып киткән ҡыҙҙар өләсәйҙәре әйткәнгә иғтибар ҙа итмәй, эргәләге бәләкәй күл янына йүгерҙе. Шунда Сәриәнең күҙенә аҡ таҫма һымаҡ нимәлер салынып ҡалды. Әхирәте әле генә йүгереп үтеп киткән һуҡмаҡта таҫма һымаҡ борғоланып йылан ята! Артҡа сигергәме, әллә аша атлап сығырғамы, тип уйлағансы, йылан үҙе юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Ә урынында ике яҡҡа тарбайып торған бәләкәй генә мөгөҙ ята. Ҡулына алырға, өләсәһенә күрһәтергә иткәйне лә ҡыҙсыҡ, эйәһе килеп сығыр, тип ҡурҡты. Әммә уны күреүҙән генә лә күңелендә ниндәйҙер яҡтылыҡ, нур барлыҡҡа килде. Шулай уянып китте Сәриә. Төшөндәге кисерештәре өнөндә дауам итә тип уйланы - эргә-тирәһе яҡты, түшәме лә, стеналар ҙа бер төҫтә - ап-аҡ. Дауаханала ятҡанын аңламай ине әле.
Тойоу, яратыу, һөйөү, күрә алмау, ҡурҡыу, асыу, ғөмүмән, кешегә ниндәй тойғо хас, бөтәһе лә тәбиғәттән саманан тыш арттырып бирелгән Сәриә, ысынлап та, ишек шаҡыған кеше тағы киләсәк, тип яңылышманы: күп эсеүҙәнме, һуңғы осорҙағы тәрән кисерештәренәнме (атай-әсәһенең һуңғы тапҡыр ҡайтырға өгөтләп тә, күндерә алмағас, башҡа беҙ һинең өсөн юҡ тип ҡайтып китеүенәнме), инсульт үткәреп, ҡыбырҙай ҙа алмай ятҡан ваҡытта ишек шаҡыған кеше шул көндө үк тағы әйләнеп килде. Һөйгән ҡыҙының бәхетһеҙлегендә тиҫтә йылға яҡын үҙен ғәйепле тойоп, ғазапланып йәшәгәндән һуң, уны упҡындан тартып сығарырға үҙенә-үҙе һүҙ биргән Сәриәнең йәшлек мөхәббәте Харис ине ул. Был ваҡытта ул юғары уҡыу йортон тамамлап, район үҙәгендә иң яҡшы докторҙарҙы ғына йәлеп итеп, үҙенең клиникаһын булдырыуға өлгәшкән була.
Сәриәнең артабанғы яҙмышы ҡыҙыҡһындырмай ҡалмағандыр гәзит уҡыусыны. Миңә лә был тормош сәхифәһен тыңлаған ваҡытта иң ҡыҙыҡтырғаны - ҡатындың дауахананан һуңғы яҙмышы ине. Сәриә - бөгөн үҙен бәхетле һанаған ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Ҡатмарлы һынауҙар, ауырлыҡтар аша үтеп, һөйгәне менән ғаилә ҡороп, бер-бер артлы ике балаға ғүмер биргәндәр. Ике ейәнен ҡулына алыу бәхетенә өлгәшкәндәр.
Был ҡатын яҙмышы шуныһы менән ғибрәтле: яңы биттән йәшәй башлау өсөн бер ҡасан да һуң түгел, тигән хәҡиҡәткә ышандырыу.
Әгәр ҙә һин иртәгәнән ауыҙыма бер ҡабым да ҡапмайым йәки бөгөндән тәмәке тартмайым, тип әйткәнһең икән - тәүәккәллә. Беренсеһендә ихтыяр көсөң етмәһә, икенсе тапҡыр мотлаҡ маҡсатыңа өлгәшерһең. Икенсеһендә лә түҙемлегең етмәһә, өсөнсө тапҡыр йөрьәт ит. Яҡшы йәшәүгә ынтылыу бер ҡасан да һуң түгел.