-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Ноябрь , 14:00

БИТҺЕҘ

Даян МӘЖИТОВ Яҙ аҙағынан көҙ урталарына тиклем кис һайын беҙҙең урам осондағы ҡабаҡ башында төрлө уйындар ойоштора инек. Тотош ауылдың ыбыр-сыбыры йыйыла, тирә-яҡ ҡараңғы төшкәнсе гөр килә. Кемдәр ҡасан уйлап сығарғандыр был йоланы – уныһы миңә мәғлүм түгел. Балалар үҫә килә уйынға ҡушыла тора, өлкәнәйеүен һиҙгәндәре шым ғына төркөмдән айырылып китә тора...

БИТҺЕҘ
БИТҺЕҘ

Бер мәл уйыныбыҙ ҡыҙған ғына мәлдә арабыҙға аръяҡта йәшәгән Бибикамал әбей килеп инде. Уны күргәндәр аптыраштан шымып ҡалды, абайламағандар шар ҙа шор шаярыуын дауам итте. Оло кеше килгәс, тыйыр, әрләр, тип уйлайһың бит инде, һис юғында һикерешкән, баҫтырышҡан балалар ыңғайына шашына башлар, тип көтмәй инек. Әбейҙең сабый һымаҡ сәрелдәп ҡысҡырып ебәреүе булды, төркөмдөң бер өлөшө ситкә һибелде, ҡулдарын алға һоноп, йүгерергә керешкәйне, бөтәбеҙ ҙә йәһәт кенә ҡасып, таралышып бөттөк.

Иртәгәһенә Бибикамал инәйҙең аҡылдан яҙыуы тураһында яңылыҡ бөтөн ауылды урап сыҡҡан ине инде. Һыйырҙарҙы көтөүгә ҡыуғанда кисә минең менән бергә уйнағандарҙың әсәләре ул хәбәрҙе сурытты ла сурытты. Күрше Миңлеғәле бабай ҙа, атайымды эшкә тип сығып барған еренән ҡапҡа алдында туҡтатып, шул хаҡта һүҙ башлағайны, уҫал ҡараштан ҡаушап, ауыҙын асып торҙо ла ҡалды.

Өләсәйем, ошоғаса миңә йәки апайыма йомош ҡуша торған булһа ла, ул көндө Бибикамал еңгәһенә һөттө үҙе алып китте. Оҙаҡ та ултырмай ҡайтып инде лә әсәйемә: «Әле һәйбәт ултыра былай. Килененән һорашҡайным, кисә алйотланды, сынаяҡтарҙы онтай һуғып бөттө, хатта ҡурҡып, йоҡлай алманыҡ, тип әйтә. Аласығын таҙалап йөрөй, шунда сығармаҡсы шикелле», – тип һөйләне.

Мин баҡсаға индем дә, муйыл төбөндә йәшеренеп, илап алдым. Бер яҡтан, әбей йәл ине, икенсе яҡтан, уның килене булған Рәүфә инәйгә йәнем көйҙө. Бөтөнләй оҡшамай ине миңә ул ҡатын: һөт йә ҡаймаҡ алып барғанымда үҙен ни хәтлем мөләйем итеп күрһәтергә тырышһа ла, һаран, аҫтыртын икәнен аңламаҫҡа бала-саға түгелмен дә инде. Минән бер йәшкә кесерәк, дүртенсе класта уҡыған малайы Тимур ҙа тәртипһеҙ, кешеләрҙе үҙ-ара дошманлаштырып тик йөрөй. Бер мәл һеңлемде: «Мәскәй әбей! Юҡ, унан да ҡурҡынысыраҡ... Бибекәй әбей!» – тип үсекләп тора ине, ныҡ ҡыҙып киттем дә, танауын ҡанатҡансы дөмбәҫләнем. Һеңлем өсөн дә, Бибикамал инәй өсөн дә алдым үсте. Үҙ өләсәһен ҡайһылай мыҫҡыллай бит әле!

Ул әбей мин иҫ белә башлағанда беҙгә йыш килә ине. Өләсәйем менән икәүләп намаҙ уҡыйҙар, сәй эсәләр, хәҙер донъя рәхәт, тип шөкөр итәләр. Әкиәт һөйләүгә әүәҫ ине Бибикамал инәй, шуға апайым менән уның эргәһендә уралып, итәгенән тартып, урындыҡтан төшкәнен, беҙҙең эргәгә иҙәнгә ултырып алғанын көтөп йөрөй торғайныҡ. Бер тапҡыр беҙҙе эйәртеп ҡырға ҡарағат йыйырға барҙылар. Үҙебеҙҙең өләсәйҙең әллә ни иҫе китмәһә лә, Бибикамал әбей мине лә, апайымды ла ныҡ маҡтаны: «Бигерәк шәпһегеҙ, бөртөк мыжыманығыҙ, бүренән дә ҡурҡманығыҙ. Киләһе йыл, Аллаһ бирһә, Тимурҙы ла алырбыҙ әле...» Эйе, бәләкәс ейәнен ныҡ яратҡан булды шул бахырҡай. Ләкин, бергә йөрөтөү түгел, һүҙ ҡушыу ҙа рөхсәт ителмәне үҙенә.

Ололар һөйләшкәндә ҡолаҡ һалғылағас, Бибикамал инәйҙең өс балаһы бар икәнен, икәүһенең Үзбәкстанмы, Төркмәнстанмы яҡтарында йәшәгәнен белә инем. Төпсөк улы Шәрәфетдин генә ауылда ҡалған да әсәһенең нигеҙендә донъя ҡорған. Гел генә тиерлек иҫерек булды ул бабай, ауыҙынан йүнле хәбәр ишетелмәне. «Ана, атаһы һуғышҡа киткәс, Нуриманды әсәһе детдомға биргән, уныһы хәҙер ауылға ҡара «Волга» менән генә ҡайтып төшә. Горсовет депутаты! Ә һин... Һинең ахмаҡлығың арҡаһында уҡып, кеше була алманыҡ, йәшлегебеҙ колхоздың ҡара эшендә үтте!» – тип әсәһенә екеренгәнен ишеттем бер саҡ. Һуғып та ала, тинеләр. Бибикамал әбей урамға битен яулыҡ менән ҡаплап сыҡһа, улының тағы ла эсеп, туҙынғаны, бәхетһеҙлеге өсөн ҡон ҡайтарырға маташҡаны һүҙһеҙ ҙә аңлашыла ине...

«Алйотланды» тигәндәренән һуң әбей байтаҡ ваҡыт күренмәне, ләкин ауыл балалары, уның һымаҡ оҙон күлдәк кейеп, яулыҡ ябынып, кистәрен кеше ҡурҡытыуҙы яңы уйынға әйләндерҙе. Көҙ етеп, мәктәпкә йөрөй башлағас, тыҡрыҡ аша үткәндә Шәрәфетдин бабайҙарҙың аласығы тәҙрәһенән Бибикамал инәйҙең шәүләһе күҙгә салынып ҡала ине. Ҡайһы саҡта ул ишекте эстән шул тиклем ныҡ эткеләй, биктә торған йоҙағының шаҡта шоҡ килгәне хатта беҙҙең урамға ла ишетелә. Кешеләрҙең барыһы ла аңлай, белә бит инде әбейҙе һыуыҡ аласыҡта аслы-туҡлы йәшәткәндәрен, ләкин улына ла, килененә лә оят та, шелтә лә барып етмәй ине шикелле. Өләсәйем Рәүфә инәйҙән һорашып ҡараған былай, уныһы: «Тамағына ашатабыҙ, йыуындырабыҙ, мейескә ут яғып торабыҙ. Дарыу ҙа бирәм. Шәбәймәйенсә сығара алмайбыҙ инде, иҫе ауып китһә, бәләһенән баш-аяҡ», – тигән. Эргәһенә индермәгән барыбер. Өләсәйемдең әрләшкәнен ишетмәнек, мәгәр ул башҡаса аръяҡҡа һөт-ҡаймаҡ ебәртмәне.

Оҙаҡ ҡына уйланып йөрөнөм дә, бер ҡараңғы кистә, атайымдың сөй һурғысын тотоп барып, әлеге аласыҡтың сынйырҙан яһалған күгәнен йоҙағы менән ҡуша йолҡоп алып ташланым. Үҙем, ҙур енәйәт ҡылғандай, йән-фарман ҡасып киттем. Бибикамал инәй ошо зинданынан килеп сығыр ҙа элекке кеүек теремек, көләкәс булып йәшәп китер һымаҡ ине. Эйе, ул сыҡҡан. Тик йәшлегенә лә түгел, ә бала сағына ҡайтырға теләгән: ҡасандыр үҙе тыуған, тәпәй баҫҡан нигеҙгә – хәҙер инде бөтөнләй ят кешеләр донъя көтөп ятҡан өйгә – юлланған. Тормошондағы берҙән-бер бәхетле мәле шунда булғандыр, моғайын...

Колхоз рәйесе йәшәй ине унда. Төнөн кемдер ишек ҡаҡҡас, асһалар, тупһала өҫтө туҙып бөткән, сәстәре уҡмашып ҡатҡан, йөҙө ҡарағыһыҙ булып ҡарайған, ялан аяҡ Бибикамал әбей тора, ти. Рәйестең ҡатыны, сос кеше, уны шунда уҡ һыуынып өлгөрмәгән мунсаһына индереп йыуындырып, кейемен алмаштырып, йоҡларға һалған, ә иртәгәһен Рәүфә инәйгә барып, тетмәһен теткән. Шул уҡ көндө район үҙәгенән килеп, әбейҙе дауаханаға алып киттеләр, аҙаҡ, махсус диспансерға ебәрелде, тинеләр. Вафаты хаҡында хәбәр дүрт-биш йылдан ғына ишетелде.

Ә Шәрәфетдин бабай баяғы хәлдәрҙән һуң бер йыл да торманы – оҙаҡ эсеп йөрөп, алйып, яҙғы күләүеккә йөҙтүбән ҡолап, сәсәп үлде. Һуңғы көндәрендә гел күҙенә әсәһе күренгән. «Үҙе һөйләшә, ә яулығын асҡайны, бите юҡ... Көҙгөгә ҡарағансы, ошонда ҡара, тине, – тип һөйләгән күршеләренә. – Манараларҙы ауҙарып йөрөгән шул Мулланурҙың ҡыҙын алма, ҡарғалған зат ул, бәхетең булмаҫ, тип күпме әйтте элек – тыңламаным. Матурлығына ҡыҙыҡтым. Аҙаҡ ғүмер баҡый бисәмдең һүҙенән сыға алманым, үҙ әсәмде дошманымдай күрҙем...»

Рәүфә инәй, донъя көтөргә күпме тырышһа ла, йәлсемәне. Бер ҡышта, ни сәбәптәндер аласығынан ут сығып китеп, мал һарайы, кәбәндәре янып бөттө. Аранында бикле торған һарыҡ-кәзәләре, торонбаштарға әйләнеп ишелеп төшкән ҡыйыҡтың аҫтында ҡалып, тереләй ҡурылды, тинеләр. Нисәнсе йыл инде ҡыҫыр йөрөгән һыйыры, еленләне лә, йәшел үләнгә аяҡ баҫа алмай, яҙ башында күтәртеп үлде.

Тағы ла ҡурҡынысырағы – Рәүфә инәйҙең бөгөнгө хәле. Тимуры, үҫеп етеп, яңғыҙ әсәһенә терәк-таяныс булаһы урынға, уның ҡайғыһына әйләнде: атаһы һымаҡ айҙар буйы туҡтамай эсә, бер ҡайҙа ла эшләмәй, кеше менән ҡатышмай, кәләш алыу тураһында уйы бер ваҡытта ла тыуманы буғай. Әбейҙең барлы-юҡлы пенсия аҡсаһы шул әрәмтамаҡты аҫрауға китеп тора, шуға, аптырап, утын-фәләнде уларға ауыл хакимиәте йүнләй. Өйҙәрен төҙөкләндереү өсөн таҡта, ҡалай килтереп биргәйнеләр, Тимуры бер көн дә ятҡырмай һатып эсте...

Ҡәйнәһе һымаҡ йөҙөн яулыҡ менән ҡаплап йөрөргә өйрәнмәне Рәүфә әбей. Күге мәңге китмәгән, бер яҡҡа ҡыйшайған битен, йолҡҡоланып бөткән сәстәрен башҡаларға ғибрәт итеп күрһәткәндәй тойола хатта. «Донъя ҡоло булмағыҙ, хөсөт-золом ҡылмағыҙ, кеше рәнйешен алмағыҙ», – тигән кеүек.

Фото: dzen.ru

Автор:
Читайте нас: