Һомғол буйлы булып буй еткерҙе һәм үҙенең йәшлек мөхәббәтен, йәш, көслө йәрен – Ата бүрене – осратып, яратышып ҡауышҡайнылар... Эйе, ҡауышҡайнылар... Шундай ҙа матур пар инеләр! Ә көсөктәре һуң, көсөктәре – бәпестәре аталарына оҡшап шул тиклем һөйкөмлө ине!
Матур матур күренмәй, һөйгән матур күренә. Ата бүре Һороҡайын һәм көсөктәрен бик яратты, улар өсөн утҡа ла, һыуға ла инергә әҙер булды, сит-яттарҙан һаҡланы, аҙыҡ ташыны, асыҡтырмаҫҡа тырышты. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыуанып, шатланып йәшәү оҙаҡҡа барманы. Сираттағы аҙыҡ эҙләп сығып китеүенән Һороҡайҙың йән-йәре, көсөктәренең атаһы ҡайтманы. Һороҡай ҙа, көсөктәре лә асыҡты, бәләкәстәре инәһенең һөтһөҙ имсәктәрен сыйылдаша-сыйылдаша һурҙы.
Аслыҡтан хәлһеҙләнһә лә, ҡоро һөйәккә ҡалған Инә бүре аҙыҡ эҙләп сығырға мәжбүр булды. Тәүҙә ул сысҡандарҙы, ҡуян балаларын тотоп ашатты бәләкәстәренә. Үҙенең дә, көсөктәренең дә тамағы туймағас, алыҫыраҡҡа китте һәм көтөүҙән айырылып ҡалған ҙур ғына бәрәнде эләктереп, туйғансы ашаны. Итле киҫәкте тешләп, балаҡайҙары янына ашыҡты, ләкин ҡайтыуына уларҙың береһе лә ояһында юҡ ине. Кеше еҫе лә, дары еҫе лә, ят януарҙың еҫе лә һиҙелмәне.
Ә асыҡҡан көсөктәр, инәләрен көтөп сабырлыҡтары бөткәс, ояларынан килеп сыҡҡайны, уларҙы үткер күҙле тау бөркөттәре тибеп алып китте. Аҙна буйы йөрөнө шул аҙыҡ эҙләп, эх-х... Инә бүре алып ҡайтҡан аҙығын тешләп ояһына бер инде, бер сыҡты. Тирә-йүнде еҫкәп, байтаҡ ваҡыт көсөккәйҙәрен саҡырҙы. Балаҡайғыналарын, йәндәй күргән ғәзизкәйҙәрен тапмағас, әсе күҙ йәштәрен түкте.
Олой-олой иланы, етмәһә, һөт тулышып терткән елене һулҡылдап һыҙланы. Шулай ята торғас, Инә бүре ойоп китте лә төшөнә йөрәккәйҙәре – көсөктәре инде. “Бәләкәстәрем минең, һороҡайҙарым, йән киҫәктәрем, асыҡтығыҙмы ни? Имегеҙ, бәпестәрем. Унан бәрәндең тәмле, йомшаҡ итекәйен ашарһығыҙ”. Еҫкәп-еҫкәп яланы Инә бүре көсөктәрен. Елене сәнсеп ауыртҡанға ыңғырашып ебәрҙе лә һикереп торҙо. Балаҡайҙары юҡ шул-ул... Ул һыҙлаған еленен ипләп кенә яланы, тирә-йүнгә күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарап торҙо, ләкин уны аңлаусы ла, йәлләүсе лә, хәлен уртаҡлашыусы ла табылманы.
Ҡәҙерле ояһын ташлап сығып китте Һороҡай. Йәй, көҙ буйы урман-тауҙарҙы яңғыҙ гиҙгәс, ҡышҡа табан кире үҙенең ояһына ҡайтты. Тыуған төйәгенә, мөхәббәте менән бәхетле йәшәгән ерҙәренә иҫән-һау әйләнеп килгәненә сикһеҙ ҡыуанды.
Мырҙаҡай ауылының бер яҡ осонда – Бикәнәй, икенсеһендә Таш башы шишмәләре бар. Таш башынан өҫтә – иген баҫыуы, унан ҡуйы урманлыҡ менән ҡапланған бейек ҡаялар күккә олғашҡан. Текә ҡаяның аҫтында, шырлыҡта Инә бүре Һороҡайҙың ояһы. Ояны бейек таштар, ағастар, ҡыуаҡтар ышыҡлай. Ҡыуаныуын ҡыуанды ла ул, ләкин яңғыҙына, ай-һа-ай, ауыр. Быйыл бигерәк тә ҡыш ыжғыр бурандары менән башланды, япа-яңғыҙыңа аҙыҡ табыуы ла ҡыйын. Һороҡай асыҡты, өшөнө, бер ятты, бер торҙо. Асығыуы ла, асыуы ла сиктән ашҡанғалыр, яңғыҙлыҡтан йонсоғанғалыр, һәр төн ояһынан сығып, үҙәктәрҙе өҙөрлөк итеп олой башлаһа, Мырҙаҡайға ишетелә уның тауышы. Шул тиклем һағышлы итеп, күктәге тулған айға ҡарап илай-илай олоно.
Өсөнсө төн Һороҡайға үҙ ғүмерендә икенсе тапҡыр бәхет килтерҙе, ахыры: үҙе кеүек яңғыҙ, яҡларлыҡ, һаҡларлыҡ, тапҡан табышы менән уртаҡлашырлыҡ Ата бүре килеп тапты уны. Таныштылар, һуңынан ҡауыштылар. Икенсе тапҡыр ишен тапты Инә бүре. Бәхетле мәлдәре күпкә етерме, ғүмерле булырмы? Билдәһеҙ...
Янында Ата бүре булғас, Һороҡайға ел-дауыл ла, ыжғыр буран да ҡурҡыныс булманы, улар ҡышты иҫән-аман сыҡты. Икәүләп һунарға йөрөнөләр, ҡурҡаҡ ҡуянды ла, хәйләкәр төлкөнө лә тоттолар, һирәкләп булһа ла ҡоралай итенән дә ауыҙ иттеләр.
Һалҡын ҡыш үтеп, яҙ яҡынлашты. Төндәрен һалҡынайтһа ла, көндөҙ ҡояш йылмайҙы. Ап-аҡ, бейек булып өйөлгән ҡарҙар шиңде, йылы елдәр иҫте, ҡарғалар ҡарҡылдашты, сылтырап ҡар һыуҙары аҡты, умырзаялар башын ҡалҡытты, ҡоштар сутылдашты... Инә бүре икенсе тапҡыр әсә булыу бәхетен татыны: ике көсөгө – теремек кенә, ә береһе, ни эшләптер, үле тыуҙы. Һороҡай уларҙың өсөһөн дә наҙлап яланы, һис ҡыбырламай ятҡанын да ҡуйынынан сығарманы, йән өрөргә теләгәндәй, моронон ҡат-ҡат еҫкәне. Әммә үле көсөк һаҫый башлағас, ипләп кенә тешләп сығарып, ояһынан алыҫ булмаған ергә соҡор ҡаҙып күмде лә оҙаҡ итеп башын эйеп ултырҙы. Тыныс йоҡла, балам, яҡты донъяны күрә алманың, тип ҡайғырғандыр... Унан яй ғына атлап, башын эйеп ояһына инде лә, бөгәрләнеп йоҡлап ятҡан ике бәпесен уятып, уларға һөт менән тулған йомшаҡ имсәктәрен ҡаптырҙы ла ҡосаҡлап ятты.
Тәүҙә Ата бүре ашарға ташыны, һөйөклө Һороҡайын, һөйкөмлө көсөктәрен асыҡтырмаҫҡа тырышты. Хәл кергәс, Инә бүре лә бергә һунарға йөрөй башланы. Икәүләп аҙыҡ тапҡас, үҙҙәре лә, балалары ла туҡ, улар матур булып үҫеп килә, сыйылдашып, талашып та алалар. Йәмле йәй еткәс, көсөктәр йүгерешеп уйнай башланы. Ата бүре уларға һоҡланып ҡарай, шул уҡ ваҡытта, хәүеф-хәтәр юҡмы тип, тирә-йүнде күҙәтә, ҡыштырлаған һәр тауышты ҡолағын ҡарпайтып тыңлай. Бүре-малайҙар йүгереп килеп аталарының өҫтөнә лә менеп китә, унан, арығас, әсәһенең ҡосағына инеп ятып, рәхәтләнеп имә. Аталы бала – арҡалы, инәле – иркәле шул.
Көсөктәре йоҡлағас, сираттағы һунарына сығып китте бүреләр. Байтаҡ ер үттеләр, арынылар. Күпме еҫкәнһәләр ҙә, бер ни һиҙелмәне лә, осраманы ла. Шулай ҙа өмөттәрен өҙмәй алға ынтылды улар, үҙ-ара аңлашып, икеһе ике яҡҡа юлланды. Арып, хәл алырға ятҡан Ата бүре алыҫта төлкө китеп барғанын күрҙе, ниңәлер, яй ғына ҡуҙғала. Ас Ата бүре уны бер нисә һикереүҙә үк матҡып алды, шунда уҡ йолҡҡослап ашаны. Был йәнлек үлергә йөрөгән ҡарт төлкө ине. Башҡа ризыҡ таба алмағас, Ата бүре ояһына ашыҡты. Таң атыуға ҡайтып етте, тик Һороҡайы нишләптер юҡ. Ата бүре көсөктәренә ашҡаҙанында йомшарған итте ҡоҫоп ашатты ла ҡәнәғәтләнеп һуҙылып ятты, улдарының һикереп-һикереп уйнағанын күҙәтте. Уйнап туйған көсөктәр өңдәренән йыраҡ түгел инешкә һыу эсергә йүнәлде, ә Ата бүре йоҡомһорап ятып ҡалды.
Бүре-малайҙар рәхәтләнеп һыуһынын ҡандырғас, ҡайтыуҙы уйламай уйнарға, тешләшергә, ерҙә тәгәрәргә кереште. Шул саҡ улар йәйпәк таш янындағы тәрән соҡорҙа мыжғып ятҡан йыландарҙы күреп шаҡ ҡатты. Шундай күптәр, оҙондар, һимеҙҙәр... Һәр йән эйәһенең ҡотон алырлыҡ ҡара йыландар. Бүре балаларының уларҙы тәүләп күреүе ине, шуға ҡурҡмайынса ҡыҙыҡһынып күҙәтә башланылар. Береһе, Тиктормаҫы, яҡыныраҡ барып тәпәйен һуҙыуы булды, ҙур ҡара йылан башын кинәт күтәрҙе лә, уҡтай атылып, бүре балаларының икеһен дә саҡты... Унан ҡәнәғәт ҡиәфәттә яй ғына шыуышып үҙенекеләргә барып ҡушылды. Әйтерһең, ул: “Бында ниңә ҡамасаулап йөрөйһөгөҙ, өлөшөгөҙҙө алдығыҙмы? Ҡыҙыҡҡандарҙы беҙ шулай көслө ағыуыбыҙ менән юҡ итәбеҙ”, – тине.
Ә бәләкәй бүре балалары бер генә әсе итеп сыйылданы ла йән бирҙе. Йоҡомһорап ятһа ла, сос ҡолаҡ Ата бүре улдарының тауышын ишетеп ырғып торҙо һәм еҫ буйлап балалары киткән яҡҡа минут эсендә килеп етте. Ул ҡыбырламай ятҡан көсөктәрен саҡырҙы, аптырап яндарына килеп, йәнһеҙ кәүҙәләрҙе мороно менән төрткөсләне, шыңшый-шыңшый әйләндерҙе. “Улыҡайҙарым, бәпестәрем, һеҙгә ни булды? Тороғоҙ, хәҙер әсәйегеҙ ҡайтыр, шаярмағыҙ улай атайығыҙ менән, ҡәҙерлекәйҙәрем”, – тине булһа кәрәк. Ләкин көсөктәр ҡыбырламаны. Шул саҡ Ата бүре, улдарының ауыҙынан аҡ күперек сығып ятҡанын, күҙҙәренең быяла кеүек һалҡынлығын күреп, еҫкәп, күперекте тел осо менән ялап, бының ағыу икәнен белде. Шулай ҙа, бәләкәстәрем тормаҫмы, йүгереп китмәҫме, һикереп өҫтөмә менмәҫме икән, тип өмөтләнеп көттө. Ләкин өмөтө аҡланманы...
Ата бүре тирә-яғын иғтибар менән ҡарай башланы һәм ҡайнашып ятҡан әҙмәүерҙәй ҡара йыландарҙы күрҙе. “Шуларҙың эше! Улдарымды, бер ғәйепһеҙ сабыйҙарымды харап итеүсе хаслыҡлы, ҡара эсле хәшәрәт ҡара йыландар! Үлһәм дә, һеҙҙең барығыҙҙы ла юҡ итеп үләм!” – тип ажарланып, ҡайнап ятҡан ҡара йыландар өҫтөнә ташланды һәм... уларҙы күпме һыя – шул саҡлы алаптай ауыҙына ҡабып, ҡырҡма тештәре менән сәйнәп, өҙгөсләй башланы. Үтә йыртҡысланып ҡыйратты яуыз хәшәрәттәрҙе. Мөхәббәт уйыны менән мауыҡҡан йыландар аңғармай ҙа ҡалды, бигерәк тә йәштәре. Үс алған атай бөтә сослоғон, таҫыллығын һалып муйындарын сәйнәне, ҡара йылан баштары ағыуҙарын сәсә алмай ян-яҡҡа осто, ҡойроҡтары хәтһеҙ ваҡыт әйләнеп-тулғанып ятты.
Йылан үлһә лә йылан булып ҡала инде: уларҙың ҡаны сәсрәгән, үле кәүҙәләре ятҡан ерҙә үләндәр ҙә, сәскәләр ҙә шиңде, һулыны... Ә иң оло, иң уҫал, иң хәйләкәр ҡара йылан әшнәләренең үле кәүҙәһе аҫтына башын тығып, үлгәнгә һалышып, кәрәкле мәлде көттө. Асыулы Ата бүре уның йәшенгәнен күрмәйерәк ҡалды, сөнки бөтә ғәйрәте менән аяҡ аҫтындағыларҙы өҙгөләй ине. “Ҡырҙым, барыһын да ҡырҙым, тамырҙарын ҡороттом!” тигәндәй, сығырға ынтылғанда, оло ҡара йылан кинәт башын күтәреп, ағыу тулы тештәре менән Ата бүренең елкәһен тешләне лә тиҙ генә шырлыҡҡа шыуышты. Ата бүре сайҡалып китте, ләкин йығылманы, хәшәрәт дошманын “һә” тигәнсә ҡыуып етеп, ҡойроғонан һөйрәп сығарҙы. Ҡара йылан күҙҙәренән зәһәр осҡондар сәсеп, “Әле һин үлмәнеме ни? Ағыуымды әҙерәк ебәргәнмен, күрәһең. Миңә бер кемдең дә, бер йәнлектең дә көсө еткәне ю-юҡ, ә һин хәә-ҙе-ер үлерһе-ең” тигәндәй ыҫылданы. Дошманын сағыр өсөн башын ҡапыл күтәреп, уҡтай атылырға ынтылғайны, ләкин Ата бүре был юлы уның алҡымынан эләктереп өлгөрҙө һәм ҡырҡма тештәре менән муйынын сәйнәп һелтәне, һаман ҡыбырлап ятҡан кәүҙәһен йән асыуға өҙгөләп ташланы.
Унан көсөктәренә бер һирпелеп ҡараны ла гөрҫ итеп ергә ауҙы. “Ғәфү ит, Һороҡайым – йән һөйгәнем, бәхил бул” тигән кеүек ине Ата бүренең ҡарашы...
* * *
Һороҡай Ата бүренән айырылғас, аҙыҡ эҙләп күп йөрөнө. Кире боролоп ҡайтырға боролғайны, шул саҡ Мырҙаҡай яғынан моронона емтек еҫе килеп бәрелде һәм шул тарафҡа юлланды. Ауылдан байтаҡ йыраҡта урман эсендә үгеҙ быҙауҙың эсе күбеп үлеп ятҡанын күрҙе, ярамаған үлән ашаған, күрәһең. Һороҡай рәхәтләнеп туйынды, эсе кәпәйҙе. Ләкин үҙе туйһа ла, күҙе туймайынса, шул тирәнән китмәне, быҙауҙы ашап бөттө. Елене туптай шешеп һыҙлағас, ҡайтырға юл алды. Унан да бигерәк, ниңәлер, йөрәге алҡынды һәм ул бар көсөнә балалары янына уҡталды. Ояһына етәрәк шомға ҡалды Һороҡай, сөнки моронона емтек түгел, ә мәйет еҫе бәрелде. Ул тирә-яғына ҡарай-ҡарай һаҡ ҡына ояһына яҡынланы. Бер тауыш та юҡ. Һороҡай балаларын саҡырҙы, көсөктәре уға ҡаршы йүгереп сыҡманы. Ата бүре лә юҡ...
Һороҡай еҫкәнеп эҙләй торғас, инеш буйында кәүҙәләре ҡатып, ҡорттар йырмыслаған ике көсөгөн һәм һөйгәне Ата бүренең мәйеттәрен тапты. Ҡабат-ҡабат еҫкәп, мороно менән төрткөсләһә лә, улар торманы. Һороҡай һытылырға етешеп шешкән еленен, һөтө ағырға торған имсәктәрен көсөктәренең ауыҙына терәп ултырҙы, юҡ шул, бәләкәстәренә бер ни ҙә кәрәкмәй хәҙер... Икенсе тапҡыр бәхете селпәрәмә килде...
Күҙҙәрен йомоп күпме шаңҡып ултырғандыр Һороҡай, көсөктәренең ырғып торғанын көтөп, Ата бүренең балаларына, үҙенә һоҡланып ҡарап ятҡанын уйлап, ваҡыт иҫәбен юғалтып... Елененең үҙәгенә үтеп һыҙлауына түҙерлек әмәле ҡалманы, ахыры, ботон күтәреп еленен ялай башланы. Унан мороно менән көсөктәре кеүек төрткөсләне – һөт ағып китте, елене байтаҡ бүҫкәрҙе, һыҙлауы ла кәмене. Илай ҙа, олой ҙа алманы Һороҡай, күңеле таш кеүек ҡатҡайны. Башын күтәреп тирә-яғына күҙ һалғас, иҫе китте: Ата бүренең кәүҙәһенән саҡ ҡына арыраҡ ҡара йылан баштары, өҙгөләнгән киҫәктәре тулып ята. Төшөндө Һороҡай: уның һөйөклө, тоғро ире бәләкәстәре өсөн үс алып йәнен фиҙа ҡылған, ҡара йыландарҙы дөмөктөргән! Ата бүреһенә ҡарата оло ғорурлыҡ хәрәкәткә килтерҙе Һороҡайҙы. Ул бер аҙ башын эйеп ултырғандан һуң ҡуҙғалып, тәрән итеп соҡор соҡоно һәм Ата бүре менән ҡәҙерле көсөктәренең кәүҙәләрен һөйрәтеп килтереп, шунда күмде. Унан һуҙып олоп ҡуйҙы, әйтерһең, һөйөклөләре менән хушлашты.
“Юҡ! Бында ҡала алмайым. Ҡабат килерменме, юҡмы – белмәйем... Хуш, тыуған оям, хуш, тыуған төйәгем, хушығыҙ, бәхетле мәлдәрем!” Ояһына тағы бер ҡайырылып ҡарап алды ла юлға сыҡты, билдәһеҙлеккә... Бер ни уйламай, аяҡтары тартҡан, башы һуҡҡан яҡҡа китте. Күпмелер барғас, башын күтәреп юлға баҡты: ниңәлер, Таш башы шишмәһе яғына атлаған. Әллә әсәлек инстинкты шулай йүнәлткән уны?..
Күктә йымылдаған йондоҙҙар берәм-берәм һүнде, ауыл яғынан талғын ғына ел иҫә, һыҙылып ал таң ата.
Инә бүре һалмаҡ аҙымдар менән Мырҙаҡай ауылының Таш башы шишмәһенә яҡынлашты, тирә-йүндәге тауыштарҙы иғтибар менән тыңлап торҙо. Ул-был хәүеф һиҙелмәгәс, һыуһыны ҡанғансы һыу эсте лә, “Рәхмәт һиңә, шишмә!” тигәндәй шишмәгә хәтһеҙ ҡарап торғас, баҫыу ситенән Мырҙаҡайҙың икенсе осона китте.
Ауылда һыйырҙар мөңрәгән, сәүек эттәр сәңкелдәгән тауыштар ишетеп, урманға табан ыңғайланы. Ағастар араһында йәтеш кенә урын табып, алғы аяҡтарын һуҙып ятты. Төнө буйы килеп арыһа ла, һис йоҡоһо килмәне, йөрәге ашҡынып-ашҡынып типте. Шул саҡ Инә бүренең һиҙгер моронона шундай татлы еҫ килеп бәрелде. Ул һиҫкәнеп китте лә күҙҙәрен йомоп, моронон тағы ла күтәрә биреп, әлеге һуштан яҙҙырырлыҡ еҫте туя алмай һуланы ла һуланы. Күҙҙәренән эре-эре йәш бөртөктәре тәгәрәне, елене һыҙлап, имсәктәре тиртеп китте. “Эх-х, ошо еҫте еҫкәп, бәләкәстәремде ҡосағыма алып, һөйөп, имеҙеп үҫтерер, ялап-ялап иркәләр инем...”
* * *
Ғәйшә таң һарыһынан торҙо, дүрт һыйырҙы һауғас, быҙауҙарҙы эсерҙе. Аласыҡтағы ҡаҙанға һөттәрҙе бушатып, усаҡҡа ут яҡты. Һөт йылынғансы тип самауырҙы ҡайнатырға ҡуйҙы. Унан дүрт биҙрә һөттө сепаратта айыртты, уңарсы самауыры ла ҡайнап сыҡты. Ҡатыҡ ойотоу өсөн айыртылған һөттө яңынан ҡайнатырға ҡуйҙы. Ҡәйнәһе торғансы, ҡомғанға ла йылы һыу һалып ҡуйырға кәрәк. Әгәр өлгөрмәһә, унан яҡшы һүҙ көтөп булмай.
- Һәпрә, бызмыр, ялҡау, эшкә инмәгән бәндәһең. Иртәрәк тормай, ятаһың иркәләнеп. Беҙ килен саҡта улай булманыҡ, – тип битәрләй.
Етмәһә, бер генә айлыҡ бәпесе бар Ғәйшәнең. “Ҡыҙыҡайым уянып ҡуймаһа ярар ине”, – тип йүгереп йөрөп атҡара таңғы эштәрҙе килен кеше. Ҡыҙы сибек кенә булһа ла, тауышы көр, уянһа, бер туҡтамай иларға тотона. Ә был ҡәйнәһе Ғәззәгә оҡшамай, һис кенә лә яратмай тауышты. Шуға эш араһында елдертеп бәпесен ҡарап сыға Ғәйшә.
Ҡайнатырға ҡуйған айыртылған һөт ташып китмәһен йә күмһемәһен өсөн шапыртып торорға кәрәк, шуға оҙаҡлаңҡырап китте Ғәйшә. Ҡабаланып өйгә керҙе лә, тауыш-тын сыҡмағас: “Бөгөн ҡайһылай оҙаҡ йоҡланы балаҡайым – бауыр итем, минең эш күплекте белгән кеүек”, – тип уйлап ҡуйҙы. Самауырға усаҡтан алып тере ҡуҙ өҫтәне лә өйгә индерҙе. “Сәй эсеп кенә алайым да ҡойоға һыуға барып килермен. Бикәнәй ҡойоһоноң һыуы һәләк йомшаҡ, сәй эсеүгә лә тәмле, кер йыуһаң, бер бысрағын да ҡалдырмай таҙарта, һабынды күпертә”, – тип уйлап, шәшкегә сәй генә яһағайны, әҙ генә бала тауышы ишетелеп ҡалды ла тымды.
– Бәй, нимә булған был Мәүлиҙәмә? Кире йоҡлап китмәгәндер инде, асыҡманы микән, түшемдән һөтөм ағып китте ләһә, – тип һөйләнә-һөйләнә төпкө бүлмәгә инде. Бесәй кеүек тауышһыҙ, һаҡ ҡына баҫып инде, сөнки ҡәйнәһенең “Албаҫты һымаҡ йөрөмә, таң йоҡомдан уятып” тип әрләүенән биҙрәп бөткән. Әле инде лә шаҡ ҡатты Ғәйшә: ҡәйнәһе бәпесенең өҫтөнә ҙур яҫтыҡты һалып торасы.
– Ҡәйнә-ә, нишләүең был? – тип ҡысҡырып ебәрҙе лә осоп тигәндәй барып яҫтыҡты күтәрҙе һәм саҡ тонсоҡмай ятҡан бәпесен ҡулына алып, сеңләп илап ебәрҙе, күкрәгенә ҡыҫты йөрәк парәһен.
– Ҡәйнә, шул ыуыҙ ғына баланы йәлләмәйенсә тонсоҡтороп үлтерергә итәһеңме? Ниңә шулай таш бәғерле һин!
Бәпестең ҡысҡырып, ә әсәһенең сеңләп илаған тауышына өс йәшлек өлкән улы Ибраһим уянып тороп ултырҙы ла:
– Әсәй, нимәгә илайһығыҙ, ә? Иламағыҙ, әйтеү мин дә илайым, ы-ы, – тип үҙе лә ҡушылды.
– Ят, улым, йоҡла, иламайым, туғаның да иламаҫ. Хәҙер уны имеҙәм, асыҡҡан һеңлең, – тип Ибраһимды тынысландырҙы әсәһе.
Алты йыл бергә йәшәгән ҡәйнәһенә ҡаршы ауыҙ асып һүҙ әйтмәгән килендең шым ғына кереп, кинәт ҡысҡырыуына Ғәззә тәүҙә баҙап ҡалды, шунан күҙҙәрен таҫырайтып:
– Илай бит, ә һин, һәпрә, нишләп оҙаҡ маташаһың, эшеңде йәһәтләмәй, мыштыр! – тип асыулы ҡысҡырҙы. – Нишләп үлһен ул? Бәлә һалма, ҡыҙҙар ныҡ була, уларҙы ҡыҙыл эттең ҡойроғона бәйләп ебәрһәң дә, бер нимә лә булмай. Һы, таш бәғер, имеш. Бирермен мин һиңә таш бәғерҙе! Бына Сабир улым ҡайтһын әле умарталыҡтан, сыбыртҡы менән ярҙырырмын! – тип өҫтәне, улының бер ваҡытта ла улайтмаясағын белһә лә.
– Ҡәйнә, мин эш менән булып йөрөйөм, – тип әйтә башлағайны Ғәйшә, ҡәйнәһе уҫал итеп:
– Ай-һай, беҙ ҙә эш менән ғүмер иттек, ҡәйнәгә ҡаршы һүҙ әйтмәнек. Алтынмы әллә ҡыҙың? – тип ыҫылданы.
– Эш, донъя, тип ике балам үлде бит инде, быныһын да юғалтайыммы ни? – тине лә Ғәйшә, имеп туйған баланы урап, бер нисә йүргәк алды ла, йөрәгенең әрнеүенә түҙмәй, эшләгәнеңде лә күрмәйҙәр, ҡәҙер ҙә юҡ тип, һеңлеһе Фатима йәшәгән Һабай ауылына сыҡты ла китте. Ике ара байтаҡ ҡына, шулай ҙа: “Төш уҙыуға барып етермен әле”, – тип уйланы.
Бәпес әсәһен еҫкәп, рәхәтләнеп йоҡлай, ә Ғәйшә туҡтамай атлай ҙа атлай. “Ҡарағай ҙа, Некрасовка ла артта ҡалды, алда – Яңы Тайыш, унан Мәндем йылғаһы кисеүен сыҡҡандан һуң күп тә ҡалмай, тағы ла Еҙемде үтһәм – Һабай. Тик Некрасовка менән Яңы Тайыш араһындағы ҡуйы урманды ғына уҙһам”, – тип уй артынан уй һүтеп бара Ғәйшә. Тик, ни ғәжәп, күҙ ҡыры менән кемдеңдер үҙенә эйәргәнен күргәндәй булды.
“Ҡасҡы түгел микән, ай-й, Хоҙайым, үҙең һаҡла!” – тине шым ғына Ғәйшә, йөрәгенә шом йүгерҙе.
Туҡтаһа – ул да туҡтай, атлаһа – тағы хәрәкәтләнә. “Арығанға, күҙемә әллә нәмә күренә башланы шикелле”, - тип бер аҙ тынысланды Ғәйшә. Ләкин арттан ниндәйҙер ҡараш сәнсеп алды. Ҡатын кинәт артына әйләнде һәм яй ғына атлап һоро эттең эйәреп килгәнен күрҙе.
– Бәй, Һорлан, ни эшләп эйәрҙең? Ауылдан уҡ йәшенеп кенә беҙҙе оҙатып киләһеңме әллә? – тип туҡтаны. – Һорлан, маһ-маһ, кил бире.
Эт туҡтаны. Тик ҡойроғон болғаманы, һөмһөҙ күҙҙәрен Ғәйшәгә төбәне. Ҡатындың бөтә тәне буйлап эҫелек үтте, шунда ғына бының эт түгел, ә бүре икәнлеген аңлап, уның күҙҙәренә текәлде. Керпегеңде бер генә лепелдәт, ул, һине ҡурҡты тип уйлап, өҫтөңә ташланасаҡ, әгәр ас булһа. Ул саҡта – бөттө, яҡын-тирәлә бер йән эйәһе юҡ. Хәҙер бүре өҫкә ташланасаҡ. Бәпесен күкрәгенә нығыраҡ ҡыҫты әсә...
Әммә йыртҡыс ырғыманы. “Минең урман эсенәрәк инеүемде көтәлер. Үҙенең һуҡмағында бүре үҙ көсөн ныҡ белә, шунда өҙгөләргә самалай, күрәһең. Төпкә инергә ярамай”, – тип тиҙ-тиҙ фекер йөрөттө ҡатын.
Бәй, йыртҡыстың ике күҙе – уның бәпесендә, Ғәйшәгә ҡарамай ҙа. Балаға ынтылып-ынтылып ҡуя. “Бир миңә сабыйыңды, һөйөп, иркәләп кенә үҫтерермен, бер кемдән дә, бер йәнлектән дә ҡыйырһыттырмам, һаҡлармын, яҡлармын!” – тигәндәй уның ҡарашы. Мин һинең ҡәйнәңдән миһырбанлыраҡмын, тигәндәй ҙә. Ни күрһен, бүренең күҙҙәренән йәш тәгәрәй… Хайран ҡалды Ғәйшә. “Бүре илаймы ни? Бүре һынлы бүре! Кит, юҡтыр… Әллә был енме икән?”
Күҙ – даръя, тиҙәр бит, дөрөҫ икән. Бүре илай... Бына ул ыңғырашыу тауышы сығарып һуҙылып ятты. Имсәктәренән һөт аға ине…
– Әстәғәфирулла тәүбә-ә, һинең балаларыңды үлтерҙеләрме әллә? – тине ул бүрегә. – Минең бәпесемдең – Мәүлиҙәмдең еҫен һиҙеп артыбыҙҙан килдеңме ни? Имеҙергәме?.. Әллә алып китергә итәһеңме баламды үҙең менән? Алғы тәпәйҙәреңде алға һоноп-һоноп ҡуяһың даһа. Һинең көсөктәреңде мин үлтермәнем бит! Бер ғәйебем дә юҡ, балама теймә. Үҙ бәпесемде үҙем ҡарап үҫтерәм, ә һин яңынан көсөкләрһең әле. Һаман мөлдөрәп ҡулдарыңды һуҙаһыңмы, балаңды бир, тиһеңме? Юҡ! Бирмәйем! Үҙем имеҙәм, үҙе-ем! – тип йән әсеһенә ҡысҡырҙы Ғәйшә. Бала уянып, ҡысҡырып илап ебәрҙе.
– Йә Аллам, ҡотҡар беҙҙе, зинһа-ар! – тип ялбарҙы әсә.
– Балама теймә! Кит! Бирмәйем! – тип бүрегә ҡаршы кинәт бер аҙым атлауы булды, яҡында ғына мылтыҡ атҡан, эттәр өргән, һайт-һайтлап ҡысҡырған тауыштар ишетелде. Бүре йәшен тиҙлегендә һикереп торҙо ла урман шырлығына инеп юғалды.
– Йә Хоҙаа-ай! Һиңә мең рәхмәттәрем! Ҡотҡарҙың бит беҙҙе, Аллам! – тип быуындары йомшап, ергә сүкәйеп ултырҙы ла күҙ йәштәренә ирек бирҙе ҡатын. – Балаҡайым, ғүмеребеҙ бөтмәгән икән әле, – тип ҡыҙының йөҙөнә иркәләп баҡты.
Бәпес супылдатып тәмләп имде лә йоҡлап та китте, үҙе һирәк-һаяҡ йылмая, төш күрә, ахыры. Әсә ҡуйынында уға рәхәт. Күп тә үтмәй, эттәре менән ике һыбайлы сабып килеп туҡтаны. Ғәйшә ултырған еренән тороп баҫты.
* * *
– Һаумы, ҡәрендәш, ҡайҙа юл тоттоң? – тине олорағы.
– Һабай ауылына. Мөхәмәт кейәү менән Фатима туғаныма. – Ғәйшә күҙ йәштәрен ҡул һырты менән һөртөп алды.
– Нишләп бер үҙең бала менән юлға сыҡтың?
– Сыҡтым инде, шулай тура килде, – тине Ғәйшә. Таныш булмаған ир-атҡа, уҫал ҡәйнәм ҡыҙымды үлтерә яҙҙы, тип һөйләй алмай бит инде.
– Ҡайҙан киләһең?
– Мырҙаҡайҙан.
Әллә үтә ҡурҡыуҙан, әллә ҡыуаныстан күҙ йәштәре һис туҡтарға теләмәй Ғәйшәнең.
– Ә ниңә илайһың? Әллә беҙҙән ҡурҡтыңмы? – тип һораны йәшерәк ир.
– Артымдан бүре килә ине, һеҙҙең тауышты ишетеп, ана-ау яҡҡа инеп китте. Тәүҙә күршеләрҙең эте икән тип уйланым. Саҡырһам – килмәй. Баламдан күҙен дә алманысы, шуға ныҡ ҡурҡтым. Етмәһә, имсәгенән һөт, ә күҙҙәренән йәш аға... Әле, һеҙҙең тауышты ишетеп, анау яҡҡа һыпыртты.
– Бүренең илағанын беренсе тапҡыр ишетәм, – тине аптыраған йәшерәк ир.
– Ишетмәгән-күрмәгән нәмәләрең был донъяла күп әле, ҡустым, йәшһең. Дүрт аяҡлылары ла, ике аяҡлы бүреләр ҙә күбәйҙе хәҙер. Юлыҡ көтөүселәре кисә ике бүре балаһын үлтергәйне, бөгөн килеп инәһе үс алған: ике һарыҡты быуып, тамаҡлап, ҡанын эсеп киткән, шуға һөрән һалып, тирә-яҡты байҡап йөрөүебеҙ.
– Һеҙҙе миңә Аллаһ Тәғәлә ебәргәндер, әлдә килеп сыҡтығыҙ, ныҡ ҡурҡҡайным. Рәхмәт.
– Ай-һа-ай, шулай ҙа ҡуш йөрәкле икәнһең: ул тиклем ергә йәйәү сығырға бер ҙә ҡурҡмағанһың.
– Башыңа төшһә...
– Йә, ярай, һеңлекәш, һине урман шырлығынан сығарып ебәрәбеҙ. Кисеүҙе лә белмәйһеңдер әле. Еҙем буйында ғына йәшәй Фатима менән Мөхәмәт, – тип ир-ат Ғәйшәне оҙата барҙы.
– Рәхмәт һеҙгә, миһырбанлы ағайҙар. Аллаһ Тәғәлә үҙегеҙҙе лә ярҙамынан ташламаһын, – тине Ғәйшә.
Һеңлеһе өйҙә ине, тәмле аш еҫе сыға, самауыры ла шыжлап ултыра. Ҡатын эскә кергәс кенә үҙенең ныҡ хәлһеҙләнгәнен тойҙо. Һурпа еҫенән башы әйләнеп китте, сөнки уны ай буйы эскәне юҡ. Тупһаны ашаҡлап эскә үтте лә иҙәнгә сүгәләне. Самауырына ҡуҙ өҫтәп торған Фатима өтәләнеп бәпесте ҡулына алып өлгөрҙө һәм өрлөктә элеүле торған бишеккә һалғас, апаһын ҡосаҡлап алды.
– Һау ғына килдегеҙме, апай? Еҙнәм ҡайҙа? – тип һорауҙарын да теҙеп ташланы.
– Һаумы, туғаным, – тине лә Ғәйшә түгелеп илап ебәрҙе. Фатима шып-шым булып, апаһының арҡаһынан бәпелдәтеп ултырҙы.
Бер аҙ тынысланғас, Ғәйшә үҙенең өйҙән ниңә сығып киткәнен аңлатты ла:
– Туғаным, ныҡ һыуһаным, сәйеңде генә эсерә һал әле, – тине.
– Аһ-аһ, тик ултырамсы, ҡурҡыттың бит, апай. Хәҙер “һә” тигәнсе сәй әҙерләйем, – тип Фатима ырғып торҙо.
Бер сынаяҡ сәйҙе шым ғына эсеп бөткәс, бүре менән булған мажараны һөйләне Ғәйшә:
– Һаман да күҙ алдымда: бүренең имсәгенән сөптөрҙәп һөт аға. Ә үҙе миңә мөлдөрәп ҡарап, бәләкәсемә үреләсе, йөрәгем шартлай яҙҙы, ыһ-һы.
Апаһының һөйләгәндәрен ишеткән шарылдаҡ Фатима бот сапты.
– Аһ! Апаҡайы-ым, һине Хызыр Ильяс үҙе ҡотҡарған бит! Уф-ф, мин һинең урында булһам, йөрәгем ярылып үлер инем, тфү-тфү, Хоҙайым ҡушмаһын. Апай, әжегәйҙе, талҡанды ҡабып тағы ла эс әле мәтрүшкәле сәйҙе, һыуһының ҡанғансы эс. Ҡолонло бейәнән ҡойо һыуы ла артмай, тигәндәр бит, – тип бер туҡтауһыҙ татылдап һыйланы апаһын Фатима. Унан йүгереп сығып мунса тоҡандырып инде лә:
– Йәйәү арып, талсығып килгәнһең. Сабынып, йыуынып алырһың, апай, бәпесте лә йыуындырырбыҙ. Мунса әҙер булғансы ятып хәл ал, – тине.
...Күптән рәхәтләнеп йыуынғаны ла юҡ Ғәйшәнең. Ире урмандан ҡайтыуғараҡ кискә генә мунса тоҡандыра ул. Алыҫтағы Мәсет ҡойоһонан һыу ташый, мунсаны йыуып-томалауға көтөү килә, һыйырҙарҙы алып ҡайтып, һөтөн һауып эшкәрткәндән һуң, әгәр йоҡламаһалар, балаларын йыуындырһа – төн уртаһы етә.
– Бындай мәлдә ендәр мунсанан эйәреп килә лә сабыйға һуғыла, унан бала ауырыу йә зәғиф булып ҡала. Үҙеңә лә ен эйәләшер, – тип ҡурҡыта ҡәйнәһе. Ярай ҙа ҡайһы саҡ Ибраһимын ире йыуындыра. Ни эшләһен инде, шул көйө ятып йоҡлай ҙа иртәгәһенә иртәнсәк һыуынған мунсала йылымыс һыу менән ҡойоноп сыға Ғәйшә.
– Апай, әйҙә мунсаға, – тип уйҙарынан арындырҙы уны Фатима.
Хуш еҫле миндек менән сабынып, таҙарынып сыҡҡас, үҙен яңы тыуған сабый кеүек хис итте Ғәйшә. Мәүлиҙәһе лә мунсанан һуң бер мыжымай йоҡланы, әсәкәйе тик уның янында булғас – рәхә-әт!
Фатиманың ире Мөхәмәт тә ҡайтып инде, бергәләп ашанылар, ҡымыҙ эстеләр. Ҡатын иренә апаһы менән булған хәлдәрҙе түкмәй-сәсмәй һөйләне, ә Мөхәмәт Ғәйшәгә ҡарап:
– Бына һин ниндәй икәнһең, ҡәйенбикә! Хатта Инә бүре менән һөйләшкәнһең, бирешмәгәнһең, ә!? – тип һоҡланды.
– Бала балдан татлы, ғәзиз бит, – тине баҫалҡы Ғәйшә. – Ибраһимым өсөн борсолам, ни эшләп кенә йөрөй икән улыҡайым? Әсә-әй, һин ҡайҙа, ниңә ҡайтмайһың, тип илайҙыр инде балаҡайым.
– Ҡәйенбикә, ул тиклем бөтөрөнмә әле. Сабир бажа әүрәтер, улын яратып бергә йөрөтә бит, асыҡтырмайҙыр ҙа.
– Аталы бала – арҡалы, әсәле бала иркәле була, тиҙәр бит. Апай, көймә, кейәүең бушағас, алып барырбыҙ, донъяһын үҙе көтһөн ҡәйнәң, – тине Фатима.
* * *
Дүрт көн үтте Ғәйшәнең өйҙән сығып киткәненә. Кис еткәс, ҡәйнә кеше пыр туҙҙы:
– Улым, бисәң эрәхәткә сыҙамай сығып китте йә. Ашайым тиһә – аҙыҡ мул, эсәйем тиһә – һөтө, ҡатығы тулып ултыра. Эштән ҡасып ят инде бала менән бергә.
– Әсәй, Ғәйшә эштән ҡурҡмай ҙа, ҡасмағандыр ҙа, үҙең ҡыуып сығарғанһыңдыр...
– Әсәңә ышанмаҫҡа итәһеңме? Инәлтеп сығып китте инде, еңергә тырышып. Йөрөмә артынан, үҙе ҡайтыр әле, бала менән кемгә һыя ул? Эй-й, ҡорот ҡайнатырға кәрәк, эште уйламай ҡайҙа йөрөй икән? Кискә дүрт һыйырҙы тағы үҙем һауам инде. Һыу бөткән дәһә, ғибрәт, ташый торғас – билһеҙ булдым. – Шулай һөйләнә-һөйләнә, киленен әрләй-әрләй ҡапҡа төбөнә сығып, улай ҡараны, былай әйләнде Ғәззә. Анһат түгел шул уға, йылы һыу менән бит йыуып, тәһәрәт алып, әҙергә гөлбәҙер булып, ҡайнаған самауыр янына хан бисәһендәй ултырып таҫтамалды һыҡҡансы сәй эсә алмай хәҙер, иртәнге эштәрҙе тамамлағансы төш етә, һыуһап тамағы ҡатып бөтә.
Ғәйшә бишенсе көндә лә ҡайтмағас, Ғәззә ҡоҙаларына китте. Ул барып ингәндә, Ноғоман менән Ғәлиә икеһе генә сәй эсеп ултыра ине. Бер ни белмәгән ҡоҙа менән ҡоҙағый:
– Ҡайһылай маҡтап йөрөйһөң, әйҙүк, түрҙән уҙ, бергәләп сәй эсәйек, ҡоҙағый, – тип түргә саҡырҙы.
– Сәйләп торорға ваҡытым юҡ. Ғәйшә килен ҡайҙа? Әллә минең килгәнде күреп йәшендеме? – тине Ғәззә, һаулыҡ та һорашмайынса. Ул өй эсен, шаршау артын байҡаны, хатта урындыҡ аҫтын эйелеп ҡараны, унан елпелдәтә баҫып урындыҡҡа килеп ултырҙы. Ҡыланыштарына аптырап ҡарап ултырған Ноғоман ҡоҙаһы:
– Ҡоҙағый, ни һөйләйһең, һис аңламайым. Ҡыҙыбыҙ һеҙҙә йәшәй бит, беҙгә килгәне юҡ. Уның ҡайҙалығын һинән һораһаҡ – дөрөҫөрәк булыр, ҡоҙағый! – тине асыуланып.
– Килендең беҙҙән сығып киткәненә биш көн! Себен теймәҫ – сер итер, әҙерәк өйрәтһәң – яратмай, ҡаршы әйтә, ишшүү юҡҡа-барға үсегеп сығып китте. Биш көн буйы ҡайҙа йөрөй икән? Ялҡау, бала ҡосаҡлап ултырыуҙан башҡаны белмәй.
– Ҡоҙағый, ниңә улай оло башың менән булмағанды һөйләп, үҙеңә гонаһ алаһың? Донъя көтөргә шәп, егәрле тип килен итеп алдың. Телеңдән ул саҡта бал тама ине, ҡыҙымдан егерме йәшкә оло улыңа әйттергәндә, – тине Ғәлиә. – Хәҙер эш, донъя көтөү сей елкәңә тейҙеме ни? Ҡыҙыбыҙ ҡайҙа? Уның юғалыуында һин генә ғәйепле, ҡоҙағый!
Ғәззә ишекте шарт ябып сығып китте. Ноғоман менән Ғәлиә ҡайғырышып ултырып ҡалды.
Ғәззә ярһып өйөнә ҡайтып керһә, өс йәшлек Ибраһимын ҡосаҡлап, уны тынысландырып, улы Сабир илап ултыра. Әсәһе төкөрөктәрен сәсеп килененең эт ялҡауы икәне, ҡайҙалыр аҙып-туҙып йөрөүе, ата-әсәһенең өйөндә лә юҡлығы тураһында һөйләп ярһый башлағайны, йыуаш Сабир ҡыҙҙы ла китте:
– Әсә-әй! Урам буйлап ғәйбәт сәсеп йөрөгәнсе, ашарға берәй нәмә әҙерләр инең. Үҙең бик егәрле булғас, нишләп һөттәр әсеп ултыра, ҡорот та юҡ, ҡатығың ҡортлап бөткән. Ана һыу килтерҙем, бәрәңге бешерҙем. Ә һин... Киленеңде әрләүҙән, яла яғыуҙан бушамайһың, быға күпме түҙергә була? Әсәй! Беҙгә айырым йәшәргә кәрәк, шулай яҡшыраҡ булыр. Етте!
Уҫал Ғәззә, ни әйтергә белмәй, ҡарғанырға тотондо.
Иртәгәһенә иртәнсәк, алты көн тигәндә, Фатима менән Мөхәмәт Ғәйшәне Һабайҙан ат менән килтерҙе. Шул көндә үк ғаиләһен танышының буш торған өйөнә күсерҙе Сабир.
Һабайға китеп барғанда апаһын бүре эҙәрлекләгәнен һөйләне еҙнәһенә Фатима. Шундай килештереп тасуирланы, гүйә, барыһын да үҙе кисергән. Сабирҙың күҙҙәре шарҙай булды.
– Бисәкәй, икенсе улайтып сығып китмә. Туғаныңды һағынһаң, үҙемә әйт, ат егеп алып барырмын, – тине Сабир, борсолоп.
– Туғанымды, атай-әсәйемде һағынһам да, сабыр итәм мин. Ҡәйнәм Мәүлиҙәне мендәр менән баҫып үлтерә яҙҙы би-ит, – тине Ғәйшә илай-илай.
Сабир ҡатынын ҡосаҡланы ла уның ҡулынан Мәүлиҙәһен алып күкрәгенә ҡыҫты.
* * *
Сабир менән Ғәйшә татыу йәшәне, балаларына кәрәк, бер-береһенә терәк булып донъя көттө. Яңы йорт һалып сыҡҡас, Ғәззә әбейҙе лә үҙҙәренә алдылар. Ибраһим менән Мәүлиҙәнән һуң бер-бер артлы Мотаһар, Мөхәмәтсафа, Гөлбикә, Әмир исемле сабыйҙары тыуҙы. Мәүлиҙә ҡусты-туғандарын да ҡарашты, һуҡырайған өләсәһе Ғәззәне лә йомоштарына етәкләп йөрөттө. Әбей бер туҡтауһыҙ:
– Мәүлиҙә ҡыҙым, балаҡайым, миңә рәнйемә, зинһар өсөн, ғәфү ит, – тип ҡулдары менән йөҙөн ҡаплап, һыңҡылдап ултырыр ине. Мәүлиҙә өләсәһенең нимәгә илағанын аңламаһа ла, уның сәсенән һыйпап йыуата:
– Өләсәй, илама, әтеү минең дә илағым килә. Һин бәпәй түгел дәһә. Мин һине яратам, өләсәй...
Фото: jenskiymir.com