-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Ноябрь , 11:40

Фәрзәнәнең йыры

Ноғма МУСИН (Хикәйә) Беҙ, бер нисә яҙыусы, төҙөлөштә эшләүсе йәштәрҙең дөйөм ятағына әҙәби кисә үткәрергә бармаһаҡ, мин яҙасаҡ был ваҡиға ла, шаян һоро күҙле, ҡарағусҡыл алма битле һылыу ҡыҙ Фәрзәнә лә онотолор, һәм ошо хикәйә лә яҙылмаҫ ине. Кисәлә беҙ шиғыр, хикәйәләребеҙҙе уҡып бөткәс, ятаҡта тороусылар концерт күрһәтте. Һөнәрле бит ул хәҙерге йәштәр. Өҙҙөрөп бейейҙәр, йөрәкте елкендереп йырлайҙар ҙа шиғырҙы ла артистар кеүек оҫта итеп һөйләй беләләр. Концерттың аҙағы яҡынлашты.

Фәрзәнәнең йыры
Фәрзәнәнең йыры

Бына концертты алып барыусы егет:

   — Фәрзәнә Байегетова йырлай! «Һағыныу», — тип белдерҙе.

Үҙемдән артта берәүҙең:

  — Ну өҙҙөрә инде был хәҙер, — тигән һүҙҙәре ҡолағыма салынды, ә инде бәләкәй генә сәхнәгә сығып баҫҡан ҡыҙҙы күргәс, аптырап ҡалдым. Миңә таныш ҡыҙ бит был. Тик ҡайҙа, ҡасан күргәйнем һуң әле мин уны!

   Уйҙарым бүленде, халыҡ менән шығырым тулы зал бәрхәттәй йомшаҡ, ләкин йөрәктән урғылып сыҡҡан моң тулҡындарында бәүелә башланы. Йыр минең күҙ алдыма урман полосалары менән киҫкеләнгән киң баҫыуҙы, талғын ғына ағып ятҡан шишмә буйына урынлашҡан ауылды, тирәктәре елгә сәсен тарап ултырған туғайҙарҙы килтереп баҫтырҙы. Һәм мин ҡапыл ғына бөтәһен дә хәтерләнем. Ысынлап та мин белгән Фәрзәнә бит был. Былтыр көҙ командировкаға барғанда осратҡан ҡыҙыҡай. Мин бит уның тормошонда булып үткән тетрәткес бер ваҡиғаға ирекһеҙҙән шаһит булғайным...

   Фәрзәнә «Һағыныу»ҙан аҙаҡ тағы ла моңло-моңло көйҙәр һыҙҙырҙы. Уларҙың бөтәһендә лә тыуған яҡтарына мөхәббәт, ниндәйҙер йәшерен һағыш аңҡып тора ине. Ул йырлап туҡтағас та әле, залда тыуған яҡ моңдары бәүелеп торғандай булды. Мин, Фәрзәнәнән аҙаҡ кемдәрҙең нисек сығыш яһауына ла иғтибар итмәй, былтыр ошо ҡыҙ менән нисек осрашыуымды өр-яңынан хәтеремдән үткәреп ултырҙым.

   ...Төн ҡараңғылығын ярып, поезд елдерә. Вагонда кеше аҙ булғанлыҡтан, тауыш-тын юҡ. Шуға күрәлер инде, күҙ ҡабаҡтарын йоҡо баҫа, иҫнәтә. Ятып серем итер инең, төшөп ҡала торған разъезды уяна алмай үтеп китеүең бар.

   Бына поезд бер ҙурыраҡ станцияға туҡтаны. Тнмәк, мин ҡаласаҡ разъезд алыҫ түгел, йоҡомдо осороу өсөн тышҡа сығып әйләнәйем тип урынымдан торғайным, ишектән йүгерә-атлай бер ҡыҙ килеп ннде.

   — Һу-у, бына бит бында буп-буш, — тине ул. Ә теге вагонда тын алғыһыҙ, ултырырға түгел, баҫып торор ҙа урын юҡ.

   Ҡыҙҙың өҫтөндә йоҡа ғына плащ, инде көҙгө һалҡындар төшөүгә ҡарамаҫтан, өрһәң осорға торған яулыҡ ябынған. Бешкән алма кеүек биттәренән дә, осҡондар уйнатҡан һоро күҙҙәренән дә — бөтә тәненән йәшлек дәрте һирпелеп тора ине уның. Йоҡо килеү ҡул менән һыпырып алғандай ғәйеп булды.

   — Әйҙәгеҙ бында, — мин әйтәм, — икәүебеҙгә күңеллерәк булыр.

Ҡыҙ, ҡулындағы ҙур ғына төйөнсөктө иҙәнгә ҡуйып, миңә ҡаршы ултырҙы, һүҙҙе ялғап алып китеү өсөн:

   — Мин бында кеше юҡлыҡтан интегәм, унда тығынмы ни? — тим.

 — Аптырарһың был билет һатыусыларға, — ти ҡыҙ, асыуын йөҙөнә сығарырға тырышып. Ләкин ысынлап асыулана белмәҫ сағы буғай уның, күҙҙәрендәге йәшерен шатлыҡ уның асыуын күмеп тора. — Гел шулай, әллә инде билетте иҫәпләмәй һаталар.

  — Кеше күп ерҙә, һөйләшә-һөйләшә килеп, ваҡыт тиҙ үтә ул.

  — Кемгә нисек бит, — ти ҡыҙ. — Бына бөгөн минең бер кем менән дә һөйләшкем килмәй. Берәй хәсрәткә тарыған икән был, тип уйлай күрмә, ағай. Ҡайһы саҡта шатлыҡтан да һөйләшке килмәй икән. Шатлыҡтың да, ҡайғының да төрлөһө була тигәндәренә ышанмай торғайным, хәҙер белдем шикелле. Ниңә шулай икән ул, ағай?

   — Әлләсе.

  — Ҡайһы бер шатлыҡты кешегә һөйләп булмай шул. Уның хаҡында тыныс ҡына ултырып, күҙҙәрҙе йомоп, рәхәтләнеп уйлағы, хыялға сумғы килә.

Ғәжәп ҡыҙыҡай был, мин әйтәм. Ысынлап та, уның һоро күҙҙәрендә уйсанлыҡ менән шатлыҡ бергә ҡушылған. Ҡыҙыҡһынып һорайым:

   — Ҡайҙа китеп бараһың, һеңлем?

   — Китмәйем, ҡайтам. Биштаған ауылына. Бына, килеп тә еттек.

  Ҡыҙ, урынынан тороп, төйөнсөгөн алды.

   — Бәй, — мин әйтәм, — миңә лә ошонда төшөргә бит. Һарыкүл разъезы түгелме һуң әле?

   — Эйе, әйҙәгеҙ, поезд бында ике минут ҡына тора ул, төшә һалайыҡ.

   Бәләкәй генә вокзал өйөнөң ишек башында тоноҡ ҡына булып электр яна. Яҡтырырға өс сәғәт самаһы ваҡыт бар ине әле.

   — Биштаған бынан нисә саҡрым? — тип һораным ҡыҙҙан.

   — Алыҫ түгел ул, өс саҡрым самаһы ғына. Их, берәй иптәш булһа, бында бер минут тормай йүгереп ҡайтып китер инем дә...

   Ҡыҙ һүҙен осламаны. Ҡайтып етер ҙә ни эшләр ине икән ул?

   — Биштаған «Родина» колхозының үҙәгеме әле?

   — Эйе, әллә һеҙ шунда бараһығыҙмы?

   — Шундалығын шунда, тик яҡтырмайынса, атлап булмаҫ, юл да бысрағыраҡ.

   Ҡыҙ мине хәҙер үк юлға сығырға ихлас күңелдән димләһә лә, ризалашманым. Кисә көнө буйы ямғыр һибәләп торғайны. Баҫыу юлының бынан һуң рәте булмаҫы билдәле бит инде. Ҡыҙ теләр-теләмәҫ кенә минең артымдан вокзалға атланы. Икебеҙ бер диванға ултырҙыҡ.

   — Йә, һеңлем,— мин әйтәм, — икебеҙ бер ауылға ла барғас, исемеңде әйт инде, ныҡлап танышып ҡуяйыҡ.

   — Әйтәмсе, Фәрзәнә тип йөрөтәләр мине. Ә үҙегеҙ ниндәй эш менән бараһығыҙ беҙгә?

   — Гәзиттән мин, хәбәрсемен.

   — Ә-ә, шулаймы ни...

   Ошонан аҙаҡ беҙҙең һүҙ ялғанманы. Аҙыраҡ торғас, һүнер-һүнмәҫ кенә янып торған лампочка бөтөнләйгә һүнеп ҡуйҙы. Вокзал эсен ҡараңғылыҡ баҫты.

   — Эй илаһым, ошонда ғүмер буйы шулай, — тип һуҡранды Фәрзәнә. Үҙе ниңәлер минең эргәгәрәк шыуышып ултырҙы. Әллә инде арыуым еткән, әллә ошо һылыу ҡыҙ менән икәүҙән-икәү ҡараңғыла ҡалыу минең телемде көрмәлдерҙе, һөйләргә һүҙ табылманы. Фәрзәнә лә шымтайҙы. Ә аҙыраҡ ултырғас, ул, мине ғәжәпкә ҡалдырып, һис тә тартынып тормай яурыныма башын терәне лә йоҡлап китте. Йоҡланы тип, уныһын белмәйем, сөнки күҙҙәре асыҡмы, йомоҡмо икәнен күрмәйем, тик уның тигеҙ итеп тын алыуын ғына тоям. Ә үҙемә рәхәт тә, уңайһыҙыраҡ та һымаҡ. Яңылыш ҡыбырҙап ҡуйыуҙан ҡурҡып ултырам. Әле миңә билдәле булмаған шатлыҡ кисереүсе был ҡыҙ, бәлки, бая үҙе әйткәнсә, күҙҙәрен йомоп татлы хыялдарға сумғандыр...

   Бына тәҙрә быялалары зәңгәрһыу төҫкә буяла башланы. Унан әкренләп кенә яҡтырҙы. Бер аҙ үткәс, тәҙрә быялаларына сығып килгән ҡояштың ҡыҙғылт нурҙары ятты. Ә минең ҡыҙыҡай һаман башын күтәрмәй. Тартынып ҡына уның йөҙөнә күҙ ташланым. Сабыйҙар кеүек рәхәтләнеп йоҡлай ине ул. Көн яҡтыһында бигерәк тә һылыу күренә ине был шайтан ҡыҙыҡай. Әллә ниҙән ҡурҡып, ҡарашымды тиҙ генә унан алдым.

   Фәрзәнә, ҡояш ҡолас буйы күтәрелгәс кенә уянып, ҡапыл турайып ултырҙы, шунан урынынан һикереп торҙо.

   — Бәй, ағай, ниңә бая уҡ уятманың?

   — Арығандыр, йоҡлаһын, тинем.

   — Арый ти, әйҙәгеҙ, киттек.

   Бер сәғәт тә үтмәгәндер, беҙ тоноҡ ҡына ағып ятҡан кескәй йылғалы ҙур ауылға килеп керҙек.

   — Беҙгә бар, ағай. Өй иркен. Әсәйем дә мин генә,— тине ҡыҙ.

   Мин ни ҡуш ҡуллап риза булдым. Йоҡоһоҙ төндән һуң һыуыҡ һыу менән йыуынып, ирәүәнләп сәй әсеүҙән дә шәп нәмә бармы ни?

   Фәрзәнәне әсәһе ишек алдына сығып ҡаршы алды.

   — Кисә генә әле, онотто был, мәйелһеҙ, ҡалала рәхәтлеккә сығып алғас, тип һуҡранып ултырғайным, — тип һөйләнде ул. Шунан, быныһы ниндәй бәндә тағы тигәндәй, миңә сәйер генә ҡараш ташлап алды.

   Мин йылға буйына төшөп йыуынып ҡайтыуға, өҫтәлдә боҫорап торған самауыр ултыра ине инде. Фәрзәнә бер сынаяҡ ҡына сәй эсте лә, әсәһенең:

   — Ҡайҙа өтәләнәһең, әҙерәк ял итеп алғас та өлгөрөрһөң әле, —тиеүенә лә ҡарамай, ҡайҙалыр китергә әҙерләнә башланы һәм, күп тә үтмәй, талпынып сығып та китте.

   Мин Фәрзәнәнең яңғыҙ әсәһен ташлап ҡалаға ҡасан китеүен, унда ни эшләүен һорарға баҙнат итмәйерәк ултыра инем, уның әсәһе үҙе һүҙ башланы. Әле, ҡыҙы ҡайтып ингәс, уйлағандарын кемгәлер һөйләгеһе килгәндер уның, моғайын.

   — Хәҙерге йәштәр үҙе белә лә үҙе ҡуя бит ул. Үткән ҡыш уйламағанда-нитмәгәндә, кәңәш-төйөш тә итмәй, ҡалалағы ағаларына китте лә барҙы бына. Хәйер, үҙе киткәс, ниңә икәнен кеше аша ишетеп ҡалдым ҡалыуын. Әллә ниндәй егет-еләндәр менән бутала имеш, тигән нахаҡ һүҙ арҡаһында китмәксе булған икән. Кеше һүҙе — кеше үлтерә, тигәндәре дөрөҫ инде. Тауыҡ фермаһында эшләй ине, маҡтап бөтөрә алмайҙар ине үҙен. Эшен ташланы ла китте. Китмәһә, китмәҫ, кеше һүҙенә ҡолаҡ һалмаҫ ине. Түбән ос Монасиптең һалдаттағы малайы менән хатлашҡанын үҙем дә белеп йөрөй инем. Ни бары ана шул кеше һүҙе Кәбир менән арабыҙҙы боҙор, тип уйлап ҡына киткәндер инде ул. Әсәй кешенең күңеле бала ни уйлағанын, ул һөйләмәһә лә, һиҙә бит инде ул. Шуға күрә өндәшмәнем дә ҡуйҙым. Кәбире ҡайтһа, тормаҫ әле, тип уйлағайным, и дөрөҫ тә булды һуң, кем, әй. Ана, Кәбирҙең һалдаттан ҡайтыуына өс көн дә үтмәне, тып итеп ҡайтып та төштө. Эй-й, йәш саҡта шулай инде ул, осаһың да ҡунаһың, ҡанатым һынып ҡуйыр, тип тә уйламайһың.

   Миңә инде хәҙер Фәрзәнәнең кешегә һөйләмәй торған шатлығы сер түгел ине. Бына ни өсөн тиҙерәк ҡайтып етергә талпынған икән ул!

Колхоз идараһына кергәндә, минең күҙгә соланда торған Фәрзәнә салынды. Уның ҡарашында ниндәйҙер түҙемһеҙлек, икеләнеү сатҡылары күрҙем мин. Ә инде председатель бүлмәһенә ингәс, хәл тағы ла асыҡлана төштө. Унда председатель ҡаршыһында хәрби кейемдә ныҡ кәүҙәле бер егет баҫып тора. (Кәбир, тигән уй сәрпеп үтте минең башты.)

   — Берәй аҙна ял ит, Кәбир ҡустым, — тине, минең уйҙы дөрөҫләп, колхоз председателе.

   — Юҡ инде, Закир ағай, эш һағындырған, иртәгәнән эшкә тотонам, — ти Кәбир, ҡайыш менән ҡыҫып быуылған гимнастерка итәктәрен ныҡ итеп тартып ҡуя.

   — Берәй аҙнанан яңы трактор ҡайтып етергә тейеш ине, шуға ултырырһың, тигәйнем. Әле генә ниндәй эшкә тотонорһоң икән һуң?

Кәбир үҙ һүҙле егеткә оҡшай, һаман ныҡыша.

   — Миңә яңыһы кәрәкмәй, үҙем һалдатҡа киткәнгә тиклем йөрөткән ДТ-ыны бирегеҙ. Иртәгәнән эшкә сығам.

   Председатель ахыр килеп уның һүҙе менән ризалашты. Иртәгә тракторҙы ҡабул итеп алып, туңға һөрөргә сығырға ҡушты. Кәбир, бик ҡәнәғәт ҡиәфәттә, ныҡ атлап сығып китте.

   — Шәп егет, һалдаттан һуң беренсе көндә нисек эшләүе хаҡында газетаға берәй нәмә яҙып ебәр әйҙә, — тине председатель. — Хеҙмәткә киткәнгә тиклем дә бик яҡшы эшләй ине.

   Миңә уның тәҡдиме бик оҡшаны. Һалдат хеҙмәтенән һуң беренсе көндәге тыныс эш. Газета өсөн яңы нәмә был. Председателгә:

   — Шәп булыр, иртәгә уның менән бергә баҫыуға сығам, — тинем.

   Ләкин миңә ошо һәйбәт планымды тормошҡа ашырыу насип булманы.

   Кис менән Фәрзәнәнең әсәһе аш менән һыйланы.

   — Анау йылмаяҡты әйтәм, иртәнсәк сығып киткәндән бирле ҡайтманы, — тип ҡыҙына һуҡранып алды.

   Ашап алғас, тышҡа сыҡтым. Эңер төшкәйне инде. Өй артында араларында ҡарағат ҡыуаҡтары үҫкән дүрт-биш төп өйкөм муйыл ағасы бар. Уларҙың иң арғыһының төбөнә кескәй эскәмйә ҡуйылған. Шунда барып ултырҙым, һауа ғәжәп саф, ауыл тынып ҡалған. Оҙаҡ та үтмәй, уның өҫтөнә көҙгө ҡараңғы төн пәрҙәһе ятты. Һис ни тураһында уйламай, рәхәтләнеп байтаҡ ултырҙым мин. Бына өйҙә ут та һүнде. Мине лә берәй ергә киткәндер, тип уйланы күрәһең Фәрзәнәнең әсәһе. Ҡараңғылыҡ тағы ла ҡуйырып киткәндәй булды. Бер аҙҙан мине шығырҙап ҡапҡа асылған тауыш һиҫкәндереп ебәрҙе. Ике шәүлә ҡапҡанан инеп бер-ике аҙым атланы ла туҡтаны.

   — Һин мине юрый аңламаҫҡа тырышаһың, — ти Фәрзәнәнең тауышы. — Хаттарыңды ла мине алдаштырып ҡына яҙып торғанһыңдыр әле.

   — Ә мин бөтәһен дә аңлайым, — ти ҡалын тауыш. Мин был һүҙҙәрҙе Кәбир әйткәнлеген шунда уҡ белдем һәм ирекһеҙҙән был һөйләшеүҙе ныҡлабыраҡ тыңларға керештем. — Фәрзәнә, мин һинең ғәйепһеҙлегеңә ышанам. Хыт миңә әллә ниндәй ғәйбәттәр һөйләһендәр, бар тип тә белмәйем мин.

   — Шулай булғас?

   — Ферманан ҡасып китеп, ете-һигеҙ ай буйы ҡалалағы ағайыңдарҙа эстрәпкә булып йөрөүең өсөн ғәрләнәм. Йә, хәҙер нисек итеп кеше күҙенә күренәһең инде?

   — Кәбир, мин бит кеше һүҙенән ҡасып, һинең өсөн...

   — Ғәйепһеҙ кеше ғәйбәттән ҡурҡмай ул.

   — Ниңә, әллә ысынлап та анау Сабир менән йөрөгәнһең, тип әйтергә уйлайһыңмы?

   Кәбир тиҙ генә яуап бирмәне. Шунан үҙе һораны:

   — Фәрзәнә, һин миңә дөрөҫөн генә әйт әле, һин ауылға минең өсөн ҡайттыңмы әллә әүәлге эшеңде һағыныпмы?

   Был юлы инде Фәрзәнә яуапһыҙ ҡалды. Шунан уның ҡырыҫ тауышы ишетелде.

   — Һин минән отчет алып маташма. Әлбиттә, һиңә тағылып йөрөр өсөн генә түгел. Һин эстрәпкә тигәс тә...

   Фәрзәнә йүгерә-атлай ишеккә табан йүнәлде. Икенсе шәүлә бер-ике атланы ла туҡтаны. Уның:

   — Фәрзәнә, — тигән һүҙе ишеккә ҡыҫылып бүленде.

   Кәбир урынында әҙерәк тапанып торҙо. Шунан: «Ладно, посмотрим», — тип һөйләнде лә китеп барҙы. Мин был һөйләшеүҙе ишеткәндән һуң байтаҡ уйланып ултырҙым. Аҙаҡтан: «Килешерҙәр, ысын мөхәббәт өсөн бындай һүҙгә килешеү генә кәртә була аламы ни», — тигән һығымтаға килеп, соланға йәйелгән урыныма барып яттым.

   Иртәнсәк мин Миңнесара әбейҙең тауышыиа уянып киттем. Өйҙөң ишеге шар асык. Фәрзәнә кисә тотоп ҡайтҡан сеткаһына етеҙ хәрәкәт менән әйберҙәр тултыра. Әсәһе уның әле бер, әле икенсе яғына сыға.

   — Юҡҡа ҡыялма, ебәрмәйем тигәс, ебәрмәйем, — тип ҡабатлай ул — Унда һине ағайың танһыҡ күреп тора тиһеңме әллә? Һинән башҡа ла биш тамағы бар.

   Фәрзәнә уға тыныс ҡына яуаплай:

   — Ниңә, минең уға ауырлығым теймәҫ. Моғайын, үҙ тамағымды үҙем туйҙырырмын. Ағаһында эстрәпкә булып йөрөй, тиһәләр ҙә әллә...

Миңнесара әбей тағы ла ҡыҙыбыраҡ китте.

   — Кем әйтә уны, кем? Айлап түгел, йыллап торһаң да, үҙ ағайың. Бына тағы, кешенең юҡ-бар һүҙенә ҡылтай ҙа яңғыҙ әбейҙе ташлап сыҡ та кит, сыҡ та кит. Ул ниткән эш ти ул, бына, бына.

   — Әсәй, һин мине бик әрләмә, йәме. — тип уны тынысландырырға тырышты Фәрзәнә. — Миңә ауылдан һис юғы берәй йылға китеп торорға кәрәк. Ниңә икәнен һорама, йөрөп ҡайтҡас, үҙем һөйләрмен.

   — Ә һин миңә хәҙер әйт, — тип ныҡышты әсәһе.

   Фәрзәнә көрһөндө, әҙерәк һүҙһеҙ торғас, өҙә генә әйтте:

   — Мине эстрәпкә тигән кешеләрҙең ауыҙын тыҡҡым килә.

   ...Мин, йылғанан йыуынып ҡайтып килгәндә, станцияға бара торған юлдан берәүҙең ҡабаланып китеп барғанын күрҙем. Был — Фәрзәнә ине. Бына ул артына әйләнеп ҡараны, әллә миңә, әллә бүтән берәйһенә ҡул болғаны. Шунан аҙымын тағы ла ҡыҙыулата төштө...

   Бына ул мин үҙен эстрәпкә тип атаусының «ауыҙын тығыу» өсөн ҡалаға киткән ҡыҙҙың күкрәгенән сыҡҡан моңға иҫереп ултырам, һәм бер ап-асыҡ фекергә киләм: ауылын һағынған Фәрзәнә. Кәбире нн эшләне икән? Бәлки, икенсе берәүгә өйләнеп тә ҡуйғандыр инде... Был фекеремдән һуң, үҙем дә белмәҫтән, һарыуым ҡайнап ҡуя. Кемгә? Ни өсөн? Белмәйем. Йәштәр йәштәр бит инде, тағы ла табышырҙар, яратышырҙар... Шул саҡ был уйыма икенсе бер фекер ҡаршы төшә: юҡ, мөхәббәт кеүек изге нәмәгә былай ғына ҡарау енәйәттер. Тәүге мөхәббәткә, әгәр ул ысын мөхәббәт булһа, еңел аҡыл менән тап төшөрөүсе кешенең ғүмере мәңге үкенеп үтәсәген кем генә белмәй? Уны шуға ла һаҡлай белергә кәрәк. Ә бына һин, Фәрзәнә, теге ваҡытта ҡапыл ғына бөтәһен дә ҡыра һуғып яңылышманыңмы икән? Артымда ултырыусы берәүҙең:

   — Анау Фәрзәнәне әйтәм, эштә ут бөрсәһе кеүек, ә йөрәге тулы моң икән, — тигән һүҙҙәре минең уйымды бүлде һәм мин был кисәнән үҙемдең һорауыма яуап таба алмай ҡайтып киттем.

   Был һорауға яуап бөтөнләй уйламағанда ғына табылды. Берҙән-бер көн инде япраҡтары алтынға мансыла башлаған парктың асфальтланған тар юлдары буйлап йөрөп ятҡанда, ҡарт йүкә ағасы төбөндә һөйләшеп торған икәү күҙемә салынды. Абайлабыраҡ ҡарағас, тәүҙә аптыраным, шунан шатландым. Фәрзәнә менән Кәбир ине улар. Йәһәт кенә боролоп, кире яҡҡа атланым. Шул саҡ минең Фәрзәнәгә: «Һеңлем, ғорурлыҡ кәрәк, әммә, кемдеңдер ауыҙын тыҡһаң да, ысын мөхәббәткә кәртә ҡороп булмай. Уны күҙ ҡараһы кеүек һаҡларға кәрәк», — тип әйткем килде. Тик был уйым үҙем менән ҡалды. Минһеҙ ҙә килешер улар. Мөхәббәткә ҡала ни ҙә, ауыл ни. Был хаҡта миңә бер көн Фәрзәнә үҙенең йыры менән үк әйтеп биргәйне бит. Йыр һәр саҡ дөрөҫлөктө һөйләй. Йыр йөрәктән сыға. Йөрәктән сыҡманымы, уның моңо ла, йәме лә, ләззәте лә юҡ. Ә Фәрзәнә — моңло ҡыҙ.

1964 йыл.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: