— Йә, Хоҙай, ярай ҙа яуманы,ҡойған кәбәндәребеҙҙе туҙҙырыр,ҡара тиргә батып эшләгән эшебеҙҙе юҡҡа сығарыр ине, - тип ҡыуанышты ир-егеттәр.
— Ай-һай, бындай ҡурҡыныс ҡара болотто тәүләп күрәм, ғәрәсәт ҡуптарыр ине яуһа. Башҡа яҡта бәлә-ҡаза сыҡмаһа ярар ине, -- тине Ырҙаман ағай. Ысын исеме уның Рамаҙан, тик ниңәлер Ырҙаман ти ҙә ҡуялар.
22 июндә лә колхозсылар бесән эшләргә килде. Ярты кәбәнде һалыуға, ауыл яғынан йән-фарман һыбайлы сабып килгәне күренде. Килеп етер-етмәҫтән:
— Һуғыш! Һуғыш сыҡҡан! Гитлер илебеҙгә баҫып ингән, - тине лә ары сапты йомошсо Кәрим.
Халыҡ аптырап ҡалды. Иҫтәренә килеп, кәбәнде лә осламайынса, аттарын егә башланылар.
1941 йылдың 22 июнендә дәһшәтле һуғыш башланды. Ауылдағы ир-ат ил һаҡларға китте. Яҡшы аттарҙы ла һуғышҡа алдылар. Ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ һәм үҫмер егеттәр ҡалды ауылда. Ҡатын-ҡыҙҙар, балалар колхоз баҫыуҙарында, фермала тир түкте. Аттар булмағас, үгеҙ, хатта һыйыр егеп, ер һөрөргә тура килде. Үҙҙәре аслы-туклы булды, барыһы ла фронт өсөн тырышты.
Һуғыш барһа ла, ауылда тормош дауам итте. 16-17 йәшлек йәш-елкенсәк эштән һуң киске уйынға сыға. Йәш саҡ-дәртле саҡ. Элек-электән ауыл осонда, "Мөхәббәт урыны" тигән ерҙә, яратышҡан йәрҙәр осраша. Шунда үҫмерҙәр киске уйынға сыға. Саҡ ҡына арыраҡ мөһабәт ҡайын үҫеп ултыра, уны "Мөхәббәт ҡайыны" тиҙәр.
Яратышҡан егет-ҡыҙ шул ҡайын янында вәғәҙә бирешәләр. Егеттәрҙең иң өлкәне 17 йәшлек Шакир менән Гәрәй.
Гәрәй төпөшөрәк буйлы, күҙҙәре насар күрә, күҙлек кейә, шулай ҙа йәмһеҙ тип әйтеп булмай. Ә Шакир буйсан, күкрәктәре киң, матур егет. Шакирға күп ҡыҙҙарҙың күҙе төшә, бигерәк тә Зәғифә йән ата. Киске уйында "Наза" уйнағанда тик Шакирҙы етәкләп ала.
Егет ҡыҙҙың үҙен оҡшатҡанын белһә лә, уға иғтибар итмәй. Сөнки ауылдағы иң сибәр, иң сая Мәҙинәне генә өҙөлөп ярата. Уның ҡара күҙҙәре, ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйғас ҡаштары, бешкән сейә кеүек ирендәре, көлгәндә битенең соҡорайып китеүе Шакирҙы телһеҙ итә лә ҡуя. Бейеүсе Гәрәй ҙә Мәҙинәне ярата,б ейергә тик уны ғына саҡыра, ләкин Мәҙинә уның менән бейемәй. Шакирҙы ла, башҡа егеттәрҙе лә үҙенә яҡын ебәрмәй, ҡырағай ҡоралай кеүек. Шулай ҙа Шакир һиҙә Мәҙинәнең уны оҡшатҡанын, күҙ ҡарашынан тоя быны.
Киске уйынға сығыр алдынан һөйгәненә Шакир яҙыу яҙҙы: "Мәҙинәкәй, бөгөн һине оҙатһам, ҡаршы булмаҫһыңмы? Һине яратыусы Шакир".
"Наза" уйнағанда ҡыҙҙың усына йомдорҙо ҡағыҙҙы. Мәҙинәнең биттәре ҡыҙыл миләш кеүек ҡып-ҡыҙыл булды,ә усына,әйтерһең дә Шакир утлы күмер һалды. Ул көндө егет ҡыҙҙы оҙата алманы, ни арала ҡайтып киткәндер, күрмәй ҙә ҡалды. Икенсе көнөнә лә Шакир ҡыҙға яҙыу тотторҙо. Унда ул: "Уйын бөткәс "Мөхәббәт ҡайыны янында осрашайыҡ", --тип яҙҙы. Барырмы ҡайын янына һөйгәне, юҡмы? "Эх, осрашһаҡ ине!" -- тигән уйҙар менән ҡайын янына килде Шакир.
Килде Мәҙинәһе! Шакир уның бәләкәй генә ҡулдарынан тотто. Бер аҙ икеһе лә бер-береһенә ҡарашып, шым ғына торҙолар, уларҙың йөрәктәре генә һөйләште. Ниһайәт Шакир:
— Килдеңме? - тигән булды. Ул үҙенең күҙҙәренә ышанмай ине булһа кәрәк.
— Килдем, - тине ҡыҙ шым ғына.
— Кисә юҡ булдың, Мәҙинә, ниңә?
— Зәғифә күреп ҡалыр, тип ҡурҡтым. Атайымдарға әйтһә - сығармаҫтар ине. Бөгөн ул сыҡмаған, - тип йылмайҙы ҡыҙ.
— Ниңәлер бейеүсе Гәрәй ҙә юҡ, - тип шуҡ йылмайҙы Шакир. Унан:
— Мәҙинә,оҙаҡламай ун һигеҙем тула, кисә военкоматҡа саҡырҙылар ҙа, оҙатыу көт, тинеләр. Әгәр мине һуғышҡа алып китһәләр, көтөрһеңме, Мәҙинәм? - тип ҡыҙҙы ҡосаҡлап алды.
Мәҙинәгә ҡыйын булып китте, күҙҙәренән йәш бәреп сыҡты, ул Шакирзың киң күкрәгенә һыйынды.
— Шакир, һуғыш туҡтамаҫмы икән ни?
— Һуғыш бара... Аяуһыҙ һуғыш ҡыҙа...Фашистар ҡоторған эт кеүек булһалар ҙа, беҙҙе еңә алмаҫтар! Сөнки беҙ - Салауат батыр тоҡомонан!Һуғыштан еңеп ҡайтырмын, Мәҙинәм, ә һин мине көт, йәме!
— Шакир, мин һуғышҡа һинең менән бергә китәм!
Ҡыҙҙың күҙҙәре осҡонланып китте. Ул шундай наҙлы итеп ҡарай Шакирға! Егет тәүҙә бер һүҙ ҙә әйтә алмай торҙо, унан:
— Нисек бергә? Һиңә бит ун ете генә йәш!
Ҡыҙ шаян йылмайҙы ла:
— Мин һиңә үҙемдең фоторәсемемде биреп ебәрәм, уны түш кеҫәлә генә йөрөт, мине үҙең менән бергә икән тип уйла! Мин һинең йөрәгендә лә, күңелеңдә лә булырмын! Һуғыш яланында фашистарҙы дөмөктөргәндә лә, яраланһаң да - гел яныңда йәнәш барырмын!
Шакир сая ла,сибәр ҙә Мәҙинәне һығып ҡосаҡланы, ирендәр бергә ҡушылды.
— Мәҙинәм, һине үлеп яратам!
— Мин дә, Шакирым. Мөхәббәтем минең!
— Өмөтөм! Фашистарҙы еңеп һиңә ҡайтырмын, Мәҙинәм!
Мөхәббәт ҡайыны янында көн дә осрашты ике һөйгән йәр, алдағы көндәрҙәге хыялдары менән уртаҡлашты, вәғәҙәләр биреште: Мәҙинә - көтөргә, Шакир - ҡайтырға. Ә бер көн осрашыуға килгәндә Мәҙинә Шакирға доға яҙылған бетеү тотторҙо.
— Был доға - йән һаҡлау доғаһы. Юғалтма! Муйыныңа тағып йөрө, һиңә бер пуля ла теймәҫ.
— Ә ҡайҙан беләһең йән һаҡлағанын?
— Олатайым һуғышҡа киткәндәргә яҙып бирә торған булған, атайымдың һөйләгәненән беләм. Изге Ҡөръән китабы араһынан алдым.Ысын!Доға яҙылған бетеүҙе тағып йөрөгәндәр иҫән ҡайтҡандар! - ти ҡыҙ, ныҡ ышаныслы итеп.
Шакир-комсомолец. Ундай нимәләргә иҫкелек ҡалдығы, тип ҡараһа ла, һөйгәнен үпкәләтмәҫ өсөн йылмайып:
— Әлбиттә, тағып йөрөрмен!-тине. Мәҙинәһенең оло бүләге итеп ҡабул итте.
1942 йылда, ун һигеҙ йәше тулыу менән, Шакир фронтҡа китте. Һуғыштың иң ҡаты барған еренә килеп эләкте егет. Миналар шартлай, пулялар һыҙғырып оса, элемтәсе Шакирға өҙөлгән линияны ялғарға кәрәк. Ҡайһы саҡта үҙе менән алған сым етмәй, кире барып алғансы ваҡыт үтә, етмәһә, ара йыраҡ. Шул саҡта үҙе сым үткәргес ролен үтәй Шакир.
Тыныс тормошта йәшәп, әрме хеҙмәтен дә күрмәйенсә тура һуғышҡа барып эләккән егеткә өйрәнеп китеүе еңел булмай. Линияны ялғағанда баш осонан һыҙғырып осҡан пуляларҙан ҡурҡып, ергә һеңерҙәй булып ятҡанда Мәҙинәһе күҙ алдына килә һәм ул: "Шакир, доғалы бетеүҙе тот, ҡурҡма, мин һинең менән", - тигәндәй була. Һәм, ысынлап та, Шакир тыныслана, үҙен батыр итеп тоя, сәмләнеп алға шыуыша, линия ваҡытында ялғана, кәрәкле командалар кисектерелмәй тапшырыла.
Командирынан рәхмәт һүҙҙәре ишеткәндә түш кеҫәһендәге Мәҙинәһенең фоторәсемен һыйпап ҡуя Шакир: "Мәҙинәкәйем, бында һинең ярҙамың ҙур! Мине дәртләндергән өсөн ҙур рәхмәт!" - тигән уйҙар үтә Шакирҙың башынан. Бер яурынына сым, икенсеһендә - мылтыҡ, билендә - граната, бына шул йөк менән шыуышырға кәрәк.
Бер-нисә иптәшен юғалтты ла инде Шакир. Бик ауыр булды, ләкин ни хәл итәһең, һуғыш... Линияны ялғарға шыуышҡанда, башты күтәрмәй генә, тирә-яҡты ла иғтибар менән ҡарап барырға кәрәклеген белә егет. Бер көн бейек ағас башында дошман уҡсыһын күреп ҡалды, шундай оҫта итеп йәшенеп ултыра, ә Шакирҙың күҙе осҡор, ул яйлап ҡына винтовкаһын дошманға тоҫҡап, атып ебәрҙе һәм, ни күрә, ике дошман берсә ергә тәгәрәне, бер пуля ике уҡсыны юҡ итте. Улар уңайлы урында, икеһе йәнәш, ике яҡҡа ҡарап ултырған булған. Түш кеҫәһендәге фоторәсемде һыйпап, "Мәҙинәм, береһен һин теге донъяға ебәрҙең",тип шатланды Шакир.
Ҡан көҫәгән бүреләр кеүек дошман алға ынтыла. Илебеҙҙе яуыз дошмандарға бирмәҫ, бысраҡ аяҡтары менән тапатмаҫ өсөн йән-тәслим һуғышты батыр егеттәр, үлһәләр үлделәр, ләкин дошманға һатылманылар. Шакир ҙа кәрәк икән элемтәсе, кәрәк икән снайпер булды.
Һуғыш... Һуғыш яланы шул... Сираттағы линияны ялғарға тип шыуышҡанда яраланды Шакир. Яҡында ғына бомба шартланы, уның ярсығы егеттең һул аяғын сәрпәкләгәйне. Аяғы ни саҡлы ауыртһа ла линияны ялғамайынса кирегә шыуышманы егет. Ул һуштан яҙҙы, ярай ҙа иптәштәре эҙләп табып госпиталгә оҙатты.
Оҙаҡ иҫенә килә алмай һаташты Шакир. Имеш тә, Мәҙинәһен көтөп, "Мөхәббәт яланы"нда ултыра. Ниңә оҙаҡлай икән?Бәй, Мәҙинәһе килә,ҡулында сабый бала, малай! Үҙе йылмая. Ә Шакир ҡулдарын һуҙып:
— Мәҙинә, Килдеңме? Кемдең улын күтәреп алғанһың? - ти.
— Был малай һинең улың, Шакир! Беҙ һине көтәбеҙ ҙә көтәбеҙ, һин ҡайтмағас, үҙебеҙ килдек.
— Ысынмы,минең улыммы, Мәҙинәм?Ыһ...
— Шакир, әйҙә, тор, ҡайттыҡ!
— Тора алмайым шул... йәнем... Ыһ...
Өс тәүлектән һуң ғына егет күҙҙәрен саҡ асты, эргәһендә Мәҙинәһе юҡ...
— Мәҙинә, Мәҙинә, - тип ыңғырашты Шакир. Күҙ алды бер ҡараңғыланды, бер яҡтырҙы, аяғының һыҙлауына түҙерлек тугел.
— Сабиров, иҫеңә килдеңме ?
— Мин ҡайҙа?
— Госпиталдә. Һине ҡотҡарыу өсөн һул аяғыңды ҡырҡырға тура килде.
— Ахх... Улай икән...
Шакир муйынын һыйпап ҡараны, бетеүе юғалмаған, һөйгәненең доғалы бүләге уны һаҡлаған үлемдән. Ләкин... Сибәр Мәҙинәһе уны күрергә, ғәрип кеше менән йәшәргә теләрме?..
Хатҡа яҙманы Шакир үҙенең аяҡһыҙ ҡалыуын.
Уйҙар... Уйҙар... Уйлаһаң-уйылып китерлек. Эхх, фашистарҙы еңергә күп тә ҡалмағайны бит...
Шакир өсөн һуғыш шулай бөттө. Уны тыуған яғына госпиталдән Надя исемле шәфҡәт туташы килтерҙе. 1944 йылдың йәйендә Шакир ауылына ҡайтып төшә.
Эйй, атаһы менән әсәһенең, туған-тыумасаларының һөйөнөүҙәре!
Күрше-күлән хәл белергә керҙе, ҡайһылары иҫән ҡалыуына ҡыуанды, ә ҡайһы берәүҙәре әсенде. Ҡысҡырып әйтмәһәләр ҙә, йәлләүҙәре йөҙҙәренә сыҡҡайны. Яугирҙың ҡайтыуы шунда уҡ бар ауылға таралды.Ш
акир тураһында Зәғифә килеп һөйөнсөләне Мәҙинәгә. Мәҙинәнең йөҙө ҡояштай балҡып китте! Ул ҡыуанысынан илап ебәрҙе. Зәғифә уның илауын үҙенсә аңлап:
— Мәҙинә, Шакир ғәрип булып ҡайтҡанға илайһыңдыр инде.Уның менән ғүмереңде заяға үткәрмәҫһең инде... Нимәгә һиңә сатан Шакир?..
Мәҙинә тәүҙә өндәшмәне. Белә бит инде Зәғифәнең Шакирҙы бала саҡтан яратып йөрөгәнен. Бер аҙҙан Мәҙинә йылмайҙы ла:
— Ә һин уны һаман да яратаһың шикелле, әхирәткәйем, үҙең Шакир менән йәшәр инеңме? - тине һынамаҡҡа.
— Йәш саҡта ни, кем кемде оҡшатмай, кемдең күҙе кемгә төшмәй, әйттең һүҙ... Ер йөҙөндә егеттәр бөтөп, ошо сатан Шакир ғына ҡалған, тиһәләр ҙә, уға ҡарамаҫ инем, - тигән булды. Ә үҙенең тауышы ҡалтыраны...
— Зәғифә, ә мин уны яратам! Ике аяҡһыҙ ҡайтһа ла ташламаҫ инем! - тине ярһып Мәҙинә.
— Үҙең беләһең инде. Йәне теләгән - йылан итен ашаған, тиер ине өләсәйем. Ә бына Гәрәйгә барһаң - уңыр инең! Үҙе бейеүсе, гармунда ла оҫта уйнай, шәп пар булыр инегеҙ!
— Димсе булып килдеңме әллә, Зәғифә?Гәрәй бик шәп булғас, ниңә үҙең бармайһың уға?
— Ул һине генә ярата шул, - тине лә ҡайтып китте. Зәғифәнең ниҙәр уйлағанын белә Мәҙинә, һаман да Шакирға өмөт итә.
Шакирзың ҡайтыуына ике көн үтеп китте. Ҡайтҡан көнө йорттан кеше өҙөлмәне, иртәгәһенә әсәһе мунса яҡты. "Тик нисек йыуыныр икән балаҡайым?" - тип босолдо Зәбирә апай. Өлкән улымдың улы Хәбир ейәнемә әйтәйем әле, сигенергә-кейенергә ярҙам итер, арҡаһын йыуыр улыҡайымдың,-тип уйланы әсә.
Әсәһе үҙ фекерен әйткәс, Шакир:
— Ярҙам кәрәк булыр шул,әсәй, рәхмәт инде,-тине. Йыраҡ юлдан йонсоп килгән Шакир,мунсанан таҙарынып сыҡҡас, күңеле күтәрелеп,йөҙө яҡтырып китте,бер аҙ ятып хәл алыуға, тәмле тауыҡ һурпаһы ла бешеп сыҡты. Аш ашап алғас, урамға тәмәке көйрәтергә сыҡты Шакир.Ҡайтырҙан алда ла,юлда ла,ҡайтҡас та күп уйланды егет.Мейеһен ошо уйҙар бер туҡтамай, сүкеш менән туҡылдатып торғандай: "Шакир,һин ғәрип, атай-әсәйеңдән башҡа һин кемгә кәрәк?
Мәҙинә ҡабул итерме сатанды?Әгәр ҡабул итмәһә,нимәгә йәшәргә?Өмөтөң үлһә?Һуғыштан иҫән-һау ҡайтһам, Мөхәббәт ҡайыны янына барырмын,тигәйнем .Ә Мәҙинәм унда көтөрмөн, тигәйне. Нимә булһа ла булыр,барайым,"--тип,ныҡлы ҡарарға килде лә, яйлап ҡына юлланды Шакир һөйгәне менән хушлашҡан урынға. Һаай...бигерәк ауыр икән ҡултыҡ таяҡтары менән йөрөү...Аяҡтары теүәл саҡта унда барып етеү һиҙелмәй ҙә торғайны
Шайтан ғына өмөтһөҙ, тиҙәр. Һөйгәнем минән баш тартмаҫ, тип өмөтләнеп, Мөхәббәт ҡайыны янына кисләтеп кенә барып етте Шакир. Йөрәге ярһыу аттай дөп-дөп тибә. Тирә-яғына ҡараны, бер кем дә күренмәй. Эх... Килмәгән...
"Бәлки, килер, көт!" - ти өмөтө.
Шакирға ҡултыҡ таяҡтарында тороу ауыр, етмәһә, уң аяғы һыҙлай. Шуға бер аҙ ағасҡа һөйәлеп тормаҡсы булды.
Ай яҡтыһы һыу кеүек. Шулай ҙа Шакир, абынып йығылмаҫ өсөн, һаҡ ҡына һикрәнләп, ҡайынға яҡынлашты. Һәм... кинәт туҡтап ҡалды. Мөхәббәт ҡайынына ҡара йылан уралып тора ине. Яҡын килмә, тигәндәй Шакирға башын һоноп ыҫылдай. Һәм, ни күрә, уның аяҡ аҫтына, ҡәләм ҙурлығында ғына йылан балаһы тып итеп килеп төштө лә үлән араһына кереп юғалды, унан тағы бер-бер артлы бәләкәй генә йыландар ергә тупылданылар һәм күҙ асып йомғансы, йыбырлашып юҡ та булдылар.
Шакир был күренеште иҫе китеп күҙәтте. "Ошо бәләкәс кенә йән эйәләре нисек йәшәргә тырыша! Уларҙы ҡурсалаусы юҡ, үҙҙәрен-үҙҙәре һаҡлайҙар. Ә мин, ауыр һуғыш юлдарын үтеп ҡайттым, һыңар аяғымда булһа ла, ҡултыҡ таяғына таянып, ерҙә, Тыуған еремдә ныҡлы баҫып торам! Ҡулдарым теүәл, минең өсөн йәндәрен бирергә әҙер торған атайым, әсәйем бар!Һөйгәнем ҡабул итмәһә, ниңә өмөтһөҙлөккә төшөргә торам? Өмөттө өҙөргә хаҡым юҡ!" -- тип, ҡайтыр юлға боролдо. Һәм... саҡ ҡына артына ауманы, ҡаршыһында Мәҙинәһе баҫып тора ине.
— Мәҙинәм?!
— Шакирым! - тип шыбырҙаны ирендәр.
— Мәҙинәм! Ҡәҙерлем минең! Күҙ нурым! Бәхетем! Өмөтөм!..