-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Ноябрь , 17:45

Сәстәреңдән тотоп ҡарар инем…

Миңнур ҠАСИМОВА (Хикәйә) -Еңгәм, еңгәм! Һағындым. Барып ҡына күрәйемсе.-Кил, ҡәйнешем, кил! Мин хәҙер бөтөнләйгә ҡайттым Башҡортостанға. Күрше Биләриттә генәмен.“Ҡалай ғына матур һөйләшә башҡортса. Шул ғүмер ситтә йөрө лә”. –Телефон шнурын ҡулына урап алды.

Сәстәреңдән тотоп ҡарар инем…
Сәстәреңдән тотоп ҡарар инем…

-Барам, бөгөн барам. Әй, юҡ, хәҙер барам. Теге ней…Һин һаман да матурмы, еңгәм?
-Атаҡ! Ошо йәштә кеше матур буламы? - Һаҡ ҡына һорай ҡуйҙы:
- Киләм, тиһеңме?
-Юҡ, бармайым! Мин һине ямаҡай итеп күреп өйрәнмәгәнмен. Сәстәреңдән генә тотоп ҡарағым килә ине. – Телефон трубкаһы урынына төшөп ятты.
Һыҙып ҡына торған һағыш күкрәген иңләп барғанын тойоп, сығып, кәртә артындағы кәбән һайғауына һөйәлде Хөрмәт. Күҙ алдына диләнкәләге сабындары килеп баҫты. Һөттәй аҡ йөҙлө, күбә арҡаны ише ишелеп төшкән сәс толомо ураҡ менән үлән урғанда осаһына ҡаҡлығып-ҡаҡлығып торған еңгәһе, ҡул һырты менән маңлай тирен һыпырып ебәрә лә, урман яңғыратып һөрәнләп ебәрә:
-Ҡәйнешем!
-Мин ҡәйнеш түгел – кеше!
-Кеше!
-Әү, еңгәм!
-Әйҙә, һыбай еләйек. - Икенән үрелгән сәс толомон ҡултыҡ аҫтынан үткәреп бирә лә ҡәйнешенә, китәләр былар диләнкәнең түңгәктәренә абына-һөрөнә береһе ат, икенсеһе һыбайлы булып. Әсәләре ҡасан ғына сәйгә һөрәнләй инде, тип ҡолаҡ һалып йөрөгән апайҙары, услам-услам үләндәрен тоҡтарына һелтәп, мәрәкә күрергә өйкөлөшөп китәләр, зеүәлдән һис шылырҙай тойолмаған ҡояш эҫеһенән аҙға булһа ла күләгәгә ҡасыр әмәл сығыуына шатланып, ҡайын төбөнә сүгәләп, тегеләрҙең әлһерәшеп килеп тәгәрәгәнен көтәләр.
Иһаһайлап туҡтауҙарына, донъяны ут көйҙөргән ҡоролоҡҡа сәсрәп көйөп йөрөгән әсәләре ҡайынлыҡ араһынан килеп сыға.
-Тор ҡорғаҡһыған ерҙән. – Үҙендә йәшәгән ике туған ҡустыһының поезда күреп етәкләп алып ҡайтҡан йәш кәләшенә инде һуҡранам, тип ауыҙын асҡан ҡатын, төҫлө кино ҡарағандай, күргәненән өнһөҙ ҡатып ҡала. Салҡан ятып, ҡарағат ише күҙҙәрен тултырып күккә баҡҡан Гөлзәмиәнең һылыулығы уҫал ҡайынбикәһенең дә һушын ала:
-Ай, килен! - Саңдау ише сабынының тамырында ҡатҡан үлән онтаҡтарын шығырҙата баҫып, станына атлай. Ҡыҙҙарының яурындарында йөкмәп алып сыҡҡан һыуҙарының тамсыһын да сайпылтмай кәнистрҙән тағандағы баҡырсаһына һыу ҡойоп, йән-яғын елдән киҫкә менән ышыҡлап, ут тоҡандырҙым тигәндә, Гөлзәмиәнең көңгөрт тауышы яңғырай:
-Мәк сәскәһен өҙҙөм яңылыш ҡына
Ҡый үләне менән бутаным.
Мәк сәскәһе – белмәй киләсәген
Үҙ ҡулдарым менән утаным.
Яҫы ҡарағас дүңгәген сәхнә итеп баҫҡан килене телә генә бәғерҙе:
…Йылдар үтер, күҙ йәштәре кибер.
Бәлки ғәфү итерҙәр мине.
Унан, бер аҙ ғәйепле кешеләй, усаҡ янына килеп, туҫтаҡҡа айран туҡып алыр ҙа, тамсыһын да сайпылтмай ғына бәүелтә баҫып, урман ситендәге бешәлеккә атлар. Ҡайынбикәһе алдында шымтайып ҡалһа ла, ҡайынһеңлеләре янынан үткәндә, эйелә биреп:
-Ағағыҙҙы дәртләндереп алайым әле. Былай, үҙебеҙ генә, ыратып булмай бит, -тип күҙ ҡыҫып алырға ла өлгөрә.
-Ярай ҙа, баҫҡан ерең ҡарағастай ныҡ булһа. Ҡорғаҡһыған ерҙән йөрөйһөң шул. Ҡыҙыу, үтә ҡыҙыу. Ҡоролоҡ йылы кеше ғаилә ҡорамы? Таң атҡансы, клуб һикәлтәһендә гармун тартып арыған иреңде ғүмер буйы дәртләндереп торалмаҫһың шул. – Көн дә шул уҡ хәл – әсәһенең һуҡранғанын Хөрмәттән башҡа ишетеүсе юҡ. Ағаһының ҡайһылайтып дәртләнгенен ҡарап торғоһо килә лә бит малайҙың, усаҡтан ситкә осҡан осҡондо сыбыҡ менән туҡмап, һүндереп торорға ҡушҡан әсәһенән күҙ яҙлыҡтырырмын тимә.
***
-Еңгәм!
-Әү, ҡәйнеш!
-Мин ҡәйнеш түгел – кеше! Һағындым. Барып ҡына күрәйемсе.
-Кил, кеше. Ярты йыл көтәм бит үҙеңде.
- Барам, тиҙҙән барам. Үҙеңде, сәс толомоңдо һағындым. Теге ней… Толомдарыңды ҡырҡтырмағанһыңдыр? Әй, тотоп ҡарағым килә. - Телефон шнурын ҡулына урап алды. - Һаман да дегет ише ҡарамы?
Теге оста көлөмһөрәү ишетелде:
-Сал төштө бит инде, ҡәйнеш.
-Әй, юҡ. Мин һине сал сәсле итеп күргем килмәй. - Телефон трубкаһы урынына төшөп ятты.
Тамағына тығылған төйөрҙө саҡҡа йотоп ебәрҙе лә, һикәлтәгә сығып ултырҙы Хөрмәт. Ошолайтып ултырып еңгәһенең башын ҡарағанын иҫенә төшөрҙө:
-Тегеләр миндек алып ҡайтҡансы, башымды ғына ҡара әле, ҡәйнеш, әй, кеше. Бетләнем, ахырыһы.
Белә башты нисек ҡарарға Хөрмәт. Бармаҡтарын йыбырҙығы сығарып, рәхәтләнеп яра ғына сәс араһын.
-Уй, еңгәм. Бында беттәрҙең юлы яман күп. Ҡайһыһынан китәйем?
-Юл түгел бит ул. Һин сәстең араһын ҡай яҡҡа яраң, шул яҡ асыла ла, юл булып күренә. Күренмәйме бер нәмә лә?
Бет юлынан барам, тип маташҡан малайҙың ҡулы ҡолаҡ өҫтөндәге ялтлас тирегә барып юлыҡты.
-Әлекәйем! Бында беттәр башыңды ялтыратҡансы ашағандар. – Ҡурҡышынан аҫҡы һикәлтәгә тәгәрәп килеп төштө Хөрмәт.
-Шым! Ҡысҡырма. Кеше ишетеп ҡалмаһын.
-Бер урында сәсең юҡ би-и-т. Мине лә ашайҙар беттәрең. – Ҡысҡырып иларға әҙерләнгән малайҙы тубығына алып ултыртты Гөлзәмиә.
-Егет булғың киләме?
-Ыһы. Ишыу һинең һымаҡ матур ғына кәләш алғым, айран эсеп, дәртләнгем килә.– Еңгәһенең ирененең ситенән пырхылдап әллә нимә осоп сығып китте.
-Шулай булғас, күргәнеңде береһенә лә һөйләмә. Ағаң белеп ҡалмаһын. Яратам бит шуны. Иҫем китеп яратам. Бына тағылдым да килдем бит никахһыҙ-ниһеҙ көйө. Ялтлас ерен күреп ҡалмаһын тип, икенән генә үреп йөрөйөм сәсемде. Хатта йоҡлағанда ла тағатмайым.
-Еңгәм! Нишләп беттәр башыңды улайтып ашағандар ул?
Гөлзәмиә ус яҫылығы ялтласын сәсе менән ышыҡлап ҡуйҙы ла, тубығындағы ҡәйнешен бәүелтә-бәүелтә һүҙ башланы.
-Мин дә һинең һымаҡ бәләкәс кенә инем. Тик әсәйем юҡ ине. Үҙемдән өс йәшкә бәләкәй һеңлемде мунсала йыуындыра инем. Атайым һыу ғына ҡойоп бирә лә, ҡайтып китә. Бер шулай, башым әйләнә башлағанын аңғарып, һеңлемде сығарып өлгөрҙөм, үҙем еҫ тейеп ҡолағанмын. Күпме ятҡанымды белмәйем, иртәнсәк өйҙә генә уяндым. Тарайым тип, сәсемә тараҡ тигеҙгәйнем, башымдың мейескә тейеп ятҡан еренән ите сәсе-тиреһе менән тараҡҡа эләгеп килеп сыҡты. Бешкән булған. Унан ошо ерен тире ҡапланы. – Эҫе ямғыр тамсыһы Хөрмәттең битенә тамды.
-Уй! Ҡалай ҡурҡыныс булған.
-Юҡ, бер нәмә лә булмаған әле. Һин берәйһенә һөйләһәң, ҡурҡыныс булыр.
-Әйттем бит инде, егет булғым килә, тип. Һөйләмәйем тигәс, һөйләмәйем.
-Аҡыллымды минең. Бына, игеҙәктәрем тыуһа, ошолайтып ҡына, һине бәүелткән ише, тубыҡтарыңа һалып ҡына көтөшөрһөң инде, ҡәйнешем, әй, кеше!
***
-Еңгәм!
-Әү!
-Барып ҡына күрәйем дә, толомоңдо ғына тотоп ҡарайым әле.
-Йыл ярым ваҡыт тапмағаныңды. – Теге оста көрһөнөү ишетелде.
…Ҡабаланып йыйынды. Өлгөрмәй ҡуйыуынан ҡурҡты. Ҡатынына ла, балаларына ла “Әйҙәгеҙ!” – тимәне. Шәп баҫҡанда ла, өс сәғәттән барып инергә була. Инде ҡапҡанан сыҡтым, тигәндә бүлек менән көпләнгән машинаның үҙҙәренә боролғанын аңғарҙы. Кабинала ҡара таҫма менән уратылған таныш гармунды күреп, йөрәге ҡыҫып алды: “Һау ғүмерең ярты быуат ситтә йөрөһә лә, һөйәктәрең менән гармуның булһа ла тыуған яҡҡа ҡайтҡан икән.”
…Әле бына етеһен уҡытты ла ағаһының, юлланды еңгәһенә. Нисә йыл ҡул һуҙымында ятҡан Биләриткә ошоғаса барып ҡайтмауына иҫе китеп аптыраны. Үҙен биш йәшлек еңмеш ҡәйнеш, һикһәнде ваҡлаған еңгәһен ун һигеҙҙәге итеп күҙ алдына килтереп йәшәгән йылдары өсөн үҙен әрләне. Уйҙары һаман еңгәһе тирәһендә өйрөлдө.
Башыңды бер яҫтыҡҡа терәп ятҡан ҡушағаңдан йәшереп буламы һуң инде ялтласыңды? Сәбәп кенә инде уныһы ла. Һәр быуыны һайын мөхәббәте һайрап торған елфороз ағаһы, ҡултыҡ аҫтына гармунын ғына ҡыҫтырып, Себер һалып сыҡты ла китте. Ай, илауҙары әсәһенең.
Шәп ине еңгәһе. Дыуамаллығы менән, үҙе әйтмешләй, йәбешеп килһә лә, яратыуы ла ихлас ине. Һай, ҡулдарының оҫталығы! Ағаһы ғына белмәне ҡәҙерен.
***
-Алло! Алло! – Кәҫә телефонын ауыҙына тығырҙай булып ҡысҡырҙы.
-Һаумыһығыҙ! Хөрмәт, беҙ һеҙҙе көтәбеҙ.
-Ә-ә, теге, ней…Еңгәм… – ҡапыл тормозға баҫҡандан, машина сыйылдап китте.
Теге остағы ҡатын-ҡыҙҙың барыһына ла яуабы әҙер ине:
-Ул юҡ. Һеҙгә тапшыра торған аманаты бар. Ауылға боролғас та, йылға буйындағы яңғыҙ йорт Гөлзәмиә апайымдыҡы.
…Һикәлтәһеҙ өйҙөң тупһаһын көскә ашаҡлап инде Хөрмәт. Һап-һары итеп ҡырып йыуылған иҙән, тәҙрәләге сигеүле ҡорғандар, ишек ҡаршыһындағы ағас карауатта ҡуҡырайышып ултырған мендәрҙәрҙәге аҡ селтәрҙәр – бала саҡтағы үҙенең өйөнә ҡайтып инде тиер инең, бында бөтә нәмә лә яңы. Аҡ балсыҡ менән һыланған мейес артынан килеп сыҡҡан ҡатындың тандыр менән генә әйтелгән хәбәре бер аҙ айнытып ебәрҙе:
-Аманатын тапшырайым. – Еңгәһенең теүәл илле йыл элек унынсы ептән туйына тип бәйләгән аҡ эшләпәһе эсенән оҙон ике ҡара толом сығарып, Хөрмәттең ҡулына тотторҙо. – Төҫө итеп һаҡларһың.
…Зыярат ҡылырға кәрәклеген дә онотто. “Тотоп ҡараныңмы инде толомон? Нисә йыл хыялландың.” – Күҙ йәштәрен тыйып торманы. Аҡ эшләпәле ике толомдо тубыҡтарына һалып, бәүелтеп-бәүелтеп иланы. Ағаһына тилмереп яңғыҙ ҡалған еңгәһенең заяға үткән тормошо асылығы, үҙенең ҡатылығы күҙ йәштәре булып аҡты ла аҡты.
…Килгән таҡыр юлдан ҡайтҡыһы килмәне - урман йырмаслап һалынғандарҙың береһенә төшөп бара бирҙе лә лә, тау сағылына етеп, машинаһын туҡтатты. Күҙҙәре менән һыу буйындағы яңғыҙ йортто эҙләп тапты. Инвалид коляскаһы этеп килгән баяғы таныш һын тупыс аяҡлы әбейгә дарыу ҡаптырып, инсулин ҡаҙағанын аңғарҙы. Коляскалағының башындағы яулығы һыпырылып ергә төшөп китте лә, байып барған ҡояштың һуңғы нурҙары сал сәс араһындағы ҡолаҡ осондағы ялтласын көҙгө ише сағылдырып ебәрҙе.
…Инвалид коляскаһы өй янына еткәндә, тау сағылындағы машина йән-фарман кире ауылға елә ине. Ҡорғаҡһыған ерҙе имшетеп, ямғыр яуып үтте.

Фото: in.pinterest.com

Автор:
Читайте нас: