-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
12 Ноябрь , 17:25

Йәшәгән, ти... Гулливер

– Рәсүл! Рәсүл, тием, кәзәғолаҡ! – Мунса соланында тәмәке тартып ултырған Рәсүл атаһын ишетмәне. Бында түгел, ҡайҙалыр алыҫта ине уның уйҙары. Таңда күргән төшөн иҫенә төшөрә алмай... Әсәһен күрҙе шикелле төшөндә. Ете йыл элек ҡала почтаһында инфаркт һуғып вафат булып ҡалғайны ҡәҙерле кешеһе...

Йәшәгән, ти... Гулливер
Йәшәгән, ти... Гулливер
...Бына ул әсәһе менән мәктәпкә китеп бара. Беренсегә уҡырға бара. Көн шул тиклем сыуаҡ. Көҙгә инеп өлгөрмәгән аяҙ күктәге ҡояш ҡайнарлығын юғалтмаған әле. Әсәһе лә күк төҫөндәге зәңгәр ерлеккә аҡ борсаҡ төшкән күлдәк кейеп алған. Һандалайып, төҫө уңа башлаған, ҡасандыр көрән төҫтәге яулығын башына тарттырып бәйләгән. Аяҡтарында – сепрәк танкетка. Рәсүл – мәктәп формаһында. Йәй башында уҡ алып ҡуйғайнылар. Пинжәгенең еңдәре, салбар балаҡтары ҡыҫҡар­тылып, үтекләп шкафҡа бөгөнгө көндө көтөп элеп ҡуйылған мәктәп формаһында. Малай, әсәһе менән бер аяҡтан атларға тырышып, бәләкәй генә устарын уның ҡулына йомдорған да мәктәпкә йүгерә, имеш.
Төшө булдымы, әллә бынан бик күп йылдар үҙе менән булған элекке хәтирәләрен тергеҙеүе булдымы – аңлап бөтмәне барыбер...
Атаһы бүлдерҙе уйҙарын:
– Рәсүл, өйҙә икмәк бөткән икән. Аръяҡтағы магазинға барып киләһеңме әллә? Беҙҙекендә бөткәндер ул, ике көнгә бер генә әпкиләләр бит, – тине пакет һуҙып. Күмелгән уйҙарынан һаман да айнып бөтмәгән егет пакетты кеҫәһенә тыҡты ла картуф баҡсаһы аша аръяҡҡа сыҡҡан һуҡмаҡ буйлап күпергә ыңғайланы.
...Һуңлап ҡына килгән быйылғы яҙ әкренләп үҙенекен итә шулай ҙа. Ер өҫтө ала-сола, ҡар иреп бөтөп бара, соҡорло, һөҙәк ерҙәрҙә, тау үҙәктәрендә генә ҡалған. Боҙҙан әрселеп, яҙҙарҙа ғына ярһып, сығырынан сығып аҡҡан, ниндәйҙер әйтеп аңлатып булмаған көслө, үкергән гөрөлдәү сығарып аға әлеге мәлдә Көнбулаҡ йылғаһы.
Рәсүл аҡҡан һыуға күпер өҫтөнән байтаҡ ҡына ҡарап торҙо. Ошо ярһыу йылға ҡый-һай, бүрәнә киҫәктәре, тамыры менән аҡтарылған сатыр-соторҙы ҡайҙалыр алыҫ-алыҫҡа – түбәнгә алып китә. Нишләптер, ҡапыл үҙенең уйҙарын ҡуша ағыҙғыһы килде...
Көн кискә ауышып, томорайып, эңер төшә башланы.
Магазин бикләнеп ҡуймаһын тип, егет аҫылмалы күперҙе сайҡалдыра-сайҡалдыра, ҡыҫҡа аҙымдар менән аръяҡҡа ыңғайланы. Уйҙары ла ошонда тороп ҡалғандай, еңеллек тойҙо, тәҙрәнән ҡарап ҡалған ҡарашты ғына һиҙмәне ул. Арғы яҡҡа сығып етеп, магазин боролошона еткәнсе оҙатты уны был ҡараш. Бер туған еңгәһе Гөлнара иртәнсәк үк, юҡ, ете төн уртаһында йоҡлай алмай уянып ятып, күңеле төбөндәге иң-иң ҡурҡыныс уйҙары менән үрелеп, бергә оҙатты Рәсүлде. Ах, ошо, барыһын да әле, әлеге мәлдә ҡәтғи хәл иткән гонаһлы ҡараш булмаһа...
... Гөлнара, ҡала ҡыҙы булһа ла, күберәк ауылда, өләсәһе ҡарауында үҫте. Уның иң яратҡан баш ейәнсәре ине ул. Йәйгеһен ҡапҡа алдында ҡаҙ-өйрәк бәпкәләрен көттөләр, еләккә, үләндәр йыйырға ҡырға, урманға йөрөнөләр. Ҡышҡы каникулдарҙа урын­дыҡта ултырып, бәйләм бәй­ләнеләр, ҡорама ҡоранылар. Әкиәттәр ҙә һөйләр ине өләсәһе оҙон ҡышҡы кистәрҙә. Хәтере, иҫе шәп ине Сания әбейҙең. Әкиәттәрҙе күп белде, уға ла өләсәһе ҡарһүҙҙәр һөйләй торғайны ваҡытында. Дейеүҙәр менән алышҡан батырҙар, төпһөҙ күлдәрҙәге һыу­һылыуҙар, көтөү-көтөү мал-тыуар, тау аҫтындағы бөтмәҫ хазина-байлыҡтар – бөтәһен дә ысын һымаҡ ҡабул итә ине ҡыҙ шул әкиәттәрҙе тыңлағанда. Телевизор, хатта радио ла булмаған бәләкәй генә өйҙә ҙур ҡыуаныс ине уның өсөн ошо әкиәттәр. Аныҡ бер көнгә тиклем генә дауам итте әкиәт-бәйеттәр һөйләү.
Ҡыштың бер көнөндә тиҫтерҙәре менән тышта уйнап ҡайтҡас, өләсәһе үҙе бер ҡарыш, һаҡалы мең ҡарыш, һөмһөҙ иргәйел тураһында әкиәт һөйләне. Туғыҙынсы йәше менән барған бала ныҡ ҡурҡты. Оҙаҡ йоҡлап китә алманы, тынысланып, инде йоҡлап киттем тигәндә тағы һаташып уянды. Әкиәттәге анау бәләкәй буйлы ҡурҡыныс ҡарт башы өҫтөнән осоп йөрөнө. Үҙенән дә оҙон таяғы менән Гөлнараға киҙәнде, оҙон һаҡалы менән быуырға маташты. Манма тиргә батып, бышлығып бөттө. Өләсәһе өшкөр­гәндән һуң ғына әҙерәк тынысланып, йоҡлап китте. “Нәмә ҡағылған, сарпыу һуғылған”, – тип аңланы быны Сания әбей.
Сарпыу ине шул был сир, ысынлап та. Үткән көндө бурап ҡар яуғас, ҡырғараҡ юл көрәргә ҡулы теймәйме-нимәме, мәрхүм булып ҡалған Лоҡман ҡартты йыуған һыуҙы балалар сана шыуырға аша үтеп йөрөгән тыҡрыҡҡа түккәйне ҡайһылыр диуанаһы. Ана шунда баҫҡайны Гөлнара. Өләсәһе ҡот ҡойғас, ҡурғашта ҡап-ҡара йәйелеп сыҡҡан аңлайышһыҙ һын төштө, шуны муйынына тағып йөрөткәндән һуң баҫылды ҡыҙыҡай.
Баҫылыуын баҫылды ла, башҡаса әкиәттәрҙе тыңлай алмаҫ булды. Ауылға ла бынан ары һирәк барҙы. Әсәләренең өгөтләүенә ҡарамаҫтан, бармаҫ өсөн төрлө-төрлө һылтау тапты. Бишенселә уҡығанда өләсәһе Сания әбей баҡыйлыҡҡа күсте, әкиәттәрен үҙе менән теге донъяға бергә алып китте.
Шулай ҙа ошо ауылға килен булып төшөргә яҙылғайны Гөлнараның маңлайына. Пединституттың дүртенсе курсында уҡып йөрөгәндә Рәфис, атайымдар менән таныштырам тип, ҡыҙҙы алып ҡайтты. Өфөнән кискә, көтөү ҡайтҡан мәлдә ҡайтып етте йәштәр. Ҡапҡа шар асыҡ. Кәртә эсендә ала һыйыр ҡойма ситендәге үләнде йолҡҡолай, аҙашып тороп ҡалған бәрәсен саҡырып, бер булып һарыҡ баҡыра. Ауылса бөтәһе лә. Биниһая ваҡыт бында булмаған Гөлнара өсөн быларҙың бөтәһе лә сәйер, аңлайышһыҙ ығы-зығы кеүегерәк күренде.
Атаһы менән таныштырып, донъя хәлдәрен белешкәндән һуң, Рәсүлде һорашты Рәфис:
– Өйҙә юҡ мәллә? Күренмәй ҙәһә.
– Әй, эсеп ята, ти ине, арғы яҡта. Комбат ветеранскийын алған, шикелле. Беләһең дә инде, әллә ниндәйгә әйләнде әсәйең үлгәндән һуң.
– Айыҡҡас ҡайтһын инде, атай, Гөлнара әллә ни уйлар. Ҡустыһы алкаш, гел эсеп йөрөй икән тип...
...Иртәгәһенә ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтып инде Рәсүл. Кәртәләге ҡулйыуғыста, аҙна буйына эскән хәмерҙе саҡ ҡына булһа ла сығарыр өсөнмө, оҙаҡ итеп йыуынды ла болдорҙа тәмәке тартты. Ағаһының ҡайтҡанын, таныштырырға ҡыҙын алып килгәнен ишеткәнгә, өйгә инергә баҙнат итмәй күтәрмәлә ултырҙы.
Барыбер инергә кәрәк бит инде, тип ҡыйыуһыҙ ғына ишек шаҡыны.
– Ә бына ул Гулливер! Сәләм! Ҡайҙа йөрөйһөң юғалып?
– Һин һорама, мин әйтмәйем. Белә-күрә һорайһың бит инде.
Рәфистең бүлмәһендә ултырған Гөлнараны ла ҡыҙыҡһыныуы еңде шикелле. Һаҡ ҡына баҫып, Рәсүлде күрергә тип аш бүлмәһенә ыңғайланы...
“Йә, Хоҙайым!” – шулай тип асырғанып, эстән генә яр һалып ҡысҡырҙы ҡатын. “Йә, Хоҙайым! Был бит кәрлә! Карлик был! Иргәйел дә һуң!”
Эйе, иргәйел ине Рәсүл. Нәҫел-заттарында бер ҡасан да булмаған, хатта бөтә ауыл өсөн ят бер ауырыу – буйға үҫмәгәнлек сире бар ине Рәхимдең кесе улында. Шаңҡытты әле бына Гөлнараны буласаҡ ҡәйнешенең буй-һыны. Шаңҡыу ғынамы әле, өләсәһе Сания әбейҙең бәләкәй өйөнә, бала сағындағы урындығына алды ла һелтәне уны ошо күренеш. Ҡапыл ҡатындың күҙ алдары ҡараңғыланды, быуындары тотмай, башы әйләнеп уҡшый башланы. Өйҙәгеләр уны-быны аңғарғансы, ойоҡсан килеш тышҡа сығып йүгерҙе. Солан күтәрмәһенән төшөп тә өлгөрмәне, аҡтара ҡоҫоп ебәрҙе. Артынан йүгереп сыҡҡан Рәфискә боролоп та ҡарамай, арҡа аша “килмә” тигәнде белдереп, ҡул ғына һелтәне.
Белә Рәфис Гөлнараһының ауырлы икәнен. Шуға ла сыҡты артынан. Ҡурҡа бер-бер хәл булмаһын тип. Ә хәл булырға, ысынлап та, оҙаҡ ҡалмағайны. Бала сағындағы һымаҡ, төнө буйы тағы һаташып сыҡты йәш кәләш. Шул уҡ төштө күрҙе ул. Тик был юлы төшөндә уны иргәйел түгел, Рәсүл баҫтырҙы. Ҡыҫҡа ҡулдары менән ныҡ итеп ҡыҫып ҡосаҡлаған да ҡырынмаған сикәләре менән Гөлнараның йөҙөнә ышҡыла, имеш. “Кил, күпме көттөм һине, мин – Гулливер”, – тип шарҡылдап көлә. Оҙаҡ һаташып борғаланды ауырлы ҡатын. Таңға ауырыуы тағы ла нығыраҡ көсәйҙе. Иртәнсәк ауыры төшөп тә ҡуйҙы. “Тиҙ ярҙам” Гөлнараны алып киткәндә, Рәфис тә ултырып барҙы. Ике-өс көн дауаханала система аҫтында ятҡандан һуң арыуланғас, тура Өфөгә юлланды. Ауырыуын ауыл климатына өйрәнмәгән организмына һылтанылар. Табиптар ҙа, Гөлнара үҙе лә.
Уҡып бөткәндән һуң йәштәр тағы ла өс-дүрт йылға ҡалала ҡалды. Туйҙы ла тауышһыҙ-ниһеҙ генә шунда үткәрҙеләр. Тороп ҡалдылар ана шул таш ҡойма менән уратылған миллионлы “зиндан”да. Ә ауылда тормош үҙ яйына аҡты. Яйлап утыҙға яҡынлаған Рәсүл дә атаһы менән бергә донъя көттө. Мал ҡаранылар, ҡош-ҡорт үрсеттеләр. Ваҡыты-ваҡыты менән ҡалаға “гуманитар ярҙам” оҙаттылар. Хәйер, ҡалалағы ул икәү ярҙамһыҙ ҙа насар йәшәмәне. Эшләне икеһе лә. Береһе уҡытты, икенсеһе Регпалатаның кадастр бүлегендә ултырҙы. Балалары ғына юҡ ине әле һаман. Гөлнара ауырға ҡала алманы.Ташлашманылар ҙа. Көслө ине яратыуҙары .”Һеҙҙең икегеҙҙең дә бөтәһе лә яҡшы” – тип табиптар ҙа өмөтләндергәс, тыныс ҡына көтә бирҙеләр. Рәфис кенә ауылға йылдан-йылы тартылды. Тамсы тама-тама ташты тишкән кеүек, ул да үтеп инде “ауылға аяҡ баҫмайым” тигән Гөлнараһының күңеленә. Атай йортона алып ҡайтты барыбер. Йәш, уҡымышлы, техник юғары белемле, дәрт-дарманы ташып торған ирҙе ауыл хакимиәте башлығы итеп ҡуйҙылар. Ауыл ситенән ер алып, яйлап төҙөнә башлағансы атай йортонда дүртәүләп көн иттеләр.
Рәсүлдең тәбиғәт биргән һынына, булмышына өйрәнә алмаһа ла, түҙҙе Гөлнара. Юҡ, бер ни ҙә эшләмәне уға ҡәйнеше. “Еңгә лә еңгә” тип өҙөлөп торҙо. Еңгәһе илтифат итмәһә лә, йомшарғандай булды. Уныһына ла Рәсүлдең был яҡын - тирәлә береһендә лә булмаған һәләте йомшартты, буғай. Һүрәт төшөрөүгә маһир ине ҡәйнеше. Ауылда йәшәүҙәренә ярты йыл үткәс, Гөлнараның утыҙ йәшен үткәрҙеләр. Ана шунда ҡунаҡҡа килгән ҡоҙаларҙы хайран ҡалдырып, Гөлнараның портретын бүләк итте ул: шаулап аҡҡан йылға яры ситендә сәстәрен елгә таратып, Гөлнара тора. Билен килешле итеп һығып торған күлдәк кейгән. Ихлас, балаларса шат йылмая ине ул һүрәттә ҡатын. Тик барыбер ҙә тартылманы ҡәйнешенә. Һүҙ ҡушты ул ҡушыуын, кәрәккәндә, йомшағанда. Ә бына шаяртып, еңгәләрсә өндәшкәне булманы. Бындай мөғәләмәнең сәбәбе ниҙә икәнен аңламаһа ла, Рәсүл төпсөнмәне, һорашманы, күндәм генә ҡабул итте барыһын да. “Ярай, йәшәп ята бит Рәфис. Бер-бере менән килешкәстәр булған, миңә ни...” – тине лә ҡуйҙы эстән генә.
Ошолай көн артынан көндәр үтә торҙо. Гөлнара ла ауыл тормошона өйрәнде. Ауылда эш булмаһа ла, буш ултырманы. Буш саҡтарында бәйләне, сигеү сикте, бешерҙе, йыуҙы. Ауылса донъя көттө. Бала ла көҫәне, Хоҙайҙан һораны ялбарып. Фәрештәләрҙең “Амин” тигән сағына тура килгәнме икән, уҙҙы ул балаға Яңы йыл төнөнән һуң. Ҡыуанысының сиге булманы. Унан бигерәк, Рәфисе һөйөндө. Бисәһенә һиҙҙермәһә лә, тәүгеһе кеүек төшөп ҡуймаһын, тип хафаланды, кәләшен һаҡлап-ҡурсып йөрөттө.
Ә Гөлнара ауырға ҡалғандан һуң шиклегә әйләнде. Үҙенә бикләнде. Үҙ донъяһына йомолдо. Шик-шөбһәләре артты. Нисек кенә үҙен тынысландырырға тырышмаһын, ҡәйнешенән ҡурҡты. “Балам тыуһа, ҡотон осора бит, кәрлә! Харап итеп ҡуйһа!” - шундайыраҡ уйҙар борсоно уны.
... Һәм, бер мәл буласаҡ әсә күңелендә мәкерле уй тыуҙы. Тәүҙәрәк шик-шөбһә, ҡурҡыу кеүек икеле-микелле уйҙарын ҡыуырға тырышһа ла, һуңғараҡ уйы нығынды: “Ҡотолорға был лилипуттан! Баламды харап итмәҫ элек ҡотолорға!” Юҡ, аяҙ көндө йәшен атҡан һымаҡ көтмәгәндә килмәне ул уй, яйлап ҡына, әсеп ятҡан тиҙәктә үрсегән ҡорт кеүек үҫте был уйы. “Мин уны үлтерәм!”
...Аҙна самаһы һәр бер нәмәне урынына еткереп, бер кем бәйләнә алмаҫлыҡ итеп ҡорҙо мәкерле уйын ҡатын. “Бәләкәй генә булһа ла, көс етмәҫ. Кәрләләр көслө була, тиҙәр.Ҡулында, тиҙәр, уларҙың көсө. Мунсала тонсоҡторһам нисек булыр? Юҡ, ярамай, унда аҙаҡ бәпесте йыуындырырға... Батырырға! Ташҡын мәлендә! Эйе, күперҙән этәм мин уны! Уныһына ғына көс етер...” Шулай хәл итте кәрлә яҙмышын.
Енәйәт ҡылына торған көндә, Рәфисе эшкә киткәс, магазинға барып икмәк килгәнме, юҡмы икәнен барып белеште Гөлнара. Килмәгәнен белгәс, өйҙәге ҡалған икмәкте сығарып, һарыҡтарға ашатты. Ҡайныһы урманға киткән. Ул да, Рәфис тә кисһеҙ ҡайтмай. Рәфисе төнгә ҡалыр әле...
Бөтәһе лә алдан уйлағанса килеп сыҡты. Урмандан ҡайтҡан ҡайныһы икмәк юҡлығын белгәс, киленен йомшап торманы. Рәсүлгә өндәште:
– Рәсүл! Рәсүл, тием, кәзәҡолаҡ!..
... Рәсүл барып ингәндә магазин бикләнергә генә тора ине.
– Нимә, Гулливер, бөткәнме һеҙҙең яҡта икмәк?
– Бөткән шул. Минең кәйеф һымағыраҡ икмәге лә юҡ. Төштәр боларып тора ошо арала...
Шул күргән төшөн һөйләп сығып китте магазиндан Рәсүл.
...Эңер тартылып, ҡараңғы төшә башлаған ине инде ул икмәк алып өйгә ыңғайлағанда. Яр ситенә етеп, күпергә баҫҡас, уныһы сәйер итеп шығырлап ҡуйҙы. Күпер уртаһына еткәс, шаулап аҡҡан йылғаға күҙ һалды. Иреп бөтмәгән боҙ киҫәктәре, ҡый-ғыпыр һаман аға...
...Боҙло һыуға ҡапыл барып төшкән Рәсүлдең башы нимәгәлер һуғылды. Тәнен меңәрләгән ваҡ ҡына энә сәнсте. Яртылаш юғатҡан аңын йыйып алғансы, ауыҙына, танауына тулған һыу соңҡаһына әсеттереп бәрҙе. Тонсоҡто, сәсәне. Көслө ағым да үҙенекен итте: бер ҡалҡытып, бер батырып, ағым аҫҡа һөйрәне. Хәле бөттө. Энәләр тағы төпкәрәк үтеп инде, әсерәк сәнсте. Һыу төбөнә салҡатан китеп барған Рәсүлдең күҙенә ҡулынан ысҡынып киткән икмәктәр салынды. Шул буханкаға ынтылды таяныс эҙләп. Ҡағылыуы көс, сүпрәнән генә бешерелгән икмәк ҡойолдо ла ҡуйҙы. Һыу өҫтөнә ҡалҡҡан ыңғайы үпкә тултырып тын алам тигән һулышы һуңғыһы булды...
Ҡапыл алдағы яҡтылыҡтан күҙҙәре сағылды Рәсүлдең. Йылы булып китте... Рәсүл мәктәпкә китеп бара бит. Ана, әсәһен етәкләгән. Шул тиклем йомшаҡ һәм ҡайнар әсәһенең ҡулы. Йәйге ҡайнарлығын юғалтмаған ҡояш күҙҙе сағылдыра... Бына мәктәп, бына тәүге уҡытыусыһы Рәмзиә апай. Ана кластары. Тәүге дәрес. Тәүге танышыу...
... Аптырап, үҙ ғүмерҙәрендә тәүгә күргән һымаҡ ҡараны класташтары Рәсүлгә. Күптәре тәүгә күрә ине шул уны. Бәләкәй генә кәүҙәлә ҡыҫҡа аяҡ,шундай уҡ ҡыҫҡа ҡулдар, ғәҙәтинән ҙурыраҡ баш һәм... август аҙағында тулышып бешкән муйыл кеүек сөм-ҡара күҙҙәр...
Икенселә уҡығандамы икән, уҡытыусылары Рәмзиә апай “Гулливерҙың лилипуттар илендәге мажараларын” уҡыны. Ундағы бәләкәй кәүҙәле көслө кешеләрҙең әзмәүерҙәй Гулливерҙы йығып һалып бәйләүҙәре,төрлө ҡыҙыҡ хәлгә тарыуы сәбәпсе булды ла инде уға Гулливер ҡушаматы йоғоуға. Шулай булып ҡалды ла аҙаҡҡаса. Үпкәләмәне лә, көймәне лә. Дуҫтары ла, хатта ағаһы Рәфис тә шулай йөрөттө уны. Атаһы менән әсәһе генә исеме менән өндәште.
Әле лә бына әсәһе улына:
– Ипләп, Рәсүл, аяҡ аҫтыңа ҡарап атла, балам, – тип өндәште йомшаҡ ҡына итеп.
...Май урталарында, һыуҙар ярҙарына ҡайтып бөткәс таптылар уның кәүҙәһен. Балыҡ ҡармаҡлаған малайҙар тап булған. Участковый тейешенсә тәфтишселәрҙе саҡырҙы. Улары оҙаҡ итеп нимәлер яҙҙы, үлсәне, һорашты. Көс ҡулланылған эҙҙәрҙе тапмағас, мәйеттең муйынында элеүле торған асҡысты ҡалдырҙылар ҙа, ҡуйырға була, тип ҡайтып та киттеләр.
Асҡыс һандыҡтыҡы ине. Унда һүрәттәрен,ҡағыҙҙарын, буяуҙарын, ватмандарын һаҡлағанын белһә лә, байтаҡ ваҡыт асып ҡарағыһы килмәне Рәхим ағайҙың. Былай ҙа һыҙлаған йөрәген тағы һыҙлатҡыһы килмәне. Асты, асты ул һандыҡты. Һағышын баҫҡыһы килде, күргеһе килде улының ҡулдары тейгән ҡәҙерле әйберҙәрҙе. Ә унда... тиҫтәләгән эскиз,һүрәт! Бына улар бөтәһе лә бер өҫтәл табынға сәйгә йыйылған. Бөтәһе лә тере.Ҡатыны ла, Рәсүл дә... Бына күмәкләшеп бесән сабалар. Анауһында ат егеп алғандар ҙа еләккәме, миндеккәме китеп баралар... дүртәүләшеп... Һүрәттәрендә Рәсүл кәрлә түгел ине. Оҙон буйлы, мөһабәт кәүҙәле ине үҙенең һүрәттәрендә. Бәләкәй генә буйлы Рәсүл ҙур йөрәкле ине үҙенең рәсемдәрендә...
...Рәсүлде ҡуйғандан һуң Гөлнара тамам тынысланды. Баҫылды. Кәүҙәһенә йоморайып ит ҡунды. Төштәре лә тынысланды. Ашауы ла һәйбәтәйҙе. Көндәлек эштәренә лә йырлап тотондо ул бынан ары. Выждан ғазабының ни икәнен дә белмәне. Әсә булырға әҙерләнде. Ҡыҙ тыуыр, тип көттө. Ҡыҙылдан ойоҡтар, башлыҡтар, кофталар бәйләне. Көҙгө алдында йыш ураланды, ул күлдәген кейеп ҡараны, быныһын. Улай боролоп, былай борғаланып, ҡорһағын һыйпаштырҙы... Тик әлегә уның ҡыҙ түгел, Рәсүл һымаҡ бер гонаһы булмаған кәрлә генә ир бала тыуырын Аллаһы Тәғәләнән башҡа береһе лә белмәне..


Саманта СМИТ.
https://ye102.ru/articles/litra/2020-05-30/y-sh-g-n-ti-gulliver-748016
Автор:
Читайте нас: