–Әйҙә әле, балаҡайым, көндәр йылытып, кәзәләрҙең ҡылы ҡойола башламаҫ элек дебеттәрен тарап алайыҡ! – Март тыуыр-тыумаҫтан, бар эшен ташлап, кәзәләрен тарай башлар ине бахырҡай. – Ҡылһыҙ дебеттән бәйләнгән шәлдәр үтемле була бит ул, райүҙәк мәрйәләре талашып ала! Төнә барғанымда биш-алтауһы заказ бирҙе... “Шәлдәреңде арамдаламай, беше бәйләйһең, һинекен генә алам, – ти Мәрүс апай. – Ҡышҡы һыуыҡтарҙа ябынып сыҡһам да өшөтмәй, ябынып ятһам да йылы... Берҙе түгел, икене бәйләп бир әле!” – тине...
Әсәйем Беләүлеләге таныш мәрйәләренең кемеһе ниндәй шәл ябынырға теләүен иҫләй-иҫләй әллә нисә төрлө тараҡтарын, кәзәләрҙең тояҡтарын бәйләү өсөн тотонған ептәрен әҙерләй башланы.
– Быйыл былтырғы ише ун-ун биш көнгә һуҙмаҫмын кәзә тарауҙы, өмә итәйек, – Ул, үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, урындыҡ аҫтынан фәҡәт шул эшкә генә тотонолған, йыл буйы ҙур тоҡ эсендә “ял итеп ятҡан” турпышаларын һөйрәп сығара. – бар мынауларҙы баһыуға елгә элеп ин – дым тартып бөткәндәрҙер...
Мин, китап уҡып ултырған еремдән тиҙ генә тора һалып, ауыр тоҡто ышылдата һөйрәп тышҡа сығам. Беләм, әсәйем бызмырҙағанды яратмай – арт һаныма сыбыҡ менән тартырға ла күп һорамаҫ!
Көс еткеһеҙ турпышаларҙы нисек етте – шулай әт-һөт итеп, баһыуға элеп инеүемә әсәйем, борлап ҡайнап ултырған самауырын урындыҡҡа ултыртып, табын да әҙерләп ҡуйған.
–Матурлап элдеңме? Әйҙә, сәй эсеп алайыҡ, тамағым кибеп киттесе... – Берәй оло эш алдынан була торғанса, әсәйемдең дәрте йөҙөнә сыҡҡан. – Алай ҙа һин бар, улым! Берәү булһаң да, берәгәйһең! Бөгөн кис ул-был нәмә бешереп ҡуйһам, иртәнсәктән еңгәйеңдәр өмәгә килеп, эште башлап та ебәрерҙәр, Алла бирһә! Үҙем аш-һыу тирәһенән бушамаҫмын да әле... Ә иртәгә кискелеккә парлашып килерҙәр ҡунаҡҡа...
Әсәйем, урынынан тороп, түрбашта уныһын-быныһын әҙерләргә тотона. Мәшәҡәте күп булһа ла, өмәнең күңелле, ҡыҙыҡ мәлдәре лә күп була ул.
Иртәгә еңгәйҙәремә эйәреп малайҙары ла киләсәк! Миңә башҡаһы кәрәкмәй ҙә инде ул саҡта: рәхәтләнеп траншеялар ҡаҙып, атыш уйнап, ҡарҙа аунап маз булылыр! Аҙаҡтан әсәйҙәрҙән эләгә инде әҙерәк... ну, уныһы – чепуха! Эргәләге Ҡаршытау итәгендә сана шыуыу үҙе ни тора! Эреле-ваҡлы бала-саға тауышынан ҡыш оҙайы сыр-сыу килеп тора Ҡаршытау!
Өс-дүрт малай бергәләшеп, кәзәләрҙе башта индереп йығып бирһәк, беҙҙең эш тә бөтә – артабан еңгәйҙәр үҙҙәре индереп, үҙҙәре йығып, боттарын бәйләй торғандар әле...
Кисҡырын быймалар суҡмарҙай булып туңып, туң бейәләйҙәрҙе шыҡылдата-шыҡылдата, ебегән танауҙарҙы шурылдата тартып, әсәләре беҙҙә өмәлә булған малайҙар менән беҙҙең өйгә инеп тулабыҙ.
–Һай-һай, эшем эйәләре... Лыс һыу булғансы уйнағандар! – Әсәйем өтәләнеп йөрөп кейемдәребеҙҙе систереп ала ла, мейес янындағы урҙаға элә. Ә быймаларыбыҙ ҡаҙан тирәләй, йә мейес ауыҙынан урын ала. – Асыҡтығыҙ инде, зимагурҙар... Быймаларығыҙ көс еткеһеҙ... Әйҙә, ана урындыҡҡа менегеҙ – хәҙер бутҡа һалып бирәм... Оҙаҡламай атай-әсәйҙәрегеҙ ҙә килеп етер! Ҡаҙанымдағы итем дауна бешеп сыҡты!
Әсәйем һәр беребеҙгә уныһын-быныһын һона.
–Башта эҫеләй генә сәй эсеп алығыҙ! Ололар килгәс, ҡоротлап тороп һурпа эсеп алһағыҙ, бер ни ҙә булмаҫ...Улым, малайҙарыңды ҡара – һинең ҡунаҡтарың бит улар!...
Тамаҡ туйҙырып, эскә йылы төшкәс, малайҙар төп яҡҡа үтәбеҙ. Ҡунаҡтар килеүгә тип, әсәйем иҙәнгә яңы балаҫтарын, буй һәм арҡы юрғандарын сығарып түшәгән, улар өҫтөнә ваҡ яҫтыҡтар һалынған. Әсәйемдең тышҡа сығып китеүенән файҙаланып, бер иҙән булып көрмәкләшәбеҙ, уңлы-һуллы яҫтыҡтар оса, арҡыры һәм буй юрғандар ҙа хутҡа китә...
–Ай, Алла! Ни ҡыланаһығыҙ? – көтмәгәндә әсәйемдең уҫал тауышы барыбыҙҙы ла шымып ҡалырға мәжбүр итә. – Тиҙ генә тәртипкә килтерегеҙ әле, бейбаштаҡтар, һеҙ болартһын өсөн һалынғанмы ни улар?
Уҫал тауышҡа өнһөҙ буйһоноп, барыһын да элекке хәленә кире ҡайтарабыҙ һәм шулай уҡ өндәшмәй генә кейенә башлайбыҙ.
–Мынау буранда тышта оҙаҡ йөрөмәгеҙ! Атай-әсәйҙәрегеҙ менән бергә килерһегеҙ! – Әсәйем беҙҙе айырым хәстәрлек менән оҙатып ҡала.
...Беҙ кире өйгә ингәндә табын ярайһы ғына күңелләнгән, ҡунаҡтар таҡмаҡ әйтеп, бейешә лә башлаған ине инде. Беҙ – ике-өс малай, тиҙ генә сисенеп, ололарҙың бейегәнен күҙәтәбеҙ.
Тейен яра, тейен яра,
Тейен сәтләүек яра.
Хаттар яҙа, хаттар яҙа
Таң атҡанса ла яҙа.
Аяғыңдағы нәскийең
Әмрикәнский икән.
Һикереп төшөп бейеүҙәрең
Һайыҫҡанский икән!
Ололар бер-береһенә баҫып, айырым дәрт менән алмаш-тилмәш бейейҙәр.
–Уй, һеҙгә бүләктәр алғайным бит... Онотоп ҡуймайым! – Әсәйем шифоньерҙан ҙур ғына сумка һөйрәп сығара һәм ҡунаҡтарына бүләктәрен тарата. – Төнәрәк Беләүлегә барғанымда мынауы баҙарҡай һүрәтле ҡоторсоҡтарға күҙем төштө. Ҡатындарға 8 март бүләге булыр, тип күп итеп алдым да ҡайтым... Ә ҡәйнеш-ҡайнағаларға нәскийҙәр самай булыр...
–Ҡалай матур ҡоторсоҡтарың, еңгәй! Энә-менә, төймәләр һалыуға былай алайым...
–Беҙҙең еңгәй райүҙәккә йыш йөрөгәс ни әллә ниндәй ят-ят нәмәләр алып ҡайта... Рәхмәт яуһын үҙеңә! – еңгәйҙәрем бүләктәрен бик ҡыуанып ҡабул итеп, әсәйемә рәхмәт яуҙыра. Ә иң шаян Мөхтәрәмә еңгәй, ҡоторсоғона ҡалаҡтар һалып, таҡмаҡлап бейергә лә төшөп китә. Бейегәнендә ҡоторсоҡтағы ҡалаҡтарҙы көй ыңғайына килешле генә итеп шылтырата үҙе:
Ниңә бәреләләр икән
Ҡалаҡтарға ҡалаҡтар?
Ниңә тиҙ үтәләр икән
Бергә булған минуттар?
Баланы беҙ үҫтерәбеҙ,
Аҡылын Алла бирә.
Әллә яҡшы, әллә яман,
Уны кем генә белә?
Йыр-бейеүле, уйын-көлкөлө табын төн уртаһына ҡәҙәр дауам итә...
...Ауылға бер ҡайтҡанымда Мөхтәрәмә еңгәйемдең сервантында әлеге ҡоторсоҡто күреп, әйтә ҡуйҙым:
–Мынау ҡоторсоҡ һаман бар икән әле һеҙҙә, еңгәй...
–Матур әйбер һаҡлана инде ул, ҡәйнеш, – еңгәйем ҡоторсоҡто ҡулына алып, һыйпап ҡуя. – 50 йыл элек әсәйең мәрхүмә 8 март бүләге итеп биргәйне бер ҡунаҡта... Хәҙер шул мәжлестәгеләрҙән өсәү генәбеҙ теребеҙ... Үә-ә-әйй, кем үлмәһә, кемдәр булмаҫ ине шул... – Еңгәйем, алыҫ үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, йәшкәҙәгән күҙен яулыҡ осо менән һөртөп ала. – Матур йәшәнек... Ҡунаҡ булышыу, һуғым аштары, өмәләр һағынып һөйләргә генә ҡалды инде... Һәр кем үҙ донъяһына бикләнде, ҡоймалар бейегәйҙе, ҡапҡаларға йоҙаҡ эленде шул хәҙер... – Мөхтәрәмә еңгәй, ауыр көрһөнөп, ҡулындағы ҡоторсоҡто әйләндерә. – Элек ни берәйһенә ҡунаҡ килһә, төн уртаһы тимәй, йыйылыша һалып, мәжелес ҡора инек.
Әфисәрлектә йөрөгән Айрат ҡайнаға менән Бәғиҙә еңгәй, Бүкәттән Ишмулла ҡайнаға менән Нәфисә еңгәй, Татарстандан Сәғәҙей ҡайнаға еңгәй менән ҡайтып төшһәләр бөтөн ауыл ҡунаҡ күрер инек... Хәҙер кемгә кемдең килеп киткәнен дә белмәҫһең... ҡуй инде...
Ошо һүҙҙәр менән ҡулындағы ҡоторсоҡто ҡәҙерләп кенә һыйпап ҡуя Мөхтәрәмә еңгәй.
–Был ҡоторсоҡ менән бәйле бер ҡыҙыҡ бер хәл иҫкә төштө әле, ҡәйнеш, – еңгәйем, үткәндәрен иҫләп, йылмайып ҡуя. – Ике-өс йыл үткәсме икән, Ҡаҙағыстандағы һеңлем менән кейәүем килде. Әлеге лә баяғы, юҡты бар итеп, булмағанын булдырып, ҙур ғына ҡунаҡ йыйҙыҡ. Табын ҡыҙа ғына башлағайны һеңлемдең йәш ярымлыҡ малайы яр һалып илай башламаһынмы! Улай ҙа итеп ҡарайбыҙ, былай ҙа, юҡ, оторо ярһып илай. Ирҙәр бәке сығарып, бестерәбеҙ, тип тә ҡурҡытҡан була, туҡтамай... Бер өй эсе ҡунаҡ әлеге малайға текләшеп, төрлөсә әүрәтеп бер булабыҙ. Шунда ҡоторсоҡҡа ҡалаҡ һалып, таҡмаҡҡа шалдыр-шолдор йөрөп бейегәнем иҫемә төштө. Серванттан ала һалып, эсенә балғалаҡтар тултырҙым да, ике тубыҡ араһына ҡыҫтырып, киттем таҡмаҡлап бейеп:
Уныһы ла ярамай,
Быныһы ла ярамай.
Нисек итеп туҡтатырға?
Илаҡ икән был малай!
Һыны ҡатып илаған малай шып туҡтап, аптырап миңә текләй бит! Бер заман шарҡалдып көлә-көлә сәпәкәй итә башланы. Уның ыңғайына башҡалар ҙа сәпәкәйләй, ҡатындар таҡмаҡ әйтә... Киттте ҡунаҡтар ҡыҙып! Баяғы малай беҙҙең менән бергә әсәһенең алдында һикерә торғас, арып-талып йоҡлап китте... Онотолғансы иҫләп көлдөк. Берәй ҡунаҡта йәш бала илаһа: “Мөхтәрәмә еңгәйҙең ҡоторсоғо ҡайҙа?” – тип көләләр ине... Алтмыш аяҡлап йөрөгән саҡтар бар ине шу-у-улл...
...Әле лә сағыу биҙәктәре менән күҙҙең яуын алып торған ҡоторсоҡто ҡулыма алып, мин дә бала саҡ хәтирәләрен күҙҙән үткәрҙем. Атайым менән әсәйемдең аяғүрә йөрөп ҡунаҡ һыйлауҙары, ҡунаҡтарға ағас кәсәләр менән һурпа эсереүҙәре, аш аҙағында әсәйемдең ҡунаҡтарына берәр ус ит һоғондороуы, уйын-көлкөлө табындар иҫемә төштө... Бар ине бит гөрләп торған замандар...