-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
18 Ноябрь , 20:40

ӨЙҘӘШ ҠАТЫН

Повесть 1 Разия ишектән инеп килешләй үк һөрәнләне:– Таптым, таптым! Әй, Сәфәр, һин ҡайҙа? Таптым даһа!– Ысынлапмы? – Ауыҙына ҡапҡанды йоторға өлгөрмәгән ир аш бүлмәһенән сығып, ҡатыны ҡаршыһына килеп баҫты. – Күпме тора? Нимәнән, ағастанмы, таштанмы? Урынын да оҡшаттыңмы?

ӨЙҘӘШ ҠАТЫН
ӨЙҘӘШ ҠАТЫН

Көләс Разия, өҫ-башын һала-һала, шаҡтай ҡысҡырып теҙеп китте:

– Йорт шыңғырлап торған ҡарағайҙан буралған, мунса ла ағастан, һап-һары. Ихатала – беседка. Баҙ ҙа бар, ҡоҙоғо ла. Үҙебеҙҙең баҡсала ҡул насосы эшләп ҡуйған инең бит. Нәҡ шуның кеүек ҡоҙоҡ...

– Ә баҡса?

– Баҡсаһы ла бар. Ун сутый, тинеләр. Инде, Сәфәркәйем, ҡулдан ыскындырмайыҡ, ике миллион һорап торалар, алырға кәрәк тиҙерәк йортто!

Юҡҡа ашҡынмай ҡатыны, оҙаҡ эҙләнеләр Рысаевтар күңелдәренә ятҡан йортто. Йәмәлкә яғы, Разияның тыуған ауылы Сүәр тирәһе ҡалманы, Ҡараһыу аша һуҙылған яңы күперҙән сығып, ҡолаҡҡа ла салынмаған Шилино, Мылино тарафтарына ла һуғылып ҡаранылар, тик теләгәндәрен таба алманылар. Дөрөҫ, һатыуҙа клуб ҡәҙәрле коттедждар, ике ҡатлы, өс ҡатлы особняктар бихисап, эстәрендә лә ожмах рәхәтлектәре – һыуы, газы, хатта бассейндары бар, тик хаҡтарына яҡын барырлыҡ түгел шул. Хыялды ғәмәлдән, кешене кешенән айыра торған нәмә аҡса бит хәҙер. Ә бит йәшәү урынын алмаштырыу теләге тыуғас, аҡса маҙаһы шулай теңкәләренә тейер, тип һис уйламағайны Рысаевтар. Өс тиҫтә йыл университет тигән мәртәбәле уҡыу йортонда эшләп, кем әйтмешләй, хаҡлы ялға киткән доцент Сәфәр Раяновичтың мөлкәте хәтһеҙ генә ине. Һарытауҙа заманса проект менән һалынған йортта ике бүлмәле фатиры бар. Баҡсаһы ла – ҡаралтылары менән булһынмы, үҫтергән еләк-емештәре менән булһынмы – кеше күҙе ҡыҙығырлыҡ. Күсемһеҙ милектең тағын бер кәттә төрө булған машина тигәнең дә, байтаҡтан алынған булһа ла, әле, шөкөр, зиннәтен, буяуын юймаған, иномарка... Шуларҙың һәммәһен һатһаң йә иһә яйы сығып алмаштырһаң, ҡала тирәһендәге берәй затлы биләмә тәтемәҫ микән ни?

Шәхси йорт хаҡындағы хәләл өмөттө ҡыҙҙары Лиана көтмәгәнлә пыран-зыран килтереп ташланы. Яҡшынан яман тыуған, тигәндәй, башта бер наркоманға сығып айырылған, унан елғыуар хохол менән тора башлаған Лиана, тырт-мырт, орҙом-бәрҙем һөйләшергә күнеккән ҡыҙ, әзмәүер ирен эйәртеп ахылдай-ухылдай килеп инде лә ҡысҡырына башланы. Сисенмәйенсә, тупһанан уҡ:

– Айнурға әйткәнегеҙ дөрөҫмө: квартираны һатаһығыҙмы? Ә минең менән һөйләштегеҙме һуң! Минең бында пропискала торғанды оноттоғоҙмо ни? Миңә лә өлөш тейеш!

Разия өндәшмәне, ғөмүмән, ул бындай саҡта ышыҡҡа боҫа, үгәй әсә бит. Ә Сәфәр аптыраулы ҡарашын шаҡтай ара ҡыҙына ҡаҙап торҙо ла сәнскеле итеп әйтеп һалды:

– Һуң, ҡулыңдан килһә, ҡыҙым, ана, фатирҙың берәй мөйөшөн умырып ал да үҙеңә алып кит!

– Китербеҙ ҙә шул. Бирмәһәгеҙ, судлашып алырбыҙ. Айнур ҙа минең яҡлы.

Һәм зәһәр ҡыҙ, ультиматум ҡуйып, өйҙән юғалды. Бына мәрәкә!

Улдары Айнур өйләнгәс, ҡоҙалары менән бергә форсатын табып башҡа сығарғандар ине. Ә бына ҡыҙ хаҡында йүнләп уйламағандар икән. Ә бит мамыҡ эсендәге бәпкә һымаҡ өф-өф итеп үҫтерҙеләр үҙен. Университет дипломы һәм төшөмлө эш урыны – Сәфәр Раянович танышлығы менән яуланған ҡаҙаныштары. Ике мәртәбә бирнә биреп кейәүгә оҙаттылар. Һуңғыһы – Һарытау биҫтәһендә үҙ донъяһын ҡороп, хәлле генә тормош алып барған кешенең балаһы. Ғаиләлә берҙән-бер улан, мираҫ бүлешер кешеһе юҡ. Бәс, шулай булғас, Лианаға фатир ҡайғыһы бысағымамы? Ә ул, туйымһыҙ, пенсионер ата мөлкәтенә ҡаныға. Вәт замана! Мәгәр Сәфәр белә: Зөләйлә апаһы тормошҡа сыҡҡанда, ике мендәр, бер юрған биреп, ҡулына фанер чемодан тотторғандар ине лә, ҡыҙ биргәндәге йоланы үтәгәндәр ине. Бик дөрөҫ: ҡыҙ ҙа, кейәү ҙә тап-таҙа, һау-сәләмәт, йүгереп йөрөп эшләһендәр ҙә үҙ малын йыйһындар. Ә был ҡала ҡыҙы закон белә, имеш. Ғилемле булыу менәнме ни, әхлағың сәпсек тубығынан ғына булғас, тьфү! Хурланған ата суд юлына төшөп исемен бысратып торманы, фатир хаҡының нәҡ өстән бер өлөшөн Лиана ҡулына тотторҙо:

– Мә, ал! Тик әдрис юллап беҙҙең янға килеп йөрөмәҫһең, ҡыҙ, аңланыңмы?

– Һин, атаҡай, үҙең беҙҙең янға ҡайтып йығылма әле. Шекспир яҙған, Король Лир һымаҡ... – тип был юлы нишләптер шым ғына киҫәтте Лиана.

Ҡулда ҡалған аҡса өй тәңгәлендә һайланып торорға ирек ҡуйманы.

Һарытауҙан алтмыш саҡрым аралағы Ҡуштау ауылы осондағы йортто Хоҙай мәрхәмәте итеп ҡабул итте Рысаевтар.

Инде алдым-бирҙемгә бәйле хисапһыҙ ҡағыҙҙар тултырыу, документтар алмашыу маҙаһынан ҡотолоп, күсенергә генә ҡалды. Вәғәҙәләшкән көн дә килеп етте. Тоҡтар тултырылған, төйөнсөктәр бәйләнгән, тик нишләптер Ҡуштау тарафынан һаман өндәшмәйҙәр. Ә бындағы яңы хужа, баҙар тотҡан йәһүд, телефондан теңкәгә тейә, фатирҙы бушатығыҙ, юҡһа милиция менән ҡыуам, затһыҙҙар, ти.

Сәфәр шөрләп ҡалды. Фатирҙар тирәһендә ил-көндә осрай торған берәй шухыр-мухырға тарынылармы әллә? Жулик-маҙар өйөрө кәкре ҡайынға терәнеме үҙҙәрен? Яуаплылыҡ Разия өҫтөндә ине, хәлде асыҡларға тип, таң менән Ҡуштауға китеп барҙы ул һәм кис төшкәс кенә ҡараңғы сырай менән ҡайтып инде.

– Рәғиҙә, хужабикә, мобильнигын юйған. Телефонын ғына түгел, башын да юғалтҡан, вәт тамаша!

Сәй эсеп, эсенә йылы кергәс, тынысланды, хәлде аңлатты. Вәлиулла тигән тол ир менән никахлашып, йыл самаһы йәшәгән булған икән хужабикә. Бик ҙур бурысҡа сумғас, банк бының улының Һарытауҙағы коттеджына теш ҡайрай башлаған. Нишләһендәр? Улы үтенгәс, йортон һатып бурыс түләгән дә үҙе Вәлиулла йортона күсергә өмөтләнгән Рәғиҙә. Тик: тороп тор! Йортҡа парлап аяҡ баҫыуҙарына, ишектән ирҙең улы, килене ырғылып сыҡҡандар. Рәғиҙәгә: «Башың ике булһа, өйгә ин», – тигән улы. «Эҙең булмаһын беҙҙә, һөйрәлсек, кәнтәй», – тип баҡырған килене. Ә Вәлиулла, ата кеше, мәхлүк булып ситтә баҫып торған икән. «Минең алда ла илап, хурлығын түгеп бөтөрә алманы бисара ҡатын. Бына ышан һин ирҙәр ғишҡына, Сәфәр», – тип хәлде үҙенсә фаразланы Разия.

– Уларҙа минең эшем юҡ! – тип ярһып тауышын күтәрҙе Сәфәр. – Өй менән нишләйбеҙ хәҙер? Беҙҙең бит үҙ хәлебеҙ хәл.

– Нишләйбеҙ? Күсенәбеҙ! – тине Разия, ҡәтғи итеп. – Йорт һатылған – беҙ хужа.

Иртәгәһен, буран сығып, ел ажғырып торған көндә, «КамАЗ» фургонына тейәнеп Ҡуштауға юл тотто Рысаевтар. Хуш, Һарытау! Ауылдан сығып китеп ҡаланы яулауға Сәфәр әллә күпме ғүмерен һалды, яңынан салаға* боролоу әллә ни мәртәбә түгел инде. Әйтәһе юҡ! Берҙән-бер рәхәте – йән тыныслығы булыр. Сәфәр Раяновичтың, моғайын, һуңғы тейәнеүҙәре, ахырғы сәфәрелер был... Исем-шәрифтәре мәғәнәле уның, бәндә хаятта сәфәр тота, сәфәрсе инде ул.

Һатып алынған йортҡа битараф ҡына күҙ һалып, машинаны бушатышты, йөк ташыусыларҙы оҙатты Сәфәр. Яманатлы хужабикәне күрҙеме-күрмәнеме, ҡапылда хәбәре берекмәне. Тик йомшаҡ, шыма тауыш эйәһе: «Әйҙәгеҙ, яңы хужалар, сәйләп алығыҙ, юғиһә, аяҡтан яҙырһығыҙ», – тип үҙенә өндәшкәс кенә, уға иғтибар итте. Аш бүмәһендәге бер иркен мөйөштә табын ҡорған икән. Бер плитәгә, бер өҫтәлгә боролған Рәғиҙә ир ҡаршыһында асыла барҙы... Нисектер һиҙҙермәй генә, һынамсыл ҡарай торған ҡуңырт күҙҙәр. Бер йыйырсыҡһыҙ аҡ маңлай. Битенә тәлгәш-тәлгәш төшөп торған ҡара бөҙрәләр... Мә ғәнә һәм ихтыяр көсөн раҫлап торған сырай... Буйсан, зифа кәүҙә... Сәхнәләрҙә генә күренә торған зат! Нишләп ауыл тарафында аҙашып ҡалып, төрлө әтрәгәләмдәр тарафынан ҡағыла-һуғыла һуң әле? Ҡайнар сәйен һүҙһеҙ генә уртлап, Сәфәр шул һорауҙарҙан арына алманы. Разия уның был халәтен кисәге, бөгөнгө хәл-ваҡиғаларҙан кәйефе төшөүе тип юраны, буғай, – шулай уҡ өндәшмәй генә тамағын ялғаны.

– Һеҙ һис тә борсола күрмәгеҙ, Разия, Сәфәр әфәнде. Мин иртәгә үк улыма китермен, өйҙө бушатырмын, – тине Рәғиҙә, нисектер уңайһыҙланып.

Икенсе көндө иртән, ир йоҡоһонан уянғанда, ысынлап та, элекке хужабикә Һарытауға улы янына китеп барған булып сыҡты. Разияға ул: «Мебель-фәлән әлегә һеҙҙә торһон инде, яйы сыҡҡас та килеп алырбыҙ», – тигән.

Сәфәргә еңел булып китте. Ысын хужа тойғоһо менән ул өйҙө ҡараштыра, әйберҙәрҙе урынлаштыра башланы.

2

Аҙна самаһы ваҡыт үтте. Өмөттәрендә алданмаған Рысаевтар: ауыл өйө ысынлап та хозур йән ҡыуышы шул. Ҡарағай бүрәнәләрҙән хуш еҫ, йылылыҡ бөркөлә. Тәҙрәләрҙән аҡ ҡар, ҡояш, ай яҡтыһы ағыла. Иң мөһиме – тыныс, шылт иткән тауыш әҫәре юҡ бында. Юғиһә, ҡала фатирында нисә йыл йәндәрен устарында тотоп йәшәнеләр бит. Өҫтәге ишле Кокоревтар буш мискә тәгәрәткәндәй туҡтауһыҙ дөбөрләнеләр, күңел болғатҡыс джаз, рок, шансондарын аҡырттылар. Күрше Ғәлләмдең бетон стенаға тишек быраулап, ҡаҙаҡ ҡаҡмайынса көнө уҙманы. Ишек ҡаршыһындағы сантехник Володя иһә өйөнә үрмәләп ҡайтып инә лә боғаҙ ярып ҡатыны менән ҡысҡырыша башлай ине. Хет башыңа мендәреңде ҡапла, хет ҡолаҡтарыңа бөкө тыҡ, барыбер тыныслыҡ табып булмай ул таш тартмала.

Йоҡонан яҡшы кәйеф менән уянып, яңы хужалар мебелдәрен, йыһаздарын урынлаштырҙылар. Интерьер һәйбәт кенә килеп сыҡты. Келәмдәргә баҫып әле бер бүлмәгә, әле икенсеһенә йөрөйһө генә килеп тора. Зал да затлы ғына күренә. Тик Рәғиҙәнең өҫтәл, шкаф, трюмо, пианино кеүек дәү әйберҙәре генә күсенеүселәргә үҙҙәренсә яйлашырға ирек бирмәй әлегә. «Ҡасан быларҙы алып килтерҙәр һуң?» – тип әллә нисә ҡат һуҡранды инде Сәфәр.

Һәй, оҙон ғүмерле булыр Рәғиҙә!

– Инергә буламы? – Ишектә юл сумкаһы тотҡан, өҫ-башын бәҫ ҡаплаған ҡатын күренде. – Әрһеҙләнеп, был ҡарсыҡ тағын килде был йортҡа, тиерһегеҙме инде, хужалар?

– Һин нимә, Рәғиҙә, үҙ йортоң бит, ин, рәхим ит!

Разия, ашығып барып, юлсының өҫ кейемен һалдыра башланы. Рәғиҙә иһә, хәле бөткән кеше ҡиәфәтендә урындыҡҡа һығылып төшкәс, түҙмәне, башын ике ҡулы менән тотоп һулҡылдап илап ебәрҙе.

– Ҡабул итмәнеләр бит мине үҙҙәренә, һыйҙырманылар.

– Әй, Алла! – тип Рәғиҙәнең иңенән ҡосоп алды Разия. – Тыныслан, ул тиклем көймә! Әйҙәле, ҡайнар сәй эсеп ал, унан хәлеңде һөйләрһең.

Ҡатындар кухня яғына үткәс, Сәфәрҙе йәнә хәүефле хистәр биләп алды. Күрәһең, бында ла тыныслыҡта ҡалдырырға йыйынмайҙар. Башҡалар шикелле, ҡулынан асҡысты алаһы ла хужа артынан ишекте шапылдатып ябаһы ине. Бөтмәҫ бында кеше ҡайғыһы!

Сәфәр кейенеп ишек алдына сыҡты. Ҡар көрәне, ихатала тәртипһеҙ ятҡан таҡта-тоҡтаны йыйып мөйөшкә өйөп ҡуйҙы. Тик ҡулға алған, тотҡан һәр нәмә сит, ят, кешенекенә ҡул һуҙған кеүек...

Урынлашырға өлгөрмәнеләр, үкенесле хис моронланы. Китеп, йәшәгән ояларын ташлап дөрөҫ эшләнеләрме һуң? Урынға берегеү, ерегеү хисе, йән тыныслығы теләү кеүек үк, зарур бит ул. Шул тойғолорҙы рәнйетеп, ҡоро иҫәп-хисап менән эш итеү йәнде имгәтеү түгелме? Йәнәһе, ауылға күсәләр ҙә, донъя түңәрәкләнә. Бар, көткәнеңде әҙерләп ҡуйғандар, ти, унда!

Сәфәр үҙе лә йүнләп аңламаған тойғолар менән өйгә инде, сисенеп төпкә үтте. Разия яңғыҙы ғына һауыт-һаба йыйыштыра ине.

– Нимә, улы ла һыйҙырмағанмы?

– Юҡ, уныһы әсәһе менән йәшәргә риза. Тик килене янъял ҡуптарған. Әйтә икән: «Әсәң бында ҡалһа, мин сығып китәм.»

Сәфәр, ҡашын йыйырып, Разияның яуыз килен хаҡындағы һүҙҙәрен тыңлап торҙо. Телдән-телгә күскән һүҙ тамам тәмһеҙләнә икән. Ахырҙа, күҙ алдына килеп баҫып, килен аждаһа һымаҡ уттар сәсә башланы гүйә.

– Кәнтәй барыбер малайға әсәһенән яҡыныраҡ, – тип бүлде уны, ниһайәт, ир. – Әсәһен хөрмәтләһә, ҡатынын ҡыуыр ине. Бындай ҡыланыштарға нисек түҙеп тормаҡ кәрәк? Ә малай битараф. Сәбәбен йөрәгенән эҙлә. Улдарҙа игелек юҡ хәҙер. Улдар шәфҡәтһеҙ, тик йөҙҙәренә битлек кейгәндәр. Үҙ рәхәтлектәрен аҫтыртын ҡайғыртып, улар ҡатындарын ата-әсәнән, туғандарынан өҫтөнөрәк күрә, белдеңме? Киленде әрләмә һин, малайҙы һүк! Уның күңел күҙе һуҡыр. Беҙҙә бит әсәйҙәрҙе үлгәс кенә һағыналар, йырҙа ғына маҡтайҙар. Мөхәббәт эйәләре, имеш! Әй, йүләр һинең Рәғиҙәң. Шул йүнһеҙ малай өсөн юҡҡа йортон һатҡан ул. Йәшәһен ине һөйәре Вәлиулла менән сөкөрләшеп!

– Һин лекция һөйләргә оҫта инде. Студенттарың юҡҡа ғына һаман һағынып шылтыратмайҙыр шул, – тип семетеп китте Разия. – Башың бик һәйбәт эшләһә, шуны әйт: Рәғиҙәгә нишләргә хәҙер? Ҡуштауҙа бер туған-тыумасаһы юҡ. Эштән китеүенә лә бер нисә йыл. Кем хәҙер уға ярҙам күрһәтһен? Сығышын белә лә бит – Урал тауҙары яғынан икән. Тик мал-мөлкәтһеҙ кешегә яҡын туғаның да ҡапҡа асмай торған замана.

– «Нишләргә, нишләргә», – тип үсекләне Сәфәр. – Нимә миңә ауҙараһың, ҡәрендәшемме, балдыҙыммы? Йортон һатҡан икән, китһен дә беҙҙе тыныслыҡта ҡалдырһын, йәме! Һин башланың был эште, инде хәҙер үҙең ослап ҡуй, йәнкәй-йәнәш!

Ир, ҡатыны менән ыҙғышҡанда була торғанса, шулай һүҙен түңәрәкләп атты ла ярһып урынынан ҡуҙғалды, зал яғына сыҡты.

Бер бүлмәнең ишеге шар асыҡ, ә икенсеһенеке шыплап ябылған ине. Күрәһең, бында Рәғиҙә инеп ҡунаҡлағандыр. Нимә, хәл йыйып ҡына аламы, әллә тороп ҡаламы – ҡатындар башҡа төшкәнде шулай хәл итергә йыйыналармы? Булмаҫ, туҙға яҙмағанды. Ләкин бер аҙҙан ирен сәйгә саҡырып, Разия нәҡ күңеленә килгән шөбһәне ысынға ашырып һүҙ әйтте:

– Беҙ ҙә шәфҡәтһеҙ булмайыҡ инде, Сәфәр. Рәғиҙә әлегә беҙҙә йәшәп торһон. Тора-бара Хоҙай берәр әмәлен юллап бирер әле.

– Рәғиҙәне өйҙәш яһарға йыйынаһыңмы? – тип үҙе лә һиҙмәҫтән ҡысҡырып ебәрҙе Сәфәр. – Миллиондар түгеп өй ал да уны ниндәйҙер сит ҡатын менән бүлеш, имеш! Аҡылыңдамы һин. Ниткән гуманлыҡ? Һинең шәфҡәт мине сикләй, рәнйетә икән, шәфҡәтме һуң был? Туҡта, уйнама минең менән, Разия! Бер өйҙәш менән тороп ҡараныҡ бит инде. Теңкәне ҡоротто.

– Ниндәй өйҙәш хаҡында һөйләйһең тағы? – Разияның ихлас ҡарашында аптырау, ғәжәпләнеү ҡалҡып сыҡты. – Кемде әйтәһең һин?

– Кемде, кемде – әсәйеңде! Теге ваҡытта ла нәҡ шулай әйттең: «Үҙебеҙгә алайыҡ, ҡарайыҡ», – тинең. Алдыҡ. Ә ташы һаман йөрәктә! – Ир күкрәгенә һуҡты. – Өйҙәш кенә түгел, ғаиләгә баш булырға ынтылыуын оноттоңмо?

Разия, ҡулындағы бәрәңгеһен, бысағын биҙрәһенә бәреп, йөҙөн ҡапланы:

– Ай, Алла, ниндәй кеше һин... Әсәй – өйҙәш буламы ни? Уны ҡараған өсөн сауап ҡына йыйҙың бит.

Ҡатын үҙ әсәһен әлеге сетерекле һөйләшеүгә ҡатнаштырғыһы килмәһә лә, асылда һәр икеһенең хәтере ғаиләнең үткән тормошона табан йүнәлде.

3

Ҡәйнә менән кейәүҙең бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәргә йыйынғансы уҡ борсаҡтары бешмәне. Разияның тыуған йортона беренсе ҡайтҡанда, тау ҡәҙәр эштәр башҡарып ташланы Сәфәр. Бигерәк тә күптән ҡайтарылып, урамда сәселеп ятҡан утынды бысып-ярыуы, соланға индереп, тәҫләп өйөүе оҡшаны ҡартҡа:

– Маладис! Кейәү эш рәтен белә.

Шунан һуң да бер айға ике рәт даими ҡайтып, ҡутара эшләп, Ғиниәтулла ҡарттың йортон тамам тәртипкә һалды, уға йәнә ҡот ҡайтарҙы Сәфәр. Һәм бер мәлде, кейәүҙең ишек алдында ҡояшта йылынған һыу менән бышҡыра-бышҡыра сайынған сағын күҙәтеп, ата кеше әйтеп һалмаһынмы:

– Бына беҙҙе ҡараусы. Бына йортҡа ысын хужа! Кейәү, беҙҙең ҡулдан асҡыстарҙы һин алырһың инде!

– Юҡ, ҡайным, ашыҡма, асҡыстарҙы тапшырыр кешең ҡайтыр әле! – тиергә булған да бит. Ғилемле булһа ла, тормош сетереклектәренән йыраҡ торған әҙәм шул ул. Үҙенә зәңгәр күҙҙәренең шелтәһен сәскән Ҡәмәриә ҡарсыҡҡа ла тик йылмайып ҡараны. Асҡыс хаҡында уй ҙа юҡ инде, ҡайныһының ҙурлауынан, үҙ итеүенән ихлас ҡыуанған ине ләһә. Инде тора-бара, төштән һуң булһа ла, төштө аҡыл. Ҡәйнәнең урынһыҙ үсегеүҙәре, күҙ сәнсеп, һүҙ ырғытып китеүҙәре бабайҙың туҙға яҙмаҫ фатихаһынан башланған... «Өс көнлөк кейәү...» «Ғиндуллиндар мираҫына табылған дәғүәсе...» «Малымды мин тиненә ҡәҙәр ғәзиз Заһирыма тапшырам, Аллаһым бойорһа!» – тигән һүҙҙәрен уҡырға кәрәк булған ул саҡта ҡәйнә ҡарашынан.

Яҙмыштар болғанып, әсә менән мәнһеҙ ул араһына керҙе шул Сәфәр. Бер саҡ үҙ өйөндә, үҙ өҫтәле артында эшләп ултырғанда, ҡәйнәһенең телефон аша һеңлеһе Саманиә менән һөйләшеүе уның ҡолағына килеп керҙе.

– Һарытауға мине Заһир улым алып килде бит. Улымда торам. Әй, әйбәттәр! Заһирым гел «әнкәй-бәғерем» тип кенә көйөмдө көйләй. Бер ҡайғым юҡ, инде Хоҙай алдағыһын күпһенмәһен! Бына әле ҡыҙым үҙенә ҡунаҡҡа алды. Һөйләшеүем дә әлегә уларҙан. Тик оҙаҡ тормам, йәнә Заһирыма ҡайтырмын, тип торам. Рәхмәт, яҙмышымдан һис зарланмайым, Саманиә!

Ҡәмәриә ҡарсыҡтың һүҙ маһирлығына, фәстереү, шыттырыу ҡеүәһенә ғәжәпләнеп бөтә алманы Сәфәр. Уны ауылса, ғәҙәти күренгән заттың донъяны үҙенсә күреү әмәле, баш бирмәҫ рух ҡөҙрәте аптыратты. Хәйер, Ҡәмәриәнең һуғыш йылдарында һәм унан һуң да байтаҡ ваҡыт колхозда бригадир булып тороуын ишеткән ине. Өҫтөнә һырма, аяғына итек кейеп, күн бирсәткәле ҡулдарына ҡайыш ҡамсы тотоп, ҡара айғыр өҫтөндә төшкән йәш ҡатын фотоһүрәтен Разия үҙ альбомының иң ҡәҙерле йәдкәре итеп һаҡлай. Шуны йәнә күргән йә иһә берәй сәбәп менән күҙаллаған һайын, Сәфәр уйланы: «Ҡамсы уға ниңә кәрәк булды икән? Сәскә тотоп төшһә, килешлерәк булмаҫ инеме һуң? Ысынлап та, бер ҡулда – ялан сәскәләре, икенсеһендә – теҙген. Ә йөҙҙә йылмайыу... Бына тигән ауыл алиһәһе булып күренер ине ләһә Ҡәмәриә!» Тик күҙ алдында һүрәт йәнә йәнләнгәс, уйҙарына яңы яуап таба ул. Сталин заманы бит, ҡамсыһыҙ ҙа булмағандыр. Ваҡытында сәстер, урҙыр, һуҡтыр, өҫтән төшөрөлгән пландарҙы үтәт! Быларҙы кешегә ҡушып ҡына үтәтеп булмай. Сыбыртҡы менән янауҙар ҙа кәрәк булғандыр, күрәһең. Ҡамсы теле бик үтемле булған бит Сталин баш булған илдә. Берәүҙәр өҫтөндә сыбыртҡы уйнатып, икенселәрҙе прәник биреп әүрәтеп әлеге тиран үҙ тәртиптәрен урынлаштырған, ти, бит. Баҫыуы баҫыу инде – ҡаҙна биләмәһе, ил башының ғәҙәте бригадир Ҡәмәриә кеүек ҡатын-ҡыҙҙар холҡона ла күсеп, ғаилә диктаторҙары яһаһа, ни хәл итерһең, ә, Сәфәр кейәү? Ҡатын-ҡыҙ ҡулында ҡамсы, ни генә әйтһәң дә, яҡшы фал түгел шул. Бында матриархат еҫе аңҡый.

Әлеге фотография йәш ҡатынды һаман ат өҫтөндә йәшәтһә лә, Рысаевтарҙа торған саҡта ул инде эйәрҙә түгел ине. Орденлы һуғыш ветераны, байтаҡ йылдар сельпо рәйесе булып торған ире Ғиниәтулла донъя ҡуйғас, Ҡәмәриә ҡарсыҡтың хәлдәре мөшкөлләнеп китте. Атай-әсәй ярҙамы менән Һарытауҙа йортло булған Заһир Сүәргә бөтөнләй юлды онотто. Әллә эше күп, әллә әсәһендә уйы юҡ. Ҡыҙ менән кейәү йыш-йыш ҡайтып ҡарамаһа, меҫкен ҡарсыҡ нишләр ине икән?

Ә бер мәл, көҙ һалҡын һулыш өргән саҡта, әсәһенең ауырып түшәктә ятыуын күргәс, Разия күҙ йәштәре менән иренә ялбарҙы:

– Сәфәр, аяҡ аҫтыңда туҙан булайым, зинһар, әсәйҙе үҙебеҙгә алырға рөхсәт бир! Алла хаҡына!

Рысаевтарҙа күпме йәшәне Ҡәмәриә ҡарсыҡ? Йәмғеһе алты йыллап, буғай. Кейәүҙең эш бүлмәһендә урынлашып, ҡыҙы бешергән затлы аштарҙы ашап, өйҙәгеләрҙән һәр ваҡ-төйәк теләктәрен дә үтәтеп барған әбей кешегә, ҡараусыларға рәхмәт йөҙөнән, тиҫбе тартып, доғалар ғына уҡып ятырға ине лә бит. Ҡарсыҡтың ҡарсығалай үткер күҙҙәре, тирә-яҡҡа бик шыма борғоланып, күпте күрҙе шул. Ҡулдары кәрәкмәгәнде лә ҡапшаны, ә теле, хисап бирмәйенсә, электән ҡанына һеңгән, ғәҙәт-ҡанун иткән һүҙҙәрҙе әүәләне. Ҡамсыһы булмаһа ла, ҡамсылы һүҙҙәр ине былар.

Шулай ҙа Сәфәрҙең айырыуса енен ҡотортҡаны ҡәйнәнең кейәүгә һөйһөнмәй ҡарауы, сүпкә һанауы булды. Ҡыҙ яҡшы, малай һәйбәт, ә кейәү – ниндәйҙер һис ипкә килмәгән әҙәм аҡтығы. Бер саҡ университетындағы сығарылыш кисәсенән Сәфәр Раянович шаҡтай төшөрөп ҡайтты. Унан һуң да бер нисә көн сәрхүш булып, һыра һемергеләп йөрөнө. Ҡатыны менән дә нимә хаҡындалыр эләгешеп, әйткеләшеп алдылар былар. Ҡыҫҡаһы, үҙе әйтмешләй, ғаиләлә булғылай торған хәл инде был. Тик Ҡәмәриә ҡарсыҡ ошонан фажиғә яһаған. Разия магазинға сығып киткәс, ул таяғы менән туҡылдап залға сыҡты, Сәфәр ҡаршыһына килеп баҫты:

– Нимә, кейәү, һин эскегә һабыштыңмы? – Зәңгәр күҙҙәре ирҙе сәнсеп, быраулап алды. – Күптән киләме был?

– Кем әйтә, эсә, тип?.. – тине Сәфәр, хаяһыҙ һорауҙан ҡаушап.

– Үҙем күрәм. Эргәңдән туҡтауһыҙ һаҫыҡ еҫ килеп тора. Күҙҙәрең ҡыҫылған, йөҙөң ҡарт урыҫтыҡы һымаҡ шешенке.

– Һе!

– Һе шул. Аптырайым, хайран ҡалам. Мәртәбәле уҡыу йортонда мөғәллимһең. Кеше тәрбиәләйһең, китап яҙаһың. Ә үҙең өйҙә боҙоҡлоҡтаһың. Минең ирем дә, улым да бындай юлға аяҡ баҫманылар. Туҡтат был ғәҙәтеңде, аңланыңмы?

Һәм ҡарсыҡ таяғы менән иҙәнде төйҙө лә, кейәүгә инфаркт яһай яҙып, үҙ бүлмәһенә ыңғайланы.

Әй, ғәрләнде Сәфәр Раянович. Үҙ өйөндә тамам кеше иҫәбенән сыҡты бит! Байрамдарға, ҡарсыҡ ҡушыуы менән, Заһир саҡырылды. Хәҙер юл ҡайғыһы юҡ бит, ғаиләһе менән килә лә өҫтәл түренә менеп ултыра, малай. Әсәләренең тыуған көнөндә иң ҡайнар мәҙхиә һүҙҙәрен хәҙер Заһир менән Сәриә килен әйтә. Әсәһенә ҡарап, ҡыҙы Разия ла ғаилә дилбегәһен үҙ ҡулына ала, буғай. Ай һайын өйгә алып ҡайтылған хеҙмәт хаҡы булмаһа, моғайын, Сәфәр Раяновичты юҡһыныусы ла булмаҫ. Ятһын шунда китапханала ғилми хеҙмәтен яҙып... Ә бында сөкөрләшер өсөн һәр кемгә иш, серҙәш бар бит!

Тик ҡуҡрый ҡунаҡ булып, тыйнаҡлыҡты белмәгән Ҡәмәриә ҡарсыҡты көтмәгәндә паралич һуҡты. Малайҙан, килендән елдәр иҫте, эҙҙәре һыуынды, ҡыҙы ла хәҙер Сәфәргә йылыша төштө. Ауырыу әсәне ваннаға төшөрөп йыуындырыу, күтәреү өсөн ир ҡеүәте кәрәк... Сырхау янында ултырып һаҡларға, ҡалаҡлап ашатырға-эсерергә алмашсы кәрәк.

Хәйер, йылдар буйы өйҙәш булып, торған ҡәйнәнең уйландыра торған һабағы тасуир ителгән хәлдәр түгел. Былар бик күп ғаиләләрҙә була торғандыр. Хайранырағы башҡа. Сирле әсәһен ҡыҙы ҡарарға, ҡыҙы тәрбиәләргә тейеш, тигән ҡанун ҡуйған Ҡәмәриә ҡарсыҡ, васыят яҙып, ауылдағы йортон, бар мөлкәтен Заһирға мираҫ иткән. Ата-әсә нигеҙен, үҙе үҫкән йортто барып күрергә, хәтирәләр кисерергә ымһынған Разияны хәҙер Сүәргә саҡырыусы юҡ. Заһир үҙ ҡулына күскән утарға апаһының аяҡ баҫыуын теләмәй. Шунан шөрләй? Ҡатын-ҡыҙ бит, әсәй төҫө, атай төҫө, нигеҙ иҫтәлеге тип, тегене-быны алып китеүсән.

Һүҙгә кире ҡайтып әйткәндә, дөрөҫ, Ҡәмәриә ҡарсыҡ Разияға ҡәҙерле әсә инде. Ә бына Сәфәр өсөн ул – өйҙәш. Әсә булараҡ, Заһир йортоноң түрендә ултырырға тейеш ине ләһә!

Ә өйҙәш ҡатын, күргәнсә, сюрпризлы зат бит ул. Бына шуға күрә Разияның, Рәғиҙәне ҡыҙғанып, бер ҡыйыҡ аҫтына алырға теләүе ысынлап та ҡурҡыта. Етмәһә, ҡырҡыу холоҡло ҡәйнәһе ҡылған һымаҡ, берәй хәл килеп сыҡмаҫ, тип кем әйтер? Ҡатын-ҡыҙ, тамаҡ туҡ, донъя түгәл, тигән ир-ат түгел бит ул, тамырланған гөл һымаҡ, һәр ҡайһыһы үҙенсә өҫкә үрләй, ян-яҡҡа йәйелә бит улар.

4

Кешене таң имләй. Әгәр ҙә шәфәҡ юйылғандағы хистәре, ҡараңғылыҡ һеңгән киске уйҙары менән ҡалһа, әҙәм заты күптән инде һағыш-ҡайғыларына, үпкәләренә томаланып, динозаврҙар һымаҡ ер йөҙөнән юғалған булыр ине. Бәндә һөйөнөп таңды ҡаршылай, йылмайып, нурҙар сәсеп сыҡҡан ҡояшты күҙәтә, иртәнге сафлыҡ, тәбиғәт хозурлығы, йәшәргә ашҡыныу уның йөрәгендә лә яңы өмөт, дәрт уятып, хистәрен яҡтырта.

Йоҡоһонан тороп, Сәфәр ишек алдына сыҡты, һуҙылды-кирелде, күкрәк тултырып саф һауаны һуланы ла, фанер көрәк алып, төндә хәтһеҙ генә яуған аҡ мамыҡ ҡарҙы көрәй башланы. Тәненә егәр төштө. Үҙе лә һиҙмәне, кәйефе күтәренке саҡтарҙа була торғанса «Донъя матур, донъя киң...» тип көйләп ебәрҙе. Күңел йырлаһа, аҡыл түҙәме? Ул да сыуалған уйҙарҙы рәткә һалырға, епкә теҙергә кереште: «Юҡ-бар шиктәр менән нишләп үҙ-үҙен ҡамсылай һуң? Разия хаҡлы бит, рәнйетелгән ҡатынға ярҙам итергә кәрәк...»

Өйгә ингәс, йыуынғыс янында таҫтамалға һөртөнөп торған экс-хужабикәгә лә бик ипле, яғымлы итеп өндәште Сәфәр:

– Нисек, һәйбәт йоҡланығыҙмы, Рәғиҙә ханым?

– Әй, Сәфәр әфәнде, был арала тәү ҡат сабый һымаҡ иҙрәп, әллә ниндәй татлы төштәр күреп йоҡланым, – тине Рәғиҙә, ҡояшҡа йөҙөн асҡан гөл һымаҡ яҡтырып.

Инде ирҙең уйҙары тағын да көсәйеп, тәүәккәл рәүешкә керҙе: «Ҡалһын, өйҙәш булһын. Йәшәр-йәшәр ҙә, берәй яйы сыҡҡас, башҡа бер ҡыйыҡ аҫтына китер. Йорт тар күренһә лә, күңел киң булһын!»

Ул кухняла тәмле еҫтәр сығарып бәрәңге ҡыҙҙырған ҡатыны янына килде:

– Рәғиҙәне ҡайһы бүлмәгә урынлаштырабыҙ һуң?

– Нимә, кәзәләрең киттеме? – Разия иренә ғәжәпһенеп ҡарап торҙо, йөҙө балҡып китте. – Ул йоҡо бүлмәһендә ҡунды бит инде, шунда урынлашыр. Үҙебеҙ һиңә кабинет яһарға йыйынған бүлмәлә булырбыҙ.

– Ятаҡта торған кеүек була инде был.

– Студент саҡтарыңды иҫкә төшөрөрһөң, йәшәреп китерһең!

– Йәшәреп булырмы икән һуң?

– Ике яғыңда ике ҡыҙ булғас, ниңә йәшәрмәҫкә? – тип мут йылмайып алды Разия. – Юғиһә, һуңғы ваҡытта бик мыжыҡҡа әйләнеп киттең бит әле, ҡартым.

Шулай, ҡыштың хәйерле бер иртәһенән Рәғиҙә Рысаевтарҙа өйҙәш ҡатын булып йәшәп китте.

5

Экс-хужабикә аҡ, шаҡмаҡлы шәлъяулыҡ бәйләп, зәңгәр фуфайкала биҙрә-маҙар тотоп, ишек алдында урала башлағас, ҡайҙандыр әсе тауыш менән мыраулап сиам бесәйе килеп керҙе.

– Маркиз, Маркиз, ҡайҙарҙа йөрөнөң һин? Кил әле, мырауйәнем минең, – тип ҡатын йөндәрен ҡабартҡан, һаман тынғыһыҙ ҡиәфәттә мыяулап торған бесәйҙе ҡосағына алды. – Туңдыңмы, асыҡтыңмы? Әйҙә, өйгә!

Ишекте асып, һөйләнә-һөйләнә ҡатын уны йортҡа үткәреп ебәргән ине, бесәй, ғәҙәтенсә, кухня яғына юл тотҡас, Разияны күреп, һикереп ҡуйҙы, яман итеп ажғырып, ыҫылдап ебәрҙе һәм йәнә ишеккә ташланды. Әгәр уны Рәғиҙә эләктереп алмаһа, моғайын, томоролоп, һин күр ҙә мин күр, тағын сығып күҙҙән юғалыр ине.

– Ай-һай, ҡырағай, нисек беҙҙән ятһына, – тип ғәжәпкә ҡалды Разия. Залдан Сәфәр ҙә был тамашаны күҙәткән икән:

– Беҙҙе өнәмәй, бесәй генә тимә, холҡо бар.

– Эйәләшер әле, – тине Рәғиҙә, уңайһыҙлана төшөп. Һәм ул, бесәйҙе ҡосағына алып, үҙ бүлмәһенә керҙе. Ишекте ябып ҡуйып, наҙлы һүҙҙәр әйтә-әйтә, асҡа киҫелгән йән эйәһен туйҙыра башланы.

Был хәл барыбер Сәфәрҙең кәйефенә тейҙе, һыҙланыуын яңыртты: «Үҙ йортоңда һине ситләтһендәр, имеш!»

Хәйер, ир бөтөнләй хаҡлы булып сыҡманы. Маркиз, бер нисә рәт ҡойроғон күтәреп Сәфәрҙе еҫкәштергеләгәс, аяғы аҫтында уралды, тора-бара хатта уның тубығына уҡ менеп ҡунаҡлап, тиҫбе тартҡандай өҙөкләп мыр-мыр килергә күнекте. Уның йомшаҡ һыртынан, башынан һыйпау Сәфәргә рәхәтлек, күңел тыныслығы килтерҙе.

Ә бына Разияны һаман үҙ итмәне Маркиз. Күргән һайын ыҫылданы, ҡатын эҙҙәрен әйләнә-әйләнә еҫкәне, ары-бире һуғылды. Бындай иҫәңгерәгән саҡтарҙа Рәғиҙә уны тиҙерәк үҙ яғына саҡырып алды, ә Сәфәр тамам аптырауға төштө. Ниндәй ғәләмәт һуң был сиам бесәйе ҡыланышында? Төп шик бары тик бер генә булырға мөмкин ине. Күрәһең, бесәй аш-һыу батшалығында үҙ хужабикәһенең урынын биләгәнгә Разияға үсегә.

Ә бер аҙҙан, өсәү йәшәүҙәренә бер айлап ваҡыт уҙғас, ир башына тағын бер аптырау ғәләмәте килеп төштө. Хәйер, аптырау тиеү генә аҙ, тетрәнеү үк булды был! Юҡ, тегене-быны уйлай күрмәгеҙ, һис кем сығырынан сығарманы Сәфәрҙе, әрләмәне-һуҡманы. Ә бары тик төш күрҙе ул. Дөрөҫ, ятҡансы телевизорҙан өсәүләп Гоголдең «Вий» тигән әҫәре буйынса эшләнгән бик ҡурҡыныс кино ҡарағандар ине. Сихырсы ҡатындың үлгән еренән терелеп, табутында ултырған хәлдә, сиркәү әһеленә яһаған һөжүмдәрен күреп, ирҙең сәстәре үрә торҙо. Хоҙайым, шундай колдун, албаҫтыларҙан үҙең һаҡла! Доға, ырымдарың менән генә ҡотолормон, тимә...

...Ҡасан ятыуын, нисек түшәгендә йоҡлап китеүен хәтерләмәй Сәфәр, ә бына баш осона килеп баҫҡан Рәғиҙә күҙ алдында һаман ап-асыҡ булып тора. Кәүҙәһен ҡыҫып, ғәүрәттәрен үтәләй күрһәтеп торған алһыу эске күлдәктән. Итәге ҡайҙа бөтә лә, шәрә боттары ҡайһы тарафтан башлана бының – айырырлыҡ түгел, тотоштан алһыу. Йөҙөн бер күреп тә һоҡланған ине инде ир. Хәҙер иһә йылмайыуы әҫәрләндерҙе. Йөрәкте яндырырлыҡ әллә ниндәй танһыҡ, һиңә генә бағышлы, йәшертен хистәрҙән тыуған йылмайыу. Ә тойғолорҙың эстән килеүен аҫтан, урлап ҡарай торған тынғыһыҙ ҡуңырт күҙҙәрҙән асыҡ уҡып була.

Һоҡланыуын йәшермәне ир:

– Алиһә икәнһең!

– Матур итеп күрергә теләгән кеше янында матур булаһың инде ул. Үҙеңдеке лә итәһең киләме?

– Һоҡланыуым етә. Ҡатынды ла күптән ҡосаҡлаған юҡ инде минең.

Ҡолаҡҡа тыйнаҡ көлөү тулҡындары килеп бәрелде:

– Һин йәш бит әле ғәйрәт булмаҫҡа?

– Йәш һиңә, стажлы пенсионер! – тип үртәлеп, тауышын күтәрә төшөп ҡаршы төштө Сәфәр. – Арт һының урындыҡҡа ҡаҙаҡланған булһын. Аҡыл хеҙмәте, фәндә сәкәләшеү, стресс, экология зыяндары. Былар ир-ат өсөн файҙағамы ни? Алашаға әйләнерһең шул! Ир ҡөҙрәтен ҡайтара торған аҡса ла юҡ беҙҙә. Миллионер, олигарх булһаң, өмөт булыр ине лә һуң, нишләйһең, тәтемәне ундай мәртәбә. Хәйер, ҡосаһын ҡосҡанмындыр инде, ғәйрәт запасы ла бөткәндер.

– Ир-атты ғишыҡ-ғишәрәт, һөйөү йәшәтә. Ә һин инде ғүмерҙән өмөт өҙҙөң бына, бабаҡай? Ә бит тыштан ҡараһаң, һиңә зарланыр урын юҡ һымаҡ. Килеш-килбәтең ҡатын-ҡыҙ күңеленә бик ятырлыҡ әле, Бальзак йәше, Бальзак ҡиәфәте!

– Яңылышаһың, мөхәббәт эйәһе түгелмен.

– Ҡатының да үҙеңә һалҡынмы?

– Ҡайнарлығын үлсәр бизмәнем юҡ. Һәр хәлдә ул – Зөһрә, мин – Таһир түгел.

– Яратмағас, нишләп өйләндең һуң?

– Өлкән йәштәгеләрҙең йәшәү ҡанундары үҙҙәренсә.

– Иҫәп-хисапмы?

– Тап өҫтөнә баҫтың!

– Аҡса, мал яратаһыңмы ни?

– Хурлама! Минең иҫәп һөнәр мәнфәғәттәренә, ғаилә талаптарына, бала үҫтереү мәшәҡәттәренә ҡағылды. Уларҙы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк ине бит! Толдо яңғыҙлыҡ та ҡурҡыта. Кешеләр парлап йәшәргә тейештәр.

– Тик бел: ысын хистәрен аяҡ аҫтына һалып тапаған кешенән бәхет йәйәүләп ҡаса. Был ҡанун йәшенә лә, ҡартына ла ҡағыла. Ғәмәлеңдән – яза.

– Бәхет тәтемәҫме инде?

– Саф хистәрҙән ҡасҡас, йөрәгеңдә ҡайнар тойғолар табырға өмөтләнеү – ҡыҫыр шөғөл, Сәфәр. Әммә йәшәйем тигән кеше һәр саҡ яңылыштарын барлай, төҙәтә, хистәрен яңырта. Һеҙгә яңы өйҙә яңыса йәшәргә тырышырға кәрәк.

– Нимәнән башлайым һуң, әйт!

– Мин күрҙем, Сәфәр, ҡатының һиңә гел мәтрүшкә сәйе эсерә. Иртә, кис – мәтрүшкә-кәкрүшкә! Ә һин уның ир-ат өсөн бик зыянлы булыуын беләһеңме һуң?

– Аслан уйламаным. Ниңә зыянлы һуң?

– Йоҡлата, иҙрәтә, ҡөҙрәтеңде ала. Күрҙеңме, мәтрүшкәне ҡатының бында ла бер көлтә алып килгән бит. Ышанмаһаң, мунса алдына инеп ҡара. Быны эсеп бөтһәң, билләһи, ҡатын-ҡыҙ наҙы түгел, еҫенән дә биҙерһең, ташла шуны, Сәфәр!

Ир һиҫкәнеп уянып китте. Һикереп урынынан ҡалҡты. Күҙҙәрен шарландырып тирә-йүнен айҡаны. Юҡ, билләһи, бер кем юҡ! Түшәктә тик хырлап Разия йоҡлай. Өн тиһәң өн, төш тиһәң төш түгел. Рәғиҙә бар булмышы менән Сәфәр алдында баҫып торҙо лаһа! Мәтрүшкә хаҡында ҡайҙан белә тағын? Баш ауыртыуын баҫыр тип, даими рәүештә мәтрүшкә сәйен эсеүе хаҡ бит. Нәҡ шулай, иртә эсә, кис эсә... Баштараҡ әсәй йыйған дарыу тип эсерҙе уны Разия, ә унан баҙарға сыҡҡан һайын үҙе һатып алырға күнекте. Ниңә эсмәҫкә, тәбиғәттән килгән шифа бит.

Ә инде шөбһәле уйҙарынан айный алмаған ир, иртән мунса ишеген асып аҫылмалы кәртәгә күҙ төшөргәс, тетрәнеп китте. Бер нисә пар мунса миндеге йәнәшәһендә, ысынлап та, ҙур бәйләм мәтрүшкә сәскәләре аҫылынып тора. Һабаҡтары, япраҡтары йәм-йәшел, ә таждары күгәрсен күҙеләй күгелйем. Разияның иренә мәхәббәт ҡытлығы, өнәмәү хисе шулай көлтәләп үк микән ни?..

6

Йорт алдын йыйыштырырға сыҡҡан Сәфәрҙе сәйгә саҡырып алдылар. Сәстәрен аҡ яулыҡ аҫтына ҡыҫтырған, зәңгәр алъяпҡыслы Рәғиҙә өҫтәл йүнәтеп ҡуйған. Моронға тәмле ризыҡ еҫе бөркөлдө. Бөгөнгө кухня дежуры ниндәй?

Сәскәле халатта өҫтәл башына килеп ҡунаҡлаған Разияның да тамағы ҡытыҡланды:

– Рәғиҙә, таңдан тороп нимә әҙерләнең һин?

– Ватрушка! – тине ҡатын, ризығы менән иғтибарҙы йәлеп итеүенә ҡәнәғәтләнеп.

– Беҙҙеңсә – бәрәмес инде. Эремсек бәрәмесе була, – тине Разия һәм, эҫе таба өҫтөнән япманы алғас, береһен эләктереп ауыҙына ҡапты. – Һай, тәмле, деликатес! Мине лә өйрәтерһең, йәме?

Сәфәр йәшертен генә Рәғиҙәгә күҙ төшөрҙө. Төндә уның менән гәп ҡорған зат бит, берәй ғәләмәте сағылмаҫмы? Юҡ, сынаяҡ аҫтын килешле итеп бармаҡ остарына күтәргән, шуны ауыҙына килтереп, һалмаҡ ҡына уртлаған Рәғиҙәнең хәбәре лә ырамай. Әллә бар, әллә юҡ һин уның өсөн. Ну, төш! Керһә керә икән башҡа әллә ниндәй туҙға яҙмаған нәмәләр... Әммә ашыҡма, Сәфәр, ҡолағың ни ишетә?

– Нимә эсәһегеҙ, Сәфәр? – Рәғиҙә, әмер көтөп, иргә ҡарап алды. – Сәйме... һөтләпме?.. Әллә ҡәһүә яһайыммы?

– Иртән уның эскәне – ҡуйы мәтрүшкә сәйе. Ҡан баҫымы күтәрелеүенән дауа. Шуны яһап бир. Ә үлән шкафта. – тине Разия.

– Мәтрүшкә? – Ихлас ғәжәпһенде ҡатын. – Белеүемсә, ул давлениены баҫмай, тик иҙрәтә. Сирҙе спорт менән дауаларға кәрәк. Ана, саңғы кейһен дә урманға сығып китһен. Һауа саф, төлкө, ҡуян сабыша. Ауырыуының эҙе лә ҡалмаҫ. Иртән, минеңсә, ҡәһүә файҙалы. Ә мәтрүшкәне ир-аттың ғөмүмән ҡулланмауы хәйерле.

– Миңә кофе яһағыҙ шул! – тип үҙе лә һиҙмәйенсә ҡәтғи итеп һәм ашығып әйтте Сәфәр.

Разия Рәғиҙәнең мәтрүшкә хаҡындағы һүҙҙәренән ҡымтайып ҡалды, буғай:

– Имсе булғас, әйт инде, мәтрүшкә ир халҡына нишләп ярамай?

Рәғиҙә уның янына килеп, ҡолағына ниҙер бышылданы. Тегеһе күҙҙәрен шар итеп тыңлап торҙо ла шарҡылдап көлөп ебәрҙе.

– Ниндәй сер ул? Миңә лә әйтегеҙ, – тине Сәфәр.

– Күп белһәң – тиҙ ҡартайырһың, йәней!

Үҙе лә төшөндө ир. Көлкө әлеге лә баяғы мәтрүшкәнән сыҡҡан, шик юҡ. Кисен мунса алдына күҙ һалһа, серле үләндән елдәр иҫкәйне. Күңеле хушланып китте, ҡатынына нахаҡ бәлә яҡҡан даһа!

Дежур тигән һүҙ сыҡҡас, аңлағанһығыҙҙыр инде: Рысаевтар сиратлашып аш-һыу әҙерләйҙәр хәҙер. Был эшкә Разия Сәфәрҙе лә йәлеп итергә ынтылған ине. Йәнәһе, плитә янында ҡатындарға ғына сейләнергә тимәгән, ир-ат та дежур булып, ашарға әҙерләһен! Сәфәр биленә алъяпҡыс бәйләргә әҙер ине инде. Көлдөрҙө лә: «Ир-ат ҡаҙан аҫһа, фәрештә ҡанатын йәйеп тора». Тик быны Рәғиҙә килештермәне:

– Ҡуйсы, Разия, иртүк тороп эшкә китәһебеҙ юҡ. Үҙебеҙгә лә эш самалы. Сәфәр әфәндене тәьминәтсе итәйек беҙ. Аҙыҡ-түлек артынан баҙарға барыр, магазинға йөрөр.

Күҙ теймәһен, өйҙәш ҡатын әлегә гел Сәфәр файҙаһына эш итә. Элек Разия биленә таянып, өҫтәл янына ҡунаҡлаған ирҙең йәнен игәне бит: «Артыңдан ҡыуалармы һуң һинең, ниңә шул саҡлы ҡабаланып ашайһың?.. Ҡойма, ауыҙың тишекме һуң? Йә, Алла, шәкәр ҡорто булһаң ла булырһың икән, шәшкең төбөнә ултырғанды йыуып бөтөрөп булмай». Тағын фәлән-фәсмәтән, билләһи, шул ҡанығыуҙарҙы ишетмәҫ өсөн, сынаяғыңды, сәйеңде тотоп, бүлмәңә ҡасырһың.

Ә хәҙер, өсәүләшеп бер өҫтәл тирәһенә теҙелешкәс, иргә ҡарата хужабикә бер йәмһеҙ һүҙ ырғытмай. Киреһенсә, теге йәки был ризыҡтың уңғанлығын белешкән булып, Сәфәр тирәһендә бөтөрөлә: «Һурпаның тоҙо-боросо самалымы?.. Йәле, йәнем, билмәнде ҡабып ебәр, булғанмы? Иттең ҡайһыһын һалайым һиңә, Сәфәр, һимеҙенме, әллә майһыҙ еренме?» Ҡатын шулай алда сыйырсыҡ һымаҡ һайрай. Тик шуныһы ғына ҡараңғы: был һайрауҙар ҡасанға хәтле барыр?..

Сәфәр, дәү сумкаһын аҫып, үҙ вазифаһын үтәргә кереште – Ҡуштау баҙарына йүнәлде. Бында халыҡ сират тороп шыршы һатып ала, елкаға биҙәк, уйынсыҡтар һайлай ине... Ҡайһы арала Яңы йыл да килеп еткән, тип ихлас ғәжәпләнде ир. Былай булғас, мәшәҡәттәр өҫтәлә инде, байрам кәйефенә ойотҡо һалырға кәрәк.

Тәьминәтсе елкәһенә ҙур ҡупшы шыршы һалып өйгә килеп ингәс, ҡатындар ысынлап та шаҡ ҡатты. Рәғиҙә хатта балаларса ҡыуанып, ҡулдарын сәпәкәйләне.

– Ҡыш бабай! Елка, елка, беҙ һине һағынып көттөк йыл буйы. Тоғо ла бар!

– Тоғонда әллә нәмә юҡ инде. Кишер ҙә картуф. Бына һин беҙгә төлкө тундар, һыуһар бүректәр бүләк итһәң ине, Ҡыш бабай! – тип үҙенсә Разия ла көлдө.

– Ҡыҙыл ҡар яуғас, барыһы ла булыр, туташтар. Әлегә ергә ағы ғына төшә бит әле, – тип ир ҙә яуапһыҙ ҡалманы.

Шыршы байрамын бик шәп уҙғарҙы Рысаевтар. Сәғәт һуҡҡас, шампан шешәһенән бөкө лә атылды, бокалдар ҙа сыңланы. Телмәрҙәр ҙә ҡаланыҡыларҙан кәм булмағандыр. Ә бына битлектәр кейеп бейеүгә килгәндә, бындағы ҡатындар мутлығына берәү ҙә етмәҫ, моғайын.

– Сираттағы номер – бал-маскарад! – тип артистарса иғлан яһаны Разия, Сәфәр һәм күршенән ингән ҡунаҡ ир Вәхит тарафына ҡарап. – Ҡул сабып ҡаршылауығыҙҙы һорайым, хөрмәтле тамашасылар!

Дәртле көй ритмына бүлмәнән бейей-бейей төлкө менән бүре килеп сыҡты. Әй ҡыландылар, әй осондолар был януарҙар, моғайын тәндәрендә һуҙылмаған, тартылмаған еп ҡалмағандыр. Ирҙәрҙең көлә-көлә эстәре ҡатты. Тик төлкө кем дә, бүре кем? – быныһы Вәхит өсөн генә башватҡыс. Күлдәктәренә ҡарап, Сәфәр әллә ҡасан асыҡлаған инде: зәңгәргә аҡ һыҙыҡ төшкәнендә – Рәғиҙә, ә зәңгәр шифондағыһында – ҡатыны.

– Мин уларҙы арттары менән мейескә инһәләр ҙә таныйым, – тип ебәрҙе Сәфәр, Вәхит менән рюмкаһын сәкәштереп.

Һәм, вальсҡа саҡырып музыка уйнай башлағас, һис шикләнеп торманы, бүрене бейергә саҡырҙы Сәфәр. Бүрене юҡҡа ғына ҡанһыҙ йыртҡыс тип әрләйҙәр. Ҡосаҡҡа нисек яйлы ята, көй аһәңенә яйлашып, бергә ниндәй ятышлы итеп бейейҙәр улар? Быны һүҙ менән аңлатып булмай, йырлап ҡына белдереп була: «Ля-ля-ля-лилляу!»

– Йәнем, һин нисек матур бөгөн. Нисек танһыҡ! – Шундай һүҙҙәр һөйләй-һөйләй, тәнендә уйнаған ҡан ҡайнарлығына бирелеп, бүрене һаман ҡосағына нығыраҡ ҡыҫты Сәфәр.

Битлектәрен һалғас, ҡатындар йығылып көлдөләр. Разия тип ҡосҡаны Рәғиҙә булған икән. Күлдәктәрен алмашҡандар – ике төлкө!

Хәҙер инде Вәхит, рюмкаһын сәкәштерергә һуҙып, табындашына нәсихәт уҡый:

– Үҙеңде ҡатыныңдан аҡыллыраҡҡа һанаһаң, бөттөң инде, күрше, мәсхәрәгә генә ҡалаһың.

Әле яңыраҡ ҡына күктең етенсе ҡатына менеп хистәр тулҡынында елдергән ирҙе кинәт һағыш баҫты. Уның менән хозурланып вальс бейегән бүре, йәшлектәгеләй, ҡанды уйнатып алған. Уҫал, ихлас, ирекле урман йыртҡысы һымаҡ тәкәббер ҡыҙ-ҡырҡын да, ҡуйыныңа һыйынып, һине үҙ һәм яҡын итһә, егет йәненә тағын ни кәрәк инде? Эх, хәҙер шул йыуанысыңды көлкөгә алып, шарҡылдап көләләр икән, бөткән ғүмер. Үткән тойғолар дөмбөргә генә ҡалған. Байрамдар, кисәләр ҡарт йөрәкте үртәү генә шул...

7

Рәғиҙә әле тегеләй, әле былай Сәфәрҙең уйына йыш килеп керә.

Төштәге Рәғиҙә ҡиәфәтендәге алиһә тураһында һүҙ ҙә юҡ, ләкин өндәге экс-хужабикә лә күңел һиҙгерлеге, күрәҙәлеге менән таң ҡалдырҙы.

Бер көндө, залда диванға ултырып, Рәғиҙә альбом ҡарай.

– Разия, ҡара аттағы һүрәттә кем ул? – тип һорай ул, кухняла аш-һыу әҙерләгән дежурға өндәшеп.

– Әсәйем, әхирәт!

– Әсәйең? Бына камиллыҡ, исмаһам. Бында герой ҡиәфәте лә, фотограф оҫталығы ла нисек оҫта үрелгән. Рембранд картинаһы тиерһең! – Рәғиҙә, һөйләнә-һөйләнә, һаман һүрәткә һоҡлана һәм бер аҙҙан йәнә һорай. – Разия, әгәр мин ошонан картина эшләргә тырышһам, рөхсәтме?

– Ундай ҙа оҫталығың бармы?

– Институтта беҙгә һүрәтле сәнғәт тә уҡыттылар бит. Буяуға тотонғолайым. Һәр хәлдә ҡул аҫтында ҡәләм, бумала, киндер бар.

– Яһале, әхирәт!

Өҫтәл өҫтөндә йәһәт кенә мастерской һымаҡ нәмә әтмәләп, эшкә лә тотондо Рәғиҙә-рәссам. Бер көн уҙҙы, ике көн. Үҙе кухняла – киҙеү, әммә ҡулдарын сепрәккә һөртә-һөртә, ун-ун биш тапҡыр мольберты янына килде, ниҙер өҫтәне, нимәнелер үҙгәртте ул картинаһында. Ниһайәт, тантаналы мәл килеп етте, рәссам Сәфәр менән Разияны күргәҙмәгә саҡырҙы. Аһ, ысынлап та һоҡланғыс сәнғәт әҫәре был! Һыбай Ҡәмәриәнең зәңгәр күҙҙәре, йөҙөндә балҡыған йылмайыуы нисек шәп! Янындағы кешеләргә лә, йыраҡта йәйелеп ятҡан баҫыу киңлегенә лә ҡарап күңел халәтен белдерә һымаҡ ул. Бына-бына һөйөнөслө берәй һүҙ, йылы хәбәр еткерер һымаҡ өҫтөнә һырма, аяғына кирза итектәр кейгән колхоз бригадиры. Сәфәр яңы ғына иғтибар итте: ҡатын ҡулында сыбыртҡы-ҡамсы юҡ. Эйе, эйе, нәҡ ир хыялындағыса, ул һул ҡулына сәскә бәйләме, ә уңына – теҙген тотҡан, аҡ ромашҡаларҙы һәм ниндәйҙер зәңгәр сәскәләрҙе, моғайын, юлда килгәндә өҙгән булғандыр.

– Әсәйем! – тип бышылданы Разия һәм хисләнеп Рәғиҙә-рәссамды ҡосаҡлап алды. – Рәхмәт!

Рәғиҙә был һүрәте менән бөтә нәмәне үҙ урынына ҡуйҙы. Ваҡытты, заманды, ынтылыштарҙы. Эйе, тик бөйөктө, яҡтыны, изгене генә алырға кәрәк. Ҡамсылар, рәнйеүҙәр, үпкәләр күмелеп ҡалһын! Ҡәйнәһенең илаһи һүрәтен күреп, Сәфәр кейәү күңелендә лә тыныслыҡ, йәм ҡалҡты. Кәрәкмәгән эске ҡаршылыҡтарҙан тамам арынып ҡуйҙы ул.

Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, тигән, ти, ҡасандыр бер бәхетле кейәү.

Ә һуң Сәфәр ниндәй кейәү?

...Мәрхүм Ғиниәтулланың йыллығын Сәфәр фатирында үткәрҙеләр. Үҙ өйөндә Разия әсәһенең әле тәүге ихтыярын үтәй, шуға күрә ул был сараны туған-тыумаса ҡәнәғәт ҡалырлыҡ итеп ойошторорға тырышты. Рысаевтар аҡсаларын ла, аяҡтарын да ҡыҙғанманылар. Аш-һыу мул һәм затлы итеп әҙерләнде, ҡунаҡтар ҙа күп йыйылды.

Һарытауҙағы мәсеттән саҡырылған салмалы, күркәм йөҙлө мулла абзый ысын бохар мәҡәме менән уҡыған доғаһында мөьмин Ғиниәтулла Ғиндулла улы исемен өс-дүрт рәт телгә алып битен һыпырғас, мәрхүмде иҫләп, байтаҡ матур һүҙҙәр әйттеләр. Иң әүәл күҙ алдында яугир, герой булып баҫты ул. Булдыҡлылығы, малтабар булыуы маҡталды. Бала йәнле икәнлеге лә хәтергә төшөрөлдө. Был яҡлап Заһир атаһын күккә сөйҙө. «Атай беҙҙең өсөн йәнен дә ҡыҙғанманы, гел балалар өсөн йәшәне», – тип малай кеше хатта күҙ йәштәренә үк мансылды.

Мәрхүм атанан ҡалған мал-тыуар, асҡыстар өсөн рәхмәт уҡыу инде был, тип үҙенсә нарыҡланы быны Сәфәр. Туған-тыумаса, ҡунаҡтарҙы оҙатҡас, өҫтәлде, бүлмәне йыйыштырып байтаҡ ваҡыт үтте. Сәфәр хәлдән тайып диванға һуҙылды... Бер мәл күҙен асһа, залда ярым ҡараңғы, ә яҡты кухняла әсә менән ҡыҙ гәп ҡора.

– И, ҡыҙым, әйтһәң әйтерһең ауыр һүҙ, тик атайыңды бик үк яратып еткермәнем бит... – Һүҙҙәрен ишеткәс, кейәү кеше һиҫкәнеп китте, йоҡоһо тамам ҡасты.

– Улайһа, хөрмәт иткәнһеңдер, әсәй, – тип ҡыҙ ыңғайына һыпырырға тырышты, буғай. Сөнки атаһын үҙе бик ярата ине Разия.

– Хөрмәт? – Тауышта ҡырыҫлыҡ дөрләп китте. – Ғәмәле өсөн кешене яҡын итәһең. Ә был өҫтөмдән йөрөнө, ауылға рисауай яһаны, – тип әсә, элеккеләрен хәтерләп, ата кеше хаҡында байтаҡ ҡына күңел өшөткөс хәлдәрҙе лә тасуирланы.

– И, әсәйкәйем, күргәнһең икән һин!

– Булған инде, ҡыҙым, күрәсәк. Яуға оҙатҡан егетем бар ине лә бит, ҡайтманы. Ултырған ҡыҙ хәленә төшәһем килмәне шул, сыҡтым. Өмөт булған, күрәһең.

Сәфәр күргәндә, ҡайны кеше үҙе бик ҡыҙғаныс хәлдә ине. Бер нисә ҡат Ҡәмәриә хужабикә ябыҡ һәм сирҙән өшәнгән ҡартҡа тамаҡ ярып ҡысҡырғас, кейәү йортта кем баш булыуын шундуҡ аңлаған ине. Меҫкен ҡарт! Ниндәй генә ғәйептәр табып әрләмәне уны Пушкиндың «Балыҡсы һәм балыҡ тураһында»ғы әкиәтендәге нәфсеһе туймаҫ ҡарсыҡҡа оҡшаш Ҡәмәриә. Йәнәһе, ул ата хөрәсән, эштән ҡаса, йорт-ҡураға ҡул да тейҙермәй. Йәнәһе, ул шапшаҡ, өйгә бысраҡ ташый. Йәнәһе, атлаған һайын ашарға һорай, һис туйҙырып булмай был бирәнде.

Шулай, үҙ ваҡыты килеп еткәс, үтенә, бәғеренә төшкән иренән үс ҡандырыуы булдымы был? Ғиниәтулла һалдаттың ҡаһарманлығы аҫта ҡалып, үҙ рәнйеш, үпкәләре алға ҡалҡҡан икән, Ҡәмәриә ҡарсыҡ бик ҡара хәтерле кеше булып сыға түгелме һуң?

Рәғиҙә яһаған бригадир ҡатын һүрәте Сәфәрҙә был йәмһеҙ шиккә урын ҡалдырманы. Хәтерҙән юйылды, юғалды ҡамсылы Ҡәмәриә. Картиналағы йәш ҡатынға һоҡланып ҡарайһың да уйлайһың: ул, әлбиттә, ирен, балаларын, кейәүен һөймәйенсә булмаҫ. Һәм уның киләсәктәге кешеләр йөрәгенә һуҡмаҡ һалыр юлы ла ҡояшлы, матур булыр. Ана, күр, дала нисек киң, ә саптар ниндәй дәртле бит.

Сәфәр йәнә уйлай, тарихта һәм яҙмышта варианттар булмай, тиһәләр ҙә, үткәндәрҙе хәтерләү юлдарын кем сикләгән? Рәғиҙә фаразы хәҙергеләргә, ҡыҙға, кейәүгә кәрәк. Мөхәббәт өсөн кәрәк ул. Боронғонан килгән мәғишәт ҡануны бар бит. Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос!..

Йәнәшәһендәге Разия ла көндәлектә нисек кенә йөҙ һытмаһын, ҡаш йыйырмаһын, ул да һүрәттәге йәш әсә һымаҡ күңелдә балҡып торһон ине, тип теләк теләне Сәфәр.

Әй, Рәғиҙә, һиҙгер күңел, күрәҙәсе! Әй, һин яҡты күҙле рәссам! Сәфәрҙең һиңә күңелен түгәһе, кәңәш алаһы йәнә бер йөрәк яныуы бар бит әле.

Ир бик йыш беренсе тормош иптәше Луизаньң үлем алдынан әйткән һүҙҙәрен хәтерләй:

– Сәфәр, ғәҙәт бар: ир тол ҡалһа, балдыҙына өйләнгән. Һин, зинһар, һеңлем Нурияға балаларым әсәһе булырға мөмкинлек бир! Ул риза булыр, әйттем... Аңла, Сәфәр, өйгә сит ҡатын индерһәң, оябыҙ таралыр. Йәш ҡатын үҙенекен ҡорор, балаларҙы ситләтер ул, үҙең дә икегә айырылырһың. Зинһар, һүҙемде тыңла, балдыҙыңа өйлән!

Луизаның был һүҙҙәре үтенес кенә түгел, васыят булғандыр инде. Әммә ҡырҡ биш йәшлек сибәр, таҙа һәм эштәре һәр яҡтан гөрләп барған иргә ул көтөлмәгәнсә сәйер, хатта хөрәфәт булып тойолдо. «Нимә, Сәфәр балдыҙҙан башҡа ла үҙен, ғаиләһен хөрмәт иткән ҡатын таба алмаҫмы? Ҡатын ғына түгел, бына тигән сибәр ҡыҙҙы ла ҡаратыр әле!»

Дөрөҫ, Нурия ла һис төшөп ҡалғандарҙан түгел. Холҡо яҡшы, эше ырамлы, больницала шәфҡәт туташы вазифаһын башҡара. Сибәрлеккә апайынан да сибәрерәк, бишме-алтымы йәшкә кесе бит. Айнур ҙа, Лиана ла бик яраттылар үҙен, гел итәгенә уралып йөрөйҙәр. Тик бер нәмә генә күңелен ҡырҙы Сәфәрҙең: балдыҙ сатан ине. Йәнәшәһендә өйрәк һымаҡ ян-яҡҡа сайҡалған-янтайған ҡатын затын күҙ алдына килтереп сирҡанды. Апаһын ерләгәс, бер килде балдыҙ, ике килде, өс. Өс килеүендә лә еңдәрен һыҙғанып өйҙө йыйыштырҙы, йыйылған керҙәрҙе йыуҙы, тәмле-тәмле ризыҡтар бешерҙе. Икеләнәһе юҡ: еҙнәнән һүҙ, тәҡдим яһалһа, мәйет сыҡҡан моңһоу өйҙө йәмләй инде Нурия, йәмләй. Мәгәр әллә ҡайғыға, әллә уйға батҡан Сәфәрҙән мәрхүмә теләген раҫлап бер кәлимә һүҙ сыҡманы. Балдыҙ ғәрләнде, буғай. Шунан һуң, балалар бик көтһәләр ҙә, ул был өйгә аяҡ баҫманы. Телефон аша ғына хәл белешкеләне лә тора-бара тамам тынды Нурия. Тол ир ҙә был хәлгә артыҡ көйөнмәне, шикелле. Тик бына хәҙер уны үкенеү хистәре биләй. Мәрхүмә фаразлағандар раҫ килә. Фатирҙы һатты, оя таралды. Лиана кеүек арттан өлөш, мираҫ даулап килмәһендәр тип, алған йортон йәш ҡатыны исеменә яҙҙырҙы. Был ояла ла бәхетте әллә таба, әллә юҡ – был да ҡараңғы. Юранылар бит! Үткәндәре хаҡында тегеһен-быныһын уйлап бәргеләнеүе шулай уҡ хаҡ. Яна, яна инде йөрәк!

Луизаның һуңғы сәғәттәрҙә бәғеренән һығылып сыҡҡан васыятын аяҡ аҫтына һалып тапап, Сәфәр үҙ өҫтөнә бик ҙур гонаһ алманымы икән? Шул шиктәргә лә берәй яуап тап әле һин, Рәғиҙә! Үрһәләнгән күңелде һүҙең йә иһә буяуың менән имлә әле, берәр өмөтлө йүнәлешкә бор әле һин, изге күрәҙәсе!

Сәфәр ул көндө һоҡланып, тулҡынланып, портретты ҡараны, ә үҙенең хиссән күңелендә ана шундай тынғыһыҙ уйҙар бөтөрөлдө. Ысын рәссам кеше күңеленә үтеп инә, уны яулай белә шул ул.

Ир Рәғиҙә һүрәт яһаған киндерҙе матур ағас рамға ҡуйҙы ла түргә элде. Картинанан өй эсе тағын да яҡтырып, матурланып китте. Әсәләр ҙә, рухтары ла, түрҙә һәм йылмайыулы ҡиәфәттә булырға тейештәр шул. Әсә нурынан өйҙәгеләрҙең йәне ағара, сафлана бит.

8

Зөләйха төшөнә ингән Йософ һымаҡ, түшәктәге Сәфәр ҡаршыһына Рәғиҙә алиһә йәнә килде. Һаман алһыу эске күлдәктән, һынсыл ҡараған тынғыһыҙ, зирәк күҙҙәрендәге кинәйә лә шул уҡ. Ир, алдындағы гүзәллектән хисләнеп, ҡулдарын һуҙҙы, ҡатын да серлерәк итеп йылмая төштө.

– Мәтрүшкә эсмәйһең инде хәҙер. Дәртең уяндымы? Тик минең менән йыуанма, Сәфәр. Мин – рух. Мине ҡосаҡларға ла, һөйөргә лә ярамай...

– Рух, тиһеңме? Улайһа, ҡанатлы фәрештә булып ос, күңел аҙҙырып йөрөмә. Үткәндә лә һорарға йыйынған инем, Рәғиҙә булып янға килеүеңде нисек аңларға?

– Аптырама, Сәфәр! Рәғиҙә һинең өйҙәшең. Һеҙ бит бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәйһегеҙ. Күҙҙәр туҡтауһыҙ осрашҡас, йәндәр ҙә яҡынаялыр. Һин, ғалим кеше, беләһеңдер, күҙҙе, йән көҙгөһө, тиҙәр. Күҙҙәр йәнгә телдән күберәк һөйләйҙәр бит улар. Шулай булғас, йәндәрҙең, көндәгеһен көндә, төндәгеһен төндә барлап, аралашаһы, бүлешәһе нәмәләре күптер.

– Беҙ ысын Рәғиҙә менән серләшеп йөрөйбөҙмө инде? Һүҙһеҙ генә аңлашабыҙмы?

– Эйе. Унан тағын бер сер бар: рухтар әҙәмдең үҙ күргән, хөрмәт иткән кешеһенә әүерелеп, уның ҡаршыһына килергә яраталар. Белмәйҙер тиһең бына, күҙ текәгәнең Рәғиҙә бит. Уның маңлайы аҡ, сәстәре ҡара бөҙрә, күҙҙәре йәшерен генә һынап ҡарайҙар, имеш. Ҡайҙан килеп сыҡҡан был ауылға аҙашҡан әртистәй гүзәл зат, йәнәһе! Яңы йыл кисендә үҙеңдең урлап Рәғиҙәне ҡыҫып ҡосаҡлауҙарыңды оноттоңмо? Мин һинең янға кем булып киләйем тағын?

– Үҙең яратырға ҡушмайһың, үҙең киләһең.

– Беҙ йәндәрҙе ағартабыҙ, сафландырабыҙ.

– Минең йән ҡарайғанмы? Бысраҡмы?

– Йәмһеҙ кешеләрҙән, ҡара уйҙарҙан, низағтарҙан әллә ниндәй саф йәндәр ҙә керләнә. Йәнде гел таҙартып, сафландырып торорға кәрәк... Үҙең һораның, ә мин әйтәм: мәрхүмә Луиза рухына доға ҡылдыраһыңмы? Ҡәберендә сәскәләр үҫтерәһеңме? Ҡайғыларыңды һөйләп, уның баш осонда берәй тапҡыр йәш ҡойғаның бармы, Сәфәр? Илаһаң, йәнең йыуылып, күңелең сафланыр ине. Эшләнеңме шуларҙы, ирекәй?

– Юҡ бит.

– Ай-һай, Сәфәр! Һин бит ҡатыныңдың васыятын да тотманың. Ә, беләһеңме, ул һиңә хәҙер рәнйеп ята. Үлгәс күмеп ҡуйҙым да Луизанан мәңгегә айырылдым, тиһеңме? Юҡ, уның йәне бик йыш ғәзиздәре, йөрәк парәләре булып ерҙә ҡалған Айнур, Лианаһы менән хәбәрләшә. Улар аша һинән үс ала, белдеңме? Әрүах рухын ҡәҙерләп йәшәгән булһаң, балаларың да һине хөрмәт итер, үҙең дә саф йәнле ир, ата булып йәшәр инең. Әй, Сәфәр!

– Беләм, хаталы кеше мин. Тик миңә әйт, яңылышты нисек төҙәтергә, йәнде нисек ағартырға?

– Яратырға кәрәк, Сәфәр! Балаларыңды, ҡатыныңды, кешеләрҙе.

– Тик мин аңламайым: яратыуҙан, мөхәббәттән йән ни рәүешле сафлана һуң? Һөйөүҙе төрлөсә аңлаусылар бар ҙаһа.

– Мөхәббәт – саф хистәр, шәфҡәт, мәрхәмәт ул. Йән име – мөхәббәттә! Бәхетең дә әллә ҡайҙа түгел, ҡатының Разияға булған һөйөүҙән, йөрәк ҡайнарлығынан тора, Сәфәр. Ояңды һаҡла!

Был төшөнән шик-шөбһәләргә батманы. Уны тик яҡшыға, яҡтыға юраны ир.

9

Ниһайәт, ҡыйыҡтарҙан тәүге тамсылар тама башланы. Йыраҡтағы урманға зәңгәр монар төштө. Һауала йәш бөрө ҡайыры еҫе аңҡыны, сәпсектәр күңеллерәк сырҡылдашты, ҡупшы турғайҙар, йән эйәләрен ҡышҡы йоҡонан уятырға теләгәндәй, нығыраҡ һыҙғырҙы: «Йәмле яҙ килә, яҙ, туғандар!»

Сәфәр бүреген ҡулына тотоп, башынан еңелсә пар бөркөтөп баҙарҙан ҡайтты ла сумкаһындағы тауарҙарын бушата-бушата һөйләнде:

– Бәрәңге 15 һумға менгән, һуған 25, кишер 30 һум. Һарымһаҡты инде берәр башлап һаталар, 10 тәңкә тора. Беҙҙең пенсиялар баҙарға дүрт-биш тапҡыр әйләнергә генә, туташтар. Хәҙергә билғауҙарҙы нығыраҡ быуырбыҙ, ә яҙҙан үҙ фазендабыҙ булырға тейеш!

– Фазендаңда бил бөгөргә Изаураларың бармы һуң? – тип Бразилия сериалын иҫкә төшөрөп көлдө Разия. Мин, мәҫәлән, ер ҡорто булырға теләмәйем. Ҡол түгел, ә бисә! Минең һиңә бисә булыуымды онотмағанһыңдыр бит, фермер? – Разия йәнә шарҡылданы.

Сәфәр белә инде: ҡатыны ер кешеһе түгел. Ғүмер буйы официант, ресторан администраторы булған Разия баҡсаға ла ҡыҙыныр һәм саф урман, ҡыр һауаһы һулар өсөн генә сыға ине.

Ә Рәғиҙә, берҙән, нәҙберек зат – уҡытыусы, икенсенән, бөгөн бында, ә иртәгә тегендә, тигәндәй, уға ышаныс юҡ. Баҡса эшкәртеү хәстәре Сәфәр ҡулына ҡала инде. Тимәк, бөгөндән әҙерләнергә, һабанда һынатмаҫҡа кәрәк.

– И-и, – тип һуҙҙы Рәғиҙә, уның уйҙарын уҡыған һымаҡ. – Был ҡул яҫыһы ерҙә ҡаҙынып ҡына ризыҡ мәсьәләһен хәл итеп булыр микән, Сәфәр ҡорҙаш? Уның бит әле ите лә, майы ла кәрәк. Бына беҙ үҙебеҙгә берәр бизнес тапһаҡ, йүнәтһәк икән? – Рәғиҙәнең көрән күҙҙәрендә хыял ғәләмәте сағылды. – Беҙ өсөбөҙ ҙә зыялы, яуаплылыҡ бар. Тәртип бишле...

– Эсмәйбеҙ, тартмайбыҙ, уңға-һулға ҡайырмайбыҙ, – тип Рәғиҙәгә теҙеп китте Разия. – Тик ниндәй бизнесмен сыҡһын пенсионер хәйерселәрҙән? Магазин асырға бол юҡ. Ғаилә цехы яһап, ыштан, бейәләй тегер инек, теген машинабыҙ юҡ. Пирожки бешереп һатырға сығыр инек, ҡайҙа беҙҙең мейесебеҙ, һата торған еребеҙ?

– Һин шағирә икән, Разия! – тип ихлас ғәжәпләнде Рәғиҙә. – Бына тигән рифма ҡойҙоң. Әллә яҙып ҡарайһыңмы?

– Башыңа төшһә, башмаҡсы ла булырһың, – тип төртмәле һөйләм рәүешен дауам итте Разия. – Уйыны-ысыны: беҙгә йән аҫрар өсөн ниҙер уйларға кәрәк, уландар!

Ысынлап та, алдағы мәғишәтте ҡороу – һәр кемде борсоған мәсьәлә. Ҡыш өңдәге айыу һымаҡ өйҙә яттылар, инде яҙ, уяныр ваҡыт еткән. Әкиәттәге тирмә-тирмәкәйҙекеләр күмәкләшеп үҙҙәренә килгән бәлә-ҡазаларҙы еңәләр ҙә бит, баҙар заманындағы пенсионерҙарға нисек көнитмеште көйләп ебәрергә һуң? Үҫтергән улан бар ҙа бит. Тик, ата-әсәгә ярҙам итеү урынына, быларҙыҡы, саҙаҡаға ымһынған мулла-мәзин һымаҡ, үҙҙәре ҡул һуҙырға ғына торалар шул. Һаман бир ҙә бир...

Сәфәрҙең саңғыла йөрөп, арып-талып сәхрәнән ҡайтып килеше ине. Үҙҙәренең ҡапҡа төбөнә үк моронон килтереп терәгән зиннәтле ят ҡыҙыл машинаны күреп, ирҙең йөрәге «жыу» итеп китте: «Килгәндәр, эҙләп тапҡандар. Әммә ҡайһы балаһы? Айнурымы, Лианаһымы?» Ҡыҙының аҡса һорап янъял ҡуптарыуы, матди яҡтан ҡыҫыҡланырға мәжбүр итеүе атаны бик рәнйеткән ине. Шуға ул балалары менән йүнләп һаубуллашманы, күсенешергә лә ярҙам һораманы. Һәм бына, йөҙөн йыртып, ҡайһыһылыр килгән, буғай. Һәр хәлдә өй ҡотларға түгелдер. Үҙенә ни әйтһәләр ҙә түҙергә кәрәк. Инде үгәй тип, Разияға таш ырғыта башлаһалар, ауыҙҙарын томаларлыҡ һүҙҙәр кеҫәлә әҙер торһон.

Ата кеше эсендә тулышҡан шик-шөбһәләрен йыйнап, аяғындағы саңғыларын һалды, өҫтөн ҡарҙан ҡаҡты һәм йөрәге даһырлап типкән хәлдә ишек тотҡаһына үрелде. Залда, Рәғиҙә ҡаршыһында, өҫтәл артында йәйелеп, татлы еҫтәр таратып, кофе эсеп торған ике йәш ирҙе күргәс, Сәфәрҙең өҫтөнән тау төшкәндәй булды, тауыш бирҙе:

– Һәй, ҡунаҡтар бар икән!

Өҫтөнә затлы зәңгәрһыу костюм кейгән, муйынына килешле бөрсөклө галстук бәйләгән ир, йәһәт кенә урынынан тороп, Сәфәргә ҡаршы атланы. «Рәғиҙә малайы....» – тип уйлап алды ир. Тик бының күҙҙәре, әсәһенекенә оҡшап һоро булһалар ҙа, төбәп, бәбәккә үтеп ҡарайҙар.

– Ағай, әсәйем өсөн юҡҡа борсолоп торғанбыҙ. Ҡалай шәп йәшәйһегеҙ икән бит. – Һәм ул асыҡ йылмайып ҡулын һуҙҙы – Юлай!

Сәфәр, йомшаҡ, һалҡынса ҡулды ҡыҫҡанда, ирҙең күҙгә бәрелеп торған тағын бер үҙенсәлегенә диҡҡәт итте: оҙон сәстәре арттан төйнәп ҡуйылған ине. «Ай-һай, кәттә Рәғиҙә уланы!»

Табындағылар хужа ҡайткансы уҡ һөйләшәһен һөйләшкән булғандар, күрәһең, өҫтәл артынан ҡуҙғалдылар.

– Ярай, әсәй, беҙгә китергә ваҡыт. Инде һүҙеңде әйт: буламы-юҡмы? – тип әсәһенә текәлде Юлай.

– Барығыҙ, һауа һулап керегеҙ әле. Уйлашайым, – тине әсә һәм, тегеләр өҫ кейемдәрен бөркәнеп тышҡа сыҡҡас, Сәфәрҙе, Разияны үҙ янына саҡырып алды:

– Кәңәш бирегеҙ, зинһар. Аҡса һорап килгән бит, нишләйем?

Рысаевтар өйҙәш ҡатын кеҫәһендә хәтһеҙ аҡса ятыуын һәм шуға арҡаланып Рәғиҙәнең яҡын-тирәнән ябай ғына булһа ла өй табырға өмөтләнеүен беләләр ине. Ҡатын үҙе әйткәнсә, малайға биргәндең ҡалдығы ине был. Инде бына ул тигәнең ҡалған өлөшкә лә ҡулын һонамы? Мәсьәләнең ифрат ҡатмарлы булыуы күренеп, һиҙелеп тора ине. Шуға күрә Сәфәр ҡайһы яҡҡа ауышырға ла белмәне:

– Аҡса һинеке инде, Рәғиҙә. Үҙең хәл ит, – бер аҙ башын тырнап торғас, өҫтәп ҡуйҙы: – Ә нимәгә һорай һуң? Хәжәте ниҙә?

– Машиналар менән сауҙа асмаҡсы. Стартовый капиталым етмәй, ти.

Һүҙгә Разия ла ҡушылды:

– Автомобилдәр сауҙаһын бик уңышлы тиҙәр бит. Бәлки, тиҙ арала байып, бурысын ҡайтарыр малайың. Ана бит, компаньоны ла ипле генә күренә.

– Уның дуҫ-иштәре ҡарар күҙгә һәр саҡ һәйбәт тә ул... – тине Рәғиҙә төшөнкө генә.

– Элек улың ниндәй кәсептә булды һуң? – тип ҡыҙыҡһынды Сәфәр.

– Һыра-хәмер магазины тотҡан ине.

– Шунда сәрхүшләндеме, эштәре сыуалдымы? – тип үҙе лә һиҙмәйенсә ысҡындырҙы ир.

– Сәфәр, һиңә көлөргә генә булһын! – тип уҫал ҡараш ташланы уға Разия.

Әммә, ни ғәжәп, Сәфәрҙең һүҙҙәренә һис үпкә әҫәре һиҙҙермәне Рәғиҙә.

Киреһенсә, ир яғына ҡайырҙы:

– Эйе шул, үҙем дә шунан бик ҡурҡам. Алай-былай боҙолоп ҡуймаһын инде. Шул шөғөлөн алмаштырһын ине, тим.

– Улайһа, әхирәткәйем, Юлайға аҡсаны бирәһең инде һин. Автомобиль тирәһендә сәрхүштәргә урын юҡ, унда айыҡ әҙәмдәр генә йөрөй, – тип үҙенсә нәтижә яһап ҡуйҙы Разия. Шуның менән ғаилә кәңәшенә лә нөктә ҡуйылды. Рәғиҙә, өй һатыуҙан килгән бар аҡсаһын улына тоттороп, ҡул болғап һәм ара-тирә йәшле күҙҙәрен һөрткөләп, зиннәтле ҡыҙыл машинаны Һарытау тарафына оҙатып ҡалды. Юлай нәҡ шундай тәтәй машиналарҙы йыраҡ Италиянан ҡайтартып, бындағы аҡса янсыҡтарына һатырға йыйына икән. Ниәте асыҡ та бит, баҙары көйлө барырмы һуң? Өйҙәш ҡатын малайы аҡсаны шыма ғына үҙ кеҫәһенә бушатып киткәс, әсәне генә түгел, Сәфәр менән Разияны ла хәүеф баҫты. Өй йүнәтеү планын елгә осороп, барыһын да төп башына ултыртып ҡуймаҫмы был тәтәй улан?

Март аҙағының матур, ҡояшлы иртәһендә Рәғиҙә, хеҙмәттәштәрен һағынып, Ҡуштау мәктәбенә китте. Әй, нескәрҙе, әй, хисләнде ул элекке эш урынын, әхирәттәрен, балаларҙы күреп. Булған бит йәшәүенең мәғәнәле көндәре, сәғәттәре! Ә ваҡытында ҡәҙерен беленмәгән, арыу-талыу, ғәйрәт ҡайтыу, үҙ-ара асыуланышыуҙар табып, мәктәп мәлен юҡҡа ҡаралтҡан икән Рәғиҙә.

Мәктәп тупһаһынан төшөп, ун биш-егерме аҙым яһамағандыр, уның йәнәшәһенә еңел йәшкелт машина яҡынлашып, бер нисә рәт ҡысҡыртып алды. Бына ишек тә асылды, ҡаршыһына урта йәштәрҙәге һөйкөмлө ир-ат атланы.

– Рәғиҙә Мөбәрәковна! Мине таныйһығыҙмы? – Тантаналы көр тауыш эйәһе, тиҙерәк үҙен танытырға теләгәндәй, бүркен һалды, күҙгә аҡ сикә сәстәре салынып ҡалды. Бас. Хорҙағы иң күркәм тауыш ине. Кем булыр был?

– Рәғиҙә апай.

– Һәй, Фәрүәз! – Мөғәллимә, яратып, танышының иңенә ҡағылды. – Урыҫ әйтмешләй, нисә ҡыш, нисә йәй. Осрашыуыбыҙға бик шатмын, Әйүпов.

– Мин, һеҙҙе эҙләп, үткән аҙнала мәктәпкә ингән инем, Рәғиҙә апай, нишләптер үҙегеҙҙе юғалтҡандар унда. Бына, килгәнегеҙҙе ишеткәс, килеп еттем. Уҡытыусыһын кем һағынмай? Шуның өҫтәүенә, Рәғиҙә Мөбәрәковна, бик ҙур үтенес бар һеҙгә. – Фәрүәз машина ишеген асты. – Әйҙәгеҙ, ултырып һөйләшәйек, булмаһа!

Кабинаға инеп урынлашҡас, Фәрүәз мәктәптән һуңғы тормош боролоштарын һанап үтте. Хәҙер районда ауыл хужалығы идараһы башлығы икән.

– Бына хакимиәттә юбилейымды үткәрергә әҙерләнәләр. Ярты быуат йәшәлгән. Үҙ йәшемдән үҙем ҡурҡам. Ҡартаяһы килмәй. Күңел һаман мәктәптәгесә, сәхнәләргә сығып йырлайһы килә.

– Әйе, һиндә тауыш бар. Сәнғәт институтына кит, тинем дә бит, тыңламаның.

– Әй, Рәғиҙә Мөбәрәковна, йыр дәрестәрен нисек матур үткәрә инегеҙ. Һеҙ ҡуйған ул концерттарҙың, йәшлек хыялдары менән ҡушылып, күңелдә сыңлауы... Онотоп булмай, билләһи, әле быныһы, әле тегеһе көй булып ҡалҡа. Мәктәп бит районда ғына түгел, Һарытау смотрында беренсе урынды алып ҡайтты. Һеҙҙең арҡала! Бөгөн шул кешенең әдрисен дә белгән әҙәм юҡ. Ну, заман!

– Заман башҡа, дөрөҫ, Фәрүәз. Модернизацияны математика, физика, химия менән яһайҙар бит. Әҙәбиәт, сәнғәт, гуманитар өлкә бала ҡаршыһында ла тамам әһәмиәтен юғалтҡан. Йән камиллығы, күңел матурлығы күптәр өсөн ҡыҫыр хәсрәт хәҙер.

– Бына, бына, Рәғиҙә Мөбәрәковна, һеҙҙең юғалыуҙы мин дә шунан күрәм. Тик замана сиренә бирешмәҫкә кәрәк. Күңелем дә тирә-йүндәге хәлдәрҙән разый түгел. Бына, юбилей, тинем. Әле бөгөн генә, илле йәшеңә нимә алып киләйек, атмы, әллә һыйыр түшкәһе ярармы, тип урындан шылтыраттылар. Бер танышым сер итеп әйтте: миңә уҡалы сапан тегеп яталар, ти. Бер нисә хужалыҡтың, йыйылышып, техника һатып алырға ниәтләнеүен дә беләм. Спорт мотоциклы, буғай. Былай булһа, Рәғиҙә апай, мине бит «Поле чудес»тағы Якубовичҡа әйләндерәләр. Юбилей үткәреүҙе ҡуштандар, ялағайҙар ҡулына тапшыраһы килмәй. Һеҙҙе эҙләп килеүем дә шуға.

– Бик яҡшы, бүләк алыу – һөйөнөс бит. Ғәҙел булһа, бигерәк тә... – Рәғиҙә көлөп ҡуйҙы. – Бына йүләр, бүләкте кем кире ҡаға? Һин дә шатланып ҡабул ит!

– Аңламанығыҙ мине, Рәғиҙә Мөбәрәковна! – Ирҙең тауышында үпкә сағылып китте. – Байрамымды бүләк йыйыуға әйләндермәҫ өсөн, хәлемде һеҙгә һөйләйем бит. Хәҙер бар хеҙмәткәрҙе ришүәтсе, дәүләт аҡсаһын урлаусы, алдаҡсы йә иһә коррупционер итеп күрәләр. Гәзит уҡырға ҡурҡыта. Кино ҡарайһы килмәй, телевидение йәнгә тейә. Чиновник халыҡ алдында жулик һәм ҡараҡ хәҙер. Ә минең бындай ҡиәфәткә керәһем килмәй, Рәғиҙә апай. Сөнки мин намыҫлы һәм үҙ эшемдә яуаплылыҡ тойған хеҙмәткәр. Бына шул! Байрам яһап мине хөрмәтләйҙәр икән, бик яҡшы, рәхмәт, тик күңелде ат, һыйыр, сапан, мотоцикл биреп йыуатырға ынтылмаһындар. Аҡсаға ла мохтаж түгелмен. Юбилярҙы башҡаса ла ҙурлап, хөрмәтләп булалыр бит?

– Ә, бына мин һине аңланым, Фәрүәз, яһаҡ йыйған Мамай хан кеүек, тирмә түренә ултырып бүләк алыу һине түбәнһетә: «Йә, кенәз, һин миңә нимә килтерҙең, нисектәр итеп мәҙхиә уҡырһың беҙгә?» Шулаймы?

– Белмәйем, Мамайҙан ҡалғанмы, әллә берсә ҡамсы һелтәп, берсә перәник биреп идара иткән Сталинданмы, тик илдәге бер сир инде, Рәғиҙә апай.

– Сирен сир, әммә ялағайҙар һәм ҡуштандар барҙа түрә ултырған ерҙә аҡса, мал бүләк итешеүҙе туҡтатып буламы һуң? Ағымға ҡаршы бараһың, Фәрүәз.

– Рәғиҙә Мөбәрәковна, фәлсәфәгә батмайыҡ, йә сығып булмаҫ, әйҙә, минең юбилей кисәһен ойоштороуҙы үҙ өҫтөгөҙгә алығыҙ әле һеҙ? Бының формаль яғын хакимиәт менән килешеп, үҙем хәл итермен. Ә һеҙ кисәнең планын ҡороғоҙ. Үҙегеҙсә, нисек теләйһегеҙ шулай. Мин матур кисә үткәреүегеҙгә ышанам. Һеҙ бит көйҙә, йырҙа, һүҙҙә яһалмалыҡты бик тиҙ тоттоғоҙ. Уҡыусыларығыҙҙағы дөрөҫлөктө йә иһә ялғанды ла үтәләй күрә инегеҙ. Беҙҙе кәмселектәрҙән аралап, гел ғәҙеллеккә, матурлыҡҡа әйҙәнегеҙ ҙәһә! Шуның өсөн һеҙҙе эҙләйем дә бит. Тотонһағыҙ, юбилей кисәһе залда ултырған һәр ҡунаҡ өсөн йән, рух байрамына әүереләсәк, Рәғиҙә апай!

– Ҡыҙык, бик ҡыҙыҡ тәҡдим был, ҡустым! Кеше менән аралашыу үҙемә лә бик кәрәк. Юғиһә, ярға ташланған балыҡ хәлендә апайың. Ярар, ни булһа шул булыр, мин риза, Фәрүәз!

Рәғиҙә йортҡа бик һөйөнөп ҡайтып инде. Хәйер, Рысаевтарҙың береһе тәҙрәнән, икенсеһе ихатанан өйҙәште яҡшы машинала олпат ир-ат килтереүен күреп ҡалды. «Үҙенә тәҡдим яһаусы бар микән әллә? – Разияның күңеле ҡытыҡланып ҡуйҙы. – Алып китһәләр, урынлашһа, бик шәп булыр ине...»

– Уҡыусым, Фәрүәз Зиннәтович, – тине Рәғиҙә үҙенә ҡыҙыҡһынып төбәлгән ир менән ҡатындың ҡараштарына яуап төҫөндә. – Районда ауыл хужалығы идараһы начальнигы. Миңә үтенесе бар, моғайын, һеҙ ҙә унан ситтә ҡалмаҫһығыҙ әле.

Уҡытыусы ҡатын шаҡтай тәфсилләп Фәрүәз менән ҡорған ниәттәрен һөйләп биргәс, ысынлап та, Рысаевтар юбилей кисәһен ойошторорға ярҙам итергә булдылар. Кем нимә башҡарасағы асыҡланды. Разия рәсми табындарҙа аш-һыу өҫтәле әҙерләү, көйләү һәм ҡунаҡтарҙы һыйлау эшендә әллә ҡасан аҙау ярған бисә, бына яңы шарттарҙа үҙ маһирлығын күрһәтһен.

Сәфәр ниндәй эш башҡарыр, тигәс, аптырашып ҡалдылар, сөнки юбилейға кәрәкле әйберҙе ташырға тәьминәтсе кәрәкмәй. Картуф, кишерен, итен-майын унан башҡа ла әҙерләйҙәр. Сумка аҫып баҙарға бараһы юҡ. Бейей ҙә, йырлай ҙа белмәй беҙҙең егетебеҙ.

– Китап, ҡағыҙ-ҡәләм менән донъяһын түңәрәкләне инде. Кеше ҡаршыһына сығыр бер нәмәһе юҡ уның, – Разияның тауышында ирҙәренән зарланыусы ҡатындар һағышы һиҙелде.

– Бынағайыш! – тине Рәғиҙә, Сәфәрҙе үртәп. – Беҙҙең Сәфәр Раянович вузда лекция уҡыған кеше ләһә! Уны кисәне алып барыусы итәрбеҙ. Тамада!

Ысынлап та, тауышы бәрхәттәй, яғымлы, буй-һыны ла төҙ, Хоҙайға шөкөр, ҡайһы бер ҡорһаҡ шәрифтәрен үҫтергән пенсионерҙар кеүек, «бых-бых» кил-мәй. Бына тигән конферансье йә иһә, Рәғиҙә әйткәнсә, тамада булыр. Дөрөҫ, Сәфәр Раянович кешеләр менән мөғәмәләлә ҡайһы саҡ ҡаушап ҡала, тапҡырлыҡ етешмәй, сөнки тел менән түгел, аҡылы менән уйлай ул. Әммә ҡунаҡтар алдында самаһын юғалтып, оятһыҙ тел биҫтәһенә әйләнгән йылғыр тамаданы ла мәжлес ҡайһы саҡ өнәмәй бит. Сәфәр Раянович залды зыялы ҡиәфәте, әҙәплелеге һәм эскерһеҙ мөғәмәләһе менән йәлеп итер.

Ә Рәғиҙә вазифаһына килгәндә, һөйләп тораһы ла юҡ, райондың мәҙәниәт һарайында үтәсәк кисәгә – баш та түш, режиссер, композитор, дирижер. Кисә программаһын төҙөүҙән башлап сығыш яһаусылар, йырсылар, бейеүселәр, нәфис һүҙ оҫталарына саҡлы залды үҙҙәренә нисек йәлеп итәсәктәрен алдан күрергә тейеш ул. Бөтөнөһөн тотош үҙ күңелең аша үткәрмәһәң, тулҡынландырғыс төп идея менән һуғармаһаң, ай-һай, кисә тигәнең килеп сығырмы? Әйтәһе юҡ, Рәғиҙә Мөбәрәковна башлаған, эш Рысаевтарҙы ғына борсоманы, ул, Туҡай шүрәлеһе кеүек, әллә кемдәрҙе ҡытыҡлай башланы. Ҡуштау хакимиәте коридорында, мөйөштәрҙә нескә билле, ҡупшы сәсле сәркәтиптәр, тегенән-бынан килгән эшлекле ағайҙар, хатта түңәрәк ҡорһаҡлы замдар ҙа гәп һаттылар.

– Ишеттеңме, Фәрүәз Зиннәтович юбилейын Хапугин командаһынан башҡа үткәрә. Бер үк сценарий, дежур мәҙхиәләр, тип баш тартҡан икән. Беҙҙең администратор ҡара көйөп йөрөй. Күрһәң, ниңә бының балтаһы һыуға төшкән, тип аптырама, серҙәш!

– Ҡарале, дөрөҫмө ул? Беҙҙең ер башлығының илле йәшен Һарытауҙан килгән профессормы, доцентмы шунда, короче, бер спец ойоштора, тиме?

– Һай, баш ҡатырмағыҙ инде, егеттәр! Юбилей, – күпме төрләндерһәң дә, бер балыҡ башы. Йәғни абзыйҙарҙың беҙҙең ише эш кешеһенә, бына, брат, бүләктәр бирәбеҙ, һине маҡтайбыҙ, һауа шарттары үҙгәреп, климат алмашынғансы, беҙ һаман бер тәртәлә, ҡәҙерҙе бел, тигән һүҙҙәре ул, белдегеҙме?

– Шоу-юбилей?! Ниткән модернизация тағын? Ваҡыт табып, барып күрергә кәрәк әле. Списокка мине лә индерерһең инде һин, туған!

10

Ниһайәт, Ҡуштау элитаһы ҡыбырсып көткән көн дә килеп етте. Апрелдең ун дүртенсе кисендә тыуған икән Фәрүәз Зиннәт улы. Мәҙәниәт һарайының ҡунаҡтар менән шығрым тулған ҙур бер залындағы шаршауҙы нәҡ сәғәте-минутында асып ебәрҙеләр. Өҫтәл артында гәп ҡорған ҡунаҡтар сәхнәлә теләһә кемде – алып барыусыны, йырсыны, шағирҙы йә иһә берәй әкиәт, миф персонажын күрергә әҙер инеләр. Әммә айҙың ун дүртенсе кисе кеүек йылмайып, балҡып Фәрүәз әфәнде үҙе килеп сыҡмаһынмы? Собханалла! Өҫтөндәге зәңгәрһыу джинсы күлдәк-салбар уны нисек йәш, һомғол итә... Ул да булмай, музыка уйнап ебәрҙеләр һәм залды көр, яғымлы бас биләй барҙы:

Тыуған төбәк – иргә терәк,

Йырҙан йәшәрә йөрәк...

Был залдың Татарстан, Башҡортостан тарафтарынан килгән байтаҡ йырсыларҙы тыңлағаны бар. Илһам Шакиров та, Хәйҙәр Бигичев та, Салауат, Фидан, Айҙар ҙа булды, һәр ҡайҙағы төҫлө, Ҡуштауҙа ла «бис!» менән алҡышланды. Таланттар йырлап бәғерҙәргә үтәләр, һүҙ юҡ! Тик уларға ҡарап ғәжәпләнеү хисе бәреп сыҡмай. Шулай йырларға тейештәр, башҡаса була алмай. Гастролдәргә сығыр тауышты, әкиәттәге кәзә бәрәстәренән ишек астырырға ынтылған бүренекеләй итеп, кемдәрҙер туҡтауһыҙ игәйҙәрҙер, сүкейҙәрҙер, шымарталарҙыр... Ә бына ҡаршыларына сығып йырлап торған Фәрүәзгә ҡарап күптәр ауыҙҙарын асып ҡатып ҡалды. Ҡарале, һуң был беҙ күрергә күнеккән Зиннәтычмы? Ҡырҙар, фермалар, эшкәртеү цехтары мәшәҡәте менән ал-ял белмәй йөрөгән башлыҡмы? Һай, тауыш! Ниндәй моң! Ниңә йәшергән был һәләтте?.. Вәт, егетһең һин, Фәрүәз! Бис, бис!

Талант бына шулай кешеләрҙе ғәжәпләндереп, шаҡтар ҡатырып асылһа ғәжәп шул ул!

Тулҡынланған, күҙҙәре осҡонланып янған юбиляр йырсыны байтаҡ алҡышлап торҙолар. Нәҡ минутын, секундын белеп, Фәрүәз Зиннәтович янына матур костюмдан, галстуктан, тулайым бик шәп ҡиәфәттә Сәфәр Раянович килеп баҫты:

– Хәйерле кис, ханымдар, әфәнделәр! Фәрүәз Зиннәт улының илле йәше тулыуға бағышланған байрам кисәһендә һеҙҙең менән осрашыуыбыҙға ифрат шатбыҙ. Уның башҡарыуындағы «Тыуған ер» йырының һеҙҙең тарафтан шулай алҡышланыуы беҙҙе лә һөйөндөрә. Рәхмәт! Тик сер итеп әйтәм, – Сәфәр тын алмаштырҙы, лекцияһындағы һымаҡ алға күҙ йүгертеп алды. – Һеҙ устарығыҙҙы йәлләгеҙ, туғандар. Йыр – юбилярыбыҙҙың тик бер һәләте генә әле. Алда һеҙҙе Фәрүәз Зиннәтовичтың тағын бик күп аҫыл сифаттарына һоҡланыу көтә. Тимәк, ҡул сабыуҙар, алҡыштар бик күп буласаҡ. Шулай итеп, беҙҙең бөгөнгө геройыбыҙ – Фәрүәз Зиннәт улы Әйүпов! – Һәм ул юбиляр йәнәшәһенә баҫып, уның уң ҡулын күтәрҙе. – Тыуған көнөң менән, хөрмәтле замандаш!

Сәхнәләге был күренеш ғәҙәти генә булһа ла, тәьҫирле булып сыҡты. Йәнә ал ҡышлау ҡупты.

– Йәгеҙ, ҡунаҡтар, юбиляр хөрмәтенә күтәрәйек!

Мәжлес дәррәү гөрләргә тотондо, бокалдар зыңланы, сәнскестәр, ҡалаҡтар хәрәкәткә килде. Залға бер төркөм йәш ҡыҙҙар менән матур сигелешле милли ҡалфаҡлы Разия йылмайып килеп сыҡты... Күҙ теймәһен, кисә ифрат уңышлы башланып китте. Тамашасыла ысын байрам хисе. Алда был хисте һис зәғифләндермәйенсә дауам итергә, үҫтерергә кәрәк, тип уйланы сәхнә артындағы Рәғиҙә. Программа төҙөгәндә икеләнеп ҡалған ине, тәүге һүҙҙе хакимиәт башлығына бирергәме, әллә Фәрүәздең әсәһе алһынмы? Референт сифатындағы сәркәтип ҡатын Галина Мурясова – туфлиҙарынан башлап һары бөҙрәләренә, алтын тирәсле күҙлегенә саҡлы рәсмилек символы – ҡәтғи әйтте: «Ғәҙәт инде беҙҙә, беренсе һүҙ Атилла Әхиәровичҡа тейеш!» Ләкин Рәғиҙәнең эске тойомо әсә яғына тартты: «Башлыҡтар былай ҙа күп һөйләйҙәр, башта әсәне тыңлайыҡ».

Ҡунаҡтар еңелсә тамаҡ ялғап алғас та, Сәфәр, микрофонын тотоп, Фәрүәз ғаиләһе ултырған өҫтәл тарафына килде. «Баланың яҙмыш инеше әсәлә, әсә ҡулында...» – тип килештереп ҡыҫҡаса нотоҡ тотоп, йыйнаҡ кәүҙәле, аҡ йөҙлө күркәм ҡарсыҡҡа һүҙ бирҙе. Бөтөн ғүмерен Ҡуштау шифаханаһы менән бәйләп, кешеләр дауалауға бағышлаған операция сестраһы Рабиға апай күп һөйләмәне, мәгәр нәҡ кәрәклеһен әйтте: «Мин улымды ғәҙел, шәфҡәтле булырға өндәнем. Һүҙем менән дә, ғәмәлем менән дә күңеленә шул сифаттарҙы һалырға ынтылдым. Бына был ниәт нисек килеп сыҡҡандыр инде, табып, бағып үҫтергән уланым күҙ алдығыҙҙа тора, үҙегеҙ әйтерһегеҙ...»

Шаулатып ҡул саптылар. Бер көлөп, бер нескәреп, әсәгә бағышлап тост күтәрҙеләр.

Бына хәҙер башлыҡ сираты.

Рәғиҙә кисә алдынан район хакимиәте етәксеһе Атилла Әхиәрович янына барған ине. Элек әлеге вазифа биләгән заттарҙы «Беренсе» тип атанылар. Тулы итеп әйткәндә, район партия комитетының беренсе секретары, сәйәси лидер һәм хужа был. «Беренсе» әйткән – закон! Быны тотмаған, үтәмәгән кеше фирҡәгә ҡаршы баҫҡан әҙәм йә иһә диссидент, районда бындай элементҡа урын юҡ. Шул нөктәлә байтаҡ Ҡуштау эшлеклеләренең янғанын хәтерләй Рәғиҙә.

Тик туҡһанынсы йылдар башындағы демократик хәрәкәт беренселәрҙе лә, икенсе һәм өсөнсө секретарҙарҙы ла власть башынан бәреп осорҙо. Халыҡ үҙ талаптарын ҡуйҙы. Ҡуштауҙа ла, митингыларға йыйылып, ярһып һөйләүселәр күп булды: «Беҙ башҡорттар, татарҙар йәшәгән төбәкте тәшкил итәбеҙ. Тик Ҡуштауҙағы беренселәр гел урыҫ та йәһүд булып килде. Етәр, халыҡ мәнфәғәттәрен үтәү өсөн, башҡорт-татарҙан башлыҡтар һайларға ваҡыт!» Айырыуса күп ҡабатланған теләктәр түбәндәгесә яңғыраны: «Ҡуштауҙа ла милли телдә гәзит сығарылһын!.. Мәктәптә балаларҙы үҙ телебеҙҙә лә уҡырға, яҙырға өйрәтергә кәрәк!.. Балалар баҡсаһында милли төркөмдәр асылһын!..»

Рәғиҙә ҡаршыһындағы кипкән туҙғанаҡҡа оҡшаш аҡ башлы, зәңгәр күҙле һәм мөләйем сырайлы Атилла Әхиәр улы ана шул демократик тулҡын күтәргән хакимиәт башлығы ине инде. Элекке уҡытыусы уның менән бик итәғәтле булырға тырышты. Аңлашылмаған нәмәләргә урын ҡалдырмаҫ өсөн, үҙ үтенесен бик тәфсилләп аңлатты.

– Эйе, көндәлек тормошта беҙ һеҙ әйткән нескәлектәргә бирелмәйбеҙ шул. Юбилей, түңәрәк дата, кисә-маҙар тип аҡса теләнеүселәрҙән үҙем лә туям, нәфрәтләнәм хатта. Ә бит бындай саралар төбөндә ихлас аралашыу, кеше асылы тураһында уйланыу, ғөмүмән, йән ағартыу хәстәре алда торорға тейеш. Һеҙ, Рәғиҙә Мөбәрәковна, ысынлап та, хаҡлы...

Башлыҡ кеше үтенесте аяғөҫтө тыңлап, ҡағыҙына имза һалып йә иһә вәғәҙә биреп хушлашырға ашыҡҡан юғары рангтағы ҡайһы бер хакимдар һымаҡ ҡыланманы. Хәйер, алдындағы аҡ йөҙлө, нәфис сырайлы, төплө һүҙле педагог ханым кеүек көнүҙәк мәсьәләләр ҡуҙғатыусы ла бик йыш осрамайҙыр ул, һәр көн ишек ҡаҡмайҙыр.

– Эйе, бар проблема! Матди мәнфәғәттәрҙе алға ҡуйып, күңел тураһында онотабыҙ, – тине ул, Рәғиҙәне иркенерәк һөйләшеүгә саҡырып. – Хәҙер бит рәсми идеология юҡ. Конституция менән үк тыйылған хатта. Пионер, комсомол, партком кеүек тәрбиә институттары эшләмәй. Тик рухи бушлыҡты абайламау – үҙебеҙгә үҙебеҙ соҡор ҡаҙыу, Рәғиҙә Мөбәрәковна, килешәһегеҙме?

– Бушлыҡ бар, Атилла Әхиәрович, тик шул бушлыҡты фажиғә тип аңлап, йүнәтергә теләүселәр генә юҡ.

– Бар, Рәғиҙә ханым! Рухи ғәриптәр, оятҡа төкөргән әҙәмдәр күбәйә барған һайын, йән сафлығына ынтылыу арта хәҙер. Замана үҙ-үҙенә диагноз ҡуя. Беҙгә егәрҙе туплап, аныҡ маҡсат билдәләргә генә кәрәк. Минеңсә, мәктәптә булһын, ғаиләлә булһын, көнкүрештә, шулай уҡ һеҙ әйткән рәсми һәм мәҙәни сараларҙа, хатта, кешене һуңғы юлға оҙатҡан мәлдә лә йән аҡлығын ҡайғыртыу – дәүләт күләмендәге бурысҡа әйләнергә тейеш. Ә ҡаралыҡ күп беҙҙә. Электән дә, большевистик диктатура дәүеренән дә, килгән ҡаралыҡ. Юғиһә, күптәр илдәге мораль тарҡалыуҙы демократия шауҡымы тип атамаҡсы. Юҡ, яңы осор элек күләгәлә йәшеренеп ятҡан рухи сирҙәрҙең, йәмһеҙ инстинкттарҙың ҡалҡып сығыуына килтерҙе. Кемдең кемлеге, ниндәйлеге беҙҙең заманда шәрәләнгән, үтәнән-үтә күренә бит. Элекке пәрҙәләр юҡ. Бына шундай ваҡыт хәҙер, Рәғиҙә Мөбәрәковна. Әммә паникаға бирелергә ярамай. Йән аҡлығы өсөн киҫкен көрәш асырға кәрәк!

Хакимиәт башлығы әңгәмәләшенә күҙ атып алды ла еңелсә йылмайып ҡуйҙы.

– Һеҙ, уҡытыусы, педагог, ғәжәпләнәһегеҙҙер инде. Мин «йән аҡлығы» тип һөйләнем, «тәрбиә» тимәнем. Һеҙ иһә «тәрбиә» терминына күнеккән. Физик тәрбиә, аҡыл тәрбиәһе, әхлаҡ тәрбиәһе, енси тәрбиә... Ҡыҫҡаһы, ниндәй генә тәрбиәләргә бүлеп эш итмәне совет мәктәбе. Ә бит, төпсөнә ҡалһаң, тәрбиә – абстракт төшөнсә. Нисек инде, мәҫәлән, аҡылды тәрбиәләргә була? Вәғәз менәнме, ҡамсы менәнме йә иһә перәник биреп тәрбиәләйһеңме уны. Аҡыл тәрбиәне тигәнең кешене аҡылһыҙ ҡамсылауға йүнәлтелгән түгелме? Ә бына «йән аҡлығы», «йән сафлығы» һүҙҙәрен аңлау һәм шуға ынтылыу һәр кемдең ҡулынан һәм ихтыярынан килә. Бында мәсьәлә асыҡ, нимә турында һүҙ барғанды һәр кем төшөнә. Александр Пушкин бер әҫәренең башына уҡ сығарып әйткән бит: «Намыҫыңды йәштән һаҡла!» Йән аҡлығы – иң мөһим үҙәк. «Урлама, үлтермә, ялған һөйләмә, тәкәббер булма, кешенән көнләшмә, шәфҡәтле бул!» – кеүек нәсихәттәр әйтеп, мәсет, сиркәү әһелдәре кешеләрҙе күңел сафлығына саҡыралар. Бында тәрбиә тип фәлсәфә һатыусылар юҡ. Шулаймы, дөрөҫ уйлайыммы мин, Рәғиҙә Мөбәрәковна? Яңылышһам, педагог булараҡ, төҙәтерһегеҙ мине.

– Ысынлап та, йән аҡлығына, выждан сафлығына ирешеү һәр кешенең йәшәү маҡсатын тәшкил итергә тейеш шул, Атилла Әхиәрович! Шул саҡта йәмғиәт тиҙ арала әхлаҡи юғарылыҡҡа күтәрелергә мөмкин.

Хакимиәт башлығы һөйләшеүҙән бик ҡәнәғәт ҡалды, буғай. Ул, Фәрүәз Зиннәтович байрамында ҡатнашырға һәм сығыш яһарға ризалыҡ биреп, Рәғиҙә менән йылы хушлашты.

– Проблемалар булһа, тура үҙемә килегеҙ!

Бына бөгөн инде хакимиәт башлығы үҙе Мөбәрәк ҡыҙы ойошторған кисәнең оло ҡунағы. Атилла Әхиәрович, ҡулына микрофон бирелгәс тә, ашығып-ҡабаланып һүҙгә керешмәне. Тирә-яҡҡа еңелсә башын эйеп, залдағыларҙы сәләмләне, әйтәһен нисегерәк башларға икән тигәндәй, бер ҡәүем уйланып торҙо.

– Мөхтәрәм йәмәғәт, ауыл хужалығы – беҙҙең төп иҡтисад тармағы, тик бер нисә тиҫтә йыл элек ул көрсөккә килеп терәлде. Колхоз-совхоздарҙы кооператив хужалыҡтар яһап уңманыҡ, ҡалаларҙан килгән эре инвесторҙарға ышанып, ауылдарҙы тарҡата яҙҙыҡ, – тип йыраҡтан урата башланы ул телмәрен. – Бына шул саҡта ауыл хужалығы идаралығына башлыҡ итеп ҡуйҙыҡ беҙ Фәрүәз Зиннәтовичты. «Энем, планыңды һөйлә, – тинем мин уға. – Ҡотолоу юлы нисек?» Ул ышаныслы итеп әйтте: «Ғаилә фермерҙары кәрәк, ауылды яңыртыуҙың башланғысы шунда». Әйтте һәм үҙ ниәттәрен тормошҡа ашырырға кереште. Ысынлап та, хәлдәребеҙ күҙгә күренеп яҡшыра хәҙер. Иҡтисад хәрәкәткә килде. Нигеҙе, йәш белгес әйткәнсә, фермерлыҡ. Райондың һәр ауылында 10 – 15 ғаилә баҙарға, табышҡа иҫәпләнгән малсылыҡ менән шөғөлләнә. Ит, һөт, йөн, тире эшкәртеү цехтарыбыҙ гөрләп эшләй. Элек, яландарыбыҙҙы нишләтәйек, тип аптыраған инек. Хәҙер көтөүлектәр, йәшел аҙыҡ, күпйыллыҡ үләндәргә гектарҙар етешмәй. Ялансылыҡ менән шөғөлләнеүсе фермаларыбыҙ ҙа ишәйҙе. Етештергән ашлыҡты, дәүләт алмаһа, фуражға тип, күршеләрең ала. Шулай итеп, Фәрүәз Зиннәтович көрсөктән сығыу юлын дөрөҫ самалаған. Мин киләсәктә лә Фәрүәз Зиннәтовичҡа иҡтисадын күтәреү курсын ҡыйыу дауам итеүен, эшендә артабанғы уңыштарға ирешеүен теләйем! Ҡыҫҡаһы, уның кеүек зирәк, тәүәккәл ирҙәр беҙҙә күберәк булһа ине! Өҫтәп, илле йәшлек егеткә мин тағын ҡоростай ныҡлы һаулыҡ теләйем. Башҡаһын үҙе лә табыр ул. Алдағыһы, әле башҡарған йыры кеүек, көйлө, матур булыр уның. Ҡыҫҡыһы, бокаларҙы хөрмәтле юбилярыбыҙ иҫәнлегенә һәм Ҡуштау районының сәскә атыуына, тип әйтә алмайым, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быға әле иртәрәк, сәскәгә бөрөләнеүе өсөн күтәрәйек, дуҫтар, иптәштәр һәм әфәнделәр!

Мәжлес ҡаты алҡышлап хакимды хупланы. «Килеп сыҡты, килеп сыҡты!» – тип һөйөндө Рәғиҙә. Хәҙер сәхнәлә мәктәптең юғары синыф уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән «Әйүп бабай ейәне» тигән композиция ҡуйыласаҡ. Баянда музыкаль биҙәүҙе Рәғиҙә үҙ өҫтөнә алды... Шунан һүҙ Фәндәр академияһынан килгән ҡунаҡҡа бирелер. Ул хакимиәт кешеләре менән бер өҫтәл артында ултыра. Олпат ғалим. Әйүповты, фән кандидаты булараҡ, Һарытау өлкәһенә яраҡлашҡан яңы борсаҡ сортын килтереп сығарыуҙағы уңышлы тәжрибәләре өсөн маҡтарға йыйына, буғай.

– Рәғиҙә Мөбәрәковна! – Сәфәрҙең тауышы уны һиҫкәндерҙе. – Ойоштороусыларға рәхмәт белдерергә теләйҙәр. Әйҙәгеҙ, төшәйек!

Кисәне ойоштороусылар етәксеһе Рәғиҙә ҡыҫҡа еңле аҡ күлдәктән, еңел ҡара туфлиҙарҙа, ҡош кеүек осоп, зал үҙәгенә йүнәлде.

Рысаевтар һәм уларҙың өйҙәше төнгө саф һауалы яҙғы урамға сыҡҡас, нескә йәнле уҡытыусы түҙмәне, хисләнеп икеһен дә ҡосаҡлап алды:

– Дуҫтар, еңеп сыҡтыҡ бит!

11

Уҡытыусы Рәғиҙә Мөбәрәковнаны Ҡуштауҙа элек мәҙәниәт активисы, һәр төрлө кисәләр, концерт-спектаклдәр ҡуйыу эшендә башлап йөрөүсе булараҡ яҡшы беләләр ине. Уның күҙ уңынан юғалыуын мәктәптән китеүе, йәше өлкәнәйеүе менән бәйләнеләр. Ғаилә тормошо хаҡында ла мөйөштәрҙә, урам саттарында быш-быш килеп һөйләшеүселәр байтаҡ булды. Нишләйһең, тормош шулай ҡоролған, майҙандан китә кеше, аҡрынлап онотола. Әммә район мәҙәниәт һарайында Әйүпов юбилейын түрәләр маҡтарлыҡ итеп үткәреүе Рәғиҙәне йәнә халыҡ теленә ҡайтарҙы. Кафе, ресторандарҙа, аш-ханаларҙа туй яһарға ниәтләнеүселәр мәжлес үткәреү өсөн уның төркөмөн саҡырҙылар. Электән килгән ата-баба йолалары менән, матур-матур милли йырҙар менән, үҙ телебеҙҙәге ихлас теләктәр юллап, ифрат ҡыҙыҡлы үтә башланы хәҙер Ҡуштауҙағы туйҙар. Йәйен мәктәптә үткән йылдарҙа сығарылған класташтар осрашыуы башланғас, тағын Рәғиҙә Мөбәрәковнаға мөрәжәғәт итеүселәр йышайҙы. Урынын таба, яҡшы итеп табынын әҙерләй, кисәнең нисек барыуын асыҡлай уҡытыусы апай. Рәхим итегеҙ, Ҡуштауға ҡайтығыҙ ҙа осрашығыҙ, ҡосаҡлашып һөйләшегеҙ, илашығыҙ, көлөшөгөҙ, элекке һабаҡташтар! Барыһы ла ойошҡанлы, мәғәнәле һәм тәртипле булыр. Ҡыҫҡаһы, бына шундай байрам сараларын ойоштороу менән мауығып, мәғәнәле үтә беҙҙең геройҙарыбыҙҙың тормошо. Был шөғөлдө «бизнес» тип атап буламы икән? Бизнеста төп маҡсат – табыш алыу, аҡса эшләү, тиҙәр бит. Ә бында бөтөнләй башҡа ниәт үҙәктә тора. Йән ағартыу, күңел сафландырыу был. Коммерция түгел, ә ижад! Рәғиҙә төркөмөнөң шөғөлө һуғыштағы һалдаттарға, игенсе, механизаторҙарға йә иһә тайгала тимер юл һалыусыларға концерттар ҡуйып, уларҙы мәҙәни хеҙмәтләндереүсе агитбригаданыҡына оҡшаш.

Агитбригада – совет һүҙе. Әммә күрәбеҙ, элекке традиция баҙар шарттарында ла яңырып китә ала икән. Капитализм тигәс тә, бөтә нәмә һатыу-алыуға һәм аҡса йыйыуға ғына ҡайтып ҡалмай ул.

Ауылда агитбригада ғәме менән генә йәшәп булмай. Бер көндө, өйҙәгеләр иртәнге сәй өҫтәле тирәһенә теҙелешеп ултырғас, Сәфәр әйтеп ҡуйҙы:

– Туташтар, бәрәңгене күмер ваҡыт, сүптән дә таҙартырға кәрәк. Әйҙәгеҙ, өсәүләп билдәрҙе яҙып ҡайтайыҡ!

– Йә инде, Сәфәр, ҡыҙған мине, фермер! – тине Разия, иркә бала ҡиәфәтенә инеп. – Үҙең беләһең, эҫе ҡояш минең башҡа һуға. Шуның өҫтәүенә, минең сират бөгөн тамаҡ йүнәтеүгә. Ҡайтып ашарға һорарһың бит. Үҙең генә бар. Теләһә, Рәғиҙә лә барыр...

Шулай ҡырҙағы бәрәңге баҡсаһына Сәфәр, кәтмәндәр күтәреп, өйҙәш ҡатын менән генә сыҡты. Һуңғы ваҡытта йыш ғәжәпләнә ир. Разияла, исмаһам уйын өсөн, бер көнләшеү әҫәре юҡ. Луиза, кафедранан, деканат йә иһә ректораттан берәй хеҙмәткәр ҡатын-ҡыҙ телефондан шалтыратһа ла, теңкәгә тейә ине: «Кем ул? Нишләп шулай һуң һиңә йомошо төшкән? Ниңә сәрелдәп көлә, серҙәрегеҙ беректеме?..» Әле бына Рәғиҙә менән бәрәңге күмергә оҙатыуына хайран ҡалды. Өйҙәш булһа ла, көндәш булырҙай зат бит. Ә, бәлки, Разия хаҡлылыр, Рәғиҙә уға өйҙәш кенә түгел, әхирәттер хәҙер. Ауыҙҙы ауыҙға, ҡолаҡты ҡолаҡҡа ҡуйып һөйләшә башлаһалар, Сәфәр артыҡҡа әйләнә: «Третий лишний», имеш. Элек ике ҡатынлы ир ғаиләләре нәҡ шундай әхирәттәрҙән торғандыр. Шуға араларында тулы аңлашыу булғандыр, моғайын. Береһе ир менән арбаға ултырып ҡыр эшенә китеп бара, икенсеһе иһә бала-сағаны, өй эштәрен ҡарай. Ҡырҙағылар ҡайтҡанда, аш бешкән, өй йыйыштырылған була. Балалар уйнап йөрөй. Йыуынығыҙ ҙа рәхим итеп ашҡа ултырығыҙ, йәмәғәт, тип яҡты йөҙ менән ирен, әхирәтен өҫтәл артына саҡыра хужабикә. Ҡатындар берҙәм булһа, ир ҙә хәләл ефетенең баш осонда ҡамсы уйната алмаҫ йә иһә өйҙә уҫал һүҙҙәр ҡысҡырмаҫ. Ысынлап та, әхирәт ҡатындарҙан торған ғаилә нимәһе менән насар, тип уйлап алды Сәфәр.

Әйтәһе юҡ, пенсионер иргә бындай уйҙар бата. Ә ул йәш булһа, өйҙәгеләр ҙә уйнап торған бисәләр булһа, хәлдәр нисегерәк ҡоролор ине икән? Кешеләр тормошонда йәш тигәнең ифрат ҙур роль уйнай шул. Әгәр ҙә, Сәфәр – йәш егет, ә Рәғиҙә еткән ҡыҙ булһа, телдәрендә улар уратып-уратып күңелдәрендәге йәшертен хистәргә юлығырҙар, үҙҙәренсә кинәйәләп, һүҙ усағына ялҡын өҫтәрҙәр ине.

Ә хәҙер. Ике пенсионер нимә һөйләшһен? Берәңге хәлдәре, тупраҡ дымы, колорадо ҡуңыҙы. Әһә, бына кәтмәнен яй ғына һелтәй-һелтәй сүп үләндәрен ҡырып барған Сәфәрҙән ҡыҙыҡлы һүҙ сыҡты:

– Рәғиҙә, аяҡ тупраҡҡа тейһә, тыуған ерҙе, бала саҡты ерһейем. Ерһеүҙең ниндәй һүҙ икәнен беләһеңме? Матур һүҙ. Бала саҡта, йәшлектә ифрат көслө был ерһеү хисе. Берәй ергә китһәм, әй һағына инем ауылды. Илағы килә ине. Ә хәҙер күңел ҡатҡан.

Рәғиҙә Сәфәргә ҡарағанда сүп үләндәрен йышыраҡ эйелеп ала, шуға арттараҡ ҡалған.

– Әй, Сәфәр ҡорҙаш, ихлас ерһеү бала саҡта көслө була шул ул. Һин әйткәнсә, мин дә әсәйемде илап һағындым. Бик иртә әсәйҙән ҡалдым бит. Йәш әсәй ипле, яғымлы булһа ла, үҙемдекен яратыуҙы бүлешә алманы шул... Тик, үҫә төшкәс, һин әйткән ерһеү кешелә баҫыла, томалана. Кендек көн күргән ергә берегә. Ана, ҡайһы бер әҙәмдәр диңгеҙ аръяғына уҡ китеп төйәк табалар. Ер планетаһын уртаҡ йорт тиҙәр. Бәлки, дөрөҫтөр ҙә был.

– Уртағын уртаҡ та, нәҫел-нәсәбен юғалтып, сит тупраҡта тамырынан яҙа инде әҙәм тигәнең, Рәғиҙә.

– Әйтмә, Сәфәр ҡорҙаш, заяға уҙа инде ундайҙар ғүмере.

– Күңелгә аҡыл хужа, Рәғиҙә. Ҡайҙа яҡшы, ҡайҙа рәхәт, шунда тартыла кеше. Әгәр ҙә һағыныу, ерһеү һаман да көслө булһа, әҙәм тыуған ерен, йортон да ташламаҫ ине. Аҡыл беҙҙе харап итә шул ҡай саҡ аҡыл.

– И, Сәфәр, аҡылды бик һүгеп ташламайыҡ әле. Бәлә-ҡазалар хиссән кешенең башына етмәйме һуң? Беҙҙең халыҡтар кәрәкмәгәнсә ярһыу ҙа, буғай, ул.

– Эйе, быны ишеткән бар. Аҡылға һуңлап ултырабыҙ, төштән һуң.

Шулай һөйләшә-һөйләшә, хәтһеҙ ер эшкәрттеләр. Арттарынан сәскә атырға йыйынған бәрәңге бураҙналары теҙелеп ҡалды. Тик ҡояш та шәп ҡыҙҙыра шул. Разия юҡҡа ғына был эштән ҡасмаған. Тиҙерәк күмеп бөтөргә лә өйгә шылырға, күләгә аҫтына инергә кәрәк. Тик зыялылар шул, телдәренә килгән уйҙарҙы ла бүлешәһеләре килә быларҙың.

– Йәшәнем-йәшәнем дә бер һөҙөмтәгә килдем мин, Сәфәр ҡорҙаш. Кеше суртым да йәшәй белмәй әлегә. Бороп ҡуйған сәғәт кеүек. Юҡ, көйләгән автомат кеүек кенә ғүмер кисерә әле ул. Йәшәү фәлсәфәһе етмәй беҙгә. Донъяға мәңгелеккә килгән кеүек ҡыланабыҙ. Бөтә инстинкт – тик үҙең тураһында ҡайғыртыу. Бер-береңде рәнйетеп, этеп-төртөп аҡса йыйыу, мал йыйыу, дәрәжә яулау. Ҡараһаң, ғүмер ҙә үтеп китә. Һөйөнөрлөк бер нәмә юҡ, тик нәфсе ҡоло булғанһың. Бына мин Алланың рәхмәте менән яҡты хәйәткә килдем, донъя үлгәнсегә хәтле минең ҡулда, ә ни хаҡына йәшәйем, нимәгә ирешәм, кем булам, тип үҙ алдыңа аныҡ һорауҙар ҡуйырға кәрәк. Ваҡытты тойоп, үткәнеңә хисап биреп, алдағыһына ниәт ҡуйып йәшәй белеү ихтыяжы тыуа был осраҡта. Бына шул ғәмәлдә үҙ ғүмереңә үҙең хужа булып йәшәү мөмкинлеге тыуыр ҙа ине, Сәфәр, шулай түгелме? Ә ғүмер ҡиммәте рухи донъяға индергән өлөш менән үлсәнә бит.

– Һай, Рәғиҙә, һин бик ҙур фәлсәфә ҡораһың. Донъяны аңлау, тойоу. Ойоп түгел, ғәм менән, оло мәғәнә менән маҡсат ҡуйып йәшәү. Билләһи, ғүмере өсөн яуаплылыҡ тойғоһона күндереү һәр кешене бәхетле итер ине, – тине Сәфәр, ҡайнарланып. Һәм ир, кәтмән тотҡан ҡатынға бер тына һоҡланып ҡарап торғас, өҫтәне: – Ниндәй аҡыллы кеше, талант эйәһе һин, Рәғиҙә! Һиңә ҙур, киң юлға сығырға ине.

– Яңылышаһың, дуҫым. Мин – яп-ябай бер ҡатын. Йөрәгем тулы үкенес. Инде бына, өлкәнәйеп, ҡартайып килгәндә, йәнә бер һағыш өҫтәлде.

– Ниндәй һағыш ул, Рәғиҙә?

– Китеү һағышы.

Сәфәр ҡапыл һағайып ҡалды:

– Беҙҙән китергә йыйынаһыңмы?

– Ялҡыттым инде, Сәфәр ҡорҙаш. Оят! Һеҙҙән дә китергә ваҡыт.

– Тағын ҡайҙа китергә йыйынаһың һуң һин, Рәғиҙә?

– Әй, Сәфәр, ҡартайған кешенең ҡайҙа китергә тейешлеген белмәйһеңме һин? Хәҙер минең йөрәктә иң ҙур һағыш – китеү һағышы. Сөнки үҙең күреп тораһың, мин яңғыҙ... Йортһоҙ-ерһеҙ, яҡлаусыһыҙ. Ә яңғыҙға ҡырау иртә бәрелә, тиҙ һуға. Мин китермен инде, Сәфәр.

Ир, әҫәрләнеп, йәшле күҙҙәрен ергә текләп, кәтмәне менән ерҙе тырнап торған өйҙәше Рәғиҙәгә текәлде. Тик хәҙер, тик бына хәҙер генә ул матур, ғәжәп мөләйем һәм талантлы ҡатындың йөрәк һағышын барса тәрәнлеге менән тойоп алды. Йөрәге һыҡрап, хатта сәнсеп үк ҡуйҙы: «Нисек ярҙам итергә һиңә, Рәғиҙә, алиһә?»

12

Бәҫле өйҙә өйҙәш ғәме өйҙәгеләргә күсә...

Тыштан ҡарағанда, Рысаевтар тормошонда барыһы ла ипле. Тынғыһыҙ ир-ат ҡулы йортҡа тәртип, ҡот индерҙе. Баҡсаға аяҡ баҫһаң, сығаһы ла килмәй. Түтәлдәрҙә йәшел ҡыярҙар теҙелешкән, күҙҙе арбап ҡыҙғылт помидорҙар балҡый. Һуғандар ҙа, өҫтөндәге йәймәне тибеп асҡан сабый һымаҡ, тәндәрен ҡояшҡа, көнгә асҡандар. Шалҡан, ҡыҙыл сөгөлдөр ҙә уңған. Ә зиннәтле селтәр япраҡ менән биҙәлгән кишер рәттәренә яҡынлашһаң, танауға еҫкәп туя алмаҫлык татлы еҫ бәрелә. Хоҙайға шөкөр, ят тупраҡта ла Сәфәр гөрләтеп йәшелсә-емеш үҫтерә. Алла белһен, Разия, Рәғиҙә баҡсаға ҡарап күҙ һөйөнөсөн нисек кисерәләрҙер, әммә табаҡлап ташыған ер емештәренән өҫтәлгә әллә ниндәй ниғмәттәр яһап теҙәләр.

Ғаилә игелекле шөғөлө менән Ҡуштау ауылында һаман абруйын үҫтерә килә. Әле бына бик ҡыҙыклы итеп бер-бер артлы ике ҡыҙыл туй үткәрештеләр. Инде августың алтыһына ауылдың ғына түгел, райондың данлыҡлы хәрби геройы, осоусы Самат Хәбировтың туҡһан йыллыҡ юбилейын ойошторорға пландар ҡоралар. Был эштәрҙең башында – Рәғиҙә Мөбәрәковна инде. Кисәләрҙе матур, кешеләр йәнен ҡуҙғатырлыҡ итеп үткәрәйек, тип һаман яна, көйә, әллә ниндәй ҡыҙыҡлы нәмәләр уйлап сығара. Тыштан өйҙәш ал да гөл дә бит. Ә эстән? Иртәләрен бик йыш бүлмәһенән валерианка, кардиомин кеүек йөрәк дарыуҙары еҫе бөркөлә. Ә бәрәңге күмгәндә, китәм тип Сәфәрҙең йөрәген нисек киҫәк-киҫәк телгеләне Рәғиҙә. Нимә тине әле ул: «Әй, Сәфәр, ҡарт кешенең ҡайҙа киткәнен белмәйһеңме ни һин?» Күрәҙәлеге һаман раҫ килһә, нисек инде өйҙәшең хәленә битараф булып ҡалаһың? Сәфәрҙе үҙе лә аңламаған әллә ниндәй эске тынғыһыҙлыҡ, бошоноу биләп алды. Алда, ысынлап та, нимәлер булыр һымаҡ, ниндәйҙер яман хәл килеп сығыр кеүек. Кеше йөрәгенә янаған һәләкәтте сит өйҙәге яҡты йөҙ, сәй менән генә туҡтатып буламы ни? Ә шунан ары уҙып булмай. Рәғиҙә кем уға? Бер ҡыйыҡ аҫтына осраҡлы эләккән ҡатын ғына лаһа. Ҡул ҡаушырып көтәһең инде, Сәфәр. Йортоңа килгәнде һыҡрап көтәһең.

Яҡшы ғәмәл, ҡолас йәйеп һиңә сапҡан балаң кеүек, ҡаршыңа ашҡынмаһа ла, насары, һәр саҡтағыса, оҙаҡ көттөрмәй – ҡыҙғаныс.

Июль айы сығып бара ине. Көн урталары еткәндә ҡаты итеп ҡапҡа ҡаҡтылар. Ихатаға берәү ҙә йоҙаҡ элмәгән, йомошоң төшкән икән, рәхим ит, ас та ин! Әммә дөбөрләү ҡабатланғас, Сәфәр түҙмәне, һөйләнә-һөйләнә ҡапҡа асырға китте.

– Нимә, бикһеҙ ҡапҡаны төйәһегеҙ? – тип бер ҡәҙәр әрләп, тотҡаны үҙенә тартты. Алдында оҙон буйлы, ҡаҡса йөҙлө, әрһеҙ ҡарашлы йәш ир пәйҙә булды. Сәфәр аптырап китте: кем был? Күргәне лә бар кеүек, ят та үҙе.... Юлай тиһәң, бының өҫтөндә таушалған йәшкелт футболка, бөтәрләнеп, ҡатып бөткән джинсы салбар. Шыҡһыҙ ҙур сумка аҫҡан, йәйәү генә килгән, тимәк. Ҡайҙа зиннәтле ҡыҙыл машина? Толомло сәс тә юҡ. Элекке арестант кеүек, башы төптән ҡырылған бының.

Хужа ла, мосафир ҙа, күҙгә-күҙ терәшеп, бер-берһенә байтаҡ ваҡыт ҡарашып торҙолар.

– Ағай, нимә, фазендаға индермәҫһеңме? Танымайһыңмы? – Ирҙең ауыҙынан әсе хәмер еҫе бөркөлдө. Күҙҙәрендә хәтәр сатҡылар бейеште. – Юлай мин! Ошо йортта йәшәгән кеше!

– Юлай?! Әллә ҡасан әйтәләр уны. Әйҙә, уҙ, ҡунағыбыҙ бул! Әсәйең дә өйҙә, – тип Сәфәр миһырбанлы ҡиәфәт алды.

Тик Юлай ихатаға уҙырға ашыҡманы:

– Әсәй менән һүҙ аҙаҡ булыр. Миңә әле, ағай, һин кәрәк. Мужиктарса крупный разговор бар һинең менән. Баҙарҙы самалайһыңмы, ағай?

Сәфәр әллә иҫерек, әллә айныҡ ир ҡаршыһында ҡапыл аптырауға төштө:

– Ниндәй һүҙ, энем?

– Йорт хаҡында һүҙ, ағай. Шунан башҡа беҙҙең арала тағын ниндәй һүҙ булырға мөмкин?

Ике ир йәнә бер-берһенә күҙ текәште. Ысынмы һуң был саҡырылмаған ҡунаҡтың Сәфәргә ҡаҙалыуы, әллә уйын ғынамы? Йорт хаҡында ниндәй һүҙ булырға мөмкин? Ярһый башлаған хужа берәй йомро һүҙ әйтеп, һөйләшеүгә нөктә лә ҡуя ала ине. Тик кеше алдында әҙәп һаҡларға тырышты:

– Йорт, тиһеңме? Йортто әсәйең Рәғиҙә Мөбәрәковна беҙгә һатты бит, энем. Нотариус аша законлы алыш-биреш яһалды. Үҙеңдең беҙҙә ҡунаҡ булып, өй һатҡан аҡсаны йомарлап алып китеүеңде лә онотмағанһындыр, шәт?

– Юҡ шул! Һатыу законлы түгел, афера! Нотариуста минең рөхсәт юҡ. Әсәй йортто минең рөхсәттән башҡа һатҡан. Аңланыңмы инде, абзый. Судта эш ҡуҙғатам. Ҡыуам мин һеҙҙе бынан!

Низағлы гәпте Разия ла ишетеп торған, буғай. Уҡлау тотоп, ихатаға йүгереп сыҡты ул:

– Кемде ҡыуаһың, ит яҡшылыҡ – көт яуызлыҡ? Сәфәр, нимә тыңлап тораһың, яғаһынан тот та урамға һелтә был әҙәм аҡтығын!

Баҫҡынсы ир, үҙ сиратында, хужабикәгә ҡарап оятһыҙ һүҙҙәр әйтеп ҡысҡырырға кереште. Йортта мәхшәр ҡупты. Маркиздың уҫал итеп ыҫылдауы ишетелде. Ниһайәт, ишектә Рәғиҙәнең ағарып киткән йөҙө күренде:

– Юлай! Нишләп ҡысҡыраһың? Нимә кәрәк һиңә? Йорт хужаһына ниндәй дәғүәң бар?

Юлай, хужаларҙан үтеп, әсәһенә табан атланы. Тик баҫҡыстан күтәрелмәне, төптә тороп ҡалды.

– Минең йәшәр урыным юҡ, әсәй. Һиңә ҡайттым.

– Ҡалалағы үҙ йортоң, коттеджың ҡайҙа?

– Тү-тү коттедж!

– Ҡатының, балаң ҡайҙа, Юлай?

– Айырылыштыҡ.

– Машинаңды нишләттең, мин биргән аҡсаларҙы ҡайҙа ҡуйҙың инде, балам?

– Улар баш хаҡы, төрмәнән ҡотолоу өсөн бирелгән бабло, әсәй.

Рәғиҙә, хәлһеҙләнеп, ике ҡуллап ишек яңағына йәбеште. Күренеп тора, йыш-йыш һулай, хәле мөшкөл уның.

– Юлай, был өтөк ҡиәфәтең менән нисек күҙемә күренәһең һин... Нисек кешеләрҙән оялмайһың? Выждан да юғалған үҙеңдә. Һин бит мине аҡтыҡҡа тиклем таланың, хәйерсе хәленә төшөрҙөң! Әйт миңә: кем, ҡасан шул оятһыҙлыҡтарға өйрәтте һине? Мин бит тик яҡшылыҡҡа өндәнем, ҡәҙерләп үҫтерҙем! Артыҡ иркәләнем, уҙындырҙым – хәҙер аңлайым да, һуң... – тине әсә, тыныс булырға тырышып. Әммә бер аҙҙан уны эстән ниндәйҙер ҡалтырау биләп алды, өҙөк-өҙөк һүҙҙәр ҡысҡырҙы. – Юғал был йорттан, ю-ға-ал! Изге йәндәргә бысрағыңды яҡма. Ю-ға-ал!

Әсә тотлоғоп ҡалды, ҡулдары, хәлһеҙ кәүҙәһен тота алмайынса, ишек яңағы буйлап шыуышты. Бына ул тупһаға уҡ һығылып төштө.

– Разия, бар, дарыу килтер, дарыу! – тип ҡысҡырҙы Сәфәр һәм, йыш-йыш һулап, һуштан яҙып барған ҡатын янына ташланды.

Юҡ, ҡотҡара алманылар Рысаевтар үҙҙәренең өйҙәшен. Бер нисә минуттан һуң ул Сәфәрҙең ҡулында йән дә бирҙе. Ғүмергә нөктә шулай ҡуйылалыр инде. Ифрат ябай ҙа, ғәләмәт бөйөк тә бер мәл был. Йәшәгән кеше хаҡында оло тетрәнеү ҙә шул секундтарҙа киләлер. Күңелдәрҙе ағартырға тип бар ғүмерен, ҡеүәт-һулышын биргән мөғәллимә, изге зат, көтмәгәндә бына шулай үҙе ҡаралыҡ, вәхшәт ҡорбаны булып ҡуйҙы. «Керләнеп бөттөм үҙем, донъяны аҡлай алманым. Бөттө көс, һынды ҡылыс...» Ниндәй генә бөйөк заттар өлөшөнә төшмәгән был ғүмер аҙағындағы асырғаныу, ят, сит күрһә уны Раббыһы. Сәфәрҙең күҙҙәренә кинәт тыйылғыһыҙ булып йәштәр бәреп сыҡты. Улар, керһеҙ тамсылар, тып-тып итеп Рәғиҙәнең мәрмәр йөҙөнә тамды.

Бындай фажиғәле драматик сиселеште өй бүлешергә ниәтләгән сәрхүш Юлай көтмәгән, уйламаған ине. Ул, тоноҡ күҙҙәрен йәнһеҙ ҡиәфәткә керә барған әсәһенә текәп, бер ағарып, бер күгәреп ҡарап торҙо ла кинәт һүҙһеҙ-ниһеҙ ҡапҡаға ташланды.

– Аһ, уландар – ҡара йыландар! – тип шашып ҡысҡырҙы Разия һәм, иҙәндәге уҡлауҙы алып, бының артынан томорҙо.

«Уландар – ҡара йыландар...» Сәфәрҙең башына йәшенле уй килтереп бәрҙе. Күҙ алдына ҡыҙы Лиана, улы Айнур килеп баҫты. Кеше сифатлы ғазраил Юлайға былар ҙа иш менән ҡуш бит. Уландар – ҡара йыландар. Беҙ китербеҙ ҙә ҡотолорбоҙ, ә һеҙ һуң, йылы ҡуйында аҫралған уландар, был мәхшәрле заманда нисек йәшәрһегеҙ? Һаман да ата-әсә берәмтекләп, тамсылап тапҡанға иҫәп тотоп, мираҫ, өлөш тирәһендә янъял ҡуптарып, еңел кәсеп, сәрхүш кәйеф менән ғүмер кисерерһегеҙме?

Рысаевтар йортонда өйҙәштәре Рәғиҙә Мөбәрәк ҡыҙының йыназаһына әҙерләнергә кереште.

Сәғиҙулла ХАФИЗОВ.

Фото: co.pinterest.com

Татарсанан Гөлназ ҠОТОЕВА тәржемәһе.

Автор:
Читайте нас: