-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Ноябрь , 20:00

Ҡабатланмаҫ яҙмыштар

Мөҙәрис БАГАЕВ Ғәлиә, Сәкинә әхирәте биреп торған күлдәкте кейеп, биҙәүестәрен таҡты ла, тоноҡланып бөткән көҙгө алдына килеп баҫты. Сағылышын күреп, ҡапыл һиҫкәнеп китте һәм сирҡанып башын ситкә бора һалды. Көн дә үҙенә йылмай­ған алһыу йөҙлө, асыҡ йәшел күҙле, икенән үрелгән толомдары биленә тиклем төшөп торған һылыу урынына, уға түштәре яртылаш асыҡ булған яланғас оҙон ботло, туҙғаҡ башлы ят бәндә ҡарап тора ине. Ул бөгөн сараһыҙҙан ошолай кейенергә, «еңел холоҡло» булып күренергә мәжбүр һәм… Ғәлиә аҙаҡ ни булырын күҙ алдына килтереү түгел, ул хаҡта уйларға ла ҡурҡа. Барыһы ла уның хәленә төшөп, ирекһеҙҙән шул юлға баҫмағандыр, моғайын. 

Ҡабатланмаҫ яҙмыштар
Ҡабатланмаҫ яҙмыштар

Күптәренең туйып һикереүҙәре лә мөмкин. Сәкинә лә шуларҙың береһе, тип уйлай Ғәлиә. Ата-әсәһе лә бар, донъялары ла бөтөн, ә бына әхирәте ара-тирә «төнгө һунар»ға сығып әйләнә. «Заманы шундай. Унан килеп, артыҡ аҡса кеҫәне тишәме ни?» – тип кенә ебәрә әхирәте. Ә Ғәлиәнең аҡсаһы иһә осто-осҡа ялғарға ла етмәй шул. Өләсәһе менән әсәһе барҙа матур ғына йәшәйҙәр ине әле. Әммә икеһе лә бер-бер артлы үлеп китеп, яңғыҙы ҡалғас, эштәре бик хөртәйҙе ҡыҙҙың. Ояһынан ҡолап төшкән ҡош балаһындай тойҙо ул үҙен. Әсәһенә әле йәшәргә лә йәшәргә ине бит. Яман шеш менән ауырып китеп, ярты йыл эсендә гүр эйәһе булды ла ҡуйҙы. Һуңғы көндәре яҡынлашҡанын һиҙеп, үҙенән бигерәк, ҡыҙын ныҡ йәлләп, иланы ла иланы ул. «Бер яңғыҙың нишләрһең икән, балам, ни башлы-күҙле итеп өлгөрә алманым», – тип, балаһын ҡосаҡлап, күҙ йәштәрен түкте әсә. Уның һөйләүе буйынса, Ғәлиә атаһын, ғаиләһен ташлап, Себергә сығып киткән бер бәндә, тип кенә белә ине. Баҡтиһәң, ул бөтөнләй икенсе кеше, билдәле профессор икән. Үлеренә бер нисә көн ҡалғас, асты әсәһе ул серҙе. Институтта уҡып йөрөгән сағында ҡатыны булған аспирантҡа ғашиҡ була ул. Уныһы ла ҡыҙҙы бик оҡшата. Йылға яҡын осрашып йөрөйҙәр. Ауырға ҡалғанын белгәс, атаһының ҡатыны оло ғауға ҡуптарып, әсәһен институттан ҡыуҙырыуға ирешә һәм араларын бөтөнләйгә өҙә. «Ҡыҙым, бик ауыр була башлаһа, ярҙам һорап уға барырһың. Үҙ балаһынан баш тартмаҫ, моғайын», – тигәйне әсәһе. Ғәлиә, атаһы эшләгән институтҡа барып, уны яҡындан күрҙе-күреүен, әммә өндәшергә баҙнат итмәне. Атаһы нисектер бөтөнләй сит кеше булып күренде. Ярай, ауырлыҡтарҙы үҙем дә йырып сығырмын әле, тип уйлағайны ла ул саҡ, әммә тормош һин теләгәнсә генә бармай шул. Тормош ауырлығының Ғәлиәне иң ныҡ баҫҡан мәле бөгөн. Түләүҙе көтөп өҫтәлдә өйөлөп ятҡан анау квитанциялар өсөн генә әллә күпме аҡса кәрәк. Торлаҡ идаралығынан килеп, тиҙ арала түләмәһәң, фатирыңдан ҡыуабыҙ, тип иҫкәртеп тә киттеләр. Техникумда уҡығаны өсөн көн дә аҡса таптыралар, ҡыуыу менән ҡурҡыталар. Һыуытҡысы күптән буш, ас йәшәп булмай. Барыһына ла аҡса кәрәк, ә студент ҡыҙҙың исем өсөн генә бирелгән пособиенан башҡа килеме юҡ. Техникумдан китеп, эшкә генә урынлашыр ине лә бит, һуңғы курста булғас, уҡыуын тамамлағыһы килә.
Шуларҙы уйлап, күҙ йәштәренә мансылып ултырғанда әхирәте килеп инде.
– Да-а, не завидую, – тине Сәкинә, Ғәлиәнең аһ-зарын тыңлағас. – Юҡҡа ҡайғырма, был сибәрлегең менән бер-ике төндә фатирыңа түләрлек аҡса эшләй алаһың.
– Нисек? – Ғәлиә, Сәкинәнең әйткәнен аңламай, йәшле күҙҙәрен уға төбәне.
– Әллә шуны ла аңламайһың?! Иртәгә минең менән «төнгө һунар»ға сығырһың. Ир-ат һине күреп ҡалһа, көтөүе менән килеп йәбешәсәк, аҡсаларын да йәлләмәйәсәк, – тине лә, шифоньерҙы асып, ундағы кейемдәрҙе барлай башланы.
– Был алам-һалам менән аҡса эшләй алмаҫһың, үҙемдең күлдәкте биреп торормон, – тине Сәкинә.
– Кит юҡты!.. Астан үлһәм – үләм… – тип Ғәлиә ултырған урынынан һикереп үк торҙо.
– Үл, улайһа!.. Риза булһаң, шылтыратыр­һың, – тип, Сәкинә ҡайҙалыр ҡабаланып, сығып та китте. Йоҡлар йоҡоһон йоҡламай, төнө буйы уйланып сыҡты Ғәлиә һәм ризалашыуҙан башҡа сара юҡлығын аңланы.
Сәкинә күлдәк менән биҙәүестәрен килтереп, кис кейенеп, биҙәнеп торорға ҡушып сыҡҡайны. Һәм бына ҡыҙ «төнгө күбәләк» булып «ҡанат ҡағырға» әҙерләнә.
«Точка» Ғәлиәләрҙең өйөнән алыҫ түгел, машиналар күп йөрөгән ике урам сатында ине. Унда барып баҫыу менән Ғәлиә үҙен халыҡ алдында сыр яланғас торғандай хис итә башланы. Ҡыҙ әхирәтенең артына йәшеренеп баҫырға тырышты.
– Ниңә бөршәйеп ҡаттың, үҙеңде иркен тот, – тип әхирәте уны ҡеүәтләне.
Күп тә үтмәй, аҡһыл төҫтәге машина аҡрын ғына эргәләренән уҙҙы ла, кире сигенеп, яндарына килеп туҡтаны. Уның тәҙрәһенән йәш кенә егеттең бөҙрә сәсле башы һонолдо. Сәкинә йүгерә-атлап машинаға табан ашыҡты.
Ғәлиә әхирәте менән егеттең ни һөйләгәндәрен аңғарманы ла. Бары Сәкинәнең беләгенән тотоп алып килеп: «С богом, әхирәт!» – тип машинаға ултыртыуы һәм егеткә ҡарап: «Смотри, егет, обижать итәһе булма!» – тип әйтеүе генә ҡолағына салынып ҡалды.
Юлды һөйләшмәй генә үттеләр тиһәң дә ярай. Бары егет кенә артҡы ултырғыста күҙҙәрен иҙәнгә төбәп килгән ҡыҙға көҙгө аша ҡарап-ҡарап алып: «Ҡайһылай сибәрһең», – тип әйтеп ҡуйҙы. Машина ҡала ситендәге ике ҡатлы ыҡсым ғына коттедж алдына килеп туҡтаны. Егет ҡыҙға машинанан төшөргә ярҙамлашты ла, суйын рәшәткәле ҡапҡаны асып, өйгә табан алып китте.
Егет алдан әҙерләнеп ҡуйған, күрәһең, зауыҡ менән биҙәлгән залда шарап, ике фужер, емеш-еләк, һут урын алғайны. Хужа шунда уҡ фужерҙарҙы тултыра һалды.
– Әйҙә, танышайыҡ, минең исемем Азамат була, – тине ул, тигеҙ тештәрен күрһәтеп йылмайып.
Ғәлиә әхирәте өйрәткәнсә башҡаны әйтергә уйлағайны, ауыҙынан ысын исеме сыҡты ла ҡуйҙы. Ҡыҙ шарапҡа ирендәрен генә тейҙереп алғайны, әммә Азамат: «Танышыу хөрмәтенә бөтөргәнсе эсәйек», – тип ҡыҫтағас, бәлки, ҡыйыуланып китермен, тип яртылаш эсте лә ҡуйҙы.
Ысынлап та, аҙыраҡ теле асылды ҡыҙҙың. Егеттең матур мөләйем йөҙөнә лә ҡарашын тартынмай ташланы.
Йоҡо бүлмәһенә инеп, карауатта бер аҙ шым ултырғас, Азамат ҡалтыранған ҡулдары менән ҡыҙҙың бармаҡтарынан тотоп:
– Йә, башла... – тип шыбырланы.
– Мин… Мин бер ни ҙә белмәйем… Мин ҡыҙ кеше… – тине дерелдәгән ирендәре менән Ғәлиә.
Азамат, уға аптырай биреп ҡарап:
– Мин дә… мин дә бер ни ҙә белмәйем шул... – тине лә, ҡапыл шарҡылдап көлөп ебәрҙе.
Ғәлиә егеткә күҙ ташлап алды һәм үҙе лә уның ыңғайына ҡысҡырып көлөргә тотондо.
Ошо көлөшөү ҡыҙ менән егетте нисектер яҡынайтып, улар араһындағы күҙгә күренмәгән кәртәне алды ла ташланы. Төн оҙоно һөйөшөп, һөйләшеп туя алмай, таң алдынан ғына арып-талып йоҡоға талды йәштәр.
Азамат медицина университеты студенты икән. Яратҡан шөғөлө – скрипкала уйнау. Ата-әсәһенең берҙән-бер улы. Улары Таиландҡа ял итергә киткән һәм егет бының менән файҙаланып ҡалырға булған. Ҡыҙ килтереүенең тағы бер сәбәбе бар. Ул оҙаҡламай өйләнергә тейеш. Үҙенең тиҙ арала кәләш алырға иҫәбе булмаһа ла, ата-әсәһе, аҙып-туҙып киткәнсе тип, тырыштыра икән. Бәлки, буласаҡ кәләше бик тә билдәле кешенең ҡыҙы булғанға, тип тә уйлай егет. Иптәш егеттәре, тәжрибәһеҙ килеш оятҡа ҡалып ҡуйма, тип шаяртып, өйрәнсеккә берәйһен килтер, тип кәңәш биргән. «Туҡтап өндәшергә баҙнат итмәй әллә нисә «точка»ны үтеп киттем. Һинең ҡыйыр-ҡыймаҫ, оялсан ғына баҫып торғаныңды күргәс, нисектер күңелемә яҡын итеп, туҡтай һалдым һәм үкенмәйем дә», – тигәйне егет, ҡыҙҙы иркә ҡосаҡлап.
Азамат, өйләнәм, тигәс, Ғәлиәнең шунда уҡ кәйефе ҡырыла биреп ҡуйғайны. «Яратаһыңмы һуң уны?» – тип һораны. Егет, яурындарын һелкетә биреп: «Әлләсе, оҡшаған да, оҡшамаған да кеүек», – тип яуап биргәйне.
Ғәлиә, әхирәтенең кәңәшен тотоп, үҙенең техникумда уҡып йөрөгәнен әйтмәй, супермаркетта һатыусы булып эшләйем, тине. Уянғас та, Азаматтың янынан ебәрмәҫкә маташыуына ҡарамай, эшкә һуңлайым, тип тиҙ генә кейенә һалды. Сәкинә: «Эш хаҡын алдан, ир-аттың күҙе аларған саҡта уҡ алып ҡуй, юғиһә, ҡайһы берҙәре эш үткәс йә копейка ғына тоттора, йә бөтөнләй бирмәй, арт һаныңа тибеп сығара», – тип Ғәлиәгә ҡат-ҡат туҡыһа ла, аҡса тураһында башта һүҙ ҡуҙғатмағайны. Әле лә һорарға тартынды. Азамат, ҡыҙҙың уйын һиҙгәндәй: «Етәме?» – тип мул ғына аҡса сығарып тотторҙо. Ғәлиә, оялышынан ҡып-ҡыҙыл булып, аҡсаны кеҫәһенә тыға һалды.
Машинала барғанда егет ҡыҙҙың бөгөн дә килеүен ҡат-ҡат һораны. Супермаркет алдында төшөрөп ҡалдырғанда ла үтенесен ҡабатланы. Ҡыҙ менән егет кисен ошо урында осра­шыр­ға һөйләшеп айырылышты. Ғәлиә машина күҙҙән юғалғансы ҡарап торҙо ла, яҡындағы туҡталышҡа йүгерҙе һәм техникумға барыусы автобусты көтә башланы.
Азаматтың йөҙ-һыны күҙ алдынан китмәне ул көндө. Нисек кенә ҡыуып ебәрергә тырышмаһын, ап-аҡ тештәрен йылтыратып йылмайып ҡаршыһына килә лә баҫа. Сәкинә килеп: «С крещением!» – тип ҡотлап, һорауҙар яуҙыр­ғанда ла, илке-һалҡы ғына яуап бирҙе.
Кисен, Азамат белеп ҡуймаһын тип, ҡыҙ супермаркетҡа иртәрәк барып, машинаға шунан сығып ултырҙы.
– Уф, бөгөн көндө үткәрә, осрашыу минуттарын еткерә алмай күҙем тондо, – тине егет, ҡыҙҙың ирендәренән үбеп.
Осрашып, һөйөп, һөйөлөп ун көн күҙ асып йомғандай бик тиҙ үтте лә китте. Ғәлиә үҙенең үлеп ғашиҡ булыуын аңлай, егеттең дә үҙенә ғашиҡ икәнен йөрәге менән һиҙенде. Ғүмеренең иң матур миҙгеле булды был көндәр. Ә иң ҡыйыны көн дә Азамат һуҙған аҡсаны алыу ине. Ғәрлегенән ер тишегенә инеп китер­ҙәй булды ул шул мәлдәрҙә. Мөхәббәт һатылырға, һатылып алынырға тейеш түгел бит, тип үҙ-үҙен ҡәһәрләне. Ләкин ни эшләһен, ҡыҙҙың башҡа сараһы юҡ ине шул.
Егеттән алған аҡса уҡыу өсөн түләргә лә етте, өҫтәлдәге квитанцияларҙы ла байтаҡҡа кәметте. Бәхет миңә лә йылмайҙы, тип ҡыуанып бөтә алманы Ғәлиә һәм ҡанатланып, осоп тигәндәй йөрөнө ул көндәрҙә. Ләкин ҡыуаныс менән ҡайғы йәнәш йөрөй икән шул.
Бер көндө иҙәнгә Азаматтың студент билеты төшөп китте. Асыҡ ятҡан билетты үрелеп ҡулына алғанда күҙенә таныш исемдәр сағылды. Баҡтиһәң, икеһенең дә фамилиялары, аталарының исемдәре бер үк икән. Бер үк…
Ғәлиә ҡапыл, ҡото осоп, ҡысҡырып уҡ ебәр­ҙе, билеты ла ҡулынан ысҡынып, иҙәнгә төшөп китте. Ванна бүлмәһенә ингән Азамат, йүгереп сығып:
– Ни булды, ниңә йөҙөң шул тиклем ағарған? – тип борсолдо.
– Булманысы… Ниңәлер башым әйләнеп китте, – тигән булып, Ғәлиә карауатҡа ултырҙы.
– Башың әйләнһә, ятып тор, – тине Азамат карауаттағы мендәрҙәрҙе рәтләп.
– Юҡ, юҡ, хәҙер үтә ул, – тип, Ғәлиә ҡабаланып кейенергә тотондо.
Юл буйы мейеһен: «Юҡ, бының булыуы мөмкин түгел!» – тигән уй ғына бырауланы. Машинанан төшкәндә Ғәлиә Азаматтан:
– Һинең атайың кем булып эшләй? – тип һораны.
– Институтта. Ул фән докторы, профессор, – егеттең яуабы ҡыҙҙың өмөтөн бөтөнләй һүндер­ҙе. «Тимәк, Азамат менән мин бер ата балалары, бер туғандар!» – Ғәлиә өйөнә табан йүгерҙе.
Фатирына килеп ингәс тә карауатына ауып үкһей-үкһей иларға тотондо. «Ул бер туғаны менән уйнаш иткән!», «Ниндәй боҙоҡлоҡ!», «Ояты ни тора!», «Ниңә Хоҙай уны миллионлы ҡалала тап Азамат менән осраштырып, ҡауыштырған, икеһен бер-береһенә ғашиҡ иткән!» – яҙмышын ҡәһәрләй-ҡәһәрләй күҙ йәшен күп түкте ҡыҙ. Шул килеш карауатында бер тәүлектәй аунаны ул. Сәкинә бер-ике рәт инеп, хәлен белешеп сыҡҡайны. Ғәлиә уға ни булғанын асыҡтан-асыҡ һөйләмәне. Бары: «Егет минән туйҙы, буғай», – тип кенә әйтеп ҡуйҙы. «Точ­ка»ға барырға саҡырып ингәндә лә, ризалашмай: «Ҡабат кәрәге теймәҫ, моғайын», – тип күлдәге менән биҙәүестәрен биреп сығарҙы. Азаматтан һуң башҡа берәү менән булыуҙы күҙ алдына ла килтерә алмай ине инде ул.
Ғәлиә, ваҡытлыса ғына булһа ла, күршеләге офисҡа йыйыштырыусы булып эшкә урынлашты. Иң мөһиме, уҡыуын да ҡалдырмаясаҡ.
Ауырға ҡалғанын икенсе ай киткәс кенә һиҙҙе Ғәлиә. Сәкинәгә әйткәйне, уныһы: «Хәҙер беләбеҙ уны», – тип ҡул сумкаһына үрелә лә һалды.
– Да-а, ҡыҙыҡай, залетела ты! Һаҡлан­манығыҙмы ни? – тине әхирәте, Ғәлиәнең танауы төбөндә тест болғап.
– Тәүҙә һаҡланып маташҡайныҡ та ул, аҙаҡ, нисектер, оноттоҡ, – тине Ғәлиә шым ғына.
Сәкинә уға йәлләгәндәй ҡарап торҙо ла:
– Пока не поздно һыпырт абортҡа! Йәш кенә башың менән уйнаштан бала табып ултырмаҫһың инде, – тип, ҡайҙа барырға кәрәклеген өйрәтә лә башланы.
Сәкинәнең һуңғы һүҙҙәре Ғәлиәнең асыуына тейҙе. «Йөрәгемдә йөрөткән кешенең балаһы йөрәгем аҫтында ята. Уйнаштан яралмаған ул, ә мөхәббәт емеше!» – тип ҡысҡыр­ғыһы килде. Әммә Азаматтың бер туған булыуы уның асыл­ған ауыҙын ябырға мәжбүр итте. Их, Азамат туғаны булмаһа! Бер нигә ҡарамай, баланы табып, иркәләп, ҡәҙерләп кенә үҫтерер ине уны. Өләсәһе лә әсәһен яңғыҙы үҫтергән, әсәһе лә уны атайһыҙ тәрбиәләне. Уларҙың яҙмышы Ғәлиәлә лә ҡабатланып, ул да бер үҙе бала бағыр ине. Шулай икеләнеп йөрөгәндә Сәкинә тағы килеп инде.
– Тимәк, табырға булдың инде. Ярай, сама знаешь, – тине ул.
– Табыр инем дә ул… – Ғәлиә башлаған һүҙен әйтеп бөтмәй туҡтап ҡалды.
– Әйҙә, әйҙә, продолжай, ниңә туҡтап ҡалдың – тип Сәкинә әхирәтенең күҙҙәренә текләне.
Шунда Ғәлиә, ҡапыл асылып китеп, Азамат менән икәүһе хаҡында ҡыҫҡаса һөйләне лә бирҙе.
– Вот это новость! Ишетмәһәң – ишет! – тине әхирәте, күҙҙәрен аҡайта биреп.
– Беҙҙең атай ғына бер бит, бәлки, баланы табырға ярайҙыр? – Ғәлиә өмөт сатҡылары сағылған ҡарашын әхирәтенә төбәне.
Уныһының: «Һин нимә! Бер туған түгел, хатта ике, өс туғандан да табырға ярамай. Бала ике башлы, йә һыңар күҙле, йә сусҡаныҡы һымаҡ, йомарланып торған ҡойроҡло булып тыуа», – тигәнен ишетеп, Ғәлиәнең ҡобараһы осто, ҡорһағында бала түгел, ниндәйҙер ғифрит ятҡандай тойоп, сирҡанып китте һәм абортҡа барырға йыйына башланы.
Поликлиника ихатаһына ингәс, әҙерәк хәл алайым тип, юл ситендәге эскәмйәгә ултырҙы. Шул ваҡыт ишектән аҡ халат кейгән бер төркөм егет менән ҡыҙ килеп сыҡты. Ғәлиә, практика үтеүсе студенттарҙыр, моғайын, тип уйлап ҡуйҙы. Ул иң арттан ҡултыҡлашып атлаған оҙон буйлы егет һәм һары сәсле ҡыҙға иғтибар итте. Ҡапыл йөрәге «жыу» итеп китте. Азамат менән тәү осрашҡанда: «Бына ул буласаҡ кәләшем», – тип көлөп күрһәткән фотоһүрәттәге ҡыҙ килә ине. Ғәлиә уларҙы күрмәҫкә, унан да бигерәк, үҙен күрһәтмәҫкә тырышып, артҡа боролоп ултырҙы. Ләкин бушҡа ғына, күрҙе егет.
– Ғәлиә! Ҡайҙа юғалдың, күпме эҙләнем мин һине! – Азамат ҡосаҡлап алырға ынтылды.
Ғәлиә егетте һаҡ ҡына үҙенән этәрҙе.
– Кәрәкмәй, Азамат, – тине ул шым ғына.
– Нисек, кәрәкмәй, беҙ бер-беребеҙҙе өҙөлөп яратабыҙ түгелме ни?! – егет аптырап ҡыҙға төбәлде.
– Яратабыҙ, әммә туғандарса… Беләһең килһә, һинең атайың минең дә атай булып сыҡты… Оло гонаһ ҡылдыҡ беҙ, Азамат.
Егет ҡапыл ҡысҡырып көлөп ебәрҙе:
– Ниндәй гонаһ, иҫәркәйем! Мин бит атай менән әсәйҙең тәрбиәгә алған балаһы. Әсәй түлһеҙ булғас, мине детдомдан алғандар, атай үҙенең исем-фамилияһын да биргән.
Ғәлиә, быларҙы ишетеп, ҡыуанысынан көлөргә лә, иларға ла белмәй торған мәлдә һары башлы ҡыҙҙың:
– Азаматик! Ты скоро?! – тигән тауышы ишетелде.
Егет, үҙен көтөп торған ҡыҙға ҡарамай ғына: «Бар, кит», – тигәнде аңлатып ҡулын һелтәне лә, Ғәлиәне ҡосағына алды.
– Бынан һуң мин һине бер ҡайҙа ла ебәрмәйәсәкмен, Ғәлиәм! – тип шыбырланы ул.
– Ипләп … – тине ҡыҙ, һаҡ ҡына ситкә этелеп.
Азамат шунда уҡ Ғәлиәнең ҡорһағына күҙ ташлап алды һәм:
– Әллә… – тип ихлас йылмайҙы.
– Әллә шул, Азаматҡайым, бәпесебеҙ буласаҡ!
– Ғәлиәм, Ғәлиәм минең… – Егет шунда уҡ, үҙ-үҙен белмәй, шашынып, ҡыҙҙың күҙ-биттәренән, ирендәренән үбергә тотондо.

Автор:
Читайте нас: