-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Ноябрь , 13:30

“Тикшереүсе”

Хәйҙәр ТАПАҠОВ (Сатирик хикәйә) Мин, медицина институтының һуңғы курсында уҡып йөрөгән студент, район дауаханаларының береһендә практика үтәм. Бына бөгөн, тәүге тапҡыр, үҙ-аллы дежурҙамын. Өҫтөмә яуаплылыҡ алғас, үҙемде бер ҡарышҡа үҫеп киткәндәй хис итһәм дә, барыбер бер аҙ һипһендерә. Тотош дауахана ҡаласығына бер үҙең күҙ-ҡолаҡ булып ҡал әле! Шөрләмәҫ ерҙә шөрләрһең!

“Тикшереүсе”
“Тикшереүсе”

 Хыялымда был көндө әллә ниндәй хәтәр буяуҙар менән

һүрәтләп, үҙемде шул ваҡиғаларҙың уртаһында төп фигура итеп күрһәм

дә, ысынбарлыҡта иһә барыһы ла тыныс башланды. Шәмбе көн булғас,

табиптар ҙа, шәфҡәт туташтары ла улай-былай йүгерешмәй, саманан

ашҡан ығы-зығы ла юҡ, бер һүҙ менән әйткәндә тәнде, йәнде ойотҡан

һиллек.

 ...Һиҫкәндереп ординаторҙар бүлмәһендәге стационар телефон

шылтыраны. “Район дауаханаһының дежур табибы тыңлай!”тинем исем-

шәрифемде атағас, тауышымды олпатландырып. Ҡулымдағы трубка шатыр-

шотор итте лә: “...тан был, - тигән уҫал тауыш ҡолағыма салынды. –

Башлыҡтың замы. Көт. Киләм...”

  Ошо мәл трубка тотҡан ҡулымдың ойоуын, тубыҡтарымдың

еңелсә ҡалтырауын тойҙом, тулҡынланыуҙан ауыҙым кипкәндәй ҙә итте.

Эшлектән сыҡҡан телефондың изолента менән уралған трубкаһы тәүге

һүҙҙәрҙе йотһа ла эске кисереш менән һиҙемләнем – тимәк, юғарынан

тикшереүсе килә. Йә Хоҙай, нимә менән бөтөр был?! Нишләп дүшәмбе

йә башҡа көн түгел, хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй мотлаҡ бөгөн?

Янымда өнһөҙ булһа ла яҡлаусы йә күтәрмәләүсе юҡ - еңелерәк булыр

ине, бәлки.

 Башымда сыуалған бәйләнсек һорауҙарыма яуап эҙләгәнсе,

дауахананың ихатаһына ҡара төҫтәге, тәҙрә быялалары күләгәләнгән

иномарка инеп тә туҡтаны.  Әй әттәгенәһе, ҡаршыларға өлгөрә алманым!

Подьезға сығып өсөнсө ҡаттан түбәнгә ҡарай атылдым.

 Бәхетемә күрә, ҡунағым машинаһынан сығырға өлгөрмәгәйне

әле. Өтәләнеп барып машинаның артҡы ишеген асһам да, йомшаҡ

ултырғысҡа һеңгән тыңҡыш кәүҙә сығырға ашыҡманы, май бөргән уймаҡ

ауыҙын йыбанып асып водителенә күрһәтмәләр биреүендә булды: “...мин

бында инспекцияла булған арала палаткаларҙы ал, шампурҙарҙы, боҙ тишкес

бырауҙы, ҡармаҡтарҙы онотма, юл ыңғайы райпо хужаһы Байгилде

Баймөхәмәтовичҡа инерһең – оло пакет бирер. Шунан сотовыйыңдан

“Алға” калхузына шылтырат, номеры һиндә бар, малдарҙың нисек

ҡышлауын ҡарарға барабыҙ, тиген. Тәжрибәһеҙ, ҡаршы сығып атыңды

бәйләргә аҡылы етмәгән йәш етәксе килгән ҡунаҡты ҡаршы ала,

оҙатып ҡуя белмәй торған, белекһеҙ. Шуға иҫкәрт, табын да әҙерләһен,

биреп ҡайтарыр күстәнәсен дә төрһөн. Бар, ярты сәғәттән бында бул!”

 Шулайтып оҙон-оҙаҡ мыжығандан һуң ғына ҡунағым һөҙөргә

әҙерләнгән үгеҙҙеке кеүек аҡайған күҙҙәрен минең яҡҡа ҡарай йүнәлтте:

Һин кем?!

Дежур табип! – Әлегә студент булһам да юғарынан һалдырҙым.

Табип, тинеңме, ул саҡта ни сәбәптән мин һине белмәйем, тәүләп

күреүем?

Яңыраҡ ҡына килдем эшкә, бер ай ҙа тулмай әле!

Һинең ҡасан килеүең-китеүең миңә кәрәк тә, ҡыҙыҡ та түгел, ниңә

етәксене, туйыст мине, ҡапҡа тышына сығып көтөп тормайһың?

 Ә үҙе яуап биргәнде лә көтмәй, һимеҙ кәүҙәһен саҡ ҡуҙғатып,

бирән ҡорһағын ҡуш ҡуллап остап машинанан төштө. Төштө лә көҙрөй

елкәгә ултырған тумалаҡ башын уңлы-һуллы борғослағас йыуан, ҡыҫҡа һуҡ

бармағын бейек тимер ҡапҡаның юғары өлөшөн әйүнәлтте:

Тәртип тупһанан башлана, мынауында “Бөтә ауырыуҙарға,

киң

таралған сырхауҙарға ҡаршы еңеүле көрәш йәйелдерәйек!”тип ҙур банерға

ҡыҙыл хәрефтәр менән яҙып элеп ҡуйығыҙ. Күргәҙмә-агитация эшен

белеп еткермәйҙәр икән мында... Насар...

 Икенсе ҡатҡа күтәрелгәс, әлеге бармаҡ йәнә хәрәкәткә килде:

Бында нимә урынлашҡан?

Бала табыу бүлеге.

 Яуап ҡабул ителгәс, бармаҡ ишек башына сөйөлдө:

Роддомға ла лозунг кәрәк. “Бала табыуҙың йыллыҡ планын

Ваҡытынан алда үтәйек!”, йә булмаһа “йөҙ ҡатындан йөҙ илле бала алыуға

өлгәшәйек!” тиһәк тә насар булмаҫ. Замана бисәләре кире яҡҡа үҙгәрҙе

бит хәҙер, “материнский капитал” түләп әүрәтһәк тә бала табырға

теләмәйҙәр, иренәләр, йыбаналар. Хәйер, – яҫы маңлай сирылды, –

йәшерен-батырын түгел, араҡыға бешкән ирҙәрҙең дә рәттәре, көс-

ҡеүәттәре юҡ, бер нисәүҙе түгел, бер ҡатынды бисәлеккә алып әҙәм

рәтле, дастуйны йәшәргә, ғаилә арттырырға эшкинмәйҙәр. Шулай

булғас урындарҙа немедленно “Искуственное осеменение” пункттарын

ойошторорға кәрәк. Ә беҙ, аҡыллы етәкселәр, килер быуын тураһында

алдан хәстәрлек күрергә бурыслыбыҙ.

 Бала табыу бүлегенең ҡаршыһында ошондайыраҡ тәнҡит

телмәре һөйләнелде, әммә ҡунаҡ эскә үтергә теләк белдермәне. Өсөнсө

ҡаттағы терапея бүлегенә күтәрелгәс сираттағы ҡыҙыҡһыныуҙы ишеттем:

Падеж нисек?

Ғәфү итегеҙ, аңлап етмәнем...

Нимә, һине русса уҡытманылармы әллә? Нисек үләләр тим?

Э-э-э... һәйбәт...

Һәйбәт дөмөгәләр, тимәксеһеңме?

Үлгәндәре юҡ әлегә...

Ярай улайһа. Ҡарағыҙ уны, падеж пландағынан юғары булмаһын!

Халат килтер!

 Теләк үтәлгәс, бер аҙ ҡыйыуланып һүҙ ҡаттым:

Һеҙгә нисәнсе палатаға? – Яуап ишетелмәгәс өҫтәнем. –

Яҡынығыҙ нисәнсе палатала ята?

 Үгеҙ күҙҙәр тағы һөҙөп алдылар:

Һин нимә, мыртый, туҙға яҙмаған мәғәнәһеҙ һорау биреп тораһың?

Мин - район Советы башҡарма комитеты председателенең беренсе

урынбаҫары, бүлектәрҙә, палаталарҙа, ғөмүмән, дауаханағыҙҙағы

тәрбиәүи эште ҡарарға килдем. Әйҙә күрһәт...

Улайһа рәхим итегеҙ! – тигән булдым, ҡоласымды йәйеп,

һәр ваҡыт әҙерлегемде белдереп.

  Шәфҡәт туташы, грипп осоро тип, урынбаҫарҙың битенә марля

битлек ҡаплағас, ни булһа ла булыр, тинем дә иртәнге обходтағы һымаҡ

итеп ҡунағымды палаталар буйлап алып киттем. Хәҙер уның йомро пеләш

башынан һәм аҡайған күҙҙәренән башҡаһы күренмәй, ул белемле

профессорҙы уҡ булмаһа ла, ауырлыҡ менән диссертация яҡлаған фән

кандидатын хәтерләтә ине. Коридорға сығыу менән бөгөлөүҙе белмәҫ

бармаҡ төрлө тарафҡа төртә башланы:

Мынауында “Барлыҡ көстө грипҡа ҡаршы йүнәлтәйек!” тип яҙып

элегеҙ. Ә мынауында...

 ... Беренсе палатаға кергәндә, ауырыуҙар серем итә, тик ишек төбөнә

ҡуйылған карауаттағы ҡорҙай кәүҙәле ҡарсыҡ ҡына, йоҡа ирендәрен

йыбырлатып сүрә бышылдап, тәсбих тарта ине. Беҙҙе абайлағас,

ҡулындағын ситкә һалып ас яңаҡлы биттәрен һыпырҙы ла ялбыраған сал

сәстәрен төҙәткеләпҡыу ҡурайҙай сираҡлы аяҡтарын карауаттан

һалындырҙы.

Нихәл инәй? – тине тикшереүсе тамаҡ төбө менән. – Нисек ятыш?!

Аллаға шөкөр, балалар.

Хөрмәтле ҡортҡа, бәхеткә күрә,һинең балаң түгелмен, булырға

йыйынмайым да. Короче мин – район башҡарма комитеты председателенең

урынбаҫары, если точнее, курирую социальные вопросы. Ызнашит,

уважаемая, вам такуй вапрус, әлеге мәлдә нимәгә зарланаһығыҙ?

Зарланаһың тип ни, зарланмайымсы шыпа, зав магазин...

Ниндәй зав магазин булайым тағы, зам, тинем бит!

Миңә ни ҡарт кешегә завы ла, замы ла бер төптән. Бындағы

хәлдәргә килгәндә һәммәһе лә етә: ятҡан урыныбыҙ яҡты, йылы,

духтырҙар иғтибарлы, игелекле, сөбханалла.

Ҡайһы ерең ауырта тим, бабушка, туйыст, ҡортҡа?

Ҡайһы еремме? – Һүҙгә әүәҫ, тик ҡолаҡҡа бер аҙ ҡатыраҡ әбей ары

биреләсәк һорауҙарҙы һәйбәтерәк ишетергә теләгәнгәлер,уң яҡ

ҡолағына шаутарамыш усын ялғаны. – Минең ни, ауыртмаған ерем юҡ инде:

башым да шаулай, ҡолаҡтарым да ишетмәй, күҙҙәрем дә күрмәй,

йүтәлләйем, быуындарым һыҙлай, өҫтәүенә эсем ҡата, бәҙрәфкә барҙы

ниһәм - ҡаталайым!

      Тикшереүсе аңлап етмәгәнгәлер минең яҡҡа һораулы ҡайырылды:

Нимә була ул ҡаталау?

Запор.

Запорығыҙ әлеге мәлдәне целесообразно, не актуально, патум,

һөйләгеҙ, по-существу!

Существоһы ни була тағы?

Бында нисегерәк существуете, тим?

Әйттем дәһә, нармальны существуем, түлке төнө буйы йоҡлай

алмай сығам, ҡартлыҡ ғәләмәтелер, ни тиһәң дә туҡһанды тултырҙым

күптән.

Да уж, очень долго существуете...

Дулгы бумаған ҡайҙа у, үчин дулгы, әйттем инде кинйә улыма,

алыпкимә мине мында, эшлектән сыҡҡан, йәшәү сругы тулған ҡарсыҡтың

кемгә хәжәте бар, тип, тыңламаны.

Дауалар һуң, лечение килешәме?

Килешмәгән генә ҡайҙа, бик килешә. Биргән бер төймәләрен,

шыйыҡ тамсыларын шундуҡ эсеп кенә торам. Тик бынау бармаҡ башылай

манпасый кәнфит һымағын йота алмай интегәм, шыйыҡ балауыҙҙай телгә

һылаша ла ҡуя.

Инәй, уны эсмәйҙәр бит, һыҙланыу баҫылһын өсөн осаға ҡыҫтыралар. -

Саҡ көлөп ебәрмәй тыйылып ҡалдым.

Әй, барыбер түгелме ни, бер тәнгә бара ни ҡыландырһаң да,

 - тип ҡарсыҡ үҙенекен тыҡыны. - Тағы анау көнөнә ике тапҡыр ҡултыҡ

аҫтына ҡыҫтырған быяла таяҡтары килешә. Йә, улым, килеүен килгәс бер

юлы йөрәгемде лә тыңлап сыҡ инде. - Ул урынбаҫарға мөрәжәғәт итеп

шулай тине лә мул итәкле, иркен иҙеүле күлдәген һалып ырғытып

балаҡтары тубыҡтарға ҡәҙәр төшөп торған, төбө ямаулы панталон ыштанда

ғына ҡалды.

 Урынбаҫар тапма тотҡандай, көтмәгәндә фалиж һуҡҡандай

урынында ҡатып ҡалды ла бер аҙҙан, иҫен йыйғас,ҡабаланып ишек яғына

ҡарай тәнтерәкләне, күҙҙәренең ағын әйләндереп, ҡалын ирендәрен

тартыштырып тотлоғоуына ҡарағанда ул аралашыу ҡеүәһенән яҙып,

телдән ҡалғайны шикелле.

Я-я-ярай, и-и-инәй, как-нибудь другой раз, икенсе ваҡыт

тыңлармын, йәме. – Шулай тине миңә асыулы ҡарап тексәйҙе. – Әбейҙең

һыҙлаған бер еренә теге быялаларҙы ҡыҫтырығыҙ!

Һуң ул бит тән температураһын үлсәй торған градусник!

Булһын! Әйткәнде эшләгеҙ! - Бойороҡ ҡәтғи, кире ҡаҡҡыһыҙ

яңғыраны.

 Икенсе палатаның ишеген асыуыбыҙ булды, карауаттарҙың

береһендә еренә еткереп һыланған-һыйпанған, ҙур бесән күтәремеләй

мөлкөп, маҙыраған тыу бейәләй тумалаҡ кәүҙәле ерән сәсле ханым

урынынан ырғып тора һалды ла ыңғайы бер сәрелдәп тә ебәрҙе:

Ах, доктор, мин бит һеҙҙе иртә таңдан көтәм, жду-жду, ә һеҙ юҡ та

юҡ!–Ул һытылырҙай кимәлдә тулышҡан беше кәүҙәһен килешле бейетеп,

мыймылдата баҫып юлдашымдың ҡаршыһына килеп тә баҫты.–Янып барған

тәнем тиремә һыймай төндә үлә яҙҙым бит, билләһи, ну, почти умерла,

так сказать, раньше времени. Йөрәгем һуғыуҙан туҡтағайны, һаман йүнләп

эшләмәй, онотҡанда бер һуға. Бына тотоп ҡарағыҙ!– Ул шулай тине лә

тулы балтырҙарын бар асыҡлығында күрһәткән итәге үтә наҡыҫ

халатының өҫкө төймәләрен тотошлайы менән ысҡындырҙы ла, көсләп

тиерлек тартып алып вәкилдең ҡулын мул күкрәгенә терәне.

Зинһар әйтегеҙ, доктор, һуҡмай бит?!

 “Доктор” ҡапыл килеп сыҡҡан был хәлдән һеңгәҙәп ҡалды,

күрәһең, ҡулын ханымдың имсәк бала башынан да кәм булмаған йомро

күкрәгенә баҫып тороуын дауам итте. Баяғы уҫал “үгеҙ” күҙҙәр нисектер

түңәрәкләнеп, юҡ, шаҡмаҡланып киттеләр, улар, кемдәндер ярҙам,

ҡурсалау өмөт иткәндәй, аптыраулы ҡарайҙар ине.

Ә ул йөрәк, тигәнең, нисегерәк һуғырға тейеш? - Бер кемгә

лә

тәғәйенләнмәгән һорау ишетелде.

 Ерән яһалма керпекле, аҫты-өҫтө күк буяҡ менән

күләгәләндерелгән күҙҙәрен ҡыҫа төшөп,ҡан ялаған кәнтәйҙәй сағыу

ҡыҙыл ирендәрен нәфселе остайтты:

Тюк, тюк, тюк, - тип, - ә минеке, видите ли, не тюкает!

Нишләп не тюкает, почему һуҡмай! - Тикшереүсе минең яҡҡа ҡарап

аҡайҙы.

Һуғырға тейеш...Обязан... Стенокардия...

Бөтәһен дә, ҡулығыҙҙан килгәнде лә, килмәгәнде лә эшләгеҙ,

бөгөн үк, хәҙер үк, прямо сейчас! Стенокарьераның эҙе лә ҡалмаһын!

Штубы йөрәге сәғәт кеүек эшләһен! Киттек! – Иреү һағыҙҙай сат

йәбешеп һылашҡан ханымдың ҡулын ауырлыҡ менән ысҡындырған

урынбаҫар ишек яғына ҡарай ташланды.

 Арт яҡтан ханымдың: “Рәхмәт, доктор, ҡулығыҙ бик йылы,

шифалы икән, тағы ла килегеҙ!” - тигән һүҙҙәре генә ишетелеп ҡалды.

 Тикшереүсе коридорға сыҡҡас ышанырға ла ышанмаҫҡа ла

белмәй “шифалы” ҡулына бер килке аптыраулы текәлеп торҙо, уны оло

танауына яҡын килтереп еҫкәгәндәй ҙә итте.

 Ошо ике палатаны үтеүгә вәкилдең тәүҙәге һауалығы һыпырып

алғандай юҡҡа сыҡҡайны. Ул үҙен юғарынан килгән доктор итеп ҡабул

итеүҙәренә юғалып ҡалып иҫәңгерәгәйне, шикелле. Шуғалырмы,

сираттағы палатаға инерҙән алда шикле бышылданы:

Бында кем ята, бәйләнсек бисә-сәсә түгелдер ҙә?

Бер ағай. Яңғыҙы.

 “Ағай” һүҙе уны тынысландырҙы, буғай, сөнки күлдәктәрен сисеп, йә

йөрәген тыңлап ҡарарға ҡушып, ҡотон алмаясаҡтар.

       Ишекте астым. Бер кешелек кенә тар палатаның түрендә яҫы арҡаһын

ҡуйып ултырған ауырыу беҙ ингәс тә боролманы. Уның ағас тирмән

тауышын сығарып мышнауын, ҡалын елкәһенең еңелсә һелкенеүен,

тумбочка өҫтөнә өйөлгән мул табынды иҫәпкә алғанда, ул тамағын

туйҙыра ине.

Һаумыһығыҙ!

 “Тирмән”, ултырғысын ауыр шығырлатып, беҙгә табан боролдо һәм

ауыҙына тыңҡыслап тултырған ризыҡ араһынан телен көскә әйләндереп

“арыу” тигән өн ишеттерҙе. Сиртһәң ҡаны сығырға әҙер быжыр битле, өҫтө

өшөгән картуфты хәтерләткән оло танаулы, ата ҡаҙҙыҡы һымаҡ тумалаҡ

күҙҙәре сәгер ҡараған был әҙәмдең йөҙө һис кенә лә ауырыу кешенекенә

оҡшамағайны. Ул ризығын ауырлыҡ менән сәйнәп бөтөп, ике тапҡыр

ҡылҡылдатып йотҡас, ауыҙ-моронон тәғәм йәйелгән “Сельский труд”

гәзит киҫәгенең бер өлөшөн йыртып һөрттө лә ҙур кәүҙәһенә бөтөнләй

тап килмәгән нәҙек тауыш менән тикшереүсегә өндәште:

Минең ялыу буйынса килдегеҙме?

 “Ялыу” һүҙе ишетелгәс йөҙө яҡтырып киткәндәй итте, тикшереүсе

кәрәкле кешеһен тапҡандай, ултырғыс шылдыра һалып, йәйенке осаһын

шунда терәне.

Нимәгә зарланаһығыҙ?

Как нимәгә? Ялыуҙа яҙғайным бит инде, насар ашаталар, тип. Бесәй

балаһына һалған “Вискас” һымаҡ ҡына ризыҡтары нимәгә етһен!

Әһә, дауам итегеҙ! – Усына төйөрөм саҙаҡа ятҡан муллалай

ҡыланған тикшереүсе ҡулдарын ҡәнәғәт ыуҙы.

Хәлдәренән килһә, кешене астан үлтерерҙәр ине, но не выйдет!

       Йөҙҙәге юғала башлаған тәкәбберлеге ҡабат төҫмөрләнде:

Безобразие! Нишләп улай! – Ул миңә тишерҙәй итеп ҡараны.

Шу-шулай тейеш... Уның... ней, ашҡаҙаны...гастрит. Шуға диетала

ултыра...

Ниндәй диета ти ул, ниндәй диета! Кеше асығам, ти, ә һин “диета”,

тип тыҡыйһың... Кешене асыҡтырыу, “диетаға ултыртыу” өсөн төҙөнөкмө ни

беҙ был демократик дәүләтте, ә?! Бар тереклекте көйҙөргән Африкала

йәшәмәйбеҙ, һәммәһенә достаток булған илдә көн итәбеҙ, дефицит

һүҙен күптән оноттоҡ! – Яҫы маңлай тиреһе уйланғандай йыйырылды. –

Һәр хәлдә шәкәр-тоҙға, көнбағыш майына, тәмәке-шырпыға достаток.

Беҙҙә йәшәгән һәр граждан “диета” тигән нәмәне белергә, уны һанға

һуғырға тейеш түгел!

Ә ашҡаҙаны...

К черту диета, чепуха ашҡаҙан! Тәүҙә кешене ауыҙынан сыҡҡансы,

ғарҡ кикергәнсе туйҙырырға кәрәк, шунан ғына... - Ҡулдарын болғай-

болғай, миңә “нотоҡ” уҡый башлаған вәкилем “политинформацияһын” шул

урында ҡырт туҡтатып, беҙгә өндәшмәй генә нимәлер эшләүсе ауырыуға

боролдо һәм...күҙҙәрен шар асып ҡатып ҡалды: “ялыусыбыҙ”, дауахананың

мул балаҡлы ыштанын тубығына ҡәҙәр һыпырып, беҙгә арты менән ҡарап

туңҡайғайны. Ир-аттың ниғмәттәре, ҡатын-ҡыҙҙыҡына ҡарағанда күпкә

тетрәндергес икән дә баһа!

Һеҙ...Һеҙ... Һеҙ нимә! Минән көлөргә булдығыҙмы?! - Вәкил

бурҙаттай ҡыҙарҙы.

Ништәп көләйем, ти. - Ауырыуҙың сыйылдаҡ тауышы ике бот араһынан

ишетелде. - Бына ҡарағыҙ әле, килешмәгән уколдарынан янбаштар

иләктәй теткеләнеп бөттөләр. Ялыуҙа был турала ла яҙылған...

Хәҙер үк кейенегеҙ!

Юҡ, һеҙ янбашымды тотоп ҡарағыҙ.

Юҡ! Тотмайым! - Теге “шифалы” ҡулын ҡалҡытты ла икеләнгәндәй тора

биргәс  кире төшөрҙө. - Кәрәкмәй ҙә! Мин - яуаплы хеҙмәткәр, зам, бик

беләһегеҙ килһә!

Ә-ә-ә, шулаймы? Һин ябай пролетарийҙың тәненә ҡағылырға

сирҡанаһыңмы?- Ул боролоп алып, тағы ла әсерәк һүҙҙәр яуҙыра

башлағанда, беҙ коридорҙа инек инде. Уның: “...мин һеҙгә күрһәтермен

әле! Юғарыға яҙасаҡмын!” - тигән һуңғы һүҙҙәре ҡабалан ябылған ишеккә

ҡыҫылып ҡалдылар.

 Урынбаҫар битлеге менән халатын миңә сисеп тотторҙо ла шунда

уҡ сығыу яғына ҡарай ынтылды. Артынан: “Тәрбиәүи эш насар

ҡуйылған...Еткерермен...” - тигән һүҙҙәрен генә ишетеп ҡалдым.

 ... Табип бүлмәһендә бөгөнгө “обходтан” һуң иҫемде йыя алмай

күпме ултырғанмындыр, билдәһеҙ, ҡайтанан телефон шылтыраны.

Ҡалтыранған ҡулым менән трубканы күтәрҙем:

Хәйерле көн!.. Юҡ, табип түгел, дәүләт практикаһы үткән студент ҡына,

табипҡа ҡабул итеүгә иртәгә, дүшәмбе көн иртәнсәк  килегеҙ...

Автор:
Читайте нас: