-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
29 Ноябрь , 20:00

ЯҘМЫШ ФАЛЫ — ЙӘШЛЕКТӘ Факил МЫРҘАҠАЕВ

Повесть 1 Теплицала эштәрен теүәлләгәс тә һүҙҙәре бөтмәне ҡыҙҙарҙың.— Дискотекаға барабыҙмы? — Нурзилә кеҫәһенән көҙгө сығарҙы ла иренен ҡыҙартырға кереште.Дилбәр яуап бирергә ашыҡманы, теплицаның ишеген бикләп, асҡысын кеҫәһенә һалғас ҡына:— Шунда йөрөүҙең бер ҡыҙығын тапмайым, — тине.

ЯҘМЫШ ФАЛЫ — ЙӘШЛЕКТӘ  Факил МЫРҘАҠАЕВ
ЯҘМЫШ ФАЛЫ — ЙӘШЛЕКТӘ Факил МЫРҘАҠАЕВ

— Ошоно бер ҡайҙа алып барырмын тимә, ҡырҡмаһа ҡырҡ сәбәп таба! — Нурзилә үҙенә көлөмһөрәп ҡараған әхирәтенә күҙ һирпеп алды. — Тыумаҫ борон ҡартайған!

Үпкәләмәне Дилбәр әхирәтенә. Уның үҙ һүҙен һүҙ итер өсөн ҡайһы берҙә уйламай һөйләп ташлай торған ғәҙәте бар. Ауыҙы ни һөйләгәнде ҡолағы ишетмәй. Һүҙҙе оҙайтмаҫ өсөн ҡырт киҫте:

— Бармайым!

Нурзилә уның һүҙен әллә ишетте, әллә юҡ, һаман үҙенекен тылҡыны:

— Барайыҡ инде, Дилбәркәйем, былай ҙа бер ҡайҙа йөрөгән юҡ. Өй ҙә мәктәп, мәктәп тә өй… Табандарыбыҙ ҡабарғансы бер бейеп ҡайтырбыҙ, исмаһам. Раяныңдан шоколад йә туңдырма алдырырбыҙ.

— Бик күргем килеп тормай әле. Мәктәптә йөҙәткәне лә еткән. Тәнәфес булдымы, килеп етә һала.

— Яратмайһыңмы ни?!.. — Нурзиләнең күҙҙәре түңәрәкләнде.

— Үҙен әҙәпһеҙ тота. Бер көн мәкәптән бергә ҡайтҡайныҡ, ҡапҡа төбөндә һөйләшеп торғанда иренемә үрелде.

— Үбештегеҙме?

— Юҡ. — Дилбәр башын сайҡаны.

— Һинең урында мин булһаммы!.. Мин булһаммы!.. — Нурзилә урынында орсоҡтай әйләнде. — Ирендәрем ауыртҡансы үбешер инем. Вәт!

— Үбеш һуң, кем тыя.

Әле генә теле телгә йоҡмай тәтелдәгән Нурзилә ҡапыл күңелһеҙләнде.

— Кем менән? Береһе лә ҡарамай бит…

Нисек йыуатырға ла белмәне әхирәтен Дилбәр. Күңеленә оҡшамаған бер һүҙ әйт, хәҙер күҙ йәштәренә ирек бирәсәк. Былай ҙа ирендәре, ана илайым, бына илайым тип, дер-дер килә.

— Кит, һантый, тапҡанһың ҡайғырыр нәмә! Әллә кемдәр менән дуҫлашырһың әле.

Дилбәр Нурзиләне күкрәгенә ҡыҫып, арҡаһынан һөйҙө. Тегеһе мыш-мыш танауын тартып бер килке торҙо-торҙо ла, башын юғары сөйөп, ни аралалыр сәстәрен таратып арҡаһына һалды.

— Егеттәр ниңә миңә ҡарамай икән? — Нурзилә, артҡа сигенеп, турайып баҫты. — Буй тиһәң, буйым бар! Аяҡтарым да кәкре түгел…

— Ирендәрең тулышып бешкән сәйәме ни, ҡып-ҡыҙыл… Ҡаштарың ҡарлуғас ҡанаттарылай ҡыйылып төшкән… Күҙҙәрең диңгеҙ һымаҡ зәп-зәңгәр, батып үлерлек… — тип дауам итте Дилбәр. — Ҡыҫҡаһы, ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡһоң.

— Ысынлапмы? — Йөҙө айҙай балҡыған Нурзилә көлөп ебәреүҙән үҙен саҡ тыйып тотҡан Дилбәрҙе ҡосаҡлап алды.

— Ысын инде, ысын! Минең ҡасан бушты һөйләгәнем бар. — Дилбәр мут йылмайҙы. — Теләһәң, үҙеңде бер егет менән таныштырам.

— Кем ул? — Нурзилә әхирәтенә текәлде.

— Әсәйемдең апаһының улы. Себерҙә йәшәйҙәр.

— Ҡасан ҡайталар? Нисәнсе класта уҡый? Исеме? — Нурзилә бер тынала һорауҙарын теҙеп сыҡты.

— Йәйгә ҡайтырға тейештәр. Исеме — Динис. Беҙҙең һымаҡ, быйыл унынсыны бөтә.

— Сибәрме?

— Уныһын, осрашҡас, үҙең ҡарарһың.

— Фотоһы бармы?

— Бар. Ата-әсәһе менән төшкән. Былтыр ебәргәйнеләр.

— Бер йыл эсендә әллә ни үҙгәрмәгәндер әле. Дискотекаға барғанда үҙең менән ал фотоны, шунда күрһәтерһең.

— Үпкәләмә, Нурзилә, мин бармайым. Күңел асаһы урынға,  мин унан арып-талып ҡайтам. Ҡолаҡ тондорғос музыка… Һәр береһенең ҡулында — һыра шешәһе… Ҡыҙҙары ла, егеттәре лә туҡтауһыҙ тәмәке көйрәтә… Ҡыланыштары һуң! Ситлектән ҡотолған януарҙармы ни, үрле-ҡырлы һикерәләр… Үҙебеҙҙең мәктәптәге дискотекаларға етмәй.

— Шуларҙың онотҡанда бер ойошторған дискотекаларын һөйләмә әле, асыуҙы килтереп. Уҡытыусыларҙың күҙәтеүе аҫтында иркенләп күңел асып буламы?

— Кис инша яҙырмын тигәйнем. Тапшырыр көн етеп килә, һаман тотонмағанмын. Ҡыяр менән йәшел һуған да йыяһым бар, иртәгә алып китергә тейештәр. Улай дәртең бик ташһа, үҙең генә бар дискотекаға.

— Яңғыҙым йөрөмәйәсәкмен, барһаҡ — бергә!

Күпме өгөтләп тә, әхирәтен тыңлата алмаған Нурзилә турһайып ҡайтып китте.

Ҡасабала көн күреүсе бик күптәр кеүек, Дилбәрҙәр ҙә теплица тота. Тотмаҫтар ине, башҡа аҡса килер урын юҡ. Завод бөлгөнлөккә төшкәс, ата-әсәһе эшһеҙ ҡалды. Мөбәрәк ағай менән Вәсилә апай башта баҙарҙа кейем-һалым менән һатыу итте. Көн оҙон баҙарҙан сыҡмаһалар ҙа, нишләптер эштәре ыраманы, ыҙаланып тапҡан аҡсалары тамаҡтан артманы. Аграр университетта агрономлыҡҡа уҡыған улдары Әкрәм теплица төҙөргә ҡотортто. Мөбәрәк ағай икеләнде:

— Ярай, ҡыяр-помидорын, һуғанын үҫтерҙек тә, ти. Һатып бөтә алмаһаҡ, серетеп түгербеҙме?

Әкрәм бөтәһен дә алдан уйлаған икән.

— Ашхана-кафелар кем менән уртаҡ! Уларға йәшелсә кәрәкме? Кәрәк. Алдан уҡ килешеү төҙөп ҡуясаҡбыҙ. Балалар баҡсалары, дауаханалар ҙа яңы йәшелсәнән баш тартмаҫ.

Тәүге йылда уҡ арыу ғына табыш алдылар. Теплицаны ҙурайттылар, ата-әсәләре вафат булғандан бирле баҡсалары буш ята ине, шунда кишер, сөгөлдөр сәстеләр, кәбеҫтә ултырттылар. Йәшелсә үҫтереү — үтә мәшәҡәтле эш, ваҡытында утамаһаң, хәҙер ҡый үләне баҫып китә. Үҙҙәре өлгөрә алмағанда, кеше яллайҙар. Бушҡа түгел, әлбиттә, ваҡытында иҫәпләшкәс, аҡса эшләргә теләүселәр күп.

Йәшелсә өлгөрә башлаһа, Вәсилә апай менән Мөбәрәк ағай юлдан ҡайтып инмәй, ҡасабала һәм Өфөлә асҡан киоскыларына продукция ташыйҙар. Әкрәм менән Дилбәргә лә эш күп төшә, көн оҙонона теплицанан сыҡмайҙар. Ата-әсәләренең күңеле тыныс: балаларының бер маҡсатһыҙ урам тапарға ваҡыты ҡалмай.

Бөгөн Дилбәр үрсетмәләргә һыу һибешергә әхирәте Нурзиләне лә саҡырғайны. Эш бөткәс, юҡтан ғына үпкәләштеләр ҙә ҡуйҙылар. Әхирәтенең холҡон белгәнгә күрә, Дилбәр уға асыу һаҡламай. Ҡайтымһаҡ, иртәгәһенә үк йүгереп килеп етә.

Дилбәр өйҙәренә ашыҡты. Атаһы менән әсәһе Өфөгә киткәйне. Ҡайтыуҙарына аш һалып торорға кәрәк.

2

— Ҡасан ҡайталар? Хәбәрҙәре бармы?

Нурзилә өҙмәне лә ҡуйманы, иҫенә төшкән һайын  Динисте таптырҙы. Мәктәптән ебәрмәйҙәр тиер инең, уҡыу йылы тамамланыуға ла ике аҙна булып китте. Үҙҙәре ҡайтып төшкәс кенә ниңә тотҡарланғандарын белделәр.

Файыҡ ағай менән Рәсилә апайҙың институтта уҡыусы ҡыҙы Юлиә Америкаға сығып киткәйне. Йәйге каникулда үҙенә тотонорлоҡ аҡса эшләп ҡайта, йәнәһе. Ата-әсәһе үҙҙәренсә ҡаршы төшөп тә ҡарағайны, алдына сығырһың сыҡмай ни хәҙерге йәштәрҙең! Юлиә, үҙ фекерен яҡлап, әллә күпме дәлил килтерҙе.

— Юл сығымдары өсөн биргән аҡсағыҙҙы икеләтә-өсләтә ҡайтарам, — тине. — Ғүмер буйы һеҙҙең елкәлә йәшәмәм бит инде, үҙемә лә аҡса эшләй башларға ваҡыт.

Юлиәнең дәлилдәре кире ҡаҡҡыһыҙ ине, өс-дүрт ай эсендә сит илдән байып ҡайтҡан таныш-тоноштарының исемен атаны. Имеш, фәләндәр ҡыҙҙары тапҡан аҡсаға фатирҙарына евроремонт яһатҡан, ғүмер буйы еңел машина алырға теләгән төгәндәрҙең хыялы ҡыҙҙары Америкаға барып ҡайтҡас ҡына бойомға ашҡан.

Ата менән әсә лә тиҙ генә бирешергә теләмәне.

— Улай бик эшләгең килгәс, эште ни… үҙебеҙҙә лә табырға була. Студенттарҙың төҙөлөш отрядына яҙыл. Эшләрһең дә, бер юлы ял да итеп ҡайтырһың. Институтҡа ингәндән бирле бер ҡайҙа йөрөгәнең юҡ.

— Мин дә шулай тим шул. — Юлиә ата-әсәһенең һүҙен эләктереп ала һалды. — Тик үҙебеҙҙә түгел, фәҡәт Америкала! Инглиз телен ныҡлап өйрәнгем килә. Репетиторҙарға түләгән аҡсаның хаҡын сығарырға кәрәк тә баһа?!

Китте лә батты Юлиә: ҡайтыр ваҡыты еткәс кенә хаты килде. Көтмәгеҙ, кейәүгә сығам, тип яҙған. Ана шуға асыуы килде ата-әсәнең. Яҙмышын кем менән бәйләгәндер, был хаҡта хатта ләм-мим һүҙ юҡ. Башында саҡ ҡына аҡылы булған кеше тәүҙә ҡулына диплом алыр ине, ә ул үҙһүҙләнеп сығып китте лә ата-әсәһен хәсрәткә һалды. Кейәү үҙебеҙҙә лә бөтмәҫ ине әле. Нисәмә йылдар дуҫлашҡан егете бигерәк йәл, ут йотоп йөрөй.

Ҡыҙыбыҙҙы Америкаға кейәүгә бирербеҙ, тигән уй Файыҡ ағай менән Рәсилә апайҙың башына ғүмергә килгәне юҡ ине. Ни хәл итәһең, тәҡдирҙәре шулдыр инде. Күрәһен күрмәй, кеше гүргә инмәй, тиҙәр бит. Ҡыҙы менән кейәүенән саҡырыу килгәс тә юл хәстәрен күрә башланылар. Америкаға инергә рөхсәт алғансы күҙҙәре тондо. Рәсилә апай әйтмәксе, ярты ҡартайҙылар. Рөхсәт итмәй ҙә ҡуялар. Йәнәһе, тороп ҡалалар. Бик кәрәктәре бар ине, үҙҙәре генә йәшәй күрһендәр. Бер нимә булһа, мәрхүм әсәләре, елкә соҡорон күрмәнем, күрмәһәм дә үлмәнем, тип әйтергә ярата ине. Шуның һымаҡ, быға ҡәҙәр Америкаға йөрөмәһәләр ҙә, бына тигән итеп йәшәнеләр, артабан да йәшәрҙәр, Алла бойорһа. Ныҡыша торғас, тейешле документтарҙы ҡулға төшөрҙөләр, тик улдары Динискә генә рөхсәт — виза бирмәнеләр. Апаһы менән еҙнәһен күреүҙән бигерәк, Вашингтон һәм Нью-Йорк урамдарында йөрөргә хыялланған үҫмерҙең танауы төштө.

— Һеҙҙән ҡалмайым! — Динис туҡтауһыҙ мыжыны.

— Виза һыҙ самолетҡа кем ултыртһын һине? — Рәсилә апай улына шелтәле ҡараш ташланы.

— Америкаға осоусы самолетты ҡалала шалтыр-шолтор килеп йөрөүсе трамвай тип беләһеңме әллә? — Файыҡ ағай ҙа ҡоро ҡалманы.

— Мине эйәртмәҫ өсөн юрамал — виза юлламағанһығыҙҙыр әле… — Иларға етешкән Динистең тауышы ҡалтыранды.

— Теңкәгә тейеүҙән туҡтайһыңмы, юҡмы? — тип екерҙе тамаҡ төбө менән түҙемлеге бөткән атаһы.

— Апайың Америкала төпләнеп ҡалһа, йыл да йөрөрбөҙ, — тип йыуатты әсәһе.

Динистең яңғыҙын ғына ҡалала ҡалдырырға шикләнделәр. Кем күҙ-ҡолаҡ булыр? Тамағына кем хәстәрләр? Өҫ-башын кем йыуыр? Характеры йомшаҡ, бер ҡатлы, артыҡ тиҙ ышаныусан, әллә ниндәй шикле бәндәләргә эйәрмәҫ тимә. Һуңғы арала тәмәке менән дә шаярғылай, шикелле, ҡайһы берҙә янына яҡын барырлыҡ түгел, ауыҙынын һаҫыҡ еҫ борҡой. Әйтһәң, тана. Һыра менән мауығыуы һиҙелмәй һиҙелеүен. Уның йәшендәге бала-саға әллә ҡасан урамда шешәнән һыра һемереп йөрөй. Динис үҙе лә ҡалала ҡалырға теләмәне, Башҡортостанға ҡайтырға ризалашты. Ата-әсәһе еңел һуланы, тыныс күңел менән йөрөрҙәр, исмаһам.

Файыҡ ағай менән Рәсилә апай ҡасабалағы туғандарында оҙаҡ тотҡарланманы, документтарын, аҡсаларын, әйберҙәрен тағы бер тапҡыр барланылар ҙа оҙайлы сәфәргә юлландылар.

Юлға сығыр алдынан Рәсилә апай Башҡортостанға ҡайтҡас уйсанланып киткән улына өгөт-нәсихәт уҡыны.

— Үҙеңде тәртипле тот. Ағайыңдарға ярҙамлаш. Әҙерәк ҡыбырлаһаң, ит ҡуныр үҙеңә. Семтеп алырлыҡ та ит юҡ бит тәнеңдә, юғиһә.

— Әйттең бит инде, әсәй, — тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе Динис.

— Бүлдермәй генә тыңла. — Рәсилә апай башлаған һүҙен дауам итте. — Беләм мин һине, төнө буйы урамда һәләңләп йөрөйһөң дә төшкә саҡлы йоҡо һимертәһең. Өҫ-башыңды үҙең йыуып кей, унан ғына ҡулың ҡалмаҫ. Табындан торғас, рәхмәт әйт, сынаяғыңды сайҡап ҡуйырға онотма. Артыңдан йыйыштырып йөрөргә әсәң юҡ бында. Тағы ни әйтермен тигәйнем әле…

Рәсилә апай тынып ҡалды. Ул арала Динис телгә килде:

— Һыра эсмә… Тәмәке тартма… Йүнһеҙ малайҙар менән йөрөмә…

— Ни әйтеремде белеп тораһың тағы. — Үҙе булып һөйләнгән улына Рәсилә апай бармаҡ янаны. — Ишетеп ҡалһам, йәнеңде алырмын.

— Алырһың, әсәй, алырһың… Аҡса ҡалдырырға онотма.

Әсәһе биргән аҡсаны әҙһенде Динис. Йәнә йөҙ һум өҫтәгәс кенә ҡәнәғәт йылмайҙы.

— Рәхмәт, әсәй!

— Кәрәккә генә тотон, теләһә нәмә алма.

Әсәһенең әйткәндәрен Динистең ҡолағы ишетһә лә, күңеленә барып етмәне, сөнки уның башында бөтөнләй бүтән уй ине.

3

Ҡасабала ҡалырға ризалашҡаны өсөн ныҡ үкенде Динис. Ҡалала үҙ иркендә йөрөп өйрәнгән үҫмер ауыл тормошона күнегә алмай йөҙәне. Ошоға ҡәҙәр йәйге каникулдарҙа үҙенә-үҙе хужа булды: ҡайҙа теләй — шунда сығып китте, күңеле ҡайҙа тарта — шунда йөрөнө, кем оҡшай — шуның менән аралашты, йәне ни көҫәй — шуны эшләне. Ә бында һәр аҙымы күҙәтеү аҫтында. Бар белгәндәре — эш тә эш, эш тә эш… Тиреҫлектә тибенгән тауыҡтар һымаҡ, көн оҙон баҡсала соҡоналар. Үҙҙәре генә этләнеүе етмәгән, ризамы, түгелме, һорап та тормай, уны ла ҡушалар. Башҡалар эшләгәндә өйҙә ятыуҙың килешмәгәнлеген дә аңлай, әр ишетмәҫ өсөн үҙен көсләп баҡсаға сығырға мәжбүр итә.

Бер тамаҡ өсөн күпме яфа! Дөрөҫ, аҙыҡ-түлекте, йәшелсә-емеште ҡалалағы шикелле баҙарҙан ташымайҙар, барыһы ла ҡул аҫтында: ҡыяр-помидорын, йәшел тәмләткестәрҙе түтәлдән өҙөп кенә алаһы. Һөт-ҡаймағы ла үҙҙәренеке. Вәсилә апай көн дә кис буралай һыйырҙы иркәләй-маҡтай һауа. Уны көтөүгә ҡыуыр алдынан иртән дә һауалар икән, быныһын Динистең күргәне юҡ, йоҡлап ҡала. Йоҡоһонан тороуына, яңы һөт тип, көсләп-көсләп эсерәләр. Был яғы һәйбәт, тик бына эшләтеүҙәре генә…

Кисәнән бирле картуф утайҙар. Ярҙамға Нурзиләне лә саҡырҙы-лар. Тегеһе, шуны ғына көткәндәй, йүгереп килеп етә һалды.

Көн томра. Бер болот әҫәре күренмәй. «Ямғыр яуып китһә, өйҙә ятыр инек», — тип уйланы ер эше елкәһенә тиҙ тейгән Динис. Ул картуф күмгән ҡыҙҙар яғына күҙ һалды.

— Көләмәс һөйләйемме? Өр-яңы, кисә егеттәрҙән ишеттем. — Кәтмәненә таянды. — Урамда йәш ир янына бер матур ғына ханым килә лә: «Ғәфү итегеҙ, һеҙ минең бер баламдың атаһына оҡшағанһығыҙ», ти. Аптырашта ҡалған ир: «Минме?» — тип һорай. — Динис тауышын әкренәйтә төштө. — Ханым ни тип яуап биргәнен беләһегеҙме?.. «Тынысланығыҙ, мин һеҙҙең улығыҙҙың уҡытыусыһы булам».

Һөйләп бөтөр-бөтмәҫтән, ул, башын артҡа ташлап, шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Уға Нурзилә ҡушылды. Дилбәр иһә ирен сите менән генә йылмайып ҡуйҙы. Теге икәүҙең һаман да шарҡылдығы сыҡты. Әхирәте ҡаш аҫтынан һөҙөп ҡарап алғас ҡына тыйылды Нурзилә.

— Ҡыҙыҡ таһа, — тип аҡланды ул.

— Тоҙһоҙ көләмәс. — Дилбәрҙең тауышы ҡырыҫ ине.

— Тоҙлоһон үҙең һөйлә.

— Көләмәстәр бер ҡолағымдан инә, икенсеһенән сығып китә. Хәтеремдә ҡалмай.

— Беҙҙең Дилбәр уңған шул ул, көләмәс тыңларға ла ваҡыт тапмай, — тип элеп алды Динис. Үҙе, ҡыҙҙарға һиҙҙермәҫкә тырышып, ситкә ҡарап пырхылданы. — Эшһеҙ торһа, эсе боша башлай.

— Ауыҙыңды самалап ас!

Ҡаршыһына ҡашын йәмрәйтеп Дилбәр килеп баҫҡас, Динис ҡаушаны, ситкәрәк тайшанды: «Һырт буйына кәтмән менән ҡундыра күрмәһен!»

— Бирермен мин һиңә уңғанды…

— Уңған булғас, уңған инде. — Динис телләшеүен белде. — Һиңә өйләнгән кеше бал да майҙа йөҙәсәк.

— Ауыҙыңды ябаһыңмы, юҡмы?! Туған тип ҡарап тормам.

Дилбәр кәтмәне менән һелтәнде. Уның күҙҙәре уҫал ялтырай ине. Шөр ебәргән Динис ситкәрәк китеп баҫты, күҙҙәрен ҡыҙҙан алманы. Ул-был була ҡалһа, ҡасырға әҙер торҙо.

— Әллә ысынлап тотондолар инде… — Нурзилә, йөҙөнә ризаһыҙлыҡ билдәһе сығарып, алмаш-тилмәш Динис менән Дилбәргә күҙ ташланы. Тегеләр бер-береһенә тишерҙәй итеп ҡарап тора ине. — Туҡтағыҙ, әҙәм көлдөрмәгеҙ! Берәйһе күреп ҡалһа, әллә нимә уйлар. — Ул, ниҙер иҫенә төшөрөп, парник яғына тороп сапты. Урап килгәндә ҡулында пакет ине. — Әйҙәгеҙ, һыуһынды ҡандырайыҡ, юҡһа, тамаҡ кипте.

Минераль һыу менән тамаҡтарын ебеткәс, өсөһө лә тынысланғандай булды. Бер килке өнһөҙ-тынһыҙ ғына эшләгәс, Нурзиләнең теле сиселде.

— Динис, ауыл оҡшаймы һиңә? — тип һораны теләр-теләмәҫ кенә картуф күмеүсе егеттән. Дилбәр менән һүҙләшкәндән һуң кәйефе юҡ ине Динистең, ҡырлы-мырлы һөйләште, һорауға һорау менән яуап бирҙе:

— Һинең үҙеңә оҡшаймы һуң?

— Нисек тип әйтергә?.. — Ауыҙға һыу уртлап йөрөүҙе йәне һөймәгән Нурзилә йәнләнеп китте, эшен онотоп, тәмләп һөйләргә кереште. — Үҙең тыуып үҫкән ауыл оҡшамай тиме ни?! Оҡшай, әлбиттә! Анау торған Өфөгә, — ул башын тимер юл вокзалы ғына борҙо, — ярты көнгә генә барһам да, биҙеп ҡайтам. Урамдағы халыҡтың күплеге! Ә һүҙ ҡушырға кеше юҡ, береһе-бер таныш түгел. Етмәһә, үҙҙәре әллә ҡайҙа ашыға. Ауылға етә буламы һуң! Һауаһы һулап туйғыһыҙ. Шул ҡаланың ни йәмен табаларҙыр?!

— Миңә ҡала нығыраҡ оҡшай, — тине Динис. — Цивилизация! Супермаркеттар… Кинотеатрҙар… Парктар… Ресторандар… Төнгө барҙар… Дискотека…

— Ҡалала тыуып үҫкәнгә генә шулай ул. — Нурзилә үҙ һүҙен бирмәне. — Бейейем тиһәң, дискотека беҙҙә лә булып тора. Һин ауыҙ һыуыңды ҡоротоп маҡтаған ҡалалағынан һис тә кәм үтмәйҙер әле, моғайын.

— Ҡаланы маҡта ла ауылда тор, — тип күтәреп алды уны Дилбәр. — Бөтөн аламалыҡ шунда.

— Ҡайҙан беләһең? Әллә ҡалала йәшәп ҡараныңмы?

— Уны белер өсөн мотлаҡ ҡалала йәшәргә тимәгән. Телевизорҙан күрһәтелгән сериалдарҙың барыһында ла тиерлек юл баҫалар, кеше үлтерәләр. Бандиттар, наркомандар ояһы ул ҡала.

«Туҡта! Наркомандар тиме?!..» Динистең ҡолаҡтары ҡарпайҙы.

— Наркомандар һеҙҙә лә бармы ни? — тип һораны илтифатһыҙ ғына, ҡыҙыҡһыныуын һиҙҙермәҫкә тырышып.

— Ишетелгәне юҡ, булһа, һөйләрҙәр ине, — тип яуапланы бер төптән ҡыҙҙар.

— Барҙыр, һеҙ генә белмәйһегеҙҙер.

— Ниңә улар менән ҡыҙыҡһынаһың әле? Әллә үҙең дә… — Дилбәр «наркоманмы…»  һүҙен әйтеп бөтөрмәне. — Булыр ул һинән, — тип шик белдерҙе.

—Былай ғына.

Йөҙөнә бәреп әйтелгән һүҙҙән ҡаушап ҡалды Динис. «Вәт иҫәр! Нимәгә ҡуйыртырға ине инде? — тип уйланы, бил яҙмай картуф күмеүсе ҡыҙҙарға ҡарап. — Ишет тә күңелеңә һал да ҡуй. Ә ул төпсөнөпмө-төпсөндө. Күңелдәрендә шик яралды бит инде быларҙың…»

Ҡыҙҙар башҡаса был хаҡта һүҙ ҡуҙғатманы. Тегеһен-быныһын һөйләшә торғас, әңгәмә йәнә ауыл менән ҡалаға барып терәлде.

— Ауыл ерендә барыбер тынысыраҡ. Ә һин оҡшамай тигән була-һың, — тип фекерен дауам итте Дилбәр. — Атайың менән әсәйең ҡасабаға ҡайтырға йыйына түгелме?

— Ҡайтмаясаҡтар! Һөйләнәләр генә… Инде нисәмә йыл, — тип ҡаршы төштө Динис. Әйтерһең, уларҙы бөгөндән ҡайтырға мәжбүр итәләр. — Бында ни эшләһен улар?.. Ерҙә соҡонһондармы? — Ул тиреҫлектә тибенеүсе тауыҡтарға ымланы.

«Хәсрәт тоҡсайы! Ҡара һин уны, үҙен әллә кемгә ҡуя. Уныңса, ҡаланыҡылар — аҡһөйәк тә, беҙ, ауылдыҡылар — ҡара халыҡ. Бик аҙынһа, тәүбәһен әйттерермен әле». Һарыуы ныҡ ҡайнаһа ла, Дилбәр был юлы асыуын тышҡа сығарманы, һин дә мин һөйләште.

— Ҡалала ҡалып ни эшләмәксе булаһың?

— Америкаға китәм. Юлиә апайым янына.

— Унда бит тел белергә кәрәк. Инглизсә беләһеңме һуң?

— I love you.1

— Улай ғына беҙ ҙә беләбеҙ. Silly ass!2

Был һүҙҙең тәржемәһен белмәгәнлектән, Динис Дилбәрҙең ни әйткәнен төшөнмәне. Шулай ҙа яуапһыҙ ҡалманы:

— Thank you!3

Ана шулай әле шаяра-көлә, әле әрепләшеп эшләй торғас, төш етте. Эштәрен бөгөн ослай алырҙармы-юҡмы, картуф баҡсаһының яртыһы күмелмәгәйне әле.

Тамағын туйҙырғас та өйҙән сығып киткән Динисте ҡыҙҙар төштән һуң таба алманы.

— Ҡаланыҡылар ялҡау була, тиҙәр ине, дөрөҫ икән. Ярты көнгә лә түҙмәне, — тине Дилбәр.

— Арыуы еткәндер, беҙҙең һымаҡ эш күреп үҫкән тиһеңме ни уны? Тора-бара өйрәнер әле. — Нурзиләнең Динискә һүҙ тейҙергеһе килмәне.

Оҙон буйлы, ҡара сәсен ҡыҫҡа ғына итеп киҫтерткән егетте тәүге күреүҙән үк оҡшатты Нурзилә. Һүҙгә кеҫәгә инә торғандарҙан түгел, көләмәс-маҙар һөйләргә тотонһа, теле-телгә йоҡмай, барыһын да ауыҙына ҡарата, көлә-көлә эсең ҡатып бөтә. Берәй ҡыҙ эләктереп ала

-------------

1Мин һине яратам.

2Аңғыра ишәк!

3Рәхмәт!

һалғансы тип, гел янында уралды. Тик Динис, әллә ҡыҙҙың ниәтен аңламаны, әллә аңлап та иғтибар итергә теләмәне, битараф ҡалды. Егеттең иғтибар итмәүе ҡыҙҙың сәменә тейҙе. Ҡыҙыҡ ҡоролған донъя: һиңә оҡшамағандар артыңдан ҡалмай, ҡайҙа барһаң да күләгә кеүек эйәреп йөрөй, ҡыуып та ебәрермен тимә, оҡшамағандары һанға һуҡмай маташа. Нисек тә һындырырға кәрәк, алдыңа килеп теҙләнмәгән хәлдә лә күҙеңә мөлдөрәп ҡарап торорлоҡ булһын. Үҙ ҡурайыңа бейетеү — егеттәр менән йөрөүҙең бөтә ҡыҙығы шунда, тип уй йөрөттө Нурзилә.

4

— Рәхмәт, ҡыҙҙар, бик тәмле булды!

Динис устары менән битен һыпырҙы, йәнәһе, аллаһы әкбәр итә.

— Ҙур үҫ, матур кәләш ал! — тип көлөштө тегеләр.

— Һеҙҙең кеүек сибәрҙәре, уңғандары тура килһә, ниңә алмаҫҡа ти, алам, туйымдың түрендә ултырырһығыҙ.

— Әйткән һүҙең Алланың «амин» тигән сағына тура килһен!

Һүҙ оҙайтып торманы Динис, өйҙән сыҡты. Тамағын туйҙырғас, уның телевизор ҡарарға йә компьютерҙа уйнарға теләге ҙур ине, кире уйланы, ҡыҙҙар менән асыуланышҡыһы килмәне. Дилбәрҙең ни әйтерен дә белеп тора хатта: «Һин өйҙә бот күтәреп ят, беҙ баҡсала бөксәнләйекме? Улай булмай ул, туғанҡайым, баҡсаға рәхим ит, унда кәтмәнең көтә».

Динистең яңынан ҡулына кәтмән тотҡоһо килмәне, картуфты үҙҙәре күмеп бөтөр әле. Ул йөрөп әйләнергә булды. Юғиһә, һаман ҡасаба менән йүнләп таныша алмай, эштән бушатмайҙар. Бәлки, эҙләгән нәмәһен таба алыр, тапмаһа — һорашыр.

Дилбәрҙәрҙең өйө ҡасабаның бер ситендә. Үҙәккә тиклем хәтһеҙ атларға кәрәк. «Ниңә автобус ебәрмәйҙәр икән? — тип уйланды үҙенсә Динис. — Халыҡ йәйәү йөрөүҙән ҡотолор, кемдер аҡса һуғыр ине. Баштары эшләмәй быларҙың. Дилбәрҙең атаһы Мөбәрәк ағайға әйтергә кәрәк, автобуслыҡ ҡына рәттәре барҙыр әле, аҡсаны көрәп алалар».

Ҙурлап район үҙәге тип йөрөтһәләр ҙә, ҡасабала бер ҡатлы ағас йорттар күберәк. Һәр береһенең ихатаһында — баҡса, гараж, аҙбар, мунса, ишек алдында ҡош-ҡорт сырҡылдаша. Ҡайһы бер өйҙәрҙең ҡапҡаһынан лаңҡылдап эттәр өрөп сыҡты. Үҙәккә етәрәк күп ҡатлы йорттар ҙа күренде. Ҡалалағы һымаҡ, аҙым һайын киоскылар, ларектар осраны. Бында ла шул уҡ тауар: һәр төрлө һуттар, быяла һәм ҡалай һауыттарға тултырылған һыраларҙың ниндәйе генә юҡ! Сигареттарҙың да төрлөһө бар, теләгәнеңде алып тарт.

Динис бер ҡайҙа ла туҡталманы, тура вокзалға атланы. Перрон буш ине, бина алдында ике ҡарсыҡ ҡына ултыра. Ҡыҙҙырылған арахис, көнбағыш һаталар. Сигареттары ла бар, ҡаптарын асып, берәмләп һатырға әҙерләп ҡуйғандар. Ҡабы менән алырға аҡсаң етмәһә, рәхим ит. Эргәләренән үткәндә ҡарсыҡтар Динискә ҡарап-ҡарап алды. «Буш үтмә, көнбағыш кәрәкмәһә, бер бөртөк сигарет булһа ла ал», — тип әйтеп тора ине уларҙың ҡарашы.

Стенаға эленгән расписаниеға ышанһаң, оҙаҡламай станциянан пассажирҙар поезы үтергә тейеш. Көтөргә кәрәк. Проводниктарҙа барҙыр, бәлки. Таба алһа, ниһәйәт, ләззәт диңгеҙендә йөҙәсәк! Ҡолас ташлап! Рәхәтлек тойғоһон нисегерәк кисерәсәген күҙ алдына килтереүҙән генә лә уның күңеле елкенде, йөрәге леп-леп типте. Тел менән әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ләззәтте Динис бер генә мәртәбә кисергәйне, уның бындай рәхәтлек тойғоһон тағы-тағы татығыһы килде.

Татлы хыялдарға сумған егет, репродуктор тауышына һиҫкәнеп, башын күтәрҙе. Бәй-бәй, дүрт күҙ менән көткән поезы яҡынлашып килә түгелме?

Рельстар аша һикерә-атлай өсөнсө юлға туҡтаған составҡа ташланды. Поездан төшөүселәр, поезға ултырыусылар күп түгел ине, шуғалырмы ике вагондың ғына ишеге асылды.

— Абдрахман1 һатығыҙ әле!

Еҙ төймәле китель кейгән, береттарын баштарына ҡырын һалған проводник ҡыҙҙар Динистең ни һорағанын аңламаны.

— Нимә, нимә? — тип төпсөндөләр икеһе бер юлы.

Ни таптырғанын төшөнгәс, бер-береһенә ҡарашып алдылар ҙа ишекте яба һалдылар. Динис өмөтөн өҙмәне: «Бәлки, теге вагонда булыр?» Бында ла юлы уңманы. Урта йәштәрҙәге ир-ат проводник тыңлап бөтөр-бөтмәҫтән ажғырҙы:

— Бирермен мин һиңә абдрахманды! Эҙең булмаһын! — Проводник ҡулындағы кескәй таяғы менән һелтәнде. — Хәҙер милиция саҡыртам. Ауыҙынан әсә һөтө китмәгән, энәгә ултырырға ла өлгөргән. Маңҡа!

Кәйефе тамам ҡырылды. Алыҫлашҡандан-алыҫлашҡан поезға аңшайып ҡарап торҙо-торҙо ла кире боролдо. Ҡарсыҡтар янынан үткәндә, туҡтап, ике бөртөк сигарет һатып алды. Ҡабы менән алғанда ла эсте тишмәҫ ине, үҙен тыйҙы, аҡсаһы былай ҙа әҙ, юҡ-барға тотонорға ярамай.

Өйгә ҡайтҡыһы килмәне, һалҡы ғына баҫып урам буйлап атланы. Дилбәр менән әрепләшергә өлгөрөр әле. Бөтмәҫ уларҙың эше, үҙҙәре эшләһендәр! Уның хәленә береһенең дә ингеһе килмәй, бар белгәндәре — эш талап итеү. Таптылар батракты! Динис ҡомһоҙланып төтөн һурҙы. Аллы-артлы ике сигарет тартһа ла, асыуы баҫылманы. «Эҙләгәнен барыбер табасаҡ. Бөгөн булмаһа, иртәгә. Ҡасабала таба алмаһа, башҡа ерҙән эҙләр. Эҙләгәне магазин витриналарына теҙеп ҡуйылған араҡы, һыра, сигарет ише генә түгел, «нар-ко-тик» тип атала, уны теләһә кемгә бирмәйҙәр, йәшереп кенә

---------

1Наркомандар телендә «героин» тигәнде аңлата.

һаталар. Нисек ҡулға төшөрөргә?! Нисек?..»

Ҡайҙа барып бәрелергә белмәй яфаланған Динис, баҙарға еткәс, шунда инәһе итте. Ҡайҙа йөрөһә лә, уға барыбер, тик ваҡыт үтһен. Баҙарҙа тауар алыусыларға ҡарағанда һатыусылар күберәк ине. Улар бер генә кешене лә күҙ уңынан ысҡындырмай, көсләп-көсләп тауарын тәҡдим итә. Динискә лә өндәштеләр.

— Йөҙөм алып ебәр! Телеңде йоторлоҡ, ауыҙҙа үҙенән-үҙе ирей! Арзанға ғына бирәм, — тип бәйләнде бер тажик.

— Наркотик табып бирһәң, алам. — Динис уның ҡолағына шыбырланы.

— Ундай әйбер менән һатыу итмәйбеҙ. Кит, кит бынан, яҡын йөрөмә! — тип ҡыуып ебәрҙе теге, ҡото алынып. — Өҫтөңә гонаһ алма, Алланан ҡурҡ, тамуҡта янырһың.

Ике-өс йөҙөм алып ҡапты ла ары атланы. Уйын автоматтары янында туҡтарға уйында ла юҡ ине, аяҡтарын тыңлата алманы. Күп тапҡырҙар һынағаны бар, бер барып тотондомо, үҙен тыя алмай. Ана отам, бына отам тип, сәмләнеп уйнай торғас, ҡомһоҙ автомат әсәһенән ялынып-ялбарып алған аҡсаһын йота ла бөтә. Исем өсөн аҙ-маҙ аҡса отһа ла күңеле булыр ине, юҡ бит, бәхет тигәнең уны гел ситләтеп үтә. Хәйер, Динистең ошоға ҡәҙәр автоматта уйнап байыған кешене ишеткәне лә, күргәне лә юҡ. Нисек отаһың, ысын булһа, автоматтарҙы шундай итеп көйләп ҡуялар ти, уйнаусыларҙың 500 — 600-ҙән береһе генә ота икән. Шуны кешеләр, әллә аңламай, әллә аңлап та һаман «һыңар ҡуллы бандит»ҡа1 аҡса һоғондоралар.

Динис бағана автоматҡа бишәр һумлыҡ тимер аҡса тултырыусы ике ҡатынды күҙәтте. Үҙҙәре зарланыша.

— Үлтерәһеңме ни, үҙемде тыя алмайым. Ҡулыма саҡ ҡына аҡса эләктеме, ошонда йүгерәм дә киләм. Балаларҙан оят, минәкүрмәксе, улар ҙа уйнай. Бер көн улымды аҙыҡ-түлек алырға ебәргәйнем, өйгә

---------

1Уйын автоматтарын икенсе төрлө шулай тип атайҙар.

өйгә буш ҡул менән ҡайтып инде. Аҡсаһын отторған.

— Башҡа бәлә итеп ҡайҙан ҡуйҙылар ошо бағаналарын?! Уйын автоматы менән мауығыуҙы эскелек, наркомания, токсикомания менән тиң һанауҙары юҡҡа түгелдер, күрәһең.

— Беҙ — беҙ инде, аҡсаны үҙебеҙ табабыҙ. Пенсионерҙарға ни етмәгән! Беҙҙең күрше Мөслим ағайҙы беләһең бит, шул айлыҡ пенсияһын отторған. Әбейе күҙен дә астырмай. Пенсия алғансы,  икмәк-һөтлөк аҡса һорап ингәндәр беҙгә.

— Беҙҙең бер ҡатлылыҡтан файҙаланып, кемдәрҙер кеҫә ҡалынайта. Ошо уйын автоматтарын ҡуйҙырыусыларға бер ниндәй ҙә закон юҡмы икән ни?!

«Һыңар ҡуллы бандит»ҡа аҡсаларын «ашатып» бөткәндән һуң, ҡатындар һуҡрана-һуҡрана китеп барҙы. Автомат янында бер кем дә ҡалманы. Иркенләп уйнарға була. Динис кеҫәһенә тығылды: «Әллә бер иллелектең башына етергә инде? — Ул ҡағыҙ аҡсаларҙы тимер бишлектәргә алмаштырып биреүсе ҡатын яғына боролдо. — Һыуға һалыр өсөн һаҡлап тоттоңмо ни аҡсаңды ошо көнгә ҡәҙәр? Үкенерһең, һуң булыр. — Үҙен еңә алғанға ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерҙе. — Сығып барған аҡсаһы юҡ әле».

Ҡыҙҙар Динисте юғалтҡайны. Ҡайҙа йөрөгәнен әйттерергә ныҡыштылар. Егеттең яуабы ҡыҫҡа булды:

— Урамда йөрөнөм.

Төпсөшһәләр ҙә, һөйләмәне. Кешегә һөйләр һүҙме? Үҙ уйҙарынан үҙе ҡурҡып ҡуя ҡайһы саҡта. Нимә юллап йөрөгәнен һиҙеп ҡалһалар, бөттө баш! Өйҙән дә сығармаҫтар. Белмәгәндәре яҡшы.

Дилбәр менән Нурзилә уның ҡайтҡанын көтөп тормаған, картуфты күмеп бөтөргәндәр. Динис Дилбәрҙе үҙен ата-әсәһенә ошаҡлағандыр тип ҡурҡҡайны, ләкин көнө буйы Өфөлә йөрөп ҡайтҡан Мөбәрәк ағай менән Вәсилә апай киске табында уны-быны һиҙҙермәне, киреһенсә, эште тиҙ тотҡан өсөн маҡтаны.

— Динис тә ярҙамлашҡас, әллә ни ауырға төшмәгәндер, — тинеләр.

Улар ҡунаҡҡа саҡырыулы ине, ҡош-ҡортто, мал-тыуарҙы барлап ҡураға яптылар ҙа табынға ашыҡтылар. Дилбәр менән Динис дискотекаға барырға йыйынды. Һаман өйҙән сығып китә алмайҙар, ниңәлер Нурзилә оҙаҡланы. Өсәүләп барырға һүҙ ҡуйышҡайнылар.

— Бер генә рюмка араҡы бир әле, Дилбәр. — Диванға һуҙылып ятып телевизор ҡараусы Динис тороп ултырҙы.

— Нимә?!.. — Көҙгө алдында керпектәренә һөрмә тартыусы ҡыҙ, шөғөлөнән бүленеп, өтөп ҡарап алды. — Араҡы ла эсәһеңме ни әле һин шулай? Ҡасан өйрәндең? Тәмәке тартҡаның да еткән.

— Кем тарта? Ҡасан күрҙең?

— Мунса артында йәшенеп тартҡаныңды әллә белмәй тиһеңме? Тәмәке төпсөгө менән донъя тулған.

— Һинең янға килеп йөрөгән Раяндыҡылар, йә Әкрәм ағайҙыҡылыр.

— Минең кем менән йөрөүемдә эшең булмаһын! Раян да, ағайым да тартмай. Ҡара һин уны, тартыуы ғына етмәгән, араҡы ла таптыра.

— Ниңә, ярамаймы ни? — Динис бирешергә теләмәне. — Беҙ малайҙар менән дискотекаға барыр алдынан гел эсәбеҙ ул. Ҡыйыулыҡ өсөн. Бер генә рюмка бир инде. — Дилбәр өндәшмәгәс, өҫтәп ҡуйҙы. — Йәлме ни?

— Ҡайҙан алайым мин уны? Эскең килгәс, үҙең һатып ал.

— Сервантта ултыра ла баһа.

— Туғанҡайым, этлек менән лыҡа тулған башыңда берәй буш урын тапһаң, тығып ҡуй. — Дилбәр бармағын егеттең баш осонда уйнатты. — Әгәр ҙә мәгәр шешәгә ҡағылһаң, атайым менән әсәйемә еткерәсәкмен. Бөгөн сығып юғалғаныңды әйтмәгән өсөн рәхмәт уҡы.

Дилбәрҙе тыңлата алмаясағын аңлаған Динис артабан һүҙ көрәш-термәне. Теҙләнеп һораһаң да бирмәйәсәк. Эсмәгән араҡыһы түгел әле, ана тегеһен, араҡыға ҡарағанда ла нығыраҡ ләззәт бирә торғанын, нисек табырға?

Дискотекала ла тынғылыҡ бирмәне был уй. Ситләтеп егеттәрҙән дә һораштырып ҡараны, яурындарын һекерттеләр ҙә ҡуйҙылар. Наркомандар тураһында көләмәс һөйләүе лә ярҙам итмәне. Эстәре ҡатып көлөштөләр, шуның менән вәссәләм! Уныңса, егеттәр наркомандар беҙҙә лә бар тип әйтергә, хатта уларға бармаҡ төртөп күрһәтергә тейеш ине. Тел төбөн аңламанылар, аңралар!

5

 

Байтаҡтан бирле бөтөрөлә Нурзилә көҙгө алдында. Ҡулына төҙәнгес-биҙәнгестәренең әле береһен, әле икенсеһен алды. Һыҙылып киткән нескә ҡаштарын һыҙҙы, былай ҙа ҡуйы ҡара керпектәрен буяны, күҙҙәренең төптәрен зәңгәрләтте, иренен ҡыҙартты. Байрамдарҙа ғына һөрткән француз хушбуйын да мул ғына тотондо. Тырнаҡтарын үҫтереп, буяп йөрөтөргә әллә ҡасандан бирле хыяллана. Хыялы хыял ғына булып ҡала бирә. Бының өсөн бер ни эшләмәй өйҙә генә ятырға кәрәк, ә ул баҡсанан сыҡмай. Үҫтергән ҡала ҡыҙҙары үҫтерһен, уға былай ҙа бара.

Көҙгөгә йәнә күҙ һалып алды: мауығып китеп, әллә шаштырыбыраҡ ебәргән инде, көҙгөнән үҙенә ҡараған ҡыҙ артыҡ ныҡ буянғайны. Дискотекала танымай аҙапланырҙармы икән? Нурзилә үҙ алдына йылмайҙы. Аҙапланмағайҙары! Динискә оҡшаһа, еткән. Уға ярайым тип тырыша баянан бирле. Сәсте киҫтергәндә лә килешеп ҡалыр ине. Уға ҡыҫҡа сәсле ҡыҙҙар оҡшаймы икән, әллә оҙон сәслеләрме? Нисек йөрәгенә асҡыс табырға? Ҡарамай ҙа ҡуя. Уның өсөн йән атып йөрөүен белмәй түгел, белә, юрамал күрмәмешкә һалыша. Үҙенсә Нурзиләнең түҙемлеген һынай. Һына-һына! Ҡармаҡҡа килеп ҡапҡаныңды һиҙмәй ҡалырһың әле. Бөгөн булмаһа, иртәгә барыбер ҡаратасаҡ.

Нурзилә тәненә һылашып торған джинсы салбар, кофта кейҙе. Кофтаһы ҡыҫҡа ине, кендеген дә ҡапламаны. Төндә өшөтөрмө икән? Куртка алырғамы, юҡмы? Алмаҫҡа булды. Динис оҙатһа, өшөй башлаһа, яурынына пинжәген һалыр әле. Башҡа егеттәр шулайта бит, уны ғына аңлар.

Мөхәббәт… Уның тураһында Нурзилә китаптарҙан уҡып, киноларҙан күреп кенә белә. Ҡыҙҙың һөйгәне менән етәкләшеп ай яҡтыһында төнгө урамдар буйлап йөрөгөһө, ҡапҡа төбөндә таң аттырғыһы, күңел түрендә ятҡан серҙәрен асып һалғыһы килә.

Динис менән арыу ғына йөрөп китһәләр, серен әсәһе менән дә уртаҡлашыр. Ул ҡыҙының ҡайтҡанын керпек ҡаҡмай көтөп алыр. Таң атыр алдынан ғына өйгә инеп ятҡаны өсөн орошор. Орошһон! Төндә йөрөгән ҡыҙҙарҙы әсәйҙәр орошорға тейеш инде ул. Шуның өсөн әсәй бит улар. «Ни эшләйем икән, әсәкәйем, ғашиҡ булдым бит!» Нурзилә башын әсәһенең күкрәгенә һалып, күҙ йәштәрен түгер. Әсәһе сәсенән һыйпап йыуатыр: «Мөхәббәт шулай илата ла, йырлата ла… Шуның өсөн мөхәббәт тиҙәр уны!» Киноларҙа шулай итәләр ҙә баһа!

«Кит, һантый, әллә нимәләр уйлайым. — Әхирәттәренә ашығыусы Нурзилә үҙен-үҙе тиргәне. — Күр ҙә тор, керпек сәнсеп тә ҡарамаҫ. Ә һин ул тип янып-көйәһең».

Шулай булды ла. Раян менән Дилбәр бейергә төшкәс, Динистең үҙен бейергә саҡырғанын көттө. Ул янына килмәгәс, һөмһөрө ҡойолдо. Ап-аҡ тештәрен балҡытып ҡаршыһына килеп баҫҡан таныш булмаған егетте ҡыуып ебәрҙе, Динистең саҡырыуына өмөтләнде. Ә ул бер ситтә күҙ һатып тороусы егеттәргә барып ҡушылды ла Нурзиләне бөтөнләй онотто. Уның яғына әйләнеп тә ҡараманы. Тәмәке көйрәтә-көйрәтә егеттәргә нимәлер һөйләне. Көләмәстер инде. Тел менән тирмән тартырға тиһәң, уны ҡуш. Икенсе ҡарағанда, шешәнән һыра һемерә ине. Ҡыҙҙың әллә кем булып ирәйеп баҫып торған егетте бәргесләп ташлағыһы килде. Ҡайтып китергә лә уйлағайны, яңғыҙы йөрөгөһө килмәне. Башында икенсе уй ҙа мөлдөрәне: дискотеканан һуң оҙатып ҡуйыр, бәлки?

Әҙәм аңламаҫлыҡ, ҡолаҡ тондорғос музыкаға борғаланып-һырғаланып оҙаҡ һикерҙе йәштәр. Динистең бейергә саҡырыуынан төңөлгән Нурзилә лә уларҙан ҡалышманы. Килгәс-килгәс, Динис бейергә саҡырмай тип, ниңә бағана кеүек ҡатып торорға! Үҙ күңелен үҙе күрҙе шулай. Динис яғына зәһәр ҡараш ташлап алырға ла онотманы. Ҡыҙҙың ҡаш аҫтынан һөҙөп ҡараған күҙҙәре менән осрашҡас, бер тапҡыр Динис ҡулын болғаны. Ниңә улайтҡандыр, Нурзилә төшөнмәне, мине юғалтма, мин бында, тип әйтергә теләнеме икән?

Килгәндәге һымаҡ, дүртәүләп ҡайтырға сыҡтылар. Урам сатына еткәс, Дилбәр, туҡтап, Раяндың ҡолағына нимәлер бышылданы ла, тегеләр, бер һүҙ ҙә өндәшмәй, етәкләшеп икенсе яҡҡа китте лә барҙы. Нурзилә менән Динис үҙҙәре генә ҡалды.

— Өшөнөм, — тине Нурзилә, көжрәйеп.

— Ниңә курткаңды алманың?

— Онотҡанмын. — Ҡыҙҙың алдашыуҙан башҡа сараһы ҡалманы. «Ҡосағыңа ал», тип әйтергә теле бик ҡысытһа ла: «Пинжәгеңде яурыныма һал», — тиеү менән генә сикләнде. Бәлки, үҙе белеп ҡосаҡлар тип өмөтләнде. Динис һүҙһеҙ генә пинжәген ҡыҙҙың  иңдәренә һалды. Ҡуйынына алмаһа ла, ҡултыҡланы. Ҡыҙҙың шатлығы йөҙөнә бәреп сыҡты, күктең етенсе ҡатында йөҙҙө, егеткә һыйынып атланы ла атланы. Ошолайтып бик оҙаҡ барғыһы килде уның.

Нурзиләнең өйгә ҡайтҡыһы килмәне. Ҡайҙа барырға белмәй, ян-яҡҡа ҡаранылар. Ҡыҙ балалар баҡсаһына саҡырҙы:

— Беседкала ултырып торорбоҙ.

Бәхеттәре бар икән, түбәһе тимер ҡалай менән көпләнгән беседка буш ине. Ҡайҙандыр ҡыуаҡтар араһынан ишетелгән ҡош тауышына ҡолаҡ һалып бер килке торғас, Динис кеҫәһенән һыра сығарҙы. Бер-ике уртлағас, үҙенә йотлоғоп ҡараған Нурзиләгә һуҙҙы:

— Эсәһеңме?

Ҡыҙ шешәгә үрелде. Ул был минуттта егеттең ҡулынан ағыу эсергә лә риза ине. Үҙҙәрен һыйындырған беседкаға эстән генә рәхмәттәр уҡыны.

Ҡарһаланып шешәгә тотонған Нурзилә тәүге йотомдан уҡ сәсәне. Динис уның арҡаһына һуҡҡысланы. Сәсәү баҫылғас, ҡыҙҙың эйәген күтәреп, үбергә тотондо. Нурзилә ирене лә төштө. Динискә етә ҡалды, ҡулдарын эшкә ҡушты: «Дискотекала йоторҙай булып артымдан күҙәтеп йөрөнө, ҡаршы килмәҫкә тейеш… Үҙе лә шуны көтөп йөрөмәһә әле…»

Динис кофтаһын күтәреп, ҡуш алмалай түштәренә үрелгәс кенә иҫенә килде ҡыҙ.

— Ни эшләйһең? — Ҡапыл айнып киткән Нурзилә егетте ситкә этәрҙе.

— Ярамаймы ни? — Егет ҡулдарын төшөрҙө.

— Ярамай! — Ҡыҙ өҙә һуҡты.

— Ярамағас, ниңә саҡырҙын? Ымһындырып…

Егет йәнә үрелгәс, ҡыҙҙың ирендәре ҡыҫылды, ҡарашы ҡырыҫланды. Ниҙер һиҙенгән Динис артҡа сигенергә өлгөрмәне, Нурзилә уны яңаҡлап ташланы. Үҙ тигәнен эшләй алмаған егет, сертләтеп теш араһынан төкөрҙө лә, беседканан сығып китте: «Бик кәрәгең бар ине!»

Күҙ йәштәре бешерҙе Нурзиләнең битен. Ғәрлегенән илай ине ул. «Үбер алдынан «яратам» тип әйтһә лә теле ҡалмаҫ ине, ә ул дорфа ҡыланды. — Ҡыҙ тыйыла алмай һулҡылданы. — Бер-береһен өҙөлөп яратҡан егет менән ҡыҙ үбешмәйсә булмайҙыр. Уны ғына аңларлыҡ йәштә. Ҡул оҙайтыуын нисек аңларға?.. Ярай әле, сикәһенә сабырға башы етте, саҡ ҡына булһа ла үсе ҡанды… Мөхәббәт тигәндәре юҡтыр ул, булһа ла уның өсөн түгелдер…»

Нурзилә нәүмиҙләнеп ҡайтырға ҡуҙғалды. Урамдан йөрәген усына тотоп атланы. «Осрамаһалар ғына ярар ине! Төнө менән яңғыҙың ҡайҙан киләһең, тип күҙен дә астырмаҫтар. Динис менән урамдан ҡултыҡлашып үткәнен күрмәгәндәр тиһеңме ни?»

Әсеһе ишекте элеп ятҡайны, астыра алмай яфаланды.

— Бынау ҡара төндә ҡайҙа йөрөнөң? Сәғәттең нисә икәнлеген беләһеңме? — тип әрләп ташланы. Ҡыҙының өҫтөндәге ят пинжәкте күргәс, тағы бер асыуланды: — Кемдеке ул?

Нурзилә яуап бирмәне, бүлмәһенә инде лә мендәргә ҡапланды: «Әсәһенең күкрәгенә ҡапланып илай, йәнәһе, берәү. Ғашиҡ була, имеш. — Хыялдары селпәрәмә килгән ҡыҙ күҙ йәштәренә мансылды. Үҙен тәтәйгә ымһынып алданған бала кеүек хис итте. — Шул кәрәк мин елбәҙәккә!»

6

Мөбәрәк ағай көн дә кис телевизорҙан яңылыҡтар ҡарарға ғәҙәтләнгән. Уның был ғәҙәтен ғаиләлә берәү ҙә боҙорға ҡыймай: ниндәй генә мауыҡтырғыс тапшырыу күрһәтмәһендәр, залға ул килеп индеме, тейешле каналға күсә һалалар. Динис ҡараған фильмының иң ҡыҙыҡ ерендә бүлдергән өсөн эстән генә Мөбәрәк ағайҙың тетмәһен тетә. Президент ҡайҙа барған, кемдәр менән осрашҡан, ҡайһы ҡалала йорттарҙы күп төҙөйҙәр, ҡайһы районда күпме бесән әҙерләнгән, балалар нисек ял итә — шуның ни ҡыҙығы барҙыр?! Ҡаршы өндәшергә ярамай, сөнки ул был өйҙә — ҡунаҡ, ата-әсәһе Американан урап ҡайтҡансы ваҡытлыса һыйыныр мөйөш тапҡан меҫкен бер бала. Вәсилә апай менән Мөбәрәк ағай ғына түгел, ҡыҙҙары Дилбәргә хәтлем үҙҙәренең хужа икәнлеген һәр даим һиҙҙереп тора. Күҙ яҙлыҡтырмайҙар, уларҙың рөхсәтенән тыш ихатанан да сығырға ярамай. Шул тиклем ниңә ҡурсалайҙарҙыр, әллә башында ниндәй уйҙар ҡайнашҡанын һиҙенәләрме икән? Шулай булһа, эштәр харап, бик аҫтында тоторға ла күп һорамаҫтар. Иң мөһиме — тәртәнән сыҡмау, уларҙың көйөнә тороу. Зарланһа ла, эше бөтөнләй хөрт түгел, әлегә үҙе теләгәнсә бара.

Ҡырыҫыраҡ холоҡло, аҙ һүҙле Мөбәрәк ағай тапшырыуҙы ҡарап бөткәс кенә, телевизор уның ҡарамағына күсә. Тапшырыу барған арала Динис сәй эсеп ала, ишек алдына сығып, ҡаса-боҫа сигарет көйрәтеп инә, ҡайһы бер көндәрҙә үҙе өсөн бер ҡыҙығын тапмаһа ла, экранға текләп ултыра.

Диктор наркотиктар менән һатыу итеүселәр тураһында һөйләргә тотонғас, диванда йоҡомһорап ултырған Динис һикереп торғанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Ялт иттереп Мөбәрәк ағайға ҡарап алғас, яңынан диванға сүгәләне.

— Төшәнеп уяндыңмы әллә? Интегеп ултырма, урын йәйеп ят, — тине Мөбәрәк ағай.

Динис ныҡ уңайһыҙланды. Ағаһы уның ни өсөн сәбәләнгәнен беләлер төҫлө тойолдо, үҙ-үҙен онотоп һикереп торғаны өсөн үкенде. Ҡаршыһына баҫтырып, бына һин ни уйлап йөрөйһөң икән, тип әрләп ташлағанын көттө. Ләкин Мөбәрәк ағай телевизорға мөкиббән киткәйне.

— Былай ғына, — тине Динис, яуапһыҙ ҡалмаҫ өсөн. Тиҙерәк битараф ҡиәфәткә инергә ашыҡты.

Залда яңғыҙы ҡалғас та, һушына килә алмай, хәтһеҙ генә шаңҡып ултырҙы. Телевизорҙан тапшырылған ҡыҫҡа ғына хәбәрҙән айырыуса бер һүҙҙе хәтеренә һеңдерергә тырышты: У. урамы. Ишеткән хәбәре дөрөҫ булһа, наркотиктарҙы шунда йәшәүсе сиғандарҙан табып була икән. Ә ул урамды Өфөлә эте лә, бете лә белә, ти. Кино ҡарау ҡайғыһы китте. Телевизорҙы һүндереп ҡуйҙы хатта: уйларға ҡама-сауламаһын! Урынында ултырып сыҙаманы, тороп, тәҙрә янына барып баҫты. Төпһөҙ зәңгәр күктә емелдәшкән эреле-ваҡлы йондоҙҙарға ҡарап тороу ҙа ярһыған йөрәген баҫа алманы. Ошо минутта уҡ Өфөгә киткеһе килде. Өйҙән нисек һиҙҙермәй генә сығып ысҡыныр-ға? Һораһаң, ебәрмәйәсәктәр. Төпсөнөргә тотонорҙар. Иң яҡшыһы — башты тилегә һалырға ла китергә лә барырға кәрәк. Электричкалар йөрөп тора, анау ятҡан ҡаланан төшкә әйләнеп ҡайтыр. Белмәй ҙә ҡалырҙар.

Динис, ныҡлы бер ҡарарға килеп, утты һүндерҙе. Әммә уны йоҡо алманы. Ҡыш көнө үҙе менән булған ваҡиғалар күҙ алдында йәнләнде.

…Йәйге каникулдан һуң мәктәпкә барған Динистең ҡулына дәреслектәр тотҡоһо килмәне. Бының шулай булыры көн элгәре билдәле ине. Йәй буйы үҙе баш, үҙе түш булып йөрөгән үҫмер көноҙон класта ултырыуҙы бер нисек тә башына һыйҙыра алманы. Иптәштәре менән үткәргән көндәр күҙ алдынан китмәне. Парктарҙа, дискотекаларҙа күңел асыуҙар… Тәбиғәт ҡосағына сығыуҙар… Палаткаларҙа ҡыҙҙар менән төн үткәреүҙәр… Оноторлоҡмо ни! Ана шунда тәмәке тартырға өйрәнде, һыраһынан, араҡыһынан ауыҙ итте. Тәүге сигаретты Динискә иптәштәре көсләп ҡаптырҙы. Үҙенең дә ҡарғалар араһында сәүкә булып күренгеһе килмәне. Башта тын юлына төтөн тығылып, сәсәп йөҙәне. Малайҙар һәм ҡыҙҙар тәгәрәп ятып көлдө. Ауыҙҙа һаҫыҡ, тамаҡ төбө ғыжлай. Тегеләр төтөндө нисек эскә һурырға, тышҡа сығарырға, өрөп балдаҡтар яһарға өйрәтте…

Быға тиклем мөгөҙ сығармағас, Файыҡ ағай менән Рәсилә апай малайҙарының ҡайҙа, кем менән көн үткәреүенә әллә ни әһәмиәт бирмәне. Үҙеңде тәртипле тот, тиеүҙән уҙманылар. Башҡа йылдарҙа ғаилә менән диңгеҙ буйында ял итә торғайнылар, быйыл ундай форсат эләкмәне. Маяға йыйған аҡсаларын ҡыҙҙары Юлиәгә тотондолар. Икеһе лә эштә, яңғыҙына күңелһеҙҙер тип, Рәсилә апай улын иптәштәре менән аралашыуҙан тыйманы. Аҡсаһын да йәлләмәне.

Динис үҙе лә ата-әсәһен борсоуға һалмаҫҡа тырышты. Күңеле нисек кенә тартмаһын, уҡырға иғтибарҙы арттыра төштө. Әммә түҙемлеге ике сиреккә генә етте, ҡышҡы каникулдан һуң көндәлегендә «икеле»ләр күбәйҙе. Әсәһен мәктәпкә саҡыртып һөйләшеүҙең дә файҙаһы теймәне, бөтөнләй бәйҙән ысҡынды үҫмер. Уҡытыусылар тәртибенән зарланды: үҙен дорфа тота, телләшә, дәрестәрҙе өҙә. Әсәһе туҡтауһыҙ мыжыны:

— Ни етмәй һиңә?! Өҫтөң бөтөн, тамағың туҡ. Мәктәп юлында мине күпме йөрөтөргә уйлайһың? Атайың ишетеп ҡалһа, минең ише мыжып ҡына ҡалмаҫ. Уның холҡон беләһең…

Былай эшләргә ярамағанлығын аңлай Динис, тик үҙен ҡулға ала алмай, мәктәпкә әсәһенән әрләнмәҫ өсөн генә бара.

Шулай илке-һалҡы йөрөй торғас, сирек аҙағы ла етте. Һөҙөмтә билдәле: Динистең «икеле»ләре сыҡты. Файыҡ ағай улының уҡыуы менән көн дә ҡыҙыҡһынмаһа ла, ғәҙәттә, сирек аҙағында көндәлеген һорап ала. Был юлы Динис атаһына көндәлеген ҡурҡа-ҡурҡа ғына тотторҙо. Ундағы билдәләрҙе күргәс, атаһының ҡаштары емерелде, томһайып ҡаршыһында баҫып торған улына уҫал ғына өндәште:

— Йәнемде үртәп алдымда торма, күҙемдән юғал! — Асыуы алҡымына тығылған Файыҡ ағай көндәлекте өҫтәлгә ырғытты.

Рәсилә апай иренә күҙ һирпеп алды ла улына ымлап ҡына үҙенә эйәрергә ҡушты.

— Бар, әҙерәк урамда йөрөп ҡайт, атайың һыуына төшһөн, — тине, аш бүлмәһенә сыҡҡас.

Ҡайҙа барып һуғылырға ла белмәне Динис. Бер маҡсатһыҙ урам тапай торғас, магазин янында Виталикты осратты. IX класты этеп-төртөп бөтөргәндән һуң училищеға киткән үҫмер менән яҡындан аралашҡаны булмаһа ла, шулай һирәк-һаяҡ урамда осрашҡанда, ҡул бирешеп, һаулыҡ һорашып йөрөйҙәр.

— Ниңә танауың төштө? — тип ҡыҙыҡһынды Виталик. Үҙе ауыҙын йыйып ала алмай, әйтерһең, күптән күрешмәгән йән дуҫын тап иткән.

Күңелен кемгә бушатырға белмәй аптырап йөрөгән Динис бер нимәне лә йәшермәй һөйләне лә бирҙе. Һөйләп бөткәс, үҙенең ҡылығына үҙе аптыраны: «Күрмәгән-белмәгән кешегә сиселергә ярайҙыр шул. Әллә ни уйлауы бар».

Бүлдермәй тыңланы Виталик, һорауҙар биреп интектермәне.

— Баштан үткән таныш хәлдәр, — тине, йыуатып. — Һин еңел ҡотолғанһың, шуныһына ҡыуан. Мине атайым ҡайыш менән ярҙы.

Виталик сигарет ҡабыҙғас, Динис тә һорап алды.

— Бындай саҡта сигарет ҡына ярҙам итмәй.

— Әллә араҡың бармы? — Динистең күҙҙәре ялт-йолт килде.

— Унан да шәберәге! — Виталик баш бармағын юғары сөйҙө. — Әйҙә!

Виталик, Динистең ризалығын да һорамай, ҡултыҡлап алды ла,  алға әйҙәне. Хәҙер ул тулыһынса тегенең ихтыярында ине. Ҡайҙа барһалар ҙа — уның өсөн барыбер. Көтмәгәндә тап булған яңы дуҫы уға күңелһеҙләнергә генә ирек бирмәһен.

Туғыҙ ҡатлы йорт янында туҡталдылар.

— Аҡсаң бармы? Үҙемдеке етмәй.

— Нимә алмаҡсыһың?

— Һуңынан белерһең.

Динис кеҫәһендәге аҡсаһын тиненә ҡәҙәр Виталиктың усына һалды.

— Бер ҡайҙа ла китмә, ошонда көт.

Тирә-яҡты күҙҙән үткәргәс, Виталик подъезға инеп китте. Динис, уның сыҡҡанын көтөп, бер урында тапанды: «Араҡы артынан йөрөй тиер инең, бында магазин күренмәй. Унан да шәберәге, тине бит әле. Уныһы ни булалыр? Самогон! Шулдыр. Уны магазинда һатмайҙар, таныштарынан алалыр».

— Булды!

Тиҙ ураны Виталик. Үҙенең ауыҙы йырыҡ. Тимәк, барыһы ла тәртиптә!

Ғәҙәттә, эсергә йыйынһалар, кемдең ата-әсәһе өйҙә юҡ, шуларҙа йыйыла торғайны Динистәр малайҙар менән. Виталик ҡайҙа алып барыр икән?

Улар ингән фатир шыҡһыҙ ине. Бында күптән кеше йәшәмәй, ахыры, иҙәне бысраҡ, стеналағы обойҙар ҡубып төшкән, мебелде туҙан баҫҡан. Виталик хужаларса атлап аш бүлмәһенә үтте, Динискә залда ултырып торорға ҡушты.

— Мин хәҙер.

Теге оҙаҡлағас, күңелен шөбһәле уйҙар биләне: «Ҡайҙа килеп эләктем? Виталик ни эшләмәксе? Әллә сығып таяйыммы икән?»

Ул арала залға күҙҙәре аларған Виталик атылып килеп инде. Ҡулында — шприц! Шунда ғына уның наркоман икәнлеген иҫенә төшөрҙө. Кемдең ҡулына килеп ҡапты?! Юҡһа, иптәштәренең аңғартыуы буйынса, уның энәлә ултырыуын күптән белә ине бит. Аңҡы-тиңке йөрөүенән нисек оҫта файҙаланды!

— Еңеңде һыҙған! — тип екерҙе Виталик. Ҡурҡышынан күҙҙәрен ҙур итеп асҡан Динистең үҙенә буйһонорға теләмәүен күргәс, ене тотто. — Кемгә әйтәләр!

Свитерының еңен күтәреп, ҡулын һуҙғанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Шуны ғына көткән Виталик ҡан тамырына энә батырҙы. Бер аҙҙан Динистең зиһене томаланды, еңелсә генә башы әйләнде, шунан бөтә тәне буйлап йылы тулҡын йүгерҙе. Тора-бара бар нәмә үҙгәрҙе. Шыҡһыҙ фатир күҙ асып йомған арала хан һарайына әйләнде лә ҡуйҙы. Ни өсөндөр һыны ҡатып көлгән Виталик та нисектер үтә ныҡ яҡын булып китте. Ә күңелдән ташҡан хистәр һуң! Уларҙы ауыҙлыҡлап тоторлоҡ түгел, бәйгегә сыҡҡан аттармы ни, ҡайҙалыр әйҙәйҙәр ҙә әйҙәйҙәр. Йәненә тынғылыҡ бирмәгән борсоулы уйҙар, әйтерһең, бер ҡасан да булмаған, иреп әллә ҡайҙа юҡҡа сыҡты.

Шундай ләззәт кисереүҙән Динис бик ҡәнәғәт ине. Мәктәпкә барғас та сере һыйырҙай иптәштәренә кисә үҙе менән ни булғанын тәмләп-тәмләп һөйләне. Ауыҙҙарын асып тыңланылар, беҙ ҙә бындай ләззәттән баш тартмаҫ инек, тиештеләр, бер-береһен бүлдерә-бүлдерә. Динистең үҙенең дә йәнә ләззәтләнгеһе килде.

Виталик бер һүҙһеҙ ризалашты. Тик бер шарт менән — аҡса таптырҙы. «Буштың атаһы үлгән», — тине ҡоро ғына. Уныһын ғына үҙҙәре лә белә, наркотик һынлы наркотикты бер кем дә рәхмәткә тоттороп ҡуймаясаҡ.

Һөйләшенгән көнгә Виталик мәктәпкә килде. Оло тәнәфестә аҡсаларҙы йыйып алды ла, дәрестәр бөткәс, кинотеатр янына йыйылырға ҡушты.

— Минең һуңлауым ихтимал, көтөгөҙ, таралышмағыҙ, — тип китеп барҙы.

Ана килә, бына килә тип, сәғәт буйы көтһәләр ҙә, теге күренмәне. Малайҙар Динистең боғазынан алды:

— Һинең һүҙеңә ҡарап, ике-өс көн ашханаға йөрөмәнек.

— Һиңә ышанған беҙ иҫәр!

— Аҡсаны кире ҡайтар!

— Аҡса! Аҡса!

Былай ғына таралышҡылары килмәне. Виталик һаман күренмәгәс, уйлаштылар-кәңәшләштеләр ҙә һуңғы аҡсаларына араҡы алырға килештеләр. Әлдә үҙҙәренә әҙерәк аҡса ҡалдырырға баштары еткән, ҡырып-һепереп көскә бер яртыға еткерҙеләр.

Аяғында саҡ баҫып торған улын Рәсилә апай эткесләп-төрткөсләп бүлмәһенә индереп ятҡырҙы.

— Айнымайынса сығаһы булма! Атайың күреп ҡалһа, икебеҙҙе лә үлтерер.

Ул, өйҙә тауыш сығыуҙан ҡурҡып, Динистең хилафлыҡтарын иренән йәшереп килә ине. Иҫереп ҡайтҡанын да әйтмәне.

Виталикты донъя бөтөрөп эҙләһәләр ҙә таба алманылар. Һуңынан ишеттеләр: артыҡ дозанан аяҡ һуҙған икән. «Шул кәрәк уға! Беҙҙең менән уртаҡлашһа, йөрөп ятыр ине әле», — тигән һығымтаға килде Динис.

Шунан бирле наркотикка йоғонғаны юҡ. Ә йәнә татып ҡарағыһы килә. Нисегерәк килә әле! Күңеле һиҙә, ләззәт татыр минуттар һуғырға күп ҡалманы.

Йоҡлай алмай яфаланды. Һиңә кәрәктә, үс иткәндәй, күҙҙәре лә йомолмай. Йоҡлаһа, ваҡыт тиҙерәк үтер һымаҡ.

7

Иртән өйҙән сығып китә алмай бер булды. Башта Мөбәрәк ағай менән Вәсилә апайҙың тейәнеп баҙарға юлланғанын көттө. Бигерәк оҙаҡ мыштырҙанылар, машинаға һалмаған нәмәләре ҡалманы. Шунан Дилбәрҙән ҡотола алмай яфаланды. Бер бөгөн күргәндәй, артынан ҡалмай һөйләнә лә һөйләнә. Хас яңы теле асылған бала. Әйтеп бөтөрмәһә лә, тел төбөнән шуны аңланы: әхирәте Нурзиләне көсләп таҡмаҡсы. Ҡыҙҙар ҡасмаҫ, өлгөрөр, әле үҙ хәле — хәл.

Дилбәрҙең өйгә инеп китеүе булды, артынан ишек ябылыр-ябылмаҫтан, сығып һыҙҙы егет. Хәтһеҙ генә атлағас, боролоп ҡараны: артынан ҡыуа сыҡмағанмы? Бер кем дә күренмәне.

Өйҙән бик ваҡытлы сыҡҡан икән, саҡ ҡына һуңлаһа, сираттағы электричканы көтөп сәғәт ярым вокзалда буталып йөрөр ине. Уңай тура килде, билет алыуға поезд да килеп етте.

У. урамы Өфөнөң ҡайһы төшөндә икән? Юл буйы шул хаҡта уйланып барҙы. Вагонда ҡаршыһында ултырған ҡыҙҙарҙан һораштырып ҡарағайны ла, тегеләр төплө генә яуап бирә алманы. Вокзалда, автобус туҡталышында белеш, тип кәңәш иттеләр.

Поездан төшөп, халыҡ ағымына эйәреп, вокзал алдына сығып баҫҡас, баҙап ҡалды. Кемгә генә мөрәжәғәт итһә лә, унда ни өсөн барғанын һиҙеп ҡалып, юлынан кире борорҙар һымаҡ. Автобустар килә торҙо, пассажирҙарҙы алып китә торҙо. Ваҡыт үтә, ә ул һаман ҡайҙа барырға икәнлеген дә белмәй. Тәүәккәлләп, бала етәкләгән ҡатынға өндәште:

— У. урамына ҡайһы автобус барғанын әйтмәҫһегеҙме икән? — Юҡ-бар һорау менән маҙаһыҙламағанын белдереү өсөн: — Апайымдар шунда йәшәй, — тип өҫтәне.

— Анау һары автобусҡа ултыр, — тип ихлас юл өйрәтте ҡатын. — Һуңғы туҡталышта төшөрһөң.

Бара-бара ялҡып бөттө. Әллә тотош ҡала аша үтте инде, кәрәкле урамы бигерәк алыҫта булып сыҡты.

Урамдың ике яғы буйлап бер-береһенән бер нимәһе менән дә айырылмаған бер иш йорттар теҙелеп киткән. Уларҙың ҡайһыһында наркотик һатыуҙары ихтимал? Кемдән һорарға? Урам бөтөнләй буш түгел, кешеләр ҙә, машиналар ҙа үтеп-һүтеп тора. Ҡаҡҡан ҡаҙыҡ һымаҡ һерәйеп тороу ҙа килешмәй, берәйһе күҙәтеп торһа, һорашып теңкәһенә тейә башлар. «Мин — юбиляр1, абдрахман алырға килдем», — тип әйтә алмай ҙа баһа, ә апайымды эҙләйем тигәненә ышанмаясаҡтар, ҡулында тулы адресы юҡ. Алаһы әйбере булмаһа ла, киоск витриналарын күҙҙән үткәрҙе. Урамдан ары үтте, бире үтте, артабан ни эшләргә белмәй, киоск янына барып баҫты. Кемдер яурынына ҡулын һалғанға әйләнеп ҡараһа, алдында — үҙе менән бер йәштәр самаһындағы һары сәсле егет. Өҫтөндә — көнгә уңып, төҫөн юғалтҡан еңһеҙ майка, ылбырап бөткән джинсы салбарынан тубыҡтары күренеп тора, аяғындағы кроссовкаһының башы моронлаған. Ымлап ҡына ситкәрәк алып китте. Эйәрҙе. Ярҙам итеп ебәрер, бәлки.

— Баянан бирле күҙәтәм, — тине таныш булмаған егет. — Һин был тирәлә юҡҡа ғына уралмайһың.

Ауыҙ асып һүҙ әйтергә өлгөрмәне, теге:

— Ширакеша?2 — тип яурынынан матҡып тотоп алды.

Динис баш ҡаҡты, шунан шатлығынан көлөп ебәрҙе.

--------

1Ҡыҙыҡһынып беренсе тапҡыр наркотик ҡулланған кеше.

2Ширакеша — наркоман.

 

— Абдрахман? Дима?1 Батыр?2

— Ҡайһы булһа ла ярай.

— Бир аҡсаңды!

Егет аҡсаны һанап мәшәҡәтләнмәне, йомарлап кеҫәһенә тыҡты. Юл аша сыҡҡас, Динис яғына боролоп ҡарап ҡулын болғаны. Динис тә яуапһыҙ ҡалманы, уның һымаҡ ҡулын болғаны. Борсолма, мин бында, йәнәһе.

Артабан ваҡиғалар һис уйламаған юҫыҡҡа төштө. Егет, ҡаршылағы йортҡа еткәс, беренсе ҡаттағы яртылаш асыҡ тәҙрәләрҙең береһен ҡаҡты. Унда ҡатын-ҡыҙ башы күренеп ҡалды ла шунда уҡ юғалды. Динис тын алырға ла ҡурҡып йортто күҙәтте: «Әһә, наркотиктарҙы ошонда һаталар икән! Былай булғас, эш бешә! Бешә!..» Шул уҡ ваҡытта күңеленә шик тә төштө: «Бирһә генә ярар ине!..» Егеттең үрелеп тәҙрәнән нимәлер алғанын күргәс, сырайы  яҡтырҙы. «Рәхәтләнәм икән бөгөн!» — тип өтәләнде. Ләкин ул был яҡҡа киләһе урынға кирегә атланы: «Алданымы икән ни?!..» Күңеле  һиҙенгән икән, шик-шөбһәһе дөрөҫләнде: егет шәп-шәп атлап йорттар араһына инеп юғалды. Артына ла боролоп ҡараманы хатта. Һинең кәрәгең ҡалманы хәҙер, тигәндер инде. Ҡапыл иҫенә килгән Динис уның артынан тороп сапты. Ах та ух килеп ул инеп киткән йорттар янына барып еткәндә, елдәр иҫкәйне егеттән. Ҡайһы яҡҡа киткәнен һорашырға ла кеше юҡ, исмаһам, күҙенә бер кем салынманы.

Аяҡтары талғансы яҡын-тирәләге урамдарҙы тапаны, ләкин үҙен алдап ҡасҡан егет осраманы. Хәлдән тайғайны, ултырыр урын эҙләне. Беренсе осраған кешегә аҡсаһын тоттороп ебәргән өсөн үҙендә үҙ-үҙен ғәйепләрлек тә көс тапманы.

---------

1Дима — димедрол.

2Батыр — далала үҫеүсе ҡырағай киндер.

 

8

 

Алданһа ла, Динис уйынан төңөлмәне. Үҙенә килеп өндәшкән  егеттән ҡалмаҫҡа кәрәк булған да бит, уның кәкре ҡайынға терәтеп китерен кем белгән. «Ломка»нан сыға алмай интеккән наркоман йә Динис кеүек асыҡ ауыҙҙарҙы төп башына ултыртып, аҡса һуғыусы бер жулик булды, ахыры, ул яуыз егет. Киләсәктә һағыраҡ эш итер.

Ҡайҙан аҡса табырға? Ҡасабаға ҡайтҡас, был уй ятһа ла, торһа ла башынан сыҡманы. Төрлөсә план ҡорҙо, бер магазин баҫмаҡ булды, бер кеше таларға яҫҡынды. Тегеһен дә, быныһын да эшләргә ҡулынан килмәҫен төшөнгәс, үҙ-үҙенән көлөп ҡуйҙы. Әллә күп уйлауҙан башына зыян килдеме? Мөбәрәк ағай менән Вәсилә апайҙан һорап ҡарағанда? Берәй нәмә алам тип. Әйтәйек, джинсы салбар. Бирмәҫтәр. Бер түгел, ике салбары бар. Икеһе лә өр-яңы. Салбарҙың береһен һатҡанда? Алыусы булырмы икән? Динис үҙенең баҙарҙа салбар һатып торғанын бер нисек тә күҙ алдына килтерә алманы. Уның кейелгән әйберенә кем ҡыҙыҡһын, баҙарҙа йәнең теләгәнен һайлап алырға була. Мөбәрәк ағайҙарҙың аҡсаһын тотоноп тороу — иң ҡулайлы юл ошо. Аҡсалары тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел, баҙар юлына туҙан төшөрмәйҙәр, күпме икәнлеген дә белмәйҙәрҙер әле. Белеп ҡалһалар, башынан һыйпамаясаҡтар, әлбиттә. Бүренән ҡурҡҡан урманға йөрөмәй. Бындай мөмкинлек ҡасан сыға әле тағы. Форсаттан файҙаланып ҡалырға кәрәк. Әсәһенән аҡса алыр ҙа, һиҙҙермәй генә кире урынына һалып ҡуйыр. Ата-әсәһе иҫенә төшкәс, яманһыуланы. Ни үҙҙәре, ни хәбәрҙәре юҡ. Ҡасан ҡайтырҙар икән?

Өйҙә аҡсаны ҡайҙа һаҡлағандарын белә Динис. Мөбәрәк ағайҙар йоҡлап йөрөгән бүлмәлә ҙур карауат бар, уның янында тумбочка тора. Шунда. Мөбәрәк ағай ҙа, Вәсилә апай ҙа, Дилбәр ҙә — өсөһө лә аҡсаны шунан ала. Ялға ҡайтҡан һайын, Өфөгә китер алдынан, Әкрәм дә шул бүлмәгә инеп сыға. Ә Динистең әсәһе аҡсаны йәшереп тота, уға ла, апаһына ла, атаһына ла үҙе белеп, әҙләп кенә бирә. Бында иһә аҡса таптырып, бер-береһенең маҙаһына теймәйҙәр. Дөрөҫ, Вәсилә апай ваҡыт-ваҡыт күпме аҡса кергәнен, күпме тотонғандарын ҡалын бер дәфтәргә теркәп бара. Ул дәфтәр ҙә тумбочкала. Динистең башына ҡыҙыҡ ҡына бер уй килде. Фәлән тәңкә аҡсағыҙҙы алдым, тип яҙып ҡуйһам, ни эшләрҙәр ине икән? Юҡ инде, яҙып тормаҫ, былай ғына алыр. Уңайлы мәле генә сыҡһын!

Көтөп йөрөй торғас, уңайлы мәле лә сыҡты. Мөбәрәк ағай менән Вәсилә апай, ғәҙәттәгесә, баҙарҙа ине. Өйҙәге эштәрен бөтөргәс, Дилбәр универмагҡа йыйынды. Нимә алырға йыйынғанын йәшерҙе.

— Ҡайтҡас күрерһең, — тине.

Дилбәр йоҡо бүлмәһенә инеп сыҡты. «Әһә, был аҡса алды», — тип уйлап ҡуйҙы Динис. Ҡыҙ артынан ишек ябылыу менән, бүлмәгә атылды. Йөҙлөктәрҙе, биш йөҙлөктәрҙе, меңлектәрҙе күреп, күҙҙәре янып китте. Ҡәнәғәтлеге йөҙөнә сыҡҡайны: «Ниһәйәт, аҡсалы булды! Хәҙер — юлға!»

Дилбәр универмагтан урап ҡайтҡанда, Динис юлда ине инде. Ҡала яны поезы булғанлыҡтан, электричка аҙым һайын туҡтай. Берәүҙәр инә, икенселәре төшөп ҡала. Ҡаршылағы эскәмйәлә барған ҡатындар сығып киткәс, уларҙың урынын ике үҫмер алды. Береһе бейсболкаһының козырегын артҡа әйләндереп кейгән, икенсеһе — яланбаш, сәсе еткән, елкәһенә төшөп тора.

— Ныҡ әрләнеләрме?

— Борис Федорович1 менән тағы ла шаярһаң, колонияға

ебәрәбеҙ, тинеләр.

— Мине лә маҡтаманылар. — Етеү сәсле үҫмер кет-кет көлдө.

— Ошоно уҡырға ҡуштылар. — Бейсболкалы үҫмер ҡуйынынан брошюра сығарҙы. Етеү сәсле үҫмер иптәше биргән брошюраның биттәрен асҡылап ҡараны ла эскәмйәгә ташланы:

-------

1Токсикомандар ҡулланған «БФ» елеме.

— Ерунда!

Уларҙың үҙ-ара һөйләшкәненән Динис шуны аңланы: токсикомандар. Ниндәйҙер комиссияға саҡыртып бешкәндәр. Шунан ҡайтып килештәре.

Тиҙҙән тегеләр вагондан сыҡты. Брошюраларын әллә онотоп ҡалдырҙылар, әллә алырға теләмәнеләр, эскәмйәлә ятып ҡалды. Динис ҡыҙыҡһыныуын еңә алманы, брошюраға үрелде: «Нимә уҡырға ҡуштылар икән быларға?» Ҡулға алған нәмәһе тәмәке тартыу, эскелек, токсикомания, наркоманияның зыяны тураһында мәктәп уҡыусылары өсөн сығарылған әсбап ине. «Ҡарайыҡ әле, ни яҙған булдылар икән?» Динис иренеп кенә брошюраны аҡтарырға тотондо.

«…Наркотик йәки теләһә ниндәй башҡа ағыулы матдә һатып алып ҡулланыр алдынан уйла: ул һиңә ниңә кәрәк? Өҫтәмә проблемаларҙан тыш, бер нәмәгә лә эйә булмаясаҡһың».

«Ә ләззәт? — тип уйланы Динис. — Юрамал кеше башын ҡатыралар, үҙҙәренә етмәгән аҡылды өйрәтәләр». Ул брошюраны урынына һалғас, кире алды. Йәнә биттәрен аҡтарырға кереште: ваҡыт үткәрергә ярар. Кемдер әсбапты бик ентекләп уҡыған, ҡайһы бер һөйләмдәрҙең аҫтына ҡыҙыл ҡәләм менән һыҙып сыҡҡандар. Ана шул өҙөктәргә иғтибар итте Динис.

«…Бер тапҡыр наркотик тәмләп ҡарағандан һуң тағы ла ҡулланырға теләйһең икән, бел, һин үҙеңдең ваҡытынан алда киләсәк үлемеңдең юл башында тораһың. Әммә үлемең килгәнсе һин шундай ғазаптарға һәм яфаларға дусар буласаҡһың, һин уны иң яуыз дошманыңа ла теләмәйәсәкһең».

«…Наркоман ғазаплы үлем менән үҙен генә түгел, шулай уҡ туғандарын һәм яҡындарын да үлтерә, ғаиләһенә бәлә һәм хәсрәт, ҡайғы һәм үлем килтерә».

«…Үҫмерҙәрҙең ҡурҡыу тойғоһо булмай. Улар, башҡаларға килгән бәлә мине ситләтеп үтәсәк, тип уйлай».

«…Наркотик тыуҙырған ләззәт бер нисә минутҡа һуҙыла, ә битарафлыҡ, күңел төшөнкөлөгө, бәлйерәгәнлек, йоҡомһорау һәм һаташыу ғүмер буйы дауам итә».

«…Наркотиктар ҡуллана башлап, һин азатлыҡтан файҙаланам икән, тип уйлама. Киреһенсә, һин уны юғалтаһың, үҙеңде ҡолға әйләндерәһең».

«…Һин наркомания тәүге уколдан башлана тип уйлайһыңмы? Юҡ! Наркомания тәүге тартҡан сигареттан башлана».

«…Наркотиктың беренсе дозаһын ҡулланғанда ҡурҡыу сиге юҡҡа сыға, наркотик ҡулланған кеше бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс юҡ һәм булмаясаҡ, тип уйлай».

— Ерунда!

Динис үҫмерҙәрҙең һүҙен ҡабатланы. Ана, үҙҙәре, күптәр: «Тормошта барыһын да татып ҡарарға кәрәк», «Бер генә тапҡырҙан бер нәмә лә булмаҫ әле», «Мин көслө, үҙемде ҡулда тотасаҡмын», «Мин башҡаларҙан кәмме ни?» — тигән фекерҙә, тип яҙған бит брошюраға. Уның фекере уларҙыҡынан айырылмай.

Электричка станцияға етеп килә ине. Динис тамбурға сығып баҫты. Алданыраҡ төшкәнең хәйерле. Артта ҡалһаң, туҡталышҡа барып еткәнсе, һиңә кәрәкле автобус йә китеп бара, йә тулы була, ишегенән инермен тимә.

Көн эҫе булғанлыҡтан, салонда бөркөү ине. Өҫтәүенә, кеше күп. Ултырыу түгел, баҫып барырлыҡ та урын юҡ. Бер-береһенең өҫтөнә менеп киләләр. Кеҫә ҡараҡтары ошондай мәлде генә көтөп йөрөй. Динис юл буйы һул ҡулын салбар кеҫәһенән сығарманы, аҡсаһын һаҡланы. Шөкөр, төбәп килгән еренә имен-аман аяҡ баҫты.

Автобустан төшөп, таныш киоск янына еткәс, туҡтап, йәһәт кенә тирә-яҡҡа күҙ йүгертте. Үҙен алдаған теге һары сәсле егет күренмәйме? Бында булһа, күҙенә салынмауың хәйерле. Барыһы ла элек килгәндәге һымаҡ. Бер йорт алдында ғына өс ир-ат күренә. «Жигули» автомобиленең капотын асып ҡуйғандар ҙа, ваҡыт-ваҡыт эйелеп, ни-ҙер эшләйҙәр. Күмәкләшеп йүнәтәләрҙер, күрәһең. Үҙенә кәрәкле йорт янында шик тыуҙырырлыҡ нәмә тойолманы. Тәҙрәһе яртылаш асыҡ. Тимәк, хужалар өйҙә.

Елкенеп урам аша сыҡты. Тәҙрәгә ҡарап, туп-тура атланы. Ҡыйыу ғына бара торғас, күңелен ҡырҡыу баҫты. Шул арала дыуамалланып юлға сыҡҡаны өсөн үкенеп тә өлгөрҙө. Теҙ быуындары йомшарҙы, барып еткәнсе йығылмаһам ярар ине, тип ҡурҡты. Туҙан ултырған быяланы ҡағыуға, тәҙрәлә күренгән ҡатынға йомошон әйтә алмай аҙапланды.

— Абдрахман, — тине, телен саҡ әйләндереп.

— Аҡса! — тине ҡатын ҡырыҫ ҡына.

Ҡатын биргән нәмәне кеҫәһенә тығып ике-өс аҙым атларға өлгөрмәне, кемдәрҙер өҫтөнә ташланды. Ергә йөҙ түбән һуҙып һалып, ҡулдарын шаҡарып, бығау кейҙерҙеләр. Аяғына баҫтырып, осаһына типтеләр. Саҡ йығылып китмәне, тотоп ҡалдылар.

— Атла!

Шунда ғына Динис үҙенең менттар ҡулына эләгеүен аңланы. Машина йүнәткән булып, аңдып торғандар. Хәйләкәрҙәр! Ғәрлегенән ни эшләргә лә белмәне, ситкә тартылып ҡараны. Ҡасып ҡотола алыр, бәлки? Ҡайҙа ул! Шунда уҡ елкәһенә йоҙроҡ менән тондорҙолар. Кү-ҙенән йәштәр атылып сыҡты. Һөртөр ине, ҡулдары шаҡарыулы. Мыш-мыш танауын тартты. Машина эргәһенә баҫтырып, тентенеләр, ҡапшамаған ерен ҡалдырманылар. Пүнәтәйҙәр алдында протокол төҙөнөләр. Динис капот өҫтөндә ятҡан героинды күрмәҫ өсөн башын ситкә борҙо.

 

9

Аңлап бөтмәй Дилбәр Динисте. Ҡыҙҙарҙыҡы менән бер холҡо: бер ҡарағанда, йөҙөнән нур китмәй, өҙлөкһөҙ шаяра-көлә, мәғәнәһеҙ көләмәстәрен һөйләргә тотонһа, туҡтатып алырмын тимә, икенсе ҡарағанда, башына хәсрәт төшкән әҙәмдәй, көндәр буйы һөмһөрө ҡойолоп йөрөй. Бындай сағында һүҙ ҡушмауың яҡшыраҡ, ишетмәгәнеңде ишетерһең. Эшкә барымы юҡ. Быныһы аңлашыла, ҡалала тыуып үҫкәндәрҙең күбеһе шундай: эш ҡуша башлаһаң, сәстәре үрә тора. Дилбәрҙе йәнә шуныһы аптырата: сыға ла юғала Динис. Урамда йөрөүҙең ни йәмен табалыр? Ҡалалағы ғәҙәтен ҡыуа, унда эш юҡ, көндө нисек тә үткәрергә кәрәк тә баһа.

Төртөнөп тағы ҡайҙа сығып олаҡҡандыр, универмагтан ҡайтыуын да көтмәгән. Йөрөй бирһен дә, асыҡҡас, ҡайтыр әле. Дилбәр әхирәте Нурзилә алдында үҙен ғәйепле тоя. Әллә нимәһенә килешә алманылар. Ҡыҙҙы ымһындырып, Динис бер мәртәбә оҙатты ла эҙен һыуытты. Етмәһә, һуңғы арала Нурзиләһенә әллә нимә булды, турһайып йөрөй. Һирәк килә. Элек гел Динис эргәһендә уралған ҡыҙ хәҙер уның күҙенә салынмаҫҡа тырыша. Һораштырып та ҡараны, ни булғанын йәшерә. Әхирәтенең хәленә инеп, Дилбәр ситләтеп тә аңғартып ҡараны, туранан-тура әйтеп тә ҡараны, әммә Динис һүҙҙе ғәҙәттәгесә уйын-көлкөгә һабыштырҙы ла ҡуйҙы, ашҡынып торғанын һиҙҙермәне.

Динис төш ауышҡас та, ҡараңғы төшкәс тә ҡайтманы. Ни уйларға ла, ҡайҙан эҙләргә лә белмәнеләр. Мөбәрәк ағай үҙәккә барып әйләнергә кәңәш итте. Шунда буталып йөрөмәйме икән? Дилбәр менән Нурзиләгә Раян да эйәрҙе. Нурзилә, Динистең юғалыуын ишеткәс, үпкәһен онотоп, күҙ йәштәренә төйөлөп килеп еткәйне. Динисте белгән бер кешенән һораштылар. Береһенең дә күҙенә салынмаған. Аптырап, төнгө барға, хатта ояла-ояла казиноға инеп сыҡтылар. Бер ерҙә лә юҡ ине.

Динистең тикмәгә сығып юғалмауын һиҙенгән Вәсилә апай өтәләнеп йоҡо бүлмәһенә инеп китте.

— Дилбәр, бөгөн һин күпме аҡса тотондоң? — тип һораны ҡыҙынан. Шиге раҫҡа сыҡты, Дилбәр алғанын иҫәпләмәгәндә лә, байтаҡ аҡса етмәй ине.

— Себергә ҡайтып киттеме икән ни? — Мөбәрәк ағай үҙ алдына һөйләнде. — Поезға ултырғанмы, самолет менән осҡанмы?

Быныһын иртәгә асыҡларға булдылар. Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума тигәндәй, Мөбәрәк ағай Динистең бөгөн генә ҡайтып етмәҫен белһә лә, үҙен тынысландырыу өсөн Себергә шылтыратты. Телефондары яуап бирмәне.

— Һин ҡайтып киткәндер тиһең дә ул, әйберҙәрен алмаған бит. — Вәсилә апай Динистең сумкаһын аҡтарырға тотондо. — Паспорты ла бында. Паспортһыҙ поезға ла, самолетҡа ла билет бирмәйҙәр. Үҙең беләһең…

Мөбәрәк ағай йәнә телефонға йәбеште. Һуғышып тотолһа, милиция бүлегенә килтерерҙәр ине, унда юҡ. Дауаханаға ла һалмағандар. Ҡайҙа йөрөүе ихтимал? Берәй бәләгә тарымаһа ярай ҙа. Аяҡлы ҡаза! Таңғаса ҡайтып инмәһә, юғалыуы тураһында милицияға хәбәр итеүҙән башҡа юл ҡалмай. Өсөһөнөң дә күңелендә, бына-бына ишекте асып, ғәйепле төҫ менән килеп инер тигән өмөт һүнмәгәйне әле.

Милицияға барырға өлгөрмәнеләр, иртүк телефон шылтыраны. Трубканы Мөбәрәк ағай алды.

— Әллә Динисме?..

Мөбәрәк ағай, ҡатынына ымлап, көтөп торорға ҡушты. Әсәле-ҡыҙлы уның һөйләшеп бөткәнен сабыр ғына көттөләр.

— Наркотик менән тотолған, — тине Мөбәрәк ағай, трубканы асыу менән урынына һалғас. — Ябып ҡуйғандар.

— Ябып ҡуйғандар тисе… Ниңә? — Вәсилә апай иренә ҡарап ҡатты.

— Наркотик менән тотолған! — Мөбәрәк ағай ҡатынының Динис менән ни булғанын әле булһа аңлап етмәгәненә йәне көйҙө. — Өфөлә.

— Ул Өфөгә ни эшләп барып сыҡты икән? Берәйһенә эйәреп кенә китмәһә?..

— Уныһын үҙенән белешерһең.

Вәсилә апай диванға сүгәләне.

— Ата-әсәһенә ни тип яуап бирербеҙ инде? — Уның күҙҙәренә йәш эркелде. — Битәрләрҙәр инде. Күҙ-ҡолаҡ була алманығыҙ тип.

— Илашып ултырыуҙан фәтүә сыҡмаҫ. — Мөбәрәк ағай урынынан ҡуҙғалды. — Мин Өфөгә барып әйләнәм. Һис юғы ни булғанын асыҡлармын.

*  *  *

— Килдегеҙме, атай кеше, — тип ҡаршыланы Мөбәрәк ағайҙы тәфтишсе, уның ниндәй йомош менән йөрөүен белешкәс.

— Ғәфү итегеҙ, мин уның атаһы түгелмен.

— Нимә, үгәй улығыҙмы әллә?

Яңылыш юлға баҫыусы үҫмерҙәр, нигеҙҙә, тулы булмаған ғаиләнән сыға. Тәфтишсенең ниңә бындай һорау биреүен Мөбәрәк ағай аңламаны. Юҡ-барҙы һораша тип асыуы килһә лә, телен тешләне. Бындай урында ауыҙҙы самалабыраҡ асыу фарыз.

— Бажаның улы.

— Ата-әсәһе ҡайҙа?

— Америкаға ҡыҙҙары янына киткәйнеләр. Һаман ҡайтып етмәйҙәр.

— Аңлашыла… — Тәфтишсе ҡабаланмай ғына күҙлеген таҙартып яңынан кейҙе. Әйтерһең дә, әлеге мәлдә уның өсөн ошонан да мөһимерәк эш юҡ ине. — Ата-әсәһе сит илдә күңел аса, ә малайҙары аҙып-туҙып йөрөй. Беҙгә эш арттырып…

— Мөмкин булһа, аңлатып һөйләгеҙ әле. Ултыртып ҡуйырлыҡ ниндәй эш ҡылған һуң ул? — тип һорарға баҙнатсылыҡ итте Мөбәрәк ағай. — Ҡарап тороуға малай ғына бит әле.

— Әйтеп торам да баһа: кеҫәһенән наркотик тапҡандар. Ышанмаһағыҙ, бына протокол менән танышығыҙ. — Тәфтишсе ҡағыҙ һуҙҙы. — Бының өсөн закон менән яза ҡаралған: штраф йәки 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыу.

Мөбәрәк ағайҙың башы түбән эйелгәндән-эйелде. Кеше балаһы өсөн ҡыҙарып ултыр инде бына олоғайған көнөңдә.

— Әйтегеҙ әле, шунсама аҡсаны ҡайҙан алған һуң ул? Наркотиктар бик ҡиммәт тора бит.

— Өйҙән беҙҙең аҡсаны урлаған. — Йәшереп тороуҙың мәғәнәһен тапманы Мөбәрәк ағай, барыһын да һөйләп бирҙе.

— Аңлашыла.

Күңеле тартмаһа ла, Мөбәрәк ағай штраф түләргә ризалашты. Башта асыуынан әллә каталажкала тотоп тәүбәһен әйттерергәме икән был малай аҡтығының, тип ҡырсынғайны ла, аҙаҡ һүрелә төштө. Йә әллә нимә эшләтеп ҡуйырҙар. Бик аҫтында кемдәрҙе тотҡандарын ҡайҙан белеп бөтәһең. Милицияға ла өмөт юҡ, кеше туҡмауҙан да тартынмайҙар. Һуңынан ата-әсәһе алдында ла яуап тоторға тура килер. Унан Вәсилә лә өҙмәҫ тә ҡуймаҫ, ниңә үҙең менән алып ҡайтманың тип, теңкәһенә тейер. Кәзәнең — маллығы, бажаның — туғанлығы, тип өҫтәп ҡуйырға ла онотмаҫ.

Тәүлеккә яҡын ваҡыт үтһә лә, Динистең ҡурҡыуы үтмәгәйне, ирендәре ҡалтырай, күҙҙәрен сылт-сылт йома. Мөбәрәк ағайҙы күргәс, иланы ла ебәрҙе.

— Яңылыштым… ғәфү итегеҙ… — тине, һүҙҙәрен йота-йота. — Атайым менән әсәйемә әйтә күрмәгеҙ, белеп ҡалһалар, үлтерерҙәр…

«Үҙенең ни ҡылғанын һаман төшөнөп етмәгән икән әле», —  тип баш сайҡаны Мөбәрәк ағай. Үҙе өгөт бирергә лә өлгөрҙө:

— Шуны онотма, яҙмыш фалы — йәшлектә. Бәхетле киләсәгеңә йәки  батаһы һаҙлыҡҡа юл үҫмер саҡтан башлана. Шуға йүнле юлдан йөрөргә тырыш. Яңылышыуың һуңғыһы булһын!

2005

Фото: stylishbag.ru

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: