Өй һала башлағанда алған кредиттың елкәгә аяҡтарын һалындырып менеп ултырғанына ла байтаҡ була. Төшөргә уйламай ҙа, киреһенсә, тырнаҡтарын алҡымға нығыраҡ батырып, мине үҙенең йәбешкәк ауына сырмапмы-сырмай. Ике бала мәктәпкә йөрөй, уларҙы кейендереү, ашатыу, утҡа-газға, мәктәп ашханаһына түләү... Колхоз тарҡалғаны бирле минең кеүек эшһеҙ ҡалған тракторсы-комбайнсылар ауылда быуа быуырлыҡ. Ҡатындың эшләгән урынын – фельдшерлыҡ пунктын да ябып ҡуйҙылар. Был оптимизация - яптымизация үҙәккә үтте, тештәрен ыржайтып ауыл кешеһенә генә һөжүм иткән кеүек. Бер малға ҡарап ҡалдыҡ, тик унан да көн һайын килем алып булмай шул. Ауыл ирҙәре Себер яҡтарына йә ҙур ҡалаларға эш эҙләп китә башланы. “Тәүҙә Тәүкәй тәүәккәләп ҡараһын әле”,- тип икеләнеп көтә биргәндәр ҙә бар.
Тәүкәй тигәндәре - мин булам инде. Беҙҙең ауылда ҡушаматһыҙ әҙәм юҡ: ҡыҙыҡтары, йәмһеҙҙәре, хатта оятһыҙҙары ла була. Минеке ни, шул һаҡаулығымдан килеп сыҡҡан. Бала саҡта “Исемең кем әле?”- тип аптыраталар бит гел, “Тайфур” тип әйтә алмағанмындыр инде: “Тәүкәй”. “Атайың кем? – Фәүкәй!—Әәә,Фирғәт малайы Тайфуур…” Шунан бирле күптәр өсөн мин Тәүкәй. Асыуланмайым да, үпкәләмәйем дә. Ил ауыҙына иләк ҡаплап буламы? Ярар, ситкә китеп, кемдер уңа, кемдер туңа, тигәндәй, мин дә бәхетемде һанап ҡарарға тип, тәүәккәлләп сығып киткәйнем, бына бит, илла-алла менән аҙмы-күпме аҡса эшләп ҡайтып киләм. Йөрәкте йылытып ятҡан, эстәге түш кеҫәмдәге ҡалын ғына төргәкте әлдән-әле һыйпап ҡуям…
Әһә, ана такси килде, машинала тағы ике пассажир янына инеп ултырам. Күңелле генә юлдаштар икән, улар ҙа Себер яғынан вахтанан ҡайтып киләләр. Башлаған яртылары ла бар. Бахмурҙан икәнемде еҫенән белделәр микән, миңә лә ҡойоп бирҙеләр. Юл оҙон, бик тиҙ танышып, дуҫлашып алдыҡ. Нисек кешенекен эсеп, үҙең уларҙы һыйламайһың инде? Был егеттәрсә түгел. Таксиҙы туҡтатып, тиҙ генә юл буйындағы кафеға инеп, ике аҡбаштотоп сыҡтым. Йырлай-йырлай киләбеҙ. Мине бер ваҡыт мәлһеҙ йоҡо баҫа башланы түгелме?..
Көс-хәл менән күҙҙе асам… Ҡояш өтөп алып бара. Баш ярылып килә, ауыртмаған-һыҙламаған ер юҡ, үлтереп һыу эске килә... Әллә авария булдымы? Тирә-яҡты байҡайым, әҙәм заты юҡ… Юл да күренмәй, ниндәйҙер оҙон үлән араһында ятам. Битте һыйпап ҡарайым, танау төбөнә ҡан ойошоп ҡатҡан, бер күҙ ҙә асылып бөтмәй… Ҡалтыранған ҡулдар тиҙ генә түш кеҫәһенә үрелә - ул буш… Иииххх! Ҡайҙа ошонда бер ер тишеге?! Үлеп кенә ҡотолорға була был хурлыҡтан. Башымды ҡалҡытыуым булды, уҡшытып ебәрҙе, саҡ йөҙтүбән әйләнеп өлгөрҙөм.
Ни эшләргә? Нисек етте шулай торҙом да салбар ҡайышын сисеп алдым. Алыҫ булмаған ҡайын төбөнә килдем. Бөтә тән дерелдәй, йөрәк күкрәктән сығып килә, күҙҙе йәш томалай. Бик үләһе лә килмәй… Тик ниндәй йөҙ менән ауылға, ҡатын, балалар янына ҡайтаһың? Улар ҡыуанып, һағынып, өмөтләнеп мине көтөп торалар… Был хурлыҡты кисергәнсе, лутсы бөтөнләй ҡайтмаҫҡа! Иларҙар, һағынырҙар, шунан яйлап оноторҙар… Ҡайындың йыуан ғына ботағын табып, ҡайышты элдем.
-Ээйй, эй, туҡта! Был ни хәл?!
Терт итеп, артыма боролам: таҡыя кейгән, таяҡ таянған аҡ һаҡаллы ҡарт тора. Көтөлмәгән хәлдән ергә лыпын ултыра төштөм. Мин бабайҙы сырамыта бирәм, беҙҙең район үҙәгендәге мәсет муллаһы булырға тейеш. Балдыҙ менән бажаның никахын уҡытҡанда бер күргәйнем. Ҡарт яныма сүгәләп, ул-был еремде тотҡолап ҡараны, ҡулымдан тартып торорға ярҙам итте: “Аллаға шөкөр, тере икәнһең әлдә, балаларыңдың бәхетенән. Һынған ерең дә юҡ һымаҡ былай… Кем булаһың, ҡайһы ауыл?”
Ул, әруахтар рухына аят уҡып, зыяраттан ҡайтып килә икән. Мулланың ихласлығынанмы, үҙемде йәлләүҙәнме, күҙ йәштәре даръя булып ағып китте. Хәлемде, бер нәмәһен дә йәшермәй, һөйләп бирҙем.
Ҡарт оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы. Хәҙер миңә нотоҡ уҡый, аҡыл өйрәтә башлай инде тип көтәм. Тик ул:
-Улым, ысынлап та, былайтып өйөңә ҡайтып булмай инде. Бар ана йылғаға төшөп йыуын, өҫтөңдө тәртипкә килтер. Шунан мәсеткә инербеҙ. Минең үлемтеккә тип йыйған бер аҙ аҡсам бар. Шуны һиңә биреп торормон. Киленде, балаларҙы ҡыуандыр. Уларҙың был хәл тураһында белмәүе хәйерле булыр. Моғайын, тағы бараһыңдыр эшеңә. Аҡсаң булғас, алып килерһең әле бурысыңды. Хоҙай Тәғәләбеҙ үҙ мосолмандарына ярҙам итергә ҡушҡан… Был ваҡиға һиңә һабаҡ булһын! - тине, ниндәйҙер доға уҡыны.
Ууфф, нисек ҡыуанғанымды һөйләп аңлата алмам һеҙгә! Шул эске арҡаһында ниндәй матур донъя менән хушлаша яҙҙым… Юуууҡ, башҡа ул йәшел йыланды ауыҙға алһаммы! Ғәзиз балаларым менән ант итәм!
- Ҙур рәхмәт һиңә, хәҙрәт! Мең-мең рәхмәт, үлемдән ҡотҡарҙың! Бурысымды икенсе айҙа түләргә һүҙ бирәм…Һәм…вәғәҙә - иман, олатай, ташлайым эскене! Ант итеп әйтәм: башҡа араҡыны ауыҙыма ла алмайым!
Ҡарт биргән 20 мең аҡсаны тирле усыма йомоп, мәсеттән сыҡтым. Магазинға инеп, күстәнәстәр, бүләктәр алайым… Йөрәк дарҫлап тибә башланы, баш та ауырта лабаһа!..
Тере ҡалыу шатлығынан, ауылыма, бисәмә ҡайтыу, балаларымды күреү бәхетенән бер ярты алмайынса булмай шул, ағай-эне!..
Зилә ПСӘНЧИНА.