Рәшиҙә инәйҙең тиҫтерҙәре теш араһына ҡыҫтырырлыҡ икмәк валсығы ҡалмаһа ла, күңеленән урғылған йырҙы көйләп, моң илендә йәшәне. Үҙе лә туйыр өсөн түгел, йән аҫырарлыҡ икмәк йүнләү, иң ҡәҙерлеләре- апаһы һәм Лоҡман ҡустыһы өсөн йәнен фиҙа ҡылдырға әҙер булды. Ҡыйыуһыҙлығы, йыуашлығы баҫылып йәшәргә мәжбүр итте, әммә сар-сарлап һәр нәмәгә тамаҡ йыртып ҡысҡырған, талашырға әҙер ҡатындарға ҡарағанда ауылдаштары уны күпкә өҫтөн күрҙе, ихтирам итте. Нәҫелдәре затлы булды - Искәндәр олатаһы указлы мулла, уның атаһы Абдулла бер нисә тапҡыр хаж ҡылған. Замандың әсе еленә, урынһыҙ золом-йәбергә эләкмәһәләр, Искәндәр мулланың балалары әллә кем булырҙар ине лә бит. Рәхимһеҙ, зәһәр осорға тап килмәһә, Рәшиҙә үҙе лә мотлаҡ йә артист, йә уҡытыусы булыр ине. Береһе Каруанһарайҙың билдәле мәғариф йортон тамамлаған мөғәллим, икенсеһе 1932 йылдар башында беренсе нефть ятҡылығы тапҡан нефтсе ағалары һеңлеләрен белемһеҙ ҡалыуына юл ҡуймаҫ ине. Икеһе лә һуғышта ҡаһармандарса һәләк булды, ҡайта алманы…
Рәшиҙә инәй, күңелен биләгән борсолоу тойғоһона түҙмәй, ихатаға сыҡты. Яҙҙың йылы еле тау үрендәге ағастарҙы һаҡ ҡына бәүелтә, ер өҫтө сағыу йәшел төҫкә уралған. Ағинәйҙең ҡарашы Таштау итәгендә урынлашҡан мәңгелек йортҡа төштө. Унан гел ниндәйҙер үҙенә хас һалҡынлыҡ килә. Күпме кисереш, ауырыу-һыҙланыуҙар күмелгән бында. Ситтән генә яҡындары, белгән кешеләренең ятҡан урындарҙы сырамытты. Иң ситтә кәртәләре сереп ергә һеңгән, тупрағы ер менән тигеҙләнгән ҡәберлекте күргәс, ауыр һуғыш йылы кисерештәре хәтерҙән бүҫелеп тышҡа урғылырға мәлен көттө. …Ул бөтә ғүмерен ауылы менән бәйләне, заманында күптәр аҡса, байлыҡ эҙләп ситкә һирпелгәндә, ғорур имән һымаҡ, ҡымшанманы. Өс бөртөк балаһын кеше итеү теләге менән йәшәне, ауыр мәлдәрҙә кешегә күҙ йәшен күрһәтмәне, аһ-зарын һөйләмәне. Һуңғы йылдарҙа хәҙер үҙҙәре атай-әсәй булған бәләкәстәренең үҙ-ара татыу булмауҙары күңелен ҡыра. Тормоштары яҡшырған һайын кешенең күңелендә туғанлыҡ тойғоһо ҡыҫырыҡлана икән. Рәшиҙә инәй сабыйҙары үҫкән бәләкәй йортон иҫенә төшөрҙө. Ҡорама юрған йылытҡан балаларының күңеленә ана шул юрғандай ғына ла бер -береһенә йылылыҡ бирә алмауына үкенде. Ауыл ҡатындары һымаҡ йорттан-йортҡа йөрөүҙе ене һөймәне, ғәйбәт һөйләмәне, кеше сәйнәмәне. Бая ҡарап үткән ҡәберлектә Рафиға еңгәһе ята. Төшкән ерен хурлап, тәртипле нәҫелдең бәҫен ебәреп, ғүмер кисерҙе ул. Колхоз эшенә сыҡманы, бар белгәне кешегә йәбер тағыу, ләстит һатыу булды. Йәштән үк зәһәр уҫал, ут тигән яманаты сыҡты, һеңлеһе Нафиғаны ла димләп, ошо ауылда кейәүле итте. Ауылдаштары өсөн ысын мәғәнәһендә афәт булды улар. Бейек ҡойма артында ҡура эсенә ҡура төҙөп, ҡырын эштәрҙе аҙ ҡылманы улар.
Хәтер ҡылдары бер-береһенә ҡағылып, әле бер, әле икенсе хәтирәне иҫенә төшөрҙө. Рәшиҙә инәй, тәү күргәндәй, ҡояшҡа үрелеп елберләгән аҡһыл ҡылғандарға оҙаҡ ҡарап торҙо. Өҫтәрәк Бөркөтуйы тауы. Аслыҡ йылдарында бер ус бойҙай урланы тигән яла яғып шул Нафиға Вәспиямал еңгәне бинахаҡҡа рәнйетеп, башын төрмәгә оҙаттырғайны. Насарлыҡ ҡылған кешене Хоҙай Тәғәлә барыбер ҙә күрә, бахыр ғына Нафиға ағас ҡырҡырға барғанда, Күркәтау итәгендә ятып ҡалды, хатта алып ҡайтырға ла форсат булманы.
…Зарифа атлап барған еренән туҡтап ҡалды. Ҡарашын алыҫҡа, бер-береһенән бер нимәһе менән дә айырылмаған тау теҙмәләренә төбәп,артынан йыбырлаған ҡыҙҙарға:
- Ҡасан ғына барып етәбеҙ инде, сәпсимдәр йонсотто бит, ҡыҙҙар! Нисә көн тәпәйләйбеҙ, ыратҡан әмәл юҡ, булмаһа, туҡтап ял итәйек.
Ул арҡаһындағы моҡсайын ергә ҡуйғас, аяҡ аҫтындағы дымлы япраҡтарҙы бер урынға өйөштөргөләп, ултырыу өсөн уңайлы урын әҙерләне. Арыуҙары сиктән ашҡан ҡыҙ-ҡырҡын, уның тирәһенә сүгәләне.
- Зарифа! Тере йәнгә ашарға ла кәрәк бит әле, теге барғанда бик миктәнек. Әле Шанскийгә етмәгәнбеҙ, теге урыҫ ауылындағы һымаҡ, берәй әтнәкәһе килеп сығыр, бәлки. Баҡсаларын соҡошторһаҡ, бер аҙ кәртүф тапмаҫбыҙмы икән?- Ғәфүрә һөйләнә-һөйләнә Зарифаға яҡыныраҡ шылды.
- Өйҙән күпме генә алһың инде, ундағыһы ла грамлап ҡына иҫәптә, кәртүфе лә уңманы бит әле уның, хәйерсе!- тип һүҙ ҡыҫтырҙы Нафиға. Йә, ярай, нимә бар, шуның менән булһа ла тамаҡ ялғап алайыҡ, булмаһа.
- Еңгә гел генә тамаҡ һөйләй ҙә тора инде. Баҙҙағы кәртүф артып ятмай шул. Дәүләтбикә еңгә, теге кипкән ҡоротоңдо ғына бир, , һурып барайыҡ, йөрәккә ял булыр,- тип һүҙ ҡыҫтырҙы Әсҡәпьямал.
Әңгәмәне дауам итеүсе булманы. Дәүләтбикә тоҡсайынан кипкән ҡорот алып, теше менән һындырып таратты.
-Мә, бикәс, һиңә тосорағын бирәйем, Аллаһ бирһә,һуғыш бөтөп, егеттәр ҡайта башлаһа, кейәү сәйҙәренә йөрөп, кишмир шәлдәр ябынырбыҙ әле, ивет! Ул ун бише лә тулмаған Рәшиҙәнең оялышынан бит алмаларының уттай яныуын күреп, йәтеш кенә һүҙен икенсегә борҙо, уныһы әлбиттә, тағы ла йорт-ҡура, һуғыш тураһында өйөрөлдө.
- Һуғыш башланған йылдың яҙында йәшел үләнгә тейеү менән һыйырыбыҙға һөт төштө, ала танам да өсөнсөгә быҙауланы. Шул йәйҙә күп итеп ҡорот киптереп өлгөрҙөм. Бейем, өй башына мендереп эл, ҡышҡыһын һурпаға һал, ә һалҡын тейгәндә самауырыңдан һыу ағыҙып, бер-ике ҡалаҡ май һалып, борос төшөрһәң, бер тигән ризыҡ,- ти. Әбделәхәтем генә иҫән-һау ҡайтһын, Алла бойорһа, малы ла, ашы ла булыр. Анау төн төшөмә ингәйне, хаты килер тип өмөтләнһәм дә һаман да юҡ әле. Сталин ҡалаһы өсөн бик ҡаты алыш бара, тип яҙған. Ул Рәшиҙәгә төбәлеп, һүҙен ҡеүәтләгәнде көткәндәй, һаман һөйләнә бирҙе:
-Бирешмәйбеҙ, алғы сафта һуғышабыҙ, тигәнме әле!?
-Минең ағайымдар ҙа шул тирәлә,- тине Рәшиҙә, күңелһеҙ генә. Һуғышҡа тиклем дә күрешә алманыҡ. Әсәйем көн дә уҡынып, Хоҙай Тәғәләнән ғүмер һорап ҡына тора инде. Күҙ терәп торған таяныстарыбыҙ шулар бит.
- Әлдә Алмабикә еңгәм түҙем, бирештермәй бит әле үҙегеҙҙе. Һин дә шулай бул! Ниместе еңеп иҫән-һау, “тып” итеп ҡайтыр ҙа төшөрҙәр әле! Үҙеңде ҡалаға уҡырға ебәрерҙәр. Йомағужа юлын бушҡа тапап уҡыманың бит, үҙҙәре лә белемле, һине лә ҙур кеше итерҙәр.
- Рәхмәт, еңгә. Әбделәхәт ағайым ҡайтҡас, малайҙарыңды уҡытып, түрҙә генә килен рәхәттәрен күреп,ултырырырһығыҙ әле.
-Иншаллаһ, бикәс. Хаттар һирәгәйҙе шул ошо арала, күңелем урынында түгел. Ҡәһәр һуҡҡыры нимес, ҡайҙан янъял ҡуптарырға булған, нимә генә етмәйҙер инде, гонаһ шомлоғона...-Их, ҡыҙҙар, бәхетле йәшәгән мәлдәребеҙ булған да инде! Ҡәҙерен белегеҙ, тип һынаймы икән әллә беҙҙең түҙемлекте һуғыш!?
Кемеһе сүгәләгән, берәүҙәр шым ғына әсе ҡоротто һурған ҡатын-ҡыҙ уйға сумған. Яуҙа ҡан ҡойған балаларын, ағай- ҡустыларын, ирҙәрен йәлләп, уларҙың ил буйлап билдәһеҙ тарафта таралыуын, киләсәктә нимә көтөрөн аныҡ ҡына күҙ алдына ла килтерә алмаған бер төркөм арыған, йонсоған ҡатындар күҙҙәренә тулған йәштәрен өнһөҙ генә эскә йомдо. Тирә-йүн хистәрҙе ойотоп ебәрерҙәй һиллек менән тулды. Йырсы Гөлбостандың күңел түренән һыҙылып сыҡҡан моңо тирә-яҡҡа таралды:
Иртәләгенәй тороп юлға сығам,
Туҡмаҡ шишмәһенән һыу алам.
Киткән юлдарыңдан күҙ алмайым,
Ҡайтырһың, тип, бәғерем йыуанам…
- Эй, ошо үҙәктәрҙе өҙөүең киленкәй! Күңелеңдең ҡайһы ғына мөйөшөндә йәшенеп яталыр ул моң тигәнең! Онотолоп, рәхәтләнеп сәй табындарында тыңлау бәхете ҡасан тейер икән һиндәй һандуғасты!?
Дәүләтбикә еңел генә ҡалҡынып, кейеменә йәбешкән япраҡтарҙы ҡаҡты. -Йәгеҙ оҙонайып, һуҙылышып киттек ахырыһы, дальше топаем ҡыҙҙар,- тип урыҫсалап ҡеүәтләп ебәрҙе. Араларында иң өлкәне булмаһа ла, һәр саҡ ыҫпай һәм йәш сырайлы булыуы менән айырылып тора.Йәштән эшкә егелеп бармаған, балаларын тәрбиәләүҙе лә бейеме үҙ елкәһенә алғанғамы, бисәләр теленә бирешмәҫ, мах бирмәҫ сибәр еңгә ул. Урыҫ араһында “ситауат” булып эшләгәнгәме, урынлы ғына урыҫ һүҙҙәрен ҡыҫтырып ебәреүе лә хәбәрен нисектер йәпле генә матурлап ебәрә.
Зарифа ла , йүгәнде ысҡындырып тормайым әле тигән күсергә оҡшатып, хужаларса тауыш менән:
-Йә, балауыҙ һығырға ғына ҡалмағайны, торайыҡ, атлайыҡ. Яҡты күҙҙә Мәрүскә әхирәт йоҡларға ятмаҫ элек урыҫ ауылына барып етәйек. Ул ышаныслы аҙымдар менән өҙә баҫып алға атланы. Күркәтауҙы арҡыры-буй йөрөп өйрәнгән, шунлыҡтан уның менән ҡурҡыу тойғоһо ҡайҙалыр артҡа боҫа һымаҡ. Ярты юлда юлдашын ташлап ҡалдырмаҫ кеше икәнлеге йөҙөнә сыҡҡан. Ҡатындар,күндәм өйөр тайҙары һымаҡ, һүҙһеҙ уның артынан эйәрҙе.
Ҡояш офоҡ артына йәшеренергә күп ҡалманы. Һүрән генә нурҙар, тау һырттарын һыйпаны. Юлаусылар ҡыҙыу ғына атлағас, урман һауаһының һалҡынайыуын һиҙмәне.
Зарифа эстән генә уйҙары менән һөйләште, шулай иткәндә ваҡыт тиҙерәк үтә, нисектер, онотолоп алаһың. Ҡалғандарҙың да артыҡ ҡысҡырып һөйләшер теләге юҡ һымаҡ. Ара-тирә Ишбикәнең Әсҡәпъямалға ниҙер һөйләгәнен ел ҡолаҡҡа салындыра.
“Нисек кенә эшләп ҡайтырҙар инде, Хоҙай ҡулында. Был юлы әсәһенең дә эсе бошоп ҡалды. Биреште шул, үҙен тәрбиәләргә кеше булһасы, етмәһә, ҡыҙының өс балаһына, Әсҡәпъямал еңгәһенең ике бәләкәсенә лә күҙ-ҡолаҡ булыу кәрәк”.
Уйҙар йомғаҡ шикелле сиселә. Ул Миңлейәр менән бергә йәшәп ҡалған ҡыҫҡа ғына ғүмерен күҙ алдынан үткәрҙе. 1942-лә һуғышҡа китте лә юғалды. Тәү мәлдә үҙҙәренең учениела, унан һуң һуғышҡа инәсәктәре тураһында иҫкәртеп хат яҙғайны. Шунан бирле 5-6 ай хат-хәбәре юҡ. Иҫән генә ҡайтып, балаларын бергәләп аяҡҡа баҫтырырға яҙһын инде. Йорт төҙөргә тип йыйған бүрәнә-таҡталары ла өйөлөп ятып ҡалды. 30-ға ла етмәй күпме хәсрәт аша үтергә тура килде уға ла. Анауы ҡылый председатель Ғәрифйәне лә ҡаныҡты бит. Яҙғыһын барғас, көҙ ебәрмәһә лә була бит инде. Һуғышҡа тиклем ауыҙынан һүҙ тартып сығара алмаҫтай ир йораты, донъя үҙ ҡулына ҡалғас, ни ҡылырын белмәй. Ике һүҙенең береһендә “Сталинға ҡаршы сығаһығыҙмы, башығыҙҙы төрмәлә серетәм” тип аҙарына. Ауылда йорт һайын “ҡара хат” алған ғаиләләр арта. Әҙәм күңеле миңдәп, өркөп бөткән бындай ҡурҡыныс хәбәрҙән.
Көн кискелеккә ауыштыты. Киҫкен ел тындарҙы иркенәйтеп кенә ҡалмай, үҙҙәренсә шәп кенә атлап, тирләгән сибек кәүҙәле ҡатындарҙы дерелдәтеп өшөттөрә. Ниһайәт, алда емелдәшеп күренгән Андреевка утары уттары күренде.
Зарифа айнып киткәндәй булды:
- Ишбикә апай, һин теге таштарыңды алдыңмы?Хәҙер Мәрүскәгә төн тип тормай, мәрйәләр йыйылыр ҙа йоҡо маҙаһы бирмәй, таш һалдырып, фронттағы балалары, ирҙәренең хәлдәрен, ҡайҙа йөрөгәндәрен һораша башларҙар инде. Зарифа күңеленән ҡыуанып ҡуйҙы. Урыҫса яҡшы һупалауына бер шатлыҡ булһа, холҡондағы ғәҙеллеге лә ярап ҡала, бәғзе берәүҙәрһымаҡ, кенә ҡыуырға яратмай. Һорауына яуап булманы, тимәк, алған теге таштарҙы.
-Мәрйәләр буш итмәйҙәр, картуф, тоҙло ҡыяр-кәбеҫтә булһа ла тотоп киләләр.
Теге яҙ, юлдар өҙәрем саҡта ла ошо утарға килеп йығылдылар. Хәл алып, көҙҙән ҡаҙылған баҡсаларынан кипкән картуфсүпләп, шуларҙы онға ҡушып, тамаҡ алдарлыҡ ризыҡ әтмәләп ҡайтҡан инеләр.
Һәр кемдең күңеленә асҡыс ярата белеүсе Ишбикәнең бөгөн ни сәбәптәндер, күңелһеҙ күренеүе иғтибарға салынмай ҡалманы.
- Ишбикә апай, нимә булды, ауыҙыңа һыу уртлағандай киләһеңсе… Мәрйәләрҙең күңелен табып, таш һалырһың әле, ибет!
- Йөрәкте бер нимә тырнап тик торасы, күңел тыныс түгел, хәйерлегә булһын.
- Ҡуй инде, изгелеккә юрайыҡ,- тине танауын мыш-мыш тартып, елгә ҡаршы атлаған Бәҙерниса.
- Изгелеккә булһын, һуңғы ваҡытта минең дә төшөм болара, әллә нимәләр күрәмсе…
Утар эттәре уяу - аяҡ тауыштарын ишетеп, әллә ҡайҙан өрөп ҡаршы сыҡты. Ҡараңғылыҡ менән уҡмашып, тотош стена булып дөм-ҡара күккә тоташҡан ауыл йорттарының бер-икеһендә генә яҡтылыҡ һиҙелә.
- Мәрүскә, Мәрүскә, открывай, знакумка Зарифа, Ишбика пришла,- тип ауыл ситенән өсөнсө йорттоң тәҙрәһен ҡаҡтылар. Тәҙрәләге сигелгән ҡорма саҡ ҡына асылып, һуҡыр лампаны яҡыныраҡ килтереп,эстәге шәүлә урамдағыларҙы танырға тырышты. Соланда аяҡ тауыштары ишетелгәс, һалҡындан дерелдәй башлаған ҡатын-ҡыҙҙар тәҙрәнән ишеккә йүнәлде.
- Кто там? Мы никого не ждем! Хужабикәнең һорауы һауала аҫылынып ҡалды. Соланда нимәлер дөбөрҙәп ауҙы, әллә емерелде, Марусяның сарылдаған тауышы ишетелде. “Ой, боже мой! Кто там, кто там? Ишек келәһе асылды һәм иҙеүҙәре асыҡ ҡатын ахылдап тупһаға баҫҡансы уның артынан бер һын, һеләүһен етеҙлеге менән ҡараңғылыҡҡа йомолдо. Күҙ асып йомған арауыҡта булған хәл, әлбиттә, бөтәһен дә шаңғытты. Һуғыштан ҡасып, дезертир булып, урманда ҡасып ятҡан Федор ине был. Форсаты сыҡҡан һайын, ҡараңғы төндә Маруся янына аҙыҡ-түлек артынан ҡайтып йөрөүен бөгөнгәсә бер кемдең дә күргән-һиҙгәне булманы. Был юлы ла көмөшкә төшөрөп, уяулығын юғалтҡан ир, ишек дөмбөрҙәткәнгә ҡапыл һикереп тороп, урамға атылды. Ҡулындағы бысағы һелтәнгән ыңғайы, кемдеңдер тәнен киҫеп үткәнен ишетерҙәй хәлдә түгел ине дезертир ир. Бер ни аңламаған ҡатындар Ишбикәнең беләген тотоп солан ишегенә һөйәлеүен иң беренсе аңламаны. Һеләүһен тиҙлегендә ҡараңғылыҡҡа сумған әҙәмдең ауыҙынан килгән һаҫыҡ көмөшкә еҫе, ҡарындары ас ҡатындарҙы уҡшытты.
Йортҡа ингәс, шаңҡып ҡалған ҡатындар Ишбикәнең ҡан һарҡыған беләген күреп, аһ итте.
Ҡурҡыуы бер аҙ үткәс,үҙен ҡулға алырға өлгөргән Ишбикә, знакумына делянка ҡырҡырға китеп барыуҙары тураһында аңлатты. Теҙелешеп ингән ҡатындар мейес тирәләй урын алғас, йылыға иҙерәп киттеләр. Маруся әйтерһең, ҡунаҡ көткән: етеҙ генә ҡыбырлап, өҫтәлгә щи, мейестә тәгәрләгән картуф ултыртты.
Мейес башында йоҡлаған балалар уянып, ҡыҙыҡһынып төнгө ҡунаҡтарҙы күҙәтте. Марусяның әсәһе Матрена ҡарсыҡ юлаусыларҙың шешенгән сабаталарын киптерергә элде, ара- тирә башҡортса һупалап, хәл-әүәлдәрен һораны.Ишбикәнең арҡаһынан һөйөп алды.
-Камушки- то не обманули и вправду письма пришли тип улы Федорҙың иҫән-һау һуғышып йөрөүе тураһында шатланып һөйләне, арыған ҡатын-ҡыҙҙарға урын-түшәк йәйҙе. Маруся менән Зарифа үҙ-ара вата-емерә һөйләшеп, оҙаҡ аралашты. Телдәре һөйләне, ҡолаҡтары тыңланы - күңелдәренә йыйылған тойғолар, әрнеү-һыҙланыуҙарҙы аңлатыу өсөн кәртә юҡ ине был төндә…
Күкһел тауҙарҙың түбәһен һаран ғына нурға мансып, ҡояш ҡалҡты. Көҙгө һалҡынлыҡ арыу ғына һиҙелә, ҡырауҙан һуң ҡурпылаған дегәнәктең япраҡтарына баҫҡан һайын үҙенсәлекле тауыш сығара, һарғайған үлән япраҡтарында сигелгәндәй нағыштар күҙгә салына. “Быйыл ҡыш иртә булмаҡсы”,- тип уйланы ҡатын. “Тиҙ генә анау тирәләге баҡсаны ҡараштырғылап инәйек, яҙғыһын апаруҡ ҡына туң картуф йыйғайныҡ, тапһаҡ, ҡайтышлай кире инеп, алып ҡайтыр инек, тип уйланы. Уйҙарынан көлөмһөрәп ҡуйҙы:
-Бына һиңә кәрәкһә! Табылмаған, йыйылмаған, мин иҫәүән план ҡороп барған буламсы. Эй, өмөт тигәнең! Ҡәйнәһенең ”Тамаҡтың эше ямаҡ, уны алдап булмай шул”, тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө. Күп нәмәгә ҡәйнәһенән өйрәнде Зарифа: аҙ ғына ризыҡты бәрәкәтле итеп тотонорға, тау шикелле өйөлгән ҡайғы-хәсрәтте йырып сығырға, әсе ҡайғыларҙы күкрәк менән күтәрергә, сабыр, түҙем булырға, ирҙәргә тиң ҡыйыу, түҙемлеге өҙөлөргә еткәндә ҡылдай тартылып, ыңғырашмаҫҡа.
“Эй, Хоҙайым Аллаһу Тәғәләм ! Һине бөйөк итеп таныйым, үҙеңә генә һыйынам,”- тип доға ҡылды ла , ҡатындар артынан баҡсаларға табан атланы. Өйөлгән картуф һабаҡтарын таяҡ менән төрткөләп, ҡулдары менән таратып ташланылар. Ваҡ булһа ла бер күнәк картуф йыйылды.
Өшөһәләр ҙә үҙҙәрен ҙур алтын тапҡандай хис иткән ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡайтыуына Маруся боҫорап бешкән картуфты сүлмәге менән өҫтәлгә ҡуйҙы.
Ишбикәнең эше ҡаты-түр яҡта мәрйәләргә таш һала. Гөлбоҫтан үҙенсә һупалап, әхирәтенең һөйләгәндәен тегеләргә үҙенсә тәржемә итеп маташа: ”Вот дорога , живой он, живой!Скоро письмо получишь, - тип телгеләрҙең күңеленә өмөт өҫтәй. Хистәренә баш була алмаған ҡатындар Ишбикәнең бит алмаларынан үбеп ала.
Һанаулы сәғәт тиҙ үтә-тиҙ генә ҡапҡылап, ҡатындар тағы юлға йыйынды. Маруся йомартланып китеп, юлға бер биҙрә картуф бирҙе. Барыһының да кәйефе көр. Дауамлы-дауамлы үркәс тауҙарҙы үтеп, байтаҡ юл үттеләр. Тиҙерәк барып етеп, бурыстарын үтәү, ауылда өҙөлөп көтөп торған балалары янына тиҙерәк ҡайтып етеү теләге көҙгө әсе елгә ҡаршы барған ҡатындарҙың аҙымын шәбәйткәндәй тойолдо. Рәшиҙә тирә-йүнгә ҡарап, уйланып бара: ” Был тормош ҡайһылай ҙа китап һымаҡ, көн дә бер бите асыла. Ҡылт итеп әсәһенең апаһы йырларға яратҡан йыр һүҙҙәре иҫенә төшә:
Ултырам да йәшем һөртәм,
Йәшел ҡулъяулығыма,
Атлайым да шөкөр итәм-
Башымдың һаулығына.
Хәйерсенекен ел осорған, тигәндәй, ике баланың ауыҙынын өҙөп уҙған йыл көҙгөһөн күҙ терәп торған һарайынан һыйырҙарын аяғына быйма башы кейҙереп урланылар. Беҙ ҡапсыҡта ятмай, тиҙәр, бер аҙҙан ысынлап та бындай урлыҡ ҡылған кешенең, һуғышҡа алыуҙарынан ҡасып ятҡан Мөхәмәтғәли икәнлеге асыҡланды. Ярай әле әҙәмдең яманына ҡарағанда яҡшыһы күберәк, асҡа үлергә форсат бирмәй, ауыҙҙарынан өҙөп, ике малайға аҙыҡ бүлгән булалар.
Уйҙар, уйҙар… Ҡатындарҙың береһе лә һөйләшмәй, үҙ хәсрәтенә сумып, көҙгө урман юлынан йүрмәләй. Алда селтерәгән Сығырыш йылғаһына килеп еткәс, ҡатындар бер аҙ бит-ҡулдарын сайҙы ла Маруся знакум биргән ризыҡты йәйеп, түңәрәк хасил итеп сүгәйләне. Рәшиҙә, йыуаш ҡына йылмайып, түңәрәкләп ултырған ҡатындарға ҡарап йылмайҙы ла, иртәнге хәтирәләргә йомғаҡ яһағандай: ”Урман да, кешеләр ҙә үҙенә һыйындыра, бына бит, юлыбыҙ уңышлы ғына башланды, - тине. Ҡатындар үҙҙәренә эйәреп, һис бер зарланмай, еләк кеүек сағында урман ҡырҡырға китеп барған сандыр кәүҙәле ҡыҙға бәхет теләп төбәлде. “Һуғыш ҡына тамамланһын, ҙур ерҙәрҙә уҡып, йырсы булыр әле беҙҙең Рәшиҙәбеҙ. Уның күңел төбөндә беҙ ишетмәгән моң йәшеренгән, ваҡыты килеп етһен, Өфөләрҙән йырлап, беҙҙе ҡотлар әле һылыуыбыҙ”,- Ишбикә еңгә ҡыҙҙы оялтмаҫҡа тырышып, маҡтап алды. Зарифа юлсыларҙың әңгәмәһенә ҡушылмай ғына тыңлап:
-Тамам. Ҡуҙғалайыҡ инде, кискә тиклем барып етергә тырышайыҡ.
Ишбикә еңгә ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, ҡояш буйынса ваҡытты билдәләргә тырышты. Көн тиҙ кисләй, урмансылар йортона барып етергә тырышайыҡ инде, иртәгә бәлки эште башларбыҙҙа,- тип урынынан ҡуҙғалды.
Сөкөрҙәшә-сөкөрҙәшә алға атланылар. Юл тау үренә үрмәләгән һайын, көн һалҡыны нығыраҡ һиҙелә. Үркәс-үркәс тауҙар артта ҡалды. Тағы бер-ике саҡырым тәпәйләһәләр, юлсылар йортона барып етәсәктәр.
Ҡараңғы урман уларҙы ниндәйҙер шом менән ҡаршыланы. Башлап килеүселәр ҡосаҡ етмәҫ ағастарға ҡурҡып текәлде, икенсегә-өсөнсөгә килеүселәр алда ниндәй етди эш торғанын самалап, заданиены күпме ваҡыт эсендә йырып сығыу мөмкинлеген иҫәпләне. Ҡатындар ҡунып ял итәһе урынға төн ауышҡас килеп етте. Уларҙы Хәмәтйән бабай ҡаршы алды. Ҡунаҡсыл хужа өшөгән, арыған ҡатындарҙы эскә әйҙүкләне.
- Үтегеҙ, үтегеҙ! Рәйсә ҡыҙым кискелеген атып алған һуйырҙан аш бешерҙе, арыш икмәгебеҙ бар. Әйҙәгеҙ, балалар, урынлашып, тамаҡ ялғап алығыҙ. Иртәгә эшкә!
Рәйсәнең атаһы оҫта итеп чурки әҙерләй. Урман яғы кешеһе ул. Ваҡ утынсыҡтар әҙерләп, киптереп оҙата. Хәҙер ошонда килеп урынлашыуына ла байтаҡ, урманда үҙ кеше булып бөттө. Үҫмер ҡыҙының ябай ғына ризыҡтан да тәмле аш-һыу яраштырыуын бөтәһе лә белә, үҙенең сослоғо менә дә килгән-киткәндәр араһында ихтирам ҡаҙанған.
“Байраҡ” колхозының иң шәптәре алмашҡа килде, ҡыҙым. Былай булғас, норманы арттырып үтәйәсәкбеҙ әле! Бөтә ауырлыҡты үҙ иңенә һалған ошо йәндәргә Хоҙай иҫәнлек бирһен инде. Кәрәк икән урманын киҫә, һал ағыҙа, үҙҙәре егелеп ер эшкәртә, иген үҫтерә… Ул көрһөнә-көрһөнә ҡатындарҙың сабата бауҙарын тикшерҙе, кәрәк ерендә йүнәтеп, алмаштырып та ҡуйҙы. Хәмәтйән бабай тәҙрәнән төшкән ай нурҙарында иҙерәп, әммә ҙур һаҡлыҡ менән йоҡоға талған ҡатындарға иғтирам менән күҙ һирпте.
Иртәнге тынлыҡты тышта ләүкелдәп өргән эт тауышы боҙҙо. Хәкимйән бабай урамға сығып, күкте баҫҡан ауыр болоттарҙы күрҙе лә, кәйефе боҙолоп, үҙ алдына һөйләнде: Эй, әттәгенәһе, көнө боҙолорға уйлай индә әллә!? Әйтәм ярман һуғышынан ҡалған бынау яралар үҙәккә үткәреп һыҙлай, ҡайҙа ла шул һуғыш касафаты инде. Йорттағыларҙың тороп йөрөгәндәре, кейенешкәндәре ишетелде. Рәйсә ҡаҙан аҫтына ут тоҡандырҙы, урман һауаһына төтөн еҫе менән аралашты.
-Шунан, йоҡлап булдымы,Бөрйән айыуҙары төшкә инеп маҙаһыҙламанымы?
-Бер ни белмәй йоҡланыҡ, рәхмәт,- тине Ишбикә. Шулай ҙа әллә сит ерҙә булғанға сәйер генә төш күрҙемсе, Нафиға еңгә хас та аяғына галуш эләктергән дә, Сәхибә апайым бирҙе тип томан эсенә инеп юғалған һымаҡ булды.
- Төштө, нимәгә юраһаң, шул була, хәйерлегә юрайыҡ,- тине Зарифа. Йәһәтләп сәй эсеп алайыҡ та, балта-бысҡыларҙы ҡараштырғылайыҡ. Үтмәҫ балта менән ботаҡ киҫеү хәлде ала, ул ҡулда уйнап торорға тейеш.
Һөйләнә-һөйләнә тиҙ генә сәй эстеләр ҙә кейенешеп тышҡа сыҡтылар. Һалҡын һауа, һағындым һеҙҙе, тигәндәй, үҙ ҡосағына алды. Ҡатын-ҡыҙ Хәмитйән ҡарт артынан атланы.
- Анау урҙа аҫтында тотошлай киҫелгән ағастар рәтендә инде беҙҙең биләмә. Аллаға тапшырып, башлайыҡ, балалар! Ишбикә, Зарифа һеҙҙең ҡул артығыҙ еңел була торған, башлағыҙ әйҙә! Ағас ауа башлаһа, ҡурҡып ҡайҙа теләйһегеҙ , шул яҡҡа йүгерә күрмәгеҙ, бер үк абай булығыҙ! Урман эше аяуһыҙ, көстө генә түгел, хәлде лә ала. Үткән аҙна ғына бер ҡатынды ағас баҫып һәләк итте.
Башланды. Нисәмә көндәр буйы тәпәйләп, алыҫ саҡырымдар үткән һайын ауылы, унда ҡалған балалары, фронтта һуғышҡан ирҙәре, уландары өсөн борсолоп алыҫ юл үткән ҡатындар бер килке бөтәһен онотоп, эшкә тотондо. Урманда ҡул бысҡыһы, , балта тауышы яңғыраны. Берәүҙәр ҡолас етмәҫ ҡарағайҙарҙы бысып, ергә ауҙарҙы,икенселәре, уларҙы ботап, уртаға бысып, оҙатырға әҙерләне. Урманда сайыр еҫе аңҡыны, гөрһөлдәп меңйәшәр ағастар ауҙы, балта тауыштары яңғыраны.
Төшкә тиклем эш ырамлы барҙы. Арыу-талыу һиҙелмәй, күңел тыныс һымаҡ. Ишбикә шаян һүҙҙәр менән мәрәкәләп алған була. Ул тегендә-бында нимәгә тотонорға белмәй сиңерткәләй һикерәңләп йүгергән Нафиғаны ла күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырыша. Ҡапыл йән өҙгөс тауыш бөтәһен дә эшенән туҡтатып, хәүефле тауыш килгән яҡҡа ҡарарға мәжбүр итте.
- Әйттем Нафиғаға, йүгермә, ҡайҙа бараһың тип, һиҙмәй ҙә ҡалдым ҡайҙа табан йүгергәнен,- тип һамаҡланы һалҡын ҡар менән тирләгән битен һөртөп Дәүләтбикә еңгә.
Ҡатындар ауған ағас яғына йүгерҙе. Сәсе-башы туҙған, йөҙтүбән ятҡан Нафиғаны күргәс, бөтәһе лә һүҙһеҙ ҡалды.
Ағас аҫтында ҡалған ҡатындың тере түгел икәнлегенә бер кемдең ышанғыһы килмәһә лә, һәр кем өмөтләнеп, Ишбикәгә төбәлде.
-Тын алмай, йөрәк шаршауы шартлағандыр,- тине ул өҙгөләнеп, ауыҙ- танауынан ҡан һарҡыған Нафиғаның күгелйем төҫкә инә барған йөҙөнә текәлеп. - Хәмитйән бабай ҡайҙа юғалдыһуң!?
- Урман ялан яғынан килгән ҡатындарға тағы бер тапҡыр абай, һаҡ булырға кәрәклеге тураһында фажиғә аша иҫкәртте.
Төшкөлөккә тамаҡ ялғау өсөн һыуға киткән Хәмитйән бабай килеп етте:
- Ниңә генә ҡарап торманығыҙ? Һуң Ишбикә һин бит инә бөркөттәй бер кемде лә күҙ уңынан ысҡындырмай торғайның бит?! Һуғыш осоро, ғәзиз баштарыбыҙға әллә ниндәй ғәйептәр тағырҙар инде, уй аллам!
Әсе яҙмыш өйөрмәһендә ҡалып, Бөрйәнгә урман киҫергә килгән ҡатындар өсөн иң аяныслыһы ауылдаштарын юғалтыу булғандыр. Аслығына, һалҡынына, кәмһетеүҙәренә лә түҙергә өйрәнгән уларҙың йөрәге- тик ауылдаштары күҙенә нисек күренерҙәр, нимә тип яуап тоторҙар?!
… Хикәйәтемдәге һүрәтләүҙәр иң йәш, моңло тауышлы, оялсан Рәшиҙә инәйҙең хәтирәләрен тыңлағас төштө аҡ ҡағыҙға. Ваҡыт уны байтаҡ таушалаған, әммә тәбиғи матурлыҡы, мөләйемлеге йөҙөнә илаһилыҡ ҡына өҫтәй. Ул әңгәмәһен туҡтатып, күкрәге менән тәрән итеп тын алды. Ҡарашы Имәнлетауға төбәлде. Бер аҙ тынысланғас, әңгәмәне дауам итте:
- Башҡорт ҡатындары, башҡорт тоҡомло ат һымаҡ балам. Күтәргән һайын, күберәк өйәләр уларға. Һуғыш осоронда, унан һуң да бөтә ауырлыҡты үҙ елкәбеҙҙә күтәрҙек. Сабырлыҡ әсә һөтө аша һеңгән холҡобоҙға. Һеҙ ҙә түҙем булығыҙ, яһиллыҡты аҡыл менән еңергә өйрәнегеҙ. Кеше өлөшөнә инмә, рәнйеш алма! Хоҙай ғүмер биргәс, һеҙҙең арала ана бит, байтаҡ йәшәп ташланды. Күңелемдәге тағы бер теләгемде әйтәйем, балам, хисһеҙ, йөрәкһеҙ булмағыҙ! Рухлы булырға тырышығыҙ, ундайҙар яҡты нур һипкән ҡояшҡа оҡшаш.
Мин күңелемдә рухи мираҫ булып яралған хикәйәтемдең һуңғы геройы- Рәшиҙә инәй эргәһенән ҡосағына ҡояш һыйҙырған балалай хисләнеп сыҡтым. Бөгөн һуғыш ветерандарына тиңләштерелгән ябай ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының үлемһеҙ батырлығы алдында нисек баш эймәйһең!?
Рәзилә Ҡотлогилдина.
Фото: t.me