Көтмәгәндә, уйламағанда бысрағын түгеп сығып китте. Шул ғүмер нисек түҙеп йөрөгән тиген. Уның ҡарауы, ана нисек әҙерләнеп килгән. Шарап еҫе лә аңҡып тора үҙенән. Ҡыйыулыҡ өсөн эскәндер инде. Эсмәһә, бәлки улай уҡ ҡыланмаҫ та ине. Хәйер...
Шәүрә яйлап ҡына атлап, тәҙрә янына килде. Ана, Зөлфирә бер ни булмағандай, һелкетә баҫып, боролошҡа етеп тә бара. Шәп атлаған. Оҙаҡламай күҙҙән юғаласаҡ. Эйе, үҙе юғалыр, әйткән һүҙҙәре иһә оҙаҡ йөрәкте әрнетеп торасаҡ әле. Ҡыҙыҡ, нимә тураһында уйлап бара икән әлеге мәлдә? Әйтер һүҙемде әйттем барыбер, тип тантана итәме, әллә әҙерәк булһа ла үкенәме икән? Юҡтыр, кеше күңелен уйлай торған әҙәмгә оҡшамаған әхирәте. Алыштырып ҡуйғандармы ни, улай түгел ине бит ул.
Ә урамда шул тиклем матур. Салт аяҙ. Күңелле итеп ҡоштар сырҡылдашҡаны ишетелә. Һалҡыныраҡ булһа ла, яҙ еҫе танауға бәрелә. Оҙаҡламай бар тәбиғәт уяныр, бөтә ер йәшеллеккә күмелер. Донъя иҫ китмәле матур, ҡәҙерен белеп кенә йәшә лә бит... Юҡ инде, әҙәм балаһына барыбер нимәлер етмәй. Шәүрә йөрәге ҡыҫып, диванға барып ултырҙы. Кәйеф ҡырыу өсөн күп тә кәрәкмәй. Ярай әле өйҙә бер үҙе. Ире ҡайтып ингәнсе тынысланырға кәрәк. Көнө шундай матур башланғайны ла бит. Йоҡоһонан торғас та хәләле сәскәләр гөлләмәһе бүләк итеп ҡыуандырҙы. Балаларынан, дуҫтарынан ҡотлауҙар ҡабул итте. Байрам көндә барыбер килеүселәр булмай ҡалмай, тип үҙе лә матур итеп бешеренде. Улы менән килене, балаларын эйәртеп, килеп ҡайтты ла инде. Артабан ҡоҙағыйҙарына юл тоттолар. Эш урынынан да килделәр. Аҙаҡ күрше Әҡлимә инәй менән сөкөрҙәшеп сәй эсеп алдылар. Һәйбәт кеше инде ул. Изгелеген күп күрҙе Шәүрә. Балалары бәләкәй саҡта ярҙамы һанап бөткөһөҙ булды. Йорт-тирәһенә лә һәр ваҡыт күҙ-ҡолаҡ булып торҙо, рәхмәт яуғыры. Юҡҡа ғына, яҡшы күрше тура килеү – ярты бәхет, тип әйтмәйҙәрҙер. Ни тиһәң дә, ғүмерең шулар менән үтә бит.
“Эх, Зөлфирә... Һине шулай ҡара эслеһеңдер, тип башыма ла килгәне булманы. Әллә үҙем шулай иғтибарһыҙ булдым, әллә һин ысын йөҙөңдө шулай оҫта йәшерә белдең... Алай ҙа класташтар бергә йыйылғанда, ҡунаҡтарҙа һәр ваҡыт төртмәкләп ала торған ғәҙәтең була торғайны, мин быға иғтибар ҙа итмәнем. “Ниңә ҡаты ғына әйтеп, шуның ауыҙын япмайһың?” – тип әйткеләштерҙеләр ҙә бит, юғиһә. Ә мин: “Уның холҡо шулай, уның ҡарауы эскерһеҙ, эсендәге тышында ул беҙҙең Зөлфирәнең”, – тип йылмая ла ҡуя торғайным. Яңылышҡанмын. Бына бөгөн дә өйөңдән үк шундай ҡара уйҙар менән сыҡҡан булһаң да, бер ни белгертмәй, май ҡояшындай балҡып килеп ингәйнең бит. Аҙаҡ оҫта ғына итеп ағыуыңды сәсә башланың”.
...Мәктәпте тамамлағандан һуң синыфташтарға артыҡ аралашырға тура килмәне. Зөлфирә ҡалаға сығып китте, Шәүрә медицина институтынан һуң тыуған яғына ҡайтып эш башланы. Әхирәте менән ауылға ҡайтҡанда ғына осрашып һөйләшәләр ине. Ул ваҡытта Зөлфирә артыҡ бер нәмә лә һиҙҙермәһә лә, Шәүрәнең яҙған хаттарына бер ваҡытта ла яуап бирмәүе нимәлер тураһында һөйләгән бит. Ваҡыты юҡтыр, тип аҡланы ул саҡта ла класташын. Бала саҡта бөтә сере уртаҡ кеүек ине. Етмәһә, ун йыл буйы бер парта артында ултырҙылар. Әлбиттә, иң яҡын әхирәте итеп ҡабул итте Шәүрә уны.
Ауылға һирәк ҡайтты Зөлфирә. Аҙаҡ Шәүрәләр район үҙәгенә күсеп китте. Ҡайтҡан хәлдә лә, уны күреп ҡалыу мөмкинлеге булманы. Шунан бөтөнләй аралар өҙөлдө.
Әле балалыҡ дуҫы үҙе килеп ингәс, Шәүрәнең ҡыуанысының сиге булманы. Ҡаланан ҡайтҡаны күренеп тора, матур итеп кейенгән, биҙәнгән. Төҫкә-башҡа матур ҡатын ул Зөлфирә. Иллене үткән тип уйламаҫһың да. Шәүрә һоҡланыулы ҡарашын йәшерә алманы.
– Бер ҙә бирешмәгәнһең дә ул. Шул һылыулығың.
– Ә шулай ҙа Мансур һине һайланы, – тип тегеһе семетеп тә алды.
Хужабикә, ғәҙәттәгесә уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмаҫҡа тырышты.
– Әйҙә, тәмле генә итеп сәй эсеп алайыҡ әле, – тип ҡунағын түргә саҡырҙы. Өҫтәл янында Шәүрә әллә күпме ҡыҙыҡлы хәлде иҫенә төшөрөп һөйләне.
– Һин хәҙер баш ҡаланың үҙендә йәшәйһең. Ҡасандыр уны барып күреү барыбыҙҙың да хыялы ғына ине. Хәҙер һиңә бер серемде асам әле. Был турала өйҙәгеләрҙән башҡа бер кем дә белмәй, – тип Шәүрә серле генә йылмайып, Зөлфирәгә яҡыныраҡ күсеп ултырҙы. –Кешегә һөйләргә оялдым. Көлөрҙәр тип уйланым.
Быға тиклем битараф ҡына ултырған Зөлфирә лә йәнләнеп киткәндәй булды. “Йә, шул тиклем ниндәй мөһим хәбәр икән?” – тигәндәй, ҡарашын уға йүнәлтте.
– Иҫләйһеңдер әле, икенсе класты тамамлағас, өләсәйем мине үҙе менән Стәрлегә, Маһира әбейемдәргә ҡунаҡҡа алып китте. Ул ваҡытта беҙҙең кластан ғына түгел, бөтә ауылдан ҡалаға барған кеше булмағандыр. Шуғалыр, ул үҙенә күрә ҙур ғына бер ваҡиғаға әйләнде. Уҡыу йылы тамамланыуға ун көнләп ваҡыт ҡалһа ла, мине бер һүҙһеҙ ебәрҙеләр. Руссаға өйрәнеп ҡайтырһың, тигән булды уҡытыусыбыҙ Мәрйәм апай. Туңдырманы ла шунда тәүгә ашап ҡараным. Тәмлелегенә иҫем киткәйне. Аҙаҡтан ашағы килеп тик тора бит әй. Бер көндө туңдырма алам, тип шым ғына сыҡтым да киттем. Оҙаҡ йөрөнөм, тик кисәге туңдырма һатылған урынды таба алмайым да ҡуям бит. Бер тирәлә әйләнеп йөрөп-йөрөп әллә ҡайҙа килеп сыҡтым бер заман. Ни ҡайтыр юлды онттом. Ҡыҫҡаһы, аҙаштым. Өйҙәрҙең барыһы ла бер иш, ҡайһыһы әбейемдәрҙеке икәнен белә алмайым. Шуға күрә әллә күпме фатир ишегенә шаҡып йөрөргә тура килде. Ә унан ят апай-ағайҙар ишекте аса. Белгән-белмәгән тел менән урыҫсалап: “Маһира әбейем бында йәшәмәйме ни?” – тип һорайым. Тегеләр баштарын ғына сайҡай. Хәҙерге һымаҡ кеҫә телефоны булһа икән ул. Шунан бер апай осраны. Беҙҙеңсә һөйләшә. Эштең ниҙә икәнлеген аңлатып биргәс, шунда торған эскәмйәгә ултырып торорға ҡушты ла, үҙе ҡайҙалыр юғалды. Оҙаҡламай милиция машинаһы килеп туҡтаны. Теге апай мине ултыртты ла ебәрҙе. Шулай милиция бүлмәһенән килеп алдылар үҙемде. Ну, өләсәйемдән эләккәйне...
Әхирәтенең уны бөтөнләй тыңламай, бер нөктәгә төбәлеп, уйға батып ултырыуы хужабикәне артабан һөйләүенән туҡтарға мәжбүр итте. Нимәлер булған быға, тигән уй үтте башынан. Уның ниҙер әйтергә теләгәндәй, һөҙөп ҡарап ултырып, кәрәкмәгән бер нәмәне әйтеп ҡуйыуы ла аптыратты, күп һорауына яуап бирмәйенсә, үткәреп ебәреүе лә аңлашылманы. Йылмайыуына тиклем икенсе тип иғтибар итте Шәүрә аҙағыраҡ. Күҙҙәре тынысһыҙ, зәһәр уттар сәселеп киткәндәй. Ҡурҡыныс бер нәмә булырын һиҙенгәндәй, хужабикәнең йөрәге һулҡылдап ҡуйҙы.
Түрьяҡҡа сығып ултырғас, Зөлфирәнең йөҙө тағы ла нығыраҡ ҡарайҙы. Оҙаҡ итеп бүләк гөлләмәләргә ҡарап ултырҙы ла:
– Барыбер һиңә был донъяла бөтә нәмә еңел бирелде, – тип һүҙ башланы. – Аҡ халат кейеп кенә, ғүмер буйы йылыла ултырҙың...
– Эй-й, үҙе ошо сферала эшләмәгән кеше генә шулай тип уйлай ул. Ауырыуҙарың ғүмере өсөн яуап бирәһең бит.
– Бүлдермә. – Зөлфирәнең тауышы бигерәк ҡәтғи яңғыраны. – Уның ҡарауы – ниндәй хөрмәт. Аллаға табынғандай табыналар ине бит үҙеңә. Бына әле лә, хаҡлы ялда булыуыңа ҡарамаҫтан, өй тулы гөлләмәләр. Ҡайҙан килгән улар? Миңә ундай ихтирам юҡ бит. Ни өсөн? Мин һинән кәм эшләне, тиһеңме? Ю-у-у-ҡ, мин дә тырыштым. Көнө-төнө эшләнем, әммә әллә ни мандый алманым. Һинең уңыштарыңды күреп, гел эсем бошто. – Шулай асыҡтан-асыҡ әйтте Зөлфирә. – Шул тиклем тигеҙһеҙлеккә иҫем китә. Нимәң менән артыҡ һуң һин минән, ә? – Үҙен үҙе ҡыҙҙырып, Зөлфирә ярһығандан-ярһыны. Ажарланып тороп китеп, Шәүрәнең ҡаршыһына уҡ барып баҫты. – Ауылдың беренсе егетенә кейәүгә сыҡтың, балаларың уҡыны, кеше булды.
Зөлфирәне туҡтатырлыҡ әмәл юҡ ине. Шәүрәнең өҫтөнә бер биҙрә һыуыҡ һыу һиптеләрме ни. Ни әйтергә белмәй, албырғап ҡалды. Ҡуйсәле, әхирәт, юҡты һөйләмә, тип уны тынысландырырға тырышты. Шуны ғына көткәндәй, тегеһе оторо ярһыны.
– Шым, ниндәй әхирәт булайым ти мин һиңә. Мәктәптә уҡығанда уҡ үҙеңде күрә алманым. Тик был турала әйтергә форсат ҡына тапманым. Яйы сыҡманы. Нисек итеп әйтергә белмәнем. Хәҙер бына ваҡыты етте. Аңлайһыңмы, мәле етте. Һинең барыһы ла булды, бер нәмәгә интекмәнең. Мәктәпкә төшкәс, яҡшы уҡының. Миңә ни эшләптер бөтә нәмә ауыр бирелде. Бер заман өҫтөмдән шефлыҡ итергә ҡушып ҡуйҙылар үҙеңде. Өйгә эште эшләй алмаһам, һеҙгә барам. Дәрескә әҙерләнмәйенсә барырға ярамай. Шунан һинең бушағаныңды көтөп ултырам. Ғәрләнмәне тиһеңме ни? Әсәйемдәр гел үҙеңде өлгө итеп ҡуйырҙар ине. Нисә ҡарама, китаптарыңа ҡаҙалып ултырһаң да, һин һәйбәтерәк күрендең. Ә мине эштән бушатманылар. Барыбер аламамын, йүнһеҙмен.
– Ә минең ғәйебем ниҙә һуң? – тип саҡ әйтә алды Шәүрә.
– Ғәйебеңме? Бар ғәйебең. Һин нисектер барыһына ла һәйбәт булып күрендең. Шул сығырымдан сығара торғайны. Минең этләшкән ваҡыттарымды ла белмәнең түгел, белдең. Хәтереңдәме, сығарылыш йылы ине. Һеҙгә килһәм, һин имтиханға әҙерләнеп ултыраһың, шунда үҙең күрмәгәндә китаптарыңды алып йәшерҙем. Аҙаҡ, ваҡыты үткәс, килтереп бирҙем. Яңылыш алып ҡайтып киткәнмен, тинем. Юрый эшләгәнемде белдең бит, ниңә шул ваҡытта пыр туҙҙырып әрләшмәнең. Мин дә шунда бер ыңғай әйтер һүҙҙәремде әйтеп ҡалған булыр инем. Уның ҡарауы был тиклем йыйылмаҫ ине бына бында, – тип йөрәге тапҡырына йоҙроғон килтерҙе. – Ә һин рәхмәт әйттең дә китаптарыңды алып ҡуйҙың. Мин йәнә бер нәмә лә әйтә алмайынса ҡайтып киттем. Шунда аҙ ғына ла шикләнмәнеңме ни?
– Холоҡ-фиғелем шундай булғас, нимә эшләйем һуң? Берәй ваҡыт минең кем менәндер талашып йөрөгәнемде күргәнең булдымы? Кәрәк ваҡытта ла ирешә белмәйем.
– Ярай, шулай булһын да, ти. Ә Мансур... Уны яратыуым тураһында белдең бит. Ләкин Мансур һине һайланы. Шундай шәп кеше булғас, әхирәтең хаҡына мөхәббәтен кире ҡаға алманыңмы ни?
– Һуң, һеҙҙең арала бер ни ҙә юҡ ине бит. Белеүемсә, Мансур бер тапҡыр оҙатып та бармаған үҙеңде. Бары тик һин генә оҡшатып йөрөнөң. Аҙаҡ ауылдан сығып киттең. Үҙең менән дә был турала һөйләшкәйнек тә инде. Бер нәмә лә килеп сыҡманы, тигәйнең. Икегеҙ дуҫлашҡанды күрә тороп, арағыҙға инер инемме ни? Юҡ, әлбиттә.
– Ҡыланып ултырма инде, Һин кире ҡаҡһаң, ул барыбер миңә килер ине. – Бер аҙҙан Зөлфирә ҡапыл һөйләүенән туҡтап, нимәлер уйлап торҙо ла ҡысҡырып көлә башланы. – Эйе, минең ғүмерем үкенестә үтте. Ике тапҡыр иргә барып айырылдым. Береһе менән дә уңманым. Тәүгеһе ата ялҡау булды, үҙем ҡыуып сығарҙым. Икенсеһе, балаларҙың атаһы, үҙе сығып китте. Минең холоҡҡа сыҙай алманы. Бер мәл тыуған көнөндә был эшенән ике иптәшен эйәртеп алып ҡайтты. Йәнәһе, теләһә ҡайҙа ултырғансы, байрамын өйҙә генә үткәрә. Бер уйлаһаң, бер аламалығы юҡ бының, киреһенсә, һәйбәт. Берәү булһа, ҡыуаныр ине, ә минең, алдан әйтеп, ризалығымды алмауы асыуымды ҡабартты. Үҙе өҫтәлгә ултыртырға тип магазиндан ризыҡтар ҙа алып ҡайтҡан. Бер яртылары бар. Өҫтәл артына ултырҙылар. Ирҙе ҡотлайҙар, күккә күтәреп маҡтайҙар. Ысынлап та һәйбәт кеше ине. Ә минең эстә нимәлер ҡайнай, һыйыша алмайым. Былау бешергәйнем. Кәстрүле менән тотоп сыҡтым яндарына. Шул ваҡыт: “Әйҙә әле, кәләш, әҙ генә булһа ла беҙҙең менән ултырып ал”, – тип ир билемдән эләктереп алды бит. Былай ҙа ярһып йөрөгән кеше, үҙем дә һиҙмәҫтән, кәстрүлде башына тот та ҡапла. Ярай, былау әҙерәк һыуынып өлгөргәйне. Иптәштәре тора һалып сығып тайҙы. Ә ир... Бер һүҙ өндәшмәй әйберҙәрен йыйҙы ла сығып китте. Башҡаса ҡайтып йөрөмәне. Бына шулай. Быларҙы һиңә ниңә һөйләйем әле, үҙем дә аңламайым. Ә-ә-ә, беләһеңме, – Зөлфирә башына шәп бер уй килгәндәй, ҡәнәғәт йылмайҙы ла һүҙен дауам итте. – Мансурҙың да һин тип бик иҫе китеп барманы, шикелле. Шулай булмаһа, миңә өйләнмәгәненә үкенеп ултырмаҫ ине...
– Ә? Нимә тинең? – Артабан был юҡ-барҙы тыңларға хәле лә, теләге лә юҡ ине Шәүрәнең. Шуға бөтә көсөн йыйып, әкрен генә тороп баҫты ла ҡунағына юлды ишеккә табан күрһәтте. – Бар, сығып кит. Эскәнһең, әллә нимәләр һөйләп тораһың бында.
– Юҡ инде, әйтер һүҙем бөтмәне әле. Тыңла. Һин бит ғүмерең буйы карьера артынан ҡыуҙың. Ирҙе бит уны ҡарарға кәрәк. Иғтибар етмәне Мансурға. Бер мәл, кискеһен әсәйемдәргә килеп инде. Минең ялға ҡайтҡан ваҡыт. Ә һин төнгө сменала. Ана шунда илап, һиңә өйләнгәненә ныҡ үкенеп ултырҙы. Шул ваҡытта бер ҡарарға килергә кәрәк булған да бит... Юҡ шул, булдыра алманым. Ә бер йылды хәтереңдәме, Мансур Өфөгә дауаханаға килгәйне...
– Эй, бисәкәй, асыҡтырҙы, берәй нәмәң юҡмы шунда, – тип оҙаҡламай Мансур ҡайтып инде. Ҡатынының борсоулы йөҙөн күреп, аптырап ҡалды.
– Байрам көндө ниндәй уйға батып ултыраһың ул?
– Былай ғына, йәш ваҡыттар иҫкә төшөп китте.
– Зөлфирәне күреп ҡалғайным. Алыҫтан ғына. Беҙгә килдеме әллә?
– Эйе, беҙҙә булды.
– Нисек унда әхирәтең? Ҡала тормошо килешкән шикелле үҙенә.
– Ҡала ере барыһына ла килешә инде ул. Мин дә бына былай бирешмәгән булыр инем. – Шәүрә тиҙерәк үҙен ҡулға алып, ирен аш бүлмәһенә саҡырҙы.
Ҡатынының үҙе менән ҡоро ғына һөйләшкәнен Мансур аңлап етә алманы. Шул ике арала нимә булды икән?
– Зөлфирә юҡ-бар һөйләп, башымды ҡатырып китте әле, – тип Шәүрә иренә асылмай булдыра алманы.
– Бәй, тағы ла нимә булған? – тип ҡатынының яурынан ҡосаҡлап алырға уйлағайны, тегеһе янтайыбыраҡ ҡуйҙы.
“Әһә, һөйләшеү етди булырға оҡашай,” – тип уйлап ҡуйҙы Мансур.
– Иғтибар менән тыңлайым, әсәһе.
– Байтаҡ йылдар элек булған хәл был. Һин сирләп китеп, Өфөлә республика дауаханаһында ятып сыҡҡайның бит.
– Эйе, шунан?
– Шунда баҙарҙа Зөлфирәне күрҙем, ит һатып тора, тигәйнең. Киске автобусҡа һуңлағас, ул үҙҙәренә алып ҡайтҡан, шулай бит? Шунда нимәләр булды, һөйлә әле.
Иренә тулыһынса ышанһа ла, Шәүрәгә Зөлфирәнең һөйләгәндәре тынғы бирмәне.
– Һин нимәгәлер шикләнең, ахырыһы? – тип Мансур аптырап ҡатынына ҡараны. – Кит, ғүмере булмағанды, нимә ҡыланаһың ул? Уның ире, балалары өйҙә ине. Күмәкләп, бергә ултырып ашаныҡ та, мин йоҡларға яттым. Иртәгәһен ире автовокзалға илтеп ҡуйҙы хатта. Ә-ә-ә, киске аш ашағанда бер бәйләнешһеҙ әллә нимәләр һөйләп маташҡайны шул. Йәнәһе лә, минең бисәм, йәғни һин, ғүмер буйы бер урында эшләп, шундай абруй ҡаҙанып, район үҙәгенән сығып китә алмағанбыҙ. Шәүрә урынында булһаммы, әллә ҡасан баш ҡалаға килеп, үҙемде лә, балаларымды ла фатирлы итеп бөткән булыр инем. Бигерәк бер ҡатлы шул минең әхирәт, алдан күрә белеү тигән нәмә юҡ үҙендә. Бер урында тапаныуҙан ары китә алманы, тигән һымағыраҡ һүҙҙәр һөйләп ҡуйғайны шул. Ире тыймаһа, тағы әллә нимәләр ләпелдәргә уйы бар ине. Мин инде, ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул, тип өндәшмәйерәк ултырҙым. Шул.
– Зөлфирәнең ауылға бер ҡайтҡанында, Ғәйшә инәйҙәргә барып, ғәфү үтенеп тә ултырғанһың әле һин. Уға өйләнмәгәнеңә бик ныҡ үкенгәнһең икән...
– Үәт, йүнһеҙ ҡатын, олоғайғас, аҡылынан шаша башланымы икән? Әллә нимә булһа ла уға өйләнәсәгем юҡ ине. Һин дә инде шуны тыңлап ултырғанһың. Мин Зөлфирәне бер ваҡытта ла яратманым. Һинең дә уның менән дуҫ булып йөрөүеңә аптырай инем. Уртаҡ бер нәмәгеҙ юҡ та инде. Етмәһә, алдаҡсы ла икән. Юҡты һөйләп, кеше араһын бутап йөрөмәһә. Төрлө хәл булды, ләкин мин бер ҡасан да һине яманлап, исемеңде һатып йөрөмәнем. Киреһенсә, барыһы өсөн дә рәхмәтлемен генә.
Шәүрә тынысланып, башын иренең яурынына һалды. Әлбиттә, ғүмер буйы йәшәгән иренә ышанмай буламы һуң? Ундай-бындай хәл була ҡалһа, күптән ауылда хәбәр таралған булыр ине. Бындай һөйләшеүҙе башлағанына үҙенә оят булып китте хатта. Ғәйепле кешеләй, ҡатын иренә иркәләп бер ҡараны ла һауыт-һаба йыйыштырыуға тотоноп китте.
Бер аҙ эш менән булып алайым әле, тип Мансурҙың кейенеп урамға сығып китеүе булды, тып итеп Зөлфирә күҙ алдына килеп тә баҫты. Әшәке һүҙҙәре ҡолағы төбөндә яңғыраны:
– Бер заман Мансурың ныҡ ҡына эсеп алды ла инде. Шунда эй ҡыуанғайным. Был ҡатын өсөн дә хөрриәт бөттө, былай булғас, тигәйнем. Эскән ир менән йәшәүе рәхәт түгел ул. Үҙемдең атайымдан беләм. Хәтерләйһеңдер әле, туҙынған сағында һеҙгә килеп тә ҡуна инем. Һин быларҙың береһен дә күрмәнең. Асыуымды килтереп, булмаҫтай әллә нимәләр һөйләп, йыуатып маташа торғайның ишеү. Был турала нимә беләһең дә, нимә аңлайһың? Ҡыҫҡаһы, шул ваҡытта, тынысланғайным бер аҙ. Тик шатлығым оҙаҡҡа барманы. Әле бына әсәйем янына ҡайттым да, һөйләшеп ултырабыҙ. Сират һеҙгә килеп етте. Һине эскән ир менән интегеп йәшәйҙер инде, тип уйлайым бит инде. Ә әсәйем: “Уй, Мансурҙың эсмәгәненә хәҙер нисәмә йыл икән. Оҙаҡ тәртиһеҙләнеп йөрөмәне бит ул. Бер мәл булып алды ла, шунда уҡ аҡылына ҡайтты. Йүнһеҙ, төшөп ҡалған кеше түгел дә инде ул. Олоғайған көндәрендә пар күгәрсендәр кеүек гөрләшеп йәшәйҙәр. Район үҙәгенә барғанда кергеләп йөрөйөм. Күреп ҡалһалар, үҙҙәре лә алып ҡайта. Донъялары матур. Йорт тирәһендә һәләк бергәләшә Мансур. Утынын да, һыуын да үҙе индерә. Аҡыллы ҡатын бит ул беҙҙең Шәүрә. Кеше итеп алды барыбер үҙен,” – тимәһенме. Күрәһеңме нисек? Беҙҙең Шәүрә, тиҙәр үҙеңде. Минең йән көйҙө лә китте. Көймәҫлекме ни? Бер ҡыҙғанда барыһын да әйтәм, тип килдем. Бына шулай, әхирәт. Хәҙер бөтәһен дә беләһең. Инде китһәм дә була. Башҡаса борсоп йөрөмәм. Йән тыныслығы теләйем үҙеңә.
“Их, Зөлфирә. Йән тыныслығы үҙеңә кәрәк икәнен аңламайһың шул. Ауырыйһың бит һин. Бик ҡаты сир эләктергәнһең. Үҙеңдең донъяң, балаларың бар, тағы ла нимә етмәй? Шөкөр итергә кәрәк. Бөтә бәхетһеҙлегеңдә кешене генә ғәйепләп, әллә ҡайҙа китеп булмай ул. Сәбәбен әҙерәк үҙеңдән дә эҙләргә кәрәк. Балаларыңдың атаһы ла алама кеше булмаған бит. Ғүмер буйы көнләшеп, үс тотоп, бөтә уйлаған уйың аламалыҡта булһа, нимәгә генә өлгәшә алырһың икән?”
Нисек кенә булмаһын, ғүмер буйы дуҫым тип йөрөгәнгәлер инде, был һөйләшеүҙән һуң Шәүрәгә ҡыйын ине. Йөрәге түрендә ниндәйҙер бер бушлыҡ хасил булғандай итте. Һуңынан, бәлки, үтер ҙә. Атаһы мәрхүм иҫән булһа: “Ундай кешенән алыҫыраҡ тороуың хәйерле”, – тиер ине. Бәлки, шулайҙыр ҙа...
Бер көндө уларға хәле бөтөп Әҡлимә инәй килеп инде. Күршеләренең көңгөр-ҡаңғыр сәй эсеп ултырғанын күргәс, йөҙө балҡып, йылмайып ебәрҙе.
– Уф-ф, Аллаға шөкөр, барыһы ла яҡшы икән. Ҡотто алдылар ҙаһа.
– Нимә тип?
– Күршегеҙҙә дауыл ҡупҡаны һиҙелмәйме? Барып хәлдәрен белеп сыҡ, духтырығыҙға ашығыс ярҙам кәрәкмәйме икән? – тип шылтыратасы анау Ғәйшәнең ҡыҙы. Кем әле шул? Ай әттәгенәһе, хәтере. Исемен оноттом.
– Зөлфирәме?
– Шул, шул.
Мансур менән Шәүрә бер-береһенә мәғәнәле генә ҡарап, йылмайышып алды. Ярай әле, былар ныҡлы һынау үткән парҙар. Юғиһә, кеше һүҙе кеше үлтерә, тиҙәр, Алла һаҡлаһын. Көнсөллөк бигерәк алама сир икән шул.
Фото: ru.pinterest.com