Ишекте килеп асҡандарынса телдәр ҡыҙыҡай хәбәрен теҙҙе:
- Беҙҙә лифт гел боҙола. Ә минең буйым етмәй анауға баҫырға. Мин русса ла һанай беләм. Һин беҙгә килдеңме? Һин кем? Һнн дә бәпәй алырға йөрөйһөңмө?
- Ет - меш ...
Ҡыҙыҡай был юлы өлгөрмәне, ишек асылып китте һәм унда мөләйем йөҙлө ауырлы ҡатын күренде.
- Уй, сабырһыҙ! Асам бит инде. Атайың ҡайҙа?
- Атайым артта ҡалды! Әсәй, был апай ҙа бәпес ала! Ҡыҙыҡай инеп юҡ булды .Ишек асҡан ҡатын бәпес алырға йөрөгән апайҙы күрмәне, уның йүгереп төшкән аяҡ тауыштарын ғына ишетте.
Подъезд ишеген шар асып, тышҡа атылып сыҡты Вәзимә. Устарын янып барған битенә баҫты һәм ... уны күрҙе. Телдәр ҡыҙыҡайҙың артта ҡалып ҡайтып килгән атаһы Вәзимәнән әҙ генә ситтәрәк туҡтап, сигаретының төпсөгөн шунда торған урнаға ташланы. Кеҫәһенән ҡулъяулыҡ алып, ауыҙын һөрттө. Вәзимәгә әйләнеп тә ҡараманы ул. Ағасмы, йәшенә быуылып торған йәш ҡатынмы - ҡала кешеләре шулайыраҡ булалыр, күрәһең. Подезд ишеген ҡаты ябып инеп китте.
Вәзимәнең күңелендә ошоға тиклем һүнер - һүнмәҫ кенә баҙлаған сибек кенә өмөт сатҡыһын ишек еле бөтөнләй һүндереп үтте - 76 - сы фатир тупһаһы аша ул бер ҡасан да атлап үтмәйәсәк.
Уның күңелен һалҡын бушлыҡ биләп алды. Нимәлер эшләргә, ҡайҙалыр атларға хәле лә ҡалманы - ныҡ арығайны, талсыҡҡайны Вәзимә.
Иртәнге һигеҙҙә Өфөгә килеп төшкәйне ул. Район дауаханаһының бала табыу бүлеге мөдире Рауза Хәмзә ҡыҙы ҡушҡан йомоштарҙы төшкә тиклем тамамланы Вәзимә. Барырғамы, юҡмы, күреп һөйләшергәме, әллә ҡайтырға ла китергәме? Аяҡтары ла, күңеле лә тартмаһа ла, Рауза Хәмзә ҡыҙының кәңәше, әсәһенең үтенесе буйынса, буласаҡ балаһының атаһһы йәшәгән фатир янына килеп баҫҡайны.
Алты сәғәтлек төнгө юлда ул, төрлөһөн уйлап, осрашыуҙы күҙ алдына килтерергә тырышып, бөтөнләй йоҡлай алманы. Нимәләр әйтергә, нисек һүҙ башларға? Хәбәрләшмәнеләр ҙә ниңәлер.
Кискә ҡарай ҡайтыр юлға сыҡты. Тағы төнгө оҙон юл...Башҡа юлаусыларҙың, таксист егеттең һорауҙарына Вәзимә йә баш сайҡаны, йә бөтөнләй яуапһыҙ ҡалды. Әленән - әле үкһеп алған, күҙҙәрен һөртөп, ауыр итеп көрһөнөп ҡуйған ҡыҙға уның эргәһендә ултырған урта йәштәрҙәге пассажир ҡатын өндәшмәй ҡалманы. Руссалап һүҙ ҡушты. :
- Постарайся успокоиться. Подумай о своём ребёнке. Всё, что ни делается, обернётся к лучшему. Поверь мне. По себе знаю. Жизнь не кончается одним днём. На, попей.
Ул Вәзимәгә термосынан ҡайнар сәй ҡойоп бирҙе, эҫе генә ҡоймаҡ тотторҙо. Таксист егет, артына әйләнеп, алма һондо. Башҡалар ҙа һәр береһе Вәзимәгәнең алдына нимә булһа ла һалды, һыйларға тырышты.
Сәй эсеп, тамаҡ ялғап алғас, Вәзимәгә еңел булып китте. Ысынлап та, ниңә шул тиклем бөтөрөнөргә? Аяҡ аҫтында ер убылмаған да баһа. Атаһы ла, берәй ҡыйын хәлгә тарыһалар:
- Үтә ул, онотола ул. Тормош бер көндән тормай, - ти бит.
Ҡалған юлды ул изге күңелле ҡатынға һыйынып, йоҡлап үткәрҙе.
Өйгә бер ни булмағандай ҡайтып инде.
- Бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ, әсәй. Атайымдың хәлен беләйем дә ял итёйек, иртәгә - эшкә.
Йоҡлап китә алманы шулай ҙа. Өфө үҙендә ҡалған саҡтарҙы яңынан иҫенә төшөрҙө.
Вәзимә Өфөлә медицина университетында уҡыны. Үҙе теләп, яратып, тырышып уҡып, ҡыҙыл диплом менән тамамланы. Педиатр - неонатолог һөнәрен алып сыҡты. Яңы ғына донъяға килгән сабыйҙарҙың иң тәүге табибы булыу бик оҡшай уға, ғорурлыҡ кисерә хатта.
Диплом яҡлап, дәүләт имтихандары тапшырып йөрөгән саҡта ул ныҡ һурылып, тартылып китте. Йыш ҡына башы әйләнер булды, йүнләп ашай алманы - күңеле болғана ине. Уның ябығып, йонсоп китеүенә бүлмәләш ҡыҙҙар көлдө генә.
- Ул тиклем үлә яҙып уҡымаһаң булмаймы? Ҡыҙыл диплом алам, тип, ҡарайып ҡаттың.
Береһе лә Вәзимәне ниндәйҙер ярамаған ҡылыҡҡа барырлыҡ еңел -елпе холоҡло ҡыҙ тип уйламаны. Тик Вәзимәләре, маҡтаған ҡыҙ туйҙа эш боҙған," тигәндәй, эш боҙорға" өлгөргәйне.
Үҙендәге сәйер үҙгәрештәрҙең сәбәбен үҙе белһә лә, (дипломлы белгес, ни тиһәң дә) был турала уйларға Вәзимәнең ваҡыты юҡ ине әлегә - һуңғы курстың һуңғы көндәре.
Уҡшыһа ла, ауыҙын тотоп, йүгереп сыҡмай... Тик бер көндө кендегенән аҫтараҡ, эсендә, ҡайҙалыр төптәрәк ниндәйҙер һаҡ ҡына хәрәкәт тойомлағайны. Китеп барған еренән туҡтап, көтөңкөрәп тә торҙо - тағы ҡабатланмаҫмы?.
Сығарылыш банкетында төрлө емештәрҙән һығылып торған өҫтәлдә ул быға тиклем бар тип тә белмәгән гранат емешенең һутлы, ҡыҙыл бөртөктәрен сүпләне лә сүпләне - үҙе лә аптырап ҡуйҙы хатта. Усына тултыра ла ауыҙына оҙата. Ошо кистә үҙенең ауырлы булыуына ныҡлап төшөндө. Сәғәҙәт бейеүгә саҡырғайны. Ҡыҙыл диплом алыуы менән ҡотланы, уңыштар теләгән булды. "Атаҡлы табип Вәзимә Ғәлимовна менән бергә уҡыным, тип ғорурланып һөйләрмен әле," - тигән булды. Вальста әйләнгәндә ҡыҙҙы үҙенә тарта бирергә, һыйындырырға теләне. Тап шул саҡта әлеге йомшаҡ ҡына төртөү ҡабатланды. Ул, әйтерһең, был кешене ситкә этәрә...
Диплом алып ҡайтып төшкәс, әсәһе Вәзимәнең хәлен шунда уҡ аңланы.
- Эй, балаҡайым... Нишләп кенә был хәлгә тарының? Кем ул? Әйт, балам, . Барып һөйләшәйем. Туйлап оҙатырбыҙ- ,- тип аҙарынды. Атайың аҫып ҡуйыр инде икебеҙҙе лә. Саҡ йөрөйөм, - тимәҫ.. Йәшереп булмай бит быны. Ни тиһен Вәзимә, өндәшмәне. Илашып алдылар ҙа...
Ауырлыларҙы эшкә алып бармайҙар, шикелле, тип ҡурҡһа ла, Вәзимәһе эшкә урынлашҡас, тынысланды әсәһе. Дүрт йәшендә әсәйһеҙ ҡалған Вәзимәне үҙ балаһынан артыҡ күреп үҫтерҙе, хәҙер ауырыу ирен һис һуҡранмай тәрбиәләй.
Вәзимә һүрән генә яҡтылыҡ төшкән бүлмә эсенә күҙ һалды.. Атаһы уколдан һуң йоҡлай. Әсәһе үҙендәлер. Ул да йоҡлайҙыр.
Ә Вәзимә уйҙарынан арына алманы.
Вәзимәләрҙең төркөмөнә һуңғы йылда килеп ҡушылды Сәғәҙәт. Уҡыуын ҡалдырып, ҡайҙалыр ситтә эшләп йөрөгән. Берәү менән дә яҡындан аралашманы, ә лекцияларҙа һөр саҡ Вәзимә янына ултыра ине. Уның конспекттарын йыш ҡына һорап ала, сөнки ҡайһы саҡ дәрестәрҙә бөтөнләй булмай, йә һуңлай, йә иртәрәк сығып китә. Вәзимә Сәғәҙәткә ярҙам итә алыуына шат ине. Ул Сәғәҙәтте яҡын күрҙе, егет ҡулы ҡағылып китһә лә бите уттай яна, йөрәге дарлап тибә. Сәғәҙәт уның уйынан сыҡмай. Яҙ байрамы, минең тыуған көнөм дә тип саҡырғанында Сәғәҙәттең фатирында йоҡларға ҡалды. Март аҙағында тағы ҡалды Сәғәҙәт янында. "Яратам һине, бергә булайыҡ," - кеүек һүҙҙәр уға кәрәкмәй ҙә ине, буғай. Уны, һис шикһеҙ, ошондай күптән әҙерләп ҡуйылған мөхәббәтле, тыныс, матур тормош көтәлер... Ана, атаһы менән әсәһе нисәмә йыл шулай матур йәшәйҙәр.
Тик өсөнсө тапҡыр, саҡырылмай барғанында, ишек төбөнән боролоп сыҡты...
Вәзимә бошонҡо булһа, сабыйы ла шымып ҡала. Кәйефе һәйбәт булһа, ул шаяра, тибәләнә. "Иии, бәпесем, аҡыллым минең Йоҡлайыҡ, йәме?" Күңеле бушанып ҡалғандай булды, еңеллек тойоп, йоҡлап китте.
-Йә? Нисек? Күрҙеңме? Һөйләштегеҙме?
- Күрҙем. Һөйләшмәнек. Рауза апай, уның балаһы бар, уның ҡатыны ла ауырлы. Ул ғаиләле ир булған. Ә мине..
- Ярай, булыры булған, китаптың был битен ябабыҙ.
Матур итеп эшләп китте Вәзимә.
Рауза Хәмзә ҡыҙы, һинең серҙәреңде белдек, инде минекен тыңла, тигәндәй, буш ваҡыттары булғандаа, мкәүҙән - икәү ҡалған саҡтарҙа үҙе, тормошо, ғаиләһе тураһында һөйләй.
Ире ике йыл элек йөрәк сиренән вафат булған. Берҙән - бер улы, Варис, Ямалда эшләй икән. Инде биш йыл.
...- Беҙ яратышып өйләнештек. Етәкләшеп кенә йөрөнөк ҡайҙа барһаҡ та. Бер - беребеҙҙе бер һүҙҙән аңлап торҙоҡ. Киноларға йөрөнөк. Бер фильмда егете ҡыҙын велосипедының алдына ултыртып алды. Ҡыҙ көлә, уның сәстәре егеттең битенә һибелә. Ебәк күлдәгенең итәге елдә елберләй... Минең дә шул ҡыҙ кеүек һөйгәнемә һыйынып, велосипедта елдергем килә. Эй, иҫәр ҡыҙ бала, эй, йәшлек... Сәғитемә һөйләнем ошо сәйер хыялымды. Беҙ ҙә йөрөнөк шунан велосипедта. Машаинабыҙ булһа ла.
Ҡурсаҡ кеүек ҡупшы, ыҡсым кәүҙәле Рауза апаһын велосипедта егетенә һыйынып китеп барыуын күҙ алдына килтереү ҡыйын түгел - ул әле лә йәш ҡыҙҙар һымаҡ.
...- Һуңғы тапҡыр велосипедҡа ултырып ҡырға барғанда ауырлы инем инде.Ҡәйнәм:
- Бындай саҡта вләсәпидкә ултырамы кеше, - тиһә лә, һүҙемде һүҙ иттем. Былай йөрөүҙәр инде онотолор, тинем. Саф һауала танһыҡ ҡанғанса ял иттек, сәскәләр йыйҙым. Кискә ҡарай ҡайтырға сыҡтыҡ. Велосипед рамына бәйләнгән ҡалын түшәккә уңайлап ултырып, Сәғитемә һыйындым да күҙҙәремде йомдом. Шул тиклем кис матур, шул тиклем мин бәхетле!
Ни булғанын аңлап өлгөрмәнек тә - мин руль аша әллә ҡайҙа осоп барып төштөм. Бер ерем дә ауыртманы, тик эсем өҙөлгәндәй булды.
- Әйттем, йөрөмәгеҙ, тинем!
Ҡәйнәм һуҡрана - һуҡрана эсемде, билемде тотҡолап ҡараны.
- Бәпәйең тәкмәс атҡан бит, килен, әйләнеп ятҡан. Башы өҫтә, аяҡтары мына - аҫта.
...- Бала булғанса дауаханала ятырға тура килде. Сәғитемдең дә һынған һул ҡулбашы оҙаҡ төҙәлмәне. Улыбыҙҙы операция менән алдылар. Тик башҡаса бала таба алманым. Шуныһы ҡыҙыҡ бит әле - бала саҡтан велосипед яратты. Һаман да йөрөй. Әллә нисәүҙе туҙҙырҙы.
...- Варисыбыҙ өйләнгәйне ул. Тик никахта булманылар ниңәлер. Үҙҙәре белә, тинек. Күп бит хәҙер ундайҙар. Ә балалары тыуғас, киленебеҙ үҙгәрҙе. "Бала һинеке түгел. Үҙ атаһы беҙҙе килеп аласаҡ," - тип йөрөгән икән улыбыҙға. Улар беҙҙән киткәс, Варис та ҡырға эшкә сығып китте.
...- Атаһын ерләшергә ҡайтты. Ике айҙан кире китте эшенә.
- Әсәй, һин шәпһең бит, һин көслө кеше, һин бирешмәҫһең, - ти. Яңы йылға ҡайтам, ике аҙна яныңда булырмын, тип шылтыратты. Бына көтәм
Тәжрибәле табип Рауза Хәмзә ҡыҙы йәш һөнәрҙәшенә күп иғтибар бүлде, өйрәтте. Серҙәре лә уртаҡ булды.
Ҡыш башында Ғәлим ағайҙың хәле насаря башланы. Аяҡтан яҙҙы, оҙаҡлап ултыра ла алмай, күбеһенсә ята. Ауырлыҡ менән һөйләшә. Декрет ялына сыҡҡан Вәзимәне әсәһе ҡурсалап ҡына торҙо.
- Теймә, күтәрмә. Уколдарын һалып торһаң, шул етә. Һуңғы арала атаһы Вәзимәгә төбәлеп, оҙағыраҡ ҡарай башланы. Бер төндә ул бигерәк тынысһыланды. Янынан китә алманылар. Вәзимә уның янына ултырып, ҡулын тотто, йөрәк тибешен һананы, әленән әле маңлайн һөрттө. Ғәлим ағай ҡыҙына йәлләп ҡарап ятты - ятты ла һис көтмәгәндә ап - асыҡ итеп һораны:
- Кейәү ҡайҙа, ҡ-ҡы- ҙым? Иренең баш осонда торған Йәмилә, ауыҙын баҫып, ултырғысҡа сүкте.
- Ул Себерҙә эшләй, атай. Өс көндән ҡайтып етергә тейеш.
Атаһының йөҙө яҡтырҙы, күҙ төптәрендә йәш күренде.
- Улай бул- ғас күреп өл - гөрәм. Көтөр -мөн.
Тигеҙ тын алып, йоҡлап китте атаһы..
Аш бүлмәһенә сыҡҡас, әсәһе ни тиергә белмәне.
- Эй, балаҡайым, нишләйбеҙ инде? Ҡайҙан алдың ул Себерҙәге кейәүҙе?
- Белмәйем, әсәкәйем Ҡайҙан иҫемә төштө?.. Рауза апай өс көндән Варисым ҡайта, тип һөйләп торғайны бөгөн. Шул иҫемә килеп төштө лә...Әйттем дә ҡуйҙым шул.
Иртә менән Вәзимә Рауза апаһына китте. Төндәге хәлде ояла - ояла һөйләп бирҙе.
- - Апай, Варис улығыҙ ҡайтһа, әйтеп ҡарағыҙ уға, зинһар. Минең менән бергә атайым янына бармаҫ микән. Атайымдың ғүмер сәғәттәре иҫәпле генә ҡалып бара. Тыныс күңел менән китер ине. Ғәфү итегеҙ инде мине.
Шул саҡ уларҙың янына бит - ҡулдарын һөртө - һөртә мыҡты кәүҙәле буйсан егет килеп баҫты.
- Һаумыһығыҙ, Вәзимә һылыу. Мин барыһын да ишеттем, аңланым. Мин бөгөн төндә ҡайтып төштөм. Әсәй, һин дә йыйын, бергәләп барайыҡ ағай янына.
Варистың өр - яңы машинаһында тиҙ үк барып еттеләр. Рауза апай улына өйрәтеп ҡуйҙы:
- Улым, һаумыһығыҙ, тип әйтеп ҡуйма. Хәл өҫтөндәге кеше менән "Хәлегеҙ нисек," - тип иҫәнләшәләр.
Ни уйларға ла белиәй, йөрәген усына алып ултырған Йәмилә апай өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй ҡыуанды.
- Ҙур рәхмәт һеҙгә. Алла риза булһын.
Ауырыу янына үттеләр.
Ғәлим ағай үҙе башлап өндәште.
- Һинме кейәү?
- Эйе, кейәүегеҙ мин булам. Исемем Варис. Вәзимә хәбәр иткәс, алдараҡ ҡайттым. Беҙҙең өсөн ҡайғырмағыҙ. Үҙегеҙҙең хәлегеҙ нисек?
-Хәлем ни... Йәнем тыныс хәҙер. Малай булһа, Мирас, тиерһегеҙ. Ул Варис менән Вәзимәнең ҡулдарын ҡушарлап тотто ла күҙҙәрен йомдо.
Ғәлим ағайҙы ерләгәндә Варис йүгереп йөрөп ярҙам итте, кәрәк ерҙәргә машинаһы менән алып йөрөнө. Йәмилә апай уға рәхмәттәр яуҙырҙы.
— Ана бит нисек! Атайың әйтә шул, тормош бер көндән тормай, тип.
Вәзимәгә генә, Варисҡа барыһын да аңлатырға, унан ғәфү үтенергә теләһә лә, яйы сыҡманы.
Яңы йылды бергә ҡаршы алырбыҙ, тип, Рауза Хәмзә ҡыҙы Варисты Вәзимәләргә ебәрҙе. Тик уға Вәзимәне бала табыу йортона илтеп ҡуйырға тура килде. Өр - яңы йылдың өр - яңы таңында ир бала тыуҙы ҡалала. Рауза Хәмзә ҡыҙы үҙе ҡарашты баланы, әсәһе лә көн һайын янында булды.
Вәзимәне өйгә ҡайтара торған көндө палатаға Рауза Хәмзә ҡыҙы индеһәм Вәзимәнең эргәһенә
- Һөйләшеп алайыҡ әле, Вәзимә, Варис улым хаҡында,- тине. - Варис кире эшенә китте.
Вәзимәнең йөрәге ҡыҫылды. Башын эйҙе.
- Ғәфү итегеҙ мине... Мин..
- Юҡ, юҡ, тыңла. Улым эштән сығып, бөтөнләәйгә ҡайтам, тип китте. Ул яратты һине, Вәзимә. Тәү күреүҙән яраттым Вәзимәне, әсәй, - тине. Осоп, ҡанатланып йөрөнө. Оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырыр булдыҡ, пландар ҡорҙоҡ Шылтыратып, һорашып тора. Минең малай шәбәйәме, тип ебәргән була. Минең кәләштең хәлдәре нисек, тигән була, балаҡайым. Мин, бирҙе Хоҙайым, тип ҡыуандым ғына. Ул һеҙ, тип ҡайта, Вәзимә. Кире ҡаҡма улымды, зинһар. Ашыҡтырмайбыҙ, уйла.
... Киске ҡала тротуары буйлап бәләкәй велосипедта бәләкәй малай елдерә. Атаһы, уны ҡурсалап, рулде тотҡан. Әҙ генә арттараҡ, изге йөгөн ҡәҙерләп, һаҡ ҡына атлап, йәш ҡатын килә.
Фото: dzen.ru