Ҡойоноп-сайынып, таҙа күлдәк, ыштанын кейгәс, тәҙрә эргәһенә барҙы. Ҡояш һаман сыҡмағайны әле. Шулай ҙа яҙғы көндөң матур буласағы күренеп тора. Күк йөҙө салт аяҙ, асыҡ форточканан яҙғы татлы һауа бәрелә.
«Аллаһы Тәғәлә бәндәләренә байрамға сыуаҡ көнөн бирә», – тип уйлай Хажиәхмәт. Шунан кухняға инеп, тамбак баҡырса менән сәй ҡайнатырға ҡуя ла һөйәк һаплы бәкеһе менән ҡырынырға тотона. Хәҙер бәке менән ҡырыныусылар һирәк. Машинка менән йәһәт кенә тыз-быз итәләр ҙә – вәссәләм. Хажиәхмәт тә алып ҡарағайны бер саҡ машинка, күнегеп китә алманы. Ҡырынғандан аҙаҡ муйын тиреләре ҡысыта, хатта ялланып ҡыҙарып сыға. Ә бына сикә, муйындарын күпертеп һабынлап, алынған урындарын бармаҡ биттәре менән һыпырып ҡарай-ҡарай ҡырыныуҙан ниндәйҙер кинәнес таба. Пенсияға сыҡҡандан аҙаҡ ул мыйыҡ үҫтереп ебәргәйне. Бәке уның тирәһен рәтләргә лә йәпле. Һирәк-мирәк сал төшкән мыйығы уға һиммәтлөк өҫтәй, әлегә ите төшмәгән түңәрәк йөҙөнә килешеп тора.
Хажиәхмәт зал яғына инеп, шифоньерҙы асты. Байрамдарҙа ғына кейә торған костюмын, шымалап үтекләгән күлдәген алды. Кисә, мәсеткә барғас хәйер таратырға тип, магазинда аҡса ваҡлаттырғайны. Пинжәк кеҫәһенән шуларҙы һәрмәп ҡараны ла кәштәнән ҡара бәрхәт таҡыяһын алып, башына ҡапланы.
– Атаҡ-атаҡ, әллә китергә лә йөрөйһөңмө?
Мәрфуғаһының сәсе ап-аҡ, биттәре ҡарағусҡыл. Аҡ менән көпләнгән юрған ябынған көйө уның йөҙө аҡ мендәрҙә рәссам эшләгән һүрәттәге кеүек айырым-асык төҫмөрләнә.
– Әле генә китмәйем дә... әҙерләнергә кәрәк бит.
– Ҡабаланма, мәсетең әллә ҡайҙа ҡасмаҫ. Хәҙер ашарға әҙерләйем. – Мәрфуға тороп ултырҙы, ярғаҡ ҡарағусҡыл битен, аҡ сәстәрен һыйпаштырҙы.
Улар бер бүлмәле генә фатирҙа тора. Әүәле ҙур ине фатирҙары, үҙ ғаиләләрен ҡорған улы менән ҡыҙына бүлеп бирҙеләр. Тарһынмай йәшәп яталар ҙа, бына ошондай саҡта бер-береһен тынғыһыҙламайынса йөрөүе ҡыйын.
– Йоҡлай бирер инең, – тине Хажиәхмәт, бисәһен уятыуға борсола төшөп. – Мин ни бер-ике сынаяҡ сәй эсер инем дә...
– Өтәләнмә. Хөкүмәт эшенә бармайһың әле. Асҡарын көйө йөрөһәң, мәсеткә барыуыңдың сауабы булмаҫ.
Мәрфуғаның мыҫҡыллап көлгәндәй итеүе. Хәҙер күптәр олоғая килә Алланы иҫкә төшөрһә лә, уның дингә әллә ни иҫе китмәй. Ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләгәнгәме: «Белер-белмәҫ көйөнсә Хоҙайҙың изге бәндәһе кеүек ҡыланғансы... Мин ике төрлө була алмайым», – ти ҙә ҡуя. Хажиәхмәт уның бындай ҡарашына ҡаршы төшә алмай, мыҫҡыллап көлгәнендә лә өндәшмәй.
Нисек өндәшһен, үҙе лә бит әле ҡасан ғына кеҫәһенә партбилет һалып, яуаплы эштәрҙә йөрөй, Алла тигәнең ике ятып бер төшөнә инмәй ине.
Яланғас аяғына тәпешкә генә эләктергән Мәрфуға плитә тирәһендә урала, Хажиәхмәт уның ашарға ҡуйырын тыныс ҡына көтөп ултыра. Шул сак даң-доң иткән тауыш ишетелде. Бисәһе уға табан әйләнмәй генә әйтте:
– Ана, урыҫтар ҡыңғырауын ҡаға. Яҡынлата сиркәүгә генә инәһеңме әллә?
Уның был һүҙҙәре баҫалҡы холоҡло Хажиәхмәттең дә зитына тейҙе, хатта күҙ ҡараштары үҙгәрҙе.
– Һин ул тиклем көлмә... исмаһам, ғәйет көнөндә. Минең әлегә динемде алмаштырғаным юҡ.
Мәрфуға иренең холҡон яҡшы белә: бик ныҡ асыуланһа, киреһе әйләнә, ашап та тормай сығып китеүе лә бар.
– Шаяртып ҡына әйтәм бит мин һиңә, ҡартым, яратып ҡына әйтәм. Матур итеп барып ҡайт мәсеткә, саҙаҡаларыңды бир... Урыҫ халҡы, ана, төн буйына йөрөп сыҡты. Уларҙың да байрамы бит, шуға ҡағаларҙыр ҡыңғырауҙарын.
Быйыл, ысынлап та, мосолман һәм христиан байрамдары бер көнгә тура килгәйне. Шуны хәтерләгәс, Хажиәхмәт көлөмһөрәп әйтте:
– Улайһа, сиркәүгә үҙең генә барып сыҡмайһыңмы?
– Мин, ҡарт, динде белмәһәм дә, иманымдан яҙғаным юҡ... Йә, ҡабаланмай ғына туйҙыр әле тамағыңды. Хәйерлек аҡсаң етерлекме? Йәлләп биргән саҙаҡаны Хоҙай ҡабул итмәй, ти торғайны атайым.
– Һай, әбей, бына һин дә әкренләп дин яғына ыға башланың бит. Ә аҡса етерлек, һинең исемдән дә фытыр хәйере төшөрөрмөн.
Бына Хажиәхмәт ниндәйҙер бер ихласлыҡ менән, ләкин ҡабаланмай ғына тауҙан түбән табан – Ағиҙел яғына атлай. Күңелендә ҙур, изге эш ҡылырға барғандағы тойғо. Яҙғы сыуаҡ көн тәнгә еңеллек өҫтәгән кеүек.
Юл буйына төрлө төҫтәге машиналар теҙелгән. Ҡайҙан килеп тулған былар, тип аптыраһа, сиркәүгә яҡынлағас, аңланы: урыҫтар суҡынырға килгән. Машиналарға ҡарап, бында төрлө ҡатлам кешеләре йыйылыуын белеүе ҡыйын түгел. Ялтлап торған сит ил машиналары – байҙарыныҡы, «Жигули», «Москвичтар» – урта хәллеләренекеләр, ә сиркәүгә килеп Тәңренән ярҙам һораусы ярлылар юл ситендәге тротуарҙан йәйәү ағыла. Сиркәү алды шығырым тулы халыҡ, эскә үтеү өсөн сират та бар шикелле.
«Былар халҡы үҙ байрамына ихласырак йөрөй, – тип уйлай Хажиәхмәт. – Шулай булмай һуң, уларҙы дин яғынан бигүк ҡыҫманылар бит...»
Түбәнгә төшөп етәрәк өҫтөнә көлһыу төҫтәге иҫкергәнерәк йоҡа пальто кейгән, башына ҡара шәл ябынған ҡатын иғтибарын тартты. Ҡатын башын түбән эйә биреп, әкрен генә атлап килә. Оҙонсарак ҡаҡса йөҙлө, ҡыр танаулы, ситенән нурҙар тартылған күҙ ҡарашы ҡоро, хатта үтә өмөтһөҙлөк менән ҡараған кеүек, әйтерһең, мәйет оҙатып китеп бара. Теҙелешеп килгән күмәк кеше араһында ошо ҡатын бик тә таныш һымаҡ тойолдо Хажиәхмәткә. Кем һуң әле ул? Ҡасан, ҡайҙа осратҡайны?
Хажиәхмәт әүәлге һәм хәҙерге таныш-белештәрен, төрлө урындарҙа бергә эшләгән хеҙмәттәштәрен хәтеренән үткәрҙе – әлеге ҡара шәлле ҡатынды иҫенә төшөрә алманы. Автобусҡа ултырғас, нимәгә кәрәк әле ул миңә, юҡҡа баш ҡатырырға, тип был осрашыуҙы күңеленән сығарып ташларға тырышты. Ә өмөтһөҙ ҡараштары ергә төбәлгән, хәсрәт солғап алған ҡиәфәттәге ҡатын күҙ алдына килә лә баҫа.
Машинанан төшкәс, ошо хәтерләүҙән ҡотолоу өсөн, ул шәберәк атланы. Мәсеткә яҡынлап, тротуарҙың ике яҡ эргәһенә теҙелгән хәйер һорап тороусылар янынан үтә башлағас ҡына, «ҡара шәл» онотолдо. Саҙаҡа өмөт итеп мөлдөрәшеп, ҡайһылары ҡулдарын һоноп тороусылар мәсет ихатаһына яҡынлаған һайын күбәйә бара ине. Кемдәр генә юҡ улар араһында: оло һәм урта йәштәге ҡатындар, балалар, йөҙҙәренән нур ҡасҡан берәҙәк ирҙәр, ғәрип- ғөрәбәләр...
Мәсеткә килгәндә йөрәген иң әрнеткәне – ошо күренеш. Шул хәтлем хәйерсе ҡасан хасил булып өлгөрҙө? Быға кем ғәйепле?..
Хажиәхмәт тимер аҡсалар һалынған кеҫәһенә тығылды. Унан бер нисә көмөштө һәрмәп алып, теҙелеп тороусыларға бирә башлағайны, уны торлө яҡлап һырып алдылар. Ҡолағына әллә нисәмә төрлө ялбарыулы-ялыныслы тауыштар килеп бәрелә:
– Рәхмәт, Хоҙай Тәғәлә һаулығыңды бирһен...
– Изге йәнле кеше икәнһең...
– Урының ожмахта булһын...
– Миңә лә бир инде.
– Ҡара-ҡара, китте лә барҙысы, һаран...
– Әүәлге коммунистыр әле...
Хажиәхмәт был һүҙҙәргә иғтибар итмәҫкә, саҙаҡа һораусыларға бүтәнсә ҡарамай атларға тырыша. Ләкин нужа ҡыуалап килтергән был кешеләрҙең һәр һүҙе йөрәген һыҙырып үтә ине.
Мәсет ихатаһына барып ингәс, унда һайлау бюллетене төшөрә торған урналар шикелле йәшниктәр эргәһенә баҫҡан, баштарына сәллә ураған, тыныс һәм һиммәтле ҡиәфәттәге ирҙәр теҙелеп китә. Былары – диниә назараты файҙаһына хәйер йыйыусылар. Йәшниктәрҙең икәүһенә аҡса төшөргәс, өсөнсөһө эргәһендә яйлабыраҡ туҡтаны Хажиәхмәт. Был йәшник артында уға таныш, һирәкләп осрашҡанда һөйләшеп йөрөгән хәҙрәт баҫып тора. Уҡымышлы кеше, дингә мөкиббән киткән. Сәләмәтлек һорап, изге байрам менән ҡотлағас, Хажиәхмәт кеҫәһенән аҡса сығарҙы.
– Хәҙрәт, ошо саҙаҡаны атайым менән әсәйем рухына бағышлап ҡабул ит әле.
– Атайың, әсәйеңдең исемдәре кем әле?
Хажиәхмәт ата-әсәһенең исемен әйткәс, хәҙрәт доғаһын уҡып, битен һыйпаны.
– Биргән хәйереңде ҡабул итер Аллаһы Тәғәлә. Килгәнһең әле, кем... Хажиәхмәт. Оло байрамыбыҙҙы онотмауың яҡшы.
– Онотмаҫҡа тырышабыҙ инде...
Хажиәхмәт мәсет ишеге яғына атланы. Алданыраҡ инеп, уңайлыраҡ урын алып ҡалырға кәрәк ине. Ә унда байтаҡ кеше инеп тә ултырған. Ҡайһыныһы тиҫбе тарта, ҡайһылары ауыҙын ҡыймылдатып эстән генә белгән һабағын уҡый. Оҙаҡламай мәсет эсе шығырым тулды.
Хажиәхмәт тирә-яғына күҙ һалды. Төрлө йәштәге кешеләр килгән. Улар араһында күптән түгел яуаплы ғына вазифаларҙа эшләп йөрөүселәр ҙә күҙгә ташлана. Бөтәһе лә тиерлек баштарына таҡыя эләктергән, сырайҙары ниндәйҙер ғәҙәти булмаған күренеште көткәндәй ҡатып ҡалған.
Бына мөфтөй хәҙрәт мөнбәргә менеп баҫты һәм аҙ ғына тынлыҡтан һуң мәзин хәҙрәттең үҙенсәлекле көйләп әйткән аҙан тауышы яңғыраны:
– Аллаһы әкбәр, Аллаһы әкбәр...
Ғәйет намаҙынан аҙаҡ мөфтөй хәҙрәт вәғәз һөйләргә тотоноп китте. Оҫта һөйләй, сүрәләр уҡып, уны үҙебеҙсәгә әйләндереп тә аңлата. Хажиәхмәткә уның һөйләгәндәре әллә ни яңылыҡ түгел, ураҙа, ҡорбан байрамдарында бер үк һүҙҙәр ҡабатлана тиерлек. Мөфтөй хәҙрәт сәйәсәткә һуҡтырыбырак ил, донья хәлдәре тураһында һөйләй башлағас, уның иғтибары бөтөнләй һүрәүләнде, һәм ҡапыл... бая осраған ҡара шәлле ҡатын күҙ алдына килеп баҫты. Китсе, ниңә иҫтән сыҡманы шул? Ғәйет намаҙында әллә ниндәй бер мәрйәне хәтерләп ултыр әле. Уның иғтибары бөтөнләй тарҡалды, тәһәрәте һынған һымаҡ тойолдо хатта.
Хажиәхмәт ғәйет намаҙы бөтөү менән сығыу яғына ашыҡты. Ул үҙен ниҙәлер ғәйепле, хатта ниндәйҙер гонаһ ҡылған һымаҡ тоя ине. Ошо боҙолған кәйефен төҙәтеү өсөнмө, ул автобус туҡталышына барманы, йәйәүләп ҡайтырға булды.
Бына ул ҡабаланмай ғына тротуарҙан атлай, ә күҙ алдында, нисек кенә ҡотолорға теләмәһен, теге ҡара шәлле ҡатын. Кит инде, кем булды һуң әле ул?.. Хажиәхмәт ирекһеҙҙән йәнә үткәндәргә күҙ ташлай, һәр төрлө осрашыуҙарҙы хәтеренән үткәрә. Әлбиттә, уларҙың бөтәһен дә иҫтә тотоу мөмкин түгел. Районда йәшәп, райсовет, райкомда эшләгәндә, унан Өфөгә күсеп килгәс, ниндәй хәлдәр генә баштан үтмәгән дә, кемдәр менән генә осрашмаған. Алтмышынсы йылдарҙа Министрҙар Советында инструктор булып эшләгәндә командировкаларға бигерәк күп йөрөргә тура килде. Булмаған районы ҡалдымы икән республикала?
Хажиәхмәт үҙе барып ҡайткан райондарҙы иҫәпләргә, унда ниндәй эш менән барғанлығын барлап сығырға тотоноп китә. Эйе, күп йөрөлгән. Төньяк райондар ҙа, Урал аръяғы ла, Дим буйҙары ла ҡалмаған. Дим буйы... Туҡта әле, туҡта. Хажиәхмәттең күҙ алдында таныш йөҙ һынланғандай булды.
Алтмыш бишенсе йылдың яҙы. Март айҙары ине шикелле. Партияның өлкә комитеты баш ҡала активынан күп кенә төркөмдәр ойоштороп, партия Үҙәк Комитетының идеологик эште, бигерәк тә дингә, дини хөрәфәттәргә ҡаршы көрәште көсәйтеү тураһындағы ҡарарының үтәлешен тикшереү өсөн төрлө райондарға сығарып ебәрҙе. Хажиәхмәт Ғатин партия өлкә комитетының бүлек мөдире етәкселек иткән төркөм менән Дим буйындағы районға барғайны ул саҡта.
Барғас, райкомдың беренсе секретары бүтән секретарҙарын, бүлек мөдирҙәрен йыйып алып, уларҙы өлкә комитет тәғәйенләп ебәргән вәкилдәр менән таныштырҙы, эште нисегерәк ойоштороу хаҡында кәңәш ҡорҙо. Ана шул саҡта ҡуйы бөҙрә сәстәре яурынына ятҡан, ҡыр танаулы, оҙонсараҡ аҡ йөҙлө, үткер ҡарашлы буйсан һылыу ҡатын тороп баҫты ла ауылдарға сығып китәсәк тикшереүселәргә райондың партия һәм совет активынан да берәр кеше ҡушылырға тейеш, тигән тәҡдим әйтте. «Ул бит бөгөн мин осратҡан ҡатын ине!.. – Ошо уйҙан Хажиәхмәт хатта туҡтап ҡалды. – Бына, әй, ҡасан килеп йәнә осраштыҡ. Tегe саҡтан аҙаҡ күргән юҡ ине... Ҡайһылай ныҡ үҙгәргән... Сиркәүгә китеп барыуы булдымы икән? Ул бит теге сакта райкомдың идеология буйынса секретары ине. Исеме – Любовь... эйе, эйе, Любовь Марковна!..»
Хажиәхмәт артабан атланы, ә хәтер ебе өҙөлмәй, ана шул Дим буйындағы районға барғандағы хәлдәр ап-асыҡ булып күҙ алдынан үтә башлай.
Ул сакта Хажиәхмәткә лә икенсе төрлө өндәшәләр ине. Хажиәхмәт Муллағәлиевич түгел – Әхмәт Ғәлиевич ине. Хөкүмәт аппаратында эшләгән кешегә «Хажи» һәм «Мулла» тигән ҡушымталар ниндәйҙер зыян килтерер кеүек. Ғатин артабан тағы ла яуаплыраҡ эшкә үрмәләргә өмөтләнә, һәр ҡушылған эште еренә еткереп үтәргә, саҡ ҡына ла яҙа баҫмаҫҡа тырыша ине. Ул өҫ-башын ҡарап, ыҫпай йөрөргә ярата, тәмәке тартмай, араҡыны кеше араһында исем өсөн генә ауыҙ итә, ҡыҫҡаһы, уға бәйләнерҙәй һис ни юҡ.
Бәлки, уның юғарыға үрләргә тигән хыялы тормошҡа ла ашыр ине. Әле хәтеренә төшкән командировка, юҡ, командировка түгел, райком секретары Любовь Марковна арҡаһында барлыҡ уй-хыялдары емерелде. Нимә өсөн бит әле – үҙен уғата әҙәпле тотҡан өсөн...
Ул саҡта Ғатин да ингән тикшереүселәр төркөмө район үҙәгенә кистән килеп ятты. Ҡунаҡханала Хажиәхмәт республика гәзитендә бүлек мөдире булып эшләгән Халиҡов тигән журналист менән бер бүлмәлә урынлашты. Халиков бүлмәгә инеп, арлы-бирле итеү менән, йөрөштөрөп киләм әле, тип сығып китте лә, ваҡыт һуң булыуға ҡарамаҫтан, ҡайҙандыр табып, бер ярты ҡыҫтырып ҡайтты.
– Һөйләшеп ултырайыҡ, ныҡлабыраҡ танышайыҡ, Әхмәт Ғәлиевич, – тип портфеленә тултырып алған ашантыларын сығарып ҡуйҙы, шешәне асып, стакандарға араҡы ҡойҙо.
Ғатин уның ихлас һөйләшеүен аңлай, әммә шундай яуаплы эш менән килгәндә йомшарырға, үҙ ғәҙәтен боҙорға уйы юҡ.
– Мин ул нәмәне ҡапҡаным юҡ, Халиҡов дуҫ, үҙең генә ял итерлек эсеп ал да...
– Юҡ, улай булмай. Әхмәт Ғәлиевич, күпме юлда йөрөйөм, сәфәрҙәштәремдән айырып ризыҡ ҡапҡаным юҡ. Йә, тот, күтәреп осмаҫ.
– Көсләмә, булмай... – Хажиәхмәт, һүҙҙе ошоноң менән бөткәнгә һанап, койкаһына һуҙылып төшөп ятты.
Халиҡов көлөмһөрәп ҡуйҙы ла:
– Ярар, һинең һаулыҡҡа, – тип стаканын күтәрҙе.
Ул ризыҡтарын ҡаба-ҡаба эсте, арыу уҡ ҡыҙып алғас, туҡтауһыҙ һөйләнергә тотондо.
– Сәфәрҙәш булманың һин, Әхмәт Ғәлиевич, бигерәк ҡоро кеше икәнһең, – тип үпкәләгән һымаҡ та итеп алды, шунан командировкала йөрөгәндәге мәрәкә, сетерекле хәлдәр тураһында һөйләргә керешеп китте.
Күп һөйләгән кешене яратмай ине Хажиәхмәт. Был туҡтамаҫмы тип, йоҡлағанға һалышып, төпкә ҡарай әйләнеп ятты.
Ә бөтөнләй еңеләйгән Халиковҡа һөйләшер кеше кәрәк ине. Коридорға сығып китте, кем менәндер лауылдап һөйләшә башланы. Кемделер алып инеп, ҡалған араҡыһын икәүләп эстеләр ҙә, һөйләшеп ултыра биргәс, йәнә сығып киттеләр. Йоҡлап киткәнлектән, Хажиәхмәт уның ҡабат инеп ятҡанын тойманы.
Әгәр еп осо артабан яман хәлгә килеп ялғанмаһа, ҡунаҡханалағы был тынғыһыҙ төн онотолор ҙа ине.
Иртәгәһенә, райкомдағы кәңәшмәнән һуң, икешәр-өсәр кеше бүленешеп, ауылдарға сығып киттеләр. Ғатин партия өлкә комитетының бүлек мөдире урынбаҫары һәм райкомдың идеология буйынса секретары Любовь Марковна Синицина ингән төркөм менән иң ҙур колхоздарҙың береһенә юл тотто. Ул теге журналист менән бергә эләкмәүенә, абруйлы кешеләр менән йөрөйәсәгенә эстән генә ҡыуанған һымаҡ та итә инә.
Улар барған колхоз ике ҙур ғына башҡорт ауылынан, бер урыҫ ауылынан тора икән. Барып төшөү менән колхоз идараһы рәйесе, ауыл Советы рәйесе, партком секретары, мәктәп директоры һәм тағы бөр нисә кешө ҡатнашлығында ҡыҫҡа ғына кәңәшмә үткәреп, идеологик эштең торошо, халыҡ араһында агитмасса эшенең нисек алып барылыуы менән таныштылар ҙа шундай ҡарарға килделәр: мәсьәләне туранан-тура урында тикшереү өсөн, партия өлкә комитетының бүлек мөдире урынбаҫары партком секретары менән күрше башҡорт ауылына китә. Любовь Марковна менән Ғатин урыҫ ауылына бара. Юлға сығыр алдынан партия өлкә комитеты вәкиле, төркөмдөң етәксеһе булараҡ, Хажиәхмәтте аулаҡҡа саҡырып алып:
– Һеҙ барасак ауылда старовер урыҫтар йәшәй. Беҙгә унда иҫке ғөрөф-ғәҙәттәрҙең ныҡ һаҡланыуы, хатта дини байрамдар үткәрелеүе тураһында хат та килгәйне бер саҡ. Райком секретарының һүҙенә ҡарап эш итмә, инициативаны үҙ ҡулыңа ал. Өйҙәргә инеп, кешеләрҙең нисегерәк йэшәүенә күҙ һалһаң да артыҡ булмаҫ. Иконалары-фәлән бармы, донья ҡаралтылары нисек, гәзит-журнал алдыралармы, ғөмүмән, күҙеңдән бер ниҙе лә ысҡындырмаҫҡа тырыш, – тип нотоҡ уҡыны.
Юл өҙөгөрәк мәл булғанлыҡтан, уларға ат егеп килтерҙеләр. Хажиәхмәт менән Любовь Марковна кашауай сананың артына йәнәш ултырҙы, мәктәп директоры кузлаға менеп ҡунаҡланы ла дилбегә тотто. Ете-Һигеҙ саҡрым араны үткәнсе, Любовь Марковна районда идеологик эштәрҙең нисек ойошторолоуы, халыҡ араһында агитация, политик-ағартыу эштәренең ни рәүешле барышы тураһында өҙлөкһөҙ һөйләне лә һөйләне. Уның тауышы яғымлы, һөйләүе ышандырғыс. Ул ҡайһы саҡта урынлы-урынһыҙға Хажиәхмәт яғына ауыша төшөп көлөп ебәрә, елбәҙәк осҡондар уйнаған ҡарашын ташлап ала. Хажиәхмәткә унан татлы хушбуй еҫе килеп бәрелә, яғымлы тауышлы, сибәр секретарь ҡатындың үҙенә һыйына биреп ултырыуы күңеленә ниндәйҙер рәхәтлек бирә. Ләкин был хәлен аҙ ғына ла һиҙҙермәҫкә, һалҡын ҡанлылыҡ һаҡларға тырыша, һүҙгә-һүҙ ялғамайынса өндәшмәй килеүҙе артыҡ күрә.
Ауылға барып төшкәс, бригадир булған кеше төшкө аш әҙерләтеүе тураһында әйтеп, өйөнә барып сығырға тәкдим иткәйне, Ғатин өҙә генә үҙ фекерен әйтте:
– Ашарға өлгөрөрбөҙ. Тәүҙә ҡайһы бер өйҙәргә инеп сығып, кешеләрҙең хәл-әхүәле менән танышайыҡ. Унан клубты барып ҡарарбыҙ. – Ул сәғәтенә күҙ һалып алды. – Сәғәт бишкә уҡытыусылар, башҡа ауыл активы шунда килһен.
Уның шулай ҡәтғи һөйләшеүенә Любовь Марковна бер мәлгә аптырабыраҡ ҡалғайны, шунан көлөп ебәрҙе:
– Һеҙ бигерәк, Әхмәт Ғәлиевич, ашамай-эсмәй үк эшкә тотонмаҡсыһығыҙ. Ярай, һеҙҙеңсә булһын. Семеныч, – ул бригадирға ҡараны, – йә, беҙҙе кемдәргә алып бараһың?
Бригадир ни әйтергә белмәй аптырабыраҡ торған арала. Ғатин йәнә үҙ фекерен әйтте:
– Кемгә инеүҙе һайлап-нитеп тормайбыҙ, тура килгәненә тотабыҙ ҙа инәбеҙ.
Вәкилгә ҡаршы һүҙ әйтергә йәнә баҙнат итмәнеләр.
Ғатин, урам буйлап бара биргәс, ҡапҡаһы ҡыйшайып төшкән бәләкәй генә өй тәңгәлендә туҡтаны.
– Әйҙәгеҙ, ошонда инеп сығайыҡ.
Йәнә аптырабыраҡ ҡалған бригадир:
– Бында колхозсы юҡ, яңғыҙ әбей генә тора, – тине.
– Ниңә? Әбей кеше түгелме ни? – Ғатиндың үҙ һүҙенән ҡайтырға уйы юҡ.
Инделәр. Уларҙы ниндәй төҫтә икәне лә беленмәгән яулығын сөкөрәйтеп эйәк аҫтынан алып бәйләгән, битен эре йыйырсыҡтар баҫҡан әбей ҡаршыланы. Бер ара ни әйтергә белмәй, төпкә батҡан нурһыҙ күҙҙәрен асалаҡ-йомалаҡ итеп ултырҙы, шунан бригадирға өндәште:
Семеныч, кемдәрҙе алып килдең миңә?
– Өфөнән, райондан килгән ҡунаҡтар былар.
– Һы, шулаймы... – Әбей тағы ла нығыраҡ аптыраны.
Ғатин өй эсенә тиҙ генә күҙ йүгертеп сыҡты. Өйҙөң яртыһын тип әйтерлек алып торған мейес тә, түбә таҡтаһы һәм стеналар ҙа ыҫланған; түр яҡта һике йораты, кескәй өҫтәл, ә мөйөштәге өскөл кәштәгә икона ҡуйылған.
– Нисек кенә йәшәп ятаһығыҙ, әбей? – тине Ғатин, ауыр тынлыҡты еңеләйтергә төләп.
– Йәшәйем инде Алла биргән ғүмерҙең осона сыҡҡансы... Үҙең теләп китеп булмай бит.
Любовь Марковна әбейҙең эргәһенә үк барып ултырҙы, уның күлдәк аҫтынан һөйәктәре беленеп торған яурынына ҡулын һалды.
– Улай тимә, Марфа әбей. (Ул бригадирҙан ҡарсыҡтың исемен һорап өлгөргәйне.) Балаларың бармы һуң?
– Бар ине, улеп бөттөләр.
– Пенсия бирәме һуң колхоз?
– Бирә, бирә. Ай һайын ун алты һум алып торам. Аллаға шөкөр.
Бригадир һүҙ ҡыҫтырҙы:
– Унан тыш та ярҙам итәбеҙ, иген яҙып бирәбеҙ, яңыраҡ ҡына бер йөк утын да килтерттем әле.
Ғатин һөйләшеүҙең нисектер мәғәнәһеҙ барыуын аңлай, был ҡотһоҙ, меҫкен өйҙән тиҙерәк сығып киткеһе килә, шулай ҙа уйына килгән һорауҙы биреүҙән тыйыла алмай:
– Теге образға, – ул мөйөштәге иконаға ымлай, – табынаһыңмы һуң, әбей?
– Табынам, шунан башҡа нимәм бар минең? – Әбей, күтәрелеп, мөйөшкә ҡарап суҡынып алды. – Бөтәһен дә унан һорайым. Сәләмәтлекте лә, үлемде лә...
Хушлашып сығып киттеләр. Бөтәһенең дә күңелен ауыр тойғо солғап алғайны. Шуғамылыр әле генә күргән хәл тураһында һүҙ башлаусы булманы. Артабан ингән өйҙәр былай уҡ шөҡәтһеҙ түгел ине. Күптәренең етеш кенә донья көткәндәре күренеп тора, артыҡ зарланыусы ла юҡ. Һәр өйҙә тиерлек район гәзитен, ҡайһы берҙәрендә республика һәм үҙәк баҫмаларҙы ла алдыралар. Әммә Ғатиндың күҙенән икенсе бер нәмә лә ысҡынмай: һәр өйҙә тиерлек икона. Һөйләшкән саҡта кешеләр ауыҙында «Слава богу», «Если бог даст», «Господи» тигән һүҙҙәр. «Бына, әй, дингә ҡаршы көрәшәбеҙ, тигән булабыҙ, бында ул урынынан да ҡуҙғалмаған», – тип уйлай Ғатин.
Байтаҡ йөрөгәс, клубҡа барҙылар. Күренеп тора: улар килеүгә клуб эсен тәртипкә килтерергә тырышҡандар. Яңыраҡ йыуылған иҙәндең һыуы ла кибеп өлгөрмәгән. Бер баштағы таҡта менән кәртәләнгән бүлмәлә китапхана урынлашҡан икән. Ундағы стена буйындағы кәштәләргә партия Үҙәк Комитетының ҡарарҙары баҫылған брошюралар, дингә ҡаршы китаптар теҙеп ҡуйылған, өҫтәлгә гәзиттәр теҙеп һалынған.
Любовь Марковна йәш кенә китапханасы ҡыҙҙы маҡтап алды:
– Молодец, ҡасан килмә, һиндә тәртип. Китап уҡыусылар күпме?
– Байтаҡ. Һәйбәт китап, журналдарҙы ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыйҙар. Күптән түгел колхоз биргән аҡсаға яңы китаптар алып ҡайттым әле.
– Һин бында клуб мөдире эшен дә алып бараһың бит әле. Кино, концерт, лекция кеүек саралар буламы?
Ҡыҙ аҙнаһына нисә кино, ҡасан концерт, лекция булыуын ятлаған кеүек теҙеп алып китте. «Алдан иҫкәрткәндәр, әҙерләнеп торған», – тип уйлай Ғатин. Ләкин был ыңғай күренештәр генә уның күңелен йомшартманы. Клубҡа йыйылған актив алдындағы сығышында ул ауылда идеологик эштең, бигерәк тә дини хөрәфәттәргә ҡаршы пропаганданың түбән кимәлдә тороуын тәнҡитләне. Партия Үҙәк Комитетының һуңғы пленумында ҡабул ителгән ҡарар тураһында һөйләп, был һәр кешенең аңына һеңдерелергә тейеш, тине.
– Юғиһә, әле һеҙҙә, кем менән генә әңгәмәләшмә, «алла»ны ҡыҫтырмайынса хәбәр һөйләмәйҙәр. Быға сик ҡуйырға кәрәк, – тип ебәрҙе.
Райком секретары Любовь Марковна етешһеҙлектәрҙе шымаларға, тикшереүсе алдында бөтәһен дә һәйбәт итеп күрһәтергә тырышманы, талапсан һәм эшлекле сығыш яһаны, хатта Ғатинға хаталарҙы күрһәткәне, уларҙы бөтөрөргә ярҙам иткәне өсөн рәхмәт тә әйтте.
Ә бына бригадир өйөнә барғас (мәктәп директоры ҡуналҡаға үҙенең танышына киткәйне), бер ни тиклем бәхәс булып алды. Любовь Марковна:
– Әхмәт Ғәлиевич, Васильки ауылының халҡы менән бер ни тиклем таныштығыҙ инде. Һеҙ республика буйлап күп йөрөйһөгөҙ, күпте күрәһегеҙ, күпте беләһегеҙ. Ниндәй тәьҫораттар ҡалды? – тип һораны.
Хажиәхмәттең үҙ фекерҙәре менән рәсми булмаған шарттарҙа уртаҡлашҡыһы килмәй ине. Тейешле урында кәрәк кешеләргә әйтер. Ниңә бында һүҙ оҙайтырға?
– Халыҡ төрлө урында төрлөсә йәшәй инде. – тиеү менән сикләнде ул.
Тик Любовь Марковна юҡтан ғына һүҙ башламағайны, Ғатиндың был хаҡта һөйләшергә әүәҫлеге юҡлығын күрһә лә, туҡтап ҡалманы.
– Һорауым урынһыҙ булһа, ғәфү итегеҙ. Әлбиттә, тәү күреүҙә үк айырым бер кешегә дөрөҫ баһа биреүе лә ҡыйын. Ә ауылға, халыҡҡа ҡарашыңды билдәләү, ай-һай, ауыр нәмә. Бына ошо Васильки ауылы ҡарап тороуға ҡотһоҙ һымаҡ. Яңы йорттар күп һалынмай, өй тирә-яҡтары ла бигүк бөтөн түгел. Сөнки бында күберәк оло йәштәге кешеләр йәшәй, йәштәр ситкә китә. Кешеләре лә әллә ни алсаҡ түгел кеүек. Ләкин бит Васильки колхоздың алдынғы бригадаһы иҫәпләнә. Ғәжәп егәрле, уңған, намыҫлы кешеләр йәшәй бында. Дөрөҫ һөйләйемме, Семеныч? – Райком секретары мыштым ғына ултырған бригадирға ҡараны.
Бригадир ҙа аҙ һүҙле, ҡараңғырак йөҙлө кеше ине.
– Кешеләрҙе көсләп эшкә ҡушҡаным юҡ, улар кәрәк ергә үҙҙәре сыға, – тине.
– Күрә йөрөйһөгөҙ, Әхмәт Ғәлиевич, Семеныч үҙе лә үтә ябай, эше тураһында һөйләргә, маҡтанырға яратмай. Ә ул беҙҙең «Почет Билдәһе» ордены менән бүләкләнгән алдынғы бригадир.
Ғатин, өндәшмәй ултырыуҙы уңайһыҙ күреп:
– Һәйбәт, һәйбәт, – тигән булды.
Любовь Марковна үҙ дуғаһын бөгә бирҙе:
– Әлбиттә, өйҙәрҙә иконалар булыу Һеҙҙә насар тәьҫир ҡалдырғандыр. Минеңсә, был – бындағы халыҡтың баш-көллө дингә табынып йәшәүенән дә түгел, ата-бабаларҙың ғәҙәтен формаль рәүештә дауам итеү генә. Шуға күрә...
Ғатин уның һүҙен бүлдерҙе:
– Тимәк, һеҙ быны беҙҙең совет ысынбарлығы өсөн ыңғай күренеш тип ҡарайһығыҙ инде?
– Улай тимәйем. Беләһегеҙме, халыҡ күңеленә быуаттар буйы һеңгән инанысты йолҡоп ташлауы ниндәй ҡыйын. Бер саҡ, һуғыштан һуң әле, ошо ауылда иконаларҙы өй беренсә йөрөп тартып алғандар. Ә бер аҙҙан халыҡ ҡайҙандыр табып, уларҙы яңынан ҡуйған. Күрәһең, улар үҙ иманынан айырылырға теләмәгән. Ныклабыраҡ уйлаһаң, әҙәмде иманынан яҙҙырыу бигүк яҡшы эш тә түгел.
– Райком секретары ауыҙынан был һүҙҙәрҙе ишетеү сәйерерәк...
Любовь Марковна көрһөндө.
– Ни эшләйһең, төрлөсә фекер йөрөтөргә тура килә. Шунан ҡапыл һүҙен бүлде, алғы өйҙә аш-һыу яғында уралған хужабикәгә өндәште: – Стеша, ҡасан ашатаһың беҙҙе?
– Минең бөтә нәмәм әҙер. Һеҙгә ҡамасауламайым тип кенә йөрөй инем. Хәҙер, хәҙер...
Өҫтәлгә ашамлыҡтар ҡуйылғас, Семеныч райком секретарына һораулы ҡарашын төбәне. Тегеһе уны шундуҡ аңланы ла көлөп ебәрҙе.
– Ниңә ҡурҡаһың? Ҡуй, әйҙә, өҫтәл китек булмаһын.
Ғатин был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлағансы, өҫтәлгә туп итеп бер ярты килеп ултырҙы. Рюмкалар тултырылғас, Любовь Марковна:
– Йә, эш тураһында әңгәмә шуның менән тамам, дуҫтарса һөйләшеп ултырайыҡ. Хужаның хөрмәтенән баш тартып булмай. Йәгеҙ, Әхмәт Ғәлиевич, – тип рюмкаһын ҡулына алды.
Хажиәхмәт, бындай саҡтарҙа бөтөнләй ҡоро булып күренмәҫ өсөн, берҙе һалып ҡуя ине. Әле лә, ихлас күренергә тырышып, инәлтеп-фәлән тормай төп күтәрә эсеп ҡуйҙы, танауын сирып:
– Татлы шулай ҙа ошо шайтан һыуы, – тип һөйләнгән дә булды.
Ләкин ҡабат эсеүҙән баш тартты, нормам шундай, тине.
Семеныч менән Любовь Марковна һөйләшә-һөйләшә ултырып яртыны төпләп ҡуйҙылар.
Ваҡыт арыу уҡ һуң ине инде. Хажиәхмәт ихатаға сығып ингәнсе, хужабикә ҡунаҡтарға төпкө өйгә урын йәйеп ҡуйған.
– Ана, икегеҙгә ике койка, ятып ял итегеҙ, – тине ул.
Ят, йәш һәм сибәр ҡатын менән бер бүлмәлә йоҡлау әллә нисегерәк һымаҡ та, әммә ни әйтәһең. Хажиәхмәт шундуҡ төпкө өйгә инеп, сисенеп, стена буйындағы койкаға ятты. Любовь Марковна алғы өйҙә бер аҙ хужалар менән һөйләшеп ултырҙы. Бына ул да инде, урта ишекте ябып уҡ ҡуйҙы ла ҡыштыр-мыштыр сисенә башланы. Хажиәхмәт күҙен йомоп ята, ул яҡҡа ҡарамаҫҡа тырыша. Любовь Марковна иһә һаман ятмай, иҙәндә шым ғына атлап ары-бире йөрөй. Хажиәхмәт күҙен ҡыҫып ҡына ҡарарға батырсылыҡ иттә. Яртылашка ҡалған айҙың яҡтыһы өйҙөң эсен тоноҡ ҡына яҡтырта. Шул сихри яҡтылыҡта эс күлдәктән гена ҡалған гүзәл һын төҫмөрләнә. Бына ул саҡ ҡына борола бирҙе. Хажиәхмәткә уның ҡалҡыу түштәренән ниндәйҙер йылылыҡ килеп бәрелгәндәй тойолдо, һәм ул күҙҙәрен йомдо. Уның ҡолағына бышылдабыраҡ әйткән һүҙҙәр килеп бәрелә:
– Әхмәт Ғәлиевич, йоҡлайһығыҙмы әле?
Хажиәхмәт тын алыуҙан да туҡтаны. Ә Любовь Марковна төшөндә һөйләнгән кеүек дауам итте:
– Ниндәй матур ай яҡтыһы, хатта урамға сығып йүгерге килә. Мин шаталаҡ ҡыҙ саҡта тап ана шулай итә инем, йәшлек шашыныуын баҫыу өсөн, сыға ла йүгерә инем... Миңә, буй-һыныма ҡарап, һин спортсменка булырһың, ти торғайнылар. Ә мин... – Любовь Марковна ишетелер-ишетелмәҫ кенә көлгәндәй итте. – Ярай, үкенерлек түгел, мин әле лә көн дә гимнастика яһайым, хатта «мостик» эшләп тора алам, сығып йүгергән дә бар. Тик бөгөн сығып киткем килмәй. – Ул тынып ҡалды, ниҙер көткәндәй итте.
Хажиәхмәттең йөрәге йышыраҡ тибә, башына ҡан йүгерә, тоноҡ ай яҡтыһында төҫмөрләнгән гүзәл һынға ҡарамаҫҡа тырышһа ла, күҙҙәре йомолмай, икенсе яҡҡа әйләнеп тә ята алмай.
Гүзәл һын ҡуҙғалғандай итте, билен, тумтайып торған осаларын, шунан, эйелеп, бот буйҙарын һыпырғыланы.
– Бергәләп мунса ингәндә бисәләр миңә, кәүҙәңде нисек итеп матур көйө һаҡлайһың, тиҙәр. Һаҡлайым инде, ул бит минең тәбиғәт үҙе биргән байлығым. Тик бына ҡайһы берәүҙәр уның ҡәҙерен генә белеп еткермәй. Исемем дә Любовь бит минең... Их!... – Любовь Марковна ҡулын юғары күтәреп, кәүҙәһен тартыштырҙы.
Берәү булһа, ошо мәлдә һис нигә ҡарамай ырғып торор ҙа уны ҡосағына алыр ине. Ғатин иһә бар көсөн туплап сыҙай, башын: «Ярамай, ярамай», – тигән уй сүкеп тора.
Любовь Марковна койкаһына барып ятҡас та әле, Хажиәхмәт байтаҡ ваҡыт дерелдәгән йөрәген баҫа алмай хитланды. «Бына, әй, мине шулай әүрәтергә, күргән етешһеҙлектәрҙе йомоп ҡалдыртырға самалай, күрәһең... Минең турала, эшкинмәгән ир, тип уйлап ятамы икән хәҙер?.. Ярай, беҙ ул тиклем йомшарып төшә торғандар ҙа түгел», – тип үҙ ҡылығын хуплап та, ниндәйҙер кәмһетеү ҡатыш үкенес менән дә уйлана ул. «Үтеп сыҡҡан уҫал да, йылмаяҡ та ҡатын. Үҙе сибәр... Бындайҙар ниндәй вазифала ғына эшләмәһен, утта янмай, һыуҙа батмай йөрөй бирә...»
Иртәнсәк Любовь Марковна, һис ни булмағандай, шаяра-көлә һөйләште, әллә ысын, әллә юрамал:
– Тағы бер нисә өйгә инеп сыҡмайбыҙмы? – тип һораны.
Хажиәхмәттең эш дәрте һүрелгәйне, кәйефе ҡырылыбыраҡ тора. Райком секретарының сибәр йөҙөндә мыҫҡыллы йылмайыу һыҙаттары сағылып ҡала. Ғатин, үҙ хилафын йәшерергә тырышҡан бала кеүек, уның ҡарашы менән осрашыуҙан ҡурҡа ине.
Шулай ҙа өлкә комитеттың бүлек мөдире урынбаҫарына тикшереү һөҙөмтәләре тураһында яҙып биргән белешмә ҡағыҙына үҙе күргән етешһеҙлектәрҙең бөтәһен дә түкмәй-сәсмәй теркәне. Райком секретарының ҡыланыштарын ғына йомоп ҡалдырҙы.
...Ошо командировканан ҡайтып, ун биш көн самаһы үттеме-юҡмы, уға икенсе эшкә күсергә тәҡдим иттеләр. Сәбәбен үҙенең бүлек мөдиренән белде: әлеге райондан бер нисә ҡултамға менән уның өҫтөнән өлкә комитетҡа ялыу килгән. Йәнәһе, Ғатин ҡунаҡханала эсеп, ғауғалап йөрөгән. Васильки ауылына барғас та колхоз бригадирынан араҡы таптырып йөҙәткән...
– Мин был хәбәрҙәргә ышанып та етмәйем. Ләкин өлкә комитетҡа райкомдан был факттарҙың дөрөҫлөгөн раҫлап яуап биргәндәр. Ни хәл итәһең, Әхмәт Ғәлиевич, обкомдың тәҡдиме – беҙҙең өсөн бойороҡ. Берәй эшкә урынлашырға ярҙам итермен, – тине бүлек мөдире.
Хажиәхмәт уға был ялыуҙы райком секретары Любовь Синицина ғына ойоштороуын һәм бының сәбәптәрен һөйләп бирмәксе булғайны – тыйылды. Берҙән, райком секретарының шулай ҡыланыуына ышанмаҫтар кеүек тойолдо, икенсенән, үҙен тәкдим итеп торған ҡатындан баш тартыуын белдергеһе килмәне, өсөнсөнән, бүлек мөдире әйтеп тора бит: обкомдың тәҡдиме – хөкүмәт өсөн бойороҡ. Уның һөйләүенән ни файҙа?..
Бүлек мөдиренең ярҙамы менән ул профтехучилишеға уҡытыусы булып урынлашты. Тора-бара шул училищеның директоры ла булып китте. Эшендә маҡтап йөрөттөләр, аҙаҡ килеп, хөрмәтләп ялға оҙаттылар. Әммә күңелендә ғүмере баҡый таралмаҫ бер тойғо ҡалды: ниңә шул саҡта уғата әҙәпле ҡыланып тыйылып ҡалды? Мәрйәгә ниндәй ир икәнен күрһәтергә кәрәк булған. Шунан, әйҙә, сығарһындар ине эшенән...
Бына хәҙер килеп, нисә йылдар үткәс, шул ҡатын осраны. Йәшлегендә ҡылған гонаһтарын ғәфү итеүҙе ялуарырға киләме икән сиркәүгә? Бәлки, ул теге саҡта уҡ үҙенең христиан диненә тоғро булғандыр. Дин тотоусыларҙы яҡлаған һымағыраҡ һөйләнгәйне бит.
Хажиәхмәт, ошо хәтерләүҙәренән тамам арыныу өсөн, «Дуҫлыҡ монументы» тәңгәленә еткәс, ҡары асылып, асфальт юлдары һурыҡҡан Ағиҙел буйына төшөп китте. Яҙ яҙлығын итә, йылға өҫтөндәге боҙ күгелйем төҫкә ингән, яр ситләп ҡар һыуҙары ла аға башлаған.
Шулай тирә-йүнгә ҡаранып, яҙғы сыуаҡҡа ирәүәнләп килә торғас, Хажиәхмәттең хәтер ептәре тамам өҙөлдө тигәндә, ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелде:
– Әхмәт Ғәлиевич...
Боролоп ҡараһа, ситтәгерәк эскәмйәлә бая осраған хатын ултыра. Ҡара шәле яурынына шыуып төшкән, көлһыу төҫкә ингән сәстәренең бер шәлкеме маңлайына һалынған.
Бер ара ни эшләргә белмәй торҙо Хажиәхмәт. Ахырҙа аяхтары ирекһеҙҙән уның яғына тартылды.
– Һаумыһығыҙ, Любовь Марковна, – тигән булды ҡатын эргәһенә барып етмәҫ борон уҡ. Килеп еткәс, күрешергә кулын һондо ла: – Нишләп кенә йөрөйһөң беҙҙең яҡтарҙа? – тип өҫтәне.
Любовь Марковна, эргәһенән ултырырға тәҡдим иткәндәй, бер ситкә шыуышты.
– Сиркәүгә килгәйнем. Бөгөн миңә байрам ғына түгел, ирем үлгән көн дә... Аҙыраҡ яҙ һауаһын һулап ултырғым килде лә...
Любовь Марковнаға өлкәндәр ҡиәфәте инһә лә, сырайында йәшлек һылыулығы ла бер ни тиклем һаҡланып ҡалған төҫлө, күгелйем күҙҙәре теремек.
Хажиәхмәт уның эргәһенә ултырҙы.
– Мин һеҙҙе бая сиркәү яғына китеп барғанығыҙҙа уҡ күргәйнем.
– Мин дә Һеҙҙе таныным. Килеп күрешмәҫме, тип тә уйлағайным хатта. Бөгөн мосолмандар ҙа байрам итә бит. Һеҙ ҙә мәсеттәнме әллә?
Любовь Марковнаның сырайында серле йылмайыу сағылып ҡалды.
– Шунан киләм... Кеше ыңғайына йөрөргә кәрәк бит.
Аҙыраҡ һүҙһеҙ ултырғас, Любовь Марковна. Ағиҙелдең күкһел боҙҙарына шбәлеп, мәғәнәле итеп әйтте:
– Шу-лай, әҙәмдәр һуңлап булһа ла үҙ иманына ҡайта.
Бына суҡынмыш, теге саҡтарҙы иҫкә төшөрөүе. Хажиәхмәт һүҙҙе икенсе йүнәлешкә борорға теләне:
– Йәшәү ҡайҙа, Любовь Марковна? Бындамы?
– Бында. Ҡыҙым, кейәүем, ейәндәрем бергәләп йәшәп ятабыҙ. – Любовь Марковна киҫкен хәрәкәт менән уға боролоп ҡараны, күгелйем күҙҙәрендә тоноҡ осҡондар ҡабынды. – Әхмәт Ғәлиевич, ҡунаҡҡа саҡырһам, килерһегеҙме?
Шайтан катын, үҙе сиркәүҙән ҡайтып килә. Үҙе һаман әллә нисегерәк һөйләшә. Туҡта, ниңә баҙап ҡалды әле Хажиәхмәт?
– Барһам, һин – сиркәүҙә, мин мәсеттә ялуарып алған сауаптарыбыҙҙы гонаһҡа әйләндермәбеҙме икән? – тип хәбәр һалды ул.
Любовь Марковна шарҡылдап көлөп ебәрҙе, көлкөһөнә быуыла-быуыла:
– Тормош Һеҙҙе... бер аҙ аҡылға ултыртҡан... Әхмәт Ғәлиевич. Әммә һуңлабырак, и-ха-ха-хай...
Хажиәхмәтте уның ҡыланышы, ошо һүҙҙәре бөтөнләй баҙатты, ни әйтергә белмәй ултыра бирҙе лә тороп баҫты.
– Ярай, Любовь Марковна, Һеҙгә сәләмәтлек теләйем.
– Хушығыҙ... – Любовь Марковнаның күгелйем күҙҙәре Ағиҙелдең бына-бына ҡуҙғалам тип ятҡан күкһел боҙҙарында ине.
Хажиәхмәт өйөнә бөтөнләй кәйефе ҡырылып ҡайтып инде лә мыштым ғына сисенә башланы. Танауға тәмле-татлы ризыҡ еҫтәре бәрелгән кухня ишегендә алдына альяпҡыс бәйләп алған, йөҙҙәре алһыуланған Мәрфуға күренде.
– Шунан, ҡарт, һөйлә хәбәреңде. Мәсеттән сауаптарыңды арттырып ҡайт-тыңмы?
Хажиәхмәт уға әйләнеп ҡарамай ғына мығырланы:
– Юҡ... гонаһ арттырып ҡайттым.
Мәрфуға бот сабып аптыраны.
– Кит, ҡартайған көнөңдә көфөр һүҙ һөйләп тормаһаң...
Хажиәхмәт уға ҡайтарып әйтер һүҙ тапманы.