+28 °С
Болотло
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Декабрь 2024, 15:00

Күл буйына килһәң ине... Риф ЙӨҘЛӨКБАЙ

ПОВЕСТЬ Ҡараңғы төшөп, ауыл тыныслана төшкәс, күлдең таллыҡлы һәм ҡуйы ҡамышлы яғында ир менән ҡатындың осрашыуына бары күктәге йондоҙҙар ғына шаһит ине. Был уларҙың тәүге генә осрашыуы түгел.Күлдең был яғына ауыл халҡы бик сығып йөрөмәгәс, уларҙан һуң тапалып, иҙгеләнеп бөткән үләнде бер кем дә күрмәй ҙә, белмәй ҙә шикелле.Ирҙе һағыныуын белдереп, оҙаҡ итеп үпкәндән һуң ҡатын:- Шамил, беҙҙең былай йөрөүебеҙ насар бөтөр инде!? Халыҡ, беҙ ҡапсыҡта ятмай, ти.

Күл буйына килһәң ине... Риф ЙӨҘЛӨКБАЙКүл буйына килһәң ине... Риф ЙӨҘЛӨКБАЙ
Күл буйына килһәң ине... Риф ЙӨҘЛӨКБАЙ

Гөлзифаға һүҙен дауам итергә ирек бирмәйсә, ир шашып үбә башланы. Уның оҙон-оҙаҡ һөйләшеп торғоһо килмәне. Ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа осрашҡанда, егет менән ҡыҙ кеүек серләшеп тороуҙың кәрәге юҡ тип, үбә-үбә ҡатындың төймәләрен ысҡындырҙы. Артыҡ тауыш-тын сығармайынса ғына яратыштылар ҙа, өҫтәрен кейемдәре менән ҡаплап, күктәге йондоҙҙарға бағып, күлдәге баҡаларҙың геүелдәгән тауыш сығарып үҙ-ара һөйләшеүен тыңлап, тынып ҡалдылар.

– Мин һиңә шундай эйәләштем, күрәһем килеп кенә тора. Йәшерен осрашыуҙың был тиклем дә мауыҡтырғыс икәнен белмәй инем, – тине Гөлзифа, тынлыҡты боҙоп, Шамилдың ҡолағына ирендәрен терәп тиерлек.

– Мин дә, – тине ир, ҡатындың күкрәген иркәләп.

– Ниңә элегерәк, йәш ваҡытта осрашманыҡ икән?

– Яҙмышыбыҙ шулай яҙылғандыр инде...

– Хәҙер үҙгәртеү мөмкин түгел. Шулай ғазапланып йәшәрбеҙме икән ни? – Гөлзифа ирҙең сикәһенән үпте, күҙҙәренә йәш тулды.

– Ғаиләләрҙе ташлау ярамаҫ, килешергә ҡала. Балалар бар... – Шамил ҡатынды һуңғы тапҡыр күргәндәй, шашып-ярһып үбә башланы. Уныһы ла үҙенең ҡайнарлығын күрһәтеп, бар булмышы менән ирҙе яңынан һөйөү хистәренә тулышҡан ҡосағына алды...

– Бер нисә көндән Винер ҡайта, мине көтмә...

– Берәй сәбәп табып, клубҡа килеп китерһең, – тине Шамил, ҡатынды ҡосағына ҡыҫҡан килеш.

– Нисек барып керәйем, репетиция юҡ бит...

Шамил, бүтән бер һүҙ ҙә әйтмәй генә ҡосаҡлап үпте лә, һиңә ҡайтырға ваҡыт тигәндәй, ишара яһаны. Шул ваҡыт ҡайтырға тип ҡуҙғалған Гөлзифа, ауыл яғынан кемдеңдер йүтәлләгән тауышын ишетеп, туҡтап ҡалды. Яңыраҡ ҡына дауахананан сыҡҡан Барый ҡартты улар шунда уҡ таныны. Күрәһең, саф һауа һуларға сыҡҡандыр. Оҙаҡ йылдар инде сир менән көрәшә, хәле ауырая башлау менән дауаханаға һалып ҡуялар. Унда кеше ҡайғыһы булмаһа ла, күренмәүең хәйерле. Гөлзифа уйһыу булып торған ерҙән эйелә биреп, өйөнә табан атланы. Уларҙың бәрәңге баҡсаһы ҡасандыр тулы һыулы булып ағып ятҡан йылғаға сыға. Йылға күптән ҡороған инде, бары яҙғы ташҡындар мәлендә генә шаулап ала. Ошо йылға һыуы күлде тулыландырып торған, тиҙәр. Йылға ҡороһа, күлгә лә шундай хәүеф янай икән. Күлдәге һыуҙың кәмеүен халыҡ шулай аңлата.

Гөлзифа күҙҙән юғалғансы ҡарап торҙо ла Шамил яңынан үләнгә һуҙылып ятты. Ул тиҙ генә өйөнә ҡайтырға теләмәне. Берәйһе килеп сығып, күреп ҡалһа ла ҡурҡаһы түгел: ул – бер үҙе. Кеҫәһенән сигарет алып ҡабыҙҙы, тәрән итеп һурырға тотондо. Әле генә булып үткән осрашыуҙы, һөйләшеүҙе ҡайтанан күҙ алдынан уҙғарҙы. Гөлзифаның “Ниңә элегерәк осрашманыҡ икән?” тигәнен иҫенә төшөрөп, ҡат-ҡат уйланды. Бәлки, был хәйерлегәлер. Әгәр осрашһаҡ, һөйөүебеҙ был тиклем дә көслө булмаҫ ине. Бары йәшерен яратышыуҙар ғына шундай ләззәт бирәлер. Ирле-ҡатынлы булып йәшәй башлаһаң, донъя мәшәҡәттәре менән һөйөүҙең бер өлөшө кәмегәндәй була. Ошо фекерен Гөлзифаға әйтергә бик теләһә лә, тыйылып ҡалды. Ҡатын дөрөҫ аңламаҫ, тип шикләнде. Шамилдың да ҡатынына булған хистәре яңы өйләнешкәндәге һымаҡ түгел. Балалар бар, бергә йәшәргә кәрәк, хатта түҙергә кәрәк, был – ир менән ҡатындың бурысы, тип тыныслана. Һәр яңы хис тип айырылыша башлаһаң, бергә йәшәүселәр бик аҙ ҡалыр ине. Шуға ла күптәр, ситтә йөрөһә лә, ғаиләһен ташламай, үҙҙәрен тоғро ир итеп күрһәтергә тырыша. Тормоштоң шундай яҙылмаған ҡанундарын яҡшы белгәнгә, Шамил бер ваҡытта ла ҡатынына ҡаты бәрелмәй, ҡайһы саҡта уны йәлләңкерәп тә ҡуя.

Бына әле лә, башҡа ҡатындың ҡайнар ҡосағында булғандан һуң, үҙен “аҙғын, аҙғын!” тип битәрләп алды. “Нимә етмәй һиңә?! Бына тигән ҡатының, балаларың бар. Бындай осрашыуҙар оҙаҡҡа бармаҫ, беленер, туҡтарға кәрәк”, – ти ине уға аҡылы. Шамил, уйҙарынан арынып, һикереп торҙо ла ҡайтыр яҡҡа юлланды.

Гөлзифа ошо ауылға килен булып төшкәс, колхоз идараһына эшкә керҙе. Уға секретарь, рация бүлмәһендә диспетчер, бригада хисапсыһы, бухгалтер ҙа булып эшләргә тура килде. Халыҡ теле менән әйткәндә, май эсендәге бөйөр кеүек булды. Колхоз келәтенән ит, бал һәм башҡа кәрәк-яраҡ бары тик уларға ғына тәтене. Ире Винер шофер булып эшләне. Намыҫлы хеҙмәтен  иҫәпкә алыпмы, колхоз рәйесе яңы ҡайтҡан “КамАЗ” машинаһының береһенә уны ултыртты. Ул замандарҙа бындай техника бәхетле кешеләр өлөшөнә генә эләкте. “КамАЗ”дарҙы ваҡ-төйәккә түгел, бары алыҫ рейстарға ғына ҡыуҙылар. Хеҙмәт хаҡы ла башҡаларға ҡарағанда күпкә юғарыраҡ булды. Гөлзифаның сибәрлеге һәм бухгалтерияла эшләүе лә йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Тура килгән һайын колхоз рәйесе йылмайып:

- Сибәрһең дә инде, Гөлзифа, – тип күҙҙәрен йылтыратыр ине. Гөлзифа ул ваҡытта: “Эй шаян да инде рәйесебеҙ,” – тип уйлап ҡуйһа ла, тәүге балаһынан һуң эшкә сыҡҡас, рәйестең үҙенә битараф түгеллеген һиҙеп алды.

Ул көн Гөлзифа бухгалтерияла бер үҙе генә ҡалғайны. Эшкә бирелеп, рәйестең кергәнен дә һиҙмәне.

– Эшләп ултыраһыңмы, матурым? – тип иңбашына ҡулдарын һалғанға тертләп, артына әйләнһә, рәйес йылмайып тора.

– Эйе, – тип урынынан һикереп торҙо Гөлзифа.

– Ултыр, ултыр. Бухгалтерияла ни эшләп һаман да ут яна икән, тип кергәйнем. Ҡыҙың үҫәме, Гөлзифа? – тине рәйес, ҡатынды ҡосаҡлап алыуҙан саҡ-саҡ тыйылып. Нисә йыл инде уға ҡарап ымһынып йөрөй ҙә баһа ул.  Теләгәнен үҙенеке итергә күнеккән рәйес Гөлзифаны ауыҙлыҡларына ла шикләнмәй. Әммә ҡатынға ҡапыл бәрелеүҙән һаҡ булырға тырыша. Яйлап-майлап ҡына күңелен яуларын яҡшы белә. Ҡатын сибәр генә түгел, уҫал да үҙе. Һаҡ ҡыланмаһаң, ауыҙың бешеүе лә бар. Тормошто аңлаған, ҡатын-ҡыҙ психологияһын бер аҙ белгән рәйес башҡасараҡ алым эҙләне.

– Үҫә, Хәлит Лотфуллович, үҫә, – тине Гөлзифа, ултырырға ҡыймайынса.

– Икебеҙ генә булғанда һин миңә Хәлит ағай тип кенә әйт.

– Ярамай, һеҙ бит – колхоз рәйесе.

– Рәйес тә кеше, ул да сибәр ҡатындарҙың үҙенә исеме менән генә өндәшеүенә мохтаж. Нимәлер кәрәкһә, тартынып торма, һора. Кемгә-кемгә, һиңә тигәндә барыһын да табырмын.

- Рәхмәт! Бер ни ҙә кәрәкмәй. Эш хаҡыбыҙ етә, нәнәйҙең дә пенсияһы бар.

Гөлзифа ҡағыҙҙарын йыйҙы ла папкаһына һалып, ҡуҙғала башланы. Хәлит ағаһы менән һөйләшеүҙең оҙаҡҡа китеүен, уның күҙ ҡараштарының үҙгәрә башлауын һиҙеп, тиҙерәк ҡайтырға ашыҡты. Ирҙәр халҡының ниндәйерәк уйҙар йөрөтөүен һөйләшеүенән үк айыра ине ул. Рәйестең дә үҙен тотошо, тын алышы хәүефләндерә башланы. Етмәһә, уның тураһында халыҡта әллә ниндәй һүҙҙәр ҙә йөрөй.

– Донъя булғас, барыһы ла кәрәк. Ашыҡма әле... Бер аҙ һөйләшәйек...

– Балам көтә, Хәлит Лотфуллович! – Һуңғы һүҙҙәрен Гөлзифа баҫым яһап әйтте.

- Ярай-ярай, ҡайтаһың инде.

Ҡатындың тулышып торған түштәренә күҙҙәрен майландырып ҡарап торһа ла, рәйес шулай тиергә мәжбүр булды. Ваҡыты етер әле, эләгерһең бер заман, тигәндәй, серле генә йылмайып, ишеккә табан атланы.

Ошо хәлдән һуң Гөлзифа рәйестән алыҫыраҡ булырға, мөмкин тиклем аралашмаҫҡа, эштә лә бер үҙе ҡалмаҫҡа тырышты.

Илдәге үҙгәртеп ҡороуҙар еленән завод-фабрикалар көрсөккә сығып, шәхси ҡулдарға күсә башлағас, колхоздар хаҡында ла шик-шөбһәле хәбәрҙәр ҡуйырғандан-ҡуйырҙы. Әле лә Гөлзифаның хәтерендә: дуҫтарының тыуған көнөнә барғас, Өфөнән килгән ҡунаҡ:

– Һеҙ барығыҙ ҙа – колхоз эшсәндәре. Белеп тороғоҙ: тағы ла бер нисә йылдан хужалыҡтар тараласаҡ. Шуға күрә нимә ҡулығыҙҙан килә, һәрмәп ҡала тороғоҙ, – тигәйне. Ярайһы ғына төшөрөп алған Винер уның һүҙҙәрен аңлап етмәйенсә:

- Нимә, бында колхозды таратырға саҡырҙығыҙмы беҙҙе? – тип ҡулындағы рюмкаһын күтәреп ҡуйҙы. – Әйҙә, ҡатын, беҙгә бында нечего делать, – тип асыуланып ҡайтып киткәйне.

Колхозсылар таратмаһа ла, хужалыҡ йәшәүҙән туҡтаны. Күптәр эшһеҙ ҡалды. Пай ерҙәрен халыҡҡа бүлеп бирһәләр ҙә, башҡаса берләшеп эшләү мөмкин түгел ине. Бер нисә ғаилә пай ерҙәрен алып, фермер булып ҡараны. Икеһе генә көйләнеп китә алды, ҡалғандары бер нисә йыл маташҡандан һуң ташланы. Ер эшенең еңел түгеллегенә төшөндө улар.

Колхоздан ҡалған техниканы ла һатып ебәрҙеләр: хөкүмәткә бурысы күп булған икән. Кемдәрҙер әллә ҡайҙан килеп, ерҙәрҙе ҡуртымға алып, иген сәсте, тик береһе лә мандый  алманы: ике-өс йыл маташтылар ҙа башҡаларға бирҙеләр. Шулай итеп, пай ерҙәре ҡулдан-ҡулға күсә башланы.

Гөлзифа менән Винер ҙа эшһеҙ ҡалды. Берәүҙәр Өфөгә, район үҙәгенә йөрөп эшләй башлаһа, икенселәр Себер тарафтарына юлланды. Эшһеҙ ҡалыуына борсолһа ла, Гөлзифа бер ни ҙә ҡыла алманы, өйҙә мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡарау менән мәж килде. Бухгалтериялағы хеҙмәттәше Рәүиә Өфөгә эшкә китте. Гөлзифаның да иҫәбе юҡ түгел ине лә, тик ике баланы, донъяны нәнәһенә генә ҡалдырып китергә ҡыйманы. Әхирәте уның йөрәген яндырып:

- Ауылдан сыҡмай ятып, донъя күрмәгәнмен икән. Әлдә колхоз бөттө, ситкә сығыуҙы аңламай ҙа ятыр инем. Күпме кеше менән таныштым, ҡала тормошон аңланым, күңелем үҫеп китте. Йөрөп эшләүе ауыр булһа ла, үҙе бер матур тормош. Эх, дуҫҡайым! – тип һөйләгәйне.

Рәүиә, ысынлап та, үҙгәрҙе. Өҫтөнә затлы кейемдәр алып кейҙе, сәсенә ҡупшы прическа эшләтте. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡала кешеһенә әйләнде. Моңһоу йөҙөнә йылмайыу ятты, күңеленә дәрт ҡунды.

Гөлзифа ла, дәртләнеп китеп, уйҙарын иренә әйткәйне, уныһы:

- Өйҙә мал-тыуар ҡарап ҡына ят инде. Нәнәй ҙә олоғайҙы. Барыһын да уға ҡалдырыу дөрөҫ булмаҫ. Минең тапҡан етер әле, – тип ҡаршы төштө.

Винер Себерҙән байтаҡ аҡса һалып торҙо. Үҙе йылына бер нисә тапҡыр ун биш көнгә, йә бер айға ғына ҡайтып киткеләне.

– Сабынлыҡты Зәбиргә тапшырып китәм. Ул күптән ҡыҙыға ине. Техникаһы ла бар. Уның менән һөйләштем. Үҙенә лә сабыр, беҙгә лә бер аҙ өлөш сығарыр. Етмәгәнен һатып алырбыҙ, – тине бер ҡайтҡанында.

– Сабынлығыбыҙ бик шәп ине бит әле, – тине нәнәһе борсолоп.

– Минең ялым һәр саҡ бесән ваҡытына тура килмәй. Һеҙҙҙең үҙегеҙгә генә ауырға төшөр, – тип Винер үҙ фекерен раҫланы.

Ризалашмауҙан башҡа сара ҡалманы. Нәнәһенең йәшерәк сағы булһа, үҙ һүҙен бирмәҫ ине. Олоғайҙы хәҙер. Ҡулыңдан эш китә башлаһа, осоноп әллә ҡайҙа барып булмай икән шул, тип уфтанды ул.

Йәй көндәре йорт тирәһендәге мәшәҡәттәр менән үтһә, ҡыштарын ваҡыт уҙғара алмай яфаланды Гөлзифа. Мал-тыуарҙы улы ҡарашты. Телевизор ҡарау, китап уҡыу ҙа ялҡытты. Ире Себергә киткәс, ҡатын үҙенә толҡа тапманы. Нәнәһе (ул Кәримәне шулай атай) һәр аҙымын тикшереп тора һымаҡ тойолдо. Кәримә үҙенең дә ҡасандыр килен булыуын хәтерләп, уның менән ихлас булырға, күңелен күрергә тырышты. Беренсе октябрҙә Гөлзифа нәнәһе менән Өлкән йәштәгеләр көнө уңайынан клубта  әҙерләнгән концертҡа барҙы. Ауылдаштарының йыр-бейеүҙәрен ҡарағандан һуң, әллә миңә лә ҡатнашырға инде, тигән уй килде башына. Моңайып өйҙә ултырғансы, кеше менән аралашып, күңелен бушатып ҡайтыр ине. Уйҙарын һиҙгәндәй, клуб мөдире Шамил бер көндө өйҙәренә килде.

– Гөлзифа, ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле ойошторорға ине. Шуға кеше йыйып йөрөйөм. Һин бит йырлайһың, ҡатнашаһың килмәйме? – тигәс, уйға ҡалды, нәнәһенә ҡарап алды, уның ни әйтерен көттө. Әммә Кәримә бер һүҙ ҙә әйтмәне, һауыт-һаба менән булашыуын белде.

– Унда кемдәр йөрөйәсәк һуң? – тип һораны Гөлзифа.

Шамил ҡатнашырға ризалашҡан ҡатын-ҡыҙҙың исемдәрен һанап сыҡты. Улар араһында яҡын ғына дуҫтары ла бар ине. Шулай булһа ла, нәнәһе алдында ризалыҡ бирергә ашыҡманы. Винерға шылтыратып хәбәр итергә кәрәк, ир ризалығынан башҡа клуб сәхнәһендә ауыҙ күтәреп йырлап йөрөү килешеп бөтмәҫ, тип уйланы.

– Әлегә бер һүҙ ҙә әйтә алмайым, һуңыраҡ хәбәр итермен, – тине Гөлзифа клуб мөдиренә.

2.

Көнө буйы үҙенең йылы нурҙарын ергә һипкән ҡояш әкренләп кенә офоҡҡа табан ауыша башланы. Кис яҡынайыуын һиҙҙертеп, һалҡынса ел иҫеп ҡуйһа ла, ҡыҙған һауа һаман эҫелеген кәметергә теләмәй. Тын алырлыҡ түгел, бөркөү.

Йәйҙең тәүге айы эҫе көндәре менән башланып китте. Майҙа яуған һалҡынса ямғырҙар ауыл халҡын ялҡытҡанлыҡтан, июндең йылы көндәр менән башланып китеүенә барса халыҡ һөйөндө. Әммә ун биш көн буйына ямғыр болотоноң килеп тә урамауы бер аҙ шөбһәләндерә төштө. Ултыртҡан йәшелсә-емештең матур ғына үҫеп китеүенә шатланғандар, тағы шулай бер нисә көн яумаһа, ни булып бөтөр инде, тип борсолдо.

Ҡаҙ бәпкәләрен ҡыуып ҡайтып килгән Сәлимә яулыҡ осо менән битендәге тир бөртөктәрен һөртөп алды ла, артына боролоп, күлгә ҡарап уйға сумды. Күҙ алдына йәшлеге килде, күл буйында уҙған уйындар бер-бер артлы иҫенә төштө.

– Бар ине замандар... Күлде һаҡлаусы юҡ, – тип үҙ алдына һөйләнеп ҡуйҙы.

– Нимә, үҙ алдыңа һөйләнеп йөрөйһөң? Тегеләйерәк була башламағанһыңдыр? – тип уйҙарын күршеһе Кәримә бүлде. Сәлимәнең ауыҙ асып һүҙ әйткәнен дә көтмәй:

– Һаумы, күрше, таптыңмы бәпкәләреңде? – тине.

– Кәримә еңгәй икән. Һауғынамы. Бәпкәләрҙе таптым да ул, бына...

– Әллә бөтәһе лә юҡмы?

– Аллаға шөкөр, бәпкәләрем теүәл.

- Шулай булғас?.. Көндөң эҫеһенә түҙә алмайһыңмы? – Кәримә кеҫәһенән ҡулъяулығын сығарып, битен һөртөп алды. – Ҡыҙҙыра шул...

     Кәримәнең шаярып һөйләшеүенә, ҡай саҡта мәғәнәһеҙ һүҙҙәр ысҡындырыуына күнегеп бөткән Сәлимә, артыҡ иғтибар итмәйенсә, үҙ уйҙарынан арына алмай торҙо.

Кәримә ауылға килен булып төшкәс, бығаса тыныс ҡына йәшәп ятҡан ауыл халҡы уның һөйләшеүенә, ҡыланышына берсә ғәжәпләнде, берсә һоҡланды. Ул үҙен килен итеп түгел, ә ошо ауылда күп йылдар йәшәгәндәй хис итте. Ҡәйнәһе килененең әрһеҙлеген, һөйләшеүен башта үҙһенмәһә лә, аҙаҡ уның уңғанлығын, тырышлығын, улын хөрмәт итеүен күргәс: “Минең йыуаш улыма шундай ҡатын кәрәк ул”, – тип эстән генә һөйөндө.

Килен булып төшөүенең икенсе көнөндә үк Кәримә һыйыр һауып кереп, бер силәк һөттө өҫтәлгә ҡуйҙы.

– Инәй, бынан һуң һыйыр һауыу, һөт айыртыу минең эшем булыр. Һин ваҡ-төйәк менән генә булышырһың, – тине. Шул саҡта ҡәйнә кешенең башына ҡылт итеп “Был нәмә дилбегәне үҙ ҡулына алырға итә түгелме һуң?” тигән шик төштө.

– Килен, мин үҙем дә әле эшләй алам, һеҙ йәштәр... – тип башлағанын әйтеп бөтөрә алманы, килене:

- Мин һыйыр һауырға, һөт айыртырға яратам. Әсәйемдең ҡулдары һыҙлай башлағас, бындай эштәрҙе үҙем башҡарҙым. Һин былай ҙа ауыр йөктө аҙ татымағанһың, бер аҙ ял итергә ваҡыттыр, – тине.

Был тиклем дә йылы һүҙҙәрҙе бығаса бер кемдән дә ишетмәгән Бибинурҙың күңеле тулды. Башын икенсе яҡҡа бороп, яулыҡ остары менән йәшле күҙҙәрен һөртөп алды:

- Рәхмәт, килен, бәхетле булығыҙ! Һеҙ матур йәшәһәгеҙ, беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ. Эйе, нужа ҡаласын күп татыныҡ. Колхозын да төҙөнөк, көнө-төнө баҫыуында ла яттыҡ, ҡуна төшөп бесәнен дә саптыҡ. Ул саҡта колхозды күтәрергә кәрәк ине шул. Шул йылдарҙа һыуыҡ тейҙереүҙән мандый алмайынса, һуғыш бөткән йылда ҡайның беҙҙе мәңгелеккә ташлап китте...

Ошо һөйләшеү килен менән ҡәйнәне яҡынайтып ебәрҙе. Бушыраҡ ваҡыттарында Бибинур үҙенең ҡарты менән нисек итеп танышыуҙарын, колхозға тиклемге тормоштарын тасуирланы, тормошҡа ҡараштары менән уртаҡлашты. Кәримә ҡыҙ алып ҡайтҡас, шатланып ейәнен ҡарашты, мунса индерҙе. Икенсе ейәнен күреү генә насип булманы, көтмәгәндә фанилыҡтан китеп барҙы. Ҡәйнәһен юғалтыуҙы Кәримә ауыр кисерҙе. Иренән ҡала иң яҡын кешеһенә әйләнгәйне ул.

Ауылдың икенсе осонда йәшәп ятҡан Сәлимә һуғыштан имгәнеп ҡайтҡан Булатҡа кейәүгә сыҡҡас, Кәримә менән күрше булып китте. Һуғыштан һуң ир-ат аҙ булғас, һайланып торорлоҡ түгел: буласаҡ иренең сирле икәненә лә ҡарамайынса, ризалыҡ бирҙе лә ҡуйҙы. Күрше булып йәшәгәнгәме, Кәримәнең уйлап тормайынса, ашығып һөйләүен иғтибарға ла алмай, киреһенсә, кешесә һөйләшеүе аптырата башлай, нимә булған быға, тип борсолғандай итә.

– Күлде әйтәм, бөтөрмө икән ни? – Сәлимәнең уҡытыусы алдында дәресен белмәгән бала шикелле тороуы Кәримәнең асыуын ҡабарта  башланы.

– Әйтһәң әйт инде, ни булған күлгә? – тине ул, тауышын күтәрә биреп.

– Сүп түгә башлағандар.

- Сүп? Ниндәй сүп? Кемдең ҡулы барған? Ҡулдары ҡороғоро. –Күршеһенең хәбәре Кәримәнең ҡанын ҡыҙҙырып ебәрҙе. – Бәпкәләрең ашай торһон, бер ем дә теймәҫ. Әйҙә әле, ҡарап киләйек.

Ауыртҡан аяҡтарын саҡ һөйрәп күл буйына етеп, арғы ярҙан ауҙарып кителгән сүп-сарҙы күргәс, ҡортҡаларҙың күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Йығылып китеүҙән ҡурҡып, Кәримә Сәлимәгә тотондо.

– Былай булһа, эш харап бит, Сәлимәкәй. Ауылға йәм биреп торған берҙән-бер күлебеҙҙе лә ҡороталар ҙа баһа.

– Беҙҙең бала сағыбыҙ, йәшлегебеҙ үткән күлебеҙҙе... Эштән ҡайтҡас, арыһаҡ та, ошонда йыйылыша инек, – тине Сәлимә иларға етешкән бала һымаҡ.

- Мин Рәсих менән ошо күл буйында уйында танышҡайным. Ҡунаҡ ҡыҙға күҙ атыусылар байтаҡ булһа ла, мин уны һайланым. Тыныс, тотанаҡлы булыуы оҡшаны. Мине беләһең бит инде, кәрәгенән артыҡ әрһеҙмен. Ике әрһеҙ бергә йәшәй алыр инекме ни?

– Мин һине тәүләп күргәндә: “Былай булғас, Рәсих ағайға көн бөттө,” – тип уйлап ҡуйғайным. Яңылышҡанмын. Бик татыу йәшәнегеҙ. Ул ғына ошо матур көндәрҙе күрә алманы.

– Үҙеңде ҡыҙған. Булатың бит үҙеңде бөтөнләй йәш көйө ҡалдырып китте. Ярай, бер бала табып ҡалдың.

– Һуғышта алған яралары тындырманы шул.

– Ни башҡаса кейәүгә барманың.

– Һин нимә? Кемдеңдер өлөшөнә керәйемме ни? Һуғыштан һуң былай ҙа ирҙәр аҙ булды. Бер барҙым инде. Аллаға шөкөр, ҡыҙым бар.

– Һин шулай кеше хаҡында уйлайһың инде... Аяҡтарға ял булыр, әйҙә әле, яр буйына ултырып торайыҡ. Бәпкәләрең ашай торһон.

– Һин үҙең ни эшләп йөрөй инең һуң? Күлде күрергә килдеңме әллә?

– Быҙау эҙләйем. Көтөүгә саҡлы алып ҡайтырға ине. Ейәнем өйҙә юҡ, килен бушамай. Уға баҡсала эш етерлек.

– Һинең ейәнең бар. Минең ҡыҙым йыраҡта булғас, һирәк ҡайталар шул.

- Меҫкенләнеп ултырма, үҙең ҡыҙҙар кеүек, таяғыңа тотоноп, йүгереп йөрөйһөң. Минән йәшһең әле.

Кәримәнең һүҙҙәрен Сәлимә әллә ишетте, әллә юҡ: күлдең ҡарайып киткән һыуына төбәлеп уйға батты. Булаты менән һуңғы тапҡыр күл буйына килеүен иҫенә төшөрҙө.

– Күлде күргем килә, мине алып бар әле, – тигәс, Сәлимә түшәктә саҡ ултырған  ирен кейендереп тышҡа алып сыҡты.

– Атлап бара алаһыңмы һуң? – тип һораны, Булатының саҡ тын алып торғанын күреп.

- Бара алырмын һымаҡ, тик һин мине ҡултыҡла.

Күлде күргәс, Булат бала кеүек шатланды, йөҙөнә йылмайыу сыҡты, хәл кереп киткәндәй булды. Сиҙәмгә ултырғас, мәжлестәрҙә башҡара торған йырын һуҙып ебәрҙе:

Умырзая бик тиҙ үҫеп сыға,

Бик аҙ ғына йәшәй турайып,

Умырзая бик тиҙ

Башын аҫҡа эйә,

Умырзая һулый моңайып...

Юҡ, мин йәшәр инем оҙаҡ-оҙаҡ,

Килмәй минең улай булаһым...

Йырлап бөтөрә алманы, күҙҙәренән йәштәр бәреп сыҡты. Ҡатынына башын терәне лә:

– Сәлимә, йәшләй генә китеп барырмынмы икән ни?.. – тине.

– Ни һөйләйһең һин, Булатым? Йәшәйһең әле. Ҡыҙыңдың туйында ултыраһың бар, – тине Сәлимә, иренең хәлгенәһе мөшкөллөгөн белһә лә.

- Әллә инде, әллә...

Булаттың күл буйына һуңғы килеүе булды...

– Әллә мине тыңламай ҙа инде, – тип үпкәһен белдереп, Кәримә Сәлимәгә төртөп алды.

– Тыңлайым, тыңлайым, – тигән булды уныһы, уйҙарынан арынып.

– Хәтерләйһеңме, Сәлимә, беҙ йәш саҡта күл былай түгел ине бит. Беҙ йырлағанға ҡушылып йырлай һымаҡ, бейергә төшһәк, бейеп киткәндәй ине, һыуы ла таҙараҡ була торғайны. Ә бөгөн, нисектер, ҡарайып киткән. Кешеләр, мине ҡотҡарығыҙ, тип әйтә һымаҡ.

– Уны мин дә һиҙәм. Ниҙер ҡылырға кәрәк, Кәримә еңгәй.

- Күл буйына килһәң ине,

Уйҙарымды белһәң ине:

Зифа ҡамыштарға ҡарап

Юҡһынам һине, – Кәримә ҡысҡырып йырлап ебәрҙе. Уға Сәлимә ҡушылды. Ике куплетын башҡарғас, икеһенең дә күҙҙәренән йәштәр атылып сыҡты. Илай-илай йырҙы тамамлап ҡуйғас, күлгә төбәлеп, тынып ҡалдылар.

– Ҡамышы ла үҫә ине, өйрәге лә, хатта аҡҡоштар ҙа төшә ине. Мал йөрөп, ярҙағы үләндәр бөттө, тапандыға әйләнде, – тип тынлыҡты боҙҙо Сәлимә.

– Иртәгә үк ауыл советына барайыҡ, саң ҡағып, халыҡты ҡуҙғатайыҡ. Беҙ йөрөмәһәк, кем йөрөр?! Моңайып ултырыуҙан ғына фәтүә булмаҫ.

- Дөрөҫ, берәй сараһын күрергә кәрәк, Кәримә еңгәй.

Ҡортҡалар ултырған ерҙәренән бер нисә мәртәбә күтәрелеп ҡараны, кәүҙәләрен ҡуҙғата алмағас, тәгәрләп китеп, тубыҡланып, бер-береһенә тотоношоп баҫтылар.

– Ну был ҡартлыҡты. Тотоп яраһы килә. Мин былай түгел инем бит, – тине Кәримә, асыуы килеп.

- Түгел инек тә. Үҙебеҙ инде яҡшырмабыҙ. Киләсәк быуынға күлде һаҡлап ҡалырға кәрәк. Был – беҙҙең бурыс, – тине Сәлимә, ныҡлы ҡарарға килеп.

Шул ваҡыт улар янына быйыл ғына мәктәп тамамлаған үрге ос Сәлимйәндең улы Рим килеп сәләм бирҙе:

– Һауғынаһығыҙмы, әбекәйҙәр!

– Рәхмәт инде, улым, Аллаға шөкөр, иҫән-һауҙарбыҙ.

– Күлгә килдегеҙме, мал эҙләп йөрөйһөгөҙмө?

– Барыһы ла бергә инде. Һин Сәлимйән малайы бит әле? – тине Сәлимә.

– Эйе. Күл янына килдем әле. Рәзит ағай ебәрҙе.

– Ул да беләме әллә? – Кәримә серле ҡараш ташланы егеткә.

– Нимәне?

– Нимәне тип ни. Күлгә сүп түгә башлағандар бит...

- Рәзит ағай, күл буйын матурлайыҡ, эскиз алып ҡайт әле, тигәйне. Сүп хаҡында әйтмәне. Уның иҫәбе – күлдең ауыл яғындағы төбөн тәрәнәйтеп, кәртәләп алырға.

Ҡортҡаларҙың йөҙөнә шатлыҡ сатҡылары ҡалҡты. Бер-береһенә ҡарашып, бер тауыштан:

-Беҙ генә түгел икән, – тип ҡуйҙылар. – Бар-бар, улым, ашыҡ.

Ҡортҡалар менән һаубуллашып, Рим күл аръяғына юлланды.

– Бер көн уларға барған инем. Әсәһенең рәсемен эшләгән. Килештергән. Һәләтле малай икән. Мин дә һүрәтемде эшләтергә тип торам әле, – тине Кәримә кеткелдәп көлөп.

-Булыр ул һинән, булыр, – тип йөпләне Сәлимә, уның ҡыуаныслы йөҙөнә ҡарап.

3.

Район үҙәгендә йәшәгән Рәзит Ҡарабаев, әсәһе мәрхүмә булғас, туғандарына:

– Атай-әсәйебеҙҙең нигеҙен ҡоротмайыҡ. Һеҙ йыраҡта йәшәйһегеҙ. Мин – иң яҡыны. Риза булһағыҙ, төп нигеҙҙе үҙемдең исемгә яҙҙырырға ине. Һеҙгә лә ҡайтып йөрөр урын булыр, – тине өсөн уҡытып, халыҡ таралғас. Ағаһы менән апаһы бер аҙ уйланып торғас, апаһы һүҙ башланы:

-Мин риза, дөрөҫ уйлағанһың. Йылына бер-ике ҡайтып ҡына ҡарап тороп булмаҫ, ихатаны сүп-сар баҫыр. Ағайың ғына ни әйтер?

Ағаһы һүҙ алғансы, еңгәһе үҙ һүҙен әйтеп ҡалырға ашыҡты:

– Беҙ Өфөлә генә йәшәйбеҙ ҙә. Ҡарай алыр инек тә ул, – тине иренә төбәлеп. Ире:

– Өй иҫке, нығытырлыҡ түгел. Яңыһына хәлем етмәҫ. Дачабыҙҙы ҡарап өлгөрә алмайбыҙ әле. Энем, һин әле йәш, мин риза, – тигәс, еңгәй кеше ҡара янып тышҡа уҡ сығып китте.

-Еңгәгә оҡшаманы, шикелле. Минең дә ҡулдарым ҡысып тормай. Атай нигеҙе генә йәл. Һатһаҡ, ауыл менән бәйләнеш өҙөләсәк. Кем белә, бәлки, берәйебеҙҙең балаһы йә ейәне ҡайтып йәшәргә уйлар. Мин ҡаршы килмәйәсәкмен. Ана, Кәримә апайҙың ейәне Винер ауылға ҡайтып төпләнде бит. Кем белә, бәлки, беҙҙекеләр ҙә...

Ошо һөйләшеүҙән һуң Рәзит кәрәкле документтар йыйып, әсәһенең торған урынын үҙ исеменә күсерҙе. Һуғыштан һуң һалынған, ныҡ ҡына ҡаҡшаған өйҙө һүтеп ташланы. Урынына артыҡ ҙур булмаған йорт һәм гараж төҙөп ҡуйҙы.

Яҙын ҡар иреп, ерҙәр асылғас, ғаиләһе менән ҡайтып, баҡсала мәж килделәр. Баҙарҙан алмағас, ҡарағат, ҡурай еләге үҫентеләре алып ултырттылар. Ҡалала үҫеп, эшкә күнекмәгән балалары тәүҙәрәк ялҡауланһа ла, көҙ үҙҙәре үҫтергән йәшелсә уңышын күреп һөйөндө. Яҙ еткәнен көтөп ала башланылар. Рәзит улы менән ике сыйырсыҡ ояһы эшләп ҡуйҙы. Сыйырсыҡ ҡунып һайрап ебәргәс, улы ғына түгел, атай кеше үҙе лә балаларса ҡыуанды. Шул мәлдә бәләкәй сағына ҡайтҡандай булды. Ул да бит ағаһы, атаһы менән сыйырсыҡ ояһы яһап ҡуйғайны. Шул саҡтар иҫенә төштө.

Йәй ял алып, ауылға ҡайтырға тырыштылар. Бындағы тыныслыҡ, матурлыҡ, саф һауа балаларҙы ла үҙенә йәлеп итте. Эҫе көндәрҙә эргәләге күлдә һыу инделәр. Ауыл балалары менән таныштылар. “Мам, пап, нам башкирский язык не нужен” тигән ҡыҙы менән улы ауыл балаларынан башҡортса һөйләшергә өйрәнеп алды. Һәр яңы ишеткән һүҙҙең мәғәнәһен әсәләренән һораштылар. Балаларының туған телен белә башлауын күреп, ата-әсәһе эстән генә һөйөндө, маҡтап ебәрҙе.

Ауыл эргәһендәге күлдең бәләкәсләнә барыуын, малдан тапалып, яр ситтәрендәге үләндең, ағастарҙың ҡороуын күргән Рәзиттең йәне көйҙө. Кистәрен йоҡлай алмайынса, тәбиғәт байлығын нисек итеп һаҡлап ҡалыу хаҡында уйланды. Күл буйында йөрөп ҡайтып, оҙаҡ ҡына фекер йөрөткәс, тәрәнәйтергә лә, тирә-яғын кәртәләп алырға кәрәк, тигән ҡарарға килде. Әммә урындағы етәкселәр менән кәңәшләшмәйенсә, бындай эште башлап булмаҫын яҡшы аңлай ул. Ауыл халҡы ни тиер? Хуплармы, ҡаршы килерме? Йәй көнө ҡаҙ-өйрәк күлдә ятһа, эре мал да шунда килеп һыу эсә. Ауылдан бер саҡрымдай ситтәрәк ҙур һыу ятылығы булһа ла, алыҫ тип унда ҡыумайҙар. Ошо уй-ниәттәрен ауыл хакимиәте башлығына һөйләп бирергә, эште нисегерәк башлау хаҡында кәңәшләшергә, тип хакимиәт йортона ыңғайланы. Бүлмәһенән сығып килгән Азат Кәрим улы уны күргәс туҡтап ҡалды.

– Миңәме, Рәзит ағай?

-Эйе, йомош бар ине.

Кире урынына ултырғас, башлыҡ:

– Ултыр, Рәзит ағай, – тип урын тәҡдим итте. – Йөҙөңә ҡарағанда, хәбәрең етди булмаҡсы.

– Шулайыраҡ ине. Азат Кәримович, ауыл эргәһендәге күлде яҡшы беләһең. Юҡҡа сыға, һайыға бит. Мал бөтөрә. Ҡотҡарырға, элекке хәленә ҡайтарырға ине. Шундай уйҙар менән килгәйнем.

Хакимиәт башлығы Рәзит ағаһының күл өсөн борсолоп йөрөүенә һөйөнһә лә, ғүмер баҡый шунда өйрәк-ҡаҙ йөҙҙөргән, мал һуғарған ауыл халҡы ҡаршы килер, тип шөбһәләнде.

– Ниәттәрең изге, тик был эштәрҙе атҡарып сығыу өсөн аҡса табырға кәрәк. Халыҡ фекерен белеү ҙә мотлаҡ.

– Ул хаҡта һүҙ ҙә юҡ. Күл кем иҫәбендә тора һуң?

-Хакимиәт биләмәһенә ҡараһа ла, ер – хөкүмәттеке. Шуға күрә уй-ниәттәреңде район хакимиәтенә барып аңлатырға кәрәк буласаҡ. Ул ни тиһә, шул булыр. Ә минең тарафтан ҡаршылыҡ юҡ.

Икенсе көнөнә үк Рәзит районға юлланды. Хакимиәт башлығының ҡабул итеү көнө булғанға, сиратҡа яҙылды. Секретарь ҡыҙ ниндәй маҡсат менән йөрөүен белеште лә ер буйынса белгескә барырға кәрәклеген әйтте.

– Һеңлем, һеҙ аңлап бөтмәнегеҙ, ахыры. Миңә хужа үҙе кәрәк. Был мәсьәләне бары ул ғына хәл итә ала, – тине Рәзит, үҙенең мөһим эш менән йөрөүен аңлатырға теләп.

-Яҡшы, мин һеҙҙе яҙып ҡуям. Туғыҙынсы кеше булаһығыҙ. Бер аҙ көтөргә тура килә, ултырып тороғоҙ, – тип секретарь урын тәҡдим итте.

Рәзит Ҡарабаев райондан ыңғай хәбәр менән ҡайтты.

-Иртәнән һуңға һеҙгә үҙем барам. Халыҡ алдында уй-ниәттәреңде аңлатырһың. Дөйөм бер ҡарарға килербеҙ. Ә миңә тәҡдимдәрең оҡшаны. Тыуған төбәгенә ҡарата һәр кем шундай изге ниәттә булһа, беҙ бик шат булыр инек, – тип оҙатып ҡалды хакимиәт башлығы.

4.

Рәзит күлде үҙенә алырға теләй икән, тигән хәбәр ауылда таралып та өлгөрҙө. Үҙе ғәйепле инде: бер нисә кешегә уйҙарын асып ташлағайны, шулар ҡотҡоһолор. Хәбәр таралғас, ауыл туҙҙырылған ҡырмыҫҡа иләүенә оҡшап ҡалды. Берәүҙәр хуплаһа, икенселәр ғәйбәт таратырға тырышты.

– Хәҙер күл дә кеше ҡулына күсәме инде?

– Балыҡ үрсетеп байырға уйлайҙыр.

– Ауыҙыбыҙҙы йомоп йөрөһәк, өйөбөҙҙән һөрөп сығарырҙар әле.

– Мал-тыуар ҡайҙа һыу эсергә тейеш? Ҡош-ҡортто ҡайҙа ҡыуырға?

– Ҡаршы килеп ҡара, йәшәмәҫлек итерҙәр. Рәзит үҙе генә булмаҫ. Артында кемдер бар. Юғиһә, башына ундай ҡәтғи уй килмәҫ ине.

– Урамда ләстит һатҡансы, берләшеп ҡаршы көрәшергә кәрәк.

– Дөрөҫ. Кәрәк булһа, Өфөһөнә етербеҙ.

– Нәзирә ни уйлай икән? Әллә улар бергәме?

-Бергәлер, уның ҡыҫылмаған ере юҡ.

Рәзитте хуплаусылар бүтәнсә фекерләне.

– Дөрөҫ эшләй. Уға ярҙам итергә кәрәк.

– Күл ҡороп бөтөп бара.

– Ситтән ҡайтыусылар хатта сүп түгә башлаған. Сара күрмәһәк...

– Рәзит маладис. Әсәһенең нигеҙенә бына тигән өй һалып ҡуйҙы. Иҫке өйҙәр ауылдың йәмен ебәрә.

– Ни тиһәк тә, Рәзит – үҙебеҙҙең ауыл кешеһе. Бер көн килеп ситтәр алыуы бар. Улар инде беҙҙең менән һөйләшеп тә тормаҫ.

-Ошо арала район хакимиәте башлығы килергә тейеш. Ныҡ торайыҡ.

Туҡһанын уҙған Сабырйән күлде Рәзиттең алыу хәбәрен ҡарсығынан ишеткәс:

– Йөрөп киләйем әле, халыҡ нисек тын ала икән, – тине сынаяғын ҡаплап, иртәнге сәйгә доға ҡылғас.

– Ҡыҫылып йөрөмә инде. Ҡартайҙыҡ. Беҙҙең фекер кемгә кәрәк. Тыңлап ҡына тор, – тине ҡарсығы, түбәтәйен килтереп.

-Улай түгел, ҡарсыҡ. Беҙ ҡарт булһаҡ та, әлегә теребеҙ. Шулай булғас, үҙ һүҙебеҙҙе лә әйтергә тейешбеҙ.

Сабырйән ауыл хакимиәте алдына йыйылып гәпләшкән кешеләр төркөмө янына килде. Баштараҡ өндәшмәй генә торҙо ла һүҙ ҡыҫтырмайынса ҡала алманы.

– Һеҙҙе тыңлай торғас, үткәндәр иҫкә төштө әле. Колхозлашыу ваҡытында ла ауыл икегә бүленгәйне. Хәллерәктәр берләшеүгә ҡаршы килһә, ерһеҙҙәр колхозды хупланы. Бөгөн дә төптән уйлап ҡарар ҡылырға кәрәк. Ашыҡҡан ашҡа бешкән, тиҙәр бит. Күлде ҡороторға ярамай, элекке хәленә ҡайтарыу кәрәк. Ул ҡороһа, бер кемгә лә кәрәкмәйәсәк. Беҙҙең йәшлегебеҙ шул күл буйында йырлап-бейеп үтте. Ул саҡтарҙа клуб юҡ ине, – тине таяғын ике ҡуллап ҡыҫып.

– Кит әле, ҡартлас, аяғыңда саҡ баҫып торған көйөңә, үткәндәр тип һөйләнеп торма, – тип екерҙе кешегә гел ҡаты бәрелгән Вәли.

– Оло кешегә улай ҡаты бәрелмә, Вәли ағай. Уларҙа тормош тәжрибәһе, аҡыл етерлек. Ҡолаҡ һалырға кәрәк, – тине Себер яҡтарында эшләгән Винер.

-Рәхмәт, Винер улым, – тине Сабырйән һәм Вәлигә төбәлеп дауам итте:

-Теге саҡта ла һинең кеүектәр арҡаһында ғауға сыҡты. Закон кем яғында, шул көслө буласаҡ. Һинең урының бында түгел. Ана, ҡаршылар яғына тай. Элек тә булды ике яҡҡа ҡойроҡ болғап, бер ерҙән икенсеһенә һүҙ ташыусылар.

Ҡарттың һуңғы һүҙҙәрен Вәли күтәрә алманы, ҡулдарын йоҙроҡлап, тегеләй-былай тапанды.

-Миңә тимәгәйе, тотош ерҙәрҙе таратып бөтөгөҙ. Ну, Сабырйән ағай, йәшерәк түгелһең. Иҙмәкәйеңде иҙер инем, – тип ыҫылданы ла китеп барҙы.

Халыҡ тынып ҡалды. Тынлыҡты боҙоп Сабырйән:

– Мин, балалар, һеҙҙең яҡлы. Күлдән башҡа миңә бер ни ҙә кәрәк түгел, – тине лә ҡайтыу яғына юлланды.

-Ну был Вәли ағайҙы. Элек колхоз йыйлыштарында риза булмайынса енләнеп ултыра ине. Ҡартты рәнйетте, – тине Винер.

Шул ваҡыт ауыл старостаһы Илдар килеп етте.

– Мин генә юҡ икән, – тип шаяртып алды ул, сәләм биреп.

– Эйе, һин генә юҡ. Һин кем яҡлы? Ышаныс белдереп, халыҡ һине һайлап ҡуйҙы. Әйт һүҙеңде, – тине Винер, Илдарға ҡул биреп.

– Мин күлде ҡотҡарыу яғында. Рәзит ағайҙың үҙ ҡарамағына алыу  ниәтен хуплайым. Өйө лә күлгә яҡын. Күҙ-ҡолаҡ булырға уңайлы... – Ҡапыл һүҙҙе икенсегә бороп. – Ҡасанға саҡлы ауылда булмаҡсыһың? – тип һораны Винерҙан.

– Көн һорағайным. Бәлки, көҙгә тиклем булырмын. Иҫкерҙе, аҙбарҙы яңыртыу ине иҫәп, – тине Винер, ниңә ҡыҙыҡһына икән был тигәндәй, Илдарға ҡарап.

-Уй-пландар бар ине, – тине Илдар, – аҙаҡ һөйләшербеҙ...

5.

– Мин төшкә ҡайта алмайым, үҙегеҙ генә ашарһығыҙ. Эш күп, районға бараһым бар, – тип шылтыратты ҡатынына Азат Кәрим улы. Телефонын һүндереп, өҫтәлгә һалды ла, ҡағыҙҙар аҡтара башланы. Районға алып бараһы ҡағыҙҙарын туплау менән телефон да шылтыраны.

-Алло, тыңлайым. Тракторыбыҙ ватылып тора. Запчасть артынан киттеләр. Йүнәткәс, барыр... Уныһын да беләм. Һуңыраҡ хәл итербеҙ.

Башлыҡтың телефонды һалып, урынынан ҡуҙғалыуы булды, ишек шаҡынылар.

-Әйҙә, инегеҙ.

Тағы кем борсой икән тип уйлап өлгөрмәне, ишектән Кәримә менән Сәлимә күренде.

– Һаумы, Азат улым. – Һаулыҡ һорашҡас, бүтән кеше-маҙар юҡмы, тип тирә-яғына ҡаранып алды Кәримә. Кеше юҡлығына ышанғас, түргә үттеләр.

– Һаумыһығыҙ, әйҙә, ултырығыҙ. – Хужа урын күрһәтте. Ҡарсыҡтар ултырышып, ауыҙ эсенән генә доға ҡылып алды.

– Беҙ оҙон-оҙаҡ ултырырға килмәнек. Йөрәк әрнегәндән йөрөгән баш, – тине Кәримә, яулыҡ осо менән битен һыпырып.

– Бары тик һин генә ярҙам итә алаһың, – тип ҡушылды Сәлимә.

– Нимә булды?

– Беҙ уйнап үҫкән, йәшлегебеҙ үткән күлебеҙҙе сүплеккә әйләндерә башлағандар. Ауылыбыҙҙың берҙән-бер матур урыны... – Сәлимәнең күңеле тулып китте. Уны Кәримә хупланы:

– Ваҡытында балығы ла күп ине. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа халыҡ шул балыҡ менән туйынды. Ниҙер ҡылырға кәрәк, Азат улым.

– Күл юҡҡа сыҡһа, ауылыбыҙҙың ҡото китер. Балаларыбыҙ ҡайҙа һыу инер? Ҡыҙым ситтә булһа ла, ауыл балалары өсөн борсолам, – тине Сәлимә, Кәримәгә ҡарап.

– Шулай шул. Дөрөҫ, Сәлимә.

-Күл тирәһендә булған юҡ шул. Көнө-төнө ҡағыҙ тултырабыҙ ҙа районға сабабыҙ, – тине Азат, өҫтәлдәге ҡағыҙҙарына ҡарап.

Азаттың да бала сағы, үҫмер йылдары шул күл буйында үтте. Йәштәштәре менән ярыша-ярыша бер башынан икенсеһенә күпме йөҙҙөләр икән? Ҡай саҡта өйҙәренә ҡайтаһын да онотоп ебәрә торғайнылар. Берәйһенең ата-әсәһе килеп саҡырмаһа, ҡараңғы төшкәс тә ҡайтмаҫтар ине. Азаттың башынан йәшен тиҙлегендәй шундай уйҙар үтте. Күлде һаҡламаһа, уның да башынан һыйпамаҫтар. Халыҡ күтәрелеп сығасаҡ.

– Азат улым, беҙҙең бүтән күҙ терәп барыр еребеҙ юҡ. Ҡасандыр ата-бабаларыбыҙ төҙөгән колхоздар ҙа юҡҡа сыҡты. Халыҡҡа ярап тора ине әле. Колхоз таралғас, ауылда йәштәр ҙә ҡалмай башланы. Әммә йәштәр юҡ тип кенә ауылдың йәмен ебәреп булмай бит инде. Берәй заман йәштәр ҡайтыр. Ана, минең Винерым да ҡайтты бит. Ҡайтһындар ине. Юғиһә, мәктәпте лә ябып ҡуйырҙар. Күрше ауылдарҙа ябылып бөттө бит. Берәй заман эш урындары ла асылыр, халыҡ та күбәйер. Күлде ҡоротһаҡ ҡына, кире ҡайтарып булмаҫ, – тип теҙҙе  Кәримә күңеленә тынғы бирмәгән уйҙарын.

– Һуғышҡа киткән ир-егетте шул күл буйынан оҙаттыҡ. Ул – беҙҙең өсөн иң иҫтәлекле урын. Ҡоротһаҡ, ошо матур тормош өсөн ғүмерҙәрен биргәндәрҙең рухын рәнйетмәбеҙме!? – Сәлимә яулыҡ осо менән күҙен һөртөп алды. Ни өсөндөр илағыһы килеп китте. Атаһын, ирен иҫенә төшөрҙөмө, нисек кенә булмаһын, күңеле тулды. Илап ебәрмәҫ өсөн башын аҫҡа эйҙе, бала-саға һымаҡ аяғы менән иҙәнде ышҡый башланы. Ололарҙың хәлен тойоп, Азат тынысландырырға ашыҡты:

– Борсолмағыҙ, апайҙар, күлде ҡороторға юл ҡуймабыҙ. Донъя матурлана: һәр кемдең өйөнә электр, газ, һыу кергән. Насар йәшәмәйбеҙ. Ҡулдан килгәнсә халыҡ тормошон еңеләйтергә тырышабыҙ.

– Уныһы шулай инде. Насар йәшәмәйбеҙ. Тик күңелдәр генә ҡырыҫлана бара. Тәбиғәтте ҡоротабыҙ. Һәр кем үҙе хаҡында ғына уйлай: вата, емерә, урлай. Киләсәк хаҡында ла уйларға кәрәк. Килер быуын ни тиер? – Ҡайҙан килде башыма бындай уйҙар, тип Кәримә үҙе лә ғәжәпләнеп ҡуйҙы. Күңеленә тынғы бирмәгән уйҙарын әйтә алды ла баһа.

– Ваҡытында тәртипһеҙлекте бөтөрмәһәк, һуң булып ҡуймаҫмы? – Сәлимә лә әйтерен әйтеп ҡалырға тырышты. Бығаса уның етәкселәр менән донъяуи хәлдәргә ҡағылышлы хәлдәр тураһында һөйләшкәне булманы. Ғөмүмән,  ул кеше менән һүҙ көрәштерергә, бәхәсләшергә ынтылып бармай. Булаты донъя ҡуйғас, бигерәк йомолоп китте, башын баҫып, яҙмышы менән килешергә мәжбүр ине.

– Мин хужа булһам да, һәр кем күңеленә керә алмайым. Халыҡ ныҡ үҙгәрҙе. – Һөйләшеү оҙаҡҡараҡ китте тигәндәй, Азат Кәрим улы сәғәтенә ҡарап алды. Ҡарсыҡтарҙың һаман да ҡуҙғалырға уйламауын күргәс, түҙергә тырышты.

– Халыҡ үҙгәрмәйсә ни эшләһен. Ауылда эш юҡ, ситкә йөрөйҙәр. Был  ҡотолоу сараһы түгел. Үҙебеҙҙә эш урындары тейешле. Ана Кәримәнең ейәне колхоз бар саҡта ауылды яратам тип  ҡайтҡайны ла, хәҙер Себерҙә йөрөргә мәжбүр. Балалары атаһын күрмәй үҫә.

– Дөрөҫ әйтәһең, Сәлимә, балаҡайҙарым аталарын йылына бер нисә  тапҡыр ғына күрә. Килен дә, һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, бойоҡ ҡына йөрөй. Аңлайым уны: йәш саҡта бергә йәшәп, һөйөп-һөйөлөп ҡалаһы килә. Йәш ғүмерҙәр бер генә бит. Һин – ошо ауыл кешеһе, Азат улым. Беҙҙең күҙ алдында үҫтең. Һиндә бар ышанысыбыҙ, һиндә бар өмөтөбөҙ. – Кәримә һуңғы һүҙҙәрен айырата баҫым менән әйтте лә Сәлимәгә, ҡуҙғалайыҡ, тигән ишара яһаны. Нәҡ шул ваҡытта ауыл старостаһы Илдар килеп керҙе.

– Мөмкиндер, Азат Кәримович? – ололарҙы күреп, улар менән иҫәнләште.

        – Бик ваҡытлы килдең. Бына Кәримә менән Сәлимә апайҙар күл хаҡында борсолоп йөрөй. Һин, староста булараҡ, ни тиерһең?

        Илдар ҡарсыҡтарға ҡарап йылмайып алды. Миңә тиклем өлгөргәндәр, тигән уй үтте башынан.

– Уларҙың саң ҡағыуы урынлы. Ысынлап та, текә ярынан сүп түгә башлағандар. Нисек тә туҡтатырға, күлде Рәзит ағай ҡарамағына бирергә кәрәк. Бары шулай ғына һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ. – Шәп атлап килеүҙән Илдар тирләп киткәйне, кепкаһын сисеп ҡулына алды ла, кеҫәһенән  ҡулъяулыҡ сығарып, маңлайын һөрттө.

– Дөйөм эш менән янып йөрөүегеҙгә рәхмәт, апайҙар. Ошо арала ауыл йыйыны үткәрмәксебеҙ. Мәсьәләне шунда хәл итербеҙ. Халыҡ менән кәңәшләшмәйенсә булмай. Үҙ фекерегеҙҙе шунда әйтерһегеҙ, – тине хакимиәт башлығы. Ҡарсыҡтарҙы оҙатҡас, ҡараштарын Илдарға төбәне.

– Күлгә сүпте ситтән килеүселәр түккән. Иренмәнем, барып аҡтарып ҡараным. Бына гәзит киҫәге таптым. Унда урамы, өй номеры яҙылған. Хужаһы билдәле. – Гәзит киҫәген Илдар Азатҡа бирҙе.

– Сүп түгеү өсөн айырым урын бар ҙаһа. Аҙнаһына бер тапҡыр техника сығарабыҙ. Ниндәй мәғәнәһеҙлек был. – Азат ҡулындағы ҡағыҙҙы ҡат-ҡат әйләндереп ҡараны.

-Улар беҙҙең закондарға буйһонорға теләмәй шикелле, – тине Илдар, Азаттың йөрәгенә ҡуҙ өҫтәп. – Штраф сәпәргә кәрәк үҙҙәренә. Ҡаланан, имеш, берәүҙәр!

Шул ваҡыт, ишекте бәреп тигәндәй асып, ҡаласа кейенгән бер ҡатын килеп инде. Бөҙрә сәстәре араһына ҡыҫтырған ҡара күҙлеген һалып, иҫәнлек тә ҡушмаҫтан:

– Һеҙ нимә, сүп түккәнде күреп торҙоғоҙмо? Ауыл советына саҡырып киттегеҙ? – тине Илдарға, осоп ҡунырға әҙерләнгән әтәсте хәтерләтеп.

– Тынысланығыҙ, ханым. Кем булаһығыҙ? Ултырығыҙ, аңлатығыҙ. Ни булды? – Азат Кәрим улы ярһып ингән ҡатындың ҡыланыштарынан бер аҙ ҡаушап ҡалғандай итте. Ярайһы уҡ сибәр ханымдың ниңә сығырынан сыҡҡанын аңламай торҙо. Кейгән кейеменә, буй-һынына күҙ йүгертте.

– Гүзәл булам. Мин ҡунаҡта түгел, ултырып торорға килмәнем. – Ярһыуын тиҙ генә баҫа алмайынса, ҡатын арлы-бирле йөрөндө, күҙенә төшөп торған сәстәрен бер нисә тапҡыр бармаҡтары менән рәтләп алды.

– Дөрөҫ, һеҙ ҡунаҡта түгел. Ауыл советында.

– Сүп араһындағы гәзит киҫәгендә – уларҙың адресы. – Илдар өҫтәлдәге гәзит ҡағыҙын алды. – Был һеҙҙең адресмы?

– Булһа һуң, шуның өсөн саҡырҙығыҙмы? – Бер аҙ ҡыҙыулығы һүрелһә лә, Гүзәл бирешергә уйламаны. Урындыҡҡа барып ултырҙы ла, тағы ни тиерһегеҙ тигәндәй, Азат Кәрим улына ҡараны.

– Был – беҙҙең ауыл старостаһы, йәғни, биләмә йыйылышының рәйесе Илдар Рәшит улы була.

– Миңә уның кемлеге хәжәт түгел, тик тыныс йәшәргә ирек бирегеҙ.

– Һеҙҙең тыныс йәшәүегеҙ өсөн беҙ кәрәк.

– Ауылға тыныслыҡ эҙләп килгәнһегеҙ икән, үҙегеҙ тәртипле булығыҙ. Теләгән ергә түгергә ауыл сүп ояһы түгел, – тине Илдар тыныс ҡына. Уның фиғеле Гүзәлгә лә күскәндәй булды. Шул саҡ уҡтай атылып тағы бер ҡатын килеп керҙе.

– Нимә, дуҫҡай, һине лә ҡыҫымға алалармы әллә? Бирешмә. Бөгөн үк улыма шылтыратам. Белһендәр кем менән эш иткәндәрен. – Дуҫын күргәс, Гүзәл һикереп торҙо ла уға ҡаршы йүнәлде.

– Кем һеҙ? – Нисә йыл эшләү осоронда бындай мәғәнәһеҙлекте Азат Кәрим улының тәү күреүе.

– Мин – Алһыу, Гүзәлдең күршеһе. Үткән йыл өй һатып алып күсеп килгәндә һеҙҙә булдыҡ бит. Әллә оноттоғоҙмо? Ауылда тыныс булыр тип ҡайтҡайныҡ. Бында ла тынғылыҡ юҡ икән. Башты ҡайҙа ҡуйырға хәҙер?

– Улар икеһе лә сүп түккән. Ҡалдыҡтарҙан уларҙыҡы икәне күренеп тора. Беҙҙекеләрҙә ундай сүп юҡ, – тине Илдар, икеһенең дә килеүенә шатланып. Әҙерәк аҡыл биреп сығарыу артыҡ булмаҫ, тип уйланы үҙе.

– Ғәйебегеҙ булғанға ярһып килеп керҙегеҙме? Ултырығыҙ. Закон менән һөйләшергә тура килер. Сүбегеҙҙе йыйып алмаһағыҙ, райондан тәбиғәтте һаҡлаусы ойошмаға мөрәжәғәт итербеҙ. Улар күп һөйләп тормаҫ. Ауылға килгәнһегеҙ, тыныс йәшәргә теләйһегеҙ икән, дөйөм тәртипкә буйһоноғоҙ. Сүп-сар өсөн билдәләнгән айырым урын бар, – тине Азат Кәрим улы, һәр һүҙгә тиерлек баҫым яһап.

– Беҙ түгел, кейәүҙәр түккән, – тине Гүзәл, тынысланғандай итеп.

-Уныһы инде – һеҙҙең эш. Ике көн ваҡыт бирәм. Яр буйын таҙартмаһағыҙ, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ. Йыйынға килегеҙ. Ауыл хәлдәрен һеҙ ҙә белергә тейеш, – тине Азат Кәрим улы, һүҙем бөттө тигәнде аңлатып, өҫтәлдәге папкаһын алды ла ишеккә атланы.

6.

Кәримә күҙлеген танау осона эләктерҙе лә, телефон төймәләренә төрткөләп, кәрәкле номерҙы тапты. Йәшел төймәгә баҫып, саҡырыуҙың киткәнен көттө. Бер аҙҙан “алло” тигәнде ишеткәс:

– Сәлимә, һинме был? – тине. Телефондың теге осонан ыңғай яуап алғас, йөҙөнә йылмайыу сыҡты, кеткелдәп көлөп алды. – Ваҡытың булһа, кереп сыҡ әле. Ҡоймаҡ бешерҙем. Сәй эсеп алырбыҙ... Юҡ, юҡ... Улар өйҙә түгел... Көтәм. – Күршеһенең ярар тигәнен ишеткәс, телефонын һүндереп, өҫтәлгә һалды ла, газды ҡабыҙып, сәйнүген ҡуйҙы. Сәлимә оҙаҡ көттөрмәне. Ишектән керешләй:

-Юҡҡа мәшәҡәтләнәһең, Кәримә еңгә. Үҙеңә беҙгә керергә кәрәк ине, – тигән булды.

Өйгә таралған ҡоймаҡ еҫе уның танауын ҡытыҡланы. Сөскөрөп ебәреүҙән саҡ тыйылып, усы менән ауыҙын ҡапланы.

– Юҡты һөйләмә әле, бер үҙең өйҙә ни эшләп ултырмаҡсыһың? Балалар юҡта аулаҡ эшләргә ине иҫәп. Бабайҙар ҙа саҡырҙым әле, – тине күңеле күтәрелгән Кәримә. Үҙе мут ҡына Сәлимәгә ҡарап алды.

-Булыр ул һинән. Беҙгә яраҡлылар ауылда юҡ шикелле. Күрше ауылдан саҡырҙыңмы? – тине Сәлимә лә, Кәримәне хуплап. Ишек төбөндәге ултырғысҡа ултырғас, икеһе лә өй исеменә доға ҡылып алды.

Кәримә күршеһен өҫтәлгә саҡырҙы.

– Телефонды әйтәм, бик шәп нәмә булып сыҡты ла. Шылтыраттым – килдең. Элек булһа, аяҡ ите ашап, өйөңә барырға тура килер ине. Заман әйбәтләнде, Сәлимә, әйбәтләнде. Беҙ генә олоғайып киттек... Йә әле, һүҙгә алданып ултырма, ҡоймағынан ауыҙ ит, һинд сәйе эсеп ебәр. Сәй тигәндән, беҙгә элек һинд сәйе бик һирәк тәтей ине. Хәҙер инде йәнең теләгәнен һатып ал да, кинәнеп эс тә эс кенә.

-Килешәм. Ул саҡта арыу сәйҙәрҙе хужалар эсте лә, һатыусылар кинәнде. Беҙҙең кеүек сөгөлдөрсөләргә грузин сәйе лә бик ярап ҡала торғайны. Аллаға шөкөр, грузин сәйе эсһәк тә, бына тигән йәшәп ятабыҙ. Ә улар... – Сәлимә һүҙен әйтеп бөтөрмәһә лә, Кәримә аңлап алғайны инде.

Майлы ҡоймаҡтан ауыҙ итеп, ашыҡмай ғына сәй эстеләр. Ситтә йәшәгән ҡыҙҙарының, ейәндәренең хәлдәрен һораштылар, бала саҡтағы ҡыҙыҡтарын иҫкә төшөрөп, көлөшөп алдылар.

– Улыңды әйтәм, йәшләй генә гүр эйәһе булды ла ҡуйҙы, көтмәгәндә генә. Ярай әле эргәңә иптәшкә Винер ҡайтты. Бер үҙең ни эшләр инең?

– Бала сағында уҡ ул ауылға ҡайтҡан һайын: “Нәнәй, мин ҡаланы яратмайым, ҙур үҫкәс, һинең янға күсәм”, – ти торғайны. Беҙ көлөшә лә ҡуя инек, ә ул дөрөҫөн әйткән икән. Ауыл эшен яратты. Атаһы үлеп киткәс, ҡайтты ла төштө. Әсәһенең йортҡа ир керетерен һиҙгәндер балаҡайым, – Кәримә сәйҙе яңыртып алды. – Бар ҡатын-ҡыҙ ҙа беҙҙең кеүек түгел шул.

-Шулай инде. Беҙҙең башҡа ундай уй килеп тә ҡараманы. Ирҙәребеҙ өсөн өҙөлдөк.

Һүҙ ирҙәргә күскәс, Кәримә бер аҙ уйланып торҙо ла, һүҙен дауам итергә була, тамағын ҡырҙы.

– Сәлимә, быға тиклем бер кемгә лә белгертмәгән ахмаҡлығымды һөйләйем әле, – тине, башындағы яулығын рәтләп.

– Мин белмәгән ниндәй ахмаҡлығың бар икән? Булыр ул һинән, – тип Сәлимә лә иркенләберәк тыңларға әҙерләнде.

-Тыңлаһаң, барыһын да төшөнөрһөң. Ҡыҙым тыуғас, бик ҡаты сирләп киттем. Өҙлөктөммө, һалҡын тейҙеме – белмәйем. Ноябрь урталары. Ҡар яуған, йылғаларҙа боҙ нығына башлаған саҡ. Баланы ҡәйнәмә ҡалдырҙыҡ та, ат егеп, Рәсихем менән Охлебингә киттек. Даны бар тирә-яҡҡа таралған табип ул саҡта шунда ғына ине. Йүтәлләйем, хәлем юҡ, ҡалтыранам. Иҫән-һау өйгә ҡайта алмаҫмын һымаҡ. Үлеп маҙар китһәм, ирем яттарға ҡала инде, тип ҡайғырам. Шуға ла ауыҙымды көскә ҡыбырлатып: “Тураға барайыҡ”, – тим. Урауға бик алыҫ. Рәсихем миңә ҡарап алды ла, хәлемдең мөшкөллөгөн күргәс, тураға барырға булды. Саҡ туңа башлаған боҙҙан сығыу аҡылһыҙлыҡ бит инде. Ағиҙелгә еткәс, ирем таяҡ менән боҙға һуҡҡылап, ныҡлығын тикшерҙе. Ватылмағас, атты етәкләп кенә боҙға индерҙе лә, үҙе санаға ултырҙы. Бына бер заман ат алға бара, арттан боҙ ватыла. Атты шәберәк ҡыу, тим. Шулай иткәндә, йәнәһе, ат ауырлығына боҙ ватылып, бергә батып үләйек, тигән һыным. Яраттым бит мин уны, яраттым! Балам хаҡына Аллам һаҡланы: йылғаны имен-аман сығып еттек. Иҫән ҡалыуыма кәйефем төштө. Былай булғас, ирем кешегә ҡала инде, тим.

Охлебингә ҡараңғы төшкәндә генә барып керҙек. Тиҙ үк табипты саҡырттылар. Ул (Иван исемле ине, фамилияһы хәтерҙә түгел) иғтибар менән ҡараны ла медсестраларға укол яһарға ҡушты. Алыҫтан килгәнебеҙҙе белгәс, атҡа ла, иремә лә урын тапты. Барыһы ла әйбәт булыр, тип борсолмаҫҡа ҡушты.

Өс көндән хәлем яҡшырып, ҡайтып киттек. Шунан бирле ныҡлап сирләгәнем булманы. Быларҙы, Сәлимә, тәүләп һиңә генә һөйләүем. – Кәримә яулыҡ осо менән күҙҙәрен һөртөп алды. Сәлимәнең дә күңеле тулып китте:

– Яратҡанһың икән Рәсих ағайҙы, ныҡ яратҡанһың.

– Башҡаларҙың ире менән сағыштырғанда, алтын булды. Артығын һөйләмәне, эске менән мауыҡманы, миңә лә ныҡ ярҙам итте. Шундай кешене нисек инде ятҡа ҡалдырмаҡ кәрәк?

– Алла бәндәһе ине шул Рәсих ағай. Тыныс, йыуаш булды.

– Йыуаш түгел, Сәлимә. Кәрәк саҡта үҙен яҡлай ала ине.

Күршеләр ризыҡҡа әмин тотоп, бергәләп өҫтәлде йыйыштырып ҡуйҙы.

– Ҡоймағың бик тәмле булды. Уңдырғанһың. Ғөмүмән, һин аш-һыуға оҫта инде, Кәримә еңгә... Винер ейәнең ҡайтҡайны шикелле. Ҡайҙалар, күренмәйҙәр?

– Ҡоҙағыйҙың хәлен белергә киттеләр. Балаҡайым һәр саҡ Себерҙән ҡайтҡандың икенсе көнөнә машинаһына ғаиләһен тейәй ҙә шунда алып китә.

– Ейәнең дә ҡартатаһына, атаһына оҡшап, аҡыллы, тыныс ҡына күренә. Киленең дә бик матур йырлай икән, тауышы моңло. Концертта ҡатнашырға ейәнең рөхсәт иткәндер инде. – Һүҙҙе артабан дауам итергәме-юҡмы тигәндәй, Сәлимә бер аҙ тынып ҡалды. Саҡырып сәй эсергән кешене шик тыуҙырырлыҡ һорауҙар менән яфаламаҫҡа булды. Кеше ғаиләһенә тығылыуҙан да яманы юҡ бит ул. Кәримә, әлбиттә, күршеһенең тағы ла ниҙер һорарға тип ынтылыуын һиҙмәне түгел, һиҙҙе.

-Ҡоҙағыйға оҡшап моңло булған. Винерым ситтә йөрөгәс ни, киленгә өйҙә ултырыу күңелһеҙ булмаһын тип, мин дә ҡаршы килмәнем. Иптәш ҡатындары менән бергә йөрөй. Йөрөһөндәр. Беҙҙең йәшкә еткәс, барыбер өйҙә ултырырҙар. – Кәримәнең күҙ ҡарашынан Сәлимә ”Төшөндөңмө инде, бүтәнсә бер нәмә лә һорама” тигән ишараны аңланы.

Ҡапҡа шығырлауға икеһе лә тәҙрәнән тышҡа ҡараны. Әллә балалар ҡайтты? Юҡ та, бер ҡатын кереп килә икән. Сиғандар йөрөйҙөр инде, тип Кәримә ишеккә йүнәлде. Бер килеп инһәләр, кире сығарырмын тимә уларҙы. Күҙ тейгән, сихырлағандар, мәйет сығырлыҡ иткәндәр, тип ай-вайыңа ҡуймай ышандырырға тотоналар. Ауыҙ асып, иҫеңде юғалтып торһаң, аҡсаңдан да, берәй әйбереңдән дә һә тигәнсе ҡолаҡ ҡағаһың. Әлбиттә, Кәримә улар менән ҡаты һөйләшә. Үҙем хаҡында бөтәһен дә үҙем яҡшы беләм, ти ҙә ҡыуа ла сығара.

Инеүсенең ауыл медпунктында эшләгән шәфҡәт туташы Нәзирә икәнен белгәс, Кәримә уны яҡтырып киткән сырай менән өйгә саҡырҙы:

– Әйҙә, Нәзирә, түргә үт.

Ҡатын түргә үтеп, Сәлимәгә өндәште:

– Һаумы, Сәлимә апай. Өйөң йоҙаҡлы булғас, ҡайҙа китте икән, тип торам.

-Аллаға шөкөр әле. Бына Кәримә еңгәй тәмле итеп ҡоймаҡ бешергән дә, сәй эсеп алдыҡ.

Шул арала Кәримә сәйнүккә һыу өҫтәп, ҡайнатырға ултыртты.

– Һеҙгә рәхәт, күрше генә йәшәйһегеҙ, – тине Нәзирә, өй эсенә күҙ йүгертеп.

– Аллаға шөкөр, һәйбәт, – тине Кәримә, – Әйҙә, Нәзирә, һин дә ҡоймаҡтан ауыҙ ит.

– Балалар ҡайҙа?

-Ҡоҙағыйҙарға хәл белергә киттеләр, – тип яуапланы өй хужаһы сәй яһай-яһай.

Кәримә лә, Сәлимә лә, был ни йомош менән йөрөй икән, тип эстән генә баш вата ине ошо мәлдә. Грипҡа ҡаршы прививка тиер инең, йәй уртаһы ғына. Етмәһә, ҡулында бер нәмәһе лә юҡ. Нәзирә лә килеүенең сәбәбен әйтергә ашыҡманы. Ниһайәт, сәйгә әмин тотоп, өҫтәл артынан ҡуҙғалғас ҡына һүҙ башланы.

– Ошо арала район етәксеһе килергә тейеш. Халыҡты йыйып һөйләшергә иҫәбе.

– Нимә  тураһында һөйләшергә? – Нимә хаҡында икәнен бик яҡшы белһә лә, Кәримә тәү ишеткәндәй ҡыланды. Сәлимә, оноттоң дамы ни, тип ауыҙын асҡайны, Кәримәнең йөҙөнә ҡарағас, хәйләләшеүен һиҙенеп, туҡтап ҡалды.

– Мәсьәлә етерлек инде. Урамға асфальт түшәйһе, яу ҡырында баш һалғандар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискты яңыртаһы бар. Күл мәсьәләһе ҡуйырып тора. – Күл һүҙен ишеткәс, Сәлимә түҙмәне:

– Күлде ҡоротмаҫҡа кәрәк, – тине, ҙур яңылыҡ әйткәндәй.

– Шуға килдем дә инде. Халыҡҡа аңлатып йөрөйөм. Шәфҡәт туташы ғына түгел, ауыл советы депутатымын да бит әле, – тине Нәзирә ғорурлыҡ менән. – Минән башҡа бер ниндәй эш тә башҡарылырға тейеш түгел!

– Күл тигәндән, үҙеңдең уй ниндәй һуң? – Кәримәнең был һорауына Нәзирә ҡыуанып китте.

– Күл бөтәбеҙҙеке лә. Ул кемдеңдер ҡулына күсә алмай. Мал-тыуарыбыҙ, ҡош-ҡортобоҙ шунда һыулай. Рәзит үҙенә алырға уйлай. Быға юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ. – Һөйләгән һайын Нәзирәнең тауышы көсәйҙе.

– Күл ҡорой. Сүп һала башлағандар. Быға тиклем Рәзиттән башҡа бер кем дә күл менән ҡыҙыҡһынманы. Ә үҙ ҡарамағына алам тигәс, ҡаршы килә башланылар. Күлде кемдеңдер алыу-алмауы түгел, уның һаҡланып ҡалыуы мөһим. Был – барыбыҙҙың да бурысы. – Кәримә, үҙенең ярһый барыуын һиҙеп, аҙыраҡ йомшара төштө. Өйгә килгән кешегә артыҡ ҡаты бәрелеү килешмәҫ, тип уйланы.

– Дөрөҫ, Кәримә апай, күлде һаҡларға кәрәк, әммә кемдеңдер милке итергә ярамай. Юғиһә, янына яҡын да юллай алмауыбыҙ бар. Бына эш ниҙә. Шуға ла район етәксеһенә, күлде шәхси ҡулға бирмәҫкә тип, берҙәм булайыҡ. Сәлимә апай, һин нисек уйлайһың?

– Нисек тә булһа, күлдең элекке матурлығын кире ҡайтарырға кәрәк. Минең теләк шул ғына.

Нәзирәнең күлде Рәзиткә бирмәҫкә тип өндәп йөрөүен ҡарсыҡтар аңланы. Уның күҙ ҡараштарында ла, һүҙҙәрендә лә, ҡаршы килеп, бер ни ҙә ҡыра алмайһығыҙ, иртәгәме, иртәнән һуңмы миңә күҙ терәп киләсәкһегеҙ, кәрәк кешемен, тигән фекер ярылып ята ине.

Ул һәр башланғыстың тик үҙе ҡатнашлығында ғына бойомға ашырылыуына күнегеп бөткәйне. Рәзиттең дә уның менән кәңәшләшмәйенсә, күлде үҙ ҡарамағына алырға йөрөүен күңеле ҡабул итмәне. Азат Кәрим улына ла үпкәһе юҡ түгел. Рәзит, моғайын, тәүҙә уның менән кәңәшләшкәндер. Һайлауҙарҙың юғары һөҙөмтәһе лә бары  Нәзирә арҡаһында ғына ла баһа. Сара алдынан ул һәр йортҡа кереп, кемде үткәрергә икәнен аңлатып йөрөй. Шуға ла Азат Кәрим улының үҙен тыңларына шикләнмәй. Әммә халыҡ араһына сығып, үҙен хупларлыҡ, уның яҡлы булырҙай кешеләр эҙләүҙе кәрәк тапты. Һүҙенең үтемлегенә ныҡ ышана.

Ә ҡарсыҡтар ыңғай ҙа, кире лә булмайынса, ярар, барырбыҙ, тип тороп ҡалды.

7.

Нәзирә үҙенә уңайлы һүҙ ишетмәгәс, кәйефе төшөп сыҡты. Ҡарсыҡтарҙы күлдең кемдеңдер ҡулына бирелеү-бирелмәүе ҡыҙыҡһындырмауын аңланы. Тағы кемдәрҙе күрергә тип уйланып торҙо ла, дүрт йыл элек ҡаланан күсеп ҡайтып, Кәримәләрҙән өс өй аша ғына йәшәгән Гөлбикәләргә ыңғайланы.

– Әйҙә, йәштәш, рәхим ит, – тип шатланып ҡаршыланы Гөлбикә. Шунда уҡ сәйнүгенә һыу һалып, ҡайнатырға ҡуйҙы.

– Мәшәҡәтләнмә, Гөлбикә, мин сәйләп тормам. Әле генә Кәримә апайҙарҙа эстем, – тине түрҙәге диванға ултырып. – Ни хәлдә генәһегеҙ? Самат ағай әллә өйҙә юҡ?

– Уны беләһең бит инде, медицинаны һанға һуҡмай, үлән йыйырға сығып китте. Алып ҡайтып киптерә лә ҡағыҙ төргәктәргә һалып ҡуя. Ҡышын сәйгә ҡушып эсәбеҙ, файҙаһы ла бар, буғай. Үлән эсә башлағас, һыуыҡ тейеү, грипп тигән нәмәне оноттоҡ, – тип Гөлбикә, һыуытҡыстан ашамлыҡтар сығарып, өҫтәлгә теҙҙе.

– Әллә нәмә сығарма инде.

- Һин, Нәзирә, тик кенә ултыр. Нимә эшләгәнемде үҙем беләм. Әллә ниҙә бер килгән йәштәшемде нисек итеп һыйһыҙ сығарып ебәрәйем. Төшкөнө ашар мәл дә етеп килә. Үҙең һуң, мин барып керһәм, сәй ҙә эсермәй сығарыр инеңме ни?

Сәйнүге ҡайнап сыҡҡас, Гөлбикә соландан бер шешә тотоп керҙе.

– Быныһы нимә тағы? – тип ғәжәпләнде Нәзирә, йәштәшенең ҡулындағы ҡыҙғылт шыйыҡса тултырылған шешәгә ишаралап.

– Былмы? Саматым эшләгән бальзам. Сәмәйгә ете төрлө үлән һалып, ҡараңғыла ике ай тоттоҡ. Дарыу ғына ул. Яҡын-тирәлә бындай нәмә юҡ.

– Мин эсмәйем. Эшкә бараһым бар, ярамай. Алып ҡуй һин уны, Гөлбикә, – тине Нәзирә ялынып тигәндәй.

- Әкиәт һөйләмә әле, ауыҙ итеп кенә ҡарайбыҙ. Оҡшамаһа, һине бер кем дә көсләмәй, – тип һөйләнә-һөйләнә Гөлбикә бәллүр рюмкалар алып килде лә шешәләген һалып ебәрҙе. – Сәй эстем тинең, тимәк, ҡорһағың буш түгел. Тот, әйҙә. Артынан тоҙло ҡыярмы, колбасамы ҡабып ебәр.

Йәштәшенең ҡыҫтауына Нәзирә оҙаҡ ҡарышып торманы, һалынғанын күтәреп тә ҡуйҙы. Бальзам тигәне эсен ҡыҙҙырып төшөп китте.

– Йә, нисек?

– Ярайһы. Араҡы түгел инде, эсергә еңел.

– Һин миңә ул араҡыны иҫкә төшөрмә. Ун биш йыллап ауыҙыма алғаным юҡ. Ҡунаҡҡа барһам, үҙемдекен тотоп барам. Хужаның сәмәйе булмаһа, үҙемдекен сығарам. Араҡы эсеп, үлер хәл юҡ инде. – Гөлбикә шулай һөйләнә-һөйләнә тағы рюмкаларҙы тултырҙы. Был юлы Нәзирә, әллә бындай нәмәне быға тиклем эскәне булмағанғамы, әллә һуңғы ваҡыттағы күлгә бәйле хәлдәр тынғылыҡ бирмәгәнгәме, йәштәшенең ҡылығына ҡаршылашып торманы. “Сит кешелә түгелмен дә инде, организмға аҙыраҡ ял биреп, күңелде бушатырға миңә лә ярайҙыр” тигән уй үтте башынан. Икенсе рюмканан һуң кәйефе күтәрелеп киткәндәй тойолдо. Аңҡы-тиңке уйҙар ҙа ҡайҙалыр юғалғандай булды.

Икеһе лә йәш саҡтағы ҡыҙыҡ хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп, көлөшөп алдылар.

– Хәтереңдәме, Нәзирә, икебеҙҙең дә бер егеткә күҙебеҙ төшкәйне?

– Хәтерҙә. Йәшлек йүләрлеге инде. Уға ғашиҡ икәнеңде һиҙгәс, мин дә сәмләнеп киттем. Һиңә бирәһе килмәй бит инде.

– Ярай әле уға кейәүгә сыҡмағанбыҙ – атаһына оҡшап, эсеп үлде. Үҙе сибәрлеккә сибәр ине, суҡынған, – тип Гөлбикә яңынан рюмкаларҙы тултырҙы.

– Етер. Артыҡ булмаҫмы? Көнө лә ҡыҙҙыра, ҡайта алмай ятһам? – тине Нәзирә, сәмәйҙең ғәйрәтенән тирләгән маңлайын һөртөп. – Ямғыры ла күптән юҡ, үләндәр кибә башланы.

– Оҙаҡламай яумаҡсы, радио шулай тине... Өсөнсөһөн эсәбеҙ инде. Быныһы – мөхәббәт өсөн. Бына шулай һул ҡулыңдың усына рюмканы ҡуй ҙа тотмай ғына эсеп ебәр. Сәкәштереп тормайбыҙ. Төбөн ҡалдырырға ярамай, бөтөргәнсе эсәһең. Әллә белмәй инде?

– Ишеткән юҡ. Һин, ҡаланан ҡайтҡас ни, әллә нәмәләр беләһең. Беҙ инде ауылса ғына эсәбеҙ. – Нәзирә мөхәббәт өсөн эсеү йолаһын, ысынлап та, белмәй ине. Эсеп ҡуйҙы. Быныһы башына киткәндәй тойолдо. Сәмәй үҙ эшен башҡара башланы.

– Нәзирә, һин былай ғына ингәйнеңме, әллә йомошоң бар инеме? – тине Гөлбикә, йәштәшенең килеү сәбәбен белергә теләп. Юғиһә ауылға күсеп ҡайтҡаны бирле Нәзирәнең килеп урағаны юҡ ине. Шуға ла үҙҙәренең ишек алдында күргәс, ғәжәпләнеп ҡуйҙы. “Ни булды икән? Самат менән бер-бер хәл була күрмәһен” тигән уй йәшен тиҙлегендә башынан үтте. Берәй кеше сирләп киткәндә лә, Нәзирәнең ҡуҙғала һалмауын яҡшы белә Гөлбикә. Шуға ла күптәр район үҙәгенә йөрөп эшләгән шәфҡәт туташына өндәшеүҙе хуп күрә. Район дауаханаһының баш табибына ла яҙып ҡаранылар, файҙаһы булманы. Нәзирәнең көтмәгәндә килеп инеүе Гөлбикәгә ғәжәп тойолдо.

– Хәлеңде белеп сығайым тигәйнем. Әллә ҡасандан йыйынам, ваҡыт табып булмай. Шулай ғүмер ҙә уҙа. Ҡайтҡанығыҙға нисә йыл булып китте?

– Дүрт йыл инде. Яҙ көнө ҡайтҡайныҡ. Әсәйҙең өйөн нығытып, матурлап алдыҡ. Туғандарҙың береһенең дә ауылда йәшәгеһе килмәне. Мин генә ахмаҡ ул.

– Улай тимә. Ауылда йәшәгәндәр ахмаҡ була тиме ни? Беҙҙә ҡаланан һис кенә лә кәм түгел: газ кергән, юлдарҙы күтәртеп, ҡом һалдырырға торабыҙ. Ауыл эргәһендәге күлде тәртипкә килтерәһе бар. Күл тигәндән, Рәзит алырға йөрөй икән. Балыҡ үрсетеп ятырға иҫәбе. Күлде уға бирмәҫкә ине, ул бит бөтәбеҙҙеке лә. Шулай бит, Гөлбикә? – Нәзирә йәштәшенә тағы ла арттырыбыраҡ һөйләргә тотондо. Ниһайәт, Гөлбикәгә көтөлмәгән ҡунаҡтың сере аңлашыла башланы. Уның Рәзиткә ҡаршы икәнен ишетеп белә ине.

– Дөрөҫөн генә әйткәндә, миңә күл кәрәкмәй. Өйҙө һатырға иғлан бирҙем. Кире ҡалаға китәбеҙ. Күлде кем алһа ла, миңә барыбер.

– Ниңә, ни булды? Ауыл оҡшамай башланымы? Эштән ҡурҡтың тиер инем, тырыш кешеһең, – тине Нәзирә ғәжәпләнеп. – Әллә Саматҡа оҡшамаймы?

– Нәзирә, һин яҡшы беләһең: Самат – икенсе ирем. Уның ике балаһы, минең – икәү. Уртаҡ балабыҙ булманы: олоғайып киттек. Ауылға ҡанатланып ҡайтҡайныҡ. Беҙҙән бигерәк балалар ҡыуанды. Саф һауа кәрәк, тинеләр. Дөрөҫ, тәүге йылдарҙа ҡайтып ярҙам итештеләр, каникулда балаларын ҡайтарып ҡуйҙылар. Саматтыҡылар ҙа, минекеләр ҙә. Үҙең аңлайһың, һинекеләр ҡайтып йөрөмәһен, тип булмай ҙа инде. Бергә йыйылһаҡ, утыҙҙан ашып китәбеҙ. Мин көнө буйы ашарға бешерәм, Самат мунса яға, ә улар йә һыу буйына, йә урманға сығып китә. Асығып ҡайтҡас, маҡтап-маҡтап ашайҙар ҙа мунсаға китәләр. Ах-бух итеп ҡайталар ҙа, кем ҡайҙан урын таба, шунда хәл йыйырға яталар. Исмаһам, берәйһе, арығанһыңдыр инде, тип хәлгенәмде һорашһа...

Бер саҡ шулай йыйылғанда, ейәнем: “Нәнәй, ниңә һин бер ҙә көлмәйһең, гел бойоҡ ҡынаһың ул?” – тип һораны. “Эй, балаҡайым, арыйым шул”, – тигәйнем, үҙемдең ҡыҙым ашап ултырған еренән миңә боролдо: “Әсәй, һин дә арыйһыңмы ни?” Әйтерһең, мин тимерҙән яһалған. Ата-әсәнең хәлен бала-саға аңлаймы ни инде!?

– Арыта инде, йәш тә бара бит, – тине Нәзирә.

– Арыу – бер хәл. Ҡан баҫымы күтәрелеп, ике тапҡыр Өфөлә дауаханала ятып ҡайттым. Хәҙер көн дә иртән бисопролол эсәм. Эсмәһәм, күтәрелә лә китә. Һин, медик кеше, беләһең инде... Ҡалала йәшәгәндә берәү ҙә килмәне. Тыуған көн менән ҡотларға ла онота инеләр. Хатта балалар ҙа ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанды. Ауылға ҡайтҡас, бөтәһенә лә кәрәкбеҙ икән. Ошо сәмәйҙе сығарһам, бөтәһенең дә китә ауыҙы йырылып... Етте, бында шифахана түгел. Арытты. Балаларымдың береһе алам тиһә, өйҙө бушҡа бирәм. Күр ҙә тор, береһе лә ҡайтмаясаҡ. Һатырға тура килер. Шуға күрә, Нәзирә, асыуланһаң асыулан, күл миңә кәрәкмәй, үҙегеҙ генә зыҡ ҡубығыҙ. Әйҙә, тағы берҙе, – тип Гөлбикә рюмкаларҙы йәнә тултырҙы. Нәзирәнең дә ҡулы үҙенән-үҙе ымһындырғыс шыйыҡсаға үрелде. “Гөлбикәнең хәлен үҙ балалары аңламағанды, минең ауыл тип яныуымды кем генә аңлар икән” тигән уй мейеһен телеп үтте. Ҡулын ғына һелтәп тә ҡуйыр ине, ғәрлеге ни тора: ҡулынан килмәне, көсө етмәне, тиерҙәр.

Дүртенсе рюмканан һуң ҡатындар бер-береһен бүлдерә-бүлдерә тағы әллә күпме сөкөрҙәште. Самат ҡайтып кергәндә, икеһе бер-береһенә баштарын терәп, “Беренсе мөхәббәт”те һуҙа ине.

8.

Ҡулланыусылар йәмғиәте таралғас, улар ҡарамағындағы кибеттәрҙе шәхси ҡулдарға ҡуртымға тараттылар. Үҙ эшен башларға теләүселәр күп булһа ла, бары икеһе генә ныҡлап тотондо. Баштараҡ халыҡта аҡса булмау эште тотҡарлаһа, һуңыраҡ район үҙәгендә күпләп магазиндар асыу ваҡ эшҡыуарҙарға аяҡ салды. Ауыл кибеттәре бары тик аҙыҡ-түлек менән генә сауҙа итә. Шуға ла машиналы  кешеләр пенсия алғандың икенсе көнөнә үк районға юллана. Унда йәнең теләгәнде алып була.

Икмәк алыусылар бөткәс, Фатима тышҡа сығып, ҡояшҡа арҡаһын ҡуйҙы.  Таш кибет эсендә, йәйге селләгә ҡарамаҫтан, һалҡынса. Оҙағыраҡ торһаң, тәнеңә һалҡын үтә башлай. Ҡайһы берәүҙәр тирләп-бешеп керә лә:

– Бына ҡайҙа ул донъяның рәхәте! – ти, тирләгән биттәрен һөртөп. Шул ваҡыт Фатима түҙмәй:

– Көнө буйына баҫып тороп ҡараһағыҙ, нисегерәк һайрар инегеҙ икән? – ти. Көндәрҙең эҫеһе оҙаҡҡа китһә, кибет эсе лә ҡыҙа башлай, етмәһә, аҙыҡ еҫе танауға бәрелеп тора. Әллә ниҙә бер кереүсегә һәйбәттер ҙә ул, әммә Фатима туйған инде. Елләткес ҡуйғас, шәп булып ҡалғайны ла, үткән йәй йәшен атып, янып сыҡты. Яңыһын алырға, йә элеккеһен төҙәтергә йә аҡса, йә ҡул етмәй тора. Ире Рауил көн һайын тауар артынан сығып китә. Аҙыҡ-түлекте яңыртып тормаһаң, эш бармай. Халыҡ үҙгәрҙе: етештереү ваҡытын, һаҡлау мөҙҙәтен тикшереп кенә торалар. Срогы сыҡһа, һатырмын тимә. Шуға ла Рауил аҙ-аҙлап, яңынан-яңыға ғына алып ҡайта. Райондан килеп тә тикшереп торалар. Һуңғы арала эш еңеләйә төштө: тауарҙы килтереп бирә башланылар. Шулай ҙа көндәлек аҙыҡты үҙе алып ҡайтырға тырыша.

Бер үҙе генә һатҡанға, Фатимаға ауырға төшә. Ауылда саҡта ҡыҙы ярҙамлаша ине. Ул уҡырға киткәс, бер нисә кешене эшкә алып ҡараны, тик береһе лә еренә еткереп һата алманы. Йәштәр көнө буйы телефонға текәлеп торһа, олораҡтар мутлашып маташты. Ҡайһылары хаҡтарҙы арттырып һатырға ла тартынманы.

Туғандарына, дуҫтарына, магазин эше эш түгел, тип зарланырға яратһа ла, Фатима кәсебен ташларға һис кенә лә йыйынмай. Мәшәҡәтле булһа ла, аҡсаһы тамып тора. Эш урының булғас, кредит алыуы ла еңел. Бына тигән итеп ҡыҙыл кирбестән йорт һалып ебәрҙеләр. Ихаталарында сит ил машинаһы һәм тауар ташырға “ГАЗель” ултыра. Ҡыҙҙарын нефть институтына уҡырға индерҙеләр. Уның менән бер класта уҡыған күрше ҡыҙы мәктәпте “бишле”гә генә тамамлаһа ла, үтә алманы. Балл етмәй, тип кире борҙолар. Сәбәбен белеп тә, бер ни эшләй алманылар. Мал һатҡан аҡсаның ғына аҙ булыуын аңланылар.

Тағы бер ғаилә ауылдың икенсе осонда кибет асып ебәрҙе. Әллә ҡайҙан вагон алып ҡайтып, тышын кирбестән тышлатып ҡуйҙылар. Эсе тар булһа ла,  ауыл халҡына ярап тора. Был ғаиләлә ир – хужа. Магазин да уның исемендә. Бер һүҙ менән әйткәндә, өткөс, бөтмөр ир. Күп ваҡыт уны үҙ исеме менән Ринат тип тормайҙар ҙа, өткөс тиһәләр, кем хаҡында һүҙ барғаны шундуҡ аңлашыла. Ҡатыны Рәйсәгә тыныс, ире ҡанаты аҫтында  уға уңайлы. Килеп тыуған мәсьәләләрҙе ире хәл итә, ул борсола. Рәйсәнең эше – һатыу, йыйылған аҡсаны иҫәпләү. Ул – элекке бухгалтер, шуға ла ҡағыҙ эштәрен үҙе башҡара, иҫәп-хисабын бирә. Уларҙың ғаиләһе Фатималар һымаҡ иркен йәшәмәһә лә, кеше араһында кәм-хур түгел. Эшҡыуарлыҡҡа тотоноуҙарына ла бер нисә йыл ғына әле.

Рауил менән Фатима Ринат менән Рәйсәнән бер нисә йәшкә өлкәнерәк булһа ла, үҙ-ара дуҫтар. Бер осрашып, ашап-эсеп ултырғанда Рауил Ринатты магазин асырға димләне лә инде. Район үҙәгенә йөрөп эшләгән ир уйланы-уйланы ла, ҡатыны менән кәңәшләшкәс, тәүәккәлләп ҡарарға булды. Барып сыҡмаһа, ташлауы ҡыйын булмаҫ, тип уйланылар. Тауар алып ҡайтып һатыуҙың әллә ни ҡыйынлығы юҡ та, ҡағыҙ артынан йөрөү, рөхсәт алыу оҙаҡҡа һуҙылды. Яңы закон буйынса үҙ эшен асҡандарға ярҙам итеп бирелә торған аҡсаһын да алдылар.

Ауыл ҙур булғас, улар бер-береһенә көндәш түгел. Фатималар магазинында, аҙыҡ-түлектән тыш, йорт-хужалыҡ кәрәк-яраҡтары ла бар.

Арҡаһы ҡояшҡа ныҡ ҡыҙа башлағас, Фатима магазинға керҙе. Уның артынса уҡ махмурҙан шешенеп бөткән Ғаяз күренде.

– Һаумы, Фатима апай, хәлдәр нисек? – тине, кеше юҡлығына шатланып.

– Һәйбәт әле, бик һәйбәт. Нимә кәрәк? – тине Фатима ҡоро ғына.

– Үҙең беләһең инде. Һыра.

– Аҡсаң бармы?

– Юҡ шул, көтөргә биреп тор инде.

– Аҡсаң булғас, килерһең.

– Яҙып ҡуй, барыбер бирәм бит инде. Алдағаным юҡ та, Фатима апай. Башым ныҡ ауырта. Ошонда йығылып үлһәм, һинең дә башыңдан һыйпамаҫтар бит.

– Бар, тышҡа сыҡ, шунда үл. Араҡы һатыусы – ярты ауыл, шуларға бар. – Фатима ярһый башланы. Ғаяздан ул ялҡып бөткән инде – көн дә килә лә керә.

– Улар бирмәй шул, аҡса булмағас. – Ғаяз йөҙөнә иламһыраған ҡиәфәт сығарҙы.

– Аңлайһыңмы, Ғаяз, бында һинең бурысың бер велосипед алырлыҡ булып бара. Юҡ, бирә алмайым. Бурысыңды ҡасан түләйһең? Полицияға яҙып биргәнде көтмә.

– Көҙгә инде. Бәрәңге сығарып һатып, аҡса эшләгәс. Көтәһең инде.

– Мин, ахмаҡ, һиңә ышандым, ҡыҙғанған булдым. Бар, башымды ҡатырма. Ҡыҙҙырма мине, холоҡто беләһең. – Фатима прилавка артынан сығып, Ғаязды елтерәтеп тигәндәй тышҡа сығарҙы. – Магазинды һаҫытып бөттөң, кеше керерлек түгел. Күршеңә бар. Эше булһа, һине саҡыра бит, башыңды ла төҙәтһен.

Ғаяз ауыҙ эсенән һөйләнә-һөйләнә тапанып торҙо ла урам буйлап китте.

– Нисек ер күтәрә шуларҙы? Бына тигән ҡатыны, балалары бар ине. Эсеүе арҡаһында юҡҡа сыҡты бит. Бер ул ғына булһа, бер хәл ине, ундайҙар артҡандан-арта ла баһа. Үрге ос Нәжибәнең улын да ҡатыны ҡыуып ҡайтарған икән. Кисә ҡалтыранып, үлтерә күрмә берүк, тип килеп керҙе. Арта бит шундайҙар, нимәлер эшләргә кәрәктер, – тине Фатима эргәһенә килеп баҫҡан Нәзирәгә.

– Көрәшеп ҡарайбыҙ ҙа бит, килеп сыҡмай. Уларҙы һүҙ менән генә тәрбиәләп булмай. Һуң инде... Фатима, ошо көндәрҙә йыйын була. Иғлан ҡуйылыр. Килергә тырыш. Һин минең һүҙҙәрҙе хупларһың, яраймы?

– Борсолма, Нәзирә апай, мин һәр саҡ һинең яҡлы. Ә ниндәй мәсьәлә күтәреләсәк? – тип ҡыҙыҡһынды Фатима.

– Ауыл проблемалары инде. Күлде элекке хәленә ҡайтараһы бар. Шул хаҡта ла. Ярай, мин ашығам, тағы күрәһе кешеләрем бар. Һин килмәй ҡалма инде, йәме? – тип Нәзирә сығыу яғына ашыҡты.

Күлде Рәзит ағаһы алырға теләй икән тигән һүҙҙе ишетеп ҡалғайны. Әммә Нәзирәнең ыңғаймы, ҡаршымы икәнен аңлай алмай ҡалды. Ҡаршы булһа, уның өндәшмәй ҡалыуы яҡшы, ни тиһәң дә, Рәзит – өс туған ағаһы.

9.

Ауылға килгәс, район хакимиәте башлығы Азат Кәрим улына:

– Әйҙә, иң башта күлде ҡарап киләйек, – тине. Етәксенең шулай итерен белә ине, шуға Рәзит ағаһын, өйөң янында ғына бул, тип киҫәтеп ҡуйҙы. Район етәксеһе үҙенең урынбаҫарҙарын, ер комитеты рәйесен дә эйәрткәйне. Күл янына килгәс: “Их, ниндәй матур күл, ниндәй матур урын!” – тип таң ҡалдылар. Тирәләп үҫкән ҡамыштарҙың, тал ағастарының йәм биреүенә һоҡландылар.

– Беҙ йәш саҡта тағы ла матурыраҡ ине. Һыуы саф, балығы мул ине. Мал тапап бөтөрҙө, – тип Рәзит үҙ фекерен әйтмәй ҡала алманы.

– Әле лә матур, Азат Кәримович. Ҡарабаевтың борсолоуҙары дөрөҫ, был матурлыҡты һаҡларға кәрәк. – Шунан һуң Рәзиткә боролдо. – Ҡуртымға ал, рөхсәт бирәм. Минең менән ер комитеты етәксеһе лә килде. Нимәләр кәрәклеген һиңә ул төшөндөрөр. Хәҙер йыйылған ауылдаштарыңа уй-ниәттәреңде һөйләп бирерһең.

– Ярай, Дамир Хәлитович, мин һеҙҙе аңланым, – тине Рәзит, хужаның ыңғай һүҙ әйтеүенә шатланып.

Клуб алдына халыҡ байтаҡ йыйылғайны. Тышта ағастар ышығында ғына һөйләшергә уйлағайнылар ҙа, әммә көндөң ҡыҙҙыра башлауын, етмәһә, йыраҡта болоттар ҡуйыра төшөүен күреп, клуб эсенә инделәр.

Йыйылыусылар урынлашып бөткәс, Азат Кәрим улы йыйынды асып, килгән ҡунаҡтар менән таныштырҙы.

– Ауылдаштар, тауышты бөтөрәйек. Әйтер һүҙҙәрегеҙ булһа, мөмкинлек буласаҡ, әҙерләнеп тороғоҙ. Беҙҙең алда ҙур мәсьәлә тора. Урындағы эштәрҙе башҡарып сығыуға ярҙам итеү программаһына ярашлы, хөкүмәтебеҙ бер миллион аҡса бирә ала. Беҙ ул суммаға нимәләрҙе тормошҡа ашыра алыуыбыҙ хаҡында кәңәшләшеп, уйлашырға тейешбеҙ. Субсидияның күп өлөшө – республика, биш проценты урындағы бюджеттан, ә өс проценты халыҡтан йыйыла. Мин төрлө варианттары менән таныштырып китәм. Иң кәрәген һайлап алыу һеҙҙән тора. Беренсенән, ауыл зыяратын кәртәләү, икенсенән, заман шарттарына яраҡлаштырып, клубты төҙөкләндереү, өсөнсөнән, ҡоҙоғон яңынан ҡаҙытып, һыу һурҙырыу ҡорамалын яңыртыу. – Халыҡ шаулаша башланы. – Иптәштәр, әйтеп бөтөрмәнем әле, тынысланығыҙ. Зыяратты кәртәләргә бер миллион дүрт йөҙ мең һум кәрәк, клубты яңыртыуға – ун биш, ә һыу һурҙырыу ҡорамалдарына биш миллион һум талап ителә. Хөкүмәт барлығы бер миллион ғына бирә ала, ҡалғанын үҙебеҙҙән йыйырға йәки бағыусылар табырға тура киләсәк.

Халыҡ тағы гөж килә башланы. Ҡайһы берәүҙәрен аңларға мөмкин ине:

– Ниңә беҙҙән көләһегеҙ!?

– Шул тиклем аҡсаны халыҡ бирә аламы ни?

– Кем иҫәпләп сығарған?

– Халыҡтан аҡса йыйып, мәсет һалдыҡ. Кем йөрөй? Бары мулла ғына ултыра шунда аҡса йыйып.

– Дөрөҫ, кемгәлер йылы урын булһын өсөн тағы аҡса йыйырғамы?

– Ауыл советына ай һайынмы, кварталғамы аҡса бүленә. Ҡайҙа ул?

– Урамдарҙа юл юҡ, шуны ҡараһындар. Ул барыбыҙға ла кәрәк.

– Халыҡҡа эш юҡ, ә һеҙ аҡса талап итәһегеҙ. Оят түгелме әҙерәк?

– Дөрөҫ, тәүҙә эш бирегеҙ, хеҙмәт хаҡын арттырығыҙ, аҙаҡ аҡса һорарһығыҙ.

Азат Кәрим улы ни эшләргә белмәне. Бер нисә тапҡыр: “Туҡтағыҙ, берәмләп һөйләгеҙ”, – тип тә ҡараны, ләкин урындан ҡысҡырышыу дауам итте. Тауыш тынмағас, Дамир Хәлитович тороп баҫты:

– Мин һеҙҙе аңлайым, ләкин былай тауышланып ҡына бер ни ҙә ҡылып булмаҫ. Тыныс ҡына һөйләшеп, кәңәшләшергә тип йыйҙыҡ. Теләмәһәгеҙ, бер кем дә көсләмәй. Ул программаға конкурстан үтергә кәрәк. Шуға күрә бөгөн халыҡҡа иң кәрәкле, ихтыяж ҙур булған һәм көсөбөҙҙән килгән объектҡа ғына туҡталырға тейешбеҙ. Мәҙәниәт йортон яңыртырға республика бюджетынан аҡса һорарға тырышырбыҙ. Бөгөн һыу проблемаһы ла мөһим, әммә халыҡ көсө менән генә йырып сығырлыҡ түгел. Уныһын коммуналь хужалыҡ менән бергәләп хәл итергә кәрәк. Ә бына зыяратты тәртипкә килтереү – барыбыҙҙың да изге бурысы. Ҡоймалары иҫкергән, заманса итеп тимерҙән ҡуйырға кәрәк. Тимер ҡоймалар тип яҙылып, үтеп китһә, ҡалғанын йыйыу әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмаҫ. Уныһын үҙегеҙ һөйләшерһегеҙ. Азат Кәрим улы берәй бағыусы табырға тейеш. Был – программа шарттарының береһе.

Район хакимиәте башлығын тыңлағас, халыҡ тыныслана төштө. Аранан берәү ҡул күтәрҙе. Был Вәли ине. Әкрен генә сәхнә янына килде.

– Ауылдаштар, етәкселәр беҙҙе борсоған мәсьәләләрҙе күтәрә. Ләкин проблемалар бының менән генә бөтмәй әле. Яңыраҡ ҡоҙаларға барып ҡайттым. Уларҙың ауылында балалар һәм спорт майҙансығы бар. Беҙҙә икеһенең береһе юҡ. Балаларыбыҙ, йәштәребеҙ ҡайҙа барып төртөлөргә белмәй йөрөй. Шунан, Шәжәрә байрамы үткәреү өсөн генә урам араларын бер аҙ күтәртеп, ҡом һибеп сыҡҡан булғайнылар. Уныһы күптән иҙелеп бөттө. Үҙәк урамға асфальт йәйеү хаҡында күптән һүҙ йөрөй, әммә аныҡ эш күренмәй. Һуғышта һәләк булғандарға ҡуйылған обелиск та әҙәм көлкөһө. Уны яңыртырға, исемлекте лә ҡабаттан ҡарап сығырға кәрәк. Күптәр төшөп ҡалған, – тине лә халыҡҡа ҡарап тынып ҡалды.

– Вәли ағай, араҡы, самогон һатыусылар тураһында ла әйт. Ауыл халҡын алкашҡа әйләндереп бөтөп баралар бит. Бер ниндәй ҙә сара күрелмәй, – тине ире үткән йыл араҡы эсеп үлгән Тәскирә.

– Дөрөҫ әйтәһең, килен. Ауылға әллә кемдәр килеп, биш литр менән араҡымы, спиртмы таратып йөрөй. Быны, хужалар, һеҙ ниңә күрмәйһегеҙ? Ябай халыҡтың уларға көсө етмәй.

– Вәли ағай, һүҙең бөтһә, яуап бирәм, – тине Азат Кәрим улы, уға ултырырға ымлап. – Балалар һәм спорт майҙансыҡтарына килгәндә, шуны әйтә алам: беҙ ул мәсьәләне сессияла күтәрҙек. Аҡса бүленгән, урынын билдәләп, башлайһы ғына бар. Урам араларына килгәндә, Ағиҙел буйынан ҡом алыу мәсьәләһе ҡатмарлашты. Рөхсәт алыр өсөн былтырҙан бирле йөрөйбөҙ, тик осона сығып булмай. Шуға юлды күтәртмәй торам, юғиһә ямғырҙан һуң машиналар бөтөнләй йөрөй алмаясаҡ. ДРСУ-ға сиратҡа яҙылған, шылтыратыу менән улар киләсәк. Асфальт тигәндә, бында инде ауыл хакимиәте көсһөҙ, уға бик күп аҡса кәрәк. Элекке етәксе асфальт вәғәҙә иткәйне, халыҡ шуны әйтә, Дамир Хәлитович. Араҡы, спирт һатыусылар менән бергәләп көрәшергә тейешбеҙ. Участка полицияһына исемлек яҙып бирелгән, ул шөғөлләнергә тейеш. Әйҙәгеҙ, ауылдаштар, үҙебеҙ эсмәйек. Эсеүсе булмаһа, һатыусы ла булмаясаҡ.

– Эскеселәрҙе, араҡы һатыусыларҙы ауылдан ҡыуырға кәрәк. Бигерәк шаштылар. Район, ауыл советтары шундай ҡарар сығара алмаймы ни? Һәр ерҙең үҙ законы булырға тейеш түгелме? Социаль яҡлау бүлеге, полиция ҡайҙа ҡарай? Һис ниндәй профилактик эш алып барылмай. Ошо ауылға күсеп ҡайтыуыбыҙға ике йыл булды, беренсе мәртәбә йыйылдыҡ, – тип урындан ҡысҡырҙы Гүзәл.

Уның һүҙҙәрен дә хуплап, дөрөҫ тип ҡеүәтләүселәр табылды. Азат Кәрим улы Гүзәлдең һорауына яуап бирергә ашыҡты:

– Беҙ юғарынан килгән закондар буйынса йәшәйбеҙ. Һәр район, ауыл үҙ ҡанундарын сығара башлаһа, нимә булыр? Закон – барыбыҙ өсөн дә бер. Ә тәртипһеҙлектәрҙе бөтөрөү үҙебеҙҙән тора. Шуның өсөн староста һайлап ҡуйҙыҡ. Һәр урамдан уға ярҙамсылар билдәләнде. Был әлегә яңылыҡ, әммә киләсәктә улар көсәйәсәк.

Көн тәртибенә ҡуйылған тәүге һорауға, ауыл зыяратын тәртипкә килтерергә, тигән ҡарар сығарылды. Кеше башына һәр ғаиләнән биш йөҙ һум йыйырға килешелде.

– Ауылдаштар, көн тәртибендә икенсе мәсьәлә тора. Ул хаҡта үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашыр өсөн һүҙ Рәзит ағай Ҡарабаевҡа бирелә, – тип дауам итте Азат Кәрим улы.

Күл хаҡында һүҙ сыҡҡас, халыҡ тағы шаулашып алды. Рәзит алға сығып баҫҡас ҡына тынысландылар.ң

– Зыярат бөтәбеҙҙеке лә булған һымаҡ, күл дә барыбыҙҙыҡы. Уның тапалып, һыуы кәмеүе һәммәгеҙҙе лә борсойҙор. Көтөүҙән ҡайтҡан малдар күмәкләп иҙеп бөтөрҙө. Ҡасандыр күл ауылыбыҙҙың иң күркәм урындарының береһе ине. Шунда һыу индек, балыҡ тоттоҡ. Минең фекер шул: күлде артабан һаҡларға кәрәк. Төбөн тәрәнәйтеп, тирә-яғын кәртәләп алырға, ҡош-ҡорт, мал-тыуар индереүҙе тыйырға тәҡдим итәм. Күл эргәһенә эскәмйәләр ҡуйырға, кәмә төшөрөргә мөмкин. Ҡыҫҡаһы, ял итә торған урын эшләргә. Йәй көнө ауылға ҡунаҡтар күп ҡайта, үткән-һүткән дә күп була. Әйҙә, һәр кем ауылыбыҙ хозурлығына һоҡланһын. Был үҙенә күрә йәштәрҙе эстетик яҡтан тәрбиәләү ҙә булыр. Сәлимйән улы Рим менән һөйләштек: ул эскиздар әҙерләп бирмәксе. Ҡалғаны – минең эш. Балыҡ тоторға теләгәндәргә лә мөмкинлек тыуҙырып, урындарын билдәләрбеҙ.

Ауылда Рәзит күлде үҙенә ала икән тигән һүҙҙәр ҡуйырҙы. Һис кенә лә улай түгел. Мин бары тик күлде ҡоротмаҫҡа, һаҡлап ҡалырға тигән ниәттән йөрөйөм. Күл бер нисек тә минеке генә була алмай. Ул – барыбыҙҙыҡы ла. Минең менән риза түгелһегеҙ икән, бүтән берәүҙе һайлайыҡ.

– Һинән башҡа бер кем дә ҡарамаясаҡ, ал инде.

– Кәртәләп алғас, малдар ҡайҙа һыулай һуң?

– Рәзит дөрөҫ һөйләй, кәртәләргә кәрәк.

– Рәзиткә тапшырырға түгел, аҙаҡ күлде күрә лә алмаясаҡбыҙ.

– Һин нимә, ситтәр, бандиттар алһынмы ни?

– Кәртәләргә кәрәк, юғиһә күл буйын мөхәббәт усағына әйләндереп баралар.

Һуңғы һүҙҙәрҙе ишетеп, Гөлзифа ҡып-ҡыҙыл булды, башын аҫҡа эйҙе. Беҙ ҡапсыҡта ятмай, тиҙәр, дөрөҫ икән. Кемдер күргән, белгән. Винерға ишетелеп ҡалһа, эш харап. Гөлзифаның башынан төрлө уйҙар үтте.

– Балалар, миңә һүҙ бирегеҙ әле, – тип Кәримә әкрен генә торҙо ла халыҡҡа боролдо. Бер килке, кемдәр бар икән тигәндәй, бөтә залды  ҡарап алды. – Ауылдаштар, тере кешегә барыһы ла мөһим, барыһы ла кәрәк: зыяраты ла, юлы ла, күле лә. Бер көн күлгә түгелгән сүпте күреп, Сәлимә менән саҡ һушыбыҙҙан яҙманыҡ. Сүп түгергә нисек ҡулығыҙ бара? Азат улыма рәхмәт инде, ҡыйҙы алдыртҡан. Мин килен булып төшөп, йәшәп киткән йылдарҙа һәр яҙ аҡҡоштар килә ине. Халыҡ уларҙы күрергә ашығыр ине. Аҡҡоштар хәҙер төшәме? Юҡ бит. Ни өсөн икәнен үҙегеҙ беләһегеҙ. Һыу бысранды, күл һайыҡты. Рәзит улым бик изге ниәт менән йөрөй, ярҙам итергә кәрәк. Күл бит килер быуындарға ҡаласаҡ, бер кем дә уны үҙе менән алып китә алмай.

– Тағы аҡса йыйырғамы? – тип ҡысҡырҙы иң артта ултырған Сәлим. Кемдер:

– Сәлим айныған, ауыҙынан һүҙ сыға башланы, – тип шаяртып алды.

– Балалар, уйынға бормайыҡ. Күлде Рәзиткә тапшырырға кәрәк, – тип Кәримә урынына ултырғас, шәфҡәт туташы Нәзирә түҙмәне, һүҙ алды:

– Ауылдаштар, был эшкә бик еңел ҡарайбыҙ түгелме һуң? Бер кемдән һорамайынса, Рәзит күлдең бер яғын кәртәләй, ағастарын киҫә башлаған. Кем рөхсәт биргән? Беҙ уға бер кем дә түгелме ни? Бына, мәҫәлән, мин – ауыл советы депутаты. Беҙҙән уҙып, барыбыҙҙыҡы ла булған күлгә ҡул һуҙыу дөрөҫмө?

Рәзит был һүҙҙәргә түҙмәне, һикереп торҙо:

– Нәзирә, депутат булғас, ниңә ситтән ҡайтҡандарҙың машиналап сүп түккәнен шәйләмәнең? Ә минең шул ерҙе кәртәләп алғанды күргәнһең. Күптәр көтөүҙән ҡайтҡан малдарын төнгөлөккә сығарып ебәрә. Баҫыуға кереп, тамағы туйғас, улары күлгә төшөп һыу эсә. Ниңә һин шуларҙы күрмәйһең? Сөнки улар һиңә кәрәкмәй. Яҡшылыҡ эшләргә теләгәндәрҙе генә күрәһең.

Шул саҡ Илдар һүҙ һораны. Рөхсәт булғас, халыҡ алдына сығып баҫты:

– Ауылдаштар, былтыр мине бер тауыштан староста итеп һайлап ҡуйҙығыҙ. Ләкин мине һанламаусылар ҙа бар, бигерәк тә ситтән ҡайтҡандар. Шуны әйтер инем: ауылыбыҙға килгәнһегеҙ икән, дөйөм тәртипкә буйһонорға кәрәк. Сүпте лә һеҙ түгәһегеҙ. Бергәләп тотонғанда ғына ауылды ла, күл буйын да матурлай аласаҡбыҙ. Кемдер килтереп биргәнде көтөргә ярамай. Беҙ бит ошонда йәшәүселәр, тыуған төбәгебеҙ үҙебеҙҙән башҡа бер кемгә лә кәрәкмәй.

Район етәксеһе лә һүҙ һораны:

– Ауылығыҙҙың бөгөнгө мәсьәләләре, тәбиғәте хаҡында борсолоуығыҙҙы ишетеп, һөйөнөп ултырам. Тимәк, һеҙ битараф түгел. Был бик яҡшы. Ҡулдан килгәнсә алда торған проблемаларҙы хәл итергә тырышырбыҙ. Инициатива күрһәтеп, янып йөрөүселәрҙе мин хуплайым һәм ярҙам итергә ынтылам. Һеҙ күтәргән әлеге мәсьәләләр көс етмәҫлек түгел.

Күлгә килгәндә, күрҙем, бик матур, һоҡланып торҙом. Рәзит Ҡарабаев үҙ иңенә был яуаплылыҡты ала икән, хуп. Кемдер тейеш бит. Уйлағандарын ул үҙе генә атҡарып сыға алмаҫ, ярҙам итергә кәрәк буласаҡ. Мин уға тик уңыштар ғына теләйем. Азат Кәримович, эш барышы хаҡында беҙгә даими рәүештә иҫәп-хисап бирә барырһығыҙ.

Зал тынып ҡалды. Ошонан файҙаланып, Азат Кәрим улы:

– Ауылдаштар, кем дә кем күлде Рәзит ағай ҡарамағына тапшырырға ти, тауышҡа ҡуям. Ярай, ҡаршылар... Рәзит ағай, күпселек тауыш менән күл һинең ҡарамаҡҡа бирелә, – тине.

Һүҙе үтмәүенә Нәзирә ярһыны, үҙен хупламаған дуҫтарына үпкәләне. Еңелеүен ауыр кисерҙе, хатта күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Йығылып ҡуйыуҙан һаҡланып, ултырғысҡа йәбеште. Халыҡ уға иғтибар ҙа итмәне, үҙ-ара һөйләшә-һөйләшә таралышты. Кемдәрҙер йыйындан ҡәнәғәт ҡалды, кемдәрҙер ризаһыҙлыҡ белдерҙе.

10.

Йыйылышта, күлде мөхәббәт усағына әйләндереп баралар, тигәндәре Гөлзифаға тынғылыҡ бирмәне. Кем әйтте һуң әле, тип иҫенә төшөрөргә тырышты. Ләкин белә алманы. Кешеләрҙән дә һорай алмай, шикләнәсәктәр. Был аҙғынлыҡҡа сик ҡуйырға кәрәк, тип үҙ алдына бер нисә тапҡыр ҡабатлап алды. Юғиһә бар тормошо селпәрәмә киләсәк, аҙаҡ йыйып алып булмаясаҡ. Иренә ҡарата һалҡынлыҡ тоймаһа ла, элеккесә ҡайнарлыҡ кәмегәндәй. Тәүге йылдарҙа Себерҙән ҡайтһа, һөйөп туя алмай ине. Хәҙер улай түгел. Ҡосағына алырға теләгән иренә ҡаршы килмәһә лә, керергә лә ашҡынып бармай. Ул быны арығанлығы менән аңлата. Ә күңеленең бер мөйөшөндә Шамилға ҡарата булған хис-тойғолар һағалай. Ире ҡосағында ятҡанда ла ул иҫенә килә лә төшә. Исемен ысҡындырып ҡуйыуҙан саҡ тыйыла. Уның наҙлауҙарын иренеке менән сағыштыра. Яҡшы түгеллеген белһә лә, бер ни эшләй алмай. Кеше шулай аҙалыр, тип уйлап ҡуя. Ниңә улай булды һуң әле? Ул бит Винерҙы яратып кейәүгә сыҡты, башҡа ҡыҙҙарға бирмәне. Сит ирҙәргә ҡарармын тигән уй башына ла кергәне булманы. Ҡайһы арала хата ебәрҙе? Иренең Себергә сығып китеүе сәбәпсе булдымы? Уны бер нисә ай күрмәй тороу шундай юлға этәрҙеме? Ошондай һорауҙар бырауланы мейеһен.

Гөлзифа буласаҡ ире Винер менән Өфө дауаханаһында осрашты. Ҡыҙ – әсәһен, егет нәнәһен табиптарға күрһәтергә килгән ине. Буласаҡ ҡоҙағыйҙар ҙа шулай танышты. Терапевҡа алған сираттары бер-бер артлы ғына булды. Ҡыҙ менән егет үҙ-ара ҡарашып-ҡарашып алһа ла, бер-береһенә һүҙ ҡушманы.  Кеше менән артыҡ һөйләшеп бармаған Винер ҡыҙға һүҙ әйтергә тартынды. Етмәһә, әсәһе эргәлә генә ултыра. Кеше күп булыу сәбәпле, оҙаҡ ҡына көтөргә тура килде. Сәғәт ун икелә лә табипҡа керә алмағас, Винер:

– Нәнәй, һиңә ашарға ярамай инде, мин буфетҡа төшөп, бер аҙ ҡапҡылап киләм әле, – тине.

– Бар, улым, бар, – тип ризалыҡ бирҙе Кәримә. Шул ваҡыт яндарында торған ҡыҙ:

– Мин дә барам, һеҙ ултырып тороғоҙ, – тип Винерға эйәрҙе.

Буфетта ҡыҙ менән егет бер-береһенән ҡайҙан килеүен белеште. Икеһе ике районда йәшәһә лә, ауылдары яҡын булып сыҡты.

– Гөлзифа булам, – тип ҡыҙ йылмайып егеткә ҡулын һуҙҙы.

– Винер, – тине егет, ҡыҙҙың ап-аҡ ҡулына үҙенең ярылып бөткән ҡулын бирергә тартынып ҡына. – Мин колхозда шофер булып эшләйем. Ә һеҙ?

– Әлегә эшләмәйем. Бухгалтерҙар курсын тамамлап ҡына ҡайттым. Колхозға эшкә керәм инде, атай һөйләшеп ҡуйған, – тип яуапланы Гөлзифа.

Ошо осрашыу, һөйләшеү уларҙың киләсәк яҙмышын хәл итте лә ҡуйҙы. Винер ҡулдан булһа ла “Жигули” алып ебәргәйне. Егерме биш саҡрым алыҫлыҡта йәшәгән һөйгәне эргәһенә, көн дә булмаһа ла, көн аралаш барырға тырышты. Бер йыл самаһы йөрөгәс, Гөлзифа егетенең өйләнәйек тигән тәҡдимен көттө-көттө лә, һүҙҙе үҙе башларға булды:

– Винер, былай итеп күпме йөрөрбөҙ икән? Ҡарт ҡыҙ булып ултырып ҡалам бит. Һин миңә өйләнәһеңме, юҡмы? – тине уйынлы-ысынлы.

Винерҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. Ул өйләнәйек тип әйтергә ҡыймай йөрөй ине. Әйтәм-әйтәм тигәс тә, нисек һүҙ башларға белмәй ҡайтып китә ине.

– Рәхмәт, Гөлзифа, үҙең башланың. Мине кире ҡағырһың тип уйлай инем. Әйҙә, улай булғас, – тине лә машинаһын ҡабыҙып, ҡуҙғалып китте.

– Ҡайҙа барабыҙ?

– Ҡайҙа булһын... беҙгә. Алып ҡайтам...

– Улай ярамай, ата-әсәм нимә уйлар? Мине юғалтырҙар бит...

         Винер ҡыҙҙың һүҙҙәренә иғтибар итмәне, туҡтарға уйламаны. Әле алып ҡайтмайынса, аҙаҡҡа ҡалдырһа, башҡа бындай мөмкинлек булмаҫ кеүек тойолдо уға. Гөлзифа эштең бындай боролош алырын көтмәгәйне. Шулай ҙа эстән генә һөйөндө. Ата-әсәһе ни асыуланыр ҙа бөтөр. Винер менән ныҡлап йөрөүен, тәҡдим яһаһа, риза буласағын әсәһенең ҡолағына тишеп ҡуйғайны.

Ишектән ингәс, Винер:

– Нәнәй, киленеңде ҡабул ит, – тине.

Егерме биш йәшкә етеп килгән ейәненең ҡыҙ алып ҡайтҡанына һөйөнөп, Кәримә тиҙ генә мендәр килтереп, Гөлзифаның аяҡ аҫтына һалды.

– Рәхим ит, килен, төклө аяғың менән!

...Ике яҡта ла туй яһап, йәштәр матур ғына йәшәй башланы. Бер йылдан ҡыҙҙары, тағы өс йылдан улдары тыуҙы.

Колхоз таралғас, быға тиклем бер ҡайҙа ла сыҡмай, ауылда ғына эшләп көн күргән халыҡ бер аҙға ҡаушап ҡалды. Ҡасандыр ҡаланан бында ҡайтып төпләнгәндәр үҙ-үҙен әрләне. Кирегә юлдар күптән ябылған: йәш тә үткән, көс-ҡеүәт тә элеккесә түгел. Йәшерәктәр, яңы ғына өйләнешкәндәр район үҙәгенә, яҡын-тирә ҡалаларға китеүҙе хуп күрҙе. Ауыл нисектер етемһерәп ҡалғандай булды. Һатырға ҡуйылған буш өйҙәр күбәйҙе. Ҡалала эшләп ялға сыҡҡандар осһоҙға ғына ауыл өйҙәрен алып, шунда төпләнә башланы. Төп халыҡ көндән-көн кәмей барҙы.

Винер кеүек урта йәштәге ирҙәр ситкә, Себергә китеп эшләһә лә, күңелдәре менән ауылда ҡалды, һағынды. Ҡатындарын, балаларын күрмәй тороуҙы ауыр кисерҙеләр. Колхозда йылдар буйы тир түгеп тә ала алмаған аҡсаны ике айҙа алыу ғына күңелдәрен аҙыраҡ тынысландыра төштө. Ҡулда аҡса булыу иркенләп йәшәргә мөмкинлек бирҙе.

Хеҙмәттәге кеше эшләй ҙә ҡайта инде, ә бына өйҙә мал-тыуар ҡарап ҡына көн иткәндәр үҙҙәрен бер кемгә лә кәрәкмәгәндәй хис итте. Тәүге мәлдәр бигерәк ауыр булды. Шаулап торған колхоздың юҡҡа сығыуын аңлай алманылар. Һәр кемдең күңеленә “Уны емереү кемгә кәрәк булды икән?” тигән уй тынғылыҡ бирмәне. Ваҡытында хаҡлы ялға сығып өлгөргәндәр һөйөнһә лә, ҡыуаныстары оҙаҡҡа барманы: пенсияларын бер нисә ай ала алмайынса интектеләр. Эшһеҙлеҡ, аҡсаға ҡытлыҡ кешенең бәғерен телгеләне. Ауылда йәшәгәс, баҡса, мал-тыуар тотоу ғына хәлде бер аҙ еңеләйтте.

Эшһеҙ ҡалғас, Гөлзифа ла нимәһендер юғалтҡан кешеләй, аптырап йөрөнө. Колхоз идараһында үҙен кәрәкле кеше итеп тойоу күңеленә кинәнес бирә ине. Хәҙер ул бер кем дә түгел, бары тик эшһеҙ ҡалған хужабикә. Ире Себергә сығып киткәс, бигерәк төшөнкөлөккә бирелде. Ярай әле балалары бар, юғиһә ҡәйнәһе менән нимә хаҡында ғына һөйләшеп, күңелен йыуатыр ине икән? Көндөҙө йорт эштәре менән, мал-тыуар янында үтһә лә, йоҡларға ятҡас, күҙҙәренә йәш килә. Винеры менән үткәндәрҙе күҙ алдына килтерә. Ир ҡуйынында һөйөлөп ятыр урынға, яңғыҙың мендәр ҡосаҡлап һыҡта инде. Балалары ла: “Атай ҡасан ҡайта?” – тип һорашып ҡына тора. Календарҙа был мәлде билдәләп, көн дә һыҙып баралар.

Йәштәш ҡатындар менән клубҡа репетицияға йөрөй башлағас, Гөлзифаның күңеле күтәрелгәндәй булды. Алты кешенән ансамбль төҙөп, уға “Аҡ сәскә” тип исем ҡуштылар. Хәҙер ҡатын репетицияны көтөп ала. Оҙағыраҡ саҡырмай торһалар, әллә төшөрөп ҡалдырҙылармы икән, тип борсола башлай. Репетицияларға барыуҙы Гөлзифа эшкә йөрөгән һымаҡ ҡабул итә. Аҡса түләмәһәләр ҙә, күңел тыныслығы ала. Ана күпме кеше уларҙың йырлауын тыңлап, кинәнеп ҡул саба. Оло быуын кешеләре клубҡа концертҡа йөрөһөн тип, етмешенсе-һикһәненсе йылдарҙағы йырҙарҙы башҡарырға тырыштылар. Клубты онотоп барған халыҡ, ансамбль төҙөлөү, ретро йырҙар хаҡында ишетеп, яңынан концерттарға ағылды. Репетицияларҙың береһендә кемдең нисек йырлауын тойған Шамил:

– Гөлзифа, тауышың моңло, үҙенсәлекле. Әллә бер үҙең йырлап ҡарайһыңмы? – тигән тәҡдим яһаны. Ҡатын ҡыҙарып китте:

– Мин дә башҡалар һымаҡ йырлайым инде, – тине башын аҫҡа эйә биреп.

– Тауышың матур, йырлап ҡара, – тине йәшкә барыһынан да олораҡ Сажиҙә, башҡаларҙың бер һүҙ әйтмәүенә үртәнеберәк.

Шул көндән алып Гөлзифа бер үҙе йырлай башланы. Ҡайһы берәүҙәр концерттарға уны тыңлар өсөн генә йөрөнө. Сәхнәгә ҡат-ҡат саҡырып сығарҙылар. Тамашасыларҙың үҙенә генә булған айырым иғтибары өсөн иптәштәренән уңайһыҙланды Гөлзифа. Уның моңло тауышына барыһы ла һоҡланды. Урамда, магазин тирәһендә күреп: “Артист ҡына булырға кәрәк булған һиңә”, – тип әйтеүселәр ҙә күбәйҙе.

Үҙенә шөғөл тапҡанына Гөлзифа ҡыуанды, тормошо йәмләнеп киткәндәй булды. Ауыл кешеләре үҙенә нисектер икенсе төрлө ҡарағандай тойолдо. Шамил да Гөлзифаның матурлығына, моңло тауышына һоҡланыуын йәшерә алманы. Тура килгән һайын:

– Аллаһ Тәғәлә һиңә барыһын да биргән, ҡыҙғанмаған, – тип әйтмәйенсә ҡалмай. Винерҙан аҙыраҡ көнләшеп тә ҡуя үҙе. Гөлзифа репетицияға килһә, күңеле күтәрелеп китә, йөҙөндә шатлыҡ сатҡылары төҫмөрләнә. Тура килгәндә ҡатындарҙы шаян һүҙҙәре менән көлдөрөп тә ала. Ә инде ниндәйҙер сәбәп менән Гөлзифа килмәй ҡалһа, күңелһеҙләнә, тик башҡаларға һиҙҙермәҫкә тырыша. Әллә ни уйлауҙары бар. Әммә ишек асылған һайын башын шул яҡҡа бора һала, үҙе лә һиҙмәҫтән уны көтә.

Гөлзифа ла Шамилдың үҙенә мөнәсәбәтен тоя. Йыр эҙләгәндә, эш барышы хаҡында һөйләшкәндә гел уға ҡарап, уның фекерен тыңларға теләүен дә һиҙә. Ирҙә ниндәйҙер өмөт уянмаһын тип, уға тура ҡарамаҫҡа тырыша. Шундай саҡтарҙа тиҙ генә:

– Бына ҡыҙҙар нимә ти инде, йырҙы бергәләп эҙләйбеҙ, – тип иғтибарҙы ситкә бора һала. Башҡаларҙан уҙып, үҙ уйҙарын белгертәһе килмәй.

Бер көн Шамил Гөлзифаны урамда осратып, репетицияға саҡырҙы. Билдәләнгән ваҡытҡа клубҡа килһә, башҡа ҡатындар юҡ.

– Шамил, ҡалғандар килмәйме ни? – тип һораны Гөлзифа, баянын ҡулына алып ултырған клуб мөдиренән.

– Килерҙәр, беҙ ҡабатлай торайыҡ. Һин, яңы йыр әҙерләнем, тигәйнең. Ниндәй?

– Йырлап ҡарайым, һиңә оҡшаһа.

– Һин башҡарған йырҙарҙың барыһы ла миңә оҡшай, Гөлзифа. – Шамил был һүҙҙәрҙе шундай итеп әйтте, әйтерһең дә, һөйөү хистәрен аңлатты.

Гөлзифа йырлап ебәргәс, Шамил баяны менән ҡушылды. Йырлап бөткәс:

– Барамы, һиңә оҡшаймы? – тине Гөлзифа, ҡулындағы ҡағыҙҙан күҙен алмай ғына.

– Бик матур, мәғәнәле йыр. Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бына тигән.

Яңы йырҙы бер нисә мәртәбә ҡабатлағас, әҙерәк һөйләшеп ултырҙылар. Шамил Винерҙың Себерҙә нисек эшләүен һорашты. “Һағынаһыңдыр инде”, – тип тә ебәрҙе. Гөлзифаның күҙҙәрендә моңһоулыҡ күреп, тиҙ генә һүҙҙе икенсегә борорға ашыҡты:

– Ғабдулла Туҡай, бөтә һәләтле кешеләр ҙә – халыҡ араһынан, тип дөрөҫ әйткән. Уҡыһаң, һинән бына тигән йырсы сығыр ине.

– Ҡайҙа инде миңә йырсы булыу... Ә бына әсәйемдең моңо!.. Ваҡытында уҡыһа, бәлки, унан йырсы сығыр ине, – тине Гөлзифа, үҙен маҡтауға иҫе китмәйенсә. Шулай ҙа Шамилдан йылы һүҙҙәр ишетеү уға рәхәт ине.

Ҡалғандарҙың килмәүен белгәс, Гөлзифа ҡайтырға ҡуҙғалды. Шамил баянын ҡуйҙы ла уны оҙата сыҡты. Ҡулы менән ҡатындың арҡаһына ҡағылғандай итте.

– Һау бул, Гөлзифа! Һинең менән һөйләшеп ултырғас, рәхәт булып китте. – Тағы ла ниҙер әйтергә уйлағайны ла, тынып ҡалды.

Гөлзифа клубтан нисектер үҙгәреп, күңеле үҫеп, йылылыҡ тойоп сыҡты. Шамилдың һүҙҙәренән кинәнес кисерҙе. Ҡулы арҡаһына тейеп үткәндә, тәнендә ниндәйҙер рәхәтлек тойҙо. Байтаҡтан ирҙәр ҡулы ҡағылғаны юҡ шул. Винер ҙа, яҙға ғына ҡайтырмын, тип хәбәр итте. Сменаны алыштырырға кешеләр юҡ тиме шунда. Ҡатын ҡурҡа ла башланы. Шамил тағы үҙенә ҡағылһа, ҡаршылыҡ күрһәтә алмаҫ һымаҡ. Башына ”Башҡаса репетицияға әллә йөрөмәҫкә инде?” тигән уй ҙа килде. Бер көн бармағайны, ансамбль ҡыҙҙары килеп:

– Күбен йөрөгәс, әҙенә түҙ инде. Байрам үтһен, унан ҡарарһың, – тип ай-вайына ҡуймай алып сығып китте.

Гөлзифаны күргәс, Шамилдың йөҙө балҡыны. Башҡалар ситкәрәк киткәс, янына килеп:

– Ниңә улай килмәҫкә булдың, Гөлзифа? Ҡотомдо алдың бит, клубтың йәме китә яҙҙы, – тине.

Ҡатын бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә, башын эйә биреп, дуҫтары янына атланы.

Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бағышланған концерт бик уңышлы килеп сыҡты. Халыҡтың күп булыуы барыһының да кәйефен күтәрҙе. Концерттан һуң дискотека башланды. Шамил байрам сәйе әҙерләгәйне. Артистарҙы үҙенең бүлмәһенә саҡырҙы. Ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарға бүләктәр тапшырҙы.

– Ә хәҙер байрам хөрмәтенә ошо шараптан ауыҙ итәбеҙ, – тип бер нисә шешә сығарҙы. Эсеп алғас, ҡатын-ҡыҙ шаулаша башланы. Беренсе майға ла концерт әҙерләргә кәрәк булыр, тип Шамилдан алда план ҡороп та ҡуйҙылар.

Ирҙең уйы нисек тә Гөлзифаны бүлмәлә ҡалдырыу ине. Шуға ла береһе лә күрмәгәндә уның шәлен шкафҡа йәшереп ҡуйҙы. Баш кейеме булмағас, башҡалар менән ҡайтып китә алмаясаҡ, эҙләйәсәк.

Шамил ҡатындарға рәхмәт әйтеп оҙатты. Гөлзифаның борсолоп ниҙер эҙләгәнен күрмәмешкә һалышты. Ҡатын шәлен сәхнәгә сығып та эҙләп ҡараны, таба алмағас, яңынан бүлмәгә керҙе.

– Нимә юғалттың, Гөлзифа? – тигән булды Шамил, өҫтәлдәге һауыт-һабаны йыйыштырып.

– Мамыҡ шәлемде әллә ҡайҙа ҡуйғанмын, таба алмайым.

Шамил шкафты асып:

– Ошо түгелме? – тип һораны.

– Эйе, ни эшләп унда? – Гөлзифа башына шәлен һалып ишеккә йүнәлде, Шамил утты һүндерҙе лә ҡатынды артынан килеп ҡосаҡлап алды. Тиҙ генә үҙенә табан бороп, ирендәренән үбә башланы. Ҡатын тартылырға иткәндәй булды ла, ризалығын белдереп, үҙе лә ҡосаҡланы. Ир наҙына ул шундай һыуһағайны, үҙенең ярамағанды эшләүен белһә лә, кире ҡағырға көс тапманы. Шәле лә, өҫтөндәге кейеме лә иҙәнгә шыуып төштө. Эскән шарап шауҡымынанмы, күптән ир күрмәгәнгәме, Гөлзифа ярһып-ярһып Шамилды үбергә тотондо. Ир әрһеҙләнеп китеп, кейемдәрен ысҡындыра башлағас, тиҙ генә һушына килеп:

– Ярамай, бөгөн түгел, – тип ҡолағына шыбырланы.

Шул көндән алып улар ҡасып-боҫоп осраша башланы.

– Рәзит ағай, маладис та инде һин. Ни арала техника табып, күлде тәрәнәйтеп тә ҡуйғанһың. Моғайын, бушҡа эшләмәгәндәрҙер?

– Юҡ инде, ләкин уныһы минең эш. Күлде матурларға тип үҙ өҫтөмә алғанмын икән, аҡсаһын да үҙем табам. Шуныһы ғәжәп: төбөн таҙартҡас, һыуы ла артып киткәндәй булды, күрәһең, шишмәһе асылғандыр, – тине Рәзит ғорурлыҡ менән.

– Шулайҙыр. Ниңә ҡуртымға алмаҫҡа булдың әле?

– Былай ҙа ҡаршылар күп. Миңә ҡуртымға алыу кәрәкмәй. Бары тик күлде элекке, унан да яҡшыраҡ хәленә ҡайтарғым килә.

– Мөмкин ҡәҙәр бюджеттан ярҙам итергә тырышырмын. Урам араларындағы юлдарҙы күтәртеп, ҡом һалдырыуҙан арттырып булһа. Туҡта әле, бәлки халыҡтан бер аҙ йыйырбыҙ? – Азат Кәрим улы телефондан шылтыратырға тотондо. – Илдар, Винер ағайыңды юл уңайы кереп ал да ауыл хакимиәтенә кил әле.

Бер аҙҙан Илдар менән Винер килеп керҙе.

– Рәзит ағай, эшеңде күрҙем. Буш һүҙ һөйләй торған кеше түгелһең икән. Мин бик шатмын, – тине Илдар, иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас.

– Бына шул хаҡта һөйләшергә саҡырҙым да инде һеҙҙе. Рәзит ағайға ярҙам итергә кәрәк. Күлдән сыҡҡан ләм бер аҙ кибә бирһен дә, ир-егеттәрҙе йыйып өмә яһап, көрәк менән тигеҙләргә булыр, – тине лә Азат Кәрим улы, алдына ҡағыҙ менән ручка алып, ниҙер яҙа башланы.

– Римгә шылтыратайым әле. Мин уға эскиздар эшләргә ҡушҡайным. Килеп, фекере менән уртаҡлашһын, – тине Рәзит телефонын алып.

Өйөндә натюрморт төшөрөп ултырһа ла, Рәзит ағаһы шылтыратҡас, Рим буяуҙарын йыйыштырып ҡуйҙы ла ауыл хакимиәтенә ашыҡты. Үҙе менән ватманға төшөрөлгән эскизын алды. Ул килеп кергәндә бүлмәләгеләр ҡыҙып-ҡыҙып күлдең киләсәге хаҡында һөйләшә ине. Ишектә Рим күренгәс, Рәзит:

– Рим туғаным, эскиз әҙерме? – тине.

– Бына һыҙғылаған инем, һеҙгә оҡшаһа, – тине егет, ватманын өҫтәлгә йәйеп.

Ундағы төҫлө буяуҙар менән эшләнгән тәбиғәт күренешен күреп, бер мәлгә аңламайыраҡ торҙолар.

– Нимә был, Рим туғаным? – тине Азат Кәрим улы.

– Күл һәм уның тирә-яғы шулай булырға тейеш. Рәзит ағайҙың һөйләүе буйынса төшөргәйнем. Бына күл, бында ҡомлоҡ – ҡыҙыныу урыны, бында – ял итеп ултырырға эскәмйәләр. Күлдә йөрөргә теләгәндәргә бер нисә кәмә. Бында юл, асфальт йәйелһә, тағы ла шәберәк булыр. Былары инде – кистәрен яҡтыртыр өсөн лампалар.

– Маладис, Рим туған, эскиз-планың бик шәп. Тик тормошҡа ашырыуы ғына нисек булыр? – тине Илдар, елкәһен тырнап.

– Унда бит ҡомлоҡ юҡ, – тине Винер, ватманға ҡарап торғас.

– Машина менән Ағиҙел буйынан ташырға тура киләсәк инде, – тине Рәзит, эскиздан ҡәнәғәт ҡалып. – Булдырғанһың, Рим туғаным, һиңә уҡырға кәрәк.

– Эскиз матур ҙа ул, күп сығым кәрәк буласаҡ бит әле. Минең иҫәпләүҙәрем буйынса, яҡынса бер нисә йөҙ меңгә баҫасаҡ. Лампочкалары менән ҡомлоғо, бәлки, кәрәкмәҫ, был бит ҡала түгел? – тине Азат Кәрим улы, ҡағыҙына нимәлер яҙып ҡуйҙы.

– Ауыл халҡы ҡаланыҡынан кәм түгел – тәртипһеҙлектәрҙе бөтөрөр өсөн матурлыҡ менән тәрбиәләргә тейешбеҙ. Эскиздағыса уҡ булмаһа ла, шуға яҡыныраҡ итеп эшләһәк, бер кемдең дә сүп түгеп, күлде бысратырға ҡулы бармаҫ, – тине Рәзит.

– Мин риза, Рәзит ағай. Башлағас, аҙағынаса еткереү зарур. Ярҙамға халыҡтың үҙен йәлеп итергә, мал күлгә төшмәһен өсөн кәртәләп тә алыу кәрәк. Рәзит ағай үҙ өҫтөнә алһа ла, күл – ауыл халҡыныҡы. Шулай булғас, һәр ғаилә дөйөм эшкә күпмелер өлөш индерһен, – тине Илдар, эскизға ҡат-ҡат ҡарап.

– Минең бер аҙ йыйған аҡсам бар, шуны бирәм. Ситтә йәшәгәндәргә лә өндәшәйек. Береһе лә кире ҡаҡмаҫ, тип уйлайым. Нәнәйем дә, бер айлыҡ пенсиямды бирәм, тип һөйләнә ине. Ул башҡаларҙы ла өгөтләр, – тине Винер. Артабан ҡалғандар ҙа беренселәрҙән булып үҙ өлөшөн керетәсәге хаҡында әйтте.

Көҙгө һалҡындар башланғансы эште тиҙләтергә килештеләр. Иғлан яҙып элергә, әүҙемселәргә өйҙән-өйгә йөрөп аңлатыу эше алып барып, аҡса йыйырға, күлдең тирә-яғын тигеҙләп, төньяғына ҡом түшәп, кәртәләп алырға тигән ҡарарға килеп, ҡайтырға сыҡтылар.

Ишек алдында Вәли осраны.

– Рәзит, һине күрергә ине, барығыҙҙың да бергә булыуы яҡшы булды, – тип башланы һүҙен.

– Йә, Вәли ағай, һөйләп ебәр, ни булды? – тине Рәзит.

– Күлгә ауыл көтөүен төшөрөргә һин рөхсәт иттеңме? Әле генә һыу эсергә килделәр. – Барыһы ла аптырашып, бер-береһенә ҡарашты.

– Юҡ, ни эшләп рөхсәт итәйем? Өсөнсө көн генә тәрәнәйттергәйнем. Харап итәләр бит, берәй сараһын күрергә кәрәк, Азат Кәримович. Был миңә ҡаршы ҡылынған эш.

– Бөгөн кемдең көтөү сираты? – тип һораны Азат Кәрим улы Илдарҙан.

– Нәзирәләрҙең күршеһе Закирҙарҙыҡы булырға тейеш. Кем эше икәне аңлашыла башланы шикелле, – тине Илдар.

– Әйҙәгеҙ күлгә. Ул ҡала балалары белмәйҙер. Күлдән ҡыуһындар, – тине лә Рәзит ашығып атлай башланы. Уға башҡалар эйәрҙе. Күл буйына килеп еткәс, Рәзит көтөүсе егеттәр янына килеп:

– Көтөүҙе күлгә керетергә кем рөхсәт итте һеҙгә? – тине тауышын күтәреп.

– Атайым, ниңә ярамаймы ни? – тине береһе.

– Ярамай. Күрмәйһегеҙме ни, күл тирәһендә эштәр бара. Һеҙ ошонда һыу инеп үҫтегеҙме?

– Эйе, – тип егеттәр баш ҡаҡты.

– Шулай булғас, күлде бысратырға ярамай. Малдарығыҙҙы хәҙер үк сығарығыҙ ҙа яланға ҡыуығыҙ, – тине Азат Кәрим улы.

– Беҙ белмәнек. Атайым, төшкөлөккә күл буйына алып килегеҙ, тине. Кисә кис кереп, Нәзирә апай ҙа шулай тигәйне, – тине малайҙарҙың икенсеһе.

Егеттәр көтөүҙе ауыл осона алып китте.

– Был Нәзирәнең генә этлеге. Баштан уҡ миңә ҡаршы булды, – тине Рәзит, мал тапаған күл ситенән күҙен ала алмайынса.

– Күлде алырға рөхсәт иттермәйәсәкмен, тип ауыл халҡын ҡотортоп йөрөгәнен беләм, – тине Илдар, Азат Кәрим улына ҡарап.

– Ни өсөн ул ҡаршы һуң?

Азат Кәрим улының һорауына Винер яуапланы:

– Эште Рәзит ағай уның менән кәңәшләшеп башламағанға. Мин – депутат, ауылдың табибы, минең менән кәңәшләшмәйенсә бер кем бер ниндәй эш башларға тейеш түгел, ти икән. Нәнәйҙе күреп: “Йыйында Рәзит яҡлы булып һөйләнең, сирләһәң, килеп йөрөмә”, – тип әйтеп киткән.

            Һөйләшеүгә Илдар ҡушылды:

– “Район етәкселәре лә, ауыл хакимиәте лә минең менән иҫәпләшмәйенсә булдыра алмай. Минең арҡала ғына һайлауҙарҙы йөҙ процент һөҙөмтә менән үткәреп киләбеҙ. Әйткәнемә ҡаршы булһаң, урыныңа бүтәнде һайлап ҡуябыҙ”, тине миңә.

– Һин ни тинең? – тип ҡыҙыҡһынды Винер.

– Нәзирә апай, һин пенсияла, тынысланып ҡына өйҙә ятырға ваҡыт түгелме икән, тигәйнем, ишетмәгәнде ишетергә яҙҙы.

– Нәзирә әллә ни ҡыра алмаҫ. Үҙен күреп, ныҡлап һөйләшермен. Ә беҙгә оҙаҡҡа һуҙмай эшкә тотонорға кәрәк. Илдар, һин көтөүҙе үҙ контролеңә ал, – тине Азат Кәрим улы. Ә башында “Нәзирәне нисегерәк тынысландырырға икән?” тигән уй ҡайнай ине.

12.

Йыйында һүҙе үтмәгәс, Нәзирә үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй ыҙаланды. Бығаса уның яҡлы булып, һүҙен йөпләп йөрөүселәрҙең яҡлашып бер һүҙ әйтмәүенә асыуы килде. Миңә йомоштары төшөр, күҙ терәп килерҙәр әле, тип үс алыу өсөн уңайлы мәл көтә башланы. Юлда осратып, Кәримәгә лә үпкәһен белдерҙе:

– Апай, үҙеңә ышанғайным. Ә һин Рәзитте яҡлап, күлде бирергә ризалыҡ белдерҙең, – тине, асыуын көскә тыйып.

– Мин Рәзитте яҡлап түгел, күлебеҙҙең яҙмышын хәстәрләп тауыш бирҙем. Башҡа берәү булһа ла, шулай итер инем. Нәзирә туғаным, нисек кенә булһа ла күлде, ауылыбыҙҙың йәмле урынын, һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ.

– Ул иң тәүҙә минең менән кәңәшләшергә тейеш ине. Үҙенә кәрәгем тейер әле…

Кәримә артабан һүҙ көрәштереп торманы, ҡайтырға юлланды. Шәфҡәт туташы менән йәмһеҙләшкеһе килмәй ине. Үҙенең дә ҡаты, әсе телле икәнен белә: әллә нәмә әйтеп ҡуйыуынан шикләнде. Берәй ҡасан тынысланыр әле, тип уйланы.

Кәримәнең үҙен тыңларға ла теләмәүен аңлаған Нәзирә ярһып магазин яғына атланы.

Унда Фатима йәш сағында Үзбәкстанда йәшәп, донъялар боларғас, ауылға ҡайтҡан Мәстүрә менән ярһып-ярһып нимә хаҡындалыр бәхәсләшә ине.

– Мәстүрә апай, алырыңды алдың, бар ҡайт инде, ана кеше килә, – тине һатыусы, Нәзирәне күреп.

– Ҡыуырға хаҡың юҡ, күпме теләйем, шунса торам. Минең менән ипле  һөйләш, юғиһә холҡомдо беләһең, – тип ишеккә ыңғайланы Мәстүрә.

– Ситтән ҡайталар ҙа, әллә кем була ла китәләр. Бер нисә тапҡыр улыма ҡот ҡойҙорорға барғайным. Шуның өсөн мин уны ғүмер буйы ҡарарға тейешмен, имеш. Ниңә саҙаҡа килтермәйһең, ас ятам бит, ти.

Фатиманың туҙыныуына Нәзирә үсәне, Мәстүрә апай дөрөҫ эшләй, тип эстән һөйөндө. Үҙе лә үпкәһен белдерергә килгәйне. Хәлдең асылын аңлағас, һыуына төштө лә тыныс ҡына:

– Фатима, йыйында үҙеңдән уңай һүҙ көткәйнем, һин мине яҡламаның. Ләм-мим булдың, – тине, ҡатындың йөрәгенә ут һалып.

– Мин һеҙҙе алдан һөйләшеп килешкәнһегеҙҙер тип уйланым. Унда бит һөйләүселәр күп булды. Шунан һуң Рәзит ағайыма нисек ҡаршы сығайым? Беҙ бит өс туған. Туғанлыҡ хаҡы бар, – тине Фатима, бер аҙ ҡаушай төшөп.

– Магазин асырға йөрөгәнегеҙҙә ағайың түгел, мин һиңә ярҙам итешкәйнем. Етәкселәргә ыңғай һүҙ әйтмәһәм, асыр инең асмай ҙа!

Фатиманың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. Онотоп та киткән: ул саҡта Нәзирә апаһына инәлгәйне шул. Үҙен ғәйепле тойоп, ни эшләргә белмәне: тегеләй-былай йөрөндө, телефонын ҡараған булды. Һүҙҙе икенсегә борорға теләп:

– Берәй нәмә алырға килдеңме? – тип урынһыҙ булһа ла һорашҡан булды.

– Бер нәмә лә кәрәкмәй. Кәрәк әйберҙе район үҙәгенә барып та алам мин, – тине Нәзирә, һүҙҙәренә баҫым яһап. – Рәзит ағайың күлде, тәрәнәйтәм тип, эштән сығарған. Районға яҙып ебәрәм, һин дә ҡултамғаңды ҡуйырһың. Килеп тикшерһендәр.

Башҡа бер һүҙ ҙә ҡушмайынса, Нәзирә сығып китте. “Ниндәй көн булды һуң әле? Барыһы ла килеп үпкә белдерә, барыһы ла янап сығып китә”, – тип Фатима илар сиккә етте. Ярай әле Вәли ағаһы килеп керҙе, юғиһә күҙ йәштәренә ирек бирә ине.

– Һаумы, Фатима туғаным. Нәзирә мине күрмәй ҙә үтеп китте. Әллә һиңә лә үпкәһен белдерҙеме? – тине йылмайып.

– Шулай шул.

– Аптырама, бөтә ауыл халҡына асыулы ул. Олоғая. Элеккесә ауылда беренсе булғыһы килә. Һүҙе үтмәй башлағас, тиреһенә һыйыша алмай. Тәүҙә мин дә Рәзиткә ҡаршы инем. Әммә ул изге ниәттән йөрөй. Ана эште башлап та ебәрҙе. Күл уға аҡса килтерә торған урын түгел, халыҡ өсөн тырыша.

– Эйе, үҙ кеҫәһенән түләп техника килтерткән икән. Ә Нәзирә апай, күлде боҙған, районға яҙып ебәрәм, ти. Иҫәбе – халыҡтан ҡултамға йыйыу.

– Яҙһын. Закирҙы ҡотортоп, күлгә көтөү индергәне өсөн үҙен яҙырға кәрәк. Был бит – енәйәт. Килһендәр, күрһендәр, бәлки, шулай яҡшыраҡ булыр. – Вәли аҡса һуҙҙы. – Бир әле бер һыра. Көн бигерәк эҫетеп ебәрҙе.

Нәзирә бер нисә көн уйланып йөрөнө лә, кеше әрләп йөрөп кенә рәт сыҡмаҫ тип, төн ултырып ике нөсхәлә ялыу яҙҙы. Береһен – районға, улар менән эш сыҡмаһа, икенсеһен Өфөгә ебәрергә. Дуҫ-ишенә, ҡасандыр ярҙам итешкән кешеләренә кереп ҡултамға йыйҙы. Ҡултамға ни саҡлы күп булһа, ялыуҙың тәьҫире лә шул тиклем көслөрәк булыуын ул инде яҡшы белә. Әммә башта биш-алты кешенән дә артығын ризалата алманы. Күптәр күлдең элекке хәленә ҡайтырына, матурланырына ихлас күңелдән ышанды, изге эшкә үҙҙәренең дә өлөш индерәсәген белдерҙе.

Район хакимиәтенә ялыу килеп төшкәс, комиссия ойоштороуҙан элек гәзиттән хәбәрсе ебәреп, урында хәлде асыҡлап, халыҡ фекерен белдереп, мәҡәлә баҫтырыу кәрәк, тигән фекергә килде Дамир Хәлит улы. Рәзит Ҡарабаевҡа үҙе фатиха биргәс, эштең былайға китеүен көтмәһә лә, һәр башланғысҡа ҡаршылыҡтар булырын һиҙә ине ул. Баш мөхәрриргә ауылға хәбәрсе ебәреп, хәҡиҡәтте асыҡлаған мәҡәлә ойошторорға ҡушты.

Гәзит хәбәрсеһе Гөлнара ауылға килеп төшөү менән иң тәүҙә күл буйына килде. Төрлө яҡтан фотоға төшөрөп алды, һыу ятҡылығына яҡын бер нисә өйгә кереп сыҡты, унда йәшәгәндәрҙең фекерен белеште.

– Күлде тәрәнәйтергә, матурларға тигәнгә һис ҡаршылығыбыҙ юҡ. Тик мал, ҡош-ҡорт керетмәҫкә тигәнгә риза түгелбеҙ. Бығаса малдарыбыҙ шунда һыуланы, ҡош-ҡортобоҙ шунда үҫте. Кәртәләп алғас, улар ҡайҙа бара? – тине Әсмә ҡарсыҡ, тулы кәүҙәһен тегеләй-былай уйнатып. Шул саҡ өйҙән саҡ-саҡ атлап Барый ҡарт сыҡты.

– Ҡарсыҡ, көн эҫе, юлдан килгән кеше һыуһағандыр. Өйгә саҡыр, сәй ҡуйып ебәр, – тине.

– Ана Рәзит яҡлыларға барып эсһен. Саҡ баҫып торған килеш ҡанымды ҡыҙҙырма, үлә алмаған ҡартлас! – тип зәһәрен сәсте Әсмә ҡартына.

Башын эйеп, йүтәлләй-йүтәлләй Барый кире өйгә инеп китте.

– Ирегеҙҙе юҡҡа әрләнегеҙ, уның ни ғәйебе бар? – тине Гөлнара, сырхау ҡартты йәлләп.

– Кәрәкмәгәнгә ҡыҫылмаһын. Донъяны мин алып барам. Ул йылына бер нисә мәртәбә дауаханала ятыуҙан бушамай. – Ошоноң менән һүҙҙең тамам икәнен аңлатҡандай, Әсмә ҡылт ҡына боролоп өйгә инеп китте.

Бер кешенең генә һүҙе ауыл халҡының фекере түгеллеген Гөлнара яҡшы белә. Шуға күрә бүтәндәр менән дә осрашып әңгәмәләште. Күпселек Рәзит Ҡарабаевты яҡлап, уға ышаныс белдерҙе. Халыҡ фекерен ишеткәс, хәбәрсе ауыл хакимиәтенә килде. Азат Кәрим улы көтә ине инде.

– Йә, нисек, халыҡ нимә ти? – Шулай тип ҡаршыланы бүлмә хужаһы.

– Күпселек Рәзит ағай яҡлы. Уға ярҙам итмәкселәр. Бер нисә кешенең генә хупламауы әллә ни түгел, – тине Гөлнара.

– Ҡаршылыҡ булһын. Ул эшкә этәргес, сәм бирә. Шәфҡәт туташы булып эшләгән Нәзирә апайҙың әҙәм ҡотортоп, донъя бутауын да беләм. Ни өсөндөр Рәзитте өнәп бөтмәй. Бәлки, улай ҙа түгелдер.

– Бер ағай... – Гөлнара блокнотынан ҡарап алды. – Вәли ағай әйтеүенсә, Нәзирә апайҙың улы күлдә балыҡ үрсетмәксе булған икән. Эштең әтнәкәһе, бәлки, шундалыр?

Хакимиәт башлығы Рим эшләгән эскизды Гөлнараның алдына йәйеп һалды.

– Бына шулай булырға тейеш киләсәктә күлебеҙ. Дөрөҫ, эш етерлек. Ләкин атҡара алмаҫтай түгел.

Эскизға ҡарап, Гөлнара оҙаҡ ҡына һоҡланып торҙо. Аҙаҡ уны фотоға төшөрөп, блокнотына авторының исем-шәрифтәрен теркәп ҡуйҙы.

– Тормошҡа ашһа, иҫ киткес буласаҡ. Рәзит ағайға ярҙам итергә кәрәк, Азат Кәримович. Шундай янып йөрөгән кешеләр күберәк булһа, ҡайһылай шәп булыр ине лә бит...

Шул саҡ Нәзирә килеп керҙе. Һаулыҡ та ҡушып тормайынса:

– Һин нимә, һеңлем, гәзиттә эшләйем тигәс тә, ниңә минең менән һөйләшмәнең? – тип Гөлнара алдына килеп баҫты.

– Таныш бул, был – Нәзирә апай. Беҙҙең депутатыбыҙ, – тип таныштырҙы Азат Кәрим улы.

– Мин һеҙҙең эш урынына ла барҙым. Юҡ инегеҙ. Өйөгөҙ ҙә бикле булды, – тине Гөлнара.

– Мин саҡырыуҙар буйынса йөрөй инем. Эшем шундай, гел генә медпунктта ултыра алмайым.

Эштә бик һирәк булыуына, саҡырғанда килмәүенә, район дауаханаһына бер нисә тапҡыр яҙып та фәтүә булмауына ауыл халҡының зарланыуы хаҡында Гөлнара әйтергә уҡталғайны ла, туҡталып ҡалды. Бүтән эш менән йөрөй бит ул бөгөн. Алдында күл мәсьәләһе, шул хаҡта халыҡ фекерен өйрәнеү тора.

– Нәзирә апай, ни өсөн һеҙ күлде матурлауға, шул эшкә тотонған Рәзит ағайға ҡаршы? – тине Гөлнара тыныс ҡына.

– Һеҙ ситтән килгәс, ауыл хәлдәрен бик белеп бөтөрмәйһегеҙ. Рәзит тигән кеше ауылда йәшәмәй бит ул. Район үҙәгендә тора. Күл уға ниңә кәрәк? Кәртәләп алып, ситтәрҙе, туристарҙы йәлеп итеп, аҡса эшләргә ниәтләй ул, – тине “һеҙ”гә күсеп.

– Был насармы ни? Миңә ҡалһа, ундайҙарҙы хупларға, ярҙам итергә генә кәрәк. Республикабыҙ етәксеһе лә туризмды үҫтерергә, уның яңыса юлдарын эҙләргә ҡуша. Шулай булғас, Рәзит ағайға рәхмәт әйтеп, ҡулын ҡыҫырға ғына ҡала, – тине Гөлнара, шундай мәғлүмәт ишетеүенә һөйөнөп. Яҙыласаҡ мәҡәләһе лә күҙ алдына килде шул мәлдә.

– Бына һеҙ ҙә халыҡ һүҙен тылҡыйһығыҙ. Ә һуң мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡайҙан һыу эсергә тейеш? Күл – тәбиғәттеке, шулай булғас, барыбыҙҙыҡы ла тигән һүҙ.

– Бынан ары, Нәзирә апай, мал-тыуарҙы, ҡош-ҡортто урамда йөрөтөү тыйыласаҡ. Уның өсөн һәр кемдең ихатаһы бар, – тине Азат Кәрим улы. Шунан һуң Гөлнараға ҡарап:

– Һеңлем, еңгәң өҫтәл әҙерләгән. Беҙгә барып сәй эсеп алырһығыҙ, – тине.

– Рәхмәт, Азат Кәримович, беҙ ҡайтырбыҙ инде, машина көтә, – тине хәбәрсе итәғәтле генә итеп һәм урынынан ҡуҙғалды.

– Һеңлем, минең фекерҙәрҙе төшөрөп ҡалдырып, бүтәндәрҙекен генә яҙһаң, һеҙҙең өҫтән ялыу Өфөгә китәсәк, – тип Нәзирә лә ҡуҙғалыу яғын ҡараны.

13.

Ауыл кешеләре үҙ-үҙенә бикләнеп ҡалғандай, битараф һымаҡ күренһә лә, күл мәсьәләһе күтәрелгәс, таяҡ тығып ҡуҙғытҡан ҡырмыҫҡа иләүенә оҡшап ҡалды. Магазин тирәһендә, урам араларында, ҡунаҡ-маҙарҙа һүҙ шул хаҡта ғына барҙы. Берәүҙәр хупланы, бәғзеләр ҡаршы һөйләне. Нисек кенә булмаһын, халыҡ йоҡоһонан уянғандай итте. Эшкә ныҡлап тотонорға халыҡты ылыҡтырыу өсөн тағы йыйылдылар. Клуб алдында ағастар ышығында һөйләшергә булдылар. Был юлы Азат Кәрим улы һүҙҙе ҡыҫҡараҡ тоторға тырышты.

– Ауылдаштар, бөгөнгө йыйында бер генә мәсьәлә ҡарала. Көҙгә тиклем күлде Римдең эскизы буйынса эшләп бөтөрөргә, һәр хәлдә, шуға яҡын итергә тейешбеҙ. Үҙ иҫәбенә Рәзит күлде тәрәнәйттерҙе, киңәйттерҙе. Артабан ул үҙе генә эште атҡарып сыға алмаҫ. Беҙҙән дә ярҙам кәрәк буласаҡ. Дөрөҫөрәге, аҡса йыйырға, хәллерәк туған-тыумасағыҙға мөрәжәғәт итергә. Винер үҙ өлөшөн индерҙе, Кәримә апай ҙа бер айлыҡ пенсияһын тапшырҙы. Староста Илдар, тағы бер нисә кеше дөйөм ҡаҙанды тулыландырҙы. Аҡсаны ауыл хакимиәтенә килтерергә кәрәк. Унда ул кешенең исем-шәрифтәре теркәлеп ҡуйыласаҡ. Йыйылған аҡса күлдән башҡа бүтән нәмәгә тотонолмаясаҡ. Өмәлә ҡатнашҡандарға ихлас рәхмәтемде белдерәм. Шул тигеҙләгән ергә ҡом ташытырбыҙ. Техникаһы булғандар был эштә ярҙам итер тип ышанам. Баҫыуҙарҙы ҡуртымға алғандар менән дә һөйләштем. Улар тейәгес трактор бирмәксе. Ҡомға рөхсәт бар, борсолаһы түгел.

Йыйылған халыҡ шаулашып алды. Аранан берәү:

– Ауылда иң мөһиме күл генәме ни? Ә юлдар? – тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе.

– Ямғыр яуһа, үтерлек түгел бит. Ғәрлек.

– Обелискты яңыртырға тигәйнек, ҡасан эш башлана?..

– Иптәштәр, тауышты бөтөрәйек, урындан ҡысҡырмағыҙ. Һүҙегеҙ булһа, бында сығып һөйләгеҙ. Йыйынды баҙарға әйләндермәйек. Ошо көндәрҙә грейдер килә, ул юлдарҙы күтәртеп сыҡҡас, ҡом түшәй башлаясаҡтар. Был эштәрҙе юл-төҙөлөш идаралығы башҡара. Илдар, һин, староста булараҡ, контролдә тоторһоң. Тәп-ләп эшләп китмәһендәр, сифатын тикшерерһең. Грейдер килгәнсе, урам буйында кемдең нимәһе бар, алығыҙ, ҡамасаулап ятмаһын. Тағы шуны иҫкәртмәксемен: ҡош-ҡортоғоҙҙо, мал-тыуарығыҙҙы урам буйына сығармағыҙ. Күл буйында ла, урамдарҙа ла техника эшләйәсәк. Бәрелеп-һуғылһа, йәки тапалһа, үҙегеҙ ғәйепле буласаҡһығыҙ. Йәй ғүмере ҡыҫҡа, өлгөрөп ҡалырға кәрәк. Обелискка килгәндә, быйылға шул килеш ҡалып торор: киләһе йыл планына индерҙек. Өр-яңынан эшләтергә иҫәп. Бөйөк Еңеүҙең юбилейына әҙер булыр, тип торабыҙ.

Азат Кәрим улы һөйләгәндә эргәһенә ауыл муллаһы килеп баҫты. Бүлдермәй генә тыңланы ла: “Миңә лә бер нисә һүҙ әйтергә мөмкинме?” – тип рөхсәт һораны. Шул саҡта иң арттан бер ир тауышы ишетелде:

– Тағы вәғәз уҡырға тотонормо икән?

Әммә хуплаусы табылманы. Мулла уны әллә ишетте, әллә юҡ, тамағын ҡырҙы ла һүҙен башланы:

– Әс-сәләмү ғәләйкүм, мосолман ҡәрҙәштәр! Ауылыбыҙҙа ҙур эштәр башҡарылырға тора. Был – шатлыҡлы күренеш. Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте киң. Ул теләһә, барыһы ла башҡарылыр. Беҙгә, ошо ауылда йәшәгәндәргә, юлы ла, күле лә бик мөһим. Ауылыбыҙ күркәмләнһә, үҙебеҙгә йәшәүе күңеллерәк булыр. Беҙгә берҙәмлек кәрәк. Аллаға шөкөр, район етәкселеге, бағыусылар ярҙамында, һеҙҙең ҡатнашлыҡта бына тигән мәсет һалдыҡ. Ләкин унда йөрөмәйбеҙ, балаларыбыҙҙы ылыҡтырмайбыҙ. Мәжлестәрҙә ошо хаҡта иҫкәртеп торам. Магазинға, йәшереп һатыусыларға араҡыға барырға, урам буйлап ҡыҙмаса йөрөргә оялмайбыҙ, ә мәсеткә килергә, ниңәлер, тартынабыҙ. Туғандар, мәсет һалғанбыҙ икән, буш торорға түгел, ә кешегә хеҙмәт итергә тейеш. Күлгә килгәндә, был изге эштә Рәзиткә бары уңыштар ғына теләйем. Уға аяҡ салмайыҡ, ҡеүәтләйек. Быға тиклем күлде бер кем дә хәстәрләмәне, ә хәҙер аҫтыртын ҡаршылыҡ башланды. Был мосолмандарға хас күренеш түгел. Аллаһ Тәғәлә быны хупламай. Үҙебеҙгә гонаһ йыймайыҡ, мосолман ҡәрҙәштәр!

Мулла һүҙен тамамлағас, Азат Кәрим улы:

– Ауылдаштар, хәҙер буласаҡ күл буйы һүрәтен иғландар таҡтаһына элербеҙ, ҡарарһығыҙ. Кемдәр ауылыбыҙҙа шундай матур урын булһын, ти, ярҙам итергә тырышырһығыҙ, – тип һүҙен тамамланы.

Халыҡ таралырға ашыҡманы. Барыһының да буласаҡ күл буйы күренешен күргеһе килде. Полиэтилен менән ҡапланған һүрәтте Шамил таҡтаға элгәс, кешеләр кемуҙарҙан шунда ашыҡты.

Йыйынға Гөлзифа ла килгәйне. Халыҡ араһынан Шамилды эҙләне. Күреп ҡалғас, эргәһенә килде. Бер-береһенә яҡынайып, күҙгә күҙ ҡарашҡас, ир клубҡа ымланы. Уларҙың айҙан ашыу осрашҡаны юҡ, бер-береһен һағынышҡайнылар. Винер ҡайтҡас, осрашыуҙарын кисектереп торҙолар. Ул һиҙеп ҡалһа, аҙағы нисек булырын икеһе лә яҡшы күҙаллай ине. Ә бөгөн Винер өйҙә юҡ, нәнәһен район дауаханаһына диспансеризация үтергә алып китте. Һағышына сыҙай алмаған Гөлзифа шул форсаттан файҙаланмаҡ булып:

– Шамил, йырҙар китабымды таба алмайым. Өйҙә пыр туҙҙырып эҙләнем, клубта ҡалманымы икән? – тине моңһоу күҙҙәрен Шамилға төбәп. Уныһы шундуҡ аңлап:

– Саҡ ташламаным, һинең китабың инеме ни ул? – тигән булды шаяртып. – Әйҙә, биреп ебәрәм

Бүлмәгә кергәс, Шамил тиҙ генә ишекте элә һалды, Гөлзифаны ҡосаҡлап үбә башланы.

– Тыныслан, Шамил, урам тулы кеше. Эҙләп керһәләр, мәсхәрә булыр, – тине Гөлзифа шым ғына.

– Мин һине шундай һағындым! Белһәң икән...

– Мин дә. Әммә хистәргә хужа булайыҡ. Хәтереңдәме, тәүге йыйында кемдер, күл буйын мөхәббәт ояһына әйләндереп баралар, тине. Тимәк, беҙҙе кемдер күргән. Һағыраҡ булайыҡ. Һин китап бир ҙә, мин сығайым. Винер ҙа ҡайтып, эҙләп йөрөүе бар. Ирем киткәс, көҙгә осрашырбыҙ әле, – тине ҡатын.

Тауыш-тынһыҙ ғына ишекте асып, Гөлзифаны сығарғас, Шамил баянын алып уйнай башланы. Шундуҡ сыҡманы, кешенең шикләнеүе бар. Шамил да, Гөлзифа ла үҙҙәренең йәш саҡтағыса янып-көйөүҙәрен аңлай алманы. Нимә был: мөхәббәтме, аҙғынлыҡмы? Өйҙә алынып бөтмәгән йылыны ситтән эҙләүме? Юғиһә бит икеһе лә яратышып үҙ донъяларын ҡорҙо. Йылдар үткән һайын ирең, ҡатының алдындағы яуаплылыҡ кәмейме? Ошондай һорауҙарға икеһе лә яуап таба алмай интекте. Аҙағы нисек бөтөр? Иртәме-һуңмы бындай осрашыуҙарға сик ҡуйылырға тейеш. Йә, аҡылдарына хужа булып, эш тәрәнгә киткәнсе хушлашырға, йә ғаиләләрҙе пыран-заран итеп туҡталырға. Икенсеһе уларҙы нығыраҡ хәүефләндерә. Йөрөй башлауҙары үҙенән-үҙе килеп сыҡһа ла, араларҙы тиҙ генә өҙөү еңел түгел икән. Бер-береһенә улар шундай эҫенде: осрашмай тороуҙы күҙ алдына ла килтерә алмайҙар.

Ҡышҡы көндәрҙең береһендә нәнәһе менән һөйләшеп ултырғанда һүҙ үҙенән-үҙе һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға күсеп китте.

– Күптәрҙең ире һуғыштан ҡайта алманы, әммә ҡатындар уларҙың рухына тоғро ҡалды. Береһе лә аҙып-туҙып йөрөмәне, тешен ҡыҫып түҙҙе. Ҡатын-ҡыҙ яҙмышы шундай: сабыр булыу, көтә белеү, – тине Кәримә ҡарсыҡ, орсоғон әйләндерә-әйләндерә. Шул саҡ Гөлзифа ҡып-ҡыҙыл булды, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй аҙапланды. Ә нәнәһе һис ни булмағандай һөйләне лә һөйләне. Тура бәреп әйтмәһә лә, нимә хаҡында икәнен аңлауы ҡыйын түгел ине. Тик Гөлзифа шуныһына төшөнмәне: нәнәһе бер-бер нәмә һиҙенәме, әллә алдан киҫәтеп ҡуйыуымы? Ул ваҡытта Гөлзифаның нәҡ Шамил менән осраша башлаған мәле ине. Нәнәһенең һүҙҙәренән һуң оҙаҡ ҡына уйланып йөрөнө. Шул ваҡытта уҡ Шамил менән араларҙы өҙәһе булған да бит, тик хистәренә баш була алманы. Ир наҙына шундай һыуһаған ине, түҙә алманы...

14.

Район гәзитендә “Ауылда парк буласаҡ” тигән мәҡәлә Рим эшләгән эскиз менән баҫылып сыҡҡас, ҡулдан ҡулға йөрөтөп, ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡтылар. Һәр кем мәҡәләнән үҙ исемен эҙләне. Нәзирә генә, яҙма сыҡҡанын ишетһә лә, иҫе китмәгәнгә һалышты. Күршеһе: “Мә, уҡы”, – тип биргәс кенә, күҙ йүгертеп сыҡты. Үҙ исеменең юҡлығын күреп, бар районға фашланмауына һөйөндө. Рәзитте маҡтап, уның башланғысын халыҡтың хуплауы, ярҙам итергә әҙер тороуы хаҡында уҡығас, үҙенең еңелгәнен аңланы. Район гәзитенә һәм етәкселәргә ҡаршы төшөүҙең хәйерлегә булмаҫын белһә лә, ялыуҙың икенсеһен Өфөгә ебәрергә ҡарар итте. Теләгән һәр кешенең дөйөм халыҡтыҡы булған ер-һыуға ҡул һуҙырға хаҡы юҡ, ундайҙарға ҡарата берәй закон барҙыр әле, тип уйланы. Ярты юлда туҡтап ҡалмаҫҡа ине иҫәбе. Быға тиклем уның бер ваҡытта ла еңелгәне, һүҙе аяҡ аҫтында ҡалғаны булманы.

Мәҡәлә аҙағындағы “Рәзит Ҡарабаев кеүек ауылды күркәмләндерергә ынтылып, киләсәккә ҙур өмөттәр менән янып йәшәгәндәр күберәк булһын ине, ундайҙар йәшәйешебеҙҙе тағы ла яҡшыртыуға һәләтле” тигән юлдар Нәзирәнең асыуын килтерҙе. “Тапҡандар маҡтар кеше”, – тип үрһәләнде ул.

Эшенә китеп барышлай Нәзирәгә Винер осраны. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас:

– Эшкә ҡасан китәһең, Винер? –тип һораны.

– Көҙгә генә. Һорап ҡайтҡайным. Аҙбарҙы нығытаһы, күлде Рәзит ағай уйлағанса эшләп бөтөрәһе бар, – тине Винер.

– Үҙең аҡыллы ғына кешеһең, ә шул Рәзиттең һүҙенә ышанып, айт тигәнгә тайт итеп йөрөйһөң. Ни файҙа һиңә унан?

– Файҙа өсөн түгел, күл өсөн тырышам. Ул матур булһа, насармы ни, Нәзирә апай? – Уның юҡтан ғына һүҙ башламағанын, нисек тә булһа йөрәгенә ут һалып, ярҙам итеүҙән баш тарттырырға уйлағанын Винер һиҙенә.

– Бына күлде һин алһаң, ярҙамлашырға шатланып риза булыр инем.

– Миңә кәрәкмәй. Йылына бер нисә генә ҡайтам бит. Рәзит ағай көн дә бында.

– Күлде алһаң, ауылға ҡайтып, пластик тәҙрә эшләү цехы асып ебәрер инең. Бөтә халыҡ ситкә заказ бирә. Мин әйткәнде уйла әле, – тине Нәзирә, серле генә йылмайып.

– Кәрәкмәй миңә. Мин үҙемсә өйрәнгәнмен.

– Уныһы шулай ҙа, тик балаларың атаһын, ҡатының ирен күрмәй яфалана. Йәш саҡта, бер-береңде һөйөп-һөйөлөр мәлдә, ситтә йөрөп ят инде. Гөлзифа ла аптырағандың көнөнән клубҡа йөрөй башланы бит. Ире эргәлә булмағас, уға ла рәхәт түгелдер.

– Мин уға үҙем рөхсәт иттем.

         – Әллә инде, әллә... үҙең беләһең. Аҙағы хәйерле булһын... – Шулай тине лә Нәзирә китеп барҙы. Ишеткәндәрен Винер нисек ҡабул итергә белмәне. Ниңә улай тине һуң әле? Бер көн Рәшит дуҫы: “Ҡатының матур йырлай, һайлай белгәнһең. Һин – Себерҙә, ул – сәхнәлә”, – тигәйне. Концертта йырлауҙың ни насарлығы бар? Бер Гөлзифа ғына түгел, бүтәндәр ҙә йырлай бит. Уларҙы ла шулай сәйнәйҙәрме икән?

            Өйгә ҡайтҡас, Винер ҡатыны менән һөйләшеп алырға булды. Шундай уйҙарға сумып торғанда:

– Һаумы, Винер ағай! – тигәнгә тертләп китте. Ғаяз икән. Уның менән бик үк һөйләшкеһе килмәй ине. Иҫәбе – тиҙерәк китеп ҡотолоу.

– Һаумы, Ғаяз, – тине лә китергә уҡталды.

– Хәлдәр нисек? Ялға ҡайттыңмы?

– Эйе.

Минең хәл мөшкөл бит әле. Кисә күберәк булып киткән, – тип Ғаяз таушалып бөткән битен ике ҡуллап ышҡып, Винер менән йәнәш китте.

– Ярҙам итә алмайым.

– Себерҙә шул тиклем аҡса эшләп тә, ярҙам итә алмағас... – тип һаман эйәреүен белде тегеһе.

– Әйҙә, минең менән Себергә. Һин дә аҡса эшләрһең.

– Булмай минән. Елкәм йоҡа, унда бит эшләргә кәрәк.

– Мине рәхәттән йөрөй тип беләһеңме әллә? Әҙерлән, көҙгә бергә китәбеҙ. Былай баш баҫып, эсеп йөрөмә. Аҡса таба башлаһаң, ҡатының да кире керетер, балаларың да атай тип өҙөлөп торор. Тап-таҙа көйөңә әҙәм көлдөрмә. Ишеттеңме, Ғаяз?

Винер уның эшкә бармаҫын белһә лә, шулай тине. Хәҙер Ғаяз ҡасып йөрөйәсәк, әллә ҡайҙан урап уҙасаҡ. Типһә тимер өҙөрлөк саҡта бахыр булып теләнселә инде! Ундайҙар бер Ғаяз ғына булһа, әллә ни аптырамаҫ та инең, ямғырҙан һуң баш күтәргән бәшмәк кеүек көндән-көн күбәйәләр бит әле. Ғәриптәр ҙә эшләргә, донъянан йәм табырға тырышып ята. Винер шулай уйлана-уйлана өйөнә атланы.

Ғаяз уның янынан бер һүҙ ҙә өндәшмәй китеп барҙы. “Эшкә саҡыра, әллә мине ахмаҡ тип белә? Кәрәкһә ни, бында ла таба алам. Ә ниңә эшләргә? Эсерлек көн дә табылып тора. Илдә сәпсек үлмәй, тигәндәй, мин дә үлмәм әле. Шунда бер аҙ аҡса бирһә була бит инде, ҡырмыш. Рәзиткә биргән, йәнәһе, күлде таҙарталар. Әйҙә, ҡыланығыҙ, эше бөткәс, берәй бай үҙенә һатып та алыр әле. Үҙҙәре бирмәһә, ҡурҡытып... Уф, баш сатнай. Кемгә генә барып морон төртөргә икән? Фатимаға ла бурысым күп... Рәйсәгә барып ҡарайым әле. Күптән унан алғаным юҡ” тигән уйҙар менән Ғаяз ауылдың икенсе осондағы магазинға йүнәлде.

Өйөнә ҡайтҡас, Винер ҡатыны менән һөйләшер өсөн икәүҙән-икәү генә ҡалыуҙарын көттө. Нәнәһе алдында һүҙ ҡуҙғатҡыһы килмәй. Балалары ла үҫеп бөттө, барыһын да аңлайҙар.

Улы уйнарға сығып китте, быйыл ун беренсе класҡа барасаҡ ҡыҙы күрше ҡыҙы менән ҡойма буйындағы эскәмйәлә һөйләшеп ултыра. Нәнәһе тышта ҡош-ҡорт менән мәж килә. Ҡатыны төшкөлөккә ашарға әҙерләй. Ошо уңайлы мәлдән файҙаланып, уға:

– Йәй көнө әллә репетицияға йөрөмәйһегеҙ ул? – тине. Шундай һорау менән һүҙ башлаған иренә Гөлзифа ғәжәпләнеп ҡараны. Битенә алһыулыҡ йүгерҙе. Башына “Берәй хәбәр ишетеп ҡайттымы әллә?” тигән уй килде. Ҡайнап ултырған ашын буташтырған булды.

– Йәй концерт ҡуйырға байрамдар юҡ та баһа, – тине, ни әйтергә белмәйенсә.

– Һине тыңлаған кешеләр: “Матур йырлай, Өфөгә алып китмәһендәр”, – ти.

– Халыҡҡа матур һымаҡ тойола инде, ауылға бүтән ерҙән концерттар килмәй бит. Һин йөрөмә тиһәң, ташлайым, – тине Гөлзифа. Иренең уйын белергә теләне. Ә эсенән: “Тыймаһа ғына ярар ине. Ул саҡта Шамил менән нисек осрашырмын? Айҙар буйы ситтә йөрөгән ирҙе күпме көтөп ятырға була? Ә былай һирәкләп булһа ла күңелде, тулышҡан хистәрҙе бушатырға мөмкин”, – тип уйланы. Гөлзифа шуны аңлай: ир күрмәйенсә ун биш көн, бер ай түҙә ала, ә аҙаҡ сирләй башлай. Юҡтан ғына ҡыҙып китә, тәне ҡалтырана, йә, киреһенсә, бар нәмәгә битараф ҡиәфәттә тынып ҡала. Гинекологка ла күренгәйне. Ул иң тәүҙә, ирең бармы, тип һораны. Бар, Себерҙә эшләп йөрөй тигәс, аңлашылды, һиңә ир кәрәк, тине. Сирләй башлаһаң, эсерһең, тип рецепт яҙып бирҙе.

– Концерттарға йөрөмә тимәйем, тик тәртипле бул. Балалар ҙа үҫте, оятҡа ҡалмайыҡ, тим.

– Миңә ҡалһа, йырлап йөрөүҙең ояты юҡ. – Иренең тыныс, тәртипле булыуын белһә лә, шул тыныслыҡ артында көслө дауыл тороуын да яҡшы белә Гөлзифа. Йыуаш һымаҡ күренһә лә, асыуына тейгәндә, унан да уҫал, ҡурҡыныс кеше юҡ. Ҡыҙған сағын бер күрҙе инде.

Яңы өйләнешкән саҡтары ине. Гөлзифаларҙың ауылына ҡунаҡҡа барҙылар. Кейәү ҙә кейәү тип өйҙән-өйгә ҡунаҡҡа саҡырып һыйланылар. Һуң ғына төп йортҡа ҡайтып килгәндә, уларға ауылдың өс егете ҡаршы сыҡты. Береһе Гөлзифа артынан йөрөгән булған икән, үс алырға иҫәбе. Юҡ-бар һүҙҙәр менән Винерҙы кәмһетергә маташтылар. Тыныс, тәртипле генә итеп аңлатып ҡараны, тик тегеләр уның һайын һөмһөҙләнде. Ярайһы ғына төшөрөп алған Винер түҙмәне, өсөһөн өс яҡҡа бәреп осорҙо. Быны көтмәгән егеттәр бер аҙға ҡаушап ҡалды. Әммә һикереп тороп тағы ташландылар. Армияла үҙ-үҙеңде һаҡлау алымдарын яҡшы үҙләштергән Винер йәнә өсөһөн өс яҡҡа тәгәрәтә һуҡты. Тауышҡа килеп сыҡҡан Гөлзифаның атаһы менән әсәһе араламаһа, нимә булып бөтөр ине, билдәһеҙ. Ошо ваҡиғанан һуң Гөлзифа иренең көслөлөгөн, кәрәк саҡта үҙен яҡлай алыуын белде. Уның менән ғорурланды. Ләкин бөгөн күңелен ҡурҡыу тойғоһо биләне. Юҡҡа ғына репетиция тип һүҙ башламағандыр, ниҙер һиҙенәлер, моғайын. Ҡатын ыңғайға һыпырмаҡсы булды.

– Нәнәй ҙә, ҡыҙым да концертҡа йөрөй. Бергә барабыҙ, бергә ҡайтабыҙ. Винер, әллә яҡын-тирәгә эшкә ҡайтаһыңмы? Икебеҙ ике ерҙә интеккәнсе, шулай тыныс булыр ине. Аҡса бер ҡасан да етмәй инде ул, – тине.

               Ә үҙе, Шамил менән бәйләнеште өҙөргә кәрәк, тигән ҡарарға килде. Ҡасан булһа ла беленәсәк. Әле һуң түгел. Ире лә һиҙенгәндәй итә. Бығаса йөрөгәндәрен бер кем дә күрмәне, белмәне шикелле. Оҙаҡҡа китһә, беҙ тоҡто тишеп сығыр, ҡайһылыр мәлдә иғтибарын юғалтасаҡтар.

– Ярай, мин былай ғына әйтәм. Ҡыҙыбыҙҙы уҡырға керетмәйенсә, донъябыҙҙы бер аҙ бөтәйтмәйенсә, эште ташлап булмай инде. Бында алған аҡса менән әллә ни ыратып булмаҫ. Былай ҙа бер нисә йылдан ҡайтырға тура киләсәк. Ойошмабыҙ ябылыр һымаҡ. Башҡалар күптән ябылып бөттө, – тине Винер.

Гөлзифа иркен тын алып ҡуйҙы. Ауылда күңелһеҙ хәлдәр булғылай. Йыйылышып эсеп ятҡан ҡатындар арта. Ирҙәрен дә алыштырып торалар, тип һөйләйҙәр. Күрәһең, Винер шулар хаҡында ишетеп, улар кимәленә төшөп ҡуймаһын, тип уйлағандыр. Ҡатындың күңеле тынысланды.

15.

 “Бесәнгә төшкәнсе эштәрҙең күбеһен атҡарып ҡалырға кәрәк, юғиһә ярҙам итергә кеше табыуы ауыраясаҡ: барыһы ла ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләү менән мәшғүл буласаҡ”, – тип уйланып төн йоҡолары ҡасты Рәзиттең. Күлдең кеше йөрөй торған яғын бульдозер менән тигеҙләп сыҡҡас, ҡом-таш ташыуҙы ҡыҙыулатырға ашыҡты. Ҡыҙыныу урынына ла ҡом килтереп ҡалырға кәрәк. Тәбиғәткә ышаныс юҡ, ямғыры бер башлаһа, туҡтау тигәнде белмәй. Әлегә көндәр ҡыҙыу тора. Алда ла шулай булырын күҙаллаһалар ҙа, бер аҙнанан ямғырҙар башланасағын да иҫкәрттеләр. Ямғыр башланһа, юлдар иҙеләсәк, күл янына йөк машинаһы менән кереү ауыр буласаҡ.

– Азат туғаным, ҡом ташый башларға ине. Тейәгес трактор ҡасанғараҡ булыр икән? – тине Рәзит хакимиәт башлығына.

– Бөгөн генә шылтыратып белештем, иртәгә киләсәк. Күтәртелгән юлдарға ямғырға тиклем ҡом-таш йәйеп ҡалырға иҫәп. Юғиһә көҙгә ҡаласаҡ. Күлгә ике “Беларусь” тракторы ҡуйырбыҙ, юлға – машиналар.

– Ҡыҙыныу урынына иң тәүҙә ташлы ҡом, өҫтөнә ваҡ ҡом һалырға кәрәк булыр.

– Шулай итербеҙ. Бер нисә юллағас, бульдозер таратып сығыр. Ситтәрен тигеҙләргә өс-дүрт ир-егет тотонор. Йөрөй торған юлдың ҡырҙарын ҡул көсө менән генә тигеҙләргә тура килә. Илдар белә. Ул кешеләр менән һөйләшер. Үҙең дә уны күр әле, – тине Азат Кәрим улы.

Хакимиәт башлығы менән һөйләшкәндән һуң Рәзит тыныслана төштө. Илдар эштән ҡайтҡас, уның менән һөйләшергә, бергәләшеп буш ир-егетте саҡырырға ниәтләп күл буйына атланы.

Унда йөрөгән кешеләрҙе күреп, аптырап китте Рәзит. Ни эшләп йыйылғандар? Әллә бер-бер хәл булдымы? Аҙымдарын шәбәйтә төштө.

– Күлгә ҡарап шатланып торабыҙ әле. Эшләнеп бөтмәһә лә, нисек булыры самалана, – тип ҡаршыланы Вәли ағаһы. – Һүҙеңдән генә түгел, ҡулыңдан да килә икән.

          – Эште күрә белеүеңә рәхмәт, Вәли ағай. Сабырйән ағай, Барый ағай ҙа бында икән, – тип һәр-береһе менән күрешеп сыҡты Рәзит.

     – Аҙағын күрһәк ине, – тине Сабырйән ҡарт күлгә оҙаҡ ҡына ҡарап торғандан һуң. Шунан кәүҙәһен турайта бирҙе. – Ни эшләп күрмәҫкә, ти. Әле ни йөҙгә лә етмәгәнмен, бары туҡһан дүрттә генәмен.

             Барыһы ла көлөшөп алды.

– Һин таҙаһың әле. Күрерһең дә, һыу ҙа инерһең. Бына мин генә сирләшкә, шуғаса түҙерменме икән? – тип Барый ҡарт йүтәлләп ҡуйҙы.

– Аллаһ бирһә, күрерһегеҙ. Быйыл көҙгә тиклем эште тамамларға ине, – тине Рәзит, ҡарттарҙың изге теләктәренә һөйөнөп.

– Тәрәнәйткәс, һыуы арта төшкәндәй. Шишмәһе асылып киткәндер, моғайын. Беҙ малай саҡтарҙа, ни өсөн өҫтө йылы, аҫты һалҡын тип, төбөнә тиклем сумып ҡараныҡ. Урғылып шишмә атып ята ине. Шуға ла ямғырлы йылдарҙа һыуы ташып, анау яҡтан ағып сыға торғайны. Рәзит туғаным, ул йырынға теймә, шишмәһе асылғас, һыуы артып китеүе бар. Шишмәһе булғанға, ҡоро йылдарҙа ла һыуы кәмемәне тиерлек, – тине Сабырйән ҡарт.

– Юҡ, теймәйбеҙ. Барыһы ла нисек булған, шулай ҡала. Тик саҡ ҡына бер яңылыҡ индерәбеҙ, – тине Рәзит, Сабырйәнгә яуап итеп.

– Ниндәй яңылыҡ инде, улым? Мин ни өйҙә генә ятҡас, йыйылышҡа бара алманым. Шуға бер нәмә белмәйем, – тине Барый, уфтанғандай итеп.

– Төньяҡ яр буйына балаларға ҡыҙынып ятырға ваҡ ҡом йәйҙерергә, бына бында юл түшәргә, ял итеү өсөн эскәмйәләр ҡуйырға ине. Әгәр ҙә аҡса етһә, бағаналар ултыртып, электр лампалары элергә иҫәп. Теләгәндәргә йөрөү өсөн бер нисә кәмә лә ҡуйғанда, бик шәп булыр ине.

– Һиңә ҡаршылар ватып-емереп китмәһә ярай ҙа ул, – тине Вәли борсолоп.

– Теймәҫтәр, сөнки һәр кем аҡсалата үҙ өлөшөн индерҙе. Хатта миңә ҡаршылар ҙа бирҙе. Быны көтмәгәйнем. Матурлыҡҡа ҡул күтәргән кеше кем булалыр, белмәйем... Шулай ҙа халыҡ бер аҙ күнеккәнсе һаҡлап торорға кәрәк булыр инде, – тине Рәзит.

– Көн боҙолор, ахыры, сирем көсәйә башланы. Минең организм барометр кеүек бит ул, һәр үҙгәреште һиҙеп тора. Ярай, Рәзит улым, уңыштар һиңә. Мин ҡайтайым әле, – Барый ҡарт, алға эйелә биреп, әкрен генә ҡайтырға юлланды. Барыһы ла уны йәлләп, артынан ҡарап ҡалды.

– Биреште Барый, ныҡ биреште. Һуғыштан һуң ул йәш кенә егет ине. Тау яғына урман киҫергә барғанда аты-ние менән боҙ аҫтына киткән. Үҙен арҡан ташлап ҡотҡарып ҡалғандар, аты батып үлгән. Шунан алып мандый алмай, ныҡ һыуыҡ алдырған. Араҡы эсереп, тәнен ышҡыһалар, бирешмәҫ тә ине, тиҙ генә уныһын ҡайҙан табаһың? Йәш сағында бик һиҙелмәй ине, олоғая башлағас, биреште. Һыуыҡ алдырыу үҙен ныҡ һиҙҙерә, күрәһең, – тип һөйләп алды Сабырйән.

– Үҙен аяманы. Балаларын туйҙырырға тип, урманға ҡуян ауларға йөрөнө. Көн буйы ҡар йырып йөрөп ҡайтыр ине, – тип һүҙгә Вәли ҙә ҡушылды.

– Хәҙер балалары ҡайтып та урамай шикелле. Шулай һымаҡ. Ҡатыны минең ҡатынға зарланып торған, – тине Сабырйән, ҡулындағы таяғын икенсеһенә күсереп.

– Ҡатынын әйтер инем. Бахыр Барый ҡартҡа көн юҡ. Ир тип түгел, үлә алмаған мәхлүк тип кенә ебәрә, – тине Вәли, асыуын саҡ йотоп.

Һөйләшеүҙе икенсегә борорға теләп, Рәзит:

– Ағайҙар, белеүемсә, күлгә ауыл яғынан йылға ағып төшә ине. Ул шишмәһе булдымы, әллә ямғыр һыуҙарынан ғына тулыландымы икән? – тине.

– Элек ҡар күп ваҡыттарҙа яралған йырын ул. Баҫыу һыуҙары яҙын йыйылып, шул йырындан аҡты. Ямғырһыҙ саҡтарҙа ла һыуы булды, – тип Сабырйән белгәндәрен һөйләп алды.

– Сабырйән ағай, белгәндәреңде – ауылдың үткәнен, ер-һыу атамаларын яҙып ҡуй әле. Беҙҙә тарих менән ҡыҙыҡһыныусы юҡ бит. Ана күрше ауыл тарихы китап булып сыҡты. Уларҙың яҙыусыһы бар. Алып уҡыным. Был бит – киләсәккә бер иҫтәлек. Ни мин яҙа белмәйем. Ата-әсәмдән ҡалған әллә күпме фото ята. Берәй ваҡыт улар ҙа юҡҡа сыға инде. Ауыл буйлап эҙләһәң, әллә күпмелер әле шундайҙар, – тине Рәзит, күңелендәге тағы бер фекере менән уртаҡлашып.

– Ул турала минең дә уйлағаным бар, Рәзит туғаным. Беҙҙең менән күп тарих китә инде. Бына мин колхозлашыу мәлдәренән алып ауылдың бөгөнгөһөнә тиклем беләм. Күпме ваҡиға күҙ алдынан үтте. Һуғышы ғына ни тора. Фронтовиктарҙан яҡын-тирәлә бер үҙем генә ҡалдым, буғай. Күпме кеше баҡыйлыҡҡа күсте... Быларҙың барыһы ла кисә генә булған кеүек бит. Ни арала ғүмер үтеп киткән, – тип һағышланып күлгә ҡарап торҙо Сабырйән ҡарт.

– Колхоз осоро – үҙе бер тарих. Бөгөн улары ла юҡ. Колхоздарҙы, илебеҙҙе күтәрәбеҙ тип, аяғына итек, өҫтөнә фуфайка кейеп, күпме кеше хеҙмәт итте. Былар барыһы ла онотолормо икән ни? Ҡыҙғаныс... – тип ҡушылды Вәли ҙә үкенес менән.

– Онотолмаҫ та ул. Колхоз тигән берләшмәләр булған икән, тип китаптарҙан уҡып булһа ла белерҙәр. Бына мин ни өсөн күл тип борсолоп, уны һаҡлап ҡалырға булдым. Бер мәл кибеп юҡҡа сыҡһа, киләсәк быуындар бына бында ҡасандыр күл булған икән, тип һөйләмәһен өсөн. Кем белә, күл урынына берәй нәмә төҙөп тә ҡуйыуҙары мөмкин. Һаҙлыҡтарҙы, күлдәрҙе киптереп, йорттар һалып ҡуялар бит, – тине Рәзит.

– Һин маладис инде. Бүтәндәрҙең уйына килмәҫ ине. Уңыштар үҙеңә! Эшләнеп бөткәс, килеп күрербеҙ әле. Шулай бит, Вәли туғаным, – тине Сабырйән.

Ҡарттар һөйләшә-һөйләшә ҡайтыр яҡҡа юлланды. Рәзит башҡараһы эштәр хаҡында уйланып, күл буйында ҡалды.

– Сабырйән ағай, әйт әле, ниңә мине ауыл халҡы тыңламай башланы икән? Элек бит бөтә эште үҙем менән кәңәшләшеп башҡаралар ине. Халыҡ тыңлай торғайны. Нимә булды, ниңә үҙгәрҙеләр ул? – Күңеленә тынғы таба алмайынса ятты-ятты ла, ауылдың иң оло кешеһе менән кәңәшләшергә тип, Нәзирә Сабырйәндәргә килде

 Ҡасандыр уның янында өтәләнеп торғандарҙың да ҡапыл үҙгәреүе уға ауыр тәьҫир итте.

– Ҡыҙым, шуны аңламайһыңмы?

Нәзирә, ни әйтергә белмәйенсә, ҡулбаштарын һикертте.

– Заман, халыҡтың фекерләүе үҙгәрҙе тигәнде аңлата был. Асыуланма, шуны ла әйтәм: заман алға бара, ә һинең донъяға ҡарашың иҫкесә ҡалды. Күрмәйһеңме ни, һәр кемдең ҡулында телефон, компьютер, – тине Сабырйән, баланы иркәләгәндәй, тыныс ҡына итеп. Ул яҡшы белә: ҡай саҡта тыныс ҡына аңлатып, төплө кәңәш биреү асыуланыуға, артыҡ аҡыл биреүгә ҡарағанда көслөрәк тәьҫир итеүсән.

– Телефоным, компьютерым минең дә бар ул, – тине Нәзирә, бер ҡатлы фекер йөрөтөп.

- Бына һин Рәзиткә ҡаршы төштөң, кемдәрҙелер уға ҡаршы ҡотортоп йөрөнөң. Ә халыҡ быны икенсе төрлө аңланы. Рәзит үҙен түгел, күлдең киләсәген ҡайғырта. Һин уны хуплап, ярҙам итешһәң, бөгөн минең янда былай тормаҫ, ә халыҡ араһында булыр инең. Рәзиткә ҡаршы төшөп, ауылдың киләсәгенә ҡаршы булдың. Бына ни өсөн һинән ситләштеләр. Ҡарашыңды үҙгәртергә әле лә һуң түгел. Район етәкселәренең дә Рәзит яҡлы икәнен йыйылышта күрмәнеңме ни? Ҡаршы һөйләп, көлкөгә генә ҡалдың. Шуны аңла, Нәзирә туғаным, бөгөн иҫкесә алым менән кешене ҡурҡыта ла, эшләтә лә алмайһың. Беҙ теләһәк тә, теләмәһәк тә, яңылыҡ үҙенекен итә. Бына мин колхозлашыу осорон хәтерләйем. Ул да халыҡ өсөн ҙур яңылыҡ ине. Күптәр риза булманы башта, ә колхоздар барыбер төҙөлдө. Кеше уға күнегеп кенә бөткәйне, тағы юҡҡа сығарҙылар. Бер ни ҙә эшләй алманыҡ. Шуны әйтмәксемен: бер үҙең генә ҡарышып, бер ни ҡылып булмай. Кәрәкмәй ҙә. Унан һуң, күл бит үҙебеҙгә генә кәрәк, ил күләмендәге эш түгел. Һин тыныслан. Күлде барып ҡараныңмы әле? Тәрәнәйткәс, шишмәһе асылып, һыуы артҡан.

Сабырйән ҡарттың һүҙҙәрен артыҡ иғтибарға алмағандай булһа ла, бер аҙҙан һуң Нәзирә: “Дөрөҫ әйтә түгелме?” – тип ҡуйҙы. “Күрәһең, минең сәғәт бөтәлер. Элеккесә хәйләләп тә, өркөтөп та булмай башланы. Бәлки, ялыу яҙыуҙы туҡтатырғалыр? Араларҙы көйләп булмаһа ла, Рәзиткә ҡаршы төшмәҫкәлер? Ул эште башланы, Азат та ныҡ ярҙам итә. Күл буйында көноҙоно эш ҡайнай. Колхозда, ауыл тормошонда бармаҡҡа бармаҡ һуҡмағандар ҙа шунда мәж килә. Тимәк, ул халыҡты йәлеп итә алды” тигән уйҙар менән күлгә яҡын ғына йәшәгән Барыйҙың хәлен белеп килеү ниәтенән шул яҡҡа атланы. Бер юлы күлде лә күреү ине иҫәбе.

– Нәзирә апай, мине көт, – тигәнгә туҡталып, артына боролоп ҡараһа, йүгерә-атлап Фатима килә икән. – Бер үҙемә уңайһыҙ тип уйланып килә инем. Күрәм, һин дә күл яғына бараһың икән, – тине, шәп атлауҙан көскә тын алып.

- Күлгә түгел, Барый ағайҙың хәлен белешергә ине, – тине Нәзирә, артыҡ иҫе китмәгәндәй. Йыйылышта Фатиманың үҙен яҡлашып бер һүҙ ҙә әйтмәүен һаман ғәфү итә алмай, шуға үпкәһе әле лә бөтмәгән.

Үҙе менән ҡоро һөйләшкәнен Фатима ла һиҙмәне түгел, һиҙҙе. Шулай ҙа белгертмәне, бер ни булмағандай, һүҙҙе дауам итте:

– Эй бахырың, оҙаҡ интегә инде. Барый ағайҙы әйтәм. Заманында колхоз тип көнө-төнө тир түктеләр ҙә сирләшкәгә әйләнеп бөттөләр. Күбеһе ваҡытһыҙ гүр эйәһе булды. Әсәйем мәрхүмә лә фермала йыл әйләнәһенә резина итектә йөрөп, күптән ер ҡуйынында. Бөгөн уларҙы иҫкә алыусы ла юҡ. Ярай әле Өлкән йәштәгеләр көнөн булдырҙылар, – тип Фатима күңелендә тулышҡанын һөйләне лә һөйләне. Гәпләшеп килә торғас, Нәзирәнең дә кәйефе күтәрелә төштө, Фатимаға асыуы кәмегәндәй булды:

– Ололар араһында сәләмәт кеше юҡ. Сабырйән ҡарт ҡына бирешмәй. Уларҙың нәҫеле шундай. Атаһы ла 98 йәштә мәрхүм булған, тиҙәр, – тип һүҙ осон ялғап ебәрҙе.

– Бер көн Вәли ағай магазинда: “Беләһеңме, Фатима туғаным, колхоздың бөтөрөн белһәм, бер көн дә эшләмәгән булыр инем”, – ти. “Ҡайҙа эшләр инең?” – тим. “Үҙемә үҙем”, – ти был. “Ябып ҡуйырҙар ҙа, төрмәлә эшләр инең”, –тим. Бер аҙ уйланғас: “Эйе, ул заманда мөмкин түгел ине шул”, – тип ҡуйҙы.

– Әле лә һәр кемгә мөмкин түгел. Аҡса, танышлыҡ кәрәк, – тине Нәзирә, Фатиманың нисек магазин асҡанын иҫенә төшөрөп.

- Уныһы шулай. Һиңә рәхмәт инде, Нәзирә апай, һүҙең ныҡ ярҙам итте.

Һөйләшеп килә торғас, күл буйына еткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Нәзирә үҙенең Барый ҡартҡа керәсәген дә онотто.

– Бына һиңә мә! Күлебеҙҙе танырлыҡ түгел. Ни арала былай эшләп ташлағандар ул? Ҡыҙынырға әллә ҡомлоғо ла бар? Ышанмағайным. Кешене юрый ҡыҙыҡтырып ҡына һөйләйҙәр, тип уйлағайным. Маладис Рәзит ағай. Ямғыр яуһа ла, ҡурҡыныс түгел, ҡом йәйелгән, – тип һоҡланыуын йәшерә алманы Фатима. Нәзирә һүҙгә ҡушылманы, күлгә ҡарап тороуын белде. Башта йөҙө ҡарайып, сикә мускулдары тартышып алһа ла, тора-бара асылына ҡайтты. Үҙе лә һиҙмәҫтән:

– Һәйбәт булырға тейеш, – тип ҡуйҙы.

– Мал-тыуар, ҡош-ҡорт керетмәҫкә инде, Нәзирә апай. Кәртәләмәһәң, сығарыусылар табылыр, – тине Фатима, Нәзирә апаһының быға ҡаршы булыуын онотоп. – Әйҙә, күлдең теге башын да ҡарап киләйек.

Әмергә буйһонған һалдат кеүек, Нәзирә Фатима артынан эйәрҙе. Ҡом-таш йәйелгән юлдан тал, ҡамыш үҫкән яҡҡа атланылар.

– Матур бит, Нәзирә апай, ниндәй матур үҙебеҙҙең күлебеҙ! Әсәйем мәрхүмәнең “Күлебеҙгә элек аҡҡоштар төшә торғайны, һыуы таҙа, шунда кер йыуа инек“ тип һөйләгәндәре хәтерҙә.

– Был таллыҡты колхоз осоронда киҫергә уйлағайнылар, мин ҡаршы килдем, – тине Нәзирә.

– Кемгә ҡамасауланы икән?

– Ирҙәр эшкә сыҡмайынса, шунда ҡасып, эсеп ята торғайны. Ышыҡ, бер кем дә күрмәй. Бер нисә тапҡыр үҙемдекен дә шунан алып ҡайттым.

– Ҡомлоҡ булғас, ололар ҙа, бала-саға ла булыр тип уйлайым. Таллыҡ араһында ятырға баҙнат итмәҫтәр.

Ҡаршыға килгән Рәзит күренде. Ни эшләргә белмәйенсә, Нәзирә туҡтап ҡалды. Кире боролоп китергә уңайһыҙланып, күлгә ҡарап торған булды.

– Һаумыһығыҙ, – тине Рәзит, ҡатындар янында туҡтап.

– Матур булырға тейеш, Рәзит ағай. Бына, һоҡланып йөрөйбөҙ, – тине Фатима, шат йылмайып.

– Ә һиңә, Нәзирә, оҡшаймы?

– Ярарлыҡ. – Нәзирә башҡа һүҙ әйтмәне. Рәзиткә унан маҡтау кәрәкмәй ҙә, бары тик эшенә таяҡ тығып йөрөмәһен.

- Ярай, һеҙ юлығыҙҙы дауам итегеҙ, таллыҡты йөрөп сығығыҙ. Ҡороһон, кәкреһен киҫтек. Асылып, йыйнаҡланып ҡалды, – тине лә ары атланы Рәзит.

17.

Ун көнләп һыуытып, ямғыр һибәләп торғандан һуң, көн асылып китте. Ауыл халҡы ошо ваҡытта дәррәү ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләргә тотондо. Малы булғандар, көнгә ышаныс юҡ, аяҙ ваҡытты файҙаланып ҡалырға кәрәк, тип ашыҡты. Һуңғы йылдарҙа бесәнлек иркенәйҙе. Олоһо ла, кесеһе лә тигәндәй малын кәметте. Элек юл буйындамы, ағас араһындамы – ҡайҙа үлән үҫә, сабып алына торғайны. Хәҙер бесән күп, иренмәһәң, сап та сап. Әммә салғы менән сабыусыны күрмәҫһең, күбеһе трактор көтә. Ундай сапҡыстар ауылда бер нисә генә булғас, сиратҡа яҙылалар. Техника көтөргә теләмәгәндәр мотоблок, триммер алып ебәрҙе.

Винер Зәбир дуҫынан саптыртып, бесәнен алып ҡайтып, өйөп тә ҡуйҙы. Дуҫына ла өлөш ҡалдырҙы. Себерҙә йөрөй башлағас, Винер ҙа малын кәметте. Заманында ике һыйыр, ике тана аҫрағаны булды. Ейәненең ялы бесән осорона тура килеүенә Кәримә һөйөндө.

– Баламдың өйҙә булыуы бик шәп, шулай бит, килен? – тине Гөлзифаға.

– Әйтмә лә инде, мин дә һөйөнәм. Юғиһә бөтә ауырлыҡ беҙгә төшөр ине. Нәнәй, ямғырҙан һуң еләк тә өлгөргән икән, барып йыйып килергә ине. Кисә бала-сағаның еләктән ҡайтҡанын күрҙем. Ял көндәре еткәнсе өлгөрөп ҡалырға кәрәк. Әтеү ҡаланан ҡайталар ҙа, саранча кеүек һырып, еләклекте тапай ҙа сығалар, – тине Гөлзифа.

- Дөрөҫ, килен, йыйырға кәрәк. Ҡыш еләк ҡайнатмаһы менән сәй эсеү үҙе бер ғүмер бит ул. Ҡыҙың менән улыңды ла ал, юғиһә, ни эшләргә белмәйенсә, телефонға ҡаҙала ла ултыралар. Мин дә барыр инем, аяҡтарым һыҙлап тора. Тағы көн боҙолорға итәлер... – Шулай тине лә ейәндәренә өндәште. – Әсәйегеҙ менән еләккә бараһығыҙ. Салбар кейегеҙ. Бөжәк-маҙарҙан һаҡланырға кәрәк.

Гөлзифаның балаларын алмаҫҡа ине иҫәбе. Ансамблдә бергә йырлаған Зәйтүнә менән генә барырға һөйләшкәйнеләр. Нәнәһе ҡушҡас, ҡаршы төшә алманы.

Бесән йыйып алынғас, күл янында эштәр яңынан башланды. Ағас үҫмәгән яҡҡа бағаналар ултыртып, электр сымдары һуҙылды. Һәр бағанаға лампочка эленде. Араларына эскәмйәләр ҡуйылды. Рәзит районға барып, рәссамдарҙан “Түңәрәк күл паркы” тигән һүҙҙәрҙе яҙҙырып, махсус бағанаға беркетеп ҡуйҙы.

Парк тантаналы асылмаһа ла, ауыл балалары ла, каникулға ҡайтҡандар ҙа ҡомда ҡыҙынып, һыу инә башланы. Башта Рәзит, әле иртәрәк, килмәй тороғоҙ, тип әйтергә ынтылһа ла, тыйылып ҡалды. Йөрөһөндәр әйҙә, биҙҙерергә ярамай, тип уйланы. Балаларҙың шатлана-шатлана һыу инеүен күреп, ололар ҡыуанды. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт йөрөмәгәс, күлдең һыуы ла таҙарып китте. Ун көнләп яуған ямғыр ҙа үҙенекен итте: күлдең һыуы артты, өҫтөндәге бысраҡ уйһыу ерҙән ағып китте.

Күл эргәһендәге юлдарға ҡом түшәү тамамланды. Клуб менән мәктәп араһындағы буш урынға балалар майҙансығы эшләнде. Шунда уҡ спорт майҙаны кәртәләп алынды. Август аҙаҡтарында башҡарылған эштәрҙе күрергә район башлығы Дамир Хәлит улы килеп төштө.

– Бына бит, бергәләп тотонғас, күпме эш атҡарылған. Молодцы! Рәзит ағайҙың күлгә генә бәйле уйы башҡа эштәргә лә этәргес булды. Рәхмәт, ағай, эштәрең маҡтауға лайыҡ, – тине район башлығы, Рәзиттең ҡулын ҡыҫып.

– Мин бер үҙем генә түгел, бөтә ауыл халҡы, Азат Кәрим улы ныҡ ярҙам итте, – тине Рәзит, маҡтауҙан уңайһыҙлана төшөп.

– Шулай булһа ла, эш һинең тәҡдим менән башланды, Рәзит ағай, – тип һүҙгә ҡушылды Азат Кәрим улы. – Дамир Хәлитович, сентябрҙең ун биштәрендә тантаналы рәүештә күлде асһаҡ, тигәйнек. Һеҙҙең ризалыҡ булһа, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” формаһында үткәрмәксебеҙ. Халыҡ өсөн үҙе бер байрам булыр ине.

– Мин ҡаршы түгел. Программаһын төҙөгөҙ. Эштең уртаһында ҡайнағандарға, ярҙам иткәндәргә Рәхмәт хаттары, бүләктәр әҙерләгеҙ. Аҡсалата булышлыҡ ҡылғандарҙы ла онотмағыҙ. Мин бер аҙ аҡса бүлермен.

– Өфөнән телевидение саҡырыу ҙа шәп булыр ине. Хәбәрселәр килһен, күрһен. Башҡаларға үрнәк булыр. Дамир Хәлитович, һеҙҙе бөтә командағыҙ менән саҡырам. Килерһегеҙ, тип уйлайым.

– Урам араларындағы ҡоймаларҙы ҡарап сығығыҙ, төҙөк һәм буялған булһын. Эшләнеп бөтмәгән нәмәләрҙе ослап ҡуйырға әле ваҡыт бар. Өфөнән килгән ҡунаҡтар алдында уңайһыҙланырлыҡ булмаһын. Обелискты киләһе йылға өр-яңынан ҡуйырбыҙ. Быйылға буяп, тирә-яғын таҙартып тороғоҙ.

- Барыһы ла һеҙ әйткәнсә булыр, Дамир Хәлитович. Улары ҙур эш түгел, – тине Азат Кәрим улы.

18.

Кистән болотлап торһа ла, таңға таралып, офоҡ артынан алланып ҡояш күтәрелде. Был күренешкә байрамды ойоштороусылар ғына түгел, ауыл халҡы менән ситтән ҡайтҡандар ҙа һөйөндө. Тимәк, көн аяҙ, йылы буласаҡ.

Байрамды асыу сәғәт ун бергә билдәләнһә лә, халыҡ ҡояш күтәрелеү менән күл буйына ашыҡты. Шул тарафтан ағылған милли моң да үҙенә саҡыра. Кемдәрҙер күл тирәһендә йөрөп һоҡлана, кемдәрҙер кәрәк-яраҡ менән сауҙа итеүселәр янында мәж килә.

Сәлимә өҫтөнә матур күлдәген, уның тышынан, күл буйында һалҡынса була тип, еңелсә тегелгән курткаһын кейеп, Кәримәләргә ашыҡты.

– Көттөрҙөммө? – тине инеү менән.

– Сәлимә, ниндәй күлдәк кейәйем икән? Үҙебеҙҙекенме, әллә Әмириктән ҡайтҡандымы? Ҡытайҙыҡы ла бар ул, – тине Кәримә, әллә ысынлап, әллә шаяртып.

– Һин ни сит ил ҡатындары һымаҡ. Кей шул Әмириктекен. Һиңә килешә ул, – тине Сәлимә, уныңса шаярта биреп.

– Ҡояш күтәрелеп килә, әллә ҡара күҙлек тә алайыммы икән? Сит ил ҡатындары кеүек ҡыланырға инде.

– Булыр һинән, битеңде, ирендәреңде лә буя. Кем был, тип һораһалар, ситтән килгән ҡунаҡ тиермен. – Шулай шаяртышып алғас, икеһе лә көлөп ебәрҙе. – Теге сәскәле күлдәгеңде кей ҙә ҡуй инде. Беҙҙе хәҙер нисек булһа ла таныйҙар. Бына минең кеүек куртка кейергә лә онотма. Ни тиһәң дә, хәҙер йәй түгел.

– Винер балам ғына байрамды күрә алмай. Янып-көйөп йөрөнө үҙе. Шуныһы үкенес. Саҡыртып алдылар бит, – тип көрһөнөп ҡуйҙы Кәримә.

– Киленең, балаларың да күренмәй. Киттеләрме әллә?

– Киленде үҙең беләһең, әртис бит. Балалар ҙа мәктәптән бара. Ун берҙә генә башлана, ти. Ашыҡмаһаҡ та була.

- Алдан барайыҡ. Ситтән ҡайтыусыларҙы күреп, һөйләшә торорбоҙ.

Ҡарсыҡтар сөкөрҙәшә-сөкөрҙәшә моң ағылған күл буйына атланы.

Байрамға ауыл халҡы ғына түгел, яҡын-тирә ерҙәрҙән дә килгәйнеләр. Район гәзитендәге мәҡәлә күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы. Шуға ла яңыртылған күлде, уның эргәһендәге паркты һәр кемдең күргеһе килде. Бығаса район күләмендә йылға-күлдәргә яңы һулыш бирелгәне, үҙгәртелгәне юҡ ине әле.

Телевидениеға райондан хәбәр килеп төшкәс, ниндәй яңылыҡ булыр икән, ”Һаумыһығыҙ, ауылдаштар”ҙы күп төшөрҙөк, тип икеләнеп тә алдылар. Шулай ҙа район хакимиәте башлығы үҙе шылтыратҡас, кире ҡағырға баҙнат итмәнеләр. Күлде күргәс, әлдә килгәнбеҙ әле, тип ҡыуандылар. Был улар өсөн дә яңылыҡ ине. Байрам башланғансы олоһонан да, кесеһенән дә интервью алдылар, фекерҙәре менән ҡыҙыҡһындылар. Күлде кәмәгә ултырып та төшөрҙөләр. Ауыл хакимиәте башлығынан: “Кем башланғысы менән атҡарылды был?” – тип һорағас, ул Рәзитте саҡырып:

– Ағай, һин телевидение хәбәрселәренә үҙ эшең хаҡында һөйлә инде, – тине.

– Булдыра алырмынмы икән, минең бер ҙә интервью биргәнем юҡ, – тине Рәзит, ҡаушабыраҡ.

- Нисек бар, шулай һөйлә.

Рәзит ярҙам иткәндәрҙе атап сыҡты, башланғысты күтәреп алғаны өсөн етәкселәргә рәхмәт белдерҙе.

Сабырйән дә, Барый ҡарт та был көндө күрә алғандарына шатланып бөтә алманы. Ҡарсыҡтары менән күл буйына килделәр.

- Рәхмәт, балалар, рәхмәт! Бына бит, ауыл өсөн ниндәй ҙур байрам булды, – тип һөйләнде Сабырйән. Уны күреп, телевидение хәбәрселәре, ауылдың иң оло кешеһе булараҡ, фекерҙәрен белергә эргәһенә килде. Сабырйән үткәнде бөгөнгөһө менән сағыштырып, тормоштоң күпкә еңеләйеүенә, донъяның матурланыуына ҡыуанысын белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта ауылда эш урындары булмауы, йәштәрҙең ситкә китеүе хаҡында ла борсолоуын әйтте.

Хәбәрселәр киткәс, Барый Сабырйән эргәһенә килеп:

– Аллаға шөкөр, был көндө миңә лә күрергә яҙған икән, Сабырйән ағай, – тине.

– Тимәк, йәшәйбеҙ әле, Барый туған, йәшәйбеҙ. Ошондай матурлыҡты ташлап китергә ашыҡмайыҡ. Быйыл һуң инде, һалҡынайтты. Алдағы йылда, Аллаһ бирһә, һыу инеп, ҡомда ҡыҙынаһы бар, шуны онотма. Һинең сырхауыңа ла, бәлки, сихәт булыр. Барыһы ла Хоҙай ҡулында, – тип Сабырйән кәзә һаҡалын һыпырып ҡуйҙы.

- Кем белә, бәлки... шулай ҙа булыр.

Район, Өфө ҡунаҡтары килеп төшкәс, күл буйындағы паркты тантаналы асып, таҫмаһы киҫеп алынғас, ҡотлауҙар, бүләкләүҙәр башланды.

Гөлзифа, Шамил менән осрашҡан урынын күрергә тип, күлдең ҡамышлы, таллыҡ үҫкән яғына атланы. Уның менән араны бөтөнләй өҙөргә, тигән ҡарарға килде ҡатын, оҙаҡ уйланғандан һуң. Ире бер нисә йылдан ҡайтырға, яңы эш урыны табырға тора. Әлегә барыһын да үҙгәртергә һуң түгел. Хис-тойғоно ауыҙлыҡларға, аҡыл менән эш итергә кәрәк. Бөгөн мөмкинлек килеп сыҡһа, шуны Шамилға ла аңлатмаҡсы. Ир-егет бөтә нәмәне лә еңел үткәрә, ҡатын-ҡыҙ ғына йөрәгенән сығара алмай яфалана. Бындай фәлсәфәне Гөлзифа яҡшы белә, китаптан уҡығаны бар. Бына әле үҙе лә шундай тойғолар кисерә. Барыһы ла ваҡыт ҡулында. Ваҡыт үткән һайын ауыр булып тойолғаны ла еңеләйә бара. Шамил – ир кеше, тиҙ хәтеренән юйыр. Ул онота алырмы һуң?

Концертты башларға ваҡыт еткәнен самалап, Шамил артистарын барлай башланы.

– Гөлзифа ҡайҙа?

– Әле генә ошонда ине.

- Таллыҡ яғына атланы буғай, – тине береһе. Шамил шул яҡҡа йүгерҙе.

Ул килгәндә, ҡатын уйҙарға бирелеп, күлгә ҡарап ултыра ине.

– Гөлзифа, һине юғалттым. Хәҙер концерт башлана, – тине Шамил, йыш-йыш тын алып. Тирә-яғына ҡарап, ҡатынды ҡосаҡларға уҡталды.

– Кәрәкмәй, Шамил. Сик ҡуйырға ваҡыт. Мин бөгөн һиңә шуны әйтергә тейеш инем. Бында осрашыу һәйбәт булды.

– Ни һөйләйһең? – Шамил ҡатынды үбергә самаланы. Гөлзифа тартылды.

- Етте! Был – аҡылһыҙлыҡ. Икебеҙҙең дә ғаиләбеҙ бар. Шағир әйтмешләй, өшөгәндә ҡайтып йылынырға һинең дә, минең дә үҙ ҡыуышым. Аңла мине, Шамил, ғазаплама, бүтәнсә осрашмайыҡ, аҡылыбыҙға киләйек. Һиҙәм, аҙағы яҡшыға булмаясаҡ. Ошо урында туҡтатайыҡ. Шунан да яҡшыһы булмаҫ. Әйҙә, көтәләрҙер.

Гөлзифа, Шамилды көтмәйенсә, ҡыҙҙар янына йүгерҙе.

Нәзирә байрамға бармайынса ҡалырға уйлағайны ла, күршеһе кереп, көсләп тигәндәй алып китте. Үҙенең еңелеүе менән килешкәндәй булһа ла, ауылдаштары араһында күренергә тартынды. Әрһеҙҙәрҙең, ҡаршы килеп маташҡайның, барып сыҡманы, тип әйтеренән шикләнде. Бер кем дә яман һүҙ әйтмәй, килеп күрешеп, байрам уңайынан ҡотлағас, кәйефе күтәрелеп китте. Ситтән ҡайтҡан, күптән күрешмәгән класташтары менән осрашып ҡосаҡлаштылар, мәктәп йылдарын иҫкә төшөрҙөләр. Ҡайһы берәүҙәре, байрамды ойоштороуҙа һинең өлөшөң дә барҙыр әле, тине. Юҡ, был Рәзит ағайҙың башланғысы, тип яуапланы Нәзирә. Ошо һөйләшеүҙән һуң уның күңеле төбөндә ятҡан үпкәләүҙән ойошҡан төйөр таралғандай булды. Нисектер еңел, рәхәт булып китте. Юғиһә күңелендә йөрөгән мин-минлек, тәкәбберлек асылып китергә, тынысланырға ирек бирмәйенсә интектерә ине.

Йыр-бейеү, төрлө уйындар менән байрам кискә тиклем дауам итте. Бындай сараны күптән күрмәгән халыҡ таралырға ашыҡманы. Ҡараңғы төшөп, бағаналағы лампочкалар ҡабынғас, күл буйы сихри бер матурлыҡҡа төрөндө.

20.

Сентябрь аҙаҡтарында көндәр һалҡынайтып ебәрҙе. Һыуыҡ килерен һиҙенеп, көньяҡҡа йыйынған ҡоштар бергә тупланып, ауыл өҫтөнән урап, беҙ китәбеҙ инде, тигәндәй оса башланы.

Бәрәңге күптән алынып бөтһә лә, ауыл кешеһенең эше муйындан. Кишер, ҡыҙыл сөгөлдөр кеүек йәшелсәләрҙе ҡаҙып, баҙға, мөгәрәпкә һалыу башланды.

Шамил үҙешмәкәр түңәрәктә йөрөгәндәрҙе, телефондан шылтыратып, Өлкән йәштәгеләр көнөнә концерт әҙерләргә саҡырҙы. Гөлзифа килмәне. Шуға Шамил өйҙәренә барып белешергә уйланы. Улар йәшәгән урамға боролғайны, ҡатындың килгәнен күреп, көтөргә булды.

– Һаумы, Гөлзифа. Һеҙгә китеп бара инем. Кисә репетицияға көттөк, килмәнең. Шуға үҙем барып белешергә уйлағайным, – тине Шамил, ҡатындың күҙҙәренә ҡарап.

- Мин башҡаса ҡатнашмаҫҡа булдым.

Шамил уның һүҙҙәрендә ниндәйҙер әйтеп бөтөлмәгән кинәйә барлығын һиҙҙе.

– Ҡыҙҙар көтә. Һинән башҡа концерттың йәме булмаясаҡ. Халыҡ йырыңды таптырасаҡ. Мин ни тиермен?

– Бығаса минән башҡа ла ҡуя торғайнығыҙ бит.

– Ҡуя инек, әммә һин йырлай башлағас, клубҡа йөрөүселәр артты. Гөлзифа, зинһар өсөн, тыңла. Мин һине шундай һағындым! – тине хисләнеп.

– Шамил, һөйләштек бит, бүтәнсә осрашмайбыҙ.

- Бөттө-бөттө, ғәфү ит. Бөгөн көтәбеҙ.

Гөлзифа бер һүҙ ҙә әйтмәне, ризалыҡ белдереп баш ҡына ҡаҡты.

Ҡатын бөттө тиһә лә, Шамил осрашыуға өмөтләнә. Гөлзифаның кире ҡағыуы ваҡытлыса ғыналыр, күңелендәге хис-тойғоно һынап ҡарауылыр. Осрашыуҙы туҡтатып, аҡыл менән эш итһә лә, йөрәгенең бер мөйөшөндә һөйөүе йылылыҡ биреп торасаҡ. Уйланып, төштәренә кереп һаташасаҡ. Гөлзифаның репетицияға килмәүен Шамил үҙенсә – уға булған хис-тойғоһона ҡаршылашыу ғына тип аңланы.

Ә ҡатын ныҡлы ҡарарға килгәйне: ғаиләне беренсе урынға ҡуясаҡ ул. Ҡасып-боҫоп осрашыуҙарҙың киләсәге юҡлығын белә. Халыҡ һиҙеп, ауылға таралғансы, араларҙы өҙөү хәйерле. Нәнәһенең ҡараштарында ла ниҙер һиҙелә. Әлегә өндәшмәй, уңайлы мәлде көтәлер кеүек. Әгәр ҙә ире белеп ҡалһа, айырылышмаһалар ҙа, күңелендә ғүмерлек яра ҡаласаҡ, уға булған ҡараш үҙгәрәсәк. Был – ғаиләлә татыулыҡ бөттө тигән һүҙ. Репетицияға йөрөһә лә, урамдаш ҡатын менән бергә ҡайтасаҡ. Элеккесә юҡ-бар сәбәп табып, тороп ҡалмаясаҡ.

Сәлимә төшөндә ирен күрҙе. Булаттың матур, таҙа сағы. Йылмайып килеп керҙе лә:

– Сәлимә, күлебеҙгә аҡҡоштар килде, – тине.

– Булат, һин ҡайттыңмы ни?

– Эйе, аҡҡоштар күрергә ҡайттым, әйҙә күл буйына, – тине лә юғалды.

– Булат!.. Була-а-ат!..

Сәлимә үҙ тауышына уянып китте. Түшәгенән күтәрелеп, тәҙрәгә күҙ һалды, көн асыла башлағайны. Күргән төшөн күңеленән ҡабатлай-ҡабатлай йыуынып алды, сәйнүген ҡайнатырға ҡуйҙы. Күптән инде ирен төшөндә күргәне юҡ ине. Аҡҡоштар ҡайтты, тине түгелме һуң? Әллә ысынлап та күлебеҙгә аҡҡоштар төштөмө? Сәйләп алды ла Кәримәгә шылтыратты:

– Еңгә, хәҙер керәм. Юҡ-юҡ, бер нәмә лә булманы...

– Таң менән шылтыратып, ҡотомдо алдың. Нимә булды тағы? – тип ҡаршыланы күршеһе.

- Төшөмдә Булатты күрҙем.

– Таң менән шуны һөйләргә керҙеңме?

– Беләһеңме, ул ни тине?

– Мин ҡайҙан беләйем? Әллә һине алып китергә йөрөймө? Йә, сисен, сәй эскәс, китерһең.

- Шаяртыуға борма әле. Күлгә аҡҡоштар килде, ти. Мине шунда саҡыра. Кейен әле, күл буйына барып киләйек. Көньяҡҡа йыйынған аҡҡоштар унда төшөп ял итергә уйлағандыр. Булатым юҡҡа ғына төшөмә кермәҫ...

Күл өҫтөндә ап-аҡ аҡҡоштарҙың йөҙөп йөрөгәнен күргәс, ҡарсыҡтар үҙ күҙҙәренә үҙҙәре ышанмай торҙо. Йөҙҙәренә йылмайыу сыҡты, ҡоштарға ҡарап ҡатып ҡалдылар.

– Аҡҡоштарҙы күрергә килдегеҙме, апайҙар? – тигән тауышҡа икеһе бер юлы артына боролдо. Эргәләрендә Рәзит баҫып тора ине.

– Тауышланма, туғаным, осоп китмәһендәр, – тине Кәримә әкрен генә. – Рәхмәт инде һиңә. Был – һинең аҡҡоштарың.

- Улар осмай. Мин күптән күҙәтәм инде. Ҡояштың тәүге нурҙары менән күлгә килеп төштөләр.

Уларға Азат Кәрим улы, тағы бер нисә кеше килеп ҡушылды. Телефон аша бер-береһенә, күлебеҙгә аҡҡоштар төштө, тип хәбәр ебәреп өлгөргәйнеләр.

– Азат туғаным, элек күлебеҙгә аҡҡоштар төшә ине, тигәйнек бит. Бына тағы күрергә насип булды. Төшөмдә Булатым хәбәр итте, – тине Сәлимә, яулыҡ остары менән күҙҙәрен һөртөп.

- Таҙа һыулы, йәмле күлде кешеләр генә түгел, аҡҡоштар ҙа үҙ итә. Ҡоштар ҙа матурлыҡты күрә белә шул, – тине Кәримә.

Бер аҙҙан тотош ауыл халҡы күл буйына йыйылды. Барыһының да аҡҡоштарҙы күреп ҡалғыһы килде. Фотоға төшөрҙөләр. Гөлзифа телефонын алып:

- Нәнәй, Сәлимә әбей, миңә ҡарап баҫығыҙ әле, фотоға төшөрәм. Винерға ебәрермен. Күреп шатланһын. Ул да аҡҡоштар килеүен көтә ине, – тине.

Фотоға төшөргән арала кемдеңдер ҡарашын тойоп, башын борҙо. Һөйөү тулы моңһоу күҙҙәре менән уға Шамил ҡарап тора ине. Гөлзифаның йөҙөнә алһыулыҡ йүгерҙе, баш ҡағып һаулыҡ ҡушты ла фотоға төшөрөүен дауам итте.

Фото: seligerlife.ru

Автор:
Читайте нас