+28 °С
Облачно
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Декабря 2024, 15:05

ҠЫҘЫЛ ТАШ

(Мистик хикәйә) Урыҡ-һурыҡ йәйге төндөң ҡоршауында юлда барған еңел машинаның фара яҡтыһы бейей. Кабина эсендә ултырған ир менән ҡатын, әйтерһең кисә генә айырылышҡандар ҙа, һөйләшеп бөтмәгән һүҙҙәрен дауам итәләр. Гүйә, уларҙың күрешмәүенә утыҙ йыл үтмәгән дә, бәғерҙәрен телгеләгән үкенес булмаған.Оло юлдан бейек тау түбәһенә барып етеп, бер аҙ барғас, уңға ҡайырылып төштөләр. Һөҙәкләтеп күтәрелеп килгән тау итәгенә барып туҡтанылар. Инде һыҙыла ла башлаған таң яҡтыһында йән илерткес, әйтеп бөткөһөҙ тойғолар уятҡан Балтатау килеп баҫты. Машинанан сығып, тауға ҡарап, өнһөҙ генә үҙ уйҙарына сумып бер килке торҙолар. Ошо мәлдә икеһенең дә йөрәк-йәнен һулҡылдатҡан бер генә уй-һорау ине: "Ниңә бергә була алманыҡ?"-Һағындыңмы? - тине инде сәстәренә сал ҡунған ир.

ҠЫҘЫЛ ТАШҠЫҘЫЛ ТАШ
ҠЫҘЫЛ ТАШ

-Күп ваҡыт үтте, ул мәлдәр артта ҡалды бит. Йәшлектәге хис - тойғолар ғына булғандыр ул, - тине әле лә матурлығын юғалтмаған, тик күҙ аҫтарына килешле йыйырсыҡтар барлыҡҡа килә башлаған, әммә шул уҡ мәғәнәле ҡарашлы ҡатын.
-Юҡ инде, күреп торам, һағынғанһың бит.
-Һағындым шул, - тине ҡатын һәм хас йәш саҡта иркәләнгән кеүек, башын уның күкрәгенә терәп, татлы хистәргә сумды. - Һөйөү - мәңгелек, уны онотоу юҡ, тип шыбырҙаны...
-Эйе, күпме йылдар үтһә лә, мөхәббәт уты һаман шул килеш, - тип ҡосағына алды...
Тәүге ҡояш нурҙары Балтатауҙың ҡыҙыл ташына төшкәндә, Дауыт менән Зинира йәш саҡтарында торған урындарына килеп баҫтылар.
Икәүләшеп күп ваҡыт үткәргән уңайлы таш ултырғыстан торғас, Дауыт: "Был һиңә беҙҙең осрашыуҙы хәтерләтер," - тип, шыма ғына, дүрткелләнеп торған ҡыҙыл таш бирҙе. Ул, ысынлап та, кеше ҡулы тейгәндәй матур ине, тап уртаһында ҡояш яҡтыһына сағылып, төрлө төҫкә әйләнгән урыны ла бар.
Ҡайтыр юлға сыҡҡас, өндәшмәй генә килгән Зинира: - һин миңә утыҙ йыл элек тә, әле лә бер генә һүҙеңде әйтергә ҡыйманың, - тиеп һүҙ башланы. - Бәлки, шул ваҡытта әйтһәң, бөгөнгө тормошобоҙ бөтөнләйгә икенсе булыр ине. Мин бит көттөм, бер ни тип тә өндәшмәнең. Һаман да көтәм, бөгөн булһа ла, һуң булһа ла әйтә алмайһыңмы ни, тағы күпме түҙергә була? Бер генә һүҙ бит!
Зинира йылдар буйы йыйылған хәбәрен, үпкә һүҙҙәрен, тойғоларын ярһып ташҡан йылғалай һөйләргә кереште.
...Һәр йылды июнь айының баштарында ошо беҙҙең урынға килә инем. Шул ташҡа ултырып икебеҙҙең бергә булыуыбыҙҙы күҙҙаллап хыялға бирелә торғайным. Тап шул осорҙа гөлемештәр сәскә ата, уларға серҙәремде һөйләп, әҙ күҙ йәштәремде түкмәнем. Ә һин, һыуға батҡандай, юҡҡа сыҡтың. Мин эшләгән дауаханаға килеп ятҡан ауылдаштарыңдан һорашып торҙом һинең турала. Йөрөгән ҡыҙың бар тигәстәре, нисек өҙгөләнгәнемде белһәң. Үҙемә урын тапмай, ситкә сығып киттем. Һуңынан ишетеүемсә, ул дөрөҫ булманы. Тынысландым, тағы өмөт сатҡылары барлыҡҡа килде, көттөм, бәлки, килерһең тип. Тик барыһы ла бушҡа ғына. Бер йәйге ялға ҡайтҡан ваҡытта курсташ ҡыҙ һинең өйләнеүең тураһында һөйләне. Барлыҡ өмөт-хыялдарым селперәмә килде. Көҙгә үҙем дә кейәүгә сыҡтым. Ике ул үҫтереп, киленле, ейәнле булдым инде хәҙер. Зарланырлыҡ бер нәмә лә юҡ кеүек, әммә һиңә булған һөйөү-хистәремдең яуапһыҙ ҡалыуы күңелемде ғүмер буйы әрнетеп, телгеләп тора, шуныһы ғына үкенесле...
- Йыл да мин дә киләм бит, тап ошо ваҡытта, юлдарыбыҙ ғына аймылыш булған, күрәһең. Сәбәбен дә белдем, тик бик һуң ине шул. Бер килгәнемдә тәрән уйҙарға батып икебеҙҙең бәхетле саҡтарыбыҙҙы иҫләп ултырғанда, яҡындағы бәләкәй Балтатауҙан ниндәйҙер тауыш килгәндәй булды. Шунда тағы ла ғәжәп тә, сәйер ҙә хәл булғайны. Тороп атлап китеүгә, таш эргәһендә үҫкән гөлйемеш, ебәрмәйем тигәндәй, балағыма эләгеп, тартылды. Ебәрмәйем тиһәң, үҙеңде алып китәм, тип, уны машинанан бәләкәй көрәк килтереп ҡаҙып алдым, ҡыуаҡты баҡсаға ултырттым.
Ул ваҡытта әллә ни иғтибар итмәгәйнем, ләкин икенсе йылына ла шул уҡ хәл ҡабатланды. Ни икәнен аңларға тырышып, шул яҡҡа ыңғайланым. Тауға барып етеүемә, ташта ултырған, бығаса мин күреп-белмәгән бер ҡош осоп китте лә, баш осомда өйөрөлә башланы. Ниҙер әйтергә теләгән кеүек, сағыу тауыш менән ҡысҡыра. Тигеҙ рәт булып парлашып теҙелеп ятҡан таштарға ҡунып ала ла, тағы өҫкә күтәрелеп ҡысҡыра башлай. Ҙур Балтатау яғына осоп барып килә лә, тағы шул таштарға ултыра ине. Минең өсөн асылмаған сер булып ҡалды был хәл. Һуңғы тапҡыр килгәнемдә өлкән үк йәштәге бер парҙы күрҙем. Минең бында яңғыҙ килгәнемде белгәс, ошондай тарихты һөйләп бирҙеләр.
- Беҙ һеҙҙең ауылға күп йылдар элек, Ғәлимә биология, мин физика уҡытыусыһы булып йүнәлеш менән эшкә килгәйнек. Дуҫлашып йөрөгәс, өйләнешергә йыйындыҡ. Уҡыу йылы аҙағында уҡыусылар менән ошонда экскурсияға килдек. Балалар тау итәгендә уйнап ҡалдылар, беҙ ҡая булып ҡыҙыл таштар күренеп торған урынға мендек. Шул мәлдә баш особоҙҙа осоп-ҡунып һайраған ҡошҡа әллә ни иғтибарҙа итмәгәйнек. Килгән һайын шулай ҡабатланды, кем генә белгән инде... Унан кеше һүҙенән беҙҙең аралар боҙолдо. Икебеҙ ике яҡҡа сығып киттек.
Ҙур Балтатауҙа, бәләкәйе лә бере-береһе менән ныҡ бәйле. Яҡшылап ҡараһаң ошо ике тау араһында күҙгә күренер-күренмәҫ таштан бер һыҙат юл бар. Хатта ер аҫтынан да шундай таш билбау һуҙылған. Әгәрҙә ғашиҡтар ҙур Балта тауға килә икән, уларҙың өҫтөндә ҡош осоп йөрөй башлай. Шунан ул һинең эргәңдәге ташҡа бер ултырып, бер осоп шул тиклем итеп өҙҙөрөп һайрай. Иғтибарлабыраҡ ҡараһаң, ул шыма ғына дүрткел ҡыҙыл таш булып сыға, сараһыҙҙан уны ҡулыңа алаһың. Унан инде ҡошсоҡ бәләкәй Балтатау яғына табан ашҡына, талпына башлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр быға иғтибар итмәй. Ә бит ул ябай түгел мөхәббәт ҡошо. Барыһын да аңлатып, күрһәтеп бирергә теләй. Бары тик шул шыма ҡыҙыл ташты алып барып бәләкәй Балтатауға һалыр кәрәк. Унда иһә күргәнһеңдер, парлы итеп теҙелгән таштар ята. Ҡош парһыҙының эргәһенә барып ултыра, ә һин шунда һалырға тейеш булаһың. Шул ваҡытта ике тау араһында һауанан көмөш төҫөндәге нурлы күпер барлыҡҡа килә, был инде икегеҙ бынан ары бергә булаһығыҙ тигәнде аңлата. Мөхәббәт ҡоштары ла парлашалар. Әлеге көмөш күпер өҫтөндә өйөрөлөп, һайрап йөрөйҙәр ҙә, осоп китәләр.
Беҙ ҙә Балтатауға килеп таң атҡанда мәңге бергә булырға тип вәғәҙәләшкәйнек. Баш особоҙҙа өҙөлөп һайраған ҡошсоҡҡа иғтибар итмәгәнбеҙ. Оҙаҡ йылдар шулай икебеҙ ике яҡта йөрөнөк, бына килеп кире ҡауыштыҡ, парлы таштар тағы ла артты бәләкәй Балтатауҙа. Улай өҙгөләнеп йөрөмәгеҙ, парлаштырып ҡуйығыҙ ташты, үҙегеҙ бергә була алмаған хәлдә лә, йөрәгегеҙ ҡауышһын, тыныс йәшәрһегеҙ, - тип тамамланы һүҙен, өлкән булыуҙарына ҡарамаҫтан, күҙҙәренән шатлыҡ нурҙары бөркөп торған ғашиҡ пар.
Мин, улар әйткәнсә, ҡош ҡунған ташты бәләкәй Балтатауға алып барып парлап һалдым. Ышанаһыңмы юҡмы, тап шул мәлдә баш осонда ике тауҙы тоташтырған көмөш төҫлө баҫма- нур һуҙылды. Ике ҡош парлашып өйөрөлөп баш осомда остолар, уларҙың туҡтауһыҙ һайрауҙарына һоҡланып ҡарап торҙом.
Эш менән иртәгәһенә Сибайға барҙым. Беҙҙең һуңғы күрешеп хушлашҡан вокзалға индем, шунда һин дә килгән инең бит. Осраҡлымы был хәл, әллә юҡмы? Беҙ бит яңынан күрештек, өс тиҫтә йылдан һуң
Кисләтеп, Ирәндек һыртындағы юлдан барған еңел машина ситкәрәк сығып туҡтаны. Унан килеп сыҡҡан Дауыт менән Зинира йәнә бер-береһенә һыйындылар. Уларҙың күңелдәрендә илаһилыҡ, еңеллек, бәхет тантана итә ине. Ошо мәлде улар күпме көттө, юлдары айырым булһа ла, йөрәктәр ҡушылды.
- Ҡайтҡас, икебеҙ төшкән фотоны алып ҡалырһың, бәләкәй конвертын асып торма, яндырырһың да, көлөн баҡсаңа ултыртҡан гөлйемеш төбөнә һиберһең, - тип, хушлашҡанда Зинира Дауыттың ҡулына хат тотторҙо.
Иртән тороп баҡсаға һыу һибергә сыҡҡас, яндырылған хаттың көлө һибелгән гөлйемеш шау сәскәгә күмелгән, ә алһыу-ҡыҙыл төҫтәге сәскә таждарында "яратам" тип яҙылған ине.
Иркәләп уятҡан ҡояш нурҙарына наҙланып ятҡан Зинира, өҫтәлгә ҡуйылған шыма ҡыҙыл таштың тап уртаһында нурға мансылған "мин һине яратам" һүҙен уҡып, бәхетле йылмайҙы.

Хәмит КАРАМАЛИНСКИЙ.

Фото: admnp.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас