Тағы алданы инде. «Алдаҡсы… Алдаҡсы!» Малай өшөгән сикәләре буйлап аҡҡан йәштәренән ғәрләнеп йән асыуға ҡаты ҡар киҫәктәрен типкеләне. Шулай тауышһыҙ ғына һығылып илап күңелен бушатҡас та әле арыуыҡ йөрөнө ул урам тирәһендә. Тик нисек кенә туңған булһа ла, нисек кенә семәрле ишек тотҡаһы үҙенә үрелергә өндәп саҡырһа ла, Салауат өйгә инмәне. Дөрөҫөрәге, инергә ҡыйыулығы етмәне.
Бейек йорт ҡапҡаларына яҡынлашып килгән машинаны әллә ҡайҙан аңғарып ҡалып, ҡаршы йүгерҙе ул, тик тегеһе уның тәңгәлендә туҡтаманы, ә юл ситендәге тәрән ҡарға сумып уҡ янтайып тороп ҡалырға мәжбүр итеп, үтеп китеп, гараж тәңгәленә етеп һүнде. Малай борх-һарх килеп батҡан еренән тырмашып сыҡты ла, ҡыуанысы эсенә һыймай тағы машина торған ергә сапты. Килеп етер етмәҫтән ҡысҡырҙы:
— Нишләп оҙаҡланығыҙ?!
Тик килеүселәр уға яуап биреү түгел, иғтибар ҙа итмәне. Әхмәт ағай ҡаштары төйөлгән килеш сығып гараж ҡапҡаларын асырға керешһә, әсәһе ҡалын комбинезон кейҙерелгән бәпәй менән артҡы урындан ҡапыл ғына сыға алмай аҙапланды ла, асыулы тауыш менән:
— Шарылдағансы килеп ярҙам ит! – тип екерҙе.
Салауат нисек тә ҡоласын киңерәк йәйеп төргәктәге һеңлеһен күтәреп алырға маташты, тик үҙенең ярты күҙәһендәй булған һәм эсендә йоҡоһонан ваҡытһыҙ уятҡанға ризаһыҙланып тулай башлаған балалы йөккә көсө етмәне.
— Ҡуй, кит. - Әсәһе нисек тә үҙе килеп сыҡты машинанан. Сыҡты ла, эстәге пакеттарҙы алып инергә ҡушып, бөршәйеп ҡатҡанда ла, үҙенә тоғро көсөк булып тилмереп ҡарап торған малайына бер ҡараш та һалмайынса, өйгә ыңғайланы. Малай йәһәт кенә ике- өс пакетты эләктереп алып, әсәһенән ҡалмаҫҡа тырышып йүгерҙе.
Разия ла сәйен ҡат-ҡат ҡайнатып, тәҙрәгә күҙ һала-һала улы менән киленен көтөп кенә ултыра ине. Инеүселәрҙе тора һалып ҡаршы алды. Килененең турһайған йөҙөнән үк йәштәрҙең үпкәләшеп килгәнлеген аңлаһа ла, ғәҙәтенсә сер бирмәне. Ихлас һөйләнеп килеп баланы алды:
— Ә-әй, бәпесем ҡайтты. Бына бит, машиналы юл шул инде, йөрөй ҙә ҡайтаһың. – Диванға һалып өҫтөн һалып ташланы ла, көснәнеп кирелгән сабыйҙы һылап-һыйпай башланы. – А-ай, ҡыҙым, үҫә, үҫәм, тей, а-ай.
Ҡулы бушап, үҙе сисенгәс кенә әсә кеше ишек төбөндә туңған бармаҡтары менән ботинка элмәген ысҡындыра алмай аҙапланған малайына иғтибар итте:
— Өшөгәнсе йөрөгәнһең бит. – Ботинкаларын һалдырып эсенә ҡулын тығып ҡараны ла тауышын тағы күтәрә төштө, - Лыс һыу! Кем һиңә тышҡа сығырға ҡушты?!
Салауат өндәшмәне. «Өләсәй» тип әйтә алмай бит инде. Шулай ҙа, былай ҙа асыулы ҡатындың һорауына кемдер яуап бирергә тейеш. Һәм был һорауҙың бер балаға ғына бирелмәгәнлеге лә көн кеүек асыҡ. Разия асыуһыҙ ғына орошҡан тауыш менән аңлатырға кереште:
— Һеҙ киткәс тә: «Сығам да сығам», - тине лә ҡалды, әллә аҙыраҡ һауа һулап инһә, тигәйнем шул. Әйттем бит әле: «Ошонда ғына йөрө», - тип. Сыҡты ла зым-зыя булды, һөрәндәп тә ҡараным. Боҙ буйына төшә һалып киткәндер инде. Ярай, килен, бала бит, малай кешегә бер ни булмай ул.
Әлфиә һаман тыныслана алмай, малайын һелкетә-һелкетә тартып сисендереп, һыу кейемдәрен киптерә ҡуйҙы ла, ҡороһон кейҙереп, бәләкәсен имеҙергә ултырҙы.
Салауат, был өйҙәге иң ҡурҡынысһыҙ һәм ҡурсыулы урында - әсәһе янында ултыра һәм эстән генә Разия өләсәһе менән ирешә: «Алдаҡсы! Һин үҙең ҡыуып сығарҙың! Мин «сығам» тимәнем! Һин мине эҙләмәнең! Һин мине «тәрбиәһеҙ» тип әрләнең!»
Салауаттың шулай эстән ирешә торған ғәҙәте бар. Алты йәшлек ғүмеренең ҡайһы өлөшөндә шулай итергә өйрәнгәндер – үҙе лә белмәй. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа - Разия өләсәһе йортонда йәшәгәндә ғәҙәтләнде шикелле ул «әрләшеп».
Әхмәт ағай Салауаттың атаһы була. Ысын атаһы түгел ул. Быны малай үҙе лә белә. Әммә ололар «атай» тип атарға ҡуша. Эстән Салауат Әхмәтте бер ваҡытта ла «атай» тип әйткәне лә, уйлағаны ла юҡ. Ә үҙенә төбәп өндәшмәй ҙә, һүҙ ҙә ҡушмай. Әсәһе менән һөйлшәкәндә «ул», «теге» тиҙә ҡуя. Бер уйлаһаң, Әхмәттең дә Салауатҡа «улым», тип торғаны юҡ инде.
Үҙенең атаһын яҡшылап хәтерләмәй Салауат. Әсәһе менән улар улдарына бары ике генә йәш булғанда айырылышҡандар. Ә уға дүрт тулғанда инде әсәһе Әхмәт ағайҙы «атай» итеп алғайны. Әхмәт ағай башта, уларға ҡунаҡҡа килеп йөрөгәндә, Салауат менән бер аҙ һөйләшә лә торғайны, тик үҙҙәренә күсереп алып ҡайтҡандан һуң күҙенә лә элмәне тиерлек. Әрләмәне лә, һуҡманы ла былай. Тик әллә ниҙә бер булһа ла арҡаһынан һөйөп ебәрергә йәки йылы ҡараш ташлап ҡуйырға икәнлекте белмәне. Малай уның өсөн тере күләгә, ҡатынына эйәреп йөрөгән йәнһеҙ ҡушылма ғына ине.
Ә бына Разия өләсәй менән баштан уҡ бер-береһен яратманылар. Был «яратышмау» малай ошо йортҡа килеп ингәндән генә түгел, ә әллә күпме алдан, әле был ике «дошман» бер-береһен күргәне лә булмағанда уҡ башланғайны. Разия улының балалы ҡатынға өйләнергә теләүенә ҡырҡа ҡаршы булды. Ғүмер буйы мәктәп директоры булып эшләп, ярайһы уҡ хакимә холоҡло булған ҡатын, йылдан ашыу улына һүҙен бирмәне әле. Тик нимә тип кенә әрләһә лә Әхмәте күрше ауыл юлын ҡуйманы. Инде йәше утыҙҙан уҙған балаһының башҡа ҡатын эҙләп йөрөмәҫен дә, икенсегә күҙ һалмаҫын да аңлағандай булғас, сараһыҙҙан, ыңғырашып ҡына ризалашты. Әллә ниңә кинйә улының ауыл теле менән әйткәндә «ҡолонло бейә» эйәртеп ҡайтыуын ғәрлек, кәмһенеү һынаны.
Ҡәйнәһенең оҙайлы ҡаршылығын белгән Әлфиә башта улын әсәһендә ҡалдырып торорға ниәтләгәйне лә, Әсмә әбей ҡырҡа ҡаршы төштө:
— Уйнаштан тапҡан баламы ул – унан оялып?! Ай-һай, шәп егет булғас ҡыҙҙан алыр ине! Бала менән алғас – баштан күнһендәр! Ҡалай анһат, ағас ҡайырыһымы ул һеҙгә ҡайырып ырғытып китергә.
— Кем ырғытып китәм, тей? Башта үҙем өйрәнгәнсе генә, тигәйнем.
— Ана шул үҙең менән балаң да өйрәнер. Аптырарһың хәҙерге ҡатындарға, үҙ теләктәрен балаларыныҡынан алға ҡуя ла ҡуялар. Ана шул тәүге кейәү менән дә «йәшә лә йәшә», - тимәнемме мин? «Гүләйт итә», - тип кенә кеше ирҙән ҡайтамы? Аталы баланы бөгөн ҡайҙа итергә белмәй…
— Ҡуйсы әле, әсәй, төпкә төшмә…
— Эй, балам, әсәң донъяны бер бөгөн беләме ней… - Әсмә әбей ҡоҙалар ҡаршы алыуға кейеп алған байрам күлдәгенең еңе менән күҙ төптәрен ҡоротто. – Атаң менән беҙ илле йыл буйы әллә ал да гөл генә йәшәгән тейһеңме? Гүләйтен дә һалды, эсте лә, һуғышты ла… Ана шул һеҙҙе етем итмәйем, кеше араһында атайһыҙ булмаһындар, тип түҙҙем… Аталы бала ҡалай ҙа арҡалы инде ул…
— Ярай, ярай, әсәй. - Әлфиә ярһыуҙан мыршылдап иларға уҡ күсеп киткән әсәһен арҡаһынан һөйҙө, бармаҡ остары менән йыйырсыҡтар араһынан таралып аҡҡан йәштәрен һөрттө. – Атайһыҙ булмаҫ ейәнең, Әхмәт бына тигән атай булыр уға.
Ҡарт әсә йөрәген өйкәп торған һүҙҙәрен, һиҙемләүҙәрен эскә йомоп өндәшмәне.
Яңы ғаиләһе, яңы өләсәйе менән асылып китә алманы Салауат. Шунлыҡтан үҙен өндәшмәҫ, шым, хатта аңрараҡ итеп тә күрһәтте, буғай. Әсмә өләсәһе өйөндә иркен йәшәп, теләһә ултырып ашап, теләһә уйнарға сығып, иптәштәрен алып ҡайтып, бер кем тарафынан да ситләтелеп йәки сикләү тойоп өйрәнмәгән малай, Разия өләсәһенең үҙен торған урынында ҡаҙаҡлап ҡуйырҙай ҡаты ҡарашы алдында баҙап ҡалды. Был ҡарашты ул бигерәк тә әсәһе булмағанда, өләсәй менән икәүҙән икәү генә ҡалған саҡтарында уғата ныҡ тойҙо.
Элекке уҡытыусы булараҡ, Разия өләсәй Салауаттың уҡыуға әҙерлеген тикшереп ҡарап, үҙенән ҡурҡып саҡ яуап биргән йәки белгәнен дә әйтә алмай торған балаға, һүҙһеҙ генә мыҫҡыллы йылмайып үҙ мөһөрөн баҫты. Быны Әлфиә лә һиҙҙе. Әммә балаһын яҡлай алманы. Бер ирҙән айырылып, бала эйәртеп егеткә килгән килен булыуымы әллә иренә, ҡәйнәһенә ярарға тырышыуы ауыҙын яптымы ҡатындың – белмәҫһең. Ул бары башын эйеп мөңгөрҙәп торған улын әрләп кенә ҡуя алды:
— Нимә аңрайып тораһың? Тегендә һинән шәп кеше юҡ ине ләһә.
Ваҡыт үтә торҙо, ике-өс йоҡо бүлмәһе булған яландай иркен өйҙә кескәй малай үҙенә урын тапманы. Ҡайһы бүлмәгә йәшенһә лә уны Разия өләсәйҙең уҫал күҙҙәре эҙләп тапты ла башын баҫырға, бөршәйергә, уйнап йә ашап ултырған еренән тороп китергә, нимәгәлер үрелгән ҡулын тартып алырға, һүҙ әйтергә асҡан ауыҙын ябырға мәжбүр итте. Малайҙың бәләкәс йөрәгенә әйтеп аңлатҡыһыҙ ҡыйынлыҡ, ҡасырға, ҡотолорға теләү тойғоһо, хатта ҡурҡыу һалды ул күҙҙәр.
Башта Салауат был хаҡта әсәһенә әйтте. Балаларса бер ҡатлы, әммә туп-тура, дөрөҫ мәғәнәлә бирҙе ул тойғоларын. «Разия өләсәй мине яратмай, миңә уҫал ҡарай… Мин дә уны яратмайым. Ҡайтайыҡ тегендә», - тине. Был ғаиләлә балаһының ҡабул ителмәүен һиҙеп йөрөгән Әлфиә тота килеп кенә ни итергә лә белмәне. Бер яҡтан, улы ла йәл, икенсе яҡтан, хәҙер инде икенсе ирҙән дә айырылһынмы? Етмәһә, буйында ла бар шикелле. «Түҙеп тор, улым. Һин уға иғтибар итмә, үҙеңсә эшләп тик йөрө. Мин уға әйтермен», - тигән булды. Был хаҡта башта иренә үпкәләп әйтте, тегеһе: «Юҡҡа иғтибар итмә, барыһы ла яйланыр», - тип тынысландырҙы, унан был ғәйепләү улай-былай сыйышҡандарҙа ысҡынды ҡатын теленән, тора-бара ҡәйнә менән килен араһындағы ҡапыл тоҡанып ҡапыл һүрелә торған әйтештәрҙә лә өҫкә ҡалҡып сыҡты. Килен: «Минең баламды һыйҙырмайһың», ҡәйнә: «Балаңды ҡарап-тәрбиәләп торғанда ла оҡшатмайһың», - тип бер-береһенә ғәйеп ташланы.
Ололар араһында ни генә булғанда ла, бәләкәс Салауаттың хәле еңеләймәне. Ул йүгермәй, көлмәй, уйнамай башланы. Һәр ваҡыт эсендә йәшерен асыу менән ҡурҡыу ҡайнаны. Урамдағы балалар менән аралашманы, сыҡманы. Быға бигерәк тә Разия өләсәһенең күрше-тирәһенә: «Был бала һиңмайыраҡ ул», - тигәне лә булышлыҡ итте шикелле, бала-саға малайҙы ҡуш итмәне.
Үҙҙәре генә булғанда – ярай, Разия өләсәйҙең балалары, ейәндәре килеп тулғанда бигерәк ҡыйын була Салауатҡа. Өләсәй һәр ейәнен ҡосоп-ҡосоп һөйә, уларға алып ҡуйған бүләктәрен бирә, әле был, әле теге эштәре өсөн маҡтап-маҡтай, ә шунда бер мөйөштә боҫоп ҡарап торған малайға бер ауыҙ йылы һүҙе йәл. Был ваҡыттарҙа Салауат Разия өләсәйҙе лә, уның ейәндәрен дә ниндәйҙер мөғжизә менән юҡ итеү, алы-ыҫҡа осороп ебәреү йәки әкиәттәге шикелле баҡаларға, йыландарға әйләндереү теләге тыуа. Көнө буйы шулай көйөп-янып йөрөй ҙә, кис ятҡас оҙаҡ йоҡлай алмай «ирешеп» ята. Төшөндә лә мәскәй әбей сүрәтендәге Разия өләсәйҙән ҡаса, боҫа, йәшенә…
Тик бер ваҡыт ҡунаҡҡа килгән кешеләрҙе онота алмай Салауат. Улар ҙа шул уҡ Разия өләсәйҙең туғандары ине. Ағай менән апай һәм уларҙың бәләкәс ҡыҙҙары килгән ине. Апай кеше үҙҙәрен йоҡо бүлмәһе ҡорғанына ышыҡланып ҡына күҙәтеп торған малайҙы зал уртаһына саҡырып сығарҙы ла, уға ла бүләген бирҙе һәм арҡаһынан һөйөп:
— Ҡалай исемең матур. Һин бит Салауат батыр исемен йөрөтәһең, шунлыҡтан үҙең дә уның кеүек ҡыйыу, батыр бул. Арҡаңды тура тот, башыңды күтәр, кешегә ҡарап, ҡысҡырып һөйләш, вәт шунда һин егет булырһың, - тине.
Шул ваҡыт малай үҙенең бер ҡарышҡа үҫеп, күтерелеп киткәнен тойҙо. Ул көндө Разия өләсәй ҙә уны өҫтәл тирәһенән өркөтөп, ҡыуып ебәрә алманы.
Бер йыл тирәһе йәшәүҙәренә әсәһе бәпәй алып ҡайтты. Сабый килгәс бигерәк тә көн бөттө Салауатҡа. Уны әленән әле: «Шым! Шаулама! Ҡысҡырма! Телевизорҙы һүндер!», тип тыйҙылар. Әсәһе лә бар иғтибарын хәҙер инде бәләкәсенә күсергәс, малайҙың был йорттағы кәрәкһеҙлеге, артыҡлығы уғата һиҙелде. Ҡайҙа ғына төртөлһә лә, нимә генә эшләһә лә ризаһыҙ, ҡәнәғәтһеҙ йөҙҙәр менән осрашты ла торҙо. Хатта әсәһе үҙе лә, хәҙер инде яҡлашып арып ҡул һелтәнеме, өндәшмәй йәки күрмәмешкә һалыша ла ҡуя. Шуға әсәһен дә йыш ҡына эсенән: «Алдаҡсы», - тип атай Салауат.
Бөгөн дә әсәһе менән Әхәт ағай ҡалаға бәпестәрен балнисҡа күрһәтергә алып киткәс, уларға күрше апай инеп ултырғайны. Разия өләсәй әхирәтенә сәй табыны әҙерләне лә, Салауатҡа: «Бар, тышҡа сығып йөрө. Хәбәр тыңлап ултырма бында, әсәңә былай ҙа юҡ-барҙы аҙ еткермәйһең», - тип ҡабаландырып кейендереп сығарып ебәрҙе. Малайҙың тиҙерәк уның күҙенән юғалыу өсөн ашығып кейенгәнендә эстән йылы трико ла, йөн нәскейҙәр ҙә кеймәүен аңғарһа ла, әсәһе килгәнгәсә инергә ҡыйыулығы етмәҫен, өшөп-туңып бөтәсәген белһә лә, өндәшеп торманы ҡатын. Был бала уның ҡаны түгел, был балала уның эше юҡ. Хатта ошо сығыуынан кире килеп инмәһә лә ҡайғыраһы түгел.
… Салауат ауырып китте. Кисәге өшөүе бушҡа үтмәне, күрәһең. Юғары температура менән тулап ятып, һаташып, баҫлығып ауырыны ул. Уяулы-йоҡоло килеш: «Әсәй, һин алдаҡсы!», «Әхмәт ағайҙы яратмайым!», «Разия өләсәй – мәскәй әбей!» - тип ҡысҡырҙы, иланы, «Китегеҙ! Тотмағыҙ! Теймәгеҙ!» - тип ҡыуҙы, йәшенде. Әлфиә менән Әхмәт аптырашып ҡарап ултырһа, Разия : «Етем бала аҫыраһаң ауыҙ мороноң ҡан булыр» тип, бушҡа әйтмәгәндәрҙер инде, бына бит, күпме изгелек итеп торһаң да булмай», - тип һөйләнде.
… Ҡыҙын икенсегә кейәүгә оҙатҡас, Әсмә әбей оҙаҡ ҡына үҙенә урын тапмай йөрөнө. Тыңламаһа ла, гел үҙенсә эшләп уңмай йөрөһә лә - балаһы бит, кинйә ҡыҙы. Ҡыҙы ярай, ир ҡуйынына ла, ейәнгенәһе кемдәр ҡулына китте икән? Әллә шул теге ваҡыт «баштан өйрәнһендәр» тип ҡатыраҡ ҡыланды инде? Йәшәй башлағастары бер генә барып күреп ҡайтҡайны, былай ҡоҙағыйы ла өҙөлөп торғандай, кейәүе лә тыныс ҡына ҡарағандай ине балаға. Һынап-күҙәтеп ултырҙы ла: «Ярай инде, ир балаға ир тәрбиәһе кәрәгер, мин - әбей, уны үҙемә эҫендереп тә, йә ғүмерем булмаҫ…», - тип ҡуйғайны. Әле бына һуңғы ваҡыт әллә ни эшләп шул бала төшөнә инә лә инә. Йә һыуға аға, йә ҡойон алып китә үҙен, ҡулдарын һуҙып асырғанып ярҙам һорап ҡысҡыра ла, Әсмә йөрәге ҡубып, манма тир булып килеп уяна. Тиккә булмаҫ, тип уйлай быны әбей, күңеле бушҡа туламаҫ, берәй яры һиҙҙертәлер.
Ысынлап та, борсолоуҙары бушҡа булмай сыҡты. Ус аяһындай битендә ике күҙе генә ҡалып йонсоған, ябыҡҡан ейәнен дауахана палатаһында килеп тапты өләсәй. Хәлһеҙлегенән бигерәк малайҙың күҙ ҡарашындағы күндәмлек, буйһоноусанлыҡ, ҡурҡыу аптыратты, шаңҡытты әбейҙе. Ейәненең башын күкрәгенә ҡыҫҡан килеш, әсенеп, әрнеп бер килке ултырҙы ул. Һорашманы ла, төпсөшмәне лә Әсмә, ул баланың хәлен үтә күрҙе, әсә йәне менән тойҙо, аңланы.
Әлфиә әсәһенең Салауатты алып ҡайтырға булып китеүенә ҡапылдан риза булмайса:
— Инде өйрәнеп бөткән бит ул, - тип ныҡышты.
— Өйрәнеүе - өйрәнеү… Ҡанатһыҙ иткәнһегеҙ бит баланы.
— Килештермә инде, әсәй, өҫтө таҙа, тамағы туҡ.
— Эй, ҡыҙым, тамағы туҡтан ғына ҡош балаһы осһа икән… Ҡанатланыу өсөн һәр тере йәндең дә тамағы түгел, ә күңеле туҡ, күңеле көр булыуы кәрәк.
… «Ҡанатһыҙ ҡош»тоң кем булыуын белмәй Салауат. Төшөнмәй әле ундайҙы, аңламай. Әммә Әсмә өләсәйҙең өйө күренеү менән йөрәгенең һикереп сығырҙай булып талпынғанын тоя ла:
— Өләс! Мин остом! – тип ысҡынып йүгерә.
-3 °С
Болотло