Сөмбөлгә күҙ атып йөрөүсе егет-елән аҙ түгел. Ә Ринат хаҡында һөйләп тораһы ла юҡ. Был, морон осо аҙ ғына ҡалҡыбыраҡ торған, сандыр кәүҙәле, ҡиәфәтенән үҫмерҙәр төҫө китеп бөтмәгән йәш егет Сөмбөл тирәһендә күбәләк кеүек бөтөрөлөп йөрөй. Уны һәр көндө кис клубҡа алып бара, оҙатып ҡуя, киноға билет ала, әленән-әле хушбуй тәҡдим итә.
Ләкин Сөмбөлдөң уға ныҡлап күңел беркеткәне юҡ әле. Ул кисәләрҙә уның менән бейей, ә ҡайһы саҡта шаярып бүркен дә атып бәрә... Әммә уға ғүмерлек дуҫ, ғүмерлек иптәш һайдау тураһында төплө итеп уйлап ҡарарға ла ваҡыт етеп бара түгелме һуң? Ул бөгөн төрлө колхоздарҙан йыйылған бик күп һауынсылар менән бергә район кәңәшмәһендә ҡатнашты. Уны ҙурлап шундай урындарға саҡыралар икән, был үҙе үк тормош юлына ныҡлап аяҡ баҫыу тигән һүҙ бит инде.
Элек-электән халыҡ:
Йән яратҡан, күңел тартҡан
Йәр бер генә була ул, —
тип йырлаған.
Эйе, йәр бер генә була. Ләкин ана шул кешене һайлап алыу, мөхәббәтеңде эҙләп табыу еңелме? Әллә бик ҡатмарлымы? Бына быларын әле Сөмбөл белеп еткерә алмай. Тик уның йөрәге ҡайҙалыр ашҡына, ниҙер теләй, тойғолары яҙғы йылға кеүек ташып бара уның...
Бер нисә аҙым алда, ҡар пәрҙәһе эсендә ниндәйҙер ҡарасҡы күренде. Сөмбөл, толоп яғаһын күтәрә биреп, алға текләне. Ҡул-башына юл тоғо һалған бер кеше, ҙур кәүҙәһен алға бөгә төшөп, ҡарлы юлдан ауыр ғына атлай ине.
Сөмбөл, дилбегәне үҙенә тарта биреп:
— Һәй! — тип ҡысҡырҙы.
Юлсы ситкә тайпылды һәм, тубыҡҡа тиклем ҡарға батҡан хәлдә, аттың уҙып киткәнен көтә башланы.
Сөмбөл, уның менән тигеҙләшкәс, атты туҡтатты һәм:
— Ултырығыҙ, — тине. Үҙе шул уҡ секундта, йәш ҡыҙҙарға хас булғанса, йәшертен генә, уны баштан-аяҡ күҙҙән кисереп сыҡты. Уның ҡаршыһында өҫтөнә көҙгө пальто кейгән, борон аҫтында ҡара мыйығы һыҙылып торған егерме биш йәштәр самаһындағы бер кеше баҫып тора ине.
Юлсы ҡулбашындағы тоғон ҡуҙғатып ҡуйҙы һәм, ысын[1]лап әйтәһеңме, тигәндәй, йылмайҙы. Ул килеп санаға ҡырын ятты һәм, үҙенең үткер күҙҙәрен Сөмбөлгә төбәп:
— Ҡайҙа табан юл тоттоң, сибәр ҡыҙ? — тине.
«Сибәр ҡыҙ!» Сөмбөлдөң күңеле тулҡынланып китте.
— Ҡайтып барам, — тине ул, тәьҫирләнеүенән яңаҡтарына тиклем ҡыҙарып, ҡалтырауыҡлы тауыш менән һәм, үҙенең былай кинәт үҙгәреп китеүен һиҙҙермәҫкә теләгәндәй, керпектәрен түбән төшөрөп, инде шаҡтай тыныс, баҫалҡы итеп өҫтәне:
— Уҫаҡлы ауылынан мин.
— Ә мин Һарыташтыҡы, — тине юлсы, тағы ла йәнләнә, саялана төшөп. — Тимәк, кем тип әйтәйем үҙеңде, беҙҙең ауыл аша уҙаһың икән?
Сөмбөл керпектәре аҫтынан ғына уға тағы бер ҡарап алды. Һарыташ күрше ауыл булһа ла, Сөмбөл был кешене белмәй ине. Хәйер, уныһы ғәжәп түгел, сөнки Һарыташ бик ҙур ауыл ул. Етмәһә, Сөмбөлгә унда бик һирәк булырға тура килә. Ҡыҙ үҙалдына шулай фекер йөрөтөп алды һәм:
— Минең исемем Сөмбөл, — тине. — Эйе, һеҙҙең ауыл аша уҙам.
— Бына быныһы яҡшы. Юғиһә атлауы бик ҡыйын ине. Таныш булайыҡ, — юлсы ҡулын һуҙҙы, — Мансур.
— Райондан киләһегеҙме? — тине Сөмбөл.
— Юҡ, һандуғасым, леспромхозда эшләйем мин. Механизатормын. Өйҙө һағындым. Бер айға ялға ебәрҙеләр.
— Ғаиләгеҙ күптән көтә торғандыр инде.
Мансур һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә йылмайҙы һәм, ҡарашын ҡайҙалыр ситкә йүнәлдереп:
— Ғаилә тип... ғаилә юҡ әле ул, — тине. Был һүҙ Сөмбөлгә шаҡтай сәйер тойолдо.
— Егет кешеме ни? — тип һорап ҡуйҙы ул.
— Эйе.
Сөмбөл уға табан күҙен һирпеп алды ла үҙалдына көлөп ебәрҙе:
— Оҡшамағанһығыҙ.
— Ә ниңә?
— Шулай.
— Юҡ шул, — тине Мансур, көрһөнгәндәй итеп, — өйләнергә тура килмәне әле миңә.
— Һеҙ барығыҙ ҙа шулай тиһегеҙ.
— Ышанмайһығыҙмы ни? — Мансур, яуап көткәндәй, Сөмбөлгә текләп торҙо ла, башын эйә төшөп, инде ҡыҙғаныс төҫкә кереп:
— Эйе, миңә ышанмайҙар. Әммә бәхет кемгә нисек йылмая бит. Миңә әлегә гел ҡабырғаһы менән тора. Армияға киткәнсе бик яратып йөрөгән бер ҡыҙым бар ине, вәғәҙәләшкән дә инек. Ҡайтыуға үҙемдең дуҫ бер егеткә тормошҡа сыҡҡан да ҡуйған. Ҡыҙҙар бит улар һинең алдыңда ғына йылмаялар, киттеңме — оноталар, — тине. Уның тауышы һағышлы ине.
Сөмбөл уңайһыҙланып ҡуйҙы. Эйе, бындай хәлдәр тормошта була шул.
— Ә һуң башҡа ҡыҙҙар? — тине Сөмбөл, Мансурҙың үкенесле юғалтыуҙан тыуған ҡайғыһын еңеләйтергә теләп.
— Улар бит йәштәр, алтыным. Уларға яҡын барырға ла, һүҙ ҡушырға ла тартындыра хәҙер. Йәшең уҙғас, шәп түгел икән ул.
— Эш йәштәме ни, — тине Сөмбөл уйсан, етди төҫ алып, — кешенең аҡылы булһын. — Һәм шул уҡ ваҡытта уйлап алды: «Ниндәй ябай, ниндәй яғымлы ул».
Улар байтаҡ һөйләшеп барҙылар. Мансур, әле Сөмбөлдө күргәс, нисектер эсе һыҙлап ҡуйыуын, йөрәгенең тулҡынланып китеүен әйтте.
— Бына, тап һиңә оҡшағайны ул ҡыҙ, — тине, моңһоу хискә бирелеп. — Һинең кеүек үк ҡыйғас ҡашлы, ҡара күҙле, шулай алһыу йөҙлө ине. Шундай уҡ һөйкөмлө ине. Уға оҡшаған ҡыҙҙы берәй осратырмын әле тип, күптән өмөтләнеп йөрөй инем һәм бына... Һин көлмә әле, һөйөклөм. Бына, баянан бирле ҡарайым-ҡарайым да, ҡарап туя алмайым. Әллә нәмә эшләп киттем. Ихлас. Кем булып, ҡайҙа эшләйһең?
Мансур бик үтенгәс, Сөмбөл үҙенең тормош юлы менән ҡыҫҡа ғына таныштырҙы. Мансур ҙа үҙ сиратында тракторист булып эшләүен әйтте һәм тағы бер ҡат яңғыҙлығынан, әле һаман үҙ бәхетен таба алмай ҡаңғырып йөрөүенән зарланып алды.
Ел ҡуҙғалды. Буран көсәйә төштө. Ҡар Мансурҙың ҡашына, яңаҡтарына һырыша. Мансур, йоҡа пальто яғаһын күтәреп, муйынын, ҡолағын ҡапларға тырышты. Әсе ел үтеүҙәнме, ҡалтыранып ҡуйҙы. Сөмбөл уға толобон һалып бирмәксе булғайны ла нисектер тартынды.
— Ауылығыҙҙа күптән булғаным юҡ, — тине Мансур, һүҙҙе ялғап ебәреп. — Кисәләр күңелле үтәме?
— Күңелле булмаймы һуң? — тине Сөмбөл, ҡанатланып. — Клуб тулы йәштәр була. Ниндәй генә уйындар уйналмай унда. Иртәгә спектакль ҡуймаҡсыбыҙ. — Шулаймы ни? — тине Мансур, иҫе китеп. — Иртәгә спектакль тиһең инде... һин дә уйнайһыңмы?.. Китсе! Эх, күрәһе ине, ә?
— Килегеҙ һуң.
— Ысынлап әйтәһеңме? Улай булғас — барам. Бер нәмәгә ҡарамай барасаҡмын!
Улар ауылға керҙеләр. Мансур сананан төштө.
— Йә, һау булып тор, — тине Мансур, Сөмбөлдән ҡулын үҙенең усына алып. — Иртәгә, һис шикһеҙ, барып етермен мин.
— Килегеҙ, килегеҙ... — тине Сөмбөл, ҡыҙара төшөп.
— Ә ниме?.. Көтөрһөңмө һуң? Мин тик һинең өсөн генә барам бит.
— Килегеҙ... — тине Сөмбөл, тағы ла нығыраҡ ҡыҙарып.
— Йә, иртәгә тиклем хуш, — Мансур уның ҡулын нығыраҡ ҡыҫып тотто. Ул, ниҙер әйтергә теләп, ауыҙын асҡас, әйтмәй ҡалды. — Иртәгә... Ярай, иҫән-һау ҡайтып ет.
Сөмбөл ҡуҙғалып китте. Ул тыҡрыҡҡа боролоп кереп киткәнсе, Мансур бер урында баҫып торҙо.
* *
Сөмбөл фермаға ҡайтып еткәндә, киске эштәр башланғайны инде. Ул хәҙер айырыуса шат. Үҙен ниндәйҙер ғәжәйеп ҡанаттар үҫеп сыҡҡандай һиҙә. Уның йырлағыһы, бейегеһе, әллә ҡайҙарҙан һикергеһе килә. Ниңә улай, — быны Сөмбөл үҙе лә белмәй.
Сөмбөлдәге был үҙгәреште иптәш ҡыҙҙары ла һиҙмәй ҡалманылар. Ул йә, ҡулындағы эшен онотоп, уйланып ултыра, йә тоҡтомалға йылмайып ҡуя.
— Ҡара әле, Сөмбөлкәйем, — тине шунда ҡыҙҙарҙың береһе, — һиңә ни булды? Әллә берәйһенә ғашиҡ булдыңмы?!
— Шулайҙыр, шулайҙыр, ҡыҙҙар.
— Ана, күҙҙәре үк әйтеп тора.
— Китегеҙсе, ҡыҙҙар, шаярмағыҙ, — тине Сөмбөл, уңайһыҙлана төшөп. — Ә булһа тағы...
— Эйе, эйе,— тиештеләр ҡыҙҙар. — Йөрәгенә ут һалғандар Сөмбөлдөң, беҙҙән йәшерә генә ул.
Сөмбөл, фермалағы эштәрен бөтөргәс, өйөнә ҡайтты, ашаны һәм, ҡулына китап алып, күрше бүлмәләге өҫтәл артына барып ултырҙы. Клубта уйындар буласаҡ бөгөн. Ләкин Сөмбөл унда барманы. Нисектер, яңғыҙы ғына ҡалаһы килә ине уның. Китап бик күңелле, мауыҡтырғыс. Уҙған көндө шаҡтай өлөшөн уҡырға өлгөргәйне инде ул. Ләкин бөгөн уҡыуҙың бер рәте лә булманы. Бер битен уҡып сыға ла тағы баштан төшә, һәр бер юлын ҡат-ҡат ҡабатлай. Әммә башында бер ни ҙә ҡалмай ине. Туҡта, ни эшләне һуң ул?
Байтаҡ төн үтте, ахыры. Урамда йәштәрҙең шау-шыуы, гармун тауышы ишетелде — клубтан таралалар ине. Шау-шыу, йыраҡлашҡандан-йыраҡлаша барып, аҡрын ғына тынды. Күп тә үтмәй кемдер йырлап ебәрҙе.
Бәғеркәйем, туңыр булһаң,
Кей ҡара бишмәтеңде...
Сөмбөл китаптан башын күтәрҙе лә, бының Ринат тауышы икәнен танығас, йылмайып ҡуйҙы. Йыр яҡыная бара ине.
Һинең уттарыңда янам,
Теләһәң нишләт инде.
Ҡыҙ урынынан торҙо ла тәҙрә ҡорғанының ябылып етмәй ҡалған ситен тартып ҡуйҙы һәм утын һүндереп урынына барып ятты. Йыр тынды. Сөмбөлдө тағы ниндәйҙер шомло ла, татлы ла уйҙар биләп алды. «Мин иртәгә барып етермен», тине бит ул. Тимәк, ул иртәгә киләсәк. Сөмбөл уны тағы күрәсәк. «Иртәгә...» тине бит, нәмә әйтергә теләне икән?
Ул, иртәгә кис Мансур менән клубта осрашыу минуттарын күҙ алдына килтереп, бик оҙаҡ уяу ятты. Тап өй тапҡырынан ғына баяғы тауыш ҡалҡып сыҡты.
Бөгөлә ҡайын, бөгөлә ҡайын
Матур бөгөлмәһә лә,
Һинең өсөн өҙөләм, бәғерем,
Һиңә һиҙелмәһә лә.
Сөмбөл юрғанды башынан уҡ ябынды һәм был тауышты инде ишетмәҫкә тырышты. Күрәһең, Ринат баянан бирле уларҙың тәҙрә төбөндә баҫып торған. Көтөп-көтөп тә ҡыҙ сыҡмағас, ул йырлап китеп барҙы. Уның тауышында моңһоулыҡ та, рәнйеү ҙә һиҙелә ине. Ләкин Сөмбөл быға артыҡ әһәмиәт бирмәне. Мансур менән иртәгә буласаҡ осрашыу тураһында уйлай-уйлай йоҡлап китте.
* * *
Таң атты. Көндөң үтеүен Сөмбөл түҙемһеҙлек менән көттө. Бына кис тә булды. Ул кейенеп-яһанып клубҡа йүнәлде.
Клуб алдында күптән инде уны Ринат көтөп тора ине.
— Сәләм! — тине ул, ҡулын һуҙып.
Сөмбөл Ринатты йыш ҡына ҡыҙыҡ итергә, уны көлкө хәлдә ҡалдырырға ярата. Әле лә уның бүркен күҙенә тартып төшөрҙө лә йүгереп клубҡа кереп китте.
Спектакль башланғансы, йәштәр бейеү ойоштороп ебәрҙеләр. Сөмбөл, Мансурҙың килеп кергәнен күҙәтә-күҙәтә, бер нисә тапҡыр төшөп бейене. Ул айырыуса етеҙ хәрәкәтле ине бөгөн. Ә Ринат бер генә минутҡа ла унан күҙҙәрен алманы. «Етте, — тип фекер йөрөттө ул. — Бөгөн әйтәм. Күҙенә ҡарайым да уның өсөн янып йөрәгемде асып һалам».
Сөмбөл кис буйына түҙемһеҙләнеп Мансурҙы көтһә лә, ул килмәне. «Күрәһең, бер-бер ашығыс мәшәҡәт сығып ҡуйғандыр», тип уйланы ҡыҙ.
Спектакль тамамланғас, тыҡрыҡ башында Сөмбөлдө Ринат ҡыуып етте.
— Туҡта әле, — тине ул, ныҡ йүгереүҙән тыны ҡыҫылған хәлдә.
— Ни булды?
— Сөмбөл!
— Йә, һайра.
— Мин...
— Һин-һин инде, — тине Сөмбөл. Уның тауышында тағы ла Ринаттан көлөү, уға кәмһетеп ҡарау һиҙелә ине. — Шунан?
— Сөмбөл! — тине Ринат бик етди тонда. — Мин... яратам һине. Бик-бик яратам! Аңлайһыңмы?
Сөмбөл бармағы менән Ринаттың борон осона баҫып алды ла:
— Хәсрәтем минең, — тине һәм боролоп китә башланы. Ринат уның еңенән тартты.
— Ебәрмәйем!
— Әй, әй!
— Ебәрмәйем тигәс, ебәрмәйем. Һинән башҡа мин йәшәй ҙә алмайым хәҙер.
— Шулай уҡмы ни?
— Көлмә. Мин бөтә йөрәгемдән әйтәм.
— И, меҫкенем!
— Сөмбөл, зинһар, ғазаплама! Аңла...
Сөмбөл бик ҡәтғи генә:
— Өсөнсө кеше артыҡ,— тине.
— Нәмә... һин... башҡаны һөйәһеңме ни?!
— Эйе, Ринат.
— Кем? Ҡайҙан?
Ринаттың ҡулы хәлһеҙләнеп түбән һалынып төштө. Сөмбөл кинәт боролдо ла китеп барҙы. Ринат бөтә кәүҙәһе менән алға ташланды:
— Сөмбөл! Сөмбөл!
Ләкин яуап булманы. Ринат, Сөмбөлдөң йыраҡлаша барған аяҡ тауышына ҡолаҡ һалып, төнгө һуҡмаҡ өҫтөндә бик оҙаҡ хәрәкәтһеҙ торҙо.
* * *
Сөмбөлдөң тыныслығы юғалды. Йоҡоһо ҡасты, биттәре тартыла, һулый төштө. Ҡыҙҙың шат, сая күҙҙәренә һағыш, уйсанлыҡ ятты.
Сөмбөлдөң, романдар уҡығанда, ике йәштең, бер күреүҙән ғашиҡ булып, көслө мөхәббәт ялҡынында яныуҙарын осратҡаны бар ине. Ләкин, романдарҙа ғына шулай булалыр, тип уйлай ине. Бына һиңә кәрәк булһа... Хәҙер шул ут Сөмбөлдөң үҙен ялмап алды.
Ҡыҙ, тәҡәтһеҙ булып, икенсе, өсөнсө кисте лә Мансурҙы көттө. Ләкин ниңәлер ул күренмәне. Һарыташ ауылын[/да Сөмбөлдөң йән дуҫы Орҡоя йәшәй. Ә күрешкәндәре юҡҡа хәтһеҙ булып килә инде. «Һарыташ ауылына барып ҡайтһам инде, — тип уйланы Сөмбөл, Орҡоя әхирәтте лә күрер инем... Унан... Мансур ҙа клубҡа килмәй булмаҫ».
Дүртенсе көндө кис Сөмбөл Һарыташ ауылына китте. Ул клубҡа килеп кергәндә, уйындар башланғайны инде. Сөмбөл стена буйына барып ултырҙы һәм тиҙ генә һәммә кешегә берәм-берәм күҙ йөрөтөп сыҡты. Мансур күренмәй ине. Ҡыҙ күҙҙәрен ишеккә төбәне. Бына-бына шул ишектән, аҙ ғына бөгөлә төшөп, уның Мансуры килеп керәсәк.
— Сөмбөл!
Сөмбөл, уйҙарынан арынып, боролоп ҡараны. Уның йәнәшәһендә, көнбағыш сәскәһе шикелле балҡып, Орҡоя баҫып тора.
— Орҡоя! — тине Сөмбөл, уны үҙенә тартып. — Кил, ултыр.
— Әйҙә, әхирәт, уйынға төшәйек.
— Туҡта әле, һөйлә, ниндәй яңылыҡтар бар? Орҡоя, осоноп-осоноп, бик теләп, ауылдағы яңылыҡтарҙы һөйләй башланы. Әммә Сөмбөлдөң ике күҙе ишектә ине.
Бына кинәт ул тертләп ҡуйҙы. Ул, ниндәйҙер эске бер ашҡыныуға буйһоноп, урынынан күтәрелде: «Мансур!?» Әммә Сөмбөл тағы кире урынына ултырҙы. Ишектән килеп кергән кеше бөтөнләй икенсе кеше булып сыҡты.
Ул көттө. Зарығып, тилмереп көттө, ләкин Мансур күренмәне. Сөмбөл, бер нисә тапҡыр ишек алдына сығып, урамды күҙәтте. Уға Мансур берәй яҡтан килеп сығыр төҫлө тойолдо. Ләкин Мансур юҡ ине. Сөмбөл уға асыуланманы ла, рәнйемәне лә. Кем белә, бәлки ул ауырығандыр, йә берәй ашығыс эш сығып ҡуйғандыр.
Кисә тамамланды. Йәштәр шаулаша-шаулаша таралып бөттөләр. Урам уртаһында, бағанаға эленгән электр лампочкаһы яҡтыһында, Сөмбөл менән Орҡоя ғына тороп ҡалды.
— Орҡоя, — тине Сөмбөл, — һиңә әйтәһе серем бар минең.
— Әйт, әхирәткәйем.
— Ҡара әле, Мансур бөгөн ниңә клубҡа килмәне икән?
— Мансур... Мансур... Беҙҙә ундай исемле кеше юҡ бит, Сөмбөл.
— Бар. Бар. Иҫеңә төшөр. Урманда эшләй. Әле дүрт-биш көн төшөндә генә ялға ҡайтты. Буйсан, таҙа ғына егет. Йәше егерме биштәрҙә барҙыр. Ул шундай яғымлы...
— Йәше егерме биштәрҙә... Әллә мыйығы ла бармы?
— Нәҡ үҙе.
— Улай булғас, белдем. Тик уның исеме Мансур түгел, ә Мәсғүт. Унан...
— Нәмә?
— Уны бит алып киттеләр.
— Кемдәр? Ҡайҙа?
— Милиция работниктары.
— Милиция работниктары?! Ни өсөн?
— Билдәле инде, күп ҡатын алып, балаларынан ҡасып йөрөгәне өсөн.
Сөмбөлдөң аяҡ аҫтында ер сайҡалғандай булды. Бағана ла, урам ситендәге ҡаралтылар ҙа ҡайҙалыр ауа башланы. Ул, ашығып, ҡулын маңлайына ҡуйҙы. Орҡоя уны ҡосағына алды:
— Сеү, Сөмбөл, ни булды һиңә?
— Башым әйләнеп китте...
Ғаян ЛОҠМАНОВ.
Фото: Pinterest