- Ах, нисек һайрай! Үәт, исмаһам, тауыш! Аллаһ бирһә, бирә бит талантты, - ти ағас ҡыуышында көн иткән тейен хайран ҡалып. – Үҙе Һандуғастыҡындай берәй өн сығарырға маташып, көсәнеп ҡарай, ауыҙынан тик сыйылдаҡ тауыш ҡына сыға.
Бер ситтәрәк торған Ҡабан сусҡаһы:
- Аллаһ ниңә миңә лә шундай тауыш бирмәгән? - тип ыңғырашып ҡуя. – Күпме тырышһам да “Хрю-хрю”нән башҡа өн сығара алмайым.
Һандуғас моңонан арбалып, иҫе-һушы китеп, йыр тыңлаған Болан да эстән генә:
- Йә, Аллам, миңә ошо тиклем кәүҙә биргәнсе, һандуғастыҡындай моңло тауыш бирһәңсе. Ниндәй оло бәхет моң эйәһе булыу! - тип уфтана.
Ҡыр кәзәһе лә һандуғас моңонан мөкиббән киткән:
- Үәт, исмаһам, һайрай! Күңелдәрҙе арбай, тыңлап туйып булмай. Уға бындай моң ҡайҙан бирелгән? – тип мекекеләй.
Үҙенең һимеҙ кәүҙәһенә һыны теймәгән Бурһыҡ та:
- Ошо саҡлы ауыр кәүҙәмде һөйрәп йөрөтәм. Ибәтәйһеҙ һын биргәнсе, ниңә миңә Аллаһ елпелдәп кенә осоп йөрөр ҡанаттар бирмәгән? - ти ҙә хисләнеүҙән күҙҙәренән йәштәре атылып сыға. — Ошо саҡлы кескенә ҡошсоҡтоң ҡайһы еренән сыға был тиклем моң?
Ҡурҡаҡ Ҡуян да һандуғастың моңонан иҫен-һушын йыя алмай:
- Ҡайһылай өҙҙөрөп йырлай бит, ә! Күпме тыңлаһаң да тыңлап туйып булмай! Ниңә мин дә һандуғас булып тыумағанмын?! Ғүмерем буйы ҡурҡа-ҡурҡа ҡыуаҡтан ҡыуаҡҡа боҫоп йәшәгәнсә, һауала ҡолас йәйеп,ирәйеп осоп йөрөр инем. Ул саҡта яуыз йыртҡыстар ҙа мине эҙәрлекләй алмаҫ ине, - тип уйлай.
Юл ситендә япраҡтарға төрөнөп кенә терпе лә йыр тыңлап ята.
- Их, ошо һандуғастыҡы кеүек моңом булһасы, йомро ғына, йомшаҡ ҡына балаларымды йырым менән иркәләп йоҡлатыр инем, - тип көнләшеп уйлай.
Хатта ҡыр сысҡандары, ҡомаҡтар, сиңерткә, күбәләктәр ҙә ҡайһыныһы-ҡайҙа тын алырға ла ҡурҡып, йәшенеп кенә һандуғасты тыңлайҙар.
Шул саҡ ялбыр ҡойроғон болғай-болғай ҡыуаҡлыҡтар араһынан хәйләкәр һоро төлкө килеп сыҡты. Ул да Һандуғастың һайрауын тыңлай башланы. Бер аҙ тыңлағас, ялбыр ҡойроҡтоң күңелен ҡара көнләшеү хисе биләп алды, ике күҙен ҡан баҫты, асырғаныуҙан шашыр сиккә етте:
- Ах, хәстрүш, эшем эйәһе! Ҡалай әле барыһын ауыҙына ҡаратып, әллә кем булып, һайрап торған була! Үҙенә күрә түгел, байғош! – тине нәфртәләнеп. Бер сәйнәп ҡабырлыҡ ите юҡ, “өф”, тиһәң, көҙгө япраҡ кеүек осоп китергә тора. Шул башы менән үҙен-үҙе әллә кемгә ҡуйып, барыһын үҙенә ҡаратып, ирәйеп, һайрап торған була! Күп асыуыма тейһәң, ҡылайым әле ҡылыҡты! Төлкө ағаңдың кем икәнен танытайым әле мин һиңә! - Шулай тине лә алдыҡ оҫтаһы, хәйлә тоҡсайы йылмаяҡ төлкө йәнлектәр эргәһенә килеп, ҡылйыуғысланып хәбәр һалды:
- Һәй, иҫегеҙ киткән иҫке сәкмәнгә,- тип көлгән булды. Юханың теле телгә йоҡманы: “Беләһегеҙ бит, уның бит үҙ ғүмерендә урман хужаһы Айыу ағанан бер маҡтау ҡағыҙы алғаны булманы. Барса урман йәнлектәренә башлыҡ булған бүре аға ла уның йырын ҡолағына ла элмәй. Ә һеҙ, мәхлуҡтар, һушығыҙ ҡороп, шул меҫкен ҡошто тыңлап тораһығыҙ. Йә, ҡабатлап һорайым, түрәләребеҙҙән кемдең уны маҡтағаны булды? Ишеткәнегеҙ бармы? Ә һеҙ шул ҡойолдороҡто әллә кем итеп, һынығыҙ ҡатып, хөрәсәндең ихахай-михахайын тыңлап торған булаһығыҙ. Кем етте шуны тыңлап, иҫәүәнләнеп торғансы, ана, ҡырҙа еләк бешкән, айыу ағайға еләк йыйып килтереп бирегеҙ. Бер файҙа булыр. Бүре ағай ҙа ошо арала берәй йәнлекте тотоп бирергә ҡушты. Йә, кемегеҙ бүрегә үҙен ҡорбан итергә әҙер? Юғиһә, хәҙер үҙем һайлап алам. -Төлкөнөң тауышы ҡырҡыулаша барҙы. Талапсан тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе: “Йә, нимә ҡарап ҡаттығыҙ? Таралышығыҙ!”
Төлкөнөң хәйләһе барып сыҡты. Янауҙан ҡурҡып, ҡоттары осҡан урман йәнлектәре ашығып, тиҙ-тиҙ генә төрлөһө-төрлө яҡҡа китеп таралды.
“Был бер ҡатлы сүрәкә баштарҙы алдаштырыу ике тин- бер аҡса ла ул, ә бер туҡтауһыҙ һайраған бынау һандуғастың өнөн нисек тығырға һуң? – тип баш ватты төлкө.
Бер ни тиклем уйнанғас,Төлкө үҙенә ярҙамға урман хужаһы Айыу ағаны саҡырырға булды.
- Һандуғас Һеҙгә үсләшкән. Шуға ла көнө буйы урманға яр һалып, һеҙҙең маҙаға тейә икән. Айыуҙан, исмаһам, бер маҡталғаным юҡ, тип әйтә ти.Уны урмандан ҡыуырға кәрәк.
Төлкөнөң был хәбәренә Айыуҙың бер ҙә иҫе китмәгән:
- Шул хәстрүш менән булышып торорға мине кем тип уйланың? Миңә ошаҡ ташыусы кәрәкмәй. Юғал күҙемдән!. Тиҙ бул, вон! - тип екерҙе ҡотҡо таратыусыға. Айыу менән эше барып сыҡмағас, Төлкө бүрене ярҙамға саҡырырға булды.
- Бүре аға, анау һандуғастың сәрелдәп беҙҙең маҙаға тейеүе етте.Туҡтат сырылдауыңды , юҡһа бүре килеп кәрәгеңә бирер, тигәйнем:
- Һинең бүреңдән кем ҡурҡа, - тине. - Хәҙер бынау ҡая башына осоп ҡунам, йә, тотоп ҡараһын ҡанатлы ҡошто, - тип пырылдап осоп китте..Ана, ултыра сырылдап.
Был хәбәргә бүренең асыуы ҡабарҙы. Ул һандуғас ултырған осло ҡаяға табан сапты. Инде барып еттем, һандуғасты эләктереп алып һоғондом тигәндә генә еңел кәүҙәле ҡошсоҡ, ғәҙәтенсә, пырылдап осоп та китте. Уны быны абайламаған бүре һандуғасты ҡыуып тоторға теләп, артынан ҡаяға ынтылды. Абайламаҫтан аҫҡа тәгәрәп төшөүен һиҙмәй ҙә ҡалды, гөрҫ ите ергә барып төштө лә шунда уҡ йән бирҙе.
Төлкө Бүренең ҡаянан осоп төшөүен күреп ни эшләргә белмәй үрһәләнде. Мәкер эйәһе ары һуғылды, бире һуғылды, һандуғасты ҡыуып ебәрергә тырышып, тирәк тирәһендә үрле-ҡырлы һикерҙе. Үҙен-үҙе юҡ итер сиккә етеп ҡәһәтләнгән төлкө аҙарынып, байтаҡ ҡына шул тирәлә өйөрөлөп-сөйөрөлдө. Ҡанатлы ҡошто бер ҡасан да еңә алмаҫын аңлағас, башын эйеп, шырлыҡҡа инеп китте.
Ә тирәккә ҡунған һандуғас, уларҙың зыу-ғәләмәт килеүен, ығы-зығыһын ишетмәне лә, сыр-сыуҙарын күрмәне лә, хатта ки төлкөнөң донъяла барлығын да белмәй ине ул. Һаман Ерҙе, күкте, бар донъяны данлап, өҙҙөрөп һайрауын ғына белде. Һайрар өсөн тыуған бит ул донъяға! Һайрар өсөн уға айыуҙан да рөхсәт кәрәкмәй, ул бер кемдең маҡтауына ла мохтаж түгел. Уның донъяға әшкәр итер моңо күп. Ул тәбиғәткә, ҡыр-урманға, сылтыр шишмәләргә ғашиҡ. Ул йырында тыуған ҡырҙарын, мең йәшәр урманын, сәскәле туғайҙарын данлай. Һандуғасҡа бары шул мәғлүм: уны Аллаһ үҙе яралтҡан. Ошо илаһи моңдо уға Аллаһ үҙе биргән. Аллаһ биргән ҡиммәттәрҙе, иншаллаһ, матурҙарҙың матурлығын, аҡыллының аҡылын, йырсының илаһи моңон һис кем үҙенә тартып ала алмаған кеүек, һандуғасты ла һайрауҙан туҡтатырлыҡ көс юҡ!
Йәнә ерҙә үҙен хужа итеп хис иткән уҫал йәнлектәр ҙә, көнсөл төлкө лә осор ҡанаттары булған ҡошсоҡҡа ниндәй зыян ҡыла алһын инде?! Ерҙе, күкте, айҙы, ҡояшты, ошо яҡты донъяны бар итеүсе Аллаһты данлап, маҡтап һайраһа, уға башҡа бер ни кәрәкмәй. Әйҙә, һайра, һандуғас! Һин бәхетле! Һин берәүҙән көнләшмәйһең, һис кемгә яуызлыҡ ҡылмайһың. Һин ни бары йырың менән донъяны йәмләйһең, йәшәүҙәргә дәрт өҫтәйһең!
Фото: Pinterest