***
Өйгә нимәгәлер борсоулы йөҙ менән ҡайтып ингән Хәйҙәрҙе күргәс, Әнисә бермә-бер ҡойолоп төштө. Нимәлер әйтергә теләһә, үҙе әйтер, тип көттө. Араларында сер юҡ уларҙың, ун биш йыл бергә йәшәү осоронда улар бер-береһен күҙ ҡарашы менән аңлашып-беләләр. Бөгөн бер аҙ һуңланың, ҡорҙаштарың күберәк осраны ахыры, сәйҙе яңынан ҡайнатайым, - тине Әнисә бер ни аңламағанға һалышып.
Был ваҡытта улар көн дә сәй эсеп алалар. Хәйҙәр көн дә иртәнге яҡтыла ауыл урамын бер әйләнеп, хәл-әхүәл белешеп ҡайтып инә. Пенсияға сыҡҡаны бирле шулай. Тәүҙәрәк ул: “Эй, әбей, өйҙә бер ни белмәй ултырабыҙ икән...” – тип шау-гөр килеп ауыл хәлдәрен теҙә башлай ине. Ә бөгөн ул тауыш-тынһыҙ ғына өҫтәл артына килеп ултырҙы. Иренең нимәлер әйтергә теләгәнен, һүҙҙе нимәнән башларға белмәй ултырғанын аңланы. Тынлыҡ оҙаҡҡа һуҙылманы.
- Әнисә... Кәримде иртәгә ҡарттар йортона алып китәләр икән, - тине Хәйҙәр.
- Алып китһәләр ни. Урыны шунда инде. Ҡарар кешеһе юҡ бит. Ауылда бер туғаны ҡалманы.
- Ә һин? Ә беҙ, Әнисә?
- Нимә мин... Мин уға тыуған да, тейеш тә түгел. Саф йәшлегемде, ун йыл ғүмеремде әрәм иткән кеше генә. Бер нәжәтем юҡ, теге йылдарҙа артығы менән түләнем... Нимә йәлләп ултыраһың. Эргәһенә индеңме әллә?
- Индем шул, әбей. Мине күреү менән күҙҙәренән йәш аға башланы. Нимәлер әйтергә аҙапланды.... Ғәфү ит, тине шикелле.
- Иҫенә төшкәнме ни... Ғәфү итәм тинеңме ни?
- Эйе. Ҡарттар йортона киткәнсе беҙҙә тор, ҡарарбыҙ, тинем.
- Нимәәәәәәә!?
- Беҙгә кил, ҡарарбыҙ тинем. Баш ҡаҡты. Мин уны алырға төшәм. Ауыл Советына ла инеп сығам. Районға хәбәр итһендәр. Ҡарттар йортона китмәй, туғандары ҡарай тип әйтһендәр.
- Һин үҙ аҡылыңдамы? Йә, нисек күҙ алдыңа килтерәһең? Санта-Барбара була бит был. Бөтөн кеше көләсәк беҙҙән.
- Көлмәҫтәр, әбей. Улыбыҙ Рәил дә ҡайтырға сыҡты. Уға шылтыратып әйттем. Ул әллә ҡасан уҡ Кәримде Ҡазанға алып китәм, ти ине, барманы ғына. Үҙем генә алып менә алмаҫмын, тигәйнем, хәҙер ҡайтырға сығам тине. Мунса яғып ебәр инде һин. Кәримгә беҙҙең бүлмәне әҙерләрбеҙ. Балалар уны ғәфү итте бит инде, һиңә лә ваҡыттыр. Күпме йылдар уҙҙы бит инде...
- Әйтмә лә. Ғәфү итә лә алмайым. Уйыма инеп сыҡҡаны ла юҡ ул. Уның донъяла барлығын да тамам оноттом. Аңлайһығыҙмы һеҙ шуны-юҡмы? Быға ҡәҙәр үҙе теләгәнсә йәшәнеме, бына хәҙер рәхәтен татыһын. Уның арҡаһында күпме нахаҡ һүҙҙәр ишеттем, күпме хәсрәт, ыҙа сиктем. Ул саҡта түккән күҙ йәштәрем бөгөн уға сир булып ҡайтты. Ҡарғаманым да, рәнйемәнем дә. Күҙ йәштәре ергә төшмәй, күкрәккә аға бит ул. Мин генә түгел, уға ике балаһы ла кәрәк булманы. Һинең үҙеңде лә күп рәнйетмәне бит. Өйләнешәбеҙ, тип йөрөгәндә лә теге ваҡыт нахаҡ һүҙҙәр менән айырыусы ла ул булды бит. Йә, дуҫтар шулай эшләйме инде? Имеш, ул да мине яратҡан. Яратмаған ул. Яратһа, беҙҙең өйләнешергә йөрөгәнде белә тороп, араға төшмәҫ ине. Бөтәбеҙ алдында ла ул ғәйепле. Ә һеҙ бына шул әҙәм аҡтығын түремә индереп ултыртырға ҡушаһығыҙ....
- Әнисә, ул бит үкенә ҡылығы өсөн...
- Үкенһәсе...
- Ул бит һинән ғәфү үтенмәйенсә был донъянан китә алмай...
- Ғәфү иткән, тип әйтегеҙ...
- Ул бит һине көтә...
- Көтһә, көтә инде. Мин дә көттөм. Бер нисә көн йүләрләнеп йөрөр ҙә, ҡайтыр, тинем. Киткән сағында был ҡыланыуың йүнлегә алып бармай. Һуңғы туҡталышҡа етерһең, үкенерһең, һуң булыр, тинем. Тыңламаны. Сибәр ҡатын кәрәк булды уға. Үҙ балаларын ҡараманы, шул өтөктөң балаһын ҡарап үҫтерҙе. Йә, ҡайһыныһынан изгелек күрҙе? Уның урынына ул ҡатынын, балаһын алып ҡалаға сығып китте. Өҫтәүенә, ике ҡыҙ бер класта уҡынылар. Ауыл халҡы баштараҡ йүнле ҡатынды ире ташлап сыҡмай, тип йәнемде алды. Өйөбөҙҙө даулап йөрөй башлағас ҡына, кемдең кем икәнен аңланылар. Әҙәм көлкөһө, өйөбөҙҙө тартып алдылар бит. Ике балам менән урамда ҡалдым. Һин бит быларҙың береһен дә белмәйһең, ул саҡта һин бында түгел инең бит. Ярай әле, Маһруй әбейҙең өйө буш ине. Ҡышты, яҙҙы шунда сыҡтыҡ. Май башында колхоз рәйесе Ғариф бабай конторға саҡыртып, беҙгә өй һалып бирәбеҙ тине. Шатлығымдан аңымды юғалта яҙҙым. Бөгөн беҙгә бер ят ир килде, һинең исемгә бик күп аҡса биреп ҡалдырған, өй һалһындар, кәртә-ҡура төҙөһөндәр, һыйыр алһындар, мебелгә лә ҡалырға тейеш, тине. Бөтөнөһөн дә минең контролгә ҡалдырып китте. Ике айҙан тағы киләм, бөтөнөһө әҙер булһын тине, тигән. Ғариф бабай үҙе лә тамам аптыраған ине был хәлгә. Һинең берәй ҡайҙа шундай бай танышың, туғаның бармы, тип һораны. Шундай туғаным булһа бында сейләнеп ятыр инемме ни, китер инем уның янына, тинем уға.
- Ысынлап та китер инеңме, Әнисә? Ә мин иҫәр, ҡайтып күренергә ҡурҡтым. Балалары хаҡына барыбер бергә булырҙар, тип уйланым.
- Әллә... Әллә һин ебәргән инеңме ул аҡсаларҙы?
- Ауылға ҡайтмаһам да, Нәсимә апай аша һинең хәлеңде белешеп торҙом бит. Ул бөтөнөһөн дә һөйләп барҙы. Беләһең бит, ғүмерем буйы һине онота алманым. Хәсрәтемде баҫып, эшләнем дә, эшләнем. Отпускы ла алып торманым. Яңғыҙыма күпме кәрәк инде. Йыйып барҙым. Апаруҡ аҡса йыйылған ине. Уларҙың кәрәге лә юҡ ине. Һеҙҙең менән булған хәлде ишеткәс, яҙға ҡәҙәр түҙҙем дә, бөтөн булған аҡсамды Саша дуҫым аша Ғариф бабайға бирҙем. Мин тау итәгендә, беҙ яратҡан шишмә буйында көтөп торҙом. Бөтөн матур йәшлегебеҙҙе иҫкә төшөрөп. Беҙҙе лә айырҙы, үҙе лә бәхетле булманы, һине лә бәхетһеҙ итте. Минең дә йөрәгем һыҙлай, әбей. Йыраҡта ҡалды инде ул көндәр. Ҡартайған көнөбөҙҙә бәхетлебеҙ. Бына шул бәхетебеҙ өсөн булһа ла һин ғәфү ит уны, әбей.
- Ғәфү иттем, тим бит. Барыбер беҙ уны ҡарарға тейеш түгелбеҙ. Беҙҙә бер тамсы хаҡы ла ҡалманы.
- Уларҙан шулай үс алырға уйлайһыңмы, әбей? Үҙ-үҙен ашап, кимереп бөткән бит инде ул. Сыҡып алырлыҡ та ите ҡалмаған. Күрһәң, үҙең дә йәлләрһең әле, бер һүҙ ҙә әйтә алмаҫһың. Мин дә ул хәтлелер, тип уйламай ҙа инем. Күргәс, йәлләүҙән, күҙҙән йәштәр тамды. Ауыл Советына инеп, хәлде аңлатҡансы, Рәил дә ҡайтып етер. Сәүиә лә ҡайта.
- Ҡара һин уны быларҙы, миңә ҡаршы тамам бер банда ойошҡан...
Хәйҙәр сығып киткәс, нимә эшләргә белмәй аптыраны Әнисә. Күрҙеңме, Кәрим, һинән башҡа ла насар балалар тәрбиәләмәгәнмен. Рәил дә, Сәүиә лә, һин тип, эштәрен ташлап, ҡайтырға сыҡҡан. Минән йәшереп, нисә йылдар буйы улар һиңә ярҙам иткәндәрен белмәй, тип уйлайһыңмы? Алып китәбеҙ тип әйткәндәрен дә, бармайым, тип әйткәнеңде лә беләм. Ауыл бит был. Бөтә нәмә кешенең күҙ алдында. Тик шуныһы, ниндәй йөҙ менән һин минең ҡаршыма килерһең икән, тип ҡысҡырып әйтеп ҡуйҙы Әнисә.
Ҡапҡа төбөнә улының машинаһы китеп туҡтағанда, өҫтәле әҙер ине инде. Йә, мин хәҙер нимә эшләргә тейеш икән, тип бәргеләнгәндә, йөрәккә аҡылы: “Тупһаға сығып баҫ, ҡалғанын шунда хәл итерһең”, - тип өндәште. Әнисә тупһаға сығып баҫты. Ҡапҡа асылып, инвалид коляскаһын этеп Рәил улы күренде. Сумкалар күтәргән Сәүиә уларға эйәргән. Күҙе коляскаға төшөүгә, Әнисә өнһөҙ ҡалды. Йә, Хоҙай! Шәм кеүек төҙ кәүҙәле, өрлөктәй Кәрим урынына колясканан сабый бала ҙурлығындай ғына, һөйәк һәм тиренән генә ҡалған бер меҫкен бәндә, йәшле күҙҙәре менән уға текәлгән ине. Белеп әйткән, Хәйҙәр, тип уйланы Әнисә, бында һүҙ әйтеүҙән мәғәнә юҡ. Туҡта, күңелдә инде бер нәмә лә ҡалмаған түгелме, үпкә лә, нәфрәт тә... Үҙе лә бөтөнләй сит...
- Ҡайттыңмы, зимагур? Әйҙә күрешәйек, күптән күрешкәнебеҙ юҡ. Бына шулай йәшәп ятабыҙ инде. Үҙең килмәгәс, барып алырға тура килде, тип Әнисә Кәримдең ҡалтыранған ҡулдарынан тотто. Унан бер генә лә йылылыҡ тойманы. Ысынлап та, сит кешебеҙ икән, тип һөйөндө ул эстән генә.
Был минутта коляскалағы ир аҙаплана-аҙаплана ниҙер әйтергә теләй ине. Уның “һуңғы туҡталыш” тигәнен аңлаһа ла, аңламамышҡа һалышты. Өй ишеген киң итеп асты ла, “Рәхим итегеҙ, әфәнделәр, барыһы ла әҙер”, - тип эскә үтте. Хәйҙәрҙең һөйөү тулы күҙҙәрен, Рәил улы менән Сәүиә ҡыҙының балҡыған йөҙҙәрен күреү бик тә рәхәт ине Әнисәгә. “Дөрөҫ эшләйбеҙ, буғай, сабырлыҡ бир, көс-ҡеүәт бир, Хоҙайым”, - тип ҡабатлай ине ул күңеленән.