+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
12 Март , 20:25

Һалдат мөхәббәте

Рәзинә УРМАНШИНА (Хикәйә) – Улым, был ни хәл? Ниндәй айырылышыу ти ул? Атай-әсәйле килеш, ике баланы йәтим итеп ни... – Сәмиғә йәшенә төйөлөп хәбәрен теҙҙе генә. Ярты йыллап МХО-ла йөрөгән улының был ҡыланышы аяҙ көндө йәшен йәшнәүгә тиң ине.– Әсә-ә-әй... Бәләкәс бала түгелмен бит инде...– Һәр ваҡыт үҙ башың менән уйлап, эш итеп өйрәнгән улымдың был ҡыланышына аптырағанға әйтәм. Кисә килен: “Әхтәм: “Айырылышайыҡ”, – тип әйтте”, – тигәс, төн йоҡламаным. Шылтыратыуыңды көтөп хәлдән тайҙым. Улым, әйт әле нимә булды һеҙгә? Йәйен теге ҡылығыңдан һуң, арағыҙҙа ниндәйҙер ҡара бесәй үткән, тип уйлап ҡуйған инем. Бушҡа түгел икән...

Һалдат мөхәббәте
Һалдат мөхәббәте

– Әсәй, һау булып тор йәме. Беҙҙе саҡырталар. – Әхтәм әсәһе менән хушлашыр бөтөр-бөтмәҫтән телефонын һүндерә һалды. Ошондай һөйләшеүҙеалдан көтһә лә, ғәзиз кешеһенең телефондың теге яҡ осонда балауыҙ һығып ултырыуын күҙ алдына килтереүе ауыр ине. – Йә, ярай, бер мин генә ер йөҙөндә айырылышмайым әле, – тип үҙ-үҙен йыуатырға тырышып маташҡанда, яуҙаш ағай йәнен үртәп ҡуйҙы.

– Һауалағы торнаға ышанып, ҡулыңдағы турғайҙы ысҡындырма. Ваҡытында аҡылыңа кил, – тине, блиндажда ҡорал кәрәк-яраҡтарын барлап ултырғанда.

– Һеҙҙән кем аҡыл һораны һуң әле? – тип эстән генә асыулы уйланып ултырған яҡташына ҡарап, Мөхәммәт ағай уның ҡарашынан нимә әйтергә теләгәнен аңлаһа ла, туҡтаманы:

– Тураһын әйткән туғанына ла ярамай. Һин дә эстән генә: “Артыңа өйрәт”, – тип ултырғаныңды белһәм дә, бер башлағас әйтеп бөтәйем. Төлкөнәндә хәйләкәрерәк, йыландан да зәһәрерәк ҡатын-ҡыҙҙар барлығын онотма.  

– У-у-уф, тутыйғош кеүек барыһы ла бер нимәне сутылдайсы. Нимә эшләһәм дә үҙем беләм. Ыштанһыҙ малай түгелмен, – тип ауыҙ эсенән мыңғырлап ҡуйыу менән генә сикләнде.

Вахтанан ялға ҡайтҡан сағында мобилизация мәле ине. Яңы ғына эштән ҡайтҡан кешегә тиҙ арала ҡабаттан сығып китергә тура килде. Был юлы билдәһеҙлек упҡынына ауған кеүек тойҙо ул үҙен. Ҡайҙа барырын да, ҡасан ҡайтырын да белмәй. (Ҡайта алһа әле!). Хушлашҡанда һығылып-һығылып илаған кәләше янында ике балаһын ике ҡулына күтәреп тороуы күҙ алдына һуңынан йыш килде. Уларҙы йәлләп эстән һыҙҙы. Ярты йыллап йөрөгәс, үлем менән бер нисә ҡат күҙмә-күҙ осрашҡас, ике аҙнаға ял бирәсәктәре хаҡында әйттеләр. Улы менән ҡыҙын, Гөлназын үлеп һағынған ине ул. Ғаиләһе менән осрашыуҙы, ҡайтыр көнө еткәнсе, мең тапҡыр күҙ алдына килтерҙе. Ҡаршыһына ғына килеп төшкән туп ярсыҡтары теймәйенсә иҫән-һау ҡалыуында, ҡайҙандыр аҙашып килеп сыҡҡан, ҙур ҡәбер ташы ярҙам итте. “Әжәл тырнағынан мине дүрт күҙ менән көткән бер гонаһыҙ бәләкәстәрем, ҡатынымдың һөйөүе, әсәйемдең доғалары һаҡлап алып ҡалғандыр”, –  тип уйланы.

Тыуған яғын үлеп һағынған ине ул! Элек уны һаҡлауға, яҡлауға, юҡһыныуға арналған йырҙар ишетһә, шиғыр күреп ҡалһа, буш нәмә тип кенә уйлай ҙа, артыҡ иғтибар бирмәй ине. Үлеш-ҡыйралыш эсендә йөрөгәндә тыуған илдең, кендек ҡаны тамған ерҙең ҡәҙере икеләтә артҡанына төшөндө. Тик бына күңеле ҡатылана бара. Йылдар дауамында Себер һалҡыны йәнен өшөтмәгәнде, бындағы күренештәр тормошҡа ҡарашын аҫтын-өҫкә әйләндерҙе. Йәлләү кеүек тойғолар юҡҡа сыға барғанын да тоя.

Яҡындары ғына түгел, тотош Имәнкәй ауылы халҡы ҙурлап ҡаршы алды. Ни арба, ни сана түгел ваҡыт булыуға ҡарамаҫтан, ауылдың осона уҡ сығып көтөп торғандар. Хатта ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре бәләкәс кенә концерт та әҙерләгән. Аҫта шытырлап боҙо киткән Еҙем йылғыһы күпере өҫтөндә бәләкәс кенә бер тамаша булды. Таң ата башлағанда ауылдаштары уларҙан саҡ таралышты. Әминәһе күптән әүен баҙарына киткән ине. Әлфир инде хәҙер ҙур. Ярты төн уҙғансы өлкәндәрыңғайына йөрөнө лә, атаһының алдына ятып йоҡлап китте. Кәләшенең кеше араһында ҡараштары осрашҡанда серле генә итеп йылмайып ҡуйыуы – донъяһын түңәрәкләне. Меңәр саҡрым алыҫлыҡта ятҡан һуғыш-ҡыйралыш бер мәлгә генә булһа ла, онотолоп ҡалды.

Наҙға һыуһап, ҡатынын һағынып ҡайтҡан ине ул. Гөлназ да күңел йылыһының тамсыһын да ҡалдырмайынса бирҙе. Тик ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа ялға ҡайтҡан ирҙе ҡатынының донъя артынан сабыуы оҡшаманы.  Йәштәрҙең күбеһе, ауыл ерендә йәшәһәләр ҙә, мал тотоу, баҡса үҫтереү тураһында уйлап та бирмәй. “Ниңә йонсорға? Магазинда йәнең теләгән нәмә бар?” – тиҙәр вайымһыҙ ғына. Әхтәм дә шул уҡ фекерҙә. Себергә эшкә сығып киткәс тә, эре малды бөтөрөү тураһында һүҙ ҡуҙғатҡан ине. “Балаларға химикатһыҙ һөт-ит кәрәк”, – тип Гөлназы яҡын да килмәне. “Ҙурая килә уларҙы ла ҡул араһына керетергә кәрәк. Ялҡау булып үҫмәһендәр”, – тип тә өҫтәп ҡуйҙы.

Хәрби операцияға юлланғас:

– Мал ҡарап хәлдән тайып йөрөмә. Һатып ебәр. Ай һайын аҡса килеп тора. Үҙем йыраҡта булһам да, һеҙҙе матди яҡтан ҡарарға ҡулымдан килә, – тип йыш тылҡып торҙо.

– Йәй буйы әҙерләгән бесән етә. Исмаһам, был ҡышты сығайыҡ. Уңарсы донъялар тынысланып, һин дә ҡайтырһың, – тип Гөлназ йәнә ҡаршы төштө.

Махсус операция ла тамамланманы. Ире лә бөтөнләйгә ҡайтманы. Бөтмөр ҡатын да малын бөтөрөргә уйламаны. Етмәһә, өҫтәп бер быҙау һатып алып ҡуйған. Аҙбарҙа бәләкәс кенә урында ике быҙау йөрөгәнен күргәс, Әхтәм аптырап китте.

– Быйыл һыйырҙың игеҙ быҙауы бармы ни? – тип һораны, ҡатынына һыулы биҙрәләрҙекилтерергә ярҙамлашҡанда.

– Башында аҡ ҡашҡаһы булғаны ҡыш башында уҡ тыуған. Тыуғас та йүнле тәрбиә күрмәгәнгә генә беҙҙекенән бәләкәйерәк күренә.

– Йәлләп алдыңмы ни? – Ир көлөмһөрәп ҡуйҙы. Ҡатынының берәҙәк бесәй балаларын да йәлләп керетеп тәрбиәләгәнен белгәнгә күрә.

– Иш янына ҡуш булһын, тинем. Йылына бер баш һуғымды күпме тартып-һуҙһаң да оҙаҡҡаеткереп булмай. Береһе бөтөүгә, икенсеһен тотонорбоҙ, тим.

– Һуң йәнең теләгән нәмәне хәҙер өйөңә үк килтереп бирәләр бит. Нимә тип үҙеңде йонсотаһың? – тине Әхтәм йәнә аптырап. – Әллә мин ебәреп барған аҡсаның барыһын да тотоноп, алтын-көмөш алып бөттөңмө?

– Юҡсы-ы-ы, – тине Гөлназ был һорауға бөтөнләй баҙап ҡалып. – Бөтөнләй тотонманым тиер инем, балаларҙы Стәрлегә алып барып ҡайтып бер нисә ҡат кейендерергә әҙерәк тотондом. Тиҙ үҫәләр бит, бер миҙгел кейергә лә эшкинмәй. Бәләкәсәйә лә ҡуя.

– Нимәгә тотонмай һаҡлайһың һуң? Үҙеңдән-үҙең йәлләп ни?

– Ай һайын эш хаҡым килеп тора. Ите-майы, йәшелсәһе үҙеңдеке булғас, артыҡ нәмә лә кәрәкмәй. Йыйнаштырып тороп Стәрленәнме, Өфөнәнме балаларға фатир алып ҡуяйыҡмы әллә, тип уйлай инем...

Ҡатынының тотанаҡлығын белә Әхтәм. Донъяны яңғыҙы көйөнә бөтәйтеп тотоуына шатланһа ла, эш тә эш тип йүгереп, үҙенә иғтибар етмәүе иргә оҡшап етмәне.

Бер нисә көндән район үҙәгендә үтәсәк тамашаға ғаиләһе менән саҡырҙылар. Алдан уҡ дәртләнеп унда йыйына башланы Әхтәм. Ҡайтыр алдынан ғына бирелгән хәрби кейемен яңынан ҡарап сыҡты. Сәсен район үҙәгенә барып алдырып килде. Баҙарҙың арҡырыһына-буйына йөрөп үҙенә оҡшаған одекалон эҙләне. Сара булыр көндө, үҙе яһанып, сынъяһау итеп кейенгән балалары менән, донъяһын теүәлләп тегеләй-былай йүгергеләгән ҡатынын байтаҡ ҡына көтөп ултырырға тура килде. Сәсен йыйнаҡ ҡына итеп йыйып ҡуйып, бер нисә йыл элек алынған ойпаҫлана башлаған күлдәген кейгән, ҡулынан, йыуһа ла, йорт ҡаҙҙары өсөн ҡатҡан икмәк менән фуражды бутағандан ҡалған еҫ аңҡып торған ҡатынына күҙ йүгертеп сыҡты ла:

– Бар әле, өйгә кереп сыҡ. Балаларҙың кейемен үтекләгәндән һуң, үтекте һүндерҙемме икән,  – тине.

Гөлназ артынан ҡапҡа ябылыу менән, балаларын тиҙ генә машинаға ултыртты ла, газға баҫты. Ҡатыны сыҡҡанда, арттарынан саң ғына борҡоп ҡалған ине. Ҡасып барған кешеләй, тимер атын ҡыуҙы ғына. Былай ҙа таштан ғына торған, саҡыр-соҡорло юлдан тау өҫтөнә үрләгәндә ҡаршыларына килгән техника бер-бер артлы бипелдәтә башлағас, саҡ аңына килгәндәй булды Әхтәм. Кире боролоп Гөлназды алырға ла уйлаған ине. Эстән нимәлер тотто. Үҙ-үҙе менән айҡаша-айҡаша район үҙәгенә барып еттеләр. Намыҫы хәләл ҡатыны менән улай ҡыйланырға ярамағанын аңлатырға теләһә, мин-минлеге үҙен тәрбиәләргә ваҡыт тапмаған хәләле менән кеше араһында йөрөргә оялды.

Саҡырылған урынға барып етеүҙәренә байтаҡ ҡына халыҡ йыйылған ине. Ауыл хакимиәте лә бар. Балаларын етәкләп яңғыҙы йөрөгән яугирҙы күреү менән:

– Килен ҡайҙа? – тип һораны. – Һин ҡайтҡан ваҡытта отпуск бирергә тейештәр ине бит уға...

– Ауырып тора... – тип ауыҙ эсенән генә мыңғырлап торған атаһының һөйләнеүенә иғтибар ҙа итмәй, Әлфир:

– Ә беҙ әсәйемдән ҡасып киттек, үәт, – тип, балалыҡ бер ҡатлығы менән, дөрөҫөн әйтеп тә ҡуйҙы.

– Улай икән, – тигән булды ауыл башлығы. – Был яугир артыҡ ҡупырынып киткән бит. Балалы өйҙә бур ятмаҫ, тигәндәре дөрөҫ икән,  – тип эстән генә уйланы.

Сараның беренсе рәсми өлөшөнән һуң, уйын-көлкө, йыр-бейеүҙе өҫтәл артынан күҙәттеләр. Дүрт кешегә әҙерләнгән бәләкәй генә түңәрәк өҫтәлгә Әхтәм ике балаһы менән урын алды. Район һәүәҫкәрҙәре менән Өфөнән саҡырылған әртистәр ҙә бер рәттән сығыш яһаны. Бер мәл талғын көй ҡуйҙылар. Кәләштәре менән килгән яугирҙар парлашып бейеүгә төштө. Баянан бирле күтәренке кәйефтә йөрөгән иргә беренсе тапҡыр яманһыу булып китте. Тик күңелһеҙләнеп оҙаҡ ултырырға тура килмәне. Алдан муйынынан алып аяғына тиклем ҡапланған, әммә арҡаһынан биленә тиклеп ап-асыҡ күлдәк кейгән утыҙ йәштәрҙәге һылыуҡай бейеүгә саҡырҙы. Бындай тәҡдимде көтмәгән ир башта баҙап ҡалды.

– Аҡ бейеү тәҡдим итмәһәләр ҙә, һеҙҙесаҡырам. Беҙҙең геройҙар моңайып ултырырға тейеш түгел, – тип наҙлы ғына йылмайып, таныш түгел ҡатын,  ҡулдарын Әхтәмгә һуҙҙы.

– Герой?.. – Әхтәм уңайһыҙланғандай итте. – Ниндәй герой ти инде мин?..

– Герой инде. Ил тыныслығын һаҡлап йөрөгән йөрөгән кешене тағы нисек атайһың? Әйҙәгеҙ, бейергә. Тиҙерәк төшәйек. Көй  тамамланырға оҙаҡ ҡалманы.

Бер нисә тапҡыр өйрөлөүҙәренә, ысынлап, көй ҙә тамамланды. Уҡлау йотҡандай төп-төҙ арҡалы, оҙон һары сәстәрен бөҙрәләтеп төшөргән, үҙенән тәмле хушбуй еҫе бер нисә метр йыраҡлыҡтан аңҡып торған гүзәл заттан тиҙ генә айырылырға теләмәне Әхтәм. Гөлназ өсөн ҡалдырылған буш урынға саҡырҙы. Нәркәс өҫтәл артына килеп ултырыу менән балалар һорау артынан һорау яуҙыра башланы.

– Апай, ә һеҙҙең ирегеҙ, балаларығыҙ ҡайҙа? – тип һораны Әлфир.

– Мин бында яңғыҙым ғына. Концертҡа саҡырҙылар.

– Һеҙ йырсымы, әллә бейеүсеме? – Ололарса фекер йөрөттө Әлфир.

– Элек бейеүсе инем. Бында дуҫтарыма ғына эйәреп килдем.

– Апай, һеҙ Шүрәлеме? – Ят апайҙы энә күҙәүенән үткәреп ултырған Әминә пырхылдап көлөп ебәрҙе.

– Әминә... – Атаһының асыулы ҡарашын күреп, ауыҙын ҡапланы.

– Уй...

– Ниңә һылыуым? Мине – Нәркәс, тиҙәр. – Нәркәс ҡыҙсыҡтың һүҙҙәренә әһәмиәт бирмәҫкә тырышты.

– Өләсәйем һөйләгән әкиәттәрҙә Шүрәленең тырнаҡтары оҙон була, тиелгән ине.

– Оло апайҙар шулай үҫтереп буяйҙар ул, аҡыллым. – Асыуынан ике яҡ бите гөлт итеп ҡалһа ла, тышҡа сығарманы. Үҙен ҡулға алып өлгөрҙө.

– Һеҙ бейеүсеме ни? Ҡайҙалыр күргән һымаҡ булам шул, – тип Әхтәм һүҙгә ҡыҫылды.

– Эйе. Элек ансамблдә бейенем. Репетиция ваҡытында аяғымды һындырҙым. Һуңынан сәхнәгә сыға алманым.

– Телевизорҙан ниндәйҙер тапшырыу алып барғанығыҙҙы ла иҫләйем... – Үҙе янында ниндәй текә ҡошсоҡ ултырыуына һаман да ышана алмаған Әхтәм Нәркәс тураһында күберәк белергә теләне.

– О-о-о, һеҙ минең фанат икән дәһә! – Таяҡсанан һут эсеп ултырған Нәркәс шарҡылдап көлөп ебәрҙе.

– Ну-у-у, һеҙҙең кеүек матурҡайҙар бер күреүҙән иҫтә ҡалыусан...

– Хи-хи-хи... Оялтмағыҙ әле-е-е...

– Матурлыҡ өсөн оялмайҙар инде...

Яңы ғына танышҡан апайға матур һүҙҙәр һөйләп ултырған атаһына асыуы килеп ултырған Әлфир түҙмәне.

– Атай, әйҙә, ҡайтайыҡ. Ана, Әминә арыны. Хәҙер йоҡоһо килеп мыжый башлаясаҡ, – тип уны был апай янынан тиҙерәк алып китергә теләне.

– Һуң әле бигерәк иртә бит әле...

– Юлда йөрөгәндә тиҙ арый ул. Әйҙә, ҡайтайыҡ. – Әлфир ай-вайына ҡарамайынса ныҡышты.

– Ярай, һуң әтеү... – Әхтәм теләр-теләмәҫ кенә урынынан ҡуҙғала башланы. – Нәркәс һылыу, һеҙҙең менән танышыуыма шатмын. Телефон номерығыҙҙы бирһәгеҙ, артабан аралашып торор инек...

– Бирегеҙ телефонығыҙҙы. Үҙем яҙам...

Тәү тапҡыр ғашиҡ булғандай итеп хис итте үҙен Әхтәм. Йөрәге урынынан ҡубып дарҫлап тибергә кереште. Яңы танышының номерын телефонынан асып ҡараны. “Нәркәсик” тигән яҙыуҙы күргәс, ауыҙы йырылды. Атаһындағы үҙгәрештәрҙе төшөнөп үк етмәһә лә, был танышыуҙан яҡшы нәмә көтөп булмағанлығын, кескәй генә йөрәге менән тойҙо Әлфир.

Елкенеп йөрөп ҡайтҡан Әхтәм, ҡатынынан ҡасып киткәне өсөн, үҙен ғәйепле тип һанаманы. Эстән ныҡ үпкәләһә лә, Гөлназ да артыҡ һүҙ ҡуйыртып торманы. Бер ни булмағандай балаларын тәрбиәләп йоҡларға һалды. Ир менән ҡатын өнһөҙ-тынһыҙ ғына урын йәйеп яттылар.  

Уның ҡарауы, ялға ҡайтҡан һалдатҡа, әсәһе алдында яуап бирергә тура килде. Гөлназ улын мәктәпкә, ҡыҙын балалар баҡсаһына алып китеү менән килеп тә керҙе. Күрәһең, килененең сығып китеүен аңдып ҡына торған.

– Кисәге ҡылығың нимәне аңлата ул? – тине, улына асыулы ҡарап торған әсә, ике ҡулын бөйөрөнә таянып.

– Нимә булған? – Әхтәм белмәмешкә һалышты.

– Башыңды иҫәргә һалма. Киленһеҙ генә күңел асып йөрөүеңде әйтәм!

– Уныһын ҡайһы арала белеп өлгөрҙөң?  

–Урам-тирәгеҙҙе ҡараштырайым тип килһәм, тәҙрәгеҙҙән ут янғаны күренә. Неужели, былар һүндерергә онотҡан тип, аптырап киләм. Уңарсы ҡаршыға килен килеп тә сыҡты. “Ҡәйнәм, мин барып торманым”, – тигән була. Илағаны күренеп тора. Нимә булды? Нишләп бергә барманығыҙ?

– Эш тип сабып ҡараһына ҡатып йөрөгән ҡатын менән барғым килмәне! – Урынынан ҡапыл һикереп торған Әхтәм ҡабаланып кейенә башланы. – Дөрөҫөн белгең килә ине. Бына белдең! Күңелең булдымы инде?

– Булдырырмын әле мин һине! Ҡараһына ҡатҡан, имеш! Үҙең ҡасан хан булаһына әйләнеп киттең?

– Әсәй, һинең балаң мин ул. – Килененә бер һүҙ тейҙермәй яҡлашып торған әсәһенә ҡарап Әхтәм көлөп ебәрҙе. – Ғәҙәттә, кеше үҙ балаһын яҡлай...

– Ғәйепһеҙ булһаң, һине яҡлар инем. Ә былай аҡты ҡара, ҡараны аҡ, тип күҙ буяй алмайым. Килен ҡайтҡас та ғәфү үтенергә онотма! – Сәмиғә нисек килеп керһә, шулай ҡырт боролоп сығып китте.

Һуңғы ваҡытта үҙенә ҡарата булған артыҡ иғтибарҙан, ҙурлауҙан танауы күккә сөйөлөп киткән Әхтәм ҡатыны янында үҙен ғәйепле тойманы. Ғәфү үтенеү тураһында уйлап та бирмәне. Гөрләп торған йортта тынлыҡ урынлашты. Телефон ҡосаҡлап диванда аунарға яратҡан ғаилә башлығы күберәк Нәркәс тураһында ҡыҙыҡһынды, уның менән яҙышты. Гөлназ өнһөҙ генә ирен ҡабаттан юлға әҙерләне. Аталары янына балалары килһә лә: “Аҙаҡ”, “Кит әле”,  – тип тороуынан, Әхтәмдең икенсе берәү менән сыуала башлағанын аңланы.

Юлға сығыр көндө ашҡынып көттө Әхтәм. Үҙен Өфөгә оҙата барыуҙарынан баш тартты. Нәркәс менән осрашыуҙы алдан уҡ планлаштырып ҡуйғайны. Билдәләнгән ваҡытҡа уныһы килеп тә етте. Һомғол кәүҙәһенә һылашып ҡына торған оҙон пальто, тубығына етеп торған итектәр кейгән, муйынын йоҡаҡ ҡына шарф ураған, сәсен был юлы түбәһенә өйөп ҡуйған, оҙон йөрәкле алҡалары атлаған һайын ялтлаған, май ҡояшылай балҡып килгән һылыуҙы күргәс, Әхтәм асҡан ауыҙын бер мәлгә ябырға онотоп торҙо. Көньяҡтан иҫкән яҙғы йылы ел менән Нәркәстең наҙлы, йомшаҡ тауышы икеһе бер бөтөн булып буталып башын әйләндерҙе, йөрәге йәнә яңы ғашиҡ булған үҫмерҙеке һымаҡ дарҫлап тибергә кереште. Юҡ ҡына хәбәргә лә шарҡылдап көлгән, ваҡыты-ваҡыты менән беләгенән ҡыҫып тотоп, күҙҙәренә шаян осҡондар уйнатып ҡараған гүзәл затҡа ҡарап һоҡланды. Гөлназдың да ошондай ғәмһеҙ, шаталаҡ саҡтары бер мәлгә иҫенә төшөп, көрһөнөп тә ҡуйҙы.

Әхтәмдәрҙе ултыртып алып киткән автобус күҙҙән юғалғансы, Нәркәс бер мөйөшкә баҫып ҡулын болғаны. Әҙерәк барғандан һуң: “Һинең ҡайтыуыңды өҙөлөп көтәм. Минең геройым!” – тигән яҙыулы смс-хат килгәс, яугир ир шатлығынан ҡулдарын тубыҡтарына шапылдатып һуғып алды.

Шул көндән алып Нәркәс менән хәбәрләшмәгән бер көн дә булманы. Йылы һүҙҙәре менән йәнен иркәләгән ҡатынға, ситтән тороп булһа ла, Әхтәм көндән-көн эйәләшкәнен тойҙо. Артабан үҙен һәм башҡаларҙы алдап йөрөмәҫкә һүҙ бирҙе һәм Гөлназға айырылышыу тураһында әйтте. Ҡатыны артыҡ тауыш ҡуптарманы. Һаубуллашҡанда уның илағаны аңлашылды. Ә бына әсәһе был яңылыҡ менән тиҙ генә ризалашмаясаҡ. Үгәй әсәй ҡулында үҫкән Сәмиғә тиҙ генә мах бирә, яҙмышына күнә торғандарҙан түгел. Әхтәм быны яҡшы аңлай. Тик ялына ҡайтҡанда алып ҡайтып күрһәтһә, яңы килененең матурлығы, нәзәкәтлелеге алдында ул да оҙаҡ серәшеп тора алмаясаҡ.

Киләсәктә Нәркәс менән һөйөп-һөйөлөп йәшәйәсәктәрен күҙ алдына килтереп, татлы хыялдарға бирелеп, китеп бара ине, еңенән тартып һөйрәтә башлауҙарына ысынбарлыҡҡа ҡайтты. Ун – ун биш аҙым алдан ғына китеп барған ике егеттең өҫтөнә килеп төшкән дрон икеһен дә күҙ асып-йомған арала көл-күмергә әйләндерҙе лә ҡуйҙы. Уның артынса Әхтәмдең күҙ алдына бер нисә минутҡа ҡәбер ташы пәйҙә булды. Ундағы яҙыуҙарҙы уҡыйым тигәнсе юҡҡа ла сыҡты.Әхтәмде еңенән тартып үлемдән ҡотҡарған кеше Мөхәммәт ағай икән.  

– Ауыҙың менән ҡош тотоп йөрөп, суҡынаһың бит, Мәжнүн! – тине асыуынан сырт төкөрөп.

– Һи-и-иҙмәй ҡалдым, – тине, Әхмәт тотлоғоп.

– Бер бисәнән икенсеһенә сабып йөрөй торғас, һиҙгерлегең кәмегән икән шул. Ҡолаҡҡа ла ҡата башлағанһың. Рекс бит баянан бирле абалап өрҙө.

– Даян менән Артур ниңә һиңмайланды һуң? – тип, Әхтәм аяҡ аҫтында һырпаланған Рекстың башынан һыйпап.

– Әжәлдәре уларҙың күптән яндарында йөрөй ине инде, – тине Мөхәммәт ағай башын аҫҡа эйеп.

– Нисек инде яндарында йөрөй ине? – Әхтәмдең күҙҙәре маңлайына менде.

– Күҙҙәренең күптән нуры бөтөп быялаға әйләнгән ине. Туҡтауһыҙ үлем хаҡында һөйләнделәр.

– Уныһы дөрөҫ, – тине Әхтәм, моңһоу ғына. – Артур бит минең күрше ауылдан. Бында килгәс тә, янып үлеүҙән ҡурҡам. Тере килеш ҡайта алмам инде, тигән ине...

– Яуҙа иң ҡурҡыныс кеше беләһеңме кем?

– Ҡурҡағы инде...

– Яңылышаһың. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән һалдат. Ундайҙар тере мәйеткә тиң...

– Һы... – Әхтәмдең күҙ алдына баяғы мәйет ташы килде.  – “Унда нимә тип яҙылған ине һуң?” – тигән уй мейеһен игәне.

Даян менән Артурҙың һөйәктәрен генә тыуған яҡтарына тейәп ҡайтарҙылар. Бигерәк тә, яҡташының әсәһен йәлләне Әхтәм. Улын яңғыҙы үҫтергән апай икәнен белә ине. Был донъяла ғәзиз балаңды ер ҡуйынына һалыуҙан да ауырыраҡ ҡайғы бармы икән?!

Бала ҡайғыһы тураһында  уйланып йөрөгәндә, Әхтәм үҙ ҡанынан яралған, тыуып та өлгөрмәгән сабыйының ғүмерен ҡыя яҙҙы. “Айырылышайыҡ!” – тип ире өҙә һуҡҡандан бирле, Гөлназ менән бәйләнешкә ингәндәре юҡ. Әсәһенә генә мөмкинселек сыҡҡанда шылтырата. Әйләнгән һайын уныһының бер балыҡ башы. “Килен менән ярашығыҙ. Иҫәрләнеп йөрөмә”, – тип тылҡый. Бөгөн иһә хәбәре менән шаңҡытып ҡуйҙы.

– Һин икенсе берәү менән ғишыҡ тотҡанда, хәләл ҡатының бәпес көтә, – тине әсәһе. Тауышында асыу менән шатлыҡ ауаздары ла яңғырай ине.

– Кемдән? – Иҫәр һорауы өсөн Әхтәм телен тешләп өлгөрһә лә, һуң ине.

– Силәгенә күрә ҡапҡасы, тиһәләр ҙә, килендең аҙып-туҙып йөрөй торған холҡо юҡ. Иренә оҡшамаған, – тип әсәһе туҙынды ла китте.

– Һуң, әсәй... Минең ауылдан сығып китеүгә ике ай булып килә бит...

– Һыу мейегә әйләнеп барһаң да, һынарға онотмағанһың икән. Гөлназ да: “Һигеҙ аҙна самаһы, тинеләр, ҡәйнәм”, – тине кисә.

– Быға тиклем үҙе лә белмәй йөрөгәнме ни? – Асыуынан шартларҙай булған Әхтәм ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. – Ике тапҡыр бала тапҡан ҡатын, һигеҙ аҙналыҡ ауыры барлығын бығаса белмәй йөрөгәнме?

– Кем менән һөйләшкәнеңде онотма! Намыҫың менән бергә, әсәйеңә ҡарата булған ихтирамың да юҡҡа сыҡҡан икән!

– Ғәфү ит, әсәй... Батып барған һаламға йәбешкән, тигәндәй, Гөлназ да мине ҡабаттан үҙенеке итер өсөн алдайҙыр, тип уйлайым.

– Ыста... Аҡ...

Рекстың абалап өргән тауышы ишетелде. Тимәк, хәүеф бар. Телефонды һүндереп, ышыҡланырға, үлем көҫәп килеүсене ҡаршы алырға кәрәк. Әхтәм әсәһенең нимә әйтергә теләгәнен тулыһынса ишетмәһә лә: “Аҡылың артыңа киткән икән дә, ахмаҡ!” – тип әйтерен яҡынса аңлаған ине. Был яңылыҡтан һуң башы тубалдай булды. Нимә-нимә Гөлназдан бындай этлекте көтмәгән ине. Шуға тирә-яҡ тынысланып, ул-был һиҙелмәгәс, телефонын тоҡандырып: “Минең менән айырылмаҫ өсөн әкиәт уйлап сығарып ятма! Ысынлап та, ауырға ҡалһаң, абортҡа бар!” – тип смс-хат ебәрҙе лә, ҡабаттан телефонын шартлатып һүндереп тә ҡуйҙы. Төнөн һаҡта торғанда: “Туйып һикерһәң, күрмәгәнеңде күрһәтермен әле!” – тип уйланы. Махсус хәрби операцияла йөрөгәне өсөн ай һайын күскән хеҙмәт хаҡын бынан кире Нәркәскә күсереп барырға хәл итте.

Бынан алда ла һөйгәнен буш итмәй ине Әхтәм. Бүләк итеп – сәскәһен, “Ауырыйым!” – тиһә, дарыуын, “Асыҡтым!” – тип мыжыһа, әҙер аҙығын заказ менән ебәреп торҙо. Теләгең дә, аҡсаң ғына булһын. Ер шарының бер мөйөшөнән икенсе мөйөшөнә сәскәһен дә, бүләген дә сәғәте, көнө менән бирергә мөмкин. Нәркәс тә буш ҡалмай. Унан нимәлер алған һайын статустарына: #Минең геройым#һағына#ярата#ҡәҙерләй# тигән хештег менән фотоларын һалып ҡына тора. Уларҙы Әхтәм күрһә, үҙен күктең етенсе ҡатында итеп хис итә.

Дүрт ай самаһы махсус операцияла йөрөгәс, йәнә ялға ҡайтасаҡтары тураһында билдәле булды. Ҡайҙа, кем янына барырын ул алдан уҡ белә ине. Ике аҙна эсендә ауылға ҡайтып ваҡытын әрәм итеп тормаҫ. Йәй уртаһы, Әлфиренең каникулы башланған. Әсәһе менән балаларын Өфөгә генә саҡырыр. Гөлназды күргеһе лә, уның хаҡында ишеткеһе лә килмәй.

Баш ҡала яугирҙы илап ҡаршы алды. Таңғы биштәр тирәһендә самолеттан төшөргә тейештәр ине. Күҙгә төртһәң күренмәҫлек булып төшкән томан арҡаһында ике сәғәт самаһы өҫтә өйөрөлөп йөрөнөләр. “Оҙаҡламай яғыулыҡ та бөтәлер инде. Тамуҡ утынынан аҙға ғына ҡотолоп торғанда, Ғазраил бында килеп таптымы икән?” – тигән уйҙар башында сыуалды. Иртәнге етеләргә томан яйлап таралды. Төнө буйы йоҡламайынса, хәлдән тайып Өфөгә килеп етеүенә, Нәркәс телефонын алмайынса аптыратты. Иртәнге ун бер тулыуға ғына адресын яҙҙы. Ҡыл өҙөрлөк тә хәле ҡалмаған Әхтәм “Ял” кафеһында ултыра ине. Ҡаланың икенсе осонда йәшәгән кешегә барырға кәрәк. Етмәһә, көнө килеп эҫе, тығындарҙа ултырыуы үҙе бер этлек.

Бынан ярты быуат самаһы элек төҙөлгән, тирә-яғы сүп-сарға батҡан йорт янында таксист килтереп киткәс, һиҫкәнеп китте. Нәркәс кеүек уңышлы, һылыу ҡатын-ҡыҙҙар бындай урында йәшәйҙер, тип уйламай ине. Ауыр юл сумкаһын бер яҡ яурынынааҫып, икенсе ҡулына ҙур гөлләмә тотоп бишенсе ҡатҡа атлап менгәнсе арыу ғына тиргә батып өлгөрҙө. Ишек алдында йыш-йыш тын алып торған ирҙе ебәктән тегелгән ҡыҫҡа ғына йоҡо кейемендәге Нәркәс ҡаршы алды. Бындай осрашыуҙы көтмәгән Әхтәм бер мәлгә баҙап ҡалды. Муйынына ике ҡуллап һырылған хыялындағы ҡатын-ҡыҙҙы күтәреп фатирға үтте.

Бер нисә сәғәт бер бүлмәнең яртыһын тиерлек биләп торған ҙур йоҡо карауатында аунағас, икеһенең ашҡаҙандары береһен-береһе уҙҙырып, шатор ҙа шотор килеп, ашарға һорай башланылар. Аш-һыу бүлмәһенә һыу эсергә кереп сыҡҡан Әхтәм газ плитәһе өҫтөндә сәйнүктән башҡа бер нимә лә күрмәгән ине. Үҙҙәренә әҙер аҙыҡ килтертергә шылтырата башлағас, Нәркәс:  

– Мин өйҙә ашарға бешермәйем шул. Ҡайһы саҡта ҡәһеүә генә эсәм, – тип Әхтәмгә килеп һырпаланды.

– Зыян юҡ. Бындай нәфис ҡулдар бәрәңге әрсергә, ит турарға тейеш түгел, – тип ҡулдарынан үбергә кереште.

Икенсе көндө, Нәркәс йоҡоһонан торғансы, Әхтәм бер нисә супермаркетты ҡыҙҙырып сыҡты. Төрлө нәмә бешерергә һауыт-һабаһын да, ит-балығын да, йәшелсә, емеш-еләген дә алды. Уларҙы ташығанда, таксиҙы көттөрөп булһа ла, өс тапҡыр Нәркәстең фатирына менеп-төшөргә тура килде. Газ плитәһендә махсус шыптыр эсендә бешерелгән балыҡ менән ҡуша быҡтырылған бәрәңге, кишер, һуған, ҡабаҡлы аҙыҡ, йогурт менән әфлисун, гранат, алма, груша, банан, нектарин турамаһы ла Нәркәс йоҡонан тороуға әҙер ине. Өҫтәлдәге был хәтлем һый-ниғмәтте күреп, бәләкәй балалай шатлығынан сәпәкәйләп алды. Лимон һутына бығы ҡына бешкән балыҡ менән йәшелсәләрҙе ашап ултырғанда:

– Быларҙы ниндәй ресторандан килтерҙеләр? – тип һораны.

– Ниндәй ресторан? Үҙем бешерҙем.

– Йә инде, алдама.

– Ысын әйтәм. Ышанмаһаң ана, йә сүп-сар һауытын, йә һыуытҡысты асып ҡара.

– Оһо! Туй үткәрергә йыйындыңмы әллә? Хи-хи... – Нәркәс, Әхтәмгә ышанмайынса, һыуытҡысты асып ҡарағас, көлөп ебәрҙе.

 Туй тураһында әлегә уйламаным. Ә бына һине үҙем бешереп һыйлаясаҡмын.

– Был хәтлем ашаһам мендәргә әйләнәм инде. Ҡабара башлаһам, яратмаҫһың бит...

– Һин миңә нисек тә оҡшайһың, ҡәҙерлем. – Әхтәм артынан килеп ҡосаҡлаған һөйәрен, алдына алып ултыртты.

Һыуытҡысты шыплап тултырһа ла, Әхтәм Нәркәскә кулинария буйынса белгән һөнәрен күрһәтеп өлгөрә алманы. Шул көндө үк Нәркәс:

– Өй тауығы кеүек һаҫып ятмайыҡ, – тип, магазиндар буйлап йөрөтөргә алып китте.

Хәлдән тайып сауҙа үҙәктәрен ҡыҙҙыралар ҙа, кафе-фәләнгә кереп тамаҡ ялғап сығалар. “Кисен, исмаһам, ятып ял итермен”, – тип хыяллана ине яуҙан ҡайтҡан ир. Был уйы ла тормошҡа ашманы.  

– Был хәтлем алған кейемде күрһәтергә кәрәк бит, – тип төнгө клубҡа йөрөтә башланы Нәркәс.

Әхтәм үҙен томан эсендә йөрөгән кеүек итеп тоя. Элек бер көн күңел асһа, ай самаһы спиртлы эсемлектәргә әйләнеп тә ҡарағыһы килмәй ине. Хәҙер алдына нимә ултырталар, ҡыҫтатмай, инәлтмәй генә төп күтәрә һуға ла ҡуя. Әҙ генә эстеме, нимә булғанын, нимә эшләгәнен дә икенсе көнөнә иҫләй алмай. Аңҡы-тиңке булып йөрөй торғас, әсәһенә ҡайтыуы тураһында ла әйтергә онотто. Бер нисә тапҡыр шылтыратып иҫәнлеген белдерҙе лә, вәссәләм.

Иртәгә ҡабаттан юлға тигән көндө хәрби кейемен таба алмай алъяны.

– Бер бүлмәле, утыҙ квадрат метрлы фатирҙа әйбер юғалыр,  тип кешегә әйтһәң, ышанмаҫ, – тип туҙына башланы. – Был хәтлем кейемде фатирлы булғас, көн дә ала башланыңмы әллә?

– Был ҡуртымға алынған фатир. Өс ай самаһы ғына бында торам.

– Ә? Бында тиклем ҡайҙа йәшәнең һуң? – Әхтәмдең ҡаштары төйөлөп китте.

– Папиктарым ҡараны... Э-э-э... – Нәркәс ваҡытында телен тешләп өлгөрҙө. – Әхирәттәремдә йәшәнем.

– Өфөлә ҡасандан йәшәп, үҙ мөйөшөңдө булдырыу тураһында уйламаныңмы ни?

– Йорт һалыу, ағас ултыртыу, малай үҫтереү – ир-егеттең бурысы шикелле.

– Уф, етәр! – Әхтәм ботон ботҡа һалып, телевизор ҡарап ятҡан Нәркәскә ҡарап ҡул һелтәне. – Әйҙә, һүҙ көрәштереп ятҡансы, миңә кейемемде эҙләш. Иртәгә кискә юлға бит. Нимә кейеп сығып китәйем?

– Һиңә кәрәк бит, һин эҙлә...

Кейемен аяҡ кейемдәре һаҡланған шкафтан тапты. Бөтәрләнеп бөткән. Унда нисек барып эләккәндер, Әхтәм аңлай алманы.

Юлға сығыр көндө ял итәйек тиһә лә, Нәркәскә ҡаршы килә алманы. Йәнә быға тиклем йөрөгән төнгө клубҡа барҙылар. Бармен ҡаршыһына ултырып ике рюмка конъяк эскәнен генә иҫләй. Иртән, йоҡоло-яулы ятҡан саҡта, ҡара эс кейемендәге Нәркәстең бейеү өҫтәлендә йылан кеүек борғоланыуы һәм йәнә ҡәбер ташы күҙ алдына килде. Нәркәсте бындай кейемдә бөтөнләй күргәне юҡ. Етмәһә, төнгө клубтың өҫтәлендә... Тағы ла, ҡәбер ташы нилектән, ҡайҙан килеп сыҡтыһуң әле, тип оҙаҡ ҡына уйланып ятты. Сеймәлсек уйҙарының осона сыға алмайынса, һалҡын душ аҫтында оҙаҡ ҡына баҫып торҙо. Зиһене яҡтырып, еңел булып ҡалды үҙенә. Тәрбиәләнеп, иң мөһимекүңел йылыһы һалынып бешерелгән, өй ашын һағыныуын аңланы. Былау бешерергә тип иттураны. Уныһы ҡаҙанда ҡурылғансы, кишер ҡырғыстан үткәрҙе, йөҙөм, дөгө йыуҙы. Бер баш һарымһаҡ әҙерләп ҡуйҙы. Бер-бер артлы барыһын бергә һалғас, ҡоймаҡ ҡойорға тотондо.

Әхтәм бала сағында уҡ аш-һыу әҙерләргә өйрәнде. Ата-әсәһе көнө буйы эштә. Үҙенән бәләкәй ике туғанының тамағын туйҙырыу, йорт эштәрен теүәлләү уның иңендә булды. Уҡыуҙан ҡайта ла, тиҙ генә мейескә ут яғып ебәрә. Унан төшкө ашты хәстәрләп ҡуя. Кискеһенә лә Әхтәмдең өлөшө тейә. Әсәһе ҡайтҡансы йә аштың итен бешереп, йә бәрәңге әрсеп ҡуя.

...Гөлназ менән бер мәл кем өлгөрә шул ашарға әҙерләне. Уның сюрприз менән әҙерләнгән билмәндәрен ҡатыны яратып ашаны. Бер мәл улэштән ҡайтыуға манты бешерергә ҡамыр баҫа ине. Радмир күршеһе килеп керҙе.

– Өрлөктәй кәүҙәңә алъяпҡыс быуып, ҡамыр баҫаһыңмы ул, оялмайынса. Хи-хи-хи...  – тине, сит йортҡа кергәс, һаулыҡ та һорашмайынса.

– Ниңә ир кешенең тамағы юҡмы ни? – тине, Әхтәм хихылдап тороусы әҙәмдең мыҫҡыл итеүенә иғтибар итмәҫкә тырышып.

–   Ҡатының да тыңлаусан, арт һөрткөс малайына әйләнерһең, тип уйламаған инем. Баш ярылып килә, берәй йөҙ грамм һалып ебәр әле, күрше... – Әле генә мыҫҡыл итеп көлөп торған эскесе ҡапыл меҫкенгә әйләнде.

– Ундай нәмәне өйҙә тотмайбыҙ ҙа ул. Ҡунаҡ-фәлән генә килер алдынан Гөлназ ала.

– Ирҙән сепрәккә тамам әйләнеп бөткәнһең икән. Тфү... – Күршеһе хушлашмай ҙа сығып китте.

Һүҙ – ҡылыстан үткер, тиҙәр. “Бер эскесенең һүҙенә ҡарап ни”, – тип үҙ-үҙен тынысландырырға тырышһа ла, эшен саҡ-саҡ тамамланы ла, бүтәнсә аш-һыу менән булашманы. Вахтала йомортҡа-фәлән ҡурыу кеүек, тиҙ һәм еңел әҙерләнә торғанаҙыҡтарҙы иҫәпкә алмағанда.

Әле иһә Әхтәмгә илһам үҙенән-үҙе килде лә ҡуйҙы. Былау бешеүгә, тәрилкәлә бер өймәләм ҡоймаҡ та әҙер ине. Нәркәсте уятып торманы. Яңғыҙы ғына ултырып ашаны. Тик, эт эсенә һары май килешмәй, тигәндәй, тамағын һыйлап бөтөр-бөтмәҫтән, ашҡаҙаны һыҙылып ауырта башланы. Йоҡоһонан яңы ғына уянып, йыуыныу бүлмәһенә кереп киткән Нәркәсте көтөрлөк хәле ҡалмағас, үҙе дарыу эҙләй башланы. Биҙәнеү әйберҙәре ятҡан урында температура төшөрә торғанын тапҡас, иғтибарын шунда йүнәлтте. Биҙәнгестәр араһында тотонолған мамыҡ таяҡсыларын, ҡатып бөткән дымлы салфеткаларын айырым һала-һала, үҙенә кәрәкле дарыуҙы эҙләне. Тик төрлө йоҡо, тынысландырыусы дарыуҙар күпләп килеп сыҡҡас, бер мәлгә ауыртыныуы онотолоп киткәндәй тойолдо.

– Биҙәнеп ҡарарға булдыңмы? – Таҫтамалға ғына уранып сыҡҡан Нәркәстең сыҡҡанын абайламай ҡалған.

– Ашҡаҙаным ауырта. – Әхтәм сирылып ҡуйҙы. – Был хәтлем йоҡо дарыуын нишләтәһең?

– Серем итә алмаған саҡта эсәм.

– Ул хәтлемде эсер өсөн көнөнә ик-өстө ашарға кәрәк бит...

– Аралаштырып эсергә күнеккәнмен. – Дарыуҙарҙы Нәркәс Әхтәмдең ҡулынан тартып тигәндәй алып һалып ҡуйҙы.

Нәркәс Әхтәмде оҙатырға барманы. “Бөгөн әхирәтемдең тыуған көнө. Ҡунаҡҡа саҡырҙы”, – тип тороп ҡалды, вайымһыҙ ғына. Автобусҡа ултырғас, күңелен әйтеп бөткөһөҙ бушлыҡ биләпалды. Хут, бүре булып төндәрен айға ҡара оло! Кем, нимә өсөн икәнлеген үҙе лә аңлай алманы башта. Тора-бара был бушлыҡ Гөлназға барып бәйләнгәнен аңланы. Ялға ҡайтҡанда күркәләй ҡабарынып, уны мәңге күрмәһәм дә ризамын, тип уйлаған ир, кире юлланғанда тап ҡатыны менән күрешкеһе, тыйнаҡ ҡына йылмайыуын, үҙенә генә әйтә торған йылы һүҙҙәрен ишеткеһе килде.  Етмәһә, артта гитарала уйнап йырлаған егеттең йыры үҙәкте өҙә:

Һау бул әсәйем, миңә юлдан иртән.

Сит-яттарҙа нисек йәшәрмен икән?

Ҡайта алмаһам, бер үк ғәфү ит,

Минең унда ғәйебем юҡ бит...

Бара биргәс, башы зыңҡып ауыртыуға түҙә алмайынса, нишләргә лә белмәйенсә яфаланды. Иптәштәре һыҙланыуҙы баҫа торған дарыу биргәс кенә, күҙе асылғандай итте. Ҡоралланыр алдынан медицина тикшеренеүе уҙғарҙылар. Бер нисә сәғәттән хәрби табип Әхтәмде үҙе янына саҡырҙы.

– Йоҡоһоҙлоҡтан ҡасандан интегәһегеҙ? – тип һораны.

– Аллаға шөкөр, ундай проблема булғаны юҡ. Әлбиттә, алғы һыҙыҡта йөрөй башлағас, һаташып йонсоном. Әммә яйы сыҡҡан һайын әүен баҙарына китәм...

– Тик һеҙҙең ҡанда ҙур күләмдә йоҡо, психотроп дарыу эҙемтәләре барлығы асыҡланды...

– Әлләсе...

– Тимәк, кемдер һеҙҙең тыныслығығыҙ тураһында борсолған.

– Булыуы мөмкин түгел. – Әхтәм яурындарын һикертте. – Туҡтағыҙ әле... Уларҙы сәйгә, башҡа төрлө эсемлеккә ҡушһалар, тәме һиҙеләме?  

– Юҡ. Спиртлы эсемлеккә ҡушылһа, уның әсеһе былай ҙа еңә...

– Зыяны ҙурмы? – Әхтәмдең күҙ алдына ҡаплап-ҡаплап тулып ятҡан Нәркәстең дарыуҙары килде.

– Ҡайҙа ауыртып тора, шунда тиҙерәк бәрә. Былай йөрәк, ашҡаҙан, бауыр кеүек ағзаларға башта көс төшә. Кеше үҙен томан эсендә йөрөй башлаған кеүек итеп тоя.

– Аңлашылды...

– Организмды таҙартыу өсөн система ҡуяйыҡ. Ҡунаҡҡа бармайһығыҙ бит...

Ысынлап та, яу ҡыры – ҡунаҡ түгел. Унда ҡолас йәйеп йәҙрә генә шыжлап ҡаршы ала. Ир-егеттәрҙән физик көс менән бергә һине  таҫыллыҡҡа, сабырлыҡҡа ла һынап ҡарай көрәш майҙаны. Көнөнә унар саҡрым йәйгә барғанда ун – ун биш килограмм аҙыҡ-түлеген, ҡорал кәрәк-ярағын күтәрергә кәрәк. Һөжүм ваҡытында боҫоп, үрмәләп, шыуышып алға ла барырға, дошманыңа ҡарсығалай ташланыу талап ителә. Башына һуҡҡандай, аңҡы-тиңке булып, алғы һыҙыҡҡа юл тотҡан Әхтәм хәрби алыштың мәжлес урыны түгел  икәнен үҙе лә яҡшы белә. Тәү ҡарашҡа талдан нәҙек, зифа буйлы, иғтибарлы, нескә күңелле, уңышлы Нәркәстең был ҡыланышын, ниндәй маҡсатта үҙенә йоҡо дарыуын эсереүен аңлай алманы. Етмәһә, уның ялға ҡайтыуы тураһында туғандары белеп ҡалғандар.

– Бер буш ҡыуыҡ, һине тилмереп көткән балаларыңдан, йөклө ҡатыныңдан, ата-әсәйеңдән, нимәһе менән артыҡ? – тип иланы әсәһе.

– Мине, зинһар өсөн, кисерегеҙ инде, – тине Әхтәм. Был юлы ғәйебен танып. – Балалар менән һине Өфөгә саҡырырмын тигән инем дә. Килеп сыҡманы...

– Тормошоңда беҙгә бөтөнләй урын ҡалмаған икән шул, улым, – тине әсәһе тыныслана төшөп.

– Ә Гөлназ абортҡа барманымы ни?

– Ә нишләп ул абортҡа барырға тейеш әле?!. Ул бала атаһына кәрәкмәһә лә, бынамын тигән әсәһе, үҙенең тыуыуын дүрт күҙ менән көтөп торған ағаһы менән апаһы, беҙ бар ҙа баһа! Аслыҡ ваҡыты түгел. Аяҡҡа баҫтырырбыҙ, ғүмеребеҙ булһа!

– Әсәй, һау бул йәме! – Әхтәмдең тамағына төйөр тығылды.

Нәркәс тураһында сер көтмәгәндә асылды. Беренсе һыҙыҡтан бер нисә көнгә ялға, тынысыраҡ урынға сығырға, тинеләр. Төрлө яҡлап һалдаттар йыйыла башланы.

– Беҙ хәрби заданиеларҙы бер-беребеҙгә башҡорт телендә бирәбеҙ, – тине, оҙон буйлы ҡарасман ғына егет.

– Гитлер менән алышҡанда ла, Миңлеғәле Шайморатов батальонында йөрөгәндәр бер-береһе менән элемтә аша башҡорт телендә аралашып немецтарҙың танауына сирткән бит.

– Ялға ҡайтҡанда мәктәпкә саҡырҙылар. Уҡыусыларға мин лә шул турала һөйләнем. “Туған телегеҙҙе өйрәнегеҙ”, – тинем, – тип өсөнсөһө, оло ғына йәштәрҙәге бер ағай һүҙгә ҡушылды. – Ир-егет өсөн физик әҙерлек тә кәрәк икәнлеген аңлаттым. Хәҙерге балалар йыбытҡы ғына бит. Беҙгә алмашҡа илһөйәр, тыуған илен һаҡларлыҡ көслө, үҙ-үҙенә ышанған көслө заттар үҫергә тейеш...

Туған телендә ауыҙ тултырып һөйләшкәндәрен тыңлап ултырған Әхтәм бер мәлгә генә булһа ла, тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡандай итеп тойҙо үҙен. Шул ваҡыт:

– Һаумы, еҙнә! – тип берәүҙең яурынына ҡулынһалыуға терт итеп ҡалды.

– Еҙнә?.. – Әхтәм таныш түгел егеткә аптырап боролоп ҡараны. – Хәйерле көн!

– Һеҙҙе беҙҙең ауыл ҡыҙы Нәркәс менән ҡауышҡан, тинеләр бит. Шулай булғас, еҙнә инде. – Егет мут ҡына йылмайып ҡуйҙы.

– Ҡауышҡан тип ни... – Теге юлы йоҡо дарыуы тураһында, система алып сыҡҡас, Нәркәскә шылтыратып һорашҡан ине. “Көн дә туҡтамай эскәнгә, мин ғәйеплелер шул. Ялға ҡайтҡан, имеш, берәү. Һыйыр кеүек эсмәгән көнөң булдымы һинең?”, – тип Әхтәмдең үҙен битәрләп ҡуйҙы. Шунан бирле йүнләп һөйләшкәндәре лә юҡ тиерлек. Нисектер ҡапыл биҙҙе лә ҡуйҙы унан Әхтәм. Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа, тип әсәһе элек дөрөҫ әйткән икән.

– Нәркәс ауылға йыш ҡайтамы? – тип һорашҡан булды, үҙен еҙнәләп торған егеткә. Ауыҙына йөҙөк ҡапҡандай, шым тороуы ла уңайһыҙ ине уға.

– Ҡайҙан? Ундай аҡһөйәктәр ауылда нишләһен? – тип көлөмһөрәп ҡуйҙы Әхтәмдең “ҡәйнеше”.

– Ну, бейеүсе кешенең ҡайтып йөрөргә ваҡыты ла юҡтыр инде...

– Бейеүсе тип, бер нисә йыл ғына ансамблдә йөрөнө бит ул. Айырым бейеүҙәре лә булманы шикелле...

– Репетиция ваҡытында йәрәхәтләнгәс, карьераһы иртә тамамланған шул. – Әхтәм белдекле ҡиәфәттә көрһөнөп ҡуйҙы.

– Ниндәй репетиция?  – Һалдат шарҡылдап көлөп ебәрҙе. – Һөйәркәһе менән икеһен ҡатыны тотҡас, икенсе ҡаттан һикереп аяғын һындыра бит ул. Һуңынан төнгө клубта эшен дауам иткәнен, ауылдаш егеттәр күреп ҡалған... 

– Нимә? – Әхтәм дөрөҫөн һөйләйме был тип, яңы танышына аптырап ҡараны.

– Ну, һеҙгә уныһын әйтеп тормай инде.

Һүҙ шунда өҙөлдө. Башҡортостандан гуманитар ярҙам килеүе, ҡайһы беренә исемләп ебәрелеүе хаҡында әйттеләр. Улар араһында Әхтәм дә бар ине. Төргәкте асҡас, күҙҙәренән хатта йәш бәреп сыҡты. Һарыҡ йөнөнән бәйләнгән башалтай, кипкән ҡаҙ, кипкән ҡорот, ҡаҙылыҡ һалынған ине. Иң өҫтә Әлфире яҙған хат ята. “Атайым! Беҙ һине һағынып көтәбеҙ! Әсәйем: “Тиҙҙән йәнә һеңлең, йә ҡустың буласаҡ”, – ти. Әминә менән исем һайлайбыҙ. Ул үҙе ҡараған әкиәт геройҙарының исемдәрен атай. Мин башҡорт телендә матур, мәғәнәле исем булырға тейеш, тип уйлайым. Һеңлем һине һағынып йыш ҡына илап ала. “Элек бит атайым улай оҙаҡҡа китмәй, ситтә саҡта көнөнә ике-өс тапҡыр шылтыратып беҙҙең хәлде белә, ҡасан ҡайтырын әйтә ине”, – ти. Уға ҡушылып әсәйем дә балауыҙ һығып ала. “Атайым бит беҙҙеһаҡлай, шуға шылтырата ла, элеккесә тиҙ генә әйләнеп тә ҡалмай”, – тип йыуатам. Атый, һин тиҙерәк ҡайт йәме. Беҙ һине һағындыҡ”, – тиелгән ине унда.

“Тимәк, был әйберҙәрҙе Гөлназ ебәргән. Минән кемгә киткән, аҡсаһын ебәргән кешеһе ебәрһен, тип тә тормаған. Ҡаҙ киптереп, ҡаҙылыҡ тултырып алдан әҙерләнгән, хәстәрлек күргән,” – тип эстән генә һыҙылып уйланып алды хатты уҡығас. Шау-гөр килеп үҙҙәренә ебәрелгән күстәнәстәр менән бер-береһен һыйлаған яуҙаштары янына йүнәлде Әхтәм.

– Оһо, ысын башҡорттоң милли аш-һыуын тултырып ебәргәндәр бит һеҙгә, еҙнә! – тип баяғы һалдат уйынлы-ысынлы шаяртып ҡаршы алды.

– Еҙнә тип әйтмәсе миңә. Әхтәм мин. – Әхтәм танышырға теләген белдереп ҡулын һуҙҙы.

– Мин – Самат, – тине ҡулын биреп. – Үпкәләтһәм, ғәфү ит...

– Юҡ, шаяртыуҙы ғына аңлайым инде. Әйҙә, үҙең әйтмешләй, башҡорт милли аштарынан ауыҙ ит...

– Ммм... Тәмлекәй... – Бәләкәс кенә итеп теленгән ҡаҙ итен ауыҙына ҡапҡан Самат ләззәтләнеп китеп, күҙҙәрен йомдо. – Әсәйең ебәргәнме?

– Юҡ, ҡатыным.

– Ҡатынығыҙ? – Саматтың күҙҙәре маңлайына менде.

– Эйе. Ҡатыным. Һин: “Еҙнә!” тиһәң дә, минең никахлы, ун йылдан артыҡ бергә йәшәгән, ике баламды ҡарап үҫтергән, хәләл ҡатыным да бар.

– Улай икән...

– Нәркәс тураһында нимәләр беләһең?

– Беләһең, тип ней... Ауылға һирәк ҡайтты инде. Тик ауыл хакимиәтендә водитель булып эшләгәс, уның тураһында бер ни тиклем ишетергә тура килде.

– Ситтәге кеше хаҡында нимә һөйләйҙәр һуң ул тиклем?  – Әхтәм яңы танышына сәйерһенеп ҡарап ҡуйҙы.

– Хәҙер эшләмәй генә байырға теләүселәр күп бит. Нәркәс тә шулар араһында. Эшҡыуарлыҡҡа тотонған. Үҙ артынан кеше йыя ла, улар һалған аҡсаның процентынан рәхәтләнеп типтереп йәшәп ятырға уйлаған. Дүрт йөҙ мең һум кредит алған.Әлбиттә, бер ерҙә лә эшләмәгән кешегә, ҙур процент менән биргәндәр. Шунда теркәлер өсөн. Түләй алмағас, банктан беҙгә, пропискаһы буйынса торған еренә, шылтыраттылар.

– Һы...  – Әхтәм башын сайҡап ҡуйҙы.

– Үҙ ауына, етмәһә, бер нисә ауылдаш ҡатын-ҡыҙҙы ла эләктереп өлгөргән. Былары ла кредитҡа батҡандар. Әммә көтөлгән аҡсалы, матур тормош тағы хыялда ғына ҡала. Былар тамам ярыҡ ялғаш янында ултырып ҡалғандарын аңлағас, илаулап әсәләренә баралар. Пенсия йәшендәге әбей менән бабай нимә тиһендәр инде. Ҡыҙҙарының йүнһеҙлеге баштарына етеп тә ҡуйҙы. Үткән йылы бер-бер артлы гүр эйәһе булдылар...

Әсәһенең башта уҡ Нәркәсте буш ҡыуыҡ менән сағыштырыуы бушҡа булмаған икән, тип уйлап ҡуйҙы Әхтәм эстән генә. Мөхәммәт ағаһының: “Һауалағы торнаға ышанып, ҡулыңдағы турғайҙы ысҡындырма!” – тиеүе һуң! Тик Гөлназды турғай тип әйтеп булмай. Икенсе яртыһына ғүмере буйы тоғро ҡала белгән аҡҡош! Ә Әхтәм үҙен ялтырауыҡҡа ҡыҙығып йөрөгән һайыҫҡан итеп тоя. Йә балаларын ташлап киткән кәкүк. Мөхәммәт яҡташына ауыл йыуасаһынан ауыҙ иттергәндә:

– Киленең ебәргән күстәнәстән рәхим ит, ағай! – тине.

– Ҡайһыһы тип һорашып та тормайым, – тип мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып ҡуйҙы. – Рәхмәт әйтергә онотма!

Был турала Әхтәм дә уйлаған ине, әлбиттә. Тик ярты йылдан ашыу сәләм дә бирмәгән кеше өсөн башлап тәүге аҙым яһауы ауыр ине.  Шулай ҙа, мин-минлеген еңә алды: “Күстәнәстәреңде алдым. Рәхмәт!” – тип смс-хат яҙҙы. “Иҫән-һау йөрө!” – тигән яуап оҙаҡ көттөрмәне.

Һуғыш – уйын түгел. “Үлем сәғәте ҡасан һуғырын белеп булмай. Гөлназға шылтыратып кисереүен һорарға кәрәк”, – тип тип уйлап йөрөгәндә, ҡаты бәрелешкә эләктеләр. Бер мәл ҡайҙандыр йәнә ҡәбер ташы хасил булды. Ыңғайына күктән парлап сәңгелдәк төштө. Шул арала уң яҡ балтырын нимәлер яндырып алды ла, аңын юғалтты. “Йә бирешмә. Хәҙер ярҙам килеп етә. Һиңә әле бәпесеңде күрергә, балаларыңды аяҡҡа баҫтырырға кәрәк”, – тип янында һөйләнгән Мөхәммәт ағайҙың күләгәһен генә иҫләп ҡала. Уянғанда аяғын өҫкә күтәреп гер аҫып ҡуйғандар ине.

– Аяҡ һөйәгеңде тишеп, гер аҫып ҡуйырға тура килде. Һынған һөйәктәрең дөрөҫ, төҙ булып ялғанһың өсөн. Ҡан күп юғалтҡанһың. Балтыр ите илле процент самаһы өҫөлөп төшкән. Нисек төҙәлеүең һеҙҙең организмға бәйле, – тине табип.

– Төҙәлмәһә? Төҙәлмәһә, нимә була? – Әхтәмдең күңелен ҡурҡыу биләп алды.

– Гангрена китһә, һул аяғыңды төбөнән тиерлек ҡырҡырға тура киләсәк.

– Үлһәм үләм, әммә аяғымды ҡырҡырға рөхсәт итмәйәсәкмен! Ишетәһегеҙме, рөхсәт итмәйәсәкмен!  – Әхтәм асырғанып ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.

– Тынысланығыҙ, һалдат! Ут эсенән тере ҡалыуығыҙ үҙе бер мөғжизә!

Ул көндө Әхтәмгә тынысландыра торған укол һалып йоҡлаттылар. Тән температураһы һаман күтәрелде. Был аяҡтың йәрәхәтләнгән урыны серей башлауын, тиҙ арала сараһын күрмәгәндә, ҡанға таралыу хәүефлеге бар икәнлеген Әхтәм үҙе лә аңлай. Күҙен йомдомы һаташа башлай. Ҡәбер ташы хәҙер яҡында ғына, ҡул һуҙымы ерҙә генә күренә. Бер нисә рәт ундағы фотола Әхтәм үҙе икәнен дә шәйләп ҡалды. Уяна алмай аҙапланһа, арттараҡ, Мөхәммәт ағай хасил була ла: “Бирешмә. Ныҡ бул!” – тип ҡысҡыра. Үҙе ыңғайына ултырып намаҙ уҡый башлай. Уянып, үҙенең хәле иҫенә төшкәс, ҡото осоп аяҡтарына ҡарай. Үҙен йоҡлатып, аяғын ҡырҡып ҡуйманылармы икән, тип ҡурҡа.

Аҙна самаһы шулай уттай янды, һаташты, өнө менән төшө, көнө менән төнө буталды. Бер мәл арҡаһынан һалҡын тир бәреп сыҡҡанын тоя башланы. Тән температураһын үлсәгән шәфҡәт туташы ла:

– Ауырыу артҡа сигенергә уйлай. Молодец, һалдат! – тине.

Үҙенә хәл инә башлағанын Әхтәм дә һиҙә. Аңына ныҡлап килгәс, яҡындарына үҙенең хәлен, ҡайҙалығын белдермәүе иҫенә төштө. Телефон һорап алды.

– Улым, һинең тауышыңды ишетер көн дә бар икән дә! – тип илап ебәрҙе әсәһе.

– Илама, әсәй, аяҡтағы аҫыулы торған герҙе алһалар, ҡайтырмын, – тип вәғәҙә бирҙе Әхтәм.

– Уй, онотоп торам бит! Өсөнсөгә-дүртнесегә атай булыуың менән ҡотлайым!

– Нисек инде өсөнсөгә-дүртенсегә?!.

– Килен бит һине йәнә бер малай менән ҡыҙға байытты! Беләһеңме, улар бит һин яраланған көндө тыуҙылар...

– Һы... – Әхтәмдең күҙ алдына ҡәбер ташы менән күктән төшөп барған парлы сәңгелдәк хасил булды.

– Шул көндән һин бәйләнешкә инмәй башлағас, Аллаһы Тәғәлә уларҙы беҙгә биреп, һине алдымы тип, ҡотобоҙ осто. Ике көн үткәс кенә, һинең менән бергә йөрөгән Мөхәммәт ағайың шылтыратты.

– Бер-беребеҙ менән бер-бер хәл була ҡалһа тип, туғандарҙың телефон номерҙарын яҙып алған инек шул...

– Тик ҡайҙа, ҡайһы госпиталгә ебәрелеүеңде ул да белмәне. Әхтәмгә арнап ҡорбан сағылығыҙ, тип кәңәш итте.

– Юҡҡа ғына беҙ уны “Фәрештә” исеме менән атап йөрөтмәгәнбеҙ икән шул... – Әхтәм үҙе менән ошо ваҡыт арауығында булып үткән ваҡиғаларҙы, хәл-торошон әсәһенә бәйән итте.

– Күҙеңә салынып ҡалған, төшөңә кергән ҡәбер ташы – ул һинең әжәлең яҡында ғына йөрөүен аңғартып торғандыр, улым. Бары тик яныңда йөрөгән иманлы Мөхәммәт ағайың, ҡатыныңдың эскерһеҙ саф һөйөүе, балаларыңдың тындары менән тартып алырҙай булып көтөүҙәре һине бәлә-ҡазаларҙан аралап ҡалғандыр...

– Их, барыһын да шулай көтһөндәр ине лә! Юғалтыуҙар, рухи яҡтан тиҙерәк һынып әжәлен яҡынайтыуға үҙҙәре үк сәбәпсе булған һалдаттарҙың һаны әҙәйер ине....

– Улым, һин киленгә шылтырат инде, – тине әсәһе хушлашҡанда. – Бахыр ғына күпме ут йотоп йәшәне бит ул...

Ҡатынының күҙенә тура ҡарап кисереүен һорарға ҡарар итте Әхтәм. Тотто ла видео аша шылтыратты.

– Һаумы, Гөлназ, – тине Әхтәм, хәләленең күҙенә тура ҡарарға тырышып.

– Тс-с-с, – Бармағын ауыҙына ҡуйып тауышланмаҫҡа ҡуштылар теге яҡта. – Тегеләрҙе саҡ йоҡлаттым, – тине икенсе бүлмәгә сыҡҡан Гөлназ.

– Хәлегеҙ нисек һуң? Икәүҙе имеҙергә һөтөң етәме?

– Етәсе... – Ҡатыны оялсан ғына йылмайып ҡуйҙы. – Яйлап үҫәбеҙ инде...

– Минең елтәкәйлегем өсөн кисерә күр инде йәме. Иҫәрлегем өсөн үкенеп бөтә алмайым. Шул ваҡытта отпускыға ҡайтып тормаһам, бәлки, яҡшыраҡ та булғандыр инде...

– Уның ҡарауы бер юлы ике бәпескә байыныҡ. – Гөлназ ауыҙын ҡаплап көлөп ебәрҙе.

– Эйе... Һинең түҙемлегеңде, сабырлығыңды, тоғролоғоңдо иҫбатлаусылар улар.

– Һалдат мөхәббәтенең емештәре тиң...

Фото: tr.pinterest.com

Автор:
Читайте нас: