+30 °С
Болотло
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Март 2025, 16:00

ТОРМОШ ҺАБАҠТАРЫ

Рәшит САБИТОВ Йәш саҡ − дәртле саҡ инде ул. Берәүгә үлеп ғашиҡ булаһың. Шуның менән ҡауышһаң, ерҙә һинән дә бәхетлерәк кеше табылмаҫ һымаҡ. Эй, тиле йәшлек, донъяны һин тик ал төҫтә генә күрәһең шул. Ә бит тормошта һин уйлағанса ғына булмай...Армиянан ҡайтып төштөм. Әсәйем мине ҡосаҡлап һөйөп, аҙыраҡ балауыҙ һығып та алды. ҡыуанысы сикһеҙ ине. Берҙән-бере, өмөтө шул мин уның. Атайым, ҡаты ауырып, мин бәләкәй саҡта уҡ донъя ҡуйған. Әсәйем яңынан тормошҡа сыҡманы, мине яңғыҙ ҡарап үҫтерҙе. Әсәй менән күрешеү, ул ҡуйған сәйҙәрҙе эсеү, ул бешергән аштарҙы ашау минең өсөн дә әйтеп бөтөргөһөҙ шатлыҡ ине. Армияла буш торған саҡтар­ҙа йәки кистәрен йоҡлап китер алдынан ошо хаҡта аҙ хыялландыммы ни! 

ТОРМОШ ҺАБАҠТАРЫТОРМОШ ҺАБАҠТАРЫ
ТОРМОШ ҺАБАҠТАРЫ

Миңә әсәйемдән дә яҡын, ҡәҙерлерәк кеше юҡ донъяла. Хаттарымда йыш ҡына: «Иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтһам, һинең менән генә йәшәйәсәкмен, һине бер ҡасан да ташламаясаҡмын», − тип яҙа инем. Инде бына шул теләгемде тормошҡа ашырам, һуңғы һулышына ҡәҙәр әсәйем менән бергә буласаҡмын тип, ауылға ҡайттым…
Кис, сержант погонлы гимнастеркамды кейеп, хәрби әҙерлек отличнигы, гвардия һәм разрядлы спортсы значоктарын балҡытып, клубҡа сыҡтым. Кино ҡарағас, танса башланыуын көтәбеҙ. Бер мөйөштә егеттәр менән уны-быны һөйләшкеләп торам. ҡаршы стена буйындағы ҡыҙҙар төркөмөнә лә күҙ атып алам. Беҙ − егеттәрҙең, ғәҙәте инде ул: ҡайҙа булһаҡ та шул оҙон сәстәргә тартылабыҙ. Күрәһең, йөрәк түрендә, яҙмышымды осратмаммы, тигән тойғо тынғы бирмәй торғандыр. Ни генә тимә, егеттәргә − ҡыҙҙар, ҡыҙҙарға егеттәр кәрәк бит. Кемдер өйләнергә, кемдер кейәүгә сығырға тейеш.
ҡыҙҙарҙың береһе миңә ҡарап алды. Бәлки, был яңы ҡайтҡан һалдатты күҙҙән үткәреү, ғәҙәти ҡыҙыҡһыныу ғына булғандыр. Әммә мин уға иғтибар иттем. Йөҙгә әллә ни матур кеүек тә түгел: түңәрәк кенә тулы йөҙ, осо күтәрелеп торған бәләкәй генә танау. Тик ҡыйылып торған ҡап-ҡара ҡаштары аҫтында күҙҙәре янып тора. Йондоҙҙармы ни! Шул ҡаштары, шул йәшел күҙҙәре уны һөйкөмлө күрһәтә. Буйы бәләкәйерәк булһа ла, һомғол, зифа буйлы.
ҡыҙ йәнә минең яҡҡа ҡараны һәм күҙҙәребеҙ бик аҙға ғына осрашты. Шул саҡ йөрәгем ҡыҫылып ҡуйҙы, ниндәйҙер ҡыуаныс һымаҡ бер тойғо кисер­ҙем.
Танса башланып китте. Мин туп-тура әлеге ҡыҙ алдына барып баҫтым.
− Мөмкинме? − тип башымды эйеп алдым.
Ул һүҙһеҙ генә шунда уҡ ҡулдарын һалды ла беҙ зал буйлап әйләнеп киттек. Мин ғәжәп бер дәрт менән өйрөлдөрөп йөрөттөм уны. Шул арала үҙе менән дә танышып алдым. ҡыҙҙың исеме Ғәлимә, колхоз идараһында малсылыҡ буйынса хисапсы булып эшләй икән. Уның ата-әсәһен яҡшы беләм. Мин армияла хеҙмәт иткәндә бик ныҡ үҫеп, үҙгәреп китмәһә, үҙен дә таныр инем, моғайын. Мин унынсыла саҡта ул туғыҙынсыла уҡыған.
Танса бөткәнсе Ғәлимә янынан бер аҙым да китмәнем, гел бергә бейенек. Һуңынан уны оҙата киттем.
Йәйҙең тәүге айы. Йылы тыныс кис. Күктең көнсығыш яғынан ярым ай ҡарай.
Урамдағы олпат өйәңкеләр, гүйә көн буйы ел менән алышыуҙан арып-арманһыҙ булып, инде ел тынғас, рәхәтләнеп йоҡомһорап ултыра һымаҡ.
Беҙ, һөйләшә-һөйләшә килеп, Ғәлимәләрҙең ҡапҡа төбөндә ятҡан йыуан бүрәнәгә ултырҙыҡ. ҡыҙ быға тиклемге һүҙҙе дауам итеп:
− Рафиҡ ағай, эшкә ҡайҙа урынлашырға уйлай­һың? ҡалаға китәһеңдер инде? − тип һораны.
− Юҡ, ауылда ҡалам, – тинем күңелемдәге серҙе асып. − Мин бит шофер. Мәктәптә уҡығанда уҡ «право» алғайным. Армияла ла машина йөрөттөм.
−– Улайһа, яҡшы-ы, – тине Ғәлимә ҡыуанғандай.
−– Тик колхозда эйәһеҙ машина булырмы икән?
−– Әйткәндәй, председатель машинаһына шофер кәрәк бит. Иртәгә үк барып ет, юғиһә урынһыҙ ҡалыуың бар…
Ә иртәгәһен мин эш башланым. Сөнки идараға барып, рәйес Рахман ағайға үҙ теләгемде әйтеүем булды:
− – Әһә, һалдат, һинең өсөн генә бер урын һаҡлап тора инек. Оҙаҡ көттөрмәй килеп еттең. Маладис! – тине ул, шаяртып, унан етдиләнеп:
– Бар, гаражда машинаны ҡараштыра тор. Бер сәғәттән районға осабыҙ, – тине.
Рахман ағай – ҡырҡ йәштәрҙе уҙған, бағаналай төҙ буйлы, мөһабәт кәүҙәле кеше. Һәр мәсьәләне оҙаҡ уйлап тормай йәһәт хәл итә, ыҡ-мыҡ ултырырға яратмай. Уңайы тура килгәндә, бер аҙ шаяртып та алыусан.
– Әйҙә, энем, – тине ул, билдәле ваҡыттан һуң гаражға инеп. Беҙ, «Газик»ка ултырып, гөжләтеп сығып та киттек. Юлда Рахман ағай тормош хәлем, киләсәккә пландарым менән ҡыҙыҡһынды. Үҙем уйлағандарҙы ихлас һөйләп бирҙем. Ауылда ҡалыуымдың сәбәбен белгәс:
– Маладис! – тине рәйес йәнә. Яратҡан һүҙе, күрәһең. − Әсәйҙәрҙе ташламаҫҡа, ҡәҙерләргә кәрәк. Тик бына өйөгөҙ иҫкереп бара, яңыртып һалыу һинең өҫкә төшәсәк. Төҙөлөш материалдары менән колхоз ярҙам итер, әлбиттә. Унан кәләш төшөрөргә лә була! − Рахман ағай, көлөмһөрәп, бер күҙен ҡыҫып ҡуйҙы.
Мин дә шаяртып яуап бирҙем:
– Өйө һалынһа, ағай, кәләшен генә төшөрә белербеҙ.
– Шулай тиһең, ә? – тине Рахман ағай, киң йылмайып һәм йәнә мине дәртләндереп өҫтәне:
– Егет икәнһең!
Рахман ағай миңә оҡшаны. Эшләйәсәк машинам да һәйбәт кенә.
Мин кискә табан өйгә ҡайттым. Йыуынып, кейенеп, клубҡа ашыҡтым. Күңел Ғәлимәгә тартыла ине. Бейеү ваҡытында ул минең эш башлауыма шатланғандай:
– Хәҙер һин, Рафиҡ ағай, ауыл кешеһе инде. Бына һәйбәт булды, – тине.
– Мин элек тә ауыл кешеһе инем.
– Юҡ, – тине Ғәлимә, шуҡланып. −– Кисә генә һин ирекле казак инең, хәҙер – «рабочий класс».
Ғәлимә бөгөн үҙең иркенерәк, хатта бер ни тиклем ҡыйыуыраҡ тотто. Клубтан ҡайтҡанда, ҡыйыуланып, ҡулымды уның биленә һалғайным, ҡаршылыҡ күрһәтмәне: улай ғына ла түгел, бер аҙ миңә һыйына биреп тә ҡуйҙы, шикелле. Күңелемдә уға ҡарата йылы тойғолар уянғайны инде.
Урам буйлап оҙаҡ ҡына һөйләшеп йөрөгәс, беҙ Ғәлимәләрҙең ҡапҡа төбөнә килдек. Ул:
– Ярай, инәм инде, – тине. Үҙе ни өсөндөр ҡуҙғалманы. Мин уның ҡулынан тотоп, ҡыҫып-ҡыҫып алдым. Ул туп-тура миңә ҡараны. Ярым айҙың һүрән генә яҡтыһында уның күҙҙәренең алмастай янып тороуын күрҙем, унда өмөт тә, саҡырыу ҙа бар ине. Ғәлимә, бәлки, минең ҡосаҡлауымды, үбеүемде көткәндер, ләкин әлегә быға әҙер түгел инем. Ул ҡулын минең ҡулдан ипләп кенә тартып алды ла:
– Һау бул! – тине һәм өйҙәренә инеп китте.
Мин дә үҙебеҙҙең яҡҡа атланым. ҡапҡа төбөнә килеп еткәс, өйгә инге килмәне, эскәмйәгә ултырҙым. Еләҫ һәм һалҡынса йәйге төндә рәхәт ине. Күңелемдә ҡыуаныс та, тулҡынланыу ҙа бар. Һиҙәм, әкрен генә, әммә тамырҙарын тәрән ебәреп, миңә мөхәббәт килә.
Әйҙә, килһен ул, йөрәгем асыҡ уға.
Ғәлимәне оҙатып йөрөй торғас, бер нисә көндән үк беҙҙең аралар һиҙелеп яҡынайҙы. Күңелем илаһи тойғолар менән мөлдөрәмә тулды. Шулай, ғәҙәттәгесә, Ғәлимәне ҡапҡа төптәренә килтергәс, ҡайҙан үҙемдә шундай ҡыйыулыҡ тапҡанмындыр, уны ҡосаҡлап алдым. Ул, шуны ғына көткәндәй, башын күкрәгемә ҡуйҙы.
– Мин һине яратам, – тип бышылданым. Был иҫке һәм һәр кем өсөн яңы һүҙҙәр ихлас һәм ялҡынланып әйтелде. Ғәлимә лә мине муйынымдан ҡосаҡлап алды. Беҙҙең ирендәр ҡушылды. Эй, ул татлы һәм ҡабатланмаҫ тәүге үбешеү! Уны бер ниндәй һүҙҙәр менән дә аңлатып булмай торғандыр.
Бынан һуң беҙҙең мөхәббәтебеҙ көндән-көн ҡайнарлана барҙы. Кистәрен күрешеү генә етмәй, рәйес машинаһы менән идара янына килеп туҡтаған һайын, Ғәлимә янына инеп, кеше юҡта ҡосаҡлап, үбеп сығам.
Яңы өй һалғас ҡына, кәләш әйттерермен, тигәйнем. Көҙгә табан икенсе бер уй өҫтөнлөк алды. «Бер-беребеҙҙе өҙөлөп яратабыҙ. Ниңә ваҡыт уҙҙырып, сабата туҙҙырып йөрөргә? Өйләнергә кәрәк», – тинем мин үҙ-үҙемә. Шул хаҡта Ғәлимә менән һөйләшеп килештек, унан әсәйем менән кәңәшләштем. Уның йөҙөндә ниңәлер ҡыуаныс сағылманы, бары тик тыйылып ҡына әйтеп ҡуйҙы:
– ҡыҙҙы оҡшатҡас ни, өйләнерһең, бәй. Нишләмәк кәрәк, боронғонан ҡалған йола.
Әсәйемдең күңеле төбөндә ниндәйҙер ҡәнәғәтһеҙлек барын һиҙенгәндәй булһам да, иғтибар итмәнем. Күктең етенсе ҡатында осҡан кешелә шуның ҡайғыһымы ни!
Октябрь байрамында гөрләтеп туй яһаныҡ. Беҙҙе ҡотларға Рахман ағай ҙа килде.
– Егеттең аҫылын эләктерҙең, ҡәҙерен бел, ҡыҙыҡай, –− тине ул, ғәҙәттәгесә шаяртып.
Ғәлимә бөтөн йөҙө менән балҡыны:
– Белермен, Рахман ағай, белермен, – тине.
Һиҙеп торам, Рахман ағай мине үҙ итә. Шоферлыҡ эшемде лә юғары баһалай ул. Миңә өндәшкәндә «Рафиҡ» тимәй, ә яҡын күреп, «Рафай» ти. Мин инде быға күнегеп бөткәнмен. ҡай саҡ ул үҙенең тормош хәлдәре менән дә уртаҡлашып ала. Бер көндө машинала елдергәндә егет сағында буласаҡ ҡатыны менән нисек танышып китеүҙәрен ҡыҙыҡ итеп һөйләп килде. Рахман ағай институтта агрономлыҡҡа уҡыған саҡта иҡтисад факультетындағы бер ҡыҙға ғашиҡ була. Уны бик оҙаҡ ситтән генә күҙәтеп йөрөй. Янына барып, танышырға ҡыйыулығы етмәй. Ахырҙа, теге ҡыҙ уға үҙе өндәшә:
– Эй, егет, ниңә ситтән генә ҡарап тораһың? Кил, танышайыҡ.
Шунан һуң ғына улар ҡауышып китә…
Рәйес −– ҙур кеше, асылда, ауылдың хужаһы ул. Рахман ағайҙың туйыбыҙға килеп, беҙгә татыу тормош, бәхет теләп китеүе табыныҙҙы йәмләп, күңелдәребеҙҙе күтәреп ебәрҙе. Никах, туй ҡыуаныстары менән рухланып, матур ғына йәшәп киттек. Мин көн-төн машинала саптым, Ғәлимә элеккесә идарала иҫәп-хисап менән ултырҙы, әсәй йәй көнө сөгөлдөр баҫыуында эшләне, ҡышын беҙҙе тәрбиәләп, өй ҡарап ҡына йәшәне.
Ғәлимә килеү менән беҙҙең ҙур булмаған иҫке генә өйөбөҙгә йәм инде. Шул уҡ ваҡытта мин өй һалыу теләге менән дә янып йөрөнөм. Киләһе йылда төҙөлөш материалдары туплай башлау уйы менән аҡсабыҙҙы йыйыштырып, кассаға һалдыҡ.
Үҙемде бәхетле тойҙом. Бәхетлеләр вайымһыҙ була. Мин дә донъяла ҡайғы-хәсрәттәр барлығын, улар миңә лә ҡағылыр тип, уйға ла китермәнем. Ләкин тормош бер саҡ һәр нәмәгә иғтибар менән ҡарарға, һәр ваҡлыҡты иҫәпкә алырға мәжбүр итә икән. Тәүге йылда Ғәлимәне сикһеҙ яратыуым арҡаһында уның үҙ-үҙен тотошона әллә ни иғтибар ҙа итмәгәнмен. Йоҡларға ятыу менән ҡосаҡлап алам, күңел булғансы иркәләйем, наҙлайым.
Күпмелер ваҡыттан һуң ғына Ғәлимәнең холҡондағы бер сәйер ғәҙәтте иҫкә ала башланым: мин ҡосаҡламаһам, иркәләмәһәм, ҡатыным миңә әйләнеп тә ҡарамай, иҫе лә китмәгән кеше һымаҡ ята бирә. Әйтерһең, мин уның алдында мәңгелек бурыста. Уны аңлай алмай аптырайым. Нимә һуң был, тим? Әллә мине яратып бөтөрмәйме?
Минең аңлауымса, борон-борондан ҡатындар ирҙәрҙе рухландырыусы көс, дәрт биреүсе булған. Улар үҙҙәренең хис-тойғоларын грамлап бизмәнгә һалмаған, иҫәпләшмәгән: йөрәктәрендәге күңел йомартлығы, рухи байлыҡ күпме булһа, шуларҙы тамсыһына тиклем ирҙәре, балалары менән уртаҡлашҡан. Әлбиттә, ундай ҡатындарға ирҙәре лә бурыста ҡалмаған.
Ә Ғәлимә менән минең арала бер-беребеҙҙе яфалау башланды. Сөнки һуңғы ваҡытта мин дә, уның миңә йылылыҡ бирмәүен күреп, хәтерем ҡалып, боролоп ятыу­сан булып киттем. Уны иркәләргә, наҙларға теләһәм дә үҙемде тыям. Ғәлимәнең был ғәҙәтен үҙемдең тормош ҡағиҙәһе итеп алыр­ға уйым юҡ. Икенсеме, өсөнсөмө көндө ҡатынға йәнә йөҙ менән боролам, бөтөн булмышым менән уны хистәрен уртаҡлашырға саҡырам. Юҡ, ғәҙәтенән тайпылмай. Шуға ла үҙемде йыш ҡына кәмһетелгән, хурланған кеше һымаҡ тоям.
Әлбиттә, беҙҙең тормоштоң был яҡтары кешеләргә күренмәй. Улар беҙҙе татыу йәшәй, тип уйлайҙар. Эйе, бер-беребеҙгә ризаһыҙлыҡтар булһа ла, ҡысҡырып асыуланышҡаныбыҙ юҡ. Әммә арабыҙҙа эске көрәш, тартҡылаш бар һәм ул, бер хәл килеп сығып, төҙәлмәҫлек булып тағы ла тәрәнәйә төштө.
Бер көн бесән ваҡытында, рәйес машинаһы менән идара алдына килеп туҡтаныҡ та мин Ғәлимә янына инеп сыҡмаҡсы булдым. Коридорҙан ябылып бөтмәгән ишек аша эскә ҡараным. Ғәлимә төптәге өҫтәл артында, ғәҙәттәге үҙ урынында ултыра. Уның ҡаршыһында ҡаланан командировкаға ҡайтҡан шоферҙың береһе тора. Уртасанан бейегерәк буйлы һимеҙ бер кеше. Ярһаң, минең кеүек икәү сығыр.
– Матур һеңлекәш, бынауы гүзәл көндә бында ҡаңғырып ултырғансы, әйҙә, яландарҙы бер әйләндереп алып ҡайтайым, – ти ул, шаяртҡан һымаҡ.
– Минең ирем дә шофер, – ти Ғәлимә, йылмайып. – Яландарҙы күрһәткәне бар былай.
Мин эстән генә: «Һәйбәт яуап бирҙе», – тип шатланып ҡуйҙым.
Ә теге шофер, ҡолағынаса ауыҙын йырып:
– Ирҙең машинаһында ҡыҙыҡ түгел, ә бына минекендә бөтөнләй башҡа – яңы, ҡыҙыҡлы донъя асасаҡһың.
– Беләбеҙ ул донъяны, – ти Ғәлимә эре генә, күпте күргән тәжрибәле ҡатын һымаҡ. −– ҡыҙыҡлы ла ул. Тик ваҡыт юҡ. Унан һиңә ултырып китһәм, кешеләр ни тиер?
−– Бүренән ҡурҡып, урманға бармаҫҡамы? Һа-һа-һа!..
«Әһә, ваҡыты булһа, яйы тура килһә, тимәк, «ҡыҙыҡлы донъя»нан баш тартмаясаҡ», – тип һығымта яһаным һәм, түҙемлегемде йыйып, ишекте шығырлатып астым да эскә үттем. Тегеләр икеһе лә ялт итеп миңә ҡарап алды. Шофер шунда уҡ ишек яғына ыңғайлап:
−– Һау бул, һеңлекәш! – тине лә сығып китте.
Минең күкрәктә асыу ҡайнай ине. Тыныс булырға тырышып:
– Нимә һин ул шофер менән ҡытҡылдашаһың? Уның «ҡыҙыҡлы донъяһы» ҡыҙыҡтырамы ни? – тинем.
– Тыңлап торҙоңмо ни? −– Ғәлимә ят ҡараш менән күтәрелеп ҡараны.
– Тыңлап торҙом шул һеҙҙең «ҡыҙыҡлы» әңгәмәне, – тинем асыу менән.
Ғәлимә шунда уҡ үҙ төҫөнә инеп, мине тынысландырырға кереште:
– Шаяртып һөйләштек тә инде. Шуны ла аңламаҫҡа һин ахмаҡ түгелһең дә…
Мин сығып киттем. Ғәлимәгә ҡарата беренсе башлап күңелемдә шик тыуҙы. «Уңайы тура килгәндә башҡа ирҙәрҙе лә кире ҡаҡмаясаҡ», – тигән уй йөрәгемде тетрәтте. Был минең өсөн башҡа һыймаҫлыҡ хәл ине. Үҙемде өҙөлөп һөйгән, ғүмер буйы миңә тоғро ҡатын тураһында күпме хыялландым! Ғәлимәне оҙатып, яратып йөрөгән саҡтарҙа, ул тап шундай булыр, тип уйлай инем. Буш хыял ғынамы икән был?..

Эйе, тормош кешегә әсе һабаҡтарын бирә. Теләһәң-теләмәһәң дә, һин уларҙы алырға, йөрәгең аша үткәрергә, ниндәйҙер һөҙөмтәләр яһарға тейешһең. Ана шулай тормош тәжрибәһе туплана.
Ғәлимә менән әлеге осраҡтан һуң, ике-өс көн үткәс, төшкә табан ғына Рахман ағайҙы район үҙәгенә алып киттем. Ярты юлға етә яҙғас, ул машинаны кинәт туҡтатты ла:
– Аһ, Рафай, бер документ онотолоп ҡалған бит әле, – тине. – ҡыйын булһа ла, боролайыҡ инде.
Елдереп кенә идараға ҡайттыҡ. Ғәлимәне күреп, бөгөн һуңлап ҡайтасағымды әйтеп сығайым тип, бүлмәһенә барып инһәм, ул юҡ, кассир ҡыҙ ғына ултыра.
– Ғәлимә ҡайҙа? – тип һораным унан.
– Фермаға китте. Әҙерләнгән бесәнде тикшереп ҡайтырға. Сводка һорайҙар, ти.
– Ферма алыҫ бит. Йәйәүләп киттеме ни?
– Юҡ, командировочный шоферға ултырып китте. Яңы ғына. «Теге шоферҙыр, моғайын». Эҫеле-һыуыҡлы булып киттем. Үҙемдәге үҙгәреште кассир ҡыҙға һиҙҙермәҫ өсөн, урамға ашыҡтым. Шул арала Рахман ағай ҙа сыҡты.
– Ағай, – тинем мин руль артына ултыра-ултыра, – фермаға, бесән өйгән ергә һуғылып китәйек әле. Беҙгә юл уңайы тиерлек, машинаны шәберәк ҡыуырмын.
Рахман ағай, төпсөнөп тормай:
– Әйҙә, Рафай, йәһәтерәк бул, – тине.
Машинаны бөтөн газға выжлатып, ферма янына килеп туҡтаныҡ. Кабинанан йәһәт кенә сығып, тирә-яҡты ҡараштырҙым: Ғәлимә лә, теге шофер ҙа, машинаһы ла күренмәй. Икенсе бер машинанан пресланған бесәнде эҫкерткә һалалар. Быныһының шоферы шаҡтай өлкән йәштәге бәләкәй генә ярғаҡ кеше. Шулай уҡ колхозға командировкаға килгән. Мин уның янына барып:
– Иптәшең ҡайҙа? –– тип һораным.
– Машинаһы менән ниңәлер анауы туғайлыҡҡа инеп китте ул, – тине аѓай, мине баштан-аяҡ күҙҙән кисереп.
Мин ҡатып ҡалдым, йөрәгем өҙөлөп төшкәндәй булды. Рахман ағайҙың:
– Әй, Рафай, йәһәтерәк бул, һуңлайбыҙ бит, – тигән тауышына гүйә йоҡомдан уянып киттем. Иҫерек кеше һымаҡ алпан-толпан барып, машинама ултырҙым да газға баҫтым. «Артынан барыр­ға!» – тип уйланым мин, йөрәкһеп. Ләкин Рахман ағай, түҙемһеҙләнеп:
– Районға, йәһәтерәк районға! – тине ҡолаҡ төбөндә генә. Мин уға буйһонорға мәжбүр булдым. Арттарынан бармағаныма, Рахман ағайҙы тыңлап, районға сапҡаныма һуңынан үкенеп ҡуйҙым. Шулай иткәндә, ихтимал, хыянатты булдырмай ҡалыуым да мөмкин ине бит.
Мин район үҙәгенән эске ғазаптарҙан алйып, ни айыҡ, ни иҫерек ҡайттым.
Рахман ағай, хәлемде күреп:
– Әллә нишләнең, Рафай, сирләйһең, ахыры, – тип, барғанда ла, ҡайтҡанда ла рулде үҙе алмаһа, ихтимал, машинаны йә ҡаршы килгән машинаға бәрҙерер, йә юлдан ситкә китеп, тәгәрәтер инем.
Ғәлимә өйҙә диванда ултыра ине. Мин сисенеп торманым, туфли менән лап-лоп баҫып индем дә:
– Теге шофер менән әрәмәлә нисек йөрөп ҡайттың? «ҡыҙыҡлы донъя»ны күрҙең инде, ә? – тинем, әсе көлөмһөрәп.
– Мин әрәмәгә түгел, фермаға барҙым, – тине Ғәлимә күҙ ҙә йоммай.
Уның күрәләтә алдауына нәфрәтем күкрәгемдән ташып сыҡты, түҙмәнем:
– Әле һин алдашаһыңмы?! – тип сикәһенә һалып ебәрҙем. Ғәлимә йөҙөн ҡаплап диван арҡаһына боролдо. Шул саҡ әсәйем арабыҙға килеп баҫты:
– Кеше балаһына ҡул яҡма, улым. Бәлки, бер ни ҙә булмағандыр.
Мин, бер аҙ аҡылыма килеп, тышҡа сығып киттем. Башымды эйеп, күтәрмәгә ултырҙым. Йөрәк әрнеүгә түҙерлек түгел ине. Урынымдан һикереп тороп, ихата буйлап әйләнеп йөрөнөм. Йәнә күтәрмәгә ултырҙым. Шул саҡ әсәйем килеп сыҡты. Ул, арҡамдан йомшаҡ ҡына ҡағып:
– Әйҙә, сәй эсергә ин, улым, – тине сикһеҙ яратыу һәм наҙ менән. – Артыҡ бошонма инде, балаҡайым.
Индем, өҫтөмдө сисеп ырғытып, өҫтәл артына ултырҙым. Тамаҡҡа аш барманы. Бер сынаяҡ сәй эстем дә диванға барып ҡапландым. Ғәлимә яныма килеп:
– Рафиҡ, бер ни ҙә булманы бит. Ниңә шулай юҡҡа ҡайғыраһың? – тиһә лә, бер һүҙ ҙә өндәшмәй ғазапланып ята бирҙем. Йөрәгемде гүйә нимәлер ҡыҫып-ҡыҫып ала. Шул саҡ тыным быуылғандай була, маңлайыма һалҡын тир бәреп сыға. Аптырайым, нисек шартламай был йөрәк?
Мин төн буйы керпек ҡаҡманым. Таң алдынан ғына бер нисә минут онотолоп торҙом, буғай.
ҡайһы берәүҙәр бындай осраҡта йөрәк әрнеүенә түҙә алмай үҙенә ҡул һала. Әлеге минутта ундайҙарға мин ғәжәпләнмәнем. Үҙемдең дә йәшәге килмәй ине. Тик шул саҡ күҙ алдымда әсәйемде күрҙем. Мине өҙөлөп яратҡан, минең өсөн утҡа-һыуға инергә әҙер торған берҙән-бер тоғро кешем, үлемемде ул һис тә күтәрә алмаясаҡ. «Юҡ, – тинем үҙ-үҙемә, – йәнде усҡа һалып булһа ла түҙергә! Выжданһыҙ ҡатындарға үс итеп, үҙеңә ҡул һалыу – егетлек түгел. Иң дөрөҫө, айырылышырға кәрәк».
Аһ, хыянат йөрәккә хәнйәр ҡаҙау менән бер, иң ауыр, иң әсе ғазаптарҙың береһе икән ул. Ундай ғазаптар килтергән кешенән тиҙерәк ҡотолоу яҡшы. Сөнки бер тапҡыр хыянат иткән ҡатын шул эшенән икенсе, өсөнсө тапҡыр ҙа туҡталып ҡалмаясаҡ. Тик ул инде хәйләкәрерәк буласаҡ. Уның эшен һиҙһәң дә, бәйләнерлек сәбәптәрен ҡалдырмаҫҡа тырышасаҡ. Ә был донъяла һәр аҙғынға аҙҙырыусы ла табылып тора шул.
Икенсе көндө Ғәлимә менән айырылышыу мәсьәләһен әсәйемә кәңәш иттем. Ул, арҡамдан һөйөп:
– ҡатын айырыу уйын эш түгел, улым, ашыҡма. Бәлки, хаталанаһыңдыр. Кеше балаһын юҡҡа рәнйетеүең булыр, – тине.
Әсәйемдең кәңәшеп тыңлап: «Бәлки, бер ни ҙә булмағандыр», – тип, үҙ-үҙемде тынысландырып, айырылышыу тураһында эште ҡуҙғатмаҫҡа булдым. Әммә һуңынан әсәйемде тыңлағаным, үҙемдең йомшаҡлығым өсөн ҡырҡмаһа ҡырҡ тапҡыр үкендем. Сөнки хыянаттың тәүге, иң ауыр ғазаптары үтһә лә, уны онотмайһың да, ғәфү ҙә итмәйһең икән. Ваҡыты-ваҡыты менән ул иҫкә төшә лә, әрнеп, һыҡранып алаһың, үҙеңдең тимерҙе ҡыҙыуында һуҡмағаның өсөн әрнейһең.
Беҙ элеккесә йәшәп киттек. Әлбиттә, был тыштан ғына шулай. Ғәлимәгә мөнәсәбәтем үҙгәрҙе. Элекке ихлас, онотолоп һөйөү юҡҡа сыҡты, әкренләп мөхәббәтем дә сәскәһен ҡойҙо. Унан иҫтәлек кенә ҡалды. Йоҡларға ятҡас, теге хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп, йыш ҡына Ғәлимәгә арҡа менән боролдом. Шундай саҡта, исмаһам, Ғәлимә үҙе мине иркәләһә, йылы һүҙҙәр әйтһә, еңел булып ҡалыр ине. ҡайҙа ул? Шундай төндәрҙә: «Бының менән араны өҙөргә кәрәк», – тигән уй башҡа килә, тик көндөҙҙәрен эш, мәшәҡәттәр менән был хаҡта онотам. Ләкин мин булдыра алмағанды тормош үҙе хәл итте.
Йәйҙең эҫе көнөндә әсәйем колхоз сөгөлдөрөн утап йөрөгән. Үҙенә бүленгән ҙур ғына майҙандың һуңғы өлөшө генә ҡалған булған. Шуны бөтөрөп ҡайтайым тип, тырышып йөрөп, үтә йонсоған, унан да бигерәк, һуңғы сиккәсә зиһене кипкән. Эшен тамамлап ҡайтышлай, тирләп-бешкән килеш, ауыл осондағы ҡойонан һыуһыны ҡанғансы һыу эскән. Төндә ул үҙен насар хис итте, ә таңға табан, ҡаты сирләп китеп, аңын юғалтты. Уны дауаханаға һалдыҡ. Әсәйемде фалиж һуҡҡайны. Байтаҡ дауаланһа ла, аяҡтары, ҡулдары йөрөмәҫ булды.
Ошондай хәлдәге кешене ҡарау, тәрбиәләү еңел түгел ине, әлбиттә. Башта Ғәлимә тауыш-тынһыҙ ғына түҙҙе. Рәхмәт йөҙөнән мин уға иғтибарымды көсәйттем, әсәйем хаҡына арабыҙҙағы һыуыҡлыҡты юҡҡа сығарырға тырыштым. Бынан тыш, йорт эштәрендә уға ныҡлап ярҙамлаша башланым. Үҙем өйҙә саҡта әсәйемде ашатам, эсерәм, саф һауаға алып сығам. Мунса яҡһаҡ, унда күтәреп алып барам, алып ҡайтам. Ғәлимә күберәк минең өсөн уңайһыҙыраҡ эштәрҙе башҡара. Һуңға табан ул ауырыуҙың карауаты янында ҡайһы бер хәжәттәрен үтәгәндә танауын ситкә бороп, йөҙөн йыйыра башланы. Әсәйем, быны күреп, бик ғазаплана, күрәһең:
– Һиңә ҡыйын инде, килен, нишләйем һуң? – ти.
Берәү булһа, уны тынысландырыр, йылы һүҙе менән күңелен күрер ине, ә Ғәлимә өндәшмәй, йөҙөн дә асмай, гүйә әсәй уға ниндәйҙер ғәфү иткеһеҙ насарлыҡ эшләгән. Миңә быны кисереү ифрат ҡыйын. ҡайһы саҡта икәүҙән-икәү булған осраҡта: «Әсәйгә кешесә ҡарарға тырыш инде, үҙе теләп алған сир түгел бит», – тим. Ғәлимә йә өндәшмәй ҡала, йә: «Өйрәтмә мине!» – тип кенә ҡуя. Йәнә күпмелер ваҡыттан ул: «Минең яҙмышым ғүмер буйы шул ауырыу ҡарауҙандыр инде. Тағы ун биш – егерме йыл ятһа, нишләрһең?» – тип зарлана башланы. Ә бер көндө Ғәлимә әсәйҙең түшәген йыйыштырғанда, ҡараһы ҡойолоп:
– Хет бөгөндән үл, хет сәсрә инде, баш ҡотолаһы түгел, – тип һуҡранып йөрөнө.
Уның был ҡыланышын, башҡа ваҡыттағы кеүек, тауыш-тынһыҙ ғына үткәрә алманым. Кинәт асыуым килеп:
– Ниңә инде, Ғәлимә, әсәй алдында юҡты-барҙы һөйләйһең? Уның былай ҙа кителгән күңелен китәһең, – тинем.
Был һүҙҙәр Ғәлимәгә етә ҡалды.
– Был әсәйең әллә егерме, әллә утыҙ йыл ятыр. Ғүмер буйы миңә ауырыу ҡарап сирләргәме ни?! Китәм, бөгөндән китәм, әсәйҙәргә ҡайтам. Етте! – тип екеренде, ҡыҙарынып-бүртенеп.
Эштең етдигә китеүен шәйләп, мин хәлде төҙәтергә тырыштым. Шунда уҡ яңғыҙыма үтә ауырға тура киләсәген, әсәйҙе ҡарарға бер ҡатындың да риза булмаясағын уйлап ҡаушабыраҡ та ҡалдым.
– Ғәлимә, китмә! Әсәй менән яңғыҙымды ҡалдырма. Был изгелегеңде бер ҡасан да онотмам, – тинем мин, ялынған һымаҡ.
– Юҡ, Рафиҡ, артыҡ түҙер әмәлем ҡалманы. Мине бында нимә бәйләп тота? Балабыҙ-ниебеҙ юҡ. Үҙ әсәйең – үҙең ҡара, – тине Ғәлимә, башҡа һүҙгә урын ҡалдырмаҫлыҡ итеп.
Ғәлимә, йыйынып, ҡул осондағы әйберҙәрен эләктереп ҡайтып китте. Күрәһең, ата-әсәһе менән был хаҡта һөйләшкән булғандыр. Оҙаҡламай ҡыҙының ҡалған әйберҙәрен алырға, ат егеп, атаһы килеп етте.
Шулай итеп, әсәй менән икәү генә тороп ҡалдыҡ. Мин уның янына ултырып, башынан, ҡул баштарынан һыйпаным, уны өҙөлөп йәлләүҙән, үҙем дә һиҙмәҫтән, күҙҙәремдән йәштәр бәреп сыҡты.
Әсәйем, салҡан төшөп ятҡан килеш, һөйөү, наҙ тулы күҙҙәрен миңә төбәне:
– ҡайғырма, үҙеңде һаҡла, балаҡайым. Донъяның бер яйы сыға ул. Өйрәк китһә, ҡаҙ килә, ти халыҡ. – Ул бер аҙ ғына тынып ятты ла йәнә һөйләп китте. – Теге ваҡытта һиңә айырылышмаҫҡа кәңәш итеп, яңылыштым мин, улым. Ғәлимә килендең командировочный шофер менән әрәмәнән сыҡҡанын күргәндәр икән шул. Был хаҡта һуңынан ғына ишеттем.
– Әсәй, мин быны беләм, – тинем мин. – Ул саҡта уның менән айырылышырға көс тапманым. Бының өсөн эстән мең тапҡыр ғазапландым, мең тапҡыр үҙемде ғәйепләнем. Ғәлимәнең китеүенә бер тамсы ла үкенмәҫ инем, әсәй, һине яңғыҙ нисек ҡарармын тип борсолам.
– Донъяла яҡшы кешеләр бөтмәгән. Ярҙам итеүселәр табылыр әле, улым. ҡайғырма! – тине әсәйем тыныс ҡына. – Ул нәҫел менән ҡушылыуыбыҙға башта уҡ риза булмағайным. Тик һинең башыңды юғалтып йөрөүеңде күреп, ҡаршы килә алманым. Бәлки, һәйбәт кенә йәшәп китерһегеҙ тип уйлағайным. Булманы. Аҙғын нәҫел шул. Ғәлимәнең атаһы, мир үгеҙе кеүек, ҡатыны өҫтөнән дүрт-биш ҡатын менән йөрөнө. Ғаиләлә гел тауыш-ғауға булды. ҡайҙа унда балаға йүнле тәрбиә биреү тураһында уйлау!
Әсәйемдең: «Яҡшы кешеләр бөтмәгән», – тип әйткәне хаҡ булып сыҡты. Ғәлимәнең киткәнен белеп, күршеләрҙән бер нисә ҡатын-ҡыҙ үҙҙәренең ярҙам итәсәген белдерҙе. Рахман ағай ҙа, хәлемде аңлап, мине эштән иртәрәк ебәрергә тырышты. ҡайһы бер көндө:
– Фермаларҙан машинала үҙем генә әйләнеп ҡайтырмын, Рафай. Бар, әсәйең янында бул, өйҙәге эштәреңде бөтөр, – тип мине тотош көнгә лә ҡайтарып ебәрә ине.
Ә туғыҙынсы синыфта уҡыған Гүзәл тәүге көндән үк әсәйемде ҡараша башланы. Мин өйҙә юҡта гел уның янында була, оло кешене тәрбиәләүҙә иң ауыр эште лә ихлас һәм бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ башҡара ине. Етмәһә, әсәйем менән оҙон-оҙаҡ һөйләшеп ултыра. Бер туған һеңлемдәй күреп, уға яратып ҡарайым. Беҙҙең нурһыҙ тормошобоҙға нур, йәм өҫтәне ул.
Туғыҙынсыны тамамлап, унынсы класта уҡый башлағас та Гүзәл беҙҙе ташламаны. Мин уға шул тиклем өйрәндем, әллә ярата уҡ башланым инде. Уны эштән һағынып ҡайтам. Ул үҙе лә мине көтөп ала, күргәс, йөҙө яҡтырып, алсаҡланып китә. Беҙ йыш ҡына һөйләшеп ултырабыҙ. Бер көндө мөхәббәт тураһында һүҙ сыҡҡас:
– Әгәр берәйһен яратам икән, уға ғүмер буйы тоғро буласаҡмын, – тине ул, күҙҙәремә ҡарап.
– Әйтеүе еңел дә ул, Гүзәл, – тинем мин уны һынау өсөн, – тик тормошта һин әйткәнсә генә булмауы ла мөмкин бит.
– Был осраҡта нәҡ мин әйткәнсә буласаҡ. Ғәлимә апай кеүек ят бер шофер менән әрәмә ҡарап йөрөүҙе мин хурлыҡ тип иҫәпләйем.
– Улайһа, һинең һөйөүеңә лайыҡ кеше бик бәхетле буласаҡ, Гүзәл.
– Бер-береңде бәхетле итмәгәс, ниңә ҡауышырға?..
Мин уның шундай фекерле булыуына ғәжәпләнеп тә, һоҡланып та ҡуям. Кисә генә мин бала тип ҡараған ҡыҙ бөгөн нисек етди һәм аҡыллы һөйләшә! Юҡ, был ҡыҙ Ғәлимә кеүек хистәрен бизмәнгә һалмаясаҡ. Һөйһә, янып һөйәсәк, һөймәһә – һөймәйәсәк. Мәгәр һөйәр табып, ҡараңғы мөйөштәрҙә йөрөмәйәсәк. Их, Ғәлимә менән арҡаларҙы бирешеп, ғәрлек һәм әрнеүҙәрҙе эскә йотоп ятҡан саҡтарҙа нәҡ шундай ҡатын тураһында хыялланманыммы ни?
ҡыш быйыл кинәт һыуытып башланы. Тәүге ҡар яуып үтеү менән күҙ асҡыһыҙ буран сыҡты. Мөрйәләрҙә ыжғыр ел шомландырып олоно. Шундай кистәрҙең береһендә әсәйем үҙен үтә насар тойҙо.
– Табип алып киләм, – тигәс, күнмәне.
– Әлегә хәлем түҙерлек, төн йөҙөндә кешене борсоп йөрөмә, – тине.
Үҙебеҙҙә булған ҡаһы бер дарыуҙарҙы эсергәс, ысынлап та, әсәйҙең хәле бер аҙ еңеләйгәндәй итте. Гүзәл менән икәүләп янынан китмәнек.
– Бар, ҡайтып йоҡла, Гүзәл! Иртәгә һиңә мәктәпкә бит, – тип ҡараһам да, ҡыҙ риза булманы.
– Апай шулай сирләгәндә ни йөрәк менән йоҡлап ятайым мин, – тине ул, илай яҙып.
Башҡаса мин Гүзәлгә өндәшмәнем. Дөрөҫөн генә әйткәндә, уны янымдан ебәргем дә килмәй ине.
Иртән өйгә табип саҡырҙыҡ. Урта йәштәрҙәге сикәләре салланған был ағай әсәйҙең ҡан баҫымын, пульсын тикшерҙе, күкрәген тыңланы ла бер-бер артлы ике укол ҡаҙаны. Әсәйҙең хәле яҡшыра төштө. Ул күҙҙәрен асты.
Мин уны оҙата сыҡҡас, күтәрмәлә миңә боролоп:
– Һин, туған, ир кеше, ныҡ бул: әсәйең иртәгәнән дә ҡалмаҫ,– тине. – Оҙаҡламай шәфҡәт туташын ебәрермен. Ул тейешле уколдарҙы ҡаҙап, дарыуҙар биреп торор.
Минең үҙгәреп китеүемде күреп:
– Борсолоуыңды әсәйеңә һиҙҙермә, туған. Үҙеңде ҡулға ал, – тине.
Шәфҡәт туташы әсәйем янында дежурҙа торһа ла, хәле әллә ни яҡшырманы. Төн уртаһында аңын юғалтты, ә таң алдынан яҡты донъянан китеп барҙы.
Түшәктә ятһа ла, әсәйем рух ҡанатым булған икән. Мине сикһеҙ яратҡан һөйөклө кешемде юғалтыуҙы ауыр кисерҙем.
Шул саҡта янымда Гүзәл булмаһа, миңә бик ныҡ ауыр булыр ине. Рәхмәт, Гүзәлем!
Әсәй үлеп, ун-ун биш көн үткәс, кохоз идараһында Ғәлимә менән осраштыҡ. Дөрөҫөрәге, коридорҙа ул мине туҡтатты. Ғәлимә ябығып, йәмһеҙләнеп киткәндәй күренде миңә. Ул, йылмайған булып:
– Рафиҡ, бер өйҙә бер үҙең йәшәү бик күңелһеҙ түгелме? – тип ҡыҙыҡһынды.
Мин вайымһыҙ ғына:
– Әллә, ул хаҡта уйлағаным да юҡ, – тинем. Ғәлимә бер аҙ ҡарап торҙо ла:
– Һинән китеп, мин яңылыштым бит, Рафиҡ, – тине, күҙҙәремә ҡарарға тырышып. – Мин һине ныҡ яратҡанмын икән. Һаман онота алмайым, бәлки, яңынан ҡауышырбыҙ?
– Беҙҙе ҡауыштырырҙай бер нәмә лә юҡ бит, – тинем, шаяртҡан һымаҡ саҡ ҡына көлөмһөрәп.
Ул мине аңланы, әлбиттә. Шуныһы ғәжәп, тормош уға ла әсе һабағын биргән, күрәһең.

Автор:
Читайте нас