Холҡо бөтөнләй икенсе шул Әмиләһенең, апайҙарына һис оҡшамаған. Үҙе һымаҡ тура һүҙле, уйлағанын ярып һала ла ҡуя. Бәләкәйҙән шулай булды, малайҙар кеүек үҫте. Үҙһүҙлелеге лә бар. Уйынсыҡтарҙың ниндәйен таптыра торғайны? Өлкән ҡыҙҙары ҡурсаҡ һораһа, был машина йәки автомат дауайлай. Күлдәк тә кейҙерә алманылар, гел салбарҙа йөрөнө. Күберәк атаһы тирәһендә әйләнергә яратты. Уның янына килә һалып етер ине. Бергә балыҡҡа барырға ла атлығып торҙо. Әле лә ана, егеттәрсә ныҡ баҫып, ҡалай килеп инде. Комбинизоны ла үҙенә килешеп тора. Айрат ағай һоҡланыуын йәшерә алмай, ҡәнәғәт йылмайып ҡуйҙы.
– Шунан, эштәр нисек, ҡыҙым? Өйрәнеп буламы?
– Нормально. Төшкө ашҡа ҡайтаһыңмы? Шунда барыһын да һөйләрмен.
– Ашханаға ғына барырмын тигәйнем, былай булғас, ҡайтып киләйек, әйҙә. Водителде генә саҡырайым да.
Әмиләнең ике яҡ сикәһенә һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. Атаһына ҡарап алды, уның йөҙөндә бер ниндәй ҙә үҙгәреш һиҙмәгәс, хәйләкәр генә йылмайып, ҡаршыһындағы креслоға барып ултырҙы. Тимәк, атаһы улар тураһында бер ни ҙә белмәй.
– Әйҙә, һөйләп ебәр, нимәлер әйтергә теләгәнеңде һиҙеп торам.
– Бөгөн ҡыҙыҡ булды әле, ялға туҡтаған эшселәрең янынан үтеп барғанда һөйләшкәндәрен ишетеп ҡалдым. Улар өҫтәрәк ултыра ине, мине күрмәнеләр. Һине үҙ-ара “баҡсасы” тип йөрөтәләр икән дә ул, шуны беләһеңме? Аптыраным, иҫең китеп баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгән кеше булһаң, бер хәл. Башҡа кеше тураһында һөйләйҙәр, тип әйтер инең, тағы ла тура килмәй. “Ҡыҙы эшләй башлағаны бирле беҙҙең баҡсасы яныбыҙға килеп тә урамай”, – тигәндәрен үҙ ҡолағым менән ишеттем. Һүҙ, әлбиттә, һинең менән минең турала. Сөнки унда башҡа бер ҡыҙ ҙа юҡ. Әйткәндәй, күптән һорармын тигәйнем, ҡатын-ҡыҙҙар бөтөнләй күренмәй түгелме һуң бында? Хатта секретарың да ир кеше. Уҫлаптай егет шунда ултырһын әле... Ярай, секретарҙы ҡалдырып торайыҡ, ни өсөн “баҡсасы”?
Уғаса булмай, водитель дә килеп етте. Йәштәр бер-береһенә ҡарап, серле генә йылмайышты. Уларҙың бер-береһенә булған мөнәсәбәтен Айрат ағай һиҙә, әлбиттә, тик быға әллә ни әһәмиәт кенә биреп бөтмәй. Сөнки ҡыҙын уға бирмәйәсәк. Тимур һәйбәт егет, ләкин төпсөгөнә ул башҡа вариантты ҡарап ҡуйған инде. Ана, апайҙарына ниндәй кейәүҙәр һайланы, эшлеклеләр, булдыҡлылар. Ҡыҙҙары май эсендәге бөйөр һымаҡ йәшәй. Кейәүҙәре үҙенең кампанияһында эшләй. Күҙ алдындалар. Аламамы ни?
Машинаға инеп ултырғас, Айрат ағай уйға сумды. Һы, баҡсасы, имеш. Белмәгән ҡайҙа инде, белә үҙен шулай тип йөрөткәндәрен. Бер малай табып бирә алманы бит бисәләре. Өс ҡатындан биш ҡыҙ. Шул гөл-сәскәләр араһында бер үҙе. Шунан баҡсасы булмай кем булаһың инде?
...Тәүге ҡатыны Зилә менән яратышып өйләнештеләр улар. Бер уҡыу йортон тамамланылар. Әйткәндәй, шул төҙөлөш институтында уҡып йөрөгәндә таныштылар ҙа инде. Дүртенсе курста уҡығанда, үҙҙәре йәшәгән ятаҡтың аш бүлмәһендә осратты Айрат ҡыҙҙы. Шырпыһына һыу тейеп, газ плитәһен тоҡандыра алмай аҙапланып торғанында ярҙамға килде. Кеҫәһенән ҡабыҙсығын сығарып, һә тигәнсе эште көйләп тә ебәрҙе. Ләкин сибәр ҡыҙ янынан тиҙ генә китергә ашыҡманы.
Зилә ике курсҡа түбән уҡый икән. Ҡала ҡыҙы булһа ла, ябай, һөйкөмлө генә. Егеткә оҡшап ҡалды. Аҙаҡ бешкән аш менән кәстрүлен бүлмәһенә илтеп ҡуйырға ярҙамлашты. Тегеһе, үҙ сиратында, уны тәмле һурпа менән һыйлап сығарҙы. Байтаҡ һөйләшеп ултырҙылар. Иң мөһиме, Айрат уның ҡайһы бүлмәлә йәшәгәнен белде. Үткән-һүткән һайын юлында осрарға тырышып ҡына торҙо. Киноға, театрҙарға саҡырҙы. Шулай дуҫлашып киттеләр. Зиләһе армияға оҙатып, көтөп алды. Һуңынан оҙаҡ та йөрөмәй, өйләнештеләр. Дөйөм ятаҡтан үҙҙәренә айырым бүлмә бирҙеләр. Гөрләтеп йәшәп алды ла киттеләр. Йәштәр бәхетле ине. Оҙаҡламай, шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ өҫтәп, ҡыҙҙары донъяға килде. Малай көтөңкөрәһә лә, тәүге балалары ҡыҙ булғанға артыҡ көйәләнмәне Айрат. Булыр әле, Алла бирһә, булыр малайы ла. Тормоштары башланып ҡына тора бит әле.
Ҡатыны икенсегә йөккә уҙғас, улын, баһадирын, көттө атай кеше. Исемен дә уйлап ҡуйҙы – Бәхтейәр. Олатаһыныҡы. Ә ул шәп кеше булған. Һуғышта ҡатнашҡан. Күкрәге тулы орден-миҙалдар менән ҡайтҡан.
...Төн уртаһында дауаханала ятҡан ҡатыны шылтыратҡас, телефонының төймәһен таба алмай бер булды Айрат.
– Ә, эйе-эйе, аҡыллым, тыңлайым.
– Һөйөнсө, беҙҙең ҡыҙыбыҙ бар.
– Нисек инде ҡыҙ, ә малай ҡайҙа? – Ҡолағына тиклем йырылған ауыҙын саҡ йыйып алды Айрат. Артабан ҡатынының ни һөйләгәнен дә ишетмәне, телефонын тотҡан килеш ултырҙы ла ултырҙы.
Береһенән-береһе матур, тупылдап торған ҡыҙҙарын, әлбиттә, яратты ул. Нисек яратмаһын, йондоҙ күҙле ике сабыйы уның эштән ҡайтҡанын һағынып, ҡулдарын сәпәкәйләп көтөп ала. Һөйөп туя алмай үҙҙәрен. Тик барыбер малай ҙа кәрәк.
Зиләһе өсөнсөгә лә ҡыҙ алып ҡайтҡас, кәйефе төшөп, өмөтө бөтөнләй өҙөлдө лә ҡуйҙы. Йә, үҙенең көсө менән тырышып асҡан эшен кем дауам итер? Анау тиклем донъяны кем өсөн төҙөнө һуң ул, нәҫелен дауам итеүсе лә булмағас? Етмәһә, ҡатыны ла: “Өс ҡыҙыбыҙ – өс тағаныбыҙ. Беҙгә башҡа бер кем дә кәрәкмәй, эйеме, йәнем”, – тип башҡа бала тапмаясағы хаҡында ҡолағына тишеп ҡуйҙы. Ныҡ көйҙө Айрат. Ҡан баҫымы күтәрелеп, хатта дауаханаға эләкте. Бер кемде күргеһе килмәне. Яңғыҙын бер палатаға урынлаштырыуҙарын һораны. Береһенән-береһе сибәр шәфҡәт туташтары менән дә бер ауыҙ һүҙ өндәшмәне. Стенаға ҡарап, уйланып тик ятты. Кәрәкле дарыуҙарҙы эсеп, процедураларға йөрөй ҙә тағы бер нөктәгә төбәлә. Йылы һүҙ – йән аҙығы, тигәндәре дөрөҫ. Бынауы, Зөһрә тигәне бигерәк яғымлы, ҡәһәрең. Шул ҡыҙыҡайҙың һөйләгәндәре йөрәгенә май булып яғыла инде. Килеп тороп сибәр үҙе. Хыялланып ята торғас, уның мейеһен ярып бер уй үтте: Зөһрә бит медицина өлкәһендә эшләй, ни тиһәң дә, улар грамотный халыҡ. Ҡасан ҡыҙ, ҡасан малай буласағын нисектер иҫәпләп сығарырға мөмкин, тиҙәр бит. Айраттың үҙенең дә ишеткәне бар был турала. Бәлки Зөһрә берәй малай табып бирә алыр? Туҡта, ә Зилә... Ситтә балаһы барлығын белеп ҡалһа, мәңге ғәфү итмәйәсәк. Үҙе бит, башҡа бала тапмайым, тине. Ә уға малай кәрәк. Ана шул теләге көслөрәк булып сыҡты. Айрат яйлап Зөһрәгә иғтибар бүлә башланы. Тегеһе лә тиҙ эйәләште, ҡәһәрең. Йомарт ағай матур-матур бүләктәр эшләне. Палатала икәүҙән-икәү генә ҡалып ултырған саҡтары йышайҙы. Күҙҙәрендә нурҙар уйнап, Айрат күҙгә күренеп үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Ҡан баҫымы ла тәртиптә. Йөрәге лә борсомай. Табиптар быға үҙҙәре лә аптыраны хатта.
Уның был ҡылығын ҡатыны ысынлап та ғәфү итә алманы. Зөһрәнең үҙенән бала көткәнен ире йәшермәйенсә һөйләп биргәс, артабан бергә йәшәй алмаясаҡтары тураһында әйтте. Хәләленең күптәнән көй-шайы юҡлығын һиҙеп, күреп йөрөгәйне лә бит, артыҡ иғтибар итмәне шул. Эшендә ҡыйынлыҡтар барҙыр, тип уйлай ҙа ҡуя ине. Шунда бер малай табып бирә алманы үҙе лә. Дүртенсе бала тураһында һүҙ күтәргәс, сәстәре үрә торҙо. Бәлки, малай алып ҡайтҡан булырҙар ине...
Донъя-фәлән бүлеп тормайынса, бөтә йортон ҡатынына ҡалдырып, бер көндө ғаиләһенән китте лә барҙы Айрат. Икенсе ҡаты эшләнеп бөтмәгән тағы бер йорттары бар ине, шунда сығып йәшәй башланы. Ҡыҙҙарын, ҡатынын һағынып юҡһынһа ла, бәхетле ине ул был ваҡытта. Матур хыялдары бер минутҡа ла ташлап китмәне. Нисек итеп тыуасаҡ улы менән футбол, хоккей уйнаясаҡтарын күҙ алдына килтереүҙән генә лә бөтә тәне буйлап рәхәтлек йүгерҙе. Ихатаһын махсус ҡоролмалар менән йыһазландырҙы. Инде олоғайып барған сағында теремек кенә бер малайҙың урамда йүгереп йөрөгәнен, нисек үҫкәнен күреү үҙе бер кинәнес тә баһа. Уҡытып сығарып, уны үҙенең креслоһына ла ултыртып ҡуйҙы. Эшенең бөтә нескәлегенә лә өйрәтәсәк...
Юҡ, аҡланманы Айраттың өмөттәре. Зөһрә лә ҡыҙ алып ҡайтты. Шул тиклем көтөп тә, булмағас булмай икән ул. Теләһә кемгә бирә бит Хоҙай малайҙарҙы, ниңә уға ғына юҡ? Бынау ауылдағы Сабир класташын ғына ал, бер-бер артлы ете улы тыуҙы. Йә, уға нимәгә шул тиклем малай?
Шуның Тәслимәһенә генә өйләнергә кәрәк булған да бит. Үҙен оҡшатҡанын да белә ине. Туҡтауһыҙ мыш-мыш килеп танауын тартып йөрөгәненә йәне көйә ине, эргәһендә торорғанын да яратманы хатта. Бер мәктәптә, бер синыфта уҡынылар, юғиһә. Төҫкә сибәр ине үҙе суҡынмыш. Етәү үк булмаһа ла, бер-ике малайҙы барыбер табып бирер ине. Хәҙер, ана, Сабир ҡалай ҡайҡайып йөрөгән була. Ауылға ҡайтҡанында уның зитына тейергә шәп инде. Етмәһә, водителе лә шуның улы булып сыҡты бит әле. “Һәйбәт егет, яңыраҡ ҡына армиянан ҡайтҡан”, – тип Тимурҙы хәрби комиссариатта эшләгән дуҫы тәҡдим иткәйне. Уны Сабирҙың улы икәнен аҙаҡ ҡына белде. Алмаған булыр ине. Хәҙер шуның өсөн кешене эштән ҡыуа алмай бит инде. Ә үҙенә ысынлап та һүҙ тейҙерерлек түгел, егәрле, аҡыллы егет. Тик ҡыҙын барыбер уға бирмәйәсәк. Кит әле, шул Сабир менән ҡоҙа булышһынмы ни? Юҡ инде. Ауылда ла ҡаршыһына килгәнен күрһә, йә йәшенеп ҡала, йә тиҙерәк янынан үтеп китергә тырыша. Ә ул, үс иткәндәй, артынан да ҡалмай, эйәреп йөрөп хәбәрен һөйләй. Кешесә хәл-әхүәл һорашып, матур ғына әңгәмә ҡорһа ярай ҙа бит, юҡ инде мыҫҡыл итергә тотона ла китә. “Эт бәхетле кеше инде ул һин Айрат. Бирмәне шул Хоҙай Тәғәлә миңә лә берәй ҡыҙ”, – тигән булып башлай ҙа, аҙаҡ бөтә әйтер һүҙен әйтеп бөтмәй туҡтамай. Нервыһында күпме уйнаны.
Сабирҙың үҙенең дә ҡыҙҙары юҡлыҡҡа эсе боша, һиҙҙермәй генә. Айратҡа ла йәне көйгәндән генә бәйләнә бит ул. Бер генә бөртөк булһа ла ҡыҙыҡай өйҙәрендә тупылдап йөрөһөн ине әле. Улар малайҙар ише түгел, бигерәк наҙлыҡайҙар, һөйкөмлөләр. Урамда ғына осраһалар ҙа, үҙҙәренән күҙҙәрен ала алмай. Кеҫәһендә һәр ваҡыт улар өсөн ниндәй ҙә булһа тәмлекәс табыла. Тегеләре лә өйрәнеп бөткән, күреп ҡалһалар, ялпылдашып ҡаршыһына йүгерәләр. Шуларҙың рәхмәт әйтеп, матур ғына йылмайып ҡарауҙары! Их, ниңә шул тиклем тигеҙһеҙ икән был донъя? Кемгәлер малай етмәй, кемгәлер – ҡыҙ.
Айрат Сәлим улы инде бер нәмәне лә үҙгәртеп булмаясағын аңлап, үҙен нисек тә тынысландырырға һәм артабан яҙмышына күнеп йәшәргә кәрәклеген аңланы. Хәҙер олоғая ла. Иң мөһиме – бөтәһе лә иҫән-һау, Аллаға шөкөр, матур ғына йәшәп яталар. Балалары менән аралашып тора. Әсәләрен дә ярҙамынан айырмай. Зиләһе менән шулай килеп сыҡҡанға ғына үкенгән саҡтары күп булды, әлбиттә. Ни тиһәң дә яратып өйләнгән кешеһе ине бит. Белгән булһа... Кире ҡайтырға теләген белдереп ҡарағайны ла, кеше көлдөрмәйек инде, тип ҡатыны риза булманы.
...Секретаршаһы ҡултамғаһын ҡуйҙырырға тип индергән бер өйөм ҡағыҙҙы алдына һалып сығып барғанда, ниндәйҙер йомошо иҫенә төшөп, Айрат Сәлим улы башын күтәреп ҡараны ла аптырап ҡалды. Бәй... Нисәмә йыл бергә эшләп, уға йүнләп күҙ һалғаны ла булмағансы. Һылыу ғына икән дәһә был ҡыҙыҡай. Таҙа ғына кәүҙәле булһа ла, үҙенә килешеп тора.
– Фирүзә һылыу...
– Эйе, Айрат Сәлимович, – тип ҡыҙ әйләнеп ҡарағайны, хужа телһеҙ ҡалды.
– Йә Хоҙай. – Шунан үҙен йәһәт кенә ҡулға алып: – Ней, теге ней, юҡ, былай ғына, – ул ниндәй йомошо барлығы тураһында ла онотто. – Берәй ярҙам кәрәк булһа, һора, йәме, оялма, – тип саҡ әйтә алды.
Йә, ҡартлас, тағы нимә башыңа килде? Оят түгелме һиңә, тип эсенән үҙенә асыуы килеп, Айрат шапылдатып усы менән маңлайына һуғып-һуғып алды. Ҡыҙ иһә, бер нәмә лә аңламаным, тигәндәй, яурындарын ғына һикертте лә сығып китте.
Иртәгәһен өҫтәлендәге вазала күҙ яуын алып торған ҡып-ҡыҙыл розаларҙы күреп, Фирүзә аптырап ҡалды. Кемдән булыр икән? Бер ниндәй яҙыу-фәлән дә ҡалдырмағандар. Әллә кемдәрҙе күҙ алдынан үткәрҙе, әммә хужаһынандыр тип башына ла килмәне. Инде ҡырҡҡа етеп килеп, бер тапҡыр ҙа кейәүҙә булмаған Фирүзә Айраттың күңелен башкөллө ялмап алды. Нисек һаман кейәүгә сыҡмай йөрөгән тиген? Нужәли бер кеме лә юҡ икән? Эй, улай тиһәң, беҙ, ирҙәр, ысын матурлыҡты күрә беләбеҙме ни ул? Эшенә лә бик яуаплы ҡарай был ҡыҙ, ҡушҡанды һәр ваҡыт еренә еткереп башҡара. Нисәмә йыл эшләп, бер ҡасан да һынатҡаны булмағандыр. Был юлы ла... Айрат Сәлимович бер нисек тә уй-хыялдарын йүгәнләй алманы. Эйе, эйе бөтә ышаныс Фирүзәлә генә хәҙер. Бына ул, исмаһам, булдырасаҡ...
Фирүзәнең өҫтәлендәге гөлләмәләр алышынып ҡына торҙо. Ҡыҙҙың, әлбиттә, уларҙың кемдән икәнен белгеһе килде. Тик нисек? Бер көндө шәп кенә хәйлә уйлап тапты:эшкә ваҡытынан алдараҡ килергә лә көтөргә. Һәм ул шулай итте лә. Оҙаҡ көтөргә лә тура килмәне. Машинан сәскә тотоп сығып килгән хужаһын тәҙрә аша күреп, хайран ҡалды. Әллә ысынлап та матур гөлләмәләрҙе ул ташыймы? Юҡтыр... Хужаһын уңайһыҙ хәлдә ҡалдырмаҫ өсөн, тиҙерәк йәшенеү яғын ҡараны. Пәрҙә артынан күҙәтеп торған ҡыҙ үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы. Айрат Сәлимович үҙе бит. Туҡта, бәлки уға түгелдер. Юҡ, Фирүзәнең өҫтәленә ҡуйҙы. Бына һиңә, мә. Етмәһә: ”Гөлләмәң бигерәк матур, кемдән бүләк?”– тип һораған була бит әле.
Директоры яғынан ҡапыл иғтибар артыуына ҡыҙ аптырауҙан нимә уйларға ла белмәне. Инде сәстәренә сал төшкән, әммә үҙенә килешеп торған был ағайҙы Фирүзә лә оҡшата, ләкин башына тегеләй-былай уй инеп сыҡҡаны ла, үҙенә күҙ һалыр, тип уйлағаны ла булманы. Уның ғаиләһе бар ҙа инде. Ә ағайҙың иғтибары көндән-көн арта ғына барҙы. Бер көндө: “Әллә ҡайҙан, алыҫтан йонсоп йөрөмә”, – тип яҡындан ғына, үҙҙәренең кампанияһы төҙөгән бер йорттан фатир асҡыстарын тотторғас, бөтөнләй телһеҙ ҡалды. Уңайһыҙ, тип асҡыстарҙы алмайынса бер булды. “Хеҙмәткәремдең эшкә һуңламайынса ваҡытында килеп, бәлә-ҡазаһыҙ өйөнә ҡайтып етеүе минең өсөн дә мөһим”, – тип ағайҙарса хәстәрлекле тауышын ишетеү Фирүзәнең күңелен йомшартып ебәрҙе, ахырыһы. Бер кем дә уны шулай ҡайғыртҡаны булманы бит быға тиклем. Күнде. Ағаһы йыш ҡына хәл белергә ингеләне. Ҡыҙҙың тамам башы әйләнде. Хатта уның килгәнен көтөп ала башланы. Аралары эҫенгәндән-эҫенә барҙы. Айрат Сәлимовичтың ҡунып ҡалған саҡтары ла йышайҙы.
Бер көндө, эштә ултырған сағында, уның иҫенә келт итеп бер хәл килеп төштө. Әлеге лә баяғы шул Сабир менән булған һөйләшеү инде.
– Һиңә бер кәңәшем бар, аҡылың булһа тыңла, – тип туҡтатты был етди генә итеп.
– Йә, һөйләп ҡара.
– Әгәр ҙә малай теләһәң...
– Ҡуй әле ҡуй, юҡты һөйләп торма. Һинән малай һорағаным булдымы әллә? Мыҫҡыл итәм, тигәс тә. Белгең килһә, минең ҡыҙҙар һинең малайҙарыңа биргеһеҙ.
– Юҡ, юҡ, тикшерелгән ысул, һис көлөп әйтмәйем. Аҙаҡ рәхмәт әйтеп бөтә алмаҫһың әле. Мин һиңә дошман түгел дә. Әлеге, ҡайһы саҡта шаяртҡан булам инде. Асыуланма, – тине лә ҡорҙашының ризалығын көтөп тә тормай, тыңламайынса китеп бармаһын тигәндәй, ашыға-ашыға һөйләй ҙә башланы: – Һин былай ит, ҡатының күрмәгәндә матрас аҫтығыҙға сүкеш-балта, бысҡы һымаҡ әйберҙәр һалып ят. Һөҙөмтә буласаҡ, йөҙ проценты менән...
Ул ваҡытта иғтибар итмәһә лә, шул һөйләшеү көн буйына тынғы бирмәне уға. Бәлки, ысынлап та ярҙам итер, ә? Был турала бер нисә көн шулай уйланып йөрөгәс, хәл итте бит Айрат Сәлимович. Бөтә кәрәк-яраҡ инструментты йыйнап, Фирүзәнең фатирына илтеп ҡуйҙы ла кәрәк урынға һалып китте. Асҡыстарҙың бер комплектын әлдә үҙендә ҡалдырғайны, шуға өйгә инеү ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Ҡул бысҡыһы ғына булманы. Һатыуҙа таба алманы. Ауылдағы өйҙөң ситәнен нығытырға кәрәк, тигән булып Сабирға ла барып ҡарағайны, тегеһенең, ауылда йәшәп , бысҡыһы булмай сыҡты. Ярай, уныһы ғына инде. Бүстәк. Эйе, бөтәһе лә план буйынса ғына бара. Малайҙы ғына көтөргә ҡала.
Бер көндө тотола яҙҙы әле. Урын йыйыштырып йөрөгәндә Фирүзә ҡапыл ҡысҡырып ебәрмәһенме! Теге инструменттарҙы абайлап ҡалған икән. Карауаттың матрасын ҡалҡытып ҡарамаһа, һиҙелерлек түгел ине лә бит. Уны нимә тип күтәргәндер.
– Ни эшләп урын кейеме араһында инструменттарың ята ул? Башҡа урын тапманыңмы ни? Кладовкала урын етерлек тә инде.
Ҡапыл ишеткән был һүҙҙәрҙән тәмләп кенә сәй эсеп ултырған Айрат Сәлимович сәсәп алды ла китте. Фирүзә елкәһенә һуғып, саҡ туҡтаны. Шунда:
– Эх, аҙаҡҡы попытка ине, – тип үҙ алдына әйтеп ҡуйғанын һиҙмәй ҙә ҡалды шул.
– Ниндәй попытка?
– Ниндәй попытка булһын, походҡа тинем бит. Егеттәр менән быйыл аҙаҡҡы тапҡыр походҡа сығабыҙ, – тип хәлде саҡ төҙәтеп өлгөрҙө.
...Эх, суҡынһын ғына икән. Бөтә ҡорған хыял, өмөт бер секунд эсендә селпәрәмә килде лә ҡуйҙы. Үҙ ваҡыты еткәс, бөтә донъяға ауаз һалып, йәнә ҡыҙ бала донъяға килде. Ошо Әмилә инде. Малай булһа, Эмиль исеме ҡушам, тип йөрөгәйне лә...
Ошоларҙың барыһын да күҙҙән үткәреп, ҡыҙына ни өсөн үҙен “баҡсасы” тип атағандарын һөйләгәс, Әмилә тәгәрләп ятып көлдө лә ҡуйҙы.
– Беҙҙең арҡала шундай исем күтәреп йөрөйһөңмө ни? Ой, атай, үләм инде.
– Эйе, һиңә көлкө.
– Ниңә иларғамы ни? Шуларға үс итеп һаман да яңғыҙ йәшәйһеңме?
– Асыуың килмәҫлекме ни, исмаһам береһе өмөтөмдө аҡлай алманы бит. Ғәйепле лә түгелдәр инде, уйлап ҡараһаң. Әммә шулар халҡына нәфрәтем артты ла ҡуйҙы.
– Бер ҡыҙғанда эштәгеләрҙе лә оҙаттың инде?
– Эйе, йән көйҙөрөп йөрөмәһендәр, тинем.
– Йә, бер бөртөк малай табып бирә алманылар. Ә хәҙер бер үҙем йәшәргә өйрәндем. Береһе лә кәрәкмәй. Тегеләр, пиондарымды әйтәм, башта миңә ҡаршы пландар ҡороп, берләшкәйне. Асыуҙары ла, үпкәләре лә ҙур ине шул. Ләкин үсләшеп бер ни ҙә ҡыйрата алмағандарын тиҙ аңланылар. Барыһына ла финанс яҡтан ярҙам кәрәк. Хәҙер ана иң яҡын әхирәттәр кеүек. Теләгән ерҙәрендә ял итәләр, теләгәнен кейәләр. Барыһына ла фатир бүләк иттем. Һеҙ ҙә бер нәмәгә мохтажлыҡ күрмәй үҫтегеҙ. Шулай түгелме ни?
– Шулай, шулай. Ә ни эшләп пиондар?
– Арттан шулай һөйләйҙәр бит.
– Ә беҙ кем?
– О-о, һеҙме, һеҙ сәскәләр батшаһы – розалар.
– Бына нисек. Ә һин беләһеңме, пиондарың тағы ла ҡайҙалыр ял итергә кәңәш ҡоралар ине, буғай. Әсәйемдең кемеһе менәндер телефондан һөйләшкәнен ишетеп ҡалғайным. Бөгөн медичкаңдың өйөнә йыйылырға тейештәр. Аҡсаңды әҙерләй торһаң да була.
– Ныу, Әмилә ,телең. Кил әле, яҡыныраҡ ултыр. Төпсөгөмдө минең, бигерәк яратам шул үҙеңде, – тип Айрат ҡыҙын ҡосаҡлап яратып алды. – Ә тегеләргә килгәндә, йәнкиҫәккәйҙәремде әйтәм, йөрөһөндәр, рәхәтләнһендәр. Уларҙың шулай татыу йәшәүенә үҙем дә ҡыуанып бөтә алмайым. Тәмһеҙләшеп, талашып йөрөмәнеләр. Бына тигән балалар бүләк иттеләр. Бергә-бергә матур йәшәүгә ни етә? Әле бына шуға аптырап ултырам: малай тип нимә иҫем китеп йөрөнөм икән? Ә-ә-ә, ул ваҡытта һин юҡ инең шу-у-ул. Үҙеңә ҡарап һоҡланып туя алмайым. Еҙнәләрең, ана, үҙемдең уландарым кеүек, атай тип өҙөлөп тора.
– Шулай шул, мин дә һинең һөйләгәндәреңдән шаҡ ҡаттым. Ҡыҙ ни, ул ни, какая разница.
– Алла бирһә, һине лә берәй һәйбәт кенә кешегә бирһәк. Ә ундай егет ба-а-ар...
– Тәк-тәк, стоп. Был һорауҙы нисек тә мин үҙем хәл итермен, йәме атаҡайым.
– Шулай тип әйтереңде белә инем инде. Әммә Тимурға бирмәйем. Ул водитель менән нимә эшләмәксе булаһың?
– Ниңә, водитель кеше түгелме ни?
– Ярай, һинеңсә булһын, тик уҡытып алырбыҙ, йәме.
– Уҡытмайбыҙ ҙа, ғаиләлә бер юғары белемле кеше булғас, еткән. Икенсенән, һин – өсөһө өс төрлө белемгә эйә булған ҡатындар менән йәшәп ҡараған кеше. Эш юғары белемдә түгел икәнлеген аңлағанһыңдыр бит. Ә мин Тимурҙы яратам.
– Ә ул һине?
– Белмәйем, һорашырмын.
– Нисек инде?
– Шаяртам. Әлбиттә, ярата. Ә бит уйлап ҡараһаң, барыһына ла үҙең ғәйепле. Студент сағымда уҡ шул водителгә ышанып тапшырып ҡуйҙың бит ҡыҙыңды. Машина менән Өфөгә алып бара, алып ҡайта. Телохранителем дә булды. Күпме ғүмер бергә йөрөнөк. Хәҙер өйрәнеп бөткәнбеҙ инде бер-беребеҙгә. Ипле егет. Тәүҙә ағайым һымаҡ яҡын күреп яраттым, үҙемдеке булмағас. Ә икенсе курста саҡта ғашиҡ булдым. Шуға ғына кейәүгә сығасаҡмын, тинем һәм сығам да. Башта ҡыҙыҡ була торғайны, мин ултырыр алдынан йүгереп килеп машинаның ишеген асып, сыҡҡан саҡта ҡулын биреп бер була торғайны. Бер тапҡыр ҡулын ныҡ итеп тороп ҡыҫып тотҡайным, тартып алғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Шул ғәҙәтен ошолай саҡ ташлаттым. Йәнәһе, босының ҡыҙы.
– Ниңә, уның нимәһе бар?
– Ҡуй инде, килешмәгәнде.
– Бөтөп үҙемә оҡшағанһың шул балам. Мин үҙем дә артыҡ сөсөләнгәнде бик өнәп етмәйем... Үәт, Сабир ҡыуаныр инде.
– Аңламаным.
– Ниңә, шундай ҡыҙҙы эләктерәләр...
– Ҡайғырма, һинең дә бына тигән улың буласаҡ, атай. Тимур бик яҡшы егет. Әйткәндәй, шул ҡулын ауырттырғансы ҡыҫҡанда матур итеп йылмайып ҡарағайны. Шунда ғашиҡ булған да инде. Ҡыҙыҡ, ивет.
– Шулай, уйламаған ерҙән берәүгә ғашиҡ булып ҡуяһың шул. Ярай, бәхетле булығыҙ. Мин хәҙер бер нәмәгә лә ҡайғырмайым. Күңелем тыныс. Барыһы ла яҡшы ғына бара. Үҙемде ысын мәғәнәһендә бәхетле тоям, сөнки кампанияны ышаныслы ҡулдарға тапшырам... Артабан һин етәкселек итәһең, ҡыҙым.
– Нисек инде? Ә һин ҡайҙа йыйынаһың һуң?
– Бер ҡайҙа ла. Олоғайҙым инде, эшкә өйрәнгәнсе, һинең ярҙамсың булып бер аҙ йөрөрмөн әле. Ҡаршы булмаһаң.
– Ҡаршы буламмы һуң? Миңә һинең ярҙамың ныҡ кәрәк буласаҡ.
– Еҙнәләрең дә ярҙам итер. Уларҙың тәжрибәһе етерлек. Һәйбәт егеттәр. Тик береһен дә ҡыйырһытма. Финанс яҡтан, тим инде. Сөнки барыһы ла иркен йәшәп өйрәнгән.
– Ҡайғырма, береһен дә ситкә типмәм. Тик бына, булдыра алырмынмы икән?
– Һы, һин дә булдырмағас.
– Рәхмәт, атай, ышанысыңа.
– Үҙеңә рәхмәт, балам. Бөтә хыялымды тормошҡа ашырҙың. Ут кеүекһең. Булдыҡлыһың да, үткерһең дә. Валлаһи, егеттәр араһында ундай тәүәккәлдәр һирәк хәҙер.
“Үҙемдең урыныма иң матур, әммә хәтәр сәнскеле роза гөлөмдө ҡалдырам. Хәҙер бына сыҙап ҡараһындар... Әтеү, баҡсасы имеш”,– тип эсенән генә тантана итте Айрат Сәлимович.
...Ә шулай ҙа, Әмиләнең холҡона ҡарап, теге сүкеш-балталарҙың, ниндәйҙер кимәлдә, йоғонтоһо тейгәндер, тип уйламайынса булмай, шулай бит? Әмилә менән Тимурҙың туйында Сабир ҡоҙаһы килеп ҡолағына:
– Теге ваҡыт бысҡымдың бер яҡ һабы булмағанға һиңә бирергә оялғайным. Әлдә бирмәгәнмен. Юғиһә, малайың тыуһа, бындай шәп киленде мин тағы ҡайҙан табыр инем? Әмилә ҡыҙым өйөбөҙҙө нурға күмде, – тип шыбырлағас, икәүләп рәхәтләнеп көлдөләр. Был ваҡытта улар үтә лә бәхетле ине. Береһе – уллы, икенсеһе ҡыҙлы булды бит.
Фото: kinoafisha.info