+28 °С
Облачно
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Апреля 2025, 10:00

Бер ваҡыт ҡына...

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА (Хикәйә) – Эх, был Рәшитте, ҡәһәр генә һуҡһын! Әшнәләре менән йәнә кә­йеф-сафа ҡороп ултыра, – тип кө­йөндө Фәрит ҡарт. Эргәһендәге һөйәнмәһеҙ ултырғыстан көрөшкәне күтәреп, бер-ике уртлам һыу йотто.– Аңламай шул егет, аңламай тормош йәмен!.. Ғаиләһенән айырылып сығыуына әле йыл да юҡ. Шул “афәт”тән ҡотолоуын һаман йыуа. Байрам итерең алда әле, алда, ҡустым...

Бер ваҡыт ҡына...Бер ваҡыт ҡына...
Бер ваҡыт ҡына...

Был өс бүлмәнән торған шыҡһыҙ коммуналкала Фәрит ҡарт егерме йыл тирәһе йәшәй. Ҡаршы бүлмәләге Фуат тигәне килеп-китеп кенә йөрөй. Аҡыл инде егеткә. Һуңғы ваҡыт ике-өс айға бер генә күренеп китә. Ахыры, ғаилә­һенә кире ҡайтты. Ә ситке бүлмәләге Рәшиттең бында күсенеүенә ярты йыл ғыналыр әле. Унан алда торған Ғәзим ҡарт гүр эйәһе булғас, хужа ике йыл тирәһе бер кемде лә индермәне.
Бахыр ҡарт һуңғы көнөнәсә хаттар яҙҙы. Көндәр буйы ишек алдында почтальон ҡыҙҙы көтөп ултырҙы. Яуап хаттары алманы. Артығын һөйләмәй, кешеләр менән бик аралашмай, үҙ алдына йөрөп тик ятты. Әле Фәрит бында күсенгәнсе, ғүмеренең әллә күпме өлөшөн ошонда үткәргән, Ғәзим ҡарт гүр эйәһе булғас, хужа, уның бүлмәһен йыйыштырғанда, өҫтәленең аҫҡы тартмаһынан туп-тулы яҙылып та ебәрелмәгән хаттар тапты. Баҡтиһәң, меҫкенең бер хатын да һалмаған икән... Бөтә хаты ла ғаиләһенә исемләнгән. Моғайын, ваҡытында ғәфү итмәҫлек эш ҡылып, ярлыҡау ала алмағандыр. Ә хаттар уны тыңлаған, аңлаған берҙән-бер серҙәше булғандыр. Хужа иң өҫтә ятҡан һуңғы хатын алып, почтаға һалды. Яуап хаты булыр тип түгел, ҡыҙыҡ күреп...
Ҡырҡ йәшлек Рәшит фатир тупһаһын аша атлап уҙғас, Фәрит ҡарт ҡыуанып та ҡуйғайны. Икмәк-һөттән, тәмәкенән өҙҙөрмәҫ тип. Ҡайҙа ул, кәйеф-сафанан бушамай. «Бумала баштары» ла табылып тора бит әле үҙенә...
Фәрит ҡартҡа бүлмәһен йыйыш­тырырға, аптека, магазинға аҙыҡ-түлеккә йөрөргә райсобестан бер урта йәштәрҙәге ҡатынды тәғәйенләнеләр. Исеме Гөлфара тиме? Ул көн аша тиерлек иртән йүгереп килеп инә лә, һатып алып килергә кәрәк нәмә­ләрҙең исемлеген ҡалын дәфтәренә яҙып, аҡса алып, кире сығып йүгерә. Төштән һуң ауыр сеткаһын саҡ һөйрәп йәнә килеп инә. Дәфтәренә яҙылған нәмәләрҙе генә ҡалдырып, үҙен көтөүсе икенсе берәүгә ашыға. Ярты ауыҙ һүҙ ҡушырға ла ваҡыты юҡ. Гөлфара инеп сыҡҡан һанаулы ғына бер  нисә минут эсендә ҡарт, йәш ҡатындың зифа буй-һынын, тығыҙ, матур кәүҙәһен, түңәрәкләнеп, ым­һын­дырып торған арт һынын, күкрәктәрен күҙе менән ҡапшап, алдан әйтергә әҙерләп ҡуйған йомоштарын да онотоп, ауыҙынан һеләгәйен ағыҙып, торған урынынан ҡуҙғалмай ҙа ҡатып тороп ҡала. Шунан:
– Суҡынмағыр, бер аҙ оҙонораҡ күлдәк кейеп, күкрәктәрен ҡап­лабыраҡ йөрөһә ни була? – Ҡарт уфылдай-буфылдай шығырҙап торған карауатына барып йығылды. Сәғәттең нисә икәнен дә белгән юҡ, будильнигы ватыҡ. Ҡарт стена яғына боролоп ятты. Үҙенең Рәшит кеүек шәп саҡтарын иҫкә төшөрҙө.
* * *
... Ҡатыны, балалары ла бар ине бит уның, ҡәҙерҙәрен генә белмәне. Әле булһа Әминәһенең:
– Эсмә, эшкә ин, балаларыбыҙҙы үҫтереп, кеше итәйек. Бер нәмә уй­ламайһың. Әллә ғүмер буйы эсеп кенә йөрөргә уйлайһыңмы? Балалар үҫмәҫ, ҡартаймаҫмын, тиһеңме?! – тип илағаны һаман күҙ алдында... Ҡарт­тың күҙҙәренә йәш тығылды.
– Ниңә генә тыңламаным икән һине, кәләш? Бөгөн бында түгел, ә ғаиләм менән бергә, балаларыма ҡәҙерле атай, ейәндәремә олатай булып ултырыр инем, ә һин өләсәй... 
Э-э-й! Нимәһе бар уның хәҙер? Ошо корвалол еҫе тулған бер бүлмәһе, үҙе­нә һәм бер кемгә лә кәрәкмәгән бахыр, яңғыҙ башы. Әлегә, Аллаға шөкөр, бер аҙ тороп йөрөштөрә ала. Нисә көнгә бер булһа ла ишек алдына сығып ултыра. Ни тиһәң дә, тормош дауам итә. Фәрит ҡартайған тип, бер нәмә лә тиҙлеген кәметмәй.
... Курсташтары араһында уның Әминәһе  иң сибәр, иң аҡыллы ҡыҙ ине. Фәрит үҙе лә «ничего» ғына булды... Күңеле Әминәне һайланы. Байтаҡ егеттәрҙе көнләштереп, өйләнешеп тә ҡуйҙылар. Беренсе никах төнөндә ул:
– Ҡәҙерлем, бөгөн беҙҙән дә бәхетле кеше юҡ был донъяла! Һәр яратҡан, яратылған кеше үҙенсә бәхетле. Беҙ бәхетле булырбыҙ, эйе бит?! Беҙҙең ғаиләбеҙҙең үҙенә генә хас матур, бай йөкмәткеле китабы булыр! Ыша­наһыңмы?.. Беҙ уны икәү яҙырбыҙ. Ул башҡаларҙың китабына оҡшамаясаҡ. Ишетәһеңме, һөйөклөм?!.
– Эйе, эйе! – тигәйне кәләше иркәләнеп.
Ҡарт тороп ултырҙы. Көрөшкәләге һыуына корвалол тамыҙып, эсеп ебәрҙе.
Сәләмәтлек тә шәптән түгел. Йөрәге лә көндән-көн нығыраҡ үҙен һиҙҙерә башланы. Язваһы бер нәмә лә ашарға бирмәй, һис баҫылмай ауыртып, ҡоҫтороп тик тора. Әле яңы ғына алған дарыуҙары ла бөттө. Бая Гөл­фараға шул дарыуҙы алырға ҡушыр­мын тип тора ине бит ул, онотто. Тәнтерәкләп тәҙрә эргәһенә килеп баҫты. Йыуылмаған тәҙрәнән моңһоҙ донъя тағы ла моңһоуыраҡ күренде. Аяҡтары йүнләп тотмағас, эргә­һендәге тәпәш ултырғысҡа ултырҙы.
...Хәтирәләре һаман эҙәрлекләне ҡартты. Беренсе сабыйҙарын балалар табыу йортонан алып ҡайтыуҙары иҫенә төштө. Ҡайтҡас, Әминәһе ме­нән бик оҙаҡ бәпәйҙәренә текәлеп ултырҙылар. Ә ул, бер нәмә лә белмәй, йоҡлап тик ятты.
– Был – һөйөүебеҙҙең емеше. Бар ғүмеребеҙҙе уға бағышларбыҙ, эйе бит, йәнем? – тип бәхетле йылмайҙы Әминә. Фәрит нимә тип яуап­лағандыр, әммә кәләшенең хис һалып, нәзәкәтле итеп әйтә белеүенә һоҡланғаны онотолмаған. Бына сабый уянды. Аҫты еүешләнгәндер, асыҡ­ҡандыр. Матур ғына тауыш менән илап ебәрҙе. Йүргәген ысҡындырғас, бала аяҡ-ҡулдарын һуҙып, рәхәтләнеп кирелде. Йәш атай менән әсәй сабыйҙың һәр хәрәкәтенә ҡыуанып, бәпестәренән күҙҙәрен дә айыра алманы. Башлап Әминә телгә килде:
– Ҡалай бәләкәй... Ҡулдарын, аяҡтарын ҡара һин уның! Эй, Хоҙайым, рәхмәт яуһын үҙеңә, беҙгә шундай сабый бүләк иткәнең өсөн! – Сабый кирелеп бөткәс, ауыҙын сәпелдәтеп, мыжып, имергә эҙләй башланы. – Илама, илама, балам! Хәҙер, йүргәктәреңде генә алыштырайым да... Беҙ бит эргәңдә, һинең менән... Бына, улым, донъя ошолай була инде! Нисек, матурмы донъя, оҡшаймы? – тип әсә, сабыйын ир­кәләп, әсәлек тойғоларында кинәнде. Фәрит бәхетенән йылмайҙы ғына:
– Ҡара әле, кәләш, яурынындағы бынау миңен. Минең дә тап ошо тәңгәлдә миңем бар бит. – Ул яурынбашын асып, миңен күрһәтте. Бына, тап килһә, килә икән, ә!
Ул арала сабый илай башланы. Әминәһе, йәтешләп, тегене тиҙ генә биләп тә ҡуйҙы, әйтерһең, көн дә бала биләгән!.. Биләп бөттө лә әсә бәпесен күкрәгенә һалды. Теге, эшем эйәһе, тырышып-тырышып һура. Фәрит шул саҡ ҡыуанып:
– Ҡара әле, әсәһе, ҡара, ниндәй бәләкәй, ә үҙ эшен белә, йәшәргә тырышып ята. Бәләкәсем, мин һинең атайың булам, таныйһыңмы?!. – тип һөйләнде. Сабый имде-имде лә, арып, йоҡлап китте. Бәләкәс кенә, төймәләй танауы өҫтөндә тир бөртөктәре хасил булды.
– Эшем эйәһенең эше бөттө инде, – тип әсәһе лә, сабыйының битенән йомшаҡ ҡына үбеп, һаҡ ҡына урынына һалды. Фәрит:
– Әсәһе, әйт әле, улыбыҙ кемгә оҡшаған?
– Кемгә булһын – һиңә инде, һиңә! – тигәс кәләше, ул осоп китерҙәй булып йөрәкһегәйне. Ысынлап та, улы үҙенең «копияһы» булып үҫте. Хатта атлап йөрөүҙәренә тиклем – һуйған да ҡаплаған. Тик айырылып сығып киткәндән алып, улар тураһында хәбәр-хәтер юҡ... Бөгөнгө айыҡ башы теге ваҡытта булһасы... Әминәһенең айырылғыһы килгәндән түгел, аптырағандан айырылғанын да белә ул. Ҡурҡытып алайым быны, тигән­дер. Үҙе лә шыйыҡ танау, йәнәһе, үҙем беләм, үҙемсә йәшәйем: эшләмәнем, эстем, «гулять» иттем! Әминә:
– Улай булғас, айырылышайыҡ, мин арыным һинең еңел-елпелегеңдән, – тигәс.
– Минән айырылып, алимент алып, рәхәтләнеп гулять итмәксеһеңме?.. Ундай рәхәт тормошто күрһәт­мәйәсәкмен мин һиңә, – тине.
– Ул бала аҡсаһы, миңә түгел... Суд һинән һорап тормаясаҡ, эш хаҡыңдан күсереп торасаҡ...
– Ә мин һиңә үс итеп бер ваҡытта ла эшләмәйәсәкмен, ишетәһеңме, бер ваҡытта ла!
Ул эшләмәне лә...
Приставтар ҙа:
–Эшләмәгән кешенән нимә алаһың инде, – тип аптырауҙан ары үтмә­неләр...
Әминә:
– Суҡынып китегеҙ!.. – тине лә, ике балаһының береһен күтәреп, икен­сеһен етәкләп, суд бинаһынан, – һеҙгә көнөң ҡалмаһын, – тип, сығып, ҡайтып китте.

* * *
– Тамаҡҡа берәй нәмә йүнәтергә кәрәктер, – тигән уй менән ҡарт өҫтәл эргәһенә килде. Бер стакан кефир эсте. Шул ваҡыт кемдер ишек шаҡыны. Кем булыр икән? Рәшиттең сығып киткәне тойолманы, тик бер кем дә ишек асмай. Фәрит үҙе барып асты. Асһа, почтальон тора.
– Дауытов Ғәзим һеҙ булаһығыҙмы, олатай?
– Юҡ, ул юҡ ине бит әле.
– Ҡайҙа, магазинга киттеме әллә? – тип ныҡышты ҡыҙ.
– Юҡ, юҡ, ҡыҙым! Ул әхирәткә китте, ҡартайғас кеше үлә бит, ул да үлде, – тине.
– Уға сәләм бар ине бит әле, – тип ҡулындағы хатты сумкаһына кире тыға ғына башлағайны, ҡарт ҡыҙҙы туҡтатты.
– Һеңлем, ҡалдыр хатын. Мин уға үҙем алып барырмын. Ғәзим ағай бик оҙаҡ көткәйне ул хатты. Тик көтөп ала алманы, китте. Почтальон ҡайҙа алып барырын төпсөнөп торманы, хатты ҡарттың ҡулына тоттороп, шәп-шәп атлап сығып китте.
Фәрит хатты уҡып, аптырап китте. «Бәрәкалла, ҡатынынан бит был хат! Яуап яҙмаҫ, тип ҡурҡып һалмаған хатҡа яуап. Һуңлаған, һуңлаған хат!..» Ҡапыл ҡарттың башына көтөлмәгән уй килде. Тоторға ла Әминәһенә хат яҙырға. Бәлки, миңә лә яуап хаты килер, тигән өмөт менән өҫтәлгә бер табаҡ ҡағыҙ бите алып һалды. Тик нисек башларға, нимә тип яҙырға?..
Сәләм хат, уҡы шат! – тип яҙып ҡуйҙы. Ҡуйҙы ла, дәфтәренең битен шытырҙатып йолҡоп алды.
– «Минең хатты уҡып, ул ниңә шатланырға тейеш әле?.. Уҡымай, йыртып ташлаһа ла, үпкәләргә хаҡым юҡ. Мин уға ниндәй изгелек эшләгәнмен? Киреһенсә... Ул ни мин алимент түләмәһәм дә, балаларымды матур итеп үҫтергән... Өйҙән сығып киткәндә улыма – ете, ә бәләкәсемә ике генә йәш ине...»
Ҡарт дәфтәренең икенсе битен асып, яҙыуын дауам итте:
«Һаумы, Әминә! Һеҙҙе һағынып хат яҙам мин – атайығыҙ Фәрит.
–Хәлдәрегеҙ нисек? Балалар ни хәлдә йәшәп яталар? Үҙеңдең сәләмәтлегең? Күрше–тирәләр, туғандар?.. Мине белеүселәргә, иҫләп һораусыларға күп сәләм тапшырығыҙ. Әминә, һин хәҙер пенсиялалыр инде...
Мин бер көйө шунда. Сәләмәтлек тә самалы ғына. Әүәлге комуналкала йәшәп ятам. Килгән–киткән, хәл белешкән кеше юҡ... Һеҙҙе бик һағынам, үткәндәрем, ҡырын ҡылыҡтарым өсөн бик үкенәм... Эй Әминәкәйем, ғәфү итегеҙ мине! Балаларға ла еткер шуны. Хушығыҙ! Күрешеп булмаҫтыр инде башҡа.
Сәләм менән атайығыҙ Фәрит», – тип яҙып, шунда ятҡан, Дауыт ҡарттан ҡалған һары конвертка һалып, йәбештерҙе.
Ҙур эш башҡарған әҙәм кеүек, ҡарт яңынан урынына килеп ятты. «Ваҡыт үткәреүҙәре ҡыйын. Ҡайһы берҙә, ысынлап та, гүргә инеп китһәм, яҡшыраҡ булыр ине, тип тә уйлайһың, тик һинеңсә буламы ни әле ул!.. Яҡындарының рәнйештәре лә төшкәндер, гонаһтары ла булды. Әминәһен көнләшеп теңкәһенә тейҙе, ә үҙе буш йөрөмәне бит. Ҡатын–ҡыҙҙар үҙҙәре килеп инә ине ҡосағына. Булды, бөтәһе лә булды, тик бер нәмә лә кире әйләнеп ҡайтмай был донъяла. Ҡылған хаталарың да төҙәлмәй. Аҡыл менән эш итергә кәрәк булған да бит. Ана, дуҫы Айрат, ҡалай йөрөнө, ғаиләһендәлә ал да гөл, нисә машина алыштырҙы, нисә фатир, эшендәлә күтәрҙеләр... Самаһыҙ кеше булдым, йүләр, йүгәнһеҙ »...
Айырылышҡас, миңә тейеш тип, ике бүлмәле фатирҙың бер бүлмәһен бүлеп алды. Алмаһа ла була ине, яңғыҙ башы ҡайҙа ла һыйыр ине әле. Әлеге шул кеше ҡотҡо
Бер туған апаһы әллә нимәһенә ҡаныҡты шул Әминәгә. «Бүлеп ал өлөшөңдө», – ти ҙә ҡуя, ҡороғор. Бер ҙә, балаларыңды ал, тимәне. Ә ул шуға эйәреп ҡоторҙо – йүнһеҙ, серек мейе... Бүлеп алды. Баҡ тиһә, апаһы үҙенең ҡалалағы фатирһыҙ интеккән ҡыҙы өсөн тырышҡан икән. Ни булһа ла булды, инде башты ташҡа ороп булмай. Шунда берәй изге йән эйәһе аҡыллы кәңәш бирһәсе:
– Фәрит, үҙең интегеп, ғаиләңде бимазалап йөрөмә, сығып кит, эшкә ин! Аҡса эшләп алып ҡайт та һал хәләлең алдына, балаларыңа күстәнәс алып ҡайт!.. Ундай ирҙе ҡатының ҡуш ҡуллап, үбеп ҡаршы алыр. Ҡартайған көнөңдә хан һыйында йәшәрһең, – тиһә икән дә бит... Эштәр ыңғай китер ине, моғайын. Әминәһе әйтмәне түгел, әйтте, үпкәләр урын юҡ уға.
–Минән ҡотола алмай ыҙалайһыңмы? Ҡотолдорормон мин һине! – тип ҡоторҙо ғына Фәрит.
Фатир бүлә башлағас та , Фәрит алдан уйлағанса, ғауға, күҙ йәш түгеү булманы. Әминәһе балалары менән бер бүлмәлә, ә Фәрит ҡәнәғәт кенә икенсе бүлмәне алып, күсенеп китте. Шул көндән алып яңғыҙы.
Баштараҡ бик күңелле булды, дуҫтары ла бар  ине, хәҙер әллә ҡайҙа булышып бөттөләр. Хәйер, күбеһе теге донъяла инде. Хәҙер ана шул райсобестан килеп йөрөгән Гөлфаранан башҡа, инеп сығырға кешеһе лә юҡ. Ҡайһы саҡ Рәшиткә аҡыллы кәңәш бирергә ынтылып ҡуя Фәрит ҡарт, тик ул Фәриттең хас йәш сағы,әйткәнгә ҡолаҡ та һалмай, көлә генә:
– Минең кешесә тормошом саҡ башлана, ә һин, ҡартлас, аяҡ салырға самалайһыңмы?!. – тип кенә ебәрә.
– Юҡ, ҡустым, яңлышаһың. Тимәк, кешесә тормошто һиңә лә күрергә яҙмаған, – тине Фәрит, уфтанып.

* * *
Бер миҙгелде икенсеһе алыштырып, ваҡыт үтә торҙо. Конвертка һалып йәбештергән теге хат та, өҫтәл мөйөшөндә ятып, юҡ булды. Ҡарт уның тураһында бөтөнләй онотҡайны инде. Берҙән бер көндө ишеген кемдер шаҡыны.
– Кем бар унда, инегеҙ, ишек асыҡ, – тине лә ҡарт, тороп ултырҙы.
– Һаумы, атай, инергә мөмкинме? – тип бер һылыу егет килеп инде.
Егетте күреп, кемделер төҫмөрләгәндәй булды. Ҡарттың күҙҙәренә йәш бәреп сыҡты. Былай ҙа күрмәгән күҙҙәре тома һуҡырайҙы ла ҡуйҙы. Ҡулъяулығы менән йәшен һыпырып алғас, күҙе асылып китте. Ҡаршыһында Фәриттең йәш сағы баҫып тора ине. Ҡарт яйлап ҡына тороп, егет эргәһенә килде. Уратып ҡарап сыҡты, арҡаһынан тупылдатып һөйөп алды ла, зәғиф тауыш менән:
– Һаумы, улым! – тип саҡ әйтә алды. – Ни эшләп йөрөйһөң бында?
– Бына, хатыңды алдыҡ та... Ниңә иртәрәк яҙманың уны?
– Ниндәй хат?.. Яҙғанымды хәтерләйем, ебәргәнемде юҡ...
– Кем һалғандыр, белмәйем, атай, тик ул килде. Уҡығас, борсолоуынан әсәйем ауырып китте. Хатта дауалап алырға тура килде.
– Эй, Аллаҡайым, һауыҡтымы әле?
– Эйе, хәҙер бөтәһе лә яҡшы.
– Әсәйең кейәүгә сыҡманымы ни?
– Юҡ. Димләп күп йөрөнөләр... Бәлким, һине ҡайтыр тип көткәндер... Ҡыҫҡаһы беҙ һорарға уңайһыҙландыҡ, ә ул был турала һүҙ ҡуҙғатманы.
– Һин, атай, үҙең өйләнмәнеңме һуң?
– Юҡ, әсәйең кеүек ҡатын осраманы... – Улым, ғәфү итегеҙ мине! – тип башлағайны, улы:
– Атай, әсәйем мине, һине алып ҡайт тип ебәрҙе, әйҙә, ғәп һатып тормайыҡ, йыйын, ҡайтабыҙ!
– Ысынлапмы? Әсәйең әйттеме? Һеңлең дәме?..
Ҡарт хәлһеҙләнеп ултырғысҡа ултырҙы. Өҫтәлдә ултырған йөрәк дарыуын ҡалтыраған ҡулы менән түгә-сәсә тамыҙып, эсте. Бер аҙ тынысланып, оҙаҡ ҡына уйланып ултырғандан һуң:
– Юҡ, улым, йөрөмәйем. Сәләмәтлегем дә шәптән түгел. Һеҙҙе мәшәҡәтләп... Бөгөн–иртәгә китеп барырға торам... Уныһы ла мөһим түгел... Ни йөҙ менән ҡайтып баҫайым мин һеҙҙең алға? Оят миңә, – тине.
– Аңлайым мин һине атай, әсәйемдәр ҙә аңлай. Бында һине алырға килгәнсе бик күп уйланым... Әйҙә, был турала һөйләшәһең киләһә, һуңынан һөйләшербеҙ! Ҡапыл ғына ни әйтергә лә белеп булмай, әле ваҡытымда юҡ... Унан беҙҙе өйҙә көтәләр...
Ҡарт ни эшләргә лә белмәне. Уның, әлбиттә, бик ҡайтҡһы килә, тик намыҫы ҡаршылаша. Улар минең ярҙамыма мохтаж саҡта, ташлап сығып киттем дә, хәҙер бер кемгә лә кәрәгем ҡалмағас, ҡулымдан эш килмәгәс... Юҡ, юҡ...
– Атай, әсәйем һине күптән ғәфү итте! Беҙ ҙә... Бөгөнмө, иртәгә, иртәнән һуңғамы һиңә барыбер беҙҙең янға беренсе аҙым яһарға кәрәк буласаҡ...
– Беләм...
– Шуға, әйҙә ул көн бөгөн булһын.
– Ярай, Аллаға тапшырып, бөгөн булһын.
Ҡарт шкафтан күптән кейелмәй эленеп торған костюмын килтереп
сығарҙы.
– Ошоно кейһәм нисек, булыр икән? – тине ул, улы менән кәңәшләшеп...
– Бер әйбереңде лә йыйма, һуңынан килеп алырбыҙ.
Ҡарт тумбочкалағы ваҡ–төйәген, дарыуҙарын, арлы–бирле кейемдәрен ҙур сумкаһына тултырҙы.
– Әйберҙәреңдең иң кәрәктәрен генә ал. Ҡалғандары ҡалып торһон. Һуңынан, аҙаҡ, моғайын да юл төшөр, килеп йә һатып алырбыҙ. Ишегең бикләнәме, ҡайҙа асҡысың?..
Шулай, бик күп йылдарҙан һуң, Фәрит ҡарт уйламағанда был ҡараңғы , йәнһеҙ, йәмһеҙ бүлмәнең тупһаһын аша атлап, ишек алдында торған, улының ҡара «Волга»һына сығып ултырҙы. Ҡул болғап торған Рәшиткә лә иғтибар итмәй, ҡара үткәненә боролоп та ҡарамай, ғаиләһе янына ҡайтып китте. Оло юлға төшөп алғас, улы радиоһының тауышын асып ебәрҙе. Йыр ағылды:
... Күкрәп сәскә атҡан саҡтар бер ваҡыт ҡына,
Йәшлек ваҡыт, матур ваҡыт бер ваҡыт ҡына,
Ярһыу ташҡын кеүек саҡтар бер ваҡыт ҡына...
Ҡарт үҙ алдына һөйләнеп, йырсыға өндәште:
– Эйе, һеңлем, дөрөҫ йырлайһың. Тик шуны ваҡытында аңлаһа ине кеше... Бына хәҙер ни йөҙ менән Әминәм, балаларым ҡаршыһына ҡайтып баҫам инде мин? Улар миңә ҡарата мәрхәмәтлек күрһәтте. Ә мин улар өсөн нимә эшләнем?..
– Нимә тиһең, атай, ишетмәй ҡалдым?
– Юҡ, һиңә әйтмәйем, былай ғына, үҙ–үҙем менән...
–Тулҡынланма, атай, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ. Хәҙер үткәнде онотоп, һеҙҙең “ғаиләгеҙ китабын” бергәләп яҙырбыҙ...
– Ул китап тураһында ла беләһеңме ни?
– Беләм, беләм! Бәхетле булған саҡтарығыҙҙы ла беләм...
Ҡарт тормошоноң матур саҡтарын иҫенә төшөрөп йылмайҙы.

Фәрит креслоһына һөйәлеп, концерт тыңлап,
ойоп барҙы. Уға әле бер ваҡытта ла бөгөнгөләй ауыр булғаны юҡ ине. Иң ауыр фәндән экзамен бирергә китеп барамы ни?.. Заяға үткән бер бөртөк ғүмере йәл. Иң үкенеслеһе – ҡылған хаталарҙы төҙәтөү мөмкинлеге юҡ. Шулай ҙа әле үтелмәгән юлы ҡалған. Шуны матур итеп йәшәргә ине.

Автор:
Читайте нас