+28 °С
Болотло
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Апрель 2025, 07:00

КАСКА

20 апрель - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха ҒИНИӘТУЛЛИНдың тыуыуына 100 йыл. Хикәйә Оҙон хикәйәләүҙә бер эпизод, кеше менән кешенең  аҡылһыҙ һуғышындағы бер деталь рәүешендә  үлемдән мине  каска ҡотҡарғанын бер тапҡыр яҙғайным да инде. Алыштың осраҡлы бер мәлен файҙаландым, шуға күрә уны оноторға ла мөмкин ине. Әммә каска хәтерҙән сыҡманы ла ҡуйҙы. Ул, нисектер, яҙмышым билдәһе һымаҡ булып китте: әйтерһең дә, тормошом башланғанда миңә былай тип әйтелгән: ул бәрелештә  һин мотлаҡ һәләк булырға тейеш инең, тик үлем  һине урап үтте. Уның  нишләп улай килеп сыҡҡанын һин үҙең бик яҡшы беләһең. Артабан  һин  оҙаҡ йәшәйәсәкһең һәм ҡартайып үләсәкһең...

КАСКАКАСКА
КАСКА

Кешене тәбиғәт, моғайын да, үҙенең ишеләрҙе ҡырыу өсөн барлыҡҡа килтермәгәндер, әгәр ысынлап та шулай икән, уның, ҡайһы бер хайуандарҙыҡы кеүек, баш һөйәген ҡатыраҡ итеп «яһар» ине. Ололарҙың ҙур, көслө үгеҙҙе һуйғандары иҫтә. Йыға алмай оҙаҡ аҙапландылар. Аптырағас, ярҙам һорап күршегә, һабантуйҙарҙа бил бирмәгән бәһлеүәнгә, инделәр. Теге килде лә хайуандың мөгөҙҙәре араһына бер ботлоҡ кувалда менән тондорҙо. Әммә үгеҙ йығылманы. Бәһлеүән икенсегә һуҡты. Был юлы ла бирешмәне хайуан. Тик өсөнсөгә һуҡҡас ҡына уның алғы аяҡтары тәнтерәкләй башланы... Әгәр шулай итеп кеше башына һуҡҡанда?..

Ә хоҙай кешене уҫал, ҡанһыҙ итеп, ә баш һөйәген йоҡа һөйәктән яралтҡан күрәһең, уның нимәлер булһа ла уйлап табыуына, үҙен-үҙе һаҡлай алыуына ышанғандыр. Ышанмаһа, башын анау үгеҙҙеке кеүек ныҡлы һөйәктән «яһар» ине. Һәм кеше башын һаҡлар өсөн шлем уйлап тапҡан.

Тәүтормош йәмғиәт кешеһе  күрше мәмерйәгә кергән саҡта, моғайын да, башына мамонт тиреһенән тегелгән берәй нәмә  һалғандыр. Гректарҙың Троя һуғышы ваҡытында баҡыр шлемдары булған. Рим легионерҙары тимер  каскалар кейгән. Ҡанлы егерменсе быуат һалдаттарының баштарын ҡорос каскалар һаҡланы. Хәҙер кеше бер-береһен уҡ, таш менән генә үлтермәй, атом ҡоралдары менән ҡыра, ә үҙенең башында һаман да шул металл кәпәс. Дөрөҫ, ул төрлө армияла төрлөсә. Миңә инглиз һалдаттарының каскалары бер ҙә оҡшамай торғайны – хәс тә тәрилкә инде. Уларҙан борщ һемерергә йәтеш, ә бына немец каскалары бик тә уңайлы итеп  эшләнгән. Шулай ҙа үҙебеҙҙең касканы иң  яҡшыһы тип  иҫәпләйем, сөнки  ул мине үлемдән ҡотҡарҙы.

Сәсем ҡырып алынған башыма беренсе тапҡыр мин уны ҡырҡ дүртенсе йылдың йәйендә Карель ярымутрауында кейҙем. Дивизия һөжүмгә барыр алдынан рота старшинаһы барыбыҙға ла противогаз, каскалар таратып сыҡты – һалдат аммуницияһы йәнә ике килонан артығыраҡҡа ауырайҙы. Алғы һыҙыҡтан ҡалмаҫҡа тырышып, күберәк төндәрен бара инек. Төньяҡта төндәрен шул ҡәҙәре яҡты, хатта карталарҙы ла утһыҙ уҡырға мөмкин. Төнгө сәғәт дүрттәрҙә үк йылыта башлай, иртәнсәк юғары күтәрелгән ҡояш касканы шул ҡәҙәре ҡыҙҙыра – беҙҙең баштар һалдат котелогында бешкән кеүек. Түҙмәй сисәбеҙ ҙә вещмешокҡа аҫабыҙ йәки  ҡулда тотоп барабыҙ.

Һуғышта иң этләткәне –  йоҡо туймау. Ҡай саҡ йыш ҡына башҡа балаларса уй ҙа килеп ҡуя: кеше төндә йоҡларға тейеш булғас, ниңә һуғыш кәрәк икән һуң? Ул  һуғыш өсөн  тыумағандыр бит? Маршта китеп барабыҙ, йоҡлап китеп барабыҙ, төштәр ҙә күрәбеҙ хатта. кешенең һәр осраҡҡа ла яраҡлаша алыуына иҫең  китер – мейе йоҡлай, аяҡтар  атлай. «Привал!» – тигән бойороҡто  төш аралаш ишетәбеҙ, ишетәбеҙ ҙә ҡырҡылған кеүек юл ситенә ауабыҙ һәм бер ун минутҡа ҡаты йоҡоға талабыҙ. Ҡарттар ғына йоҡламай, йәғни беҙҙең аралағы утыҙ, ҡырҡ йәштәгеләр. Улар ҡырын төшөп ята ла тәмәке көйрәтә. Ә беҙгә, яңы ғына әсәйҙәребеҙ иртә уятырға йәлләгән ун һигеҙ йәшлек малайҙарға, ай, ҡыйын – тыуған яҡ һәм бала саҡ еҫе килгән юл ситендәге сүп үләненән  башты ҡалҡытыуы үҙе бер яфа. «Торорға!» – тип ҡысҡыра сержант. Шундуҡ ҡалҡыныусы һирәк, ҡайһы берәүҙәренең түшенән, елкәһенән матҡып аяғына баҫтыра, һаман  ятҡандарының  ҡабырғаларына тибә.

Ошондай ял мәлдәрендә беҙ артыҡ йөктән шым ғына ҡотолорға тырышабыҙ: юл ситендә противогаздарҙы, каскаларҙы «онотоп» ҡалдырабыҙ. Беҙҙең арттан килеүсе рота старшинаһы әрләй-әрләй армия мөлкәтен ылауына йыя.  Оҙаҡламай бик һирәктәр генә  каска менән бара. Был ауыр тимер нәмәкәйҙән әллә мин дә ҡотолайыммы икән, тип уйлай башланым.

Бигерәк тә төнгө ике-өстәрҙә йоҡо баҫа. Был мәлдә хатта алғы һыҙыҡтағы пушкаларҙың атыуы  һирәгәйә, пулеметтарҙа тына төшә. Мин колоннала барған көйө йоҡлайым, онотолам, төштәр күрәм, уянып киткәнемдә алдағы һалдаттың вещмешогын, елкәһен шәйләйем. Тирә-яҡта –  ағаслы ҡалҡыулыҡтар, ҡалай менән ябылған ниндәйҙер өйҙәр...

Ҡапыл кемдер еңемдән тартты бит. Боролһам, бынан  алты йыл элек үлгән... әсәйемде күрҙем. Бәләкәй генә, ә хәтерҙә оҙон кәүҙәле булып  ҡалған, иҫке күлдәк, таушалған сарыҡтар кейгән, йөҙөн шау сәскәле яулыҡ менән яртылаш ҡаплаған да колонна менән йәнәш атлай. Мин күптән мәрхүм әсәкәйемдең тере булыуынан һәм эргәмдән атлауынан бигерәк, уның бында, һуғышта, өйҙән меңдәрсә саҡрым алыҫлыҡта, йөрөүенә аптырайым. Бәләкәй булғас, ул  миңә  аҫтан өҫкә ҡарай, эскә батҡан күҙҙәрендә хәсрәт, шул уҡ ваҡытта миңә булған йәлләү ҙә бар. Ул һаман да онотолмаған тауыш менән:

– Улым, каскаңды ташлай күрмә! – тине лә юл ситенә сыҡты, ҡараштары менән мине оҙатып ҡалды. Күпмелер барғас, мин артыма боролоп ҡарағанда, әсәйем юҡ ине инде.

Оҙаҡламай: «Привал!» – тигән бойороҡ яңғыраны.

Бер аҙ ял итеп, юлды дауам иткәс, минең иптәш, яҡташым Лапшиндың каскаһыҙ барыуын  шәйләнем..

– Ниңә ташланың? – тим. – Оҙаҡламай һуғышҡа  инәбеҙ бит.

– Э-э, маңлайыңа яҙылһа, суйын ҡаҙан  кейһәң дә үлтерә инде ул, – тип яуапланы Лапшин, битараф ҡына.

Һуғышҡа маршта барған көйө үк индек – таралыштыҡ та урманға йәйелдек, һәм шундуҡ тигәндәй  миңә уты аҫтына эләктек. Миналар ағас араларында ярыла, шыршылар ҡалтырай, ярсыҡтарынан ботаҡтары һынып төшә, энәләре ҡойола. Уныһы бер хәл –  ярсыҡтар һинең өҫтән оса, ә бына  ул ағасҡа, ботаҡтарға тейеп шартлаһа инде, эштәр хөрт! Бындай саҡта мотлаҡ каска кәрәк. Таштарға һылашып бер йәш кенә һалдат ултыра ине, минең ише урыҫ та, башҡорт та түгел, Себерҙән. Эргәләге бейек шыршыға тейеп мина шартланы, каскама ҙур ғына ярсығы килеп тейҙе (йәмшеген аҙаҡ күрәсәкмен), башымды ҡалҡыттым да күршемә күҙ  һалдым: уның ҡыҫыҡ ҡара  күҙҙәре яртылаш йомоҡ, пилоткаһы аҫтынан ҡан  ағып сыҡҡан. Шунда, мин дә уның хәленә ҡала инем бит, тип уйланым, ҡотом осоп.

Урал заводтарының береһендә яһалған был каска, бер ярым-ике миллиметр ҡалынлығындағы ҡорос, уның эсендә – минең баш, баш һөйәге, минең мейеләр, бәлки, мейе лә түгелдер, ә етлегергә лә өлгөрмәгән һоро матдә, кисәге үҫмер малайҙың, мәктәп уҡыусыһының серле нейрондар йыйылмаһы ғыналыр. Еңел генә ул матдәлә әлегә Чехов, Толстой, Достоевский томдары ла юҡ, Есенин, Блок шиғырҙары ла кермәгән, дөрөҫ, «Сижу за решеткой в темнице сырой...» тип башланған шиғыры  менән Пушкин бар, Плутарх, Карамзин, Ҡөрьән, Библия хаҡында һөйләп торорға ла түгел. Көньяҡ төндәренең хуш еҫле йылыһы, Коктебель тауҙары, Ҡара диңгеҙҙең тигеҙ яҫылығы, Кавказдың күккә ынтылған тауҙары ла хәтергә һеңмәгән... Теге мина ярсығы миңә лә эләкһә, шыршы аҫтында сираттағы бер пушка ите серер ине, был донъяның йәнә бер бәндәһенең юҡлығын берәү ҙә белмәҫ ине. Хәйер, уның нимәһе, мин былай ҙа  үлгәйнем: ҡырҡ дүртенсе йылда өләсәйем, ул да яу яланында батырҙарса һәләк булды, тигән ҡағыҙ  алғайны бит. Шулай булғас миңә «үлергә» өйрәнәһе түгел...

– Алға!

Һәм беҙҙең һирәгәйгән рота, бер фрицты ла үлтерә алмай, дошман минометтарының  ҡайҙан ут сәскәнен йүнләп белмәй ҙә алға ташланды. йүгерә торғас обстрелдан сыҡтыҡ,  эре таштар араһына сумдыҡ. Күпмелер ваҡыт миналар артта ярылды, унан ут  тымды, пулялар ғына һыҙғырҙы. Ашарға килтерҙеләр: кеше башына бер нисәшәр йотом спирт, итле ҡарабойҙай бутҡаһы. Эргәлә генә һуғыш бара, беҙ,  гел ас йөрөгән малайҙар, ҡабаланып бутҡа һоғонорға керештек. Тулы ҡорһаҡ менән алышҡа инергә ярамағанлығын уйлау ҡайҙа ул! «Ул ҡәҙәре күп ашамағыҙ, эсегеҙгә яра алыуығыҙ бар бит!» – тип иҫкәртә олораҡ һалдаттар. Әммә туҡтау юҡ, күбебеҙҙең тиҙҙән эшкәртелмәгән аҙыҡ тулған ашҡаҙан менән сереп ятасағыбыҙ башҡа ла инеп сыҡмай.

Старшинаның котелогыма һирпкән спиртын уртланым да, касканы һалып дымлы урман  үләненә ҡырып төшөп ашарға тотондом. Янымда – Воловик, Лапшин. Бутҡаны яртылаштырғас, касканы кейеү ниәте менән ҡалҡындым бит. Бәй, каска юҡ! Әйләнә-тирәмде ҡарап, мин уны Воловиктың башында күреп ҡалдым – ул үҙенекен юлда ташлап киткәйне, хәҙер минекен кейеп алған.

– Касканы бир! – тинем. Воловик шаяртып ҡына алғандыр, тип уйлайым  әле.

Ул яуап бирмәне, ишетмәмешкә һалышты.

– Касканы бир тим!

– Ниндәй  касканы? – аптыраған кешеләй миңә боролдо Воловик.

– Ул бит минең каска, үҙеңдекен ташлап киттең бит.

– Нишләп ташлап китәйем? Үҙемдеке.

– Ана бит йәмшәйгән ере. Егеттәр, нишләп ул минең касканы ала? – мин ярҙам һорағандай тирә-яғыма ҡарандым.

«Миңә каскаһыҙ йөрөргә ярамай, сөнки әсәйем, һуғышҡа каскаһыҙ инмә, тине», – тип әйткем килде. Тик, күр ҙә тор, бында ниндәй әсәй ти ул, һин нәмә, һаташа башланыңмы әллә, тип  көләсәктәр. Яҡлар тип Лапшинға  ышанғайным, әммә ул өндәшмәүҙе хуп күрҙе.  Холҡом үҙенекен итте: әгәр мин үҙемде хаҡлы тойһам, күрәләтә ҡыйырһыталар икән, ниңә мәмәйләнеп торорға? Мин ике ҡуллап каскаға барып йәбештем. Воловик минән ҡалҡыу, яурынға ла, күкрәккә лә киң, мине төртөп кенә ебәрҙе. Ҡалҡынып йәнә йәбештем,  был юлы ла ситкә остом. Туҡталмайым. алырға кәрәк, танауына тондорорға кәрәк! Йоҙроҡлап йөҙөнә килтер ҙә бәр! Шундуҡ елле генә яуап алдым –  үҙемдең танау ҡананы. Йәнә ташландым.

– Касканы бир, гад!

Беҙ һуғышта, беҙҙән йөҙ аҙым алыҫлыҡта ғына – дошман (финдар, тиҙәр). Ул ата, ә беҙ бында бала-саға шикелле  бәргеләшеп ятабыҙ. Әгәр шунда лейтенант Котов ҡысҡырып  ебәрмәһә, бының ни менән бөтөрөн әйтеүе ҡыйын.

– Туҡтатығыҙ!

– Иптәш лейтенант, ул минең касканы алды!

– Каска, ти! Бына мин дә каскаһыҙ. Хәҙер мин дә һуғышайыммы?

Күптән түгел генә училищенан килгән фырт  взвод командиры Котовтың башында  ҡыҙыл тирәсле өр-яңы офицер фуражкаһы. Дошман снайперы өсөн бик елле сәп. (Шулай килеп сыҡты ла – таштар араһынан башын саҡ ҡына ҡалҡытҡайны,  маңлайына пуля килеп тә тейҙе.)

– Уң флангыға күс тә шунан күҙәтеү алып бар! – тип бойорҙо лейтенант миңә.

Мин илле метр самаһы йүгерҙем дә шыршы аҫтына боҫтом. Ҡойолған һары энәләрҙән хасил ошо йомшаҡ урында,  ҡараңғылыҡта алыш бөткәнсе ят ине, юҡ, иң  яҡшыһы, йоҡла ла һуғыш тамамланғас ҡына  уян ине. Бында нимәһен күҙәтәһең инде? Ротаның был яғы, йәғни уң флангыһы, тыныс, ә атыуҙары  ҡайҙалыр алда, ҡалҡыулыҡта  соҡолған окоптарҙа.

Ирәйеп  ятыуымды мина сыйылдауы өҙҙө. Ул яҡынға ғына төшөп шартланы. Икенсеһе күрше шыршының осона тейҙе. Бына бер ваҡыт  һулдараҡ, рота ятҡан ергә, бер-бер артлы миналар төшә башланы бит. Һыҙғырып, сыйылдап осоп килә лә «гөрҫ» итеп ҡала. Бына йәнә береһе. Унан һуң тағы, тағы... Ә минең башта, сәсе ҡырып алынған малай башында –  ҡояшта  уңған, йондоҙло, формаһы ҡоймаҡҡа оҡшап ләпшәйгән пилотҡа. «Әсәй, мин каскаһыҙ». Аҫтында ятҡан шыршы осона тейеп берәүһе ярылһа, теге Себер егетенеке ише минең башта ла тишек яһаласаҡ, пилотка аҫтынан ҡан ағып китәсәк, күҙҙәр йомоласаҡ. Быныһы бөтөнләй яҡында ғына шартланы. Минең һис үлгем килмәй, минең әле йәшәгем килә! Һикереп торҙом да шыршынан ситкә йүгерҙем, бер асыҡлыҡҡа етеп ергә һылаштым. Ҡолаҡ һалам: һул яҡта, рота бутҡа ашаған ерҙә, миналар ярыла, ә кешеләр, обстрелдан ҡаса-ялтана, моғайын да, алға күскәндер. Мин ҡалҡындым да эйелә-бөгөлә, автоматтар атҡан, урман һирәкләнеп, ағастар ваҡланып һөҙәк ҡалҡыулыҡҡа тартылған йүнәлешкә йүгерҙем. Күрәнле-мүкле түңгәктәр, абағалар араһында аяҡтар нимәнгәлер ҡағылды. Эйелеп ҡараһам: каска! Немецтыҡы! Немец (фин) ҡасҡан сағында ташлап киткән, күрәһең. Миңә бик тә кәрәк – күп уйлап тормай кейеп тә алдым – тап-таман, ҡолаҡтарҙы ла ҡаплай, елкәне лә һаҡлай. Ә   атыш һаман яҡыная бара. Мин хәл йыйып ултырған ташҡа пуля килекп тейҙе лә ситкә кәклекте. Ары йүгерҙем.

Ҡапыл эргәләге йоморо таш  артынан сержант Постновтың йөөҙө, унан  ППШ автоматының  көбәге күренде.

– Стой! Хенде хох!

Сержант мине фриц тип уйланы, ахыры – атып өлгөрмәҫ элек тип тиҙ генә яуаплай һалдым:

–  Иптәш сержант, был мин!

Постнов таш артынан сыҡты ла аҡырып ебәрҙе:

– Дүрәк!  Тапҡанһың кейер нәмә. Саҡ үлтермәнем бит. Ул хреновинаны хәҙер үк сисеп ырғыт!!

Минең ҡорос касканы һис ташлағым килмәне, тик икеләнгәнемде шәйләгән сержант «һә» тигәнсе яныма килеп етте лә тегене башымдан йолҡоп алып ситкә быраҡтырҙы.

Бөтә взвод бында ине. Кемдер ерҙә ята, кемдер беҙгә тиклем финдар ҡаҙған окопка һылашҡан. Мин Лапшин эргәһенә һыйындым – ҡурҡыныс булғанда мин уның янында булырға тырышам. Ни тиһәң дә, яҡташ. Лапшин лейтенанттың нисек үлгәне тураһында һөйләне. «Ана, теге таш артында ята». Баҡһаң, мин уң флангыла шыршы аҫтында ятҡанда, рота ике тапҡыр һөжүмгә барған, әммә бейеклектән финдарҙы бәреп  сығара алмаған. Туҡтауһыҙ атҡандар, патрон йәлләмәгәндәр, ә беҙҙекеләр, ярты рота мәйет ҡалдырып, ошонда сигенергә мәжбүр булған.

Ярты сәғәт самаһы беҙҙең минометтар бейеклекте дөмбәҫләне. Фин пулеметтары тынып ҡалды. Аҫтан ғына беҙҙең самолет осто ла тегеләр өҫтөнә бомба ташлап китте. Тылдан шинелен дә элмәгән, муйынына автомат аҫҡан ят бер лейтенант килеп сыҡты ла взводты алға, беҙҙең миналар шартлаған бейеклеккә, алып китте. Таш араларынан йүгерә-йүгерә, ҡайҙалыр ата-ата беҙ әлеге бейеклеккә күтәрелә башланыҡ. Таштар, ваҡ ҡарағайҙар араһында әле генә минең менән ҡарабойҙай бутҡаһы ашаған егттәрҙең мәйеттәре ята. Бына Захаров Николай, ана татар Мөхәмәтшин. Каскалы берәү йөҙө иенән ергә һылашҡан, әйтерһең дә, йоҡлай. Бәй, был бит Воловик! Ярсыҡтан йәмшәйгән минең каска! Етмәһә, яғалашып та алғайныҡ. Лапшин әйтмешләй, маңлайыңа яҙылған иткән, каска кейгәнһеңме, юҡмы, ҡарап тормай... Мин Воловиктың башынан касканы алдым да башыма кейҙем.

Бейеклектә шартлауҙар, атыш тынғас, беҙ урындарҙан ҡалҡындыҡ та «ура» ҡысҡырып, һүгенә-һүгенә ҡул һуғышына керешербеҙ инде, тип уйлап, ҡалҡыулыҡтың шыма битләүе буйлап менә башланыҡ. Тауҙың түбәһенә мендек һәм... бер кемде лә  тапманыҡ, үлеләр ҙә, тереләр ҙә юҡ, окоптарҙа атылған гильзалар  ғына туҙышып ята...

Һирәгәйгән рота бейеклектең яланғас түбәһендәге таштар тирәләй ҡаҙылған окоптарға ултырҙы. Алда, урманлы уйһыулыҡтың артында, тағы ла бер бейеклек шәйләнә. Финдар, моғайын да,  шунда сигенгәндер, тимәк, беҙгә йәнә  пулялар, мина ярсыҡтары аҫтында күтәрелергә тура  киләсәк. Сыйылдап осоп килеп беҙ ултырған окопҡа яҡын ғына мина төшөп шартлағас, дошмандың бинокль аша беҙҙе ус төбөндәге ише  күреп тороуын аңланыҡ. Ошонан һуң башланды ла инде: сыйылдай, һыҙғыра, шартлай. Саҡ ҡына етмәй... Саҡ  ҡына аша һуға... Атҡан һайын яҡыныраҡ – ҡулса ҡыҫылғандан-ҡыҫыла бара. Тоҫҡап аталар. Мин ап-асыҡ күҙ  алдына килтерәм: һап-һары фин  сержанты бинокль йәки стереотруба аша беҙҙең  отделение ултырған окопты күрә, тейешле бойороҡтар бирә, ә минең йәштәге икенсе бер егет уның әйткәне буйынса  прицелдың ручкаһын бороп тора. Саҡ ҡына  етмәне... Улар минаны беҙҙең окопҡа төшөрөргә тырыша, улар беҙҙең отделениены тулыһынса ҡырырға самалай, шул иҫәптән мине лә... Кем кемдең ерен баҫып алғанын мин белмәйем, был таштар уларҙыҡымы, әллә беҙҙекеме, уныһы ла миңә мәғлүм түгел, бойороҡ биреп торған йәки прицелда ултырған фин малайына ла ҡаршылығым юҡ, уға минең зыяным теймәне, ә ул мине  үлтерергә тырыша. Сираттағы  мина бына хәҙер беҙҙең окопҡа килеп төшәсәк... Шөкөр, саҡ ҡына етмәне... Каска өҫтөндә  ваҡ таштар һикереште.

Окоп тәрән түгел. Ултырһаң, түш тәңгәленән. Тығын булғас, аҫҡа төшөр мөмкинлек юҡ – мине өс яҡлап кәүҙәләр ҡыҫҡан. Бер яғымда – яҡташым Лапшин, икенсе яҡтан – сержант Постнов, араға, етмәһә, һонтор Ступин ҡыҫылған. Мин кеше тәндәре менән таш араһына тығылырға тырышам, әммә каска барыбер ҙә – өҫтә. Йоҡа ғына металл, үлем килтергән ярсыҡ менән минең баш һөйәге араһындағы бәләкәй генә һыҙыҡ... Шартлау... Быныһы тағы ла яҡыныраҡ төштө. Эҫе һауа баҫымы, ер һелкенеүе эстәге бөтә нәмәне һурып сығарған кеүек булды. Фин егете прицелды йәнә борҙо...

Шартлауҙы мин ишетмәнем – ялағай ялтлаған кеүек кенә булды. Ҡолаҡ тондо, һауа тулҡыны өҫкә ҡалҡты, кире төшөрҙө. Яртылаш аңды юғалтҡан көйө Лапшинға ҡарайым: башы, дөрөҫөрәге, баш урынында ойошҡан ҙур ҡан киҫәге, минең яурынға ауып төштө, ҡара ҡанға гимнастеркаһы буялған (шинелде юлда ташлап киткәйнем), ҡан минең уң яҡ погон буйлап та аҡты. Кемдер йөрәк ярырҙай итеп ҡысҡырып ебәрҙе, ҡайһыһылыр ыңғырашты, һүгенде һәм шунда бер уй, хатта уй ҙа түгел, ялт итеп бер күренеш, хайуандарса инстинкт күҙ алдына баҫты: фин прицелды саҡ ҡына беҙҙең, минең яҡҡа, бора, тимәк, киләһе мина бруствер өҫтөнә төшәсәк... Мин окоптан атылып сыҡтым да артҡа йүгерергә тотондом, нимәгәлер эләгеп йығылдым, тороп йәнә бер нисә метр йүгерҙем дә бер таш артына барып яттым. Мине, ҡанға батҡан һалдатты (ауыр яраланғанмындыр тип уйлағайным), оло йәштәрҙәге санитар күреп ҡалды ла медсанбатҡа алып китте. Медсанбатта бер ботлоҡ кувалда менән һуҡҡандағы кеүек ныҡ ҡына йәмшәйгән касканы сисеп, минең шаңҡыған башты алдылар...

Әмир Әминев тәржемәһе.

Фото: culture.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас