+30 °С
Болотло
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Май 2025, 07:25

БУРБАС БАЛАҺЫ

(Хикәйә) Йома намаҙы башланырға күп ваҡыт та ҡалмағайны. Бына әкрен генә ишек асылды ла унан ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына инеп килгән Басир күренде.Аяҙ көндө йәшен һуҡһа ла, йыйылған кешеләр ул тиклем аптырамаҫ ине. “Басирмы шул...”, тип үҙ күҙҙәренә ышанмаған һымаҡ бер-береһенә өнһөҙ һораулы ҡараш ташланы мәсеттәгеләр. Башына түбәтәй, баштан-аяҡ байрамса кейенгән Басир ныҡ уңайһыҙланды, башы түбән эйелде. Тора биргәс, аяҡтарын алмаш-тилмәш баҫып, бер көрһөнөп ҡуйҙы. Тынлыҡты Ғәйнислам имам боҙҙо.

БУРБАС БАЛАҺЫБУРБАС БАЛАҺЫ
БУРБАС БАЛАҺЫ

- Әссәләәмүғәләйкүм, әссәләәмүғәләйкүм, Басир ҡорҙаш. Әйҙә-әйҙә, түргә уҙ. Һине бында күреүебеҙгә шатбыҙ. Хәйерле көндә, хәйерле сәғәттә мәсетебеҙгә аяҡ баҫтың. Ни бирмәгән Хоҙай. Иншә Аллаһ!

Басир иркен итеп һуланы ла урынынан ҡуҙғалды. Ауылдаштары алдында ул үҙен нисек тоторға белмәй аҙапланды. Үҙенә төбәлгән ҡараштарҙы күтәрә алмай шыбыр тиргә батты, әленән-әле ҡулъяулығын алып, битен ҡат-ҡат тызып һөрттө. Ә шулай ҙа мәсеткә килеп ингәс, үҙенең кәүҙәһендә ниндәйҙер еңеллек, борсоулы күңелендә әйтеп бөткөһөҙ рәхәтлек тойҙо.

Йома намаҙы уҙып, кешеләр таралғас, Ғәйнислам ҡорҙашы менән байтаҡ ваҡыт һөйләшеп ултырҙы.

- Мин, ҡорҙаш, һинең берәй ваҡыт дөрөҫ юлға баҫырыңды, тәүбәгә килереңде белдем бит, - тип Ғәйнислам ҡыуанысын белдерҙе.

Үҙенең йәшәлгән йылдары тураһында Басирҙың уйлағыһы ла килмәне.

- Эййй, йәшәлгән инде... Ул йәшәү ҙә булмаған. Күңеленең иң түренә инеп оялаған шайтандың бөтә ҡушҡан-бойорғандарын һуҡыр-һаңғырау кеше һымаҡ бойомға ашырып йөрөү генә булған.

Ҡатын бәхете ирҙән булһа, ир бәхете лә ҡатындан икәнлеген һуңлап ҡына аңланы Басир.

- Һөйләшмә шуның менән! Бөткәнме ней һиңә аҡыллы, тәрбиәле ҡыҙҙар! - тип әсәһе шул Ғәзиләгә өйләнмәҫкә күпме әйтте, күпме иҫкәртте.

Юҡ, ике ҡолағынның береһенә лә элмәне бит әсәһенең һүҙен. Бер аяғы бында, икенсе аяғы әллә ҡайҙа йөрөгән йөрөмтәл, эсергә яратҡан Ғәзилә Басирҙы арбаны, әүрәтте. Нисек итеп өйләнгәнен үҙе лә абайламай ҡалды, дегәнәк Ғәзиләнән ҡотола алманы.

Тормоштары баштан уҡ алға ыңғайламаны. Атаһы менән әсәһе иҫән саҡтарында бына тигән донъя һалып бирҙеләр. Буштан төшкән малдың ҡәҙере юҡ. Матур йорт та Ғәзиләнең күҙенә күренмәне. Эсеүе генә етмәне, ҡулдары ла тик тормауы асыҡланды. Ҡайҙа нимә ялтырай, күҙгә салынғандай әйберҙәр Ғәзилә өйөнә “аяҡланды”.

Төҙөлөштә балта оҫтаһы булып эшләгән Басирҙы, кем етте шунан ҡыҙғанып, эшенән сығартып алды. Хәҙер инде ире өй төҙөргә ялланып эшләүселәр менән дуҫлашып алды. Ауыл малын көткән саҡтары ла булды. Күберәк Ғәзилә менән өйҙә ятып эсеү менән булды.

Өҫтәүенә, Ғәзилә көмөшкә ҡыуып һатыу кәсебенән дә баш тартманы. Ихатала ҡолаҡ ҡыбырлатҡан бер баш малдары булмаһа ла, өҫтәл тулы ит, һауыт-һаба тулы ризыҡ көмөшкәгә алмаштырып-һатып та, бурлыҡ юлы менән дә өйҙәренә ағылды.

Ваҡ-төйәк урлап мәшәҡәтләнеп торманылар, ҙурыраҡҡа ынтылдылар. Кешеләрҙең ваҡ малын урлап һуйып ашауҙы сүпкә лә һанаманылар. Көтөү көткән осоронда өйгә ҡайтмаған малдарҙы һатҡылап ебәреп тә тотолдолар.

Шул ваҡиғаларҙан һуң Басирға бур Басир тигән ҡушамат йәбеште лә ҡуйҙы. Йәшәй-йәшәй бур Басир – Бурбас, ә Ғәзиләһе Ғәзекәй булып китте.

Бер генә ул тапты Ғәзекәй. Ул бала ла күберәк олатаһы, өләсәһендә йөрөп үҫте. Бөтәһе лә малай беренсе класҡа уҡырға барғас башланды. Бахыр баланы мәктәптә Бурбас балаһы тип ҡаршы алдылар. Саҡ ҡына берәй әйбер юғалһа, уны ғәйепләнеләр. Ғәжәпкә ҡаршы, Бурбас балаһы бер ҡасан да урлашманы. Үтә лә зирәк, тырыш уҡыусы булып сыҡты.

Башҡа балалар Әлифбанан дәрес һайын бер өн-хәрефте өйрәнһә, ул тиҙ арала китапты һуңғы битенә тиклем уҡып сыҡты.

Йыр дәресендә уҡытыусы апайҙары “Һәр ваҡыт булһын ҡояш!” йырын өйрәтте. Был йыр Бурбас балаһына оҡшаманы. Улай-былай әйләнгеләп ултырҙы ла:

- Апай, ә мин икенсе һәйбәт йыр беләм! – тип хәбәр һалды.

- Йә, Хоҙайбирҙе, хәҙер һине тыңлайбыҙ, тине уҡытыусы.

Малай урынынан торҙо ла сәпәкәй һуғып, яңғырауыҡлы шат тауыш менән йырлап ебәрҙе:

Беҙҙекеләр эсәләр,

Эсәләр ҙә уйнайҙар.

Эсеп-эсеп эстинәгә

Һөйәнеп ултырмайҙар!

Уҡытыусы апайҙары ни әйтергә лә белмәй торҙо-торҙо ла:

- Ярай, Хоҙайбирҙе, матур йырлайһың, ултыр! - тине. Малайҙың мажараһы бының менән генә бөтмәне.

Бер көн ауылда өй һайын йөрөп, көмөшкә ҡыуыусыларҙы тикшерә башланылар. Ғәзилә ах-вах итеп йүгереп ҡайтып инде лә көмөшкә ҡыуыу аппаратын картуф баҡсаһы буйында әҙәм буйлыҡ үҫкән кесерткәндәр араһына йәшерә һалды. Ҡабаланыуы шул тиклем булды, ихатала йөрөгән Хоҙайбирҙене аңғарманы. Өйгә килеп инеп, аппараттты таптырған ауылдаштарына күкрәк киреп ҡаршы торҙо, ауыҙынан ағыуын сәсте.

- Бында атағыҙҙың башын ҡарап йөрөйгөҙмө?! Ҡасан булһын, тотағыҙ ҙа миңә киләгеҙ. Ҡайҙа ул аппарат?! Булһа, бар, табығыҙ! Бинаһаҡҡа мине ғәйепләп! Хәҙер үҙегеҙҙе зәйәвит итәм!

- Ә мин беләм. Уны әсәй ана-а-ауында йәшерҙе! - тимәһенме был малай. Аптырауҙан әсәһенең күҙҙәре атылып килеп сыға яҙҙы. Йыш-йыш тын алды ла ултырғысҡа ултыра төштө.

Бер көн Хоҙайбирҙе мәктәпкә бер сәғәткә һуңлап килде.

- Ниңә улым, дәрескә һуңланың? - тип уны ишек төбөндә йыйыштырыусы Ғәмилә ҡаршы алды.

- Эй, ит оҙаҡ беште. Ҡасан ашағансы төн булды ла ҡуйҙы, иртәнсәк тора алманым, - тине был малай.

Ғәмилә уны һөйләндерергә тырышты:

- Кеше итте төндә ашаймы һуң?

- Кәлим олатайҙарҙың һарығын төндә һуйҙыҡ. Инде һимеҙ, инде һимеҙ һарыҡ булды.

Малай ныҡ туйыуҙанмы, “һы-ы!” тип кикереп ебәрҙе.

- Уларҙың һарығы икәнен ҡайҙан белдең һуң, улым?

- Атай менән әсәйемдең һөйләшкәндәрен ишеттем. Һы-ы!

- Ә-ә-ә, шунан һарыҡтың баш-тояҡтарын да бешереп ашанығыҙмы, улым?

- Һи-и-и, бүстәк! Атай уларҙы теүәлиттең тишегенән аҫҡа төшөрөп ебәрҙе лә өҫтөнә күп итеп тупраҡ һипте. Һы-ы!

- Ниңә уны унда төшөрҙөгөҙ һуң?

- Унда берәү ҙә күрмәй. Соҡорға күмһәң, эттәр ҡаҙып алалар ҙа ашайҙар бит... Шунан кешеләр күрә.

“Һы-ы!” тип кикерә-кикерә малай класына инеп китте. Малайҙың һүҙе тиҙ таралды. Инде һимеҙ, инде һимеҙ һарыҡтың хаҡын Басир хужаһына түләмәйенсә ҡотола алманы.

Ҡыш етте. Басирҙы тағы мәктәпкә саҡырҙылар.

- Ағай, улығыҙҙы тыйығыҙ әле, эргәһендә ултырған иптәшенә ныҡ итеп һүгенгән, - тине уҡытыусы ҡыҙ.

Атай кешенең асыуынан ирендәре ҡалтырап китте.

- Нимә тип һүгенгән?

Уҡытыусы ҡыҙ ни әйтергә лә белмәй уңайһыҙланды. Йөҙө ҡолаҡ остарына тиклем ҡыҙарҙы.

- Ярай, ағай, башҡаса улай һүгенергә ярамағанлыҡты аңлатырһығыҙ улығыҙға, - тип оҙатып ҡалды.

Басирҙың муйын тамырҙары бүртте, йөҙө йәмһеҙ булып тартышты.

Әмәлгә ярағандай, ҡапҡа эсендә уны боҙҙа шыуып, быймаларына таштай боҙ туңған уғата шат малай ҡаршы алды.

- Ну-ка, кил әле бында, сабакы малай!!!

Уныһының йүгереп килеп етеүе булды, атаһы уны муйындағы шарфынан матҡып алды ла, бесәй балаһындай итеп, өҫкә бер-икене күтәреп төшөрҙө.

Ҡурҡҡан малай бер нәмә лә аңлай алманы. Күҙҙәрен сылт-сылт йомғоланы, тынын шарф ҡыҫыуынанмы, сәсәп китте.

- Әйт әле миңә, эргәңдә ултырған Рамаҙанға мәктәптә ниндәй ямаҡай һүҙ әйттең, ә? Ә-ә-ә, әйтмәйһеңме әле... Мин хәҙер һине ошолайтып тороп...

Малайын тағы ла өҫкә күтәрмәксе булды.

- “Файмат!” тип әйттем...

Бахыр бала яр һалып илай башланы. Атаһының бар көсөнә аҡырыуына ҡурҡышынан ҡарға ултыра төштө.

- Ул һүҙҙе ҡайҙан беләһең ул, ә?

- Анау бер рәт ағайҙар менән араҡы эскәндә һин әйттең...

Басир торған урынында таш булып ҡатты. Ике ҡулы йәнһеҙ булып аҫҡа һәленеп төштө. Сөй буйындай ғына бала атаһына ғүмерлек һабаҡ бирҙе. Инде Басир ауыҙын үлсәп асыр булды.

Өлкән кластарға күсә килә Хоҙайбирҙе мәктәптә иң алдынғы уҡыусыларҙан һаналды. Яҡшы уҡыған, спорт ярыштарында еңелеү белмәгән уҡыусыны башҡаларға өлгө итеп ҡуйҙылар. Бер аҙым да артҡа ҡалмай, ҡара күләгә булып тағылып йөрөгән Бурбас балаһы ҡушаматы юҡҡа сыҡты.

Өйҙәге эскелеккә лә сик ҡуйҙы ул. Ғәзилә ниндәйҙер ауырыуға дусар булды ла өйөнән сыҡманы. Басир оҙайлы эсеүҙән дауаханаға эләкте, саҡ-саҡ аяҡ һуҙмай ҡалды. Бар донъя эше-мәшәҡәтен өйҙә Хоҙайбирҙе үҙе атҡарҙы.

Ауылда был балаға аптырап та, һоҡланып та ҡаранылар.

- Нишандан ишан тыуған да ҡуйған... Хикмәт бит был бала...

- Олатаһы мәрхүмгә ныҡ оҡшаған.

- Атлап йөрөүенә тиклем Сибәғәт ҡарт бит...

- Бәләкәй сағынан олаталарында үҫте бит. Был Бурбастарға ҡалһа, эштәр ана инде... - тип ҡул һелтәп ҡуйҙылар.

Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлағас, Хоҙайбирҙе баш ҡалаға юғары уҡыу йортона юлланды. Был ҡыуанысты тик Ғәзилә генә күрә алманы. Көндәрҙән бер көндә вафат булып ҡуйҙы. Һуңғы айҙарҙа эсмәһә лә, алдан эсеүҙәр үҙенеке итте, ҡотҡара алманылар.

Басир яңғыҙ ҡалды. Ҡатынының эскенән китеп барыуы тәрән уйға һалды. Йә, шул араҡы арҡаһында күпме кеше әрәм була. Ололар оло була белмәйҙәр. Һуң улар йәштәргә яҡшы яҡтан өлгө булырға тейештәр бит.

Улғынаһы өйҙә саҡта ҡәҙергенәһен белмәгәне өсөн йәне әсене. Ана, өйҙән ҡош булып осоп сыҡты ла китте балаһы. “Кеше түгелмен мин... Һәйбәт атай ҙа түгелмен...” Басирҙың күңеле тулды, субырлап аҡҡан күҙ йәштәре һаҡал-мыйыҡ баҫҡан йөҙө буйлап аҫҡа тәгәрәне.

- Атай, мә, эсең бошоп ултырғансы, ошо китаптарҙы уҡы, - тип улы һуңғы ҡайтҡанында китаптар ҡалдырып киткәнен хәтерләне.

Ҡабаланып урынынан торҙо ла кәштәлә ятҡан китаптарҙы ҡалына алды. “Ҡөръән”, “Сүрәләр һәм хәҙистәр”, “Салауат-шәрифтәр”, “Фикһүл ислам”, “Намаҙ уҡыу тәртибе” тигән китаптарҙы күрҙе. Үҙе лә һиҙмәҫтән буш ваҡыттарында, кистән-кис ошо китаптарҙы уҡый башланы. Уҡыған һайын түбә сәстәре үрә торҙо. Әллә ҡурҡыуҙан, әллә оялыштан арҡа буйҙары бер өшөнө, бер янды.

“Шәриғәттә ҡаты рәүештә тыйылған нәмәләрҙән: иҫерткес, отош уйыны уйнау, донъяла кеше малына хыянат ҡылыу, урлау, фәхеш ҡылыу, мосолмандарға золом ҡылыу, ялған һөйләү, вәғәҙәңдә тормау насар ҡылыҡтарҙан һаҡланығыҙ...”

Ә кем булып йәшәне ул был донъяла?

“Балаларығыҙҙы Ислам холоҡтары менән холоҡландырырға – әҙәпле, инсафлы, диянәтле итеп үҫтерергә тырышығыҙ, иң башлап үҙегеҙ балаларығыҙ өсөн күсергес булығыҙ...” Бер генә бөртөк балаһына һәйбәт атай була алдымы һуң үҙе?

Юҡ, әле тәүбәләргә килергә ваҡыт бар бит әле... Ниңә һуң әле ул бығаса намаҙға баҫмаған да, мәсеткә бер ҡасан да бармаған... Ниңә ул улғынаһын бушҡа рәнйеткән? Был малайҙы Хоҙай Тәғәлә уға бер сәбәпһеҙ бирмәгәндер бит... Исемен дә олатаһы Хоҙайбирҙе тип ҡуштырҙы бит был баланы Хоҙай биргән! Ул бер ҙә генә Бурбас балаһы түгел!

Басир кесаҙна көнө ҡыҙыу итеп мунса яҡты. Йыуынып сыҡҡас, көҙгө алдында яҡшы итеп ҡырынды. Бер ҡасан да асып ҡарамаған һандыҡтан матур яңы кейемдәрҙе өҫкә алып һалды. Иртәгә улы каникулдарға ҡайтасағын иҫләне. Таҙа итеп иҙәндәрҙе йыуып сыҡты, тәҙрә төптәрендәге гөлдәргә һыу ҡойҙо. Кәстрүл тултырып ит һалды ла бешерергә ҡуйҙы. Магазинға барып, хәйергә аҡса ваҡлатып алды.

Ә икенсе көн мәсеткә юлланды. Уға бөгөн ауыл да, осраған кешеләр ҙә бик матур булып күренде. Аллаға шөкөр, ауылдаштары, ҡорҙашы Ғәйнислам да ҡайһылай ғына күркәм кешеләр икән...

Мәсеттән сыҡҡас, Басир үҙенә ҡанаттар үҫкәндәй тойҙо. Шәп-шәп ышаныслы аҙымдар менән йортона табан ыңғайланы.

Ҡапҡа алдында улы баҫып тора түгелме шул? Эйе, улы ҡайтҡан тыуған йортона! Атаһын күрергә ҡайтҡан! Басирҙың күңеле болоҡһоно, аңлата алмаҫлыҡ шатлыҡ күкрәген ҡыҫты, күҙ йәштәренән һығылды.

- Ҡайҙан киләһең, атай?

Хоҙайбирҙе атаһына ҡаршы килеп, ике ҡуллап күрешеп алды.

- Мәсеттән, улым...

Улы бер аҙ ҡарап тора бирҙе лә атаһын ҡосаҡлап алды. Басирҙың тамағына күҙ йәштәре төйөн булып тығылды.

- Ғәфү ит мине, улым... Рәхмәт һиңә...

Фәнүзә БИКТИМЕРОВА.

Фото: kun.uz

Автор:
Читайте нас