Тынлыҡты боҙоп бәләкәсе илап ебәргәс кенә Зилә аңына килгән кеүек булды. Ләкин ашыҡманы. Сөнки, эсендәге булған бөтә ғәйепте, бәхетһеҙлеген дә бәләкәсе өсөн тип уйлай ине. Бөтә тәне, йәне менән күрә алманы үҙ сабыйын. Ерҙе тырнап үкһеп илаһа ла был хаталар мәңгелеккә үҙенең йөрәгендә ҡуҙ кеүек өтәсәген аңлағандай тыныслана төштө. Тик ни хәл итәһең, тормош булғас хаталары һәм шатлыҡтары ла булыр тигән ҡараш менән бәләкәсенә ыңғайланы. Теләр-теләмәҫ кенә бәләкәс кенә аҡ биләүгә төрөлгән сабыйын ҡулына алып бәүелтергә тырышты. Нисек кенә күтәрһә лә, бәүелтһә лә бала тынысланманы. Бәлки ул да әсәһенең яратмағанлығын һиҙгәндер.
Зилә илай-илай “ҡалдырып китәм” - тигән балаһына түшен бирҙе. Юҡ, Зилә насар кеше түгел, ул хатта бесәйҙәрҙе лә рәнйеткәне юҡ ине бит. Тик яҙмыш төрлө һынауҙар ҡуйып, аяҡ салырға ғына тора.
Зилә менән Зариф бер ауылдан. Бергә уҡынылар, бер парталарҙа ултырҙылар. Һуңғы ҡыңғырау көнө генә улар бер-береһенә булған мөхәббәттәрен аңланылар. Аттестат алғас икеһе лә юғары уҡыу йортона уҡырға керҙе, уларҙың мөхәббәттәренә бөтәһелә көнләште. 4-се курста уҡығанда Зариф үҙе теләп армияға киткәс тә Зилә мөхәббәттәренә тоғро ҡалды.
Үлеп яратҡан Зарифы армиянан ҡайтҡас үҙгәрҙе. Әллә башҡаларҙың күҙе тейҙе инде. Аңламаны. Тик һуң ине. Зилә ауырға ҡалғас та Зариф Зиләнең күҙенә ҡарап “Һин тик минең уйынсығым” булдың, “яратманым” – тигән һүҙҙәрен ишеткәндән һуң ғәрлегенән ер тишегенә керерҙәй булған Зиләнең күҙҙәренә йәш бөрсөктәре килеп бәрелде. Ярай табырмын да, ташлармын тигән балаһына һәҙер түшен биргән Зилә уйлаған уйҙарына үкенеп, илай-илай балаһын үҙенә нығыраҡ ҡыҫты.