+30 °С
Болотло
Сәсмә әҫәрҙәр
12 Сентябрь 2025, 10:35

Бәхет һибелә

Сулпан ӘБДРӘХИМОВА Үләндекүлдән Һултан күленә һа­рыҡ­тарыбыҙҙы ҡыуып алып килдек. Ҡыуыш-ҡурабыҙ менән күсендек, дөрөҫөрәге. Иртән иртүк, ҡояш ҡалҡмаҫ элек, ҡара ҡомған, йомро сүлмәкте, арба артындағы тимер ырғаҡтарға элеп, түшәк-юрғандарҙы төйнәп, балта-сүкештәрҙе, сеүәтәләрҙе оло киндер тоҡҡа тығып, ике әйләнсек һарыҡты арба артына тейәп алып ҡуҙғалғайныҡ, төштән һуңға Һултан күленә килеп туҡтаныҡ. Сыҙап торғоһоҙ эҫелә сарсаған, хәле бөткән һарыҡтарыбыҙ бер-береһен тапарҙай булып һыуға йомолдо. Быйыл ямғыр юҡ. Ямғыр түгел, иртәнсәк ергә ысыҡ та төшмәй.

Бәхет һибеләБәхет һибелә
Бәхет һибелә

Күлдең һыуы һайыҡҡан. Кәртәнең һайғауҙарын, ҡы­уышыбыҙҙы, оҙон тимер һыу һауыттарын трактор арбаһына тейәтеп ебәргәйнек, тракторист ағай күл буйына бушатып киткән икән. Атай менән Сәйҙеғүмәр бабай кәртәләрҙе йыйып, ҡора башланылар.
– Улым, атыңды туғара һал да, сәйнүкте тағанға элеп ебәр! Һауыттарға һыу ташы.
Арбанан һикереп төшөп, арҡалыҡты сисәм, дилбәгә остарындағы ырғаҡтарҙы йүгәндең дүңгәләктәренән ысҡындырам. Шунан ыңғырсаҡты сисеп алып, арбаға һалам, шаҡырайта бәйләп ҡуйылған тамаҡ бауын сисеп, дуғаның ике яғына эләктерелгән тәртәләрҙе ысҡындырам, унан дуғаны алып, арбаның алғы тәгәрмәсенә һөйәп ҡуям, ышлыя, ҡамытты сисеп, арбаға ырғытам. Атым башынан йүгәнен һыпырып алғанымды сабыр ғына көтөп тора. Йүгәнем менән атымдың һыртына ипләп кенә һуҡҡайным, ҡолатым Сәйҙеғүмәр бабайҙың саптары артынан күлгә төшөп тә китте. Улар күлдең һыуын бер аҙыраҡ еҫкәп торҙо ла, шунан ҡомһоҙланып эсергә кереште.
Юл саңына бысранған ҡомғаным менән сүлмәгемде ике ҡулыма тотоп, һыҙғыра-һыҙғыра, аттар артынан эйәрәм. Тәүҙә услап-услап танһығым булғансы һыу һемерәм, шунан күлгә сумып сығам, аҙаҡ сүлмәк менән сәйнүккә һыу һоҫоп алып, тағанға эләм дә, утын эҙләп тирәктәр араһына инеп китәм.
Атайҙар кәртәләрен ҡороп бөтөүгә минең сәйем ҡайнап, сүлмәктә картуф бешеп сыға.
– Атай, Сәйҙеғүмәр бабай, сәй эсергә килегеҙ! – арбаға менәм дә көтөүселәргә һөрәнләйем.
Сәйетғүмәр ул бабайҙың ысын исеме. Сәйхүр ғына булғасы, мин уны, Сәйҙеғүмәр, тим. Арбаға яҡын ғына итеп табын ҡороп ебәрәбеҙ. Сөсө икмәк, эре шәкәр, эҫегә шып-шыйыҡ булып ирегән һап-һары ғына май, ҡаты ҡорот, боһрап ултырған картуф – бай-түрәләр табыны ары торһон!
Ботинкаларымды арба аҫтына ырғытам да, ашъяулыҡ янына ултырам. Шым ғына тамаҡ туйҙырабыҙ, аҙаҡ тирләп-бешеп сәй һөрпөлдәтәбеҙ. Сәйҙеғүмәр бабай би­шенсегә яһап алған сәйен тәмләп кенә һемерә лә, көрөшкәһен ашъяулыҡҡа түңкәрә.
– Аллаһу әкбәр! Сәйҙән башҡа бер нәмә лә көтөүсенең һыуһынын баҫмай. Бына тамырҙар киңәйеп, зиһендәр асылып китте, күҙҙәр күреп ҡалды! Һыйыңа рәхмәт, улым!
Унан түбәтәйе менән битен яба ла, ергә түшәлгән юрғанға һуҙылып ята. Биш минут үтәме-юҡмы, танауы һыҙғыра ла башлай.
– Ана, Яйыҡ яғынан болот күтәрелде түгелме, атай?
Һуҡырҙың теләгәне – ике күҙ! Ямғыр көтәбеҙ!
– Трактор төтөнө, балам. Бынау малдар хаҡы өсөн ямғыры һибәләп китһәсе. Һарыҡтарҙың һуң, ней гонаһтары бар? Бахырҙарҙың тояҡтары нисек көймәйҙер: көндөҙ түгел, төнөн ергә баҫҡыһыҙ, табан өтөлөп бара, – атай шымып ҡала. Бер аҙ оҙон уйҙарға батып ултырғас, ауыҙ эсенән генә йырлай башланы. Көн оҙоно ҡыҙыу ҡояш аҫтында көтөү ҡыуып, кәртә ҡороп йөрөп арыны улар. Атай кирза итектәрен сисеп, сылғауҙарын итек ҡуңысына ташланы. Баш аҫтына кәстүмен төрөп һалды ла, Сәйҙеғүмәр бабай артынан әүен баҙарына китте.
Күктә ай ҡалҡты, йондоҙҙар йым-йым килде. Айҙың шәүләһе йылтыр ғына күл өҫтөнә төштө. Әкрен генә ел иҫкәс, күл ситендәге ҡамыштар быш-быш серләшә башланы, аръяҡ ярҙа өйрәк ҡысҡырҙы. Күл өҫтөнән аҡсарлаҡтар осоп үтте, сиңерткә тауыштары ишетелде. Сиңерткә күп быйыл, көндөҙ генә түгел, төнөн дә бер туҡтауһыҙ нимәһен сүкейҙер? Үләндегүлдә тынысыраҡ ине. Бында төн шомло. Һарыҡтар ҙа бөгөн тынысһыҙ һымаҡ. Нимәнәндер ҡапыл өркөп, бер-береһен тапап алып бара. Етмәһә, ололар минән алда йоҡлап бөттө. Көслө еле сығып китте, тирәктәр шаулашты, тулҡындар йүгерешеп ярға бәрелеп-һуғылды. Күл өҫтөндәге  түңәрәк айҙы үткер бысаҡ менән телгеләп ташланылармы ни?! Баяғы аҡсарлаҡтар,  хас кеше һымаҡ, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Улар беҙ килгәнгә шатмы икән шулай? Әллә, киреһенсә, кәйефтәрен ҡырҙыҡмы?
Сәйнүҡ эленгән таған аҫтында күмер көйрәй әле. Атай менән Сәйҙеғүмәр бабай йоҡлай. Улар икеһе лә ҡаҡса ғына, бәләкәс кенә булып ята. Сәйҙеғүмәр бабайҙың түбәтәйе битенән шыуып төшөп киткән, таҡыр итеп ҡырылған башы ялтырап ятҡан һымаҡ. Ә атайҙың бөҙрә сәстәре оҙон булып етеп киткән. Икеһе лә йонсоған, таған эргәһендә түңкәреүле ятҡан сөгөндөң аҫты һымаҡ, дөм-ҡара булып ҡояшҡа янған.
Мин арбалағы алама куфайка өҫтөнә һуҙылып яттым. Аяғым осонда – дуға, ыңғырсаҡ, баш осомда ҡамыт ята. Сыбыртҡы ла янда ғына. Ҡамыт еҫенә йылан килмәй, имеш. Быға тиклем йылан күренмәне былай. Яңы ерҙә нимә булмаҫ! Күктәге ай бөгөн шундай яҡты. Ул Ифаратты, Һултангүлен, Олоғырҙы, Олобейек һырттарын, Ирәндекте, бүтән алыҫ тарафтарҙы, тирәк баштарын, кәртәләге һарыҡтарҙы, тәрән йоҡоға талған кө­төүселәрҙе, хатта үлән араһындағы сиңерткәләрҙе сихри нурына ҡойондорҙо бөгөн. Ифрат яҡты бөгөнгө төн – әйтерһең, ҡәҙер кисе!
Тау баштарындағы таш һындар миңә алыҫтан ҡарасҡы һындары һымаҡ күренә. Ололарҙан, ана шул таш һындар эсендә тау эйәһе йәшәй, имеш, тигәнде ишеткән бар! Хаммат кәшәренең дә эйәһе бар, тип ҡурҡыталар. Әҙәм күҙенә ҙур ҡыҙыл үгеҙ булып күренә, имеш! Ҡурҡҡанға – ҡуш! Тау башындағы һындар бер мәл ҡыбырҙап киткән һымаҡ булды. Улай ғына ла түгел, беҙ торған ергә бер һын атлап килгән һымаҡ! Сыбыртҡы һабын усыма нығыраҡ ҡыҫтым, эргәмә килеп етһә, һауаны ярғансы шартлатып ебәрмәксемен!
Шулай ята торғас, йоҡлап киткәнмен. Бер заман көңгөр-ҡаңғыр һөйләшкән тауыштарға уянып киттем. Сыбыртҡым усымда! Арбала ятҡан килеш тирә-яҡҡа күҙ һалдым. Атай тороп ултырған, табын янында ҙур кәүҙәле ир ҡунаҡлаған. Сәйҙеғүмәр бабай баяғы урынында күккә баҡҡан көйө ята. Ай Олобейек өҫтөндә эленеп тора. Һарыҡтар тып-тын, тирәк аҫтында саптар менән ҡолаттың ҡара шәүләләре күренә. Сиңерткәләр йоҡ­ламаған, һаман нимәлер сүкейҙәр. Был төнгө ҡунаҡ тауҙан төшкән теге мин күргән һын бит! Эске бер тойғо шулай һиҙҙерҙе, ә ул бер ваҡытта ла алдамай!
Йоҡо аралаш ирҙәрҙең әңгәмәһенә бер аҙ төшөнә алмай яттым.
– Шау алтын өҫтөндә йәшәп ятаһығыҙ, ниңә һарыҡ көтөп интегәһегеҙҙер... – баяғы уҙаман тауышы был. Ул миңә арты менән ултырған, йөҙөн күрә алманым.
– Ул алтындың ҡайҙа ятҡанын белергә, йәшерелгән урынын табырға кәрәк бит әле, – тип яуаплай атай.
– Һеҙҙең ата-олатайҙарығыҙ йәшергән бит. Ҡайһы тәңгәлдәрәк икәнен әйтмәй китеп бөттөләрме ни? – баяғы ир шыбырлауға күсә.
– Беҙҙең, ҡустым, хазина эҙләй торған ҡоралыбыҙ юҡ шул. Икенсенән, алтын кемгә бәхет килтергән? Йәшерһәләр, фәҡәт ҡайҙа йәшергәндәрен әйтеп, аңғартып китерҙәр ине. Тимәк, йәшерерлектәре булмаған. Унан, ҡустым, бик анһат байып китергә теләгәндәр ҙә, тау аҡтарып, алтын соҡоғандар ҙа бәхеткә ирештеме икән? Ҡуштүбәлә алтын тейәлгән ылауҙы талап ҡасҡандар бәхет таптылар ҙамы, Оло­бейектә ат башындай алтын тапҡан Навалихин бәхетле булдымы икән? – атай тәмәкеһен тоҡандырҙы.
Тынлыҡ урынлашты.
– Түбәһе күккә тейгәндер инде Навалихиндың! Ат башындай алтынды күтәреп бейеп китмәҫ ине!
– Әллә инде... Түбәһе күктең нисәнсе ҡатына барып еткәндер... Анау ағастар аҫтында уның ҡәбере, барып һора! Әҙәм,  хазина тапһам ине, тип хыял итә лә ул, тик уның менән ҡайҙа бара һуң?
– Тапһам, нисек аҡсаға әйләндереү юлын белер инем, – төнгө ҡунаҡ бер тәмәкеһен тартып бөттө лә, икенсеһен ҡабыҙҙы. – Нишләп ул бәхет ер аҫтында ята икән ул, ә, көтөүсе ағайҙар? Нишләп Хоҙай уны ер өҫтөнә һибеп кенә ҡуймаған икән?
– Ер өҫтөнә һибелгән ул бәхет! Һибелгән! Һин, ҡустым, ер өҫтөндәге бәхетте эҙләп ҡараманыңмы һуң? Ерҙәгеһен эҙләп ҡара.
– Кәртә эсендә торған һарыҡтарыңды әйтәһеңме, ағай? Дала буйлап һибелеп киткән һарыҡ артынан оҙон сыбыртҡы һөйрәп йөрөү бәхетме, һинеңсә? – ҡунаҡ ағайҙың һүҙҙәре мыҫҡыллы яңғыраны.
Сәйҙеғүмәр бабай тороп ултырҙы. Сәйнүктәге сәйҙең һарҡындыһын кө­рөшкәһенә ҡойҙо.
– Бына, ағай, һин ер өҫтөнә һибелеп ятҡан бәхетте эҙләп йөрөйһөңмө? Тап­тыңмы һуң уны? – ҡунаҡ Сәйҙеғүмәр бабайға боролдо. – Әллә һинең дә бәхетең ошо һарыҡтармы?
– Бәхетте әйтәһеңме, ҡусты? Таптым мин ул бәхетте! Һин әйткән ер аҫ­тындағыһын да, ҡәйнеш әйткән ер өҫтөнә һибелгәндәрен дә таптым!
– Ысынды һөйләйһеңме?
– Бушты һөйләп ултырырға мин малаймы әллә? Бына ошо йоҙроғом хәтле алтын таптым! Бөтә ауыл күрҙе! – Сәйҙеғүмәр бабай төйөлгән йоҙроғон теге ирҙең танауына эргәһенә ҡуйҙы.
– Китсе?! – ирҙең күҙҙәре аҡайҙы. – Ҡайҙа иттең инде һин уны?
Бабай моңһоу йылмайҙы:
– Ай буйы ошо алама кәстүм кеҫәһендә йөрөгәйне, бер көн юғалттым да ҡуйҙым. Кеҫәлә йөрөткәндә үҙемде бер хәсрәт йөрөткән һымаҡ тойоп йөрөнөм, биллаһи! Кемгә – хәсрәт, кемгә бәхет ул алтын...– Сәйҙеғүмәр бабай тау башында ултырған таш һынға төртөп күрһәтте. – Ул хазина анау тау эйәһенеке бит!
– Китсе... Йоҙроҡ хәтлем алтын түш кеҫәңдә йөрөһөн дә, нисек бәхетте тоймайһың инде? – ҡунаҡ һаман төпсөндө.
– Ә кем әйтте һиңә, ул алтын түш кеҫәһендә йөрөнө, тип? Уны, маһайып, йөрәк тәңгәлендә йөрөтөргә һин мине кем тип белдең? Ул алтын киҫәге бына ошо кеҫәмдә йөрөнө! – бабай ҡулын кеҫәһенә тыҡты. 
Кәстүм эсенән, кеҫәне йыртып, тос йоҙроғо килеп сыҡты. Ҡунаҡ терт итеп ҡалды. Атайым күл буйын яңғыратып көлдө, уға – Сәйҙеғүмәр бабай, аҙаҡ теге ир ҙә ҡушылды. Шунан улар тынып ҡалды, телдәренә таш элгәндәй арыуыҡ ул­тырҙылар. Һәр береһе шул бәхет килтерер алтын тураһында уйлаштылармы икән, белмәйем.
– Бол таратҡан ерҙәргә эләгеп булманы инде. Тапҡан-ҡапҡаныбыҙҙы тир түгеп алдыҡ, – тынлыҡты атайым боҙҙо.
– Йә булмаһа, сәйнүк ҡайнатайыҡ, ҡунаҡты сәй менән һыйлайыҡ, – тине лә Сәйҙеғүмәр бабай таған аҫтына сытыр ырғыта башланы.
– Көтөүселәргә ҡунаҡҡа килеп, сәй генә һемереп ултырмаҫмын инде. Ит бешерегеҙ дауай, һуйығыҙ һарыҡ!
– Һин, ҡустым, беҙҙе көтөүсе тигәс тә, көн дә һарыҡ һуйып, төпөш елек һурып ултыралар, тип уйлайһыңмы? Отаралағы ете йөҙ һарыҡтың бөтәһе лә иҫәптә. Баяғы һыуыҡ картуф бар оҡшаһа... – атайым сепрәк ябылған ашъяулыҡты асып ебәрҙе.
– Кил, улым, сәй эсәйек! – атай минең аяғымдан тартты.
– Юҡ, йоҡом килә... – кире бөгәрләнеп яттым.
– Арбала кеше бармы ни?
– Эйе, минең иң ҙур хазинам ята унда. Бәхетем – улым, ята. Беҙҙең һымаҡ көтөүсе, – атайым өҫтөмә кәстүмен япты ла ҡатып бөткән устары менән арҡамдан һөйҙө.
Төш күрҙем. Һарыҡтар минең арбамды уратып алғандар ҙа: “Бә-ә! Бә-ә! Бә-әхе-ет!” – тип баҡыралар икән тим.
Иртәнсәк уянып китһәм, ҙур ҡыҙыл ҡояш өҙәңге буйы күтәрелеп киткән. Ергә ысыҡ төшкән дә, һылыу ҡамыштар, көмөш әремдәр, ап-аҡ мамыҡлы ҡылғандар, юл япраҡтары, ҡыуарған үләндәр, билсән өҫтәрендәге ысыҡ тамсыларында ҡояштың нурҙары төрлө төҫтә һикерешеп бейей. Атай менән Сәйҙеғүмәр бабай һарыҡтарҙы ҡыуып алып киткән. Улары ер ҡаплап Ҡаратауға менеп бара. Мин күлдән услап алып һыу эстем дә, көтөү артынан йүгерҙем.
– Атай, Сәйҙеғүмәр бабай! Күрҙегеҙме, ергә бәхет һибелгән! Бәхет һибелгән!
Улар мине ишетмәне, һайт-һайтлап, һарыҡтарҙы артабан ҡыуып китте. Тау үрендәге таш һындар араһына бер шәүлә инеп киткәндәй булды. Тау эйәһе ул!

Сулпан ӘБДРӘХИМОВА.

Автор:
Читайте нас