+28 °С
Болотло
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Сентябрь 2025, 08:00

Тартай теленән таба

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА (Юмористик хикәйә) Сафа бабай иртәнге сәйен эсеп, урам-тирәһен ҡараштырып инәйем әле, тип сыҡҡайны ғына, ҡапҡа яйлап ҡына асылды ла  оҙон кәүҙәһен алға эйеберәк Айытбай ҡорҙашы килеп керҙе. Бик мөһим  нәмә әйтергә килгәнлеге тын алышынан күренеп тора, хәле бөткән. Сафа янына килеп етер-етмәҫтән һаулыҡ та һорашып тормай: – Теге ни, һин өйҙә ятып белмәйһеңдер әле, кемдәр яҙғы ҡыуғында ҡатнашҡан, шуларға бүләктәр бар, имеш. Кисә минең күрше эштән ҡайтышлай кантурға саҡырып индереп, үҙен бик ҙурлағандар тип ишеттем, – тип ашығып һөйләй ҙә башланы. –Һиңә лә барҙыр  инде, йөрөнөң бит.

Тартай теленән табаТартай теленән таба
Тартай теленән таба

– Бәй, әлбиттә, миңә лә булмағас... Ә ҡайҙа бирәләр икән?

– Район үҙәгендә инде.

– Ярай улайһа, мин  остом. Электричкаға тиклем ваҡыт бар, өлгөрөргә тейешмен.

...Бәхетең бер асылһа асыла икән ул.  Сафа бабай шәп-шәп атлап вокзалға килеп етер саҡта ғына почтальон ҡыҙ артынан ҡыуып етеп, ҡулына извещение тоттороп китте. Мәскәүҙәге кейәүе посылка һалған икән. Ҡарттың тамам ауыҙы йырылды.

Район үҙәгендә лә юлы уңды. Ҙурлап бүләкләнеләр. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, йәштәр ыңғайына тырышып эшләп йөрөгәнен һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Почтаға ингәс, унда ла оҙаҡ көтөргә тура килмәне. Сибәр генә бер туташ матур  йылмайып, тиҙ арала алдына  ҡупшы  ғына йәшникте “дыңҡ” иттереп килтереп тә ултыртты.

Электричкаға ултырғас, Сафа ҡыҙыҡһыныуын еңә алманы, йәшникте асып ҡарарға булды. Нимә һалды икән кейәүе?

– Һо-о, – бабай ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. – Кроссовкиҙар...  Йәй көнө бесәндә ҙур итек башы кейеп йөрөгәнен күреп, ауыр ҙаһа, нисек уның менән көн буйы йөрөмәк кәрәк, тип үҙен йәлләп ҡуйғайны кейәүе. Шуны онотмаған тиң әле. Беҙҙеке лә түгел, ахырыһы.  Ҡарт  күҙлеген сығарып, аяҡ һауыттарын күҙенә яҡыныраҡ килтереп ҡараны. “Маде ин Германия” тип яҙылған даһа. Әт-тә-тә, ныу ала белгән бүләкте. Туҡта-туҡта быныһы тағы нимә булыр икән, тип бабай тағы ла бер төргәк килтереп сығарҙы. Сигәрит бит – болгарский. Ҡәйнәһен дә онотмаған. Һинд сәйе лә бар. Тик импорт әйберҙәр генә һалған шилма егет. Рәхмәт инде.

“Маде ин”дарға һоҡланып килә торғас, төшөргә ваҡыт еткәнен дә һиҙмәй ҡалған. Электричканан саҡ сығып өлгөрҙө. Әйберҙәрен күтәреп ҡайтып килгәндә, ҡаршыһына бер һүҙҙе бишкә арттырып һөйләүсе Шәкирә осраны бит, ҡәһәрең. Күрмәмешкә һалышып  үтеп китергә уйлағайны ла... Ҡайҙа инде?

– Нимә күтәргәнһең ул шул тиклем? – тип әйберҙәрҙе ҡапшай ҙа башланы ҡатын.

– Бына, лесхоз үҙемде бик ҙурлап ташланы. Бүләк алып ҡайтып киләм.

– Ә ниңә улай күп? Нимәләр бирҙеләр һуң?

– Ҡатындың ярһыуын күргәс, Сафа оторо маһайып китте. Уға шул ғына кәрәк тә инде. Кешене үртәмәһә, исеме Сафа буламы?

– Миңә ни бына кроссовкиҙар бирҙеләр. Һин уның еңеллеген әйт әле. Беҙ ағыҙған ағастарҙы Германияға оҙатҡандар икән. Ә нимес дуҫтар улар урынына беҙгә шундай аяҡ кейемдәре ебәргән. Алыш-биреш инде, бартер тиҙәрме шунда...

Шәкирәнең йөҙө күҙгә күренеп үҙгәрҙе.

– Ә ни эшләп беҙҙекеләргә юҡ? Һин ҡартлас хәтлем генә эшләмәгәндәр тип уйлайһыңмы? Барайым әле, күрмәгәндәрен күрһәтеп ҡайтайым. 

 Шәкирә артабан  Сафаны тыңларлыҡ хәлдә түгел ине. Ҡырт ҡына боролдо ла метеор кеүек күҙҙән дә юғалды.

Иртәгәһен туҡталышта бер көтөү ҡатын-ҡыҙ электричка көтөп тора ине инде.  Сафа уларҙы күрмәне лә. Көндөҙ хатта лесхоз бүләк иткән кизе-мамыҡ костюмын, аяғына кроссовкиҙарын кейеп, ҡулына сигәритен ҡыҫтырып, ауылды бер урап та килде әле. Эх, донъя матур, ҡәҙерен белеп йәшә лә йәшә генә.

Ысын матурлыҡты ул кис, мал-тыуарын ҡарап ингәс кенә күрҙе. Ишекте асып, тупһаны аша атлағас, аптырауҙан нимә әйтергә белмәй туҡтап ҡалды. Өй тулы ҡатын-ҡыҙ. Нимә булды һуң әле был? Ҡарсығы уға өндәшмәй генә ҡунаҡ йыйған тиһәң, һуң инде. Шәкирә лә ултыра. Бәй, лесхоз директоры ла килгән. Сафа ҡарт ауыҙы йырылып,  күрешергә тип, ике ҡулын һуҙып уға ыңғайланы. Тик ни ғәләмәт, кисә генә үҙен маҡтап торған кеше уға ҡоро ҡына ҡарап алды ла башын ситкә борҙо.

...Ҡыйынға тура килде ҡартҡа. Ауылдаштарына хәлде аңлатып бирә алды алыуын. Уның холҡона өйрәнеп тә бөткәндәр инде. Бына директор менән... Шаярттым, тип әйтеп ҡарай, тегеһенең үҙ туҡһаны туҡһан. Имеш, ауыл бисәләре ярты көн буйы эргәһенән китмәй,  кроссовки таптырғандар, шул арҡала әллә күпме эше тороп ҡалған... Сит кешеләр алдында ныҡ уңайһыҙ хәлдә ҡалдырғандар үҙен.  Уның янынан бит халыҡ өҙөлмәй.

Төн буйы аңлаша торғас, хужа ниһайәт ипкә килде бит. Шул арала бабайыбыҙ үҙе өсөн генә тотҡан “Бәләбәйский” ҙә бушаны, “Болгарский” ҙа ҡабы менән генә “осто”. Ярай әле:  “Тиҙ генә ҡайтып ет”, – тип директорҙың ҡатыны шылтыратты, юғиһә, “германский”ҙан да ҡолаҡ ҡағыуы ихтимал ине.

Бына шулай, юҡҡа ғына тартай теленән таба, тип әйтмәйҙәр.

Фото: rutube.ru

 

 

Автор:
Читайте нас