+28 °С
Болотло
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Октябрь 2025, 05:41

Ағиш ГИРФАНОВ ПУХ! (Сатирик хикәйә)

Хәмәтйән байтаҡтан бирле эштә исмаһам бер генә баҫҡысҡа булһа ла өҫкә үрләү хаҡында хыяллана ине. Уныңса, яҙмышы бары тик бер генә кешенең – үҙенең түрәһе Хамрай Ибраевичтың уға яҡты йөҙ күрһәтеүенә бәйле. Шуға күрә, тәбиғи, ул түрәһенә мөмкин тиклем күберәк яҡшылыҡ эшләргә тырышты. Әммә хөрмәтле Хамрай Ибраевич уны юғары баҫҡысҡа һаман үрләтмәй ҙә үрләтмәй.Бер заман Хәмәтйән үҙенең бер танышынан шундай һүҙ ишетеп ҡалды. Имештер, түрә бөтә ғаиләһе менән хеҙмәткәрҙәренең баҡ­саһына барып сығырға ярата. Быны ул бигерәк тә емеш-еләк өлгөргәндә хуп күрә икән.– Улайһа, хикмәт ниҙә? – тип һораны Хәмәтйән үҙенән-үҙе. – Беҙҙең баҡса юҡмы әллә? Беҙҙә ошо көндәрҙә емеш-еләк беш­мәйме?Хамрай Ибраевичтың иң кәйефле бер сағында Хәмәтйән уны баҡ­саһына ҡунаҡҡа саҡырҙы. Ул тү­рәһенең кире һуҡтырыуын көт­кәйне. Әммә эш яп-ябай булып сыҡты.

Ағиш ГИРФАНОВ ПУХ! (Сатирик хикәйә)Ағиш ГИРФАНОВ ПУХ! (Сатирик хикәйә)
Ағиш ГИРФАНОВ ПУХ! (Сатирик хикәйә)

– Мөмкин, – тине Хамрай Ибраевич. – Беҙ работниктың нисек эшләүен генә түгел, хатта баҡсала нисек ял итеүен дә белергә тейешбеҙ.
Хәмәтйәндең күңеле күккә һикерҙе. Былай булғас шыта ул, йәғни мәҫәлән, үрләй.
– Ҡасан рәхим итерһегеҙ? – тип һораны ул һаҡ ҡына.
– Яҡшы эште оҙаҡҡа һуҙырға ярамай, – тине Хамрай Ибраевич. – Мин бөтә ғаиләм, бала-сағам менән ошо шәмбелә үк килеп төшөрмөн. Көт.
Хәмәтйән күп итеп араҡы, шампанский һатып алды һәм, түрәһенә сюрприз яһар өсөн, уларҙың бер нисәһен алмағас, сейә төптәренә күмеп сыҡты.
«Труллә-лә, бруллә-лә, һоп!» Шаҡ ҡатҡан Хамрай Ибраевичтың күҙ алдында Хәмәтйән алма төбөнән «Экстра»ны һурып сығара һәм өҫтәп ҡуя: «Хәмерҙе лә беҙ, Хамрай Ибраевич, аҡсаға алмайбыҙ, баҡсала ғына үҫтерәбеҙ. Бруллә-лә, труллә-лә, һоп! Сейә аҫтынан ер һалҡынын тартҡан шампанский килеп сыға. Пух! Шампанский бөкөһө түшәмде шапылдата һәм Хәмәтйән менән Хамрай ҡо­саҡ­лашып йыр һуҙа:
«Әлмәли, әлмәли, 
бер ултырыу әллә ни...»
Улар йырлаған арала Хамрай Ибраевичтың ҡатыны, ҡәйнәһе, бала-сағаһы баҡсала еләк, сейә, ҡарағат йыя. Йәлме ни, әйҙә йыйһындар. Емеш-еләк киләһе йыл тағы үҫә ул йәки баҙарҙан һатып алаһың. Ә бына дәрәжә баҡсала ла үҫмәй, баҙарҙа ла һатылмай. Уны тик үҙеңдең түрәң генә бирә.
Хамрай Ибраевичты ҡаршы алырға әҙерлек эштәре аҙна кис үк тамам булды. Йома көнгә ҡайһы бер ваҡ-саҡ эш кенә ҡалды. Бына шул саҡ Хәмәтйәндең башына уй төштө: «Әгәр шәмбегә тиклем баҡсаға төшһәләр? Еләк-емеште утап сыҡһалар? Улай ғына ла түгел, алмағас, сейә төптәренә күмелгән араҡы, шампанскийҙарҙы шыл­дырһалар?» Ниңә уның башына бындай сәйер уй килгәндер – ул хәҙер үҙе лә аңламай. Бурҙарҙың баҡса таҙартҡан саҡтары булғылай, әммә был һирәк осрай һәм ғәҙәттә көҙ йәки ҡыш була. Шулай ҙа әле генә уйлаған уйынан Хәмәтйән ҡурҡып уҡ китте һәм күршеһе Ҡолмәткә йүгерҙе. Ҡолмәт – баҡ­саның һөнәрмәне, уның бул­дыр­маған эше юҡ, баҡсаны төрлө жуликтан һаҡлау буйынса әллә ниндәй серле ҡоролмалар ҡора белә. Бер мәл шулай Ҡол­мәттең үтә оҫталығы, үтә һөнәр­мәнлеге арҡаһында саҡ бәлә килеп сыҡманы. Уҙған йыл ул баҙына ярым автомат ҡапҡас яһап ҡуя. Ғәжәп, гүзәл, һоҡланғыс ҡапҡас була ул! Ул бурға баҙға төшөргә рөхсәт итә, әммә кире сығармай, бур баҙға төшөү менән ҡапҡас автоматик рәүештә ябыла ла ҡуя. Булғас була бит ул. Ҡолмәт ике аҙнанан баҡсаһына килһә, әлеге ярым автомат ҡапҡасты асһа, сәстәре үрә баҫа. Баҙҙа өшөп-туңған, дер-дер ҡалтыраған, битен шырт йөн баҫҡан, ябығып бөткән бер бур ултыра, ти. Ул бер аҙна буйы Ҡолмәттең бөтә вареньеһын ашап бөткән. Әле иһә сей картуф кимереп ултыра икән. Ҡолмәт шаҡ ҡатҡан. Әгәр тағы берәй аҙна килмәгән булһа, ни булыр ине... Шуны уйлауҙан, Ҡолмәт ҡапыл ғына тотлоға башлай. Дөрөҫ, бур менән ул тыныс ҡына айырылыша. Йәнәһе, һин дә бер кемгә лә ләм-мим, мин дә. Теге бур был хәлде берәйһемә һөйләгәндерме, юҡмы, әммә Ҡолмәт үҙе ярты йыл үткәс тә энәһенән ебенәсә теҙеп һалды. Шунан һуң ул шаҡ ҡатырғыс уйлап табыуҙарын, рациональ тәҡдим­дәрен ташланы.
Хәмәтйән Ҡолмәткә килеп инде һәм үҙенең баҡсаһына бөгөн үк бурҙарға ҡаршы система уйлап табыуҙы һәм ҡороп биреүҙе һораны.
– Күпме һорайһың, шул тиклем бирәм, – тине ул һөнәрмәнгә. – Сөнки минең бөтә тормошом, карьера баҫҡысына менеүем ошо системаға бәйләнгән, – Хәмәтйән уға үҙенең идеяһын һөйләп бирҙе.
– Б-булмай! – тип ҡырт киҫте һөнәрмән. – Т-теге с-саҡта ла с-сүт-с-сүт к-кеше ү-үлтер-мәнем.
Әммә Хәмәтйән Ҡолмәттең аяғына йығылып, бик-бик үтенеп һораны:
– Һинең өсөн үҙем үлермен, тигәндәй, ул-был була ҡалһа, хөкөм алдында үҙем яуап бирермен. «Үҙем яһаным», – тиермен.
Ниһайәт, Ҡолмәт риза булды. Бындай ҡатмарлы системаны бер көндә эшләү мөмкин булмаған хәл ине. Шуға күрә ул Хәмәтйән баҡсаһына ҡасандыр үҙе өсөн эшләгән, әммә теге ҡурҡыуҙан һуң һарайға ташлап ҡуйылған системаны ҡуйҙы. Шулай итеп, Хә­мәт­йән йома көн ҡалаға эшкә барып килгәнсе, жуликтарға ҡаршы оборона системаһы әҙер ине инде. Был системаның хикмәте шунан ғи­бәрәт – баҡсаны бер итеп арҡыры-буй тимер сымдар тартыла. Хужа үҙе баҡсала булған саҡта сымдар лыпын ергә ята – абынмай-һөрлөкмәй баҡсала эшләп йө­рөүеңде бел. Ә төнөн рычагты, йәғни һалмауырҙы тартып ҡуя­һың — бөтә сым бер ҡарышҡа ерҙән күтәрелә. Ул саҡта лутсы баҡсала йөрөмә инде һин. Тоҙаҡҡа эләккән шикелле абынаһың да ҡолайһың һәм тағы куй-чауа була.
Шәмбе етте. Хәмәтйән утҡа баҫҡан бесәй һымаҡ Хамрай Ибраевичты көттө – электричкалар туҡталышы менән баҡсаһы ара­һында йүгерҙе. Иртәнге электричкалар китеп бөттө – түрә килмәне. Хәмәтйән ни уйларға ла белмәне. Киләһе электричка төштән һуң, сәғәт дүрттәрҙә генә булырға тейеш ине. Ләкин түрәһенең дүрттә килере уның башына ла һыйманы. «Яҡшы эштәр иртән эшләнә», тип уйланы ул. Ул, ҡалҡыулыҡ башына менеп, муйынын һуҙа-һуҙа, тағы оҙаҡ ҡына көттө. Унан асыуы килеп ҡул һелтәне, алмағас аҫтынан һал­ҡынса ғына араҡы сығарып эсеп алды, ҡапҡыланы, һыҙғырғыланы ла, жуликтар инмәһен өсөн рычагты тартып серем итергә ятты. Түрәһе дүрттәге электричка менән килгән хәлдә лә, уға бик күп ваҡыт бар ине әле. Ләкин түрәһен көтөүгә бик күп нервы көсө түккәнгә күрә, Хәмәтйән серем итеп кенә ҡал­маны, урынына тәгәрәү менән ғырылдығын сығарып йоҡлап та китте.
Бер аҙҙан, машинаға ғаиләһен тейәп, Хамрай килеп етте. Саҡ тапты ул Мәмәтйәнычтың баҡ­саһын. Өс йөҙ иллеләп баҡса, алты линия. Ә суҡынған Хәмәтйән иһә линияһыҙ-ниһеҙ әллә ҡайҙа шыр урман эсенә инеп ултырған.
Бына Хамрайҙар эркелешеп машинанан төштө: үҙе, эреле-ваҡлы дүрт балаһы, ҡатыны Нәсихә ханым, ҡәйнәһе. Хамрай эшлә­пәһен һалып, маңлайына бәреп сыҡҡан бөрсөк-бөрсөк тирен  һөртөп алды, ҡыҙара-бешеп ултырған емеш-йәшелсәне күреп, ҙур ҡәнәғәтлек менән үҙ-үҙенә: «Был ҡырым сиреүенең тамағын туйҙырабыҙ, әләйһәң», – тип ҡуйҙы. Еләк-емештең муллығын уның ғаиләһе лә күрҙе. Улар аһ та уһ тип һоҡланды, әле үҙен күрмәҫ борон был йомарт хужаны – Хәмәтйәнде маҡтанылар.
Артабан ваҡиғалар абына-һөртөнә «шарт» та «шорт» йылдам алға тәгәрәне. Хамрайҙың дүрт ҡыҙы, һуттары тамып, ҡып-ҡыҙыл йылҡылдап ултырған эре еләк­тәрҙе күреп, «Мамочки!» тип ҡысҡырып ебәрҙе лә түтәлдәргә ябырылды. Шул саҡ ҡыҙҙарҙың береһе, ниндәйҙер тимер сымға абынып, ергә йөҙ түбән барып төштө. Уныңса булмай кемдер әллә ҡайҙан атып та ебәрҙе:
– Пух!
Хамрайҙың бисәһе, хисле йө­рәкле Нәсихә ханым, балаһын күтәреп алырға ниәтләнеп, алға ынтылды һәм, икенсе тимер сымға абынып, киҫелгән серек уҫаҡ шикелле, ергә ауҙы. Унан Хамрай Ибраевичтың ҡәйнәһе йөҙ түбән барып төштө. Бәҙрәф һымаҡ бер ҡоролма эсенән йәнә кемдер гөпөлдәтте:
– Пух!
– Хәмәтйән! – тип йән өҙгөс тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе Хамрай. – Атма! Был – беҙ!
Хәмәтйән иһә был мәлдә тәмле-татлы төштәр күрә ине. Имештер, ул начальнигы менән шампанский бөкөләре шапылдата:
– Пух!
Унан, ҡосаҡлашып, йырлап ебәрәләр:
«Әлмәли, әлмәли, 
бер ултырыу әллә ни...»
– Пух! – инде баҡса төпкөлөндә ултырған йорттан гөпөлдәтәләр ине.
Хамрай: «Был мәлғүн минең ғаиләне ҡырып бөтә бит!» – тип, ауыр кәүҙәһен еңел итеп, йортҡа ташланды, йәнә шул саҡ ҡәһәрле тимер сым шарт итеп өҙөлөп тә китте. Хамрай күтәрмәгә килеп менде, «пух» итеп патрон шартланы, һәм шундуҡ уның ҡолаҡ төбөнә утлы пыж килеп тә ҡунды. Йорттан күҙе-башы тонған Хә­мәтйән иләҫләп килеп сыҡты. Ул бер ни ҙә аңламай ние. Хамрай Ибраевичтың бала-сағаһы еләк түтәлдәре араһында тәгәрәшеп ята, бер ҡарсыҡ сәнскеле крыжовник араһына ҡолаған Нәсихә ханыма нишатыр еҫкәтә. Хамрай Ибраевич үҙе, утлы пыжды усында әүәләтеп, ҡайҙа ташларға бел­мәйенсә күтәрмә төбөндә тыпырлап тора.
– Хамрай Ибраевич, ғәфү итегеҙ! – тине Хәмәтйән. – Мин хәҙер...
Ул, Хамрай Ибраевичты ҡо­йондорор өсөн, алма төбөндә үҫкән «Зубровка»ны тартып сығарырға йүгерҙе, йүгерҙе лә үҙе ҡорған ярым­автомат системаның өсөнсө оборона һыҙығына абынып ҡолап китте. Сымға тоташтырылған тәте йорттоң стенаһына ҡуйылған патронға килтереп һуҡты:
– Пух!
Хәмәтйән, сымдан арынып, алмағас аҫтынан «Зубровка» эҙләп аҙапланғансы, йортона инеп, табын әҙерләгәнсе, гәлсәр фу­жерҙарҙы теҙгәнсе, ҡунаҡтар  ҡолаған ерҙәренән тороп, рәт­ләнеп-ҡағынып, хужаны ҡәһәрләй-ҡәһәрләй, машинаға ултырыша ла башлағайны инде. Хәмәтйән, үкенесенән яман ҡысҡырып, ҡу­лындағы шампанскийҙы һелкә-һелкә, ҡунаҡтар артынан йүгерҙе:
– Китмәгеҙ! Зинһар, китмәгеҙ!         Х-хамрай И-ибрае-вич! – тине ул, тотлоға-тотлоға. – Х-хәҙер ш-шампанский асабыҙ!
Шул саҡ артыҡ күп болғаныуҙан һәм ҡул йылыһынан шампанский бөкөһө шарт иттереп атып ебәрҙе лә шап иттереп Хамрай Ибрае­вичтың елкәһенә килеп ҡунды:
– Пух!
Түрә, ауыртҡан елкәһен ыуа-ыуа, бер генә һүҙ әйтте:
– Дуңғыҙ!
Газик асыулы тырылдап, шарт-шорт шартлатып китеп тә барҙы. Хәмәтйәндең ҡалтыранған ҡул­дарына тотҡан шампанскийы ма­шинаның артҡы номерына шарап һиптертте. Машинаның газ торба­һынан дүңгәләкләнеп сыҡ­ҡан тишекле түңәрәктәр генә күренеп ҡалды. Улар, гүйә, Хә­мәтйәнгә: «Бына һиңә дәрәжә! Ноль! Ноль!» – тип, уға табан шарт та шорт ата ине...

https://ye102.ru/articles/mahsus/2025-10-27/puh-satirik-hik-y-4436558

Автор:
Читайте нас