Эрнест, газета уҡыған кеше булып, өҫтөнә боронғо шинель шикелле оҙон пальто, аяғына калушлы быйма, башына ел үткәрмәҫ күн бүрек кейгән күршеһен тын ғына күҙәтә ине. Улар дүртенсе көн бергә йәшәйҙәр, шулай ҙа күршеһе һаман ниҙәндер тартына, уңайһыҙлана һымаҡ. Тайып йығылып ҡуймайым тигәндәй, һаҡ ҡына йөрөй, Эрнест өндәшмәһә, үҙе башлап һүҙ ҡатмай.
Ул пальтоһын сискәс, коридорға сығып, өҫтөндәге ҡарын ҡағып алды, быймаларын бер-береһенә һуҡҡылап, карауаты янына ултыртты, шунан урынына барып ятты. Ағас карауаттың һығылма тимерҙәре, ауыр йөктән ыңғырашҡандай, шағыр-шоғор килде.
Эрнестың яңғыҙына күңелһеҙ, шуға ла күршеһенең ҡайтыуын көтөбөрәк ята ине. Был кеше менән һөйләшеүе лә уға һәр саҡ мәрәкә күренә, ошонан үҙенә ниндәйҙер рәхәтлек таба. Әле лә күршеһен һөйләндерергә итә лә, тик һүҙҙе ниҙән башларға белмәйерәк тора. Бына күршеһе, шул ятҡан килеш, бер-ике хырылдап та алды, күрәһең, йоҡлап китергә самалай.
– Ну, Әхмәтзәки дуҫ, һин бик хәстәрле кеше булып сыҡтың әле... – Эрнест тегегә йоҡо бирмәҫкә булды.
Әхмәтзәки күршеһенең нимәгә төрттөргәнен аңланы, ҙур йәйпәк ҡулдары менән әйберҙәрен ҡапшап ҡуйҙы ла, атлап йөрөшө шикелле аҡрын, һәлкәү генә итеп:
– Эй, бисәнең күңелен күрәйем тип тырышҡан булам да, – тип һыңғырланы.
– Һеҙҙе бөгөн ныҡ йонсотҡандар, ахырыһы?
– Эй, был кәңәшмә тигәндәре ҡороһон да, – тине теге шул уҡ бошмаҫ ҡиәфәт менән. – Аптыраттылар инде: һөйләйҙәр ҙә һөйләйҙәр. Ул тиклем хәбәр ҡайҙан сыға тиһең. Ултыра торғас, осалар әсетеп бөтә.
Эрнест, ниһайәт, эҙләгәнде таптым тигәндәй, ҡалҡына биреп ятты. Бына ошондай һүҙҙәрен ишетеү өсөн көтә лә ул күршеһен. Кәңәшмәгә тип килгән ауыл кешеһенең донъяға ҡараштарын шулай үҙенсә ябай, ихлас һәм тапҡыр итеп әйтеүе был инженерға ҡыҙыҡ һәм мәрәкә ине.
– Ә нимә һөйләйҙәр һуң? – Эрнест тороп уҡ ултырҙы.
– Эй, уны кем тыңлаған да... – Эрнест рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе.
– Бәрәкәт, – тигән булды ул, – тыңламағас та ни эшләп ултыраһың унда? Юллыҡ, көнлөк аҡса биреп Өфөгә ебәргәндәр, аҡыллы һүҙ ишетеп ҡайтһын да тағы ла шәберәк эшләһен тигәндәрҙер...
– Хәбәр тыңлап ҡына шәп эшләп булһа... – Әхмәтзәки ҙә үҙенсә төртмә телләнде.
– Ә ҡайтҡас, кәңәшмә тураһында һөйләргә ҡушһалар, ни тиһең инде?
– Һуң, ундағы һүҙҙе отоп бөтөрлөкмө ни, сыға ла һөйләйҙәр, сыға ла һөйләйҙәр, йышылып бөткәндәр. Ул хәбәрҙәрҙе аҙаҡ гәзиткә яҙалар бит, шунан уҡырҙар.
– Газета бәләкәй, бөтә хәбәрҙе лә һыйҙырып бөтә алмай.
– Яҙылғаны етә ул. – Әхмәтзәки үҙенсә ҡәтғи һәм кире ҡаҡмаҫлыҡ итеп әйтеп ҡуйҙы.
Тамаша бөттө тигән һымаҡ, Эрнест кире ятты. Уны күреп, Әхмәтзәки ҙә башын яңынан мендәргә терәне.
– Бөгөн концертҡа алып барманылармы ни? – Эрнест һораша бирҙе.
– Юҡ, бер заводты күрһәткән булдылар. Кис әллә ҡайҙа алып барабыҙ, тиҙәр ине, барып торманым. Опера күрһәтәләр тиме шунда...
– Операны ҡарамайҙар, тыңлайҙар, – тине Эрнест. Шунан күршеһенең был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлап етмәҫен һиҙепме, икенсегә борҙо. – Операны яратып етмәйһеңме ни?
– Эй, бер ҡараған булғайным да, мәғәнәһен тапманым. Ата – улды, әсә ҡыҙҙы белмәй тигәндәй, болап алалар ҙа китәләр. Береһе – бер яҡта, икенсеһе икенсе яҡта ҡысҡыра, хәс тә хужаһыҙ мәжлестәге һымаҡ.
– Юҡ, Әхмәтзәки, операның хужаһы була ул. Ана, бер кеше, халыҡҡа арты менән баҫып, бәләкәй генә таяғын һелтәңләп торамы? Шул була инде операның хужаһы! Дирижер, тиҙәр уны.
– Уныһын ғына беләм дә мин. – Күршеһенең үҙен үтә наҙанға һанап ятыуы Әхмәтзәкиҙең сәменә тейеп ҡуйҙы шикелле. – Тәүге көн театр ҡуйғайнылар, уныһы ла әллә ни булманы. Клубы шәп, уйындары ҡыҙыҡ түгел.
– Бәй, һин ни бөтә сәнғәтте кире ҡағып тик ятаһың түгелме? – тине Эрнест бер кинәйә менән.
– Гел эске күрһәтәләр. Ундайы ауылда ла етерлек. Үҙебеҙҙең ауылдыҡылар лутсы уйнай. Шундай килештерәләр, рәхәтләнеп ҡарап ултыраһың. Ана, кисә концертҡа алып барғайнылар, вәт, исмаһам, шәп! Баянда ла уйнанылар, ҡурай ҙа тарттылар. Бер ҡыҙ йырланы, үҙе йәш кенә, ну, тауышы, малай! Ҡул саба-саба аптыратып бөтөрҙөк. Биргән кешегә бирә бит тауышты. Шундайҙарҙы тыңлағы килә, исмаһам, ә булыр-булмаҫ көйөңә кеше алдына сығыуы эш түгел.
Эрнест күршеһенә сәнғәттән ни оҡшағанын, ни оҡшамағанын башта уҡ аңлап алғайны инде, был турала башҡаса һөйләшмәҫкә булды, ә теге, ошо тәнәфестән файҙаланып ҡалайым тигәндәй, хырылдап йоҡлап та китте.
Өфөлә ауыл хужалығы алдынғыларының кәңәшмәһе бара. Эрнестың күршеһе шул кәңәшмәгә килгән. Колхоздың малын ҡарай икән, яҡшы эшләйһең, тип ебәргәндәр, үҙе әйтеүенсә.
Дүртенсе көн бер бүлмәлә йәшәйҙәр, әммә ошоғаса һәүетемсә генә һөйләшеп ултыра алғандары юҡ. Теге көн дә тиерлек һуңлап ҡайта, ҡайтһа ла – йә үҙе кеүек кәңәшмәгә килеүселәр янына инеп ултыра, йә инде инә лә карауатына ауа, ыңғайына йоҡлап та китә. Кейеме лә, ҡиәфәте лә, һөйләшеүе лә икенсерәк булған Эрнест янында үҙен ятыраҡ тоя шикелле.
Бер яғынан мәшәҡәтһеҙ кеше инде, тик үтә иртә тороп ҡына аптырата күршеһен. Төн ҡараһы имшеү түгел, урамда машиналар ҙа ҡуҙғалыша башламай, ә ул тороп йөрөргә тотона. Бер инә, бер сыға, кәрәге булмаһа ла, йыуынып ала, ҡайҙандыр ҡайнаған һыу табып, сәй бешереп эсеп ала. Шунан, аптыраштан, ахырыһы, йәнә ята.
– Йоҡо бирмәйһең, – тип Эрнест икенсе көнөндә үк һуҡранып алды.
– Уяндыра ла ҡуя бит, – тигән булды Әхмәтзәки, уңайһыҙ-ланып ҡына.
– Уянһаң да ят! Бында бит һиңә ферма түгел. Кәңәшмәгеҙ сәғәт унда башлана, туғыҙҙа торһаң да өлгөрәһең. Әйҙә, эләккәндә йоҡлап ҡал!
– Туғыҙға тиклем йоҡлап була тиме ни? – Шулай тине Әхмәтзәки, әммә был һөйләшеүҙән һуң тәртипкә күнде, әлбиттә, ул өйрәнгән ваҡытында уяна уяныуын, мәгәр ҡуҙғалмай ята, тик ҡараңғыла бых-бых итеп тын алыуы, ауыр ғына көрһөнөп ҡуйыуы ишетелә. Теге эстән генә иртә тороуҙы ла ғәйеп эш һанаған ҡала тормошона һуҡрана, буғай. Ошо көндән һуң ул Эрнестҡа «һеҙ», «ағай» тип өндәшә башланы.
Эрнестҡа күршеһе бер аҙ йәл дә булып ҡуйҙы. Үҙенән ап-аруҡҡа өлкән күренгән колхозсыға ихтирамлыраҡ, кеселеклерәк булырға тырышып ҡарай ҙа, әммә мәҙәкләп өндәшеүен ташлай алмай.
Әхмәтзәки үҙе лә күршеһенең, уны наҙаныраҡ кешегә һанап, кәмһетеберәк һөйләшеүен аңлай, әммә быға үпкәләмәй. Ҡаланың уҡымышлы әҙәме үҙен шулай юғарыраҡ ҡуйырға тейештер, тип уйлай, буғай. Хатта ҙур ерҙә уҡыған инженер менән бергә тороуына, бергә иптәштәрсә һөйләшеп алыуына эстән генә әллә кем булып та ҡуя.
Күршеһенә Эрнест та өйрәнеп алды. Ул ҡайтмаһа, ашарға ла, телевизор ҡарарға ла бармай, тегене көтөңкөрәп тора. Әлбиттә, уның Әхмәтзәкиҙе яҡын күреүе лә үҙенсә, сәйерерәк. Ҡайһылыр төпкөл ауылдан килгән был көтөүсе уға әҙәм ҡулы теймәгән урманда иҫән ҡалған берҙән-бер затлы ағас йә шул урманда өңөнән яңы тороп сыҡҡан айыу кеүек тә күренеп ҡуя. Эрнестың, әлбиттә, ауыл халҡы менән аралашҡаны, эш иткәне бар, хәҙер унда ла күптәрҙе ҡаланыҡынан айыра алмаҫһың, ә был икенсерәк, нисектер, донъяның ел-ямғыры ныҡ теймәгән һымаҡ. «Мал араһында йөрөп, холҡо ла малдыҡына оҡшап бөткәндер. Тәртәгә егелгән ат шикелле, ҡушҡанды ғына эшләп тик йөрөйҙөр, ә етәкселәр ундайҙы ярата», – тип уйлай Эрнест.
Күршеһенең ошо фекерҙәрен раҫларға теләгәндәй, Әхмәтзәки, тас салҡан ятҡан килеш, бүлмәне күтәреп сыҡҡылай итеп хырылдай. Әйҙә йоҡлап алһын, ысынлап та йонсоған, буғай. Хәбәр тыңлап ултырып өйрәнмәгән кешегә был кәңәшмә тигәндәре эштән дә ауырыраҡтыр. Эрнест, уны уятырға йәлләп, коридорға сығып әйләнде.
Шулай йөрөй торғас, ул Әхмәтзәкиҙең пинжәге кеҫәһенән яртылаш күренеп ятҡан ҡумтаны абайлап алды. Ҡумта матур, ҡыҙыл бәрхәт менән көпләнгән, ҡыҫҡаһы, ниндәйҙер затлы, серле әйбер икәне әллә ҡайҙан ҡысҡырып тора.
Күршеһенең үпкәләмәҫен белгән Эрнест тартыныуһыҙ-ниһеҙ ҡумтаны алып ҡарарға булды, әммә нисек кенә һаҡ ҡыланмаһын, ҡалаға килгән ауыл кешеһе кеҫә яғына сос ине – шунда уҡ ҡаты тупаҫ бармаҡтары менән Эрнестың ҡулын эләктереп алды, битараф ҡараштарын Эрнестҡа төбәне. Бының гонаһһыҙ йәшкелт күҙҙәренә, ҡыҫҡа сөңкәй танауына ҡарап, Эрнест эстән генә: «Торғаны Швейк», – тип ҡуйҙы.
Әхмәтзәки өндәшмәй генә ҡумтаны кире кеҫәһенә тыҡты:
– Сәғәт нисә ул?
– Көтөү китте инде, – тип шаяртты Эрнест. – Кеҫәңә төшөргә иткәйнем дә, һиҙгер икәнһең. Әллә бик елле нәмә бүләк иткәндәр инде үҙеңә?
– Эй, миҙал биргән булғайнылар ҙа... – Әхмәтзәки ауыҙын ҙур асып иҫнәп алды ла, һеҙ иҫәнме әле тигән шикелле, баяғы әйберҙәрен ҡапшап ҡуйҙы.
– Миҙал?! – Эрнест ҡысҡырып уҡ ебәрҙе. Әлбиттә, алдынғы мал ҡараусының кәңәшмәгә килеп, миҙал алып йөрөүе ғәжәп эш түгел түгеллеген, тик уның ошо хаҡта, магазиндан һатып алған әйбер тураһында һөйләгән шикелле, иҫе китмәй генә әйтеп ултырыуы мәрәкә күренде.
– Ҡана, ниндәй миҙал?
– Эй, шул яҡшы эшләгән өсөн, тигән булғандар инде...
Эрнест күршеһенә ҡараны. Тегенең, «булғандар», «шулай ҙа, былай ҙа» тип, һәр нәмәне үҙенсә бер аҙ кәмһеткән кеүек һөйләп ултырыуы уғата мәрәкә ине. Эрнест, һорап-нитеп тормай, ҡумтаны асып, миҙалды алды:
– «За трудовую доблесть», – тип уҡыны ул. – Елле миҙал эләктергәнһең бит! Уны һиңә кеҫәгә һалыр өсөн бирҙеләрме ни! Тағып ҡайтырға кәрәк ине!
– Кеше көлдөрөп... – тине Әхмәтзәки.
– Бәрәкәт! Миҙалдан көләләрҙер шул?
– Миҙалдан көлмәһәләр ни, таҡҡан кешеһенән көләләр, – Әхмәтзәкиҙең һәр нәмәгә ҡәтғи ҡарашы бар һәм быны тиҙ генә үҙгәртерлек түгел.
Эрнест тегегә бер аҙ тын гына ҡарап ултырҙы ла яңынан башланы:
– Вәт, әй, күрше, өндәшмәйһең дә! Йыуҙырыуҙан ҡурҡҡанһыңдыр инде. Юҡ, былай ғына ҡотола алмаҫһың, әйҙә, киттек! Ҡара, мин һине шундай кешелер тип уйламағайным! – Эрнест юрамал үпкә белдергән булды. Ул шаярып әйтһә лә, бер ҡатлы кеше ысынға алды, урынынан тороп уҡ ултырҙы.
– Унан ҡурҡҡан юҡ та, – тине. – Нимә, ысталауайға барабыҙмы?
– «Ысталауай»ҙа хәҙер эсермәйҙәр, тотоп алып китәләр. Барһаҡ, ресторанға инде. Ваҡ нәмә түгел бит, исемеңде ташҡа баҫып, указ сығарғандар!
Был һүҙҙәр Әхмәтзәкигә бөтөнләй ныҡ тейҙе шикелле, быймаһын тартып килтерҙе.
– Тик бына һин быйма кейгәнһең бит әле! Ни эшләйбеҙ?
– Ниңә, әллә, ресторанға сүсинкә менән индермәгән булалармы? – Әхмәтзәки ҙә үҙенсә эре генә өндәште.
– «Сүсинкә»... – Эрнест йәнә рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе. Күптән онотолған һүҙҙәрҙе ишетеүҙән уға рәхәт ине. — Кеше ҡалаға сүсинкә кейеп киләме ни? Кәңәшмәлә лә шул сүсинкәң менән йөрөнөңмө?
– Ниңә, бик йәпле нәмә ул сүсинкә тигәнең, – тине Әхмәтзәки. – Бында белеп буламы ни, әле генә ҡатырып ебәрә, әле генә епшетә, ә был ҡайһылай ҙа йәтеш. Кәңәшмәлә ни минең кеүек быймалы кешеләр ҙә бар ине. Ай, Алла, ресторанына индермәһәләр, иҫ киткән юҡ, бер ярты алабыҙ ҙа... Унда инеп, тамаҡ туямы! Аҡсаһын алалар ҡайырып, ас сығып китәһең. Аҙ ғына ултырҙыңмы, теге нәмәләрен доңғорлатырға тотоналар.
– Ҡара әле, әйҙә, миҙалыңды таҡ та, мин алдынғы малсы, кәңәшмәгә килдем, – тип әйт. – Моғайын, индерерҙәр.
Әммә көтөүсенең, ресторанға инәм тип, миҙалын күрһәтеп, ваҡланып йөрөгөһө килмәне, ҡул ғына һелтәп ҡуйҙы. Бер аҙ уйлашҡас, Эрнест уға үҙенең йәйге ботинкаһын биреп торорға булды. Әммә фырт егет шикелле ялтыр туфли мал ҡараусының аяғына яҡын да килмәне.
– Аяҡ та бар икән үҙеңдә! – Эрнест эҙләнә торғас, ҙурыраҡ ботинка тартып сығарҙы.
– Әллә һеҙ был гостиницала донъя көтөп тораһығыҙ инде?
– Тормош булғас, барҙыр инде. Мин эшкә яңыраҡ килдем, квартир алып өлгөрмәнем. Ҡара әле, Әхмәтзәки дуҫ, һин ниңә улай миңә «һеҙ» тип өндәшәһең. Етмәһә, «ағай» тип тә ебәрәһең. Үҙебеҙ нисә көн бергә йәшәп ятабыҙ.
– Һеҙ бит ҙур кеше, – тине Әхмәтзәки, ышаныслы итеп.
– Ҙур... һиңә нисә йәш һуң әле?
– Ҡырҡҡа етеп киләм.
– Ә мин етергә уйламайым да.
– Мин бит йәшкә ҡарап әйтмәйем, һеҙ бит уҡыған кеше.
– Уҡыған икәнен ҡайҙан беләһең? – Эрнест ҡәнәғәт төҫ менән ирәйеп, йылмайып ебәрҙе. Әлегәсә күршеһенә үҙенең кем икәнен дә, ҡайҙа эшләүен дә әйткәне, ә тегенең һорағаны ла юҡ ине.
– Уныһын ғына белеп була, – тине мал ҡараусы.
Ошоноң менән һүҙҙе бөтөрҙөләр. Әхмәтзәки ҡыйынһынып ҡына йөн ойоҡбашын систе лә аяғын тегенең ботинкаһына тыҡты. Әлеге оҙон пальтоһын, күн бүркен кейеп алғас, йәмшек торба шикелле борһаланып бөткән салбар балаҡтарына, ят туфлиға ҡарап торҙо ла бында мине кем белә тигән ҡиәфәт менән ишеккә атланы.
...Юлдары уңманы уларҙың. Урамға сығып, бер-ике аҙым да бара алманылар, Әхмәтзәки ҡапыл киҫелгән ағас шикелле, гөрһөлдәп тротуарға барып төштө. Үҙе – бер яҡҡа, кәпәсе икенсе яҡҡа осто.
– Һай, инәһеҙ... – Әхмәтзәки, ҡулдары менән ибәтәйһеҙ генә таянып, аяғына тороп баҫты.
– Нимә, Өфө менән иҫәнләштеңме? – тине Эрнест. Әхмәтзәки, уның ни әйтергә теләгәнен аңғармайынса, күҙен тоҙҙай итеп тора бирҙе.
– Наполеон, үҙ ғәскәрҙәре менән Египетҡа килеп төшкәс, бына һинең шикелле абынып йығылып киткән, ти. Әммә ул һинән арттырған, «һай, инәһеҙ» тип һуҡранмаған, һүгенеп тормаған, абыныуын белдермәҫ өсөн: «Һаумы, Египет!» – тип ҡысҡырған, ти. Йәнәһе лә, ил менән иҫәнләшә.
– Мин абынманым да ул... Ботинкаңдың табаны шыма икән. Сүсинкә менән нисә көн йөрөнөм, бер ҙә йығылманым.
Эрнест, бының менән ресторанға барһаң да инде тигәндәй, шым ғына ҡарап тора:
– Әллә инмәйбеҙме?
– Әйҙә һуң!
– Эй, яҡшы кешеһең дә инде. Ни әйтһәң дә – ризаһың.
– Эрнест ағай, әйҙә, мин әйткәнсә, магазинға барып, берәй шешә алайыҡ та... Ашарға бар, бөгөн тегендә ҡаҡлаған колбаса һатҡайнылар. Сәй ҡайнатыптырып эсербеҙ, лампасый ҙа бар.
– Нимә-нимә бар тиһең? – Эрнест бының мәҙәк һүҙҙәренең сиге юҡ, ахырыһы, тигән төҫлө, йылмайып, тегеңә ҡараны.
– Лампасый... Ну, кәнфит инде. Бәләкәй саҡтан өйрәнелгән дә, шулай тик йөрөтөлә. Элек кәнфитте шулай тип әйтәләр ине бит.
– Лампасый икән – лампасый, ти. Әйҙә, тик өҫтөңдә ҡаҡ!
Улар урам буйлап киттеләр. Эрнест алдан, ә Әхмәтзәки, пальто сабыуҙарын ялпылдатып, ике-өс аҙым арттан килә. Эрнест уны көтөп алды ла:
– Шәберәк атла! – тине.
– Ярар, бында таныштарығыҙ күп осрай, кем менән китеп бара икән был, тип аптырарҙар.
Әхмәтзәки нимәгәлер төрттөрҙөмө, әллә ихлас күңелдән әйттеме, һәр хәлдә лә, Эрнестҡа ҡыйын булып ҡуйҙы. Юлдашы менән китте. Күңелен күрер өсөн:
– Өйөңә ҡайтҡас, бында йөрөгәндәреңде бер мәрәкә итеп һөйләп ултырырһың әле, – тине.
– Эй, надайыл инде. Бер йыл йәшәгәндән артыҡ күренә баш-ланы.
– Ауылың әллә ҡайҙа ҡасмаҫ. Хәҙер шулай тойолһа ла, ҡайтҡас, иҫеңә төшөрөрһөң әле. Ҡасан китергә?
– Бөгөн дә ул. Тик поезы бик һуң ҡуҙғала, төнгө берҙә генә. Шуғаса ваҡытты нисек үткәрергә, тип аптыраған баш.
– Бәрәкәт, мин дә төнгө берҙә китәм бит! Ҡайһы поезға ултыраһың?
Һөйләшә торғас, улар икеһе лә бер поезда, бер үк станцияға, хатта бер колхозға тиерлек бара булып сыҡтылар. Йәй Әхмәтзәкиҙәрҙән алыҫ түгел Ҡужанаҡ йылғаһында ҙур быуа быуырға тейештәр икән. «Гипромелиоводстрой» ойошмаһының инженеры Эрнест шул төҙөлөш эштәре буйынса бара. Был хәбәрҙе ишеткәс, Әхмәтзәки ҙә үҙгәреп китте:
– Шулай һөйләйҙәр ине шул. Әйҙә, улай булғас, алып барам үҙеңде! – тине ул эре генә ҡиәфәт менән. Хәҙер ул Эрнесты үҙ арбаһына ултырған кеше һымағыраҡ тоя ине, буғай.
2
Поезд станцияға иртән, һуңламайынса, үҙ ваҡытында килеп етте. Әллә ни ашығыр эше булмаһа ла, Әхмәтзәки, төйөнсөктәрен алып, тамбурға сығып торғайны. Поезд туҡтау менән, беренсе булып ергә һикерҙе лә, әйберҙәрен ситкәрәк ҡуйып, составтың ҡойроҡ яғына ҡарап баҫты.
Улар бер вагонға эләгә алманылар. Әхмәтзәкигә билетты кәңәшмәлә үк бирҙеләр, ә Эрнест вокзалға төшкәс кенә алды. Вагонға ултырғас та, бер-береһенең хәлен белешергә тура килмәне. Әхмәтзәки ятып торғайны, йоҡлаған да киткән, ә иртән кешене бимазалап торманы, ҡала кешеһе оҙаҡ йоҡларға ярата, тип уйланы. Бына хәҙер инде юлдашын алып ҡайтыу йә оҙатып ҡуйыуҙы үҙенең бурысы тип иҫәпләй.
Ул Эрнесты әллә ҡайҙан танып алды. Өҫтөнә ҡыҫҡа көрән тун, башына ҡолаҡһыҙ кәпәс, ҡулына таҡтанан юнып эшләгәндәй дүрткел портфель тотҡан был һомғол әҙәм йортона ҡайтып барыусы ауыл кешеләре араһында, бойҙай өҫтөнә төшкән борсаҡтай, әллә ҡайҙан айырылып тора. Әхмәтзәки донъя яңғыратып һөрәнләп ебәрҙе:
– Һай, Эрни-ис! Шаҡ ҡатҡанға юл был яҡта! Әйҙә! – Станцияһына килеп төшөү менән үк, ул кисәге «һеҙ», «ағай» тигән һүҙҙәрҙе онотҡайны инде.
– Нихәл, йоҡо туйҙымы? – Әхмәтзәки эре генә йылмайып ҡулын һуҙҙы. – Аҙаштыңмы әллә? Бында һиңә Өфө түгел! – тип мәрәкәләне. Ни тиһәң дә, бында ул хужа, ә Эрнест ошо мәлдән алып – килгән кеше.
– Ҡаршы алырға тейештәр ине, шуларҙы ҡарайым. – Эрнест тә, үҙ хәлен аңлағандай, баҫынҡы ғына әйтте.
– Әйҙә, мин уларҙың шоферын таныйым. – Әхмәтзәкиҙең кәйеф шәп. Ғауғалап һөйләнә килә, шунан: «Эй, нихәл, ни эшләп йөрөп ятаһың бында?» – тип, иренмәйенсә, төйөнсөктәрен ҡуйып, әллә кемдәр менән күрешеп, иҫәнләшеп китә. Тегеләр һорамаһа ла, үҙенең Өфөнән, кәңәшмәнән ҡайтып килеүен әйтеп ҡуя. «Бына бер инженерҙы эйәртеп ебәрҙеләр», – тип тә ебәрә.
Шулай ғауғалап бара торғас, кемдер уға:
– Ана, улың килгән ҡаршы алырға, ашхана янында тора! – тип һөрәнләне. Быны ишеткәс, Әхмәтзәкийең тағы ла нығыраҡ үҙгәреп китте. «Ат бар, әйҙә, киттек беҙгә!» – тип юлдашын йәнә өгөтләне. Эрнест ризалашманы, бөгөн үк эшләйһе эштәр бар колхозда, ҡаршы алырға тейештәр мине, тине. Күндерерҙәй күренмәгәс, Әхмәтзәки, йәй эш башланғас, үҙе барып алырға вәғәҙә биреп, тегегә үҙенең ҡатҡыл ҡулын һуҙҙы, арҡаһынан ҡағып алды. Ул инде хәҙер сит яҡта йөрөгән Әхмәтзәки түгел, ә тыуған яғына ҡайтып төшкән кеше.
Әхмәтзәки, малайын табып, санаһына әйберҙәрен ырғытты, арлы-бирле хәл-әхүәл һорашты ла шунан, тағы кемде тап итермен икән тигәндәй, бер аҙ ҡаранып торғас, сәй эсеп, йылынып сығам тип, ашханаға инеп китте. Дөрөҫөн әйткәндә, уға сәй эсеп йылынып алыуҙан бигерәк, ашхана тирәһендә яҡташтарын осратыу, үҙенең оло юлдан ҡайтып килеүен күрһәтеү, ҡала хәлдәрен һөйләп алыу кәрәк.
Ул, йомоштарын бөтөрөп, ашхананан сыҡҡанда, вокзал алдындағы халыҡ таралышып бөткән, тик Эрнест ҡына бер үҙе ҡолға шикелле һурҙайып тора ине.
– Бәй, һин һаман бындамы ни әле? – Әхмәтзәки тегенең китә алмай тороуына ҡыуанды ғына.
– Ни эшләптер машина күренмәй. Әллә бер-беребеҙҙе танымай аймылыш булып ҡуйҙыҡ, – тине теге бошоноп ҡына.
– Һин, мырҙам, һәр бер әйткән һүҙгә ышанып барма улай! Әйткән дә онотҡандарҙыр, йә шоферы киреләнгәндер, йә башҡа берәй эш килеп сыҡҡандыр. Телефон һүҙе – телефон һүҙе бит инде! – тине Әхмәтзәки, бер малайға нотоҡ уҡыған һымаҡ. – Әйҙә, ултыр минең санаға! Хоҙай үҙе шулай ҡушҡандыр.
– Миңә нисек тә колхозға барып етергә ине бит әле. Районда ла эш бар.
– Һуң, етергә кәрәк, тип йәйәү сығып китмәҫһең бит инде? Башта беҙгә һуғылайыҡ, шунан күҙ күрер. Ул колхоз беҙҙән алыҫ түгел, берәй әмәлен табырбыҙ! Үҙ эшең менән йөрөмәйһең бит! – Әхмәтзәки шундай әйтте, теге малай шикелле шым ғына бының артынан эйәреп китте.
Хужа кеше Эрнестҡа санаһында ятҡан толопто алып һондо. Әйҙә, һин өшөмтәл әҙәмгә оҡшағанһың, ә мин түҙермен, тип әйтергә уйланы шикелле. Әммә тегенең дә һыр биргеһе килмәне:
– Ярар, ҡапылда бирешмәм, – тигән булды.
Әхмәтзәки, урын йәйгән ҡатын шикелле, саналағы бесәнде һуҡҡылап ҡабартып, септәһен йәпләберәк түшәне, бейәләйен сисеп үк ырғытты ла, ҡулын төкөрөкләп, дилбегәне алды. Ул әле ниндәйҙер ләззәтле эш эшләргә йыйынған кешегә оҡшай ине.
– Әйҙә, йәпләп ултырығыҙ, осоп ҡалырлыҡ булмаһын. Был һиңә трамвай түгел! – тип фарман бирҙе ул. – Һоп-па, саптар бейә! Әйҙә, Әхмәтзәки ағайыңды осорт әле!
Хужаһы шикелле үк, ҡайтыу яғына атлығып торған саптар, фарманды ишетеү менән, алға ырғылды. Биткә ат еле, ҡар туҙаны бәрелде.
Санала барыу Эрнестҡа мәрәкә лә, сәйер ҙә буғай, ә Әхмәтзәкигә оло кинәнес. Ул, ниһайәт, үҙен ситлектән сығып, күккә сөйлөккән ҡош шикелле тоя. Машина, трактор-фәлән боҙғолаған юлдан сығып, ысын сана юлына тешәүҙәре булды, ул үҙенән башҡа кешеләр барлығын да онотҡандай, һуҙып ҡына йырлап та ебәрҙе:
Һай, йәшел генә санай, зәңгәр дуғау-у...
Мал ҡараусының тауыш та, моң да юҡ, мәгәр кәйеф шәп, шуға йырлай һәм әле үҙе Өфөлә концертта тыңлаған йырсыларҙан арттырыбыраҡ ебәрә һымаҡ ине. Йырлап бөткәс, ул бер аҙ үҙ моңона үҙе рухланып барҙы ла малайының арҡаһынан ҡағып алды.
– Шунан, улым, донъялар именме? Минең ҡайтырҙы ҡайҙан белдегеҙ әле?
– Колхоздан әйттеләр... – тип мығырланы малай.
– Колхоздан? Ну-у! Шулайҙыр тип уйлағайным да! Ҡара әле, Эрнис, мин дә хәтәр кеше, ә! Ҡасан ҡайтырҙы белеп, ҡаршы алып торалар – Гагарин киләме ни!
Ошолай, ат ебәреп, үҙен поездан ҡаршы алып тороуҙары Әхмәтзәкигә бик ҙур мәртәбә күренде шикелле, һәм әле ул бесән санаһында саптар бейәгә ултырып ҡайтып барыуын унарлаған затлы машиналар, мотоциклдар оҙатыуында китеп барған космонавтан бер ҙә кәм күрмәй ине.
Эрнест ҡына көмрәйеп артҡа ҡарап ултырып алған да тауыш-тынһыҙ килә. Бер ауыҙ һүҙ ҙә әйткәне юҡ, ҡаршы алмауҙарына эсе бошамы икән? Ярай, барып етер. «Донъя күрмәгән кешегә оҡшаған, рәзе шул кейем менән юлға сыға ҡыш көнөндә, – тип уйлай Әхмәтзәки. – Аяҡҡынаһына бисәләрҙеке шикелле итек кейгән булған. Сираҡтары ла нәҙек кенә икән».
Әхмәтзәкиҙең һөйләшеп барғыһы килә. Түҙмәне, йәнә артына боролдо:
– Ҡара әле, Ирнис, ниңә улай һиңә «Эрнис» тип әллә ниндәй ят исем ҡушҡандар ул? – Ул күршеһен үҙенсә мәрәкәләп алды.
– Шул исемле бер революционер булған, антифашист... – Эрнест етди яуап бирҙе.
– Ә теге немецмы? Беләм... – Әхмәтзәки күрше ауылдағы танышын иҫенә төшөргән һымаҡ ҡына әйтеп ҡуйҙы. – Значит, атайыңдар уҡымышлы кешеләр булған инде...
– Ниңә? – Эрнест сәйерһенеп һорап ҡуйҙы.
– Әллә ҡайҙағы немец исемен ҡушҡандар бит. Шулай ҙа немецтар малайҙарын «Әхмәтзәки» тип атамайҙарҙыр әле?
– Атамайҙарҙыр...
– Барыбер үҙ исемеңә етмәй, – тип фәлсәфә итте малсы. Ул юлдашының ауыҙы бөрөшөп, һөйләшер-һөйләшмәҫ кенә килеүен тойоп, атын туҡтатты:
– Әйҙә әле, толопто кейеп ал, мырҙам! Кәләш алырға китеп бармайһың да! Һалҡын эләктерһәң, булыр унан һуң...
Эрнест ысынлап та өшөгәйне, күрәһең, өндәшмәй генә толопто алып кейҙе. Ә Әхмәтзәки донъя шулай ул тигән шикелле генә ҡарап алды ла сыбыртҡыһын һелтәне:
– Һоп-ла!
Кәйеф шәп уның! Ана, Өфөһө лә, бейек йорттары ла, театрҙары ла, ундағы тәкәббер кешеләр әллә ҡайҙа ятты ла ҡалды, ә ул ҡайтып бара. Саптар бейә, тояғы менән ҡар туҙаны сәсрәтеп, ғырш-ғырш юрта, тимер сана үҙ көйөн көйләй. Уның ыңғайына Әхмәтзәки ҙә эстән генә йырлап бара:
Ҡайтайым илдәремә,
Әллә ниҙәр булыр кеүек
Минең күңелдәремә...
Әхмәтзәки уйы менән күптән ауылына етеп килә инде. Ул санаһында елдермәй, ә оса ғына. Сәңгелдәктәге шикелле бәүелә-бәүелә оса. Тирә-яҡ ап-аҡ дала. Дала ғынамы, бар булғаны шулай аҡҡа мансылған.
Ул бара ла бара, ә донъяһы шундай иркен, киң.
Һы, ғәжәп, тора-бара бөтәһе лә: саптар бейәһе лә, маяҡ ҡаҙалған юлы ла, ҡарға күмелеп ултырған эҫкерттәр ҙә, суҡайтма убалар ҙа ошо аҡ томанға ҡушылып ирене, әллә ҡайҙа юҡ булды ла ҡуйҙы. Ап-аҡ донъяла Әхмәтзәки үҙе генә торҙо ла ҡалды.
Юҡ, үҙе генә түгел, алда тумалаҡ туп та бар икән. Туп шундай ҙур, сиктәре лә күренмәй, ә үҙе зәп-зәңгәр. Зәп-зәңгәр һәм шып-шыма. Тик бер урынында ғына баҙлап ут балҡый. Ут торған һайын яҡынайғандан-яҡыная, ҙурайғандан-ҙурая бара. Өфөлә генә түгел, Әхмәтзәкиҙең бөтә ғүмер буйы кисергәндәре лә, поезд тәҙрәһенән ялтлап ҡалған күренештәр шикелле, әллә ҡайҙа ятты ла ҡалды, хәҙер йыһанда Әхмәтзәки үҙе лә ошо баҙлаған ут ҡына торҙо ла ҡалды.
...Был яҡты урын уның ауылы, йорто, ғаиләһе. Әлеге зәңгәр шарҙа шул урын ғына баҙлап ята, уға яҡынайған һайын, Әхмәтзәки үҙе лә ҙурая, үҫә, һәм, әкиәттәге ер өҫтөндә пәйҙә булған ғифрит шикелле, күккә олғаша бара һымаҡ ине.
Бер аҙҙан улар Һарыбейә тауына еттеләр. Саптар атлап ҡына бара башланы. Әхмәтзәки эстән генә: «Бына һиңә сүсинкә...» – тип юлдашын үсекләп алды ла санаһынан төштө.
– Әйҙә, мырҙам, бер аҙ йәйәүләп алайыҡ. Аяғың өшөгәндер.
– Бер аҙ бар...
– Бая уҡ әйтмәй ни! Йәйәүләһәң, йылындырып китә ул. – Әхмәтзәки, ҡарҙан яһалған кешеләй, үҙенең ҡырт та итмәй барыуын бының алдында яман ҙур өҫтөнлөк итеп һанай.
Эрнест сананан төшөүе булды, толобоноң салғыйына баҫып, йөҙ түбән тәгәрәп китте. Әхмәтзәки торорға ярҙамлашты ла:
– «Һаумы, Египет!» – тип әйткән тиһеңме әле теге Наполеон? – тине. Ул быны төрттөрөүҙән түгел, ә кисә үҙенең дә шулай йығылып китеүен иҫенә төшөргәнгә генә әйтте. Эрнест өндәшмәне.
– Оҙаҡламай бер ауылға етәбеҙ, туҡтап йылынып сығырбыҙ, – тине Әхмәтзәки.
– Кәрәкмәҫ, түҙермен.
Тауҙы ла артылдылар. Хужа дилбегәһен малайына тотторҙо ла юлдашы янынараҡ килеп ултырҙы:
– Шәп бит беҙҙең яҡтар, ә?
– Иркен яҡтар... – Бер офоҡтан икенсеһенәсә тип-тигеҙ ҡар сүллегенән башҡа бер ни күрмәгән ят кеше ошонан артыҡты әйтә алманы, ә атлығып ҡайтып килгән малсыға был етә ҡалды:
– Һи-и, һин уны йәй күрһәң икән! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. – Сәхрә! Ҡайһы бер яҡтарҙа мал көтөргә урын юҡ, ә беҙҙә ялан ябып йөрөйҙәр. Бына йәй күрерһең әле. – Әлбиттә, көтөүсе кешегә ошондай даланан да шәберәк яҡ юҡ ине. Ул йәнә дилбегәһен үҙе алды: – Ҡана, бир әле, әллә кем бахыр шикелле, атыңды ла тота алмай бараһың!
Оҙаҡламай Әхмәтзәки әйткән ауыл да күренде. Осҡа етер-етмәҫтән, хужа кеше атын туҡтатты. Кеҫәһенән теге бәрхәт тышлы ҡыҙыл ҡумтаны сығарҙы:
– Ҡустым, һин ошоно матурлап ҡына түшкә ҡаҙа әле! Үҙең әйтмешләй, тағып ҡайтайым. – Әхмәтзәки быны ла баҫалҡыһыҙлыҡҡа һанаманы. Миҙал менән Өфөнө аптырата алмаҫһың, ә ауылда ялтлап торасаҡ. Әлбиттә, көн дә тағып йөрөмәҫ, ә ҡайтып ингән ыңғайына ҡупайып алыу яҙыҡ эш түгел.
– Килеп еттекме инде?
– Юҡ әле, тағы биш саҡрым ҡала. Бажаларға һуғылып китәбеҙ. Бер аҙ йылынып алырға кәрәк. – Әхмәтзәки дилбегәһен кире малайына тотторҙо. Күсер менән ҡайтып килә, йәнәһе лә. – Миңнеғужа бабайыңдарға борол!
Эрнест өндәшеп торманы, Әхмәтзәкиҙе ниәтенән кире сиктереп булмаҫын аңлай ине. Саптар бейә бер йорттоң ҡапҡа алдына килеп туҡтаны.
– Тр-р!.. – Әхмәтзәки бар тауышына һөрәнләп ебәрҙе. Йәнәһе лә, ана кем килеп төшкән! Ишек алдында кеше-фәлән күренмәгәс, санаһынан төштө лә, шалтыратып, араталы ҡапҡаны асып ебәрҙе. – Тр-р!
Ишеттеләр, буғай, өйҙән күлдәксән генә көйөнсә бер ир менән ҡатын килеп сыҡты.
– Нимә, әллә һаман йоҡлап ятаһығыҙмы?! – тип ғауғалаған булды юлаусы. – Бажаң килгәндә, ҡапҡаңды шар асып торорға кәрәк. Ә һеҙ ултыраһығыҙ! Минең ҡайтырҙы ишетмәнегеҙме ни? – Әхмәтзәки уйынлы-ысынлы яндырайланған була. Дүрт көн буйына сит ерҙә баҫылып йәшәү мал ҡараусыны шул тиклем иҙгәйне, ахырыһы, хәҙер инде ул үҙен бөтә донъяға баш кешеләй тойоп йөрөй.
Хужалар йүгерә һалып килеп күрештеләр ҙә хәл-әхүәл һорашып алдылар.
– Бөгөн ҡайта тип ишеткәйнек тә ишетеүен, – тине бажаһы, – әллә һуғыла, әллә юҡ, тип тора инек.
– Һуғыламы-юҡмы, аш-һыуың әҙер булырға тейеш!
– Аһ, аш ни ҡайнап ултыра. Маҡтап киләһегеҙ, – тине ҡәйенбикә кеше.
– Беҙ шулай йөрөйбөҙ ул! Бәлки, һуғылып та тормаҫ инек, бына кеше алып ҡайтып киләм. Өфөнән. Йоҡа сыҡҡан юлға, йылынып китәйек, тинем. Бында һиңә ҡала урамы түгел шул. – Әхмәтзәки эре генә ҡиәфәт менән Эрнест яғына ҡарап алды. – Гидроэлектростанциянан. Ҡужанаҡ йылғаһын быуырға самалайҙар икән. – Әхмәтзәки үҙе кисә генә ишеткән «Гипромелиоводстрой» һүҙен отоп өлгөрә алмағайны. Ә туғандары, үҙ ҡолаҡтарына үҙҙәре ышанмағандай, тын ҡалып, бер Әхмәтзәкигә, бер толобон һалбыратып торған теге ят әҙәмгә ҡаранды.
Кәңәшмәнән ҡайтып килгән кеше бажаһына, атын туғарып тормайынса, арҡалығын ғына бушатып, алдына бесән һалырға ҡушты:
– Оҙаҡлап ултырырға форсат юҡ, бына ҡусты ашыға. Әйҙә, Эрнест! – Ул ишекте шар асып башта үҙе инеп китте, юлдашына артынан эйәрергә ҡушты.
Хужалар, ҡыҙмаса кешегә оҡшаңҡырап киткән туғандарына ҡайһылай ярарға белмәгәндәй, тирәһендә уралана, ни тиһәң дә әллә ҡайҙарҙа йөрөп, әллә кемдәр күреп ҡайтып килгән кеше лә баһа. Ә теге уның һайын тәкәбберерәк ебәрә. Бер аҙ тын алғандай булғас, ҡәйенбикәһе менән бажаһы, һәйбәт кенә йөрөп ҡайттыңмы, тип иркенләберәк һорашып алды.
– Бәй, һәйбәт йөрөмәй әллә, беҙҙе кем тип беләһегеҙ ул тиклем. Һелкеттек инде Өфөһөн дүрт көн буйына! Уларҙы бер ултырып иркенләп һөйләмәһәң, ҡапыл ғына осона-башына сығырлыҡ түгел. Йөрөтмәгән ер, күрһәтмәгән урын ҡалдырманылар. Заводы ла, театры ла...
– Унда ни һеҙҙе бушҡа ғына ашатып йөрөтәләр, ти, түгелме һуң? – тине ҡәйенбикәһе.
– Бушҡа булмай ни, бәй, шул тиклем ерҙән үҙҙәре саҡырып килтерһендәр ҙә! Күҙең аҡайғансы һыйлайҙар инде, – тип алдашты теге.
Ғауғалашып, хужалар һаман Әхмәтзәкиҙең күкрәгендә ялтлаған миҙалына күҙ һалырға аҡылдары етмәй, ә бының йәне көйә. Ахырҙа, түҙмәне:
– Ана, миҙал тағып ҡайтарған булдылар, – тине.
– Шулаймы ни әле! Ҡайҙа, ҡотлайыҡ үҙеңде!
– Как же, беҙ ни ул, үҙегеҙ беләһегеҙ, төшөп ҡалғандарҙан түгел! Туҡтағыҙ әле, бынауҙарға күстәнәс бирәйем. – Ул төйөнсөктәрен сисеп ебәрҙе.
Баянан бирле ҡунаҡтың төйөнсөктәренән күҙен алмай ултырған малайҙар, ауыҙ-морондарын буяп, әфлисун ашарға тотондо, ә хужалар, бының күңеле булһын типме инде, миҙалды маҡтай.
– Ҡайһылай матур, яңы ғына һуҡҡандар, ахырыһы. Ялтлап тора.
– Төп хужа үҙ ҡулы менән тапшырҙы! – тине Әхмәтзәки.
– Министрмы әллә?!
– Юҡ, ни эшләп министр ғына булһын, тегендә унан ҙурыраҡтары ла бар. Төп хужа үҙе инде. Башҡортостандың башлығы! – Әхмәтзәки беренсе секретарҙың исемен әйтте.
– Шулай уҡмы ни? Үҙе тапшырҙымы?
– Ҡулды ҡыҫты ла, яҡшыраҡ эшләһәң, орден да бирербеҙ, тине. – Әхмәтзәки быныһын да алданы. Эрнест, кем тапшырҙы бүләктәрҙе, тип һорағас, эй, уларҙы ҡайҙан белеп бөтәһең дә, тип исемен дә әйтә алмай ине, әле шыттыра бирә. Тегеләр ышана, буғай, ә Эрнест, күршеһенең шулай үҙгәреп китеүен мәрәкә күреп, шым ғына ултыра.
Аш-һыу килтереп ҡуйҙылар. Әхмәтзәки Эрнестҡа өҫтәлгә яҡыныраҡ ултырырға ҡушты:
– Әйҙә, ҡустым, бер туйғансы ит ашайыҡ әле! Өфөгөҙҙөң ашы ҡороһон. Ашайһың, ашайһың, эс таша, тамаҡ туймай. Сәйе бер йыуынды һыу һымаҡ, – тип ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, әле генә маҡтаған ерҙәрен яманлап ташланы.
Әхмәтзәкиҙең күңеле булды шикелле инде: бажаһына һуғылды, Өфө хәлдәрен һөйләне, кеше алып ҡайтып килеүен дә күрһәтте, хәҙер инде артабанғы тураһында уйларға кәрәк. Ул, тамаҡты нығытып, кинәнгәнсе ауыл сәйе эскәс, шыптырлаҡ тышлы матур ҡап сығарып, сигарет алды ла тоҡандырып ебәрҙе. Бындай ят сигаретты кәңәшмәлә һаттылар. Әхмәтзәки үҙе йүнләп тартмай, тик ҡайтҡас, фермала, егеттәр алдында, әллә кем булып төтәтеп тороу өсөн генә алғайны.
– Ярар, бажа, рәхмәт яҡты йөҙөгөҙ өсөн! – тигән булды ул. – Өйрәлелә – бер көн, бутҡалыла ике көн тигәндәй, беҙ ары киттек.
– Әҙәмгә һанап ингәнегеҙ өсөн үҙегеҙгә рәхмәт, – тинеләр бажаһы менән ҡәйенбикәһе. Быныһын улар әҙәп өсөн генә әйтте, ә ярһып алған малсы ысынға ҡабул итте:
– Бәй, әҙәмгә һанамай ни, кәңәшмәнән ҡайттым тигәс тә... Бергә йәшәгән кешеләрбеҙ ҙә инде, – тине ул. – Ярар, үҙебеҙгә ҡайтайыҡ әле, ҡусты. Һин улай ашыҡма инде, бөгөн барыбер артыҡ әллә ни ҡыра алмаҫһың, ҡунаҡ булыр ҙа китерһең.
– Ағай, бер ҙә ваҡыт юҡ бит әле. Бөгөн председателде күрергә лә иртәгә районға китергә ине. – Эрнест үҙе кисә генә кәмһетеберәк ултырған был кешегә «ағай» тигәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
– Ваҡыт, ана тегендә киткәс, күп була ул... – тине Әхмәтзәки белдекле төҫ менән. – Эште уны берәү ҙә бөтөрөп үлмәгән. Әхмәтзәки тигән ағайҙарға төшкәйнем, тип, инженер иптәштәреңә һөйләрһең бер... Мунса яғып ебәрербеҙ, кеше йыйырбыҙ. Ағайың әллә ни йоҡа тормай ул, мал ҡараусы тигәс тә! – Уның, ысынлап та, гостиницала ғына көн итеп ятҡан был мосафир инженер алдында ҡупайып алғыһы килгәйне: ҡайтып төшә, бисәһенә мунса яғырға ҡуша, үҙе Эрнестҡа һарай-ҡураларын, мал-тыуарҙарын, түшкә-түшкә ит эленеп торған келәттәрен күрһәтә, кискә инде үҙе ҡайтыу, Өфөнән килгән оло ҡунаҡ хөрмәтенә күрше-тирәләрен йыйып ала.
Әммә тегенең ваҡыт тар ине, буғай. Эш сығырҙай күренмәгәс, Әхмәтзәки күңелһеҙләнеп кенә бер аҙ тын ултырҙы.
– Әхмәтзәки ағай, мин хәҙер был яҡҡа йыш йөрөйәсәкмен, икенсе килгәндә төшөрмөн. Әле минән биҙеп бөтөрһөгөҙ, – тине Эрнест.
– Беҙҙең никогда кешенән биҙгән юҡ! – тине Әхмәтзәки ҡәтғи төҫ менән. Шулайтып, хәҙер быларҙың береһе законлы «ағай», икенсеһе «ҡусты» булып китте.
Әхмәтзәки уйланып торҙо ла хужаның малайына ниндәйҙер һөт машинаһының шоферын саҡырып килтерергә ҡушты. «Тиҙ йөрөһөн, Әхмәтзәки ағай ҡушты, тиң», – тип өҫтәп тә ебәрҙе. Шунан тағы етдиерәк төҫ алды ла юлдашына боролдо:
– Улай ваҡыт яғы тар булғас, ныҡышмайым инде. Дөрөҫ әйтәһең, башта эште эшләргә кәрәк, шунан уйнарға ла ярай. Ғабдулла Туҡай әйтмешләй, беҙ бит дәүләт кешеләре, – тине ул етди ҡиәфәт менән. – Әллә үҙеңде шул колхозға тиклем оҙаттырып ҡуяйыммы?
– Шәп булыр ине, ағай! – Эрнестың күҙҙәре янып китте. Теләһә, теләмәһә лә, ул хәҙер көнөнөң ошо кешегә ҡалғанлығын таный башлағайны, ахырыһы.
– Тик һөт машинаһы була инде. Кабинала барырһың. Үҙем һаман машина ала алмайым бит, геүләтеп кенә илтеп ырғытыр инем дә. «Запорожец» алғы килмәне. Хәҙер машинаға ла сират ҙур.
– Ярар, миңә барып етеүе ҡиммәт, – тине Эрнест.
Күп тә үтмәне, ҡапҡа алдына машина килеп тә туҡтаны. Әхмәтзәки, тәҙрә шаҡып, шоферға инергә ҡушты. Йәш егет ишектән күренеү менән:
– Мырҙам, һиңә хәҙер Ҡаҙмашҡа барып ҡайтырға тура килә, – тине бер хужа кеше төҫлөрәк. Шофер был тиклем ҡәтғи фарманға аптырабыраҡ ҡалды:
– Мин иртәнге һөттө илтеп килдем инде, – тине. – Кискә генә барам.
– Кискә лә барырһың, ә хәҙер ошо ағайыңды илтеп ташлайһың. Өфөнән ул, гидроэлектростанциянан бына минең менән килде. Ҙур эш менән йөрөй.
Шофер егет бер Әхмәтзәкигә, бер «гидроэлектростанциянан» килгән ят кешегә ҡарап торҙо ла шым ғына сығып китте. Үҙҙәренең колхоз көтөүсеһенә эйәреп ҡайтып килгән кешенең шул тиклем ҙур урындан булыуына шикләнеп тә ҡуйҙы шикелле. Шулай ҙа, ярай, бармай сара юҡ тигәндәй, баш тартырға ҡыйманы.
Эрнест Әхмәтзәкигә ҡараны:
– Рәхмәт, ағай! – Ул үҙенең Өфө ҡунаҡханаһындағы күршеһенә беренсе тапҡыр шулай етди һәм ихтирам менән өндәште.
Һөт машинаһы, артынан аҡһыл төтөнөн болғап, урынынан ҡуҙғалды.
Әхмәтзәки ҡысҡырып ебәрҙе:
– Һәй, туҡта әле! Мин ни үҙебеҙҙең ауылдың исемен әйтмәгәнмен бит!
Шофер егет әллә ишетмәне, әллә ишетһә лә туҡтап торманы. Әхмәтзәки ҙә, ҡулын ғына һелтәп, үҙен тынысландырып ҡуйҙы:
– Ярай, Әхмәтзәки тигән кеше. Өфөнән бергә килдек, тиһә, белерҙәр. – Уға әле бөтә тирә-яҡта тик уның кәңәшмәнән ҡайтып килеүе тураһында ғына баш ваталарҙыр һымаҡ ине.
1982.
Сергей Волков һүрәте.