***
– Һин нисек улай иртә килеп сыҡтың? – тип һораны ҡара ботаҡтар араһында яңғыҙ ғына йәшелләнеп торған япраҡтан сәүкә. – Өшөмәйһеңме?
Япраҡ йылмайып өндәшкән тауыш яғына боролдо.
– Саҡ ҡына өшөйөм. Төндә сыҡтым.
– Һин улай ысын яҙ еткәнсе үлеп ҡуйма, – тине сәүкә көлөмһөрәп. – Төнөн бит әле ҡырау булыуы ла ихтимал.
– Ҡырау?
– Эйе, ҡырау. Һинең кеүек тәбиғәт ҡанундарын боҙғандарҙы язалаусы ҡырау, – тине сәүкә ҡурҡыныс тауыш менән һәм үҙенең шаяртыуына үҙе хахылдап күрше ағасҡа осоп китте. Ул оя ҡора ине.
– Ҡырау... – тип бышылданы япраҡ. Хәүефләнеүҙән ҡалтыранып ҡуйҙы, әммә шул саҡ аҫтағы күләүек өҫтөндә шундай күңелле итеп ҡояш нурҙары балҡый башланы – япраҡ донъяһын онотоп шуларҙы күҙәтергә тотондо.
***
Ҡояш һуңғы шиктәрҙе елгә осорҙо. Бына бит нисек йылы! Нишләп башҡа бөрөләр һаман асылмай икән?..
– Фр-р-р, нисек рәхәт! Ох, шәп! Фр-р-р!..
Япраҡ көр тауыштың хужаһын ҡарарға тип ботаҡ аша ынтылды.
– Ой, япраҡ! Һин нимә? Әле иртә бит... – тип һорай һалды тумалаҡ ҡына турғай. Ул, күрәһең, күләүектә йыуынып алған – йөндәре менән ваҡ ҡауырыйҙары төрлө яҡҡа бик дәртле генә тырпайышып тора.
– Бөтәһе лә шулай ти. Мин ысын яҙ еткәнсе үләмме? – тип ҡапыл һораны япраҡ.
– Донъя булғас, бөтә нәмә була инде, – тип яуапланы турғай белдекле генә. – Бына мин йәшәгән йортҡа эйәләшкән ҡәбәхәт бесәйҙе генә алайыҡ. Әфлисун исемле һары, ҙур, көслө бесәй. Мине бер эләктерәм тип, һул ҡанатымды йолҡоп ала яҙҙы. Унан йәшенеүҙәрем, унан ҡасыуҙарым... – Турғай уфтанып, башын сайҡап ҡуйҙы. Бер аҙ иҫтәлектәргә бирелеп, уйсан ғына ергә уҡталып өндәшмәй торҙо. Шунан күҙҙәре ялтырап япраҡҡа ҡараны ла күңелле итеп дауам итте:
– Ә ҡыш көнө ни өсөндөр туңып үлде лә ҡуйҙы. Ҡыш һыуыҡ булһа, бер хәл. Атыу өс көн генә буранланы, аҙаҡ өс көн сатлама һыуыҡ торҙо. Барыһы ла һыуыҡ үткәнен ышыҡта көтөп ултыра, ә ул сығып киткән, иҫәрең! Туңған. Бына бит ул донъя тигәндәре – дөмөккәне дөмөгә, көскә лә ҡарамай ул, кәүҙә ҙурлығына ла!
Турғай һикергеләй башланы.
– Ә ҡырау? – тип һораны япраҡ.
– Ҡырау... – Турғай бер аҙ уйға батты, шунан бик аҡыллы төҫ менән өҫтәп ҡуйҙы: — Ҡырау – ҡырау инде ул...
***
Төндә ҡырау төштө. Япраҡ йәненең боҙға әйләнеп барғанын тойҙо. Бына ул өшөй, ҡапыл эҫеңкерәп тә киткән кеүек, шунан әсе ел түҙгеһеҙ семтешә башланы. Бына эсендә бер нисә генә ҡыл тере тороп ҡалған кеүек. Зың-ң-ң – бер ҡыл өҙөлдө. Бына икенсе ҡыл тартыла башланы. Уй, нисек һыҙлап тартыла, уй...
“Һуңғы уйым ниндәй булһын икән? – тип борсола башланы япраҡ. – Ниндәйҙер бик ҙур һәм тантаналы булырға тейеш бит һуңғы уй. Ошо донъя кеүек. Ҙур һәм тантаналы...”
Әммә башҡа бер ни ҙә уйланылманы. Һыҙлау шаңҡытҡайны. Бер юлы бер нисә ҡыл зыңлап өҙөлдө.
– Өлгөрҙөммө? – Көтмәгәндә эргәлә таныш тауыш яңғыраны. Япраҡтың боролоп ҡарарлыҡ хәле ҡалмағайны.
– Уй, туңа яҙғанһың бит! Мин ни – әле ул тиклем һыуытманы, тәҙрә төбөндә әҙерәк көй тыңлап ултырайым, тигән булам! – Уй, ғәфү ит, ғәфү ит! – Турғай япраҡты ҡанаттары менән ҡосаҡлап алды. “Рәхмәт...” тип бышылданы япраҡ йылыға сумып.
***
– Уяндыңмы! Уй, өшөттөрҙө бит әй! – Турғай ҡатып ҡалған ҡанаттарын саҡ-саҡ яҙып алды ла ботаҡта һикерәңләй башланы. – Хәҙер ҡояш сыға, хәҙер. Был ошондай һуңғы һыуыҡ – ышан миңә, ҡарт турғайға!.. Әйткәндәй, берәй өс көндән һинең ағасташтарың да сыға башлаясаҡ.
Япраҡ ҡыуанып турғайҙы күҙәтте. Ул йәшәйәсәк, ул әле әллә нәмәләр күрәсәк, тоясак, беләсәк!
Ә турғай япраҡтан ниҙер һораша, шунан яуап көтөп тә тормай үҙе һөйләргә тотона. Ә япраҡ иҫәр кеүек йылмайып тик тора, сөнки хәҙер берәй нәмә тип өндәшһә, уның һүҙҙәре һауала яңғырауыҡлы шар кеүек эленеп торған ҡыуанысты тишкеләр кеүек тойола. Ә турғай, киреһенсә, һөйләүҙән туҡтамаһын ине – ул шул шар эсендә бит. Уның күңелле сутылдауы ошо ағасҡа, ошо көнгә, ошо донъяға шундай килешә!
– Нимә, үлмәнеңме әле? – тигән мыҫҡыллы тауыш ишетелде шул саҡ. Күрше ботаҡта бәүелеп сәүкә ултыра ине.
Япраҡ аптырап ҡалды. Ә турғай һикереүенән туҡтарға уйлап та бирмәне.
– Хәҙер үк бынан шылмаһаң, мин йәй буйы төрлө әшәкелектәр ҡыласаҡмын, – тине ул.
– Уй, бөркөт, һин дә бындамы ни? Ҡарағыҙ әле уны! Ағас башына менеп үҙеңде бейек ҡаяларҙамын тип хис итәһеңме? – тип көлөргә тотондо сәүкә. – Был япраҡты ла һин ҡотҡарғанһыңдыр әле.
– Шыл бынан! – тип яуапланы турғай, тыныс ҡына.
– Уй, ҡарағыҙ әле быларға – ике дуҫ: ғорур бөркөт менән зәғиф япраҡ! Ике хыялый! Ха-ха-ха!
Уның хахылдауына башҡа сәүкәләр ҙә осоп килде. Улар ҙа Бөркөт тигән атамалы турғайҙан көлөргә әҙер генә тора ине. Был ихатала тормош тәүгә генә ҡайнамай, күрәһең, барыһы ла бер-береһен белә. Ә япраҡты был ҙур ҡоштарҙың йәмһеҙ ҡыланыуҙары ныҡ ҡурҡытты. Дуҫын күҙ алдында күмәкләп суҡып бөтөрөрҙәр кеүек тойолдо.
– Бөркөт! Бөркөт! Бейек күктәргә күтәрелеп күрһәт әле! – тип һаман әләкләште сәүкәләр.
Әммә турғай уларҙы бар тип тә белмәне.
– Шартлы реффлекс ҡолдары! Бөркөттәр араһында ла иҫәрҙәр, турғайҙар араһында ла бөйөктәре тыуа алғанлығы наҙан мейегеҙгә барып етәме һуң инде?..
Турғай үсекмәгәс, сәүкәләргә ҡыҙыҡ түгел ине, тағы бер аҙ ғауғалашып алдылар ҙа киттеләр. Ә турғай япраҡҡа мут ҡына күҙ ҡыҫты:
– Иң мөһиме, япраҡ дуҫ, тирә-яҡтағыларға иғтибар итмәү. Донъя булғас, уны тултырырға кәрәк. Шуға күрә тере йәндәрҙең күбеһе – донъяны тултырыусылар. Уларҙан ваҡытыңды ла, һүҙеңде лә, күңел йылыһын да йәлләп өйрән, сөнки улар ашау өсөн тыуған. Уларға куңел киңлегеңде күрһәтеп кенә ҡал – хәҙер ябырыласаҡтар!..
Япраҡ турғайға моңһоу ғына ҡарап ҡуйҙы.
– Ә мин донъяны бик матур, тип уйлағайным...
– Матур ул, матур! Тик әҙерәк аяуһыҙ инде... Тик нишләйһең? Мин уның бөтә ҡанундарының ғәҙел икәненә лә шикләнәм... Әммә ул бик матур, ғәжәйеп матур...
Турғай ҡапыл бик ҡаты уйға сумды. Ә япраҡ ипле генә тирә-яғын ҡараштырҙы. Хәҙер һәр яҡтан да ҡурҡыныс янаған кеүек ине.
– Ә нишләп сәүкә мине зәғиф тине? – тип һораны япраҡ.
– Ә, ул ни... Ҡырау бер аҙ һиңә ҡағылып өлгөрҙө бит инде. Бына ҡара әле...
– Күрәм... Ярты яғым еүеш кеүек... Ҡояш сыҡҡас, киптерер әле, тип уйлағайным.
– Хм... Кибер ул, тик һарғайып ҡалыр. Ләкин бошма! Башҡаларға ҡарағанда бәләкәйерәк булып ҡалырһың – шул ғына! Ә эш кәүҙә ҙурлығында түгел икенен – кем-кем – мин беләм инде!..
Турғай йәнә үҙенең төп дошманы – Әфлисун исемле бесәйҙең алйот үлеме хаҡында һөйләй башланы. Шул бесәй үҙәгенә үткән булғандыр инде.
***
– ...Шыл, шыл, шыла һал! Шылығыҙ, шәберәк ҡыбырҙашығыҙ!..
Япраҡ төрлө яҡтан ҡыштырҙашҡан тауыштарға уянып китте. Япраҡтар! Ҡара ботаҡтарға берәм-берәм йәшел өсмөйөштәр ҡалҡып сыҡҡан! Саңҡ-сыңҡ бөрөләр һаман шартлап асылып тора.
– ...Шыла һап! Шыл! Шыл!
Бына уның эргәһендә генә бөрө асылып китте. Һимеҙ бер япраҡ кирелеп килеп сыҡты.
– Хәйерле иртә! – Япраҡ уға тулыһынса сығырға ярҙам итмәксе булып ынтылды.
– Ошо иртәне һин хәйерле тиһеңме? – тип яуапланы һимеҙ япраҡ. – Үҙе һыуыҡ, еле әсе. Әҙерәк бөрө эсендә тотһалар ҙа булыр ине – юҡ инде...
– Юҡ, һеҙ әле генә сыҡҡанға һыуыҡ кеүек. Һеҙ әле сыныҡмағанһығыҙ, – тип йылмайҙы япраҡ.
– Ой, бында сынығырға ла кәрәкме ни әле? – Өҫкә ботаҡтан сайылдаҡ ҡына бер тауыш ишетелде. Бер оҙонса япраҡ ризаһыҙ ғына эргәһендәге япраҡ артына ышыҡланып маташа ине.
– Йәй еткәнсе генә бит ул. Уны етте тиһәк тә була – ана бит ерҙе улән ҡаплап бара!
Япраҡ уларҙы шул тиклем йәлләне. Ысынлап та, яралған ыңғайы донъя уларға бик һыуыҡ күренәлер.
– Ҡарағыҙ әле – ниндәй болоттар! Уларға ҡарай башлаһаң, елдең һалҡынса икәнен дә онотаһың! Ә төндә йондоҙҙарға ҡарай башлаһаң! Ә ниндәй ҡыҙыҡтар бар был ихатала! Уй, һөйләй башлаһам... – Япраҡ яңғыратып көлөп ебәрҙе. Күпме нәмәне улар белмәй, күпме нәмәне улар тәү тапҡыр тоясаҡ! Бына улар – уның ҡәрҙәштәре, туғандары, ағасташтары – хәҙер ул бөтәһенең дә күңелен асыр, аңламаған нәмәләрен аңлатып бирергә тырышыр, турғай дуҫы уларға көн дә берәй ҡыҙыҡ нәмә һөйләр! Бына тормош башланды!
Япраҡ ҡыуанысынан тегендә-бында сайҡалып, башҡалар ҙа ишетһен өсөн тағы ла ҡысҡырыбыраҡ һөйләргә кереште.
– ...Анау болотҡа ҡарағыҙ әле, туғандарым! Ул филгә оҡшаған. Фил тигән ғәжәп бер ҙур хайуан барикән донъяла! Ул ана шул болотҡа оҡшаған, тик тағы ла ҙурыраҡ. Уй, дуҫтар, һеҙ бит әле һыйырҙың да нимә икәнен белмәйһегеҙ!..
– Белгебеҙ ҙә килеп тормай. Шымаһыңмы һин, юҡмы? — эргәләге һимеҙ япраҡ уны төртөп үк ебәрҙе.
– Былай ҙа ҡыйын, ә бынауындай шарылдаҡ күрше менән нисек йәшәрбеҙ инде, – тип сайылданы өҫтәге япраҡ. Башҡалары ла ризаһыҙлыҡ белдереп ҡыштырҙаны.
“Ҡараңғылыҡта оҙағыраҡ ултырҙылар шул. Миңә рәхәт – мин ҡояшта нисәнсе көн ҡыҙынам!..” – тип уңайһыҙланды япраҡ.
– Ғәфү итегеҙ инде, – тип йылмайҙы ул. Күрше япраҡтар үҙ-ара мәғәнәле итеп ҡарашып ҡуйҙы, ә һимеҙ япраҡ икенсе яҡҡа боролдо.
***
– ...Яңылышаһың, дуҫ... Һин хәҙерҙән үк үҙеңде бик ҡаты ҡуйырға тейеш, – тине турғай, башын сайҡап.
Ҡәрҙәштәрен уятмаҫ өсөн япраҡ бышылдап ҡына яуапланы:
– Хәҙер мин яңғыҙ түгелмен – иң мөһиме шул. Һин бит минең янға һирәк киләһең, үҙеңдең ҡош тормошо бар. Ә мин үҙемдең япраҡтарым менән уртаҡ тел табырға тейешмен. Мин дә япраҡ бит!
– ...Яңғыҙлыҡтан бер ҡасан да ҡурҡырға ярамай. Һинең әлеге яңғыҙлығың – үҙ тиңдәшеңде таба алмаған осор ғына. Бөтөнләй таба алмаһаң – үҙең менән генә ҡалыу яҡшыраҡ. Ышан миңә, ҡарт турғайға, мин йән эйәләрен инде нисәнсе йыл күҙәтәм...
– ...Башҡалар бит үҙ-ара көнө буйы һөйләшә, көлөшә – мин генә ни өсөндөр улар менән килешеп китә алмайым. Бөтәһе лә насар түгел бит инде. Ғәйеп үҙемдәлер...
– Әй! – Турғай асыуынан һикереп үк китте. – Минең кәңәште алдан уҡ тыңламайһың. Хәҙерҙән үк улар алдында үҙеңде ҡуймаһаң – үҙеңә үпкәлә.
– Атыу – мин һәйбәт, улар насармы?
– Юҡ. Һин – икенсе. Шулай ҙа була.
***
– ...Ә тағы минең турғай дуҫым, беләһегеҙме, нимә һөйләне? Ошо зәңгәр күк кеүек диңгеҙ була икән. Һыу ҙа һыу, һыу ҙа һыу... Күҙ алдына ғына килтерегеҙ – тыныс матур көндә диңгеҙ зәп-зәңгәр. Ә төнөн бөтә һыу өҫтөндә ай нурҙары сайҡала... Эх, бер генә күрергә ине диңгеҙҙе...
Аҫҡы ботаҡтағы түңәрәк япраҡ уйға батты. Япраҡ менән дуҫлаша алыуына бик ғорур ине ул. Артығын һөйләргә ҡурҡып, уның күңелен генә күрергә тырышты.
– Минең дә ҙур бер оло хыялым бар. Ныҡ ҡына ямғыр яуһын да беҙҙе бер рәхәтләнеп туйындырһын ине. Күптән байрам булғаны юҡ! – Түңәрәк япраҡ тағы моңһоулана төштө.
– Ә мин ямғырлы көндәрҙе бик үк яратмайым. Мин бөгөнгө кеүек бейек зәңгәр күкле көндәрҙе яратам... – тине япраҡ.
Түңәрәк япраҡ уға асыулы ҡарап ҡуйҙы. Ысынлап та, ямғыр күптән яуғаны юҡ һәм бөтә япраҡтарҙың уйы – рәхәтләнеп дымға туйыныу хаҡында ғына ине.
– ... Мин һеҙгә хәҙер аңлатам. Күк бит ул... – Япраҡ дәртләнеп китте лә алға үрелеп өҫтәге ботаҡтағыларға өндәште:
– Ғәфү итегеҙ, һеҙ саҡ ҡына шылып тормаҫһығыҙмы. Зәңгәр күк миңә аҙыраҡ ҡына булһа ла күренә, ә бына минең күршемә...
– Миңә бер ниндәй ҙә зәңгәр күк кәрәкмәй! – тине түңәрәк япраҡ асыуланып. Өҫтәге ботаҡтағылар шарҡылдап көлөшә башланы.
– Зәңгәр күк кәрәккән берәүгә! Бөтә япраҡтар ҡара болот көтә, ә уға зәңгәр күк, имеш!..
– Һиңә зәңгәр күк саҡ ҡына күренә тиһеңме? Ә хәҙер бөтөнләй күренмәйәсәк! – тип сыйылданы оҙонса япраҡ һәм үҙенә уңайһыҙ булһа ла япраҡҡа кескәй генә күк киҫәге күренгән араны ҡапланы. Уға башҡалар ҙа ҡушылды. Хәҙер япраҡ һәр яҡлап та күккә һоҡланыу мөмкинлегенән мәхрүм булды.
***
– ...Берәм-берәм суҡып, тишкеләп сығайыммы икән уларҙы? – тип ҡыҙып китте турғай.
– Ипләп, улар йоҡлай. Улар сарсаған, шуға асыулы.
– Һин дә һыуһағанһың. Һин дә шул уҡ ағастаһың! Юҡ, мин уларҙы йәй буйы ыҙалаясаҡмын!
– Юҡ! Донъяны тултырыусылар бит улар. Уларҙы ла аңларға була һәм, аңлап, ундайҙарҙан күңел йылыһы менән ваҡытты ғына түгел, нәфрәтте лә йәлләргә кәрәктер.
Турғай ҡанатын ғына һелтәп ҡуйҙы.
– Теләһә нәмә эшлә. Үҙ тормошоң. Ә күкте һин ана ике өй араһынан да ҡарай алаһың. Тик һиңә саҡ ҡына буйға үҫер кәрәк.
– Ысынлап та! – тип ҡыуанды япраҡ. – Төндә, улар күрмәгәндә, мин һуҙылып-һуҙылып үҫергә тырышырмын, шулай бит?
– Шулай, шулай, – тип мығырҙаны турғай. Шунан уйсанланып бер аҙ өндәшмәй торҙо. – Ысынлап та, миңә рәхәт. Аяғым да, ҡанатым да бар... Бик үк бөйөк булмаһам да, мин ҡош... – Турғай ҡанаттары менән үҙенә һуҡҡыслап алды. Шунан ҡапыл туҡтап япраҡҡа ҡараны ла: – Теләйһеңме, мин һиңә диңгеҙ тураһында тағы бер нәмә һөйләйем? Кисә генә бер дуҫтан, ҡыр ҡаҙынан ишеттем, – тине.
Япраҡ ҡыуанып, уңайлап ботаҡҡа терәлде лә тыңларға әҙерләнде.
***
Төн һайын һуҙылып-ынтыла торғас япраҡ бер аҙға үҫә алды. Хәҙер уның ҡырау һуҡҡан яғы ҡыҫҡа, ә икенсе яғы йәмһеҙ оҙон булып китте. Тик барыбер түгелме ни?
Уның ҡарауы – ҡәрҙәштәренә һиҙҙермәй генә көндөҙ ике өй араһынан зәңгәр күккә ҡарап кинәнә ала! Ерҙәге ҡыҙыҡтарҙы ла япраҡ рәхәтләнеп, мауығып күҙәтте – тик үҙе күргәндәрен япраҡтарҙың береһенә лә һөйләмәне. Тағы асыуҙары килһә, был ҡыуаныстан мәхрүм итерҙәр... Әллә нишләп асыу тулы бит улар. Тик иҫкән елгә бәүелеү, ямғырға ҡойоноу ғына уларҙы шатландыра ала...
Ҡай саҡ төндәрен турғай дуҫ ҡунаҡҡа килеп, тормошон йәмләндерә, япраҡҡа һөйләр өсөн ҡыр ҡаҙынан диңгеҙ хаҡында һораша. Әллә һораша, әллә үҙе уйлап сығара – япраҡ диңгеҙҙе күҙ алдына килтереү генә түгел, ишетә лә, тоя ла башланы.
Йәйҙең йылы көндәре шулай күңелле генә үтә торҙо...
***
– ...Көҙ ҙә етте... Был минең һуңғы көҙөмдөр ул... – тип моңһоу ғына әйтеп һалды бер көндө турғай. – Мин бит ҡарт, бик ҡарт... Дошманым Әфлисун кеүек туңып ҡына ҡалырмынмы икән?
– Ә минең башҡа япраҡ булып тыуғым килмәҫ ине, – тине япраҡ. – Диңгеҙ буйындағы берәй кескәй генә булһа ла үлән булып тыуырға теләр инем...
– Тыуасаҡһың, әлбиттә! – тип ғәҙәттәгесә дәртләндерергә тырышты япраҡты турғай. Әммә уның тауышы тоноҡ ҡына яңғыраны. “Ысынлап та, ул бит бик ҡарт...” – тип уйланы япраҡ, уның хәрәкәттәрен күҙәтеп.
– Ә һин бөркөт булып тыуасаҡһың. Һис шикһеҙ.
Турғай күккә ҡараны ла өндәшмәне.
Улар көҙгө елдең әсенеп илауын бик оҙаҡ тыңланы.
***
Көҙгө мәшәҡәттәре башынан аштымы, турғай бөтөнләй күренмәй башланы. Бар тереклек борсола-ашыға мәшәҡәтләнде, ҡышҡа әҙерләнде. Япраҡтар ғына барыһын да ғәмһеҙ генә күҙәтте.
– ...Ергә тәүге булып килеп төшөргә ине, – тип һөйләнде һимеҙ япраҡ. – Өҫтән башҡа япраҡтар ятһа, йылыраҡ булыр ине.
– Ҡартлыҡты ни ерҙә үткәрҙеңме, ботаҡтамы – барыбер, тәүге ҡар беҙҙең йәндәрҙе алып китәсәк, – тине оҙонса япраҡ.
– Бер рәхәтләнеп һыуһынды ҡандырып та булманы бит әле ошо ҡоро йәйҙә, – тип һуҡранды түңәрәк япраҡ.
Ҡәрҙәштәрҙең күбеһе өйөрөлә-өйөрөлә ергә төшә лә башланы... Рәхәттер инде аяҙ көндө осоп барырға... Япраҡ, ел иҫкән һайын, турғай менән хушлашып, уға рәхмәт әйтеп өлгөрмәүенә борсолоп, ботаҡҡа бар көсө менән эләгеп торҙо.
***
Төндә боҙ ҡатыш көслө ямғыр бөтә япраҡтарҙы ла һуҡҡыслап ергә ҡойҙо. Япраҡ өҫтөнә ботаҡтар ҙа, ҡәрҙәштәре лә, ниндәйҙер башҡа нәмәләр ҙә өйөлдө. “Ярай, хушлашмауым, бәлки, һәйбәттер ҙә, – тип тынысландырҙы үҙен япраҡ. – Уға үҙенә лә еңел түгел, ә минең ҡараһыу-һары ҡиәфәтемде күрһә, тағы ла ҡыйыныраҡ буласаҡ. Ә былай ул мине йәшкелт-һары һәм көләс итеп иҫтә ҡалдырасаҡ...”
Япраҡ ятҡан ҡараңғылыҡ ерәнгес һалҡын һәм дымлы ине. Ҡәрҙәштәре һуҡранды, кемдер иланы. Эргәгә килеп ятҡан күршеһе, һимеҙ япраҡ, һөйләнеүҙән бөтөнләй туҡтаманы.
Шулай нисә көн үткәндер – билдәһеҙ. Хәҙер ваҡыт көнгә түгел, ә икһеҙ-сикһеҙ көтөү осорона әүерелде. Йәшәүҙең һуңғы сәғәттәрен йәмләндерер өсөн япраҡ үҙен диңгеҙҙә бәүелгән кеүек хис итте. Ҙур тулҡындар уны өҫкә күтәрә лә, аҫҡа бәрә. Еңел булғанына күрә, ул батмай, яңынан ҡалҡып сыға. Тулҡындар уны йәнә күтәрә... Шунан диңгеҙ тыныслана. Икһеҙ-сикһеҙ киңлектә япраҡ ай нурҙарында бәүелә... Ә иртән бөтә тирә-яҡ алһыу төҫкә мансыла – ҙур, ғәйәт ҙур ҡып-ҡыҙыл ҡояш ҡалҡып килә...
Бер мәл бөтә ғазаптарҙы онотторорға тейешле ҡар тыны һиҙелә башланы. Әммә япраҡты был хәүефләндермәне, ул тулҡындарында тирбәлә бирҙе.
***
– ...Дуҫ, һин ҡайҙа?! – Япраҡ турғайҙың ҡарлыҡҡан тауышынан иҫенә килде. Ишетелә генәлер ул...
– Дуҫ! Дуҫым!
Юҡ, был, ысынлап та, турғай. Тик үҙе тураһында нисек белгертергә һуң? Исмаһам, рәхмәт әйтергә тейеш бит. Турғайһыҙ ниндәй ғазаплы һәм мәғәнәһеҙ тормош кисерер ине ул!
– Мин бында! Бында!
– Тик кенә ят, алйот! Тыныс ҡына йәшәргә бирмәнең, хәҙер үлергә лә ҡамасаулайһың! – тип екеренде һимеҙ япраҡ.
Тик япраҡҡа барыбер ине. Нисек булһа ла үҙен белгертеп, ҡарт турғайҙың күкрәгенә тағы бер һырынып бер генә һүҙ әйтергә кәрәк!
– Мин бында!
– Ә, һин был сүплектән сыҡмаҡсыһыңмы әле? – Тымып ҡалған ҡәрҙәштәре ҡыбырҙаша башланы.
Япраҡ ипләп кенә шыуышырға кереште.
– Тотоғоҙ уны, тотоғоҙ!
– Мин бында... – тип шыбырҙаны япраҡ һәм шунда уҡ уның өҫтөнә нимәлер ҡапланды.
Турғай япраҡтар өйөмөнөң ҡыбырҙап ҡуйыуын абайлап ҡалды. Ул өйөм өҫтөнә ултырып тыңлай башланы.
– ...Тик кенә ят урыныңда!.. Берәүҙең үлер алдынан һауа һулағыһы килә, имеш!.. Тағы ҡуҙғалып ҡына ҡара!.. – тигән асыулы тауыштарҙы ишетеп, турғай шатлығынан һикереп ук китте. Бында ул, бында! Уның дуҫы кеүек ипле, матур йәндәр генә ошо тиклем асыу тыуҙыра ала!
Турғай йәнә эшкә тотондо. Һәр япраҡты, һәр ботаҡты айырып ситкә өйә барҙы. Ел генә сығып ҡуймаһын – юғиһә дуҫын әллә ҡайҙа осорор...
Бына бөтә өйөмдө бөртөкләне. Ә дуҫы юҡ. Юҡ.
Турғай тағы ла эшкә тотоноп, һәр ботаҡ аҫтын, һәр япраҡты ҡарап сыҡты. Уның суҡышынан ҡурҡтылармы – япраҡтар үле кеүек ҡыланды. Яңылышҡандыр, күрәһең...
Турғай сатанлай-сатанлай ояһы яғына ыңғайланы. Мөғжизәләр булмай шул ул – шуны белә тороп бер нисә көн буйы дуҫы йәшәгән ағас аҫтындағы һәр япраҡты, һәр сүпте ҡарап йөрөнө...
Ҡапыл ниндәйҙер ғыжылдау ишетелде. Турғай кире әйләнеп ҡараны. Ниндәйҙер япраҡ ҡыбырҙап ята ине. Елһеҙ көндө япраҡтар бушҡа ғына ҡыбырҙамай – турғай яңынан боролоп барҙы. Уның дуҫын ныҡ итеп ҡапларға маташҡан һимеҙ япраҡ тағы ғыжылданы. Турғай уны суҡышы менән ситкә атып бәрҙе.
– Һаумы... Тиҙерәк!.. Бәлки, өлгөрөрбөҙ...
Япраҡ ҡыуанып та, аптырап та өлгөрмәне – турғай уны суҡышы менән ипләп кенә күтәрҙе лә ашығып осороп алып китте.
***
Турғайҙың хәле бөттө, әммә, бар көсөн йыйып, ҡанаттарын ҡаға бирҙе.
– Турғай, йөрәгең шартлар бит! Ҡайҙа осабыҙ һуң беҙ? – тип аптырап та, асыуланып та, төрлөсә үтенеп тә ҡараны япраҡ. Әммә турғай ишетмәнеме, ишетергә теләмәнеме – өҫкә күтәрелде лә, күтәрелде.
Тау артынан ҡыр ҡаҙҙарының тубы күренде. Ҙур ҡоштар тиҙ генә уларға яҡынлашты. Турғайҙың күкрәгенән ниндәйҙер ҡурҡыныс тауыштар сыға башланы – әммә ул һаман күтәрелә бирҙе. Бына ҡыр ҡаҙҙары уларға бәрелә яҙып үтеп китте. Береһе турғай янына кире әйләнеп килде.
– Өлгөрҙөңмө? – тип йылмайҙы ҡыр ҡаҙы. Турғай баш ҡаҡты. Ҡыр ҡаҙы япраҡты суҡышы менән ипле генә эләктерҙе.
– Һөйләшкәнсә, диңгеҙҙең ҡап уртаһына тиклем.
Ҡаҙ күҙен йомоп “эйе” тигәнде белгертте.
– Һинең йөрәгең шартламаҫмы? – тип һораны япраҡ.
– Шартлаһа ни – мин барыбер киләһе тормошта бөркөт буласаҡмын! – тине лә турғай, ҡапыл, хәле бөтөп, таш кеүек аҫҡа төшөп китте.
Япраҡ, унан күҙҙәрен ала алмай күҙәтте. Юҡ, бына турғай тағы осорға кереште. Япраҡ иркен итеп һауа һуланы ла алда йәйелеп ятҡан зәңгәрлеккә күҙ һалды һәм алдында асылған ғәжәп матурлыҡҡа һоҡланыуҙан сыҙамай ҡысҡырып ебәрҙе.
Фото: Pinterest