-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Ғинуар , 13:40

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА ПАР АЛМА

Хикәйә –Их, ошо алмағастың алмалары тәмле була торғайны, йәл, быйыл ашап булманы, емеш бирмәнеләр,– тип Илдус алмағастарын ҡәҙерләп һыйпап, оҙаҡ ҡына уларға текләп ҡарап торҙо. – Шул арала башынан мең төрлө уй үтте. Ҡасан да булһа уларҙы ҡайтып күрә алырмы, татлы емештәренән ауыҙ итерме?–Алмағастарыңа ҡарап эсең бошоп торамы? Быйыл ни, йәйе йәй һынны булдымы: башта ҡырау төшөп алъятты, аҙаҡ июнь айында ҡар яуып ҡуйҙы. Шунан ниндәй алма булһын, ти. Өшөнө алмағастар. Ни ғәләмәттер, ҡарағаттарға ғына теймәй ҡалған, сейә менән ҡурай еләге лә юҡ, – тип һөйләнә-һөйләнә баҡсала ваҡ-төйәк эш менән булып йөрөгән ҡатыны уның янына килеп баҫты.– Нишауа, быйыл булмаһа, киләһе йыл уңышты мул итеп бирерҙәр, иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас, туйғансы ашарбыҙ, Алла бирһа. Тик ҡараштырып тор инде һин уларҙы.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА ПАР АЛМА
Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА ПАР АЛМА

Тамағына килеп тығылған төйөрҙө йота алмай, илап ебәрергә әҙер генә торған Рәйлә, күҙ йәштәрен иренә күрһәтмәҫ өсөн тиҙерәк өйгә инеп китте. Тыңламаны бит Илдусы, хәрби операцияға барырға килешеү төҙөгән дә ҡайтҡан. Ҡаршы булып ҡарағайны ла:
–Йәп-йәш егеттәр китеп юғала, нисек шуға тыныс ҡына ҡарап ятайым, ти, барырға кәрәк, – тип ауыҙын да астырманы. Инде балаларҙы башҡаландырып, ейән-ейәнсәрҙәрҙе ҡарашып, тыныс ҡына йәшәп ятыр урынға, ултыр инде хәҙер күҙеңде упайтып. Йәше лә байтаҡ та бит. Юҡ, тыңлата алманы шул ирен. Эй, Хоҙайым, иҫән-имен генә йөрөп ҡайтһын. Бигерәк үҙһүҙле. Ғүмер буйы шулай булды.
...Алмағастарын бала ҡараған һымаҡ бәпләп, тәрбиәләп үҫтерҙе Илдус. Улар бәләкәй саҡта, ни өсөндөр, ауылда, оҫта баҡсасы булараҡ дан тотҡан Мичурин ҡушаматлы Мансур бабайҙан башҡа бер кемдә лә алма емеш бирмәй торғайны. Яҙғыһын ап-аҡ сәскәгә күмелеп ултырған булалар ҙа шуның менән бөттө-китте. Хәҙер генә ул барыһының да тиерлек баҡсаһында ҡыҙарып алма бешә. Илдус һаман аңлап етә алмай, элек нимә ҡамасауланы икән уларға уңыш бирергә? Ҡарай белмәнеләрме икән? Хәҙер, ана, нимә кәрәкһә, шуны интернетҡа инәһең дә ҡарайһың, барыһын да өйрәтәләр.
Теге ваҡытта Мансур бабайҙарҙың баҡсаһы янынан тыныс ҡына үтеүе ҡыйын була торғайны. Бигерәк тә Илдус кеүек үҫмер малайҙарға. Алмалары ла ымһындырып, үҙҙәренә тартып ҡына торалар шул. Иптәштәре бер нисә тапҡыр урлашырға төшкәндәре булды. Илдус ҡурҡты, тотолһаң ояты ни тора.
–Әҙерҙе генә ашап ултырма, шәп булғас, үҙең төшөп ҡара, – тип тора-бара уға өлөш сығармай башланылар. Ә алма ашағы килә.
Шулай йөрөй торғас, бер көндө хәл итте бит малай. Кискә табан яйлап ҡына бабай йәшәгән яҡҡа барҙы, ян-яғын ҡараштырып, кеше-фәлән күренмәгәненә инанғас, ипләп кенә ҡойма аша һикереп төштө. Ботаҡтарҙы һаҡ ҡына эйелтеп берәм-берәм ҡыҙарып бешкән алмаларҙы өҙөргә тотондо. Уларҙы күлдәк салғыйын күтәреп шунда һала барҙы. Күп кәрәкмәй уға. Ҡустыһы менән һеңлеһенә, үҙенә икешәрҙе алһа – етте.
Инде китергә генә торғанда, эргәлә тамаҡ ҡырған тауышты ишетеп, шыр ебәрҙе. Әйләнеп ҡарағайны, Мичурин бабай үҙе тора. Ҡурҡышынан да, оялышынан да ер тишегенә инерҙәй булды. Етмәһә, мәктәптә белеп ҡалһалар, бөттө баш. Ҡарауылда ҡалған иптәше нисек күрмәне икән? Тауыш итергә тейеш ине бит.
–Ботаҡтарын һындырманыңмы? – Мансур бабайҙың тәүге һорауы шул булды.
–Юҡ... Һындырманым. Мин әле генә килдем.
–Һындырмағас, һәйбәт. Юғиһә, бер йылы бигерәк аяуһыҙ ҡыланғандар ине, саҡ рәткә индереп барам үҙҙәрен. Ә һин, маладис, тәртипле урлашаһың. Тик, һорауһыҙ кеше әйберен алырға ярамағанлығын беләһең бит. Алма күп, әбейең менән ашап бөтөрлөгөбөҙ юҡ. Һорап алырға кәрәк. Аңлашылдымы?
“Эйе” тигәнде аңлатып, малай башын һелкте.
– Алма яратаһыңмы?
–Ыһы... Ныҡ яратам. Бабай, башҡаса бер ваҡытта ла урлашмам. Мәктәптә белмәһендәр инде...
–Ярай, белмәҫтәр. Улай алма яратҡас, көҙгөһөн үҫенделәр бирермен, үҙең үҫтерерһең. Нисек тәрбиәләргә лә өйрәтермен, – тип бабай әрләмәйенсә генә сығарып ебәрҙе. Был турала ысынлап та, атаһы менән әсәһенә лә, уҡытыусыларға ла өндәшмәгәндер, һиҙелер ине. Ошонан һуң Илдус башҡа бер ваҡытта ла урлашырға йөрөмәне.
Мансур бабай һүҙендә торҙо, көҙгөһөн, алмағас үҫенделәре тотоп уларға килде. Өйрәтеп, матур итеп үҙе ултыртып китте.
–Һинең алмағастарың да емеш бирә башлар, улым,быны күреп малай-шалай, баҡсаға төшә торған, үҙең беләһең, үҫмер саҡта төрлө хәлдәр була, шулай бит, – тип мәғәнәле генә итеп Илдусҡа ҡарап ҡуйҙы. – Уларға артыҡ ҡаты бәрелмә.
Малай ғәйепле башын түбән эйҙе. – Тик һындырмаһындар ғына, ивет бабай...
–Шулай, һындырырға юл ҡуйма. – Мансур бабай йылмайып, йәш баҡсасының башынан һыйпаны.
Ҡаты итеп бер һүҙ әйтмәһә лә уның әйткәндәре Илдустың хәтеренә мәңге юйылмаҫлыҡ булып уйылып ҡалды. Алмағастарын ул бөтә күңелен биреп тәрбиәләне. Төптәрен йомшартып, ваҡытында ашламаһын һалды, һыу һибеп торҙо. Тегеләре матур булып үҫеп алып китте.
Егет мәктәпте тамамлаған йылды алмағастары тәүге емештәрен бирҙе. Уларҙы күреү шул тиклем ҙур ғорурлыҡ тойғоһо уяты. Үҙе үҫтергән алмалар бит. Хәҙер, ана, баҡса тулып ултыралар. Мичурин бабай әйтмешләй, ҡайһы йылды йыйған уңышты ҡайҙа ҡуйырға белеп булмай. Илдус йәлләмәне, кинәнеп ауылдаштарына өлөш сығарҙы.
ххх
Ирен оҙатҡас, Рәйлә өйөндә йәм таба алмай бер булды. Эшкә лә йөрөгөһө килмәне. Етмәһә, былай ҙа ауыртып ҡына торған йөрәге тынғы бирмәне. Төн урталарында уянып, йоҡлай алмай ятҡан саҡтары йышайҙы. Ярай әле, фельдшер күршеһендә генә йәшәй. Үлеп ятыуың да бар. Алла һаҡлаһын. Балалары алыҫта. Ауылда иренең туғандары ғына.
Хәле бөтөп, ипкә килә алмай йөрөй торғас, көн алып бер аҙ ял итергә булды. Тыуған яғына ҡайтып килер. Туғандарын, Илүсә әхирәтен күреп, бер аҙ тынысланыр. Юғиһә, Илдусы бер минут уйынан сыҡмай. Хыялыйға әйләнеүең бар былай.
...Илдус менән уларҙың танышыуы ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡты. Шунда уларҙың ауылына Илүсә килмәһә, бер-береһен күрмәгән дә, белмәгән дә булырҙар ине. Әҙәм балаһын яҙмыш йөрөтә, тигәндәре дөп-дөрөҫ.
Туғыҙынсыла уҡып йөрөгән саҡтары. Икенсе сирек башланыуға уларҙың класына яңы ҡыҙ килде. Шул Илүсә инде. Әсәһе мәрхүм булып ҡалғас, уларҙың ауылына килен булып төшкән өлкән апаһы үҙҙәренә алып ҡайтҡан. Ҡыҙ улар менән бергә уҡый башланы. Рәйлә менән шунда уҡ уртаҡ тел таптылар. Аҙаҡ, хатта бер парта артына ултырҙылар. Илүсә шул тиклем яҡшы күңелле ҡыҙ булып сыҡты. Ул да Рәйлә кеүек спорт ярата, бейеүгә маһир. Бергәләп концерттарҙа ҡатнаштылар. Яҡын дуҫтар булып киттеләр.
Оҙаҡламай Яңы йыл етте. Каникулға Илүсә үҙҙәренә ҡайтып китте. Ауылын, дуҫтарын ныҡ һағынғайны. Шыршы байрамында класташтары менән осраштылар. Илүсә клубҡа килеп ингәс тә уны һырып алдылар. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Шунда Илдус ҡыҙыҡ итеп кенә:
–Класығыҙҙа матур ҡыҙҙар бармы?– тип һорап ҡуйҙы.
–Ба-а-ар. – Илүсә хәйләкәр генә йылмайып Илдусҡа ҡараны. Ә үҙенең күҙ алдына шунда уҡ Рәйлә килеп баҫты. Матур пар булырҙар ине. Илдус та һәйбәт егет.
–Адресын бирәһеңме?
–Ҡайҙа, ҡағыҙ, ҡәләм бармы берәйегеҙҙә? Әллә былай ғына хәтереңдә ҡалдыраһыңмы?
–Лутсы яҙып бир.
Илдусҡа эйәреп башҡалар ҙа адрес һорап Илүсәнең башын ҡатырып бөттөләр ул ваҡытта. Класташ ҡыҙҙары асыуланыр тип тә уйлау юҡ, барыһына ла тиерлек уларҙың исемдәрен яҙып таратты ла бирҙе.
Каникул көндәре һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Яңы уҡыу сиреге башланды. Бер көндө Илүсә синыф бүлмәһенә килеп ингәндә ҡыҙҙар шыш-пыш килеп нимә тураһындалыр ҡыҙыу ғына бәхәс ҡора ине. Шул саҡ барыһы ла уға әйләнеп ҡаранылар ҙа, ауыҙҙарына һыу уртлаған кеүек туҡтап ҡалдылар.
–Илүсә, һин Белорет районынанмы әле? – тип ҡапыл ғына кластың старостаһы Гөлнара уға төбәлде.
–Эйе, нимә булды?
–Әһә, тимәк һинең эшең.
–Аңлатыбыраҡ һөйләгеҙ әле.
–Беләһеңме, көтмәгәндә-нитмәгәндә беҙҙең барыбыҙға ла һеҙҙең тарафтарҙан хаттар яуа башланы бит әле... Егеттәрҙә-ә-н! Быны нисек аңларға?
–Ә-ә-ә, бына эш ниҙә икән, – тип бер ни булмағандай, Илүсә ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. –Ҡурҡыныс берәй нәмә булған икән, тип ҡотто алдығыҙ ҙа. Эйе мин бирҙем адрестарығыҙҙы. Уның нимәһе бар? Теләгегеҙ булһа хатлашырһығыҙ, булмаһа – юҡ.
–Уныһы шулай, ләкин башҡаса рөхсәтһеҙ улай ҡыланма, йәме.
–Ярай-ярай, үпкәләрһегеҙ, тип башыма ла килтермәнем. Күпме кеше шулай хат аша танышып, дуҫлашып китә, хатта бәхетле ғаилә ҡорған кешеләр ҙә була.
Улар араһында ла хат алышыусылар булды. Ләкин тора-бара онотолдо. Ә бына Рәйлә менән Илдустың дуҫлығы өҙөлмәне. Фотоларын ебәреп, бер-береһен оҡшатып та өлгөргәйнеләр. Мәктәптән һуң,икеһе лә баш ҡалаға уҡырға килде. Башлап шунда осраштылар. Илдус Рәйләне күргәс тә үҙенең кешеһе икәнен аңланы. Төҫ-башы, буй-һыны, үҙен тотошо – барыһы ла килешле, нәҡ ул хыялында йөрөткән ҡыҙ. Илүсәгә рәхмәт инде. Рәйлә лә егетте оҡшатты. Аҡыллы, һәйбәт кеше икәне күренеп тора.
Ял көндәре осрашып, күрешеп торҙолар, киноға, концерттарға йөрөнөләр. Ә бер ялды Илдус буласаҡ кәләшен ата-әсәһенә алып ҡайтып күрһәтте.
–Ипле генә бала күренә, – тип атаһы менән әсәһе ҡыҙҙы оҡшатып, бик риза ҡалдылар. Шуға уҡып бөткәс, оҙаҡҡа һуҙмай, өйләнешеп тә ҡуйҙылар. Илдустың тыуған ауылына йәшәргә ҡайттылар. Кулинария колледжын тамамлаған Рәйлә балалар баҡсаһына ашнаҡсы булып эшкә инде. Илдус тимер юлында мастер булып хеҙмәт юлын башланы. Тормош ҡороуҙарына ла хәҙер утыҙ йылдан артыҡ. Матур итеп балалар үҫтерҙеләр, олатай-өләсәй булдылар. Ә Илүсә Рәйләләрҙең ауылында төпләнеп ҡалды. Харап матур итеп донъя көтөп яталар.
ххх
Уларҙың ауылында хәрби операцияға китеүселәрҙе, ғәҙәттә, мәсет янына йыйылып оҙатып ҡалалар. Имам-хатибтың юл доғаһын уҡып, фатихаһын биреп ҡалыуы матур бер йолаға әйләнгән. Илдус менән дә шулай булды. Халыҡ күп йыйылғайны. Күстәнәс, йылы кейемдәр әҙерләп килтереүселәр бар, хатта. Ауылдаштары һәйбәт уның. Иҫән-имен йөрөп ҡайтыуын теләп, матур итеп оҙатып ҡалдылар.
Өфөгә тиклем машина менән кейәүе алып барҙы. Аҙаҡ самолетта Санкт-Петербургҡа остолар. Шунан Ростовтағы Донға юлландылар. Унда ике аҙна тирәһе әҙерлек үткәс, Донецк яғына юл тоттолар. Бында килеп төшкәс, атыш тауышына башта ҡолағы тоноп бер булды Илдустың. Тыныс тормоштан һуң ҡапыл ғына өйрәнеп китеүе еңел түгел инде. Шартлау тауыштары яңғырап тора. Өҫтә – дрондар, аҫта минаға баҫыуың бар, бик иғтибарлы, һаҡ булырға кәрәк. Ике яҡтан да юғалтыуҙар ҙур. Бергә һуғышҡа ингән әллә күпме иптәшен күҙ алдында юғалтты.
Илдустың хәрби операцияға килеп эләгәүенә өс айлап ваҡыт үтте. Тәүге көндән үк алғы һыҙыҡҡа эләккән һалдат ошо арауыҡ эсендә нимәләр генә күреп өлгөрмәне? Көн-төн барған алышта егеттәребеҙҙең ҡаһарманлығын күреп, үҙендә лә ышаныс уянды, уларҙан көс-дәрт алды. Беҙ еңеп ҡайтасаҡбыҙ! Ул тешләнеп алға ынтылды. Тик, шул ваҡытта ғына тубыҡ тапҡырынан аяғын нимәлер көйҙөрөп үткәндәй булды. Илдус, баҫа алмайынса, ергә сүгәләне. Быны күреп, эргәһендә генә барған урыҫ егете тиҙерәк ярҙамға ашыҡты. Итеген һалдырып, аяғын ҡарай ғына башлағайны, үҙе салҡан тәгәрәне. Егеттең күкрәгенән ҡан һарҡып сыҡты. Шунда уҡ йән бирҙе. Йөрәгенә эләккән, ахырыһы. Уның үлемендә Илдус үҙен ғәйепләне. Исемен дә һорашып өлгөрмәне. Ул тип харап булды. Шуныһы бигерәк аяныс. Ләкин илап, ҡайғырып ултырырға ваҡыт юҡ. Етмәһә, аяғы үлтереп һыҙлай, ҡуҙғатып та булмай. Ошонда ятып ҡалырмы икән ни? Ир белгән доғаларын уҡып, күккә ҡараны. Ялбарып, иҫән-һау ҡалыуын һораны. Ҡайһы яҡҡа табан шыуышырға ла белмәне, башты күтәрерлек тә түгел, туҡтауһыҙ аталар. Ләкин бер урында оҙаҡ ҡалырға ярамай. Атыу тынып торған арала алға шыуышты. Шулай күпмелер барғандан һуң, алда зыярат күренде. Тимәк, яҡында ниндәйҙер тораҡ пункты булырға тейеш. Ул эскә инде. Аҙ ғына булһа ла ял итеү мөмкинлеге тейер, исмаһам. Бында һалҡын таш плитәләр артына йәшенеп, тепловизорҙарҙан һаҡланып ҡалырға була. Их, бер-ике йотом һыу ҙа булһа икән. Шул тиклем эске килә. Асығыуы ла етте. Тамағына тәғәм ризыҡ ҡапмайынса күпме йөрөй хәҙер.
Ян-яғына ҡарап алды, тел өҫтөнә һалырлыҡ бер нәмә күренмәй. Үҙе лә ҡыҙыҡ инде, зыяратта кем нимә әҙерләп китһен инде. Шулай бер аҙ хәл алып, тирә-яҡҡа күҙ һалғайны, яҡында ғына емерек өйҙәрҙе күреп, эсенә йылы йүгерҙе. Унда берәй нәмә барыбер табылыр. Тик имен-аман барып етергә кәрәк. Ир ауыл яғына табан шыуышты. Шунда юлда осраған виноград ҡыуаҡтарын күреп, иҫе китте, ауыҙына һыуҙар килде. Улар шул тиклем күп. Бына ҡайҙа ризыҡ? Ул кибә башлаған емештәрҙе ҡомһоҙланып тиреп, услап-услап һоғондо. Бындай ҙа тәмле виноградты бер ҡасан да ашағаны булмағандыр. Шулай күпме ултырыр ине икән, ике балаһын эйәртеп уға табан шәп итеп йүгереп килгән инә сусҡаны күреп ҡалмаһа. Ҡан еҫен һиҙеп ҡалғандарҙыр, күрәһең. Илдустың ишеткәне бар, был йән эйәләре ас булһа, кешегә ләташланыуы ихтимал. Ул йән асыуы менән эргәлә торған һарайға табан шыуышты. Нисек кәрәк баҫҡыс буйлап өҫкә менде лә ҡыйыҡ аҫтына барып боҫто. Сусҡалар мырҡылдап һарай тирәләй йөрөнөләр ҙә ары киттеләр. Артабан нимә булғанын, күпме ятҡанын хәтерләмәй.
... Ана, алыҫта ут яҡтыһы күренә. Бәй, ап-аҡ сәскәгә төрөнгән алмағас та бар бит унда. Эй матур булып ултыра инде. Әкрен генә иҫкән елгә ботаҡтары һелкенеп-һелкенеп ҡуя. Хуш еҫе танауына килеп бәрелгәндәй. Илдус әкрен генә шул алмағас яғына табан шыуышты. Һис шикһеҙ шунда барып етергә кәрәк. Унан инде ҡотоласаҡ. Ул бер нимәгә ҡарамай алға барҙы ла барҙы. Килеп еткәйне, аптырауҙан телһеҙ ҡалды. Уның алмағасы лаһа. Мансур бабай ултыртып киткән тәүге алмағас. Ә нисек ул бында? Аяғына баҫып, алмағасты ҡосаҡлап ҡына алғайны, артта көслө шартлау тауышы яңғыраны. Әйләнеп ҡарағайны, ушы китте, әле яңы ғына ул ҡыйығы аҫтында ятҡан һарайҙың көлө күккә осҡан. Көслө шартлау тауышына ир уянып күҙҙәрен асты. Өнмө-төшмө икәнен бер аҙ аңлай алмай ятты. Эргәһендә аҡ халатлы ҡыҙҙар йүгерешә. Шунда ғына үҙенең ҡайҙа икәнлеген аңланы. Госпиталдә. Әммә нисек килеп эләкте икән бында?
Шәфҡәт туташтарының әйтеүенсә, урындағы ике ир табып алып килтергән икән. Яланда бер ағас төбөндә ятҡан. Нисек иҫән ҡалғандыр?
Уколдар эшләгәнгәме, аяҡтарының ауыртыуы бик һиҙелмәй. Оҙаҡламай оло ғына йәштәге бер табип килеп инде. Уның янына ултырып, хәлен һорашты, шунан һуштан йығылырлыҡ хәбәр әйтте. Аяғына, тубыҡтан өҫкә ампутация яһаясаҡтар. Гангрена киткән. Теге ваҡыт иҫен юғалтып оҙаҡ ятҡан, күрәһең.

ххх

Иренең күптәнән бәйләнешкә сыҡмауына Рәйлә аптырауҙан нимә эшләргә лә белмәне. Иҫән генә йөрөһөн инде. Ә бер көндө, таңға табан уны төшөндә күреп,  тертләп уянып китте. Һыу ашаһында, Рәйләгә нимәлер тип ҡысҡыра. Ә ул ишетмәй. Ярҙам һораған кеүек.

“Бер нәмә лә ишетмәйем, был яҡ ярға сыҡ“– тип ул күпер яғына ишаралай. Тегеһе иһә аяғына күрһәтеп, урынынан ҡуҙғала алмай тик тора.

Хәйерлегә була күрһен инде, тип бисмилла итеп, ян-яғына төкөрөп, ҡабат ятып ҡарағайны ла, ҡайҙа инде, йоҡоһо бөтөнләй ҡасты ла ҡуйҙы. Йөрәге ҡыҫып-ҡыҫып алды. Нимәлер булған иренә. Ниндәй ярҙам кәрәк икән?  Ул урынынан тороп ултырҙы. Өй ҙә һыуынып киткән. Мейесенә ут яғып, сәй ҡуйып ебәрҙе. Телевизорын ҡабыҙып ҡарағайны ла йүнле бер нәмә лә булмағас, кире һүндерҙе. Иренә шылтыратып ҡарарға уйланы ла, сәғәткә ҡарап, кире булды. Иртәрәк икән.

Сәй эсеп алыуға көн дә яҡтырҙы.  Рәйлә, ғәҙәтенсә,  тәҙрә яңағына килеп һөйәлде. Ярата ул ауылдың уянғанын шулай ҡарап торорға. Бына-бына һелкетә баҫып ире ҡайтып керер төҫлө. Их, шулай ғына булһасы. Тора торғас кинәт кенә күҙҙәре ҡарт алмағасҡа төштө. Нимә күрһен! Аҫтараҡ бер ботаҡта ҡыҙарып бешкән алма эленеп тора түгелме? Әллә күҙенә генә күренәме? Ҡатын донъяһын онотоп, кофтаһын ғына эләктерҙе лә тышҡа сығып йүгерҙе.  Эйе, ысынлап та алма шул. Япраҡтар араһынан күренмәй торған, күрәһең.  Үрелеп кенә алырға уйлағайны, буйы етмәне. Таяҡ менән һуғып төшөрһә, йәнселер тип, бер бүкәнде тәгәрләтеп килтерҙе лә шуға баҫып ипләп кенә өҙөп алды. Әллә нимә тапҡандай ҡәҙерләп күкрәгенә ҡыҫты. Илдусының ҡайтыуына һаҡлаясаҡ. Шуны иренең нисек ашағыһы килгәйне.  Их, парлы булһалар икән, тигән уй мейеһен ярып үтте шул саҡ. Ярай, быныһы ла яраған. Хәҙер үк сироп яһап, бәләкәй банкаға компот итеп ябайым. Хужаһының ҡайтҡанын көтөп ултырһын. Ашар ризығы кешене тарта, тиҙәр бит. 

Иртәнге шул кәйефе көн буйына етте лә ҡуйҙы ҡатындың. Күңелендә ниндәйҙер өмөт сатҡылары уянды. Ә кискә табан ире шылтыратты. Бына бит, шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ. Күпме һөйләшмәй торғандан һуң...

–Нишләп улай оҙаҡ хәбәрең булманы ул? – тип телефонын ҡулына алғас та илап ебәрҙе. – Әллә нимәләр уйлап бөттөм бит.

–Ярай, тыныслан. Барыһы ла яҡшы, бәйләнеш булманы. Әле госпиталдәмен.

–Гопиталдә?  Нимә булды?

–Яраландым.

–Хәлең нисек һуң? Мин иртәгә үк юлға сығам. Ниндәй госпиталдәһең?

–Әлегә килергә кәрәкмәй. Операция яһарға тейештәр. Шунан ҡарарбыҙ.

–Уй-й, яраң шулай ауырмы ни?

–Нормально, улай өтәләнмә әле, тыныс ҡына була  торғайның даһа. –Тубыҡтан аяғын киҫеүҙәре тураһында Илдус ләм-мим өндәшмәне. Былай ҙа тоҡанып китергә генә тора ҡатыны, ҡайтҡас барыһын да күрер. Юғиһә, хыялый буласаҡ.

Рәйлә тағы билдәһеҙлектә ҡалды. Донъяла шунан да ҡыйынырағы юҡ икән. Иренең янына барырға ярамай. Госпиталдән ҡасан төҙәлеп сығыры билдәһеҙ. Ә унан һуң йәнә һуғышҡа алып китһәләр? Бер нәмәгә ҡарамай әллә сығырға ла китергәме? Ауыр ваҡытында янында булыр ине, исмаһам. Өтәләнмә, ти ишеү. Тыныс булырың бында.

 Ярай, йөрөмә тигәс, бармай торайым әле. Шулай кәрәктер. Уның ҡарауы, хәҙер ире менән көн дә һөйләшеп, хәлдәрен белешеп торалар. Барыбер күңелгә тынысыраҡ. Кәйефе лә күтәренке. Йорт, баҡса тирәһен тәртипкә килтерҙе.  Ҡарт алмағас янына еткәс,  уны яратып һыйпап алды. Ҡышты матур ғына сығырға яҙһын, бирешмә йәме, тип шыбырлап, ҡарашын алмағастың осона йүнәлтте.  Үҙҙәре менән бергә ул да ҡартайҙы. Уңышты ла әҙ бирә хәҙер, ләкин тәме үҙенекенә башҡа, бигерәк татлы.

Инде боролоп китәйем тигәндә генә Рәйләне нимәлер әйләнеп ҡарарға мәжбүр итте. Ул үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы. Иң өҫкө ботаҡтарҙың береһендә тағы ла бер алма эленеп тора! Бына был, исмаһам, мөғжизә! Теге ваҡыт  икәү булмағанға бер аҙ хафаланып  ҡуйғайны. Эй, Тәңрем рәхмәт. Былай булғас, барыһы ла яҡшы буласаҡ. Күңеленән шулай юраны ҡатын. Тик нисек итеп был алманы  өҙөп алырға?  Бигерәк өҫтә бит. Ул ипләп кенә алмағасты һелкетеп ҡараны. Әҙерәк мәшәҡәтләнгәс,  ҡәҙерле емеш тып итеп  ергә килеп төштө. Саҡ ҡына ҡарая башлаған икән... Рәйләнең йөрәге тағы ла сәнсеп ҡуйҙы. Ҡарая башлаған шул. Ярай, был тимгә тиклем шулай торғас та һәйбәт инде.  Боҙолған урындарын киҫеп алып, тегеһе һымаҡ ябып ҡуйһа, бер нәмә лә булмаҫ.

ххх

Илдус госпиталдә оҙаҡ ятты. Рәйләнең бер ваҡытта ла телефонын алмайынса  йөрөгәне юҡ ине. Был юлы әллә нимә уйлап өйҙә ҡалдырып сыҡҡансы. Ире әллә нисә тапҡыр шылтыратҡан, ә ул тышта йөрөп ҡалған.  Алыусы булмағас, СМС-хәбәр  ебәргән. “Көт. Беҙ Азат менән юлға сыҡтыҡ, иртәгә өйҙә булабыҙ”, –тигән.

Нисек Азат менән? Ә мин нишләп бер нәмә лә белмәйем. Ҡабаттан шалтыратып ҡарағайны, бәйләнеш  булманы. Эй, йүнһеҙ, ишетмәй ҡалған бит. Ҡайтып киләләр...Ҡыуаныслы хәбәрҙән Рәйлә бер аҙ шаңҡып ултырҙы. Азат  ни эшләп бер нәмә лә әйтмәне икән? Шунда: “Әсәй, мин атайым янына киттем, алып ҡайтам”,– тип кенә яҙып ебәр инде. Юҡ, әйтмәй-нитмәй сыҡ та кит. Мин әҙерләнер инем, исмаһам. Бергә барып алып ҡайтһаҡ та булыр ине. Йә, ярай, шундай матур көндө боҙоп, үпкәләп ултырмайым әле. Юлда йонсоп йөрөмәһен, тигәндәрҙер. Ары һуғылып, бире бәрелеп йөрөнө лә, аш-һыу яғын ҡайғыртырға тотондо. Матур итер әҙерләнергә кәрәк.

Улының машинаһы килеп туҡтауға, ике күҙен тәҙрәнән алмай көткән Рәйлә уларға ҡаршы йүгереп сыҡты. Кәстел таяҡтарына таянып, һыңар аяғында ғына баҫып торған ирен күреп, башта  туҡтап ҡалды. Һыңар аяҡта ғына... Ҡайһылай ныҡ бирешкән, ябыҡҡан... Ул үҙен тиҙ генә ҡулға алып,  иренә ҡаршы атланы. Барып күкрәгенә һыйынғас ҡына үкһеп илап ебәрҙе. Иҫәнһең, Аллаға шөкөр.

–Аллаға шөкөр, әсәһе, был көндәрҙе лә күрәһем бар икән, – тип Илдус ҡатынының сәстәренән һыйпап, күкрәгенә  ҡыҫты. Һине борсомаҫ өсөн алдан бер нимә лә әйтмәй торҙоҡ. Үпкәләмә инде, йәме. Азат та, кейәү ҙә яныма бер нисә тапҡыр килеп киттеләр. Үҙем һиңә һөйләмәй торорға ҡуштым.

–Ярай, ярай, барыһы ла артта инде хәҙер.

Яңы йыл алдынан ғына ҡайтып төштө Илдус. Бар халыҡ байрамға әҙерләнә. Рәйлә лә ире ҡайтыу хөрмәтенә туғандарын йыйып алырға булды. Яңы йылды бергәләп ҡаршыларҙар. Матур итеп табын әҙерләне. Ейәндәрен алып, балалары ҡайтты.  Шәп итеп Яңы йылды ҡаршыланылар. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Күберәк Илдусты тыңланылар. Иҫән-һау ҡайтыуына ҡыуанып бөтә алманылар.

Төн уртаһында ҡунаҡтарҙы оҙатып, өйгә кергәс, Рәйлә кинәт кенә  юҡ булып торҙо.  Ә бер аҙҙан ике ҡулына бәләкәйерәк ике банка тотоп килеп инде. Уларҙы ҡәҙерләп кенә өҫтәлгә ҡуйҙы ла тын ҡалды.  Быны күреп ире аптырап уға ҡараны.

–Берәй тәмлекәсеңде онотоп ултыртмай ҡалдырғанһыңмы әллә, кәләш?

–Онотманым, быныһы икебеҙ генә ултырып  ашай торған ризыҡ. –Рәйлә банкаларҙы ҡулында өйрөлтөп алды. Нимә тип уйлайһың?

–Алма киҫәктәре шикелле. Компотҡа оҡшаған.

–Дөрөҫ. Ә ниндәй алманан?

–Әллә үҙебеҙҙекеләр? – Илдус урынынан ҡуҙғала биреп, ҡатынына төбәлде.

–Үҙебеҙҙекеләр шул...  Ҡарт алмағастыҡы... Ике генә бөртөк алмаһы булды. Һинең бәхетеңә. Ҡайтыуыңды көттөләр. Шул алмаларҙы күргәс, нисек ҡыуанғанымды белһәң икән! Күңелгә  өмөт, ышаныс биреп,  нисек йәнде йылытып ултырыуҙарын үҙем генә беләм. Эсем бошҡанда баҙға төшә һалып, ҡарап-ҡарап алам,  ярылып-фәлән ҡуймаһын, тип аяп ҡына торҙом үҙҙәрен.  Һинең шуларҙы ауыҙ итә  алмай киткәнеңә ныҡ эсең бошҡайны. Аллаға шөкөр, бына, юрағаным юш килде. Үҙең ҡайтҡас, икәүләп ултырып ашарбыҙ, тинем.

–Береһен генә асайыҡ. Беҙгә етә ул.

–Юҡ инде. Парлы булғас, парлы булһын. Икеһен дә асабыҙ. – Рәйлә ике банканы ла асып, алма киҫәктәрен матур гәлсәр һауытҡа ауҙарҙы. Бер киҫәген алып иренә һондо, икенсеһен – үҙенә. 

–М-м-м, шул тәме. Рәхмәт, Рәйләкәйем. Һинең шулай көтөүең миңә көс биргәндер ҙә.  Киткән егеттәребеҙҙең һәр береһен ана шулай көтөп торған ризығы тартып торһон, иҫән-имен ҡайтһындар, яҡындарының өмөттәре һүнмәһен.

–Амин, шулай ғына була күрһен.

–Илебеҙгә тыныслыҡ килер, Алла бирһа. Көтөргә күп ҡалманы инде. Ә мин  киләсәктә үҙебеҙҙең ауылды ап-аҡ алма баҡсаһына әйләндергем килә. Бының өсөн бар көсөмдө һаласаҡмын. Ә һин миңә ярҙам итерһең. Күп итеп шуларҙы ултыртайыҡ әле.  Яҙғыһын тирә-яҡ ап-аҡ сәскәләргә күмелеп ултырһын. Килештекме?

–Килештек.

Фото: aura-sad.ru

 

 

Автор:
Читайте нас